ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет20/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   27

Ҡарағол образын тикшергәндә, уның халыҡҡа хас иң яҡшы сифаттарҙы туплауына, уйсан, һәр эште аҡыл менән эшләүсе кеше булыуына, үҙендә рухи ныҡлыҡты, физик көстө, юғары әхлаҡ сифаттарын дөйөмләштереүенә айырыуса иғтибар ителә.

Яҙма эштәр өсөн түбәндәге темаларҙы тәҡдим итергә мөмкин:

1. «Ҡарағол» драмаһында тарихи осор нисек һүрәтләнә?

2. «Ҡарағол» драмаһының композиция үҙенсәлектәре.

Теманы өйрәнеү уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе менән та¬мамлана.

Уҡытыусы әңгәмә юлы менән «Ҡарағол» трагедияһында сағылдырылған осорҙо асыҡлай. Уҡыусылар текстан был осорҙоң билдәләрен һүрәтләгән урындарҙы иҫкә төшөрәләр һәм миҫалдар менән әҫәрҙә XVIII быуат аҙаҡтары - XIX быуат баштарындағы осор, Башҡортостанда кантонлыҡ ида¬ралыҡ иткән йылдар, халыҡтың синфи һәм колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәше сағылыуын билдәләйҙәр. Уҡытыусы түбәндәге һорауҙарҙы алдан биреп ҡайтарған була:

1. Әҫәрҙә сағылдырылған тарихи ваҡиғаларҙы һанап би¬рергә һәм әҫәрҙең тарихи трагедия булыуын раҫларға.

2. Драманың нигеҙенә һалынған конфликтты билдәләргә.

3. Әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы ниндәй төркөмдәргә бүлергә мөмкин?

4. Әҫәрҙең ыңғай һәм кире геройҙарын билдәләргә.

Дәрестә ошо һорауҙарға яуаптар алыу юлы менән ана¬лиз үткәрелә.

Уҡыусылар бер яҡта Ҡарағол, Ҡәҙерша, һөйөндөк, Ялан- ғол, Мозой, икенсе яҡта уларға ҡапма-ҡаршы ҡуйылған кире образдарҙы - Ишмырҙа, Әпкәләй, Иван Иванович, поп Андрей һ. б. төп һыҙаттарын асыҡлау аша әҫәрҙең конфликтын билдәләйҙәр.

225


Ҡыраубикэ, Гөлбикә, Таңсулпан, Вася, Наташа, Кузьма образдарының әҫәрҙең идея йөкмәткеһен асыуҙағы роле күрһәтелә.
Образдарҙы төркөмләү шул осор өсөн хас булған иҙеүсе синыфтар менән ярлы хеҙмәтсән халыҡ араһындағы социаль ҡаршылыҡты асыуға ярҙам итә.

Яҙыусы Иван Иванович образы аша ошо осорға хас икенсе конфликтты - батша самодержавиеһының Башҡортос¬танда үткәрелгән колониаль сәйәсәтен асыҡлау маҡсатын ҡуя. Был образ аша батша самодержавиеһының башҡорт ер¬ҙәрен талап, алдап алыу юлы менән үткәргән мәрхәмәтһеҙ ҡыҫымының түҙеп тора алмаҫлыҡ ауыр формалары күҙ ал¬дына баҫтырыла.

ӘҘӘБИӘТТӘН ӘШТЕ ПЛАНЛАШТЫРЫУ

Уҡытыусының эшен дөрөҫ ойоштороуҙа йыллыҡ, тематик һом дәрес пландары төҙөү, шулай уҡ синыфтан тыш эштәр¬ҙе планлаштырыуҙың әһәмиәте бик ҙур. Пландар мәктәп программаларын, дәреслектәрҙе, урындағы шарттарҙы өйрә¬неү нигеҙендә төҙөлә һәм уҡытыусыға бирелгән ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға ярҙам итә.

Пландарҙың төрҙәре, формалары һәр ваҡытта уҡытыусы¬ның әҙерлеге, һәләтлеге һәм ижади эшләй белеү оҫталығы менән бәйләнгән, шуға күрә лә план төҙөүгә ҡарата бер төрлө талап булырға мөмкин түгел.

Уҡытыусыға тематик план һәм дәрес планы менән эш итергә тура килә.

Тематик план

Уҡыу йылының башында уҡ уҡытыусы ҡайһы сиректә ниндәй темалар үтеләсәген билдәләй, артабан ошо бүленеш нигеҙендә тематик пландар төҙөй бара. Улар ярҙамында уҡытыусы һәр бер тема буйынса дәрестәрҙең маҡсатын, йөк¬мәткеһен, методик формаһын алдан билдәләй.

Бер тема буйынса үтелә торған дәрестәрҙе планлашты¬рыу улар араһындағы бәйләнеште булдырырға, уҡыусылар¬ҙың һәр дәрес буйынса арта бара торған белем системаһын күҙ алдында тотоп эш итергә өйрәтә.

Тематик план төҙөгәндә уҡыусыларҙың теге йәки был тема буйынса түбәнге синыфтарҙа нимә үҙләштергәндәрен иҫәпкә алыу менән бергә, уҡыу материалын дәрескә бүлеү, һәр дәрестең йөкмәткеһенә ярашлы методтар һайлау, укыу¬сыларҙың фекерләү ҡеүәһен, практик эшмәкәрлектәрен үҫ¬тереү маҡсатынан сығып, үҙ аллы эштәрҙе, кинодәрестәрҙе, экскурсияларҙы, күргәҙмә материалдарҙы, яҙма эштәрҙе бил¬дәләргә кәрәк. Дәрес системаһын ошолай планлаштырыу яңы белем биреү һәм уҡыусыларҙың белемдәрен иҫәпкә алыуҙы бер бөтөн итеп берләштерә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эштәрен ҡабатлау, өйгә биргән эште тикшереүҙе яңы белем биреү менән тығыҙ бәйләнештә алып барырға мөмкинлек бирә. Тематик пландарҙы, уҡытыусының етерлек әҙерлеге, тәжри¬бәһе булыу-булмауҙан һәм эш алымдарынан сығып, төрлө формала төҙөргә мөмкин. Тәжрибәһе ҙур булған уҡытыусы¬лар уның ҡыҫҡа формаһы менән дә сикләнә ала.

Уҡытыусы, тематик планды төҙөгәндә, программала күр¬һәтелгән темаларҙы сәғәттәргә бүлеү менән сикләнергә тейеш түгел. Сөнки программала бер теманы нисек, ниндәй эҙмә- эҙлелектә үтеү күрһәтелмәй, бәлки темаларҙы һанап биреү менән генә сикләнелә. Ә тематик планда уҡытыусы һәр дәрес¬тә ниндәй мәсьәләләргә туҡтатыу, материалды ниндәй метод¬тар менән үтеү, нисек йыһазландырыу, ниндәй темаларҙы ҡабатлау, уҡыусылар башҡара торған үҙ аллы эштәрҙе иҫәпкә алыу һәм башҡаларҙы күрһәтә. Шул рәүешле, тематик план¬дар уҡытыусынан һәр дәресте нисек үткәреү методтары һәм алымдары тураһында ижади эҙләнеүҙе талап итә.

Дәрес планы

Уҡытыусы тематик планда бер тема буйынса үткәрелергә тейеш булған дәрестәр системаһын планлаштырып, һәр дәрес¬тә әҫәрҙең ниндәй яҡтары тикшерелергә тейеш булыуын күрһәтә, ә айырым дәрестәр буйынса төҙөлгән план һәм конспект дәрестә үтелә торған материалдың күләмен, йөк¬мәткеһен һәм уны үткәреү методтарын тағы ла асыҡларға һәм конкретыраҡ итеп билдәләргә ярҙам итә.

Пландар, дәрестең темаһы, маҡсаты, йөкмәткеһенән сығып, төрлө формала зөҙөлә. Дәрестең методтары дәрес алдына ҡу¬йылған маҡсаттан сығып билдәләнә. Мәҫәлән, комментарийлы уҡыу, анализ яһау. инша яҙыуға әҙерлек дәрестәрендә, ғәҙәттә, бер генә төп маҡсат ҡуйыла һәм бындай дәрестәрҙә ниндәй ҙә булһа бер метод төп урынды алып тора. Дәрестең иң тарал¬ған формаһы булып бер нисә этаплы ҡатнаш (комбинирован¬ный) дәрестәр тора. Дәрестең һәр этабының үҙенә генә хас маҡсаты һәм шуға ярашлы алымдары һәм методтары була.


Дәрес пландары күп төрлө игеп төҙөлөүгә ҡарамаҫтан, уның мәктәп практикаһында киң таралған һәм бик йыш ҡулланылған формаһы ла бар. Дәрестең бындай формаһы түбәндәге элементтарҙы эсенә ала:

I. Дәрестең темаһы һәм маҡсаты.

II. Дәрес барышы:

1. Өйгә бирелгән эште тикшереү, ҡабатлау.

2. Уҡытыусының дәрес маҡсатын андатыуы.

3. Яңы материал үтеү.

4. Үтелгән материалды нығытыу, йомғаҡлау.

III. Өйгә эш биреү.

Дәресте юғарылағы схема буйынса төҙөгәндә, иң элек уҡытыусы уның темаһын һәм маҡсатын билдәләргә тейеш.

Уҡытыусы дәрестең маҡсатын үҙе асыҡ күҙ алдына кил¬тергәндә генә уға ирешеү юлдарын һәм методтарын дөрөҫ билдәләй ала. Шуға күрә дәрестең асыҡ, ярылып ятҡан маҡ¬сатын билдәләү һәм уҡыусылар менән үткәрелә торған бөтә эш төрҙәрен шул маҡсатҡа буйһондороп алып барыу - дәресте уңышлы үткәреүҙең гәп шарты.

Дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләгәндән һуң. өйгә бирелгән эште тикшереү һәм үткән материалды ҡабат¬лау күрһәтелә. Ләкин дәрестең был этабы ҡайһы бер дәрестә булмаҫҡа мөмкин. Әгәр өйгә бирелгән эште тикшереү, үткән материалды ҡабатлау балаларға яңы белем биреү менән бергә алып барылһа, ул ваҡытта дәрестең был этап¬тарын планда күрһәтеү талап ителмәй.

Алдынғы мәктәп уҡытыусыларының ҙур ҡаҙаныштарының береһе дәрестә өй эштәрен тикшереү, ҡабатлауҙы ҡыҫҡар¬тыу иҫәбенә ваҡытҡа экономия яһау. Бығаса беҙҙең мәктәп¬тәрҙә бөтә дәрестәр ҙә бер билдәле структура буйынса төҙөлөп килде. Бөтә дәрестәр ҙә ойоштороу, ҡабатлау (өйгә бирелгән эште тикшереү), яңы материал үтеү, нығытыу, өйгә эш биреү элементтарын эсенә ала ине. Ғәҙәттә, дәресте ойоштороу, бигерәк тә ҡабатлау, өйгә биргән эште тикше¬реү 20-25 минут, хатта унан да күберәк ваҡытты алыу сәбәпле, уҡытыусыға яңы материалды үтеү өсөн ваҡыт бик аҙ ҡала. Дәресте шул рәүешле кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ҡабат¬лау һәм өйгә бирелгән эште тикшереү менән башлау дәрес структураһында ғына түгел, уҡытыу методтарында ла бер төрлөлөк тыуҙырҙы, шуның һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү мөмкинлектәре сикләнде.

һәр дәрес өйгә бирелгән эште тикшереү, ҡабатлау менән башланмай, туранан-тура яңы дәрес аңлатыу менән дә баш¬лап алып кителә. Бындай ваҡытта үткән дәресте ҡабатлау һәм өйгә бирелгән эште тикшереү яңы материал аңлатыу процесында алып барыла. Шул уҡ ваҡытта уҡытыусы, әгәр кәрәк тип таба икән, дәресте ҡабатлау менән дә башлап китә ала. Өйгә бирелгән эште тикшереү, үткән материалды ҡабатлау өсөн, һорауҙарҙы алдан әҙерләп, һораласаҡ уҡыусы¬ларҙың фамилияларын алдан билдәләп килергә кәрәк.

Ҡабатлауҙан һун уҡытыусы уҡыусыларға яңы дәрестең маҡсатын һәм темаһын аңлатыуға күсә.

Планда яңы материал аңлатыуҙың тәртибе, методтары, формаһы күрһәтелә. Мәҫәлән, яңы материалды үтеү уҡытыусы¬ның һөйләүе, әңгәмә, әҫәрҙе уҡыу формаһында алып барылыр¬ға мөмкин. Уҡытыусы яңы материалды үҙе һөйләп аңлата, һөйләү планын таҡтаға яҙа, уҡыусылар уны дәфтәрҙәренә күсереп алалар.

Яңы материалды аңлатыу әңгәмә юлы менән алып барыл¬ғанда, планда әңгәмә өсөн кәрәкле булған төп һорауҙар ҙа күрһәтелә. Әҫәрҙе уҡырға биргәндә, уҡытыусы уның ниндәй бүлектәрен синыфта, ниндәйҙәрен өйҙә уҡырға кәрәклеген, уҡыуҙың ниндәй формалары файҙаланыуын алдан билдәләп килергә тейеш. Бынан тыш, планда дәрестә ҡулланыла торған күргәҙмә материалдар, яны материалды ныгытыу алымдары һәм методтары, уҡыусыларҙың өйҙә һәм синыфта башҡарыла торған үҙ аллы эштәре, сама менән дәрестең һәр этабы өсөн кәрәкле булған ваҡыт билдәләнә.

Уҡытыусы үҙенең эш тәжрибәһенән сығып һәм теманың ауырлығына ҡарап, дәрестең планын йәки конспектын төҙөү кәрәклеген үҙе билдәләй. Әгәр дәрес темаһы еңел булһа, уҡытыусы ҡыҫҡа план менән дә сикләнә ала. дәрес темаһы ауыр булғанда, конспект йәки конспект элементтарын эсенә алған план төҙөргә кәрәк.

IX синыфта үтелгән «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһы тураһында кыҫкаса белешмә

Программала «Боронғонан алып XVIII быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте» темаһына 4 сәғәт бүленгән. Ошо обзор темаһында бирелгән «Ҡисса-и-Йософ» поэмаһы башҡорт әҙәбиәтенең XIII быуаттың тәүге яртыһында яҙыл¬ған иң боронғо һәм әһәмиәтле әҫәр булыуы менән уҡытыу¬сының уға күберәк иғтибар бүлеүен һәм унан айырыуса ҙур оҫталыҡ тапап итә.

Уҡытыусы был әҫәрҙең татар һәм башҡорт халыҡтары¬ның уртаҡ поэтик ҡомартҡыһы булыуы, уның ҡулъяҙмалары¬ның хәҙерге көнгәсә Урал-Волга регионында иң күп тара¬лыуы хаҡында иҫкә алып үтә.

«Башҡорт шиғриәте антологияһы» китабында поэманың яҙылыу датаһы ҡулъяҙма күсермәләрҙә төрлөсә күрһәтелгән: 1203, 1212 һәм 1233 йылдар. Шунлыҡтан күпселек тикшере¬неүселәр, теге йәки был датаны киҫеп кенә әйтмәйенсә, әҫәр XIII быуаттың тәүге яртыһында, монгол-татар илбаҫарҙары¬ның 1236 йылда Волга-Урал буйҙарына дәһшәтле ябырылы- уынан алда ижад ителгән тип раҫлауҙы хуп күрә. Авторҙың исеме лә, көнсығыш яҙма традицияларына хас булғанса, әҫәрҙең тексында теркәлгән. Ҡол Ғәли тураһындағы әҙме-күпме биографик мәғлүмәтте Тажетдин Ялсығол әл - Башҡордиҙың (1767 1838) «Тарихнамә - и булғар» китабынан ғына табыр¬ға мөмкин. Унда Ҡол Ғәлиҙең Зэй йылғаһы буйында тыуып үҫкәне, бик күп йылдар Хәрәзмда балалар уҡытҡаны һәм, һуғыш ҡупҡас, тыуған яғына ҡайтып, ғүмеренең аҙағынаса шунда йәшәүе тураһында әйтелә. Шағирҙың нәҫел-нәсәп сыл¬быры Әйле ырыуы башҡорттарына барып тоташа...

Йософ менән Зөләйхә тураһындағы беренсе поэтик әҫәрҙе Х быуатта мәшһүр иран-тажик шағиры Фирҙәүси ижад ит¬кән. Аҙағыраҡ Шота Руставели (XII—XIII быуаттар), Хәмзә (XIV быуат). Дүрбәк (XIV-XV быуаттар), Жәми (XV быуат), Физули (XVI быуат), Ғәндәлиф (XVIII быуат) һәм башҡа бик күп күренекле шағирҙар поэмалар яҙған.

Ҡол Ғәли был традицион сюжетты туған төрки телендә нисек бар шулай хикәйәләп кенә ҡалмаған, уны ижади үҫ¬тергән. яңы элементтар менән байытҡан, үҙ осоро замандаш¬тарының зауығына яраҡлаштырырға тырышҡан. Әҫәр үҙәгенә мораль-этик, ижтимағи-сәйәси, фәлсәфәүи проблематика рәүе¬шендә ата-әсә менән балаларҙың, ил башлығы менән халыҡ¬тың, туғандарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте ҡуйылған. Ошо мөнәсә¬бәттәр нигеҙендә автор тормош мәшәҡәттәренән өҫтөн торған, гонаһлыларҙы ярлыҡай белгән ғәҙел батша идеяһын күтәрә. Ҡол хәлендә ҡалып, күп михнәттәр күргәндән һуң тәхеткә ултырған Йософ йөҙөндә ул хеҙмәтсән халыҡтың хәлен аңлаған, уның тормошон бәхетле итеү осөн көрәшкән хөкөм¬дарҙы күрергә теләй. Әйтергә кәрәк, бындай гуманлы, әммә утопик идеяны аҙағыраҡ үҙ әҫәрҙәрендә Сәйф Сарай, Хөсәм Кәтиб, Котби кеүек шағирҙар күтәреп сығалар һәм артабан үҫтерәләр.

Йософ менән Зөләйхә темаһы хатта «Йософ сүрәһе» рәүе¬шендә Ҡөрьәнгә лә ингән.

Был поэманың туғандаш башҡорт һәм татар халыҡтарының мәҙәниәтен формалаштырыуҙағы ҙур ролен билдәләп, профес¬сор Ә. Харисов түбәндәгеләрҙе яҙҙы: «Поэманың идея-эстетик көсө унда дини аскетизмға, ортодоксаль ислам дине тәғлимә¬тенә ҡапма-ҡаршы булараҡ, кешеләге бөтә гүзәллекте идеал¬лаштырыуға ҡайтып ҡала. Был әҫәрҙең Волга һәм Урал буйында киң таралыуының сәбәбе бына шунда. Элек был китап йорттан йортҡа, ауылдан ауылға, быуындан быуынға күсен килгән»'.

' Харисов Л. И. Литературное наследие башкирского народа. Өфө, 1973. 174-се бит.

Уҡытыусы Ҡол Ғәли һәм уның поэмаһының әһәмиәте хаҡында йомғаҡ яһағандан һуң әҫәрҙең йөкмәткеһен һөй¬ләүгә күсә. Тәүҙә ул поэманың композицияһы тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә. Поэманың өс өлөштән тороуын билдәләп, һор өлөштөң әһәмиәтен асыҡлап үтә.

Беренсе өлөштә авторҙың бағышлауы һәм әҫәрҙең маҡсаты менән таныштырыла. Йомғаҡ өлөшөндә автор үҙенең исемен атай, әҫәрҙең яҙылыу тарихын бәйән итә. 18 бүлектән торған төп өлөштә уҡытыусы лекция юлы менән Йософтон тормош юлы, Зөләйханың мөхәббәте тураһында мәғлүмәт бирә. Әҫәр¬ҙең сюжеты Яҡупҡа улы Йософтоң төшөн һөйләүе менән башлана. Йософ төшөндә ай, ҡояш һәм ун бер йондоҙҙоң үҙенә баш эйеүҙәрен күрә. Атаһы Яҡуп һөйөклө улының был төшөн хоҙайҙың уға айырым изгелек күрһәтеүе тин юрай. Был төштөң йөкмәткеһен атаһы улына һин данлыҡлы бай батша буласаҡһың, бөтә халыҡ һәм ағайҙарың һине хөрмәт итер, тип аңлата. Ләкин был турала бер кемгә лә әйтмәҫкә кәрәклеген иҫкәртә. Яҡуптың аҫрау ҡыҙы һөйләшеүҙе ишетеп ҡала һәм был турала ағайҙарына еткерә. Көнсөл ағалары Иософтан үс алырға теләп, уны юҡ итергә һүҙ ҡуйышалар һәм уны сәхрәлә йөрөп ҡайтырға саҡыралар. Төшөндә ун бер ҡуйҙың береһен бүре алып киткәнен иҫенә төшөрөп, атаһы рөхсәт бирергә теләмәй. Улдарының һүҙенә ышанып, Яҡуп илай-илай кесе улын оҙатып ҡала. Йоһүдәнең яҡлауы арҡа¬һында ғына ағалары Иософто үлтермәй, уны бер ҡоҙоҡҡа ташлап китәләр. Яҡуп бүрене тотоп һорау ала. Бүре пәйғәмбәрҙәрҙең итен ашау тыйылғанлығын әйткәс, Яҡуп оло улдарының алдашыуын аңлай. Ҡоҙоҡ янынан үтеп барған каруансылар һыу алып эсмәк булып, ҡоҙоҡҡа биҙрә төшө¬рәләр. Шул саҡ уларҙың күнәктәренә йәбешеп Йософ килеп сыға. Египет (Мысыр) байы уны Мәликкә ҡоллоҡҡа һатып ебәрә. Сауҙагәр уны үҙенең каруаны менән Египетҡа алып ҡайтып китә. Каруандың юлы Йософтоң әсәһе ерләнгән ҡәбер эргәһенән үтә. Йософ ҡәбер янына килеп, үҙенең за¬рын һөйләй. Йософто эҙләргә ебәрелгән Ҡылыс исемле ҡара ҡол уны туҡмағас, ҡот осҡос дауыл күтәрелә. Ҡылыс Йо¬софто рәнйеткәнен уйлап, унан ғәфү үтенгәс, дауыл тына.

Йософтоң ябай кеше түгел икәнен аңлап алған сауҙагәр уға матур кейемдәр кейҙерә, шунан уны күрергә халыҡ йыйы¬ла. Йософто бер күреү өсөн генә лә алтын түләүселәр күбәйә. Сауҙагәр уны бик ҙур хаҡҡа икенсе кешегә һатып ебәрә.

Хикәйәләүҙең мөхәббәт романтикаһы ла Зөләйханың төш күреүенән башлана. Зөләйха өс йыл рәттән Йософто төшөн¬дә күрә. Өсөнсө тапҡыр күргәнендә Йософго Египет бат¬шаһы тип уйлап, Египетҡа килә. Египет батшаһы Йософ түгел, Ҡытфыр булып сыға. Ошо яңылышлыҡ арҡаһында

Зөләйха уға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирә. Бер нисә йыл үткәс, ул ҡолдар баҙарында Йософто күреп ҡала. Ҡытфыр батша Йософ күпме ауырлыҡта булһа, шунса алтын биреп, уны һатып ала. Зөләйха гөрлө саралар менән Йософто үҙенэ ҡаратырға тырышһа ла. Йософ хужаһына тоғро ҡала. Зөләйха зиннәтле һарай һалдыра һәм Йософто шунда са¬ҡырта, ләкин Йософ уның ниәтен һиҙенеп, ҡасып китә. Зөләйха, үҙенең ҡолона ғашиҡ булған тигән имеш-мимеш хәбәрҙәргә сик ҡуйыу өсөн, һарайына ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡыра һәм һәр береһенә берәр әфлисун менән бысаҡ бирергә ҡуша. Шунан һуң залға Йософто саҡырып индерәләр. Уның матур¬лығына иҫтәре киткән ҡатындар ҡулдарын яралайҙар. Зөләйха Йософҡа йә унын теләгенә буйһонорға, йә ғүмер буйы зин¬данда ултырырға тәҡдим итә. Йософ зинданды һайлай.

Ҡытфыр батшаның ете һимеҙ һәм ете ябыҡ һыйыр, ете туҡ һәм ете ас башаҡ тураһында күргән төшөн юрап, Йософ илдә ете йыл туҡлыҡ, шунан һуң ете йыл ҡытлыҡ буласағын алдан белә һәм илгә хакимлыҡ итеүҙе үҙ ҡулына ала: Египет батшаһы булып китә. Илгә аҡыллы етәкселек итеп, ул халыҡ¬ты аслыҡтан ҡотҡара, ярҙам һорап үҙенә мөрәжәғәт иткән башҡа халыҡтарға ла баш була. Йософ йыш ҡына ил буйлап йөрөгәндә, ярлыланған һәм күп илауҙан һуҡырайған Зөләйханы осрата. Үҙенең ғиппеын иҫбат итеү өсөн Йософтоң ҡулындағы ҡамсыны ала һәм уны кире бирә. Зөләйханың эсендәге ял¬ҡындан ҡамсьгға ут тоҡана. Ул ун дүрт йәшлек сибәргә әүерелә. Улар никахлашып йәшәй башлайҙар. Икәүләшеп оҙон ғүмер итеп, ун ике ул үҫтерәләр. Яҡуп бөгә ғаиләһе менән Египетҡа килә, Йософ уны ҙур хөрмәт менән ҡаршы ала. Египетта 40 йыл торғандан һуң ул иленә кире ҡайтып бер аҙ йәшәгәс, вафат була. Аҙаҡ Йософ та Епшеттан күсеп ки¬теп, икенсе урында ҡала төҙөй. Бер аҙҙан, ул да үлә. Ҡырҡ йылдан һуң уның кәүҙәһен атаһының ҡәбере янына күмәләр.

Поэманың сюжетында фантастик уйҙырмаларға күп урын бирелеүгә ҡарамаҫтан, ваҡиғаларҙы һүрәтләүҙә реалистик алым өҫтөнлөк итә. Әҫәрҙең сюжеты яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың көрәшен һүрәтләүгә нигеҙләнә. Поэма геройҙарының яҡшы¬лыҡҡа, изгелеккә, шәфҡәтлелеккә, саф мөхәббәткә ынтылыу- ҙары реалистик планда һүрәтләнгән һәм изгелектең еңеүе, ҡара көстәрҙең еңелеүе менән тамамлана. Әҫәрҙә мөхәб¬бәттең тоғролоғо, һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуы, уның йәшәрткес, саф, илһамлы көсө данлана. Туғандар ара¬һындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыуға ла поэмала ҙур урын бирелә. Йософтоң туғандарының яуыз уйҙарына түҙемле ҡара¬шын, уларҙың үҙ хаталарын таныуын һүрәтләү яғынан да әҫәр әһәмиәтле. Поэмала тәбиғәттең гүзәллеге, батша һарайҙа¬рының байлығы, кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәте, эске донъяһы.

Йософтоң матурлығы оҫта тасуирланған. Күп быуаттар элек фылыуына ҡарамаҫтан, яуызлыҡ менән яҡшылыҡтың көрә¬шендә матурлыҡтың, яҡшылыҡтың, шәфҡәтлелек менән гуман¬сылыҡтың еңеүен данлаусы был әҫәр бөгөнгө заман өсөн дә үҙенең бәҫен, ҡәҙерен юғалтмаған һәм ул киләсәк быуындар осөн дә шулай буласаҡ.

Уҡытыусыға поэма хаҡында йомғаҡлау һүҙен Мәүлит Ямалетдиновтың әйле ырыуынан сыҡҡан Ҡол Ғәли һәм башҡа шәхестәрҙе маҡтаған «Әйлеләр» тигән шиғырын уҡыу менән тамамларға мөмкин.

Әйлеләр


Әйлеләрҙән сыға бөйөк заттар. Бик юғары улар_ кимәле. Иң тәүгеһе - «Йософ-Зөләйхә»не Ижад иткән мәшһүр Ҡол Ғәли. Икенсеһе данлы Байык сәсән: Ҡобайырсы, йырсы, ҡурайсы: Ғәҙеллектең тантанаһы әсән Хандар менән бәхәс ҡороусы. Юлай улы батыр Салауаттың Исемен генә әйтеү етәлер - һыны, милләт ғорурлығы булып, Зиһсндәрҙе телен үтәлер. Әйле, тиһәң, әү, тип Рәми ағай Күҙ алдына баҫа теп-тере: Оло шағир, илһөйәр һәм шәхес, Шиғриәттең сая яугиры. Әйлеләрҙән сыға бөйөк заттар Милләтемдең төҫө булырлыҡ. Әйлеләрҙең үҙе булмаһаң да, Әйлеләргә ҡоҙа булырлыҡ.

Дауыт Юлтый ижады

Х синыфта Дауыт Юлтыйҙың тормош һәм ижад юлын өйрәнеүҙе үтелгәндәрҙе ҡабатлау менән бергә алып барыу айы¬рыуса әһәмиәтле. Сөнки уның тормошо империалистик һуғыш. Октябрь революцияһы, яңы тормош төҙөү фронттарында ҡат¬нашыу, милли матбуғат, театр сәнғәтен үҫтереү кеүек күп төрлө йәмәғәт эштәренә бағышланған була.

Дәрестә уҡыусыларҙың үҙ аллы әҙерләп килгән сығышта¬рын тыңлағандан һуң, Д. Юлтый хаҡындағы иҫтәлектәр, яҙыусының автобиографик очеркының йөкмәткеһе, әҫәрҙәре¬нән өҙөктәр ятҡа һөйләтелә.

Ошондай үҙ аллы эштәр башҡарғандан һуң яҙыусының ре¬волюцияға тиклемге тормошон һәм ижадын үтеүгә күселә.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, яңы материалды лекция-әңгәмә һәм комментарийлы уҡыу методтары менән үткәреү эффект¬лы һөҙөмтә бирә.

Лекция-әңгәмә түбәндәге һорауҙарҙы эсенә ала:

1. Д. Юлтыйҙың башланғыс ижады: а) яҙыусыны әҙәбиәткә алып килгән шарттар; б) яҙыусының башланғыс ижадындағы төп тенденциялар.

2. Д. Юлтыйҙың империалистик һуғыш осорондағы ижады («Ҡан баҙары», «Сумка», «Шинель», «Ирек тауышы» шиғыр¬ҙары).

3. Февраль революцияһы осорондағы ижады.

Яҙыусының башланғыс ижады, уны әҙәбиәткә алып кил¬гән сәбәптәр хаҡында һөйләгәндә, беренсенән, буласаҡ яҙыу¬сының атаһының роле, икенсенән, шул осорҙағы татар, баш¬ҡорт әҙәбиәтенең, Аҡмулла, М. Ғафури, Ғ. Туҡай кеүек яҙыусыларҙың роле һыҙыҡ өҫтөнә алына. Фонояҙманан «Ул ваҡыттағы уҡыу шул тиклем ләззәтле була торғайны, уны хәҙер һөйләп биреү мөмкин түгел. Мәжит Ғафури, Туҡай, Аҡмулла шиғырҙары беҙҙең дәфтәрҙәргә бөтөнләй күсерелеп бөткәйнеләр. Сәғит Рәмиев шиғырҙарын ятҡа белә торғай¬ныҡ. Шул төҫлө. Ҡазан китапсылары минең әҙәби яҡтан үҫешем һәм тәрбиәм өсөн ҙур ярҙам иттеләр һәм минең ал¬дағы ижадыма юл астылар. Сөнки шулар аша М. Ғафури, Ғ. Туҡай, С. Рәмиев, Ф. Әмирхан, Ҡ. Насыри, Аҡмулла һәм башҡа күп яҙыусыларҙы белдек, уларҙың ижадтары менән һуғарылдыҡ, яңы рух, яңы уй, яңы фекерҙәр алдыҡ. Улар¬ҙың яҙыу методтарын өйрәндек. Үҙебеҙҙән үҙебеҙ ҡәләм тота башланыҡ» тигән өҙөк тыңлана.

Д. Юлтыйҙың башланғыс ижады Сорокин мәҙрәсәһендә уҡыған һәм үҙ ауылында уҡыта башлаған йылдарға (1909 1913) тура килә.

Д. Юлтыйҙың үҙ ижадының асылын, төп йүнәлешен, ха¬лыҡсан рухын асыҡлап яҙған «Әйтмәһендәр» шиғырының:

Мин ябай, мин иң түбән Тормош төбонән бер бала. Йырҙарым ла иң түбән тормош Төбонән моң ала. Йырҙарым шул иң түбән Халҡым йөрәгенән аға, -

тигән юлдары магнитофондан тыңлана йәки плакаттан (2001 й.) уҡып, уның мәғәнәһе асыҡлап үтелә.

Синыф алдына һорау ҡуйыу юлы менән Д. Юлтый по¬эзияһының төп сығанаҡтары: беренсенән, тормош төпкөлөндә йәшәгән халыҡтың ауыр яҙмышы, моң-зары, ҡайғы-хәсрәте, 1 омөт һәм хыялдары, икенсенән, халыҡ ижады, өсөнсөнән, М. Аҡмулла. М. Ғафури. Ғ. Туҡай кеүек башҡорт һәм татар яҙыусылары ижады булыуы хаҡында йомғаҡ яһала. Ғ. Туҡай ижадының Д. Юлтый ижадына йоғонтоһон күрһәтеү әсән, I '. Туҡайҙың:

Ҡуҙғатмаҡсы булһаң халыҡ күңелдәрен.

Тибрәтмәксе булһаң иң нескә ҡылдарын.

Көйләү тейеш, әлбиттә, әсе хәсрәт көйөн,

Кәрәк түгел, мәғәнәһе юҡ көлкө, уйын, -

' тигән юлдары Д. Юлтыйҙың «Томанлы көндәр» шиғырындағы т «Әсе хәсрәт көйөн көйләп һыҙыла күңелем көндөҙ вә тән» гигән юлдар менән сағыштырып ҡарала.

Уҡыусыларға «Аҙашҡанда», «һүнделәр» шиғырҙарын уҡыр¬ға ҡушып, әңгәмә юлы менән уларҙың йөкмәткеләренең пес¬симистик характерҙа булыуы, шул уҡ ваҡытта киләсәккә омөт. алға ынтылыш, яҡты бәхеткә, киләсәккә ышаныс сатҡы¬ларын күрергә мөмкин булыуы асыҡлана.

Әй йәнем, дәрт һүнһә лә, Аҫра тәнемде көс менән, Бәлки мин гағы ла йәшәрмен Өр-яны бер хис менән! -

■тигән юлдар уҡып күрһәтелә.

Артабан шағирҙың «Башҡорт хәле», «Йыйылығыҙ, хөр иптәштәр!», «Ҡатын-ҡыҙ ғаләменә» шиғырҙары у;ыла һәм әңгәмә юлы менән анализлана. Шағирҙың был шиғырҙарында В халыҡтың ауыр тормошоноң синфи тигеҙһеҙлек, ғәҙел булмаған йәмғиәт ҡоролошоноң һөҙөмтәһе булыуын күрһәтеүе аңлатыла.

Уянығыҙ, башҡорттар, ҡуҙғалығыҙ!

Тоғро юлға. мәғрифәткә күҙ һалығыҙ, -

тигән юлдарҙы уҡып күрһәтеү нигеҙендә шағирҙың халыҡ тормошоноң ауырлығы уның наҙанлығынан килә тигән фекерҙә тороуын, шуның өсөн уны мәҙәнилеккэ, аң-белемгә саҡы¬рыуын асыҡлайбыҙ.

1914 йылда Д. Юлтыйҙың ике ағаһы менән бергә импе¬риалистик һуғышҡа алыныуы һәм фронтҡа оҙатылыуы, өс йыл I эсендә уның донъяға ҡарашының киңәйеүе, синфи аңының I үҫеү'е хаҡында мәғлүмәттәр бирелә, һуғыштың тәүге айҙа-

234


235

рында ул һалдат башына төшкән ауырлыҡтарҙан зарланып, шиғырҙарын халыҡ йырҙары һәм бәйеттәренә яҡын итен яҙһа. бер йылдан ул был һуғыштың кем файҙаһына алып барылыуы хаҡында, уның сәбәбе, маҡсаты, социаль тәбиғәте хаҡында һорау ҡуйып:

Ҡурҡмайым һалҡын ләхеттән. Ләкин ниңә баш юғалтыу! Әүәл белергә шул серҙе. Унан дошманға уҡ атыу! -

тип яҙа.


1916 йылда яҙылған «Сумка» шиғырында ҡуйылған был һорауға шағир шул уҡ әҫәрендә:

Барыһы хәйлә, барыһы золом, Улар тик беҙҙе һаталар. Беҙҙең башты буштан-бушҡа Ҡанға батырып юғалталар, -

тип яуап бирә.

«Сумка» шиғырын комментарийлы уҡыу һәм унда шағир¬ҙың империалистик һуғыштың асылын аңлауын. ғәҙел булмаған был һуғышҡа ҡаршы протесының революцион характер ала башлауы сағылыуын, «Ҡан баҙары» шиғырын комментарийлы уҡып, шағирҙың был шиғырында протестың тағы ла киҫке- нерәк төҫ алыуын асыҡлайбыҙ.

Артабан да Д. Юлтыйҙың тормош юлы менән ижады айы¬рылғыһыҙ берҙәмлектә, үҫештә яҡтыртыла.

1917 йылға шағир һалдаттар менән аралашып, азатлыҡ идеялары менән ҡоралланып, аңлы, ялҡынлы көрәшсе булып өлгөрә. Февраль революцияһынан һуң шағирҙың хәрби пас¬тарҙа комитеттар, мосолман роталары төҙөү, һалдаттар ара¬һында төрлө йыйылыштар үткәреү шикелле сәйәси эштәргә ҡатнашыуы менән бәйләп, был осор ижадына ҡылыҡһырлама бирелә. Уның «Ләғнәт», «һин ҡайҙа?» кеүек шиғырҙарын комментарийлы уҡыу юлы менән был шиғырҙарҙа Ваҡытлы хөкүмәткә, контрреволюцияға протест белдерелеүе асыҡлана.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет