ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет11/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   27

Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур. Ҡояштай балҡып тора. Тауҙары, зәңгәр болоттай. Күктәргә ҡалҡып тора, -

тигән юлдар менән башланған дүртенсе бүлектә Тыуған илдең тәбиғәте һүрәтләнә, шуның менән Ватандың байлығы, муллығы, киңлеге, гүзәллеге тураһында төшөнсә бирелә. Уҡы¬тыусы синыф алдында сағыштырыуҙарҙың функцияһын асыу өсөн, уларҙы табып күрһәтеүҙәрен талап итә.

Һәм, ҡыҙым. Ватан ошо ул - һин баҫып торған урын, һәм һинең көн һайын иртән Уйнарға сыҡҡан юлың,

тигән шиғыр юлдарында Ватан тураһында төшөнсә бик кон¬крет бирелә. Ватан төшөнсәһенең һәр кемдең тыуып-үҫкән һәм йәшәгән еренән башланыуы аңлатыла.

Ватандың арғы сигенән Йәйәүләп сыҡһаң эгор. Йыл йөрөрһөң, етә алмаҫһың Бирге сигенә ҡәҙәр, -

тигән юлдар аша уның сикһеҙ ҙур, киң булыуын төшөндөрәбеҙ. Етенсе бүлек илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарын уларҙың берҙәмлеген, дуҫлығын сағылдырыуға йүнәлтелгән.

Ошо рәүешле комментарийлы уҡыуҙан һуң, әҫәрҙе уҡыусылар бер бөтөн итеп ҡабул итеү өсөн яңынан уҡып сығалар, аҙаҡтан әңгәмә үткәрелә. Уны түбәндәге план буйынса ойошторорға мөмкин:

Әҫәрҙең инеш өлөшөндә бала нисек тасуирланған?

Бала атаһына ниндәй һорау бирә һәм атаһы уға нисек яуап бирә?

Нимә ул Ватан? Ватан тураһында сәсәндәр нимә әйткән?

Шағир Ватандың тәбиғәтен, байлығын, ҙурлығын нисек тасуирлаған?

Поэмала халыҡтар дуҫлығы нисек һүрәтләнә?

Ватандың данлыҡлы улдары тураһында поэмала нимә әйтелгән?

Поэманың был дәрестә үтелгән ӨЛӨШӨН йомғаҡлап, уҡыу¬сыларҙан ҡыҙ баланың портретын һәм Ватан образын тексҡа яҡын итеп ҺӨЙЛӘП биреүҙе талап итергә кәрәк. Уҡыусылар Ватан тураһында һөйләгәндә поэмалағы образлы һүҙҙәрҙе файҙаланалар. Әгәр кәрәк булһа, уҡытыусы бәйләнешле итеп һөйләргә өйрәтеү өсөн таҡтаға планды яҙып ҡуя һәм шуның менән һөйләгәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Киләһе дәрестә поэманың Мәскәү тураһындағы бүлеге үтелә. Был дәресте лә Мәскәүҙең айырым күренештәрен һүрәтләгән открытка, альбом, картиналар менән иллюстрация¬ларға кәрәк. Был иллюстрацияларҙы инеш әңгәмәлә йәки поэманы үтеп бөткәс, әҫәрҙә сағылдырылған картиналарҙан алған тойғоларҙы тәрәнәйтеү маҡсатыңда файҙаланырға мөмкин. Уҡытыусы үҙенең йомғаҡ һүҙендә әҫәр яҙылған осор һом шул осорға хас ҡараштарҙың сағылыуын да әйтеп үтергә тейеш.

Мостай Кәримдең «Өс таған» повесын өйрәнеү

«Өс таған» повесы балаларҙың тормошон, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, дуҫлыҡтарын, тәбиғәткә булған мөхэббәт- тәрен, уны һаҡлау өсөн көрәшеүҙәрен, көндәлек тормошта күрһәткән батырлыҡтарын кәүҙәләндерә. Әҫәр уҡыусыларҙың күңелен байытыуҙа, тыуған ерҙең матурлығын тоя белеү, тәбиғәткә һөйөү тойғоһо, тормошҡа актив мөнәсәбәт, ғәҙел¬лек. дуҫлыҡ, әхлаҡ нормалары формалаштырыуҙа мөһим урын тота. Әҫәрҙә туған тәбиғәт картиналары, балаларҙың эске донъялары, характер үҙенсәлектәре, ыңғай ҡылыҡтары, матур эштәре, үҙ-ара дуҫлыҡтары яҡты буяуҙарҙа, күтәренке тонда һүрәтләнгән.

Текст өҫтөндә эшләү процесында уҡытыусы, иң беренсе, ваҡиғалар барған урындарҙы. Бөркөтлө ауылын, Күкрәктау һәм Кирәмәтте балаларҙың күҙ алдарына баҫтырыуҙы, шуның ме¬нән образлы ҡабул итеү һәләтлектәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уҡыусыларға тексты ентекле уҡырға, унда һүрәтләнгән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырырға һом телдән һүрәтләргә ҡушыла.

Текст өҫтөндә эшләгәндә уҡытыусы малайҙарҙы ҡылыҡ¬һырлаған урындарға төп иғтибарҙы йүнәлтеп, һәр малайҙың портретын күҙ алдына баҫтыра, унан һуң уларҙың эше, ҡылыҡтары, үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары хаҡында әңгәмә үгкәреп, уҡыусыларҙы уларҙың һәр ҡайһыһына ҡылыҡһырлама төҙөүгә әҙерләй.

Әҫәрҙең йөкмәткеһен, образдарын ҡабул итеү өҫтөндә эшләгәндә телдән һүрәт эшләү, киносценарийҙар төҙөү кеүек алымдар айырыуса эффектлы.

Повесты өйрәнеү инеш дәрес менән башлана. Инеш дәрестә әҫәргә, яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсаты ҡуйыла. Бының өсөн дәрес яҙыусының портреты, китаптарының күргәҙмәһе, айырым әҫәрҙәренә эшләнгән ил¬люстрациялар. тормошоноң төрлө осорон сағылдырған фотолар, һүрәттәр, репродукциялар менән йыһазландырыла һәм ошо күргәҙмә материалдар нигеҙендә ҡыҫҡа ғына биографик мәғлүмәттәр бирелә.

Инештең икенсе өлөшөндә уҡыусыларҙы «Өс таған» по- весын ҡабул итеүгә әҙерләү маҡсаты ҡуйыла. Был өлөштә уҡытыусы уҡыусыларҙың иғтибарын тәбиғәт күренештәрен, балаларҙың матур ҡылыҡ һәм эштәрен сағылдырған картина¬ларҙы, һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөүгә йүнәлтә. Картина буйынса йәки уҡыусыларҙың тәьҫирҙәре нигеҙендә ҙур булмаған әңгәмә ойоштороу, йәки әҫәрҙең йөкмәткеһенә яҡын темаларға шиғырҙар һөйләү, йыр тыңлау, «Өс таған» повесын, уға ҡарата эшләнгән иллюстрацияларҙы эпидиаскоп аша күрһәтеү уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын көсәйтә, әҫәрҙе эмоциональ ҡабул итеү өсөн ерлек әҙерләй.

Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән таныштырыу маҡсатында уның тәүге бүлектәре синыфта тасуири уҡыла, уҡып өлгөрмәгән бүлектәрҙе уҡыусылар өйҙә үҙ аллы уҡыйҙар. Повестың өйҙә тулыһынса уҡылыуын тәьмин итеү өсөн уҡытыусы алдан тексҡа ҡарата һорауҙар әҙерләй. Был һорауҙар буйынса уҡыусылар яуаптар әҙерләп килә.

Әҫәрҙе тәүге ҡат уҡыу процесында тыуған эмоциональ тойғо текст өҫтөндә эшләү нигеҙендә тәрәнәйтелә. - образлы ҡабул итеү һәм фекерләүҙәре үҫтерелә. Матурлыҡты күрә һәм һоҡлана белеү тойғоһо тәрбиәләнә. Бының өсөн балалар¬ға тексты уҡыу алдынан иғтибар менән тыңларға һәм һүрәтләнгән картиналарҙы күҙ алдына килтерергә, аҙаҡтан уны һүрәт итеп эшләгәндә нисек, ниндәй буяуҙар ярҙамында эшләйәсәге хаҡында һөйләргә эш биреп образлы фекерләүҙе үҫтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Уҡытыусы үҙе Бөркөтлө ауылын тасуирлаған өҙөктө та¬суири уҡый һәм айырым уҡыусыларға Бөркөтлө ауылы ул¬тырған урындың, уның янындағы күлдәрҙең, тауҙарҙың, шишмәләрҙең, хайуандар һәм үҫемлектәрҙең нисек һүрәтләне- үенә иғтибар итергә, уларҙы күҙ алдына килтерергә ҡуша.

Уҡыусылар ошо һорауҙарға яуап биреп. Бөркөтлө ауылы тураһында тексҡа яҡын итеп һөйләргә өйрәнәләр.

«Күкрәктауҙағы әңгәмә» бүлегенән Күкрәктауҙы тасуирла¬ған урын һайлап уҡытыла һәм әңгәмә юлы менән Күкрәктауҙын ҡайҙа урынлашыуы, уның тәбиғәте хаҡында тулы яуап алына.

Аҙаҡтан уҡыусыларға «Бөркөтлө ауылы», «Күкрәктау», «Кирәмәт» тигән темаларға телдән инша төҙөргә эш бирелә.

Өйҙә уҡыусылар был ауыл һәм тауҙарҙың һүрәтен эшләп, уның аҫтына үҙҙәре инша яҙып киләләр.

Мәҫәлән, Бөркөтлө ауылы хаҡындағы иншаны беҙ экспе¬римент үткәргән синыфтың уҡыусыһы түбәндәгесә яҙған:

«Бөркөтлө ауылы Урал итәгендә ултыра. Уның тирә-яғын тауҙар уратып алған. Был тауҙар ҡарағас, ҡайын, ҡарағай ағастары менән ҡапланған, уның бер яғында Ҡалҡанкүл, икенсе яғында Ҡылыскүл урынлашҡан. Ауылдың тирә-яғын- да күккә үрләгән тауҙар ҙа. үҙәндәр ҙә, шишмәләр ҙә бар.

Бөркөтлө янындағы тауҙарҙа таштан ташҡа һикереп уй¬наған ҡоралайҙар, яҙғы шарлауыҡтарҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем тынмай һайраған ҡоштар йәм өҫтөнә йәм өҫтәйҙәр. Урманында беләк йыуанлыҡ көпшәләр үҫә, аҡландарҙа тур¬ғай башы ҙурлыҡ еләктәр бешә. Кеше аяғы баҫмаған түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара. Саңҡ-саңҡ итеп осҡан бөркөттәр ауылға Бөркөтлө исеме ҡушҡандар».

Уҡыусылар Күкрәктауҙы тасуирлап, телдән түбәндәгесә инша төҙөйҙәр.

«Күкрәктау Ҡылыскүл янында урынлашҡан. Уның төньяҡ битләүен ҡарағай урманы ҡаплаған, ә көньяҡ биттәре тап-та¬ҡыр. Ул сәсе алынған малай башына оҡшап ҡуя. Күкрәкгау- ҙан бөтә тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек күренеп ята. Тирмә ауылы өйҙәре умарталар кеүек кенә күренә. Ә көтөүселәр яҡҡан усаҡтың төтөнө Шәрифулланың төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн саҡлы ғына. Күкрәктауҙан ҡарағанда Кирәмәт түбәһе әллә ҡайҙан башҡа түбәләрҙән айырылып күренә. Уның башы ҡояшта ялтырап ағарып ята, сөнки уның башында йәйге селләгә тиклем ҡар ята».

Тәбиғәтте тасуирлаған урындарҙы бер нисә уҡыусынан һөйләткәндән һуң, әҙәбиәт теорияһынан элек үтелгән тасуир¬лау төшөнсәһе ҡабатлана. Аҙаҡтан уҡыусыларға үҙҙәренең ауылының тирә-яғындағы тәбиғәтте тасуирларға эш бирелә. Әҫәрҙең тексы өҫтөндә эшләү процесында уҡыусылар бе¬лергә тейешле икенсе маҡсат - әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар¬ҙы, уларҙың ниндәй осорҙа, ниндәй йылдарҙа булыуын асыҡлау. Синыф алдына был әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләне- үен асыҡлау өсөн «ваҡиғалар ҡасан, ҡайһы йылдарҙа бара?» тигән һорау ҡуйып. унда һуғыштан һуңғы хәлдәр һүрәтләнеүен асыҡлайбыҙ.

Уҡыусылар әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осор һүрәтлэнеүе хаҡында һөйләгәндә Ғабдулланың һуғышта һәлэк булған атаһын, уға батыр һуғышҡаны өсөн үлгәндән һуң «Батырлыҡ өсөн» миҙалы ебәрелеүе, был миҙалды өләсәһенең һәр көн ялтыратып, атаһының фотоһы аҫтына элеп ҡуйыуын иҫкә төшөрәләр. Шулай уҡ һуғыштан һуңғы тәүге төҙөлөш йылдарында халыҡтың тормош шарттарының ауыр булыуын, ашамлыҡ, кейем-һалымдың да бик наҡыҫ бу¬лыуын миҫалдар килтереп һөйләп бирәләр. Был бигерәк тә Вәзирҙәрҙең тормош-көнкүрешендә асыҡ күренә. Вәзирҙең күлдәге йыртылғас, оҙаҡ ваҡыт яланғас йөрөүе, әсәһенең дә өйҙәге аҙыҡтарҙы балаларҙан йәшереп йөрөүе һ. б. хаҡында миҫал килтерергә мөмкин.

Артабан уҡытыусы әҫәрҙә ниндәй ваҡиғалар һүрәтләнеүе хаҡында һорау ҡуйып, уның сюжетын асыҡлауға күсә. Уҡыусылар әҫәрҙә Бөркөтлө ауылының матур тәбиғәте эсендә йәшәгән Ғабдулла, Айҙар, Гөлнур, Вәзир, Яҡуп исем¬ле балаларҙың тормошо, ғаиләләре, уйындары, тәбиғәтте һаҡлау буйынса башҡарған матур эштәре, бер-береһен ҡот¬ҡарыу өсөн хатта үлемдән дә ҡурҡмауҙары, үҙ-ара дуҫлыҡта¬ры тураһында яуап бирәләр.

- Был ваҡиғалар хаҡында ниндәй бүлектәрҙә хикәйә ителә?

Әҫэрҙәғе ваҡиғалар «Бөркөтлө», «Күкрәктауҙағы әңгәмә», «Башлыҡ һайлау», «Вәзирҙең беренсе һәләкәте», «Өйҙә зары¬ғып көткәндәр, ахырыһы», «Өсөнсө терәү», «Дан кәпәс түгел», «Өлгөләр ҡыйрала башланы» һәм башҡа ошондай бүлектәргә бүлеп һүрәтләнгән. Барлығы 27 бүлек бирелгән. Синыфта әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы һанап сыҡҡандан һуң айырыу¬са әһәмиәтлеләрен һөйләтеүгә күберәк ваҡыт бирәбеҙ һәм анализға әҙерлекте башлайбыҙ. Өйҙә уҡыусыларға ҡылыҡһыр¬лама төҙөүгә әҙерлек алып барыу өсөн эш һәм һорауҙар биреп ҡайтарыла. Уҡыусыларҙы геройҙарға ҡылыҡһырлама бирергә әҙерләү өсөн. Ғабдулла, Айҙар. Гөлнур, Вәзир, Яҡуптарҙың тышҡы ҡиәфәттәрен күҙ алдына баҫтырырға һәм үҙҙәре теләгән образдың һүрәтен яһап килергә эш бирергә мөмкин. Әңгәмә юлы менән иң элек тау башында ултырған Шәрифулла менән дүрт малайҙың һәр береһенең гышҡы ҡиәфәте һүрәтләнә.

Геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәттәрен асыҡлағандан һуң, уларҙың характер үҙенсәлектәрен билдәләү өҫтөндә эш башлана. «Өс таған» әҫәрендәге бөгә малайҙарға әңгәмә юлы менән ҡылыҡһырлама төҙөлә.

- Ғабдулла ниндәй малай? Уны ни өсөн башлыҡ итеп һайлайҙар?

- Икенсе малай - Айҙар тураһында нимә әйтергә мөмкин?

- Вәзиргә ниндәй кире сифаттар хас?

Әҫәр буйынса уҡыусылар өйҙә эшләп килгән һүрәттәр нигеҙендә әңгәмә үткәрелә, иншаларҙан өҙөктәр тыңлана.

Уҡытыусы әҫәрҙең идея-эстетик мәғәнәһе, геройҙары ха¬ҡында дөйөмләштереү яһай.

Әҫәрҙе анализлау процесында әҙәбиәт теорияһынан хи¬кәйәләү, тасуирлау, портрет, хикәйә тураһындағы төшөнсәләр тәрәнәйтелә, байытыла, уҡыусының әҫәрҙе образлы ҡабул итеү һәләтлеге, фекерләү ҡеүәһе үҫтерелә.

VI синыфта Шакир Бикколовгын «Яңырыу» шиғырын өйрәнеү

Күренекле шағир Шакир Сәлим улы Бикҡолов 1932 йылдың ғинуарында Әбйәлил районының Хәлил ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1950 йылда Асҡар урта мәктәбен тамамлай. Ә 1950-1955 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Совет армияһы сафында хеҙмәт итә. 1957-1958 йыл¬дарҙа Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ете йыллыҡ мәктәбенең директоры була, аҙаҡ ун йыллап Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһында өлкән мө¬хәррир вазифаһын атҡара. 1974 1975 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Аҙаҡ Башҡортостан радиоһын¬да эшләй.

Ш. Бикҡоловтың «Әсә күңеле» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1960 йылда донъя күрә. «Ерем яҡтыһы», «Көмөш тауыштары», «Һиңә әйтер һүҙем» шиғри йыйынтыҡтары ша- ғирҙы етди ижадсы итеп танытты.

Шакир Бикҡолов тәржемә әлкәһендә лә оло эштәр баш¬ҡарҙы.

Шағир ижадына автор позицияһының асыҡлығы, тормош¬ҡа яҡты һөйөү тойғоһо хас. Шакир Бикҡолов тәнҡит һәм публицистик мәҡәләләр ҙә яҙҙы. 1983 йылда Өфөлә вафат булды.

Шиғырҙы өйрәнеү уҡыусыларҙың уны эмоциональ ҡабул итеүенә ирешеү маҡсатынан сығып, тасуири уҡыу, икенсе ҡат фонояҙманан тыңлауҙы ойоштороу менән башланып китә. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен тәрәнерәк аңлатыу өсөн тексҡа ҡарата бирелгән һорауҙар ярҙамында әңгәмә үткәрелә. Уҡытыусының һорауына яуап биреп, уҡыусылар шиғырҙың төп темаһы «яңы йыл» тип билдәләйҙәр.

Әңгәмә юлы менән шиғырҙың төп темаһы «яңы йыл» түгел, бәлки киңерәк мәғәнәлә «яңырыу» һүҙе икәнлеген төшөндөрөү айырыуса мөһим.

Шиғырҙы строфалап уҡып. унда киң мәғәнәле яңылыҡ, яңырыу һүҙҙәренең төп фекерҙе асыуҙағы урынын билдәләп анализ үткәргәндән һун уҡытыусы йомғаҡ һүҙендә был ши¬ғырҙың йәмғиәтебеҙ үҫешенең торғонлоҡ тип аталған осорон¬да яҙылыуына ҡарамаҫтан, уның тормошто үҙгәртеп ҡороу кәрәклеген яңылыҡтар көтөү, һағыныу рухында яҙылған про¬грессив ҡарашлы, бөгөнгө көн өсөн айырыуса әһәмиәтле әҫәр булыуын билдәләп үтә.

Шиғырҙың беренсе строфаһы

Яңы йылды ҡаршы алған саҡта

Яңы тигән һүҙгә табынам...

Яны. яны. яңылыҡтың таңы.

Тыуыр яңылыҡты һағынам,

тигән төп фекерҙе аңлауҙа иң мөһим һүҙҙәр менән башлана.

һор бер яңылыҡтың матур булыуын теләгән шағир ябай, көндәлек тормош өсөн иң әһәмиәтле, иң кәрәкле нәмәләрҙең яңы булыуына - яңы бешкән икмәккә, яңы тыуған таңға ихлас шатлана. Яңы йылды яңы тыуған сабый менән са¬ғыштырып, уның яңы уй менән килеүенэ, яңы юл башлауы¬на, яңы шатлыҡтар, сафлыҡтар алып килеүено ышана.

Риф Мифтахөвтын «Башла!» шиғырын өйрәнеү

Риф Мифтаховтың «Башла!» шиғыры ла йәш быуында тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт, ижади ҡараш тәрбиәләүгә, тор¬ғонлоҡ, ғәмһеҙлек, битарафлыҡҡа ҡаршы көрәшкә саҡырыуы менән әһәмиәтле. Йәмғиәтебеҙ үҫешендәге һүлпәнлек, дөрөҫ¬лөккә күҙ йомоп, тормошҡа алһыу күҙлек аша ҡарауҙы, хәҡиҡәттән ялғанды өҫтөн күреү, үҙ мәнфәғәтеңде генә ҡай¬ғыртып йәшәү кеүек сифаттарҙан ҡотолорға, бының өсөн көрәште бөгөндән башларға саҡыра. Торғонлоҡ осороноң типик образдарының береһе ялағай, донъяға алһыу йәки ҡыҙыл күҙлек аша ҡарап, ысынбарлыҡты боҙоп: дөрөҫлөктө - ялған, ялғанды дөрөҫлөк итеп күрһәтә.

Хәҡиҡәттән ялған өҫтон булды Ялағайҙың бөҙро телендә. Ҡай берәүҙәр түргә үрләр осөн Бейенеләр намыҫ өҫтөндә, -

тигән юлдарҙа ялағай образы бик оҫта һүрәтләнә.

Көрәшсегә хас сифаттарҙы баһалап, шағир уларҙың күңел бейеклеген, дөрөҫлөктө - дөрөҫ. ялғанды ялған тип ҡабул итеүҙән икәнлеген билдәләй:

Ысын көрәшселәр ижадсылар. Иң-иң ауыр йөктө Индәренә һалып сығара. Йөктө генәме ни - йөрәктәрҙе, Кешеләрҙе,

Ерҙе ҡотҡара!

М. Харистың «Хат», «Онотмаһын мине Тыуған ил» шиғырҙа¬рын өйрәнеү

Дәрес уҡытыусының инеш һүҙе менән башлана.

- 1941 йылдың 22 июнендә немец фашист илбаҫарҙары беҙҙең илгә һөжүм башлағас, бөтә ил халҡы бер кешеләй тыуған Ватанды һаҡлау өсөн көрәшкә күтәрелде. Башҡорт яҙыусылары ла ҡәләм менән дә, штык менән дә илде һаҡлау өсөн көрәштеләр. Күптәре Ватан өсөн ғүмерҙәрен бирҙеләр.

һуғышта һәләк булған 200 яҙыусы араһында 13 башҡорт яҙыусыһының исеме лә халыҡ тарафынан ҙур хөрмәт менән иҫкә алына.

Бына ул батырҙарҙың исемдәре:

Абдуллин Мазһар, Байков Солтан, Ҡәрип Низам, Али Карнай, Кинйәбай Сабир, Ҡунакбаев Хөсәйен, Мифтахов Сә¬ғит, Мөхәмәтйәров Хәй, Моҡамай Бэҙрүш, Шакиров Әхмәт, Мәлих Харис, Ханов Сыңғыҙ, Йосопов Ғайса.

Был исемлектә беҙ А. Карнай, С. Мифтахов, М. Хәй менән бергә йәш шағир М. Харис исемен дә осратабыҙ.

М. Харис 1915 йылда Саҡмағош районының Яңы Күл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1927-1929 йыл¬дарҙа ауыл байҙарында көтөүсе булып эшләй. 1941 йылда Башҡорт педагогия институтының тел-әҙәбиәт факультетын тамамлай. 1934 йылдарҙа уның тәүге шиғырҙары баҫылып сыға башлай. 1944 йылда ул һуғышта үлеп ҡала. үҙе үлгәндән һуң «Йөрэк тауышы» исемле лирик шиғырҙар йыйынтығы сыға. Ул фронтта күп кенә шиғырҙар, шулар араһында Тыуған илгә, туған халҡына бағышлап «Хат». «Онотмаһын мине Тыуған ил» шиғырҙарын яҙа.


Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ил алдына, халыҡ ал¬дына килеп баҫҡан ҙур һынау көндәрендә яҙылған был ши¬ғырҙарында шағир лирик герой образына хас патриотизм тойғоһон, уларҙың Тыуған илгә бирелгәнлеген, хәрби антҡа тоғролоғон сағылдырҙы.

Шиғырҙар башта уҡытыусы тарафынан тасуири уҡыла. Артабан ундағы төп фекерҙе асыҡлау өсөн һорауҙар бирелә, образдар, уларҙың патриотик тойғолары күрһәтелә. Шағир «Онотмаһын мине Тыуған ил» шиғырында, һөжүм бөткәс, тынлыҡ урынлашҡас тыуған матур ал танды күрә алмай үлеп ҡалған батыр егет образын һүрәтләй. Егеттең тыуған ергә, йәшәүгә булған мөхәббәтен:

Һәм боҫланып аҡҡан ҡайнар ҡан һуңғы бүләк һейгән еренә. Айырыла алмай, изге тупраҡты Үбә кеүек һаман ирендәр, -

тигән юлдар аша сағылдыра. Тыуған ерен ҡайнар һөйгән лирик герой шағир ҙа, ошо батыр егет кеүек, кәрәк бул¬һа, ил өсөн, тыуған ер өсөн ғүмерен бирергә лә әҙер. Тик ғүмеренең һуңғы сәғәтен ул көрәш, батырлыҡ, дан менән ҡаршыларға теләй.

Эй. ғүмерҙең һуңғы сәғәте, һин миңә лә шулай күкрәп кил. Батырҙарын иҫкә алғанда. Онотмаһын мине лә Тыуған ил, -

ти шағир.

«Хат» шиғырының аҙағында әйтелгән:

Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә Уйын данын, намыҫын яуланы, Ул йығылды, ләкин башҡаларға Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы, -

тигән һүҙҙәр ҙә илһөйәр шағир образын тулыраҡ асырға яр¬ҙам итә.

Мәүлит Ямалетдинов! ын «Көрәш, кеше!» шиғыры VII

синыфта үтелгән шиғырҙар менән бер үк теманы, йәмғиәтте яңыртыу өсөн көрәшеүсе образын һүрәтләүгә йүнәлтелгән һәм улар идея-тематик йөкмәткеһе, образдары менән бер-бе- реһенэ яҡын әҫәрҙәр. Шунлыҡтан уларҙы сағыштырып өйрә¬неү бик уңайлы һәм уҡыусыларҙың был тема буйынса бе¬лемдәрен күтәреү яғынан да әһәмиәтле.

«Көрәш, кеше!» шиғырында көрәшкә саҡырыу, өндәү идеяһы тағы ла киҫкенерәк, ҡәтғиерәк һүҙҙәр менән, саҡы¬рыу тонының тағы ла көслөрәк яңғырауы менән характерла¬на. Шиғыр

Килде шундай заман Көрәш майҙаны - илем. Ярты юлда туҡтап ҡалыу Барыбыҙ өсөн үлем, -

тигән юлдар менән башлана.

Заманының үҙенсәлеге - бөтә илдең көрәш майҙанына әүерелеүе, алда тик көрәш юлы ғына көтөүе, артҡа сиге¬неүҙең үлемгә тиң булыуы киҫкен тонда, талапсан һүҙҙәр менән һүрәтләнә.

Шағир һәр кешене үҙен көрәшсе итеп тәрбиәләргә, үҙен¬дәге ҡоллоҡ сифаттарын бөтөрөү өҫтөндә эшләргә саҡыра.

Көрәш, кеше!

Ғәмһеҙлеккә Ерҙә урын ҡалмаһын. Буйың тәпәш булһа, булһын: Уйың тәпәш булмаһын. —

тигән юлдар аша юғары уйҙар, бөйөк маҡсаттар менән йәшәргә һәм көрәшергә саҡыра.

VII синыфта Ғәлим Дәүләдиҙең 2002 йылдың 14-15 июнендә булып үткән II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта¬йын ҡотлап яҙған «Ҡоролтайға барам» исемле шиғыры өйрәнелә. Унда шағирҙың үҙе кеүек иле, халҡы өсөн бор¬соулы ла. шатлыҡлы ла уйҙар кисергән ҡан-ҡэрҙәштәре менән осрашыу, яңы дуҫтар табыу теләге лә, халҡыбыҙҙың фажиғәле үткәндәре өсөн борсолоу ҙа, бөтә донъяға билдә¬ле хәрби даныбыҙ менән ғорурланыу, киләсәккә өмөт, ышаныс тойғолары нигеҙендә тыуған оптимистик уйҙары ла сағылыш тапҡан.

М. Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ кар яуа»,

«Тупрағым, һауам, һыуҙарым», «Ләйсән» шиғырҙарын

өйрәнеү

«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырында һалдаттың һуғыш яраларынан һыҙланыуы, дошманға булған нәфрәт уты¬ның һүрелмәүе, һуғыш уты тоҡандырыусыларына күрә алмау- сылыҡтың үҫә барыуы сағыла. Шағир тыныслыҡты һаҡларға, уның өсөн көрәшергә саҡыра.



Шиғыр башта уҡытыусы тарафынан тасуири уҡыла. Унан һуң шиғыр һүҙҙәренә Сара Садыҡова тарафынан яҙыл¬ған көй тыңлана.

Әҫәрҙе тасуири уҡыу һәм көйөн тыңлау һөҙөмтәһендә уҡыусылар әҫәрҙе тәүге ҡат эмоциональ ҡабул итеүгә ире¬шәләр. Әҫәрҙе уҡыуҙан тыуған был тойғоларҙы уҡыусылар¬ҙың тағы ла тәрәнерәк ҡабул итеүҙәренә ирешеү өсөн ши¬ғыр строфалап уҡыла, һәр строфаның идея-эстетик мәғәнәһе тикшерелә, һүҙҙәрҙең, айырым образдарҙың идеяны асыуҙағы роле асыҡлана.

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа. Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн Әрней минең иҫке бер яра. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа,

тигән тәүге строфаны уҡығас, унда әҫәрҙең өсөнсө көн яуған епшек ҡар, көн йонсоуҙа һалдат яраһының туҡтауһыҙ һыҙлауы араһындағы эске ассоциатив бәйләнеште асыуға хеҙмәт иткән - образлы параллелизмға ҡоролоуы төшөн- дөрөлэ. Шиғырҙа өсөнсө көн тоташ яуған ҡар тураһындағы һөйләмдең ҡат-ҡат ҡабатланып килеүе һалдат яраһының һыҙлауын көсәйткәндәй була. Был образдың шиғырҙағы башҡа строфаларҙа ла ҡабатланыуы һалдат яраһының туҡтауһыҙ һыҙлауын иҫкә төшөрөп тора. Икенсе строфаны уҡығас, был яраның һыҙлауы уның төбөндә ятҡан тимер ярсығы арҡа¬һында булыуы асыҡлана. Был тимер ярсығы башта руда көйө табыла, ер аҫтынан ҡаҙып алына, унан Рурҙа мина ҡоялар һәм Днеирҙа беҙҙең һалдаттарға аталар. Бер мина¬ның ике ярсығы ике һалдатҡа тейә. Береһе уның сержант

Фомин тәненә инеп, Днепр ярында ҡәберҙә ята. икенсеһе иҫән ҡалған һалдат тәнендә йөрөй:

Ун ике йыл әрней шул яра. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

һалдат яраһын көслөрәк һыҙларға мәжбүр иткән ҡар ҙа ирер, яҙ көнө улар ҙа ағып китерҙәр. Ләкин һалдаттың һыҙланыуы ҡар иреү менән генә бөтмәй, бәлки уның тәнен¬дәге тимер ярсығы иреү менән бәйле. «Тәнемдәге тимер яр¬сығы иреһә, дошманға үс тә кәмер ине. бәлки», - ти һал¬дат. Яраның һыҙлауы дошманға үс. асыу, нәфрәт тойғоһон көсәйтә. Тимер ярсығы - һуғыш, һалдаттың һуғышҡа мөнәсәбәтен күрһәтеүсе мөһим деталь. Шул рәүешле шағир һуғыш ҡалдырған яраларҙың һыҙлауы аша фашизмды, һу¬ғыш уты тоҡандырыусыларҙы ҡәһәрләп, халыҡты уяулыҡҡа, тыныслыҡ өсөн көрәшкә саҡыра.

«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырын тасуири уҡыуға өйрәтеү күнекмәләре биреү өҫтөндә эшләгәндән һуң шиғыр ятлатыла.

«Тупрағым, һауам, һыуҙарым» шиғыры исеме күрһәтеп торғанса өс бүлектән тора.

Беренсе бүлектә тупраҡ, икенсе бүлектә һауа, өсөнсө бүлектә һыуҙар тасуирлана.

Уҡыусылар дәфтәрҙәренә шиғырҙың исемен һәм өс пункт¬тан торған планды яҙып ҡуялар. Шиғыр башта тасуири уҡыла. Унан һуң бүлекләп уҡыла һәм тупраҡ образы аша әҫәрҙә әйтергә теләгән төп фекер асыҡлана. Синыф алдына: «Тупраҡ ниндәй сифаттар менән һүрәтләнә?» - тигән һорау ҡуябыҙ.

Шағир - лирик герой - тупраҡты «сөм ҡара төҫтә, һут¬ланып тора, бураҙнаға ҡояш төшһә, ялтырап, яный тора» тигән һүҙҙәр менән һүрәтләй.

Тупраҡтың уңдырышлылығы ниндәй һүҙҙәр аша һүрәт¬ләнә?

Кисен уға орлоҡ сәсһәң. Таң менән шытып сыға, Ер хаҡында шуға әйтәләр: «Тот та икмәккә һыла», -

тигән юлдар аша һүрәтләнә.

Тупраҡтың уңдырышлылығы тағы ла күл ҡамышы кеүек үҫкән, гәрәбә һырыған һымаҡ башаҡлы бойҙай, торналар ки¬леп киткәнсе, ағастар япраҡ ярғансы үҫеп сыҡҡан мең төрлө гөл сәскәләре, бәрхәт кеүек үләндәр тасуирланыуы аша ла

бирелә. Шиғыр тыуған тупраҡ менән ғорурланыу, шатланыу хисен сағылдырыусы юлдар менән тамамлана.

Шиғырҙың өсөнсө бүлеге тыуған ерҙең тағы ла бер са¬ғылышы булған, тау ярып сыҡҡан тоноҡ, татлы һалҡын һыуҙарҙы данлау менән башлана. Шағир шифалы шишмә¬ләрҙән бөркөлгән дауалы Димдең, шарлауыҡ шишмәләрҙең ләззәтле һыуҙарын маҡтай.

Шиғырҙа уйһыулыҡта ятҡан күлдәр, тулҡынланып, ура- лып-уралып аҡҡан Дим, Иҙел йылғаһы, уларҙың ил буйлап ағып бөтә илгә сәләм тапшырыуы тасуирлана һәм уҡыусыла ғорурлыҡ, шатлыҡ, күңел күтәренкелеге уята.

Шиғырҙа тупраҡ, һауа һәм һыу образдары аша шағир тыуған ер һәм уға булған һөйөү хисен оҫта дөйөмләштергән.

«Ләйсән» шиғырында кешенең тыуған тупраҡ, тыуған ер менән айырылғыһыҙ берҙәмлеге, туған тәбиғәт менән һоҡла- ныуы, ғорурланыуы. ил яҙмышы өсөн, именлек өсөн борсо- лоуы тыныслыҡ өсөн көрәше кеүек мөһим идеялар сағылған. Шағир лирик герой образы аша үҙенең ил яҙмышы, халыҡ яҙмышы хаҡындағы уйҙарын, киләсәктә тыныслыҡ өсөн көрәшселәр сафының бөтә ер шары буйлап атлаясағын, еңеүгә ышанысын дөйөмләштергән. Шиғырҙа тыуған ер төшөнсәһе быуҙар бөркөп ягҡан ҡыр, алтын ер, алтын офоҡ. һутлы ҡара тупраҡ, йылы балсыҡ, хуш еҫтәрен бөркөп ул¬тырған бәрәләр кеүек образдар аша дөйөмләштерелһә, тыу¬ған ергә булған мөхәббәт игенсе образы аша сағылдырыла. Быуҙар бөркөп ятҡан ҡыр аша алпан-толпан атлап барған игенсе тан алдынан үткән ләйсән ямғыры менән дә, күктә ҡанат ҡағып үткән һуңғы болот менән дә һоҡлана. Ямғыр тамсылары уға ынйы булып күренә. Офоҡто ул «алтын офоҡ» тип атай. Тыуған тупраҡты усына алып йомоуында, ерҙен ҡара һуты беләк буйлап ағып төшөүендә лә игенсенең тыуған тупраҡты, тыуған ерҙе һөйөү хисенең көсөн, ихлас¬лығын күрәбеҙ. Аяҡ аҫтында ягҡан йылы балсыҡ та уға:

Һин йәшәрттең мине, һин, игенсем. Миндә гамыр йәйсе үҙең дә, -

тип мөрәжәғәт иткән төҫлө.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет