ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет14/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   27

1942 йылдың көҙөндә, госпиталдә ятҡанда, ул «Үлмәҫбай» поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Әҫәргә анализ яһау өсөн түбәндәге һорауҙарҙы бирергә мөмкин:

- «Үлмәҫбай» поэмаһының тел-стиль үҙенсәлектәре ха¬ҡында нимә әйтергә мөмкин?

- Әҫәрҙең теле халыҡ һөйләү теле стиленә яҡын, уға халыҡ телендә осрай торған һүрәтләү саралары, тел биҙәктә¬ре хас. Поэмала халыҡсан әйтемдәр, мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр күп. Текстан миҫалдар килтерәйек: «Әйткән һүҙ - атҡан уҡ», «Беребеҙ - күҙ, беребеҙ - ҡаш», «Ғәҙәт - ҡылыҡтың энеһе», «Бына күрәһеңме быны, икебеҙ ҙә көл-күмер», «Үҙең теләп нәрәтәгә килеп индеңме, сабаҡ?». «Аңлау кәрәк, тәртә дулап атты бармы еңгәне?», «Бик эре сирттерәбеҙ», «һаҡалым менән инәләм, һүҙемде йыҡма, ҡоҙа». «Ауыҙ асын яба алманым, һыу булып һеңде ҡартым», «Юлда бәхет аунап ята», «Саҡ-саҡ болотҡа теймәне Теребайҙың кәпәсе». «Егеттәр теле әйткән һүҙ - ҡырҡылып ауған имән» (уҡыу¬сылар был миҫалдарҙы текстан табып күрһәтә).

- Поэмалағы ваҡиғалар кем тарафынан һөйләнә?

- Поэмалағы ваҡиғалар барыһы ла Үлмәҫбай исеменән һөйләнелә, уның телмәре аша бирелә.

- Үлмәҫбай телмәренә ниндәй сифаттар хас?

- Үлмәҫбай бөтә ваҡиғаларҙы ла юмористик тонда һөй¬ләй. Немец офицерҙарын һыу ингән саҡта әсирлеккә алыу ваҡиғаһын һөйләгәндә сагира алымы ла килеп инә. Ә Гөлбикэнең хатын уҡығанда, Катюша менән һөйләшеүе ха¬ҡында хикәйә иткәндә, юмористик тонға нескә лирик буяу¬ҙар ҙа ҡушыла. Теребай хаҡында һөйләгәндә, уның менән ғорурланыу, һоҡланыу тоны төп урынды ала.

Был поэманы үткәндә беҙ анализ өсөн ниндәй һорауҙар биреү, текст өҫтөндә нисек эшләү юлын күрһәтеү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Укытыусы, был эштәрҙе синыфта ла, өйҙә лә баш¬ҡарырға мөмкин булыуын иҫәпкә алып, эштәрҙең ҡайһы берҙәрен өйҙә эшләтеп, синыфта был биремде тикшереүҙе ойоштороуҙы ла күҙ уңында тоторға мөмкин.

Әҫәргә анализ яһап бөткәндән һуң, (пластинканан, магни¬тофон яҙмаһынан) тығцтауҙы ойошторорға кәрәк. Был әҫәрҙе бөтөн көйө ҡабул итеүгә ярҙам итә.

Поэманың һуңғы өлөшө 1944 йылда Украинала яҙыла. Укытыусы поэмала һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың разведчик Үлмәҫбай исеменән һөйләтелеүен билдәләп үтә. Поэманың башында ваҡиғаларҙың экспозицияһы бирелә: автор иң элек ваҡиғалар барған урын һәм Үлмәҫбай менән таныштыра, бында һүрәтләнгән ваҡиғалар, геройҙарҙың эштәре, ҡылыҡта¬ры, әкиәткә оҡшаш булһа ла, унда тормошта булғағ! реаль хәлдәр, ваҡиғалар һүрәтләнәсэге хаҡында иҫкәртә.

Поэманың тәүге ете строфаһында автор һүрәтләнгән ва¬ҡиғаларҙың әкиәт түгеллеген, ә яугирҙарҙың ял иткән ваҡыт¬тарында усаҡ янында Үлмәҫбай ауыҙынан һөйләнеүен әйтеп үтә. һалдаттар янында һирәк мыйығын тырпайтып, хәйләкәр күҙен ҡыҫа төшөп. Үлмәҫбай баҫып тора.

...Ситтәрәк ҡулы бәйләнгән Офицер дулап ята... Ул офицерҙы йыуата: «һин тыпырсынма, ҡуян, Хәҙер ошо сылғау менән Ағасҡа аҫып ҡуям...» Гөж килә ағай-энеләр:

Хитрый ҙа һин. Үлмәҫбай, Был йәнлекте ҡайҙан тотгоң, һөйләп ташласы, давай,

тигән юлдар Үлмәҫбай һөйләйәсәк ваҡиғаларҙың экспози¬цияһы булып хеҙмәт итә.

Уҡыусыларҙы ошо бүлектәр менән таныштырып, беренсе бүлекте тасуири итеп уҡып сығабыҙ һәм: «Беҙ был бүлектә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ? Ул беҙҙең күҙ аллыбыҙға ниндәй кеше булып килеп баҫа?» - тигән һорау ҡуябыҙ.

Был бүлектә Үлмәҫбайҙың ҡыйыу, тәүәккәл булыуын, ҡатмарлы һуғыш шарттарында урындағы хәлгә ҡарап эш итә белеүен күрәбеҙ. Үҙенең тәүге разведкаға барыуын ул бик мәрәкә итеп һөйләй:

Значит, ике еңемә Ике «туҡмаҡты» алып, Кәйеф өсөн бер көрөшкә Русский горькийҙы һалып, Күркәләнеп сығып киттем. Ергә лә теймәй табан, Әйтерһең, тыукан Уралға Ҡунаҡҡа ҡайтып барам,

тигән юлдарҙы тикшереп, уҡыусылар Үлмәҫбайҙың развед¬каға барыу кеүек яуаплы эшкә ауырһынмай, маҡтанмай, ки¬реһенсә, еңел тойғо, тәүәккәллек һәм үҙ көсөнә ышаныу менән сығып китеүен күрәләр.

Поэманың өҙөгөн артабан уҡығандан һуң. синыф алдына: «Дошман менән осрашҡанда Үлмәҫбай үҙен нисек тота?» - тигән һорау ҡуябыҙ.

Үлмәҫбай, дошман тылында штабҡа уҡ барып инеп, аяуһыҙ дошман менән йөҙгә-йөҙ осрашҡанда ла юғалып ҡал¬май. Хәйләһен табып, ҡулын күтәргән булып, үҙен офицерға илтергә ҡуша. Офицер алдында ул үҙен бик ҡыйыу тота. Үҙ яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған хәтәр минуттарҙа ла еңеүгә ышаныс менән ҡарай.

- Үлмәҫбай образында шағир халыҡ характерына хас ниндәй сифаттарҙы аса?

- Был бүлектә шағир халыҡтың иҫ киткес хәүефле ва¬ҡытта ла юморҙы, күңел күтәренкелеген, еңеүгә булған ышанысты юғалтмауы кеүек гүзәл сифаттарын күрһәтә.

Икенсе бүлек «Үлмәҫбай туйға бара» тип атала. Был бүлектә Үлмәҫбай менән Теребайҙың яңы батырлыҡтары та¬суирлана. Үлмәҫбайҙың үҙе биш ҡарыш самаһы, һаҡалы ет¬меш ҡарыш ҡарт менән осрашыуы, уның мир башы ҡыҙының немецҡа кейәүгә сығыуы тураһындағы хәбәре, Теребай менән Үлмәҫбайҙың икәүләшеп туйға барыу ваҡиғалары ком¬ментарийҙар биреү юлы менән уҡыла.

«Алмалар бешкән ине» тигән бүлектә Үлмәҫбай менән Теребайҙың өс фашисты пленға алыуҙары тураһында хикәйә ителә.

Поэманы уҡып текстың идея-художество ҡиммәтен, теле¬нең байлығын, яҙыусының оҫталығын уҡыусыларға еткереү маҡсатында комментарийҙар биреп сыҡҡандан һуң, идея-эс- тетик анализ яһауға күсәбеҙ. Уҡыусылар, поэманы өйҙә ту¬лыһынса уҡып, гекстын йөкмәткеһен үҙләштерәләр. Дәрестә- ге анализ әңгәмә юлы менән алып барыла.

- Поэманың төп геройҙары кемдәр?

- Үлмәҫбай менән Теребай - һалдаттар, разведчиктар.

- Уларға ниндәй сифаттар хас?

- Улар үҙҙәрендә халыҡҡа хас ҡыйыулыҡты, батырлыҡты, сабырлыҡты, көр күңеллелекте, таҫыллыҡты, тапҡыр аҡыллы¬лыҡты һәм юморҙы кәүҙәләндерәләр. Уларҙың исемдәре үк халыҡгың үлемһеҙлеген, халыҡтың мәңгелек булыуын раҫлай.

- Был турала поэмала нисек әйтелгән? Үлмәҫбай үҙен:

Тау башҡорто тоҡомонан. Салауат затлы булам... һунарсы минең ырыуым һунарсы ата-бабам, һунарсы ҡаны үҙемдә, һунарсы булыр балам... Немец башын ҡырт-ҡырт ҡырҡа - Ана шул башҡорт инде... Ә илем Рәсәй була, Дауылы, еле лә бар. һинең бабаң батып үлгән Чуд тигән күле лә бар, - тип таныштыра. Был юлдарҙан Үлмәҫбай образында үҙ хал¬ҡына хас иң яҡшы традициялар менән илһөйәрлек сифатта¬рының бергә ҡушылыуы күренә.

Ул үҙ халҡының хәрби үткәндәре һәм бөгөнгөһө менән, большевик затлы егет булыуы менән ғорурлана.

- Үлмәҫбай менән Теребайҙың башҡорт халҡына хас ыңғай сифаттары, ғөрөф-ғәҙәттәре, уларҙың милли герой бу¬лыу сифаттары поэмала нисек һүрәтләнә?

- Үлмәҫбай менән Теребай разведкаға барғанда ата-баба¬ларҙан ҡалған һунарсылыҡ традицияларын иҫкә алалар. Улар:

Һунарсы ҡаны үҙемдә, һунарсы булыр балам... һунар сыға һалыуыма Шул ғәҙәт булды сәбәп, -

тиҙәр.


- Милли характер һыҙаттары хаҡында поэманың ниндәй урындарында әйтелә?

Башҡорт халҡына хас ҡунаҡсыллыҡ иҫкә алына. Был турала:

Вәт шулай. Хәҙер үҙеңде Ҡунаҡҡа алып китәм. Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң: «Башҡорт ҡунаҡсыл икән...»

тигән юлдарҙа күренә.

Шул рәүешле автор Үлмәҫбай образында башҡорт хал¬ҡына хас милли һыҙаттарҙы, милли традицияларҙы, батырлыҡ сифаттарын аса. Башҡорт халҡының хәрби традицияларының Ватан һуғышы шарттарында уңышлы дауам ителеүе хаҡында Илья Эренбург, Константин Симонов, бер туған Турҙар бик матур мәҡәләләр, очерктар яҙып сыҡтылар.

- Поэмала тағы ла ниндәй милли традициялар күренә?

- Үлмәҫбай менән Теребай һунарға ат менеп йөрөйҙәр.

Шағир был поэмаһында, үҙенең Ватан һуғышы осорон

сағылдырған бик күп башҡа әҫәрҙәрендәге кеүек үк, һыбай¬лы яугир образына мөрәжәғәт итә.

Мостай Кәрим бөтә ижады буйынса ир-егеттең таянысы, ҡанаты булған, егетте еңеүгә алып барыусы Аҡбуҙат обра¬зын һынландыра. «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғы¬рында ул:

Эйәрләне атай ялын үреп Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының Ҙур яуҙарҙа еңен ҡайтҡанын, -

тип яҙа. «Аҡбуҙымды мин төшөмдә күрҙем» шиғырында ла, «Үлмәҫбай» поэмаһында ла беҙ шул уҡ ат образын күрәбеҙ.

Шағир Мостай Кәримдең ижадында һыбайлы егет образы халыҡ ижадынан килеп ингән образ ғына булмайынса, халыҡ¬тың көндәлек тормошо менән бәйле, тыныс көнкүреше лә. Ватан өсөн көрәше лә ат менән бәйле булыуы һөҙөмтәһендә килеп ингән образ.

Уҡытыусы ҡыҫҡа ғына итеп һөйләп. М. Кәрим ижадында ат образының үҙәк урынды алып тороуының сәбәптәрен асыҡлай.

Мостай Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образдарын һүрәтләгәндә, ниндәй алымдарҙы файҙалана?

- Үлмәҫбай менән Теребай тормошта осрай торған реаль образдар. Шуның менән бергә автор был образдарҙы ижад итеүҙә фантастик элементтарҙы, әкиәттәргә хас алымдарҙы ла оҫта файҙалана. Автор Үлмәҫбай һәм Теребайҙы, улар менән бәйле ваҡиғаларҙы, бер яҡтан, реаль һыҙаттар менән һүрәтләһә, икенсе яҡтан, үҙ геройҙарына фантастик сифаттар ҙа бирә. Мәҫәлән, шағир:

Минең яҙғанды уҡығас, «Әкиәт», - тимә, ҡоҙа, Бына ул ята, ә үҙем Сылғау киптереп торам, -

тип, реаль тормош картиналарын һүрәтләй. Шул уҡ ваҡытта автор үҙе биш ҡарыш, һаҡалы етмеш ҡарыш ҡартҡа әкиәт геройы сифаттары биреү менән бергә, уның партизан булы¬уын да әйтеп үтә. Әкиәт алымдары поэмала ваҡиғаларҙың көсөргәнешлеген, геройҙарҙың батырлығын күпертеп күрһәтеү өсөн файҙаланылған.

- Рус әҙәбиәтендә «Үлмэҫбай»ға оҡшаған ниндәй әҫәр уҡығанығыҙ бар?

А. Твардовскийҙың «Василий Теркин» поэмаһының төп образы Теркин менән сағыштырырға мөмкин. Был әҫәрҙәр бер-береһенә төп геройҙары, образдары аша һуғышсыларға хас гүзәл сифаттарҙы, батырлыҡ, таҫыллыҡ, халыҡҡа хас оп¬тимизм һәм юморҙы сағылдырыуы менән яҡындар.

секретары булып эшлэүе, һуңынан Өфөлә журналистик эш¬мәкәрлеген дауам итеүе хаҡында һөйләй. Талантлы шағир Р. Ғарипов «Йүрүҙән», «Ташсәскә», «Һабан турғайы йыры», «Осоу», «Аманат» исемле китаптарҙың авторы. 1969 йылда рус телендә «Горицвет» («Умырзая») тигән китабы донъя күрҙе. Р.Ғарипов әҫәрҙәренең өс томы ([томы - 1996й., II томы - 1998 й., III томы - 2001 й.) баҫылып сыҡты.

«Рәми Ғарипов поэзияһы өсөн, - тип яҙа күренекле әҙәбиәт белгесе ғалим Ғ. Хөсәйенов, - уйсанлыҡ, тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Уның лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабыр¬лыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа ла мул ул поэзия. Башта уҡ ул тормошҡа маңлай күҙе менән генә түгел, күңел күҙе менән ҡарарға, ер шауына һиҙгер ҡолаҡ һалырға, шуларҙы йөрәге аша уҙғарып, шиғырға күсерергә тырыша. Шуға уның күңеле туған тәбиғәткә, туған халҡы¬ның күңел түрҙәренә нығыраҡ тартылды. Был, тәбиғи рәүештә, уның поэзияһында тыуған ер һәм туған халыҡ те¬маларын үҙәкләштереп ебәрҙе»1.

«Урал йөрәге» шиғырын үтер алдынан Урал тураһын¬дағы әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү өсөн әңгәмә алып барыла.

«Урал» йыры, «Ай, Уралым, Уралым» ҡобайыры. Сала¬уат Юлаевтың «Уралым» шиғыры фонояҙманан тыңлана, ятҡа һөйләгелә йәки уҡып сығыла. «Урал йөрәге» шиғырын уҡытыусы тулыһынса тасуири уҡый. Икенсе ҡат шиғыр өлөштәргә бүлеп уҡыла һәм уның идея-тематик йөкмәткеһен асыу өсөн әңгәмә алып барыла. Тәүге һигеҙ юлды уҡыған¬дан һуң, уҡыусыларға: «Р. Ғарипов Башҡортостанды һәм Ағиҙелде нимә менән сағыштыра?» - тигән һорау ҡуйыла. Уҡыусылар картаға күрһәтеп:

Урал күкрәгендә йөрэк кеүек, Башҡортостан - тыуған еркәйем. Шул йөрэктен ҡан тамыры булын. Күкһелләнә Ағиҙелкәйем, -

тигән юлдарҙы ятҡа йәки текстан уҡып әйтеп бирәләр.

- Шағир ҡурай тауышын ишеткәндә халыҡтың үткәндәре хаҡында нимәләр уйлай?

161

- Шағир халыҡтың ауыр үткәндәрен, ҡанлы тарих бит¬тәрен аҡтарып, илен ҡурсып үлгән ирҙәр тураһында уйлап һыҙлана. «Уралдың һәр ташына ҡанлы-данлы тарих яҙылған, илен ҡурсып үлгән батырҙарға ошо ерҙә ҡәбер ҡаҙылған.



' Ғ. Хөсәйенов. Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары. - Өфө, 1969.

6- 1.0117.05


Ҡәберҙәрҙә үҫкән аҡ ҡылғандар ошо батырҙарҙың сәсеме әллә, еңел ҡурай түккән моң-зарҙар әллә батырҙарҙың күҙ йәшеме», - тигән һорау ҡуя шағир.

Шиғырҙың өсөнсө строфаһын уҡығандан һуң түбәндәге һорау ҡуйыла:

- Был бүлектә ирек һөйгән халыҡ образы нисек тасуир¬лана?

Ирек һөйгән өсөн халыҡ батыры ҡарт Уралдың ҡая та¬шына бығауланған һәм ике башлы йыртҡыс ҡарағош уның күкрәгенә тырнаҡтарын ҡаҙап ҡанын эскән. Тимәк, шағир тыуған халҡының элекке ваҡытын Урал ҡаяһына бәйләнгән баһадир итеп, ә батша самодержавиеһын халыҡ күкрәгенә тырнағын батырған ике башлы ҡарағош итеп күҙ алдына килтерә.

- Был образды: ҡаяға бәйләнгән баһадир һәм уның ба¬уырын соҡой торған тимер тырнаҡлы ҡош образын беҙ ҡайҙа осратҡайныҡ?

Быны беҙ грек халҡының Прометей тураһындағы ми¬фында осратҡайныҡ.

Шиғырҙың дүртенсе бүлеге бер уҡыусынан уҡытыла.

- Был бүлектә Башҡортостан тарихының ниндәй биттәре асыла?

- Был бүлектә шағир башҡорт халҡының үҙ азатлығы өсөн алып барған ихтилалдары һәм был ихтилалдарҙың ут һәм ҡан менән баҫтырылыуы хаҡында хәтерләй. Ауылдарҙы яндырып, ихтилалдың етәксеһе Салауаттың маңлайына ҡыҙған тимер менән тамға һалыу кеүек аяуһыҙ ҡаты реп¬рессия сараларын иҫкә ала.

- Был аяуһыҙ иҙеү халыҡ яҙмышында нисек сағыла?

- Был аяуһыҙ иҙеүҙәр, репрессияларҙан халыҡ яфа сигә, ләкин теҙ сүкмәй.

Башҡорт халҡының революцияға тиклемге тормошон күргән яҙыусы Глеб Успенский: «һэлэк булыр башҡорт, һис һүҙһеҙ һәләк булыр был башҡорт!» - тип яҙған. Ләкин халыҡ физик яҡтан ҡырылһа ла, рухи яҡтан үлемһеҙ булып ҡалған. Был турала шиғырҙа нисек әйтелә?

Аҫтылар ҙа, мыҫҡыл итеп уны. Үлем юрап көлдө юраусы: Имеш, һуңғы башҡорт ҡәберендә Ҡурай уйнар һуңғы ҡурайсы! -

тип әйтелә. Был юлдарҙа халыҡтың ауыр яҙмышы, үлемһеҙ¬леге бик асыҡ күҙ алдына килә.

Шиғырҙың бишенсе бүлеге бөтә синыф менән (хор менән) уҡыла һәм мәғәнәһе асыҡлана.
Алтынсы строфала шағирҙың үткәндәргә ҡайтып урауы рәүешендә лирик сигенеү бирелә, етенсе бүлектең һигеҙ юлы бер уҡыусынан уҡытыла, уның мәғәнәһен асыҡлағандан һун. шағирҙың илһөйәрлек хистәренең һөҙөмтәһе булып яңғыраған һуңғы дүрт юлы хор менән уҡыла.

Шиғырҙы уҡып, идея-тематик йөкмәткеһен анализлап сыҡҡандан һуң. Урал йөрәге Башҡортостан образына түбәндәге план буйынса тулы ҡылыҡһырлама бирелә.

1. Башҡортостан һәм Ағиҙелде шағир нимә тип атай? Былай атауҙың мәғәнәһе нимәлә? 2. Шағир Башҡортостан та¬рихы менән бәйле ниндәй ваҡиғаларҙы аса? Уның ҡанлы, данлы тарихын, яуҙа үлгән батырҙарын, халыҡтың элекке яҙмышын, тормошон ул нисек күҙ алдына килтерә? 3. Баш¬ҡортостандың бөгөнгөһөн шағир ниндәй һүҙҙәр аша тасуирлай? 4. Урал йөрәге образы һуңғы бүлектә нисек тасуирлана?

Бер-ике уҡыусы Урал йөрәге образына ҡылыҡһырламаны тулыһынса ҡабатлай. Дәрес аҙағында шиғыр фонояҙма бу¬йынса тыңлана.

Р. Бикбаев ижадын өйрәнеү

Р. Бикбаев ижадын өйрәнеүҙе уның күренекле халыҡ ша¬ғиры, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, йәмғиәтебеҙҙә барған иң мөһим ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашып, илебеҙ алдында торған бурыстарҙы хәл итеүгә ҙур өлөш индергән оло шәхес булыуын баһалауҙан башлар¬ға кәрәк.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Ғ. Сәләм исемендәге премиялары лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Рауил Төхвәт улы Бикбаев бөгөнгө әҙәбиәте¬беҙҙең йөҙөн билдәләүсе талантлы әҙип һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәре.

Ул - иң әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, үҙенең талант көсө менән йәмғиәтебеҙҙе гуманлаштырыу, демократлапггырыу эшенә айырыуса ҙур өлөш индерә. Уның ижады халҡыбыҙҙы, бигерәк тә йәш быуынды, рухи яҡтан тәрбиәләүҙә, милләте¬беҙҙең бәҫен күтәреүҙәге роле юғары баһаға хаҡлы. Шуға күрә лә уның ижады урта мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары программаларында айырыуса ҙур урын алып тора.

6'

163


Р. Бикбаевтың VI—VIII синыфтарҙа «Уралыма», «Салауат ҡылысы», «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!», «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Хәҙистэр». «Башҡор¬тостан бында башлана», «Дауыл», «Барып етһен ине хатта-

рым», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта», XI синыфта «Автобио¬графия», «Ғүмер уртаһы», «һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!», «Ете быуыным», «Ваҡыт менән һөйләшеү», «Халҡыма хат» шиғырҙары өйрәнелә.

Р. Бикбаев ижадында ла башҡа халыҡ шагарҙарына хас булғанса, тыуған ерг^-хаЗшс/-—ғемаһьг төп урынды биләй. Мәҫәлән, Башҡортостан темаһына М. Кәрим, Н. Нәжми. Р. Ғари¬пов. Р. Бикбаев кеүек халыҡ шағирҙары, талантлы шағирҙар Ф. Туғыҙбаева, Х. Назар ижад иткән. Уларҙың ижадында Баш¬ҡортостан төрлө яҡлап: республикабыҙ тәбиғәтенең бай һәм матур булыуы, тарихи үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге лә, халҡыбыҙҙың уға һөйөү хисе лә киң сағылдырыла. Р. Бикбаев та ижадының тәүге аҙымдарынан уҡ үҙенең поэзияһының төп маҡсаты, төп темаһы игеп тыуған ергә һөйөү, уны данлау проблемаһын ала. Уның тыуған илгә һөйөү тойғоһо бик иртә уянып, ул Б1рымбур далаларын маҡтауҙан башланы.

Күҙ иңләмәҫ киңлек булып, һағындыра күк далам. Тыным тарыға офоҡһоҙ. Далаһыҙ күҙем тала.

тип яҙҙы шағир тыуған ерен һағынып. Артабан уның ижа¬дында бөтә Башҡортостан, уның халҡының тарихи яҙмышы төп темаға әүерелде.

Шағир VI синыф дәреслегенә ингән «Уралыма» шиғы¬рында дала темаһынан Урал образын һүрәтләүгә күсә. Хал¬ҡыбыҙҙың хәрби традицияларын иҫенә төшөрөп, ул баҫып алырға килгән килмешәктәр өсөн еңелеү белмәҫ Уралды ҡылыс менән сағыштыра. Яҙыусы үҙенең Уралға мөхәббәтен сағылдырып. Урал шишмәләре хаҡында былай тип яҙа:

Шишмәләрең минең йөрэк аша Сылт ыр-сылтыр ағып үтәләр. Йөрәгемә гүйә ҡаным түгел. Шул шишмәләр йәшәү илтәләр...

«Салауат ҡылысы» шиғырында һуңғы йылдарҙа Салауат ҡылысының табылыуы хаҡында һүҙ бара. Ҡылыс тураһында тәрән уйҙарға бирелгән шағир:

Был ғүмерҙең иң аяныс мәле Батыр ҡулынан ҡылысы төшкәне. Батырҙарҙан батырҙарға күсмәй Дошманының ҡулына күскәне. Ҡылысын тотҡан саҡта һатлыҡ йәндәр. Эй янғандыр батыр яраһы...

Салауаттың һүҙен берәй яуыз Телебеҙҙән йолҡоп ҡараһын!

тип халыҡ йөрәгендә Салауат исеменең үлемһеҙлеген раҫланы.

VIII синыфта үтелгән «Дауыл» шиғырында лирик герой ҡурҡаҡтарҙы - тере ҡурсаҡтарҙы, ҡарундарҙы, мещандарҙы - бөтә иҫкергәнде дауыл булып быраҡтырырға теләү тойғоһон белдерә. Был шиғырҙа «иҫкергәнде ҡырып үтергә» саҡырып, шағир мещандарҙы, ҡарундарҙы «ығы-зығы батҡағынан йолҡоп алып. аждаһаны һаҙлығынан күккә күгәрер ҙә быраҡтырыр инем», - тип яҙа. Шағир йәмғиәтте үҙғәртеп ҡороу, яңыртыу, сафландырыу өсөн дауыл булып көрәшкә күтәрелергә саҡыра.

Дауыл булһам икән,

Ер өҫтөнән

Иҫкергәнде ҡырып үтергә!

Таяуҙарға, аяуҙарға ышанып,

Н инә ерҙә донъя көтөргә? * * *

Булһаң икән дауыл ҡанаты!

Осам, осам дауылдарға ҡаршы

Ҡанатымды ҡанатып, -

тип яҙа ярһыу йөрәкле лирик герой.

«Башҡортостан бында башлана» шиғырын өйрәнеү алды¬нан республикабыҙ тураһындағы шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөп, уҡыусыларҙың хәтерендә ҡалған өҙөктәрҙе ятҡа һөйләтеп үтеү, уның матур тәбиғәтен тасуирлаған һүрәттәрҙе күрһәтеү, музыкаль әҫәрҙәрҙе, халыҡ йырҙарын тыңлатыу идея-эстетик тәрбиә биреү яғынан ҙур әһәмиәткә эйә. Ошон¬дай инеш дәрестән һуң поэма тулыһынса тасуири уҡыла һәм әңгәмә өсөн уҡыусыларға һорауҙар бирелә.

Шиғырҙың тәүге дүрт куплетын уҡығандан һуң Башҡор¬тостандың ҙурлығы, киңлеге, байлығы тасуирланыуы хаҡын¬да «Яйыҡ туғайынан Сөн ярына, Юшатырҙан Әйгә ҡәҙәрле» Башҡортостан еренең һәр ҡарышының ҡәҙерле булыуы асыҡлана, һуңғы строфаларҙа Башҡортостандың киңлеге, байлығы ғына түгел, кешеләренең республика алдындағы яуаплылығы хаҡында ла әйтелә. Башҡортостан исеменән бөтә донъяны урап сыҡҡан улдарының уның йөҙөн ҡыҙарт- маҫлыҡ, һәр саҡ яҡты, асыҡ, уның ғорурлығын арттырыр- лыҡ булырға тейешлеге һөйләнелә. Шиғыр шағирҙың ил ул¬дарын кешеләргә тура ҡарарлыҡ яҡты йөҙлө булырға саҡы¬рыуы менән тамамлана.

«Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда» шиғырында тәбиғәт¬тең бер матур мәле - йүкәләрҙән һығылып бал тамған йәйге осор сағылдырыла. Шағир тәбиғәттең был йәмле са¬ғын сәйгә тәм биргән йүкә балының еҫен һәм аҡландарҙа тулышып бешкән еләк тәмен тойорлоҡ итеп һүрәтләй. Унда тәбиғәттең терелткес көсө. кешелә йәшәү дәрте, хеҙмәт дәрте уятыуы, шағир ижадына илһам, көс биреүе бик оҫта сағылдырылған. Шиғыр:

Талпынғанда йырым.

Ысыҡ йырып.

Ҡаршыларға сығам ал танды.

Йырҙарыма ысыҡ сафлыҡ ҡойһон,

Йүкәләрҙән һығылып бал тамһын, -

тип, ошондай оптимистик юлдар менән тамамлана.

«Барып етһен ине хаттарым» шиғырында сағылдырылған осор хаҡында уҡытыусының ҡыҫҡа ғына инеш һүҙенән һуң, әҫәрҙе тулыһынса тасуири уҡыу, шулай уҡ уны фонояҙма- нан тыңлау тексты үҙләштереүҙең әһәмиәтле этабы булып тора. Тасуири уҡыу һөҙөмтәһендә әҫәрҙе уҡыусыларҙың эмо¬циональ ҡабул итеүенә ирешеү текст өҫтөндә эштең мөһим этабы. Уҡыусыларҙың шиғырҙы эмоциональ ҡабул итеүенә ирешкәндән һуң әҫәргә анализ яһау өсөн түбәндәге һорауҙар¬ҙы бирергә мөмкин:

Шағирҙың халҡына хат яҙыуының сәбәбен нисек аңлатыр¬һығыҙ? Текстан шул хаҡта яңынан уҡып, үҙ фекерегеҙҙе әйтегеҙ. Шағирҙы ниндәй уйҙар борсой? Шағирҙың ил. халыҡ яҙмышы хаҡында борсолоуҙары тураһындағы өҙөктө уҡып сығығыҙ. Шағирҙың борсолоуҙарын. уның сәбәбен бел¬дереп, телдән йәки яҙма рәүештә инша яҙып килергә эш бирелә. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙендә шағирҙың халыҡты уяулыҡҡа, әүҙемлеккә, үҙ яҙмышы хаҡында уйланырға, ғәм¬һеҙлеккә сик ҡуйырға, үҙ бәхете өсөн хәстәрлек күрергә кәрәклеген билдәләп үтә.

«Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта» шиғырын тасуири уҡып сы¬ғырға һәм икенсе ҡабат өҙөктәргә бүлеп уҡыу һор бүлектең идея-тематик мәғәнәһе, образдары хаҡында комментарийҙар биреү айырыуса һөҙөмтәле буласаҡ. Шиғырҙа һүрәтләнгән ер образына текст һүҙҙәрен файҙаланып ҡылыҡһырлама бирелә.

Факиһа Туғыҙбаева ижадын өйрәнеү

Факиһа Туғыҙбаева талант көсө һәм арыу-талыу белмәй эшләгән фиҙаҡәр хеҙмәте менән бөгөнгө әҙәби процеста үҙен иң алдынғы шағирҙар рәтенә ҡуйҙы. Төрлө тема, төрлө жанр¬ҙарҙы эсенә алған киң ҡоласлы ижады менән халыҡ күңе¬лендә оло ихтирам яуланы, шағирәләрҙән беренсе булып Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды.

Ил яҙмышын, халыҡ яҙмышын һүрәтләүҙе ижадының төп маҡсаты, төп асылы итеп алған шағирэ ижадында ҡанлы, данлы тарихыбыҙҙың төрлө осорҙарын, азатлыҡ өсөн көрәш¬тең башында торған Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич кеүек ҡаһармандарҙың үлемһеҙ исемдәрен, фажиғәле яҙмыштарын һүрәтләүгә ҙур урын бирҙе.

Шағирә ижады халҡыбыҙ тарихын бөгөнгө ҡаршылыҡлы, хатта хәүефле заман менән бәйләнештә һүрәтләп, үткәндәрҙе онотмаҫҡа, унан киләсәк өсөн фәһем, һабаҡ алырға саҡы¬рыуы менән айырыуса әһәмиәтле.

Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты талантлы шағир Хәсән Назар, шағирә ижадының үҙенсәлеген баһалап: «Факиһа рухи яҡтан Аҡмулланың ҡыҙы. Бабичтың һеңлеһе. Был - ҡәрҙәшлек. Көнөбөҙ, еребеҙ уны дауамлы итһен», тигәйне. Был һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған. Хәсән Назар поэзия тураһындағы фекерен дауам итеп: «һәр саҡта ла, һәр осраҡта ла ерлсклелек, миллилек, халыҡсан¬лыҡ - улар тәбиғилектең, тимәк. ысынлыҡтың нигеҙе булды һәм буласаҡ. Был ғына ла етмәй. Шәхес менән ижад бөтөнлөгө - беҙҙең шиғриәттә Мостай Кәрим, Назар Нәжми. Рәми Ғариповтарҙан көс алған был сифат быуаттың һуңғы осоронда нығынды, үҫте. Бында Факиһа Туғыҙбаеваның да өлөшө бар. Тағы килеп, сифат яңырышына бәйле, шиғриәттә бер бөтөн булып һандуғаслыҡ менән бөркөтлөк ҡауышһын. Был - борондан килгән, аҫыл йырҙар, ҡобайырҙар, эпостар ҡуйған талап. Ҡәрҙәшлек һулышын Факиһа Туғыҙбаева ижа¬дындағы ошо һыҙатта ла күрәм».

Әҙәбиәттең кешелек донъяһындағы ролен билдәләп: «Маҡ¬сат бит милләттең рух көсөнә хеҙмәт итеү. Ижад әһәмиәтен мин шулай аңлайым. Үҙемде, тимәк, милләтемде уйлайым, милләтемде, тимәк, үҙемде хәстәрләйем», - тип яҙҙы Факиһа Туғыҙбаева ижадының юғарылығын объектив баһалап.

Факиһа Туғыҙбаева ижады йәш быуынға белем һәм идея- эстетик, патриотик тәрбиә биреүҙә, әҙәп-әхлаҡ нормалары формалаштырыуҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Шуның әсән урта мәктәп программаларында һәм дәрес¬лектәрҙә уны өйрәнеүгә мөһим урын бирелгән. VIII синыфта шағирәнең «Аҡмулла» шиғыры, «Ҡыңғырау» поэмаһын өйрә¬неү, синыфтан тыш уҡыу китаптарына «Йыр тураһында», «Тағы ла йыр», «Мәңгелек моң», «Ҡурҡаҡлыҡлың үҙ-үҙенә мәҙхиәһе», «Моң», «Башҡорт йыры» шиғырҙары ингән. XI синыфта Ф. Туғыҙбаеваның ижады әҙәби портреттар бүлегендә өйрәнелә. Шағирәнең бай ижадын өйрәнеүгә сәғәттең әҙ бүлен¬гәнен иҫәпкә алып, уҡыусыларҙың әҫәрҙәрҙе үҙ аллы уҡыу һәм анализ яһау күнекмәләрен үҫтереүгә, синыфтан тыш уҡылған әҫәрҙәрҙе программа материалы менән бәйләнештә өйрәтеүгә айырыуса ҙур иғтибар биреү күҙ уңында тотола.

Ф. Туғыҙбаеванын «Акмулла» шиғырын өйрәнеү

Шағирәнең Аҡмулла, Шәйехзада Бабич кеүек бөйөк шәхес, бөйөк шағирҙарға мөрәжәғәт итеп яҙған «Тәүбә» поэ¬маһы, «Аҡмулла» шиғыры халыҡ күңелендә айырыуса хуп¬лау тапты. Күләме яғынан ҙур булмаған «Аҡмулла» шиғыры кинәйә юлы менән ҙур фекерҙәрҙе, мәғәнәле һүҙҙәрҙе үҙ эсенә ала.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет