2
Өй эсен эңер ҡараңғылығы ҡаплағайны. Өс ир кеше һөйләшеп ултыралар. Шәмсиә усаҡ тирәһендә шәм тоҡандырып маташа.
Юлия бында ултырыусыларға берәмләп күҙ һалырға өлгөрмәне, өҫтәл эргәһендәге ултырғыстан бер мыйыҡлы кеше ҡалҡып:
— Юлия, һаумы, — тине, күрешергә ҡул һуҙып, киң йылмайҙы.
Юлия бер аҙ аптырап ҡарап торҙо ла:
— Ах, Айбулат... — тип, ҡаушаулы, шатлыҡлы ҡысҡырып, ҡулын һуҙҙы. — Һин шулай олоғайып киттеңме ни? — тип йылмайып һораны.
— Мин шулай олоғайып киттем, Юлия. Һин дә ҙур үҫкәнһең бит.
— Бына ҡасан, ҡайҙа осраштыҡ. Ҡотлояр ағай һеҙҙең хәлдәр тураһында һөйләгәс, мин оҙаҡламай барып күрергә лә уйлап ҡуйғайным инде. Күрге килә, бик күрге килә ысын дуҫтарҙы.
— Әйтмә лә инде, Юлия. Мин ни, Маштакова тигән ҡыҙҙың һин икәнен белһәм, күптән килеп ҡунаҡҡа алып ҡайтыр инем. Фамилияң үҙгәргән бит. Күрәһең, ғаилә тормошоң да үҙгәргәндер инде?
Быға ҡаршы Юлия һул ҡулы менән үҙенең ауыҙын ҡапланы ла, уң ҡулын күтәреп, Айбулатҡа бармаҡ янаны. Айбулат күҙҙәрен ҙурыраҡ асып, ҡаштарын күтәрҙе. Ул аңланы.
Юлия һүҙҙе үҙгәртте.
— Һинең дуҫың Вася хәҙер Трубочныйҙа эшләй, Маруся фабрикала. Һин уларҙы күптән күргәнең юҡтыр әле?
— Күптән, Юлия. Өс йыл була инде. Мин уларҙың хәлен, һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә хәлегеҙҙе тетя Дашанан һорашып, белешеп торам. Уны мин йыш ҡына күрәм, Яйыҡҡа барған һайын уға туҡтап йөрөйөм. Һинең турала гел Юлия тип кенә һөйләйбеҙ ҙә шуның менән бөтә. Һуңғы ваҡытта ул да һинең ҡайҙа икәнеңде белмәй ине.
— Мин уға хат та яҙам да, ала алмай, күрәһең.
— Юҡ, алғаны юҡ.
— Васяның улы үҫтеме?
— Үҫә. Хәҙер уның ҡыҙы ла бар инде.
— Беҙҙең хәҙер өсәү инде. — Айбулат көлөп ҡуйҙы. — Юлия, мин һине гел шулай, сысҡан ҡойроғондай ғына һары сәсле томоз ғына бәләкәй ҡыҙыҡас көйө күҙ алдына килтерә инем. Юлия көлөп яуапланы:
— Хәҙер ҙур үҫтем инде. Ул ваҡытта миңә ун дүрт йәш тирәһе ине, хәҙер егерме бер. — Юлия ҡапыл бойоҡто. — Григорий Нарымский крайҙа, ғаиләһе ауылда, — тип өҫтәне ул.
Айбулат та көрһөндө:
— Беләм, Юлия, барыһын да беләм. Өмөт өҙөргә ярамай, яңынан күрешәсәкбеҙ, Юлия, бойоҡма. Юлия, тағы ла борсолоп:
— Айбулат, һин дә допросҡа килдеңме? — тип һораны.
— Юҡ әле. Хәҙергә миңә ҡағылманылар. Бында үҙебеҙҙең ауылға барғас, йәбешерҙәр инде. Староста Абдул бик ныҡ теш ҡайрап йөрөй. Ныязғол да бер-ике ажғырып алды. Ләкин күҙгә күренгән бер дәлил дә булмағанға аптырап торалар.
— Ниңә килдең һуң?
— Мин Ҡотлояр ағайҙы алып килдем, унан да бигерәк һине күреп сығырға кәрәк икәнен белеп килдем.
— Ә, Япон ағайҙымы? Ул ҡайҙа һуң?
— Допросҡа инеп китте. Аттарҙы ауыл осондағы бер өйҙә йәшереп ҡалдырҙыҡ.
Улар шулай һөйләшкәндә, тышҡа сығып киткән Сәғди менән Янғол килеп инделәр. Сәғди Шәмсиәгә сәйен ашыҡтырырға ҡушты.
Улар сәй тирәһенә йыйылғансы, ҡабаланып атлап Ҡотлояр ҙа килеп инде. Ул бөтәһе менән һаулашты. Юлияға ҡул биреп күреште.
— Ну, туғандар, эш хөрт, — тине. — Ҡараңғы нығыраҡ төшөп, ил аяғы әҙерәк һил булыу менән беҙгә Айҙаҡайға һыҙырға кәрәк. — Ул итектәрен сисеп ташлап, урындыҡ өҫтөнә менде, сәй янында үҙенә күрһәтелгән түрҙәге урынға аяҡ салып ултырҙы. — Юлия Ивановкаға бында ҡалырға һис ярамай, беҙ уны ла алып китәбеҙ, — тип өҫтәне Ҡотлояр.
Юлия хатта тауышын күтәреп ебәрҙе:
— Юҡ инде, туғандар, был турала ауыҙығыҙҙы ла асмағыҙ. Ниңә мин китергә тейешмен, әле генә приставта допроста булдым. Ул миңә бер ни тип тә бәйләнмәне.
Сәғди менән Янғол да Юлияны яҡланылар.
— Юҡ, Юливаннаны ебәрмәйек, бер ни ҙә булмаҫ. Беҙ уға бер кемде лә яҡын ебәрәсәгебеҙ юҡ.
— Беҙгә уның бик күп ярҙамы тейҙе. Ул булмаһа, ни тиклем кеше астан үлер ине. Ул беҙгә әле лә бик кәрәк буласаҡ.
Айбулат һүҙгә ҡыҫылманы, был көрәштең аҙағын көтөргә булды.
Ҡотлояр сәйен ҡабаланып йотто ла шәшкеһен шалт иттереп батмусҡа ултыртты.
— Килен, сәйеңде ҡуйыраҡ ҡой әле, — тип үтенде һәм иптәштәренә боролдо.
— Һеҙ улай итеп миңә ҡырҡа ҡаршы төшкәнсе, минең был фекерҙең сәбәбен һорашығыҙ. Шунан ары Айбулат ни әйтер, шуны тыңлағыҙ. Мин бит әле генә ҡунаҡтан түгел, допростан сыҡтым.
— Эйе, эйе, Ҡотлояр ағай, һөйлә, — тине Юлия.
— Тегеләр, өсәүләшеп — пристав, урядник, Ныязғол, ас бүреләр һымаҡ күҙҙәрен яндырып, өҫтәл әйләнәһенә ултырып алғандар. Мин баҫып торам. Шунан улар мине ашарҙай булып ҡыҫымға алдылар. Береһе артлы икенсеһе төпсөп һораша, мин яуап бирә торам. Пристав менән урядникка нисек тә килештереп яуаплай алдым. Ә анау ҡороғор Ныязғоло, тыуған көндән башлап мине белгәс ни, аҙ ғына шылдырып әйткәнде лә өҙә тотоп тик ултыра. Бына ҡәһәр һуҡҡан бәндә! Етмәһә, миңә ағай тейеш, имеш! Ярай, уныһы чорт с ним. Мине тота ла алмаҫтар, тотоп та эш ҡыра алмаҫтар. Бына Юлия Ивановна тураһында ҡаты төпсөүҙәре мине бик ҙур хафаға һалды, әйләндерә лә уның исемен килтереп сығаралар, тулғандыра ла уның исемен килтереп сығаралар. Мин инде уны танымауым тураһында йөҙ ҡабат әйттем уларға. Ә уларҙың тел төбө һаман беҙҙе бергә бутауға бара. Бына ни өсөн Юлияға бында ҡалырға ярамай. — Ҡотлояр һүҙен бөтөрөп, сәйен һемерҙе.
Юлия уның был һүҙҙәрендә әллә ни шик күрмәне:
— Йә, ул тиклем нимә булған? Һорашһындар. Һорашырҙар ҙа тынырҙар.
— Юҡ, Юлия, улай ғына түгел шул. Мәҫәлән, һигеҙ ауылдан биш-алты йөҙ кеше генә был эшкә ҡатнашҡан булһын. Ә был тиклем һорау, туҡмауҙарға түҙмәй, шуларҙың эсенән ике-өс кеше генә беҙҙең исемде әйтеүе бер ҙә ғәжәп булмаҫ. Һине өйрәтеү, әлбиттә, беҙгә, уҡымаған кешеләргә, бер ҙә төҫ түгел. Шунда ла мин һиңә йәш яғынан оло булып өйрәтәм. Ә үҙең аҡыл, белем яғынан, әлбиттә, беҙҙән күп олоһоң. Шулай бит?
— Улай уҡ түгел дә, Япон ағай.
— Туҡта, туҡта, Юлия Ивановна, һин тағы шуны уйла: беҙ, бындағы халыҡ, астан бойҙай урлағанбыҙ, и все. Ну, тотһондар, туҡмаһындар. Уҙа барһа, яҫтыҡ-юрғандарҙы, самауырҙарҙы талап алырҙар. Шуның менән эш бөттө. Ә инде, Юлия, һине ҡулға алып ҡуйһалар, беҙ ҡарап тора алмайбыҙ инде. Приставын да, уряднигын да, кәрәк булһа, Ныязғолон да, башҡаларын да бер епкә теҙеп Ырғыҙға ырғытырға мәжбүр буласаҡбыҙ. Бына бит эш ҡайҙа китәсәк!
Ҡотлоярҙың был ысын күңелдән һөйләгән һүҙҙәре Юлияны болоҡһотто. Ул өндәшмәне. Бер аҙҙан ул Айбулатҡа һораулы ҡараш ташланы.
Ҡотлояр, Сәғди, Янғол соланға сығып тәмәке тартырға тотондолар.
Айбулат менән Юлия өҫтәл янында икәүһе генә ҡалып кәңәшләштеләр.
Айбулат Ҡотлояр фекере яҡлы ине. Ул Юлияға:
— Юлия, мин Ҡотлояр ағайҙы тыңлағандан һуң ошо уйға килдем: ул дөрөҫ хөкөм йөрөтә. Һиңә рәхмәт. Халыҡ та шуны әйтәсәк. Тамаҡтары ныҡ туймаһа ла, үҙәктәре ялғанды уларҙың. Хәҙер ас үлемдән ҡотолдолар инде. Әгәр һине бында белеп ҡалһалар, Ҡотлояр ағай әйткәндәй, беҙ эште ҙурға ебәрһәк, уның файҙаһынан зыяны күп буласаҡ. Шулай түгелме, Юлия?
Юлия тәрән уйланды: “Ысынлап та, уны ҡулға алһалар ҙа, ул бер нәмә тураһында ла һөйләп, бер кешене лә тотторасағы, уларға хыянат итәсәге юҡ. Әгәр уны Һамарға оҙатып, эште губернскийҙа тикшерә башлаһалар, подпольелағы иптәштәре ни әйтер, ә Никитин ни тиер? Ул ни тиклем тырышып Юлияны был тирәгә эшкә ҡуйҙы. Тимәк...”
Айбулат, уның уйын ослағандай итеп:
— Юлия, күп уйланма. Халыҡ өсөн аҙмы-күпме эшләнең. Ә бының аръяғында һин кире ҡайтып, ундағы иптәштәр менән күрешеп, хәлде һөйләргә, уларҙың күрһәтмәләре буйынса эш ҡылырға тейешһең, — тине.
Юлия тағы ла Айбулатҡа күҙҙәрен тултырып рәхмәт ҡарашы ташланы. Уға ҡулын биреп күреште. Күҙенән мөлдөрәгән йәштәре тәгәрәһә лә, ул Айбулаттан оялманы. Уның йөрәге әллә ниндәй бер юғары, таҙа, саф дуҫлыҡ, мәңгелек ышаныс менән тулҡынып тибә ине.
— Ярар, — тине Юлия, — һеҙҙе тыңлайым. Беҙҙең киләсәк ҙур эштәр ҙә шундай бөйөк дуҫлыҡ менән үтһен, — тине. Айбулат Юлияның ҡулын ҡыҫып күреште:
— Һис шикһеҙ, шулай үтәсәк, Юлия. Соланда тәмәке тартыусылар килеп инделәр. Ҡотлояр, Юлия менән Айбулатҡа ҡарап:
— Йә, эш ниҙә ҡалды? — тине.
— Юлияны алып китәбеҙ, — тине Айбулат.
— Булды. Бик яҡшы, — тине Ҡотлояр. Шунда уҡ Янғолға әйләнеп бойороҡ бирҙе:
— Бар әле, ҡустым “Самсыпал”, аттарҙы егеп ҡуйығыҙ. Беҙ бынан йәйәүләп кенә барырбыҙ.
Ҡотлоярҙың был һүҙенән бөтәһе лә ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.
Сәғди:
— Бына, Янғол, һиңә бер ҡушамат та яһап ҡуйҙыҡ инде! — тип көлдө.
Янғол быға айырыуса кинәнде.
— Бик шәп. Ниңә? Әлбиттә, самсыпал.
Улар тағы бер ҡабат көлөштөләр ҙә, Янғол йүгереп сығып китте.
Юлия нәмәләрен йыйыштырып, сумаҙанға тейәне. Үҙенең артыҡ күренгәндәй күлдәк, яулыҡ кеүек нәмәләрен Шәмсиәгә бирҙе:
— Иҫтәлек булһын, — тине ул.
Юлияға бауыр баҫып өйрәнгән Шәмсиә түгелеп илай ине.
Иртәгеһенә иртә менән Юлияны тағы ла допросҡа саҡырып килгән десятникка Шәмсиә:
— Ул өйҙә юҡ. Аръяҡҡа әптиккә дарыу алырға сығып китте, — тип яуап бирҙе. — Көтөп тороғоҙ, тиҙ ҡайтыр ул, — тип өҫтәне.
Был ваҡытта яҡшы пар туры ат еккән Айбулат менән Юлия Һамарға яртылыҡ юлда булған Подъемный тигән ҙур ауылға барып еткәйнеләр инде.
Ураҡ өҫтө
1
Бынан ике йыл ғына элек Айбулат менән Гөлйөҙөм, улдым-талдым менән Ныязғол байҙан сығып, үҙҙәренең ҡарлуғас ояһындай бәләкәс кенә балсыҡ өйҙәрендә үҙ алдарына йылы донъя ҡорҙолар. Уларҙың Ныязғол тураһында: “Шул тиклем хеҙмәт күрһәткәс, бер ҙә буш ҡул итмәҫтәр әле, арыу өй һалып, бер-ике баш мал эйәртеп сығарыр, үҙе йотоп киткән ике душ ерҙән дә өлөш сығармай булмаҫ”, — тигән төрлө өмөттәре барыһы ла бушҡа сыҡты.
Бер көндө ҡаланан Имай бик асыулы ҡайтты. Уның асыуына тейерлек байтаҡ сәбәптәр ҙә йыйылып киткәйне. Әллә була торған, әллә булмай торған эш артынан атаһының бөтә донъяны бирән-талан килтереп йөрөүенә лә уның ышанысы бик аҙ. Ярай икән, дуҫ күреп ышанған кешеләре уларға яҙҙырған малдарҙы кире ҡайтарһалар... Бишнәктәр зыҡ ҡуба башлаһалар, эш судҡа китһә. Судты ла еңеп булыр, ә “Йомабаевтар хөкөмгә тартылған икән” тигән хәбәр үҙе ниндәй хурлыҡ. Ҡарт был хәлдәр менән иҫәпләшергә уйламай, “һөйләмәгәйҙәре, эшем генә эш булһын, күҙ күрер”, — ти. Етмәһә, шундай эс бошҡан саҡта барып күңел асып йөрөй торған Наташа ла был барыуҙа ниңәлер тырыҫ-мырыҫ килде. Бүләккә алып барған ебәк күлдәк оҡшаманы. Ҡыҙыл, имеш. “Мине әллә башҡорт бисәһе тип уйлайһыңмы? Вкус белмәйһең, минең күҙҙәрем зәңгәр, шуға күрә миңә аҡһыл күк күлдәк кейергә кәрәк”, — ти. Шайтан беләме ни ниндәй күҙгә ниндәй күлдәк кәрәген. Киләһе юлы шундайҙы алып киләм тигәс, тағы ла киреләнә. “Кәрәге юҡ”, — ти. Киткән саҡта ла, ҡасан киләһең, тип муйынына һарылыу урынына бик һалҡын ғына ҡул биреп күреште.
Имайға юлға сыҡҡанда эсеп сыға торған коньяктың ләззәте лә был юлы файҙа итмәне. Ул кырандаста иреп, ҡалғып ҡайтыу урынына, әле ары, әле бире әйләнеп, күсер Сәйетҡолдоң теңкәһенә тейеүҙән бушаманы.
— Шәберәк ҡыуала аттарҙы, һыйыр! Сәйетҡол ҡыуаланы.
— Ниңә ул тиклем елдерәһең, ипләберәк! Булмаҫ һин малайҙан, ҡыуып сығарып, бүтәнде алыуҙан башҡа эш ҡалманы.
Сәйетҡол ҡайһылай итеп уның ыңғайына була алмай, ҡайтып еткәнсе, ҡара тиргә төштө.
Айбулат Сәйетҡолға ат туғарышырға тотондо.
Имай пальтоһының ҡаракүл яғаһына муйынын тартҡан көйө үҙенең баҫынҡы тауышы менән ниҙер мөңгөрләп һораны. Айбулат ишетмәне.
Имай уға:
— Һиңә әйтәм бит, кейеҙ ҡолаҡ! — тип ҡысҡырҙы. Айбулат уның кемгә өндәшкәнен дә төшөнмәгән көйө:
— Ни нәмә тип, кемгә әйтәһең? — тине.
— Һиңә әйтәм, ҡолағыңа кейеҙ ҡапланыңмы әллә? Айбулаттың асыуы ҡабарҙы:
— Һин ауыҙыңа йөн тыҡҡанһың! Йүнләп һөйләш, кеше һымаҡ! Тамаҡ төбөң менән аҡырма! — тине.
Тәкәббер Имайға шул етә ҡалды. Ул асыу менән ҡомһарып, Айбулатҡа тағы ни тип бәйләнергә һүҙ тапмағандай булып, ашығып атлап баҫҡыстан менеп китте.
Сәйетҡол:
— Иллә шәп иттең, Айбулат ағай, миңә көн буйы мыжып теңкәмде ҡоротто, ләғин, — тине.
— Ә һин нимә унан ҡурҡып торҙоң! Сыбыртҡың үҙ ҡулыңда, юл буйына һыу эскеһеҙ итеп ярып алып ҡайтмай шуны! Сәйетҡол быға рәхәтләнеп көлдө лә:
— Ысын! — тине.
Иртәгеһен иртәнге сәйҙән һуң Рәхимә Айбулатты үҙенә саҡырып алып орошорға йәбеште.
— Ни эшләп ул тағы Имаметдин ағайыңа ҡаршы тел күтәрәһең? Оятың ҡайҙа? Аш менән атҡанға таш менән атаһың икән.
— Еңгә, мин уға ни әйткәнем?
— Нисәмә йыл буйы эт көтөүендәй ғаиләң менән беҙҙә тамаҡ туйҙыраһың, рәхмәт юҡ. — Ул шулай теҙеп китте. Айбулат тағы кире һуҡты.
— Әйтеп торам да баһа, мин уға бер нәмә лә әйтмәнем. Үҙе енләнеп ҡайтҡан да, барыбыҙға бер юлы аҡырып йәбеште.
— Ҡуй, ҡуй, Айбулат, миңә һөйләмә. Мин Имаметдинде лә беләм, һине лә беләм. Ул һеҙҙең ише кеше түгел. Ошо йортто, донъяны ҙурайтам тип, көнө-төнө эш артынан саба, йоҡо төҫө лә күрмәй. Ә һеҙ бында, “эт һимерһә, эйәһен тешләй” тигәндәй, туйып ҡотораһығыҙ. Бер-бер ғауға сыҡһа, башында һин, дәжжәлдәй булып, барыһын ҡотортоп алаһың да йөрөйһөң! Ана, Асатайың да, Истебай ҡаҙағың да һин тип ах итәләр, ә төп хужаны тыңлап йөрөүҙе белмәйҙәр!
Айбулат, ғәҙәте буйынса, бөгөн дә Рәхимә менән һүҙ көрәштереүҙең кәрәкһеҙ икәнен уйлап, уның был һүҙҙәренә яуап та бирмәйенсә өйҙән сығып китергә ҡуҙғалғайны, ләкин Рәхимәнең аҙаҡҡы һүҙҙәре уның асыуын килтерҙе.
Рәхимә:
— Һеҙ Имаметдингә тиң дә түгелһегеҙ, уға ҡаршы тел күтәрергә хаҡығыҙ ҙа юҡ. Ул — хужа кеше. Әгәр бик талашҡығыҙ килһә, ана тора Ҡотлояр, ана тора Истебай, Асатайҙар, үҙ-ара ыҙғыша бирегеҙ! — тине.
Айбулат ярһып, ләкин ҡысҡырмай яуап бирҙе:
— Ҡотлояр ағай менән беҙ ғүмерҙә талашҡаныбыҙ юҡ. Мин унан яҡшылыҡтан башҡа бер нәмә лә күрмәнем. Башҡалар менән дә беҙҙең татыулыҡ боҙорҙай бер үпкәле эшебеҙ булғаны юҡ. Ә һинең Имайың нисә йылдар үҙенә хеҙмәт иткән кешеләргә оялмай аҡыра, уларҙың ҡанын эсә. Беҙ өндәшмәгән саҡта, ул тешен генә ҡыҫһын. Улай итеп ул үҙенең көсөн һынай алмаҫ. Үкенер, һуң булыр, — тине.
Рәхимә асыуынан, аптырауынан урынынан һикереп үк торҙо. Ҡайҙалыр сығып китергә әҙерләнде. Үҙе һаман ҡыҙа ине.
— Ана бит, ана. Күҙгә ҡарап тороп миңә тел әйтәһең, башҡаһына ни һан. Былай булһа, бергә лә тороп булмаҫ. Имаметдин белеп әйтә шул: “Ҡуйынығыҙҙа йылан аҫрайһығыҙ”, — ти. Ысын шул, ҡайһылай ҡаты сағаһың!
Айбулат Рәхимәнең һәр ваҡыттағы йомшаҡ тауышы, аҡыллы ҡуңыр күҙҙәренең был тиклем зәһәрле төҫ алыуын тикшергән төҫ менән, нәфрәтле ғәрләнеү менән ҡарап торҙо ла, ҡапыл әйләнеп, ишекте шарт ябып сығып китте.
Ишек алдында самауыр көлө ҡағып торған Гөлйөҙөм:
— Әй, ни булды? — тип һораны.
— Ни булһын, һаман шул кеше әрләп, талауҙан бушамайҙар. Нәмәләрҙе йыйна ла Мәғфүрә еңгәмдәргә ташы. Шунан өйҙө таҙартып үҙебеҙгә күсербеҙ, — тине. — Үҙе ашығып әллә ҡайҙа ҡапҡанан сығып юҡ булды.
Гөлйөҙөм башта бер үҙе аптырап ҡалды. Ҡайһылай итеп нәмәләрҙе йыйырға белмәй, байбисәләргә әйтергәме әллә үҙем генә өндәшмәй ташына башларғамы, тип уйланды. Үҙе тура һорамаһа ла, Рәхимә берәй нәмә әйтер әле, тип уйлап, өйгә кире инеп һауыт-һабаларҙы йыйыштырырға кереште.
Сығып китергә йыйынған Рәхимә, уның янында бер аҙ туҡталып.
— Ана шул, йәш килен, Айбулат минең һөйләп бөткәнде тыңлап торманы, асыуланып сығып китте. Һиңә һүҙем юҡ, хеҙмәт күрһәттең. Айбулат менән һис тә килешеп булманы. Ул һаман үҙ һүҙен бирмәй икән, башҡа сығығыҙ инде. Бының был яғында баш эйеп, ҡаршы һүҙ әйтмәҫ булһа, тора бирегеҙ, — тине. Ул үҙенең һүҙҙәрен нығытҡандай итеп, ишекте ҡаты ябып сығып китте.
Был хәлдән һуң Гөлйөҙөм дә тиҙ айныны. Аш өйөнөң урындыҡ мөйөшөндәге һандыҡ өҫтөнә йыйған кейеҙ, юрған, ике яҫтыҡ, ике мендәр, балаларының ваҡ-төйәк нәмәләрен, әсәһе биргән бәләкәй генә самауырҙы — бөтәһен йыйып бер урынға өйҙө лә, үҙ уйынан: “Ни булһа ла, яҡшыраҡ булыр. Үҙ ояң. Ас тамағым, тыныс ҡолағым”, — тип ҡуйҙы. Был уйҙан уға күңелле лә кеүек тойолдо. Бөтөнләй үҙ иркең.
Гөлйөҙөм, ошо шатлыҡлы ихтыярҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышҡан һымаҡ, сәғәт эсендә бөтә әйберҙәрен Мәғфүрәгә ташып бөттө.
Гөлйөҙөм йыйынғанда, нәмәләрҙе урлап китә күрмәһен тип, мейес янындағы һикегә килеп тексәйеп ултырған Ғәзимә әленән-әле һүҙ ысҡындырып торҙо. Ул Гөлйөҙөмгә тура әйтмәһә лә, килене Фаризаға һүҙ ҡушҡан булып төрттөрә ине. Гөлйөҙөм аҙаҡҡы төйөнсөгөн бәйләгән саҡта, Ғәзимә:
— Бына, күсәрхандарҙы ҡара әле. Ике-өс көн буйы ташырҙармы тиһәм, сәғәт тигәндә бөтәләр бит.
— Аҙ нәмәнең ни, рәхәт шул, — тип яуапланы Фариза. Гөлйөҙөм асыу менән Фаризаға:
— Шул рәхәтте һеҙ күрһәгеҙ икән инде! — тине.
— Ниңә, мин һине үпкәләтәйем тип әйтеүем түгел, йәш килен, күңелеңә ауыр алма, — тине Фариза.
— Һин дә кешене үпкәләтмәй мыҫҡыл итергә өйрәндең шул, хәҙер үҙеңдең “һаҫыҡ апаңды” ҡыҙы икәнеңде оноттоң! — тине Гөлйөҙөм.
Фариза ҡып-ҡыҙыл булды.
Ғәзимәгә шул етә ҡалды.
— Ана, өндәшмәҫ килендең теле ҡайһылай әсе. Ҡалаҡ-малаҡты теүәлләмәнең, урлап тыҡҡанһыңдыр әле, — тине. Гөлйөҙөмдөң ғәрлегенән күҙенә йәш килде.
— Кеше ҡоно беҙгә кәрәкмәй. Килешкән һеҙгә килешһен. Ҡара йәштән төшөп һеҙгә эшләнем, һеҙ ағыу сәсеп оҙатаһығыҙ! Кеше ҡоно һеҙҙе лә күпкә ебәрмәҫ әле! — тине Гөлйөҙөм һәм ҡалған нәмәләрен күтәреп сығып китте.
Ул тиҙ генә өйөнөң бикле тәҙрәләрен асып ташлап, усағына ут яғып ебәрҙе. Әсәһенә барып аҡ балсыҡ, бер күнәк эркет һыуы алып килеп, өйөнөң эсен аҡларға тотондо.
Әсәһе уларҙың башҡа сығыу хәбәренә бик ҡыуанды, ҡыҙына пакетен күтәрешеп килде.
— Ярар, яҡшы булған. Исмаһам, ҡурҡмай-өркмәй үҙ балама тип, ҡунаҡҡа барып йәйрәп ултырырмын. Анау, ҡарундарға барып, ҡайһыһы ни әйтер икән тип, уларҙың бүре кеүек аҫтан ҡарап биргән аштарын тамағымды төйөлтә-төйөлтә йотҡансы, ҡоро сәй булһа ла ҡыҙымда иркенләп эсермен. Мал-фәлән бирәләрме икән һуң, исмаһам?
— Юҡтыр, әсәй, ҡайҙа ул! Бирер булһалар, улай итеп яманлашмаҫтар ине. Бирмәҫ өсөн шулай итәләрҙер...
Өй йыйыштырып бөтөүгә, Үмәр, Тимерғәле килеп инделәр. Муйылбикә уларҙың ни эшләп йөрөгәндәрен һорашты:
— Ни бар, әллә берәй ергә барып килдегеҙме? — тине. Үмәр екереп яуапланы:
— Эй, анау муллаға кәңәшкә тип барғайныҡ та. Ҡайһылай итәйек, мулла, балалар Ныязғолға күп көс түгеп эшләнеләр, маңлай тирҙәре үксәләренә ағып төшкәнсе улар өсөн тырыштылар. Хәҙер килеп уларҙы бер нәмәһеҙ ҡыуып сығаралар. Берәй аҡыл бирмәҫһегеҙме, тигәйнек. Юҡ, ти, ҡайһылай итеп шундай өлкән әҙәмдәргә аҡыл биреп ҡыҫылаһың, үҙҙәре белерҙәр әле, фәлән-төгән, ти. Мин уға: “Был эш шәриғәткә һыямы ни, һин теләһәң Ныязғолдо өйрәтергә булдыра алаһың, ул үҙе, дөрөҫ, закон башындағы кеше, ә шәриғәттән, диндән уҙып бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, — тим. “Ҡуй, ҡуй, Үмәр ҡоҙа, ҡарт башың менән көфөр һөйләмә, шайтан ҡотҡоһона төшмә, Аллаһы тәғәлә: “Бирәм тигән ҡолома сығарып ҡуйырмын юлына, бирмәйем тигән ҡоломдан тартып алырмын ҡулынан”, тип әйткән. Булмаҫтың артынан һин дә йөрөмә, мин дә йөрөмәйем”, — ти. Бар, һин уның менән һөйләш! Тимерғәле көлөп ҡуйҙы.
— Һин уны әйтәһең, мин уға: “Һин дә, мулла, ғәҙеллеккә тартмайһың, Ныязғол беҙҙең ҡулдан күпме тартып алды инде. Минең генә ни тиклем еремде тотоноп, аренда хаҡын бирмәй китте, был алла биргән булып сығамы? Һин дә ҡул ҡуйып ултырғас, ул иркенләмәй, кем иркенләһен?” — тип ҡыҫымға алғас: “Ярай, ярай, Тимерғәле, минең ашығыс юлым бар”, — тип тиҙерәк китмәк менән бүлде.
— Ҡуй, шуларҙы ауыҙға алып һөйләп тормайыҡ, — тине Үмәр, иҙәнгә төкөрөп ҡуйҙы.
Оҙаҡламай Айбулат, Әхмәҙи, Ҡотлояр шаулашып килеп инделәр. Ҡарттар менән һаулаштылар.
— Һу, яңы тормош ҡотло булһын! — тине Ҡотлояр. Айбулат уға ҡаршы көлөп яуап бирҙе:
— Яҡшыраҡ телә, Ҡотлояр ағай, “яңы байҙың яңы өйө” тигән бул, исмаһам.
Уларҙы Үмәр булде:
— Әле шуны һөйләп ултырабыҙ, донъяла дөрөҫлөк тигән нәмәнең әҫәре лә ҡалмай бара бит.
— Ниңә улай тиһең, ҡоҙа? — тип һораны Ҡотлояр. Үмәр менән Тимерғәле үҙҙәренең баяғы муллаға барып йөрөү хәбәрҙәрен ҡабатланылар.
Айбулат менән Ҡотлояр уларҙың үҙҙәренә асыуландылар.
— Тапҡанһығыҙ икән эш! Муллаға барып хәйер һорап йөрөргә һеҙгә кем ҡушҡан һуң?
— Әҙәм көлдөрөп йөрөгәнһегеҙ шунда! Тимерғәле бирешмәҫкә тырышты.
— Ятып ҡалғансы, атып ҡал, ни эшләп өндәшмәҫкә кәрәк?
— Ай, ҡуйһаңсы, Тимерғәле ағай, — тине Ҡотлояр. — Атҡанһығыҙ инде, харап! Мулла ни ул Ныязғолдоң манара башына ҡуйылған ҡарасҡыһы бит. Теге минең Михайланың баҡсаһында ҡарғаларҙы өркөтөргә ҡуйған ҡарасҡы бар бит, шуның һымаҡ. Мулла мәсет башынан халыҡты өркөтә, Ныязғол емеш йыя.
Үмәр ҙә, аптырағас, көлөп ҡуйҙы:
— Инде һин табырһың инде, ҡоҙа, — тине. Айбулаттың көлгөһө килмәй ине. Шуға күрә ул:
— Юҡ артынан, ғәрләнмәйенсә, муллаға тағы ла барып йөрөй күрмәгеҙ. Ятып ҡалғансы, атып ҡалыу ундай булмай ул. Ваҡыты килер, сәсрәтеп атырбыҙ! — тине.
— Йә, ярай, ярай, кейәү. Беҙҙе, ҡарттарҙы, орошмағыҙ инде. Үҙебеҙсә яҡшылыҡ итәйек тигәйнек бит инде. Булмаһа, төкөрөп ҡуяйыҡ. Кеше күҙ йәше бер ваҡытта ла юғалмай ул. Һинең хәләл көсөң, уларҙың харам тамаҡтары. Ана, минең күк байталды ал. Һыйырығыҙ бар. “Илдә сәпсек үлмәй”, тиҙәр. Көн күрерһегеҙ әле. Аяҡ-ҡулығыҙ һау булһын! — Ул тәрән көрһөнөп ҡуйҙы.
Бер нисә көн үткәс, улар өй ҡотларға ҡунаҡ саҡырып алдылар. Өй ҡотлап, Гөлйөҙөмдөң әсәһе бер кейеҙ, еңгәһе аҫлы-өҫлө ике сынаяҡ, Мәғфүрә бер өлкән ҡоштабаҡ, Тимерғәле менән Сәғиҙә ике туҫтаҡ, Шәһиҙә әбей бер бик матур сәй сәйнүге бүләк иттеләр. Әхмәҙи ике боттай он күтәреп килде. Үмәр үҙенең һөргән еренән бер әсминник ер күрһәтеп:
— Шунда сәсеп ал. Балаларҙың бәхетенә үҫеп китһә, аҙ булһа ла, тамаҡлыҡ булыр, — тине.
2
Айбулат менән Гөлйөҙөм быйыл үҙҙәренең ғүмерендә беренсе башлап сәскән ярты десятина ерҙәрендә иген эшләйҙәр. Улар үҙҙәренең дә, Үмәр ҡарттарҙың игендәрен дә арлы-бирле эш итеп алып, ҡалған ваҡытты байҙарға ялланып урып, өҫ-башҡа кейем яһамаҡсы булып ашығалар ине.
Ҡыҙыл эңер таң аллығы менән бергә ялғана, көн төнгә тоташа. Ял итеү, туйғансы йоҡлау тураһында уйларға ла ваҡыт юҡ. Айбулат көн дә, урып алып ҡайтҡан көлтәләрен бушатып та бөтә алмайынса, сисенмәгән көйгә урындыҡҡа ауа. Сәй яһағас, Гөлйөҙөм уны тартҡыслай-тартҡыслай көскә уята:
— Йә, тор инде, сәйеңде эсеп йоҡла. Төш ваҡытынан бирле тамағыңа бер нәмә ҡапҡаның юҡ. Ҡарының асҡандыр, тор, тим!
Айбулат йоҡоло күҙҙәрен саҡ ҡына асҡан көйө, ятҡан еренән ҡырын ғына әйләнеп, терһәгенә таяна ла, ике сынаяҡ сәйҙе ашығып һемереп, тағы ла йоҡлап китә.
Гөлйөҙөм уны һаман уята:
— Бына, аҙыраҡ ҡаймаҡ ашаһаңсы! — тип инәлә. Ләкин Айбулат ҡабат уянмай.
Гөлйөҙөм үҙе лә көн буйы ураҡ урып арыған. Ҡайтып, һыйыр һауып, тамаҡҡа әҙерләп, балалары менән булашҡансы, төн уртаһы етә. Тағы иртә торорға кәрәк. Ул самауырын бер яҡ ситкәрәк шылдыра, шәшкеләрен ашъяулыҡ менән ҡаплай ҙа, Айбулат менән балалары араһындағы буш урынға мендәр ырғытып, башын һалып йоҡлап китә.
Гөлйөҙөм күпме ваҡыт серем иткәндер, ул төшөндә, йөк өҫтөндә ҡайтып килгәндә күк бейәнең дилбегәһен ҡағайым тигәнсе, күк бейә, арбаны ҡапыл шаҡарып, көлтәһе-ние менән Гөлйөҙөмдө Ырғыҙ ярынан ауҙарып ебәрҙе, имеш, тип күреп, ҡапыл тертләп уянды. Уның йөрәге леп-леп итеп йыш һуға. Ял итеп өлгөрмәгән тәне ҡыҙып янып бара.
Гөлйөҙөм төшөнән ҡурҡып уянһа ла, ваҡыттың иртә булыуына ҡыуанып, ырғып торҙо. Айбулатты уятты.
— Һин тор, таң яҡтырып киткән. Көлтәңде бушата һал, — тине.
Айбулат һикереп торҙо. Урынына төшөп киткән таҡыяһын алып кейҙе. Ике ҡулы менән битен ныҡ итеп ыуалап һыйпап, ҡысҡырып иҫнәне, быуындары шытырлағансы, ныҡ итеп кирелде лә, соландағы һәнәген ҡулына тотоп, һыртҡы кәртәгә сыҡты.
Таң яңы матур булып алланған. Ситән һырлығып үҫкән алабута, кесерткән, дегәнәк япраҡтарында эре ысыҡ тамсылары ялтырайҙар. Иртәнге саф һауаға ерҙән саҡ ҡына дымлыҡ бәрелеп, тынды еңеләйтә.
Урамдан егермеләп йөклө арба шығырлап үтте. Был Ныязғолдоң машина менән һуҡтырып өлгөртөп, игендең хаҡлы сағында ҡалаға оҙата торған яңы бойҙайы. Арттағы арбаларҙың береһендә Астайҙың тауышы. Ул алдан барғандар менән ни тураһындалыр ҡысҡырып һөйләште лә, көтөүҙәге ғәҙәте буйынса, оҙон бер көйҙө һыҙҙырып ебәрҙе.
Кәртә эсендә Гөлйөҙөм һыйырын ороша:
— Һәүкәш, һәүкәш! Бөгөн ни күрҙең һуң! Ҡойроғоңдо сәпелдәтмә! Битте әсеттергәнсе һуғаһың. Кәзә һөтөндәй һөтөң юҡ, сыпрандарға беләһең!
Уның артынан йоҡа силәккә тез-тез итеп бәрелгән һөт тауышы ишетелә башланы.
Гөлйөҙөм, шулай итеп, Айбулат көлтә бушатып, ат еккәнсе, һыйырын көтөүгә ҡыуып, өйҙәге эштәрҙе бөтә һалып, балалары өҫтөнән йоҙаҡланы. Ул Шәрифә апаһына өй асҡысын йүгертеп алып барып ташлап, сепрәккә уралған ике ураҡты, ҡатыҡлы көршәкте, таҫтамалға урап алған сөсө икмәген алды ла фургонға менеп ултырҙы.
Күк бейә, әллә ҡасан өйрәнеп бөткән юлы менән башын сайҡап барып, ыҙан буйлап боролдо ла үҙҙәренең еренә барып туҡтаны. Айбулат үрәсә аша һикереп төштө лә, ҡатығын түкмәҫкә тырышып, Гөлйөҙөмгә төшөргә ярҙам итте.
Уларҙан өсөнсө ыҙанда Тимерғәле ашлығы. Улар өйгә ҡайтмай ятып урғанға күрә ырамлы уралар. Бик иртә тороп тотонғандар, ахыры, әллә ни тиклем ер алғандар.
Гөлйөҙөм, быны күргәс, көнләшкән кеүек булды:
— Йә Хоҙайым, бынау Сәғиҙә еңгәмдәрҙе әйтәм, ысыҡҡа ла ҡарамай, таң ҡараңғыһынан торғандар микән, ике ал сығып та ташлағандар. Беҙҙең ни ваҡ балалар менән булашып көн үтә, уларҙан тиҙ генә йырынып китеп буламы.
Айбулат ат туғара-туғара яуап бирҙе:
— Сыҡһындар, беҙ ҙә барыбер бөгөн бөтөрәбеҙ. Ике-өс көн тапатһаҡ, унан өйҙө бикләп, тәҙрәләрҙе ҡапларбыҙ ҙа ялланып сығып китербеҙ. Тимербулатты усма һалырға өйрәтербеҙ. Ана, Сәхипкирәйҙәр өс йәнгә бер йомала десятина ярым урғандар, ти. Десятинаһы биш һум, ашау байҙан, ти.
Айбулаттың был һүҙҙәренә Гөлйөҙөм уйы менән: “Беҙ ҙә улар кеүек ялланып бер өстө урһаҡ, ун биш һумлап аҡса тейә. Өйҙәге үҙебеҙҙең ашлыҡ теүәл тора. Үҙебеҙгә, балаларға өҫ-башлыҡ була”, — тип уйланды ла, ошо уйҙарын ослаған кеүек:
— Яумай ғына торһа инде, — тип ҡуйҙы.
Улар ашап-эсеп торманылар, үҙҙәренең ошо ниәттәрен тиҙерәк булдырырға тырышҡан шикелле, еңсәләрен тиҙ генә кейә һалып, ашығып урырға керештеләр.
Ашлыҡтың уңған йылы. Ураҡтың һәр бер аймауына бер усма. Ҡоро, һығылып, һынып бара.
Айбулат менән Гөлйөҙөм икәүһе лә бик шәп ураҡсы. Улар ураҡ урған саҡта ҡулдары ҡулға теймәй. Улар әле лә шулай йәһәт эшләп өс ал сығып ташланылар. Шунан ғына ашарға ултырҙылар.
Улар янына Тимерғәле килде.
— Алла ҡеүәт бирһен!
— Шулай булһын, олатай!
— Һаулыҡмы?
— Бик һаубыҙ әле, үҙегеҙ һаумы?
— Аллаға шөкөр.
— Олатай, әйҙә беҙҙең менән ҡатыҡ эсергә ултыр, — тип Айбулат уға урын күрһәтте. Үҙе түбән шыуҙы. — Һеҙ бөтәһегеҙме әллә, олатай?
— Эсмәйем, балам, рәхмәт, ҡуҙғалма. Бөгөндән ҡалмаҫҡа тырышҡайныҡ та, әллә инде. — Ул башындағы ҡайыш һымаҡ йышылып бөткән ҡара таҡыяһын алып, уның менән тирләгән саңлы битен, керле елкәһен һыпырҙы, уны яңынан маңлайынараҡ төшөрөп кейҙе лә, Айбулаттың тәртә күтәреп яһаған ҡыуыш күләгәһенә килеп, ике тубығын ҡосаҡлап ултырҙы.
— Бик ауыр, улым. Быйыл әллә ни бик ныҡ бирешелде бит әле. Йәш заман түгел шул. Һеҙҙең кеүек саҡта мин һәр һыуһынға сирек десятина урып ҡуя торғайным. Хәҙер әллә ни, әллә ҡартлыҡ, әллә заман ауыр шунда. Борон ни, ер-һыу иркенерәк саҡта, ваҡ-сыбыр мал аҫрап, йәйге эш ваҡытында ике-өс тәкә һуйып, ит ашап, һурпа эсеп эшләй торғайныҡ. Хәҙер ул юҡ. Бына ерҙең күбеһен бишнәккә һатҡаны бирле, тамаҡ иткә түгел, һөткә лә туймай башланы. Шунан ҡайҙан көс булһын. Етмәһә, Сафураһы ҡулын ҡырҡып ҡуйҙы. Әллә кемгә оҡшап, сәпәп ура бит, алйот бала! Ә сәпәп урһаң, ҡул ҡырҡылыусан була ул. Әйтһәң дә белмәй. Әсәһе өйҙән бушамай. Исхаҡ, ситтән ялсылар килеп тулып, эш хаҡы арзанайып китмәҫ борон тигән булып, ҡабаланып Ныязғолға ялланды. Кеше күбәйһә, ул да буш хаҡҡа эшләтә башлай. Бына шуға ыратып булмай ҙа ҡуя.
— Улай ҙа үҙебеҙҙең игенде башҡарып бөтөп, ураҡҡа ялланырға ла өлгөрөрбөҙ әле.
— Өлгөрмәгән ҡайҙа ул. Ныязғолдоң игене ни донъя ерен ябып ята әле. Анау Ҡарамалы типһәнендәге тигеҙлеккә үҙе саба торған машина төшөргән, ти. Ул сабып йөрөй, ти, ә унан һуң игенде бесән шикелле итеп күбәләһәң дә, көлтә шикелле итеп бәйләһәңдә була, ти. Ен кеүек эшләтә, ти. Әле шулай булғанда ла, бынау Йыуалытау бите, Ҡырлас морон башы, Ҡупасай күле янындағылары әле... и... — Тимерғәле ағай тауышын һуҙып, ҡулын алыҫҡа һелтәне.
Айбулат, уны тыңлағанда, үҙенең әллә нигә лә Ныязғолға барып ялланмаясағын уйланы.
Гөлйөҙөм, Тимерғәле ағайҙан тартынып, яулығын түбән төшөргән көйә ашаны ла, шыбырлап ҡына:
— Йыйыштырайыммы? — тип һораны.
— Ал, йыйыштыр, туйҙым, — тине Айбулат. Гөлйөҙөм ҡалған икмәк һыныҡтарын, ашъяулыҡҡа урап, ҡыуыш төбөнә һалды. Көршәген сайҡап түңкәрҙе.
Айбулат менән Тимерғәле лә урындарынан торҙолар.
— Ярай, балалар, бөтөрә һалайыҡ. Ана Хисамиҙыҡылар кисә үк бөттөләр, — тине. Ул билен ыуалай-ыуалай үҙ ҡыуышына ыңғайланы.
Айбулат, уға ҡарап тороп, уны бик йәлләне.
— Урып бөтәйек инде, олатай. Ә тапатҡан саҡта мин дә һеҙгә ҡулғамытлыҡ итермен. Күк бейәне лә ҡушырбыҙ, — тине.
— Ярай, ярай, яҡшы һүҙеңә рәхмәт, улым. Йөҙәтте бит бына биле, ҡороғоро. — Тимерғәле ағай тағы ла туйтаңлап атлап китте. Айбулат тағы ла ҡартты йәлләп һөйләнде:
— Ҡарт быйыл әллә ни биреште шул. Исхаҡ бер егәрле генә кәләш алып ебәрһә, әллә был ҡарт та бер түргә менеп, рәхәтләнеп ултырыр ине.
— Нишләп һуң әле ул һаман буйҙаҡ йөрөй икән? һөйгән ҡыҙы ла бар шикелле?
— Эйе, бик еңел һиңә. Мал, аҡса ҡайҙа? Хәҙер ҡыҙҙар ҙа ҡыйбатланып китте. — Айбулат Гөлйөҙөмгә ҡарап көлөп ҡуйҙы. — Барыһы ла һинең менән минең кеүек була алмайҙар шул. Беҙ генә ул һыпыра һуғып ҡастыҡ та киттек!
Гөлйөҙөм дә көлдө:
— Эйе, барыбер бөтә кешенән ҡыйбат түләнең дә инде!
— Уныһын икәүләп бит.
Достарыңызбен бөлісу: |