Башҡорт энциклопедияһы



бет18/25
Дата20.06.2016
өлшемі2.43 Mb.
#148923
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   25

Иң яманы — тыуған иленән, туған-тумасаларынан, ғаиләһенән айырылыуға дусар ителеүе. Үлеменән ҡасып, иленән айырылған икән, ниңә уның язаһын ҡаза һәм яза итеп ата-әсәһенә, ҡатынына, иң яҡын арҡадаштарына күсерергә?

Ғаиләһен яңынан ҡороу, хәләл ефете Нәфисәһе менән ҡауышыр өсөн Әхмәтзәки Вәлиди Лениндың үҙенә, Ста- линға, Фрунзеға, кеше яҙмышын хәл итешер бүтән оло түрәләргә үтенес хаттары яҙып ҡараны, әллә күпме юллау хәстәрҙәрен күрҙе. Ленинға яҙған хатында: "һеҙгә тик бер генә үтенесем бар: йөклө булыу сәбәпле минең менән бергә Иран юлына сыға алмаған ҡатыным Нәфисәгә минең менән ҡайтанан ҡауышыу өсөн Германияға сығырға рөхсәтегеҙҙе һорар инем”, — тигәйне. Ләкин бер кемдән ләм-мин яуап булманы. Киреһенсә, Нәфисәһен Әхмәтзәки Вәлиди ҡатыны булғаны өсөн илендә рәхимһеҙ эҙәрләүҙәргә дусар ителеүен яҙа-йоҙа ишетеп ҡалғыланы.

Үҙенән бигерәк һөйгән Нәфисәһенең яҙмышы ауыр хәлгә төшөрөлөүгә өҙгөләнә ине ул. Германияла эшләгәндә, бер аҙ иркенлектәрҙән файҙаланып, Берлиндағы СССР илселеге аша, Финляндияға барғанда шулай уҡ илселек аша ҡатынын үҙ янына алдырырға юллап йөрөнө. Былары ла ыңғай һөҙөмтә бирмәне. Киреһенсә, уны, эмигрант татар дошмандары, үҙҙәренсә бороп, шпионлыҡта ғәйепләргә маташтылар. Быныһы яңы йөрәк яраларын һалды, аҡланыу хәстәрҙәрен тыуҙырҙы.

Нәфисәһе, иренә ниндәй яҙмыш тейһә лә, уртаҡлашыр ғүмерлек юлдашы ине бит. Күпме генә бәхетле айҙар, сәғәттәр кисереп ҡалдылар икән. Төркөстанға сыҡҡас та, берсә яҡшы, берсә ауыр сәфәр юлдары бергә булды, еңелен дә, ауырын да бергә үткәрҙеләр. Ни генә күрелмәһен, үҙҙәренсә бәхетле инеләр. Юлдары бүленде — бәхеттәре өҙөлдө.

Нәфисә башта Урта Азияның ҡалаларҙан алыҫыраҡ, аулағыраҡ ҡышлаҡтарҙа йәшәне, мөғәллимә булып эшлә

240




не. Ул Ырымбурҙа мөғәллимәләр мәктәбен тамамлағайны. Донъялар бер аҙ тыныслана төшкәс, 1925 йылда Өфөгә ҡайтты, шунда эшкә урынлашты. Шул осорҙа уға Әхмәт- зәкие менән хаттар алышырға ла бер аҙ мөмкинлек тыуған. Теләктәре бер генә — тиҙерәк бергә булыу. Нәфисә, үҙ сиратында, Мәскәү аша дуҫтары ярҙамында илселеккә хаттар яҙып, ире менән ҡауышыу тураһында оҙаҡ юллап йөрөнө. Колхозлашыу йылдары башланғас, Асҡарҙағы ата-әсәһен, туғандарын, йорт-ҡаралтыларын һалдырып алып, Себергә һөргөн ебәрҙеләр. Ул үҙе лә оҙаҡламай ата-әсәләре артынан Себергә китергә мәжбүр була. Кемерово әлкәһенең Прокопьевский ҡалаһында йәшәй. Күпме йылдар юллап та, ире Әхмәтзәки Вәлиди янына мәңге ебәрмәйәсәктәрен аңлағас, ситтә үҙҙәренең яҡташы Ташбулат ауылы кешеһе Рамазан менән ғаилә ҡорорға тура килә. Тыуған яҡтарын һағынып, бер нисә тапҡыр ҡунаҡҡа ҡайтып китәләр. Ләкин ”ата халыҡ дошманы” ҡатыны, һөргөн ебәрелгән бай хажи ҡыҙы тигән яманатлы атаҡ уны ғүмере буйы эҙәрлекләй, яҙмышын фажиғәле итә.

Нәфисәнең туғандары менән 1965 йылда күмәкләп төшкән бер фоторәсеме һаҡланған. Унан бик күп нужалар күргән, сырайын һағыш һарыған етди һәм матур йөҙлө ҡатын ҡарап тора. Шәхси ҡаза бер хәл. Ул яза булып бөтә нәҫел-нәсәпкә, халыҡтың аҫыл ил ҡыҙҙарына төшөрөлгәне яман. Башҡортостаны үҙаллылыҡ хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгәс, көрәште Төркөстанда дауам иткән, унан эмиграцияға сығып китергә мәжбүр булған Әхмәтзәки Вәлидиҙе дошмандары, илен ташлап ҡасты, үҙ башын һаҡлау хәстәрен генә күргән әҙәм булды, тип тә ғәйеп ташланылар. Әгәр ул, Мәскәүгә саҡырып алдырылғас, йәшерен рәүештә унан китмәһә, автономия өсөн көрәшеүселәрҙең иң беренсе ҡорбаны булырын бындай бәндәләр күрмәмешкә һалышты. Беҙ ул саҡта Әхмәтзәки Вәлиди йөҙөндә сәйәси һәм дәүләт эшмәкәрен генә түгел, киләһе бөтә донъяға билдәле бөйөк ғалимды ла юғалтыр инек.

Диктатураға ҡоролған большевизмға, уның коммунизм тураһындағы тәғлимәтенә ҡаршы көрәшкән, 1919-1920 йылдарҙа большевиктар менән уртаҡ тел табып булмаҫмы тигәндәй хеҙмәттәшлек иткән Ә.Вәлидиҙең бындай сәйәси һәм тактик саралары ла саф күңелдән ине.

Күренекле большевиктарҙан һәм улар менән дуҫ булған Н.Крестинский менән Е.Преображенскийға яҙған хатында Ә.Вәлиди был хаҡта былай ти:

241


’’Гәрсә социализм һәм милли үҙбилдәләнеш тәғлимәттәрен үҙ-ара килештереү һәм бөйөк милләттәрҙең аҙ һанлы халыҡтар өҫтөнән (формаһы ғына үҙгәргән) хакимлығы аҫтында социализмдың тормошҡа ашырыла алыу-алмауы хаҡындағы фекерҙәребеҙ ныҡ айырылһа ла, намыҫлы булып ҡалырға тырышҡан бер инсан сифатында һеҙҙең ике- геҙ һәм ҡайһы бер башҡа коммунистар менән дуҫтарса мөнәсәбәт итеүем саф күңелдән булды. Советтарға, коммунизмға ҡаршы көрәш юлына баҫып, мин һеҙҙе алдаманым. Алдағандарын — Сталин кеүек мине алдаған дәүләт эшмәкәрҙәре. Эскерле, ике йөҙлө диктаторҙың кеше яҙмышы һәм ихтыяры менән намыҫһыҙ уйнауы хаҡында иҫкәртеүсе ҡайһы бер иптәштәр бар, улар партия эсендә ҡот осҡос террор баш күтәрәсәге хаҡында асыҡ һөйләй. Бер көн һеҙҙең дә баштарығыҙ осмаһын тип ҡурҡам. Мин башымды ҡасан киҫерҙәр тип ултырманым. Үлһәм дә, асыҡ һуғышта үлермен”.

1920 йылдың 12 сентябрендә Рәсәйҙән Төркөстанға китерҙән алда яҙылған хат был.

Ә.Вәлиди Сталин кеүек диктаторҙар тарафынан ҡасан да булһа террор башланасағын ҡалай алдан тоя, белә алған. Шул хаҡта фекерҙәштәрен, арҡадаштарын иҫкәрткән. Үҙе: ” Мин башымды ҡасан киҫерҙәр тип көтөп ултырманым. Үлһәм дә, асыҡ һуғышта үлермен”, — ти.

Үҙ балаларын ашар Сатурн шикелле, большевистик террор 1937—1938 йылдарҙа революция яһаған, социализм төҙөү эшенә ихлас тотонған коммунист лидерҙарҙы масса күләмендә террор юлы менән баштарына етмәнеме ни? Германияла йәшәгәндә бындай ҡот осҡос фажиғәләрҙе ишетеп, арҡадаштарының шулай һәләк булыуын белеп, Ә.Вәлидиҙең йөрәктәре әҙ өҙгөләнгәндер тиһегеҙме ни.

