بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
أَلْهَاكُمُ التَّكَاثُرُ .1 حَتَّى زُرْتُمُ الْمَقَابِرَ .2 كَلَّا سَوْفَ تَعْلَمُونَ .3 ثُمَّ كَلَّا سَوْفَ تَعْلَمُونَ .4 كَلَّا لَوْ تَعْلَمُونَ عِلْمَ الْيَقِينِ .5 لَتَرَوُنَّ الْجَحِيمَ .6 ثُمَّ لَتَرَوُنَّهَا عَيْنَ الْيَقِينِ .7 ثُمَّ لَتُسْأَلُنَّ يَوْمَئِذٍ عَنِ النَّعِيمِ .8
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Әлһәәкүмүт-тәкәәҫүр. 2.Хәттәә зүртүмүл-мәҡаабир. 3.Кәлләә сәүфә тәғләмүүн. 4.Ҫүммә кәлләә сәүфә тәғләмүүн. 5.Кәлләә ләү тәғләмүүнә ғилмәл-йәҡыин. 6.Ләтәравүннәл-джәхиим. 7.Ҫүммә ләтәравүннәһәә ғәйнәл-йәҡыин. 8.Ҫүммә ләтүс'әлүннә йәүмә'иҙин ғәнин-нәғиим.
Тәфсире.
(Тәкәҫүр сүрәһе 8 аяттан тора. Мәккәлә һәм
Мәҙинәлә ингән, тип һанаусылар ҙа бар. «Тәкәҫүр»— байлыҡ йыйыуҙа ярышыу, малым күп, тип артыҡ ғорурланыу мәғәнәһендәге һүҙ.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Байлыҡ туплау, (ҡатындар, балалар күплеге
менән) маҡтанышыу һәүәҫлеге һеҙҙе (2) гүр эйәһе булғанға саҡлы ысҡындырмаҫ. (3) Ләкин һеҙ оҙаҡламай (бының гонаһ икәнен) аңларһығыҙ. (4) Юҡ, һеҙ уны тиҙҙән аңларһығыҙ. (5) Һаҡ булығыҙ, әгәр ҙә һеҙ алда нимә буласағын белһә инегеҙ, (ярамаған был ғәмәлдәрегеҙҙән баш тартыр инегеҙ). (6) Һис шикһеҙ, һеҙ йәһәннәмде күрерһегеҙ. (7) Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ. (8) Унан һуң, әлбиттә, байлығығыҙ (донъяла кеше талап, аҙғынлыҡта нисек рәхәт йәшәгәнегеҙ)
тураһында һораласаҡ.
Ғаср сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
وَالْعَصْرِ .1 إِنَّ الْإِنسَانَ لَفِي خُسْرٍ .2 إِلَّا الَّذِينَ
آمَنُوا وَعَمِلُوا الصَّالِحَاتِ وَتَوَاصَوْا بِالْحَقِّوَتَوَاصَوْا بِالصَّبْرِ .3
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Үәл-ғаср. 2.Иннәл-инңсәәнә ләфии хуср. 3.Илләлләҙиинә әәмәнүү үә ғәмилүүс-саалихәәти үә тәүәәсау билхәҡҡи үә тәүәәсау бис-сабр.
Тәфсире.
(Ғаср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Ғаср»
— йөҙ йыллыҡ, быуат, ғөмүмән, замана, ваҡыт, осор, дәүер мәғәнәләрен үҙ эсенә ала.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1.Ғасырҙар исеме менән ант итәм: (2) кеше һәр ваҡыт уңышһыҙлыҡҡа осрай. (3) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар ғына, бер-берҙәренә Хәҡиҡәтте иҫбат иткәндәр, түҙеп, сабыр иткәндәр улай булмаҫ
Һүмәзәһ сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
وَيْلٌ لِّكُلِّ هُمَزَةٍ لُّمَزَةٍ .1 الَّذِي جَمَعَ مَالاً وَعَدَّدَهُ .2
يَحْسَبُ أَنَّ مَالَهُ أَخْلَدَهُ .3 كَلَّا لَيُنبَذَنَّ فِي الْحُطَمَةِ .4 وَمَا أَدْرَاكَ مَا الْحُطَمَةُ .5 نَارُ اللَّهِ الْمُوقَدَةُ .6 الَّتِي تَطَّلِعُ عَلَى الْأَفْئِدَةِ .7 إِنَّهَا عَلَيْهِم مُّؤْصَدَةٌ .8 فِي عَمَدٍ مُّمَدَّدَةٍ .9
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Үәйлүл-ликүлли һүмәзәтил-лүмәзәһ. 2.Әлләҙии джәмәғә мәәләү-үәғәддәдәһ. 3.Йәхсәбү әннә мәәләһүү әхләдәһ. 4. Кәлләә ләйүмбәҙәннә фил-хүтамәһ. 5.Үә мәә әдраакә мәл-хүтамәһ. 6.Нәәруллааһил-мүүҡадәһ. 7.Әлләтии тәтталиғү ғәләл-әф'идәһ. 8.Иннәһәә ғәләйһим мү’садәһ. 9.Фии ғәмәдим-мүмәддәдәһ.
Тәфсире.
(Һүмәзә сүрәһе 9 аяттан тора. Мәккәлә ингән, «һүмәзә» — ғәйбәт, нахаҡ һүҙ, кеше артынан һөйләнгән хурлау һүҙе, кеше араһында яман һүҙ йөрөтөү.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән
(башлайым).
1. Әсе ҡәһәр төшһөн кеше артынан яман һүҙ йөрөтөүселәргә, (2) байлыҡ туплап, уны ҡат-ҡат һанап торған һарандарға, (3) байлығым-малым мине мәңге йәшәтер, тип уйлағанға. (4) Юҡ, ул кеше Хутәмәгә (йәһәннәмгә) ташлатыласаҡ.
(5) (Эй, Мөхәммәд) Хутәмәнең нимә икәнлеген һиңә кем аңлатып бирер? (6) Аллаһ яндырған хәтәр тамуҡ булыр ул Хугәмә. (7) Йөрәктәрҙе яндырыусы хәтәр уттыр ул Хутәмә. (8) Ул тамуҡ бар яҡлап томаланған булыр. (9) Көмбәҙҙәре оҙон утлы терәүҙәр менән терәтелгән булыр.
Фил сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
أَلَمْ تَرَ كَيْفَ فَعَلَ رَبُّكَ بِأَصْحَابِ الْفِيلِ .1 أَلَمْ يَجْعَلْ كَيْدَهُمْ فِي تَضْلِيلٍ .2 وَأَرْسَلَ عَلَيْهِمْ طَيْراً أَبَابِيلَ .3 تَرْمِيهِم بِحِجَارَةٍ مِّن سِجِّيلٍ .4 فَجَعَلَهُمْ كَعَصْفٍ مَأْكُولٍ .5
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Ә ләм тәра кәйфә фәғәлә Раббүкә би'асхәәбил-фиил. 2.Ә ләм йәджғәл кәйдәһүм фии тадлиил. 3.Үә әрсәлә ғәләйһим тайран әбәәбиил. 4.Тәрмииһим бихиджәәратим-минң сиджжиил. 5.Фәджәғәләһүм кәғасфим-мә’күүл.
Тәфсире.
(Фил сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбәне емерер өсөн күтәрелгән Әбрәхә ғәскәрендә һуғыш филдәре лә була. Филле ғәскәр ташлы ямғырҙан һәләк була.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Раббыңдың фил хужаларын нимә эшләткәнен күрмәнеңме ни? (2) Аллаһ уларҙың мәкерле теләктәрен юҡҡа сығарманымы ни? (3) Аллаһ уларҙың өҫтөнә төркөм-төркөм Әбәбил ҡоштарын ебәрҙе. (4) Улар өҫтөнә ҡыҙған утлы таштар яуҙырҙы. 5. Һуңынан Ул уларҙы орлоғо һығып алынған һалам кеүек теткәләп бөтөрҙө.
(Әбәбил — яр ҡарлуғасы, керәшә. Әбрәхә ғәскәренең ҡалдыҡтарын радиоуглерод һәм химия ҡулланып тикшергәндән һуң, был ғәскәрҙең ни сәбәпле тулайым ҡырылғанын асыҡланылар. Ғәскәрҙәгеләрҙең ҡырылыуына сәсәк муры сәбәпсе булған икән 4—5 нсе аяттарҙы шунан сығып, шәрехләргә кәрәк. Йәғни, ғәскәргә сәсәк ауырыуы йоҡтороусы ҡоштар өйөрө һөжүм иткән. X. Чантай тәфсирендә лә ундай кинәйә бар.)
Ҡурайиш сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
لِإِيلَافِ قُرَيْشٍ .1 إِيلَافِهِمْ رِحْلَةَ الشِّتَاء
وَ الصَّيْفِ .2 فَلْيَعْبُدُوا رَبَّ هَذَا الْبَيْتِ .3 الَّذِي أَطْعَمَهُم مِّن جُوعٍ وَ آمَنَهُم مِّنْ خَوْفٍ .4
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Ли'ииләәфи ҡураииииш. 2.Ииләәфиһим рихләтәш-шитәәәә'и үәс-саииииф. 3.Фәлйәғбүдүү Раббә һәәҙәл-бәиииит. 4.Әлләҙии атғәмәһүм
минң джүүғиү-үә әәмәнәһүм мин хаууууф.
Тәфсире.
(Ҡурайш сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбә әтрафында йәшәгән күп һанлы ҡәүем — Ҡурайш ҡәбиләһе ине.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән
(башлайым).
1. Ҡурайш халҡының берҙәмлеген, (2) ҡышҡы һәм йәйге (сауҙа) сәфәрҙәренең уңышлы булыуын тәьмин иткән, (3) ошо Кәғбәтулланың Раббыһына ғибәҙәт ҡылһындар. (4) Ул уларҙы ас үлемдән ҡотҡарып, тамаҡтарын туйҙырып, ҡурҡыныстан һаҡлап, уларға именлек бирҙе.
Мәәғүүн сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
أَرَأَيْتَ الَّذِي يُكَذِّبُ بِالدِّينِ .1 فَذَلِكَ الَّذِي يَدُعُّ
الْيَتِيمَ .2 وَلَا يَحُضُّ عَلَى طَعَامِ الْمِسْكِينِ .3 فَوَيْلٌ لِّلْمُصَلِّينَ .4 الَّذِينَ هُمْ عَن صَلَاتِهِمْ سَاهُونَ .5 الَّذِينَ هُمْ يُرَاؤُونَ .6 وَيَمْنَعُونَ الْمَاعُونَ .7
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Ә ра'әйтәлләҙии йүкәҙҙибү биддиин.
2. Фәҙәәликәлләҙии йәдүғғүл-йәтиим. 3.Үә ләә йәхудду ғәләә тағәәмил-мискиин. 4.Фәүәйлүл-лил-мүсаллиин. 5.Әлләҙиинә һүм ғәнң саләәтиһим сәәһүүн. 6.Әлләҙиинә һум йураааа’уун. 7.Үә йәмнәғүүнәл-мәәғүүн.
Тәфсире.
(Мәғүн сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғүн» — саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреү. Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Динде ялғанға һанаған кешене һин күрҙеңме? (2) Шул кеше йәтимде янынан ҡыуыр. (3) Ас кешенең тамағын туйҙырмаҫ (йомарттарҙы хупламаҫ). (4) Уларҙың намаҙ уҡыуы — гонаһ йыйыу ғына. (5) Уларҙың намаҙы ихлас һәм етди түгел. (6) Улар намаҙҙы кеше күрһен өсөн генә, риялыҡ менән уҡый. (7) Улар хәйер биреүҙән баш тарталар.
Кәүҫәр сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
إِنَّا أَعْطَيْنَاكَ الْكَوْثَرَ .1 فَصَلِّ لِرَبِّكَ وَانْحَرْ .2 إِنَّ
شَانِئَكَ هُوَ الْأَبْتَرُ .3
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Иннәә әғтайнәәкәл-кәүҫәр. 2. Фәсалли лираббикә үәнхәр. 3.Иннәә шәәәәни'әкә һүүәл-әб(е)тәр.
Тәфсире.
(Кәүҫәр сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәүҫәр» — төкәнмәҫ байлыҡ, тигән һүҙ. Йәннәттәге мәңгелек шишмәнең исеме лә — Кәүҫәр.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Хаҡтыр, Беҙ һиңә Кәүҫәрҙе (күп байлыҡ) бирҙек. (2) Шулай булғас, һин Раббың ризалығына намаҙ уҡы. Ҡорбан сал. (3) Һиңә (“Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм нәҫеле әбөтәр булды, ҡороно” тип) хөсөтлөк тотоусоларҙың үҙҙәренең нәҫеле ҡорор. Дөрөҫө шул!
Кәфируун сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
قُلْ يَا أَيُّهَا الْكَافِرُونَ .1 لَا أَعْبُدُ مَا تَعْبُدُونَ .2 وَلَا أَنتُمْ عَابِدُونَ مَا أَعْبُدُ .3 وَلَا أَنَا عَابِدٌ مَّا عَبَدتُّمْ .4
وَلَا أَنتُمْ عَابِدُونَ مَا أَعْبُدُ .5 لَكُمْ دِينُكُمْ وَلِيَ دِينِ .6
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Ҡуль йәә әййүһәл-кәәфируун. 2.Ләә әғбүдү мәә тәғбүдүүн. 3.Үә ләә әнңтүм ғәәбидүүнә мәә әғбүд. 4.Үә ләә әнәә ғәәбидүм-мәә ғәбәдтүм. 5.Үә ләә әнңтүм ғәәбидүүнә мәә әғбүд. 6.Ләкүм диинүкүм үә лийә диин.
Тәфсире.
(Кәфирүн сүрәһе 6 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәфирүн» — кәферҙәр.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Әйт һин: “Эй, кәферҙәр, — тип. (2) Мин һеҙ
табынғандарға табынмам. (3) Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (4) Һеҙ табынғандарға мин дә табынмам. (5) Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (6) Һеҙгә—үҙ динегеҙ, миңә — үҙ динем!”.
Наср сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
إِذَا جَاء نَصْرُ اللَّهِ و َالْفَتْحُ .1 وَرَأَيْتَ النَّاسَ
يَدْخُلُونَ فِي دِينِ اللَّهِ أَفْوَاجاً .2 فَسَبِّحْ بِحَمْدِ رَبِّكَ وَاسْتَغْفِرْهُ إِنَّهُ كَانَ تَوَّاباً .3
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Иҙәә жәәәә'ә насруллааһи үәл-фәтх. 2.Үә ра'әйтән-нәәсә йәдхулүүнә фии диинилләәһи әфүәәжәә. 3.Фәсәббих бихәмди Раббикә үәстәғфирһү иннәһүү кәәнә тәүүәәбәә.
Тәфсире.
(Наср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Наср» — ярҙам. Пәйғәмбәребеҙ (ғ.с.) был сүрәне йыш уҡый торған булған.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Аллаһтан ярҙам килеп, еңеүгә ирешһәгеҙ, (2) кешеләр төркөм — төркөм булып, Аллаһтың диненә күсәсәк. (3) Тик, Раббыңды маҡтап, тәсбих әйт. Унан ярлыҡау һора. Шик юҡ, Аллаһ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе
Мәсәд сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
تَبَّتْ يَدَا أَبِي لَهَبٍ وَتَبَّ .1 مَا أَغْنَى عَنْهُ مَالُهُ
وَمَا كَسَبَ .2 سَيَصْلَى نَاراً ذَاتَ لَهَبٍ .3 وَامْرَأَتُهُ حَمَّالَةَ الْحَطَبِ .4 فِي جِيدِهَا حَبْلٌ مِّن مَّسَدٍ .5
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Тәббәт йәдәә әбии ләһәбиү-үәтәбб(е). 2.Мәә әғнәә ғәнһү мәәлүһүү үә мәә кәсәб(е). 3.Сәйасләә нәәранң ҙәәтә ләһәб(е). 4.Үәмра'әтүһүү хәммәәләтәл-хәтаб(е). 5.Фии джиидиһәә хәблүм-мим-мәсәд(е).
Тәфсире.
(Мәсәд сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Был сүрәнең башҡа исемдәре лә бар: Тәббәт, Ләхәб.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Әбү Ләхәбтең ике ҡулы ҡороһон! Үҙен дә ләғнәт һәләк итһен! (2) Кәсеп итеп йыйған малы ла, байлығы ла уға ярҙам итмәне. (3) Ул ялҡынлы утта янасаҡ; (4) ҡатыны ла, утын күтәргән килеш. (5) Ҡатынының муйынында хөрмә мунсалаһынан ишелгән бау булыр.
(Әбү Ләхәб менән уның ҡатыны Умми Жәмәл кешеләрҙе Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһис-сәлләм)гә ҡаршы өҙлөкһөҙ рәүештә ҡотортоп, динебеҙгә зыян килтергән кәферҙәрҙер. Кешеләр араһына дошманлыҡ уты яғып йөрөгәненә күрә, сүрәлә Умми Жәмәл усаҡ яғыр өсөн муйыны-елкәһе арҡылы утын бәйләме күтәреп йөрөүсегә тиңләштерелә. М. Ғәли иһә, «утын күтәреүсе «яман һүҙ йөрөтөүсе» тип аңлата.)
Ихлас сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
قُلْ هُوَ اللَّهُ أَحَدٌ .1 اللَّهُ الصَّمَدُ .2 لَمْ يَلِدْ و
َلَمْ يُولَدْ .3 وَلَمْ يَكُن لَّهُ كُفُواً أَحَدٌ .4
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Ҡуль һүүәллааһу әхәд(е). 2.Аллааһус-самәд(е).
3.Ләм йәлид(е) үә ләм йүүләд(е). 4.Үә ләм йәкүл-ләһүү күфүүән әхәд(е).
Тәфсире.
(Ихлас сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккә менән, Мәҙинәлә ингән һанала. «Ихлас» һүҙе «берҙәмлек» йәки «пакланыу» тип тә тәржемә ителә.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Әйт һин эй, Мөхәммәд:
- Аллаһ - берәү генә! (2) - Аллаһу-Самәд - мәңге (йәшәй). (3) Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да. (4) Аллаһҡа тиңдәш юҡ.
Фәләҡ сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيمِِ
قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ الْفَلَقِ .1 مِن شَرِّ مَا خَلَقَ .2 وَمِن شَرِّ غَاسِقٍ إِذَا وَقَبَ .3 وَمِن شَرِّ النَّفَّاثَاتِ فِي الْعُقَدِ .4 وَمِن شَرِّ حَاسِدٍ إِذَا حَسَدَ
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ(е). 2. Минң шәрри мәә халәҡ(е). 3.Үә минң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб(е). 4.Үә минң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүҡәд(е). 5.Үә минң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд(е).
Тәфсире.
(Фәләҡ сүрәһе 5 аяттан тора. «Фәләҡ» — таң атыу тигән һүҙ.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1. Әйт һин уларға эй, Мөхәммәд (ғ.с.): “Таңдың Раббыһы — Аллаһҡа һыйынам, — тип. (2) Яралтылғандарҙың мәкеренән, (3) дөм ҡараңғы төндәрҙәге мәкерҙән, (4) ырым төйөндәрен өшкөрөүсе им-томсоларҙың (боҙоусыларҙың) мәкеренән, (5) көнсөл кешенең хөсөтлөгөнән Аллаһҡа һыйынам.”
Нәс сүрәһе.
بِسْمِ اللهِ الرَّحْمنِ الرَّحِيم
قُلْ أَعُوذُ بِرَبِّ النَّاسِ .1 مَلِكِ النَّاسِ .2 إِلَهِ النَّاسِ .3 مِن شَرِّ الْوَسْوَاسِ الْخَنَّاسِ .4 الَّذِي يُوَسْوِسُ فِي صُدُورِ النَّاسِ .5 مِنَ الْجِنَّةِ وَ النَّاسِ .6
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1.Ҡуль әғүүҙү бираббин-нәәс. 2.Мәликин-нәәс. 3.Иләәһин-нәәс. 4.Минң шәррил-үәсүәәсил-ханнәәс. 5.Әлләҙии йүүәсүисү фии судүүрин-нәәс. 6.Минәл-джиннәти үән-нәәс.
Тәфсире.
(Нәс сүрәһе 6 аяттан тора. «Нәс» — инсандар, кешеләр, тигән һүҙ.)
Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым).
1.Әйт һин эй, Мөхәммәд: “Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам, — тип. (2) — Кешеләрҙең Аллаһына, (3) кешеләрҙең Хөкөмдарына, (4) шайтандың мәкерле ҡотортоуынан, (5) кешеләрҙең күңеленә үәсүәсә һалыусы шайтандан, (6) (ул яманлыҡҡа ҡотортоусы) ен тоҡомонан булһа ла, кешеләрҙән булһа ла (Аллаһҡа һыйынам).”
Бисмилләһир-рахмәнир- рахим.
Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ!
“Дәғүәт” нәшриәте һеҙгә сығарған китаптарҙы тәҡдим итә. Әгәр хаталар китһә Аллаһтан ғәфү үтенәбеҙ һәм һеҙҙең аңлауығыҙҙы өмөт итәбеҙ. Кемдәр халҡыбыҙ өсөн китаптар тәржемә итеп динебеҙҙе таратырға теләһә беҙҙең менән бәйләнешкә керһен. Китаптар нәшер итеү ниәте булған тәржемәсе-мосолмандарға үҙебеҙҙең ярҙамыбыҙ булыр. Телефондарыбыҙ: 8-903-311-80-53, 8-905-350-58-13, Ишембайҙа (34794) 7-80-31; 7-42-23. Шулай уҡ интернеттан бәйләнешкә керергә була: ilchat@mail.ru Ильшат хәҙрәт Хафизи
Һеҙгә китаптарыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ.
башҡорт телендә:
-
Ҡөрьән кәрим тәфсире
-
Башҡорт мосолман календаре
-
Гонаһтарҙан ҡотҡарыусы доғалар. Тәүбә шарттары
-
Доға ҡылыу тәртибе
-
Имам ағҙам Әбү Хәнифә
-
Исламда әхләҡ
-
Ислам дине
-
Исми ағҙам доғаһы
-
Йәсин сүрәһе
-
Көн дә кәрәкле доғалар
-
Күҙ тейеүҙән дауалаусы сүрәләр үә аяттар
-
Ҡөрьән аяттарының фәзыйләттәре
-
Мөстәжәб доғаһы
-
Мөнәжәттәр
-
Мәңгелек йортҡа таба
-
Намаҙ китабы (рәсемдәр менән)
-
Сихырҙан һаҡланыу һәм күрәҙәселек
-
Тәрбиәле бала
-
Тәсбих тартыу сауаптары
-
Һәфтиәктәге сүрәләр үә аяттар
-
Шәйех Нәүәиҙең 40 хәҙисе
-
Шоферҙарҙы юл ғазаптарынан һаҡлаусы доғалар
Рус телендә:
-
О вознаграждении за садака
-
Послушание родителей
-
Лечение болезней маслом черного тмина
-
Пост
-
Снятие колдовства
Татар телендә:
-
Ялган сөйләүдән тыю
-
Азан һәм камәтнең фәзыйләте
-
Жомга намазының фәзыйләте
-
Женаза тәртибе
32. Ислам дине йолалары Һәм башҡалар...
Достарыңызбен бөлісу: |