ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет22/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26

Өйҙә

1

Гөлйөҙөм, әсәләренән ҡайтып, көпөһөн сисеп сөйгә элде. Өй ҙә, иртәнсәктән бирле яҡмағанға, һыуынып киткән. Балалары өшөп, бөршәйешеп, алама юрғанға уранышып ултыралар. Тик,Тимербулат ҡына, өҫтөндәге терһәк, салғыйҙары ямау менән сыбарланған аҡһыл бумазый кәзәкейенең төймәләрен ҡымтып элеп, ҡул тирмәне янына тубыҡлап ултырып, уны дыһырлатып бойҙай тарта. Был бойҙайҙы кисә ул, совет өйөнә барып, ярлылар комитеты өләшә торған игендән өс балаға тейгән өлөштө тоҡсайға һалып алып ҡайтҡайны. Кисә әсәһе уны ағас килелә төйөп,- елгәреп, тәмле итеп күзә бешереп ашатҡайны. Иртә менән ике таба ҡурмас ҡурып, аҡ майға бутап ашанылар. Ҡалғанын тартып, киске ашҡа ыумас ыуып бешерергә кәрәк ине. Тик аш ҡатығына кемгә барып килергә инде? Тирә-күршеләге һыйырҙар һыуалып бөттө. Үҙҙәренеке февралһеҙ быҙауларлыҡ түгел.

Гөлйөҙөм килеп инеү менән өлкән ҡыҙы Әлфиә:

— Әсәй, асыҡтым, — тине. Әсәһе уны аҙыраҡ орошоп алды:

— Көйләнмә юҡты. Уҫлаптай башың менән бәләкәсте ҡотортаһың. Ул өндәшмәгәндә, һин уның иҫенә төшөрөп ултырма инде. Хәҙер бына ағайың тартып бөтһөн дә тәмле итеп аш бешерербеҙ.

Ҡыҙ әсәһен бүтәнсә йөҙәтмәне. Үҙенең сәсенә йәбешеп уйнай башлаған туғаны менән айпашты.

— Ғәйшә, тием, тартма сәсемде, ауырттыраһың бит. Ғәйшә тыңламаны, һаман уйнаны.

— Ах, ялбыр, мин әле үҙеңдең ҡырҡмышыңды йолҡһам! — Ул уны юрамал ғына сәсенән тартып сырылдатты ла: — Әһә, шулаймы ни, тик ят, — тине.

Гөлйөҙөм улынан:

— Улым, әллә бөгөн уҡыманығыҙмы, иртә ҡайтҡанһың түгелме? — тип һораны.

— Ниңә, уҡыныҡсы. Уҡытыусы ағай: “Иртәгә олосҡа собраниеға китәм, мәктәпкә килмәҫһегеҙ”, — тине. Эй унда уҡыу ҡыҙыҡ. Ул беҙгә бер яҡшы йыр өйрәтте. Көйө лә яңы.

— Йә, ниндәй, йырлап күрһәт әле?

Тимербулат, тирмәнен ҡуйып тороп, йырлап күрһәтте. Ул әсәһенә туп-тура ҡарап, уйланып, һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп алды.

— Туҡта, бына былай икән:



Һайра, һайра, эй һандуғас, һайра, йыуат, күңелем ас,

Һайра, йырла, асылһын гөл, сәскә атһын алмағас.

Йәшәһен, йәшәһен, шанлы ҡыҙыл ғәскәрҙәр.

Йәшәһен, йәшәһен, шанлы ҡыҙыл ғәскәрҙәр.

Гөлйөҙөмгә көй ҙә, йыр ҙа оҡшаны. Улының ҡыйыулығы, зирәклегенән уның күңеле йомшап китте. Ул, Тимерҙең янына ултырып, уны иркәләп һөйҙө.

— Эй балаҡайым, ҡайһылай тиҙ отҡанһың.

— Матур йыр бит, әсәй, эйе бит?

— Бик һәйбәт, көйө лә еңел.

— Беҙгә уҡытыусы ағай уны күсертеп яҙҙырҙы. Тәүҙә үҙе ҡара таҡтаға яҙҙы, беҙ уны күсерҙек. Шунан үҙе йырлап күрһәтте. Уның тауышы ҡалын, гөрөлдәп тора. Беҙ отоп бөткәс, һабаҡтан һуң мәктәп ишеге алдында шул көйгә йырлап, марш баҫып йөрөнөк. Уҡытыусы ағай үҙе: “Раз-два...” — тип торҙо.

— Бәй, улай булғас, һеҙ ҡыҙыл армеец булып бөткәнһегеҙ инде. — Гөлйөҙөм улына ҡарап, ҡыуанып йылмайҙы.

— Эйе, ҡыҙыл армеец булабыҙ шул. Ҡаҙанҡаптың малайы Ырыҫбай шагом йөрөгәндә яңылыша ла яңылыша. Шунан уҡытыусы ағай әйтә, ни ти: “Эй, Ырыҫбай, көйҙө тыңлап ҡына, иптәштәрең кеүек, тапҡыр ғына баҫып өйрән. Улай аяғыңды ла йөрөтөргә өйрәтмәгәс, ҡыҙыл армеец та була алмаҫһың, союз молодежға ла алмаҫтар”, — ти. Ырыҫбай шуға ауыҙын бәлшәйтеп илап барған була. — Тимербулат ҡытҡылдап көлөп ебәрҙе.

— Ә һин дөрөҫ баҫтыңмы һуң?

— Дөрөҫ.


— Ҡана, тартып бөттөңмө? Көн кисәүләй.

— Хәҙер, әсәй, саҡ ҡына ҡалды. — Ул тағы ҡул тирмәнен дыһырлатты. — Әсәй, беҙҙең уҡытыусы ла атайым кеүек коммунист икән.

— Әллә. Ҡайҙан беләһең?

— Бәй, үҙе әйтте. Анау ял көнө өс ауылдан да уҡытыусылар килгәндә нардомда собрание булды бит. Ул шунда һөйләгәндә: “Беҙ, коммунистар, халыҡтың алдында беренсе булырға тейешбеҙ, беҙҙең большевиктар партияһы бөтә иҙелгән халыҡҡа, эшселәргә, крәҫтиәндәргә, бөтә халыҡҡа авангард”, — тип һөйләне. Әсәй, ул авангард тигәне ни нәмә була икән ул, ә?

— Белмәйем шул, улым. Беренсе тип әйткәс, халыҡтың алдынан йөрөүсе тигән һүҙҙер инде ул. Үҙең унан һорашһаң ни була һуң?

— Дәрескә барғас, һорайым әле. Һәйбәт ул беҙҙең уҡытыусы ағай. Әсәй, мин союзға яҙылайыммы, ә?

Гөлйөҙөм, ярлы халыҡты яҡлап, Ныязғол һымаҡ, халыҡты иҙеүсе байҙарға ҡаршы йәнен-тәнен аямай ҡан түгеп һуғышыусы Айбулат кеүек коммунистарҙы бер туғаны шикелле ярата. Уларҙың ниндәй ауырлыҡтарға ла ҡарамайынса ирек, тигеҙ хоҡуҡ, ярлы крәҫтиәндәр өсөн ер-һыу алып биреү өсөн, уларҙы ҡурсып, көстәрен йәлләмәй тырышыуҙарына ул ихлас һоҡлана. Күңелендә уларға айырым бер хөрмәт, ныҡлы ышаныс һаҡлай. Уларҙың был оло көрәштә еңеп сығыуҙарына аҙ ғына ла шикләнмәй. Шуға күрә ул Совет власы тураһында саҡ ҡына ҡыя һүҙ әйтеүсе булһа, ундайҙарға теш-тырнағы менән ҡаршы тороп, советты яҡлай. Ул йөрәгенең иң тәрән ере менән большевиктарҙың бик ҙур бер хәҡиҡәтте килтереүселәр икәнен хис итә ине.

Уның һандығы төбөндә Айбулаттың фронттан яҙған бер хаты әле лә һаҡлана. Һандыҡ ҡутарған һайын ул уны, юғалмаһын әле тип, билдәләп ҡуя. Айбулат ул хатында: “Ат саба тип, эт саба, эт саба тип, бет саба, Колчак саба тип, Юденич саба, Юденич саба тип, Деникин саба. Беҙ уларҙың ат кеүектәрен дүрт яҡҡа һөрлөктөрөп йығабыҙ. Эттәренең ҡойроҡтарын киҫеп, олотоп ҡыуабыҙ. Беттәрен тырнаҡ менән һытабыҙ. Сөнки беҙ, большевиктар, бөтә эшселәр, бөтә крәҫтиәндәр, бөтә иҙелгәндәр менән бергәләшеп, үҙебеҙҙең социалистик Ватан өсөн һуғышабыҙ”, тип яҙғайны. Ул хәҙер Тимербулаттың да шундай уҡ берәр боевой нәмәгә яҙылырға теләгәнен күреп эсенән ҡыуаныслы эреләнһә лә, был союз моло-дежи тигән ҡатмарлы һүҙҙе үҙе аңламағас, улына тура яуап бирә алмай уйланды. Ул ни нәмә була һуң?.. “Унда яҙылғас ни эшләйҙәр?” — тип һорарға тағы ҡыйманы. Әсәй башы менән шуны ла белмәй икән, тип уйлар тип тартынды. Шуға күрә ул:

— Тороп тор, балам, атайың ҡайтҡас инерһең, — тип кенә яуапланы.

Тимербулат көйһөҙләнде:

— Эй, улай оҙаҡ була. Ҡасан атайым ҡайта әле, — тип һуҙҙы.

— Нишләп оҙаҡ булһын? Тиҙ үк ҡайта ул.

— Ҡайҙан беләһең, әсәй?

— Бик һәйбәт төштәр күрә башланым. Гел атайыңды күреп һөйләшәм. Өндәге кеүек асыҡ күрәм.

Ләкин Тимербулаттың уның был дәлилдәре менән генә ҡәнәғәтләнгеһе килмәне.

— Һин атайым киткәне бирле шулай күрәһең. Ә ул һаман ҡайтмай. Унан, хәҙер төшкә ышанырға ла ярамай әле. Анау үткән йома кис килгән Таллы уҡытыусыһы Рәшит ағай: “Ул төшкә ышанып, төрлөгә ҡарап ҡурҡып йөрөү борондан ҡалған нәмә, иҫкелек. Көндөҙ ни уйлайһың, төшкә шул инә. Кеше үҙе йоҡлаһа ла мейеһе эшләп ята, шул төш була”, — ти.

Гөлйөҙөм көндән-көн үҙенән күпте белеп үҫеп барған улы менән һүҙ көрәштереүҙе урынһыҙ һиҙҙе һәм уны хәҙер тиҙ генә еңеп булмағанын да аңлай ине. Шуға күрә һүҙҙе артыҡ оҙайтмай, ҡаҙанын йыуып, һыу ҡойоп, ут тоҡандырып маташты ла улына:

— Йә, улай булһа, ана шул уҡытыусы ағайыңдар менән һөйләш тә яҙыл, — тине. Тимер, ҡыуанып:

— Ярар, әсәй, — тине.

— Йә, тиҙерәк тартып бөтә һал, — тине лә тәрән көрһөндө. Үҙе усаҡ ҡаршыһына сүкәйҙе.

— Әсәй, ниңә уфылдайһың?

— Арып киттем. Ошо арала олатайың менән өләсәйеңде ҡарай-ҡарай йөҙәнем, ашарҙарына юҡ, ни ауырыуҙан баш ҡалҡыта алмайҙар.

— Олатайым төптө ишетмәй. Кисә мин барып ингәс: “Әсәйең ни эшләп оҙаҡлап китте, тиҙерәк килһен”, — ти.

Мин:


— Өйҙә юҡ әле ул. Ҡайтҡас килер, — тип ҡысҡырам, ул һаман үҙенекен һөйләй: “Әсәйең ни эшләй?” — ти.

— Ҡолағы әллә асылыр ҙа ул. Тиф менән ауырыған береһе тигәндәй һаңғыраулана ла төҙәлә. Үлеп киткәндәргә ҡыйын. Өләсәйеңдең хәле бик насар. Әҙәм була алмаҫ, ахыры.

— Әсәй, эй күп үлде лә инде кеше.

— Күп шул. Түбәнге остан төшөп иҫәпләгәндә генә: Һиҙәйәт, уның бисәһе, ослобаш Хәким, Ҡаҙанҡап Абдулланың ҡыҙы Хәҙисә, Зариф, һыулы күҙ Хәбир, Тау Харис, Хапаза әбей — эй Алла, ике ай эсендә ни хәтле кеше ҡуйҙыҡ. — Гөлйөҙөм, уларҙы һанап бөкләй барған бармаҡтарын яҙып, улына табан боролдо. — Һин дә бик буталып, теләһә кемдә ҡунып йөрөмә әле.

— Ниңә, әсәй?

— Фиршел килеп киткән. Был ауырыу бик йоғошло, тип әйтә, ти. Бик һаҡланығыҙ. Йыш кер йыуығыҙ. Мунсаға барығыҙ. Хәҙер бер ҙә дарыу юҡ, барыһын да фронтҡа ебәреп торабыҙ. Унда ла еткереп булмай әле тип әйтә, ти. Әйткәнде тыңла, малайҙар менән китеп, теләһә кемдә ҡунма. Әле үҙебеҙҙә, алама булһаҡ та, таҙалыҡ бар. Йыш йыуынып-сайынырға һабыны ла, утыны ла юҡ бит әле уның.

— Улай булғас, Ныязғол байҙарҙың берәүһе лә ауырымаҫ инде.

— Уларға ни, ташҡа талыу тейәме!

— Әсәй, мин хәҙер уларҙағы аласаҡ тиҙәкте барып алып киләйемме?

— Ҡуй, йөрөмә. Бөгөнгә сытыр ғына яғып торорбоҙ. Һыуыҡ бурандар алда әле. Декабрҙең саҡ ун туғыҙы ғына бит.

— Бөттө, әсәй, мә. — Ул, тирмәнде урынынан шыуҙырып, уның тирәһенә ҡойолған, сәселгән ондо усы менән ҡоштабаҡҡа һыпырып, әсәһенә бирҙе. Үҙе, ниҙер көйләй-көйләй, сөйҙәге муҡсайын алып, дәфтәрҙәрен сығарып, яҙышырға әҙерләнде.

Быны күргән туғандары тиҙ үк уның янына килеп еттеләр. Уларҙың да ҡағыҙ-ҡәләм алып сыймаҡлағылары килә ине.

— Ағай, мин дә яҙып ҡарайым әле?

— Эйе, һиңә ҡалды тағы!

— Ағай, бир инде? Саҡ ҡына яҙып ҡарайым.

— Кит, тим, Әлфиә! Әсәй, ҡара әле бынауҙарыңды.

— Ҡуйығыҙ, бәпестәрем. Ағайың яҙышһын. Һеҙ минең яныма килегеҙ. Хәҙер аш бешерәбеҙ.

Тимербулат йырын дауам итте. Үҙе һаман дәфтәрҙәрен ҡутарҙы.



Бейек, бейек баҫҡыстарға боролоп менә һалдаттар,

Ҡыҙыл ғәскәр ғәйрәтенән ҡан ҡалтырай Колчактар.

Йәшәһен, йәшәһен, шанлы ҡыҙыл ғәскәрҙәр.

Гөлйөҙөм ҡоштабаҡта ыумас ыуып әҙерләне. Ҡалған бер-ике ҡуш ус онон урап кәштәгә һалды. Усаҡта янмай быҫҡып, шыйылдап ятҡан туң сытырҙы ҡуҙғатып өрҙө. Әсе төтөн, кире ҡайтарып, уның күҙенә керҙе лә йәшен ағыҙҙы. Ул өҫтөндәге ҡалын һарғылт ҡаты буҙ күлдәгенең итәген әйләндереп, күҙен, танауын һөрттө лә, итәк йөйҙәренең иҙелеп, тишелеп барғанын күрҙе. Быйыл йәй көнө үҙҙәренең ураҡҡа йөрөтә торған өлкән аҡ буҙ сатырҙарын боҙоп, үҙенә, балаларына күлдәк, ыштан теккәйне. Уның былай тиҙ туҙыуына аптырап ҡуйҙы ла, ҡояшта янып бөткән нәмә ни күпмегә сыҙаһын, тип уйланы. Ул, әлеге кейем туҙһа, башҡаса боҙор нәмә булмағанын да иҫәпләне. Советҡа аҙыраҡ ситса тауары килгән, бик аптырағандарға өләшеп бирәбеҙ, тигәйнеләр. Ни эшләп һаман бирмәйҙәр икән? Буйлы нәмә, ти. Бер биш-алты аршын тейһә лә, күлдәк сығыр ине әле. Хәҙергә киң итеп, итәк тотоп, бөрөп тороп булмай инде... — Ул уйын бүлеп, ишек алдында шығырлаған аяҡ тауышына ҡолаҡ һалды. Улына боролоп:

— Балам, әллә атыңды ҡураға индермәнеңме? — тине.

— Индерҙем. Бесән һалдым. Ниңә?

— Әллә ни шығырлағанға әйтәм. Ҡапҡалыр шул, буран бит. Тәҙрә туң. Бер нәмә лә күренмәй. — Ул усаҡ йылыһына һырныҡҡан ҡыҙҙарының бәләкәсен алдына алды. — Эй бәпесем, өшөп бөткәнһең.

Ғәйшә, танауын тартып, һыуыҡ тәпәйҙәрен әсәһенең алдына йыйыштырып урынлашырға өлгөрмәне, шығырт итеп солан ишеге, уның артынса уҡ өй ишеге асылып китте. Өйҙәгеләр ни икәнен дә уйлап өлгөрмәнеләр, ялбыр бүркен, шинелен ҡар баҫып киткән һалдат иҙән уртаһына баҫты, тирә-яҡҡа ҡаранып, аҡ тештәрен йылтыратып йылмайҙы ла:

— Һаумыһығыҙ! — тине.

Гөлйөҙөм, балаһын урындыҡҡа баҫтырып, аһа тип ауыҙын асҡансы, Тимербулат йөрәге ярылырҙай булып ҡурҡҡан кеше шикелле:

— Атайым! — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

Улар өсөһө бер юлы уға ташландылар. Ҡосаҡлап, уның өҫтөнә һырыған ҡар киҫәктәрен үҙ өҫтәренә ҡойҙолар.

Гөлйөҙөм илай-илай көлдө. Кем ни тип һүҙ башларға белмәй өтәләнделәр. Тимербулат, атаһының сисеп тотторған бүркен алып, ҡайһы сөйгә элергә белмәйенсә туҙған китаптарын тапай-тапай, урындыҡ буйлап йүгерҙе. Уның туң бейәләйҙәрен Әлфиә алып усаҡ өҫтөнә йылыға һалды. Гөлйөҙөм, шинелде алып, ишек янындағы ағас сөйгә элде. Айбулат, уларҙың тотош ойпалауҙарынан бер аҙ бушанғас, тағы берәмләп һаулашты ла берәмләп үбеп сыҡты. Күҙ йәшен тамағына төйөлтөп, ҡыҫып һуҡҡан йөрәген тыйҙы ла ҡуш ҡуллап сәсен һыйпаны. Билендәге ҡайышын, йәшел гимнастеркаһын төҙәтеп, алға табан шыуған кабуралы револьверын уң яҡлап артҡараҡ тартты. Ҡашаяҡ яҡта уларҙың был буталыштарына ғәжәпһенеп, ауыҙын асып ҡарап ултырған Ғәйшәгә ынтылды.

— Ай, минең бәләкәсем! — тип күтәреп алды ла ике битенән алмашлап үпте. Үҙе киткәндә сәңгелдәктә ҡалған, хәҙер дүрт йәшлек булған балаһын ҡулында тағы ла үргәрәк күтәреп, уны баштан-аяҡ ентекләп һөйөп текләне лә, тағы күкрәгенә ҡыҫты: — Ай, минең бәләкәсем!

Ғәйшә, үҙенең кескәй ғүмере эсендә беренсе тапҡыр күргән был кешенең киң күкрәгенә башын ҡуйып, өндәшмәй шымтайып ҡалды. Ҡалғандар, уларҙы уратып, шатлыҡлы шаулаштылар.

2

Элегерәк Баҡый мөғәллим, Баҡый шәкерт, хатта Баҡый хәлфә тип уҡымышлылығы менән тирә-яҡҡа исеме танылған, хәҙер инде уҡытыусы Баҡый, коммунист Баҡый тип танылған был кеше менән Айбулат беренсе тапҡыр яҡындан осрашты. Айбулаттың ҡайтҡан хәбәрен ишетеү менән, ул, ишекте киң асып, урамдағы буранды эйәртеп, шаулап килеп инде.

— Һаумыһығыҙ, Айбулат иптәш, — ул, түргә тура ынтылып, Айбулаттың ҡулынан ҡаты ҡыҫып һелкте. — Мин — уҡытыусы. Ишетеү менән йүгерҙем. Олосҡа барырға тип ат эҙләргә сыҡҡайным. Бөгөнгә китмәй ҡалып, һиңә килдем. Эш муйындан, иптәш!

Айбулат ҡаҙан быуы, самауыр боҫо менән йылынған өйөндә гимнастеркаһының иҙеүен ысҡындырып, бәләкәй ҡыҙын тубығына таяндырып, түрҙә аяҡ салып, ғаиләһе менән ыумас эсеп ултыра ине. Ул:

— Әйҙүк, мөғәллим иптәш, үргә сыҡ, — тип үҙе түбәнерәк шыуып, түрҙән урын күрһәтте. Тимербулаттың уның тураһында ауыҙ һыуы ҡороп һөйләгәнен дә, ауылдан алған хаттарҙы ла күҙ алдына килтереп, ул Баҡыйҙы баштан уҡ таныны.

Гөлйөҙөм, был хәлдәрҙең әле өнөмө, төшөмө икәнен дә айыра алмаған кеүек, шатлыҡтан иҫереп, уйсан йылмайып, иренең һөйләгәнен йотолоп тыңлап, уның йөҙөнөң һәр бер ваҡ һыҙыҡтарын ентекләп ҡарап ултыра ине. Тимербулат бер туҡтауһыҙ атаһына һорауҙар яуҙыра. Уның ғәжәп яуаптарынан иҫе китеп, күҙҙәрен ҙур асып, атаһына һырныға ине. Уҡытыусының килеп инеүе уларҙың шатлығын тағы йәнләндереп ебәрҙе. Хәбәрҙәр күбәйеп, тағы ла ҡыҙығыраҡ булып китте.

Гөлйөҙөм өйҙәренә беренсе тапҡыр ингән был уҡытыусынан башта тартынһа ла, тиҙ үк үҙләште. Уның ҡуйы ҡара сәсе, ағы еңгән ҙур ҡара күҙҙәре, эре шаҙраһы, кешегә тура ҡарап ҡысҡырып һөйләүе башта хатта ҡурҡыныс тойолдо. Ләкин ошо йәмһеҙ битте уның кешене үҙенә ылыҡтыра торған яҡшы ҡылығы, саф йөрәге, тура тәбиғәте ҡаплап ала ла уны бик һөйкөмлө күрһәтә. Ул ике һүҙҙең береһендә, әллә ҡайҙан көтөлмәгән йор һүҙ табып, көлдөрөп ала. Баҡыйҙың, үҙ кеше кеүек бер ҙә инәлтмәйенсә, сисенеү менән үргә менеп китеүе, Айбул атты әллә ҡасан белгән дуҫы кеүек, үҙенең бөтә эштәре тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләүе, ҡайһы берҙә уға кәңәш биреүе Гөлйөҙөмгә айырыуса оҡшаны. Ул тағы ла рәхәтләнде. Бына хәҙер уның өйөндә шатланыр, гөрләшер ваҡыт етте. Кеше килде. Айбулат менән ниндәй күңелле һөйләшеп, шаулашып ултыралар. Үҙе Айбулаттан күҙен алманы. Ябыҡҡан. Танауы ҡырлы. Күҙ төптәре күк. Һаҡалы етек. Гөлйөҙөм уны ныҡ йәлләп ҡуйҙы. Яғаһы ла керләнгән. Юлда оҙаҡ килгәс ни. Үҙе алып ҡайтҡан йәшел тоҡсайында бер пар күлдәк-ыштаны, таҫтамалы, бер киҫәк кер һабыны бар. Кер йыуып алырға, үҙен мунса индерергә кәрәк. Хәҙер уны яҡшыраҡ ашатырға, ял иттерергә кәрәк. Әллә өйҙә оҙаҡ тора ала, әллә юҡ. Тағы саҡыртып алғансы, бындағы эштәрҙе йүнәтергә тип ебәрҙеләр, ти. Кем белә, әллә бер йоманан, әллә бер айҙан саҡыртырҙар. Тағы китһә... Иртәгә үк ҡара тауыҡты һуйып һурпа бешерергә кәрәк. “Өлөшөн ашаһын, тиҙ ҡайта” тигән әбейҙәр һүҙенә ышанып, ике йыл буйы Айбулатҡа тип һаҡлаған ҡаҡ ҡаҙыһын көҙ көнө балаларына бешереп ашатып ҡуйыуына бөгөн үкенде. Эсенән үҙен-үҙе алйот тип орошто.

Ярай әле йәйҙән һаҡлап ҡуйған тоҙло майы, ҡыҙыл эремсеге бар... Ул шул уйҙар менән үҙен бер йыуатып, бер орошоп, ыумас артынса өлгөрткән самауырын ултырта һалып, ашъяулыҡ уратып Айбулаттың юлдан ҡайтҡан икмәген телеп һалды, май ултыртты, мәтрүшкә сәйҙең еҫен аңҡытып, сәй яһаны. Ағас ҡалаҡ менән йөрөтөп һөт ҡойҙо. Самауырҙың боҫо балаларҙың епкә теҙеп түбәгә элгән ҡағыҙ селтәрҙәрен, ҡағыҙ суҡтарын елпелдәтте. Ҡыуыҡһыҙ яҡҡан бишле лампаның һөрөмө, быуға ҡатышып өйгә еҫ тарата. Гөлйөҙөм әленән-әле уның филтәһен баҫып төҙәтә тора. Үҙе Айбулат менән Баҡыйҙың һүҙҙәрен тыңлай.

— Эштәр бында ғәләмәт күп һәм ауыр булды. Былтыр бөтә олоста ауыл Советтарын яңынан һайлап, көскә таҙартып, үҙебеҙҙең ярлы-ябағайҙан ярлылар комитеты төҙөп кенә бөттөк тигәндә, чехтар килеп сыҡты. Шунан Колчагы. Коммунистар булһын, союз молодеждар булһын, добровольно яҙылып китеп бөттө. Бигерәк тә Әхмәҙиҙең китеүе билгә һуҡты. Совет эшен бик яҡшы алып бара ине ул. Ошо арала олоста ла һайлау үткәрергә тейешбеҙ. Шуның алдынан, числоның егерме бишендә, партсобрание билдәләнгән. Һин унда бараһыңдыр инде?

— Һис һүҙһеҙ барабыҙ. Миңә партия учетына баҫырға ла кәрәк. Волком секретары кем?

— Зөфәр Мурзин. Һин беләһең инде уны?

— Беләм, бик беләм. Минең йылғы. Бергә үҫтек.

— Бергә үҫкәнһегеҙ, бергә көрәшкәнһегеҙ. Был турала ул да, башҡалар ҙа бик йыш иҫкә алалар. Айбулат ҡыуаныслы көлөп ҡуйҙы:

— Булды ул беҙҙең йәш саҡтарҙа, — тине лә, — продналог нисек бара? — тип һораны.

— Йыйып оҙатып торабыҙ. Беҙҙең олостан һуңғы айҙа ғына алты йөҙ самаһы оҙатылды. Көҙ көнө йыйылышта халыҡҡа фронт хәлдәрен һөйләп, һәр кем мөмкин тиклем ярҙам итһен тигәс, ике йөктән артыҡ шөкәрә киптереп бирҙеләр. Күкәй, май ҙа байтаҡ йыйылды, һәр кем хәленән килгәнсә советҡа килтереп тора. Бигерәк тә әбей-һәбейҙәр, бисәләр. — Баҡый йылмайып һүҙен бүлде лә дауам итте: — Сәғиҙә инәй килгән булған, бер тоҡсай шөкәрәһе, бер йомғаҡ майы бар. Уны нығытып төрөп теккән дә миңә тапшыра: “Балам, берүк Исхаҡтың үҙ ҡулына тапшырһындар инде”, — тигән була.

Айбулат йәлләү ҡатыш көлдө:

— Бахыр, — тине.

— Шунан беҙ уға был күстәнәстәрҙең тотош ебәрелгәнен, унда тик бер Исхаҡ ҡына булмай, уның кеүектәрҙең дә, Сәғиҙә әбей кеүектәрҙең дә миллионлап булғанын һөйләп биргәс:

— Йә, ярар, ярар, балам. Миңә ни, алйотҡа, шулай тылҡап һөйләп күрһәтмәһәң, белмәйем шул, ти. Үҙе көлә, кәрәк булһа, тағы әйтерһегеҙ, ти.

— Тимерғәле олатай үҙе ни хәлдә? Уны һорашмай ҙа ултырам.

— Ул беҙҙең актив. — Баҡый шатланып тауышын күтәрҙе. — Беҙ уны ярлылар комитетына ағза итеп һайланыҡ. Бик тырыша. Тик һаулығы етмәй.

— Исхаҡтан хәбәр юҡ шикелле?

— Юҡ шул. Көньяҡ фронтта ине. Ул да фронттан ҡайтып кәләш алып ҡына өлгөрҙө лә добровольно китте. Кулактар игенде йәшерә, малай. Ҡаҙанҡап һарайынан баҙын табып, илле бот иген алдыҡ. Үҙенә ун бот ҡалдырҙыҡ. Союз молодежи бер ҙә ҡуя торған түгел. Беҙҙең ауылдан ун ике малай, өс ҡыҙ — бик боевойҙар. Гел шулар менән эш иттек. Яйыҡ яғынан тоҙ тейәп ҡайтып сауҙа итеүселәр бар. Беләһең инде, беҙҙә тоҙ яғы ауыр мәсьәлә. Малайҙарға әйтеп кенә ҡуябыҙ. Бына һин фәлән ваҡытта, фәлән юлды күҙеңдән яҙҙырма, тибеҙ. Мылтыҡ бирәһең инде, әлбиттә. Тора шунда. Өс көнмө, дүрт көнмө, төндәме — барыбер. Тотоп алып килә. Ә халыҡҡа — тоҙ. Асатай ҡайтҡаны бирле миңә ҙур иптәш булды әле. Уны ауыл Советына председатель итеп ҡуйғанда бик яҡшы булыр ине.

— Әле кем һуң, насармы ни?

— Арғы ос Һиҙейәттең улы Мөхәммәткирәй. Насар тип, әллә ни насарлығы юҡ юҡлығын. Йыуаш. Уны шундай продналог-фәлән эшенә ҡуҙғатыуы һәлмәгерәк. Бына, мәҫәлән, берәүҙең йәшергән игене бар икәнен һиҙеп тораһың. Барайыҡ, эҙләйек тип әҙерләнһәң: “Кеше нәмәһе, кеше илатып, үҙ ауылың”, — тип ебей ҙә китә. Мәсьәләнең мөһимлеген төшөнмәй. Башҡаға булдыра, эшләй. Ә йәштәр бөтөнләй башҡа. “Фронтҡа икмәк кәрәк, ҡалала эшселәр асығалар. Бында артыҡ иген бушҡа сереп ята”, — тип бер генә һөйләп төшөндөрәһең, өтөп ала ла китәләр. Шулай хәлдәр.

Улар, һүҙҙән туҡтап, эҫе сәйҙәрен һемерҙеләр. Бер аҙҙан Баҡый Айбулатҡа ҡарап:

— Беҙ — беҙ инде. Артта, тыныс шарттарҙа, эшләйбеҙ. Анау-бынау яҡҡа үтеп-һүтеп аҡ казак рустары отрядтары бер талай теңкәгә тейә торғайнылар, уларҙы баҫтылар. Ә бына фронтта хәлдәр нисек бара әле?

— Фронтта совсем башҡаса инде ул. — Айбулат уйланып йылмайҙы ла, үҙ башынан үткәндәрен ҡыҫҡаса ғына һөйләне. — Унда залпым күтәреләһең дә, ҡулдағы ҡоралды дошманға тоҫҡап, асыҡтан-асыҡ һөйләшәһең. Тәүге йылдарҙа империалистик һуғыштың ҡурҡыныс, ауыр дәһшәтен елкәлә һөйрәп үткәрергә тура килде. Уның бөтә ауырлығын күтәргән һалдаттар, арыған ил өҫтөндәге ҡушбаш сәмреғоштоң үткер тырнағынан ҡотолдоҡ, тип шатланды. Ләкин был шатлыҡта оҙаҡ иҫерергә тура килмәне. Ете башлы ялмауыҙ капиталистар, Рәсәйҙең бөтә ҡара көстәрен туплап алып, әллә инде етмеш башлы ялмауыҙға әйләнеп, социалистик революцияның утын, ялҡынын ҡан менән баҫтырырға керештеләр. Төрлө яҡтан ҡара болот һымаҡ баҫып килгән был хәшәрәт көстәр менән көрәшкә бөтә илдең эшсе, ярлылары саҡырылды. Ошо сигналға яуап итеп, фронттағы һалдаттар мылтыҡтарын үҙҙәренең ысын дошмандары булған капиталистарға ҡаршы әйләндереп тоҫҡанылар.

Мине, Саратов лазаретында ярам төҙәлеү менән, кире Ярославль йәйәүле полкына оҙаттылар. Шунан, барыбыҙҙы ла алдынғы линияға алып барып ауҙарҙылар. Немец бомбаһы тағы яуа башланы. Мин тағы ла ҡулдан яраландым. Улай ҙа ярам еңел булды. — Ул, беләген асып, тәрән йөй күрһәтте. — Тағы ла санитар поезы менән Эстрханға оҙатҡайнылар. Мәскәү вокзалында уҡ унан ысҡынып ҡалдым, ҡайҙа, ни етте поездарға эләгеп, Петроградҡа ҡарай һыпырҙым. Бына шул көндән бирле шунда йөрөп, ҡыҙыл армеец булып алып, нисәмә фронтты үткәреп, әле бына аҙ ғына тынысланыу менән өйгә ҡайтып, бындағы эштәрҙә ярҙам итергә ҡуштылар. Уком ҡарамағына ебәрелгәйнем, унда: “Бик яҡшы, үҙ олосоңда кеше етешмәй, партиялылар бик кәрәк”, — тип, ревком председателе итеп ебәрҙеләр.

Баҡый ҡыуанды.

— Бик шәп булған, бик шәп. Беләһең бит, эсер-фәлән кеүек этем һаяҡтарҙан баш ҡатты. Күп нәмәне аңлап бөтөп булмай. Юғарынан күрһәтмә килгәнсе, эште бында ашығыс хәл итергә кәрәк. Э улар үҙҙәренекен эшләп ташлайҙар. Шунан буталыш китә. Ысынлап та, ныҡлы большевиктар яңы ғына күбәйә башланыҡ. Бына йыйылышҡа барғас күрерһең әле.

Ул арала, артынан ҡыуғын төшкән һымаҡ ахылдап, Асатай килеп инде. Ҡарлы бүркен урындыҡҡа ырғытты ла:

— Һау ҡайттыңмы, Айбулат ағай? — тип, уға ташланды.

Улар ҡосаҡлашып күрештеләр. Айбулат, Асатайҙы ҡосағынан сығарып, ике ҡулы менән уны артҡараҡ этеп, баштан-аяҡ ҡараны:

— Бына һиңә Асатай! Һин хәҙер бөтөнләй Арыҫланғәле булып киткәнһең бит. — Ул шатланып ҡысҡырып көлдө. — Молодец!

— Ә ниңә?! — Асатай кинәнеп көлдө. — Иптәш комиссар, имею честь представиться, младший командир Красной Армии Чапаевской дивизии Арыҫлан Байкарин. — Ул шаяртып, ләкин ҙур эрелек менән яурындарын артҡа ташлап, үксәләрен бер-береһенә шалт һуғып, һүҙҙәрен яҙып әйтеп, Айбулатҡа честь бирҙе. Айбулат тағы ла күңеллерәк итеп ҡалын тауыш менән:

— Вольно! — тип яңғыратты. Барыһы ла хахылдап көлөштөләр.

— Бәләкәй төҙәтмә: ялан баш көйө честь бирҙең.

— Уныһы бик ныҡ шатланғанға күрә ул, ғәфү ит!

— Икенсе төҙәтмә: мин хәҙер иптәш комиссар түгел, ревком председателе булам.

— Ә, уныһына һин үҙең ғәйепле, күрешкәндә әйтеп күрешмәнең, иптәш ревком!

Улар тағы ла көлөштөләр.

Тимербулат уларҙың былай күңелле итеп осрашыуҙарына бигерәк ҡыҙыҡты. Тештәрен ялтыратып, танауын йыйырып көлөп, улар араһында уралды. Уйынан: “Иртәгә үк союзға яҙылам”, — тип ҡарар итеп ҡуйҙы.

Асатайға ла сәй яһанылар. Улар, хәҙер өсәүләшеп геүләшеп һөйләшеп, бер-береһенә хәбәрҙәрҙе тиҙерәк һөйләп бөтөрөргә тырышҡан кеүек ашыҡтылар.

Айбулат әле Асатайҙы, әле Баҡыйҙы тыңланы, әле үҙе һөйләне. Уларҙың бөтәһенең дә күҙ алдына тыуған илдең бөтә ваҡиғалары эркелеп кәүҙәләнде.

Ялҡынлы граждандар һуғышы. Бына ошо ваҡиғаларға әллә ҡайҙан, алыҫ Питерҙан, Ленин тауышы килеп тора. Уның етәкселегендә большевиктар партияһы эшселәрҙе, ярлы крәҫтиәндәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, көрәшкә алып бара. “Беҙ еңәсәкбеҙ! Бөтә власть Советтарға! Фабрика-заводтар — эшселәргә, ер — крәҫтиәндәргә!” — ти. Ана Петроград. Революцион пролетариатты үҫтергән бишек. Уларға ярҙам итергә, уларҙың ярҙамына таянырға.

Граждандар һуғышы бөтөп етмәгән. Бөйөк үҙгәрештең бөтә тауышы, бөтә шәүләһе, бөтә гөрөлдәүе Айбулаттың тыуған ауылында ла сағыла, тауышы яңғырай. Уның бәләкәс кенә ауылында ла бөйөк көрәштең көслө тауышы көндән-көн күтәрелә бара. Хәҙер ауылдың ергә тиңәлерҙәй булып ялпашҡан өйҙәрендә йәшәүсе ярлылар күтәрелеп, күкрәк киреп ҡалҡҡан. Бейек өйҙәгеләр, уның был күкрәк тауышынан ҡурҡҡан һымаҡ, ҡапыл сүккәндәр ҙә, асыуҙарын эскә йыйып, уңайлы минутты көтәләр. Уртасалар башта ике яҡҡа ҡаранып, сайҡалһалар ҙа, хәҙер ярлыларға ҡушылып, уның ҡеүәтен арттырғандар.

Ошо мең туғыҙ йөҙ ун туғыҙынсы йылдың башында Чапаев, үҙенең сигенеүҙе белмәгән батырҙары менән, баҫҡан ерендә ут осҡондары уйнатҡан аттарына атланып, Айбулаттың тыуған яландарында булып, башҡорт егеттәрен дә эйәртеп, ҡылыс уйнатып үткән. Бына Айбулат алдында уның көтөүсе дуҫы Асатай, шуларҙың йәнле шаһиты, үҙҙәренең походтары тураһында һөйләп, күҙҙәре эрелек менән янып ултыра.

— Ҡыпсаҡтан Мотый ағай беҙ аптырашта торған саҡта ҡайтып инде лә, барыбыҙҙы ла йыйып, Уральскиға алып китте. Ул Чапайҙа беҙҙең командир булып хеҙмәт итте. Беҙ уның менән бөтә олостан йөҙ иллеләп доброволец киттек. Ғиззәт, Ғүмәр, Хөсәйен, Шәйдулла, Ғатау, Ғәлиуллин, Нурғәлиев, мин. Ҡыпсаҡтан шул Мотыйҙың үҙе менән бер туған ике энеһе, Шакир, Идрис, Таллынан һинең ҡустың Заһит...

— Мин уны ишеткәйнем.

— Бик күп инде. Һанап ҡына бөтөрөрлөк түгел. Мин әле лә ҡайтмай инем, врачтар ҡуйманылар. Тағы ауырырһың, тип ҡайтарҙылар. — Аҙаҡ Асатай уларға үҙенең Ныязғол менән булған бәрелешен дә һөйләне.

— Әйттем мин уға, алыш кәрәкме, атыш кәрәкме, тинем. Етте инде һиңә лә, шешкә тулдың, тинем.

— Дөрөҫ әйткәнһең. Күптән кәрәк ине. Ни эшләп әле булһа уны иркен йәшәтәһегеҙ?

— Бәй, “ил аулаҡ булһа, дуңғыҙ түбәгә сыға”. Бында уның яғаһынан алырҙай кеше булмағас, иркенләй.

— Ул эште бик оҫта йөрөттө шул, — тине Баҡый, — башта малының бер аҙын ярлыларға үҙе өләшкән булды. Шунан ерен конфисковать иткән саҡта ярлылар комитетына ла, укомдан килгән уполномоченныйға ла бер һүҙ әйтмәне. Әле йылмайып, ҡунаҡҡа керергә димләп, улар бармағас: “Йә, йә, барыһы ла алдығыҙҙа булһын. Һис бер һүҙем юҡ. Закон ҡуша икән, мин баш эйәм”, — ти. Үҙе шунда ла ап-аҡ булды. Шулай шыма ғына тороп ҡалды ла ҡайҙалыр китеп барҙы. Бына тора ла тора.

Асатай тағы ҡыҙҙы:

— Шул, шул. Сығып йөрөп килде лә үҙебеҙҙең аранан аҡ гвардеецтар йыйнай башланы. “Үҙебеҙҙең башҡорт” тигән булып, үҙе алып барып, уларҙы мылтыҡ ауыҙына ҡуйҙы.

Айбулат ҡомһарҙы. Тынын ярһыу алып һораны:

— Кемдәр, кемдәр китте?

— Камалов Хөснөй, Сирай Вәлитов, Ҡаҙанҡап кейәүе Йәрми, Әбделмән.

— Әллә Әбделмән дә? Уға ни ҡалған унда, ауыҙын асһа, үпкәһе күренеп тора?

— Шул, шул. Тамаҡҡа алданды, һантый! Таллынан Шәүәли, тағы Моратшанан кемдер. Барыһы бер ун-ун бишләп, ахыры. Айбулат уртын эскә тартты. Борсолоп, тәмәке урай башланы.

— Ул ҡоҙғонға етте инде... — тине Айбулат. Асатай тағы һүҙ ҡушты:

— Айбулат ағай, мине партияға алығыҙ.

— Ғариза яҙ. Рекомендация бирермен.

— Берәүһенә мин дә бирергә булғайным, — тине Баҡый. Уларҙың һүҙен йүгереп килеп ингән Мәғфүрә бүлде. Ул Айбулатты улы кеүек ҡосаҡлап күреште лә илап ебәрҙе.

— Эй айналайым, ҡайһылай олоғайып, ҡарт һалдат булып киткән! Йә, һау ҡайттыңмы? — Ул илай-көлә Гөлйөҙөм янына ултырҙы.

Айбулаттың да, Мәғфүрәне күргәс, күңеле йомшап китте. Күҙенә йәш эркелгәндәй булды, ул уға ирек бирмәне.

— Эй запас, запас, һин дә ҡартайып киткәнһең. Тешең дә төшкән, — тип уйын һүҙҙәр әйтеп, уның илауын туҡтатырға тырышты.

— Ҡартаймаған ҡайҙа инде ул, илленең өҫтөнә сыҡҡас!

— Ҡотлояр ағай ҡайҙа йөрөй, беҙҙең большак?

— Ул хәҙер әллә ниндәй түрә бит! — Мәғфүрә ҡартының түрәлегенән шатлыҡлы көлөп шаярҙы. — Әллә ҡайһы утар байының күмгән игенен тапҡандар тиме, шуны оҙатабыҙ тип киткәйне. Кисәнән бирле ҡайтҡаны юҡ.

Баҡый асыҡланы:

— Расторгуевтың баҙынан биш йөҙ бот иген сыҡҡан. Ҡотлояр ағайҙы, элекке комбед председателе, хәҙер совет члены булғанға, шуны оҙатышырға ебәрҙек.

— Оһа, ул да комбед булған икән. Ул керешһә, ҡуймаҫ. Асатай, көлөп, уның тураһындағы әңгәмәне хәтерләне.

— О, ул ҡырып эшләй. Былтыр Ҡаҙанҡаптың игене сыҡҡас, Ҡаҙанҡап уға: “Зинһар, ҡустым, кәнфит, игенде теләһә ни эшләтегеҙ, берүк үҙемә тейә күрмәгеҙ”, — тип инәлә икән дә, Ҡотлояр ағай уға: “Мин Ҡаҙанҡап, һиңә кәнфит түгелмен, ярлыларға кәнфитмен. Ә һиңә, белә белһәң, әсе торма булырмын, кит әле, арыраҡ тор, игенде тейәргә оронсоҡлайһың!” — тип бойҙайлы тоҡтарҙы үҙе арбаға алып-алып ырғыта, ти.

Бары ла көлөштөләр. Айбулат күҙенән йәш сыҡҡансы рәхәтләнеп көлдө.

— Әйттем бит, ул бер нәмәне башлаһа, осона сыҡмай туҡтамай торған. Хәҙер кәрт уйнарға ла ваҡыты юҡтыр инде?

Мәғфүрә ире өсөн булған бер ғорурлыҡ менән етди өҫтәне:

— Юҡ, ҡайҙа ул! Хөрриәт сыҡҡаны бирле ауыҙына бер тамсы араҡы алғаны, бер ултырып кәрт уйнағаны юҡ. Эштән бушамай. “Хәҙер шаяра торған заман түгел”, — тип, йәштәрҙе өтөп алып бара.

Улар, шулай геүләшеп, төрлө хәбәрҙең осона сығырға өлгөрмәнеләр, тағы ла ишек шартлап асылды. Унан күтәрелгән тумалаҡ быуҙар араһынан, өҫтөнән ҡойолған ваҡ ҡар бөртөктәрен сәсрәтеп ҡағынып, бер ҡыҙ килеп инде. Шунан ул йәһәт, сымры баҫып, түргә табан атланы ла ике ҡулын да һуҙып:

— Айбулат ағайым, һау ҡайттыңмы? — тип күреште. Айбулат, уны ни тип ҡаршы алырға ла белмәйенсә икеләнеңкерәп, ҡыҙға аптырау ҡатыш һоҡланыу күҙҙәрен ташланы ла:

— Бик һәйбәт әле, туған. Тик мин һине кем тип тә әйтә алмайым бит әле, — тип, танымағанлығын өҫтөнә алды.

Ошо әңгәмәне генә көтөп ултырған һымаҡ, тынып ҡалған кешеләр бер юлы шаулашып көлөп ебәрҙеләр:

— Бына кәрәк булһа, әйтмәгеҙ, әйтмәгеҙ, таныһын Айбулат!

— Шулай була шул ул, йәштәр үҫә, ҡарттар сүгә!

— У хәҙер йәштәр көнләп түгел, сәғәтләп үҫәләр. Йә, йә, таны!

Улар шулай геүләшкәнсә, ҡыҙ алһыу биттәрен соҡорайтып, ҡап-ҡара нәҙек ҡаштарын күтәреп, әҙ генә оялсаныраҡ йылмайыу менән бөтәһенә лә ҡарап алды ла, Мәғфүрәгә туҡтап:

— Әсәй, ҡара әле, Айбулат ағайым мине танымайсы! — тип, сыңғырлаҡ саф тауыш менән ҡыйыу көлөп ебәрҙе. Шунан ғына Айбулат:

— Әй әттәһе, туғанҡайым Диләкәй, һин дә баһа! — тип көлөп яңынан ҡул бирҙе. Шунан, бәләкәй сағындағы кеүек итеп: — Ялбыр баш! — тип өҫтәне.

— Мин ағай, мин.

Ул ҡары иреп еүешләнгән аҡ йөн шәлен башынан сисеп, урындыҡ ситенә ултырҙы. Оҙон ҡара ҡалын сәсенең ике йыуан толомо һике өҫтөнә бөгөлөп әйләнеп ятты.

Ә Баҡый һәр ваҡыттағы үҙенең мөһабәт ғорур тауышы менән асыҡланы:

— Айбулат, һин уны Диләкәй генә тимә әле. Ул хәҙер беҙҙең олоста башҡорт ҡыҙҙарынан иң беренсе уҡытыусы, беренсе совет мәктәбе уҡытыусыһы Диләфрүз Аралбаева иптәш булыр. Үҙе союз молодежи ағзаһы, активистка.

Башҡалар ҙа уны йөпләп:

— Эйе, эйе, — тиештеләр.

Был һүҙҙәрҙән Айбулат бик тәрән тулҡынланды. Диләкәйгә тағы ла нығыраҡ һоҡланыу менән текләне. Тамағын төйөлдөрөп, күҙенә эркелгән шатлыҡлы күҙ йәштәрен һөртмәй йоторға тырышһа ла, уның тауышы ҡалтырап, эске тәрән тойғоһон белгертте. Ул күҙҙәрен тәҙрә аша ҡайҙалыр алыҫҡа ташланы.

Айбулатты шатлыҡлы, тәрән хистәр солғап алды.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   18   19   20   21   22   23   24   25   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет