Сатин күлдәк
Был йоманың һуңғы көндәре, гүйә, бөтә ҡайнаған ваҡиғаларын Гөлйөҙөмгә бағышланы. Ауылдағы бөтә хәбәрҙәр туҡталды, бөтә иғтибар Гөлйөҙөмгә, уның тураһындағы хәбәрҙәргә, килгән яусыларға, уларға бирелгән яуаптарға ҡағылды. Башта шым ғына һөйләнгән һүҙҙәр сәй янында ҡысҡырып һөйләнгән бисәләр хәбәренә күсә лә, ваҡ болоттарҙан эркелеп йыйылған өлкән болоттар кеүек, өйөлөп, ҡуйырып, күкрәп, эре күҙле ямғырҙар һымаҡ булып, бөтә ауылда шаулайҙар. Ләкин әлегә тиклем был хәбәр ҡойондары ата-әсәһенең күләгәһендә, Айбулат мөхәббәтенең йылыһында ышыҡланып ултырған Гөлйөҙөмгә ныҡ ҡағылмайҙар. Ул уларҙы сала-сарпы ғына ишетә лә алдында торған ниндәйҙер бер үҙгәрешкә билдәһеҙ ҡыҙығыу менән әҙерләнә. Ул алдағы бәхетенең нурын күргән кеүек йылмая. Шатлыҡлы уйҙар, береһен-береһе уҙып, уның күңелен тулҡындыралар. Ысынлап та, быйыл көҙ уның өсөн күп ҡыҙыҡтар, шатлыҡтар килтерҙе: өмә булды, әңгәмәләшеп өй һыланылар. Шәһиҙә инәһе йырланы. Шунан оҙаҡламай Айбулат ҡайтты. Урамдан үтте. Бүләктәр ебәрҙе.
Инде атаһы алып ҡайтҡан матур, баҙлап торған сатин күлдәкте тегергә кәрәк ине. Гөлйөҙөм ул күлдәкте күрһәтергә еңгәләрен, әхирәт ҡыҙҙарын йыйҙы. Ҡайһылай итеп тегеү тураһында кәңәшләште. Еңгәләренең йәшерәктәре татарса бесеп тегергә кәңәш бирҙеләр. Яланбикә:
— Ҡуйсы әле, минеке һымаҡ ике итәк тотоп, туғыҙ төрлө төрлөк баҫып, буйын ҡаҙаҡса тотош итеп тегәйек, — тине. Иң аҙаҡ, уйлаша торғас, Гөлйөҙөм үҙ уйы менән күптән ҡыҙығып йөрөгән Ныязғол байҙың ҡалала уҡып ҡайтҡан өлкән ҡыҙы Фатиханыҡы һымаҡ, татарса бесеп, яурындарын бөрөп, еңдәрен камфарткалап, шлапур һалып тегергә булдылар.
Был эш бик ҡыйынға төштө. Улай итеп бесә белеүсе юҡ. Ә ҡарап бесергә күлдәк һорап Ныязғол байҙарға барыу тураһында уйлап ҡарарға ла ярамай ине. Оялмайынса байҙар тупһаһына ҡалай баҫаһың? Бирмәй, көлөп сығарырҙар. Шулай ҙа ҡыҙҙар тырыштылар. Оҙаҡ уйлап, үткән яҙ сәхрәгә сыҡҡанда Фатиха артынан эйәреп ҡарап йөрөгән матур күлдәктең бөтә ҡатмарҙарын хәтерҙәренә төшөрә-төшөрә икәүләп бестеләр. Шунан аулаҡ өйҙә төндәр буйы етеле шәмде һандыҡ өҫтөнә камфаркаға ултыртып, һағыҙ сәйнәй-сәйнәй серләшеп, йырлашып, ҡул менән ике, өс ҡат һырып, ҡыҙыл күлдәкте тектеләр. Итәк осондағы балитәктәрҙең бөрөлөүе ҡаланыҡынса булмаһа ла, уйып киҫеп ҡуя торған ең төбө урынына башҡортса кештәк ҡуйылһа ла, күлдәк матур булып сыҡты. Итәк осона төрлө таҫманан өс ҡат төрлөк һалырға ла онотманылар.
Бер көндө кис атай-әсәйҙәрҙе Шәһиҙә әбей ҡунаҡҡа саҡырҙы ла, улар төнгә ҡалдылар. Гөлйөҙөм менән Яланбикә ҡыҙыл күлдәкте алмашлап-алмашлап кейеп ҡаранылар. Үҙҙәре таҡмаҡ әйтеп, үҙҙәре бейештеләр, шаярҙылар. Гөлйөҙөм таҡмаҡ әйтте, Яланбикә бейене.
Тәҙрәмдең ҡапҡасын шыптырлатма ҡаплағас, Ҡыҙ күҙләргә тиеп килгән, ауылында тапмағас. Тәҙрәнән ҡарама, бүректәрең алама, Ҡараһаң, ҡарамаһаң да, һин алйотҡа кем бара...
Үҙҙәре хахылдашып көлөштөләр.
— Моратшаның тиле улы тыңлап торһа, иллә мәрәкә булыр ине, — тине Яланбикә.
Улар шулай зыҡ ҡупҡанда тәҙрәнең быялаһын ике тапҡыр сирттеләр. Ҡыҙҙар, ҡурҡып ҡысҡырышып, мейес артына ҡастылар.
Унан Яланбикә, аҙ ғына башын сығарып:
— Кем икән? — тип шыбырланы. Тәҙрәләге өрөп ҙурайтылған ус аяһындай асыҡ урынды күреп:
— Ай, әллә кем ҡарап тора? — тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ул арала тыштан көлөшкән, шунан ҡурай уйнап ебәргән тауышты ишетеп, ҡыуанып көлөштөләр.
— Йөҙөкәй, был ағайымдар бит. Исхаҡ тыштан:
— Асығыҙ әле, беҙ инеп сығабыҙ, — тине. Гөлйөҙөм, мейес артынан сығып, тәҙрә янына килде. Яланбикә ишек янына табан йүгерҙе:
— Асайым, Йөҙөкәй, — тине. Гөлйөҙөм тәүҙә икеләнде:
— Туҡта әле, Яланбикә, асмай тор, кеше күрһә, әллә ни тиерҙәр, асмайыҡ.
Ләкин Яланбикә уның менән һөйләшеп тә торманы:
— Таптың һүҙ, ағайымдар бит ул.
Ишектең ырғағын шартлатып ысҡындырыуға ике егет килеп тә инде. Исхаҡ, көлөп:
— Ҡурҡтығыҙмы әллә! — тине.
— Ҡурҡтыҡ шул, ағай, бигерәк ҡурҡтыҡ. Ни эшләп улай һыуыҡта ҡурай уйнап йөрөйһөгөҙ?
— Уйындан ҡайтып киләбеҙ. Һеҙ икәү генә бер нәмә лә белмәй ултыраһығыҙ. Ярар әле беҙ килеп еттек.
Ҡыҙҙар ҡурҡып киттеләр.
Быға тиклем оялып мейескә ышыҡланып торған Гөлйөҙөм, алғараҡ сығып:
— Ниңә улай тиһең, Исхаҡ ағай? — тине лә, Айбулаттың үҙенә йылмайып ҡарап торған күҙҙәре менән осрашты. Айбулат уға йотлоғоп ҡараны. Был һағынған ҡараш Гөлйөҙөмдөң йөрәген ярһытты.
Айбулаттың:
— Ни хәл, Гөлйөҙөм, — тип һуҙған ҡулдарына үҙенең ҡулдарын биргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул арала һүҙгә әүрәткән Исхаҡ Яланбикәнең төпсөнөүенә, ағаның туғанға була торған орошоу тауышы менән:
— Ниңә лә ниңә, имеш. һеҙ бында шаяраһығыҙ ҙа шаяраһығыҙ, тәҙрә төбөгөҙҙә егеттәр йөрөйҙәр, — тине.
— Кемдәр ул, ағай?
— Кем булһын, билдәле инде, Моратша байҙың утыҙ туғыҙлыһы!
Ҡыҙҙар икеһе берҙән:
— Аһа, аһа, — тип аптыраштылар.
— Беҙ белмәнек, ағай. Ҡәһәр һуҡҡан нәмә, бында ни ҡарап йөрөй икән? Исхаҡ һаман асыуланды:
— Ни нәмә ҡарай, имеш, һеҙҙе ҡарай. Ҡыҙ күҙләйҙер. Беҙҙе күреп ҡасып киттеләр. Өс егет ине. Тәҙрәгеҙҙе ҡороп ултырһағыҙ булмаймы.
— Улай булһа, көрәктәрен алғандар икән. Беҙ, белгән һымаҡ, уларға бик шәп төрткө таҡмаҡтары әйтеп бейештек. — Яланбикә көлә-көлә баяғы таҡмаҡтарҙы әйтеп күрһәтте. Улар барыһы ла рәхәтләнеп көлөштөләр. Ул арала Исхаҡ Айбулатҡа күҙ ҡыҫты ла, һеңлеһен әүрәтеп, көпөһөнөң өҙөлгән төймәһен күрһәтте:
— Бикәтәй, ҡана, энә-ебең бармы, төймәмде таҡ әле, мә!
Яланбикә, һабаҡлы энә алып, ағаһы менән һөйләшә-һөйләшә төймә ҡаҙай башланы.
Айбулат, Гөлйөҙөмдөң ҡулынан ипләп кенә тартып, уны ҡашаяҡҡа алып сыҡты ла, ни әйтергә белмәгән кеүек, бер аҙ торғас, ҡалтыраған тауыш менән:
— Гөлйөҙөм, — тине.
Гөлйөҙөм Айбулаттан нығыраҡ ҡаушаһа ла, тәҙрә төбөнә килгән ят егеттәрҙән ҡурҡыу ҡаплап алғанғамы, уға ниндәйҙер бер ҡыйыулыҡ ҡушылғайны. Ул, башын ҡалҡытып, Айбулатҡа тура ҡараны.
Бәләкәй шәм насар ғына яҡтыртҡан ярым ҡараңғы мейес янындағы был ҡараш Айбулаттың бөтә барлығын ҡапланы. Ул Гөлйөҙөмдө ҡапыл тартып, ҡосаҡланы ла, ҡалтыранған ҡулдары менән ҡыҫып, ирен дәренән һурып үпте.
Гөлйөҙөм аҙ ғына тартылды. Ҡыҙарып оялды. Ни әйтергә лә белмәне. Теге яҡта һөйләшкән Исхаҡ менән Яланбикә уларҙы күргәндәрҙер кеүек тойолдо. Айбулат та аҙ ғына артҡа тартылды. Ләкин Гөлйөҙөмдөң эҫе ҡулдарын ысҡындырманы:
— Һағындым, Гөлйөҙөм. Ә һин? — тине.
Гөлйөҙөм был һүҙҙәрҙең бөтә яҡынлығын, йылылығын тойҙо. Ул, уйлап та тормайынса:
— Мин дә, — тине.
Айбулат был яуаптың йөрәк өҙгөс үткерлеген хис итте. Гөлйөҙөмгә яҡын килеп йылмайҙы. Эҫе бөркөп торған ҡайнар тынын уның битенә һирпеп:
— Ебәргән бүләкте алдыңмы? — тине. — Алдым, Һинсе?
— Мин дә алдым. — Тимерғәле олатайым килгәнен ишеттеңме? — Ишеттем. — Күнмәйҙәр бит.
— Эйе шул. — Ни эшләйбеҙ һуң?
— Әллә.
Айбулат аҙ ғына уйланды: “Әгәр төптө риза булмаһалар, ни эшләйбеҙ, һин минең менән ҡасырһыңмы?..” — тимәксе булды. Ләкин ҡыҙ менән беренсе күрешеүҙә үк был һорауҙы ҡуйыу әллә нисек килешһеҙ, Гөлйөҙөмдө кәмһетеү булыр шикелле тойолдо. Никахһыҙ “ҡасып сығыу” тигән бик ҙур енәйәттең, дин яғынан да, закон яғынан да Гөлйөҙөмгә ни тиклем ҡурҡыныстар, хурлыҡтар килтергәнен ул яҡшы төшөнә. Шуға күрә лә ул:
— Әллә, тиһеңме? — тип һорауҙан тыш бер нәмә лә әйтә алманы. Гөлйөҙөм йылмайҙы ла:
— Эйе, — тине.
Айбулат тағы ла Гөлйөҙөмдө ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ике битенән алмашлап үбеп:
— Гөлйөҙөм, үлһәм үлермен, һине ятҡа ебәрмәм, — тине. Гөлйөҙөмдөң уға яуап итеп әллә ниҙәр әйткеһе килде, ләкин ул һүҙҙәр юҡ ине. Ул Айбулатҡа күҙҙәрен тултырып ҡараны ла:
— Мин дә шулай, — тине.
Бер нисә минут эсендә әйтелгән был һүҙҙәр уларҙың ғүмерлек вәғәҙәләре ине.
Оялышынан, ҡыуанысынан өҫтөндәге ҡыҙыл күлдәгенән дә нығыраҡ ҡыҙарған йөҙө менән Гөлйөҙөм шәм яҡтыһына тартылды. Айбулат, уның уң ҡулын ысҡындырмай, аҙаҡҡы тапҡыр йотлоғоп ҡараны. Юҡ, Гөлйөҙөм бөгөн бигерәк тә һылыу ине. Уртаға ярып тарап үргән ҡара сәсенең ике оҙон ҡалын толомо ике яурыны аша алға әйләнеп төшкәндәр, остарындағы сулпылар һәлмәк кенә сайҡалалар. Һуҙылып һикергән ҡара ҡаштары, оҙон ҡара керпекле йомшаҡ ҡуңыр күҙҙәр көлгән һайын дуғаланып уйнайҙар. Ҡалынса күпереп торған бәләкәй ирендәре наҙлы йылмаялар ҙа ҡыҙарып янып торған бит алмаларына уйҡыл һалалар.
Айбулат бик ҡыйынлыҡ менән генә уның ҡулдарын ысҡындырҙы ла, мейестең иҙән яғынан уратып, Исхаҡ янына сыҡты.
Яланбикә, ағаһының ҡалын көпөһөнә энәһен үткәрә алмай ыҙаланып ҡулына сәнсеп “ә, әм” тип, бармағын ауыҙына ҡабып, урындыҡ ситендә ултыра.
Исхаҡ уға көлөп:
— Әй бәлеш, ялбыр баш, бир үҙемә, — тине, ул энәне үткәреп алып, ебен тешләп өҙҙө лә һеңлеһенә бирҙе. Янына килгән Айбулатты ҡабаландырҙы:
— Әйҙә, киттек, малай. Үмәр олатайым ҡайтып килһә, һырт ҡайышыбыҙҙы алыр, — тине.
Улар көлөшә-көлөшә һаулашып сығып киттеләр.
Ҡыҙҙар ул кисте теген менән булаша алманылар.
Гөлйөҙөм беренсе тапҡыр татыған, быға тиклем таныш булмаған был йәшлек тойғоһоноң тәрән тулҡындарынан айный алманы. Йөрәге күкрәгенә һыймай дөпөлдәп һуға, тынын ҡыҫып, башын әйләндерә ине.
Яланбикәнең: “Нимә һөйләштегеҙ, Йөҙөкәй, әйт инде”, — тип ныҡышыуына ла ул бик һаран ғына яуапланы. Ҡайһы бер ябай һүҙҙәрҙе генә һөйләне. Ә Айбулаттың үбеүе тураһында бер нәмә лә әйтмәне. Ул хаҡта әйтеү түгел, уйлау ҙа үҙенән-үҙе оят ине. Шулай итеп, ул ғүмерендә беренсе тапҡыр серҙәшенән серен йәшерҙе.
Баш эйгәндә
Айбулат аяҡ баҫыу түгел, боролоп ҡарамаҫтай булып ташлап сыҡҡан бейек йәшел ҡапҡаларға, күренмәҫ арҡан менән тартылған кеүек, аҡрын, күңелһеҙ атлап барып инде. Ҡалҡа төбөндә танып ҡаршы алған башмаҡ хәтлем оло Һорлан, ике өйҙөң урта соланына тиклем иркәләнеп, ялағайланып, ҡойроғон болғап оҙатты.
Соландың бәләкәй өйгә инә торған һул яҡ ишегенән Фариза өлкән еҙ самауыр күтәреп килеп сыҡты. Ул, Айбулатты күреү менән йылмайып, асыҡ өндәште:
— Бәй, Айбулат, ҡайтып килдеңме? Һаумы?! — Ул самауырын ергә ултыртты ла ике ҡуллап күреште.
Оҙон буйлы, түңәрәк аҡ йөҙлө, ҡуңыр ҡашлы, һорғолт күҙле, төҙ танаулы Фариза еңгәһен Айбулат, Имайҙың бөтә ҡырыҫ уҫаллыҡтарына ҡарамай, ярата ине. Ул уның йомшаҡ һүҙҙәренә, иркәләтеп йылмайыуына бәләкәйҙән күнегеп киткән. Уны күберәк Мәғфүрә еңгәһенә оҡшата. Уның тураһында күп ваҡытта кешеләрҙең:
— Төҫкә тиһәң — төҫө, буйға тиһәң — буйы, ҡылығы тиһәң ҡылығы бар. Имай уның ҡырҡып ташлаған тырнағына ла торорлоҡ түгел. Шуға күрә лә ул Фаризаның ярлы, етем ҡыҙ булыуына ҡарамай, һигеҙ ауылдан һайлап, атаһын еңеп әйттерҙе бит. Тик бына бала-сағанан ғына бәхете юҡ, алла бирмәгәс, — тигән һүҙҙәрен күп ишеткән.
Шуның өсөн микән, күптән аяҡ баҫмаған был өйгә килеү менән Фаризаны осратыу Айбулатҡа күңелле хәл булды. Ул уның менән хатта көлөп, шаяртып күреште:
— Һау ҡайттым, еңгә, үҙең һау тораһыңмы?
— Бик шәп, бик шәп, ҡәйнеш. Ҡайтҡаныңа хан заман, килеп хәл дә белмәйһең. Ҡалай ҙурайып, ир ҡорона тулып киткән булғанһың.
Айбулат яуапҡа аптыраманы:
— Мин ни “Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр хәл белә бара” тигән мәҡәлде еңгәм онотмағандыр әле, тип көтөп яттым. Ә һин һыуға үткәнеңдә лә боролоп ҡараманың.
Фариза, тигеҙ тештәрен күрһәтеп, ысын күңелдән көлдө:
— Һин, телдәр, яуап табырһың инде, әйҙә, ин. Ҡайным өлкән өйҙә. Ағайың өйҙә юҡ, Сәргәйҙә. Самауырға һала һалайым, оҙаҡлап киттем. — Ул, еңел атлап, соландың арғы осондағы ишектән аш өйөнә сығып китте.
Айбулат ҡалын кейеҙҙәр менән көпләнгән еҙ тотҡалы ауыр ишекте тартып асып өйгә инде. Ләкин тупһанан аша атлау менән уның төҫө ҡомһарҙы. Көтөү ҡатыш ниндәйҙер күңелһеҙ бер тойғо менән аҡрын ғына сәләм бирҙе.
Байрамдағы кеүек матур итеп йыйыштырылған был өлкән өйҙөң түрҙәге тәҙрәһе янында Ныязғол биттәре һарғайып бөткән әллә ниндәй бер ҡалын китапты аҡтарып, нурҙары ҡайта башлаған күҙҙәрен ҡыҫып, үҙенән алыҫ тотоп уҡып маташа:
“...Әгәр кем ирсә, тигән, үҙенең малы һәм мөлкәтенең, тигән, һәр дайым артып барғанын теләсә, ул кеше үҙенең байлығының, тигән, ундан бер өлөшөн, йәғни, тигән, ғөшөрөн, ә... тигән, саҙаҡа итеп биргәй. Ул бәндәнең донъяда йөзе аҡ булып һәм ахирәт көнөндә дә йөҙөндә иман нуры балҡып ҡәбердән ҡубарылғай, тигән... Пәйғәмбәремез Мөхәммәт салла аллаһы ғәләйәссәләм димеш дерки... тигән...”
Урындыҡҡа түшәлгән ап-аҡ кейеҙҙәр, әйләндереп һалынған йәшелле-күкле сатин юрғандар, күпертеп өйөлгән эре мендәрҙәр араһында, ҡара бәрхәт кәзәкейе, балыҡ һүрәтле көмөш ҡаптырмалары, йондоҙло ҡара бәрхәт таҡыяһы менән, ул үҙен тәхеттәге хан кеүек хис итеп ултыра. Ул, илле бишкә яҡынлашҡан булыуына ҡарамайынса, әле йәштәр кеүек ныҡ. Сәсендә бер бөртөк тә аҡ юҡ. Түңәрәк һаҡалына сал кермәгән. Ҡаштары ла ҡап-ҡара булып япырайып ята. Еп кеүек кенә ҡалдырып ҡырылған нәҙек мыйығы ла ҡатындар ауыҙына оҡшаған йоҡа ирендәре өҫтөндә ҡарайып һыҙылып ята. Ул китабын яйлап түбән төшөрҙө лә, ашыҡмай ғына башын ҡаҡайтып, танау буйлатып Айбулатҡа күҙ һалды. Шунан һуң яйлап һорау биргән кеүек итеп:
— Вәғәләйкүмәссәләм, — тине. — Ә, һин икәнһең, Айбулат батыр, йә, ни хәл? — Ул, китапты ҡулына кире алып, ауыҙ эсенән генә йыбырлап уҡырға тотондо.
Айбулат:
— Бик шәп әле, ағай, үҙең һау тораһыңмы? — тине. Уның “батыр” тигән мыҫҡыллы һүҙенән ғәрлекле уңайһыҙланып, башҡа өндәшмәй тороуында булды.
Ул былай тороуҙың килешмәгәнен белһә лә, бәләкәй малай һымаҡ, кире сығырға ла булдыра алманы. Юғары уҙып кейеҙ ситенә ултырыр ине, Ныязғол: “Әйҙә, ултыр”, — тимәгәс, ҡалайтып әрһеҙләнеп барып ултыраһың. Бер килгәндә эште өҙөп ҡайтмаһаң, тағы шулай итеп баш һалып килергә кәрәк бит тип уйланы ул.
Ул шулай уйланып торғанда, Ныязғол тағы мөңгөрәй башланы.
Айбулат быны үҙенә өндәшәме икән тип ялт итеп әйләнеп ҡараһа, улай булмай сыҡты. Ныязғол тағы уҡый ине:
“...Әгәр дә ки аның, ул кешенең, мөлкәте һәм дә байлығы боғдай, арпа кеби иген жимешләрендин булса, ун батманға бер батманын хәергә биргәй, тигән... Әгәр дә ки ул байлыҡ хөрмә жимешләрендин, алмадин һәм, тигән... ә... ни... ни... тигән... инжир, тигән (уныһы ниндәй емеш була икән тағы, мулланан һәм метдиндән һорарға кәрәк әле...) тигән...”
Ул ҡыйынлыҡ менән, этеп-төртөп, тағы әллә ниҙәр уҡып китте.
Айбулаттың ҡапыл асыуы килде. “Ни нәмәһенә мин бында хәйерсе кеүек баҫып торам әле”, — тип уйланы ла, сығып китергә ҡуҙғалып бейәләйҙәрен кейгәндә, Рәхимә теге бүлмәнән байпанлап' килеп сыҡты.
Ул, Айбулатты күреп:
— Аһа, Айбулат, һин дә баһа. Мин ят кеше икән тип сыҡмай ултырам тағы, һаумы! — Ул ике ҡуллап уның менән күреште: — Шәп ҡайттыңмы, ҡасҡалаҡ? Ни эшләп улайтып ишек төбөндә тораһың, анаулай үтеп, ултырғысҡа ултыр, — тине.
Айбулат күҙ терәп килгән был өлкән еңгәһенә лә һаулыҡ һорашыуҙан башҡаны әйтмәне. Теләр-теләмәҫ кенә алға атланы ла мейес эргәһендә торған ултырғысҡа барып ултырҙы.
Рәхимә ҡартына өндәште:
— Һин, сәй эсмәйһеңме? Өйләгә киткәнеңсе, ошонда ғына ултыртып бирһендәр.
Ҡарт, уҡыуынан туҡтап, китапты тәҙрә төбөнә һалып ҡуйҙы ла бөтә кәүҙәһе менән байбисәгә боролдо:
— Әллә, эсһәм эсеп алайым, әҙерләт. Дәүләт купецҡа Моратша старшина килеп төшкән икән. Бөгөн аҡшамдан сығыуға беҙҙе ҡунаҡ күрергә саҡырҙы. Кесе улы килеп әйтеп китте. Бармағанда ла ярар ине лә.
— Әллә. Уныһы килеп сыҡтымы ни әле уның? “Бармағанда ла ярай”, тип ни, бармай яраймы? Моратша тоҡомдары мәңге дошман булһалар ҙа, ауылыңа килгәс, ҡунаҡ күрергә бармай ҡалыу ирлек түгел инде ул. Саҡырырға хәленән килмәне, ҡунаҡ күреүҙән ҡасты, тиер,
— Уныһы бар инде. Әллә ҡайҙа даның китер. Ныязғол бай һаҫыҡ бай икән, кешегә аралаша белмәй икән тип, исемде һатыр ул, мәлғүн. Сер бирергә ярамай.
Рәхимә, ишекте асып, кешеһеҙ соланға:
— Ҡана, килендәр, ҡайһығыҙ бар шунда. Ҡайныңа самауыр ултыртығыҙ! — тип ҡысҡырҙы ла кире урынына барып ултырҙы. Шунан ул:
— Айбулат, сисенеп ултыр, сәй эсерһең, — тине лә һүҙендә булды:
— Моратша ҡоҙа булып килгән имеш, тигәндәрен мин дә ишеткәйнем. Төбәп килгән ҡыҙы Үмәр ҡоҙаның ҡыҙы булырға оҡшай. Ҡыҙы бик һәйбәт инде. Бик күрмәлекле, эшкә лә уңған. Урыны килгәндә, биреп ҡуйғаны яҡшы инде.
Айбулатҡа был һүҙҙәр энә кеүек ҡаҙалдылар. Уның: “Юҡ, мин Гөлйөҙөмдө уларға әллә нигә лә бирәсәк түгелмен”, — тип ҡысҡырғыһы килде. “Тик бына аҡса ғына кәрәк, ағай, һин миңә ике йөҙ һум аҡса бир ҙә, мин бөгөн үк уны үҙем алайым”, — тип анау мөйөштә ултырған Ныязғолдоң ҡулынан тотоп һелкеткеһе килде уның.
“Ләкин был мөмкинме һуң? Улайтып ул һикереп торһа, был ултырған ике кеше, атаҡ, атаҡ, Айбулатҡа ни булған, аҡылдан яҙғанмы, алмаш булғанмы, әллә мал араһында йөрөп шулай әрһеҙ булып киткәнме, тип аптыраясаҡтар. Ни эшләргә?.. Бында берҙән-бер юл — Рәхимә еңгәнең һүҙен тыңлап, көпөнө сисеп ишек төбөндәге анау сөйгә элергә лә көтөп ултырырға, Ныязғолға ҡаршы һүҙ әйтмәҫкә, түҙергә кәрәк. Бәлки, берәй уңайы килеп сығыр”. Ул шулай уйланды. Ишек асылды. Унан иң алдан ашъяулыҡ, табанса, батмус күтәреп Фариза, уның артынса, самауыр күтәреп Мәғфүрә килеп инделәр ҙә, сәй ултыртып, сығып киттеләр. Фариза тағы инеп, сәйле сәйнүк, бер таштабаҡ һары май, һауыт менән бал, күпертеп бешерелгән сырламалар, һыуыҡ ҡаҙылар ташып, һауыт-һауыт итеп батмусты уратып ашъяулыҡҡа теҙҙе лә сығып китте.
Ныязғол, Рәхимә менән һөйләшә-һөйләшә, ашъяулыҡҡа яҡынланы.
— Моратша, алйот улына тирә-яғынан ҡыҙ таба алмағас, беҙҙең ауылға килеп еткән икән. Үмәр ҡартҡа берәй һүҙ һалдырып кире ҡаҡтырғанда, иллә ҡыҙыҡ булыр ине. Танауы төшөп, мөз-дәм булып ҡайтып китер ине тегең.
Рәхимә, ашъяулыҡҡа яҡынлашып:
— Әйҙә, яҡын кил, Айбулат, — тип сәй яһарға тотондо.
Айбулат, бөтә тартыныуҙарын онотоп, ашығыс сисенде лә самауыр эргәһенә аяҡ салып ултырҙы. Уға, сәй эсеүҙән бигерәк, уларҙың һүҙҙәренең ҡайҙа барғанын ишетеү кәрәк ине. Ныязғолдоң һуңғы һүҙҙәренән әллә ниндәй өмөт яҡтылары яҡтырғандай булды. Ләкин һүҙгә ҡыҫылып, берәй уй йөрөтөргә улар алдында уның хаҡы юҡ ине. Был ҙур әҙәпһеҙлектән һанала ине.
— Ҡуйсы, юҡты. “Көлгә аунаһын, көнөн күрһен”. Кешегә уҫаллыҡ уйлап гонаһҡа төшкәнсе, ҡуй!
Рәхимәнең был яуаптарына Айбулаттың бик асыуы килде. Ныязғол, ҡатынына ҡырын ғына ҡарап, дауам итте:
— Ул миңә бик күп баҙ ҡаҙыны инде. Үткән һайлауҙа мин старшина булып еткән ерҙә генә, киҫә арҡыры төшөп, бөтә эште боҙҙо бит. Ул, әгәр бите булһа, минең ауылға ҡыҙ һорап аяҡ баҫыу түгел, урамдан үтергә оялыр ине. Эй, ҡарсыҡ, улайтып бөтә үҙеңә дошман кешеләргә юл ҡуйып ултырһаң, ер өҫтөндә йөрөрлөгөң дә ҡалмаҫ. Һин генә ул хоҙайлығыңды уйлайһың, аҡ күңел.
— Ярар инде, булған эш булған. “Таш менән атҡанға, аш менән ат”, тигән боронғолар. Старшина булмаһаң да, оло түрәләр алдында һинең ҡәҙерең уныҡынан алдын йөрөй. Ҡайҙа барһаң, һүҙең” үтә. Алла шул байлығыбыҙҙан айырмаһын да, Имаметдиндең башы һау булһын. Ул губернаһына барып етер әле. Ҡана, эсегеҙ сәйегеҙҙе. Айбулат, майҙан етеш.
Ныязғол Рәхимәнең һүҙенән риза булдымы, әллә уны еңә алмаҫын белдеме, өндәшмәй сәйгә кереште. Тик сынаяғын эсеп бөткәс кенә:
— Ғәзимә менән Миңлекәй ҡайҙа, ни эшләп сәйгә инмәйҙәр? — тине.
— Улар ҡунаҡҡа киттеләр. Шәһәрбану ҡоҙаса аталарынан ҡунаҡтан ҡайтҡан да күстәнәс эсергә саҡырған. Миңә лә әйткәйне лә, барап торманым инде, һин дә өйҙә булғас.
Айбулат, өс шәшке сәй эсеп түңкәргәс, Ныязғол, уны яңы ғына күргән һымаҡ, күтәрелеп ҡарап һүҙ ҡушты:
— Йә, Айбулат батыр, һөйләп ебәр. Ни ҡыйратып ҡайттың? — тине.
Айбулат:
— Ҡыйратманым, ағай, ни ҡыйратайым? — тине.
— Һуң?
Айбулат, был һорауҙың ни аңлатҡанын да төшөнә алмай, Ныязғолға ҡараны.
— Сит байҙарҙа эшләгәс, бик байып, мал йыйып ҡайттыңмы әллә, тим. Урыҫ байының малы ла, аҡсаһы ла беҙҙеке кеүек түгелдер инде. Ни эшләп ҡышларға ҡалманың?
Ныязғолдоң был мыҫҡыллы һүҙҙәренән Айбулат үҙенең Имай менән булған бөтә бәрелештәрен күҙ алдына килтерҙе. Ныязғолдоң был һүҙҙәре: “Ағайың менән талашып, ҡыйтайышып ситтә эшләп йөрөһәң дә, бер ҙә артҡан нәмәң юҡ икән, ҡустым, һаман шул йолҡош икәнһең, — тигән һүҙҙәр ине.
Айбулат ғәрлегенән уттай ҡыҙарҙы. “Ә һеҙгә ете-һигеҙ йыл тир түгеп эшләп ни йәлсеткәйнегеҙ?”, — тип яуаплағыһы килде, ләкин, алдан үҙенә биргән вәғәҙәһе буйынса, сер бирмәҫкә тырышты, өндәшмәне.
Уға Рәхимә ярҙамға килеп ҡатышты. Ул үҙенең көйлө тауышы менән яйлап ҡына ҡартын тынысландырҙы:
— Ризығы ситкә сәселгәс, йөрөгәндер шул инде. Ҡайҙа, ниндәй ерҙә, ни ашарға, ни эсергә хоҙай маңлайына яҙған булһа, бәндә шунда бит инде. Бына хәҙер ҡайтты. Берәй ерҙән ҡыҙ йүнләп, кәләш әйттереп бирһәң, бынамын тигән ир булып китер. Үҙебеҙгә ҡулғамытлыҡ итер. Беҙҙә ни, ана, әллә ни тиклем урыҫтар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа, мишәрҙәр ҙә ашап яталар. Эшләгәс ни, ҡайҙа ла барыбер инде ул.
Ныязғол был юлы Рәхимәнең һүҙҙәренә баш эймәне:
— Ризыҡ сәселер шул, ни эшләп сәселмәһен. Бер туған тигәндәй ағаһының йөҙөнә ҡара яғып, башынан атлап ситкә яллана. Урыҫ ялсыһы булғансы, ошонда бергә көн итһә, булмағанмы?
Рәхимә ҡартының был тынын да яҡшы һиҙә. Шуға күрә лә ул уның ыңғайына һыпыра:
— Эйе, уныһы бик дөрөҫ. Әйтерең бармы, Айбулат, кесе кешегә ағайҙарҙың ҡаҡҡанын, һуҡҡанын да аҙыраҡ күтәрергә кәрәк шул. Улай күкрәк булып йөрөү ярамай, кемдеке — шуныҡы. Кешенән оят. Эйелгән башты ҡылыс сапмай ул.
— Ана шуныһы шул — кеше һүҙе. Булмаһа, Айбулат һымаҡ бер малайҙың минең өйөмдә булыуы ни ҙә, булмауы ни. Минең уға ҡалған көнөм юҡ әле. — Ныязғол бер аҙ туҡтап торҙо ла тағы өҫтәне: — Әйҙә, үҙе яҡшы булһа, минән эш ҡалмаҫ, — тине.
Айбулат хурлығынан ҡара янды. Маңлайынан шыбыр тир аҡты. Арҡаһы ҡыҙып тирләп, күлдәге йәбеште. Был ауыр һүҙҙәрҙең сиге булмаҫ кеүек күренде.
Әлдә Ныязғол һүҙен шунан артыҡҡа һуҙманы.
— Ҡана, бисә, йыйһындар сәйҙе, мин өйләгә кисәүләйем, — тине.
Сәйҙе баяғы килендәр йыйыштырып алдылар. Ҡарт намаҙға әҙерләнде. Буҫтау тышлы тамаҡ тунын кейеп, стена буйына һуҙылған бейек көҙгө алдында көмөш төймәләрен элде. Бейек ҡуныслы ялтыр ситектәре өҫтөнә ҡаталарын, башына Рәхимә әҙерләп тотоп торған ҡама бүркен кейҙе лә тура атлап сығып китте. Рәхимә Айбулатты тағы өгөтләне:
— Ағайыңдың ҡылығын беләһең бит. Уға бер ҙә ҡаршы килергә ярамай. Ул үҙенең ыңғайына тороп, үҙенә эйелеп килгәндәрҙе ярата шул. Кисә әле мин, Мәғфүрә килен әйткәс, һинең тураңда бик оҙаҡ һөйләшкәнгә күрә генә бөгөн бер аҙ ипкә килде. Булмаһа, һине күҙемә күренмәһен, тупһама аяҡ баҫмаһын, тип һырт биреп тора ине әле ул. Берүк ҡаршы килмә, Айбулат, үҙең өсөн әйтәм. Йәш кеше, һине мин өйрәтмәй, кем өйрәтһен?
— Еңгә, яҡшы һүҙеңә рәхмәт. Мин һине тыңламай, ҡайҙа барайым? Үҙең килһен тигәнгә, һиңә таянып килдем. Мәғфүрә еңгәм әйткәндер, бәлки, Үмәр ҡарттың ҡыҙы Гөлйөҙөмдө ситкә ебәрмәҫкә ине... — Айбулаттың: “Бер-беребеҙҙе яратышабыҙ”, — тип әйткеһе килде. Ләкин ул Рәхимәнең ул нәмәне төшөнмәйәсәген белә, уның: “Әллә, яратыу-фәләнде белмәй ғүмер иттек, шунда ла улыбыҙ ул, ҡыҙыбыҙ ҡыҙ, донъябыҙ донъя”, — тип һөйләнгәнен электән дә ишеткәне бар ине. Шуға күрә ябай һүҙ менән дауам итте. — Нисә ҡат яусы ебәреп, атаһы күнмәне, мәһәрҙе, ҡалым, туйҙы бик ауыр һалды. Ағайым ошо тәңгәлдә бер ярҙам итһә, изгелеген онотмаҫ инем.
Уны диҡҡәт менән тыңлап ултырған Рәхимә:
— Бына кәрәк булһа, — тине, — иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, һуң әле генә ишетеп ултырҙың бит ҡыҙға ҡайҙан ҡоҙа килгәнен. Үмәр уға ҡыҙын ҡуш ҡуллап бирә инде ул. Ә һин, туй үткәс дөмбөргә тигәндәй, бушты һөйләп ултыраһың.
Айбулаттың өҫтөнән һыуыҡ һыу ҡойғандай булды. Уның уйына Ҡотлоярҙың: “Рәхимә еңгә ул йомшаҡ йәйеп ҡаты ултырта”, — тигән һүҙҙәре килде. Шулай ҙа үҙенең болоҡһоуын баҫырға тырышып, ҡулындағы бүркен йомарланы ла тағы бер ынтылды:
— Еңгә, шунда ла әйтеп ҡара әле.
— Булмаҫ, Айбулат. Кеше эшенә ара төшөп, эш сыҡмаҫ. Ҡуй, илдә унан бүтән дә ҡыҙҙар бөтмәгәндер әле. Ағайың да шуны әйтер, һин дә бушты һөйләмә, ҡуй, — тине.
Әхмәҙи
Ҡыштың тәүге айы ғына булыуға ҡарамаҫтан, ауыл урамдарын, тәпәшерәк өйҙәрен көрт баҫты. Бик иртә килгән ҡыштың сатлама һыуыҡтары менән шартлап тороуы әле киләһе оҙон айҙарҙың бынан да ҡатыраҡ булыуын белдерәләр.
Ҡарттар: “Быйыл йылҡы йылы шул, йонсоу йыл. Утын да, аш-һыу ҙа, мал аҙығы ла башҡа йылдарға ҡарағанда мул кәрәк. Тауыҡ йылында ғына ул, буран өрөп, ел ыжылдауы менән генә ҡотолаһың. Быйыл нужа бабайҙың артынан бер талай өлтәңләргә тура килә. Нисек кенә ҡыш сығып китербеҙ инде?” — тип һөйләнәләр ҙә әләм-һәләм кейемдәрен ҡымтып ҡуялар.
Әхмәҙи, үҙенең бәләкәй өйө тирәһендә ҡар көрәп, аҙбарын таҙартып, аты, һыйыры, башмағына бесән һалып, ишек алды ҡарын тигеҙләп көрәп алғас, атаһының мәсеттән ҡайтыу юлынараҡ ыңғайлап китте. Үмәр ҡарт бөгөн, башҡа көндәрҙән айырыуса, үҙенең байрамдарҙа, йома көндәрендә генә һаҡлап кейә торған күк бумазый тышлы тунын, ҡыпыулы бүркен кейеп намаҙҙан ҡайта.
Яҡшы төлкө толоп кейгән аҡ сәлләле мулла менән ҡатарлап, бик ҙур эш хәл иткән һымаҡ, ниҙер һөйләшә һөйләшә, урам буйлап киләләр.
Мулла тамаҡ ҡырҙы:
— Эйе, эйе, Үмәр аҙамат, алла ҡушһа, эйе, бәрәкалла, — тип урамдан боролдо.
Әхмәҙи ағас көрәген ҡарға сәнсте лә атаһына ҡаршы атланы. Ҡарт улына һораулы ҡараш ташланы:
— Нихәл, һаулыҡмы, бала-саға именме? — Арыу әле хәҙергә.| — Берәй йомош-йүнең бармы?
Әхмәҙи, уң ҡулын бейәләйҙән сығарып, ямаулы көпө өҫтөнән быуған ҡыҙыл билбауын аҙыраҡ төҙәтте. Аяҡ аҫтында ятҡан туң ат тиҙәген һул аяғы менән ситкәрәк тибеп, ҡалай итеп һүҙ башларға тигәндәй, уйсаныраҡ тауыш менән:
— Йомош тип инде, атай, йомош тиһәң дә, кәңәш тиһәң дә ярай. Ҡоҙаларҙың килер ваҡыты ҡасан әле? Ата, тынысһыҙланып, таяғын ҡарға сәнсте:
— Бында һин белмәгән ни эш бар һуң әле? Кисә үҙең ете ағай-эненең кәңәше уртаһында булдың. Уларҙың һүҙҙәрен ишеттең. Ҡоҙалар иртәнән һуңға кискә киләләр, никах уҡытабыҙ инде. Әле бына мулла менән һөйләшеп киләбеҙ ҙә, ун алты йәш тулыңҡырамаған булһа ла, ун алтыла итеп яҙып никахларбыҙ, тине. Тик бына ҡоҙаның беҙ һалған мәһәр, ҡалым-туйға күнеп тә, мәһәрҙең илле һумын көттөрөүе генә күңелгә оҡшап бөтмәй. Аҡсаны уны бүлеп ярһаң, бәрәкәте оса. Никах, туй сығымдарына аҙ китмәҫ бит әле. Кеше шикелле кешеләр менән ағай-эне булып ҡан ҡатышҡас, сер биреп, тартынып тороп булмаҫ инде. Йығылып үлһәң дә, ҡоҙаларҙы әҙәм араһында дан итерлек итеп һыйларға кәрәк. Бойорған булһа, яҙҙан ҡалдырмай түләр әле.
— Атай, эш мәһәрҙә лә, никахта ла түгел әле ул. Ҡоҙа мәһәрен дә түләр, мулла никахын да уҡыр инде уның. Уларҙан эш ҡалмаҫ. — Әхмәҙи икеләнеп туҡтаны.
— Йә, улай булһа, ни нәмәһендә һуң?
— Кейәү буласаҡ кешене халыҡ бик яманлай бит әле. Аҡылға ла бер төрлө тиҙәр. Әллә үҙем Таллыға барып егетте күреп ҡайтайыммы тип уйлағайным. Кисә күмәк кеше араһында өндәшмәүемдең мәғәнәһе лә шул ине.
Үмәр ҡарт улының был ҡыйыу һүҙҙәренә иҫе китте. Аптырауынан һүҙен дә әйтә алмай, Әхмәҙигә ҡарап, ирендәрен бер талай йыбырлатып торҙо. Уның шып-шыма булып, түбән һыпырылып торған сал һаҡалы үргә кәкшәйҙе. Түңәрәк битенең йыйырсыҡтары ризаһыҙлыҡ менән йыйырылдылар. Ҙур түңәрәк күҙҙәре өҫтөндәге күҙ ҡабаҡтары тағы ла һалына биреп, уларҙың ҡарашын ҡырҡыулатты:
— Был... был ни тигән һүҙ тағы? Быға тиклем кем кейәү күҙләп ҡыҙ биргән? Егет үҙе ҡыҙ күҙләй торғайны, ә һин тағы ниндәй егет күҙләү йолаһы таптың?
— Күҙләй тип ни, мин кешегә белдермәй генә, яйлап ҡына барып киләйем. Ҡыҙ биргәс, уның кемгә барыуын белгәнең яҡшы түгелме һуң? — Әхмәҙи икеләнеп уйланды ла: — Бәлки, ҡыҙҙың үҙ күңеленә оҡшаған кешеһе барҙыр, уның был кешегә барырға бер ҙә ризалығы юҡ, тиҙәр еңгәләре, — тине.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Үмәр ҡарттың асыуы сигенә етте, ҡомһарҙы. Бер улына, бер аяҡ аҫтына ҡарап ғәрләнгән, үпкәләгән, кәмһетелгән, шул уҡ ваҡытта үҙен ҙур күрһәтергә тырышҡан атай кеше тауышы менән улына ташланды:
— Ошо икән, ошо икән һинең тел төбөң! Ни битең менән атайыңа ошондай һүҙҙәр һөйләргә баҙнат итәһең? Ул ни тигән һүҙ ул, ҡыҙҙың күңеле тартҡан кешеһе булһын, имеш. Ҡыҙҙы ҡыҙыл эт муйынына таҡһаң да, китә ул. Оялмайынса, балаһы атаһын өйрәтһен, имеш. Был ниндәй оятһыҙ баш-баштаҡлыҡ! Минең кешенән һорап бирә торған ҡыҙым юҡ. Вәғәҙә бирелгән. Һүҙ төйнәлгән. Бындай яҡшы урынды, көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә, табып буласаҡ түгел. “Старшина улы” тигән исеме генә ни тора! Ә ул тиклем мәһәр, туйҙы беҙгә бүтән кем бирә? — Ул тауышын түбәнәйтте. — Әгәр яҡшы ғына йөрөп, үҙеңде ҡыҙҙың төп ағаһы итеп, минең эшемә аяҡ салмаһаң, килен менән ҡалымға алып барырмын, бөтә туй-маҙар мәшәҡәтендә лә үҙең ҡатнашырһыңмы тиһәм, һин һаман шул үҙеңдең алйотлогоңдо ҡуймайһың икән.
Үмәр ҡарт, һүҙе бөткән һымаҡ, ҡапыл туҡтаны ла ҡайтырға боролдо.
Әхмәҙи, уның артынан эйәрә биреп:
— Атай, мин ни әйттем дә ҡуйҙым. Һинең эшеңә ҡыҫылып, ниәтеңде боҙайым тигән уй түгел ине. Тик ана Гөлйөҙөм Айбулат менән күрешеп һөйләшә икән, тип ауыл тултырып һөйләп яталар. Исем-атағы сығып ҡуйһа, уны ҡоҙалар ишетһә, алданыраҡ уйлаған яҡшы булырмы тигән кәңәшем генә, — тине.
Ҡарт был яңы хәбәрҙән тағы ҡара янды:
— Ай, йөҙө ҡара икән! Әйттем бит. “Ҡыҙ аҫрағансы ҡыҙыл эт аҫра”, тип белмәй әйтмәгәндәр ул. Ҡыҙ баланы уны тот та ун йәшенән кейәүгә бир. Еткерһәң, шулай итеп йөҙөңә серкеү килтерә бит ул. Ай ләғин! Етмәһә, һин дә шуны яҡлашаһың. Хәҙер мин ҡайтып уның эт һыйын китәреп юнайым әле, дуңғыҙҙың! — Ул, елтерәкләп, елләнеп атлап китте.
Әхмәҙи уны тағы туҡтатты:
— Атай, әгәр ҡоҙаларыңды кире ҡайтармайым, дау сығармайым тиһәң, тауыш ҡуҙғатма инде. Шулай бөтһөн. Гөлйөҙөмдө үҙебеҙгә ебәрегеҙ, никах үткәнсе, үҙем ҡарауыллармын, — тине.
Ҡарт, был баш әйләндергәс ҡайғыларҙан арыған һымаҡ уфлап, маңлайындағы тирен һөрттө. Улының һүҙенә тәьҫирләнеп туҡтаны ла хәлһеҙләнгән тауыш менән:
— Ана, исмаһам, шундай ҡолаҡҡа яҡҡан кәңәш бир. Юҡты һөйләп ҡырмыҫҡаға таяҡ тығаһың. Ярай, аллаға тапшырайыҡ иңде.
Улар икеһе ике яҡҡа йүнәлделәр.
Достарыңызбен бөлісу: |