Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет3/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   48

153. Ий, иман килтергән әҙәмдәр, сабыр-түҙем булып, на­маҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ (түҙем) сабыр кешеләр менән бергә.

154. Аллаһ юлында (Жиһадта) үлтерелгәндәргә «мәйеттәр» тип әйтмәгеҙ. Ысынлыҡта улар тереҙер. Ләкин һеҙ быны аңламай­һығыҙ ғына.

155. Һәр хәлдә һеҙҙе бер аҙ ҡурҡытып, аслыҡта тотоп, мал­дарығыҙҙы әҙәйтеп, ниғмәтегеҙҙе кәметеп, яҡындарығыҙҙың йәнен алып һынайбыҙ. Түҙем булғандарҙан (Аллаһтың әжере була, тип) һөйөнсө ал.

156. Сыҙам булғандар, баштарына берәй бәлә килһә:

— Беҙ — Аллаһтың бәндәләре, Аллаһ хозурына барасаҡ­быҙ, — тип әйтәләр. (157) Улар Аллаһтың рәхмәтенә һәм Уның ярлыҡауына лайыҡтыр. Тура юлды тапҡандар ҙа шулар булыр.



158. Шик юҡ, Сафа менән Мәрүә тауҙары Аллаһтың ғәләмәттәреҙер (ғибәҙәт өсөн тәғәйенләнгән урын). Кем (Хаж маҡсаты менән) Кәғбәтулланы зыярат итеп, (уның тирәләй) тауаф ҡылһа, уларҙың гөнаһаһы булмаҫ. Үҙ иреге менән, ихластан изгелек ҡылған кешенең ғәмәлдәрен Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡабул итер һәм әжерен бирер. Ул барыһын да белеп тора.

(«Сафа менән Мәрүә — Кәғбәтулланың Көнсығыш тарафындағы ике ҡалҡыулыҡ. хәҙрәти Һәжәр (Ибраһим ғәләйһис-сәлләмдең ҡатыны) Исмәғил өсөн һыу эҙләп йөрөгәндә, ошо ҡалҡыулыҡтар араһын ете тапҡыр әйләнә. Бөгөн хаж ҡылыусылар, Кәғбәтулланы зыярат итеүселәр, тауафсылар Сафа менән Мәрүә ҡалҡыулыҡтарына ла баралар. Әлеге аятта ике тау араһында йөрөнөүҙең гөнаһаһы юҡ, тип әйтелә. Жәһәләт ваҡытын­да был ике тау түбәһенә лә берәр бот ҡуйылған була. Был һындарҙы юҡҡа сығарған булһалар ҙа, ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә шик ҡала, йәнәһе, ул тауҙарға барыу — шул боттарға табыныу була. Аят ана шул шикте юҡҡа сығара». Ғәли Өзөк тәфсиренән.)

159. Беҙ индергән асыҡ аяттарҙы, китапта тәфсилләп күрһәткән тура юлды йәшереүселәрҙе һәм Аллаһ, һәм бөтөн ләғнәтләүселәр — ҡәһәрләр. (160) Йәшәү рәүештәрен үҙгәртеп, йәшергән дөрөҫлөктө бөтөн халыҡҡа сығарһалар һәм тәүбә итһәләр генә, уларҙың тәүбәләрен ҡабул итербеҙ. Беҙ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе һәм ярлыҡаусы. (161) Аяттарыбыҙҙы инҡар итеп, кәфер булып үлгәндәр тураһында, улар Аллаһтың, фәрештәләрҙең һәм бөтөн иманлы халыҡтың ләғнәтенә дусар. (162) Улар мәңгегә ләғнәт эсендә ҡалыр. Уларҙың ғазаптары кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ. Уларға мәрхәмәтле ҡараш та булмаҫ.

163. Илаһегеҙ бары тик бер Аллаһтыр. Унан башҡа Илаһ юҡ. Ул мәрхәмәтле, рәхимле.

164. Шик юҡ, күктәрҙең, Ерҙең яралтылыуында, төн менән көндөң бер-береһен алыштырыуында, кешеләргә файҙалы йөктәр төйәгән кәмәләрҙең диңгеҙҙәрҙе ярып йөҙөүендә, Аллаһ Күктән индереп, йәнһеҙ тупраҡты йәнләндергән ямғырҙа, Ер йөҙөндә һәр төрлө йән эйәһен булдырыуҙа, ел­дәрҙе һәм Ер менән Күк араһында йөҙөп йөрөүсө, Аллаһтың һәр әмеренә буйһоноусы болоттар тураһында фекер йөрөтөүсе халыҡ өсөн (Аллаһтың барлығын, берлеген) раҫлай торған бай­таҡ дәлилдәр бар.

165. Ҡайһы бер халыҡ Аллаһтан башҡа илаһ уйлап сығара ла, Аллаһты яратҡан кеүек, шул уйҙырманы ярата башлай. Исламға килгәндәрҙең Аллаһҡа булған мөхәббәттәре иһә уларҙыҡына ҡарағанда күп тапҡырға артыҡ. Әгәр ул кәфер залимдар үҙҙәренә тейешле ғазаптың ниндәй икәнен белһәләр, бөтөн ҡөҙрәттең Аллаһтан икәнен һәм Аллаһ биргән язаның ниндәй дәһшәтле икәнен аңлаған булырҙар ине. (166) Бына шул ваҡиғаны иәмәт көнөндәге язаларҙы) күреп, үҙҙәренә эйәреп килеүселәрҙән (уларҙың ҡотортоуы менән кәфер булғандарҙан) ҡасырҙар; ашығып үҙ эйәрсендәренән йыраҡ­лашырҙар; улар (эйәртеүсеһе лә, эйәреүсеһе лә) яза күрер һәм уларҙың араһы өҙөлөр. (167) Ямандарға эйәргәндәр шуны әйтер:

— Аһ, фани донъяға тағын кире әйләнеп ҡайтһаҡ, бөгөн улар (яманлыҡҡа ҡотортоусылар) беҙҙе ташлап ҡасҡандары кеүек, беҙ ҙә уларҙан ҡасыр инек.

Шулай итеп, Аллаһ уларға донъяла ҡылған яман эштәре арҡаһында ҡайғы-хәсрәткә ҡаласаҡтарын күрһәтә һәм улар инде уттан ҡаса алмаҫ.

168. Әй, инсандар, Ер йөҙөндә булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хәләл һәм саф-таҙаларын ғына ашағыҙ. Шайтан ар­тынан эйәрмәгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ. (169) Ул һеҙҙе бары тик яманлыҡҡа, Аллаһ хаҡында ерәнгес, ялған нәмәләр тураһында һөйләргә ҡоторта.

170. (Кәферҙәргә):

— Аллаһтан ингән (Ҡөръән)гә генә эйәрегеҙ, —тип әйткәс, улар:



— Юҡ, беҙ аталарыбыҙ ниндәй юлдан йөрөгән булһа, шул юлды тотасаҡбыҙ, — тинеләр. Аталары бер нимә лә аңламайынса­, дөрөҫ юлды тапмаған булһалар? (171) Аллаһҡа ышанма­ған кәферҙәрҙең хәле, саҡырып ҡысҡырған тауышты ишетеп тә, һис бер нәмә аңламаған хайуандыҡы кеүек. Уларҙың (кәферҙәрҙең) күңел күҙҙәре һуҡыр, улар телһеҙ кеүек. Шуға күрә, уларҙың башы уйлар дәрәжәлә түгел.

172. Ий, иман килтергән әҙәмдәр, үҙегеҙгә бирелгән ри­зыҡтарҙың саф-таҙа, хәләл булғандарын ғына ашағыҙ. Бары тик Аллаһҡа ғына инанаһығыҙ икән, Аллаһҡа ғына шөкөр итегеҙ. (173) Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап һуйылған итте харам ҡыл­ды. Ләкин мәжбүр хәлдә ҡалһа, саманан тыш булмағанда, әҙ миҡдарҙа ашаһа, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлеҙер.

174. Аллаһ индергән китаптағы хәҡиҡәтте (йәһүдтәр, христиандар) йәшерҙеләр һәм уны юҡ ҡына бәйәгә (донъя ма­лына) һатып көн күрә башланылар. (Шул аҡсаға һатып алынған ризыҡтар менән ҡарындарын тултыралар), эстәренә ризыҡ түгел, ут тултыралар улар. Ҡиәмәт еткәс, Аллаһ улар менән һөйләшеп тормаҫ, уларҙы ярлыҡамаҫ. Уларҙы шунда йәнде көйҙөрөүсө яза көтөп тора.

175. Улар тура юлды ялған юлға алмаштылар. Ярлыҡаныу урынына улар ғазап юлын һатып алдылар. Утта яныуға улар нисек итеп түҙерҙәр икән?

176. Аллаһтың Китабы Хәҡиҡәт булараҡ индерелде. Ул Китап тураһында шикле бәхәстәр ойоштороусылар, әлбиттә, (Хаҡтан) айырылып, йыраҡлаштылар. Ғазаптар уларға шуның өсөн бирелер.

177. Йөҙөгөҙҙө Көнсығыш йәки Көнбайышҡа табан ҡаратыу ғына (ғибәҙәт ҡылыу ғына) изгелек ҡылыу түгел. Ысын изгелек ул — кешенең ҡылған яҡшы ғәмәлдәреҙер: Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә, фәрештәләргә, китаптарға, пәйғәмбәрҙәргә инаныу; яҡындарға, йәтимдәргә, ярлыларға, юлда ҡалғандарға (аҙашҡандарға), һораныусыларға һәм ҡолдарға (әсирҙәргә) ҡәҙер­ле малыңдан өлөш сығарыу, намаҙ ҡылыу, зәкәт биреү. Антың­ды тороу, ауыр замандарҙа, ҡайғы-хәсрәт һәм һуғыш ваҡыттарында сабыр итеү, түҙем булыу. Ысын мосолман кешеһенең сифаты шуларҙан тора. Мөттәҡийҙар (Аллаһтың яза­һынан ҡурҡҡан мөьминдәр) бары тик шундайҙар ғына була ала.

178. (Ий, мөьминдәр) үлтерелгән кеше өсөн һеҙгә үс ҡайта­рыу фарыз ителде. Ирекле кеше өсөн — ирекле, ҡол өсөн — ҡол, ҡатын өсөн — ҡатын лтерелергә тейеш). Ләкин үлтереүсенең ғәйебе мәрхүмдең ҡәрҙәше (ғәйләһе) тарафынан ғәфү ителһә, ғөрөф-ғәҙәт буйынса, үлтереүсе шул нәҫелгә изгелек ҡылһын. Алда әйтелгәндәр, Аллаһтан индерелгән еңеллек (ғәҙел хөкөм) һәм рәхмәттер. Кем дә булһа бынан һуң ошо сиктәрҙе боҙа ҡалһа, уға хәтәр яза бирелер.

179. Ий, аҡыл эйәләре, үлтергән кешене үлтереүҙә һеҙҙең өсөн йәшәү көсө бар. Ҡасастан (үлтереүсегә биреләсәк язанан) ҡурҡып, бәлки һеҙ шундай енәйәттәр ҡылмаҫһығыҙ?

180. Берәйегеҙгә әжәл яҡынлаша ҡалһа, уның малы ҡала торған булһа, ата-әсәһенә, яҡындарына ғәҙел рәүештә өлөш сығарылырға һәм ғөрөф-ғәҙәт буйынса васыят ителергә тейешлеге Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн бер бу­рыстыр. (181) Васыятты ишеткәс һәм ҡабул иткәндән һуң, был васыятты үҙгәрткән кешеләр гөнаһлы булыр. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. (182) Васыятты ҡабул итеүсе вәриҫ васыят шәриғәткә хилафлыҡ менән йәки ғәҙелһеҙлек менән яҙҙырылған тип шикләнһә, ике яҡ менән килешеп, васыятты хәҡиҡәткә туры килтереп үҙгәртә ала, ул гөнаһлы булмаҫ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм дә кисереүсеҙер.

183. Ий, иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп-киткәндәргә фарыз ителгәне кеүек, ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды. Бәлки һеҙ (был фарыздарҙы үтәп) ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ?

184. Ураҙа һанаулы көндәрҙә генә тотолор. Берәйегеҙ сирле булһа йәки сәфәрҙә йөрөһә (ураҙа тотмаҫ), һуңынан то­толмаған көндәре өсөн ураҙа тотор. (Ҡартлыҡ зәғифлеген­дәге кеше йәки сәләмәтләнеренә өмөт ҡалмаған сирле кеше ура­ҙа тотмаҫ) ураҙа тоторға көсө етмәгәндәр (мәтди мөмкин­лектәре булһа) бер фәҡирҙе (утыҙ көн) туйҙырырлыҡ фидийә бирергә тейеш. Шулар өҫтөнә кеше үҙ ихтыяры менән хәйер-саҙаҡа бирһә, үҙе өсөн бик тә хәйерле булыр. Белеп тороғоҙ, ураҙа тотоу һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк.

185. Рамаҙан айы кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, ялғандан хәҡиҡәтте айыра торған дәлилдәр менән Ҡөръән индерелә башлаған айҙыр. Шуға күрә, ошо айға килеп ирешкәндәр ураҙа тотһон. Сирле булғандар йәки сәфәрҙәгеләр (тотолма­ған көндәрен һунынан) башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ теләмәй. Һанаулы (ураҙа) көндәрен тамам итеп, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн, Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ.

186. Бәндәләрем Минең турала һораштырһалар, әйт: Мин (һәр кешегә) бик яҡын торам. Хаҡтыр, миңә доға ҡылғандарҙың теләктәренә яуап бирәм. Улар ҙа тура юл менән барыр өсөн Мине ишетһендәр, Миңә ышанһындар. Бәлки улар тура юлды табыр!

187. Ураҙа төнөндә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға һеҙгә хәләл ҡылынды. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ кеүек, һеҙ ҙә уларға юрған (бөркәүес) кеүектер. Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә үҙегеҙ хыянат иткәнегеҙҙе белде. Тәүбәгеҙҙе ҡабул итеп, һеҙҙе ярлыҡаны. Инде ҡатындарығыҙға яҡынлашығыҙ һәм Аллаһ рөхсәт иткәндәрҙе эшләгеҙ. Иртәнге яҡта (аҡ епте ҡара ептән айыра алғансыға) Таң нуры ҡараңғылыҡтан айырыла башлағансыға (йәғни Ҡояш сығырға сәғәт ярым ҡала) ҡәҙәр ашағыҙ, эсегеҙ, көнө буйы ураҙа тотоп, аҡшамда ауыҙ асығыҙ. Мәсеттәрҙә (иттиҡаф ваҡытында, йәғни Рамаҙан айының һуң­ғы ун көнөндә) ғибәҙәт ҡылған ваҡытта ҡатындарығыҙ менән берләшмәгеҙ. Былар Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктәрҙер. Һаҡ булығыҙ, уларға яҡынлашмағыҙ. Ошо рәүештә Аллаһ аяттарын һеҙгә аңлата. Бәлки (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланырһығ­ыҙ?

(«Ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәте бында шундай матур итеп һүрәтләнгән. Беренсенән, енси теләк, бер енестең икенсеһенә тартылыуы аслыҡ, һыуһау кеүек хистәр-теләктәр менән рәттән ҡуйыла. Был хис-теләктәр тәбиғәт тарафынан бирелгән. Әҙәм балаһы тәндең был ихтыяждарын үтәмәйенсә йәшәй алмай, ашамайынса-эсмәйенсә тора алмаған кеүек, енси ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндереү мәжбүрендә «Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ кеүек, һеҙ ҙә уларҙы ҡорған (бөркәүес) кеүектер тигән менән беҙгә ир-ҡатын мөнәсәбәттәре тәбиғи теләкте үтәүҙән тыш, тағын да бер бөйөк мәғәнә тураһында һөйләнә. Ир менән ҡатын бер-береһенә кейем рәүешендә хеҙмәт итә, йәғни кейем тәнде эҫенән-һыуыҡтан һаҡлай, ир-ҡатын да бер-береһен һаҡлай, йыуата, бер-береһен тулыландыра, биҙәй, береһенең етешмәгән яғын икенсеһе камилаштыра».

(Мәүләнә Ғәли тәфсиренән )



188. Бер-берегеҙҙең малын ғәҙелһеҙлек менән тартып алып ашамағыҙ. Кешенең малын өлөшсә генә булһа ла махсус тар­тып алыр өсөн, хөкөмдарҙарға ришүәт бирмәгеҙ. Был — гөнаһ. Гәрсә, һеҙ быны беләһегеҙ.

189. (Ий, Мөхәммәд) һинән (йыл эсендәге) айҙар тураһында һорарҙар. Һин әйт:

- Айҙар кешеләргә хаж ваҡытын билгеләр өсөн, — тип.

Изгелек ул — өй артынан кереп йөрөү түгел.

Изгелек ул — гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланыу. Өйҙәрегеҙгә ишектән кереп йөрөгөҙ. Аллаһтың ғазабынан ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда һеҙ (ҡотолошҡа) мораҙығыҙға ирешерһегеҙ.



(«Элек ғәрәптәр: хаж ваҡытында ишектән йөрөргә ярамай, тип өйҙәренең артҡы тарафынан тишек асып, өйҙәренә шунан кереп-сығып йөрөй торған булғандар. Аллаһ кешеләрҙе был мәшәҡәттән ҡотҡарыр өсөн, ошо аятты индерә».

(Ғәли Өзәк тәфсиренән.)



190. Ий, мөьминдәр, Аллаһ юлында һуғышыусылар менән бергә (һеҙгә һөжүм иткәндәргә ҡаршы) һуғышығыҙ, ләкин үҙе­геҙ һөжүм итмәгеҙ. Аллаһ һөжүм иткәндәрҙе бер ҙә яратмай.

191. (Үҙҙәре һуғыш башлаған) кәферҙәрҙе ҡайһы ерҙә ос­ратһағыҙ, шунда үлтерегеҙ; һеҙҙе ҡыуып сығарған ерҙәрҙән уларҙы ла ҡыуығыҙ. Фетнәлек кеше үлтереүҙән дә яманыраҡ.

Мәсеттә улар һеҙгә ташланмаһа, һеҙ ҙә һөжүм итмәгеҙ; улар һеҙгә ҡаршы һуғышһа, һеҙ уларҙы үлтерегеҙ. Кәферҙәр өсөн яза шул булыр. (192) Улар һуғыштан баш тартһа, Аллаһ уларҙы ғәфү итер, уларға рәхмәтле булыр.



193. Фетнә тулыһынса юҡ ителгәнгә ҡәҙәр, бары тик Аллаһ дине (Ислам) ғына тороп ҡалғансыға саҡлы һуғы­шығыҙ. Фетнәнән ваз кисеп, һуғыштан туктаһалар, уларға дошманлыҡ һәм уларҙы ҡыҫрыҡлау булмаясаҡ. Залимдарҙан башҡа.

194. Харам ай урынына - харам ай, харамға ҡаршы харам: кем һеҙгә яуызлыҡ ҡылһа, һеҙ ҙә уларға ҡылған яуыз­лыҡтары ҡәҙәр яуызлыҡ ҡылығыҙ. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ: Аллаһ гөнаһ-харамдан ҡурҡҡандар менән бергә булыр.

(«Һижрәттең алтынсы йылында ғибәҙәт ҡылырға тип, Мәккә шәһәренә килгән мосолмандарҙы кәферҙәр Харам мәсетенә кертмәнеләр. Был эш һуғыштар тыйылған, йәғни һуғыш харам ителгән Зөлҡәғидә айында булды. Һуғышырға харам ителгән айҙа кәферҙәр мосолмандарға ҡаршы һуғыш астылар. Һуғыш туҡталғас, Мәккә ҡалаһында ике арала килешеү төҙөлдө. Икенсе йылда харам айында Харам мәсетендә кәферҙәр түгел, мосолмандар баш буласаҡ, тип әйтел­де. Икенсе йылда, ысындан да, мосолмандар Харам мәсетендә ғи­бәҙәт ҡылдылар. Шулай итеп, харам айҙа ҡаршы харам ай ғәмәлгә кереп ҡалды». (Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

195. Аллаһ юлында тейешле малдарығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән үҙегеҙҙе ҡурҡыныс язаға ташламағыҙ. Һәр ғәмәлегеҙҙә изгелек менән эш итегеҙ. Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.

196. Хажды һәм нәфел хаж (ҡорбан салмайынса ғына хаж ҡылыу) йолаларын Аллаһ риза булырлыҡ итеп үтәгеҙ. Әгәр был эштәр һеҙгә ҡыйынға тура килһә, ҡулығыҙҙағы ҡор­банлыҡты биреп ебәрегеҙ. Ҡорбан тейешле урынға барып етмәйенсә, сәсегеҙҙе ҡырҙырмағыҙ. Берәйегеҙ сирле булһа йәки башҡа берәй төрлө рәхәтһеҙлеге булһа (хажға барып етә алмаһа), ураҙа тотоп йәки саҙаҡа биреп йәки ҡорбан салдырыу урынына фидийә саҙаҡаһы биреп, бурысын үтәр. (Сирҙән, башҡа төрлө рәхәтһеҙлектәрҙән) имен булһағыҙ, хаж көндәренә саҡлы ғүмрә, йәғни ҡорбанһыҙ ғына Харам мәсетен зыярат итергә (күрергә) теләһәгеҙ, ул кеше үҙ яйына ҡарап, ҡорбан салдырырға тейеш. Ҡорбан салдырмаған кеше хаж көндәрендә өс көн, иленә ҡайтҡас, ете көн, бөтөнөһө ун көн ураҙа тотор. Был әйтелгәндәр Харам мәсете тирә­һендә йәшәмәгәндәр өсөн. Аллаһтан (нәфрәтенән) ҡур­ҡығыҙ. Белеп тороғоҙ, Аллаһтың гөнаһлыларға бирәсәк язаһы бик тә хәтәр буласаҡ.

197. Хаж ҡылыу мәғлүм бер айҙарҙа була. Шул айҙарҙа хажға барырға ниәтләгән кеше (ихрамға керә, йәғни) хаж дәүерендә ҡатынына яҡынлыҡ ҡылмамаҫҡа, гөнаһ һаналған бөтөн нәмәләрҙән ваз кисергә, кешеләр менән ғауғалашмаҫҡа тейеш. Изгелек эшләгәнегеҙҙе Аллаһ күреп тора. (Әй, мөьминдәр, Әхирәт өсөн) ризыҡ әҙерләгеҙ. Белеп тороғоҙ, ризыҡтың иң хәйерлеһе — иманлы булыу. Ий, аҡыл эйәләре, Минең әмерҙәрем­де үтәмәүҙән ҡурҡығыҙ.

198. (Хаж фасылында сауҙа итеп) Раббығыҙҙан ризыҡ (сауҙа файҙаһы) теләһәгеҙ, һеҙгә гөнаһ юҡтыр. Ғәрәфәт тауынан төшөп, төркөм булып Мәшғәри Харамға ҡайтҡас, Аллаһты зикер итегеҙ һәм аҙашып йөрөгәнегеҙҙә (таш һындарға табынған сағығыҙҙа) һеҙҙе тура юлға баҫтырғаны өсөн Аллаһты иҫкә алығыҙ.

(«Ихрам» һүҙенең ике мәғәнәһе бар. Ихрам — энәһеҙ, епһеҙ әҙерләнгән кейем. Был аҡ туҡымаға төрөнөп, мосолмандар хажға бара. Кәфенгә оҡшашлығы менән ул, бәлки, үлемде, Әхирәт көнөн иҫкә төшөрөп торор өсөн тәғәйенләнгәндер. Бөтөн мосолмандар­ҙың, ниндәй милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, аҡ туҡымаға төрө­нөп хажға йыйылыуы уларҙы рухи яҡтан берләштерә, теләктәш­лек, рухи туғанлыҡ хисен арттыра булһа кәрәк. Ҡайҙан ғына килгән булһаҡ та, ниндәй генә телдә һөйләшһәк тә асылда беҙ ҡәрҙәштәр, Аллаһ беҙҙең уртаҡ Тәңребеҙ, тигәнде аңлатаҙыр был уртаҡ аҡ кейем. Икенсе мәғәнәһе, хажға барыр алдынан уҡ тәҡүә тормошҡа күсеү, таҙарыныу, ураҙалағы кеүек, үҙеңде тыйыу, шикле-гөнаһлы эштәрҙән ваз кисеү, тигән һүҙ ул ихрам». (Ғәли Өзәк тәфсиренән.)

199. Һуңынан башҡа кешеләр төркөм-төркөм булып төшкән ерҙән (Ғәрәфәт тауынан) һеҙ ҙә төшөгөҙ. Аллаһтан ярлыҡау һорағыҙ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ һәр ваҡыт ярлыҡаусы, кисереүсеҙер. (200) Хаж ғибәҙәттәрегеҙҙе тамамла­ғас, ата-бабаларығыҙҙың рухын иҫкә алғанығыҙ кеүек, хатта уларҙан да нығыраҡ Аллаһты зиһенегеҙҙә тотоғоҙ. Кешеләр­ҙең шундайҙары ла бар, улар:

— Йә, Раббыбыҙ, беҙгә донъяла (яҡшы тормош) бир, — тип әйтәләр. Улар өсөн Әхирәттә ярлыҡау насип ителмәҫ. (201) Шундайҙарҙың ҡайһы берҙәре:



— Йә, Раббым, беҙгә донъяла ла яҡшы тормош бир, Әхирәттә беҙҙе йәннәткә урынлаштыр. Беҙҙе йәһәннәмеңдән ҡотҡар, — тип әйтәләр. (202) Бына уларға, үҙҙәре ҡаҙанғандарға насибы булыр. Аллаһ тиҙ арала иҫәп-хисап ала­саҡ. (203) Һанаулы көндәрҙә (йәғни хаж көндәрендә) Аллаһ­ты зикер итегеҙ. Ашығыс рәүештә ике көндә (Мина тауы­нан төшөп, Мәккәгә) етергә теләгән кешенең гөнаһаһы булмаҫ. Кисеккән кешенең дә гөнаһаһы булмаҫ. Ул эш тәҡүәләр өсөн. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ, һис шик юҡ, һеҙ барығыҙ ҙа Уның хозурына килеп баҫасаҡһығыҙ.

204. Кешеләр араһында шундайҙар (мәкерлеләре) бар, улар (дин тотоуҙары тураһында) донъялағы тормош хаҡында (татлы) һүҙҙәр һөйләп, Һине хайран ҡалдырыр. Туралыҡтарын иҫбатлау өсөн улар Аллаһ исеме менән ант итәләр. Ғәмәлдә уларҙан да ҡурҡыныс дошман юҡ.

205. Шундай кеше һинең яныңдан китеп (эш башына ултыр­һа), аҫтыртын эш йөрөтә башлай. (Фетнәгә, ғауғаға сәбәпсе була) һәм игендәрҙе, малдарҙы харап итеп, нәҫел ҡоротоу өсөн бөтөнөһөн эшләй, Аллаһ фетнәселәрҙе яратмай. (206) Уға: Аллаһтан ҡурҡ, тиһәләр, ул тағын да тәкәберләнә, уның был мин-минлеге тағын да боҙоҡ юлға этә. Уға иң ҙур яза — йәһәннәм ғазабы. Йәһәннәм ул — иң хәтәр урын бит!

207. Кешеләр араһында тағын шундайҙары ла була: улар Аллаһтың ризалығын алыу өсөн, йәнен дә ҡыҙғанмай. Аллаһ Үҙ ҡолдарына ғәйәт мәрхәмәтле.

208. Әй, иман килтергән кешеләр, барығыҙ ҙа (татыуланып) берләшеп, Ислам диненә керегеҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шик юҡ, ул һеҙҙең ҡан дошманығыҙ.

209. Шундай ап-асыҡ дәлилдәр килгәндән һуң да һеҙ юлдан яҙһағыҙ, белегеҙ: Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡөҙрәтле һәм хикмәткә эйә.

210. Улар (Исламды ҡабул итмәгән кешеләр) Аллаһ болот­тарға төрөнөп, фәрештәләре менән бергә килеп төшөр һәм эштәрҙе тамамлар, тип көтәләрме икән әллә? Ә эштәр үтәлде инде һәм бөтөн эштәр ҙә Аллаһ хозурына килер.

211. Исраил тоҡомона (йәһүдтәргә) әйт һин: уларға күпме аңлайышлы аяттар бирҙек. Кем үҙенә Аллаһ тара­фынан күндерелгән ниғмәтте (Тәүрәт һәм Ҡөръәнде) үҙгәртһә, алмаштырһа, шөбһәһеҙ: Аллаһтың язаһы (уға) бик тә хәтәр буласаҡ.

212. Кәферҙәргә был донъя рәхәт тормош булараҡ күрһәтел­де. Улар иман килтергән кешеләрҙән көлдөләр. Гәрсә, иманға тоғро булғандар Ҡиәмәт көнөндә тегеләрҙән өҫтөн сығасаҡ.Аллаһ Үҙе теләгән кешеләргә хисапһыҙ ризыҡ бирер.

213. Кешеләрҙең барыһы ла бер өммәттән ине. (Әммә кешеләр ҡайһыһы иман килтерҙе, ҡайһылары кәфер булып китте һәм улар бер-берһенә дошман булды) шуға күрә, Аллаһ (иман килтергәндәрҙе йәннәт тураһындағы) һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡыуандырырға, (иманһыҙҙарҙы йәһәннәм менән киҫәтеп) ҡурҡытырға пәйғәмбәрҙәрен ебәрҙе. Ҡәүемдәр араһындағы ҡаршылыҡтарҙы хөкөм итер өсөн, хаҡ китаптар индерҙе. Ләкин үҙҙәренә китап индерелгән ҡәүемдәр, ап-асыҡ дәлил­ле китаптар алғандан һуң да, көнсөллөктәре арҡаһында, диндә килешә алмайынса, айырылдылар (төрлө фирҡәләргә бүленделәр.) Был мәсьәләлә Аллаһ иман килтергән кешеләргә үҙ ихтыяры менән тура юл күрһәтте. Теләгән кешеләрҙе Аллаһ тура юлға күндерә.

214. (Ий, мөьминдәр) әллә һеҙ үҙегеҙҙән элек йәшәгән ке­шеләр күргән ҡыйынлыҡтарҙы күрмәйенсә генә, язалар таты­майынса ғына йәннәткә керергә хыялланаһығыҙмы? Улар хәйерселектә йәшәне, күп төрлө ҡыйынлыҡтар күрҙе, аптырашта, сараһыҙ ҡалды. Хатта пәйғәмбәрҙәр мөьминдәр менән бер­лектә:

- Аллаһтың ярҙамы ҡасан килер? —тинеләр. Күҙегеҙҙе асып ҡарағыҙ: ысынлыҡта Аллаһтың ярҙамы яҡындыр.



215. Улар саҙаҡаға нимә бирергә кәрәклеге тураһында һорарҙар. Һин әйт:

—Яҡшы малдан биреләһе өлөш — ата-әсәгә, ҡәрҙәштәргә, йәтимдәргә, ярлыларға, сәфәрҙәгеләргә бирелгән кеүек. Изгелекле һәр эшегеҙҙе, шөбһәһеҙҙер, Аллаһ белеп тора.



216. (Ий, мөьминдәр) һуғыш эштәренә нәфрәтле булһағыҙ ҙа (дошмандарға ҡаршы) һуғышыу һеҙгә фарыз ителде. Шулай ҙа була: һеҙ берәй нәмәнән нәфрәтләнәһегеҙ, ә ул һеҙҙең өсөн файҙалы; ҡайһы саҡ һеҙ үҙегеҙгә зарарлы булғандарҙы ла яратаһығыҙ. Быларҙың барыһын да Аллаһ белә, һеҙ белмәйһегеҙ.

217. Харам айында булған был һуғыш тураһында һинән һорарҙар. Һин әйт:

— Ул айҙа һуғышыу — ҙур гөнаһ. (Кешеләрҙе) Аллаһ юлы­нан барыуҙан тыйыу, Аллаһты инҡар итеү, Мәсжиди Харамға керергә теләгәндәрҙе тыйыу, халыҡты унан ҡыуып сығарыу иһә Аллаһ ҡаршыһында тағын да ҙурыраҡ гөнаһ. Фетнәсе — кеше үлтереүсенән дә яманыраҡ. Көстәре етһә, кәферҙәр динегеҙҙән яҙҙырғансыға саҡлы һеҙҙең менән һуғышасаҡ. Берәйегеҙ диненән яҙһа, кәфер булып үлһә, уның донъяла ҡылған яҡшы эштәре Әхирәттә файҙа бирмәҫ. Улар уттың дуҫы булыр. Улар шунда (йәһәннәм утында) мәңгегә ҡаласаҡ.



218. Хәҡиҡәтән, иман килтергән кешеләр, йорттары­нан күсеп китеп, дин юлында һуғышҡандары өсөн, Аллаһтың рәхмәтен өмөт итә. Аллаһ иман килтергәндәрҙе ярлыҡаусы, уларҙы етди рәүештә ғәфү итеүсе.

219. Иҫерткес эсеү һәм отошло (аҙғын) уйындар тураһында һинән һорарҙар. Һин әйт:

— Уларҙың һәр икеһендә лә ҙур гөнаһтар һәм әҙ генә файҙа ла бар. Гөнаһтары файҙаларына ҡарағанда күберәк, — тип әйт. Йәнә һинән саҙаҡаның нисек бирелергә тейешлеге тураһында ла һорарҙар. Һин әйт: — Ихтыяжыңдан артҡанын бир, — тип. Аллаһ аяттарын ана шулай аңлатып бирә. Бәлки уйланырһығыҙ?



220. Һеҙ донъя тураһында ла, Әхирәт тураһында ла уйланы­ғыҙ. Һинән (Мөхәммәд) йәтимдәр тураһында ла һорарҙар. Әйт:

— Уларҙы тейешенсә тәрбиә итеү, тормоштарын яҡшыр­тыу — изгелектер, — тип. — Улар менән бергәләшеп йәшәһәгеҙ, улар һеҙҙең ҡәрҙәштәрегеҙ булып китер. Аллаһ (йәтимдәр) файҙаһына ғәмәл ҡылғандарҙы да, яманлыҡ ҡылғандарҙы ла белеп тора. Теләгән кешеһенә Аллаһ зыян-зәхмәт килтерә ала. Шөбһәһеҙҙер, Аллаһ — еңеүсеҙер, хөкөм һәм хикмәт эйәһеҙер.



221. (Ий, мөьминдәр) Аллаһтан башҡа нәмәләрҙе тәңре тип табыныусы (мәжүси) ҡатындарға (иман килтермәҫтән) өйләнмәгеҙ. Иман килтергән йәриә (ҡол ҡатын) мәжүси ҡатындан — ул һеҙгә бик оҡшаһа ла — күпкә яҡшы­раҡ. Мосолман ҡатындарҙы ла мөшрик ирҙәргә (әгәр ул ирҙәр Исламды ҡабул итмәгән булһа) кейәүгә бирмәгеҙ. Мөьмин ҡол ирекле мөшрик ирҙән яҡшыраҡ, хатта ул (мөшрик ир) һеҙгә бик оҡшаһа ла. Улар (мөшриктәр) һеҙҙе йәһәннәмгә тарта, Аллаһ иһә үҙ теләге менән йәннәткә һәм ярлыҡауға саҡыра. Ул кешеләргә аяттарын ап-асыҡ итеп аңлата. Яҡшылап уй­лағандан һуң, бәлки ғибрәт алырҙар (тура юлға баҫырҙар, мөьмин булып китерҙәр).


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет