229
Ибн Фадлан үҙ юлъяҙмаһында, байтаҡ ҡына ҡәүем һәм халыҡтарҙың исемдәре менән бергә, мәҫәлән, ’’Саҡалиба” тигән исемде лә йыш ҡына ҡуллана. Тәғәйен атаған хазар, уғыҙ, урыҫ, башҡорт, болғар исемдәренә ҡарағанда уға нисектер киңерәк мәғәнә һала. Ул төрлө ҡәүемдәрҙең ҡатнаш атамаһы кеүегерәк йөрөй. Әммә шулай киң мәғәнәлә ҡулланылған исемде ҡайһы бер ғалимдар славян йә Скандинавия, йә иһә фин-уғыр халҡын аңлата тип, хатта герман халыҡтарының ата-бабалары тигән кеүек төрлө фекерҙәр осрай ғилми әҙәбиәттә.
Ошо исемгә бәйле рәүештә, Ә.Вәлиди Туған Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһенә яҙған экскурстарына тулы асыҡлыҡ индерә. Шуға ’’Саҡалиба” хаҡында ҡушымта” тигән махсус мәҡәләһен ҡушып яҙа.
Экскурстың беренсе параграфында уҡ һүҙен былай башлай: ’’Саклаб, күплектә саҡалиба булып йөрөгән
һүҙҙең ғәрәп әҙәбиәтендә төрлө мәғәнәлә ҡулланылыуын күрһәтеүсе факттарҙы бер урынға туплап, ошо экскурста шул хаҡта һөйләргә теләйем. Мәғлүмәттәрҙән шул аңлашыла: Ибн Фадланға Волга болғарҙары батшаһын Саҡалиба батшаһы тип атарға тулы нигеҙ бар. Беренсенән, урта Волга, уның ҡушылдыҡтары буйында йәшәгән һәм финдарға күрше булған тәрктәр: болғар, барач, буртас, исғил, суварҙар Ибн Фадландан алда уҡ ’’саҡалиба” иҫәпләнә, икенсенән, Алмыш батша үҙе лә, башлыса үрҙә әйтеп үтелгән тәрктәрҙең һәм уларҙан төньяктараҡ йәшәгән финдарҙың, йәғни бөтә Төньяҡ-Көнсығыш Европалағы ’’саҡалиба”ның, батшаһы итеп ҡабул ителгән була”.
’’Саҡалиба” хаҡында ҡушымта”ла шундай мәғлүмәтте өҫтәй: ’’Төрлө дәүерҙәрҙә йәшәгән авторҙар (сәйәхәтселәр, ғалимдар — Ғ.Х.) уға төрлө мәғәнә һала һәм X быуаттың ғәрәп авторҙары йыш ҡына был исем менән Көнсығыш һәм Төньяҡ-Көнсығыш Европаның башлыса аҡһыл тәнле кешеләрен атап йөрөткән”.
’’Саҡалиба — төрки-фин ҡатнашмаһы”, ’’Саҡалиба — фин халыҡтары”, ’’Саҡалиба — германдар” тип исемләнгән бүлексәләрендә Ә.Вәлиди, бик күп тарихи сығанаҡтарға, риүәйәттәргә таянып, был исемдең киң мәғәнәлелеген, ошо атағай халыҡ исемдәренә уның туранан-тура мөнәсәбәтен раҫлай. ’’Төркиҙәрҙең боронғо тарихы” тип йөрөтөлгән хазар-фарсы риүәйәттәре төрки ҡәбиләләрен (әйткәндәй, уларҙың исемдәре Библиялағы халыҡ исемдәре
230
менән идентификаңиялана) Алғы Азиянан килтереп сығара һәм Жәйхун, Тянь-Шань, Ыссык күл төбәген уларҙың тәүге ватаны тип атай”, — тигән мәғлүмәтте килтереүе лә ҡыҙыҡлы. ’’Шулай уҡ Ҡытай Вәй династияһының анналда- рындағы асыл ’’төрк” (т"у=кю) ҡәүеменең килеп сығышы тураһындағы риүәйәт тә әле телгә алынған ’’Төркиҙәрҙең боронғо тарихы”ның бер өлөшө булғанға оҡшаған”, — ти.
Йәғни саҡалиба исемен аңлатҡанда Ә.Вәлиди төрки халыҡтарының тарих осо беренсе быуаттар башына һәм беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙәргә барып сығыуын да билдә- ләберәк ҡуя.
Йәнә ’’Ҡырғыҙ-саҡлабтың килеп сығышы хаҡындағы хикәйәлә ’’хазар хаҡаны” һәм тағы бер әҙәм, тәүгеһенең тарафтары иҫкә алына һәм уның тарафынан идара ителгән өлкәнең Башғирт иленән (Урал) румдарға тиклем йәйрәп бәйән ителә” (’’Ватандаш”, 1997, №12, 107-се бит) тигән мәғлүмәтте бирә икән, беҙ, башҡорт ғалимдары, ул хикәйә эҙе менән Ибн Фадландар заманынан күпкә боронғорак тарихыбыҙ төпкөлдәренә лә баға башларға тейешлегебеҙҙе тоябыҙ.
Йәки бына хәҙерге тарихсылар араһында һаман да бәхәсле булып һаналған скифтар мәсьәләһе. Скифтар кемдәр улар? Улар кемдәрҙең боронғо ата-бабалары? Был хаҡта скифтар — һинд-иранлыларҙың ата-бабалары тигән бер яҡлы ҡараш йәшәп килә әлегә.
Ә бына Әхмәтзәки Вәлиди Туған Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһенә яҙған ’’Инеш һүҙе”ндә һәм экскурстарында был мәсьәләгә, бик күп тарихи мәғлүмәттәргә таянып, икенсе төрлөрәк ҡарашта тора.
Алда әйткәнебеҙсә, Ә.Вәлиди Ибн Фадлан юлъяҙмаларын ’’Ғайса пәйғәмбәрҙән алда йәшәгән скифтар хакимиәте менән беҙгә яҡыныраҡ таныш булған ХШ быуат монголдары араһында ятҡан ваҡыт упҡыны аша һалынған мөһим күпер”, — тигәйне. Шунан: ’’үҙемдең экскурсымда мин, скифтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡайһы бер сағыштырыуҙар яһап (Сағ: §23 с.: агатһирстарҙың йоғонтолары менән параллелдәр, фракийҙар, йурктар, масагеттар), адай, (§20а) уғыҙ һәм бәжәнәк, (экс. §96а) болғар (сакала- ба хаҡында Кушымта), кумид, кумад (экс. §78а) һәм суварҙарҙың (экс. §736) боронғо икәнлегенә иғтибар йүнәлткәйнем”, — ти.
Әле 1908 йылда уҡ бөйөк иранист Б.Лауфер: ’’Скифтарҙың иран сығышлы булыуы хаҡында теориялар бик шикле һәм ныҡлы ревизияға мохтаж”, — тип яҙғайны.
231
Ә.Вәлиди Туған инеш һүҙендә яҙғанса, Иран скифтары аҫтында хәл иткес алтай ҡатламы ятыуы һуңғы ваҡытта тағы ла нығыраҡ яҡлау таба. Ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, дәүләт ҡоролошоноң, инаныуҙар системаһының, халыҡ характерының, физик типтарҙың боронғо скифтарҙа һәм төрки- монголдарҙа бер-береһенә тап килеүе Фр.Нойман заманына тиклем үк бик бай материал менән иҫбатланған.
Тимәк, башҡорттар материалында был йүнәлештә беҙҙең ғалимдарыбыҙға эшләйһе эштәр барлығы асыҡлана.
’’Ҡараханидтар үҙ тарихын Христостан алдағы 7 быуатҡа тиклем белеүҙәрен алға һөргән икән, хаҡанидтар династияһы менән бәйләнгән төрки дәүләт идеяһының прото- тибын таҡыр башлы аргипейҙарҙың дәүләт идараһында эҙләргә хаҡлыбыҙ”, — тип тә фекер йөрөтә Ә.Вәлиди. Тимәк, был юҫыҡта ла өйрәнергә кәрәклекте атап әйтә.
Ибн Фадландың башҡорттар тураһында яҙғандарынан сығып, Ә.Вәлиди был тәңгәлдә байтаҡ асыҡлыҡтар индерә йәки яңы фараздарҙы алға ҡуя.
’’Башҡорт” этимологияһына ла уның үҙ ҡарашы бар. ”Ибн Фадландың JjjL.iL тип яҙғанын мин ’’башғурд” тип уҡыйым, — ти ул. — Был шул замандағы уғыҙҙарҙың һәм башҡорттарҙың телендә шулай яңғырарға тейеш. Был һүҙ Ибн Фадланға тиклем үк әле баш — ”баш”, ҡурт — ’’бүре” этимологияһы менән аңлатылғандыр, күрәһең; шулай, Иран эпосында фарсы телендәге ’’гүргсәр” һүҙе менән Каспий диңгеҙенән төньяҡ-көнсығышта йәшәгән халыҡ атала” (фарсы телендә ”гүрг” — бүре, ”сәр” — баш мәғәнәһендә) .
Экскурстың 40а параграфында ”Баш ғурт” һәм ’’Булғар” һүҙҙәренең этимологияһы”нда Ә.Вәлиди бына нисек фекер йөрөтә: ”Төрки-иран халыҡ этимологияһы баш+ҡурт=гүрг+сәр бик боронғо булһа ла, был исемдең хаҡиҡи килеп сығышына уның һис бер мөнәсәбәте юҡ кеүек. Минеңсә, башғирт һәм булғар кеүек ике халыҡ исемен дә ”биш огур” һүҙе аша аңлатырға тырышҡан Б.Мун- качи хаҡлы. ”Биш” һүҙе аңлатҡан лир-төрөксә бил һәм шаз-төрөксә бэш, йә үҙенән һуң килгән (О) гур һүҙен И-А йәки И-A рәүешендә ассимиляцияға дусар иткән һәм ике халыҡ исеме палаталь әйтелә башлаған, йә был бил һәм бэш һүҙҙәре һуңғыһы тарафынан үҙҙәре ассимиляцияға дусар ителгән һәм гуттураль әйтелә башлаған; ошо ҡағиҙәгә ярашлы, халыҡ исемдәренең оҙон теҙмәһе барлыҡҡа кил-
232
гэн: бил (г) эр, бэш(г)эр һәм бал (г) ар, баш (г) ар, ”г” төшөп ҡалыу менән биләр, башар, Б-М арҡаһында машар йәки мәшәр, күплек ялғауы ”т” арҡаһында башғур+т (Птоло- мейҙа, III,б), шулай уҡ хазар+д.
Боронғо төрки, айырыуса уғыҙ риүәйәттәре (Рәшид- әтдиндең тарихында телгә алынған ’’Төркмән Уғыҙна- мәһе”, Көллыйәти Хафиз Абру ҡулъяҙмаһы) беҙгә төрки ҡәбилә исемдәренең бик боронғо формаларын килтереп еткергән, улар араһында башғурд һәм балуғур йәки малуғур (этилдәге ҡәлғә исеме, ихтимал, болгар); был риүәйәттең сығатай версияһында ла (Хөсәйен Намыҡ) ’’Агачер яҡындағы биш уйғур” хаҡында һүҙ бара, был хазарҙар янында йәшәгән болғарҙарҙың тарихи биш ҡәлғәһе менән тап килә. Г.Немет та ’’башгурт” һүҙен ”бәш огур”ҙан килтереп сығара”.
Беҙҙең тарихсыларыбыҙ Ибн Фадландың ’’Яныбыҙҙа уларҙан (йәғни башҡорттарҙан — Ғ.Х.) исламға күскән берәүһе булды, беҙгә хеҙмәт итте”, — тигән хәбәренә һаман бик иғтибар итеп бармайҙар. Был хаҡта Ә.Вәлиди Туған ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт биреп китә: исламдың ул ваҡытта уҡ башҡорттар араһында тарала башлауын һәм бер башҡорттоң Харәзмдан килгән ғәрәптәрҙә хеҙмәт итеүен башҡорттарҙың Харәзм, Шаш (Ташкент) провинцияһы халҡы, шулай уҡ уғыҙҙар менән сауҙа бәйләнештәренән сығып аңлатып була, Был хаҡта беҙгә Идриси ҙә хәбәр итә (VI климат, 7 секция) ”.
Экскурстың 41а параграфында ’’Башҡорттарҙа фаллус культы” мәсьәләһен Ә.Вәлиди Туғандың, хәҙерге бәғзе бер яҙыусыларыбыҙ һәм тарихсыларыбыҙ аңлауына ҡапма- ҡаршы рәүештә, яңы позициянан тороп, төрки халыҡтарының боронғо йолаларына нигеҙләнеп аңлатыуы шулай уҡ ышандырғыс. ”Ибн Фадлан башҡорттарҙың фаллосты из- геләштереүен йәки уға табыныуын раҫламай, ул ’’фаллос ҙурлығындағы ағастан юнып алынған” бәләкәй һын (идол) хаҡында ғына әйтә”, — ти. Элек төрки халыҡтарында ата- бабалар рухын изгеләштерә торған кеше башы һәм һынына оҡшатып, хатта кеше йөҙө билдәләре менән йөрөтөү йолаһын, башҡорттарҙа ла шул күренеште бик күп фактик мәғлүмәттәр менән раҫлай.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған башҡорттарҙың ун ике эйәгә табыныуҙарын да ошондай уҡ принциптарҙан, изгеләште- реү йолалары менән аңлата.
Экскурстарының 61а параграфында Ә.Вәлиди ’’Болғарҙарҙа номад мәҙәниәте” мәсьәләһенә асыҡлыҡ индерә. Волга буйы болғарҙарында ултыраҡ, ҡала һәм күсмә (номад), дала мәҙәниәте аралаш йәшәүенә диҡҡәт итә ул. ”Ибн Фадлан килгән осорҙа Волга болғарҙары һаман номад халыҡ булып ҡалһа ла, үҙҙәренең сатыр тирмәләрендә мәҙәни тормош менән йәшәгән булалар, — тип яҙа. — Ошо йәһәттән Көнсығыш Тянь-Шань уйғырҙары һәм Көнбайыш Тянь-Шань чөмүктәренең, шулай уҡ Йәнәсәй ҡырғыҙҙарының ярым күсмә тормошон хәтерләтә. Был халыҡтарҙың сатыр-тирмәләрҙә сағыштырмаса, ҡайһы саҡта ярайһы уҡ юғары мәҙәни тормош алып барыуы беҙгә күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа күсеш дәүере хаҡында түгел, ә даими тормош рәүеше хаҡында һөйләй”.
XI—XIII быуаттарҙа иһә Волга буйы болғарҙарында ҡәлғәләр, ҡалалар төҙөү нығынып киткәс, ҡала мәҙәниәте йылдамыраҡ үҫә башлай. Болғарҙар менән аралаш һәм йәнәш йәшәгән көнбайыш башҡорт ырыуҙары шулай уҡ ҡала мәҙәниәтенә лә ылыға. Йәғни ярым күсмә тормош кисергән башҡорт ырыуҙарының, ултыраҡлы тормош менән йәшәгән ҡатламдарының ҡалалар менән бәйләнеше, яҙма культура менән күпмелер танышлығы уларҙы ҡала мәҙәниәтенә ылыҡтыра барған, исламдың далаға ла үтеп инеүе яҙмасылыҡты, яҙма әҙәби башланғыстарҙы көсәйткән. Борон Болғар дәүләте сфераһында йәшәгән, болғар ҡалалары менән аралашҡан, Биләр һ.б. ҡалаларҙа ғүмер һөргән башҡорт ырыу-ҡатламдарының ҡала сәнғәте һәм яҙма әҙәбиәтенә туранан-тура мөнәсәбәтен хасил иткән.
’’Болғарҙарҙың яҙмаһы” тип исемләнгән экскурста Ә.Вәлидиҙең, болғарҙар башта киртмә шрифт ҡулланыу- ҙары ла мөмкин, тигән фаразы иғтибарға лайыҡ. Киртмә, руна яҙмалар, төрки тамғалар хаҡында ла фекер йөрөтә ул.
Экскурстарында Ә.Вәлиди Туған Болғар дәүләте менән идара итеү, ғөмүмән, боронғо төрки дәүләттәренең идара системаһын, уның төп ҡанундарын тикшереүгә ҙур урын бирә.
’’Төньяҡ-Көнсығыш төркиҙәрендә дуумвират” тигән ЮОа параграфында идара итеүҙең дуумвират, йәғни икәүле хаҡимиәт системаһын, хаҡан менән иң яҡын урынбаҫары хаҡан беһтың икәүләп идара итеү тәртиптәрен ентекләп тасуирлай.
234
Дәүләт идараһында дүртле система хаҡында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр яһай. Төрки һәм монгол хакимиәте һәр ваҡыт дүрт терәккә таянған булған икәнлеген күрһәтә. Мәҫәлән, дүрт терәк ул йә дүрт әмир, йә дүрт ҡәбилә, йә дүрт өлөшө рәүешендә. Уғыҙ хандың дүрт ҡәбиләһе була, күк тәрктәренең дүрт ҡәбиләһе, Сыңғыҙ хандың дүрт улының улустары йәки ’’дүрт бөйөк урҙаһы”, илһамлыларҙың дүрт улус беклектәре. Бындай дүртле система скифтарҙан уҡ килә икән.
Хаҡандың өс урынбаҫары һәм дәүләт идараһының өсәүле системаһы хаҡындағы аңлатмалар ҙа иғтибарҙы биләй.
’’Ихтимал, өсәүле һәм дүртәүле системаларға таянған ҡушма система үҙенең килеп сығыуы менән батша скифтарына бурыслылыр, — тип тарих төпкөлөнә мөрәжәғәт итә. — Мәҫәлән, сколотондарҙың бабаһы Таргитаустың өс улы була, уларҙан дүртәр ҡәбилә пәйҙә була. Үрҙә телгә алынған караханид һәм хазар хөкөмдарҙарының өс урынбаҫары булып, был урынбаҫарҙар уға буйһонған ҡәбиләләрҙең, йәғни ябай халыҡтың, вәкилдәре була. Әммә болғар, уйғыр һәм монголдарҙың дүрт ’’мәлиге” — династия принциптары була”.
Шулай итеп, ошо килтерелгән бер нисә миҫалыбыҙҙан тойомланыуынса ла, Ә.Вәлиди Туған Ибн Фадлан юлъяҙмаларында телгә алынған йә бәйән ителгән факттар, ҡәүемдәр көнкүреше, йолалары, инаныстары буйынса экскурстарында, киң тарихи сағыштырыуҙарға мөрәжәғәт итеп, тарих төпкөлдәренә экскурс яһап, ентекле тикшеренеүҙәр, анализдар, аңлатмалар, фараздар, йомғаҡлауҙар алып бара. Төркиҙәрҙә туй, ерләү йолалары, тирмәләр, арбалар һ.б. тураһында бай экскурстар үҙаллы ғилми-тикшеренеү характерынаса күтәрелә. Ибн Фадлан яҙмалары Ә.Вәли- дигә боронғо тарих хаҡында фекер йөрөтөү, конкрет детале, мәғлүмәте оло һүҙ башлау өсөн бер башланғыс һәм нигеҙ булып тора. Борондан килгән һәр әһәмиәтле факттың, мөһим мәғлүмәттең, хатта һәр бер һүҙенең ҡәҙерен һәм ҡиммәтен тойоп, шуның айышына төшөнөргә тырыша, шулар буйынса тамырҙары буйлап тарих төпкөлдәрен байҡай.
Йәки бына сәйәхәтнамәләге һәр бер географик атамаға, айырым һүҙҙәргә ни тиклем иғтибарлы булыуын һәм уларҙан тарихи мәғәнә һығып сығарыуын тағы бер-ике миҫал менән булһа ла күрһәтмәй ярамаҫ.
Ибн Фадландан бер цитата: ”һәм беҙ, артабан хэрэкэт итеп, Бағынды (Бғынды) йылғаһына килеп еттек... йөҙөп сыҡҡан ишеләргә авангард, башҡорттар һөжүм итмәһен өсөн, аръергард булып тора. Шулай итеп... беҙ Бағынды йылғаһын йөҙөп сыҡтыҡ. Бынан һуң Джамг2, ДжахишЗ, һуңынан озыл (Аҙл йәки Уҙл)4, һуңынан Арди5, һуңынан Варшб, һуңынан Ахты7, һуңынан Вбна8 йылғаларын сыҡтыҡ. Былар барыһы ла ҙур йылғалар”.
Бына ошо аша сыҡҡан йылға исемдәренә Ә.Вәлиди бит аҫтына төшөрөп нисек үҙ фаразын һәм аңлатмаһын бирә бара:
1- ” lS ' ” һүҙен, күрәһең, йағынды тип уҡырға
кәрәктер. ”й” һәм ”ж” диалекттарында был һүҙ ”ғ”ның ”й”ға йәки 2в”ға ассимиляцияһы һөҙөмтәһендә йә йайын- ды, йавынды тип, йә жайынды, жавынды тип әйтеләлер. Тимәк, Ибн Фадлан яҙған йағынды хәҙерге Жайынды йылғыһына, Джим (Эмба) йылғаһының һул ҡушылдығына тура килә. Был урында Чиң платоһы һөҙәкләнә башлай.
Джам, һис шикһеҙ, бөгөнгө Джим йылғаһы (Эмба) булырға тейеш.
Джахиш, хәҙер Сағыз, элекке уғыҙса(?) әйтелеше, моғайын, Джагиш булғандыр. Бындағы ”ш” бөгөнгө ҡырғыҙ телендә ”с”.
” Jal ” һүҙен Одыл тип уҡыу кәрәктер. Хәҙерге Уйыл йәки Ойыл; элекке әйтелеше одыл йәки Одол була.
Арди, — моғайын, хәҙерге Жаҡсибай йылғаһылыр.
Варш, — ихтимал, бөгөнгө Кардағайты йылғаһылыр.
Ахты, — ихтимал, бөгөнгө Булдурты йәки уның ҡушылдығы.
Ашлы Сай йәки Ашшы Өләнти. Был һүҙҙе, бәлки, ”ад- жи” йәки ’’аджти” тип уҡырға кәрәктер. Ул саҡта һүҙ бөгөнгө ашшы ”әсе” һүҙенең иҫке ҡырғыҙса формаһы була.
Вбна һүҙен, моғайын, ”утба” тип уҡыу кәрәктер. Был осраҡта ул хәҙерге утва (Яйыҡтың һул ҡушылдығы) менән тап киләсәк.
Ә бына Ибн Фадланда бер нисә тапҡыр телгә алынған ”Әтил” (хәҙерге Волга) атамаһына Ә.Вәлиди экскурста махсус киң аңлатма бирә (50л параграфы). Уның боронғо һәм урта быуаттарҙа атил, этил, атыл, итил, идил рәүештәрендә әйтелеүен төрлө сығанаҡтарға тоҫҡап аңлата. Башҡорттар Волганы әүәл-әүәлдән Иҙел тип йөрөткән. Иҙелдең ҙур йылға тигән дөйөм мәғәнәһе лә бар. Шунан Ағиҙел, Ҡариҙел, Күгиҙел атамалары килә.
236
Яйыҡ (хәҙерге Урал) йылғаһы Ибн Фадланда Джайих тип яҙылған. Ҡаҙаҡ һәм татарҙар Жайыҡ ти. Ә.Вәлиди был йылғаның тарихи сығанаҡтарҙа, мәҫәлән, Птоломейҙа Да- ич, Менандарҙа Даих, Конст. Порфигоренстоста Гңх тип телгә алыныуын күрһәтә.
Ибн Фадлан юлъяҙмаһында осраған төрлө ырыу-ҡә- үемдәрҙең йола, көнкүреш, аш-һыу, кейем-һалым, әйбер атамаларына Ә.Вәлиди, тарихи күҙлектән сығып, экскурстарҙа йыш ҡына бик киң аңлатмалар бирә. Улар хатта айырым бер тикшеренеү, үҙаллы мәҡәләгә оҡшап китә. Бындай саҡта тарихи сағыштырыу, төрлө аналогия алымдарын, лингвистик, этимологик анализ ысулдарын ҡулланырға ярата. Бына бер генә миҫал. Ғәрәп илселеге Дж,эй- хун (Сыр-Дарья) йылғаһына еткәс, урындағы төркиҙәрҙән юлға йылыраҡ кейем-һалымдар һатып алалар. Шуларҙы Ибн Фадлан исемләп атап китә: хафтан, ҡуртаҡ, бустин, кейеҙ көбө, бурнус, салбар, каймухтан тегелгән итек һ.б. Ә.Вәлиди шул әйберҙәргә юл аҫтына төшөрөп ҡыҫҡаса аңлатмаһын бирә бара. Әммә былар менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, тулы аңлатма кәрәк тип һанағандарын экскурсҡа күсереп, төплө ғилми-тикшеренеү эшенә тотоноп китә йә этимологик байҡауҙар менән шөғөлләнә.
Экскурстарының, мәҫәлән, 15в параграфы — ”Ҡай- мухт” — сағры — шиғрин” тигәне нәҡ шундай. ’’Фарс. ҡаймухт, ғәр.заргаб, төрк.сағры һәм савры, иләнгән тире, шағрин күкен аңлата, — тип башлай экскурсын. — Сағ. Замахшари-Ветцштейн, 52, Асим Әфәнде, Укйанус: ”3ар- габ, фарс. каймухт, (төркиҙәр) уны сағры тиҙәр”; М.Ҡашғари, 1, 34: Сағри — заргаб ул, уны итек тегеү өсөн ҡулланалар; 353: Сағры заргабты аңлата, шул уҡ ваҡытта, һәр нәмәнең тышын, ҡабығын аңлатыу өсөн дә ҡулланыла. Мәҫәлән, Ер сағрыһы тиһәләр, был Ерҙең өҫтөн, ҡабығын аңлата; Ш, 259: ’’сағрыны ҡыртышлады, йәғни, шағрин тиреһен һалды”.
Шунан үҙе аңлатмаға күсә: ’’Сағры йәки ҡаймухт башлыса аттың йәки ишәктең тиреһенең артҡы өлөшөнән эшләнә. Шуға ла ат йәки ишәк кеүек хайуандың һыртындағы ҡамсы төшкән урын да төркисә һәм фарсыса сағры тип атала”. ”Сағ. М.Ҡашғари, 1, 353: киши сағрысы йүз, йәғни ’’кешенең сығрыһы — уның йөҙө, сөнки ул һыуыҡ һәм эҫегә түҙеүсе ҡиммәтле һәм үтә ныҡ тире булып тора”. Төркиҙәр фекеренсә, әйберҙең йәки кешенең ныҡлығы,
237
оҙаҡҡа түҙеүе уның иң ҡиммәтле сифаты һанала; шуға ла бөгөнгө ҡырғыҙ телендә сағры, сауры бер үҡ ваҡытта ’’ҡиммәтле, аҫыл” тигәнде лә аңлата.
Сағры-ҡаймухт эшләү менән күсмә төркиҙәр ҙә, ултыраҡ төркиҙәр ҙә шөғөлләнә. Мәҫәлән, Рубрук татарҙарҙа шағрин күндән матур аяк кейемдәре эшләнеүен телгә ала. Муҡайддәси, 325, әйтеүенсә, Харәзм сит илдәргә һатҡан шағрин Харәзмдең үҙенә Болғарҙан килтерелгән була. Ошо уҡ болғар шағрин күнен Көнсығыш Азияла ’’camut of Bogral” исеме аҫтында Марко Поло ла иҫкә алып үтә. Бындағы ’’ҡамут”, һис шикһеҙ, ’’ҡаймухт” һүҙенең боҙолған формаһы булап тора. Тимәк, тауарҙарҙы Көнсығыш Азияға ’’Болғар ҡаймухты” исеме аҫтында Урта Азияла йәшәүсе Иран сауҙагәрҙәре ташығандыр, тип фараз итеп була. Бынан айырмалы рәүештә, Европала был күн үҙенең төрки исеме аҫтында (’’шағрин-сағры”) билдәле (Хәтерләгеҙ, Бальзак ’’Шағрин күне” әҫәре).
Ошо экскурстан килтерелгән өлөштәр буйынса ла, уның лингвистик, этимологик анализдың тарихи аналогиялары менән сағыштырып алып барылғанлығын, аңлатманың үҙаллы тикшеренеү рәүешен алғанлығын аңларға мөмкин.
Экскурстарҙың йәнә бер үҙенсәлеге һәм ҡулланған ысулдарының береһе шунда, Ә.Вәлиди Туған Ибн Фадлан юлъяҙмаларында килтерелгән исемдәргә, атамаларға аңлатма биргәндә төрки халыҡтары ижады һәм әҙәбиәте өлгөләренә, айырыуса риүәйәттәргә һәм эпик ҡомартҡыларға, дәлил, өҫтәмә миҫал рәүешендә мөрәжәғәт итә. Уның өсөн боронғо ауыҙ-тел һәм яҙма әҫәрҙәре лә мөһим сығанаҡ.
Бына, мәҫәлән, төркиҙәр хаҡандар йөҙөндә идеаль хакимды күрергә теләүен раҫлағанда, атаҡлы ’’Ҡутадғу Билик” төрки яҙма әҫәренә лә таяна. ’’Ҡутадғу Билик” идеаль хаҡанды (элик) ’’донъялағы иң аҡыллы һәм белдекле зат, мөнәсәбәттәрендә үтә ғәҙел, уның һүҙҙәре лә хаҡ” тип тасуирлай. Китап аскет тәбиғәтле, етди, саф күңелле һәм аҡыллы эликтең нәсихәттәре менән тулы. Хаҡандың хикмәтле һүҙҙәре ’’Билик” тип аталған, был хикмәтле һүҙҙәр монгол осоронда бик ентекләп яҙып алына. Әле XI—XII быуаттарҙа ғына Туңа-Афрасиабтың төрлө нәсихәттәре халыҡ араһында йөрөгән була. Бының ҡайһы берҙәре яҙмаларҙа беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Афрасиабтың бер хикмәтле һүҙен Ғүмәр Хәйәм үҙейең ’’Наурузнамә” әҫәрендә төркисә килтереп китә”. (Экс. §100а). Әйт
кәндәй, экскурстарында Ә.Вәлиди Афрасиаб хаҡындағы риүәйәттәргә өҫтәмә дәлил рәүешендә һылтанма яһай. Шуны ла күҙәтергә мөкин, Ә.Вәлиди яйы сыҡҡан һайын башҡорттарҙың тарихына һәм рухи донъяһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе үҙенең экскурстарына һәм бит аҫтындағы күрһәтмәләренә бик йыш йәтеш ҡушып ебәрә, йәғни туған халҡына бәйле материалдарҙы донъя күләм фәнни әйләнешкә индерә.
Йомғаҡлап әйткәндә, Әхмәтзәки Вәлиди Туған ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” тигән фундаменталь хеҙмәте менән үҙен шәркиәт ғилемендә донъя күләм юғарылығындағы талантлы археограф һәм текстолог итеп таныта; был китабы менән сығанаҡтар, текстар, аналогиялар менән нисек эшләүҙең, ғилми аңлатмаларҙың ниндәйерәк булыуының иң юғары өлгөһөн барлыҡҡа килтерә. Немец шәрҡиәтсеһе Б.Шпулер әйткәнсә, ”Был хеҙмәт шул тиклем берҙән-бер уникаль күренеш, шундай ентеклелек һәм тәрәнлек менән Туғандан башҡа бер кем дә яҙа алмаҫ ине” (А.Юлдашба- ев. Ахметзаки Валиди Тоган. — Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов. 67-се бит).
Европаның һәм Азияның иң күренекле ғалимдары был хеҙмәткә шунса бик юғары баһа бирәләр. Генри Григори уны атаҡлы ғалим И.Марквард әҫәрҙәре, Минорскийҙың Худуд әл-Әләм баҫмаһы менән тиң ҡуя.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған әле Германияла саҡта уҡ был хеҙмәтен, инглиз теленә лә тәржемә итеп, баҫмаға әҙерләгән була. Ләкин ул әлегәсә баҫылмай ҡалған.
”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” 1966 йылда Германияла немецса икенсе тапҡыр баҫылып сыҡты, 1995 йылда Төркиәлә уның төрөксә баҫмаһы донъя күрҙе. Был китап, немец теленән башҡортсаға тәржемә ителеп, ’’Ватандаш” журналының 1997 йылғы 5—12-се һандарында туған теле- беҙҙә баҫылды.
Утыҙынсы йылдарҙа Австрияла, Германияла йәшәгәндә ниндәй фәнни уңыштарға һәм дәрәжәләргә өлгәшмәһен, донъя күләмендәге атаҡлы шәрҡиәтсе ғалим булып танылмаһын, бәрәкәтле, бәхәсле ижади миҙгелдәр кисермәһен, Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙен бәхетлемен тип һанай алмай ине әле барыбер. Тормошо ла ал да гөл түгел ине уның. Бәхетле көндәре бәхетһеҙлектәр, шатлыҡтары оло ҡайғы-хәсрәттәр, уңыштары уңышһыҙлыҡтар менән аралашты. Дуҫтары, фекерҙәштәре бермә-бер артҡан һайын, дошмандары
239
яман хасланды, хөсөтлөктәре көсәйҙе. Байтаҡ ваҡытын ялғандарға, үҙенә яла яғыуҙарға ҡаршы көрәшкә сарыф итергә, күпме көсөн, нервыларын түгергә тура килде. Иң аянысы, уны дәүләт күләмендә эҙәрлекләү һаман һис туҡталманы. һаман бер урынға төпләнә алмай, илдән илгә күсеп, нисәмә йылдар күскенсе хәлендәге яҙмышы, ғаиләһе, йәшәр, эшләр өсөн тейешле шарттар юҡлығы уны ныҡ иҙә ине.
Достарыңызбен бөлісу: |