ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет16/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   24

-- Халыҡ шөйлә кеҫә ҡалынайтты хәҙер, -- тип ағас аяғын түҙемһеҙ туҡылдатты атай. – Үрмәләгән, күттән шыуғаны шаңғырҙап торған бүрәнәнән бура бөтөрөп керә. Тәк ышту, беҙҙең өлөшкә лә аҡмаһа ла тама. Әле ырамын, әле ишек-тәҙрә яңағын яһатырға килтерәләр. Ә үҙ ағасыңдан әтмәләһәң, уғата файҙалыраҡ. Ҡуллы кешегә көрәп алырға була, ашата беҙҙең кәсеп!

-- Мин колхозда эшләрмен, атай.

Мотиғулла иҙәнгә сарт-төкөрҙө:

-- Һи алйот, колхозға эшләп кем байыҡҡан? Ярай ҙа, бер-берәй түрә остоғо булһаң, мәҫәлән, келәт асҡыстарын услаған Ғәйзулла, йәки МТФ мөдире Ғәйнулла һымаҡ. Ә инде осло ҡәләм тотоп өҫтәл артында ултырһаң, бигерәк тә шәп! Ләкин ундай төшөмлө урындар беҙгә тәтемәҫ – көллөһө үҙ-ара бүлешеп алынып бөткән...

-- Аяҡ-ҡулым һау – һәнәк-көрәк тотоп та төшөрәсәкмен ул төшөмдө!

-- Һәнәгең менән тырнап, көрәгең менән көрәпме?

-- Колхоз үҙебеҙҙеке, намыҫлы хеҙмәт үҙ баһаһын аласаҡ.

-- Ноль бөтөн дә нолдән ноль иҫәбенәнме? Тот ҡапсығыңды киңерәк! – Мотиғулла, үҙе яһап кейгән ағас аяғы менән туйтаңлап, сайыр еҫе аңҡытҡан аласығына атланы. Ярһып таҡта йышҡаны ишетелде:

-- Колхозға бил бөгөп кем бөтәйгән, кем туйған? Әҙәм эрәтле тимер аяҡлыҡ та эшләп ала алманым!..

Саң һырған бысраҡ тәҙрә үтә атаһының маңлайына аҡ ҡылған сәсе ялбырап төшкән тирле йөҙөн шәйләп һыҙланып ҡуйҙы Зәйни. Белә-белгәндән үк шулай ағас йышып тамаҡ туйҙыра. Ике усы ҡалын үгеҙ тиреһенән иләнгән күндәй ҡатҡан, бер-береһенә ышҡылғанда ут сәсрәй. Һаман берҙе бишәү итеү, бөтәйеү хаҡында хыяллана. Ләкин тапҡанының яртыһын эсеп торғанлыҡтанмы, әле булһа йортҡа ҡот ҡунғаны юҡ...

Зәйни, атаһы артынан инеп, һары таҫмаларҙың йышҡы аша шажлап атлығыуын ҡыҙығып күҙәтте. Көрәк ҡулдар талыу белмәй етеҙ хәрәкәтләнә, Мотиғулла уның баҫып тороуына иғтибар итмәгәндәй. Тоҙло тиргә ҡатҡан керле күлдәген өлпәйткән көмөрө арҡаһын төҫмөрләгәс, Зәйни күңелен тәрән ҡыҙғаныу хисе күмде. Өндәшмәй, икенсе верстакта өйөлөп ятҡан ҡорамалдар эргәһенә килде. Тупаҡланған нәҙек ҡул бысҡыһын алып, тештәрен игәүләне. Улар шулай бер-береһенә һүҙ ҡатмай байтаҡ эшләнеләр. Бысҡы үткерләнеп бөткәс, Мотиғулла улына яҡынланы. Осло ҡорос тештәргә баш бармағын сыйҙыртып ҡараны. Етеҙ хәрәкәтләнеп, бер шаҡмаҡты бысып төшөрҙө.

-- Маладис, улым. Ҡулдарың икмәккә йәлсерлек. Һөнәремде биреп ҡалдырыр кешем бар икән әле.

Ҡушарлашып йыша башланылар.

-- Атай, кемгә эшләйһең был ырамдарҙы?

-- Ғәйнулла түрәгә ине лә. Яңы төкөтмәһенә веранда үҫтергән бит. Кәләш алырға итә, ти

-- Кәләш?! – Егеттең ҡолағы ҡарп итте. – Ниндәй кәләш, кемде ала?

-- Кемде тип ни, түпрә йораты түрәнән яусылай инде ул. Йыуанҡорһаҡ келәтсебеҙ Ғәйзулланыҡын, тиҙәрме шунда.

-- Нәғимәнеме?

-- Нәғимә, тиҙәр, буғай.

Атаһы үлсәп-бысып һалған киҫәктәргә шикле ҡараш ташланы Зәйни:

-- Ғәйнулла түрәгә, тиһең инде... Әйтәм, колхоз таҡтаһына оҡшап тора.

-- Унда һинең эшең булмаһын, улым, -- тип өтөрәйҙе Мотиғулла.

-- Ферма алдына бит өсөнсө көн генә килтереп бушатҡайныҡ.

-- Шыма таҡта аҙмы ни был донъяла? Юҡты-барҙы күрмә алай, йүнһеҙ бисәләр кеүек.

-- Был бит күрәләтә урлау!

-- Шыш! Телеңде тешлә, улым. Атайыңдың кәсебенә тығылма. – Тәҙрәгә ҡараны ла, ҡабаланып, таҡта өйөмөнә алама брезент ярпыһы япты. – Темеҫкенеп инеп тә килә инде анауы ярғанат. Көн дә эттәй бер еҫкәнеп сыҡмаһа, тамағы туймай торғандыр! – Күрше Мохтар бабайҙың бирегә ыңғайлауы күренде. Ул ингәндә Мотиғулла, йышҡыһын йәһәт йәшереп, верстагы өҫтөндә тәмәке урап ултыра ине.

-- Әссәләмәғәләйкүм, шабра75! – Ҡарт, ҡолғалай нәҙек-оҙон һынын саҡ бөгөп, тәбәш ишектән ҡыйынлыҡ менән керҙе.

-- Вәссәләм, шаҙра. – Бабайҙың йөҙө ысынлап та эре шаҙра – быжыр ине. – Ниңә йыландай ҡырҡҡа бөгөлөп этләнеп йөрөйһөң? Йомошоң булһа, тәҙрә сиртһәң, үҙем үк сығыр инем.

-- Этләнергә ваҡыт юҡ әле, мырҙам. Үҙең беләһең, ферма һөтөн сепаратҡа ташыйым. Эште яйға һалғым килә.

-- Йә, хуш?

-- Әрйә әтмәләйһе ине арбама.

-- Әтмәлә.

-- МТФ Ғәйнулла үҙе ебәрҙе һиңә. Ана, таҡта тейәп килтерҙем.

-- Ваҡыт юҡ! – тип ҡырт-киҫте Мотиғулла.

-- Атай, мин үҙем...

-- Сеү! Колхоз өсөн ҡулың ҡысытып торамы әллә? Бар, күрше, бүтән оҫта эҙлә. Бында аңғыралар юҡ.

Мохтар ҡарт, иҫе китмәй, әлеге брезент ярпыһы япҡан таҡталар өҫтөнә сүгәләне. Япма аҫтын тарамыш ҡулы менән һәрмәп ҡараны. Күҙен алмай шәйләгән Мотиғулла ярһыны:

-- Ниңә һыйырҙай ларҡайҙың? Күт тырнар ҙа ваҡытым юҡ, әйтәм бит! Әйҙәгеҙ, сыҡтыҡ! – Аласығын йоҙаҡлай торған баулы асҡыстарын шалтыратты.

-- Атай, туҡта әле. Йүнәтеп бирәйек олатайҙың арбаһын.

Мохтар бабай йәнә лә брезент аҫтын ҡамшаны:

-- Тап ошоноң ише матур итеп юнылған, бынамын тигән шыма таҡталар килтерҙем, мырҙа, фермаға ҡайтарылғандан... – Күҙҙәрен сөкөрәйтеп, Мотиғуллаға хәйләле тексәйҙе. – Колхоздыҡын – колхоз мәнфәғәте өсөн, әлбиттә. Ә һиңә ҡасан шылдырып өлгөрҙөләр?

-- Һәй һәптән, буғыңа тайып йығылғыры! Күпте күрһәң, күҙең сығыр йәки тиҙ ҡартайырһың.

-- Һәптәндәр ылау йөрөмәй, йәки таҡта ла йышмай, ә осло ҡәләм услап өҫтәл артында ултыра, мырҙам.

Мотиғулла ҡаж-ҡож йүткеренде.

-- Бушатайыҡ, олатай, таҡтаңды – үҙем эшләп бирәйем, -- тине Зәйни, атаһының ҡырыҫлығын йомшартырға тырышып. Мотиғулла өндәшмәне.

-- Әле генә әрменән ҡайтҡан балаңды ла үҙ көйөңә йырлатырға самалайһың бит, мырҙам. Аҡылың булһа, һин уның колхозға ылығыуына аяҡ салма. Донъя уларҙыҡы хәҙер.

-- Уларҙыҡы булһа, ете ҡат тиреһе туҙғансы тырышһын, әйҙә. Ҡарап ҡарарбыҙ: күпме тамыҙырҙар икән!

-- Аҙмы, күпме – бөтәбеҙ тиң шул хаҡҡа йөрөйбөҙ ҙәһә! Ил күргәнде күрәбеҙ. Зарланмайбыҙ.

-- Зарланмайһығыҙ шул – иҫәүәнгә тары көбө лә ярма! – Мотиғулла, дөбөр-шатор килтереп, верстактағы шаҡмаҡтарҙы иҙәнгә быраҡтырҙы. Күбәләй һары йомосҡаны яҫы еңе менән ышырып төшөрҙө.

-- Әйҙә, киттек олатай. Тауарыңды күрһәт, -- тине Зәйни. Ҡапҡа алдында ҡарттың егеүле алашаһы ҡамтарылған икән дә. Таҡталарҙы ихатаға индереп ауҙарҙылар.

-- Ай-һай, күберәк сумырғанһың! – тине Зәйни.

-- Мин түгел бит, Ғиндулла түрә үҙе күп итеп тейәтте. Артһа, күҙ күрер, тине.

-- Арбаңа сирек өлөшө лә етәсәк. Тағы ла нимә яһарға кәрәк, олатай?

-- Әлләсе. Түрә уныһын әйтмәне. Биргән тиклемен ауыҙ асмай тейәнем дә киттем. Аръяғын үҙенән белешерһең. Бәлки, икенсе берәй нәмәгәлер, колхоздың тишеге күп бит..

Зәйни ылауҙы, борошоп, ҡапҡанан сығарып ебәргәс, бабай уның яурынына ҡулын һалды:

-- Дөрөҫ бараһың, улым. Атаң һүҙен ал, ләкин үҙеңсә эшлә. Ололар ҙа ҡайсаҡ яңылышалар. – Арбаһына ултыра-ултыра өҫтәне: -- Хәҙер колхоз һин хеҙмәткә киткәндәге кеүек үк фәҡир түгел инде. Шөйлә йән керҙе. Беҙ ҙә аҙлап ҡабырғаларға май һырыта башланыҡ. Әүәлге таяҡ урынына тос ҡына һум бирәләр. Йән башына ашлығы ла эләгә. Тик шуныһы хилаф, улым: хеҙмәтеңде баһалау әүәлгесәрәк һаман. Эшләгәндең ҡатарынан эшләмәгән дә тешләй, йыйын мутйән етәкселеккә үрләй. Ә эш хаҡыбыҙ анауы күрше генә совхоздыҡынан күпкә ҡайтыш, шуға күрә халыҡ китә, коллектив хужалыҡтың ҡомо ҡойола. Юҡҡамы ни атайың, отороһо тотоп, тәртә тибеп һындырырға сығынлай. Әммә һин, йәш быуын, тоғро юлды табырыңа иманым камил.

Зәйни, арба әрйәһенә етерлек таҡталарҙы үлсәп бысып, һурҡытырға аласыҡтың һыулыҡ буйына һөйәне. Ҡалғандарын лапаҫ аҫтына тәңкләп өйҙө. Атай кеше, аласыҡ мейесендәге сүп-сарға ут төртөп, киҫкә бүкән өҫтөндә уйланып ултыра ине. Бармаҡ араһына тәмәкеһе ҡыҫылған. Ялҡын теле бәйҙән ысҡынырға сапсып торған дағалы аттай дөһөрҙәп бейей. Шунан күҙен алмайынса, утыҙынсы йылдар башында тәүге колхоз ойоштороуҙарын хәтерләйме был, әллә фин һуғышында ҡатнашыуынмы? Йәиһә Бөйөк Ватан һуғышында Мәскәү эргәһендә аяғын юғалтыуынмы? Хоҙай белһен.

Ҡыҙыл ут шәүләһе, күбәләктәй елпенеп, ҡырынмаған ҡырыҫ бите өҫтөндә уйнай. Күк һипкелгә оҡшаған дары төртөктәре уғата йәмһеҙләтә. Кем белә, бәлки, ошо мәлендә ул ни бары бер “ярты” тураһында хыяллана торғандыр. Эштән бушанғас, кис эсеп ятырға. Унан һуң иртүк тороп баш төҙәтергә. Яһаған тәҙрә ырамдарын ҡиммәтерәк хаҡҡа “осорорға”. Бергә эсешкән ревкомиссия ағзаһы арҡылы тағы ла бер тоҡ аҡ он эләктереп, Зәйниҙең әсәһе үлгәндән һуң алған йәш бисәһенең шыңшыуҙарына сик ҡуйырға.

Тәртә араһында ҡартайған йөк атын хәтерләтә был атай. Иҫ белгәндән әле -- он тип, әле -- утын тип, әле -- бесән тип, ағас аяғын туҡылдата-туҡылдата бөрсә кеүек һикереп йөрөүе генә ярылып ҡалған. Һәм пенсия алғаны һайын ҡаты тамаҡ ҡырып араҡы эсеүе, колхоз бригадиры, МТФ мөдире менән, бисәһе менән әрләшеүе. Шунан һуң көнө-төнө сыҡмай аласығында юнышыуы. Рәхәтләнеп аяҡ бөкләп ултырғанын хәтерләмәй Зәйни...

Инеүенә иғтибар итмәһә лә:

-- Колхоз аҡса биргәс, беҙҙең тиҫтер йәштәр аулағаш ҡорорға йыйына... – тип тынлыҡты боҙорға баҙнат итте.

-- Ҡатыш. Ата-бабанан ҡалған йола.

-- Үҙең беләһең, ҡайтҡандан биреле колхозда урыҡ-һурыҡ эшләйем. Уның хаҡы ла бик аҙ – айлығымды тулыһынса электр, радио өсөн тотоп ҡаласаҡтар... – тип ситтәнерәк уратты һалдат.

-- Шунан?

-- МТФ мөдире Ғәйнулла менән уртаҡ тел табырға булдым. Колхоз эштәренән һуң кистәрен олатайҙың арба әрйәһен үҙем ипләп бирермен...

-- Иплә һуң.

-- Эш хаҡы һинең исемгә яҙыласаҡ, һинән, инвалидтан, тотмаясаҡтар, -- тип ҡоро белдерҙе Зәйни.

-- Әһә, колхоздың ҡыҫыр һыйыр икәнен төшөндөңмө инде хәҙер?!

-- Шуның эсенән аулағашҡа етерлеген үҙемә бирерһең...

Мотиғулла бот сабып, хахылдап, уның күҙҙәренә ҡарап көлдө:

-- Ул таҡта ҡаҙ ояһы өсөн күпме юҡмыш һум да юҡмыш тинде көрәп алырға самалайһың, балаҡай?

-- Мин бит өр-яңынан яһап, тимерләп, ыҫтанына үҙем ултыртып бирәм. Иң кәмендә ун тәңкә.

Мотиғулла шыйылдатып һыҙғырҙы.

-- Ҡуй, улым, елдән быуаҙып, ҡойондан ҡолонлап йөрөмә улай. Мә, бынауы әҙер ике ырамды ҡултыҡла ла арғы ос Фатиманың биш тәңкәһен усыңа йомоп ҡайт. Ҡурҡма, үтескә генә бирәм – байығас ҡайтарырһың.

-- Левак аҡсаң кәрәкмәй миңә, атай. – Зәйни, кәйефе ҡырылып, үҙе эйәрләгән верстакты артыҡ-бортоҡ нәмәләрҙән арындырҙы. Атаһының көйһөҙ мисәү атылай һаман ҡырын тартыуы көйҙөрҙө йәнен. Ҡаш емереп ул тәмәкеһен бер талай төтәткәс, егет түҙмәне, ҡырҡа ғына һорай ҡуйҙы:

-- Атай, ниңә колхозды яратмайһың? Элек былай уҡ түгел инең. Үҙең ойошторошҡан коллектив хужалыҡ бит.

Сыжылдатып йышҡыларға керешкән Мотиғулла, ҡулына балта сабылғандай ҡырт-туҡтап, улының күҙҙәренә текләп ҡараны. Йышҡыһын быраҡтырып, верстак өҫтөнә менеп ултырҙы, яйлап икенсе тәмәке төрөргә тотондо. Уның ауыҙынан төтөн, ҡара мунса тындығынан бәргәндәй, ҡуйы боролдап, һөрөмләнеп сыҡҡандай ине. Быуыла-быуыла йүтәлләгәнендә Зәйни яғына пушка көбәгеләй тоҫҡалған ағас аяҡҡа ҡаҡырығын яңылыш төшөргәйне, янынан йәһәт йомосҡа услап алып, ышырып ырғытты уны. Таҙарыуына мөрәхәтһенмәй, кәштәләге ҡасауына ҡул һуҙҙы, тапланған аяҡты оҙаҡ мауығып ҡырсыны... Зәйни быны ярым сирҡанып, ярым ҡыҙығып күҙәтте.

-- Ҡайҙан алып әйтәһең ул һүҙҙе, маңҡа малай? Беләһең килһә, колхозды мин үҙем бына ошо ҡулдарым менән күтәрҙем! – тип екерҙе, ниһәйәт.

-- Колхоздан һырт ҡайыраһың бит үҙең.

Мотиғулла ярһыны:

-- Мин – инвалид! Бөйөк Ватан һуғышыныҡы! Ни теләһәм, шуны ҡылам. Теләмәһәм, ботомдо күтәреп түшәмгә төкөрөп ятам. Бына ҡандай кеше мин!

-- Элек андай түгел инең дәһә, атай... – тине Зәйни йомшаҡ тауыш менән, үпкәләберәк. Мотиғулла маңлай тирен еңе менән һелтәп төшөрҙө.

-- Элек йәшерәк инем, түҙемлерәк инем. Теште ҡыҫып тәбил таяғына ла, нолгә лә эшләнем дә эшләнем. “Яҡты киләсәк өсөн” кәрәк ине... Ләкин туҡтауһыҙ киләсәк көтөп буламы? Ҡараңғыраҡ бөгөнгөлә лә әҙәмсәрәк йәшәргә кәрәктер бит? Тамағын ҡайғыртмай көнө-төнө ҡыуылған йөк атылай, тамам ыйыҡланып бөттөк бит инде! – Тәмәкеһенең төтөнө менән ҡуша ауыр һуланы. – Ғүмер тигәнең уҙа, улым, аҡҡан һыу менән барәбәр. Һеҙҙе асҡа үлтермәҫ өсөн нимәләр генә эшләмәнем! Ҡартлыҡ көнөмдә мин дә бит, түккән хәләл көсөмә тейешлеһен алып, кәмһенмәй һәм кәмһетелмәй йәшәргә теләр инем. Түләһендәр, хәтәбе, анауы совхоздағыса, дәүләттәгесә -- йығылып ятып тартырмын төп тәртәнән! Ә был хәлдә миңә ҡырыйҙан ҡайырыуым файҙалы. Балыҡ та бит, урыҫтар әйтмешләй, тәрәнерәк һыуҙы һайлай.

-- Үҙең беләһең, атай: беҙҙә совхоз түгел, ә колхоз.

-- Совхоз ерекмәне менән минең арала ни айырма? Ул – эшсе, ә мин колхозсы тип исемләнгән өсөн генәме? Икебеҙ ҙә ҡара ер бағып, ҡара тир түгеп көн күрә. Илгә бер үк икмәк үҫтереп бирәбеҙ. МТФ-ла һауып оҙатҡан һөттәребеҙ ҙә бер төҫлө. Ләкин түккән көстәребеҙ ике төрлө баһалана...

Зәйни был дәғүәгә яуап таба алманы.

-- Кем ерендә тороуыңды онотма, атай! – тип кенә ҡуйҙы. – Колхоз ере!

-- Уны мин онотмайым. Онотор инем дә, Ғәйнулла түрә оноттортмай. Әле бәрәңге ерен тартып ала, әле утынға ат бирмәй, әле бесән саптыртмай. Шул ҡытлыҡтарға тарымаҫҡа, илке-һалҡы булһа ла, уның йомоштарын да башҡараһың...

-- Шәхси йомоштарынмы? – тине Зәйни, атаһы тап шул Ғәйнуллаға тип яһап ҡуйған тәҙрә яңаҡтарына, ырамдарына төртөп күрһәтеп.

-- Түрә намыҫлы булһа ғына түрә ул. Шуныһын юйҙымы – настаяшший пан, йәғни ни ҡылһа ла ирке бар, йәне тартҡан тарафҡа бора ала. Сөнки егем атынан алып ашар ашлығыңа тиклем ауылдағы бөтә тормош сығанағы уның үҙенә ҡарай кәкере ҡулында. Теләй икән – тамыҙа, теләмәһә тарта ла ала. Барып ошаҡлап ҡара, башың ике булһа...

-- Бына ни өсөн һин шул панға тырышып эшләйһең, урланған колхоз таҡталарынан тәҙрә ырамдары ҡоршайһың! – тип көйөндө Зәйни.

-- Унда ҡыҫылышың булмаһын, башың йәш әле, балам! Тора-бара Ғәйнулланың һәм башҡаларының да асылы кем икәнен, бәлки, үҙең дә белерһең. Телеңде арҡылы тешләп, арбаңды ғына эшләп бөтә күр!

Колхоздың төрлө тармаҡтарына йүгереп йөрөгән Зәйни иртә-кисен, шул эштәрҙән бушанған арала, атаһы янына аласыҡҡа инеп китә лә Мохтар олатаһының баяғы заказын тырышып үтәй. Аҙна араһында таҡталарын бынамын тигән итеп тоташтырып, кәрәкле урындарын тимерләп тә ҡуйҙы. Мохтар бабай килтереп туғарған арба ыҫтанына күмәкләшеп күтәреп ултырттылар. Һөт феләктәрен ике буй теҙеп тейәрлек тәпәш кенә, уңайлы ғына фургон ишараты килеп сыҡты. Ҡартлас иһә ҡыуана-ҡыуана атын егеп, яңы эште Ғәйнулла түрәгә күрһәтергә лә Мотиғулла оҫта исеменә “нәрәт яптыртырға” дөбөр-шатор елдерҙе. Уны оҙатып ебәреп, ҡапҡаны япҡас, Мотиғулла нигеҙ буйында ятҡан, арба әрйәһенән артып ҡалған биш буй таҡта эргәһенә килде.

-- Метр ҙа етмеш биштән үлсәп бысҡыла, улым, өсәүһен, -- тип бойорҙо ул, шөйлә уйланып торғас.

-- Нимәгә ул, атай?

-- Ишек эшләйбеҙ, ишек. Ғәйнулла үҙе ҡушты.

-- Ғәйнулла? Нимәгә ул ишек, кемгә? – Зәйни төпсөнә бирҙе.

-- Уныһында беҙҙең ҡыҫылыш юҡ. Ҡушҡас, үтәргә кәрәк.

Улының һаман тешегеп тороуын күргәс, Мотиғулла, йомшарып, ярамһаҡлы тауыш менән дауамланы:

-- Кемгә булһын, ҡарауыл йортоналыр. Иҫең киткән икән иҫке сәкмәнгә! Үҙең әйткән дөйөм хужалыҡтың тишек-тошоғо аҙмы ни?

Ых-бых килеп ишекте эшләп бөткәс, тышҡа сығарып һөйәнеләр ҙә артып ҡалған ике буй таҡта өҫтөнә бөксәйешеп ултырҙылар, бышлыҡҡан Зәйни кәзәкейен һалып ташланы.

-- Нимә, бешерәме? Яланда саф һауала ғына колхоз эшендә әштер-өштөр ҡыбырҙап йөрөү түгел шул, -- тине Мотиғулла.

-- Кем нисек бит. Мин анда ла ихласланып тир түгәм.

Атаһының талсыҡҡан күҙҙәре ҡойма өҫтөнән йүгереп, баҫыу ҡапҡаһы артындағы һарыланып бешеп килгән арыш ҡырҙарын иңләне:

-- Их, бар ине беҙҙең дә һабан һөрөп, ыҙан башына орлоҡ күкәйҙәре күмеп йөрөгән саҡтар! – Үкенепме, дәртләнепме, таҡта ҡырыйына ағас аяғын тыҡылдатты.

-- Ат һабаны артынан йөрөү ҡыйын булғандыр, атай?

Мотиғулла тәмәкеһен урта биленә еткергәнсе баҙлата һыуырып яуапланы:

-- Ҡыйын булһа ла, күңел көр ине, балам. Хистәр саф-таҙа ине. Ас-яланғас булыуыбыҙға ҡарамай, ысын күңелдән егелеп тарта инек. Яҡты киләсәк тураһындағы шиғар ҙа ҡанатландырғандыр. Һеҙҙең ише аяғөҫтө йоҡлап йөрөмәй инек.

Зәйни, алдарында ятҡан һыйыр буғына сытырҙата төкөрөп, әсе йымайҙы:

-- Үлгән һыйыр һөтлө була шул, атай. Ҡарттар гел боронғоно маҡтай, хәҙергене яманлай. Уға ҡалһа, хәҙергеләр ҙә насар эшләмәй!

-- Бәғзеләре, бәлки, күберәк тә, шәберәк тә эшләйҙәрҙер – һүҙем юҡ. Әммә илһам даръялары ҡороған – аҡса ғына көҫәйҙәр...

-- Һин үҙең дә шул яҡты ғына ҡайыраһың түгелме һуң? Бушлай эшлә, булмаһа. Яҡты киләсәк өсөн.

Тегенең кәйефе ҡырылды:

-- Мине үҙең менән тиңләмә алай. Етерлеген егелеп тарттым инде. Хәҙер бушлай ел ҡыуыр сағым уҙған.

-- Бәлки, бер һинең генә түгел, ә ғөмүмән халыҡтың андай сағы уҙғандыр, атай? Лозунгылар гөрләтеп кенә алдырып булмай хәҙер, билбау аҫтың ныҡ булыуы ла кәрәк.

-- Ә мин нимә тим һуң һиңә? Хатта бала ла бит, сабыйлыҡ осоронан сыҡһа, тәтәй-мәтәйгә, алдаштырыуға ышанмай башлай...

-- Алайһа был мәсьәләлә икебеҙ тиң бер һап та бер ҡалып икәнбеҙ шул, атай. Ләкин, ләкин...

-- Ләкин ана шул әтнәкәһе бар шул уның! – Мотиғулла, тамаҡ ҡырып, мыйығын бороп ҡуйҙы.

Өр-яңы әрйәле арбаһын шығырлатып еккән Мохтар бабай килеп туҡтаны ҡапҡа алдына. Ат башын ҡамтарып, оло резинка итектәре менән лап-лоп баҫып, хужалар эргәһенә үтте:

-- Әссәләмәғәләйкүм, ишек-мишек әҙерме?

-- Ишеге әҙер, мишеге булмаһа ла. Күтәрҙек, улым!

Зәйни яңғыҙ үҙе йөкмәп апарып һалды арбаға.

-- Ҡайҙа илтәһең, олатай?

-- Аныһын түрә үҙе белә.

-- Ғәйнулланың яңы һипләткән өйөнә түгелдер бит?

-- Әлләсе, әлләсе, балам. – Олатай тиҙерәк олағырға тайшанды. Арбаһына менеп ултырғас, башын бороп ҡысҡырҙы: -- Шабра, кәнсәләрҙә аҡса бирәләр. Кеше күбәймәҫе элек ишек-мишектәрең өсөн тейешлеһен барып ал!

-- Бер тин ҡуян, ун тин зыян өсөн туйтаңдап йөрөмәм инде. Улым, үҙең барып кил, ҡағыҙҙарына мин булып имза һуғырһың, -- тине Мотиғулла. Улының йәһәтләүен күреп өҫтәне: -- Аулағашлығыңдан артһа, Мифтахитдин дөкәненә һуғыл -- кеҫәңә бер сусҡа балаһын76 ҡыҫтырып ҡайт!

Ағай-эне ҡайнашҡан кәнсәләр алдында Зәйниҙең тиңдәштәре өйкөмләнешеп, буласаҡ аулағашҡа бишәр һумдан “колхоз ойошторалар” имеш. Ситтәрәк ҡыҙҙар ҙа тора. Нәғимә тигәне, муйыл-ҡара күҙҙәре менән көйҙөрөп, Зәйнигә төрттөрҙө:

-- Һалдат, ҡасан уйынға сығаһың? Бер күрендең дә боҫтоң -- әллә үгәй әсәйең йәбәрмәйме? – Эргәһендәгеләре хихылдашып тотанаҡланы. Ҡолаҡтарынаса ҡыҙарынған егет ни тиергә лә белмәне. Ахырҙа баш-күҙ алып:

-- Мин сыҡһам, һинең ише муйыл күҙҙәрҙе тиген ҡалдырмам! – тигән булды.

-- Уй, эсем ауырыуы, нимә тигән була бит әле! Шул телең булмаһа, ҡарға күтәреп алып китер ине үҙеңде!

-- Белмәйем әле, кемде кем күтәрер ине икән?

-- Ҡарға тиклем ҡарғаны күтәрә алырһың инде һин, шикләнмәйем!

-- Абайла аны, үҙеңде күтәреп алып китмәйем тағы! Хатта атайыңдан рөхсәт тә һорамайынса!

Ҡуңғыр йөҙө сейә кеүек ҡыҙарынған Нәғимә телен тешләне. Матур-нәфис йөҙөн ситкә йәшереп:

-- Ҡалай тигән буласы мынауы, оялмай ҙа... – тигән булды. Ҡыҙҙың оҙон керпектәре аҫҡа һәленеүен күреп, Зәйни йөрәген ҡайнар тулҡын бәүелтеп үтте. Кәнсәләрҙең бейек болдоронан бөркөт кеүек ҡанатланып менде ул. Был муйыл күҙҙәрҙе онотоуы мөмкинме!..

Инеүен бик дәртле инһә лә, ҡанаты һынған тауыҡтай көштәйеп сығып китте егетебеҙ. Бәхеткә ҡаршы, ҡыҙҙар таралып бөткәйне.

-- Аулағашҡа байыңды, байыңды! – тип ҡысҡырҙы иптәштәре. Зәйни туҡтаны, кеҫәһен ҡамшап, икеләнеп торҙо. Ахыры ҡул һелтәне:

-- Хәҙергә булмай, егеттәр. Ауырыҡһынып торам әле. Ҡатнашыр булһам, кискәсә килтереп еткерермен.

Лафкыла шығырым-тулы ир-ат, ҡатын-ҡыҙ; шунда уҡ асып һемереүселәр ҡушаһында “яғаһы аҫтына төшөрөп” ҡыҙарынып алған Мифтахитдин елкенеп һатыу итә. Ҡулға аҡса ҡунғанда, тип, көллөһө йүгерешкән. Кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә һыпырып алалар, сөнки тауарҙың булғанынан булмаған сағы күп. Ир-ат фәҡәт үҙ мәнфәғәтен ҡайғырта: аҡһурғыс башлы “сусҡа балалары” кеҫәләргә шыпылдап кереп кенә тора. Бәғзеләре стаканға Мифтахитдиндең үҙ ҡулынан ҡойҙортоп та эсә, ҡойоп биреүсе лә, әлбиттә, улар өлөшөнә керә. Талымһыҙыраҡтары тышта, кибеттең нигеҙ буйында уҡ, табын ҡороп ебәргәндәр. Ахылдай-ухылдай йоталар ҙа тоҙло балыҡ арҡаһын кимерәләр йәки еңдәре менән ауыҙ һөртөп кенә мөрәхәтһенәләр. Бер ағай ҡап-ҡара батҡаҡ эсендә хырылдап ята йоҡлап.

Зәйни әйтелгән шешәһен аласыҡта түҙемһеҙләнеп көткән атаһы алдына шыпылдатып ултыртты.

-- Һәй сәбәке малай, уңған булып сыҡтың бит, әй! Нисә тәңкә сумырҙылар? – тип ҡыуанды Мотиғулла. Зәйни өндәшмәне.

-- Аулағашыңа һалдыңмы һуң?

-- Ҡулға ни бары өс һум эләкте, атай.

-- Арба өсөн дә, ишек өсөн дәме?

-- Эйе.


Мотиғулла елкәһен ҡашыны:

-- Әйттем бит, елгә еленләп, боҙға быҙаулап йөрөмә, тип.

-- Был тьиклем үк оторҙар тимәгәйнем.

-- Отолмаҫҡа беҙҙә иң кәмендә хисапсы булырға -- ҡағыҙ-ҡәләм тотоп ултырырға кәрәк. Беҙҙең һымаҡ хөрәсәндәргә баһа эт илағыс бында.

-- Күрәләтә көс елгә осто! – тип килеште йәш быуын да.

-- Бармаҡ башындай ғына булһа ла шешкә ул, Ғәйнулла: үҙ хөкөмкәйҙәре үҙ ҡулында, ни ҡылһа ла уның хаҡы бар.

-- Шуға ла эш бармай беҙҙә.

-- Беҙҙә генә түгел – бөтә ерҙә. Йәғни бөтә совет илендә...

-- Атай, телеңде ҡыҫҡараҡ тот! – Зәйни тирә-яғына ҡаранды.

-- Совет иле тигәнем – үҙебеҙ булабыҙ инде... Эш хаҡын күтәреү өсөн, йәнәһе, тәүҙә колхозды байытыу кәрәк, тибеҙ. Ә бушлай кем эшләһен? Эшләмәгәс, нисек байыһын? Алйотлоҡ! Ошоноң менән биҙҙертәләр халыҡты...

Ҡапҡанан Мохтар бабайҙың онға батҡан тараҡандай ала-ҡола кәзә һаҡалы күренде. Мотиғулла, ҡабаланып, араҡыны йомосҡа аҫтына тыҡты:

-- Элмәңнәр ҙә йөрөр инде ошо ярғанат! Темеҫкенеп инеп килә.

Мохтар бабай аҙыраҡ ҡыҙмаса ине.

-- Әссәләмәғәләйкүм, шабра!

-- Вәғәләйкүм, шаҙра.

-- Бына аҡса алдым әле мин дә бөгөн. Эстә айғыр кешнәгәс, иллалла менән әбей ҡулынан өс тәңкәлекте ҡайырып, улымдың ҡул әжерен ҡайтарайым тип килдем әле. Рәхмәт, һүҙемде йыҡманы – бынамын тигән итеп әтмәләп бирҙе, таҡта фургонда рәхәтләнеп ҡуҡырайып йөрөйөм. Мин дә кеше бит! – Ҡартлас верстакка “сусҡа балаһы”н ултыртты. Мотиғулла ла, йөҙө яҡтырып китеп, сүп аҫтына боҫторған шешәһен һөйрәп сығарҙы.

-- Ултыр-ултыр, күрше. Улым, бар әле, әсәйеңдән икмәк менән бер-ике баш һуған һорап килтер.

Зәйни кире ингәндә шешәләрҙәге өс соҡортайға тигеҙ бушатылғайны.

-- Йә улым, яҡынла. Ир ҡорона керҙең инде хәҙер, гәрсә өйләнмәһәң дә. Атайың алдында аҙ-маҙ еппәреү әллә ни яҙыҡ булмаҫ, шулай бит, күрше?

-- Балиғ булған инде улың, үҙ тамағын үҙе туйҙырырлыҡ. Тик самаһын ғына белһен, шайтан ҡотҡоһоноң, тим... Әйткәндәй, күҙләп йөрөгән ҡыҙ-ҡырҡының бармы һуң?

-- Булмай буламы инде – баяғы шул келәтсе Ғәйзулланың Нәғимәһе, тиҙәр бит. – Мотиғулла, хәйләкәр йылмайып, мыйығын һыпырҙы.

-- Шулай икән... хәйерле булһын. Тик Ғәйнулла түрә күҙ һалып йөрөй бит әле уға. Йортон да яңыртты – көҙгә туйлап алмаҡсы. Баяғы Нәғимәне, тим...

-- Һе! Ҡыҙ үҙе нимә тип әйтер әле? – Атай кеше улына күҙ йүгертте.

-- Атаһы ла шул Ғәйнулланы, бына-бына буласаҡ кейәүем, тип әйтә, ти...

Хәмерҙән ҡыҙа төшөп, эсе бошоп тыңлаған Зәйни кинәт кенә:

-- Ишекте ҡайҙа илттең, олатай? – тип ҡырт-киҫте.

-- Ҡайҙа булһын, туп-тура шул Ғәйнулла ихатаһына. Үлсәп эшләнгән, тирһең – яңы верандаһына шап итеп ҡалды!

Зәйни ырғып торҙо:

-- Колхозға эшләйбеҙ, тигәйнең түгелме ни, атай?

-- Әйтһәм, ни йомош? Уймаҡтай ғына булһа ла, түрә -- фармандарын үҙе бирә. Ҡайҙа ҡуйһа ла, ҡуя – үҙ ирке.

-- Бирермен мин уға иректе! Колхоз таҡтаһынан өйөнә ырамдар яһатыуы етмәгән, инде ишекте үҙләштерә! Атыңды егеп кил, олатай: ҡалған анауы ике таҡтаны кире фермаға алып кит!

Инде Мотиғулла түҙмәй һикереп торҙо:

-- Бирермен мин һеҙгә, бирмәй ҙә ни! Ҡағылаһы булмағыҙ. Улар минең таҡта!

-- Ҡайҙан килеп ул һинеке булһын, ти?

Мотиғулла улының ҡолағына эйелеп шыбырланы:

-- Иҫәрләнмә. Ул таҡталарҙы миңә Ғәйнулла ишек эшләткәне хаҡына һибәләне.

-- Әһә, шулаймы ни әле? Урлап үҙенә эшләтеүе етмәгән, өҫтәүенә, урланған таҡтаны эш хаҡы итеп тә бирә икән. Аҡылға ултыртырмын мин уны!

-- Аҡылың булһа, ярыҡ барабанланып шаулап йөрөмә, күтеңде биш ерҙән ҡыҫ! Мә алты һум. Бөкләп кеҫәңә тыҡ та аулағашыңа һыпырт. Бая Фатиманан болдорон йүнәтеп биргәнем өсөн алғайным, -- тип, улының йөрәгеңдә ҡуҙлаған утты баҫырырға тырышты Мотиғулла.

-- Ярамай, мырҙам, ярамай, -- тип Мохтар ҡарт та өгөтләне. Ләкин ҡаны ҡыҙып өлгөргән Зәйни, атаһының аҡса һонған ҡулын кире ҡағып, сығыуға йәһәтләне. Кирза итектәре менән урам буйы лап-лоп атлап, МТФ мөдире Ғәйнулланың быйыл ғына һаламын ҡуптарып ташлап, ап-аҡ шифер менән ябылған алты мөйөшлө йортона яҡынланы ла асыҡ ҡапҡанан ихатаһына күҙ һалды. Балауыҙҙай һары таҡталарынан сайыр еҫе аңҡытып торған верандаға, ысынлап та, бая ғына арбаға үҙе һалышып ебәргән ишек ҡаптырылғайны. Күп уйлап тормаҫтан, ишекте шытырлатып күгәндән һурып алды. Соландан, сыр-сыу ҡубып, түрәнең оҙон тороҡло әсәһе йүгереп сыҡты, аҙбар яғынан хужа үҙе лә күренде.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет