ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет17/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   27

Башҡорт Автономиялы Республикаһы төҙөлөп, башҡорт теле дәүләт теле тин иғлан ителгәс, башҡорт әҙәби телен дәүләт аппаратында, сәнғәт, нәшриәт, матбуғат әлкәһендә файҙаланыу бурысы ҡуйылды. Ш. Хоҙайбирҙин етәкселегендә махсус комиссия төҙөлөп, башҡорт яҙма әҙәби теленең принциптары асыҡланды һәм 1924 йылдан алып тормошҡа ашырыла башланы. Шул йылдан башлап «Башҡортостан» гәзите 1927 йылдан алып «Сәсән» журналы башҡорт те¬лендә донъя күрҙе.

Башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә Д. Юлтый, Т. Йәнәби, Ғ. Дәүләтшин кеүек яҙыусылар ҙур роль уйнаны.

Был йылдарҙа әҙәбиәттең үҫеше киҫкен идеологик көрәш, әҙәби ағымдар ярышы шарттарында барҙы. Коммунистар партияһы етәкселегендә бер яҡлы йүнәлеш алып үҫеүе, тор¬мошто айырым синыфтар күҙлегенән сығып яҡтыртыу, шуның һөҙөмтәһендә уны дөрөҫ, тулы һәм күп яҡлы күрһәтеү мөмкинлегенең сикләнгән булыуы хаҡында бөгөнгө заман күҙлегенән сығып баһа бирелә.

1. Уҡытыусы 20-се йылдар поэзияһында азат хеҙмәт тема¬һына яҙылған: М. Ғафуриҙың «Ураҡ менән Сүкеш», «Гөлдәр баҡсаһында», «Шахтер», Д. Юлтыйҙың «һуҡа бабай, ситкә кит, трактор килә», Б. Ишемғолдоң «һабансы йыры», Т. Йәнә¬биҙең «Әш таңы» кеүек шиғыр һәм поэмаларына туҡталып, улар араһында айырыуса әһәмиәтлеләренә анализ биреп үтә.

2. Был осорҙа прозаның үҫеше. Иҫке тормош картинала¬рын яңыса һүрәтләгән әҫәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләгәндә, М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» (1926), «Тормош баҫҡыстары» (1929), «Шағирҙың алтын приискыһында» (1930) повестары, ,Д. Юлтыйҙың «Тимеркәй фәлсәфәһе» (1924), А. Та- һировтың «Йомэлкә тауы» (1923) хикәйәләренең ҡайһы берҙә- ренә уҡыусыларҙың алдан әҙерләгән сығыштары тыңлана.

Балалар әсен яҙылған әҫәрҙәрҙә иҫке тормоштоң ҡараңғы картиналарын кәүҙәләндереү (М. Ғафуриҙың «Ялсы», «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа», «Элек ҡыйын ине, хәҙер анһат ул» хи¬кәйәләренә шулай уҡ алдан әҙерләнгән уҡыусылар ҡыҫҡа ғына анализ биреп үтәләр).

3. 20-се йылдар әҙәбиәтендә граждандар һуғышы осорон һүрәтләү (А. Таһировтың «Беренсе көндәр», «Ташҡын даръя тармаҡтарында», И. Ыасыриҙың «Гөлдәр», «Вагонда» повеста¬ры, Б. Ишемғоловтың «Ҡан», «Ҡарағош», А. Карнайҙың «Бо¬ролмала» хикәйәләре һ. б.).

Был йылдарҙағы прозала хеҙмәт һәм яңы тормош төҙөү темаһын сағылдырыу (Ғ. Хәйриҙең «Кооператорҙар», «Ҡатын» хикәйәләрен алдан әҙерләнгән уҡыусыларҙың докладын тың¬лау юлы менән өйрәнеү эффектлы).

Х синыфта «Бөйок Ва ган һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте» темаһын өйрәнеү

Бейөк Ватан һуғышы осоро әҙәбиәтен үтеү уҡытыусынан алдан күп төрлө әҙерлек эштәре талап итә. Уҡытыусы дәрес¬тең маҡсатын билдәләп, ошо маҡсат нигеҙендә дәрестең йөкмәткеһен байытыу, тормош менән бәйләү өсөн уҡыусы¬лар йәшәгән ауыл, район, ҡалалағы йәки республикабыҙҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында материалдар йыйыу, һуғыш ҡаһармандары менән осрашыуҙар әҙерләү, һуғыш осоронда яҙылған китаптар, фотоларҙы, гәзит-журнал¬дарҙа базылып сыҡҡан мәҡәләләрҙе, әҫәрҙәрҙе йыйыу, шулай уҡ дәресте йыһазландырыу өсөн техник саралар (магнито¬фон, эпидиаскоп, диафильмдар), картиналарҙың репродукция¬лары, мәҫәлән, Ю. Непринцевтың «һуғыштан һуң ял», Кук- рыниксыларҙың «Ғәйепләү», Р. Ишбулатовтың «Шайморатов генерал», «Башҡорт атлылары 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында». Ә. Лотфуллиндың «Хушлашыу», «Көтөү» карти¬наларын. йыр текстары һәм көйҙәре яҙылған фонояҙмалар («Священная война» - А. Александров көйө, В. Лебедев-Ку¬мач һүҙҙәре, «В землянке» - А. Сурков һүҙҙәре, К. Листов көйө, «Шайморатов генерал». - Ҡ. Даян һүҙҙәре, 3. Исмәғи- лев көйө, «Башҡорт атлылары» - Б. Бикбай һүҙҙәре, Н. Чем- берджи көйө), Ватан һуғышы осорон сағылдырған плакаттар ҡулланыу кеүек төрлө эштәр алып барыла.

Дәресте үткәреү алдынан уҡытыусы уҡыусыларға түбәнге синыфтарҙан таныш булған Ватан һуғышы осорон сағылдыр¬ған әҫәрҙәрҙе ҡабатлау өсөн биремдәр әҙерләй.

Тема буйынса беренсе инеш дәрестә Бөйөк Ватан һуғышы осорона һәм шул осорҙағы әҙәбиәткә ҡылыҡһырлама

биреү, ошо материал нигеҙендә уҡыусыларҙа халыҡтар дуҫ¬лығы, Ватансылыҡ, героик халҡыбыҙ менән ғорурланыу хис¬тәре һәм юғары әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсаты ҡуйыла.

Бөйөк Ватан һуғышы осорона һәм ошо осор әҙәбиәтенә ҡылыҡһырлама биреү түбәндәге план буйынса бара:

1. Уҡытыусы 1941 йылдың 22 июнендә фашистик Герма- нияның беҙҙең илгә көтмәгәндә һөжүм яһауы хаҡында ҡыҫҡаса тарихи белешмә бирә.

Алдан әҙерләнгән фонояҙманан Р. Ниғмәтиҙең һуғыш баш¬ланған танды тасуирлаған «Үлтер. улым. фашисты!» поэма¬һының беренсе бүлеге тыңлана.

Бөтә ил менән бергә Башҡортостан улдары ла Ватанды һаҡлау өсөн көрәшкә күтәрелеүе хаҡында һөйләгәндә, эпиди- аскопган «Башҡорт атлылары 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында» картинаһы күрһәтелә һәм магнитофондан:

Бер һелкенде Урал, Ҡарт айыуҙар

Үкереп торҙо ятҡан еренән, Арғымаҡтар кешнәп ебәрҙеләр. Ҡындан ҡылыс һурҙы егетгәр. Урал тауышын ишетеп. Килде улар

Ирәндектән, Әйҙән, һаҡмарҙан. Ашҡаҙарҙан, йәмле Ағиҙелдән... һәм баҫтылар тығыҙ сафтарға. Теҙелделәр полктар. Баш өҫтөндә

Ҡыҙыл байрак торҙо елберләп. Теҙелделәр Урал батырҙары һәм Уралдың әмерен көттөләр, -

тигән өҙөк тыңлана һәм «Шайморатов генерал» йыры баш¬ҡарыла, шулай уҡ «Башҡорт атлылары» йырын тыңларға мөмкин.

2. Утлы йылдар әҙәбиәте хаҡында һөйләгәндә, уҡытыусы һуғыштың тәүге көнөнән үк Тыуған илебеҙҙән 1000-дән артыҡ яҙыусының, шулар иҫәбенән 50 башҡорт яҙыусыһының фронтҡа китеүе, улар араһында күренекле рус яҙыусылары М. Шолохов, А. Фадеев. Б. Горбатов, К. Симонов, Л. Соболев, Н. Тихонов, П. Павленко, Be. Вишневский исемдәре менән бергә А. Карнай, С. Мифтахов, Х. Кәрим, Н. Ҡәрип, С. Кулибай. М. Кәрим, М. Харис, Ғ. Әмири, М. Хәй, Х. Ҡунаҡбай, Н. Нәжми, Ш. Бикҡол, Ғ. Рамазанов, Х. Ғиләжев, Р. Әхмәтшин кеүек бик күн башҡорт яҙыусыларының ҡулға ҡорал һәм ҡәләм тотоп бөйөк көрәштә ҡатнашыуҙары һыҙыҡ өҫтөнә алына. Уҡытыусы фронттарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 500-ләгән яҙыусы-

7-1.0117.05 193 ның юғары наградалар менән бүләкләнеүе, 18 яҙыусыға Со¬веттар Союзы Геройы исеме бирелеүе, һуғышта батырҙарса һәлэк булған 275 яҙыусы араһында 13 башҡорт яҙыусыһының исеме лә булыуы хаҡында һөйләй. Уҡыусылар «Беҙ уларҙы онотмайбыҙ» тигән стендтан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 13 яҙыусының исем-фамилияларын уҡыйҙар. Был тура¬ла Ғ. Хөсәйеновтың «Тормош» китабынан «Тарих» бүлеген хәтергә төшөрөп китеү кәрәк.

3. Башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең фронтта һәм фронт менән туранан-тура бәйләнештә ижад ителеүе хаҡында Х. Кә- римден:

Был йыр тыуҙы ут эсендә, Ҡанға батып тыуҙы йыр. ЯҘҒЫ күкрәүҙән дә көслө Күкрәгәндә урман, ҡыр. -

тигән шиғыры яҙылған плакат эленә, уҡыусылар уны тасуири уҡыйҙар. Артабан Ҡ. Даян, Х. Кәрим, М. Кәримдең һуғыш осоронда яҙған шиғырҙары, К. Мәргәндең «Егеттәр», «Баш¬ҡорттар» исемле әҫәрҙәре, «һуғыш фольклоры» китабы, А. Карнай очерктары хаҡында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт бирелә.

4. Башҡорт һуғышсыларының батырлыҡтары тураһында рус яҙыусылары тарафынан яҙылған очерктар хаҡында һөй¬ләү (И. Эренбурғтың «Башҡорттар» (1942), бер туған Турҙар¬ҙың «Дуҫтар рухын иҫкә алыу» (1942) очерктарының өҙөктәрен уҡып күрһәтеү).

5. Бөйөк Ватан һуғышы осоро башҡорт әҙәбиәтендә ин¬тернациональ рухтың көсэйеүе (Р. Ниғмәти, М. Кәрим, Ғ. Рама- зановтарҙың Украина тураһындағы поэтик әҫәрҙәре, 3. Биише¬ва, Кирәй Мәргән һ. б. яҙыусыларҙың хикәйә һәм очерктары).

6. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөлә йәшәгән украин яҙыусылары менән ижади дуҫлыҡтың көсэйеүе (Павло Тычина, Максим Рыльский, Владимир Сосюра, Натан Рыбак, Юрий Яновский). Павло Тычинаның «Мәжит Ғафури ижадында патриотизм» тигән китабы, «Йәшен» исемле шиғыры һ. б.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда башҡорт халҡының хәрби һәм революцион традицияларын сағылдырған әҫәрҙәрҙең бар¬лыҡҡа килеүе (Р. Ниғмәти. «Башҡортостан һүҙе», «Үлтер, улым, фашисты!», М. Кәрим. «Үлмәҫбай») һ. б. хаҡында мәғлүмәттәр биреү.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда поэзия түбәндәге план буйынса өйрәнелә:

1. һуғыштың тәүге көндәренән үк халыҡты яуыз дош¬манға ҡаршы күтәрелергә саҡырған агитацион-публицистик шиғырҙарҙың барлыҡҡа килеүе (Х. Кәримдең «Асыу йыры».


Р. Ниғмәтиҙең «Тыуған илем өсөн», «Үс ал, патриот!», М. Кә¬римдең «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», Б. Бикбайҙың «Үлем фашизмға!», «Беҙ еңербеҙ» шиғырҙары).

2. Һуғыш йылдарында тыл менән фронт берҙәмлеге, ха¬лыҡты еңеү өсөн берҙәм көрәшергә саҡырыу идеяһын са¬ғылдырған әҫәрҙәрҙең тыуыуы (Р. Ниғмәтиҙең «Күберәк нефть, иптәштәр!». Б. Бикбайҙың «Эшкә», Ҡ. Даяндың «Ил батырына» шиғырҙары).

3. һуғыш осоро поэзияһында халыҡтың үҙ улдарына йөрәк һүҙҙәрен еткереүсе шиғри наказ, шиғри хат алымда¬рында яҙылған әҫәрҙәрҙең тыуыуы (Р. Ниғмәти. «Башҡортос¬тан һүҙе», «Хат» һ. б.).

4. һуғыш осоронда ижад ителгән поэмалар (М. Кәрим. «Башҡортостанға хат», «Декабрь йыры», «Үлмәҫбай», Р. Ниғ¬мәти. «Герой тураһында поэма», «Һинен кәләшеңдең хатта¬ры», «Үлтер, улым, фашисты!», Ғ. Рамазанов. «Зоя»),

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда проза түбәндәге план буйынса өйрәнелә:

1. һуғыш йылдары әҙәбиәтендә очерк, хикәйә жанрҙары¬ның әүҙемләшеүе, һуғыштың тәүге айҙарында уҡ С. Агиштын «Атлы Илмырҙа», «Оло ағайымдың уйҙары», А. Карнайҙың «Айлы төндә», «Йырланып бөтмәгән йыр», Х. Кәримдең «Ва¬тан саҡыра», К. Мәргәндең «Беҙҙең поход» кеүек әҫәрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе.

2. Был осорҙағы прозала илебеҙ яугирҙарының фронтта күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу (К. Мәргәндең «Егеттәр». «Башҡорттар», С. Агиштың «Фронтҡа» очерктары).

3. Халыҡтың тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәтен күрһәтеү те¬маһы. С. Агиштын «Оло ағайымдың уйҙары», «Ҡала ҡыҙы Бибинур». «Әхмәҙулла», «Петька Якушин һәм Петька Байра¬мғолов», Ғ. Ғүмәрҙең «Юлсура бабай хикәйәләре», Б. Бик¬байҙың «Самолет алған Хәбирйән» әҫәрҙәре).

Бөйөк Ватан һуғышы осоро драматургияһын өйрәнеү буйынса түбәндәге эштәр тәҡдим ителә:

1. һуғыш осорондағы драмаларҙа һуғыш менән тылдың берҙәмлеген сағылдырыу (Б. Бикбайҙың «Ватан саҡыра», «Урманда», Р. Ниғмәтиҙең «Урман шаулай», С. Кулибайҙың «Йондоҙ», К. Мәргәндең «Яу» пьесалары).

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда батырҙарса һәләк булған яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады хаҡында «Беҙ уларҙы онотмайбыҙ» тигән темаға реферат яҙырға эш биреү (уҡытыусы теманы бүлеп бирә).

7"

195



2. Ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешелә¬ре, уларҙың фронттағы батырлыҡтары тураһында материал¬дар йыйыу. Фронгта ҡатнашҡан ауылдаштарҙың барыһын да иҫәпкә алыуҙа, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә ҡатнашыу

(ҡапҡаларға йондоҙҙар ҡуйыу, ҙур батырлыҡ күрһәткән һуғышсылар, шулай уҡ Советтар Союзы Геройҙары тыуған йортҡа мемориаль таҡга ҡуйыуҙа ҡатнашыу, һәр һуғышсы иҫтәлегенә мәктәп баҡсаһында йәки уларҙың һәр береһенең өйө алдына ағас ултыртыу).

3. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, уларға ҡарата хәстәрлекле булыу.

4. Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары хаҡында иҫтәлектәр йыйыу, шиғыр, очерк, хикәйә яҙырға әҙерлек алып барыу.

5. «Беҙ уларҙы онотмайбыҙ» темаһы буйынса бөтә эшләнгән эштәрҙе тикшереү өсөн уҡыусыларҙан комиссия билдәләү һәм апрель айында йомғаҡ яһап, Еңеү көнө - 9 Майҙа әҙәби кисә үткәреү.

Был обзор теманы үткәндә, уҡыусыларҙың үтелгәндәрҙе дәфтәрҙәренә яҙа барыуын, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары хаҡында яҙылған очерк, хикәйә, шиғырҙарҙың иң яҡшыларын ҡулъяҙма гәзит, журналға яҙыу, уларға иллюстрациялар яһау кеүек эштәр тапшырыу, иң яҡшы эштәрҙе район, республи¬ка гәзиттәренә, журналдарына тәҡдим итеү.

ЯҘЫУСЫНЫҢ БИОГРАФИЯҺЫН ӨЙРӘНЕҮ Уның белем һәм тәрбиә биреү системаһында тоткан урыны

Юғары синыфтарҙа яҙыусының тормош һәм ижад юлын өйрәнеү белем һәм тәрбиә биреү системаһында мөһим урын тота. Сөнки В. Г. Белинский әйткәнсә: «Бөйөк кешенең тор¬мош тамашаһы һәр ваҡытта гүзәл тамаша. Ул рухты юғары күтәрә, эшмәкәрлек уята» .

Бөйөк талант эйәләре - яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәре менән генә түгел, бәлки ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле шәхес булыуҙары менән дә уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уяталар.

Бөйөк рус драматургы А. Н. Островский яҙыусының уҡыу¬сыға булған тәьҫире, йоғонтоһо хаҡында: «Бөйөк яҙыусының өлгәшкән беренсе хеҙмәте шунда, уның арҡаһында аҡыллы була торған бөтә нәмә аҡыллылана. Ләззәтләнеү, фекер һәм тойғоларҙы сағылдырыу формулаһынан тыш, шағир уй һәм фекерҙәрҙең үҙ формулаларын да бирә. Бына ни өсөн уның һәр әҫәре шундай түҙемһеҙлек менән көтөлә. Һәр кешенең яҙыусы менән бергә юғары фекер йөрөтөү һәм тойоу теләге булған өсөн, бына ул миңә, миндә булмаған, миңә етмәгән ниндәйҙер гүзәл, яңы нәмә әйтер тип, ләкин ул әйткән шунда ук минеке булып әүерелер тип көтә»1, тине.

Бына шуның әсен дә уҡыусы яҙыусының әҫәре менән генә түгел, бәлки уның ниндәй кеше, ниндәй шәхес булыуы менән, уның эше, тормошо, уйҙары, тойғолары, кисерештәре менән ҡыҙыҡһына, унан өйрәнергә һәм уға эйәрергә тырыша. Л. Н. Толстой әйткәнсә, уҡыусыла уның ниндәй кеше булыуы хаҡында ла һорау тыуа. Шуның өсөн яҙыусының биография¬һын өйрәнеүҙе уның тормошо һәм ижадына ҡараған факт¬тар, мәғлүмәттәрҙе үҙләштереүгә генә ҡайтарып ҡалдырырға ярамай, бәлки яҙыусының һүҙ оҫтаһы, йәмәғәт эшмәкәре бу¬лыуын өйрәнеү менән бергә, уның ниндәй кеше булыуы, халыҡ тормошо, үҙе йәшәгән осор менән бәйләнеше, ижады¬ның үҫеше, донъяға ҡарашының формалашыуы, йәмғиәт тор¬мошона, әҙәбиәт, мәҙәниәт үҫешенә индергән хеҙмәте һәм әҙәби процеста тотҡан урыны яғынан да баһаларға кәрәк.

Яҙыусы шәхесенә хас һыҙаттар уҡыусыларҙа әхлаҡ си¬фаттары тәрбиәләү өсөн өлгө булып хеҙмәт итә.

Мәктәп практикаһында яҙыусы биографияһын өйрәнеүҙә бер яҡлы ҡараш йәшәп килә. Уҡытыусылар йыш ҡына төп иғтибарҙы яҙыусы биографияһындағы мөһим факттарҙы үҙ¬ләштереүгә йүнәлтеп, уның кешелек шәхесенә хас юғары си¬фаттарын асыуға тейешле иғтибар биреп еткермәйҙәр. Шуның һөҙөмтәһендә биографик материалдар әхлаҡ тәрбиәһе биреү кеүек мөһим бурысты үтәүҙә тейешенсә файҙаланылмай.

Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙыусының шәхесе менән ҡыҙыҡ¬һыныу, уны тәрбиәүи маҡсаттарҙа файҙаланыуға иғтибарҙың көсэйеүе хаҡында Б. И. Бурсов: «Элекке бөйөк эшмәкәрҙәр¬ҙең, барыһынан да элек, яҙыусыларҙың биографияһына үҫә барған ҡыҙыҡһыныу аңлашыла: кешеләрҙә камилыраҡ булыуға иғтибар көсәйгән һайын, боронғо генийҙарға яңыса ҡарау теләге лә арта бара» , тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Әҙәбиәт тарихы курсында яҙыусының биографияһы обзор¬ҙан һуң үтелә торған монографик темалар эсендә бирелә, яҙыусының тормош юлын, ижадын һәм айырым әҫәрҙәрен текстуаль өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала.

V—VII! синыфтарҙа программаға ингән күренекле яҙыусы¬лар хаҡында тулы ғына биографик мәғлүмәттәр бирелеүгә ҡарамаҫтан, уҡытыуҙың был баҫҡысында, бигерәк тә V-VI синыфтарҙа, яҙыусының бала сағын уҡыу йылдарын өйрәнеүгә баҫым яһала. Ә юғары синыфтарҙа яҙыусының тормошо уның ижады менән тығыҙ бәйләнештә яҡтыртыла.

Биографик материалды үгкәндә, уҡыусыларға яҙыусы йәшәгән осор, әҙәби-тарихи процесс, мәҙәниәт үҫеше, һәр яҙыусының әҙәби процеста тогҡан урыны хаҡында белем биреү маҡсаты ҡуйыла.

Салауат Юлаев. М. Ғафури, Д. Юлтый, 3. Вәлиди кеүек яҙыусыларҙың биографиялары һәр береһе яҙыусы йәшәгән осорҙар менән бәйләнештә өйрәнелә. Уҡыусылар Салауат Юлаев ижадының XVII быуаттың икенсе яртыһындағи ижти- мағи-сэйәси һәм иҡтисади шарттар менән, М. Өмөтбаев, М. Аҡмулла ижадтарының XIX быуаттың икенсе яртыһында, М. Ғафури, Д. Юлтый ижадтарының XIX быуат аҙағы - XX быуат башындағы мөһим тарихи ваҡиғалар менән бәйләнешен төшөнә. М.Ғафури, Д.Юлтый ижадтары 1905 йылғы револю¬ция, империалистик һуғыш, Октябрь революцияһы, граждан¬дар һуғышы, халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, 30-сы йыл¬дарҙы үҙ эсенә ала. Күренекле яҙыусыларҙың биографиялары халыҡ тарихының бер ӨЛӨШӨ булып күҙ алдына баҫа, халыҡ биографияһы итеп ҡабул ителә.

Был яҙыусылар ижады халыҡтың элекке ауыр тормошо, азатлыҡ әсән алып барған синфи көрәш картиналары ерле¬гендә һүрәтләнә. Шул тормош шарттарының яҙыусының донъяға ҡарашын формалаштырыуҙағы роле күрһәтелә. М. Аҡ¬мулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Д. Юлтый кеүек, ижадтары революцияға тиклем башланған яҙыусыларҙың тормошо элек¬ке мәҙрәсә тәртиптәрен фашлауҙа, уҡыусыларҙың шул осор¬ҙағы мәҙәниәт, уҡыу-уҡытыу эштәре хаҡында төшөнсәләрен көсәйтеүҙә ҙур роль уйнай, шуның менән бөгөнгө тормоштоң гүзәллеген, бөйөклөгөн дөрөҫ баһаларға өйрәтә.

Яҙыусының тормошон өйрәнгәндә, уны һүҙ оҫтаһы - ху¬дожник, йәмәғәт эшмәкәре булыу яғынан да, үҙендә бөйөк кешеләргә хас ыңғай һыҙаттарҙы туплаған ҡабатланмаҫ шә¬хес булыу яғынан да асырға кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең күренекле вәкиле М. Ғафури ижады V, VII, IX синыфтарҙа өйрәнелә.

Түбәнге синыфтарҙа М. Ғафуриҙың тормошо хаҡында эле¬ментар төшөнсә бирелә. VII синыфта уның бала сағын са¬ғылдырған иҫтәлек, э IX синыфта биографияһы һәм ижады ентекле өйрәнелә.

Яҙыусының биографияһын үткәндә, уның бала сағы, уҡыу, белем алыу йылдары хаҡында мәғлүмәттәр биргәндә, яҙыусылар тормошондағы оҡшаш яҡтар, айырымлыҡтар үҙара сағыштырып ҡарау юлы менән тәрәнерәк игеп күрһәтелә һәм дөйөмләштереүҙәр яһала. Мәҫәлән, М. Ғафури, Д. Юлтый. Ғ. Туҡай, М. Горький кеүек төрлө халыҡтар әҙәбиәте яҙыусы¬ларының ауыр бала сағы, элекке тормоштоң ҡараңғы карти¬наларын һүрәтләү аша революцияға тиклемге йәмғиәт ҡоро¬лошоноң ғәҙелһеҙлеге хаҡында һөҙөмтә яһала. Был яҙыусы¬ларҙың уҡыу, аң-белемгә ынтылыу юлындағы күргән ғазап¬тары. уларҙы еңеп, маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡышмалылыҡ, түҙемлелек күрһәтеүҙэре уҡыусыларҙа юғары әхлаҡ сифатта¬ры тәрбиәләй.

Яҙыусыларҙың биографияһын үткәндә, уларҙың тыуған ерҙәре, туған тәбиғәте, халыҡҡа хеҙмәт итеү юлында баш¬ҡарған намыҫлы эштәре хаҡында һөйләү уҡыусыларҙа тыуған ергә ихтирам һәм һөйөү тойғоһо уята.

Яҙыусының биографияһын өйрәнеү өсөн материал һайлау

Материал һайлағанда, бигерәк тә яҙыусыны уҡыусыға бөйөк шәхес, ялҡынлы патриот һәм гуманист, ғәҙел, прин¬ципиаль, тура һүҙле, дошман хәтерен һаҡламаҫ, яманлыҡты яҡламаҫ кеше булыуын, шунда уҡ уның халыҡҡа, дуҫтарына, ғаиләһенә булған мөнәсәбәтендәге гүзәл һыҙаттарын һүрәт¬ләгән урындарға иғтибар итергә кәрәк.

Биографик факттарҙы яҡтыртҡанда, тейешле педагогик такт һаҡларға, балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен, ҡыҙыҡһыныуҙа- рын иҫәпкә алырға, барыһынан да элек әхлаҡ тәрбиәһе биреү талаптарынан сығып эш итергә кәрәк.

1. Яҙыусының биографияһын өйрәнеүҙә уҡытыусыға берен¬се сығанаҡ булып дәреслектән тыш һәр яҙыусы хаҡындағы һәм ул йәшәгән осорҙо сағылдырған әҙәбиәт, тарихи очерк¬тар. монографиялар һәм башҡа сығанаҡтар хеҙмәт итә. Мәҫәлән, уҡытыусы М. Ғафуриҙың тормошо һәм ижады, Д. Юлтый, Р. Ниғмәти, М. Кәрим ижадтары хаҡында

Ғ. Хөсәйеновтың. Б. Бикбай ижады буйынса М. Ғ. Ғималованың, һ. Дәүләтшина хаҡында - М. Минһажетдиновтың, Ғ. Сәләм, Н. Нәжми хаҡында К. Әхмәтйәновтың, 3. Биишева хаҡында И. Вәлитов, Ә. Вахитовтарҙың хеҙмәттәрен файҙалана ала. Мостай Кәрим ижады айырыуса төрлө яҡтан өйрәнелгән һәм өйрәнелә - уның ижады хаҡында шулай уҡ Ғ. Хөсәйе¬нов, Ә. Хәкимов, В. Псәнчин, Т. Килмөхәмәтов, С. Күсимова һ. б. ғалимдарҙың хеҙмәттәре бар.

2. Яҙыусының тормош юлын үткәндә махсус яҙылған методик характерҙағы хеҙмәттәр айырыуса әһәмиәтле, уҡы¬тыусыға кәрәкле материалды һайлап алып, уны эҙмә-эҙлекле итеп, төрлө метод һәм алымдар менән яҡгыртыу мәсьәләһен үҙенә хәл итергә ҡала.

3. Яҙыусының биографияһын һәм ижад юлын өйрәнеүҙә уның автобиографик очерктарын, автобиографик характерҙағы художестволы әҫәрҙәрен файҙаланыу мөһим. Уҡытыусы улар¬ҙы уҡып күрһәтеү йәки алдан магнитофон таҫмаһына яҙып, дәрестә тыңлау өсөн әҙерләй һәм нисек, ҡасан файҙаланыу, ниндәй методтар менән үтеү тураһында ла уйларға тейеш. Мәҫәлән, М. Ғафури ижадын үткәндә - «Тормош баҫҡыста¬ры» һ. б. повестарын, Д. Юлтый, һ. Дәүләтшина, Р. Ниғмәти, Б. Бикбай ижадтарын үткәндә — уларҙың автобиографик очерктарын, 3. Биишеваның «Үткән юлдар, уҙған йылдар» очерктарын, шулай уҡ «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйын¬да», «Емеш» романдарының өҙөктәрен, М. Кәримдең «Оҙон- оҙаҡ бала саҡ» повесының өҙөктәрен, «Тормош сәхифәлә¬ренән» «Академик Богушҡа хат» очерктарын файҙаланырға мөмкин.

4. Шағирҙың күңел байлығы, иң нескә кисерештәре, той¬ғолары, донъя, тормош хаҡындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары, кешеләргә, тәбиғәткә булған мөнәсәбәте уның лирик шиғыр¬ҙарында сағылыш таба.

Шуның өсөн биографик материалды үткәндә, яҙыусының лирик шиғырҙарын уҡыу уның гражданлыҡ тойғоларын, шу¬лай уҡ фәлсәфәүи уйланыуҙарын, эске кисерештәрен аңла¬тыуҙа мөһим роль уйнай.

Лирик герой образы аша шағир үҙенең донъяға, тормош¬ҡа булған мөнәсәбәтен сағылдырып, әҫәрендә һүрәтләгән тормош күренештәренә эстетик баһа бирә.

Лирик шиғыр - шағирҙың үҙе, үҙенең уй-фекерҙәре ха¬ҡындағы лирик монологы ул.

Лирик герой беҙгә шағирҙың иң нескә күңел кисерештәрен, иң гүзәл хистәрен килтереп еткереп, шағирҙың шәхесе ха¬ҡында мәғлүмәт бирә. Шул уҡ ваҡытга уҡыусылар лирик ге¬рой менән шағирҙың икеһен бер тиң итен ҡабул итергә тейеш түгелдәр. Шағир үҙ хистәрен һүрәтләү менән бергә беренсе планға үҙенең замандаштары өсөн дә уртаҡ булған хистәрҙе, уй-тойғоларҙы, йәмғиәт, заман өсөн мөһим булған проблема¬ларҙы. замандың һулышын сағылдырыу бурысын ҡуя.

5. Яҙыусы тураһындағы иҫтәлектәрҙе файҙаланыу - уның йәмәғәт эшмәкәрлеген, ижади портретын һәм ниндәй кеше, ниндәй шәхес булыуын асыу өсөн бай материал булып тора.

6. Яҙыусы хаҡындағы мөһим тарихи документтар, хаттар, шулай уҡ уҡытыусының иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Мәҫәлән. С. Юлаев, М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури ха¬ҡындағы документтар элекке осорҙо һәм шул шарттарҙа йәшәгән, ижад иткән яҙыусы тормошон күҙ алдына асыҡ кил¬терергә, осорҙоң үҙенсәлеген тәрәнерәк төшөнөргә ярҙам итә.

7. Башҡорт яҙыусылары хаҡында рус һәм туғандаш әҙәбиәттәр вәкилдәренең, сәнғәт эшмәкәрҙәренең төрлө ту¬ғандаш әҙәбиәттәр менән күп яҡлы бәйләнешен, дуҫлығын сағылдырған шиғыр, очерктарҙы, шулай уҡ шағирҙың үҙенең туғандаш халыҡтар тураһындағы әҫәрҙәрен файҙаланыу бе¬лем һәм тәрбиә биреү бурыстарын уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирә.

8. Яҙыусының башҡа халыҡтарға булған мөнәсәбәтен, уларҙың тормошона, тарихына, көнкүрешенә, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендәге уңышлыҡтарына хөрмәт, сит ил хеҙмәтсәндәре- нең азатлыҡ көрәшенә теләктәшлек күрһәткән ижад өлгөләрен файҙаланыу.

9. Башҡорт яҙыусылары хаҡында сәнғәт әҫәрҙәрен файҙа¬ланыу (Ә. Лотфуллиндың М. Кәрим. 3. Биишева портреттары, А. Кузнецовтың «Салауаттан яуап алыу» картинаһы, М. Ға¬фури хаҡындағы картиналар (А. Тюлькин), Р. Ишбулатовтың «Буйһонмаҫ ихтыяр» һ. б.).

10. Шағир һүҙҙәренә яҙылған музыкаль әҫәрҙәрҙе ҡулла¬ныу (С. Юлаев, М. Ғафури, Р. Ниғмәти, М. Кәрим, Б. Бикбай, 3. Биишева. Н. Нәжми һүҙҙәренә яҙылған музыкаль әҫәрҙәр һәм йырҙар).

11. Яҙыусыларҙың скульптор һәйкәлдәре (С. Тавасиевтың «Салауат Юлаев» монументаль һәйкәле, Т. Нечаеваның «Сала¬уат» бюсы. Ғ. Мөхәмәгшиндың «Һ. Дәүләтшина» скульптураһы).

12. Музей, архив материалдары, яҙыусының хаттары, көндәлектәре һ. б.

13. Яҙыусы хаҡындағы сәхнә әҫәрҙәре, спектаклдәр («Са¬лауат Юлаев» операһы. «Салауат» драмаһы, балеты, К. Мәр¬гәндең М. Аҡмулла тураһындағы «Өҙөлгән моң» әҫәре).

14. Яҙыусының тормошон, әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәр¬леген сағылдырған кинофильмдар («Салауат Юлаев», М. Кә¬рим хаҡында «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа», 3. Биишева. Н. Нәжми тураһында).

Биографик материалды өйрәнеүҙең метод һәм алымдары

Биографик материалды өйрәнеүҙә лекция, әңгәмә, уҡыусы¬ларҙың үҙ аллы эштәре, докладтары һ. б. шуның кеүек күп төрлө методтар киң урын алып тора.

Д. Юлтый, 3. Биишева, һ. Дәүләтшина, М. Кәрим кеүек кү¬ренекле яҙыусыларҙың тормошо һәм ижады хаҡында С. Кули¬бай. Б. Бикбай иҫтәлектәре, Н. Иҫәнбәт, Р. Бикбаев, Ғ. Шафи¬ҡов очерктарын, шиғырҙарҙы әҙәбиәтсе-ғалимдарҙың һүҙҙәрен уҡыу менән аралаштырып алып барыла. Был яҙыусыларҙың биографияһын үткәндә, уларҙың яҙыусы-гражданин, шәхес бу¬лыу сифаттарын асырға, яҙмыштарының ил яҙмышынан, халыҡ тормошонан айырылғыһыҙ булыуын күрһәтергә кәрәк.

Биографик материалды өйрәнеү процесында яҙыусының Тыуған ил, халыҡ яҙмышы өсөн янып йәшәүен, азатлыҡ өсөн көрәштә үҙен аямауын, тормошҡа әүҙем позициялы.

принципиаль, ғәҙел булыуын, эш һөйөүсәнлеген күрһәтеүсе факттарға айырыуса иғтибар биреү талап ителә.

Яҙыусының биографияһын өйрәнеүҙә, фэнни-теоретик тикшеренеүҙәрҙән тыш, автобиографик очерктар, лирик ши¬ғырҙарын файҙаланыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Яҙыусының донъяға ҡарашын асыҡлауҙа уның үҙ әҫәрҙәрендә сағылдыр¬ған тормош картиналарына, геройҙарына булған мөнәсәбәтен, нимәне раҫлауын, нимәне кире ҡағыуын күрһәтеү мөһим.

Шағирҙың күңел байлығы, иң нескә кисерештәре, уй-той- ғолары, донъя, тормош хаҡындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары, кешеләргә, тәбиғәткә мөнәсәбәте уның лирик шиғырҙарында сағыла.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   13   14   15   16   17   18   19   20   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет