III
Сәғиҙәнең күҙ алдында мыҡтыланды ул егет. Тәүҙә, хәтерҙә, матрос күлдәгенең иҙеүҙәрен ала-ҡола тельняшкаһы һыртлығынан яра асып ебәргән, ҙур ҡулдарын ҡыйыу юғары күтәреп сәпәкәйләгән мыҡты үҫмер ине ул. Тора-бара эйәгендәге себей йөндәрен электр бритваһы йышып мөнтәҫләгән һөмөрө ҡамыл төптәре алмаштырҙы, ҡарҙай аҡ нейлон күлдәк өҫтөнән муйынына йоморо төйөнләп ауыр галстук бәйләнде. Ҡулдарын да йышырағын үргә күтәрмәй генә, алдына һалған килеш кенә йыбанып саба башланы. Әммә күҙ ҡарашы әүәлгесә ҡомһоҙ, яндырай-утлы ҡалды. Сәғиҙә йәнә лә бер нәмәгә үҙе лә һиҙмәй ҡыуанғанын асыҡланы: утлы ҡараш эйәһе һаман яңғыҙ килә театрға. Дөрөҫ, ҡайсаҡта уның эргәһендә Сәғиҙә ҡасандан танып белгән, үҙ итеп күнгән бер үк ҡарт менән ҡарсыҡ (ата-әсәһе, буғай), әммә һис ҡасан да янына сәхнәләгенең йөрәк итен өҙөп алырҙай ҡыҙ-ҡырҡын ултыртҡаны юҡ. Йәшермәйек: ошо хәл һуңғы ваҡыттарҙа Сәғиҙәне айырыуса болоҡһотоп уйландырҙы. Иҫең китмәҫлекме ни: нисәмә йылдар икеһе тиң йөрәктәренең төптәренә үткәҙгәнсе рампа аша ҡарашып, әммә ергә төшмәйенсә ҡанат ҡағышып йәшәне! Һәм улар инде икеһе лә күктә елкенеп арығанлығын, ер йылыһын табан менән тойорға ваҡыт еткәнлеген һиҙемләй кеүек ине. Ә бер спектаклдән һуң ошо хис уларҙың икеһенә лә көслө әҫәрләнеү бөркөп һирпелде.
Сәнғәт менән тормош ҡуша үрелеп барған ошо гүзәл заманабыҙҙа һәр бер тере һабаҡтың, Ҡояшҡа үркелеп үҫкән гөлдәй, Матурлыҡҡа йөҙ бороп тартылыуын, шуға һыуһаған халыҡ һәүәҫкәрлеге үҙешмәкәр театр түңәрәктәренә уҡмашып ылығыуын, ҡаланың байтаҡ урындарында йәмәғәт башланғысындағы сәнғәт университеттары күкрәп сәскә атыуын Сәғиҙә, әлбиттә, белә ине һәм шуларҙың бер-нисәһенә шефлыҡ та итә ине.
Бына бер заман Күк дөһөрләп ярылып киткәндәй булды: уға бөтөнләй иҫләмәгән тарафтан – Ағиҙел йылға пароходствоһында яңы асылған йәмәғәт башланғысындағы сәнғәт түңәрәгенән саҡырыу килеп төштө. Ә иң мөһиме шунда: хатты елдереүсе курьер ҡыҙ йылтыр яры ҡағыҙға төрөлгән зиннәтле һуйҙан һабаҡ – күҙе асылып ҡына килгән аҡтан да аҡ томбойоҡ сәскәһе тапшырҙы, өҫтәүенә, нисектер, хәйләле мут йылмайып: “Ә быныһы һеҙгә үҙегеҙ белгәндең сәләме”, -- тине. Иҫең-аҡылың китер: ҡара яҙҙан томбойоҡто ҡайҙан эҙләп тапҡандыр, бының өсөн, бәлки, дәүләт Ботаника баҡсаһының сихырлы “сим-сим” ҡапҡаларын астырып керергә лә кәрәк булғандыр – ҡыҙ өсөн тәрән сер ҡалды. Ул бары шуныһын йөрәге менән тойҙо: был – унан!..
Йылға вокзалында ҡыҙҙы ысынлап та танһыҡланған ҡара күҙҙәр ҡаршыланы, һәм таксиҙан сығырға йәһәт ярҙамлашып һонолған ҡул уның ҡулы менән татлы тоташып, бөтә тәне шунда уҡ уттай ҡыҙышып, беренсе тапҡыр йән түгел, ә тән тартҡан яҡынлыҡҡа – ҡул ҡыҫышып күрешеүгә әүерелде, ошо мәлдә икеһе тиң эстән дөрләп дерелдәне.
-- Сәғит, -- тип исемен әйтеп таныштырҙы егет, бер ус яҙғы аҡсәскәләр тоттороп.
-- Сәғиҙә... – Исемдәрҙең теүәллекле тап килеше ҡыҙҙы бераҙ ҡаушатты, ҡолаҡ остарынаса ҡыҙҙыртып ҡыҙартты – хаҡ яҙмыштың үҙенең ҡушыуы булып тойолдо уға. Шулай ҙа ҡыҙ баҙауын йәшерә алды, һурылып сығып барған йөрәген ерсән тормош ҡанундарына буйһондороп, ҡәҙимге һалҡын ҡанлылығын ҡайтарҙы (һәр хәлдә, үҙенә шулай тойолдо). Сәғит, тулҡынланыуын һиҙҙертмәй, һис тә хыялый Күктән осоп төшмәгәндәй, ергә ирҙәрсә ныҡ баҫып, ҡыҙҙы ысын азаматтарса ҡултыҡлап алып китте – залда халыҡ йыйылып бөткәнсе, йәнәһе, уны үҙҙәренең “ялғашы” менән таныштырырға булды. “Ялғаш” тигәне – Сәғиҙә Ағиҙел йылғаһында йыш күргән, ҡырмыҫҡалай һарғылт кәүҙәһе даими билдән һыуға батып, үҙенән ун-егерме тапҡырға дәүерәк баржаларҙы, йәки буйы саҡрымға һуҙылмыш һалдарҙы тартып йөрөгән, мәңге тынғыһыҙ, мәңге эшсән буксир-теплоход ине. Алтын ҡомло пляждарҙа ятҡан саҡта балерина был “ҡырмыҫҡа”ларҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтә, әммә һис тә шуларҙың береһендә тап үҙенең ярты йәне атлығып китеп барғанлығын шәйләгәне юҡ ине. Ошо асыштан ҡыҙҙың йөрәге сыға яҙып талпынды, уға хәҙер йөкһөҙлөктән йүнкеп арт яғы һыу өҫтөнә ҡалҡынған ябайҙарҙан ябай буксир ҙа, унда ҡыбырҙаған ябай кешеләр ҙә донъяһының, йәненең бер иң ҡәҙерле киҫәге булып күренде, уның ошонда осоноп бейегеһе, сыңратып йырлағыһы килде...
Караптың эсен күрештереп, траптан кире ярға сығып барғанда ул түҙмәне: Сәғит менән икеһенә һушы китеп ҡарап торған, танауы ҡара мазутҡа буялған йәш матрос янында туҡталды. Ҡапыл иҫте китәргәне – бесәйҙеке һымаҡ йәм-йәшел күҙҙәре ине.
-- Исемең кем, азамат? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
-- Алеша мин, ә ниңә? – тине егет, оялышынан тимгел-тимгел ҡыҙарынып.
-- Их Алеша, Алеша... – Ҡыҙ уны Сәғиттең үҙе белгән матрос сағына оҡшатты (тик бының күҙе йәшел ине) һәм, йәшлегенең хыялыйлығы менән мәңгегә хушлашҡандай, шул йәшел күҙле матростың түш кеҫәһенә усындағы сәскәләрҙең береһен алып ҡаҙаны...
Шул йәмәғәт сәнғәт түңәрәгенең мөкиббән китеп тыңлаусылары менән кинәнеп осрашҡандан һуң, Сәғиҙәнең үҙенә лә мәңге яңы, мәңге серле Матурлыҡтың бығаса күреп беленмәгән бер сатҡыһы шаңдаҡланып һирпелгәндәй булды, әйтерһең, ихлас йылғасылар күңеле аша, уға һылыу Ағиҙелдең ҡыйылып осҡан аҡсарлаҡлы таңдары, аҡ сабаҡлы тулҡындары пакландырып яғылды. Кисә тамамланғас, Сәғит уны баяғыса ҡултыҡлап оҙата сыҡҡас, әллә инде айырылышыуҙың асыһын алдан кисереп, ғүмерҙә булмағанса, такси туҡталышында улар йөҙгә-йөҙ яҡынлашты; икеһе тиң, һулыштары ҡапланып, әйтер һүҙҙәрен йотоп, баштары әйләнеп торҙо. Ҡыҙ үҙенең ни рәүешле “Волга” салонына инеп ултырғанын да шәйләмәне. Фәҡәт такси бераҙыраҡ киткәс кенә, йөрәге асырғанып, уның да бергә ҡушарлап инеп ултырмағанлығын, тере тирәк һабағынан тартып өҙөлгән япраҡтай, тегендә тороп ҡалғанлығын абайланы. Сәғиҙә өйгә һис ҡасан да булмағанса әҫәрләнеп, йөрәкһеп, шул уҡ ваҡытта киләсәктән ниндәйҙер мөғжизә өмөтләнеп ҡайтып инде. Шул өмөтө уны киске спектаклдә бейергә аҡҡоштай осортоп килтерҙе, сәхнәлә бығаса күрелмәгән илһамиәтле осонорға насип итте. Тамашасыларҙың шаулатып ҡул сабыуҙарынан, өҙлөкһөҙ “бис!” ҡысҡырыуҙарынан ярым алйыу, ярым иҫерек хәлдә ине ул тамаша аҙағында; сәхнәгә яуған аллы-гөллө сәскәләрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине. Эйелеп алған гөлләмәләре ҡосағына һыймағас, артта теҙелешеп торған сәхнәләштәренә таратып биреп, сәхнә ситенә кире әйләнеп килгәйне, бөҙрә-көҙрә һаҡалы һәм туҙғаҡ сәсе төҫөндәге сағыу-ерән костюм кейгән баяғы бер баламут, заманаһының иң модалы галстугында сағыу аҫылташ балҡытып, уға бик дәү сәскә бәйләме һондо, үтенесле зәңгәр күҙҙәрен ҡыҙҙың күҙҙәренә тура төбәп ялбарҙы – теге ваҡыт ул ҡайтырға сыҡҡанында ергә ятып уның аяҡтарын ҡосорға иткән, хатта эҙҙәрен үпкән әрһеҙ егет ине был. Гөлләмәһен үрелеп алғаны ыңғайында һуҡ бармағындағы ағалтын балдаҡтың гәүһәр ҡашы (бәлки яһалма таштыр – кем белһен!), бысаҡтай сатҡыланып, ҡыҙҙы сытырлатып күҙҙәрен йоморға мәжбүр ҡылды; шул ыңғайҙа Сәғиҙә үҙенең гөлләмә ҡосҡан беләгендә ерән төклө һөмһөҙҙөң супылдаған еүеш ирендәрен, һаҡал мүктәрен тойҙо... Ытырғанып, гөлләмәһен рампа бүкәненә һалды, ҡосағында күкрәгенә ҡыҫып тотҡан бер гөлләмә генә ҡалды. Ерән һаҡаллы, костюмлы бәндә артҡы планға күсте – йөрәген елкеткән мөғжизә көтөү тойғоһона күмелде. Сөнки ҡыҙҙың ҡосағында килеш ҡалған, йөрәгенә тамыр йәйгән йыйнаҡ ҡына гөлләмәлә ике дана ап-аҡ томбойоҡ сәскә -- йылғасы егет менән үҙенең саф хыялый өмөтө тиртә ине. Ә томбойоҡ сәскәләре араһына беркетелгән аҡ ҡағыҙҙа тик бер тылсымлы яҙыу: “Көтәм!..”
IV
Егет иһә был минутта театрҙан сыҡҡан ерҙә -- арыҫландар һыны янында – ысынлап та көтә ине. Өҫтөнә ҡара костюм эсенән ҡарҙай балҡыу күлдәген кейеп, айбарлы галстук бәйләгән, һумалалай сәстәрен һындырып тараған. Бағананан ҡойолған неон яҡтыһында, сыҙамһыҙланып ҡымшанһа, майлаған һағыҙ төҫлө лаклы туфлиҙары, һумала сәсе сағыуланып ялтырай. Театрҙан ағылған халыҡ тарафына уҡталып, Сәғит бер нәмә уйлай: булырмы, изге сәғәт һуҡтымы?.. Йылдар һуҙымы буйынса шул бер изге сәғәтте өмөт итеп, ул үҙенә ерсән бәхет вәғәҙә иткән аҙмы ябай минуттарҙы ҡулынан ысҡындырҙы, әкиәттәге Мәжнүндәй, ҡулдарын Күккә (йәғни сәхнәгә!..) һонған килеш йәшәне. Дөрөҫ, ул Мәжнүнсә тилереп кенә йөрөмәне, ә берҙән-бер мөхәббәте хаҡына, Матурлыҡ хаҡына үҙенең барлыҡ кешелек сифатын үҫтерҙе, тупланы. Сәхнәләге томбойоғо Күктәге Ҡош юлдарына сорғолғанында ул да уға тиң осорға теләне. Матурлыҡтың яҡынлығын йөрәк менән былай тойоу, уны ысын баһалау, уға тиң булырға теләп уҡталыу, әлбиттә, ябай ауыл малайына Күктән генә төшмәне. Тәүҙә уға үҙен уратып алған донъяны ысын таный белергә, Тәбиғилекте – яһалмалыҡтан, Матурлыҡты яманлыҡтан айыра белергә кәрәк ине. Ҡағыҙ сәскәләр, алтын бутал ялатылған ташҡурсаҡтар араһынан Тәбиғилекте, Матурлыҡты танып-белеп күтәреп алырға кәрәк ине. Дөрөҫөрәк әйткәндә, донъялағы Матурлыҡтың һис тә күктәрҙән түгел, ә табан аҫтарыбыҙҙағы ябай Ерҙән, Тәбиғәттән – үҙебеҙҙән үрккәнлеген, тимәк, тәүбашта үҙебеҙ саф булырға тейешлеген, кеше үҙен тәбиғәттең Аллаһы йә Ғазраилы итеп түгел, ә тәбиғи өлөшө, тере йәне итеп тойған саҡта ғына унда бөйөк Тәбиғилектең йәшнәп сәскә атҡанлығын, Матурлыҡтың күкрәп-балҡып тыуғанлығын белергә, уны ямандан ҡурсаларға һәләтле булыу кәрәк ине.
Эйе, күңел түренә бейеп кенә килеп кергән ошо Матурлыҡ алиһәһе уны ла шаҡтай юғары талпындырҙы. Ҡалаға ауылдан таҡыр асфальт ялтырауығы тартып килтергән асыҡ ауыҙ бер малайҙы, сихриәтле аҡ томбойоҡ наҙы менән арбап алып, гүзәллектең етенсе ҡат күгенә ашҡындырҙы – бөгөн ул ихлас күңелендә Матурлыҡ ҡорамының магына, ә үҙебеҙсә әйтһәк, бәгенә әүерелде. Ул ғына ла етмәһә, бергә эшләгән дуҫ-иштәрен шаҡ-ҡатырып, тигәндәй, махсус уҡыу йортоноң ситтән тороп уҡыу бүлегенә инде, уңышлы тамамланы. Күңеле менән генә түгел, эше менән дә үҙенең гүзәллек алиһәһенә -- Томбойоғона тиң булырға тырышты. Кисәге матрос егет бөгөн – зәңгәр юлдарҙың бер мыҡты хужаһы, теплоход механигы. Һәм был, уның уйынса, тормоштоң да билдәле бер этабы, түҙемлек һәм матурлыҡҡа уҡталышының ҡыуаныслы һөҙөмтәһе. Хәҙер инде тәүге үҫмер оялсанлығынан арынырға, күңел тартҡаныңдың буй етмәҫтәй бейек алиһә, прима-балерина икәнлеген оноторға, кәрәк булһа, ир-егеттәрсә ҡаты ҡосаҡлап, ҡытыршы ергә баҫтырырға, һулыштарҙан битте көйҙөртөп өндәшергә, күҙгә күҙ терәшеп һөйләшергә лә ваҡыттыр. Тураһын ғына әйткәндә, мәсьәләне ҡабырғаһына ҡуйырға. Әйтәйек, әҙәм балаһымы ул, әллә... Ерҙәме ул, әллә... Ниңә... ошо көнгәсә ул үҙен белештермәй осона, ергә төшөргә кәрәклеген онота (кейәүгә лә сыҡмай?..) Йәки, ҡәҙимге тереләрсә, кешеләрсә, ысынтылап егеттәр менән дә йөрөмәй? Әллә ысынлап та тәнһеҙ-есемһеҙ бер затмы ул – ахырғаса яңғыҙ башы ҡаңғырасаҡ, башҡаларҙы ла ҡаңғыртасаҡмы? Әгәр шулай булмаһа, бына минең эшсән ҡулым, ҡайнар йөрәгем: рампа аша күҙ атышып ҡына түгел, ә кешеләрсә йәшәргә лә ваҡыттыр!..
Егетебеҙ ҡыйыуланып ошо хаҡта хыяллай, үҙен батырайтып ҡуйырға самалай. Тик теҙ-быуын тигәндәрен тыйыуы ҡыйын икән. Әгәр шулай булмаһа, теге әкиәттәге егеттәй, ете йыл буйы өнһөҙ күҙләп йөрөмәҫ, күргәне һайын ҡойолоп төшмәҫ ине. Юҡ, ҡурҡыу-фәлән түгел был -- ҙурыраҡ, бөйөгөрәк. Уйлабыраҡ ҡараһаң, әллә ҡасан, Сәғиҙәнең күҙ ҡарашын тәүге осратҡанында уҡ, донъя йөҙө ҡамаштырғыс баҙрап киткәндәй булды, егеттең дә күкрәгенә, әйтерһең, баҙрап торған гәүһәр кереп ултырҙы. Теге көндә Ағиҙел ярында беренсе тапҡыр ҡыҙҙың ҡулдарын үҙ ҡулдарында тотоп, артынан такси ишеген ябып оҙатып ҡалғандан һуң, күкрәгенән гәүһәренең һурылып сығып китеүен, такси түрен сатҡылатып әллә ҡайҙа төн ҡабына инеп барыуын тойҙо. Бушап ҡалған тоҡтай шәлпәйеп, тубыҡ быуындары бәлкелдәп инеп йығылды өйгә. Күкрәктәге шул гәүһәрһеҙ һис йәшәп булмаҫтайын, уны кире ҡайтарырға кәрәклеген, шуның хаҡына изге сәғәт һуғасағын татлы һыҙланып тойҙо. Ғәҙәттәгесә ай элгәре алып ҡуйған театр билеттарын барлап ҡараны – иртәгә лә ул осонасаҡ “Томбойоҡкүл” спектакле ине. Бына ошо мәлдә ул, ғүмерҙә булмағанса, үҙҙәренең эштәге уңышһыҙлығы – теплоходтың ватылып ремонтҡа туҡтатылыуы өсөн эстән ҡыуанды. Әгәр “ялғаш” оҙайлыға ярға килеп һырныҡмаһа, томбойоғоноң талпыныуҙарын, осоуҙарын яңынан ҡасан күрер ине!.. Төндө көскә уҙғарып, теплоходты заводҡа ҡыуғандан һуң кисен саҡ әйләнеп ҡайтып, ошо байрам кейемдәрен кейенде, ғәҙәттәгесә әсәһе ҡырҡып әҙерләп ҡуйған ҡуҙҙай алһыу сәскәләрҙе аҙһынып, үҙе баҡсаға инде, гөлләмәнең иң аҫылдарын алды. Ботаник баҡсанан эләктергән гәүһәрҙәй күҙ ҡамаштырғыс ике ап-аҡ томбойоҡто ҡанһыу-ҡыҙыл сәскәләргә таж рәүешле ҡурпытты...
Бына әле шул хистәрҙән гөртләп ҡабынырҙай тора: атаҡлы прима-балерина таш арыҫландар араһынан кемгә күҙ төбәп сығыр? Әгәр егет күңеле алдамаһа... изге сәғәт һуҡты, тигән һүҙ. Күпме йөрөргә инде?!. Баҡса яғына аулаҡҡа алып китергә лә, тәүәккәлләнеп, алдында теҙләнергә, изге тәҡдим яһарға... Эйе, икеһенең ғүмеренең таң йондоҙло сәғәте!
Килә, ап-аҡ беләгенә һалған алһыу роза менән ап-аҡ ике томбойоҡто күкрәгенә ҡыҫып килә!
Сәғит тәрән һуланы, күкрәк һандалында сүкеш ҡотороп-тулап һуҡты – прима-балерина, ҡосаҡлап тотҡан гөлдәмәһенә кинәнесле әүешеп, алыҫтан уҡ уның күҙҙәренә төбәлеп килә! Яңылышып ымһынмайым, тигәндәй, балҡыуыслы бәхетенә ышанмай, сытырлатып күҙҙәрен йомдо егет. Асты. Юҡ, яңылышмай: прима-балерина һаман, ап-аҡ сәскәләр өҫтөнән ап-аҡ ынйы тештәрен балҡытып, тура уға уҡтала:
-- Һаумы, һаумы, матросым!
-- Томбойоғом!.. – Сәғит ҡыҙҙың аҡҡош ҡанатылай ҡулын ике усы араһына алып үпте.
-- Осондортмасы инде! Сәхнәлә томбойоҡ булһам да, ерҙә яп-ябай үләнмен.
-- Юҡ! Ап-аҡ томбойоҡ сәскәһе һин ерҙә лә!
Сәғиҙә бәхетле көлдө.
Ошо мәлдән алып ғүмер сәғәттәре тоташҡан һымаҡ ине. Бығаса улар араһында күренгмәҫ быяла шаршау булып тотоп торған, ике йәнде хыялый күпер аша ғына тоташтырған сәхнә менән тамаша залын беркетеүсе, шул уҡ саҡта ике яҡҡа айырыусы ҡөҙрәтле сик хәҙер инде юҡ ине, бер-береһенә тартылыусы шашҡын хистәр дауылының магнит ҡырҙары ғына әлеге тилерткес саф яҡынлыҡтың да, бер үк саҡта алыҫлыҡтың да асылмаған ишектәре һымаҡ төкәлешә ине. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡ, тәбиғәттең күҙгә күренмәҫ кәртәһе, хәтәр мәлдең серлелеген билдәләүсе аңлайышһыҙ тылсым һағын һаҡлай ине. Дарҫ-дорҫ типкән йөрәктәре тәбиғи яҡынлашҡан һайын, ҡырыҫ магнит ҡырҙары артҡа сикте, серлелек тарала барҙы, күкрәк һандалдарының туҡ-туҡ һуғыуы ғына тоташып һулҡылданы. Пүлстәрҙең, һулыштарҙың берәгәйлеген тойоу кинәт икеһен дә айнытты, был донъяға ҡайтарҙы, ә ул донъя шундай иркен, сикһеҙ төпкөллө ине. Һәм шуны аңланылар: шаулы-гөрлө таш ҡала урамы ла, баш осонан тауышһыҙ бызырлап ҡойолған аҡһыу неон нурҙары ла, күктә күҙҙәрен ҡыҫып көлгән һибелмә йондоҙҙар ҙа – береһе лә уларҙан башҡа юҡ ине, аҡ томанға шыйыҡланған татлы донъя икеһенең мейе ярым шарларына инеп һеңешкән ине. Етте, араларҙы тамам асыҡлар саҡ етте! “Анауы аулаҡ баҡсаға инәбеҙ ҙә...”
Ҡапыл әсе бензин һөрөмө аңҡыны, автомобиль боғаҙы ғыжылданы, тормозы сыйылданы. Тротуар буйлап ағылыусы ағай-эне ҡубынып шул яҡҡа эркелде, бейек бордюрға морон төртөп тынып ҡалған “Волга”ны уратып алды:
-- Уф, берәүҙе тапатҡандар...
-- Йәш кенә ҡыҙ...
Тубыҡланып бахырҙың кәүҙәһен ҡосаҡлаған бер ҡатынҡай үҙәге өҙөлөп сеңләй:
-- Уй балаҡайым, туй күлдәге кейер генә сағың бит!..
Сәғиҙә, ҡосағындағы гөлләмәне ҡанлы асфальткә һалып, ҡалтыранған ҡулын Сәғиткә һуҙҙы, етәкләшеп ҡаттылар. Машинаның тупаҫ тимер маңлайы, ҡыҙыл тәреле сумка, аҡ халатлы ханым юғары күтәреп сыптырлатҡан йылтыр һемәкле шприц, хәйерһеҙ тәгәрмәскә аҡ күбәләк ҡанатылай һыланып йәбешкән күлдәк итәге...
-- Аллаҡайым! Иҫән генә ҡалһа ярар ине! -- Өҙәләнде Сәғиҙә. Кемдәрҙеңдер юл фажиғәһе яҡты хыялдарына ҡарайып ара төшөүен тәрән кисергән егет өнһөҙ һыҙланды. Шул уҡ ваҡытта икеһе лә аңлайышһыҙ бер хис-тойғо кисереп, ошо мәлдә үҙҙәренең ниндәйҙер тылсым әмере менән әлдә тере, йәш, һыу һөлөгөләй таҙа һәм саф икәнлектәрен, ә алда сикһеҙ бәхетле ғүмер ятҡанлығын, шуның ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәклеген тәндәренең күҙәнәктәре менән һиҙеп-тойҙолар. Әммә был йәшерен хисте тышҡа сығарырға ярамай ине, баяғы бәхетһеҙ ҡыҙ ҡаршыһында был оло гонаһ ине. Өҫтәүеннә, тәгәрмәскә уралған аҡ күлдәк итәге, асфальттәге ҡыҙыл ҡан табы әленән-әле аңдарын томаланы, әллә ниндәй күңелһеҙ уйҙарға, иҫтәлектәргә тартты.
Һалҡын неон яҡтыртҡан юлдан өнһөҙ генә атланылар.
-- Матросым, ауыр көрһөнмә улай!
-- Их, ер йөҙөндәге ғүмеркәйҙәрҙең береһе лә үҙ ваҡытынан элек өҙөлмәһен ине! Ә бит мин дә... үҙ ҡулдарым менән... – Сәғит күптән оноторға теләгән бер хәтирәһен ҡабат яңыртып ҡалтыранды, үңәсен эскә тартты. Быға тиклем төпһөҙ күренгән Күк ҡабағы нисектер түбәнәйеп, ян-яҡ тарафтар тарайып, донъя ҡараңғыланғандай, ә тирәләге ҡарт йүкәләрҙең сутырмаҡлы олондары Еребеҙҙең хәсрәтле маңлайындай – кешеләрҙең һаман юҡҡа сыға барған йән шәфҡәтен ҡайтарып биреү уйын уйлап һыҙланыуҙан тәрән һырланғандар һымаҡ тойолдо. Ҡыҙ ҡырт-туҡталды:
-- Нимәне үҙ ҡулдпарың менән?
-- Их!.. Алты-ете йәштәрҙә булғанмындыр... Кәртә артындағы саңлыҡта “һабан һөрөп” уйнап йөрөйбөҙ шулай. Беҙҙе, ҡара танаулы ике малайҙы, кәртә аша ситән өйҙә яңғыҙ башы ғына йәшәгән Хәбирә ҡарсыҡ ҡул болғап саҡырып алды. Өйөнә индереп, балан ҡағы менән һыйланы. Арҡаларыбыҙҙан һөйҙө. “Хәҙер инде егет булып еткәнһегеҙ – икегеҙгә бер йомош ҡушайым әле”, -- тине. Итәктәребеҙҙе бөрөп тоттортоп, мейес араһында мырылдап ятҡан, күҙҙәре лә асылмаған бесәй балаларын һалды – итәк һайын өсәр бесәй балаһы. “Барығыҙ, уландарым, ауыл һыртына сығып, дөмөктөрөп килегеҙ. Тағы ла ҡаҡ менән һыйлармын үҙегеҙҙе”, -- тине. “Дөмөктөрөү”ҙең аслан нимә икәнен, моғайын, белмәгәнмендер ҙә, сөнки, һис кенә лә иҫем китмәй, өс йән эйәһен итәгемдә бөрә тотоп йүгерҙем. Ауыл осона сыҡтыҡ, һуңғы ямғырҙан һуң тәгәрмәстәр тапауынан балта төйҙәһеләй ялтырап ҡатҡан оло юл түтәһендә туҡталдыҡ. Мин “ни эшләйбеҙ икән?” тип аптырап торғанда, әшнәм бесәй балаларын берәм-берәм артҡы боттарынан тотоп ергә бәрҙе... Ҡалтырандым, итәгемдән төшөрөп ебәрә яҙҙым. “Һуҡ ошолай!” – тине әшнәм. Күҙҙәремде сытрлатып йомоп, баяғының өлгөһөн ҡабатланым... Күҙҙәремде асып, юлдағы саң ҡатыш ҡан табын күргәйнем, әйтерһең, Күк кинәт түңкәрелде, үҙемдең дә башым юлдың төйҙәһенә зыңҡылданы... Өйгә алып ҡайтҡандар, иҫһеҙ-төҫһөҙ ятҡанмын... Сирҙән арынып торғанымда, мин инде икенсе кеше – бала килеш бала сағынан яҙған, күҙ төптәре сикһеҙ хәсрәт менән тулған йән инем...
-- Абау!..
-- Эйе, фажиғә...
Сәғиҙә тәрән моңһоулыҡҡа күмелгән, ниндәйҙер үҙ ҡайғыһын кисерә ине.
-- Уф!.. Исемдәребеҙ генә түгел, йәндәребеҙ ҙә игеҙәк икән шул беҙҙең, -- тине тәрән һыҙланып. – Үтә юғары ырғып, йәнем иҙелгән, шаңҡыған саҡтарым булды бит, әй, минең дә... шуны һис онотмайым... – Егете лә ергә текләп уйҙарға талып барғас, көрһөнөп дауамланы. – Хореография училищеһен тамамлап ҡына сыҡҡан, түбәм күккә тейерҙәй булып елкенгән саҡтарым ине. Сығарылыш кисәһенән һуң таң атҡансы ҡала буйлап ҡыҙырҙыҡ, төнгө тып-тын баҡсаларҙа бейенек. Балдарын ергә түгелдереп сәскә атып ултырған бер ҡарт йүкәнең ышығында барҙы иң күркәм уйын. Ағас беҙҙең ҡыуанысты тойоп ҡуша елкенә, бәрхәт япраҡтары менән сикәләрҙе һыйпап һөйә, әсәйебеҙ һымаҡ иркәләй ине. Ошо минутта ул беҙгә тәбиғәттең хозур серен – ерҙәге мең-мең үләндәрҙең, таштарҙың, ағастарҙың да терелеген, беҙҙең һымаҡ уҡ йотлоғоп тын алырға, өҙә баҫып бейергә, ҡыуанырға, һыҙланырға ла һәләтле йән эйәләре икәнлеген белдерҙе. Ошо мәлдә бөтә донъя күҙ алдыбыҙҙа йәнләнде, мең төҫтә йәйғорланды. Был тылсымды кисермәгән кешеләр үҙҙәре һалҡын таш һымаҡ ине...
Шулай осондороп беҙҙе бейеткәндә, ҡарт йүкәнең иң үрҙәге ап-аҡ еңле ҡулы миңә ымһындырып һонолғандай тойолдо. Ул мине уғата юғарыраҡ ырғырға, аҡҡош һымаҡ талпынырға ҡоторта... Бына мин әхирәттәремдән уҙҙырып ырғыңданым, хатта үҙемде лә уҙып киттем, буғай. Ошо изге мәлдә аҡҡош ҡанаттарым нығынып, баллы йүкәнән йомарт һонолған ап-аҡ еңле тылсымлы ҡул мине иң ҙур бейеклегемә сорғолдорасағын тойоп, аяҡ остарымдан ерҙе тибәрҙем, ҡул осомдо ап-аҡ еңле тылсым ҡулына тиңәлткәнсе һонолдом. Усыма бал яғылыуы, ергә бал түгелеүе, ап-аҡ еңле ҡулдың шартлап һыныуы, ҡулымда ҡалыуы ғына хәтерҙә. Күҙемде асып ҡараһам, әхирәттәрем йүкә төбөнән һирпелгән, күптәре иламһыраған, ә мин ҡайырылып ҡанаған ап-аҡ йүкә ботағын услап торам... – Ишетелер-ишетелмәҫ кенә һулҡылданы. -- Әйт инде, ниңә миңә тылсым ҡулын йолҡоп алырға ине?.. Иң илағыс саҡтарымда хәҙер миңә көллө донъям ошо ҡанһыраған ҡарт йүкәнең күҙҙәре менән баға... үҙемә һонолған тылсым ҡулын йәнә ҡайырып һындырмаһам ярар ине, тип ҡурҡам...
-- Эйе... – тине Сәғит. – Аяныс...
-- Тәбиғәттең ул пак ҡулын кем һуң ҡасан кире ҡайтарып бирер? Ҡасан?..
Башын егет яурынына һалып барған Сәғиҙәнең күҙҙәренән ике бөртөк тәгәрләне, юлдашының ҡул һыртын сылатып бешерҙе. Икеһенең тиң рәхәт һулҡылдап һыҙланыуы улар өсөн әсе аяныслы ла, сикһеҙ ләззәтле лә ине. Сәғиттең күҙ алдын татлы ҡараңғылыҡ томаланы, башы, үкһеткес моңға тулышып, түбән эйелде. Сикәһендә ҡыҙҙың ебәк сәс бөртөктәренең ҡытыҡлауын тойомлап, ниңәлер аң төпкөлөндә ап-аҡ шау-сәскәгә күмелгән, әсә-олононан ҡайырып алынған баллы йүкә ботағы төҫмөрләнде, шул ботаҡтың һыҙланып-асырғаныуы, әйтерһең, көллө донъя һулаған һауаға һеңеште. “Ул мине аңлай, аңлай! Әсенеүҙәребеҙ бер иш. Әлдә донъяла ул, ул бар әле!” – Ошондай нескәлекле хистән яңырып елкенде егет, эсендәге ауырттырғыс бер яраһына һиҙҙертмәй генә бальзам һалған, әммә үҙе лә бер ҡатарҙан һыҙланып барған был иҫ киткес яҡын йәнде һулышы менән һурып алырҙай булды. Эйе, кешеләрҙе кеше итеп тойорға мәжбүр иткән изге тойғо – Тәбиғәттең аҡ еңле ҡулын, сафлығын үҙ ҡулың һәм сафлығың итеп хис итеү – беҙҙең йөрәктәрҙә тере, моңдаш һәм тоташ икән. Ошо тоташлыҡты тоймаған, йәғни тойоу һәләтенән яҙған бәндә кеше лә түгелдер инде...
V
Спектаклдәрҙә Сәғиҙәгә рампа аша борғаланып иң ҙур, затлы гөлләмәләр бүләк итеүсе, ә театрҙан сыҡҡан ерҙә ҡаҡ асфальткә һуҙылып ятып ҡыҙҙың нәфис аяҡтарын үбергә яҫҡаныусы беҙ белгән сәмле һөйәрмән, сеп-сей ерән сәсле, ерән һаҡаллы һәм бер иш ерән костюмлы ир-азамат, Авиация институтының двигателдәр буйынса шәп белгесе Алғыр Ниәтшин ине. Танауына иҫ кергәндән үк ашамай-эсмәй, ҡыҙҙар артынан сапмай, тигәндәй, ғүмерен фәҡәт уҡыуға, белем алыуға арнап, утыҙ ғына йәшендә үк үҙ һөнәре буйынса төплө белгес – техник фәндәр кандидаты булырға өлгөргәйне. Йәшлек тигән елпелдәк ғүмерҙең һиҙҙертмәй генә үтеп барыуын тойоп, һиҫкәнеп үк уйланды егетең бер заман. Яртылаш яҙылған докторлыҡ диссертацияһын туҡтатыбыраҡ торорға ла аҙ-маҙ баш-күҙ алырға йәғни башлы-күҙле булырға ниәтләнде, ә бының өсөн иң кәмендә ваҡытты сарыф итергә -- ҡыҙ һөйөргә кәрәк ине. Ҡапыл уянған күңеле уны шаулы-йәнле донъяға – гүзәл заттар эйәләшкән төрлө күңел асыу урындарына, ә йәмле йәй көндәрендә Ағиҙел буйҙарына тартты. Шунда ғына ул ҡыҙ-ҡырҡындың таҫма телдән ҡолаҡ аша ғашиҡ булыуҙарына, бармаҡтағы, галстуктағы, яға һәм ең ҡаптырмаларындағы ялтырауыҡ аҫылташтарҙы күреүҙән иҙерәп йомшарыуҙарына һәм затлы автомобилгә, катерға ултырып гиҙеүҙәрен ысын бәхет итеп һанауҙарына ныҡ инанды ла шул йүнәлештәрҙе үҙләштерергә ғалимдарса иҫәп-хисаплап кереште.
Заманының иң шөһрәтле автомобиле һаналған “Волга”ны ул күптән үк эйәрләгәйне. Инде килеп иҙелдең һыу юлдарында ла һис кемде еткертмәҫ өсөн, үҙ һыҙмалары буйынса катер яһаны һәм уға әлегәсә күрелмәгән, елдәй осортоп йөрөтмәле двигатель әмәлләп ҡуйҙы. Беренсе һынауҙан уҡ уның һыу юлында бер кемде лә еткертмәйәсәге, бер кемгә лә ал бирмәйәсәге асыҡланды. Моторының ҡолаҡ ярып шарылдаған тауышынан осраған һәр кем биҙәрләп, өҫтөнән жалыуҙар яҙып, милиция әһелдәре уны, йәғни “йылға хулиганын”, тоторға итеп ҡараһа ла, күҙ асып йомғансы катерында атлығып китеп юғалды, шуға күрә, “ерән һаҡаллы”нан башҡа, исем-фамилияһын да белә алманылар.
Милиция әһелдәре торараҡ хәйләгә һалышып, кәмә туҡталыштарынан катерҙы ентекләп эҙләй, тейешле урындарға күҙәтсе ҡуйып һағалай башлағас, яңынан эшкә тотондо ла елдерткесен амфибия итеп яһап сығарҙы – инде ул һыуҙан да, ҡоро ерҙән дә берҙәй еткертмәй үтә...
Ҡапҡан һайын ҡалъя булмай, тигәндәй, ҡайһындай ғына гүзәл туташтар, ханымдар тап килһә лә, күңеленә йоп килмәй -- өс көндән һуң сәме ҡайта ла ҡуя. Һайланып йөрөй торғас, берҙән-бер аҫылйәргә йәне тартылыуҙан дүнмәне, ә, киреһенсә, күргәне һайын йөрәк ялҡыны нығыраҡ дөрләй барҙы – Балет театрының йәш примадоннаһы Сәғиҙә һылыу ине ул. Алғыр Ниәтшин ныҡ иҫәпле ғалимдарса ошоно теүәл бизмәнләп, артабан хисте тарҡатмаҫҡа, рампа артындағы алиһәнең күңелен көрмәкләп алыу өсөн бөтә көстө һалырға ниәтләнде...
Сәғит иһә был осорҙа эшендә яңы үҙгәрештәр кисерҙе. Ярға килтереп терәткән буксир кәмәһенең ватылыуы үтә етди икәнлеге асыҡланып, комиссия уны, кәмәне, баштан-аяҡ йүнәтеүгә мохтаж тип иҫәпләп, суднолар ремонтлау заводына оҙайлы ваҡытҡа ҡыуҙыртты, шуға күрә экипажды башҡа урындарға эшкә күсерҙеләр. Сәғит иһә йылға пароходствоһы башлығының тура үҙенә кереп, Ағиҙелдә тәбиғәтте бысратыуға һәм уның балыҡ, башҡа йәнлек байлыҡтарын йыртҡыстарса ҡаҡшатыуға, ҡоротоуға ҡаршы көрәшеүсе инспекция төҙөргә ваҡыт еткәнлеген дәлилләне, шуның буйынса үҙенең күптән үк уйлап йөрөгән тәғәйен тәҡдимдәрен әйтте. Башлыҡты ла был мәсьәлә борсоған булһа кәрәк, сөнки ихлас тыңланы ла кисектермәй хәл ҡылды: пароходствола тәбиғәтте һаҡлау буйынса инспектор һәм уның ярҙамсыһы штаттарын булдырырға, тиҙ йөрөшлө бер катерҙы шуларға беркетергә. Инспектор итеп, әлбиттә, Сәғит тәғәйенләнде, ә ул үҙенә ярҙамсы итеп ошоғаса бергә эшләгән йәш матрос Алешаны һайланы.
Бына бер заман йәмле Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары буйлап, йылғасыларҙы хайран ҡалдырып бортына ап-аҡ сәскә һүрәтләнгән һәм матур эре хәрефтәр менән “Томбойоҡ” тип исемләнгән кәмә елдерә башланы...
Сәғитте электән бер нәмә борсой ине: судноларҙың көнкүреш ҡалдыҡтарын, сүп-сарҙы, хатта мазут һәм башҡа яғыулыҡ бысраҡтарын шапырлатып һыуға түгеп китәләр... Хилафлыҡты тамырынан уҡ киҫмәгә етәкселек тарафынан ҡаты ҡарар ҡабул ҡылыныуына, ә туҡталыш урындарында махсус сүп-сар һауыттары, яғыулыҡ бысраҡтары өсөн цистерналар ҡуйылыуына өлгәште ул, шул экологик сараларҙы инҡарлаусы әрпештәрҙе йылға юлдары буйынса көнө-төнө, тигәндәй, туҡтауһыҙ эҙәрлекләп, көн күрһәтмәй йонсотто. Ағиҙел буйында “Томбойоҡ” күҙгә салыныу менән үк судноларҙың экипаждары һағая, итәк-салғыйҙарын йыйнарға тырыша...
Иң ҡыйыны – һыу өҫтәрен сыбарлаған эреле-ваҡлы шәхси катерҙарҙың ярым хулиган хужаларын тәртипкә күндереү ине. Бигерәк тә “ерән һаҡал” тип ләҡәпләнгән береһе теңкәгә тейә: ошоғаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән зәхмәт-моторын ҡолаҡ ярырҙай шарылдатып, артынан аҡ һыуҙа зәңгәр яғыулыҡ таптары ҡалдырып атҡан уҡтай осоп уҙа, ҡыуып етермен тимә...
Сәғит белә: был хулиган “ерән һаҡал” уҙған юлда томбойоҡтар киҫелә, балыҡ ыуылдырыҡтары ыуалып һәләк була, ҡамышлыҡта йомортҡа баҫыусы өйрәктәр ояларын ташлап ҡаса... ләкин “ерән һаҡал”ды тотоп булмай, шулай уҡ шәхси кәмәселәр исемлегендә лә ундай шашҡын тиҙлекле катер хужаһы теркәлмәгән. Шуныһы ла хәүефле: был азамат ҡала халҡының иң яратҡан, иң саф һыулы һәм һауалы ял итеү төйәгенә -- Ағиҙелгә тоташҡан, кәмәләргә инеү тыйылған иҫке үҙәндең – Томбойоҡкүл иңен буйлатып шарылдата икән яһил катерын...
Бер көн Сәғит Ағиҙелдә шул мөртәтте эҙәрлекләп маташҡанында ымһынып тороп ҡалды: уны еткертмәй, ҡырт ҡына боролоп, Томбойоҡкүлдең ап-аҡ сәскәгә күмелгән томбойоҡтарын яман шар-шор ярҙыртып инеп китеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе лә, йәһәт ярға төшөп, такси яллап, хулиганды ауламаҡҡа Томбойоҡкүл буйҙарын байҡап уҙҙы, әммә таба алманы. Шуныһы сәйер: томбойоҡтарҙы тураҡлап уҙған эҙе ярылып ята – үҙе юҡ, әйтерһең, йә һыу аҫтына сумған, йә һауаға боҫланған...
Ләкин нисек тә яһилдың эҙенә төшөү, вәхшилек һуҡмағын киҫеү – инспекторҙың мөһим бурысы ине.
Достарыңызбен бөлісу: |