Үҙе лә сит илдәрҙә, май эсендәге бөйөрҙәй, рәхәт йәшәп ятмай бит. Яҙмышы елдәре уны, ҡамғаҡ кеүегерәк, һаман илдән-илгә һөрөп йөрөтә. Нисәмә йылдар һаман төпләнеп йәшәр үҙ йорто, ғаиләһе юҡ. Ғүмере ярым илгиҙәр хәлендә. Шул көйө әле ул нисек университеттар тамамларға, докторлыҡ диссетарцияһы яҙырға, юғары уҡыу йорттарында сит телдәрҙә лекциялар уҡырға, иң мөһиме, ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” ише китабын немецса, ”Би- руниса донъя картинаһы” кеүек фундаменталь хеҙмәтен инглизсә яҙырға нисек форсатын һәм мөмкинлектәрен таба. Нисек дәрт һәм дарман тыуа! ’’Бируниса донъя карти

242




наһы” тикшеренеүҙәрендә ул, йәнә Европа шәреҡселәрен ғәжәпкә ҡалдырып, боронғо сығанаҡтарҙы шул хәтле тәфсилле тасуирлап, боронғо донъяны үҙенсә ғилми асыш үрнәген бирә. Был хеҙмәте хаҡында Герберт Янски шулай яҙа: ’’Георг Сартон әйтеүенсә, ул бөйөк ислам ғалимы текстарының бер өлөшөн киң фәнни йәмәғәтселеккә еткеле итте, бик күп ғалимдарға ғилми-тикшеренеү эштәре алып барырға мөмкинлек асты. һуңғы йыдарҙа Туған бындай масштаблы хеҙмәттәрҙе, мәҡәлә һәм тикшеренеүҙәрҙе даими баҫтыра килә. Күп йылдар буйы тормошоноң ауырлығына, көнкүрешендәге уңайһыҙлыҡтарға, төрлө ҡыҫым һәм йәберләүҙәргә ҡарамаҫтан, был кешенең фәнгә шундай бирелгәнлек һәм фиҙакәрлек менән эшләүенә ғәжәпһенмәй тулы характерлау мөмкинме ни? Быны шундай хәлдәрҙе үҙе күпмелер кисергән ғалим ғына аңлай алалыр”.

Германияла фашизмдың власҡа килеүе, бик ныҡ ҡо- ралланыуы һәм төрлө дәүләттәргә һуғыш менән яҫҡыныуы был илдә йәшәү һәм эшләүҙең хәүефлелеген һәм тотороҡло түгеллеген Ә.Вәлиди алдан тоя ине инде.

Ҡалай ғына ҡыйын һәм ҡыйырһытҡандай күренмәһен, Төркиә, төрки донъя Туғанға туған һәм ҡәҙерлерәк ине, әлбиттә. 1938 йылдың көҙөндә Ата Төрөк Кемал Паша вафат булғас, Төркиәгә ҡайтырға юл асылғандай итте. Ундағы дәүләт, ғилми йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәр, яңы төрөк президентының ыңғай ҡарашы уның файҙаһына ине.

1939 йылдың майында Ә.Вәлиди Туған Төркиә мәғариф министры исеменә рәсми хат яҙа. Тарихи һәм ғилми әһәмиәткә эйә булған был хаттың тулы көйө башҡортса тексын килтерәйек:

Төрөк Йөмһүриәтенең мәғариф министрына.

Мөхтәрәм министр бей!

Ете йыл элек Анкарала үткән Тарих конгресындағы инцидент арҡаһында мин, Истанбул университетында төрки тарихын уҡытыуымды ҡалдырып, Австрияға киттем. Вена университетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлағас, өс йыл Урта Азия һәм ислам буйынса лекциялар уҡыным. Үткән йылдан алып ошо уҡ фәндәрҙән арҙаҡлы профессор вазифаһында Гёттинген университетында уҡытыуымды дауам итәм.

Әммә ваҡыттар үтеү менән, тормош үҙгәрә. Милли ғилемдең роле арта барыу менән, сит илдә сит мәҙәниәткә хеҙмәт иткән кеше үҙ эштәренең яҙмышы хаҡында борсола башлай. Мин уҡыу дәүерендә лә, тарихи документтарҙы

243




мосолман һәм Европа илдәрендә өйрәнгән йылдарҙа ла төрөк ғилеменең уңыштары өсөн бар көсөмдө биреп эшләнем. Утыҙ йылға яҡын эшләүем һөҙөмтәһендә төрк мәҙәниәте тарихы хаҡында күп хеҙмәттәр яҙҙым. Төрөк халҡы уҡыһын, балалар өйрәнә алһын тип, мин уларҙы төрөк телендә баҫтырып сығарҙым. Фәндә эшләргә ынтылыуымдың берҙән-бер маҡсаты шул: төрөк милләтенә, айырыуса уның бөйөк һәм боронғо мәҙәниәтен өйрәнеүгә, файҙам тейеү. Шуға һеҙҙән үтенесем дә шул: мине Төркиәлә, атап әйткәндә Анкарала, миңә ярашлы вазифа биреүегеҙ һәм үҫеп килгән йәш быуын менән эшләргә рөхсәт итеүегеҙ.

Зәки Вәлиди Туған.

Гёттинген, 1939, 1 май.

Ҡушымта: өс диплом күсермәләре.

Йәйге каникулдар бөтөп, яңы уҡыу йылы башланыу- ғаса, 1939 йылдың 1 сентябренән Әхмәтзәки Вәлиди Туған Истанбул университетының әҙәбиәт факультетында төрки халыҡтар тарихынан профессор итеп тәғәйенләнә.

Шул 1 сентябрҙә, Германия Польшаға һуғыш иғлан иткән һәм, ғөмүмән, икенсе донъя һуғышы башланған көндә, Германиянан Төркиәгә ҡайтырға сыға.

ЯҢЫНАН ТӨРКИӘЛӘ



Шулай Әхмәтзәки Вәлиди Туған 1939 йылдың көҙөндә, Истанбул университетының профессоры булып, төрк тарихы буйынса лекциялар уҡырға башлай. Был уның яратҡан эшенә, фәнгә бөтөнләйгә ҡайтыуы һәм Төркиәлә ныҡлап төпләнеүе лә ине. Әкиәттәгесә, үгәй баланың өйөнән ситкә быраҡтырып ташланып та, кире байығып ҡайтып төшкәне шикелле, Зәки бейҙең, ҡыйырһытылып ситкә китеп уҡып, тулы хоҡуҡлы доктор һәм иң абруйлы ғалим булып, дуҫтарын һәм дошмандарын да берсә аптыратып, төп төрки ил- йортҡа ғүмерлеккә әйләнеп ҡайтыуы ине был.

Юғары хакимиәт тарафынан саҡырып ҡайтарылғас, хөсөт оппоненттары ла шымып ҡалғандай итте. Ә Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙе бер нигә ҡарамай тәғәйен кафедрала уҡытыу һәм ғилем эшенә сумды. Уға хәҙер бар ҡапҡалар, бар мөмкинлектәр асыҡ кеүек ине. Бығаса төрлөсә сәскәндәрен урып йыйырға форсаты килде. Ҡасандан бирле әҙер ятҡан ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” әҫәрен юғары даирә дуҫтары ярҙамында Ҡаһирәлә тиҙ арала

244




китап итеп баҫтырып сығарта алды. ’’Төрки тарихына мәд- хәл” инеш хеҙмәтенең бер өлөшө баҫма күрҙе. ’’Бируниҙың донъя картинаһы” һиндостанда инглизсә донъяға сыкты. ’’Ислам энциклопедияһы” томлыҡтарын әҙерләшеү һәм мөһим өлөштәрен яҙыу эшенә тотондо. Әле Ғәлишир На- уаиҙың әҫәрҙәрен, үҙенең яҙмаларын нәшриәткә әҙерләүҙәр менән мәшғүл.

Шәхси бәхет ҡапҡалары асылып тора. Күпме йылдар юллап та, Нәфисәһен үҙ янына алдыра, тәүге ғаиләһен яңынан ҡора алмағас, яңыһын ҡорорға ваҡыттыр. Әхмәтзәки Вәлиди Истанбул университетында тарихтан докторлыҡ диссертацияһы яҙып йөрөгән нуғай ҡыҙы Нәзмиә менән таныша һәм уға ғашиҡ була. Нәзмиә — Әхмәтзәки Вәлидигә таныш румын нуғайлыһы Ғүмәр Унгар ағаның ҡыҙы. Ул Бухарест университетын тамамлаған һәм докторлыҡ диссертацияһын яҙыр һәм яҡлар өсөн Төркиәгә килгән. Әхмәтзәки Вәлиди кеүек ата тарихсыны осратыу һәм уның ҡанаты аҫтына инеү — үҙе ҙур бәхет. Аҫыл ҡоштар ҡулға тиҙ керә. Йәш айырмалары ҙур булһа ла, улар һөйөшөп ҡауышалар, матур ғаилә ҡоралар. 1940 йылдың 12 апрелендә туйҙары була. Нәзмиә ханым Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ғүмерлек хәләл ефетенә һәм фәндә иң яҡын ярҙамсыһына әүерелә. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙы Иҫәнбикәһе хәҙер, атаһы шикелле тарихсы ғалимә, фән докторы, профессор. Улы Сүбедәй шулай уҡ фән докторы, иҡтисад ғилеме белгесе, атаҡлы эшҡыуар.

Шулай Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың илле йәшенә еткәндә Төркиәлә, ниһайәт, тамам төпләнеп төп ғилем эше менән шөғөлләнергә тотоноуы, үҙенә йорт алып, ғаилә ко- роуы бығаса ил-көн тип дауҙар һәм яуҙар кисеүенә, күпме ыҙа-яфалар күреп, ил-ерҙәр гиҙеүенә, бар тормош, йәшәү ҡыҫынҡылыҡтарына сик ҡуйыр кеүек. Шулай бәхет тулы ғүмеренә, иң емешле йылдарына бар юлдар асылғандай хәҙер.

һәр йәһәттән яйы килеп тора: Төркиәлә генә түгел, бөтә донъя күләмендә шәрҡиәт ғилемендә абруйы йылдан- йыл күтәрелә бара. Әхмәтзәки бей Вәлиди Туғандың исеме менән ҙур ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре лә иҫәпләшәләр, уны бөйөк ғалим һәм фекер эйәһе тип таныйҙар.

Германияла ҙур хөрмәт ҡаҙанған Зәки бейҙе Төркиәнең дәүләт һәм хәрби назариәт әһелдәре Төркиә-Германия халыҡ-ара мөнәсәбәттәрен нығытыуҙа ла файҙаланырға ты

245




рышалар. Әхмәтзәки Вәлиди икенсе донъя һуғышы йылдарында бер нисә тапҡыр Германияға барып ҡайта, дәүләт йомоштарын үтәй, әсир төшкән Рәсәй һалдаттары, яҡташтары менән осраша. Ләкин, Маҡсуди кеүек, Советтар Союзына ҡаршы легиондар ойоштороу һәм Урал-Иҙел штаттары төҙөү ише эштәр менән шөғөлләнмәй, мәғлүм бер дипломатик һәм фәнни маҡсаттар менән йөрөй. Ул әүәлгесә, большевиктарҙың сәйәсәтен инҡар иткәне шикелле, немец фашистарының расистик теорияһын һәм ил-халыҡтарҙы баҫып алыу сәйәсәтен дә ҡабул итә алмай. Берлинға ба- рыуҙарының береһендә фашистик режимдың тиҙҙән емере- леүен һәм Германияның һуғышта еңелерен яҡшы тоя. Германия дипломатияһының Әхмәтзәки Вәлидигә шикләнеп ҡарауы һәм уға тентеү яһауҙары ла һис осраҡлы түгел ине.

Оҙаҡламай, Ә.Вәлиди фекерен раҫлағандай, Германия- СССР фронтында ла һынылыш барлыҡҡа килә. 1943 йылда Курск дуғаһында, немец ғәскәрҙәренең төп удар көстәре ҡыйратылып, рейх ҡояшы байыуға таба тәгәрәй. Быға бәйле рәүештә, Төркиәнең сәйәси ориентацияһы үҙгәрә, ул нейтралитет сәйәсәтенә күсә. Бының шауҡымы Ә.Вәлидигә лә килеп ҡағыла.

Бая ғына Төркиә хөкүмәтенә яҡын булып, уның сәйәсәтен яҡлаған шәхестәр, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди ҙә, Советтар Союзына ҡаршы пропагандала ғәйепләнеп, эҙәрлекләнә башламаһындармы. Дәүләт күләмендәге дуҫты дошман һанау ҙа әллә ни түгел, имеш, дәүләт башлыҡтарына. Төркиәнең Ә.Вәлидигә кисә генә дуҫтарса ҡараған президенты Исмәт Инәню һәм уның дәүләт әһелдәре илдең бойондороҡһоҙлоғо һәм ҡеүәте өсөн тырышҡан төрөк милләтселәре менән бергә Зәки бейҙе лә бөгөн килеп дошманға сығаралар. Йәнәһе, ундайҙар Совет хөкүмәтенә ҡаршы көрәш алып барғандар. Ошондай һылтауҙар табып һәм яңыса дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырып, Төркиә хөкүмәте Советтар Союзы менән дуҫ булып күренергә тырыша. Күп кенә төрөк илһөйәрҙәре төрмәләргә ябыла. Әхмәтзәки Вәлидигә лә ’’Төркиәлә туранизм идеяларын яҡлағаны һәм советтарға ҡаршы ҡараштары өсөн” ғәйептәр ташланып, 1944 йылдың 15 майында ҡулға алына һәм төрмәгә ултыртыла.

Бер уйлағанда, бик сәйер был донъяның сәйәсәт тигәндәре. Төрлө яҡҡа теләгәнсә һуҙһаң да, һуҙылыр, ни әйтһәң дә, дөрөҫ төҫлө күренер сәйәсәттән дә яманы юк-

246




тыр. Теләһәләр дуҫты — дошман, дошманды дуҫ ҡылып иғлан итәләр, ғәйепһеҙҙе ғәйепләйҙәр, ғәйеплене аҡлайҙар, тегеләй ҙә, былай ҙа түкмәстерәләр, төрлө сәйәси нәмә әүәләйҙәр.

Ҡасан ғына әле Зәки бейҙе, Төркиәлә, төрки халыҡтарын тарҡатыуҙа, сепаратизмда ғәйепләп, Көнбайыш Евро- паға сығып китергә мәжбүр итһәләр, әле килеп, киреһенсә, төрки халыҡтарҙы берләштерергә тырышыуҙа ғәйеп табалар, пантөркист тигән исем тағалар. Рәсәй төркиҙәренең азатлыҡ көрәшендә катнашыуын, илдәр, халыҡтар иркен яклауын хуп күрмәйҙәр. Ғәжәп итерлек бындай бы- нағайыштарға! Сәйәсәт хаҡына әҙәм баштары менән уйнайҙар. Күрәһең, бер ни тормай бындай сәйәсмәндәргә кеше ғүмерҙәре, кеше яҙмышкайҙары.

Төркиәлә Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға бына килеп бәхет кояшы асылды ғына тигәндә, ул ҡояш шулай ҡапыл төрмә камераһы менән бүленә. Ғәҙәттән тыш суд, ’’дәүләт түңкәрелеше яһарға тырышыу” тигән статьяға һылтанып, ун йылға хөкөм ҡарары ла сығарып ҡуя. Бына һиңә ’’бәхет ҡояшы”!

Төрмәлә шундай мәкерлектәргә лә баралар: Ә.Вәлидиҙе бер саҡ, ҡул тамғаңдың өлгөһө кәрәк тип, көсләп тигәндәй ап-аҡ ҡағыҙ битенә ҡул тамғаһын һалырға мәжбүр итәләр. Һуңынан ошо ҡул тамғалы ҡағыҙ битенә үҙ-үҙен фашлаған тексты баҫтырыу менән ҡурҡыталар. Ике-өс көн ашатмайынса ас тоталар, бүтән ыҙа-яфалар күрһәтәләр. Уны физик, рухи яҡтан ҡаҡшатырға булашалар. Тотҡондарҙы йыуындырмай, өҫтәрен алыштырмай, бетләтеп ыҙалаталар. Бер көн Әхмәтзәки тотҡон стеналарҙа үрмәләп йөрөгән беттәрҙе стенаға ҡуша һытып сыға. Стенала кеше ҡанына буялып бөткән, һытылған 318 бет урынын һанайҙар. Төрмә түрәләре, быны күреп, стенаны аҡҡа буярға, тотҡондарҙың хәлен санитар яҡтан бер аҙ арыулатырға мәжбүр булалар.

Тынғыһыҙ йән Әхмәтзәки төрмәлә лә, әлбиттә, тьтнып ятмай, ваҡытын интегеп бушҡа үткәрмәй: китаптар уҡый, күберәк хәтеренә таянып, ғилем менән шөғөлләнә. ’’Төрки тарихына инеш” хеҙмәтенең байтаҡ өлөшөн ул төрмә камераһында яҙа.

Әлдә әле хөкөм эшендә лә, бәхеткә күрә, ғәҙелһеҙлектәргә ҡарағанда ғәҙеллек, мәкерлеләргә ҡарағанда миһырбанлы хөкөмдарҙар хөкөм һөрә. Төркиәнең хәрби трибуналы Әхмәтзәки Вәлидигә ҡарата сығарылған хаҡһыҙ ҡаты

247




хөкөмдө торараҡ юҡҡа сығара һәм эште гражданлыҡ суды ҡарамағына тапшыра.

Ун биш ай төрмәлә ултырғандан һуң, 1945 йылдың октябрендә Ә.Вәлиди иреккә сығарыла.

Хөкүмәт ғалимды нисек тә яла яғып хөкөм иттерергә тырышыуға ҡарамаҫтан, гражданлыҡ суды Зәки бей Вәлидиҙең сәйәси эшмәкәрлегендә ғәйеп ташларлыҡ инкрими- наль енәйәт эҙҙәрен тапмай һәм 1947 йылдың 31 мартында уны тулыһынса аҡлай. Хөкөм ҡарарында уның революция йылдарында Рәсәйҙәге ижтимағи һәм дәүләт эшмәкәрлеге, Төркиәгә килгәндән һуңғы сәйәси-ижтимағи эштәре ыңғай яҡтан баһалана. Ғилми хеҙмәттәре юғары нарыҡлана. Ҡарарҙы иғлан иткәндән һуң, суд рәйесе, Зәки бей алдында ғәфү үтенгәндәй итеп, ’’ялған ғәйепләүҙәр, ялалар арҡаһында өс йыл ғүмерҙе зая иткәнбеҙ”, — тип үкенес белдерә. (Тунжер Байкара. Заки Валиди Тоган. Уфа, 1998, 41—42-се биттәр).

Рәсми рәүештә суд тарафынан аҡланһа ла, яла яғыуҙарҙың эҙҙәре, төрмәлә ултырыуҙың эҙемтәләре тиҙ генә юйылмай әле. Йәмәғәт донъяһындағы шикле ҡараштар, йөрәк яралары, рухи ыҙалар, матди мохтажлыҡтар оҙаҡ ҡына эҙәрләп килә Ә.Вәлидиҙе һәм уның ғаиләһен. Төрмәнән ҡотолғас та, уны бер кем дә эшкә алырға атлығып тормай, дуҫ-иштәренең дә һүҙе бигүк үтеп бармай. Хәҙер шулай эш урынһыҙ интегә ул. Йәмғиәт үҙен ситләтә.

Ғаиләһенә төрмәлә ултырғанда бик ауырға тура килә. Ваҡ ҡына ике балаһы менән Нәзмиәһе бик йонсой. Ғаилә аҡсаһыҙ ярым ас хәлендә йәшәй. Бер нисә яҡын дуҫтарының әҙ-мәҙ ярҙамы арҡаһында ғына йән аҫрайҙар.

Эштән, йәмғиәттән ситләтеүҙәренә биш йыл тулып килә бит инде. һаман барып баш төртөр ерҙәре, батыр күлдәре юҡ. Әҙәм балаһы матди һәм рухи иҙеүҙе күтәрһә күтәрә икән. Ә Әхмәтзәки ниндәй генә хәлдәрҙә лә ҡойолоп төшөр зат түгел. Төрмәнән сыҡҡас, мәҡәлә яҙып булһа ла көн итергә, ғаиләһен ҡарарға тырыша. Төрмәлә яҙып бөткән ’’Төрки тарихына инеш” хеҙмәтен китап итеп баҫтырып, бер аҙ гонорар ала, күпмелер тамаҡтары туйып, өҫтәре бөтәйеп ҡала.

Әхмәтзәки Вәлиди кеүек сәйәси эмигранттарҙың яҙмышы донъяла халыҡ-ара сәйәсәттең торошона һәм үҙгәрешенә ныҡ бәйләнгәйне шул ул заман.

248




Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң бер килке һалҡын һуғыш елдәре иҫте, сәйәсәт икенсе яҡҡа ауышты. Сәйәси ҡыҫалар һәм ҡыҫымдар бер аҙ бушай төштө. Әхмәтзәки Вәлиди Туған да күпмелер иркен тын ала биреп ҡалды. Уға күпме көткән уй-ниәтен ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирҙеләр: 1948 йылдың 27 июленән элекке эшенә кире ҡайтырға — Истанбул университетында профессор вазифаһын биләргә, төрк тарихынан уҡытырға рөхсәт ителде. Һуңыраҡ хөкүмәт ағзаһы, мәғариф министры булып үҙенең элекке шәкерте Тәхсим Бангоглу ултырғас, кафедрала был фәндә йөҙөп эшләргә тулы форсат тыуыуын нығыраҡ тойҙо. Изгелеккә изгелек, остаздарға хөрмәт йәшәй икән әле илдәрҙә.

1949 йыл Төркиә йөмһүриәтенең тыуыуына 25 йыл ине. Был дата Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың Төркиәлә килә-ҡай- та йәшәүенә лә бер сама бит. Йөмһүриәттең йәше — уның эмиграциялағы ғүмер йәше.

’’Төрки тарихына инеш”

Төркиәгә ҡайтҡас, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың хәле ҡырҡынсы йылдар уртаһында шаҡтай ҡатмарланып һәм ауырлашып китһә лә, уның фән өлкәһендәге әүҙем эше туҡталманы тиерлек. Тормошо һәм педагогик эше көй- ләнеп алған 1940—1943 йылдар уның өсөн айырыуса емешле булды. ’’Төрки тарихына инеш” тигән ҙур хеҙмәтен тамамланы, ’’Ислам энциклопедияһы” редакцияһында ең һыҙғанып эшләне, уға утыҙлап ҙур һәм бик тос ғилми-энциклопедик мәҡәләләр әҙерләне. Хатта төрмәлә камера шарттарында ла фәнни шөғөлөн дауам итте.

Был осорҙа уның төрк тарихы буйынса эшмәкәрлеге тағы киңерәк ҡолас йәйҙе. Ул ғилми-тикшеренеүҙәренең тематик һәм хронологик киңлеккә ынтылышы теоретик, проблематик һәм методологик тәрәнлек менән берегә ба- рыуында асыҡ күренде. Шуның иң яҡшы үрнәктәре ’’Төрки тарихына инеш” менән ’’Тарихта ысул” исемле фундаменталь хеҙмәттәре ине.

’’Төрк иле” йәки ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” серияһын ул әлеге хеҙмәттәре менән ялғап икенсе серия итеп асып ебәрҙе. ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” (1981) китабы аҙағындағы белешмәлә ул серия шу- лайырак күҙ алдына баҫа:

249


’’Тарихи тикшеренеүҙәре.

Был сериянан хәҙергә ҡәҙәр баҫылғандар:

Беренсе хеҙмәт (sayi). Тарих методологияһы.

Икенсе хеҙмәт. Дөйөм төрки тарихына инеш, 1-се киҫәк. Истанбул, 1946, 650 бит.

Өсөнсө хеҙмәт. Төрк илдәренең тарихи географияһы. 3-сө киҫәк.

Дүртенсе хеҙмәт. Ҡараханлылар тарихы.

Бишенсе хеҙмәт. Төркөстандың XIII—XVI быуаттар тарихы (Сығатайҙар. Тимер һәм улдары), 2-се киҫәк.”

Күренеүенсә, был серия ла, тәүгеһе кеүек үк, бик киң уйланылған. Уның ҡайһы бер хеҙмәттәре генә, яҙылып бөтөп, Ә.Вәлиди Туғандың үҙе иҫән сағында донъя күргән (’’Дөйөм төрки тарихына инеш”, ’’Тарихта ысул”), ә башҡалары ҡулъяҙма көйөнсә йә иһә яҙылып бөтмәйенсә ҡалған. Серияла тарихи, теоретик һәм методологик, тари- хи-географик хеҙмәттәрҙең бер бөтөндө тәшкил иткәнлеге асыҡ сағыла.

’’Дөйөм төрки тарихына инеш” башта ике томдан торорға тейешле була. Уның беренсе томы ғына баҫылып сыға.

Булаһы китабының төп фекерҙәрен Ә.Вәлиди, Истанбул университетының дөйөм төрки тарихы кафедраһы уҡытыусыһы итеп тәғәйенләнгәс, 1927/1928 уҡыу йылында лекцияларында киң ҡуллана. Лекцияларҙың бер өлөшө 1928 йылда дәрескә ҡулланма рәүешендә ташҡа баҫыла. ”1939 йылда икенсе тапҡыр был кафедраны биләгәс, телгә алынған курстарҙы дауам иттем, — тип яҙа үҙе әлеге хеҙмәтенең ”Баш һүҙ’’ендә. — Был юлы дәрестәрҙең конспекты ’’Дөйөм төрки тарихына мәдхәл” һәм ’’Тарихта ысул” исеме аҫтында баҫтырыла башланы. 1941 йылда быларҙың тәүгеһе ете табаҡ, икенсеһе ике табаҡ күләмендә (уларға өҫтәп, тарихи географияға арналған карта ла) баҫылып сыҡты. Хәҙер иһә ул дәрестәрҙе ’’Дөйөм төрки тарихына инеш” һәм ’’Тарихта метод ғилеме” исемдәре аҫтында ’’Тарихи тикшеренеүҙәр” серияһының айырым томдары сифатында нәшер итә башлаясаҡмын”.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   25




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет