Башҡорт энциклопедияһы



бет19/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   25

’’Дөйөм төрки тарихына инеш” (’’Umumi Turk tarihini giris”) китабының беренсе томы тулы көйө 1946 йылда, икенсе баҫмаһы — 1970, өсөнсө баҫмаһы 1981 йылдарҙа Истанбулда донъя күрә һәм ғилми йәмәғәтселек тарафынан нигеҙҙә юғары баһалана.

250




Әхмәтзәки Вәлиди Туған — дөйөм төрки халыҡтары тарихы буйынса нигеҙҙә боронғо һәм урта быуаттар осоро менән шөғөлләнгән тарихсы ғалим. Уның төп фундаменталь хеҙмәте — ’’Дөйөм төрки тарихына инеш” китабы нәҡ ошо осорҙарға бағышланған. Ике томлығы өсөн тип төҙөгән тәүге планы ла ошо осорҙарҙы үҙ эсенә ала. Ул план дүрт киҫәктән ғибәрәт: Инеш. Беренсе киҫәк. Төрки тарихының иң боронғо дәүере. Икенсе киҫәк. Төрки тарихының ислам эпохаһы. Өсөнсө киҫәк. Төркиҙәрҙең яулап алыуҙары һәм ер шарына таралыуҙары. Дүртенсе киҫәк. Алғы Азияла яңы төрки ватанының ҡоролоуы. Йәғни төрки халыҡтарының беҙҙең эраға тиклемге иң боронғо тарихи башланғыстарынан алып беҙҙең эралағы XIV быуатҡаса тарихы тикшереләсәк. Быны автор китабының ”Баш һүҙ’’ендә лә асыҡ итеп әйтә: ’’Төрки тарихы үтә киң бер тема булғанға, ике томлыҡта ’’Инеш” исемен үҙгәртеп торманым, сөнки был әҫәр төрки тарихындағы ваҡиғалар ағышын түгел, ә тарихыбыҙҙың проблемаларын күҙ алдына килтереү өсөн тәғәйенләнгәйне. Тарихыбыҙҙың иң боронғо дәүерҙәре, тарихҡа тиклемге осорҙары, шулай уҡ Ғосманлы тарихы минең эҙләнеүҙәр әлкәһенә инмәһә лә, тарихыбыҙҙы тотош килеш күрһәтеү зарурлығы арҡаһында быларға ла мөһим урын бирергә тура килде. Китабымдың икенсе томында Алғы Азия төркиҙәренә, был төркиҙәрҙең дөйөм төрки тарихында тотҡан урынына ярашлы, етмәһә, был осраҡта ла башҡа төрки илдәренә ҡағылышлы темаларға ғына урын бирелде”.

Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың фәнни мираҫында Алғы Азия төркиҙәренең, атап әйткәндә, Төркиә дәүләтенең XIV быуаттан һуңғы тарихына бағышланған әҫәрҙәре бик аҙ. Уларҙың булғаны ла айырым мәҡәләләр рәүешендә. Ғалимдың архивындағы 33-сө һанлы ҡалын папкаһында ’’Дөйөм төрки тарихы”ның икенсе томына материалдар” тигән яҙмалары тупланған. Тимәк, ул том материалдар әҙерләү стадияһында ғына тороп ҡалған.

’’Дөйөм төрки тарихына инеш” китабының беренсе томынан күренеүенсә, Ә.Вәлиди Туған төрки ҡәүемдәренең борон-борондан Азия һәм Европа ҡитғаларында, Төньяҡ Ҡытай территорияһынан алып Уралдан Балҡанғаса, хатта Африкағаса таралыуҙарын, айырым ырыу-ҡәбиләләрҙең нисек берләшеүҙәрен, дәүләтселектәрен, боронғо һәм урта быуаттарҙағы тарихын өйрәнеүгә бар зиһенен туплай. Үҙе

251




әйткәнсә, төрки тарихындағы ваҡиғалар ағышын түгел, бәлки шул тарихтың проблемаларын, тарихи үҫеш ҡанундарын, концептуаль мәсьәләләрҙе тикшереүҙе үҙәккә ҡуя.

Мәҫәлән, ”Баш һүҙ”ҙә автор былай ти: ”Мин иһә 1911 йылда башланған 35 йыллыҡ фәнни эшмәкәрлегемдә Төрки тарихының эске яҡтан камиллашыуының тирмә тормошондағы үҙгәрештәр менән генә сикләнмәгән булыуын, Урта Азиялағы төркиҙәрҙең элек-электән мәҙәниәт эсендә йәшәүен, төрлө дәүерҙәрҙә ҡалҡып сыҡҡан сәйәси тәш- киләттәрҙә уларҙың ыңғай роль уйнауын, дала дәүләттәренең рухын тап ошолар сағылдырғанын асыҡлау өсөн күп көс һалдым. Минеңсә, төрки тарихының төрлө дәүерҙәрҙәге эске камиллашыу осорҙары, Греция, Рим, Мысыр, һиндостан һәм Ҡытайҙарҙағы кеүек, бөйөк мәҙәни һикереш тәшкил итмәһә лә, күҙгә ташланып бармаған, оҙаҡҡа һуҙылған боролош дәүерҙәре барыбер эволюцион үҫешкә дәлил булып тора бит”.

Ошоларға бәйле рәүештә, китапта төрки тарихының борондан уҡ килгән эволюцион үҫешен, киҫкен боролошло осорҙарын, прогрессив тәрәҡҡиәтте күҙәтеү һәм уның эске ағымдарын, камиллашыу юлдарын тикшереү үҙәкләшә. Шул йәһәттән автор тарафынан, мәҫәлән, төркиҙәрҙең бо- ронғолоғо һәм дәүләтселеге мәсьәләһенең концептуаль характерҙа ҡуйылышы бик әһәмиәтле. Ул төркиҙәрҙең боронғо дала дәүләте һәм дала мәҙәниәте проблемаһын бик ентекле рәүештә тикшерә. Европа үҙәк позицияһынан тарихты боҙоп йәки ул тарихты беҙҙең эранан ғына башлана итеп күрһәтергә тырышыуҙарын, бер яҡлы концепцияларын кире ҡаға, үҙе оригиналь концепциялар үткәрә.

Борон-борондан төрки халыҡтарының, ҡитғаларҙы ҡитғаларға ялғап, халыҡтарҙы халыҡтар менән бәйләп, аралашып йәшәүҙәрен күрһәтеү менән бергә, уларҙың донъя цивилизацияһында тотҡан урынын һәм ролдәрен дә асыҡлауға ҙур иғтибар бирә. ’’Шулай итеп, донъяның төрлө халыҡтарын, илдәрен бер-береһе менән бәйләгән төркиҙәр мәҙәниәт тарихында ыңғай роль уйнайҙар, — тип һығымта яһай Ә.Вәлиди Туған, — күп халыҡтарҙа атлы ғәскәрҙәр барлыҡҡа килеүенә, феодаль ҡоролоштоң универсаль төҫ алыуына, күрше кәүемдәрҙәге буддизм һәм ислам кеүек ’’милли” диндәрҙең, донъя диндәре кимәленә күтәрелеп, Урта һәм Көнсығыш Азия ҡитғаларына тара- лыуына булышлыҡ итәләр”.

252




Ҡәүем, халыҡтарҙың борон-борондан күсештәре, миграция күренештәренә лә ғалим тарихи үҫеш законсалыҡтары күҙлегенән ҡарай. Мәҫәлән, ’’Төрөктәрҙең Алғы Азияла ерләшеүе Византия менән көрәштең эҙемтәһе генә булмай, Урта Азиялағы халыҡтың артыҡ күп үрсеүе арҡаһында бик борон башланған халыҡ ағышының һөҙөмтәһе икәнлеге лә иҫбат ителә ала торған бер хәлдер”, — ти ул.

Ә.Вәлиди Туған дөйөм төрки тарихын социаль-тарихи шарттар, иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тарих менән тығыҙ берлектә бер бөтөн көйө сағылдарыуҙы нигеҙ итә. Шуларға бәйле төрлө темаларҙың һәм проблемаларҙың өйрәнелеү-өйрәнелмәү дәрәжәләрен иҫәпкә алып, үҙе өҫтәмә эҙләнеүҙәр үткәрә, бәғзе бер аспекттарын асырға, асыҡларға тотона.

Былар тарихсы ғалимдан тарихи-сағыштырма һәм комплекслы тикшеренеү ысулдарын киң ҡулланыуҙы талап итә. Ә.Вәлиди Туған дөйөм төрки тарихының үтә киң мәсьәләләрҙе эсенә алған бер тема икәнен тәрән аңлап, уның төрлө аспекттарын тигеҙерәк яҡтыртырға тырыша.Уның ғилми- тикшеренеүҙәрендә шуға тарихи-документаль материалдар менән ҡатар археология, этнография, фольклор, лингвистика, ислам, синология, һиндология ғилемдәре биргән мәғлүмәттәр берҙәй тиерлек иркен файҙаланыла, аҙым һайын төрлө сығанаҡтарға йыш мөрәжәғәт ителә.

