ЫРҒЫҘ беренсе киҫӘк көтөүселәр



бет3/26
Дата06.07.2016
өлшемі1.92 Mb.
#181398
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26

Йән дуҫтар

1

Бер көн кис, һыйырҙарҙы алып ҡайтып кәртәләргә индергәс, һауынсы ҡыҙҙар, ҡулдарына күнәктәр алып, һыйыр һауырға таралдылар. Һыйыр һауғанда ер тырнап үкереп, һауынсыларҙы ҡурҡытып бөтә торған буралбай ҡоба үгеҙҙе Айбулат таш һарайға айырып бикләне. Ул уның ҡапҡа келәһен элеп торғанда, аттар һарайынан Вася ла килеп сыҡты. Ул:



— Булатик, ну, беҙгә лә айырылышыр ваҡыт етте, — тине. Айбулаттың ышанғыһы килмәүҙән күҙҙәре уйнаны.

— Ну, алдайһыңдыр әле, — тине ул.

Һәр ваҡытта Айбулатты йә шаяртып алдап, йә уйнап-көлөп, айпалашып йөрөгән Вася бөгөн күңелһеҙ ине. Шуға күрә ул, Айбулаттың ышанмай ныуылдауына ла моңайған һымаҡ, уйсан күҙҙәре менән ҡарап торҙо.

— Ысын, ысын, Булатик, ни эшләп алдайым, — тине Вася. Үҙенең иртәгә баярҙың улы менән ҡыҙын ҡалаға уҡырға алып китәсәген һөйләне. Улар ул кисте тағы ла бергә үткәрҙеләр. Ялсылар өйөндәге урындыҡҡа йөҙ түбән һуҙылып төшөп ятҡан көйө бик оҙаҡ һөйләштеләр. Үҙҙәренең шулай берәй ҡалала уҡый алмауҙарына үкенешеп уфтандылар. Истебай ҙа уларҙы тыңлай ине.

Вася йәшник өҫтөнә ултыртылған бишле лампаның утына ҡарап уйлана ла Айбулаттың яурынына уң ҡулы менән һуғып ҡуя:

— Их Айбулат, Булатик, белһәң ине минең нисек уҡығым килеүен!

— Бына һөйләнең һүҙ! Мин ни эшләп белмәйем ти инде. Мин үҙем дә был турала һәр ваҡыт уйлап көйәм. Беҙ ҙә ата балалары бит, ә уҡырға һис мөмкинлек юҡ. Бына һин шуны белһәң ине.

— Беләм, Айбулат, беләм. Һинең һөйгәнеңде лә беләм.

— һин, исмаһам, Һамарҙа саҡта дядя Гриша менән теге үҙең һөйләгән воскресный школаға йөрөрһөң. Ул ниндәй ҙур эш. Ә миңә ул да юҡ.

— Эйе, Айбулат, был турала һин хаҡлыһың, туғанҡай. — Васяның күҙҙәре ҡапыл йәнләнеп ялтырайҙар. Уның әсәһе күҙҙәренә оҡшаған һоро бәрхәт күҙҙәре, йомшаҡ, йылы осҡондар сәсеп, Айбулатҡа ҡарайҙар. Ул бик күңелле бер нәмәне хәтеренә алған кеүек йылмая. — Мин унда үткән ҡыш һигеҙ тапҡыр булдым. Күберәк йөрөргә йә мине баяр улы бушатмай, йә дядя Гриша: “Бөгөн бала-сағаға барырға кәрәкмәй”, — тип кенә ҡалдыра ла китә. Мин ниндәй бала-саға булайым инде, буйым ҡолға хәтле! Быйыл мин унан бик үтенермен дә бер ҙә ҡалмай йөрөрмөн инде.

— Вася, унда ни нәмә уҡыталар һуң, шуны бер ҙә һөйләгәнең юҡ?

— Ундамы, унда иң тәүҙә уҡырға, яҙырға, хисапҡа өйрәтәләр, география уҡыталар.

— Бай балалары ла буламы?

— Юҡ, Айбулат, что һин. Унда тик оло йәштәге эшселәр генә уҡыйҙар.

— Ә ниңә һуң дядя Гриша һине ҡайһы саҡта, “ярамай”, тип эйәртмәй китә?

— Әһә, бөтә мәсьәлә ана шунда шул, — Вася күҙҙәрен тағы ла нурлы көлдөрөп дуҫына ҡарай ҙа, тауышын әкренәйтеп, сер сисә:

— Сөнки ул көндәрҙә эшселәргә политика тигән ғилем өйрәтәләр. Аңлайһыңмы, по-ли-ти-ка. — Вася бер аҙ уйланып ала. Башҡа ишетеүсе юҡмы тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡарана. Ләкин бөгөн был өлкән өй буш. Э Истебай иптәштәренең һөйләшеүҙәре аҫтында ойоп йоҡлап киткән. Тетя Д аша ла ҡайҙалыр сығып киткәйне.

Айбулат урынынан тороп ултырып һорау бирҙе:

— Нимә була ул политика, ниндәй ғилемгә инә?

— Улмы, ул беҙҙең кеүек миллионлап иҙелгән халыҡтар, меңәрләгән эшселәрҙе үҙҙәрен тотҡонлоҡта тотҡан батша самодержавиеһы менән нисек көрәшергә, нисек итеп унан ҡотолоп иреккә сығырға өйрәтә торған ғилем ул, белдеңме?

Айбулат ышаныр-ышанмаҫ төҫ менән Васяға ҡарай. Ышаныр-ышанмаҫ тауыш менән һорау бирә:

— Батшаның үҙе менәнме хатта?

— Эйе, уның үҙе һәм законы менән.

— Ә кемдәр уҡыта һуң ул политиканы?

— Социал-демократтар тигән иң яҡшы кешеләр уҡыта, Айбулат, ә уларҙың иң ҙур етәксеһе Ленин...

Айбулат, Васяны тәү башлап күргәндәй, һоҡланып, аптырап ҡарай. Бик яҡын уҡытыусыһына һорау биргән кеүек хөрмәт менән тауышын баҫа биреп, һүҙҙәрен яйлап әйтеп һорай:

— Ә һин, Вася, Лениндың үҙен күрҙеңме? — Ул әйтмәй ҡуймаһын тигән шик менән Васяға йотолоп текләй. Вася етди төҫ менән ҡашын йыйырып:

— Юҡ, Айбулат, уны мин күргәнем юҡ. Ул бит беҙҙең Һамарҙа ғына тормай, бөтә Рәсәйҙе йөрөп сыға, сит илгә лә барып ҡайта, ти. Ул бер урында ла оҙаҡлап тормай, ти. Ә бына дядя Гриша уны күргән. Ул хатта уның менән әллә нисә ҡат һөйләшеп ултырған. Ул дядя Гришаға “Искра” тигән ҙур, ҡиммәтле гәзит тә ебәргәйне әле. Һәр ваҡыт ебәрә ул.

— Гәзит... һин уны үҙең уҡыныңмы?

— Уҡыным. Тик был турала бер кем дә белергә тейеш түгел. Уны бик һаҡлыҡ менән генә, ҡулдан ҡулға йөрөтөп кенә уҡыйҙар ҙа йыйып ҡуялар. Юҡһа был турала жандармдар, белеп, һиҙеп ҡалһалар, хәҙер тотоп алалар ҙа төрмәгә оҙаталар.

Был хәбәрҙәр Айбулатҡа быға тиклем танып: булмаған ниндәйҙер бер эҫелек менән килеп бәреләләр. Айбулат бик тәрән көрһөнә. Ә яңы һүҙҙәрҙең ҡайһы берәүҙәрен, әйтергә өйрәнергә тырышҡан һымаҡ, шыбырлап ҡабатлай: “Ленин”, “бик ҙур кеше Ленин”. Тағы уйлана ла: “Социал-демократтар, иҙелгәндәрҙе яҡлаусы иң яҡшы кешеләр”.

Вася инде бер ҙә туҡтамай күп итеп һөйләй. Уларҙың бөтәһен дә башына һыйҙыра алмаған Айбулат ҡайһы бер бик матур һәм яҡтылыҡ һипкән кеүек һүҙҙәрҙе тиҙерәк отоп ала. “Искра, Искра!..” Вася уны күптән уҡыған. Ә ул яңы ишетә генә.

Айбулат ҡапыл Васяның муйынынан ҡосаҡлап үҙенә яҡын тарта.

— Шулай ҙа һин миңә ҡарағанда күпкә бәхетлеһең, Вася! — ти ул. Үҙе быға бик шатлана, бит алмалары ҡыҙарып яна. Вася уны көлөп йыуата:

— Ҡайғырма, Булатик, һин дә күрерһең әле. Бына бер ваҡыт ҡалаға барып сығырһың да, шунда тағы ла “Искра”ны иҫкә алырбыҙ, хатта икәүләшеп уҡырбыҙ. Эйе, Булат, беләһеңме нәмә, ул гәзиттең “Искра” тип ҙур итеп яҙылған исеме аҫтына нимә тип яҙылған? “Из искры возгорится пламя” тип яҙылған, аңлайһыңмы, Айбулат. “Осҡондан ялҡын тоҡаныр”. Бына ошо ялҡын тоҡанһа, барыбыҙ та бәхетле булырбыҙ.

Айбулат йылмайған төҫ менән, баяғы Вася һымаҡ, лампа утына ҡарап уйға батҡан: “искра” — башҡортса “осҡон” була, ә “пламя” — “ялҡын” тигән һүҙ.

Айбулат үҙенең был туралағы уйҙарын ошолайтып асыҡлап ҡуя.

Вася, һөйләүенән туҡтап, урындыҡ ситенә үк барып ултырып, ниндәйҙер уйға төштө.

Айбул аттың уйында яңы һорауҙар тыуҙы:

“Долой царское самодержавие!” Вася был һүҙҙәрҙе ағаһы Гришнан ишетеп ҡалған икән. Тимәк, батшалыҡ бөтһөн, кәрәкмәй. Шул саҡта беҙгә ирекле, рәхәт көндәр тыуасаҡ... Ә һуң батша булмағас, нисек инде, Рәсәйҙә кем етәкселек итер икән... Айбулат ошо турала Васяға һорау бирмәксе булып әйләнгәйне лә, Вася алдан өлгөрҙө. Ул, ҡапыл боролоп:

— Айбулат, әйҙә, Маруся янына барып киләйек, — тине.

— Повар ундалыр бит.

— Булмағайы, чорт с ним. Тиҙҙән барыбыҙ ҙа таралышабыҙ бит.

Маруся дядя Митя киткәне бирле баярҙың ҡаланан килтерткән йәш повары менән бергә эшләй. Был кеше бик ҡырҡыу холоҡло. Хужаларҙың ҡушҡанынан ситкә сыҡмаҫҡа, уларға ярарға тырыша. Үҙенең ашты оҫта әҙерләй белеүе менән маҡтана, кухнялағы таҙалыҡты бөтә ҡағиҙәләре менән һаҡлата. Марусяға ул үҙен ҙур начальник итеп танытырға тырыша. Маруся баштараҡ был кешенән ныҡ ҡына ҡурҡһа ла, һуңғы айҙарҙа уға аҙыраҡ эйәләшкәйне. Ул поварҙың былай бик ҡоро, уҫал бул ыуының күбеһе тик тыштан ғына булып, барыня алдында үҙен “яҡшы яҡтары” менән танытырға тырышыуы икәнен төшөндө. Ҡайһы бер ваҡыттарҙа, бигерәк тә аштарҙың бик уңышлы һәм тәмле әҙерләнеп, байҙарҙың маҡтап ашағандарын ишеткән саҡта, ул, бөтөнләй асылып китеп, уйын һүҙҙәр ҙә ҡыҫтырғылап һөйләшеүҙәрен дә Маруся һынап ал-гайны. Шулай булһа ла, был повар, элекке һымаҡ уҡ, Айбулат, Вася йәки лакейҙарҙың ваҡытлы-ваҡытһыҙ кухняға иркенләп инеп йөрөүҙәренә асыулана торған булды. Марусяға ул:

— Чтобы бында уларҙың эҙҙәре булмаһын, барыня асыулана, эшкә оронсоҡлайҙар һәм бысраҡ ташыйҙар, — тип әйтеп ҡуйҙы.

Айбулат үҙе тәү килгән сағында бай өйө микән әллә тип уйлаған был кухняның эсен яңы повар килгәне бирле асыҡ тәҙрәләрҙән генә күреп үтә торғайны. Әле инде ул Васяның, әйҙә, тигән Һүҙенә ҡыймай ғына, уның батырайып барғаны өсөн генә эйәрҙе.

Улар ишек төбөнә килеп еткәндә генә, боролдатып быу һирпкән ишектән өймәләмә итеп ашамлыҡ тултырылған өлкән аҡ һауыт күтәреп, Клавдия ашығып килеп сыҡты ла баяр өйөнөң өҫкө ҡатына баҫҡыстарҙан ашығып менеп китте. Уның артынан ишек ябып ҡалырға ынтылған Маруся, егеттәрҙе күреп ҡалып, көлөп ебәрҙе.

— Ҡайҙа бараһығыҙ? — тине.

— Ошонда, һинең янға киләбеҙ, — тине Вася.

Маруся икеләнеп повар яғына күҙ һалғансы, Вася менән Айбулат кухняға килеп тә инделәр.

Эш күплектәнме, ниңәлер, повар был юлы уларға артыҡ иғтибар итмәне. Ғәҙәттәге ҡырҡыу төҫө менән Марусяға бер-бер артлы йомош ҡуша торҙо.

Маруся үҙенең сапсан ҡуҙғалышы, етеҙ ҡулдары менән машина кеүек йәһәт эшләй ине. Ул төрлө үлсәүҙәге һауыттарҙы, суйын сүлмәктәрҙе, кәстрүлдәрҙе һәр береһенә таман күсәркә, ухыуаттар, таба тотҡостар менән әле оло мейескә, әле плитә өҫтөнә күсерә һалып, ошо һауыттарҙағы аштарҙың ваҡытлы бешеүен тикшерә, бик ваҡытлы өлгөртә. Повар үҙе өлкән аҡ тәпәндәге тәмле еҫтәр сығарып ҡабарған һарғылт апараға әллә ниндәй порошоктар һалып, йомортҡалар һытып, бер оло банка менән һары май ҡойоп ебәрҙе лә Маруся иләп биргән шәкәр кеүек аҡ, мамыҡ кеүек йомшаҡ ондо һалып ҡамыр баҫа башланы. Был — баяр балаларына юл аҙығы ине.

Үҙҙәренә өндәшкән кеше булмағас, Вася менән Айбулат тупһаға тағы ипләберәк ултырҙылар ҙа, бер-береһенә терһәктәре менән төртөшөп, шаян ымлашып йылмайыштылар. Ул арала горничная Клава селтәр ситле аҡ алъяпҡыс, аҡ башлыҡтары менән тағы ла ялт итеп килеп етте. Егеттәр, уға юрый юл бирмәҫ өсөн, ҡуҙғалманылар. Ләкин Клаваның бөгөн, башҡа ваҡыттарҙағы шикелле, улар менәң шаярып торорға ваҡыты юҡ ине. Ул, матур һоро күҙҙәрен бер генә секундҡа һирпеп, томоз танауын йәмшәйтеп көлдө лә көслө ҡулдары менән егеттәрҙең икеһен ике яҡҡа айырып ашығып үтте.

— Туҡтағыҙ әле, булашмағыҙ, ваҡыт юҡ, — тине Клава. Уның килеүе менән повар Марусяны тағы ҡабаландырҙы:

— Давай, тиҙерәк ҡаҙҙарҙы сығар!

Маруся, өтәләнеп, гөмбәй ҡапҡастар ябылған эре-эре өс жаровникты мейестән өлкән күсәркә менән тартып сығарҙы. Ул уларҙы өҫтәлгә ҡуйҙы. Ҡапҡастарын асып ташлап “әйбәт булған бит” тигән төҫ менән поварға ҡараны. Жаровниктарҙа майға мансылып, һуғанға, боросҡа буталып, эре-эре картуфтар менән уратылып, лавровый япраҡтар араһында ҡарағусҡыл булып ҡыҙарып бешкән һимеҙ ҡаҙҙар теҙелешеп яталар ине. Повар уларҙың береһен алып өлкән оҙонса тәрилкәгә һалды, уның тирә-яғын баяғы ҡыҙҙырылған эре картуфтар, тоҙло ҡыярҙар, тоҙло кәбеҫтә, кишер киҫәктәре, салат япраҡтары менән биҙәп бөттө. Шунан ул тәрилкәне тағы бер ҡат әйләндереп ҡараны ла, ошо әҙерләнгән ҡаҙ өҫтөнә майлы тоҙлоҡ һибеп, ап-аҡ таҫтамал менән тирә-яғын һөртөп, үҙ ҡулы менән Клаваға тотторҙо.

— Ҡара, төшөрөп ебәрмә! — тине ул.

Был юлы Вася менән Айбулат үҙҙәре, Клаваға юл биреп, ситкә тайшандылар.

Ҡыҙған һимеҙ ҡаҙҙың тәмле еҫтәре Васяның ауыҙ һыуын ҡойҙо. Ул тағы ла ипләп кенә Айбулаттың ҡабырғаһына төрттө лә шаян көлөп шыбырланы:

— Их, тәмле, буғай, ә? — тине.

Айбулаттың Васяның был шаяртыуынан бик ныҡ көлгөһө килде, ләкин ҡысҡырып көлөргә ярамағанға, ул да Васяға ҡарап, ҡалҡынып йотҡан кеше булып, шаярып яуап бирҙе. Ә үҙе эстән генә: “Әгәр ҙә Гөлйөҙөмдө алып донъя көтә башлаһам, күп итеп ҡаҙ аҫрармын”, — тип ниәтләп ҡуйҙы. Тик башҡорттарҙа бындай өлкән урыҫ мейестәре булмауын, башҡорт кешеһе ҡаҙҙы ғүмерҙә улай ҡыҙҙырып ашамағанын уйлап алды ла урыҫ мейесе лә яһарға ниәтләне. “Ние булмай икән, шулай бишбармаҡ бешереп ашаһаң да тәмле булыр ине”, — тип уйын теүәлләп ҡуйҙы.

Улар ошолай итеп ҡуҙғалышмай оҙаҡ ныҡышып ултырғас, по- да түҙеме бөттө. Юлға һалырға тип ҡалдырған ике ҡаҙҙы, ипләп кенә өлкән тәрилкәгә һалып, Марусяға һалҡынға сығарып ҡуйырға ҡушты ла:

— Ну, егеттәр, әйҙәгеҙ, әйҙә, бында күп ҡайнашмағыҙ, китегеҙ,— тине.

Айбулат уға ҡаршы ҡаты ғына итеп бер нәмә әйтергә уҡталғайны, Марусяның сыҡҡанын ғына көтөп ултырған Вася, тиҙ генә Айбулаттың еңенән тартып:

— Әйҙә, әйҙә, киттек, — тине.

Маруся, ауыр ҡаҙҙарҙы күтәреп, кухнянан келәткә бара торған оҙон коридорҙан ашығып бара ине. Вася, уны ҡыуып етеп:

— Маруся, туҡта әле, уны ҡайҙа алып бараһың, давай береһен Булат менән миңә ашат та ҡуй! — тип шаяртты.

Маруся, туҡтап боролоп, уларға иркәләнеп йылмайҙы:

— Әй, был ҡаҙҙар үҙемдеке булһасы, икәүһен дә һеҙгә ашатыр инем. Иртәгә китеүселәргә бит, — тине.

— Ну что же, беҙ ҙә иртәгә китәбеҙ, — тине Айбулат.

— Әллә, Айбулат, һин дә иртәгә ҡайтып китәһеңме?

Китәм шул, Маруся, мин дә оҙаҡламай китәм. Бына яңғыҙ ҡалаһың инде.

Маруся, аҙ ғына туҡтала биреп, иҫенә ниҙер төшөргән кеүек булды.

— Ярай, улай булғас, мин һуңыраҡ, эш бөткәс, һеҙҙең янға килермен, йәме? — тине лә ары китте.

Егеттәр үҙҙәренең мал һарайы кеүек өлкән дөйөм ятаҡтарына ҡайтып ингәндә, егерме-утыҙлаған ялсы, өҫ-баштарын да сисмәгән көйө, киң оҙон урындыҡ буйына теләһә нисек ятып йоҡлағайнылар. Бөгөн уларға тамаҡ йүнләп, керҙәрен йыуып арып бөткән тетя Даша, ҡап-ҡара булып ыҫланған оло урыҫ мейесенән өлкән ҡара суйын көршәкте тартып сығарып, тары бутҡаһын табаҡҡа төшөрөп маташа ине. Вася менән Айбулат килеп ингәс, ул орошоуға ҡарағанда үпкәләүгә яҡын булған тауыш менән:

— Бына һеҙҙең ғәҙәтегеҙ һәр ваҡыт шулай инде. Ашты йылы көйөнсә генә ашаһындар тип әҙерләйем, ә һеҙ төн буйы әллә ҡайҙа юғалаһығыҙ ҙа китәһегеҙ, — тине.

Вася үҙенең һәр ваҡыттағы иркәләнеү шаянлығы менән әсәһенә бирешмәне:

— Әй әсәй, бутҡаңдың күлбегән майы туңғандыр инде, шуға асыуланаһыңдыр. Ҡана, Булатик, тиҙерәк ашайыҡ, — тип ҡулдарын йыуа башланы.

— Майы булмаһа ла, эҫеләй генә ашаһаң, файҙалыраҡ була. Эскә йылы төшә ул. Үҙең юлға сығырға тораһың.

— Миңә лә, Айбулатҡа ла китергә кәрәк инде, әсәй. Шуның өсөн беҙҙе нығыраҡ һыйлап ҡалырға тырыш.

Улар, шулай шаярып һөйләшә-һөйләшә, сисенеп, ҡулдарын йыуып, ҙур өҫтәл буйына һуҙылған оҙон эскәмйәгә һырлығышып инеп ултырҙылар.

Айбулат был утарға килгәне бирле ашарға әҙерләп, өҫ-башын йыуып ҡарап торғаны өсөн уны үҙ әсәһе кеүек яҡын күреп, эҫенеп китте. Уға ҡәҙер итергә тырыша, ҡулы бушаған арала иҙәнен һеперешеп, утынын ярып, һыуын индереп ярҙамлаша торғайны. Тетя Даша ла уны үҙенең Васяһы кеүек күреп ярата, ҡәҙерләй. “Был тиклем ипле, аҡыллы бала булыр икән, бәхетле генә булһын инде”, — ти.

Тетя Даша бөгөн уларҙың икәүһен дә хәленән килгән тиклем һыйлап ҡалырға тырышты. Эре-эре итеп киҫкән арыш икмәге телемдәрен һап-һары итеп йыуған өҫтәлгә теҙеп һалды. Һыуға бешкән ҡаты тары бутҡаһын өлкән табаҡҡа ауҙарып, уның өҫтөнә бер бәләкәй бутылканан киндер майы һибәләне. Өлкән еҙ самауырҙан тотҡалары һынып бөткән шәшкеләргә сәй яһаны ла һәр береһенең алдына берәр шаҡмаҡ шәкәр ҡуйҙы.

Улар берәр шәшке сәй эсеп өлгөрмәнеләр, Маруся ашығып килеп инде. Егеттәр уны шаулашып ҡаршы алдылар. Маруся:

— Йоҡламанығыҙмы әле, — тип көлдө лә, өҫтәл янына килеп ултырып, үҙенең алып килгән күстәнәстәрен өҫтәлгә һалды.

Маруся үҙенең киске ашын бер ҙә ашамаған, күрәһең. Ул алъяпҡысына төрөп алып килгән ваҡ ҡына күмәстәр, ҡалаҡ башындай ғына булһа ла, бер нисә киҫәк ит, бер нисә селедка сығарып өҫтәлгә теҙҙе. Улар, дүртәүләшеп өҫтәлде уратып ултырып, әңгәмәләшә-әңгәмәләшә, ашап-эсергә тотондолар.

— Һин, Маруся, был тиклем закускалар алып килгәс инде, аҙыраҡ коньяк та алып килергә ине, — тип шаяртты Вася. Айбулат:

— Коньягы коньяк, Маруся, ҡаҙҙы алып килергә онотҡанһың, — тип өҫтәп көлдө.

— Һеҙҙең яҙ ҡайтыуығыҙға барыһын да әҙерләп көтөрмөн, — ти Маруся.

Улар бөтәһе лә күңелле көлөшәләр.

Киң урындыҡ буйлап теҙелешеп ятып йоҡлаған ялсыларҙың иң арғы ситендә ятҡан дворник Андрей ҡарт, уянып, ҡажҡылдап йүткерергә кереште лә:

— Аҡрын, йоҡларға ирек бирмәйһегеҙ, чорттар, — тип һуҡранды.

Тетя Даша ла йәштәрҙе тыйҙы.

— Бик шаулайһығыҙ шул. Шыбырлап ҡына һөйләшегеҙ. Кешеләр арып ятҡандар, йоҡлаһындар, — тине.

Шунан улар шыбырлашып һөйләшә башланылар.

Сәйҙән һуң тетя Даша юл нәмәләре әҙерләй башланы. Уның күңеле бөгөн тағы ла йомшаңҡырағайны. Улын бөтә ҡыш буйына ҡалала торорға оҙатыу бик ауыр ине. Йәй буйының йәмле ваҡыттарын улы менән көңгөр-ҡаңғыр тигәндәй бергәләшеп үткәргәндән һуң, тағы оҙаҡ ваҡытҡа айырылышыу бик күңелһеҙ ине. Ул һөйләшкәндә лә уфтанып ултырҙы. Васяһына тип йыуып әҙерләгән бер пар күлдәк-ыштанын бөкләп киндер тоҡсайға һалды. Салбар тубығындағы тишектәрҙе яманы, һары тундың төймәләрен һәм елкәлеген нығытып тегеп сыҡты ла үҙ алдына һөйләнгән кеүек уйланып һөйләнде:

Виктор Макарич, Васька быйыл һәйбәт кенә йөрөһә, бөтөнләй күктән кейендереп, ҡала формаһында йөрөтәм, тигән була ла бит, булмаҫ. Ул йыл һайын шулай вәғәҙә бирә лә онота торған...

Ләкин йәштәр, үҙ-ара әллә ниндәй бик ҡыҙыҡ хәбәр менән мауығып, былдырлашып, әбейҙең был өмөтлө һүҙҙәрен ишетмәнеләр. Улар өсөн был һуңғы айырылышыу кисе, бер яҡтан, бик күңелһеҙ, ә, икенсе яҡтан, ғүмергә иҫтәрендә ҡалырлыҡ бик яҡын һәм йылы кис ине.

Айбулаттың Марусяға, тетя Дашаға, бигерәк тә Васяға бөтә йәй буйына күрһәткән хеҙмәттәре, дуҫлыҡтары өсөн әллә ниндәй яҡшы һүҙҙәр менән рәхмәт әйткеһе килә ине. Ләкин был тәрән тойғоларҙы тулы аңлатырлыҡ матур һүҙҙәрҙе ҡайҙан табаһың! Айбулат, ошо тойғоларын һирпегән ҡара күҙҙәрен көлдөрөп, Васяға текләй. Васяның үҙенә яҡшы иптәш кенә түгел, бик ҙур белем биргән уҡытыусы булып киткәнен дә ул бик яҡшы төшөнә, уны гүмерҙә лә онотмаясағын аңлай; бына әле Вася үҙенең дуҫы Маруся менән .һөйләшеп туя алмай. Мөмкин булһа, йыш ҡайтҡылап торорға вәғәҙә бирә ул Марусяға. Маруся үҙенең һәр ваҡыттағы зәңгәр көләс күҙҙәре менән Васяның вәғәҙәләренә ышанып ҡарай.

Айбулат уларға:

— Вася, Маруся, мин быйыл ҡайтҡас та өйләнәсәкмен. Һеҙ миңә ҡасан ғына ваҡыт тапһағыҙ ҙа ҡунаҡҡа килегеҙ, йәме, тетя Дашаны ҡалдырмағыҙ, яраймы, — тине.

Вася ҡыуанып көлә лә, Марусяға мәғәнәле ҡараш ташлап:

— Маруся, ишетәһеңме, Айбулат тиҙҙән өйләнәсәк, — ти. Уның ҡарашында: “Ә беҙ һуң ҡасан өйләнешербеҙ икән?” — тигән әйтелмәгән һорауҙы зирәк Маруся шунда уҡ аңлап ала ла оялып ҡыҙара, ләкин яуапһыҙ ҡалдырмай:

— Һау булһаҡ, беҙ ҙә, беҙ ҙә... обязательно һиңә ҡунаҡҡа барабыҙ, Булатик, — ти.

Вася шатлыҡтан ике дуҫын бергә ҡосаҡлай.

— Ишетәһеңме, Айбулат, беҙ һеҙгә обязательно барабыҙ. Ну, Айбулат, уға тиклем һиңә Һамарға барырға юл төшһә, мине күрмәй ҡайтма. Туп-тура дядя Гриша фатирына кил. Хәҙер һиңә адрес билдәле: Казанский урамы, номер 120, полуподвал. Мин һиңә вәғәҙә иткән бөтә китаптарҙы табып бирермен.

Әллә улар шулай таң атҡансы ла һөйләшеп ултырырҙар ине.

Уларҙың бындай күңелле, йәшлек өмөттәре менән тулған уйҙары бик күп кистәр буйы ултырһалар ҙа бөтмәҫ ине. Улар Марусяның әкрен генә йырлаған моңло тауышынан, үҙҙәренең яратҡан йырҙарын йырлауҙан бер ҙә айырылғылары килмәй:



Давайте, пожмем друг друга руки

В дальний путь, на долгие года...

Ләкин ятырға, ял итергә кәрәк. Был турала тетя Даша уларҙы әллә нисә ҡабат иҫкәртте инде. Шауламағыҙ, тине. Тыңларға кәрәк ине.

4

Вася, урындарында баҫып сыҙай алмай торған пар күк арғымаҡты семәрле күк повозкаға егеп, баярҙың парадный ишеге төбөнә килде. Повозканың көймәһе артҡа ташлап асылған. Өҫтәренә формалар кейгән йәш лакейҙар уның өлкән кузлаһы аҫтына эреле-ваҡлы сумаҙандар ташып тейәнеләр, уларҙың һелкенәме, юҡмы, барышня менән барчуктың аяҡтарына уңайһыҙламайҙармы икәнен тикшереп, һелкетеп-һелкетеп ҡарап, ҡайһы берәүҙәрен тартып бәйләп ҡуйҙылар. Улар артынан өйҙә ҡалған сал башлы, күҙ ҡабаҡтары һалынған иң ҡарт лакей ҙа ҙур ике төйөн алып сығып повозкаға һалды.



Ошо әҙерлектәр бөткәс, башына йомшаҡ ҡара бесәй бүрек кейеп, яурындары күпереп торған ҡара буҫтау пальтоһының бүрке менән бер төҫ яғаһын юғары күтәрә биреп, байҙың ҡыҙы Нина сыҡты. Ул үҙенең сыйылдаған нәҙек тауышы менән үҙен оҙата сыҡҡан йыуан әсәһенә әллә ниҙәр татылдап һөйләнә. Әсәһе менән үбешеп һаулашып, повозканың ҡанаты янына баҫты. Уны бер яҡтан Клава, икенсе яҡтан баяғы ҡарт лакей күтәрмәләп мендереп повозкаға ултырттылар. Барыня тағы ла уға әллә ниҙәр һөйләне, әллә кемдәргә онотмай хат тапшырырға, әллә кемдәргә бик һағынып сәләм әйтергә, әллә кемдәрҙең рождествоға ҡунаҡҡа килеүҙәрен үтенеп һорарға ҡушты.

Атаһы менән улы ла, әсәһе менән ҡыҙы кеүек, әллә ниҙәр тураһында һөйләшә-һөйләшә, баҫҡыстан әкрен генә ҡултыҡлашып атлап төштөләр.

Баяр Кузьмин, алға кәпәйгән ҡорһағы һытылып китмәһен тигән ҡиәфәт менән, бик аҡрын һәм эре ҡуҙғала, елкәһендәге беләкләнеп ятҡан ҡалын майы бөкләнмәһен тигән һымаҡ, муйынын бормай, бүре һымаҡ, тотош кәүҙәһе менән боролоп хәрәкәт яһай. Улы Виктор үҙенең нәҙек биле, ҡупшы кәүҙәһе, бейергә әҙер торғандай етеҙ аяҡтары менән, бала сағынан бирле сығып бөтмәгән иркәлек еңеллеге менән, йәһәт ҡуҙғалыштар яһап, алдан атланы. Ул атаһы, әсәһе менән үбешеп күрешеп һаулашты ла, повозкаға һикереп менеп, йәтешләп ултырҙы. Барыня балаларының икәүһенең дә маңлайҙарынан үҙе үбеп суҡындырҙы ла илап ебәрҙе.

— Һеҙҙе Алла һаҡлаһын инде, минең ҡиммәтле балаҡайҙарым...

Клавдия уға тиҙ генә яулыҡ тотторҙо ла ҡултыҡлап алды. Уның икенсе яғынан ҡарт лакей килеп ҡултыҡланы ла, баҫҡыс янына тартылдылар.

Вася Сергеев һары кәзәкей туны өҫтөнән билен таҡырайта быуған. Башында ҡолаҡлы бүрке. Уның төҫөндә башҡа ваҡыттағы шаянлыҡ та, күңеллелек тә юҡ. Ул, хужалар алдында саҡ ҡына ла яңылыш ҡуҙғалыш яһамаҫ өсөн, бөтә көсө менән ныҡ, ыҡсым, етеҙ булырға тырышып, тыпырсынып торған арғымаҡтарҙың яңы ҡайыш дилбегәләрен ҡыҫып тартып тотҡан. Уларҙың ышлыяларындағы көмөш биҙәктәр, серге остарындағы уҡа суҡтарҙы яңы күреп ғәжәпләнгән һымаҡ ҡарап ҡатҡан.

Китеүселәрҙе баярҙың бөтә двор халҡы оҙата сыҡҡайны. Марусяның йоҡоһоҙ үткән ҡайғылы төнө, уның төҫөнә талғынлыҡ һалған күҙ төптәре эскә батҡандар, уларҙы йоҡа ғына күләгәләр баҫҡан.

Оҙатыу ғөрөф-ғәҙәттәре бөткәс тә, баяр, уң ҡулы менән һелтәп, китеүселәргә ишара яһаны. Вася дилбегәне ҡуҙғата биреп артҡараҡ ҡайҡайғас та, Маруся, башҡаларға белдермәй, уға баш эйҙе лә, хәҙер тәгәрәп төшөргә торған йәш бөрсөктәрен кеше күрмәһен тип, алъяпҡыс осо менән ауыҙын баҫып, кухня соланына инеп китте. Был хәлдәрҙең бөтәһен абайлап торған Айбулатҡа Вася менән Маруся бөгөн бигерәк тә йәл, бигерәк тә яҡын тойолдолар.

Васяның әсәһе был пар атлы повозка күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды. Ул иң аҙаҡтан ғына боролоп өйөнә атланы.

Дядя Гриша

1

Приказчик, баярҙың тағы ла өйгә ҡайтасағын ишетепме, әллә былай ҙа эше күп булып бушай алмауҙанмы, ике йоманан артыҡ инде, Айбулатҡа иҫәп бирмәй һуҙып тик йөрөтә. Көтөүҙе яланға ҡыуыуҙың срогы әллә ҡасан үткән булһа ла, ул Айбулаттың һорауҙарын йә ишетмәмеш булып, йә ишетһә лә бик иғтибарһыҙ ғына:



— Йә, ҡайҙа ашығаһың, минең ваҡыт юҡ әле, — тип ситкә ҡарап серт төкөрә лә үҙ юлына китә бирә.

Айбулат бөгөн дә, приказчиктың контораға килеүен көтөп, өйҙөң аҫҡы ҡатындағы һарайҙар яғына табан ҡараған бәләкәй ишек тирәһендә һыҙғырына-һыҙғырына уралды. Ул арала Кузьмин баяр, баҫҡыстан тамаҡ ҡырып төшөп, ҡапҡа ҡаршыһындағы оло таш лавка яғына ҡарай үтте. Айбулат был кешене бөтә йәй буйына ни бары өсөнсө тапҡыр күрә ине. Уны һәр йыл яҙҙан алып көҙгә тиклем бөтә ғаиләһе менән әллә ҡайҙа диңгеҙ буйындағы Ҡырым ҡалаларында ятып үткәрә икән, тип һөйләйҙәр. Вася Айбулатҡа улар тураһында күп хикәйәләр һөйләгәне бар. Ләкин Айбулат был хикәйәләрҙән ҡаланы күҙ алдына асыҡ килтерә алһа ла, диңгеҙ тигән сикһеҙ киң, төпһөҙ тәрән, сиктәре менән офоҡҡа олғашҡан ғәжәп өлкән һыу байлығын ул бер нисек тә күҙ алдына тулы итеп килтерә алмай.

Айбулат әле үҙе әйләнеп йөрөгән йорттоң өҫкө ҡатының эсен дә күргәне юҡ. Шуға күрә, уның бөтә стеналары алтын менән биҙәкләнгәндер инде, тип уйлай. Ошонда кесе йәштән үҫеп тә, был өйҙөң коридорынан ары үтә алмаған Вася ла был турала артыҡ тулы мәғлүмәт бирә алмай ине.

Кузьмин баяр үҙе шикелле үк йыуан управляющийы менән әллә ниҙәр тураһында һөйләшә-һөйләшә кире ҡайтып китте. Айбулат, үҙенең өҫтөнә бер генә тапҡыр ҙа күҙ һалмаған был кешенең ҡапыл һүҙ ҡушып ҡуйыуынан тартынып, стенаға табаныраҡ һыйынып баҫты. Ләкин баяр уның эргәһенән йәнһеҙ бер бағана янынан үткән һымаҡ башын юғары сөйөп эре, иғтибарһыҙ үтте. Улар уҙып киткәс тә, Айбулат контора ишегенән инеп китте. Оҙаҡ та үтмәй оҙон һары сәстәрен ҡара картузының уң яғынан туҙҙырып сығарып үргә ҡаратып тарап ҡуйған приказчик, ялтыр итектәре менән көйәҙләнеп баҫып килеп, өҫтәл артындағы ултырғысҡа ултырҙы. Ул да, хужаһы һымаҡ, Айбулатҡа күҙ ҙә һалманы. Айбулат ишек төбөндә торған көйө приказчиктың һүҙ ҡушыуын көттө. Ә приказчик үҙенең өҫтәл тартмаһынан сығарған эре-эре кенәгәләрен ҡутарып ниҙер эҙләнде. Шунан һуң улар араһынан ниндәйҙер бер кәрәкле урынын табып алып, йыуан ҡыҙыл ҡәләм менән һыҙғас ҡына, ултырғысын өҫтәлгә яҡыныраҡ тартып, уңайланып ултырып, кәүҙәһе менән бөтөнләй тигәндә, өҫтәлгә ятып башын ҡыйшайтты ла ваҡ ҡына тигеҙ почерк менән яҙа башланы.

Айбулаттың уның үҙенә күҙ һалыуын көтөүе бушҡа китте. Шунан ул үҙе өҫтәлгә яҡын килеп:

— Павел Павлович, давай расчет, — тине.

Ләкин Павел үҙенең башланған яҙыуы яңы юлға барып етмәйенсә уға яуап бирмәне. Яңы юлға туҡтап, нөктә ҡуйып, кеҫәһенән папирос сығарып тоҡандырып, бер-ике һыҙат төтөндө һауаға өргәс кенә, Айбулатҡа күҙен төшөрөп, эре ҡиәфәт менән танау эсенән, тауышын һуҙып:

— Расчет, тиһеңме? — тине.

— Эйе, расчет.

— Так. Ә һиңә күпме аҡса кәрәк һуң? Өс йөҙ һум етерме?

Айбулат, бынан приказчиктың мыҫҡыл итеп көләме, әллә ысынлап та уны үҙенә тиң кеше һанап шаяртамы икәнен айырып аңлай алмайыса, бер аҙ ҡарап торҙо ла:

— Незнай, — тине.

— Незнай, тиһең, ә үҙең расчет һораған булаһың, ах һин, дурак башкир. — Ул шулай һөйләнә-һөйләнә папиросын тартып бөтөрөп, ергә төкөрҙө. Тағы ла, Айбулат сығып киткән һымаҡ итеп, үҙ эшенә креште.

Ул арала баяғы йыуан управляющий бик ашығып, пыхылдап которға килеп инде. Айбулат тағы ла ишек төбөнә сигенде.

Приказчик управляющийҙы күреү менән урынынан һикереп тороп, фуражкаһын һалып баш эйҙе. Ләкин управляющийҙың унда эше булманы. Өҫтәл башындағы ултырғысҡа дөп итеп барып ултырҙы ла, аҫтыртын тауыш менән ашыға-ашыға, әллә ниндәй делоларҙы күрһәтмәҫкә кәрәк икәнен әйтте.

Приказчик өтәләнеп шкафты асты, күҙ асып йомғансы ниндәйҙер бер кенәгәне тартып сығарып өҫтәлгә һалды ла, сөйҙәге счетты алып, бармаҡтарын төймәләр өҫтөндә күҙ эйәрмәҫлек ашығыс уйнатып алды. Шунан управляющийға эйелеп, кеселекле тауыш; менән ашыға-ашыға:

— Йөҙ мең бот бойҙай, илле мең бот арыш, Петр Петрович, ә тегеләре бында кертелмәгән, — тине.

Петр Петрович бер нисә минутҡа ғына ниҙер уйланы ла:

— Аһа. Ярай улай булһа, әйҙә, кенәгәләрҙе ал, тегендә барайыҡ, — тине.

Улар, ҡабаланышып, аллы-артлы сығып киттеләр.

Айбулат та, улар артынан сығып, ишек төбөндәге эскәмйәгә ултырҙы.

Тағы ла ике көн буйы Айбулат эш ялын ала алманы. Приказчиктар, лавкасылар, хатта хужа өйҙә юҡ саҡта бөтәһен үҙ ҡулында ҡалтыратып торған управляющий ҙа, был ике көн эсендә ҡара тир эсендә йүгерештеләр. Баярға әллә ниҙәр әҙерләп бирҙеләр, әллә ҡайҙа барып ҡайттылар. Әллә ҡайһылары төн йоҡламай ҡайғырҙы, ә ҡайһы берәүҙәре ҡыуанып йылмайҙылар.

Был ҡайнаш, буталыш өсөнсө көн тигәндә баярҙың тағы ла ҡалаға китеүе менән баҫылды.

Приказчик, тағы ла башын ҡыйшайтып, телен тешләп эшенә тотондо. Айбулат бөгөн, уның өндәшкәнен көтөп тормайынса, уның янына яҡын килеп баҫты ла, Павел Павлович, тип һүҙ башланы.

Приказчик бөгөн уны, күпме аҡса кәрәк, тип шаяртманы. Ул өндәшмәй-нитмәй бер ҡалын кенәгәнең уртаһынан асып, үрле-түбәнле ҡараны. Кенәгәне Айбулат яғына бороп:

— Бына бынауында ҡулыңды ҡуй, — тип уң яҡ биттең түбәнерәк бер һыҙығының өҫтөнә төрттө.

Айбулат үҙе эшкә ялланғанда һөйләшелгән һан — 70 тигән цифрҙы күрҙе лә, үҙенең ғәҙәте буйынса, башҡортса ҡул ҡуя башланы.

Приказчик ҡапыл ҡысҡырып уны туҡтатты:

— Ай, ай, ниңә һин, дурак, үҙеңсә яҙаһын, давай русса яҙ! — тине.

Айбулат хәҙер инде үҙенең урыҫса яҡшы ғына уҡый-яҙа белгәнен хәтерләп алды ла ни эшләп әле урыҫса ҡул ҡуйырға уйламағанына үҙе лә аптыраны. Тағы шунда уҡ бының өйрәнгән ғәҙәт буйынса килеп сыҡҡанын уйланы. Был турала ул приказчикка ла шулай тип һөйләп бирер ҙә, яңынан һәйбәтләп урыҫса Айдаров тип ҡул ҡуйыр ине. Был Айбулаттың үҙе өсөн дә бер ғорурлыҡ, шатлыҡ булыр ине. Был турала әллә ул Васяға ла хат яҙып ебәрер ине. Ләкин приказчиктың былай ҡапыл аҡырып һүгенеүе Айбулатты бик ныҡ ғәрләндерҙе. Ул шуға күрә асыулы тауыш менән:

— Белмәйем, — тине.

— Белмәгәс, яҙма. Бына ал. — Ул иҫәпләп 56 һум 30 тин аҡса бирҙе.

Айбулат аптырап китте:

— Ниңә, Павел Павлович, 70 һум кәрәк бит, — тине. Приказчик күҙҙәрен алартты:

— Ә һин беҙҙә ашаның!

— Ашаның? Ә договор буйынса...

— Ашағанһың икән, лыҡылдама. Бар, дурак, — тине лә приказчик үҙ эшенә кереште.

Айбулаттың тәү һөйләшеүе буйынса ашау байҙан булырға тейеш ине. Көтөүҙе лә октябрҙең ун бишенә тиклем көтөргә һөйләшелгәйне. Ул уны ноябрь башына тиклем көттө. Быны иғтибарға алып өҫтәп хаҡ биреү урынына Айбулаттың эш хаҡын ашаған өсөн тип киҫеп алып ҡалдылар. Айбулат приказчикты ни тип әрләргә лә белмәне. Яғаһынан тартып һелкеп тартышҡыһы килде, ләкин ул ваҡытта был бәндә тағы ла бер этлек уйлап табыр ҙа ҡалған аҡсаны тартып алып ҡуйыр, тип өндәшмәне. Эсенән асыуы ҡайнап, ҡара көйөп, Айбулат конторанан сыҡты.

Айбулат ҡайтып ингәндә, Даша менән Маруся урындыҡ ситендә, йәшник өҫтөндәге лампа тирәһендә, энә, еп менән ниҙер тегеп булашалар ине. Улар Айбулатты бик йылы ҡаршы алдылар.

Тетя Даша:

— Ана, беҙҙең Булатик та ҡайтып етте, — тине лә ҡулындағы энә менән ебен Марусяға бирҙе: — Мәле, һабаҡлап бир, кис булһа, бер нәмә лә күрмәйем. — Шунан ул Айбулатҡа боролдо:

— Бына һинең ваҡ-төйәктәреңде юлға йүнәтеп ултырабыҙ. Хәҙер күлдәгеңде ямайым да, кискә тамаҡланып алырбыҙ.

Маруся Вася киткәне бирле ныҡ бойоҡто. Айбулаттың ҡайтырға әҙерләнеүен күргәс, ул тағы ла нығыраҡ бошондо. Айбулат уның аяҙ күк йөҙө һымаҡ асыҡ зәңгәр, һәр ваҡытта көләс күҙҙәренең уйсанланыуын күреп йәлләп китте. Ауылға алып ҡайтырға әҙерләнгән күстәнәстәренән тетя Дашаға бер яулыҡ бирҙе лә тағы бер йәшел еҫле һабынды Марусяға һуҙҙы. Маруся быға ҡыуанып, оялып ҡыҙарҙы ла Айбулаттың муйынынан дуҫтарса ҡосаҡлап ҡыҫты:

— Рәхмәт, Булатик, мин был һабын менән Вася ҡайтҡас ҡына йыуынырмын инде!

Уларҙың был ҡыланыштарын ҡарап торған тетя Даша ҡыуаныслы йылмая, үҙенә бүләк итеп бирелгән күк сыбар яулыҡты алдына һалып һыйпап, Айбулатҡа рәхмәт әйтә.

Кемдер ишек ҡаҡты.

Тетя Даша Айбулатҡа:

— Бар, ас әле, балаҡайым. Егеттәр тирмәндән ҡайтҡандарҙыр, - тине һәм шул ыңғайҙан ул Марусяға ла йомош ҡушты: — Ә һин, Марусенька, сәй әҙерләй башла, мин дә хәҙер бушайым, — тип лампа тирәһендәге нәмәләрҙе йыйыштыра башланы.

Айбулат шәп кенә баҫып элмәкте ысҡындырҙы ла, ҡаты ябылған ишекте ҡуш ҡуллап этеп асайым тигәнсе, ишекте ҡапыл асып, Айбулатҡа бөтөнләй ят бер кеше килеп инде.

Ул урта буйлы, ҡуңыр мыйыҡлы ине. Башында ҡуңыр кепка, өҫтөндә ҡала формаһына тегелгән ҡуңыр пальто, аяғында итек. Айбулат был ят кешегә һораулы ҡараш менән артҡараҡ сигенеп юл биргәнсе, ул, ҡулындағы төйөнсөгөн һелтәй биреп, бик көр һәм яғымлы тауыш менән:

— Хәйерле кис! — тип ҡысҡырып сәләмләне. Был тауышты ишетеү менән тетя Даша, йәш ҡыҙҙар һымаҡ етеҙ ҡуҙғалып, был кешегә ҡаршы ташланды:

— Атаҡайым, минең ҡиммәтле энем, һаумы, һаумы, минең ҡиммәтле энекәйем! — Ул, шатлығынан тыны ҡурылып, ҡунаҡты ҡосаҡлап күреште. Ҡунаҡ та тетя Дашаны ҡосаҡлап алды.

— Һаумы, һаумы, минең ҡиммәтле апайым, — тине ҡунаҡ. Ул бик алсаҡ йөҙлө ине.

Маруся иҙән уртаһына баҫҡан көйө шатлыҡлы ҡыҙарған йөҙө, көләс күҙҙәре менән уларға ҡарап тора. Ул арала ни булғанын да аңлап өлгөрмәгән Айбулат, ҡунаҡтың: “Һаумы, Марусенька!” — тип ҡул биргәнен күҙәткәнсе, ҡунаҡ Айбулатҡа ла ҡулын һуҙҙы. Бик яҡын таныш кешеһенә ҡараған кеүек ҡыуаныслы йылмайып, Айбул аттың ҡулын ныҡ итеп ҡыҫып күреште һәм үҙен:

— Григорий Волгин, — тип таныштырҙы.

Айбулат, бер һүҙ әйтергә лә көсө ҡалмаған һымаҡ телдән яҙып, күҙҙәрен ҙур асҡан көйө өҫ-башын сисеп булашҡан Волгинға ҡарап ҡатты. Уның арҡа буйы тараҡандар йүгергәндәге һымаҡ зымбырланы. Шунан ул, теле яңы асылған бала һымаҡ:

— Дядя Гриша... — тип һорау ҡатыш хөрмәт менән һуҙып өндәшеп ҡуйҙы.

Быны ишетеп ҡалған ҡунаҡ Айбулатҡа тиҙ үк боролдо ла, баяғыса уҡ асыҡ йөҙ менән:

— Эйе, мин дядя Гриша, ә һинең исемең кем һуң? Күрешкәндә әйтеп күрешмәнек бит әле, — тине.

— Айбулат.

— Айбулат? Тимәк, һин мосолман улы? Айбулат, уйлап та тормайынса, йәһәт кенә:

— Юҡ, дядя Гриша, мин башҡорт улы булам, — тине.

Был ябай һәм асылында дөрөҫ булған төҙәтмә Григорийға бик ҡыҙыҡ тойолдо һәм бик оҡшаны. Ул үҙенең киң күкрәк тауышы менән бер рәхәтләнеп көлдө лә, өҫтәл янындағы эскәмйәгә ултыра-ултыра:

— Ну, ну, братик, ни нәмә дөрөҫ, ул дөрөҫ инде, әйҙә, ултыр минең яныма, башҡорт улы! — тине.

Тетя Даша әле һаман тыныслана алмай болоҡһой ине.

— Бына бит, нисә йылға бер күрештек, — тине ул.

Улар дүртәүләшеп Маруся әҙерләгән сәй янына йыйылдылар.

Һаулашыу, һорашыу, хәбәрҙәр, барыһы бер юлы йыйылып килеп, быуаға йыйылған ташҡын боҙҙары һымаҡ, юл алып китә алмай эркелделәр. Ул арала тетя Даша тынысланды.

— Беҙ ни әкренләп ҡыбырлаған булабыҙ. Гришенька, һин һаман шул эшеңдәме? Вася яҙ ҡайтҡан саҡта, һине, эшһеҙ ҡалды, тигәйне. Ул нисек инде хәҙер?

— һаман шулай килә әле ул эшһеҙлек. Бына күптән түгел хужалар үҙҙәре эштән ҡыуған кешеләрҙе яңынан эшкә ала башланылар. Ләкин мин эшкә кереп торманым, ошо яҡҡа ҡайтып әйләнгем килде.

— Ярай, бик яҡшы булды. Һине бик һағынғайным. Һуң балалар ни хәлдә? Катя һаман шул фабрикаламы?

Дядя Гриша стакандағы сәйен һемерҙе лә апаһының һорауҙарына яуап бирҙе.

— Балалар сирләй-сирләй үҫәләр. Катя фабрикала эшләй. Балалар янында Юлинька тора. Уның да һине бик күргеһе килә, һағына. Мине лә алып ҡайт, тип һораны ла, өйҙә кеше кәрәк.

— Бына Вася барғас, ҡайтарһаң ҡайтара алырһың.

— Хәҙер булмай, апай, яҙ булғас, бәлки, ҡарарбыҙ. Вася үҙ эшенән дә бушамай ул.

— Гришенька, һин Марусяны баштан уҡ танының бит әле. Э бына был егет беҙҙең Васяның дуҫы инде, — тип өҫтәне тетя Даша.

— Хәҙер мин уны ла беләм инде, таныштыҡ, — тип дядя Гриша Айбулат яғына көлөп ҡараны.

Уларҙың ошолай күңелле генә геүләшкән бәләкәй ғаилә түңәрәге төн уртаһы самаһында инде өлкән өйҙө тултырған егермеләп кешелек түңәрәккә әйләнеп ҙурайғайны.

Һәр ваҡыттағы ғәҙәтенсә, ҡажҡылдап йүткереп, дворник Андрей килеп инде. Башта ул, ялбыраҡ һаҡалын, тәмәкегә һарғайған оҙон аҡ мыйыҡтарын йыбырлатып, аптыраңҡыраған иғтибар менән текләне. Шунан өнө ҡарлыҡҡан тауыш менән:

— О Гриша, здравствуй! — тип ҡысҡырҙы, тиҙ генә килеп, ҡул биреп күреште лә: — һаумы, Гриша! Ҡайҙан былай һине ел ташланы? — тип һораша-һораша Григорийҙың ҡулын һелкә-һелкә ебәрмәй торҙо.

Дворник артынса уҡ килеп ингән бүтән ялсылар ҙа бер-бер артлы Григорий янына эркелделәр. Уларҙың барыһы ла уға ҡул биреп күрештеләр, барыһы ла шатландылар, барыһы ла бер юлы тиерлек һүҙ башланылар.

— Ниңә бик күптән күренмәйһең, Гриша?

— Ә ниңә үткән ҡыш килеп етмәй, кире киттең?

— Ә беҙ һине өс көн буйы көттөк, Григорий Иванович.

— Минең улымды әйтәһеңме, Гриша? Ул ни былтыр действительныйҙан уҡ ҡайтмай эшкә ҡалғайны, заводта сокращениеға эләкте. Ә хәҙер ҡалала төрлө эштә йөрөгән була. Кем белә инде, хат яҙмай. Зимагур булып ҡалды инде.

— Минең ни, шул инде бына. Ошонда йөрөйөм. Ҡарсығым үлеп ҡалды. Мал бөттө, ер юҡ...

— Беҙҙең хәлдәр һиңә билдәле инде. Ә һуң һеҙҙә эштәр нисек бара?

Айбулат быларҙың бөтәһенә хайран ҡалып ҡарап ултыра. Бына ул алты-ете ай ошо кешеләр менән бергә тигәндәй эшләп, бер ҡыйыҡ аҫтында көн итте. Ул, берәмләп һорашҡанда ла, был үҙенең яҡындары булып киткән кешеләрҙең барыһын да яҡшы беләм тип һис шикләнмәй әйтә алыр ине. Ә хәҙер, уларҙың һәр береһенең дядя Гришаға бар булған хәсрәттәрен, эс серҙәрен асып, күңелдән һөйләп ултырғандарын күргәс, бына, ғәжәп, был халыҡ Айбулатҡа өр-яңы һәм таныш булмаған кешеләр булып сыҡтылар.

Айбулат был турала асыҡ итеп әйтә алмаһа ла, үҙе бының шулай икәнен асыҡ һиҙә ине.

Ә дядя Гриша әллә ҡайҙа ғына барып байтаҡ йөрөгән дә үҙенең ошо өлкән ғаиләһен һағынып ҡайтҡан, тиерһең. Ул, әйтерһең дә, ошолар өсөн ҙур ярҙамдар бирерлек хазина тейәп ҡайтҡан да, шуға күрә был кешеләр уға шулай ынтылып һырлығалар.

Гриша уларҙың һәр береһен ихлас тыңлай, йылы күңелдән һораша, кәңәштәр бирә, ярҙамдар вәғәҙә итә.

Бер аҙҙан тирмәнгә барған ялсылар ҙа, улар менән барған Истебай ҙа ҡайтып килделәр.

Тирмәндән ҡайтыусылар ҡунаҡ менән ҡыуанып күрештеләр.

Ҡолаҡлы бүркен дә, ҡыҙыл сапанын да сисмәй, был кешеләргә ҡарап торған Истебай ипләп кенә Айбулат янына килде.

— Айбулат ағам, был кем була ти? — тип шыбырланы. Айбулат, бик мәғәнәле итеп:

— Дядя Гриша ошо була инде, — тип яуапланы.

— Э... — тип һуҙҙы Истебай. Үҙенең ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҙур асып ялтыратты, дядя Гришаны өр-яңынан тикшереп ҡарай башланы.

— Беҙҙең эштәр хәҙер бик серьезныйға һәм ҙурға китте, туғандар, — ти ине дядя Гриша.

Башҡалар бөтәһе лә, уның ауыҙына ҡарап, алыҫ ерҙәрҙә: Петроградта, Кавказда, Ростовта, Киевта, Одессала — бөтә Рәсәйҙә булып ятҡан ғәжәйеп ҡуҙғалыштар тураһында тыңлайҙар. Уларға ошо геүләшеп көрәшкә күтәрелгән ҡалаларҙың көслө тауыштары яңғырап ишетелгән һымаҡ була, уның һайын улар тулҡынланып тыңлайҙар, һорауҙар яуҙыралар.

Григорий Иванович менән булған был беседа төн уртаһы ауғансы ултырып ҡына түгел, шәмде һүндереп, йоҡларға яңынан теҙелешеп ятҡас та бик оҙаҡҡа һуҙылды.

Айбулат күҙе алдында тағы ла йәшен балҡығандай үткер, утлы, уҡлы һүҙҙәр ялтыраны: “Искра”, “Ленин”, “Партия”.

Иртә менән дядя Гриша, урындыҡтың иң түрендәге тәҙрә янында бер буйлы балаҫҡа аяҡтарын һуҙып, әллә ниндәй ҡағыҙҙар, ваҡ ҡына китаптар рәтләп ултыра ине.

Тетя Даша өҫтәлдән сәй урынын йыйыштыра-йыйыштыра Гриша менән һөйләшә:

— Кисә һине нисек һырып алдылар. Үҙебеҙгә иркенләп һөйләшергә лә ирек бирмәнеләр, шайтандар.

— Ни эшләһендәр инде, бахырҙар, — ти дядя Гриша, үҙе моңһоу уйлана, — һәр ҡайһыһы үҙ хәлен һөйләй. Барыһының да беҙҙең эшселәр хәлен белгеһе килә. Барыһы ла ошо ауыр тормоштан нисек сығыу, ҡасан ҡотолоу өмөтө менән йәшәйҙәр, көтәләр...

— Шулай инде уныһы. Һин бит әле бөгөн үк тағы ауылдарға сығам тиһең түгелме? — Тетя Даша Гришаға һораулы ҡарай.

— Юҡ, апай, бөгөн дә, иртәгә лә китмәм әле. Моғайын, берһегөнгә ҡуҙғалырға тура килер.

— Улай булһа, тағы бер хәл.

Тетя Даша хәҙер инде Айбулатҡа ҡарай борола:

— Булатик, мин кисә һиңә кеҫә тегеп бирәйем тигәйнем дә, бушаманым. Ҡана, хәҙер көпө түшеңә булһа ла тегеп бирәйем. Айбулат көпөһөн тетя Даша янына алып килә:

— Рәхмәт, тетя Даша, үҙем дә тегә беләм, энә генә бир, — ти ул.

— Ничего, үҙем тегеп бирәйем инде, — тетя Даша, бер дүрткел сепрәкте алып, көпө түшенең ҡултыҡҡа табан бер ерен самалай. Үҙе Айбулатҡа кәңәштәр бирә:

— Байтаҡ ҡына аҡсаң булды. Юғалта күрмә инде. Айбулат был һүҙ ыңғайына:

— Байтаҡ булыр ине лә, приказчик бик күп кәметеп бирҙе, яуыз, — тине.

— Эй балаҡайым, ул йыртҡыстарҙың ғәҙәттәре мәңге шул инде. Әле ярай яртыһын тотоп алып ҡалмаған. Унда ла улар менән бер ни ҙә эшләй алмаҫ инең.

Уларҙың был һөйләшеүҙәрен иғтибарһыҙ тыңлап ултырған Григорий Иванович ялт әйләнеп Айбулатҡа ҡараны ла бик асыулы төҫ менән күҙҙәрен ялтыратты:

— Кем ул аҡсаңды тулыһынса түләмәне? — тип ҡысҡырып һораны.

Айбулат был хәлде көтмәгәйне. Ул бик уңайһыҙланды, сөнки дядя Гриша уның үҙен ороша һымаҡ тойолдо. Дядя Гриша һаман да күҙен алмайынса:

— Кем? — тине.

Айбулат, тыныс булырға тырышып:

— Приказчик, — тине.

— Нимә тип бирмәне?

— Беҙҙә ашаның, ти.

— Ә нисек һөйләшкәйнең?

— Ашау байҙан ине.

— Күпме түләп бөтмәне?

Был һорауҙар Айбулатҡа бик уңайһыҙ ҙа, бик яңы ла ине.

— Күп түгел дә ни...

Григорий Иванович ҡағыҙҙарҙы йыйыштырҙы ла, өҫтөнә пальтоһын һалып, сығып китте.

Тетя Даша былар һүҙенә ҡатнашмай тыңланы ла, Гриша сығып киткәс, Айбулатҡа ҡарап, шаянлыҡ ҡатыш ғорур йылмайҙы:

— Ну хәҙер Пашканың кәрәген бирә минең Гришам. Ул беҙҙең Гришанан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа. Бына күрерһең әле...

Айбулат быға бер аҙ аптыраңҡыраны ла, ҡыҙыҡһынды ла, ләкин бының сәбәбен һорашырға өлгөрмәне, дядя Гриша ҡайтып та килде.

— Мә, ал, — тине ул, көлөп, Айбулатҡа ун алты һум етмеш тин аҡсаны тотторҙо. Ул хәҙер бик йомшаҡ һәм күңелле ине. — Ал, башҡорт улы, — тип шаяртып өҫтәне.

Айбулат әллә нисә төрлө тойғоно бер юлы кисереүҙән болоҡһоп ҡыҙарҙы: кисә генә күрешкән дядя Гриша уға ниндәй изгелек итте, ул ниндәй ҡыйыу кеше. Ә үҙе, Айбулат үҙе, ниңә шул батырлыҡты эшләй алмаған? Приказчик янынан ауыҙын йомоп сыҡҡан да киткән. Хәҙер инде бына Айбулаттың ошо эше өсөн дядя Гриша үҙе борсолоп, мәшәҡәтләнеп йөрөргә тейеш. Ә бит Айбулат уның менән әллә ниндәй ҙур эштәр тураһында һөйләшергә, һорашырға йыйына ине. Хәҙер ни...

Айбулат үҙенең ошо кисерешен ослап та бөтә алманы, дядя Гришаға рәхмәт тә әйтергә онотто.

Был ваҡытта инде дядя Гриша менән тетя Даша, иҫ китерлек бер нәмә лә булмаған кеүек, үҙ-ара бик ябай нәмә тураһында һөйләшәләр, көлөшәләр ине.

— Гриша, һин нисек тиҙ үк еңеп алдың әле был аҡсаны?

— Үҙең беләһең инде, апай, хәҡиҡәт. Ундай трустарҙың ҡайһы берәүҙәрен хәҡиҡәт менән сикәләһәң дә, уларға бик йәп төшә ул. Тетя Даша һаман көлә лә көлә:

— Ул, меҫкен, һинең яҡшылығың тураһында әле лә онотмай, күрәһең.

— Юҡ, ҡайҙа ти ул онотоу. “Эттең ҡойроғон кем ҡырҡһа, шул яҡшы”, — тиҙәр бит. — Дядя Гриша күҙҙәренән йәш сыҡҡансы хахылдап көлә, ҡулдары менән күҙҙәрен һыпыра ла: — Әллә нисә хужаға ярайым тип, ул Пашканың ҡойроҡ ҡынаһы ла сонтайып бөткәндер инде!

— Әйтмә инде.

Улар тағы ла көлөшәләр.

Айбулат уларҙың был әңгәмәһен яратып тыңланы, ләкин төбөнә төшөнмәне. Сөнки был бөгөнгө күңелле әңгәмәнең артында бик күп кешеләрҙең яҙмышын хәл иткес ҡатмарлы тарихи ваҡиғалар ята ине. Ә тормош шундай ҡатмарлы нәмә, ул ҡайһы бер бик ҡуйы трагик ваҡиғалар араһында үҙенең бәләкәй генә комедик картиналарын да күрһәтеп үтеп китә. Бындай хәлдәр тураһында тәүҙә йәштәр аңлап етмәй, ә ҡарттарҙың үҙ баштарынан кискән була. Әле лә шуның кеүек хәлдәрҙең береһе ине.

Бынан бер нисә йылдар элек, бер төндө, ошо Кузьмин утарының әйләнәһен түңәрәтеп, әллә нисә урындан ут ялҡындары күтәрелде. Ялҡындар ҡарағусҡыл ҡыҙыл, төтөндәре ҡором кеүек ҡара ине. Улар төн ҡараһын тағы ла ҡуйыртҡан һымаҡ булалар. Геүләгән ут, шыйлаған ел тауыштары, үс алыусы крәҫтиәндәрҙең еңеү гимны һымаҡ булып, гөрләп күккә аша. Ошо ғәрәсәт араһынан, сауҡа аҫтынан ҡасып килеп сыҡҡан ҡуян һымаҡ, бер кеше оло юлға килеп төштө. Ул тирә-яғына ҡаранды ла алға китергә ынтылды. Ләкин ошо ваҡытта юлдың утарҙан оло юлға ҡайырылған сатлығында, ут яҡтыһында әңгәһәрҙәй булып күренгән бер кәүҙә ҡалҡты ла йүгереп барған кешенең юлын быуҙы. Быларҙың ҡурҡыныс кәүҙәлеһе — Паша — приказчик, мыҡты кәүҙәлеһе — Григорий ине.

Улар бик ҡыҫҡа һөйләштеләр:

— Ҡайҙа бараһың? — тине Григорий, Пашаға уҫал ҡараш ташлап.

— Управляющийға барам, тиҙерәк волосҡа ат саптырырға... Григорий көслө ҡулы менән Пашаның тарамыш елкәһенән матҡып тотто ла уны ергә сүктерҙе.

— Беҙҙе тотторорғамы? — тине.

Был хәлдән Паша теше тешкә йоҡмай ҡалтыранды.

— Ни эшләрбеҙ һуң, янабыҙ бит? — тине ул.

— Ни эшләргә? Беҙгә ярҙам итергә булмай икән, өндәшмә, молчать!

— Йә, ярар, Григорий Иванович, өндәшмәм.

— Тыныңды сығарма. Тыныңды сығарһаң — ҡабат килеп минең ҡулға эләкмә, эләкһәң — үҙеңдән күр! Аңланыңмы?

— Аңланым, Григорий Иванович, һис бер ваҡытта һиңә ҡаршы килмәм.

— Миңә генә түгел, беҙҙең бөтә халыҡҡа.

— Эйе, эйе, бөтә халыҡҡа, Григо...

Григорий уны ҡулынан һелкетеп ысҡындырҙы.

Паша, артына ҡарай-ҡарай, кире йүгерҙе. Ул ваҡытта ул Григорийға йәл дә, көлкө лә ине. Шунан бирле күп кешеләр уның ҡурҡаҡлығынан көләләр ҙә, ерәнәләр ҙә.

Айбулат, үҙенең бөтә нәмәләрен юлға әҙерләп бөтөп, бер урынға ситкәрәк өйҙө лә ипләп кенә дядя Гриша янына килде. Дядя Гриша үҙенең әллә ниндәй ҡағыҙҙарын, ваҡ ҡына китаптарын бәйләп йыйыштырып бөттө лә Айбулатҡа, “тағы һиңә нимә кәрәк?” тигәндәй, һораулы ҡараш ташланы.

Айбулат, үҙенең болоҡһоуын баҫырға тырышып, кисәнән бирле ҡыймай йөрөгән һорауын бирҙе:

— Дядя Гриша, һин беҙгә китаптар алып ҡайттыңмы һуң? — Уның тауышы ҡаушаулы ине.

Дядя Гриша ла ҡаушаған кеше шикелле аптырап китте. Уның күҙҙәре нурланып янды. Айбулатты яңы күргән кеүек, баштан аяҡ ҡараны ла:

— Ә ниндәй китаптар һуң? — тип һораны.

— Төрлө китаптар. Гәзиттәр ҙә. “Искра” тигән гәзит, — тине.

— Ҡара әле һин, Айбулат, башҡорт улы, һиңә кем, ҡасан был турала һөйләне?

— Вася һөйләне. Ул был турала бик күп белә. Дядя Гриша ҡапыл аңланы:

— Ах, ана нисек ул. Аңлашыла, аңлашыла. — Ул тағы ла Айбулатҡа ҡарап торҙо. Был юлы аптырап түгел, яҡын күреп ҡараны.

— Әгәр мин һиңә “Искра” гәзитен алып ҡайтһам, һин уны ни эшләтер инең?

— Бәй, уҡыр инем. Миңә бөтөнләй бирһәң, уны мин үҙебеҙҙең ауылға алып ҡайтып, ағай-энеләремә, дуҫ-иштәремә уҡып күрһәтер һәм аңлатыр инем.

— Дөрөҫ уйлайһың, туғанҡай, бик дөрөҫ. Ә һуң һинең шулай һөйләп өйрәткәнеңде ишетһәләр, ни эшләтәсәктәрен беләһеңме?

— Беләм.

— Ҡурҡмайһың дамы?

Был һорауға Айбулат хатта ғәрләнгәндәй итеп яуапланы.

— Ни эшләп ҡурҡайым инде, дядя Гриша. Айыуҙан ҡурҡһаң, урманға барма, тигән шикелле була бит ул.

Волгинды ниндәйҙер ғорурлы шатлыҡ ҡапланы.

— Молодец, Айбулат, — тине лә һүҙен бүлеп уйға ҡалды.

Хәҙер инде дядя Гриша Айбулатҡа, бая ғына үҙе ярҙам күрһәткән йәш кешегә, бала кешегә ҡараған кеүек түгел, ә үҙенә тиң өлкән кешегә, хатта уларҙың алып барған бик ҙур эштәрендәге ярҙам итеүсегә ҡараған кеүек ҡарай, шул кимәлдә һөйләшә. Шунлыҡтан Айбулат та үҙенең баяғы ҡыйыуһыҙлығынан, ҡаушауҙарынан бөтөнләй ҡотолдо. Дядя Гришаны тыңлаған һайын ул бер ҙур яңы ғилем биреүсе китап уҡыған тәьҫирҙе ала, быға тиклем Вася һөйләп тә аңлатып бирә белмәгән күп мәсьәләләрҙе һорашып төшөнә ине.

Аҙаҡ дядя Гриша, Айбулаттың һорауы булған “Искра” гәзитенә туҡтап, ул турала күп аңлатты. Тик үҙенең янында бер нисә генә номер булып, уны ҡалдыра алмауына үкенеп, ғәфү үтенде. Киләсәктә бирергә вәғәҙә бирҙе. Шунан ул Айбулатҡа “Искра”-лағы бик күп мәғәнәләрҙе эсенә алған бер прокламация бүләк итте.

Айбулат бөгөн дә юлға сыҡманы. Иртәгеһен Волгин китер алдынан ғына ҡуҙғалды. Ул дядя Гриша менән үткәргән был көндәрҙән, сикһеҙ йыһан гиҙгән, бик бай эстәлекле бик алыҫ сәйәхәттәрҙә булған кеүек, тәрән тәьҫир алды.

Тетя Даша менән Маруся уны Васяны оҙатҡандағы кеүек ҡайғырышып оҙаттылар.

Дядя Гриша менән хушлашҡан саҡта улар, үҙ-ара бәйләнеште һис тә өҙмәҫкә вәғәҙәләр бирешеп, дуҫлашып айырылыштылар.

Шулай итеп, Айбулат, иртә яҙ башының ала ҡарында шыя ярып килгән оло юл буйлап, көҙгө ҡырпаҡ ҡарҙың йоҡа ғына йомшаҡ көртөн ярып, өйөнә йүнәлде.

Айҙаҡайға яҡынлаған һайын уның ҡыуанысы арта бара. Уйлаған уйҙары ла, ҡорған пландары ла тиҙ генә бойомға ашырҙар кеүек тойола башланы уға. Ғүмер эсендә беренсе тапҡыр ҡулына ингән бик ҙур аҡса — 70 һум уның бөтә кәрәк-ярағына ла, мәһәргә лә, туйға ла етер шикелле.

Ә унан һуң — Гөлйөҙөм!.. Уның менән бергә ҡоролған киләсәк... шикһеҙ йәмле буласаҡ... Киләсәк.

Был киләсәктең мәғәнәһе хәҙер Айбулаттың быға тиклем күҙ алдына килтергән бөтә мәғәнәләренән дә юғары, бөтәһенән дә киң һәм яҡты. Был киләсәктә бөтә пролетариат өсөн, бөтә иҙелгән кешеләр өсөн ҙур көрәштәр менән яулап алынырға тейеш булған ҙур бәхет бар. Ул бәхеттең исеме — азатлыҡ. Ул азатлыҡ бөтә бәхетһеҙҙәрҙе йылыта алырлыҡ бик иркен һәм ҡайнар тынлы. Ә Айбулат ана шул иректе яулап ала торған бөтә көрәштәрҙә лә батыр егет булып көрәшергә тейеш. Дядя Гриша Айбулатҡа ана шуны өйрәтте. Дядя Гришаға был турала бөйөк Ленин өйрәткән.

Ошо нурлы өмөт ҡанаттары Айбулаттың аҙымын еңеләйтте, юлын ҡыҫҡарттылар.




Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   26




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет