ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет27/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27

«Рәми Ғарипов поэзияһы өсөн, тип яҙа күренекле әҙәбиәт белгесе ғалим Ғ. Хөсәйенов, - уйсанлыҡ, тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Уның лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабыр¬лыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа ла мул ул поэзия. Тормошҡа маңлай күҙе менән генә түгел, күңел күҙе менән ҡарарға, ер шауына һиҙгер ҡолаҡ һалырға, шуларҙы йөрәге аша уҙғарып, шиғырға күсерергә тырыша ул тәүҙән үк. Шуға уның күңеле туған тәбиғәткә, туған халҡының күңел түрҙәренә нығыраҡ тартылды. Был, тәбиғи рәүештә, уның поэзияһында тыуған ер һәм туған халыҡ темаларын үҙәкләштереп ебәрҙе» . Рәми Ғариповтың гел яҡтыға, яҡшы киләсәккә өмөт ышаныс менән йәшәүе Ф. Туғыҙбаеваның шиғырында айырыуса көслө сағылыш тапҡан. Ләкин шағир үҙе теләгән, үҙе өмөт иткән ҡояшҡа барыу юлы уның өсөн фажиғәле бөткән:

Ул Ҡояшҡа китеп бара ине, «Имеш, берәү - донъя күсәре. Батшаларға баш бирмәгән була», Ярандарҙың ташты үстәре. Иырлай-йырлай атлауында булды. Арттан килеп аяҡ салдылар: «Үҙ-үҙеңдән баш тарт!» Идеалдарын

Ҡорбан байрамында салдылар.

Ни тамаша,

Ниндәй ҡыҙыҡ унда?

Иҫ китәрлек тағы ни ҡупҡан?

Ҡояшына барған саҡта

Батырғандар ергә тубыҡтан.

Буйһонманы!

һынды...

һуңғы тапҡыр

Ҡулын юғарыға ул һондо;

Дошмандары дузҡа әйләнделәр.

Бары Ҡояш уны юҡһынды...

Ул Ҡояшҡа китеп бара ине...

Халҡыбыҙҙы алға әйҙәүсе Рәми Ғарипов ижадының әһә¬миәтле үҙенсәлектәре тураһында Х. Назар былай гип яҙҙы:

Иман булды миңә туған моңдар. Рух Бабич һәм Рәми янында: Сәм уятты улар ҡаныбыҙҙа. Ғәм уятты илдең аңында. Киң күңелең шундай яҡты ине! Ғорурлыҡ та һиңә тиң булды. Тәбиғәттең үҙ балаһы бит һин,

Табынғаның туған тел булды. * * *

Ил тойғоһо бар тормошом минең, Тын алышым, йөрәк тибешем... Ул ҫазабым, ул хазинам минең һәм иҫбапиар уны тик эшем.

Илебеҙ алдына иҡтисади үҫеште тиҙләтеү, кеше факторын активлаштырыу, йәмғиәтте де.мократлаштырыу һәм гуманлаш- тырыу кеүек мөһим бурыстар ҡуйылған бөгөнгө шарттарҙа ғәҙеллекте, хаҡлыҡты, намыҫты бөтә нәмәнән дә өҫтөн ҡуйған, замандың йөрәк тибешен, ҡайғыһын һәм шатлығын, уңышта¬рын, еңеүҙәрен дә, фажиғәле ҡаршылыҡтарын да дөрөҫ яҡ¬тыртҡан яҙыусыларҙың ижады айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

* * *


Заманым тип йөрәк ярмаһам да. Заман ярып үтте йөрәкте.

Заман темаһы әҙәбиәттә иң ҙур, иң мөһим тема. Заман темаһын дөрөҫ асыу бөйөк таланттар эше. Талант ҡына ла етмәй, бәлки Рәми Ғарипов кеүек ил тойғоһо менән янып йәшәү, уның кеүек заман ҡаршылыҡ!арын күрә, баһалай белеү, бигерәк тә үҙ йөрәгең аша үткәреү мөһим.

Рәми Ғарипов күп кенә шиғырҙарында үҙен заман улы тип атаны. Ләкин шағир заманды тик бер төҫтә генә һү¬рәтләүҙән алыҫ торҙо. Тормоштоң ҡаршылыҡлы, фажиғәле, хәүефле яҡтарын күргән һайын, шағирҙа яуаплылыҡ тойғоһо ла арта барҙы.

Һәр замандың үҙ заңы бар: Тантанаһы, хурлығы. Түбәнлеге, бейеклеге, Ваҡлығы һәм ҙурлығы, -

тип яҙҙы.

Рәми Ғарипов үҙенең шиғырҙарында замандың бөгөнгөһөн уның үткән тарихы менән бәйләп яҡтыртты:

Заманаһы - заманға. Яҡшылығы яманға. Дөрөҫлөгө ялғанға Барыһы бергә ялғанған!..

Йомғаҡ кеүек сыуалған тарихты һүтергә, анализларға һәм дөрөҫ баһа бирергә тырышты. Бөгөнгөһөн уйлап, иртәге¬һен буйлап киләсәккә ҡараш ташланы, уға ышанды һәм кешеләрҙе киләсәкте төҙөү өсөн көрәшкә саҡырҙы:

Мин үткән дә, киләсәк тә булдым Бөгөнгө лә булдым - бөтәһе, -

тип яҙған шағир үҙенең «Сашуат батыр», «Урал йөрәге», «Башҡортостан» кеүек шиғырҙарында халыҡ тарихының дан¬лы ваҡиғаларына, героик традицияларына мөрәжәғәт итте, бөгөнгө һәм киләсәкте төҙөү өсөн тарихтан өйрәнергә, унан һабаҡ алырға кәрәклекте, киләсәктең гүзәл кешеһен тәр¬биәләүҙә ыңғай традицияларҙың күсәгилешлегенең, быуындар бәйләнешенең роле ҙур булыуын раҫланы.

Шағир халыҡ тарихының героик традицияларына мөрә¬жәғәт итеү менән бергә, замандың иң оло трагедияһын тыу¬ҙырған шәхес культы хаҡында ла ҡыйыу һүҙен әйтеп ҡал¬дырҙы.

Заман рухын һүрәтләү өсөн яҙыусының уны сәйәсәт, иҡтисад, фән, мәҙәниәт, әхлаҡи яҡтан үҫеш кимәлен тәрән анализлауы мөһим. Шул саҡта ғына заман геройы рухи, әхлаҡи юғарылыҡта асыла. Заман темаһын яҡтыртҡанда заман һәм шәхес, заман һәм халыҡ, заман һәм тарих һ. б. пробле¬малары үткер һәм ҡатмарлы талап булып ҡала. Р. Ғариповгың үрҙә әйтелгән «Заман заңы» тигән шиғырында замандың бер төрлө генә булмауын, бәлки тантанаһы ла, ҙурлығы ла, хур¬лығы ла, бейеклеге, түбәнлеге лә булыуын, уларҙың барыһы бергә һыйышып йәки көрәшеп йәшәүен дөрөҫ сағылдыра.

Р. Фәхретдин «һәр хәлдә замандың үҙендә ғәйеп юҡ. Ғәйеп шул заман эсендә йәшәүсе әҙәм балаларының үҙ¬ҙәрендә» тигәйне. Йыш ҡулланылған был һүҙҙәр дөрөҫ кеүек яңғыраһа ла заман башҡа заң башҡа тигән халыҡ һүҙендә әйтелгәнсә, һәр замандың үҙенә хас үҙенсәлектәре сағылһа, бер заман эсендә лә. Рәми Ғарипов шиғырында әйтелгәнсә, күп төрлө ҡаршылыҡтар, бейеклектәр, түбәнлектәр, ҙурлыҡ¬тар, хурлыҡтар менән бергә йәшәүсән. Ул ғәҙеллекте яҡлаусы шәхес булараҡ, заман менән килешеп йәшәмәне, уның етеш¬һеҙлектәренә күҙ йомоп ҡараманы, улар тураһында үҙенең тоғро һүҙен әйтеп, заманды үҙгәртергә, уны камилыраҡ итеп күрергә теләне.

Заман менән шәхес араһындағы мөнәсәбәт Р. Ғариповтың күп кенә шиғырҙарында сағылыш тапты. «Заман һәм мин» шиғырында көнөн эшләп, төнөн шиғыр яҙған шағир үҙен за¬ман улы тип иҫәпләр өсөн аҙ ҡысҡырып күберәк эш эшләргә ынтыла. Ләкин шағир заманым тип ҡысҡырмаһа ла заман елдәре уның йөрәгенә барыбер килеп ҡағыла, «мин заманым тиеп ҡысҡырманым, йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы» тип яҙырға мәжбүр була.

«Зарланмайым заманыма» тигән шиғырында үҙенең заман алдында бер ниндәй ғәйебе булмауын белдереп, заманды үҙенең үткән юлын күҙ һирпеп ҡарарға һәм үҙенсә сара күрергә лә саҡырып ҡарай. Шулай итеп заманға мөрәжәғәт итә һәм уның үҙенә дөрөҫ ҡарашын көтөп:

Заманына һор кем бала. Ҡабатлай заман холҡон: Күтәрәм мин бөтәһен дә. Күтәргән кеүек халҡым!

тип үҙен замандың йәберләүҙәренә түҙемле булырға саҡыра.

Ләкин заман аяуһыҙ, сөнки демократия булмаған илдә хакимдар халыҡ тауышын ишетмәй, шәхес культы осорҙарын иҫкә төшөрһәк, ғәйепһеҙ күп миллиондарҙың ҡорбан булыуын күҙ алдына баҫтырырға мөмкин.

Рәми Ғариповтың Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булған «Табыныу» поэмаһы һәм «Умырзая йыры» китабына ингән шиғырҙарында шағирҙың бөгөнгө үҙгәртеп ҡороу заманы өсөн иң актуаль проблемаларҙы алдан күрә белеүе, уны үҙ ваҡытында ҡыйыу күтәреүе һәм киләсәк бы¬уынға изге аманат итеп әйтеп ҡалдырыуы менән әһәмиәтле.

Шағирҙың шәхес культы һәм торғонлоҡтоң тынсыу һауаһы шарттарында ижад иткән шиғырҙары, поэмалары - киләсәк быуынға әйтеп ҡалдырған изге аманаты үҙгәртеп ҡороуҙы идеологик яҡтан тәьмин итеүгә, тормошто яңыр¬тыуға, кеше күңелен, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен сафлан¬дырыуға. яңыса фекерләүҙе формалаштырыуға хеҙмәт итә. Р. Ғарипов заманыбыҙҙың ин оло трагедияһын тыуҙырған шәхес культы хаҡында илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу әле башлан¬маған осорҙа - торғонлоҡ йылдарында әйтеп ҡалдырҙы.

Шағир 1937 йыл фажиғәһен дөрөҫ баһаланы. Сталиндың шәхес культының күп миллионлы ҡорбан килтереүе әле ул саҡ билдәле түгел ине. Билдәлелек шарттарында осорҙоң трагедиялары көндән-көн нығыраҡ асыла барҙы.

Шағир Рәми Ғарипов шәхес культын фашлау менән бергә ошо осорҙа халыҡтың хеҙмәте нигеҙендә ирешелгән уңыштарҙы ла юғары баһалай. Осорҙоң ҡаршылығын ул «бер осонан бал, икенсе осонан ҡан тамған» серле ҡурай образы аша дөйөмләштерҙе. Тарихты дөрөҫ баһалауҙың, шәхес культын фашлауҙың киләсәк өсөн, йәмғиәттең артабанғы үҫеше өсөн әһәмиәтле булырын айырыуса ныҡ иҫкәртте.

Шәхес культы осоро фажиғәләренең сәбәптәре һуҡыр табыныуҙа, халыҡ зиһененең томаланыуында, йоҡоға талы- уында, ғәмһеҙлектә, тип күрһәтә шағир.

Шәхес культына ҡаршы торорлоҡ көс - халыҡ. Иле¬беҙҙең данын күтәргән халыҡҡа шағир:

Бөтә донъя беҙгә табынғанда Ниңә һуң беҙ уға табындыҡ! Гүйә, беҙ юҡ инек! Ниңә шулай, Ер аҫтына һеңеп аҡҡан һыуҙай. Хаҡлыҡ өсөн һуңлап табылдыҡ?! -

тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте.

Килер быуындарҙы тарихтан һабаҡ алырға саҡырып:

Ете йәшәр ләкин күреп торһон Етмеш йәшәр ниҙәр ҡылғанды!

Был вәхшәтте гарих онотмаһын. Онотмаһын тыуыр быуындар. Ерҙә тағы берәй алла тыуһа. Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!

тип яҙҙы, уяулыҡҡа өндәне, батшаларҙы еңгән, ай-йондоҙға баҡҡан хеҙмәт кешеһен ижад кешеһен данланы.

Шағирҙың «Табыныу» поэмаһы яҙылғандан һуң илебеҙ торғонлоҡ осорон кисерҙе. Хаҡлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш, йәмғиәттең үҫеше тотҡарланыуы, шуның һөҙөмтәһе ришәүәт- селек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ. дәүләт пландарын үтәү урынына ал¬дап яҙыуҙар, хөкүмәт ҡаҙнаһын талау, наркомания, эскесе¬лек, хулиганлыҡ һ. б. шуның кеүек күренештәр сәскә атты. Ғәҙеллек өсөн, хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе тура һүҙле кешеләргә эшләү һәм көрәшеү ауырлашты. Йыш ҡына уларҙың исемдә¬ре нахаҡҡа рәнйетелде, ярлыҡ йәбештерелде. Бөйөк рус яҙыусыһы А. Т. Твардовскийҙың алтмышынсы йылдарҙа яҙы¬лып та үҙгәртеп ҡороу йылдарына тиклем баҫылмай ятҡан «По праву памяти» әҫәре кеүек, Р. Ғариповтың да «Табы¬ныу» поэмаһы 1988 йылға тиклем донъя күрә алмай ятты.

Шағир торғонлоҡ йылдарында ауыр шарттарҙа, нахаҡҡа рәнйетелеп йәшәне. Ләкин ул үҙ ғүмерен һуңғы һулышына тиклем хаҡлыҡ, ғәҙеллек өсөн, ижад менән, йыр, шиғыр менән тулы киләсәк өсөн көрәшкә арнаны.

Шәхес культы осороноң ҡойондары Рәмиғә айырыуса көслө ҡағылды.

Шул заманым минең саф иманым, Ир булырға ул бит өйрәтте,

тип яҙҙы шағир шул замандың дауылдарына түҙеп йәшәүе тураһында. Ләкин заман һом шәхес бәрелешендә миллионла¬ған кешеләрҙе һәләк иткән заман дауылдары көслөрәк бу¬лып сыҡты.

Заманым тип тамаҡ ярмаһам да Заман ярып үтте йөрәкте, -

тип яҙған шағирҙың ғүмере ваҡытһыҙ бик иртә ӨҘӨЛДӨ.

* * *


Кәрәк булһа, илем, телем өсөн Ғәзиз күмеремде бирермен.

К. Д. Ушинский кеүек ғалимдарҙың, бик күп яҙыусыларҙың ижадында туған телдең әһәмиәте бигерәк тә йәш быуынды аҡыл йәһәтенән үҫтереүҙә юғары кешелеклелек, әҙәп, әхлаҡ сифаттары формалаштырыуҙа гуманизм рухында тәрбиәләүҙә ге роле тураһында бик күп яҙылды. Ләкин бөгөнгө педагогика фәнендә лә, йәмәғәтселек, милли сәйәсәт эшмәкәрлегендә лә фәнни яҡтан нигеҙләнгән был күрһәтмәләр бик һирәк иҫкә алына йәки бөтөнләй алынмай.

К. Д. Ушинский теләһә ниндәй халыҡты иң аяуһыҙ ҡыҫыу - уның телен, рухи мираҫын ҡыҫыу тип яҙғайны. Ул милләтте милләт иткән туған телде уҡытыу мәсьәләһен фәнни-теорегик яҡтан нигеҙләне. Йәмғиәттә һор милләтте төп милләт итеп формалаштырыу өсөн шул милләт балаларын үҙ туған телендә уҡытыуҙан башларға тигән ҡанундың тор¬мош талабы булыуын раҫланы.

Р. Ғарипов менән Р. Бикбаевтың туған тел тураһында яҙған шиғырҙары, мәҡәләләре бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә хәл ите¬леп бөтмәгән, йәмәғәтселектең иғтибарын талап иткән иң актуаль мәсьәлә булып ҡала. Р. Ғариповтың илдәр, телдәр араһында ысын дуҫлыҡтың әһәмиәтен сағылдырып:

Телде телдәр хушһынмаһа, Артылмаҫлыҡ тау булыр. Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр. Дау артынан яу булыр, -

тип иҫкәртеүе бөгөнгө болалар, ҡан ҡойоштар тыуҙырған ҡыҙыл-һары, бәрхәт революциялар заманында беҙҙе айырыуса уяу булырға саҡыра.

Ғарипов ижадында тыуған ер һәм туған тел темаһы айырылғыһыҙ берҙәмлектә сағылдырылды. Тыуған ергә һөйөү - туған телгә булған һөйөүҙән айырып ҡаралманы.

Тыуған ерен. туған телен маҡтап туя алмаған шағир, «гел иҫке бер ҡылда уйнайһың», тигән боронғо бер дуҫына:

Бер генә тик иҫке туған телем. Бер генә тик иҫке ер генәм.

тип яуап бирә.

Рәми Ғариповҡа арнай яҙған «Был ерҙәрҙә» шиғырында Назар Нәжми шағир күңеленең тыуған ер һәм туған тел менән ҡушылып үҫеүе хаҡында:

Тәбиғәт бер бөйок шағир кеүек, һәр тауҙы һәм һыуҙы, игенде. Кафиэләп шиғыр юлдарына Шундай оҫта һалған шикелле. Үҙ телендә һәм үҙ лөғәтендә Аңлашалар төҫлө был ерҙәр.

тигән матур юлдар аша әйтеп бирҙе.

Туған телгә булған һөйөүҙе тыуған илгә булған һөйөү менән айырылғыһыҙ берҙәмлектә һүрәтләп, шағир был тойғоно башҡа халыҡтарҙың теленә, еренә ихтирам, хөрмәт, интерна¬циональ дуҫлыҡтан айырып ҡараманы.

Мин инандым ысын иманына.

Бар моңона бөтә телдәрҙең.

Миңә яҡын. ғәҙел, яҡты. ысын.

Татыу ғаиләһе илдәрҙең, -

тип яҙҙы шағир туған тел тураһындағы шиғырҙарының ин¬тернациональ рухын сағылдырып.

«Туған тел». «Аманат» шиғырҙарында туған телдең шәхесте формалаштырыуҙағы ролен асыуға ул айырыуса ҙур ихтибар бирә.

Шағир балаларҙың аҡыл йәһәтенән үҫешендә, идея-сәйәси. әхлаҡ, эстетик тәрбиә биреүҙә туған телдең ролен билдәләп:

Бәпләп-әрләп. тел менән Кеше иткән инәбеҙ. Эшле иткән инәбеҙ: һөйләп-көйләп, тел менән Хисле иткән инәбеҙ, Көслө иткән инәбеҙ. Күҙебеҙҙе тел менән Пурлы иткән инәбеҙ. Үҙебеҙҙе тел менән Йырлы иткән инәбеҙ! -

тип яҙҙы.

Шул рәүешле Рәми Ғарипов, туған тел, әсәнең бишек йыры аша, бәпләп, әрләп, көйләп, һөйләп аңлатҡан һүҙҙәре ярҙамында баланың тормош тураһында тәүге төшөнсәләрҙе алыуын, уның аңы, донъяға ҡарашы, әҙәп-әхлаҡ нормалары формалашыуын күрһәтә.

Телде хөрмәтләмәү, уны һанға һуҡмау баланың аҡыл үҫешендә, әхлаҡи-этик ҡараштарҙың, ҡағиҙәләрҙең формала- шыуында тотҡарлыҡ яһай, бындай кеше «таш кеүек ҡатып ҡала, иленә имгәк була» тип иҫкәртә шағир.

Бөгөн, йәш быуынды тәрбиәләүҙә туған телдең ролен күтәреү мәсьәләһе бөтә йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгенә ҡуйылған ваҡытта, Рәми Ғариповтың бынан күп йыл элек яҙылған «Туған тел» һәм «Аманат» шиғырҙары бик ваҡытлы һәм актуаль яңғырай.

Торғонлоҡ йылдары башҡорт теле өсөн айырыуса фажи¬ғәле булды. Башҡорт теле төрлө яҡлап ҡыҫырыҡланды. Рес¬публикабыҙҙа тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа тупаҫ хата¬ларға юл ҡуйылыуын, башҡорт телен ҡулланыу даирәһенең көндән-көн тарая барыуын, һәр халыҡты үҙ телендә уҡытыу тураһындағы ҡарарҙарҙың ҡағыҙҙа ғына хәл итслеүен, шуның һөҙөмтәһендә йәш быуындың үҙ теленән ситләштерелеүен башҡаларҙан алдараҡ тойҙо. Телде яҡлап һүҙ әйтеүселәр көндән-көн аҙая барҙы. Телен һөйгән кешеләргә милләтсе ярлығы йәбештерелде һәм уларҙың күбеһе ҡыҫымға эләкте. Шулай итеп үҙ теленә битарафлыҡ тәрбиәләнде.

Рәми Ғарипов милләтенең яҙмышы, тел яҙмышы хаҡында бер кем яҙырға баҙнат итмәгән саҡта беренсе булып ҡыйыу һүҙ әйтеүсе булды.

Тел асҡысы - ил асҡысы, Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ. Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып. Ҡатын ҡалыр таш һымаҡ. Эй, таш булма, таш булма Аң ғына бул телеңә. Аң булмайса, тун булһаң. Бер имгәк һин иленә.

тип яҙҙы.

Рәми Ғарипов илдәрҙең, телдәрҙең, халыҡтарҙың (ваҡ халыҡмы, әллә оло халыҡмы ул) барыһының тигеҙлеген яҡланы. Олжас Сөләймәнов, тауҙарҙы кәмһетмәй, далаларҙы күтәреү (маҡтау) тураһында яҙған кеүек, бер телде лә кәм¬һетмәй, үҙ теленде тиндәр менән тиң итеп күреү теләге менән янды.

Шағирҙың аманатын, уның һабаҡтарын йөрәк аша ҡабул итеү, уға тоғролоҡ һаҡлау - телебеҙҙең бәҫен ҡайтарыу, милләтте тергеҙеү - бөгөнгө милләт-ара ыҙғыш заманында халыҡтар дуҫлығын нығытыуҙың төп нигеҙе ул.

Р. Ғарипов үҙенең «Аманат» ҡобайырында кешенең аҡыл йәһәтенән үҫеше, шәхес булып формалашыуҙа, юғары кешелек сифаттарын тәрбиәләү тураһында бик тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән күңелгә мәңгелеккә һеңеп ҡалырлыҡ итеп яҙғайны.

Ушинский әйткәнсә, баланы аҡыл, әхлаҡ яғынан тәрбиә¬ләүҙе әсәнең бишек йырынан башлауҙы хуп күрҙе. Кешене терелткән дә, үлтергән дә тел тип баһалап, ул телгә ҡәҙер- хөрмәт күрһәтергә саҡырҙы. Телде күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек күреп, уға аң булырға өндәне. «Туған тел» шиғырында тел¬дәрҙең бер-береһенә тин булырға тейешлеген раҫланы, «бер телдән дә телем кәм түгел», тип яҙҙы. Телде кәмһеткән ке¬шеләрҙе кәм күңел тип атаны.

«Кеше», «Киләсәк» кеүек шиғырҙарында төп иғтибарҙы кеше факторына, кеше концепцияһына йүнәлтеп, киләсәктең гүзәл кешеһе - гармониялы үҫешкән шәхестең ниндәй си¬фаттарға әйә булырға тейешлеген тасуирланы.

Тормошҡа актив мөнәсәбәтле, кешеләргә һәр саҡ кәрәкле, тормошто үҙ хеҙмәте менән биҙәп йәшәүсе эшһөйәр, оптимист һәм гуманист, һөйә лә, көйә лә белгән бай хисле кешене - халыҡ ғәме менән йәшәй торған ижади хеҙмәт кешеһен данланы. Киләсәктең гүзәл кешеһен хисһеҙ, ғәмһеҙ, фәҡир күңелле кешегә, бөтә нәмәгә битараф кешегә ҡаршы ҡуйҙы, матур киләсәк өсөн хәтәр көрәшкә сыҡты.

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Йәш быуынға белем, тәрбиә биреүҙә нәфис әҙәбиәтте» бурысы

һәм маҡсаттары

Белем һәм тәрбиә биреүҙә әҙәбиәттең үҙенсәлектәренә нигеҙләнеү

Әҙәбиәт уҡытыу методикаһының фәнни нигеҙҙәре

Методиканың предметы, йөкмәткеһе һәм бурыстары

Әҙәбиәт методикаһының башҡа фәндәр менән бәйләнеше... Башҡорт әҙәбиәте методикаһы фәненен формалашыуы.

Методиканың төп сығанаҡтары

Башҡорт әҙәбиәте методикаһының үҫеше һәм бөгөнгө

торошо


Әҙәбиәт уҡытыуҙың төп принциптары

V-VIII синыфтарҙа әҙәбиәт уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм

структураһы

Туған әҙәбиәт дәрестәрендә иредмет-ара бәйләнештәр, уларҙың белем һәм тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте

Әҙәбиәт дәрестәренең структураһы. Уларҙы ойоштороу һәм

үткәреүҙең күм терло формалары

Фән методтары һәм уҡытыу методтары

Әҙәбиәт уҡытыу методтары

Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙең төп этаптары

Инеш дәрестәр

Әҙәби әҫәрҙең тексы оҫтондә эш

Әҫәрҙе тасуири уҡыу

Тасуири уҡыуҙың урыны, төрҙәре һәм алымдары

Әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен ҡабул итеү

Әҙәби әҫәргә анализ

Әҙәби әҫәрҙәрҙе жанр үҙенсәлектәре нигеҙендә өйрәнеү

Эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү

Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү

Әкиәттәр темаһын өйрәнеү 86

Мәҫәлдәрҙе өйрәнеү 90

Драма әҫәрҙәрен өйрәнеү үҙенсәлектәре 91

Үткәнле йомғаҡлау (синтезлау) дәрестәре 93

V—VIII синыф1арҙа әҙәбиәт теорияһын ойрәнеү 95

Әҙәбиәт дәрест әрендә укыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу

телмәрен үҫтереү 99

Телмәр мәҙәниәтен үҫтереүҙең әһәмиәте 99

Дәреслектәрҙә телмәр үҫтереүҙең урыны 100

Әҫәрҙе уҡыу һәм анализ яһау ваҡытында, телмәр

үҫтереү өҫтөндә эш 101

һүҙлек эше 102

Инша яҙыу 106

Уҡыусылар яҙған иншалар 108

Яҙма эштәрҙе тикшереү, баһалау һәм анализлау 110

Әҙәбиәт буйынса синыфтан тыш эштәр ПО

Синыфтан тыш уҡыу 111

Әҙәби түңәрәктең эше 112

V синыфта .4. Карнайҙың «Урманда» хикәйәһен өйрәнеү 114

Р. Ниғмәтиҙең «Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар»

әҫәрен өйрәнеү 116

М. Кәремдең «Өс таған» повесын өйрәнеү 118

VI синыфта Шакир Бикколовтың «Яңырыу» шиғырын

өйрәнеү 122

Риф Мифтаховтың «Башла!» шиғырын ойрәнеү 124

М. Хористың «Хат», «Онотмаһын мине Тыуған ил»

шиғырҙарын өйрәнеү 124

М. Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Тупрағым,

һауам, һыуҙарым», «Ләйсән» шиғырҙарын өйрәнеү 127

һәҙиәДәүләтшинаның «Айбикә» әҫәрен өйрәнеү 131

М. Кәримдең «Айгөл иле» драмаһы 132

Баязит Бикбай ижадын өйрәнеү 135

VIII синыфта Б. Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһын

өйрәнеү 139

Ғ. Сәләмдең «Шоңҡар» поэмаһын өйрәнеү 145

3. Биишеваның «һәнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәрен

өйрәнеү 152

Мостай Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын өйрәнеү 153

Норман Мусимдың «Йыртҡыс тиреһе» әҫәрен ойрәнеү 159

Р. Ғариповтың «Урал йөрәге» шиғырын өйрәнеү 160

Р. Бикбаев ижадын өйрәнеү 163

Факиһа Туғыҙбаева ижадын өйрәнеү 166

Ф. Туғыҙбаеваның «Аҡмулла» шиғырын өйрәнеү 168

XI синыфта Факиһа Туғыҙбаеваның «Ҡаңным һомайғоштоң

ҡәлғәһе» дастанын өйрәнеү 171

Юғары синыфтарға әҙәбиәт уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм

структураһы 176

Әҙәбиәт дәреслектаренен йөкмәткеһе, структураһы һәм уларға

карата талаптар 178

Обзор темаларҙы өйрәнеү 181

Обзор темаларҙы өйрәнеү методтары 182

IX синыфта обзор темаларҙы өйрәнеү 183

X синыфта обзор темаларҙы өйрәнеү. «Башҡорт совет

әҙәбиәтенең формалашыуы (1917 1929)» 188

«Егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте» темаһын

өйрәнеү 190

Х синыфта «Бөйок Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте» темаһын өйрәнеү 192

Яҙыусының биографияһын өйрәнеү 196

Унын белем һәм тәрбиә биреү системаһында тотҡан

урыны 196

Яҙыусының биографияһын өйрәнеү өсөн материал

һайлау 199

Биографик материалды өйрәнеүҙең метод һәм алымдары... 201

Юғары синыфтарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү 202

Инеш дәрестәр 203

Әҙәби әҫәрҙе уҡыу һәм йөкмәткеһен үҙләштереү 205

Әҙәби әҫәргә анализ 207

Анализдың маҡсаты 207

Әҙәби әҫәрҙе анализлауға әҙерлек 207

Анализдың состав элементтары 208

Әҫәрҙе анализлау юлдары 210

Әҙәби әҫәрҙәрҙе жанр үҙенсәлектәре нигеҙендә өйрәнеү 214

Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү 214

Эпик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү 221

Драма әҫәрҙәрен өйрәнеү 224

Әҙәбиәттән эште планлаштырыу 226

Тематик план 226

Дәрес планы 227

IX синыфта үтелгән «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһы тураһында

ҡыҫҡаса белешмә 229

Дауыт Юлтый ижады 233

Рәшит Ниғмәти ижады 238

Р. Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. Публицистик лириканың үҫеше 241

Р. Ниғмәтиҙең «Үлтер, улым, фашисты!» поэмаһының

идея-эстетик йөкмәткеһе 244

Р. Ниғмәтиҙең «һинең кәләшеңдең хаттары» поэмаһы,

һуғыштан һуңғы ижады 248

X синыфта Зәйнәб Биишева ижадын өйрәнеү 248

Назар Нәжми ижады 259

XI синыфта Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү 263

«Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса дәрес өлгөһо 276

М. Кәримдең 60-70-се йылдарҙағы ижады 278

XI синыфта Рауил Бикбаев ижадын өйрәнеү 286

«һыуһаным һыуҙар бирегеҙ!» әҫәрен өйрәнеү 298

Рәми Ғарипов ижадын өйрәнеү 306

УДК 372.016:82=512.141 ББК 74.261.8 Ғ 34

Ғималова М. Ғ.

Ғ 34 Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу меТ°Дикаһы. V-XI си¬ныфтар. - Өфө: Китап, 2005. - 328 бит-

ISBN 5-295-03607-3

Урта мәктәптәрҙәге башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыларына, юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы бүлеге сту¬денттарына тәғәйенләнгән был хеҙМэТТӘ УРта мәктәптә әҙәбиәт уҡытыу методикаһының фәнНИ-те°ретнк нигеҙҙәре, V-XI синыфтарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе, әҙәбиәт теорияһын өйрәнеү, синыфтан тыш эштәр һәм телмәр үҫтереү пробле¬малары яҡтыртылды.

ТП - 063/05 ISBN 5-295-03607-3

Автор башҡорт әҙәбиәтенең йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә тотҡан урынын, һүҙ сәНғәте булыу үҙенсәле¬ген, башҡа фәндәр менән бәйләнешен сағылдырған төп принциптарҙы билдәләй, бөтә методикаНы ошо принциптарға ҡороу нигеҙендә әҙәбиәт уҡытыуҙа системалылы* һәм бөтөнлөктө тәьмин итеү, шуның меН^н әҙәби әҫәрҙәрҙең идея-эстетик йоғонтоһон көсәйтеү бурЫсын иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы.

УДК 372.016:82=512.141 БЬК 74.261.8

о М. Ғ. Ғималова. 2005


I

Мэрйәм Ғилметдин ҡыҙы Ғималова дәреслектәр, программа¬лар. методик ҡулланмалар авторы, өлкән гнлми хеҙмәткәр, педаго¬гия фәндәре кандидаты.

М. Ғ. Гималова 1422 йылда Мәсетле районы Дыуан-Мәсетлс ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Оҙаҡ йылдар РСФСР Мәғариф миппегрлыгынмк милли мәктәптәр ғнлми-тнкшеренеү ци¬ститу! ында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. I960 2004 йылдарҙа урта мәктәптең V - XI синыфтары өсөн башҡорт әҙәбиәтенән программа һәм VII. VIII. Х, XI синыфтар өсои әҙәбиәт дәреслек¬тәре гөҙоү эшем башҡара, башҡорт әҙәбиәте методикаһы буйынса угыҙҙан ашыу китап баҫтырып сығара.

Хеҙмәттәре өсөн Мэрйәм Ғилметдин ҡыҙы «Башҡортостан мәктәптәремен атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1969). Рәми Ғарипов исемендәге премияға (1973), К. Ушинский миҙалына (1979), «РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1983) исеменә лайыҡ була

М.Г. Ғималова

БАШҠОРТ ӘҘӘБИӘТЕН УҠЫТЫУ МЕТОДИКАҺЫ

V-XI синыфтар

Башкортостан Республикаһы Мэҫариф министрлығы тарафынан раҫланды

'БИБЛИОТЕКА

S3 о 6


! З-А/ПЬГШ СРЕДпҪИ а^.ОЛА NS 4

гч

км



Өфе - 2005

1 Пушкин Л. С. О литературе. - М.: Гослитиздат, 1962. 250- 251-се биттәр.

: Соболев Л. Литература и наша современность. // Лит. газета. 1958. 8 декабря.

3 Цитата М. Х. Минһажетдиновтың «һәҙиә Дәүләтшина» тигән китабынан килтерелә. - Өфө, 1966. - 3-4-се биттәр.

* П. Н. Берковгың 3. Биишсваға яҙған хатынан алынды.

3 1990-1996 йылдарҙа «Башкорт әҙәбиәте тарихы»ның 6 томы баҫылып сыҡты.

1 Беренчс баскыч эш мәктәплоре өчен үрнәк программалар. Уфа: Башкнига. 1919; Дүртьеллык беренче баскыч берләшкән эш мәктәпләре өчен программалар. - Уфа: Башкнига, 1922.

3 Йәш быуын. Беренсе баҫҡыс мәктәптең II төркөм уҡыусыла¬ры өсөн. Теҙеүселәре Б. Ишемғол, Х. Хөсни, Т. Байыш. - Өфө, 1926.

Йәш быуын. Әлепбейҙән һуң беренсе уҡыу китабы. Төҙөүсеһе Т. Байыш. - Өфө. 1928.

' Хөсәйенов Ғ. Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары. Өфо, 1968; Заман, әҙәбиәт, әҙип. Өфө, 1978.

[iRIMIIIIRIIIMMnmnH1111»111111"111'1'"™

2 Эренбург И. Башкиры. Красная звезда // 1942. 2 декабрь.

Кудряшев Н. И. Взаимосвязь методов обучения на уроках ли¬тературы. М.: «Просвещение», 1981. 169-сы бит.

' Островский А. Н. Полное собрание соч., XIII т. М., 1952. - 164-165-се бигтэр.

1 Әхмәтйәнов К. Ғ.Сәләм. Тормошо һәм ижады. - Өфө. 1980. 177-се бит.

8 - 1.0117.05



9- 1.0117.05





Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет