* * *
Айбулаттың Гөлйөҙөмдө борсоғоһо килмәне, шуға күрә үҙенең оҙаҡ йөрөүенең төп сәбәбен дә һөйләмәне. Сөнки уның бөгөнгө уйҙары бик алыҫта, бик юғарыла һәм бик ҡатмарлы, борсоулы инеләр.
Бынан бер нисә көндәр элек, күсеү мәшәҡәттәре менән әҙерлек алып барған саҡта, ул Расторгуев утарына — Ҡотлояр ағаһының дуҫы Михаилға барып килде. Күптән төҙәттерергә тип заказ бирелгән повозка тәгәрмәстәренең шиндарын һуҡтырып алып ҡайтырға кәрәк ине.
Айбулат барып ингәндә, Михаил Фролов, ерҙән ала баҫҡан күк төтөн эсендә күрегенең уттарын сәсрәтеп өрҙөртөп, ниндәйҙер бер ҡалын тимерҙе ҡыҙҙыра ине.
Айбулат ҡысҡырып һаулашты:
— Здравствуй, Михаил ағай!
— А, Айбулат Айдарович, здравствуй, здравствуй. — Ул күрек баҫып торған уң ҡулын бушатып Айбулатҡа һуҙҙы ла ҡыҫып күреште. — Ну, эштәр нисек? Мин хәҙер бөтәм, аҙ ғына көт, — тип өҫтәне.
Айбулат та уға:
— Ничево, Михаил ағай, ашыҡма. Эштәр элеккесә. Дела идут, контора пишет, хозяин не платит, — тип яуап бирҙе.
— Шиндарҙы алырға килдеңме?
— Эйе, әҙер булһалар.
— Әҙер, алырһың. Ну-ка, улай ашыҡмаһаң, тот әле анау күрек һабынан. Беләһеңме икән?!.
Күректе Айбулат баҫа башлағас та, ут баяғынан әллә ни тиклем көсәйеп, осҡондары көлтәләп оса башланы.
Михаил быға бик кинәнеп көлөп ебәрҙе. Ҡулындағы тимеренең әле ул яғын, әле был яғын әйләндергеләп, сүкеш алып туҡмай башланы.
— Оһо, молодец. Көс тигәнең бар икән һиндә! — тине. Тимерен бер талай туҡмап, үҙе теләгән формаға килтереп еткергәс, уны бер яҡҡараҡ һалды ла:
— Шулай, контора пишет, хозяин не платит, тиһеңме?
— Юҡ, Михаил ағай, түләү түгел, уйлап та ҡарамай.
— Билдәле, ниңә түләһен. Үҙебеҙ ғәйепле, башты бик түбән эйәбеҙ. Ә хужаларға шул ғына кәрәк тә.
Ғәрсел Айбулатҡа был һүҙҙәр бик үткер булып ҡаҙалдылар. Уға оят та, хурлыҡлы ла һымаҡ булды. Ҡотлояр ҙа был турала һөйләшкән саҡта уны гел шундай һүҙҙәр менән ороша торғайны. Ул был утарҙа йылҡы көткән Ҡотлояр ағаһы тураһында һорашты:
— Ҡотлояр ағай бөгөн яланда ҡунамы, ҡайтамы?
— Әлбиттә, яланда. Йылҡы малы менән ниңә утарға ҡайтып йөрөһөн. Да, ул һине, килһә, күрмәй китмәһен, тигәйне әле. Барып әйлән. Ул Росташа буйында булыр, — Михаил тимерлектәре утлы күмерҙәрҙе йыйыштырғыланы.
Тимерлек эсе бер юлы тынды. Күк төтөн болоттары асыҡ ишектән тышҡа ағылдылар. Михаил ҡап-ҡара булып ҡоромға батҡан мөйөштәге йәшниктән дүрт оло-оло тәгәрмәс шиндары сығарып Айбулатҡа тотторҙо ла уны өйөнә саҡырҙы.
— Әйҙә, Айбулат, беҙгә, аш ашайыҡ, — тине.
— Юҡ, Михаил ағай, оҙаҡ була. Михаил тағы ла көлдө.
— Бына кәрәк булһа, башҡорт кешеһе лә ҡунаҡҡа барыуға кире торор икән! Әйҙә, әйҙә, киттек. Миңә лә тамаҡланып алырға ваҡыт, — тине.
Михаилдың өйөнә утарҙың бер осонан икенсе осона тиклем һыҙылып ятҡан яр аҫтынан, һыу буйлап киткән һуҡмаҡ менән, барырға кәрәк ине. Улар, утарға ҡағылмай, ошо юл менән киттеләр. Михаил, бая ғына һөйләшеп өҙөлгән хәбәрҙе дауам иткән һымаҡ, һүҙен тура бер өҙөктән башланы.
— Эйе, Айбулат брат, беҙҙең эш хәҙер тап шуға барып терәлде инде. Түҙеүҙән әллә ҡасан уҙҙы. Мине лә был тимерселек эше еләтте. Эшме ни ул. Йә ҡалала заводта меңләгән кешеләр менән бергә эшләһәң ине, йә булмаһа, үҙеңә бер тамаҡ туйҙырырлыҡ ер биләп, иген эше менән самостоятельный хужа булып йәшәһәң ине. Ә былай ни — ни ары, ни бире. Ер тиһәң, хәҙер яңғыҙ һыйырыңды ашатырлыҡ участка ҡалманы. Байҙар, яңы закон буйынса, бөтә ерҙе юҡ-буш хаҡҡа ғына төшөрөп, отрубка ҡырҡып алып бөттөләр. Беҙгә — шиш!
Ул, һүҙен ослап бөтмәйенсә, аҙымдарын һуҙып-һуҙып баҫып атлап китте. Айбулат уның оҙон, мыҡты, аҙ ғына елкәһе көмөрәйгән кәүҙәһен баштан-аяҡ ҡараны, һүҙенең дауамын көттө. Ләкин Михаил өндәшмәй бара бирә ине. Айбулат түҙмәне, асыуланғандай тауыш менән:
— Һуң, нишләмәк булаһығыҙ? — тип һораны. Михаил ҡапыл артына боролоп туҡтаны ла, ул да Айбулатҡа асыуланған кешеләй булып:
— Бына шуны эшләмәк булабыҙ ҙа, — тип ҡысҡырҙы ул. — Сергеевка, Ивановка, Горячевкалар тотош күтәрелеп сығабыҙ ҙа Расторгуевтың бөтә отрубка алған ерен общиналап тартып алабыҙ, вот, белдеңме?
— Белдем, ләкин...
— Бер ниндәй ҙә “ләкин” булмаясаҡ. Әгәр ҙә Расторгуев алтынсы, етенсе йылдарҙағыса атаһы мәрхүмдең методы буйынса ҡорал көсө ҡуллана икән, тотабыҙ ҙа утарын яндырабыҙ, — тине.
Михаилды тыңлап барған һайын, Айбулаттың йөрәге ҡатыраҡ һуҡты, асыуы нығыраҡ ҡабарҙы. Михаилдың һүҙен бүлеп тигәндәй, үҙенең законһыҙ-ниһеҙ, хатта отрубка һатыу хаҡын да түләмәйенсә Ныязғолға күскән ере тураһында һөйләп китте. Улар хәҙер, киңерәк юлға сығып, ҡатар атлайҙар ине.
Михаил уның һүҙенә ҡеүәт кенә бирҙе:
— Бына, бына шул, Айбулат, шул юл бик шәп инде. Һин дә шул мәсьәләне Ныязғол алдына ҡуй, давай, ҡайтар минең еремде, тиң.
Айбулат Михаилды тыңлағанда, Ныязғолға ул мәсьәләне нисек ҡуйырға, уның эше менән Михаилдарҙың эше араһында айырма бармы, юҡмы икәнен хәл итә алмай уйланып тыңланы.
Ул арала Михаилдың землянкаһына килеп еткәйнеләр инде.
Михаилдың бисәһе Зина уларҙы йылмайып ҡаршы алды. Айбулатҡа ҡул биреп күреште. Ҡыҫҡа ғына йыуантыҡ кәүҙәһе менән, тумалап йөрөгән һымаҡ, йәһәт йүгерекләп өҫтәлгә аш әҙерләй башланы.
Михаил Зинаға:
— Зиночка, был ҡунаҡты беләһеңме, аш арты сәй эсмәй китмәй торған башҡорт ҡунаҡ, самауырың да булһын, — тип көлдө. Зина күңелле яуапланы:
— Самауырым да ҡайнаған, борсолма, зинһар. Айбулаттың сәй кәрәкмәй, рәхмәт, тип уларҙы тыйырға тырышыуына улар иғтибар итмәнеләр. Икәүһе лә өтәләнеп:
— Йә, йә, давай ултыр әле, ултыр, — тип уны түрҙән уҙҙырып, үҙҙәре ситтән өҫтәл уратып ултырҙылар.
Ашты ашап бөтөп Зинаның сәйен көткәндә, Михаил, ултырғысында артҡараҡ ҡайҡайып, мыйыҡтарын һыйпаны ла, ялтыр ҡара күҙҙәрен уйнатып, Айбулатҡа һораулы ҡараны. Сал инә башлаған сәстәрен артҡа һыйпап, һүҙҙәрен тағы ла өҙгән ерҙән ялғаған кеүек дауам итте:
— Башҡа выход бөттө, туғанҡай, һин дә был мәсьәләне Ныязғолға шулай ҡуй, чтобы ул эштең ҡайҙа табан барғанын төшөнһөн.
— Һин дә һин тип һөйләйһең, Михаил ағай. Унда мин генәме ни әле һуң, ә халыҡ?
— Тем более. Хәйер, һеҙҙең башҡорт ергә бик аптырамай торған. Душ башына 40 десятина.
Айбулат ярһып ҡапыл урынынан торҙо:
— Уның телдә генә икәнен яҡшы беләһең дә инде, Михаил ағай! Мәҫәлән, минең бер душ — 40 десятина ер булырға тейеш, ә ҡайҙа ул?
— Һинеке Ныязғолда, ә башҡаларҙыҡы?
— Башҡаларҙан — минең ағай-энеләрҙән генә егерме-утыҙлап кеше Ныязғолға бишнәккә бушҡа һатып бөттөләр ҙә хәҙер әсминник ергә аптырап йөрөйҙәр. Уларҙан башҡа нисәмә ауыл.
Быларҙың бөтәһен дә электән үк яҡшы белгән Михаилға Айбулаттың былай аңлап ҡыҙышыуы бик оҡшаны. Зина яһаған бер стакан сәйҙе Айбулатҡа шылдырҙы, икенсеһен үҙенә алып күтәреп бер-ике һемерҙе лә тағы Айбулатҡа һорау менән текләне. Айбулат уға яуап биргән кеүек итеп:
— Һеҙ яҡшы эш ниәтләгәнһегеҙ, Михаил ағай, ә бына беҙҙекеләр менән нисек эш башларға икәнен хәл итә алмай ултырам әле, — тине.
Михаил Айбулат өсөн мәсьәләне хәл иткән кешеләй булып кинәнеп баш эйҙе.
— Тимәк, һин дә был турала ысын һәм ныҡ уйланаһың икән.
— Уйланмай ни, Михаил ағай, һин әйткәндәй, эш түҙеүҙән әллә ҡасан үтте инде. Бишенсе йыл ҡайһылай күмәк күтәрелеп эшкә керешкәйнек, уныһы ла юҡҡа юғалып ҡалды. Уларҙы һин дә беләһең...
Михаил мыйығын тағы бер һыйпаны ла, уйланып, яйлап ҡына яуап бирҙе:
— Улай булһа, Айбулат, ошо айҙың ун биштәре тирәһендә мин һиңә хәбәр итермен, һин шул хәбәрҙе алыу менән миңә килеп әйлән. һине мин шундай бер бик аҡыл эйәһе ағай менән таныштырырмын. Ул һинең бөтә һорауҙарыңа яуап бирер, күп нәмәгә төшөндөрөр, булдымы?
— Булды, Михаил ағай, обязательно киләм.
— Ә бөгөн үҙеңдең Ҡотлояр ағайың янына ла етеп ҡайт. Уның да һине күргеһе килә ине, — тине Михаил.
— Ярар, уны ла күрермен.
Улар бөгөн элеккегә ҡарағанда күп яҡын дуҫтар булып айырылыштылар.
Бына ошо көндән бирле Айбулатты тәрән уй алды. Был эштәрҙең йән ҡуҙғатҡыс ҡайнар көсө уны ҡапланы. Хәҙер үк ошо турала иптәштәренә, ауылдаштарына, дуҫтарына хәбәр биргеһе килде. Ләкин Михаилдың был турала һис кемгә һөйләмәй торорға тигән һүҙе уны тыйҙы. Шулай ҙа ул бөгөн төндә көтөүҙәре янында ятҡан Асатай менән Истебайға аҙыраҡ сер сисеп эсен бушатты.
Байсура тау итәгендәге ҡыуаҡлыҡтар араһынан аҡҡан серле шишмә генә уларҙың серен тыңланы.
Эш эҙләгәндә
1
Айбулат Бөрйән ырыуынан булған Айҙар ҡарт мәрхүмдең еңгәләтә алған икенсе бисәһенән тыуған бала. Ул биш-алты быуын йырылған булһа ла, бер ырыуҙан булғанлыҡтан, Ныязғолға ағай-эне һанала ине. Айбулаттың әсәһе Сәлимә Айҙарҙың бер туған ағаһы Йомабайҙан утыҙ йәштәрендә генә саҡта ике бала менән тол ҡалды. Айҙар был еңгәһе Сәлимәне үҙенә нисек алыуы тураһында дуҫ-иштәре араһында һәр ваҡыт маһайып, ҡупырайып, ошондай әңгәмә һөйләй торғайны: “Мин Сәлимә еңгәмде ҡыйғас ҡара ҡаштары өсөн генә, тол булыуына ҡарамай, мәһәренә ҡырҡ Һум биреп, туйына тана һуйып, ҙурлап алдым. Йомабай ағайымдың үҙе тере саҡта уҡ, ул килен булып төшкәс тә, минең күңел уға төшкәйне. Шунан ни, ағайым үлгәс, уны Байыш яусылата икән тигән хәбәрҙе ишеткәс үк, минең намыҫ килде бит, малай. Ошоноң шикелле бер йыйын ваҡыты ине. Хәтеремдә юҡ,Шаһимәрҙән ҡорҙаштың улына кәләш әйттереп, туй яһап ятҡан мәле инеме икән, әйтәгүр, кеше лә бик күп, мулла ла шунда ине. Бер заманды Байыштың яусыһы Норалы: “Сәлимә һылыу беҙҙең ҡулдан ысҡынмаҫ”, тигән хәбәрҙе һалды бит. Мин ҡыҙҙа кит! Аш янынан һикереп торҙом да баштағы ҡамсат бүректе һыпырып алып, иҙәнгә һуҡтым: “Булмаҫ, тим, Норалы ағай, — мин әйттем, — әгәр ҙә йорт йолаһын аяҡ аҫтына ҡалдырып Сәлимә еңгәмде Байышҡа ебәрһәмме, төптө ир булып йәшәмәйем, ошо бүркемде үк кеймәйем, исемем Айҙар булмаһын!” — тинем.
Уның тирә-яғындағы ирҙәр, был әңгәмәгә ҡыҙығып китеп, Айҙарға яҡыныраҡ шыуып ултыралар ҙа һүҙгә ҡыҫылалар:
— Йә, йә, шунан?
— Бына ҡыҙыҡ!
— Һе, һе, һе, — тип кетерләшеп көлөшә башлайҙар, Айҙар тағы ла ҡайҡая бирә лә, тауышын күтәрә төшә.
— Шул. Әлегендәй, бүректе алып һуҡҡайным, Фәйзулла мулла минең ҡыҙғанды күреп, “Алла бирһә” тип әйт, ҡустым Айҙар, “алла бирһә” тип әйт, тигән була. Ундай ваҡытта һиңә “алла бирһәң” иҫкә төшөп торамы!
— Эйе лә баһа, ундай ваҡытта ҡайҙа инде ул, — тип хуплайҙар Айҙарҙың дуҫтары.
— Иҫкә төшөү ҡайҙа ул, унда инде тиҙерәк кеҫә яғыңды ҡарайһың да үҙ ирлегеңә нығыраҡ таянаһың. Шул көнө кис үк үҙемдең өлкән ҡатындан Гөлйемеш әбейҙе саҡыртып алдым да икәүһенең уртаһына ошо мәслихәтте һалдым: “Бына, икәүегеҙгә лә бер һүҙ, — тинем. — Йығылып үлегеҙ, мин әйтәм, әммә ошо эште эш итеп сығарығыҙ, тим. Емеш еңгә, һиңә бер сатин күлдәк, бисәгә әйтәм: Хупъямал, ҡара, арҡыры төшә торған булһаң, аҙағы насар булыр, тим. Емеш әбей яусылап өйрәнгән инде ул, ихлас тырышып тора. Бисә лә байтаҡ үпкәләп, илаштырып ҡараны ла, мине еңәме һуң. Эш Сәлимәлә ҡалды бит инде. Уныһы: “Ғиҙҙәтем тулмаған, балаларым бар, уларҙы ҡағыр, үҙемде тиң күрмәҫ, бәләнәлән”, — тип әйтә, ти. Уға ла бәләкәс бармаҡ янап алырға тура килде. Әйтеп ебәрҙем: “Әгәр ҙә Сәлимә мине һанға һуҡмай ятҡа китә икән, мин уны ер өҫтөндә йөрөтмәмен”, — тип әйтеп ебәрҙем. Ул да кеше бит, күнде бахырың. Шул бына, өлкән бисә лә тырышты, малын да аяманым, һүҙем дә һүҙ булды. Байышың ана йөрөй танауын тартып. Иргә мал ҡыйбат түгел, ир үлһен дә дан ҡалһын.
Ирҙәр тағы ла хуплайҙар:
— Ысын да баһа. Еңгәнең һулаҡай ҡабырғаһы ағайҙың үҙе тере саҡта уҡ ҡәйнештеке ул. Ағаңдан ҡалғас, ни йәнең менән еңгәне ятҡа ебәрмәк кәрәк. Юҡ, булмай, — тиҙәр.
Был әңгәмәләр Айҙарҙың һүҙен һүҙ итеүе менән ярылырҙай булып маҡтаныуы булды. Унан, Сәлимәнең тәүге иренән ҡалған балаларына ғына түгел, үҙенән тыуған Айбулат менән Нәсимәгә лә аталыҡ ярҙамы теймәне, тәрбиәһе булманы. Сәлимә тәүге иренән ҡалған барлы-юҡлы малын аҙлап үрсетеп, тырышып, балаларын, тәрбиәләне. Айбулатты ете йәшенә етеүе менән ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға бирҙе. Айҙарҙың: “Беҙҙең балаларҙың уҡып мулла була торғаны юҡ, ана, мал ҡараһын да донъя көтһөн”, — тип ҡаршы килеүенә лә Сәлимә бирешмәне. “Үҙең ҡарамағас, балала эшең булмаһын, һин ситтән ҡараусы, ысын атай түгелһең, тик һыртҡы ямау ғына бит, — тип, үҙ һүҙен һүҙ итте. — Минең улым бик зирәк, уҡыһын”, — тине.
Ҡыҙы Нәсимәне кейәүгә биргәндә лә Сәлимәгә ире менән күп тартышырға тура килде. Ләкин был юлы ул еңә алманы. Айҙар: “Ҡыҙ минеке, кемгә бирһәм дә, күпме мәһәр алһам да, үҙ ҡулымда. Ҡатын башың менән килгән яусыларҙы кире ҡайтарып ултырма”, — тип, үҙһүҙләнеп, Нәсимәне ике балалы буйҙаҡ иргә бирҙе лә ебәрҙе. Унан килгән мал, мәһәр аҡсаһы ла Айҙарға китте. Ә Сәлимәгә барлығы бер кәзәкей ҙә бер күлдәк кенә тейҙе.
Айҙарҙың үҙен шулай итеп ҡыйырһытыуҙарына Сәлимә үҙе үлгәнсе зарланып барып үлде.
— Ҡуй инде, нисә әйтһәң дә, кеше ире ир булмай икән ул. Бер ҙә генә шуға барғым килмәгәйне. Аяҡ атларға бирмәй яусылатты бит. “Димсе диңгеҙ кисерә”, тигәндәре шулдыр инде. Емеш еңгәм генә башымды ашаны. Бигерәк өгөтләп димләне шул. Етмәһә, Айҙарҙың оло бисәһе үҙе бит әле, ҡайта-ҡайта килеп, димләште. “Быға тиклем апһын булып йәшәп ара боҙолманы, көндәш булғас талашып та кеше көлдөрмәбеҙ әле, йорт-ер алдында ҡәйнешеңдең хаҡын төшөрмә, ят яғаһын еҫкәгәнсе, үҙ кешең булыр, ят итмәҫ”, — тигән булып, таҫма телдәре менән йыуҙы. Ә хәҙер күҙендә уғы булһа — атырҙай булып йөрөй. Балаларҙы тупһаһына баҫтырыу ҡайҙа ул! Мин алйот ни, шул көндәштең һүҙен тыңлаған булдым шул, йоланы аяҡ аҫтына һалмайым, тигән уйым булды. Ә ул, атай була тороп, балаларҙың өҫтөнә бер ҡат кейем дә алып бирмәне. Ҡыштың ҡыш буйы малын ҡаратты, йәй буйы эштән бушатманы. Э тәрбиәләргә тигәндә, ике ятып бер төшөнә лә инмәне. Бына үҙегеҙгә лә билдәле, тәүге ирем үлгәндә ике ат, ике һыйыр, кәртә тулы ваҡ мал ине. Хәҙер бына шуның донъя көтөүгә вайымһыҙлығы арҡаһында бер танаға ҡарап ҡалдым. Үлгән кешене яманлап һөйләһәң, һөйәге ҡуҙғала, йәне рәнйей, имеш, тиҙәр. Нисек итәйем, үҙәгемә үткән шул. Хәҙер бына уның үлгәненә өс йыл тулды. Әгәр ҙә ул мәрхүм үҙе һау саҡта шул баланы ғына әҙәм итерлек донъя ҡалдырған булһа ине, бөгөнгө көндә шул сабый бынауы Ныязғол тигән ҡарундар ҡулына төшөп интекмәҫ ине. Былары ни, йығылғанды түбәлә тигәндәй, “еңгә, Айбулатты үҙем ҡарайым, кеше итәм” тигән булып әпикун булып алды ла, балаға тейгән бөтә ерҙе биләне. Ә минең Айбулатым, бахыр, айыуҙан ҡасҡан бүрегә тигәндәй, Ныязғол ҡулында бушлай ялсы булып, кеше көнлө булып тик йөрөй. Ҡуй инде, был тиклем дә ҡара яҙмышлы булыр икән әҙәм балаһы.
Сәлимә шулай зарлана-зарлана лә күҙенә эркелгән йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп ала торғайны. Уның бөтә ғүмеренә һуҙылған был ҡайғылары үҙе үлеү менән генә туҡталдылар. Шулай һыҙланып үткән көндәренең бер ҡараңғы кисендә ул йән бирҙе.
Әсәһе үлгән саҡта Айбулатҡа ун дүрт йәш ине. Ул үҙенең эшкә беше, теремеклеге арҡаһында, әсәһенән ҡалған балсыҡ өйҙөң тәҙрәләрен тиҙәк кирбестәре менән ҡапланы ла, ҡоба тананы Мәғфүрә еңгәһенә ҡалдырып:
— Еңгә, быҙаулаһа, һауып һөтөн эсеп торорһоң әле шунда. Мин берәр яҡта кәсеп итеп, өҫ-башымды бөтәйтәйем, — тип эш эҙләп сығып китте.
Мәғфүрә уны үҙ балаһы кеүек күреп йәлләй. Яҙ башы һайын уны ситкә көтөү эшенә оҙата ине. Быйыл да, шулай итеп, әсә кәңәштәре биреп оҙатты:
— Ярар, ҡәйнеш, бәхет эҙләп ситкә китәһең китеүен, әллә ҡайҙа зимагур булып аҙып-туҙып йөрөмәһәң ярар ине. Әллә быйылға ошонда Ныязғол ҡайнағаларҙа ғына эшләп тораһыңмы? Бәлки бында ла өҫ-башлыҡ эшләй алырһың. Улар ҙа йылдың-йылы һинең өлөшөндә йотмаҫтар, бәлки. Үҙең дә хәҙер үҫкәнһең инде, — тине.
Ләкин бәләкәйҙән үк атаһынан да, Ныязғол ағаһынан да файҙа күреү түгел, үҙенең булған ғына донъяһын бөтөрөшкәндәрен күреп өйрәнгән Айбулат төптән уйланы.
— Юҡ инде, — тине ул, — еңгә, булмаҫ инде. Ситтә йөрөп ҡайтайым әле. Кузьмин утарында һыйыр көтөүе бар, ти, шуны барып алайым.
— Ярар әләйһә. Артыҡ-бортоҡ аҡсаңды йыя бар. Юҡҡа туҙҙырма. Игенгә һөйләш, уны һатып, бәлки, берәр ат яһарһың.
Мәғфүрә уға сәй эсереп, бер тоҡсайға бер таба сөсө күмәс һалып бирҙе. Уны арата ҡапҡанан оҙата сыҡҡанда, ҡултығына ваҡ-төйәк нәмәләр һалған тоғон ҡыҫып, морондары ямалған итектәренә “ҡараған Айбулатҡа тағы ла кәңәш бирҙе.
— Ҡәйнешкәйем, инде элекке йылдарҙағы кеүек, тапҡаныңды эттән ашатып, арҡаңды беттән ашатып подпаскала йөрөмә. Көтөүҙе үҙеңә ал да, ни тапҡаныңды туплай бар. Хәҙер һин егет ҡорона тулғанһың, бала түгелһең. Ун һигеҙең тула. Башлы-күҙле булыр заманың етте, — тине. Унан һуң Мәғфүрә, еңгәләрсә йылмайып: — Туй яһарлыҡ бол йыйып ҡайтһаң, Гөлйөҙөмгә үҙем яусы булып барырмын, — тип өҫтәне.
Ике-өс йылдан артыҡ ялланып эшләп йөрөп, кәләш алырлыҡ аҡса таба алмауына уңайһыҙланыпмы, әллә күптән һөйөп йөрөгән ҡыҙы Гөлйөҙөмдөң исемен ишетеүенән оялыпмы, Айбулат ҡып-ҡыҙыл булды. Ләкин бирешмәне. Еңгәһенең йөҙөнә күтәрелеп, көлөп ҡараны ла:
— Ярай, еңгә, изге теләктә тор, — тине.
Мәғфүрә уның яуабынан бик риза булып шатланды — Ай, ҡәйнешкәйем, иң ысын күңелемдән теләктә торормон. Хуш, һау йөрө! — тине.
— Хуш, еңгә, Ҡотлояр ағайым ҡайтһа, минең ҡайҙа киткәнде әйтерһең.
— Ярай, әйтермен. — Мәғфүрә уны урамдан сыҡҡансы оҙата килде.
Айбулат яҙ башының еүеш һалҡын елдәренә ҡаршы атланы.
Аяҡ аҫты, кисә көндөҙ иреп ҡалып, төнгө һыуыҡ менән ҡатҡаҡланған. Ҡар һыуҙары ат тояҡтары әҙенең соҡорҙарында ҡаңалтыр боҙ булып туңғандар. Уларҙың өҫтөнә саҡ ҡына баҫыу менән, йоҡа быялалар кеүек сылдырашып ыуалып, соҡорҙоң төбөнә ҡойолалар. Яҙ ҡояшы сығып аҙ ғына күтәрелеү менән үҙенең йылыһын һирпә. Биткә өргәндә һалҡын һымаҡ тойолған ел ҡар битен шаҙра яһап ашай. Ҡар өҫтө аҡ ҡом кеүек ҡыштырлай, шыйылдай, атларға ҡамасаулай. Юл буйындағы ҡары китеп асылған ҡара ерҙәр ҙә төндә туңғанға күрә, иртәрәк сығып атлағанда еңел булһа ла, ҡояш ауалау менән уның да суҡыйышып ҡатҡан осло моронсоҡтары ҡарайып иҙелә, аяҡ баҫҡан һайын Айбулаттың аяҡтарын артҡа тарталар, талдыралар.
Кузьмин утары Айҙаҡай ауылынан етмеш саҡрым самаһында ине. Икенсе көн кискә һарҡып, ҡояш тауға терәлгәндә Айбулат утарға барып инде. Был утарҙың ҙурлығы һәм байлығы Айбулаттың иҫен китәрҙе. Ул быға тиклем тирә-яҡ урыҫ ауылдарында, урыҫ утарҙарында күп йөрөгән булһа ла, был тирәгә килеп сыҡҡаны һәм бындай бик өлкән имение биләп ултырған яңғыҙ байҙы күргәне юҡ ине. Ул утарға инер алдынан бейек түмәләскә баҫты, бөтә тирә-яҡҡа уйланып ҡарап торҙо ла: “Бына ҡайҙа икән ул бай донъя!..” — тип һуҙып әйтеп ҡуйҙы. Был утар янында Расторгуевтың утары ла күп ҡайтыш, ә Ныязғолдоң йорт-ере бөтөнләй бәләкәс һымаҡ тойолдо.
Өҫтө ағас, аҫты ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлы бейек ой эре-эре өлгөлө ун ике тәҙрәһе менән ялтырап ултыра. Өйҙөң көньяҡҡа ҡараған алты тәҙрәһе гөлдәргә сырмалған бейек террасаға ҡарай, террасалағы былтырҙай ҡалған сырмалсыҡ гөлдәр кипкән һабаҡтары менән елгә елберләп шыптырлайҙар. Терраса ла, уға менеп китә торған бейек баҫҡыстың ике терәүес бағаналары ла, урамға сыҡҡан ишектәр ҙә, өй түбәһе менән бер төҫ, йәшелгә буялғандар. Өйҙө ике яҡлап та, ҡаршыһында ла, ҙур-ҙур таш келәттәр, лавкалар, арыраҡ таш һарайҙар, ваҡ йорттар теҙелешеп китәләр ҙә эҫкерт, иген машиналары менән тулған ырҙынға барып тоташалар. Был утар тотошо менән төрлө ағастар араһында, емеш баҡсаһы эсендә йәшеллеккә күмелеп ултыра.
Айбулат шулай тирә-яҡҡа ҡаранып, тамаша ҡылып, өй янына килеп еткәндә генә баҫҡыстың әллә ҡайһы еренән абайламаҫтан ғына ҙур барак ауыҙлы ялбыр ҡара эт, уҫал күҙҙәрен алартып, осло тештәрен ыржайтып, ларҫ итеп өрөп, ҡапыл уға ташланды. Айбулат ҡулындағы таяҡ менән бер һелтәп өлгөрмәне, эт уның көпө салғыйын йырта тешләп тә алды. Айбулат үҙен әрсәләп артҡа тайпылды ла таяғы менән эттең башына ҡундырҙы. Ул арала, был тауышты ишетеп, ишек алдының төрлө яғынан төрлө тауышлы эттәр өрөшөп йыйыла башланылар. Ошо эт өргән тауышҡамы әллә былай ғынамы, бер ҡулына ике силәк, икенсе ҡулына көйәнтә тотҡан бер урыҫ ҡыҙы бәләкәй ҡапҡанан килеп сыҡты. Ул ҡыҙыл сарафанының итәген төрөп биленә ҡыҫтырған, ҡара сыбар яулығын ослайтып бәйләгән, еңдәрен терһәктәренә тиклем һыҙғанған, ҡыҙғылт таҙа йомро беләкле, көләс зәңгәр күҙле ине. Ул сығыу менән Айбулатты таларға йәбешкән эткә йүгереп етеп:
— Пошел, Пугай, пошел! — тип көйәнтәһе менән һелтәп ебәрҙе лә Айбулатты унан айырып алды. Пугай, ирекле-ирекһеҙ ҡыҙға буйһоноп, асыуҙан ҡан һауып ҡыҙарған күҙҙәре менән Айбулатҡа ҡарай-ҡарай, ҡапҡа төбөндәге ояһына инеп китте. Уның башҡа оялаш иптәштәре лә, был талаш эшенең ҙурға китмәүенә үкенгән һымаҡ, баштарын эйеп, төрлөһө-төрлө яҡҡа таралдылар.
Айбулат көпөһөнөң эт тешләп айырған йыртыҡ киҫәген ҡулы менән ипләштереп ҡыҙға ҡараны.
Ҡыҙ унан:
— Больно? — тип һораны.
Айбулат эттәрҙән ҡурҡып ағарған йөҙө менән ҡыҙға йылмайҙы ла:
— Нет, — тине. Ул тағы ла ҡыҙҙың әллә ниҙәр һорашыуына яуап бирергә әҙерләнеп өлгөрмәне, ҡыҙ уға:
— Һин ошонда ултырып тор, мин хәҙер килермен, — тине лә, уны тимер түбәле өлкән йорттоң ишегенән индереп ебәреп, үҙ эшенә йүгерҙе.
Был өйҙөң түбәһе бейек, таҡта иҙәне һап-һары итеп ҡырып йыуылған. Уның бер яҡ мөйөшөндә өлкән ап-аҡ урыҫ мейесе. Уның уң яғында киң таҡта өҫтәл. Өҫтәлдең бер яҡ башында төрлө ҙурлыҡтағы көршәктәр, кәстрүлдәр ултыралар, икенсе башында Айбулат ғүмерҙә күрмәгән мейестән яңы ғына сыҡҡан төрлө семәрле бәлештәр, өҫтәренә шәкәр вағы һибеп эшләнгән һәр төрлө ҙурлыҡтағы күмәстәр теҙелгән. Тәҙрә янындағы быялалы өлкән шкафта төрлө варениелар, төрлө банкылар, бал һалынған һауыттар, тағы әллә ниҙәр теҙелешеп ултыралар. Был бәлеш, күмәстәрҙең тәмле еҫтәре Айбулаттың танауына килеп инәләр ҙә, уның асыҡҡан ашҡаҙанын ауырттырып, ауыҙынан ҡара һыу ҡоялар. Ул был өйҙөң бөтә эсен ентекләп ҡарап, баяғы ҡыҙҙың өйөмө икән, әллә байҙың үҙе ашай торған өйө ошомо икән, тип уйланды. Айбулат был тирәләге байҙарҙа йөрөп ҡайтҡан ялсыларҙың, көтөүселәрҙең ауыҙынан, ундай байҙарҙың ашап-эсә торған, ҡунаҡ саҡыра торған, йоҡлай торған өйҙәре һәр ҡайһыһы үҙенә башҡа була, тип һөйләгәндәрен ишеткәне бар. Шуға күрә ул, үҙ уйынса, уларҙың бөтәһе лә Ныязғол байҙың ауылдағы ҡара-ҡаршы һалынған өлкән өйҙәре кеүек, өлкән-өлкән һәм башҡа-башҡа булып, бөтә утарҙы алып теҙелеп ултыралар кеүек итеп күҙ алдына килтерә ине. Ул зәңгәр күҙле ҡыҙҙың да кем булыуын аңларға тырышып ҡараны. Байҙың үҙ ҡыҙы тиһәң, ул бай балаларының бер ауыр эш тә эшләмәгәндәрен белә. Ә был ҡыҙ һыуға китте; ул бай ҡыҙы булмаҫ, тип һөҙөмтәләне.
Айбулаттың асығыуы сигенә етте, ҡулындағы тоҡсайҙы сисеп, Мәғфүрә еңгәһе һалған сөсө икмәктең бер ситен ҡыйпытып бүлеп алып ҡапты ла ипләп кенә сәйнәп йота башланы.
Айбулаттың был тикшеренеү уйҙарын шарт итеп асылған ишек тауышы бүлде. Ул, баяғы ҡыҙ килеп ингәндер тип, ялт әйләнеп ҡараһа, унан мыҡты кәүҙәле, сал мыйыҡлы, тәмһәй күҙле, тотош аҡ кейем кейгән, аҡ ситса кәпәсле бер кеше килеп инде. Айбулат был көтөлмәгән кешенең килеп инеүенә ҡапыл ырғып торҙо. Ҡарт уға бер аҙ ғына ҡарап торҙо ла, өндәшмәй үтеп, оло өҫтәл янына эскәмйәгә барып ултырҙы. Ул, Айбулатты бар тип тә белмәгән кеүек, өҫтәлгә терһәклән яңағына таянды ла асыҡ тәҙрәнән тышҡа ҡараған көйө уйға ҡалды. Оҙаҡламай ҡыҙ ҙа һыу көйәнтәләп ҡайтып килде. Ул, аҡ силәктәрҙе ишек төбөндәге эскәмйәгә ултыртып, көйәнтәһен соланға ҡуйып инде. Шунан Айбулат янына яҡын килеп, асыҡ йөҙ менән йылмайып һораша башланы:
— Ҡайҙан килдең, знаком?
— Алыҫтан, Айҙаҡай тигән башҡорт ауылынан.
— Ә ни эшләп йөрөйһөң? — Ҡыҙ был һорауҙарҙы ниңәлер ярым шаяртып һораны. Шуғамы икән, Айбулат та, нығыраҡ батырайып, көлөп яуап бирҙе:
— Эшләп йөрөмәйем, эшләргә килдем.
— Ә шулаймы ни? Исемең кем?
— Айбулат. Ә һинең исемең кем?
— Маруся, тиҙәр мине.
Маруся, Айбулат менән һөйләшеүҙән туҡтап, быға тиклем быларға иғтибар итмәй, үҙ уйына батып ултырған кешегә ниҙер әйтмәксе булып:
— Дядя Митя, — тигәйне, ҡарт, быға ҡапыл асыуланған һымаҡ, туҙып китте. Өҫтәлдәге күмәстәрҙе ҡул һырты менән йөрәкһеп һыпырҙы, урынынан тороп, кемделер әрләне-әрләне лә, кире эскәмйәгә ләп итеп ултырҙы.
Тәүҙә Айбулат, был кеше Марусяның ағаһы булып, үҙен бында индергән өсөн асыуланамы икән, тип шикләнеп урынынан торғайны. Ләкин Марусяның ҡарттың әрләүенә күҙҙәрен ҙур итеп асып, йәлләгән төҫ менән ҡарап тороуынан һүҙҙең башҡа берәүҙәр тураһында булыуын аңланы.
Ҡарт тағы өнһөҙ ҡалды.
Маруся уның бөкрө елкәһенә уң ҡулын һалып:
— Ну, дядя Митя, ул тиклем борсолма инде. Ни эшләйһең бит, — тип әүрәтергә тырышты.
Ҡарт йөрәгенән сыҡҡан әрнеүле баҫынҡы тауыш менән һөйләнде:
-Их Маруся, дорогая, понимаешь, мин бында эшкә кергәндә һин донъяла ла юҡ инең әле. Бит, егерме бер йыл ошо мейес янынан китмәй, ошо сусҡаларға аш бешерҙем бит. Ә улар, бына һиңә кәрәк булһа!..
Зирәк Айбулат ҡарттың был һүҙҙәренән уның Марусяның ағаһы түгел, ә бик күптән эшләгән аш бешереүсе икәнен төшөнөп ҡуйҙы.
Иртәгеһенә дядя Митя бөтә ваҡ-төйәк нәмәләрен йөкмәне лә ҡайҙалыр йәйәүләп сығып китте. Маруся уны илай-илай оҙатып ҡалды.
Дядя Митя киткәс, Маруся Айбулатты кухняла ашатып тамағын туйҙырҙы. Айбулат ашағылағансы, кухнялағы бөтә ваҡ-төйәк эште йәһәтләп эшләп ташланы ла, ишек алдына сығып, утын яра башланы. Быны күреп ҡалған Айбулат, балтаны Маруся ҡулынан тиҙ генә алып, уға бик күп утын ярып бирҙе. Маруся Айбулатты шаяртып һөйләшә-һөйләшә күп рәхмәт әйтте.
— Бына рәхмәт, Айбулат. Хәҙер минең бер үҙемә эш бик күбәйҙе. Яңы повар килгәнсе, миңә нисек булғас та, барыняларға оҡшарлыҡ итеп бешереп ашатырға кәрәк.
— Утынды ла гел һин яраһыңмы ни?
— Юҡ. Вася ҡайтһа, миңә утынды күп итеп әҙерләп бирә ул.
— Кем һуң ул Вася?
— Васямы, Вася беҙҙең бик яҡшы егет ул. — Маруся һуңғы һүҙҙәренә айырым баҫым яһап әйтте лә, Айбулатҡа ҡарап, көлөп ҡуйҙы.
— Хәҙер ул ҡайҙа?
— Ул кисә генә йәш баринды Һамарға алып китте. Иртәгә кистән ҡалмай ҡайтырға тейеш.
Улар бер аҙ һөйләшмәй торҙолар. Тынлыҡты Маруся боҙҙо:
— Айбулат, һиңә нисә йәш?
— Ун һигеҙ тулды.
— Вот Васяға ла йәй көнө ун һигеҙ тула. Ҡорҙаш булып сыҡтығыҙ, дуҫлашып та китерһегеҙ әле. Бик әйбәт егет ул Вася.
Маруся ярылған утындарҙы ташый башланы. Уның Васяны ҡабат-ҡабат маҡтауы Айбулатҡа әллә ниңә оҡшаманы. Ул үҙе лә, был турала үҙенә иҫәп бирмәйенсә, ҡапыл бойоҡто ла, ишек яңағына һөйәлгән көйө, тәҙрәгә ҡарап тик торҙо.
Утындарын ҡосаҡлап күтәргән Маруся, килеп инеп, Айбулатҡа ҡағылды. Ул Айбулаттың был хәлен абайлап ҡалып:
— И Айбулат, һин нимәгә улай тәрән уйға ҡалдың? — тине. Айбулат йыуаш йылмайҙы. Әллә ниҙән үҙен-үҙе аҡлаған һымаҡ, ҡапыл яуапланы:
— Юҡ, юҡ, Маруся, уйға ҡалманым.Һинең Вася тураһында һөйләгәнеңде тыңлайым бит, — тине. Маруся ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
— Мин уны бая уҡ һөйләп бөттөм бит инде. Беләһеңме, Айбулат, әйҙә, мин һине Васяның әсәһе янына алып барайым. Ул да бик һәйбәт ҡарсыҡ. Һине эшкә алһалар, барыбер фатирға шунда ҡуйырҙар. Әйҙә, таныштырайым!
Ҡыҙыл кирбестән эшләнгән оло бер йорт эсендә, киң урындыҡ ситендә илле йәштәр самаһындағы бер апай йөн иләп ултыра ине.
Маруся шаулап килеп инде:
— Һаумы, Даша апай, Хоҙай ярҙам бирһен! Бына һеҙгә бер ҡунаҡ килтерҙем, — тине.
— Һаумыһығыҙ. Бик яҡшы. Әйҙә, ултырығыҙ. Ҡайҙан килгән был ҡунаҡ?
Тетя Даша бәрхәт кеүек йомшаҡ ҡуңыр күҙҙәре менән был йәштәрҙе иркәләп йылмайып ҡараны. Айбулат уға ҡул биреп күрешеп һаулашты. Маруся уның һорауына яуап бирҙе:
— Тетя Даша, ул Имел волосынан килгән башҡорт. Эш эҙләп килгән. Ә бөгөн, как раз, приказчик өйҙә юҡ, — тине.
— Ә, улай икән. Ярар, ошонда йоҡларһың. Эш тә табылыр, улым, — тине тетя Даша. — “Были бы руки, найдутся муки”, тигәндәр бит боронғо кешеләр. Беҙгә шул инде бына, — тип һөйләнә-һөйләнә орсоғон әйләндерә башланы.
Маруся тағы бер аҙ һөйләшеп торҙо ла ашығып кухняға кире йүгерҙе.
Тетя Даша Айбулаттың ҡайҙа, кемдәре барлығын һорашты. Айбулаттың үкһеҙ етем булып үҫкәнен белгәс, ул уны тағы ла яҡыныраҡ күреп китте. Васяһына оҡшатты.
— Ничего, улым, хәҙер егет булғанһың инде. Минең дә һинең кеүек кенә улым бар. Маруся һөйләнгәндер инде.
Иртәгеһен приказчик Айбулатты баштан-аяҡ үрле-түбәнле ҡараны ла:
— Көтөү көтә беләһеңме? — тине.
Айбулат үҙенең ике йыл көткәнен һөйләне.
— Тимәк, һин хәҙер үҙең, старший булып, подпаскалар алып эшләй алырһың?
Айбулат, был турала уйламағанға, аҙыраҡ өндәшмәй торҙо ла:
— Кеше бармы һуң? — тине.
— Уны һин үҙең табырға тейешһең. Был тирәлә табылмаһа, ана Уральскиға табан йөрөп әйлән. Берәр ҡаҙаҡ балаһы осрар әле. Иртәгә ана Васяның саптарын ек тә шул яҡҡа барып ҡайт. Һиңә ике көн срок, — тине.
Айбулат ошо юлға сығып китеп, Селекле йылғаһы буйындағы ҡаҙаҡ малын көткән көтөүселәр араһынан үҙенән ике йәшкә кесе Истебай тигән бер етем малайҙы табып алып килде.
Улар, хаҡты һөйләшеп, көтөү көтә башланылар.
Көтөү эше еңел түгел ине. Баярҙың береһенән-береһе уҫал, бура кеүек эре йөҙәрләгән һыйырҙарын, ер ярып үкереп, яндарына яҡын ебәрмәй торған уҫал үгеҙҙәрен таң ҡараңғынан тороп яланға ҡыуырға кәрәк. Көн ҡыҙа башлау менән һыйыр малы безәкәйләп өйгә ҡайтыу яғын ҡарай башлай. Шуға күрә уларҙы утарҙан өс-дүрт саҡрымдағы күлгә алып барып һыулауға төшөрөргә, унда ла тейешле ваҡыттан оҙаҡ тотмайынса, кире яланға алып китергә кәрәк. Әгәр малды ошо ағас күләгәләре аҫтында бер ярты сәғәт кенә кәрәгенән артыҡ ваҡыт тотаһың икән, быны управляющий хәҙер күреп ала ла, эттән алып, эткә һалып әрләй, бик артыҡ күҙе аларып ҡыҙған сағы булһа, көтөүселәрҙе ҡамсы менән һыҙыртып туҡмарға тотона ине. Ләкин ниндәй эшкә тотонһа ла емертеп, еренә еткереп эшләй белгән Айбулат был көтөү эшендә лә улай әрпешлек күрһәтеп управляющий туҡмағына эләкмәне. Ул, хужаларҙың ҡайһы берәүҙәре килеп иҙерәйә башлаһалар ҙа, аптырап торманы, яуапһыҙ ҡалманы.
Истебай ҙа, бик бәләкәйҙән мал көтөп өйрәнгән булғанлыҡтан, подпаскалыҡҡа ғына ярарлыҡ малай түгел, ә Айбулаттың үҙенә тиң бер иптәш булып сыҡты. Шуға күрә, улар эште икәү ара бик тигеҙ алып барҙылар. Алмашлап ял иттеләр, мөмкин булған тиклем көнө-төнө бергә булырға тырыштылар. Уларҙың ял итеү урындары көндөҙгө яланда үҙҙәре яһаған тал ҡыуыштары булһа, төнгө һалҡындарҙа малды утарға алып ҡайтҡанда тетя Даша торған ялсылар йорто була ине.
Был өлкән, килбәтһеҙ, һарайға оҡшаған йортта, тетя Даша менән Вася яһаған бәләкәй генә йылы мөйөш Айбулат өсөн бер күңелле йомшаҡ төйәккә әйләнде.
Вася Сергеев Һамар менән Кузьмин араһында ат ҡыуып йөрөп донъяны күп күргән. Ул һис тә ҡайғы, нужаларҙы муйынына алырға теләмәгән күңелле егет, ысын күңелдән дуҫ була белә торған иптәш ине.
Айбулат менән Истебай көтөүҙе алып ҡайтып япҡан саҡтары булһа, тиҙ үк Вася янына киләләр. Вася үҙенең русский гармунын ала ла, улар өсәүләшеп, Марусяның ваҡыты булған саҡ булһа, дүртәүләшеп, утарҙың әллә ҡайҙағы алыҫ ситенә күңел асырға китәләр.
Айбулат, күп йылдар урыҫ араһында йөрөп, урыҫса һөйләргә бик яҡшы өйрәнгән. Ә инде Истебайға килгәндә, был эш бик ҡыйын да, бик ҡыҙыҡ та булып сыға торғайны. Ул тик үҙ телен — ҡаҙаҡсаны ғына белә. Уға Айбулат менән башҡортса һөйләшеү ауырлыҡ менән мөмкин булһа ла, урыҫсаһы бик тоҡор сыға. Шуға күрә Вася уны айырым ҡыҙыҡ күреп, әңгәмәләп, урыҫсаға өйрәтә.
— Ну, Истушек, давай йырлайбыҙ, — ти ҙә, үҙе гармунын уйнап, йырҙы башлап ебәрә:
Сама садик я садила,
Сама буду поливатъ.
Сама милого любила,
Сама буду забыватъ.
Айбулаттың иркен, моңло тауышы менән был йырҙар бик моңло яңғырай, һүҙҙәре лә бик дөрөҫ. Э быны тыңлаған Истебай ҙа бик ихлас, етди төҫ менән, күҙҙәрен йома-йома йырға ҡушылмай түҙә алмай:
Сама садик я садилай,
Самай буду балыватъ.
Сама милавай любилай,
Сама будем забывай, —
тип йырлап та ебәрә. Ә Вася менән Айбулат үләнгә тәгәрәп китеп көлөшәләр.
Был әңгәмәләр шулай күңелле итеп һуҙыла торғас, Истебайға ла файҙалы емештәрен бирҙе. Ул да урыҫсаға ап-арыу өйрәнеп китте.
Егеттәрҙе был шаярыу эше лә туйҙырҙы. Айбулат күпме уйнап көлһә лә, эсенән һаман урыҫса уҡый алмай ҡалыуына көйөнә ине. Уның әсәһе, бахыр, уға бик бәләкәйҙән уҡыуҙың бик кәрәк эш булыуын нығытып күңеленә һеңдергәйне. Айбулат йәй көтөү көтһә лә, ҡыш көндәрендә ялланып эшләһә лә, уҡыуҙы ташламаны. Ул әле лә үҙе яратып уҡыған ҡыҙыҡлы төрки китаптарҙы ҡалдырмай үҙе менән йөрөтә. Ул, көтөүен үрешкә ебәреп яңғыҙ ҡалған саҡтары булды иһә, хәҙер китапҡа йәбешә ине.
Бер көнө шулай уның был эш менән шөғөлләнеүен Вася күреп ҡалды ла төпсөп һорашырға кереште:
— Айбулат, һин нимә уҡыйһың?
— Китап уҡыйым.
— Ниндәй китап ул, молитвамы әллә? Айбулат ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
— Юҡ, түгел. Ниңә, мин молитва уҡып ултырырлыҡ бабай түгелмен бит әле!
— Ә һуң ни нәмә тураһында?
Айбулат ул замандағы халыҡ араһында бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған светский китаптарҙы күрһәтеп, мәғәнәләрен аңлатып бирҙе.
— Ә һеҙҙең китаптар шулай уңдан һулға яҙылалармы ни?
— Шулай яҙылалар шул.
— Ошо ҡаракүлдәрҙең барыһы ла хәрефме инде? Айбулат тағы ла рәхәтләнеп көлдө:
— Хәреф шул. Бынау точкалары ла хәреф яһашалар, — тине. Быларҙы тәүләп күргән Вася бик оҙаҡ уйланды. Шунан:
— Һе, бик ҡыҙыҡ икән, — тип һуҙҙы ла, ҡапыл, — ә һин, Айбулат, русса уҡый беләһеңме һуң? — тип һораны. Был юлы Айбулат уйланып көрһөндө.
— Бик аҙ беләм шул. Хәрефтәрҙе генә таныйым тиерлек. Бик аҡрын уҡый алам.
Быны ишеткәс, Вася шатланып китте:
— Бәй, миндә бик күп ҡыҙыҡлы китаптар бар, әйҙә, икәү бергә уҡыйбыҙ!
Ысынлап та, Вася әсәһенең урындыҡ өҫтөндә ултырған ағас һандығын асып ҡутарып, үҙенең бөтә китап байлығын һөйрәп сығарҙы.
— Бына, бына, Айбулат, күрәһеңме, минең бәләкәй саҡта уҡыған азбукам да ятҡан. Мә, һиңә булһын, — ул азбуканы тантаналы төҫ менән Айбулатҡа һыйланы. Айбулаттың шатлыҡтан тыны ҡурылды. Азбуканы ҡуш ҡуллап алып күкрәгенә ҡыҫты. Уның был ҡыланышын күңелләнеп ҡарап торған Вася:
— Бына шул, Айбулат, һин шуны өйрәнеп уҡып бөт тә, бынау ҡалғандарын барыһын да уҡырһың, — тине. — Һин уны яланда гел ҡысҡырып уҡы, — тип өҫтәне.
Улар хәҙер, йыр, гармунды онотоп, китапҡа тотондолар. Хатта көтөү көткәндә лә Айбулаттың бер ҡулында сыбыртҡы, икенсе ҡулында китап булды.
Айбулат йәйге оҙон көндәрҙең береһен дә бушҡа ебәрмәне. Вася уны уҡырға ғына түгел, яҙырға ла өйрәтте. Уның почергы эре, тигеҙ, матур ине. Айбулат та, уға оҡшатып яҙа торгас, матур яҙыуға өйрәнеп китте. Айбулат Васяның яҙыуын тәү күргәс тә ҡыҙығып маҡтағайны:
— Уй, ҡайһылай матур яҙа беләһең, Вася! Вася ҡупырайманы, ә етди эреләнде:
— А как же, Булатик, уҡырға-яҙырға мине дядя Гриша өйрәтте бит.
Васяның һәр бер яҡшы хәбәре, матур уйҙары, киләсәк өмөттәре дядя Гришаны телгә алып, уның тураһында урынлы маҡтауһыҙ үтмәй ине.
“Минең дядя Гришамы, улмы, ул... — тип һөйләп китә ине Вася. — Ул ана шул ҙур һамар ҡалаһында бик ҙур заводта эшләй. Элекке замандараҡ, йәш сағындараҡ, ул да ошо баярҙа эшләгән. Шунан һуң ерен был баяр үҙенә тартып алған да, ул асыу менән ошо тирәләге бөтә крәҫтиәндәрҙе эйәртеп сығып, уның бөтә имениеларын яндырып бөткәндәр...”
Айбулат Васяны бик ихлас тыңлай, һорауҙар бирә:
— Ҡала, ҡала бик ҙур тиһең, нисә ауыл ҡәҙәр булыр, һинеңсә?
— Нисә ауыл?.. — Вася уйлана, ләкин уны тиңләрлек ауылдарҙы белмәй. — Әйтәм бит, бик ҙур ул. Йорттары әллә нисә ҡатлы. Ә "байҙары беҙҙең Кузьмин кеүектәр генә түгел, унан да эрелер. Унда уларҙың бер генә магазины ла бөтә урамды буйлап алып ята. Э беҙҙең барчук уҡый торған йорт биш ҡатлы. Ҡыҙыл кирбестән һалынған. Барышня уҡый торған гимназия өс ҡатлы, тәҙрәләре эре-эре. Мин уларҙың икәүһен дә көн дә иртә менән сәғәт 9-ға илтеп ҡуям. Ә урамда барғанда теге ҙур йорттарҙың аҫҡы ҡатындағы стена ҙурлығы оло көҙгөләрҙә үҙеңде лә, атыңды ла күреп бараһың. Ҡыҙыҡ була. Ә беҙҙең барчуктың күк юрғаһы һымаҡ юрға бер кем дә лә юҡ. Ә барчук йәкшәмбе кистәрҙе гулять итергә тотонһа, юрғаға прямо бәлә тыуа. Ул иптәш офицерҙарын тейәп ала ла бөтә урамды бер итеп сабып йөрөй. Бахыр күк юрға таңға хәлдән тайып арып, тиргә батып ҡайта. Ә ҡайһы саҡта шулай һыуытырға ҡуйғанда уның күҙҙәренән йәштәре тәгәрәп-тәгәрәп төшә. Мин уны йәлләп арҡаһынан һыйпайым, муйынынан ҡосаҡлап һөйләшәм. Ул башын минең муйыныма һала ла уфылдаған һымаҡ тын ала. Булат, әллә ул хайуан да кеше телен беләме икән, ә?
— Әллә шул, Вася, белһә белер ҙә. Минең дә һыйырҙар шул тиклем үҙемә эйәләшеп китәләр ҙә ташлап ҡайтҡанда белгән кеүек мөңрәйҙәр.
Вася тағы ла хикәйәһен оҙайта. Ҡала тормошо тулыһы менән Айбулаттың күҙ алдына килмәй. Ул һәр ваҡыт барып күреү уйы менән йәшәй ине. Уның бигерәк тә ныҡ иҫен китергән нәмә — ҡалалағы байҙарҙың иге-сиге булмаған аҡсалары тураһындағы хикәйәләр ине. Вася ул турала һөйләгән саҡта үҙе лә күҙҙәрен ҙур асып, тауышын түбәнәйтеп, ғәжәпләнгән сер менән:
— Беләһеңме, Айбулат, улар миллионлап аҡса тоталар. Бер кис ресторанда ултырғанда ғына ла биш-алты йөҙ һум аҡса туҙҙыралар. Бер тәңкәне бер тингә лә һанамай ырғыталар, — тип һөйләй.
Айбулат тыңлай ҙа, миллионлаған түгел, йөҙ һум аҡсаның да, кеҫәгә һалһаң, ҡайһы ҡалынлыҡта булып, уға ниҙәр алып бөтөргә мөмкин икәнен башына һыйҙыра алмай. Шуға аптырап тағы һораша:
— Ул тиклем күп аҡсаны улар ҡайҙа һаҡлайҙар икән, ә?
— Бәй, ҡайҙа булһын, банкыласы.
Айбулатҡа был һүҙ тағы ла мәрәкә тойолоп көлгөһө килә.
— Банкыһы ниндәй була тағы? Варение һауыты һымаҡ, быяла һауыт буламы?
Был һорауға Вася рәхәтләнеп көлә лә:
— Ай Айбулат, Айбулат, һиңә һөйләһәң ни ҙә, һөйләмәһәң ни! Ни эшләп ул варение һауыты һымаҡ булһын! Ул үҙе шулай айырым бер йорт. Унда утҡа янмай торған һандыҡтар, шкафтар тулып ята. Байҙар, аҡсаларын шунда һалалар ҙа ҡарауыл аҫтында тоталар. Кәрәк саҡта баралар ҙа алалар. Ул банк йорттарының үҙҙәренең айырым хужалары була әле уларҙың.
Айбулат шунан һуң яҡшы төшөнә лә бәләкәй саҡта уға өләсәһе һөйләгән әкиәттәге ете йоҙаҡ менән йоҙаҡланған ете ишекле алтын һарай эсендәге алтын тултырған хазина көршәктәрен күҙ алдына килтерә. Ундағы һәр ишек һайын икешәр бүре һаҡсылар торғанын хәтерләй ҙә, Вася һөйләгән һаҡсы һалдаттарҙы шул бүреләргә оҡшатып ҡуя.
Айбулаттың уйҙары тағы ла алға тәгәрәй.
— Вася, улар ул бик күп аҡсаны ҡайҙан, нисек йыйып бөтәләр икән, ә? Беҙ тапҡан аҡса ашарға ла, эсергә лә етмәй, өҫ тә алама, уҡыу ҙа эләкмәй.
— Ҡайҙан ала, имеш. Ә бына беҙҙең эшләгән баярҙар ҡайҙан ала һуң?
— Былары билдәле. Ере күп, малы күп, беҙҙе яллап эшләтә лә байый бирә. Ә ҡалала ул ер ҙә, мал да юҡ та баһа.
— Ә, һин ул турала аптырайһыңмы ни әле? Минең дядя Гриша әйтә: “Беҙ бер генә заводта меңәрләгән кеше ун икешәр сәғәт эшләйбеҙ. Ҡулдарыбыҙҙа шундай һөнәр, халыҡ һүҙе менән әйткәндә, ҡулдарыбыҙҙан алтын ҡойола, ә ул байлыҡтың бер генә өлөшө лә беҙгә теймәй, хужаның тик бер үҙенә китә, вот шуға улар байлыҡты ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр. Ә беҙҙең ашарға ла етмәй, кейергә лә юҡ. Улар беҙ яһаған нәмәләрҙе һатып байыйҙар, һатып бөтөрә алмай башлаһалар, эшселәрҙе эштән сығаралар, кеше кәрәкмәй башлай”, — ти. Былтыр ғына әле Самойлов бай үҙенең заводынан мең ярым кеше ҡыуған. Мин яҙ башы ҡайтып киткәндә дядя Гриша ла: “Был юлы миңә лә эләгә”, — тип ҡалғайны, ни булғандыр инде.
Айбулат тыңлап аптырай. Уйлап өлгөрә, һорау бирә:
— Ә һуң, Вася...
Ләкин егеттәрҙе был әңгәмәләренән иң ҡыҙыҡ ерендә кемдер бүлде. Тыштан уҡ берәү:
— Вася ҡайҙа, барчук саҡырта! — тип ҡысҡырҙы. Быларҙың лыбырлауына күҙен йомһа ла, йоҡлай алмай ятҡан тетя Даша һикереп торҙо.
— Васенька, мин һиңә әйттем бит йоҡла, тип. Их, һеҙҙе! Ана хәҙер бер яҡҡа китергәлер әле. Тиҙ бул, йүгер! — тип һуҡранды.
Вася сығып киткәс, Айбулатты ла йоҡо алманы. Ул ишек алдына сыҡҡанда, таң һарғайғайны инде. Ул да, тиҙерәк атлап, һыйырҙар бикләнгән оло кәртәгә табан китте. Кәртә янындағы ҡура башында, бесәнгә күмелеп, Истебай йоҡлай ине. Айбулат уны уятты ла көтөүҙәрен ҡыуып алып сығып киттеләр.
Достарыңызбен бөлісу: |