Сығанаҡтар хаҡында ”Баш һүҙ’’ендә ул шуларҙы ла билдәләп уҙа: ’’Мәҫәлән, минең өсөн Ислам энциклопедияһы, һаммер тарихы, Англия, Франция, Германия һәм Рәсәй ғилми экспедицияларының, Оурэл, Стейн, Ле Кок, Пеллиот һәм Свен һедин кеүектәрҙең Урта Азия хаҡындағы хеҙмәттәренең барлыҡ томдары, иран филологияһы һәм сәнғәтенә арналған томдар, боронғо ғәрәп һәм иран географияһы һәм тарихына арналған Брилл һәм Гибб томдары, Е.В.Лейн, Ф.Стейнгласс, Р.П.Дози һүҙлектәре кеүек иң зарури белешмәләр һәр ваҡыт ҡул осонда торорға тейеш ине”.

Көнбайыш һәм Көнсығыш телдәрен яҡшы белгән Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың сығанаҡтар менән иркен эш итеүҙә бер өҫтөн яғы шунда, ул инглиз, немец, француз, рус, ғәрәп, фарсы, төрки телдәрендәге баҫма һәм ҡулъяҙма фондтарҙы берҙәй уңышлылык менән файҙалана. Үҙе әйткәнсә, өҫтөнөрәк яғы — күптәргә билдәле шәреҡ сығанаҡтарына йыш мөрәжәғәт итеүендә.


’’Дөйөм төрки тарихына инеш” хеҙмәтенең иң мөһим яғы һәм фәнни ҡиммәте — ғилми нигеҙгә ҡоролған төрки тарихының төпкө кирбестәрен һалыуҙа. ”Инеш”тә уның төп принциптары, теоретик һәм методологик асылдары асыҡлана. Нигеҙендә тарихи, ғилми хәҡиҡәтте асыҡлау ята.

Мин әҫәрҙәремдә һәр саҡ ғилми хәҡиҡәттәрҙе генә уртаға ҡуйырға теләнем. Был әҫәремдә лә шул булды, — ти ”Баш һүҙ”ҙә автор. — Минеңсә, ғилми асыштар киңәйеү менән, мәҙәниәт донъяһының иғтибарын үҙенә тартҡан һәм оригиналлеге көндән-көн нығыраҡ күҙгә ташланған, ошо арҡала етди ғилем мөхитен тәрәндән ҡыҙыҡһындырған төрки тарихы уйҙырмалар юлынан китергә мохтаж түгелдер. Был тарихты яҡтыртыу юлындағы эшмәкәрлек хәҡиҡи фәнгә тоғро ҡалған нисбәттә генә абруйға лайыҡ булыр”.

Ғалим ошо уҡ нөктәнән тарих фәненең, идеологияға, сәйәсәткә яйлаштырып, конъюнктур, тенденциоз төҫ алыуын кире ҡаға. Бер мәмләкәттә тарих фәне көндөң сәйәсәтенән, үҙгәреп торған хөкүмәттәрҙән өҫтөн ҡалып, мәңгелек хәҡиҡәттәрҙе сағылдырған бер ғилми авторитетлыҡҡа бағлы булыуын яҡлай. Фән тарихи хәҡиҡәтте раҫларға тейеш.

Тарихи хәҡиҡәтте раҫлар өсөн әле әйтелгән теоретик һәм методологик принциптарҙы тотоп эш итергә тырыша ’’Дөйөм төрки тарихына инеш” китабында автор.

Китап ’’Инеш” бүлексә менән асыла. Унда төрки ҡәбиләләре һәм уларҙың һаны, төрки тарихының дәүерҙәргә бүленеше мәсьәләләре ҡарала, сығанаҡтар күрһәтелә.

Төрки тарихын автор, тарих ғилемендә ҡабул ителгәнсә, ике ҙур эпохаға — ’’тарихҡа тиклемге”, йәғни беҙҙең эрағаса, һәм ’’тарихи осорға”, йәғни беҙҙең эра тарихына, айыра. Уларҙы шундай дәүерҙәргә бүлә: 1. Исламдан алдағы, йәғни Алғы Азия мәҙәниәтенә ҡушылғандан алдағы дәүер. 2. Ислами тарихыбыҙҙың XVI быуатҡа тиклемге үҫеш дәүере. 3. XVI быуаттан яңы заманыбыҙға тиклем дауам иткән артта ҡалыу дәүере. ’’Бөгөн килеп, яңынан тергеҙелеү һәм Көнбайыш мәҙәниәтенә ҡушылыу дәүеренә, йәғни тарихыбыҙҙың дүртенсе дәүеренә аяҡ баҫабыҙ”, — ти.

Беренсе томдың дәүерҙәргә бүленеше (периодизация) түбәндәгесә: 1. Төрки тарихының боронғо дәүерҙәре. 2. Ислам: төрки тарихының күтәрелеш осоро. 3. Төркиҙәрҙең яулап алыуҙары һәм йәйелеүҙәре. 4. Алғы Азияла яңы төрки ватанының ҡоролоуы. Тимәк, беренсе том, алда әйткә-




небеҙсэ, тарихтан алдағы бик боронғо дәүерҙәрҙән алып XIV быуат аҙағынаса дәүерҙәрҙе үҙ эсенә ала.

’’Төрки тарихының боронғо дәүерҙәре” бүлегенең ’’Тарихтан алдағы дәүер” бүлексәһендә төркиҙәрҙең ҡасан тарихта күренеүе, иң боронғо йәшәгән төбәктәре — тәү ватаны, ата йорто хаҡында фараз-гипотезаларының ҡуйылышы бик ҡыҙыҡлы. Төркиҙәрҙең борондан төп ватаны — әлбиттә, Урта Азия. Әммә уның ҡайһы төбәге тәүватан? Уны бәғзе ғалимдар — Алтай төбәге, бәғзеләре — Урал- Алтай, Арал аралығы төбәге тип фараз ҡыла. Ә.Вәлиди Туған үҙе, Тянь-Шандең төньяҡ, көнбайыш итәктәренән алып Арал диңгеҙе аралығында ятҡан ерҙәр булырға тейеш, ти. Быны үҙенсә нигеҙләргә тырыша.

Беҙҙең эраға тиклемге ҡабиләт тарихынан (доистория) иң боронғо төркиҙәрҙең эҙҙәрен юллағанда Ә.Вәлиди Туған, бығаса йәшәп килгән һинд-европа, арий теорияларына тәнҡит менән ҡарап, бик боронғо ҡәүемдәр конгломераты, шунда төрки ҡәүемдәренең дә ҡатнашыуы хаҡында археологик, лингвистик ҡомартҡыларға, этнографик, фольклор мәғлүмәттәренә, боронғо яҙмаларға нигеҙләнеп, яңы ҡараштарҙы алға һөрә. Боронғо төрки ҡәүемдәр менән шу- мерҙарҙың бәйләнеше хаҡында уның немец ғалимының фекеренә һылтанмаһы иғтибарҙы биләй. ’’Алғы Азияның боронғо тарихы буйынса белгес Фр.һоммел үҙ әҫәрҙәренең береһендә шумерҙарҙы тулыһынса бер төрки халыҡ тип иҫәпләп: ’’Төркиҙәрҙең иң боронғо бабаларынан бер төркөм миладтан алдағы 5000 йылдарҙа, Урта Азиялағы инә йорттан айырылып, Алғы Азияға килә һәм шумерҙарҙы хасил итә. Ошо шумер теленән ҡалған боронғо әҫәрҙәр беҙгә төркисәнең боронғо замандарҙа нисегерәк яңғырауын күрһәтә”, — тип яҙа.

Йәки бына ата тарихсы Һеродотка, бүтән боронғо грек тарихсыларға һәм боронғо сығанаҡтарына бер таяныс: ’’Классик авторҙарҙан һеродоттың ’’Йуркае”, Плениус Се- кундус һәм Помпениус Меланың ’’Туркае” исемдәре аҫтында телгә алған ҡәүемдең миладҡа тиклемге V быуатта һәм артабан да Иҙел (Волга) менән Яйыҡ (Урал) йылғалары араһында йәшәгәнен беләбеҙ. ”Тик” исеме ысынлап та ”төрк”тө аңлата икән, милли исемебеҙ бер ҡәбилә сифатында тәү тапҡыр миладҡа тиклемге XVI быуатта Ҡытай риүәйәттәрендә телгә алына, тип әйтә алабыҙ.




Аҙаҡта Ә.Вәлиди Туған шундай һығымтаға килә: ”һәр хәлдә, киләсәктә телебеҙ һәм этнографиябыҙға арналасаҡ тикшеренеүҙәр Алғы Азия культураһын тарихтан алдағы осорҙа Алыҫ Көнсығышҡа тапшырыуҙа Урта Азияның арасы (аралашсы) ролен, прототөрктәрҙең Көнсығыш Европалағы һәм Азияның өс тарафындағы мәҙәни ҡәүемдәр менән үҙ-ара тәьҫирен бөгөнгөгә ҡарағанда ла асығыраҡ рәүештә күрһәтәсәктәр. Төркиҙәр һәм башҡа урал-алтайлыларҙың боронғо донъяның был тиклем алыҫ төбәктәре менән контакттар урынлаштырыу өсөн уңайлы ватаны, һәр хәлдә, Урта Азияның Тянь-ШаньПамир төбәге булғандыр”.

Беҙҙең эраға тиклемге бик боронғо төрки тарихына бағышланған беренсе бүлектең ҡалған бүлексәләрендә төрки телдәре, боронғо дастандары, халыҡтың боронғолоғон танытыр сығанаҡтар булараҡ, олуғ дәүләт ҡорған боронғо төрки ҡәүемдәр, боронғо мәҙәниәтселек, тимерселек, төрлө тарихи ваҡиғалар, Бөйөк Искәндәр (Александр Македонский) яуҙары, Грек-Бактрия дәүләте, һундар, авар һәм усундар, уйғыр һәм күк тәрктәр, мәҙәни төркиҙәр һәм иранлылар, шаҡтай бай мәғлүмәттәргә таянып, системалы рәүештә өйрәнелә. Төркиҙәрҙең тарихтан алдағы дәүерҙәрҙә үк йыһан дәүләттәре ҡорғанлығы хаҡында ҡыйыу тезис ҡуя ла уны боронғо чигил, субр, абар, ҡаң, оғур һәм төрк ҡәбиләләренең масагеттар тарихы, дәүләтселек сифаттары, боронғо грек, иран дәүләттәре менән бәйләнештәре миҫалында нигеҙләргә тырыша.

Икенсе бүлектә беҙҙең эра башынан башланған төрки тарихының күтәрелеше осорон, ислам дәүерен ентекләберәк тасуирлай. Бөйөк Төрк ҡағанаты, Хазар ханлығы, Бөйөк монгол империяһы, нигеҙ һалған Сыңғыҙ хан, уның хан уландары хакимлыҡ иткән дәүләттәр, Тимер бәк һәм уның уландары дауам иткән төрки империя тураһында эҙмә-эҙлекле байҡау яһала. Ә.Вәлиди Туғандың, ’’монгол”, ’’татар”, ’’төрк” атамаларына тарихи яҡтан килеп, үҙенсә аңлатма биреүҙәре, Сыңғыҙ хандың шәжәрәһен төркиҙәр менән бәйләүҙәре диҡҡәтте биләй. ’’Төрки һәм ман- журҙар кеүек, дөйөм һаны дүрт миллион кеше тәшкил иткән монголдар ҙа Урал—Алтай ҡәүемдәренең Алтай ғаиләһенә инә, — тип яҙа ул. — Монголдар, был Алтай ҡәүемдәре араһында төркиҙәргә иң яҡын бер ҡәүем булып, бигерәк тә ижтимағи тәшкиләт яғынан төркиҙәргә туғандаш... ’’Татар” атамаһы Орхон яҙмаларынан уҡ мәғлүм

256




булһа ла, был исемдең күк төрк һәм уйғыр дәүеренән һуң Монголияла йәшәгән монгол һәм төрки кәүемдәренең билдәле бер конгломератына карата кулланыуы ихтималы- рактыр”.

Сыңғыҙ хан нәҫел-нәсәбенең төркиҙәргә барып ялғаны- уы тураһында былай ти: ” һәр хәлдә, шуныһы шик тыуҙырмай: яҙмаларҙа Сыңғыҙҙың күк тәрктәрҙең шато тармағынан килеп сығыуы теркәлгән кеүек, ул ҡараған Бөрчегин ғаиләһе лә үҙен боронғо күк төрк хөкөмдарҙары һәм аши- на нәҫеленә илтеп ялғаған була һәм бик боронғо замандарҙа йәшәп килгән Эргенекон легендалары ғына түгел, башҡа төрки традициялары ла бары ошо нәҫелдең тарихи сифатында тәфсилләп яҙып ҡалдырылған. Ошо күҙлектән, Сыңғыҙҙы ғына түгел, уның, Монголиянан ситкә китеп, төрки ҡәбиләләре араһында йәшәгән һәм тамам төрки- ләшеп бөткән балаларын да төрки хөкөмдарҙары тип ҡарауҙа һис бер хилафлыҡ юҡтыр”.

Ислам диненең Урта Азияла, Урал-Волга буйҙарында тарала башлауы тураһында Ә.Вәлиди тәғәйен шулай яҙа: ”920 йылдарҙа Урта Тянь-Шандәге ҡараханлылар, Иҙел буйындағы болғарҙар, аҙ ғына һуңыраҡ Арал күле һәм Хазар диңгеҙе араһында хазарҙарға буйһоноп көн иткән уғыҙҙар, 940—960 йылдарҙа Чу йылғаһындағы Баласағун һәм Иҙелдәге болғар ҡалалары араһында, йәғни бөгөнгө Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан илдәрендә йәшәгән төрки ҡәбиләләре лә тотош килеш исламға күстеләр. Ошо рәүештә исламиәт һәм Алғы Азия мәҙәниәте Көнсығыш һәм Көнбайыш Төркөстанда ҡәтғи рәүештә ерләште. 920—960 йылдар араһында башлыса төрки массаларының ошо рәүештә Исламға күсеүҙәре Ислам тарихында, бер үк ваҡытта донъя тарихында ла, мөһим бер боролош нөктәһе булды. Сөнки ошо арҡала исламдың яңы бер йыһан дине сифатында нығыныуы ҡәтғи рәүештә хәл ителгәйне”. Бына ниндәй ҙур фекер әйтә автор ислам диненең был төбәктәрендә таралыуына бәйле рәүештә.

Ә.Вәлиди Туған артабан был киң регионда исламиәттең һәм мосолман мәҙәниәтенең төрки халыҡтары рухи донъяһына, әҙәбиәте һәм сәнғәте, мәҙәниәте үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонтоһон һәм әһәмиәтен асыҡлауға ҙур урын бирә. Бының нисек сағылышын ул Төркөстанда IX—XIV быуаттар эсендә фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге оло ҡаҙаныштар менән иҫбатлай. Ошо тәңгәлдә ул Бируни, Олуғбәк кеүек

257

9-1303




төрки ғалимдар эшмэкэрлегенэ, Йософ Хас Хажип, Мәхмүт Ҡашғари, Мәхмүт Зәмахшари, Ғәлишир Науаи кеүек бөйөк әҙиптәр ижадына шаҡтай тулы характеристика бирә, архитектура, сәнғәт буйынса ҡомартҡыларҙы баһалай. Бигерәк тә Тимур бәк заманындағы дәүләт, халыҡ-ара күләмендәге ҡаҙаныштарға туҡталып китә. Дәүләт идара системаһы тураһында ул: ’’Сыңғыҙ һәм Тимур уландары

дәүерендә Урта Азиялағы дәүләт-идара системаһының яңы формаһы хаҡында шуны әйтеп була: боронғо төрки дәүләт тәшкиләтенең классик формаһы тарихта тәүге тапҡыр монгол хандары һәм Тимур дәүерендә бөтә сағыулығы менән тарих сәхнәһенә сығып баҫа”, — тип нарыҡлай.

Бүлек аҙағында автор шундай мөһим һығымтаға килә: ’’Шулай итеп, Урта Азияның төрки тарихында, милади 800 йылдарҙа башланып, 1500 йылдарға тиклем дауам иткән ’’исламдың күтәрелеш осорона Алғы Азия ҡәүемдәре һәм мәҙәниәттәренең төрки илдәрен яулап алыуы, һуңынан был мәҙәниәтте үҙәкләштергән төркиҙәрҙең экспансия йүнәлеше кире яҡҡа боролоуы һәм донъя масштабында гегемония дәүере кисереүе кеүек мөһим ваҡиғаларҙы индерә алабыҙ. Төрки тарихының ислам осорондағы күтәрелеш стадияһына хас үҙенсәлектәрҙе ҡыҫҡаса рәүештә һанарға мөмкин:

VI—VII быуаттарҙа бөтә Азия һәм Көнсығыш Евро- паның халыҡ-ара сәйәсәтендә күк тәрктәрҙең хәл иткес роль уйнауы арҡаһында Алғы Азияла аяҡҡа баҫҡан ғәрәп хакимиәте Сасанид Иранын тар-мар итә һәм Урта Азияға тиклем йәйелә алды.

Төркиҙәрҙең исламға күсеүе арҡаһында ул донъя (глобаль) диндәренең береһенә әйләнде һәм был фактор халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә тәртип урынлаштырыуға, хатта был мөнәсәбәттәрҙең еңелләшеүенә килтерҙе.

Милади 999 йылдан (Маверауннәһир төркиҙәр тарафынан яулап алынған көндән) алып Урта Азияла үтә ныҡ үрсеп киткән һәм активлашҡан Алғы Азия ҡәүемдәре һәм иранлылар сәйәсәте сәхнәнән алып ташланды. Был ваҡытта нәҫел яғынан бер бөтөндө тәшкил иткән төркиҙәр Азия һәм Көнсығыш Европаға хужа булдылар. Дәүләт-ара системалары хәрби феодализм булыуға ҡарамаҫтан, үҙҙәре лә был мәҙәниәттәрҙе (цивилизация) артабан йәшәтеү өсөн йән атып торҙолар. Шуға ла урта быуаттарҙағы мәҙәни тормоштоң һуңғы үҫеш стадиялары ’’Урта Азияның мосол- ман-төрки мәҙәниәте” тип атала ла”.




Төрки халыҡтарының меңәрләгән йылдар менән иҫәпләнер оҙон тарихында әллә күпме дәүләттәре барлыҡҡа килеп тарҡалған, яңылары хасил була торған, һундар, күк тәрктәрҙең, уғыҙҙар һәм монгол-татарҙарҙың бөйөк империялары хакимлыҡ иткән заманалары булған. Үҙҙәрен бөтә донъя хакимы-йыһангирҙарҙан һанаған Уғыҙ хан, Атилла, Сыңғыҙ хан, Тимерлан (Тимур) кеүек бөйөк ҡағандары исеме, улар төҙөгән империялар тарихтарҙа бик ҙур урын алған. Әммә ләкин донъя тарихы яҙмаларының шундай сәйер бер хәсиәте бар, улар кемдәр тарафынан яҙыла йәки яҙҙырыла, шуға ҡарап үҙҙәренсә нарығы һәм баһаһы бирелә: үҙ дәүләттәре йәки империялары икән — фәҡәт ыңғай һәм юғары баһа, тарихты күпертеп маҡтау, дошман дәүләт йәки империя икән — тырышып-тырышып кире баһалау, шаштырып фашлау, һәр хәлдә, төрки халыҡтарының тарихы, дәүләттәре һәм бөйөк империялары Европа тарихсылары тарафынан бик күп заман нигеҙҙә шулай кире яҡтан нарыҡланып, күрәләтә кәмһетеп киленде. Бөгөн дә был күренеш бөткәне юҡ.

’’Дөйөм төрки тарихына инеш” китабында Ә.Вәлиди Туған, тарихи хәҡиҡәтте боҙоп күрһәткән бындай тенденциоз европаүҙәк ғилеме принциптарын кире ҡағып, төрки яулап алыуҙарына һәм улар төҙөгән дәүләттәргә ыңғай баһа бирә, тарихи хәҡиҡәтте объектив сағылдырырға тырыша.

Китаптың ’’Төркиҙәрҙең яулап алыуҙары һәм йәйе- леүҙәре” тип исемләнгән өсөнсө бүлегендә төркиҙәрҙең тарихтан алдағы борон-боронғонан алып XIV быуатҡаса булған яулауҙарына, дәүләттәренә яңыса ҡараш ташлана, уларҙың башлыса ыңғай, өлөшсә кире күренештәре ғилем бизмәненә һалына. Бының өсөн ғалим боронғо һәм урта быуат һуғыштарының һәм яулап алыуҙарҙың килеп сығыу тарихы, иҡтисади, хатта географик сәбәптәрен, экспансияның ҡуйылған маҡсаттарын, һөҙөмтәләрен асыҡлауға ҙур иғтибар бирә. Төркиҙәрҙең хәрбилек традицияларын күҙҙән кисерә. Яулап алыуҙарҙың Көнсығыштан Көнбайыш тарафтарына йүнәлешен, төрки һәм турайлыларҙың Көньяҡ Азияға таба йәйелеүен, Көнсығыш һәм Үҙәк Евро- паға үтеп инеүҙәрен, Алғы Азияға, Төньяҡ Африкаға тара- лыуҙарын яулы тарихи ағым рәүешендәрәк байҡай. Был ыңғайҙа автор яңыса тезистар, фараздар ҡуя, үҙ фекерҙәрен йөҙәрләгән тарихи факттар, мөһим мәғлүмәттәр менән нығыта.




Китаптың ’’Алғы Азияла яңы төрки ватанының ҡороло- уы” тигән дүртенсе бүлегендә иһә автор Төркиә тарихына килеп етә. Төркиә тарихы ла дөйөм төрки халыҡтары тарихының эҙлекле үҫеше, мөһим бер этабы рәүешендә бер контекста тикшерелә. Сәлжүктәрҙең Маверауннәһирҙән Хорасанға күсенеүҙәренә байҡау яһала; сәлжүктәр дәүерендә төркиҙәрҙең Әзербайжан һәм Анадолуға барып ултырыуҙары, сәлжүктәрҙең мәшһүр солтандары һәм династия ҡорған бейҙәре, дәүләтселектәре ентекле күҙәтелә.

Бишенсе бүлек иһә Ғосмания дәүләтенең барлыҡҡа ки- леүенә һәм уның XIV быуатҡаса тарихын яҡтыртыуға бағышланған. Бында Төркиәнең Алтын Урҙа дәүләте менән бәйләнештәренә, Тимер походтарына, Йылдырым Баязит, Морат, Мәһмәт солтан замандарына ҙур урын бирелә. Урта быуаттарҙа Төркиәлә әҙәби, мәҙәни тормоштоң торошо күҙҙән кисерелә. Ә.Вәлиди был бүлектә яңы төрки дәүләтенең нисек яйлап нығына барыуына, уның идара системаларына диҡҡәтен нығыраҡ туплай. Илһаниҙар дәүерендәге тәрәҡиәтте тулыраҡ сағылдыра.

Илһаниҙарҙан, мәҫәлән, Ғазан хандың мәғрифәтле хаким булып, уның тарих буйынса ғилеменә лә туҡталып китеүе фәһемле. ’’Ғазан хандың әмере буйынса бер төркөм белгестәр төркиҙәрҙең һәм монголдарҙың тарихын бөтә донъя тарихының айырылғыһыҙ бер өлөшө рәүешендә яҙғандар, — ти Ә.Вәлиди. — Ғазан хан үҙе лә тарихсы булған, иҡтисад, ауыл хужалығы, тәбиғәт ғилеме мәсьәләләре менән шөғөлләнгән”.

Йәки бына Әбү Сәид хан тураһында: ’’Бөйөк илһани- ҙарҙың һуңғыларынан Әбү Сәид хан сәнғәттең сәскә аты- уы өсөн бөтә шарттарҙы булдырҙы. Иң яҡшы сәнғәт әҫәрҙәре, иң зиннәтле мәсет һәм мәҙрәсә биналары, биҙәкләп эшләнгән китаптар уның заманында эшләнде. Атаһының исеме кеүек, был хандың исеме лә Әзербайжан һәм Анато- лу халҡының хәтерендә иң күркәм иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Әнүәри уның тураһында былай тип яҙған: ”Әбү Сәид солтан Олжайту солтандың фәнгә һәм изгелеккә мәрхәмәтле берҙән-бер улы ине, уның йомартлылығына заманында тиң зат булманы, етмеш ике ҡәүем-халык уның иҫән-һаулығы, мәрхәмәте өсөн даими доға ҡыла торғайнылар. Ә Әхмәди шағир былай тине: Әбү Сәид шаһ — бөйөк солтан. Уны Баһадир-хан тип атарҙар ине”.

Ә.Вәлиди Туған илһаниҙарҙың ҡыпсаҡ шаһзадәләренән береһе Нәуширванды Төркиәлә солтан итеп иғлан ҡылған

260


дарын хэбэр итә. ”1344—1355 йылдарҙа Нәүширван исеменән һуғылған тәңкәләр йөрөгән, 1356—1367 йылдарҙа Тебриздә, хатта Багдадта Йәнибәк хан исеменән һуғылған тәнкәләр табыла”, — тип яҙа автор.

Төрки дәүләттәре тарихына ҡарата Ә.Вәлиди Туған ’’Тәрктәр дәүләтенең формалашыу ысулдары һәм факторҙары, ул дәүләттәрҙең эске тәшкиләте тураһындағы фундаменталь проблемалар хәҙерге көндә лә аҙағынаса асыҡланып етмәгән әле”, — ти ҙә, инглиз тарихсыһы Леон Каэн- дың ’’төрки һәм монгол тарихы — Азияла бөйөк үҙгәрештәр, халыҡтарҙың тарихы ул” тигән фекеренә, академик


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   15   16   17   18   19   20   21   22   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет