3
Күрше Химия институтынан килеп йөрөгән өндәшмәҫ һәм оялсан егет Рәхимйән менән танышып китеүе сәйер ҙә, мәрәкә лә башланды. Үткән йәйҙең йәмле көндәре ине, көндәгесә бүлмәһендә машинкаһын йырлатып ултыра ине ул, яңыраҡ ҡына урынлашҡан сағы ине. Эшкә ағылыусы ағай-эне бирәһе сәләмдәрен биреп, комплименттарын тиреп, таралышып бөткйнеләр. Тәрән эшсән тынлыҡ баҫҡайны бинаны. Ошо һил мәлдә коридорҙа яңы бәндә пәйҙә булды. Килеүсе, бүлмә ишегенең ярым ҡыҫыҡ тороуынан шәйләп, буғай, яҡын юламайынса ғына, әкрен генә һуҙып өндәште:
-- Мөхлисә-ә-әү! Ренард бармы-ы-ы?
-- Мин Мөхлисә түгелә-ә-әү, -- тине Фәхерниса, тегенең үҙе шикелле һуҙып. – Ренард барә-ә-әү, үҙ бүлмәһендәлерә-ә-әү!
Ренардтыҡы һымаҡ уҡ һимеҙ күн портфель тотҡан урта буйлы, яҫы яурынлы, һоро костюмлы мыҡты егет килеп керҙе бүлмәгә. Түңәрәк һары йөҙлө, яланбаш, һарғылт-ҡоңғор “терпе” сәстәре тырпайған, сынаяҡ ауыҙындай ҙур ҡара тирәсле күҙлеге һүрәттәге гөбөргәйел күҙҙәрен хәтерләтә. Үрә баҫып, Фәхернисаға төбәлеп ҡатып ҡалды.
-- Аб-ба-а-а! – тине тағы. Күҙлеген һалып, эре шаҡмаҡлы ҡулъяулығы менән ҡабаланып һөрттө, тағы ҡабаланып кейҙе. – Сәсме был, әллә өйәңке башына һарылған ҡуйы-ҡабарынҡы үркән -- хуш еҫле ҡомалаҡмы?!
Фәхерниса сәйерйәнде ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла, түҙмәй, сылтыратып көлөп ебәрҙе. Тегенең күҙлеге төшөп китте, ергә еткертмәй тота һалып, өндәшмәй сығып тайҙы.
Күп тә үтмәй, Ренард менән ҡушарлап килеп инделәр. Күҙлекленең ҡыланыштары хәтһеҙ олпат, ҡиәфәте һиммәтле, тик ул һаман бер ситтәрәк, тын да алмай, Фәхернисаны күҙәтә. Ҙур түңәрәк тулы йөҙө, күҙлеге, тырпай сәсе менән май сүлмәге янында ултырған бик тәүфиҡлы бесәйҙе хәтерләтеп, ҡыҙҙың көлкөһөн килтерҙе, әммә тыйылып ҡалды.
-- Һылыуҡай, матурҡай, тағы ла бер ҡат һаумы? – тине Ренард, өҫтәлгә терәлә яҙып, уҙамандарса баш эйеп. Ситтән килгән әшнәһенә был бүлмәлә ни тиклем үҙ кеше булыуын, хатта ҡыланып алыу ҙа уның өсөн сүп тә түгеллеген күрһәтергә теләгәндәй, күнегелгән хәрәкәт менән ҡыҙҙы яурын башынан ҡыҫмаҡланы. Күҙлекле һулышын туҡтатты, күҙҙәрен серт-серт йомоп күҙәтте быны, хатта, сыҙай палмай, тыпырсынып уҡ ҡуйҙы. Ят кешенең ныҡ төбәлеп текләүенән Фәхернисаға уңайһыҙ, оят булып китте, ул бығаса үҙе лә белмәгән ҡырыҫлыҡ менән алабарман аспиранттың ҡосағынан һыпырылды.
-- Фәхернисаҡай, матурҡай, таныш булығыҙ: был минең дуҫым Рәхимйән, -- тине Ренард, ҡыҙҙың сикәләре уттай яныуына һис кенә лә иҫе китмәй. -- Беҙ уның менән бер микрорайонда үҫтек, бер класта уҡыныҡ, ҡулға аттестат алғас ҡына юлдарыбыҙ айырылды: ҡарттар әйтмешләй, мин ошонда әҙәм тигән йән эйәһенең эске донъяһын өйрәнеүҙе мәғҡул күрҙем, ә ул химия диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙөп китте. Шулай ҙа эт йән ул Рөхимйән: илдән алда кандидатлыҡты яҡлап, ҡатырға тышлы дипломды кеҫәһенә бөкләп һалып та ҡуйҙы, -- метан, пропан, фенол, радикалдар – психология түгел шул ул, әпсәһен эт тешләгере, ҡулға еңелерәк бирелә, -- тип өҫтәне Ренард һәм ул ошоно әйткәнендә Фәхерниса уның күҙҙәре әллә ниндәй ҡомһоҙ ут менән тоҡанып, ирен мөйөшөндә дуҫына ҡарата үртле көнләшеү билдәләре сатҡыланғандай тойҙо. Әммә Рәхимйәндең быға һис кенә лә иғтибар итмәй ғәмһеҙ йылмайып тороуынан эсе бошоп, әйтә ҡуйҙы:
-- Эйе, шулайҙыр шул. Метан, пропан тигәндәрең үҙең бында сарылдатып тереләтә тунаған сысҡан, тәлмәрйендәр түгелдер шул...
-- Абау, ниңә уҫал тешләшәһең, һылыуым? Фән хаҡына, кешелекте ҡотҡарыу хаҡына эшләнә бит ул эштәр!
-- Ярай инде, алайһа. Танышайыҡ дуҫың менән! – Рәхимйәнгә һонған ҡулын уның усында юрый оҙаҡ ҡалдырып, артыҡ иғтибар биреп күреште, ҡунаҡ егет ысҡындырған бер-ике шаярыу ишаратына кинәнгәндәй, бүлмәне сыңратып көлдө.
-- Таныштыр ҙа таныштыр, тип йәнемә тейҙе бит, әй, -- тине Ренард, һис бер нәмә булмағандай, алсаҡ йылмайырға тырышып. – Дуҫ хаҡына ни генә эшләмәйһең, хатта бер таба һыуҙы ла кисеп сығаһың... Тик ҡара уны, ҡыҙый, кирегә бөткән был уҫал бәндә ҡороҡлай күрмәһен үҙеңде! Сөнки ул...
-- Ҡуйсәле! – тине Рәхимйән, йөҙө сөгөлдөрҙәй ҡыҙарҙы. – Һин бит быны әйтмәҫкә һүҙ биргәйнең!
-- Нимәне? Ғашиҡ булғаныңдымы? – Шарҡылдап көлдө Ренард. -- Әллә, таныштыр, тигәнеңдеме?
Ҡыҙарынған Рәхимйән артына әйләнде, бер урында тапанды.
-- Бөттө-бөттө, Ҡояш күрҙе – Ай алды! – тине Ренард. – Һин нимә, әллә: “Бөгөн эш бөткәс тә өсәүләп киноға барайыҡ, мин үҙем әйтергә ҡыймайым, түбәһенә ҡомалаҡ һарылған шул ҡыҙығыҙҙы ла саҡыр әле?” – тип теңкәмә тейеүеңде лә әйттертмәҫкә итәһеңме?
-- Шулаймы ни әле? Ә ниңә егет үҙе өндәшмәй? – тине Фәхерниса, кинәт йөрәге тулҡынып. Рәхимйән, уғата ныҡ буҙарынып, маңлайына бәреп сыҡҡан тирҙәрен ҡулындағы йомарлап тотҡан ҡулъяулығына һөрттө.
-- Ысынлап та, ә ниңә ул үҙе әйтмәй әле? – Ренардтың ирен мөйөшөндә баяғы үртле көнләшеү ғәләмәте ҡатыш йәшерен тантана сатҡыһы һыҙатланды. Рәхимйәндең ҡойолоп төшөүен күргән Фәхерниса уның аҡланыр өсөн асҡан ауыҙынан өн сығыуын да көтмәй, ашығыс-алсаҡ өндәште:
-- Ундай саҡырыу булғас, ниңә бармаҫҡа, ти әле? Иртәгә ял бит. Етмәһә, үҙемде генә түгел, ә бергә эшләгән аспирант ағайым менән ҡушарлап саҡыра кеше! – тине. Был юлы Ренард ҡуҙға баҫҡандай булды...
Юл буйындағы кафеға һуғылып тамаҡ ялғағас (Рәхимйән ныҡ йомартланды), күңелдәре күтәрелеп, билеттары алдан уҡ алып ҡуйылған киноға киттеләр. Фәхернисаның урыны ике егет араһына тура килеп, ут ҡапҡандай иләҫ-миләҫ килде эске донъяһы, ә шулай ҙа фильмде түҙемлек менән ҡарап бөтөрҙө.
Кинотеатрҙан улар әсеүташ ҡапҡандай йөҙҙәре һытылып сыҡты. Ҡарағандары – йәнгә аҙыҡ бирмәгән, яңғырауыҡ фразаларға ҡоролған – яҙыусы менән режиссерҙың “ҡарынында” уҡ үле тыумыш бер нәмә ине. Сәғәт ярым буйына экранда буш ҡыуыҡ һыҙғырып торғандай ҡалды тәьҫир. Бөркөү залдан арынғас, дөйөм ағынға ылығып, яҡындағы баҡсаға ыңғайланылар; күкрәк кирә һулыш алып, сәскә еҫтәре мул бөркөлгән ағас аралдарынан әйләнделәр. Әммә өсәүҙең һүҙе һис тә берекмәй – ипһеҙ тоташҡан өстаған бына-бына тарҡалам тип кенә тора... Шулай итеп былар был йәмле кисәлә, өҙөлөргә әҙер нәҙек эскрипкә ҡылдарылай, бер моң да сыңрата алмай, өнһөҙ-тынһыҙ, бер-береһен йүнкетеп ҡыҙырҙылар. Фәхернисаның һул яғынан Рәхимйән, уңынан Ренард ҡултыҡлағайны, икеһе лә ниңәлер бик тә күшеккән, төҫһөҙләнгәндәй күренде, мәғәнәһеҙгә тағылған гер таштарылай тойолдо...
Шау-электр нурына ҡойонған майҙансыҡҡа сыҡтылар: көллө тирә-йүн сағыу сәскә, ә аллы-гөллө урталыҡта, дүрт яғынан прожектор менән тос яҡтыртылып, түңкәрелгән мискә һымаҡ түңәрәк-тәпәш постаментта, ҡулын күккә һоноп күрһәтеп, түңгәк умарталай йыуан һәм килбәтһеҙ бетон һын – “даһиҙарҙың даһийы” һерәйеп тора. Балта менән сабып яһалғандай тупаҫ скульптуранан алынған тәьҫорат, баяғы мөсһөҙ кинофильмдекенә ҡушылып, Фәхернисаның күңелен болғатты: “Ниңә бер төрлө һөйләйбеҙ ҙә икенсе төрлө эшләйбеҙ? Көллө тормошобоҙ шулай бара бит!” – тигән йәмһеҙ уйҙар килде башына. Шуны ғына көткәндәй, Ренард һәйкәлгә бармаҡ төртөп өндәште:
-- Күрәһегеҙме сәкмән кейгән бынауы олпат алпауытты? Ҡалай тора әле! Әйтерһең дә, имениеһының бейек болдорона сығып баҫҡан да батрактарына күктәге ожмахты күрһәтә...
-- Ренард, нисек телең бара? – тине Фәхерниса, саҡ тыйылып.
-- Нимә, әллә телде тешләргәме? Уға ҡалһа һин үҙең дә, бына Рәхимйән дә, анауы йәшел эскәмйәләрҙә ултырған ағай-эне лә -- бөтәбеҙ ҙә шулай уйлайбыҙ бит, тик йәшерәбеҙ генә. Ә мин ярып әйтәм!
-- Ҡасан ғына яра башланың әле? Өйөңдөң бер мөйөшөндә Сталин тәреһе торғанын, шуға табынып йәшәгәнеңде оноттоңмо? – Ауыҙ йырып тыныс ҡына иҫкәртте дуҫына Рәхимйән. Етдиләнеп: – Егерменсе съезд тигәс тә... егетлек түгел был! – тип өҫтәне.
-- Ә һеҙҙеңсә тел тешләп йөрөү егетлеккә керәме?
-- Ҡысҡырып әйтмәй торған нәмәләр ҙә бар бит...
-- Хатта егерменсе съезд да изге нәмәләрҙе изге тип билдәләй... – тине Фәхерниса.
-- Догматиктар һеҙ!
-- Һин үҙеңде революционер тип һанайһыңмы?
-- Һанамайым. Ләкин көндәлек тормошобоҙҙа хирург бысағы кәрәклеген дә беләм.
-- Ярай ҙа ул бысаҡ таҙа ҡуллылар ҡулында булһа... Һинең...
-- Нимә “һинең”?! -- Ренард дуҫына фекерен ослап ҡуйырға ирек бирмәне, ауыҙынан өҙөп алды. – Бының менән нимә әйтергә теләйһең?!
-- Теләмәйем!
Туҡтанылар, Фәхернисаның беләктәренән ҡулдарын ысҡындырҙылар. Йөҙгә-йөҙ ҡаршы тороп, бер-береһенә әтәстәрҙәй осоп-ҡунырға уҡталдылар шикелле.
-- Етте! – тине Фәхерниса, икеһен ике яҡҡа этәреп. – Ҡайтырға ваҡыт, егеттәр. Игелегегеҙ өсөн рәхмәт, хушығыҙ!
-- Бәй, оҙатып ҡуяйыҡ!
-- Кәрәкмәй. Һеҙгә бынан тура, ә миңә теге яҡҡа. Атайым бахыр әйтмешләй, аҙғын мал түгел: үҙ аяғым менән дә ҡайтам өйгә. Бик тә булмаһа бер-берегеҙҙе оҙатышып ҡуйығыҙ, дуҫлығығыҙ селпәрәмә килмәҫе борон!
Егеттәр томһайып тороп ҡалды.
4
Ренард Пушкин урамы осондағы Мосолман зиратына яҡын урынлашҡан ағас өйҙәренә әйләнеп ҡайтҡанда, ятбауыр атаһы Кипарис ҡарт йоҡламаған – алғы бүлмәлә шау электр яҡтыһында яланғас өҫтәлгә бормас ҡапҡаслы йәлпәк шешәһен ҡуйып, уйға сумып, көтөп ултыра ине. Һәленке сал мыйыҡтарын күреү менән үк, теңкәһенә тейеп екерҙе:
-- Ниңә тексәйҙең?! – Зал аша үҙ бүлмәһенә үтеп китергә ашыҡты.
-- Улым, туҡтасы!
-- Алкаш! Какой я тебе “улың”?
-- Улым, егерменсе съезд үҙҙы бит... бынауы тутыҡҡан тәрене инде алып ташларға, утҡа яғырға ине... – Стеналағы ҡыҙыл рамға төртөп күрһәтте.
-- Дурак, күҙең аҡшайҙымы әллә? Тәре түгел, ә бөйөк атайыбыҙ Иосиф Виссарионович Сталин һүрәте ул.
-- Үҙем алып ырғытамын, алайһа!
-- Кипарис! Тик ҡағылып ҡына ҡара – ҡулыңды һуғып һындырырмын, үҙеңде сүплеккә сығарып ырғытырмын! – Ишектәрҙе шарт-шорт асып-ябып, төптәге үҙ бүлмәһенә бикләнде, ерҙе-күкте һелкеткес сит ил музыкаһы дөһөрләне. Үҙенең Сәйфелмөлөк тигән исемен дә онотҡан, Кипарисҡа әүерелгән атай кеше мышҡылдап иланы ла, күҙҙәрен йырсайтып көлөп торған Сталинға ҡул һелтәп, бормас ҡапҡаслы шешәһен алып ишек төбөндәге иҫке, мамыҡ араһынан тутыҡ пружиналары төртөп сыҡҡан диванға ҡыптыр тунын бөркәнеп һуҙылды, ятҡан еренән һәрмәнеп утты һүндерҙе. Ҡараңғынан Сталин уға бармаҡ янай һымаҡ ине. Кремлендә көнө етеп дөмөккәненән һуң нисәмә йылдар үтһә лә, партияның атаҡлы йыйынынан һуң портреттары алып ташланып, шаҡшы исеме мең ләғнәттәргә күмелһә лә, Ренард улы уны ҡурсалап тота – Кипаристың йәненә тейһен, төштәренә кереп язалаһын өсөн ҡағылдыртмай торғоҙа...
Был портреттың тарихы аяныслы.
Башҡортостан хөкүмәтенең ябай ғына, әммә намыҫлы һәм егәрле хеҙмәткәре булып етешкән Сәйфелмөлөк уҙаманды 1937 йылда шул ҡәһәр һуҡҡыры Иосифтың фарманы буйынса төндә килеп ҡулға алғастары, хәләл ефетенә лә сират еткәндер – ҡанундар ҡаты ине. Әммә Рәшиҙәһе аҡыллы булып сыҡты – ҡыҙыл тирәс фуражкалыларҙың Сәйфелмөлөк өҫтөнә өйгән бөтә гонаһтарын дөрөҫләп ҡул ҡуйҙы (хәйер, тештәре һуғып һындырылған, һыңар ҡолағы өҙөлгән Сәйфелмөлөк үҙе лә ҡул ҡуйып раҫланы уларҙы). Өҫтәүенә, тәфтишсе кабинетындағы Сталин тәреһе төбөнә тубыҡланып, халыҡ дошманы булған иренән ваз кисте, гәзиттәргә ләғнәтле мәҡәлә бирҙе. Өйөнә Сталин тәреһен алып ҡайтып элде. Шул арҡалалыр, моғайын, уны ла, Сәйфелмөлөк алынғас тыуған улын да “халыҡ дошманы” итеп алып китмәнеләр, иҫән-имен ҡалдырҙылар. Үҙ ихаталы иркен генә өйҙө лә тартып алманылар. Әсә кешегә теләгән урында эшләргә, атаһын белмәҫкә тыуған малай Ренардҡа һәүетемсә үҫергә, уҡырға рөхсәт ителде. Ҡатынының ошо зирәклеге өсөн аҙаҡ ҡыуанып бөтә алманы Сәйфелмөлөк.
Ниңәлер уны атманылар – мәңгелеккә ҡатырға, тип, һалҡын тарафтарға олаҡтырҙылар. Ыристан вагонында үлер сиккә етеп интегеп барғанында ул Рәшиҙәһенә ҡош телендәй генә шиғри хат яҙып, тәҙрәнән ташлап ҡалдырҙы; рәхмәт төшкөрө бер тимер юлсы мәрйә шуны табып алған да, конверт эсенә һалып, күрһәтелгән адресын күсереп яҙып, үтеп барыусы почта вагонының йәшнигенә төшөргән. “Кипаристар сәскә атҡан саҡта...” – тип башлана ине шиғри хат...
Иосифтан һуң килгән юғары түрәләр сәйәси тотҡондарҙы иреккә сығарғас, астан киҫелеп Өфөһөнә саҡ ҡайтып еткән Сәйфелмөлөк, икеләнеп тормаҫтан, зират янындағы йәнгә яҡын ағас өйҙөң ишеген тартып асты, тетрәнеүҙән шашынып ҡалған, таушалып бөксәйгән ҡатыны һәм ҡолғалай буй еткергән улы артындағы Сталин тәреһен селпәрәмә килтерергә киҙәнгәйне, ҡулын кире төшөрҙө: быяла аҫтындағы Иосиф менән бер ҡатарҙан уның әллә ҡасан яҙып ташлап ҡалдырған, “Кипаристар” һүҙе менән башланған шиғырлы хат киҫәге тора ине...
Йөрәген әсенеү ҡатыш шатлыҡ бөрөп алды: көткән, нисәмә-нисә йылдар буйы һағынып-һарғайып көткән! Ҡосаҡлашып илаштылар ҙа ҡабатлап донъя көтөргә керештеләр.
Ундайҙарҙы бер кем дә өнәмәй ине, үҙе лә әүәлге тос хеҙмәткәр түгел шул. Кәнсәләрҙән кәнсәләргә ҡаңғырып, тибелеп йөрөй торғас, зиратта ҡәбер ҡаҙыусы булып урынлашты, ҡатынын илтеп күмгәнсе шунда эшләне. Себерҙән үк асы хәмергә бешегеп ҡайтҡан уҙамандың бында ла ауыҙ һалыулы: ҡәбер ҡаҙып эсәләр ҙә мәйет күмеп баш төҙәтәләр... Лаяҡын иҫереп ҡайта ла бахыр Рәшиҙәһен битәрләргә, сәсенән һөйрәкләргә тотона: ниңә миңә нахаҡ бәләләр яҡтың, ниңә кире ҡаҡманың?! Ниңә улыңды миңә ҡаршы аяҡландырҙың?!.
Ул саҡ инде институтта уҡып йөрөгән Ренарды, ысынлап та, уның ҡәбер ҡаҙыусы абруйынан, алкашлығынан ерәнеп биҙәрләне, атайым тип таныманы, иптәштәре алдында ҡырҡа баш тартты. Әсәһен сәсенән һөйрәкләгән сағында ҡул күтәреп, уны һуғып осорҙо ла Сталин һүрәте ҡушаһындағы шиғри хатты алып йыртып ырғытты...
Рәшиҙәһе үлгәндән һуң инде нисәмә йылдар үтте, ә улы һаман шул көйө...
“Их Рәшиҙәм, Рәшиҙәм, үҙем өйҙә булманым шул, Рәшиҙәм!.. Берҙән-бер малайыбыҙҙы, ҡарт көнөбөҙҙә таяныр, арҡа терәр буласаҡ алтын ҡаҙығыбыҙҙы үҙәге серек өйәңке итеп үҫтергәнһең икән шул, Рәшиҙәкәйем!..”
Зират эшендә һуңғы ҡәберен ҡаҙып, ҡатынын ерләп ҡайтҡанынан һуң, Сәйфелмөлөк ике аҙна буйы баш ҡалҡытмай эсте, кире әйләнеп барманы. Урам һепереү эштәренә йәтешләнеп көйләнде. Дворниктар ҙа ҡәберселәрҙән кәм түгел – шешә менән дуҫлыҡтары көр ине. Йорттар идаралығының береһенән һөрһәләр, икенсеһендә ҡушҡуллап алалар, сөнки эсмәгән дворник юҡлығы яҡшы мәғлүм; бындай кадрҙарға ҡытлыҡ йылдан-йыл арта ғына...
Сәйфелмөлөк шулай байтаҡ йылдарын сарыфлағас, улы аспирант булып теркәлгән ғилем йортоноң ихатаһын бағырға ялланды ла тамам төпләнеп ҡалды, сөнки, күрәләтә эсһә лә, вазифаһына тап төшөрмәй. Ренарды менән дә төплө һүҙ ҡуйышҡандар: һин – мине, мин һине белмәйем, вәссәләм! Шул шарт әгәр боҙолһа, өйҙән ҡыуып сығарырға янап ажғыра малайы...
Йәйен-ҡышын эше теүәл барғанлыҡтан, бындағылар барыһы ла тиң күреп яраталар, ҡуйынында бормас ҡапҡаслы шешә йөрөтөүен дә һис күрмәйҙәр, хатта башы сатнаған ҡайһы бер шуғыраҡтары йәнәшәһендә баҫып тороп һемерешеп тә китәләр... Көндөҙҙәрен һауа һуларға сыҡҡандарында бер килке гүзәл ханым һәм туташтар ҙа, сирень ҡыуағы артында ышыҡланып, уның ҡасандырғы зәңгәр диңгеҙ буйында сәскә атҡан мәңге йәшел кипарис төбөндәге йәшел эскәмйәлә дөрләп ҡабынған йәшлек мөхәббәте тураһында шиғырын йотлоғоп тыңлайҙар. Шундайҙарҙың Ҡырымға ялға киткән береһе бер ваҡыт терһәк буйлыҡ ҡына кипарис үҫентеһе алып ҡайтып биргәйне, Сәйфелмөлөк Рәшиҙәһен күҙ алдына килтереп илап ебәрҙе. Кипаристы өйөнөң ихатаһындағы иң ҡәҙерле урынға – Рәшиҙәһе менән икеһенең элекке йоҡо бүлмәһенең (хәҙер ул Ренард кабинеты) тәҙрә ҡаршыһындағы йомарт тупраҡҡа ултыртты. Йәйҙәрен төбөн ҡоротмай, ҡыштарын өҫтөнә толь һәм ҡарҙан йылы ҡыуыш өшәләкләп, тәрбиәләп үҫтерҙе, тәҙрәне аша ҡарарлыҡ буй еткертте. Дөрөҫ, һуңғы осорҙа кипаристың ғүмере ҡул осонда тора, сөнки Ренарды, тәҙрәне ҡаплай, тип битәрләүе етмәгән, шуға өҫтәп: “Әсәйемдең Сталинына ҡул күтәрһәң, ағасыңды ҡырҡып ташлайым!” тип йәнде ала...
Хәҙер инде Сәйфелмөлөктөң ысын исемен хатта яҡын күрше-күлән дә белмәй, моғайын, үҙе лә хәтерләмәй – гелән генә Кипарис тип йөрөтөүҙәренә күнеккән. Кипарислығы йәненә үк һеңешкән ҡарт өнөндә лә, төшөндә лә баяғы зәңгәр диңгеҙ, сәскә атҡан йәшел кипарис төбөндәге йәшел эскәмйә менән илереп йәшәй. Өйө алдындағы ошо үҙе ултыртып үҫтергән йәшел кипарис төбөнә йәшел эскәмйә ҡуйып, иртә-кисен шунда сығып ултыра, эргәһендә зәңгәр күҙле, һары толомло Рәшиҙәһен тойоп тәрән хисләнә, Рәшиҙәһе менән йөрәкһеп һөйләшә...
Бер генәһенең, ир ҡорона кереп еткән малайының, шундайын да кешелекһеҙ булыуына төшөнөп бөтә алмай ҡарт: ни сәбәп? Кем ғәйепле?
Рәшиҙәһенең үлеренә бер йыл ҡалғас әйткәндәре төшә иҫенә: “Үҙең ҡаты бәғерле бит – шунан килә ул. Сәсемдән һөйрәп аҙмы туҡманың мине?!”
Малайның әүәлге сәйер ҡылыҡтарын күрше-күлән һөйләне: ҡорттай ғына сағында уҡ себен аулап, тараҡан тотоп, ҡанаттарын, боттарын ботарлап ләззәтләнде; ҡалҡына биргәс, ямғырҙан һуң асфальткә сыҡҡан селәүсендәрҙе тапап иҙҙе, тәлмәрйендәрҙе тереләтә ботарланы; ҙурайғасыраҡ ташландыҡ бесәй балаларын язаларға кереште...
Шуныһы ҙур фажиғә: ғалимлығын да психтарҙы кире дүндерә торған, шуның өсөн гонаһһыҙ тәлмәрйендәрҙе, йорт ҡуяндарын тереләтә киҫкеләп тәжрибә туплаусы ғилем төйәгенән башлаған...
Яңыраҡ ҡына Мәскәүҙең абруйлы бер гәзитендә “В защиту подопытного кролика” тигән ҙур мәҡәлә донъяға фаш ҡылынып, ғалим-ғөләмә шау итте, һөйләгәндәре шул булды. Унда килтерелгән миҫалдарҙың: “Вот читал я недавно труды одной конференции. Кровь стынет! В одном докладе пишется, как кроликов бросают в кипяток, в другом – как обливают спиртом и поджигают”77, тигән береһен уҡып: “Беҙ бит был... Ренард!” – тигәндәре Кипарис ҡарт ҡолағына ауырттырып салынды...
Кипарис ҡарт һулҡылдап күҙҙәрен йома ла үткәндәрҙең тулҡынына күмелә. Әммә ауыр лагерь йылдары түгел, ә бәхетле йәшлеге, сәскә атҡан мәңге йәшел кипарислы зәңгәр диңгеҙ буйы керә төшөнә. Теге бәхетле заманда хөкүмәт биргән юлланма менән барғайны ул Ҡырымға ял итергә. Яр ситендә сәскә атҡан йәшел кипарис төбөндәге йәшел эскәмйәлә моңайып ултырған оҙон һары толомло, зәңгәр күҙле Рәшиҙә исемле һылыу менән танышты, үлерҙәй ғашиҡ булышып, Өфөгә алып ҡайтты уны...
Ҡарттың ҡолағы төбөндә шаулап тынғыһыҙ диңгеҙ сайпыла, гәлсәр тулҡын сылтырауҙары онотолмаҫ шиғыр булып ҡойола:
...Кипаристар сәскә атҡан саҡта...
...Кипаристар сәскә атҡан саҡта...
Их, кире ҡайтарып алаһы ине үткән ғүмеркәйҙәрҙе!..
5
Фәхерниса был төндә йоҡлай алманы.
Кисәнең шулай боҙолоуы өсөн ул бер юлы баяғы мәғәнәһеҙ фильмгә лә, егеттәргә лә асыулы ине. Шуларҙың бөтәһе, татлы күҙйәш булып, мендәр тышына һеңде. Ни өсөндөр күҙ алдынан Рәхимйәндең һуңғы минуттағы уға ҡарап аптырап-алйып ҡалған уйпат күҙҙәре, түңәрәк йөҙө китмәне. Ниндәйҙер тәрән һағыш, ялбарыу бар һымаҡ ине ул күҙҙәрҙә, оҙатыуын кире ҡағып дорфа айырылышҡанда. Китә биргәс, Фәхернисаның йөрәк башын йәшен уты ҡыйып алғандай булды, тик ул быны һиҙҙертмәне – елеп килгән таксиға ултырып һыҙҙы, ләкин юл буйынса тилереп ҡайтты. Һис ҡасан кисерелмәгән, үҙе татлы ла, әсенесле лә тойғо ине был... Ишекте астыртып ингәс, әсәһенең ныҡыуҙарын ишетмәҫ өсөн, баш ауыртыуына һылтанып, йәһәт кенә үҙ бүлмәһенә йомолдо. Ләкин шөҡәтһеҙ кисереш китмәй ҙә китмәй. Ахырҙа ул Рәхимйәнде, рәүешен кәмһетер өсөн, онотор өсөн, мөмкин булған бөтә насар сифаттарға бәйләп күҙ алдына килтерергә тырышты. Ләкин уйлап сығарған һыҙаттар егеткә йәбешмәй ҙә ҡуя. Ахыры булманы, Ренард тураһында уйлай башланы, баяғы Рәхимйәнгә тағырға иткән кире сифаттарҙы берәм-берәм уға йәбештереп сыҡты. Ғәжәп! – быныһы уға шөйлә еңел бирелде. Шулай ҙа тәтәй егет күҙ алдында һаман тәтәй килеш ҡалды, әйтерһең, Рәхимйәнгә тип уйлап тапҡан йәмһеҙ һыҙаттар Ренарды, йәбешһә лә, һис кәмһетмәй – иш кенә килеп тора, бағыр балыҡ арҡаһында тырпайған ҡупшы энәләр кеүек, уны уғата ҡупшылатып ҡына ебәрә ине. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡлы хистәрендә буталып, Фәхерниса теге ваҡыт институт коридорындағы күмәк һөйләшеүҙе иҫенә төшөрҙө. Хәҙер генә шундағы бәхәстең мәғәнәһен аңланы. “Сослоҡ” тип аталған оятһыҙлыҡ, һөмһөҙлөк тураһында бара ине, буғай, һүҙ. Берәүҙәр, юғары матдә фәлсәфәһенә таянып, шул сифатты Ренардта хуп күреп маҡтай, икенселәре кире ҡаға. Көллө халыҡты “сосландырыу” хаҡында һүҙ ҡуйыра. Тыңлап торған Фәхерниса, ытырғаныбыраҡ, һөмһөҙ хуплауҙарҙы күңеленән кире һөргәйне. Ә хәҙер инде үҙе лә Ренард хаҡында: “Уға барыһы ла ярай, барыһы ла килешә!” – тип уйлап тора түгелме? Ҡайҙан килә бындай ҡапма-ҡаршылыҡ?!.
Фәхерниса бер-нисә көн ошо тойғонан арына алмай йөҙәне. Күпме генә ҡул һелтәргә, оноторға тырышмаһын, үс иткәндәй, ҡапма-ҡаршы тәбиғәтле егеттәрҙең икеһе лә һүрелмәй күңел күгенән. Береһе төнгө баҙлауыҡтай үҙенең ялтыр ҡабығы менән ҡарашыңды арбаһа, икенсеһе үҙебеҙ бар тип тә белмәгән ер-һыуға, һауаға хас ябайлығы менән йөрәккә яҡын... Ахыры, нишләргә белмәй, икеһенә лә бер тигеҙ асыу тоторға, һалҡынлығы менән һынарға булды. Бизмәндең бер башы ла баҫып төшмәҫкә тейеш...
Шул уй менән эшкә барҙы, эштән ҡайтты. Ренард һаман әүәлгесә күңелдәрҙе иретеп йөрөһә лә, уға һалҡын боҙ ҡатламы аша бағырға тырышты. Теге кистең иртәгәһенә Рәхимйән дә шылтыратып маташһа ла, Фәхерниса, ярты һүҙҙән өҙөп, телефон трубкаһын һалды. Артабан да уның тауышын ишетеү менән үк өндәшмәҫ булды. Кистәрен уны осратмаҫҡа эштән иртәрәк сығып тайҙы. Бара-бара был хәл ғәҙәткә керҙе.
Ситтән тороп уҡыу йылы осланып, ауыр имтихандар осоро килеп етте, баяғы ваҡ ығы-зығылар онотолдо. Инде ҡыҙҙың бар ваҡытын, зиһенен һынауҙарға әҙерлек ғәме йотто. Ул бөтә йәшлек дәрте менән уҡыуына ылығып, ҡасан был курсты тамамлайым, икенсеһенә күсәм, тип елкенеп, шуны Ҡояш ҡалҡырын көткәндәй көтөп, күңеле илке-һалҡы килеп йөрөнө. Эшкә лә тик аҙнаһына бер-ике тапҡыр ғына барып әйләнә, ҡанунға ярашлы өҫтәлмә ял бирелгән. Шулай болоҡһоп йөрөгәнендә, бер көн эштә күңелле бүләк ҡаршыланы.
Иртәгә ял тигән көн, күҙ сағылтҡыс сыуаҡ ине. Ял көндәрендә Фәхернисаны, бер түгел, ике ауыр имтихан көтә ине. Ғәмләнеп эш бүлмәһенә килеп ингәнендә, хуш еҫле гөлбаҡсаға сумдымы ни! – яҙыу машинкаһына һалынған сағыу сәскә бәйләме һүрҙе зиһенен. Атлығып килеп гөлдәрҙе күкрәгенә ҡыҫты, улары шундуҡ йәнләнеп, тырпырауҙары йөрәге менән ҡуша тибә башланы – сабырһыҙ өмөттәре һымаҡ үтә ярһыу, алһыу розалар ине! Күкрәгенә ҡосаҡлап тотҡан килеш, бүлмәне бейеп әйләнде; вазаға ултыртып маташҡанында, тертләтеп, Ренард тауыш бирҙе:
-- Ҡайнарҙарҙан ҡайнар сәләм һылыуҙарҙың һылыуына! – Ҡәҙимге алсаҡлығы менән шарылдап, һә тигәнсе, яурын башынан ҡыҫмаҡлап та алды, ниндәйҙер шиғри юлдар менән осланы:
Сәләм әйтә һиңә гүзәл гөлдәрем!
Сыуаҡ булһын, тиҙәр, сафлыҡ көндәрең!
-- Ә?! – Диуана хистән күңеле томаланып, башы әйләнде: “Гөлдәрем, ти – уның роза гөлдәре!” Шул уйынан тамам алйып: -- Их, шундайын да гүзәлдәр! Рәхмәт, Ренард ағай! – тип ысҡындырҙы ысын күңелдән.
-- Ә? Ни өсөн рәхмәт? – тине кинәт төҫө үҙгәргән егет. Йәһәт иҫенә килеп, аҡылын йыйып алып, күҙен ситкә йәшерҙе. Быны ҡыҙ абайламаны, ифрат тулҡынланғайны.
-- Сәскә өсөн рәхмәт, --тине, күҙҙәрен тултырып ҡарап. Ҡапыл ғына күңеленә шик ҡунып: “Әллә яңылышаммы?” – тип тел осона килгәйне, Ренард уны, ауыҙ асырға ла бирмәй, ике ҡулынан эләктереп, иҙән әйләнәһенән өйөрөлтөп алып китте:
-- Сәскәләрҙән һинең үҙеңә рәхмәт, сөнки һин үҙең – сәскәләрҙең сәскәһе! – Күбәләктәй осортоп килтереп машинкаһы эргәһенә төпләндерҙе, өҫтәл ситенә ҡуйған быуаҙ портфеленән ҡалын ҡулъяҙмаһын алып, машинка өҫтөнә һалды ла йәһәт күҙҙән дә юғалды. Фәхерниса оҙаҡ ҡына, йөрәге ҡағып, иҫенә килә алмай ултырҙы...
Шул йөрәкһеүендә талпынып эштән ҡайтты, төн ултырып конспекттарын уҡыны һәм, иртәгәһен иң ҡурҡыныс кафедраға елеп барып, кәзә һаҡаллы ҡарт профессорға бер юлы ике имтиханды ла бынамын тигән итеп тапшырҙы. Бер-нисә көндән һуң иң аҙаҡҡы һынауҙан да ҡотолоп, уҡыу йылын осланы, уны, әйтерһең, әлеге алһыу розаларҙың тылсым көсө осортоп йөрөтә ине. Студенттар йылғаһында аудиториянан ағылып сығып, ҡайтырға ыңғайланы: өйҙә ут йотоп әсәһе көтөп ултыра бит. Тик ни тиклем ашҡынһа ла, эшләгән еренә яҡынлашҡас, боролмай түҙә алманы. Аяҡтары, үҙенән-үҙе, таныш гранит баҫҡыстан юрғалатты. Эш сәғәттәре булһа ла, бина эсе тын: ишек төбөндә вахтер апай ғына йоҡомһорап ойоҡ бәйләп ултыра.
-- Бер кем дә юҡ, бөтәһе Политмәғариф йортона шылды. Ғилми конференция! – тине ул, йылтыр-оҙон энәләрен сыҡылдатып. Шулай ҙа ҡыҙҙың йөрәге тулап һаман эскә -- үҙенең эш бүлмәһенә һөйрәй ине, унда үҙен бик ҡәҙерле нимәлер көтөп торғандай ине. Яңылышманы: бүлмәнән йөҙө алланып, йәне ҡояштай балҡып, бер ҡосаҡ дөрләү ялҡын-ут – ҡан-ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре күтәреп сыҡты.
-- Әй-й-й, әйтергә лә онотҡанмын икән дә. Тегең! Баяғынаҡ килтереп киткәйне, исемен әйтмәҫкә ҡушҡайны, -- тине апай. Ләкин Фәхернисаға быны әйтеү кәрәк тә түгел – былай ҙа белә уны! Ҡолағына ла элмәй йүгереп үткәнен күреп, апаһы баш сайҡаны: -- Ҡара-ҡара, бигерәк буйлата ла инде егетең. Осоноп китә күрмә тағы!
...Фәхерниса әсәһенең ҡосағына ҡуҙҙай ҡыҙыл ҡәнәферҙәр менән ҡуша ҡапланды.
Достарыңызбен бөлісу: |