ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет23/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27

1. Әҫәр ни өсөн ваҡыт тураһында фәлсәфә менән баш¬ланып китте?

2. Поэмала нисә персонаж бар?

3. Эпик элементтарҙы күрһәтегеҙ.

4. Ләкин ғүмер шагар кешегә лә Тик бер тапҡыр ғына бирелә. Шулай ҙа ул икеләтә тыуа, Икеләтә йәшәп, бер үлә, -

тип башланған юлдарҙың шиғыр туҡымаһына нисек бе¬реккән булыуын, әҫәрҙең идея-эстетик йөкмәткеһендә ниндәй роль уйнауын күрһәтегеҙ.

5. «Ҡапҡалар» поэмаһы менән «Йыр тураһында баллада» проблематикаһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Анализ ваҡытында уҡыусылар ошо һорауҙарға яуап би¬реп, өйҙә яуапты яҙып киләләр.

Уҡытыусы поэманың шағир Мэлих Харисҡа арнап яҙылыуы хаҡында. М. Харис ижады, уның шәхесе хаҡында һүҙ алып бара. V синыфта үтелгән «Хат», «Онотмаһын мине Тыуған ил» шиғырҙарын иҫкә ала, уның өҙөктәрен ятҡа һөйләй. Лирик герой образына ҡылыҡһырлама бирелә. (Кем ул лирик герой? Шағир һәм лирик геройҙын икеһен бер итеп ҡарап буламы? Улар араһында уртаҡлыҡ, айырма¬лыҡтар нимәлә?)

Н. Нәжмиҙең «Йоҡлаған бала янында һүҙ» поэмаһы ту¬лыһынса уҡыу һәм комментарийҙар биреү юлы менән ана¬лизлана. Сәңгелдэктәге бата, лирик герой-шағир, атай, яуҙан ҡайтмаған 165 һалдат образдары барыһы ла һуғышҡа протест, тыныслыҡ өсөн көрәш, һуғыш уты тоҡандырыусы¬ларға нәфрәт идеялары менән һуғарылған.

Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимна- зия-интернатының бер уҡыусыһы «Назар Нәжми ижадында лирик герой образы» тигән темаға иншаны түбәндәгесә яҙа: «Башҡорт поэзияһының талантлы шағиры Назар Нәжмиҙең күп кенә балладалары һәм поэмаларының лирик геройы үҙ замандаштарының алдынғы вәкиле булып күҙ атдына баҫа. Яҙыусы ниндәй генә темаға мөрәжәғәт итмәһен, уны заман ҡарашы аша үткәрә, үҙенсәлекле лирик геройҙан баһалата. Лирик герой шуға ла Назар Нәжмигә ифрат яҡын. Лирик герой йөҙөндә үҙенең уй-кисерештәрен, тормош юлын сағыл¬дырыу уға әҫәрендә ҙур проблемалар күтәрергә ярҙам итә.

«Ҡапҡалар» поэмаһында Назар Нәжми лирик геройҙың донъяны аңлауҙа нисек үҫеүен эҙмә-эҙ тасуирлай. Ҡасандыр тыуған ауылы ҡапҡаларын ғына асҡан бер малай кеше күңеленә юлдар эҙләүсе, күңел ҡапҡаларын асыусы шағир булып үҫеп етә.

Поэмалағы лирик геройҙың һәм халыҡтың тормошо айы¬рылғыһыҙ. Ул ил менән бергә тыныслыҡ тураһында уйлай, ерҙә тормошто, тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге теләктәр менән йәшәй. «Йоҡлаған бала янында һүҙ» поэмаһында сәңгелдәктә йоҡлаған сабыйҙың хәүефһеҙ киләсәге тураһында борсолған ата уйҙары Ерҙәге тормоштоң именлеге тураһындағы уйҙарға барып тоташа. Поэманың көсө - донъяла именлек әсән көрәш идеяһын лирик геройҙың тапҡыр һүҙҙәре аша биреү. Лирик герой был әҫәрҙә ниндәйҙер бөйөк тойғолар менән генә йәшәүсе шәхес түгел, ә тормошта әүҙем булған заман геройы. «Ҡапҡалар» һәм «Йоҡлаған бала янында һүҙ» по¬эмалары Назар Нәжми лирикаһында мөһим урын тотҡан әҫәрҙәр. Ғөмүмән, уның лирикаһы бай һәм күп яҡлы. Лирик- герой образы аша кешеләрҙең һом үҙенең уй-тойғоларын дөйөмләштереп биреү, яҙыусының бәләкәй булған әҫәрҙәрендә лә ҙур фекерҙәр, әһәмиәтле идеяларҙы сағылды¬рырға мөмкинлек бирә. Назар Нәжми бөгөнгө башҡорт ли¬рикаһының талантлы вәкилдәренең береһе».

XI синыфта Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү

XI синыфта Мостай Кәримдең биографияһын һәм ижадын өйрәнгәндә төп иғтибарҙы тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле момент¬тарға. яҙыусы ижадының төп этаптарын: үҫеш эволюцияһын, донъяға ҡарашын, гражданлыҡ тойғоһон формалаштырыуҙа айырыуса әһәмиәтле урын тотҡан осраҡгарға йүнәлтеү, улар¬ҙы осор менән, ижтимағи-сәйәси шарттар менән бәйләнештә, үҫештә күрһәтеү мөһим.

Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады, бигерәк тә Ватан һуғышынан һуңғы осорҙағы эшмәкәрлеге, йәмғиәт тормошо, оҙоби процесс менән бергә барҙы. Шуның осон дә яҙыусының тормош юлын өйрәнгәндә уны талантлы һүҙ оҫтаһы, художник, йәмғиәт эшмәкәре булыу яғынан ғына түгел, үҙендә ыңғай һыҙаттарҙы туплаған ҡабатланмаҫ шәхес булыу яғынан да өйрәнеү бик әһәмиәтле.

Яҙыусының биографияһы ижадының төп этаптары менән бәйләнештә ҡарала, шуның менән күренекле әҫәрҙәрен өйрәнеүгә әҙерлек алып барыла.

Яҙыусы ижадының фольклор, рус һәм туғандаш халыҡ¬тар әҙәбиәте менән бәйләнешен, төрлө туғандаш халыҡтар яҙыусылары менән ижади дуҫлығы, әҫәрҙәрендә торле милләт вәкилдәре образдары сағылышы хаҡында мәғлүмәттәр биреү мөһим.

Яҙыусынын тормошон, донъяға, кешеләргә, илебеҙҙәге мө¬һим ваҡиғаларға булған мөнәсәбәтен сағылдырған лирик шиғырҙарын, автобиографик очерктарын файҙаланыу уның гражданлыҡ тойғоларын, фәлсәфәүи уйланыуҙарын, зеке кисе¬рештәрен. тормошҡа актив мөнәсәбәтен тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Сөнки лирик шиғыр шағирҙың үҙе, үҙенең уй- тойғолары хаҡындағы лирик монологы ул.

М. Кәрим әҫәрҙәре илебеҙҙең күн милләтле халҡы тара¬фынан яратып уҡыла. Яҙыусы тураһында рус һәм туғандаш халыҡтар вәкилдәре яҙған иҫтәлектәр, күп һанлы шиғырҙар уның ижади портретын, ниндәй шәхес булыуын, ижадының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урынын аңлау өсөн бай мате¬риал бирә.

Мостай Кәрим ижады әҙәбиәт ғилеме белгестәре хеҙмәт¬тәрендә, башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм теорияһы китапта¬рында тәрән анализланды, юғары баһа алды. Уның програм¬маға ингән әҫәрҙәре урта мәктәптә уҡытыу буйынса яҙылған хеҙмәттәрҙә сағылдырылды.

Яҙыусының биографияһын өйрәнгәндә күргәҙмәлелектең төрлө төрҙәрен: рәссамдар яҙған портрет һәм картиналарҙы, шағирҙың үҙ шиғырҙарын уҡыуы яҙылған фонояҙмалар, фо¬нохрестоматия пластинкаларын, фотоларын, төрлө йылдарҙа ба¬ҫылып сыҡҡан китаптарын, спектаклдәренең айырым күренеш¬тәрен, «Аяҡтарым юлда. күңелем йырҙа» телефильмын, «Ай тотолған төндө», «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» әҫәрҙәре буйынса эшләнгән кинофильмдарын, мәктәп өсөн эшләнгән махсус плакатты һ. б. киң файҙаланырға кәрәк.

Дәрес М. Кәрим тураһында рус һәм туғандаш халыҡтар яҙыусыларының һүҙҙәре яҙылған плакаттар, рәссам Ә. Лот¬фуллин. Р. Нурмөхәмәтовтар эшләгән портреттар, китаптары¬ның күргәҙмәһе, әҫәрҙәренә ҡарата эшләнгән иллюстрациялар, плакат һ. б. материалдар менән йыһазландырыла.

Дәресте яҙыусының портретын эпидиаскоптан күрһәтеү һәм «Уйҙар», «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа» йәки уҡытыусы һайлаған икенсе бер шиғырын фонояҙманан тыңлау менән башлап китергә мөмкин.

М. Кәрим ижады хаҡында рус һәм туғандаш халыҡтар әҙәбиәттәре вәкилдәренең һүҙҙәрен йәки шиғырҙарын уҡый үтеү ҙә уңышлы буласаҡ.

Шағирҙың бөтә тормошо һәм ижады үҙ Ватанының улы булыуы менән ғорурланыу, ерҙә йәшәү бәхетен тойоу, туған Ватанына ҡайнар һөйөү, рус һәм башҡа туғандаш халыҡтар¬ға ҡарата дуҫлыҡ, туғанлыҡ хистәре менән тулы.
Шағир үҙенең оло таланты, бөйөк хеҙмәте менән ғүмер юлының яҡты бейеклектәренә күтәрелде. Уның даны баш¬ҡорт әҙәбиәтен дә юғары күтәрҙе, әҫәрҙәрен рус теленә тәр- \ жемә итеү юлы менән башҡорт әҙәбиәтен илебеҙ күләменә, [ уның аша донъя күләменә алып сыҡты.

Мостай Кәрим ижадының, уның менән бергә бөтә баш¬ҡорт әҙәбиәте уңышлыҡтарының башҡа туғандаш халыҡгар I әҙәбиәтенең иң югары ҡаҙаныштары менән бер рәттән ҡуйып | баһаланыуы, беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең бөтә ил күләменә сығып, | күп милләтле уҡыусының эстетик ихтыяждарын ҡәнәғәт- I ләндереүҙә, дөйөм рухи байлыҡҡа, шуның менән халыҡты I әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүгә өлөш индереүе хаҡында әңгәмә I үткәргәндә рус яҙыусыһы Николай Рыленковтың «Мостай I Кәрим беҙҙең күп милләтле сәнғәттең, шул иҫәптән рус [ сәнғәтенең дә, кимәлен билдәләгән һүҙ оҫтаһы иҫәбенә инә һәм дөйөм хазинаға үҙ халҡының әүәл тупланған һәм хәҙер байыҡтырылған иң яҡшы рухи тәжрибәһен өҫтәй» тигән I һүҙҙәрен алдан яҙылған плакаттан уҡыу һәм был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, үзбәк шағирәһе Зөлфиэнең «Мостай Кәрим | әҫәрҙәре - ҙур шағирҙың саф йөрәгенән сыҡҡан ысын шиғ- I риәт ул. Хәҙер уның ижады бер башҡорт халҡының ғына I түгел, ә күп милләтле Тыуған илебеҙ халыҡтарының мәҙәни ■байлығы булып әүерелде.

Беҙ уны үҙебеҙ ҙә «мөхәббәт, тоғролоҡ һәм дуҫлыҡ йыр- I сыһы» тип атайбыҙ. Беҙҙә уның шиғырҙары гелән баҫылып I тора, ә театр сәхнәләрендә Мостай Кәримдең минең тәржемәм- I дә «Ай тотолған төндө» трагедияһы ҙур уңыш менән бара. I Уның тәржемәһе өҫтөндә эшләү минең өсөн ҙур ижад бай- [ рамы ла һәм шул уҡ ваҡытта әҙәби оҫталыҡ мәктәбе лә I булды. Был әҙиптән, был әҙәбиәт оҫтаһынан мин күпкә [ өйрәндем. Мостай менән мин ғорурланам һәм уның менән I дуҫ булыуымды үҙем өсөн ҙур дәрәжә тип һанайым» тигән I һүҙҙәрен уҡыу дәрестең эффектын күтәрә.

Артабан Мостай Кәрим ижадының ижтимағи-эстетик I әһәмиәте, башҡорт әҙәбиәте үҫешендә тотҡан урыны хаҡын- I дағы һүҙҙәр иҫкә төшөрөлә. Уҡыусыларҙың үҙ аллы башҡар¬ған эштәре тикшерелә, М. Кәримдең тормош юлын һөйләү [ өсөн өйҙә төҙөп килгән план таҡтаға яҙып ҡуйыла.

Мостай Кәримдең тыуған йылы, тыуған ере хаҡында I һөйләгәндә Келәш ауылы тәбиғәте һәм яҙыусының бала са- f ғын күрһәткән фотолар, Дим буйы. ата йорто һүрәттәре хро¬нологик таблица рәүешендә йәки эпидиаскоп аша күрһәтелә.

265


Шағир үҙенең «Тормош сәхифәләренән» тигән автобио¬график очеркында: «Мин ырыуҙан ырыуға, нәҫелдән нәҫелгә [ шәйлә ныҡ ҡына һаҡланыусы үҙ тәртиптәре булған күп бала- сағалы ғаиләлә тыуғанмын... Атайымдың ике ҡатыны бар

10- 1.0117.05


ине. Береһенә беҙ Кесе инәй, икенсеһенә Дәү инәй тип өндәшә торғайныҡ. Мин оҙаҡ ҡына үҙемдең ҡайһы инәйҙең улы булыуымды ла белмәй йөрөнөм, дөрөҫөрәге, ул турала уйлап та ҡарамай инем.

Айырыуса мин киске аш мәлен. бөтә ғаиләбеҙ менән та¬бын уратып кейеҙҙә теҙелешеп ултырған саҡты ярата тор¬ғайным. Киске аш ваҡыты үҙенсәлекле ғаилә кәңәшенә әүере¬лә. Өлкәндәр көндөҙгө эш-мәшәҡәт хаҡында һөйләй. Бөтәһе лә, хатта атайым да. һөйләшкән арала Дәү инәйемә кәңәш- ярҙам һорап мөрәжәғәт итә төҫлө ине миңә. Дәү инәйемдең өйөбөҙҙәге өҫтөнлөгө ғаиләлә уның иң өлкән кеше булыуына ғына ҡайтып ҡалмауын, бары инәйҙең кешелек сифаттарына бәйләнгән икэнен үҫә төшкәс кенә аңлай башланым мин», тип яҙа.

М. Кәримдең башта үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә, унан һуң Өфөлә педагогия рабфагында, Башҡорт дәүләт пе¬дагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡыуы, шағирҙың тәүге шиғырҙары, шиғыр йыйынтыҡтары («Отряд ҡуҙғалды», «Яҙғы тауыштар») хаҡында мәғлүмәттәр бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим¬дең армия сафына алыныуы һәм һуғыш бөткәнсе фронтта булыуы хаҡында һөйләгәндә. «Мин фронтҡа китәм, иптәш¬тәр!» шиғырының:

Эйәрләне атай, ялын үреп. Аҡбуҙ аттың ярһыу ап-ағын. Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын. Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! Ышан, атай, һин эйәрләп биргән Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ. Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй, һуғарырмын дошман ҡанында. Атасаҡ таң, киләсәк яҙ әсен. Яҙын япраҡланыр гөл өсөн, Тыуыр балам, йырланыр йыр әсен, Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

тигән өҙөгө уҡыла.

М. Кәрим 1942 йылдың февралендә хәрби училищены тамамлай, артиллерия дивизияһына элемтә начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың авгусында ауыр һуғыштарҙың береһендә дошман снарядының утлы ярсығы уның түш кеҫә¬һендәге комсомол билетын тишеп үтеп. йөрәк япмаһына саҡ ҡына етмәй ҡала.
Шағир 1938 йылда граждандар һуғышының йәш һалдаты тураһында - йөрәген һәм комсомол билетын дошман пу¬ляһы тишеүҙән һәләк булған йәш батыр тураһында «Дуҫтың үлеме» тигән шиғырын яҙғайны.

Уҡытыусы үҙенең йомғаҡлау һүҙендә уҡыусыларҙың сы¬ғыштарын тултыра, өҫтәй, яңы мәғлүмәттәр менән байыта. Биографик материал менән бәйле шиғырҙарҙан өҙөктәр, ци¬таталар тыңлана.

Яҙыусының башланғыс ижадын өйрәнгәндә уның тәүге китаптарына. «Отряд ҡуҙғалды» (1938), «Яҙғы тауыштар» (1941) йыйынтыҡтарына, ошо китаптарға ингән «Тулҡындар», «Диңгеҙгә», «Көҙ», «Ай юлы», «Туҡайға», «Тыуған ерҙә», «Яҙғы тауыштар», «Диңгеҙ ярында» шиғырҙарына ҡыҫҡа ғына анализ яһала.

Ошо китаптары сыҡҡанға дүрт йыл үткәс, 1942 йылда дошман минаһының ярсығы Мостай Кәримдең комсомол би¬летын. яҙыусы билетын һәм күкрәген тишеп үтә. Был мина¬ның ярсығы сержант Фоминға барып тейә һәм уны һәләк итә.

«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырында шағир:

Икебеҙгә тейҙе бер юлы Бер минаның ике ярсығы, Береһе калды сержант Фоминда Текә яр ситендә ҡәберҙә; Икенсеһе минең тәнемдә. Ун ике йыл әрней шул яра, Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

тип яҙҙы.

һуғыштан шағир, үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, «Ике ши¬ғри китап яҙып, ике яра алып, кешеләргә сикһеҙ ғашиҡ бу¬лып» ҡайта.

«Ике үпкәмдә лә туберкулез микробтары тишкән ҙур-ҙур тишектәр ине, йүнәлеүемә өмөт-ышаныс бик аҙ ине. Теге саҡта снаряд ярсығы үтәләй тишкән һул үпкәм бик тиҙ би¬реште лә үҙенең уң күршеһен яман хәлдә ҡалдырҙы». - тип яҙҙы шағир «Тормош сәхифәләренән» исемле очеркында.

Мостай Кәримде, үпкәһен төҙәтерлек түгел тип госпи¬талдән кире ҡайтарырға булғас, хирург Лев Константинович Богуш операция яһарға үҙ өҫтөнә алып, ике йыл эсендә уға сафҡа баҫырға мөмкинлек бирә. «Академик Богушҡа хат» исемле әҫәрендә яҙыусы был бөйөк кешенең гүзәл сифаттары хаҡында ҙур ихтирам менән тулҡынландырғыс итеп яҙған.

ю*

267


Мостай Кәрим, 1942 йылда яраланғандан һуң госпиталдә дауаланып сыҡҡас, хәрби журналист булып эшләй, Украина- ны дошмандан таҙартыу, Румыния, Болгария, Венгрияны

азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн - 1945 йыл¬дың 9 Майын Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күр¬һәткән батырлыҡтары әсән 11 дәрәжә Ватан һуғышы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Мостай Кәрим йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 1951 1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы председате¬ле, 1962 йылда РСФСР Яҙыусылар союзы секретариатына һайлана, РСФСР Верховный Советы депутаты, Коммунистар партияһының XIX-XXVI съездары делегаты була.
Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнде, 1963 йылда Башҡортостандың халыҡ ша¬ғиры исеме бирелде. Мостай Кәримгә К. С. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы. Салауат Юлаев исе¬мендәге Башҡортостан республика премияһы, 1972 йылда русса сыҡҡан «Йылдар әҙенән» тигән шиғырҙар йыйынтығы өсөн СССР Дәүләт премияһы, 1981 йылда балалар әҙәбиәте өлкәһендәге хеҙмәте өсөн Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ- ара Почетлы диплом, 1984 йылда Ленин премияһы бирелде. Уның хеҙмәте Социалистик Хеҙмәт Геройы дәрәжәһенә лайыҡ булды.

Артабан уҡытыусы М. Кәрим пьесалары илебеҙ театрҙары сәхнәһендә ҡуйылыуы хаҡында мәғлүмәт биреп үтә.

Мостай Кәрим ижадын йомғаҡлау дәресендә уның фәл¬сәфәүи лирикаһы тураһында төшөнсә биреү, уның ижадының халыҡсанлығы, зауыҡ тәрбиәләүҙәге әһәмиәте хаҡында уҡы¬тыусының дөйөмләштереү һүҙен тыңлау, уның хаҡында күренекле рус яҙыусыһы. Мостай Кәримдең һәм башҡорт халҡының дуҫы, уның шиғырҙарын руссаға. тәржемәләүсе МихаилДудиндың шағир тураһындағы: «Унын яҙмышы, уның бер үк ваҡытта ажарлы ла һәм яғымлы ла поэзияһы артында ваҡыттың дауыллы диңгеҙе булып оҙон юл һуҙылып киткән. Уның шиғриәте шулай уттар, һыуҙар аша алға атланы. Был шиғриәт, ҡояш кеүек балҡып, һаман алға бара һәм бөтә юл буйына кешеләргә нур һибеп тора.

Мостай Башҡортостан шиғриәтен донъя киңлегенә алып сыҡты һәм, шул уҡ ваҡытта, күп тауышлы донъя поэзияһын Башҡортостан еренә алып ҡайтты». - тигән һүҙҙәрен уҡый.

Артабан балҡар шағиры 7(айсын Кулаевтың түбәндәге һүҙҙәрен уҡып ишеттерергә мөмкин:

«Мин Башҡортостан тураһында Мостай Кәрим китапта¬рынан башҡа бер нәмә лә уҡымаған һәм Мостайҙан башҡа бер генә башҡортто ла күрмәгән булһам да. Башҡортостан¬ды һәм уның халҡын беләм, тип һис икеләнмәйенсә әйтә алыр инем. Шиғриәт халҡының эске донъяһын һәм уның холоҡ-тәбиғәтен асып бирә, ә шул халыҡтың шағиры дөйөмләштерелгән милли тип булып әүерелә. Шулай булғас, Мостай Кәрим хаҡында һүҙ йөрөткәндә лә, беҙ уны тап бына ошондай рәссам тип күҙ алдыбыҙға килтерәбеҙ. Тици¬ан Табидзе, мәҫәлән, үҙе хаҡында: «Мин Грузиянын ирендә¬ренә ҡуйылған ҡамыш көпшәһемен», - тип яҙҙы. Мостай Кәрим дә үҙе һәм үҙенең тыуған Башҡортостаны хаҡында тап бына шулай тип әйтә алыр ине. Шулай тип әйтергә уның хаҡы ла бар, сөнки ул, шағир булараҡ, беҙгә туған халҡы¬ның аҡылын һәм йөрәген асып бирҙе, иген баҫыуҙарында башаҡтарҙың нисек шаулауын көйләп күрһәтте, шул ерҙә үҫкән икмәктән ауыҙ иттереп, уның тәмен гатыттырҙы, үҙ күгенең йондоҙҙарын беҙгә тоҡандырып бирҙе.

Беҙҙең арабыҙҙа тормошҡа һәм йәмғиәткә тоғро ҙур кеше, ҙур шағир йәшәй, ул булғанда, беҙгә, йәғни уның иптәштә¬ренә, йәшәүе күңелле һәм еңел».

XI синыфта М. Кәримдең башланғыс ижады, һуғыш осо¬ро һәм унан һуңғы гүзәл лирикаһы, лиро-эпик поэмаларын өйрәнәләр.

Ватан һуғышы осоронда яҙылған «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!», «Тәҙрәңде ас та», «Трубка», «Ямғыр», «Минсн атым», «Ерҙәге йондоҙҙар», «Башҡорт халҡына яуап хат» шиғырҙарына анализ яһала.

Шағир-һалдат М. Кәрим беҙҙең һөжүм итеүсе ғәскәрҙәр сафында Украинаны дошмандан азат игеү һуғыштарында, 1944 йылда Кривой Рог киңлектәрен. Одесса лимандарын. Ҡара диңгеҙ буйҙарын, Молдавияны дошмандан таҙартыуҙа ҡатнаша. Хәрби корреспондент Мостай Кәрим «Советский воин» гәзитендә оператив материалдар, мәҡәләләр яҙыу менән бергә хәрби операцияларҙа ла, Яссы-Кишинев районындағы ҡамалған ҙур группаны юҡ итеү һуғыштарында, Өсөнсө Ук¬раина фронты ғәскәрҙәре менән Румынияны, Болгарияны, Чехословакияны, Австрияны фашизмдан азат итеүҙә лә ҡатнаша.

М. Кәримдең һуғыш осоронда яҙған «Киев», «һаумы, диңгеҙ!», «Украина өсөн», «Яза кило фашист өҫтөнә», «Ев- ропаға май килә» кеүек шиғырҙарының исемдәренә ҡарап ҡына ла беҙҙең армияның үткән данлы юлын: үҙебеҙҙең илде генә түгел, сит илдорҙе фашизм ҡоллоғонан ҡотҡары- уын - Европа илдәрен азат итеүен дә күрергә мөмкин.

«Сит уттар» шиғырҙар циклы сит ил халыҡтарына азат¬лыҡ яулап һуғышҡан һалдаттың тыуған ерен һағыныу хисен уның Ҡара диңгеҙгә, сит уттарға булған мөнәсәбәте аша асып бирә. «Тағы ла диңгеҙ» шиғырында шағир тыуған ерен һағыныуын Ҡырым ярында күргән Ҡара диңгеҙҙе, ундағы ай юлдары буйлап йөҙгән саҡтарын иҫкә төшөрөү аша сағыл¬дырһа. сит ерҙә уға Ҡара диңгеҙ ҙә сит булып, тулҡындары үгәй ярға һыйынған етем бала булып күренә. «Сит уттар» исемле шиғырында Балҡан төндәренең яҡтылығы, болгар ҡалаһының йым-йым итеп янған уттары ла һалдаттың күңе¬лен йылытмай. Илен һағынған һалдатҡа ҡош тауышы ла илау һымаҡ тойола.

Өшөгәндә ҡулдарымды һуҙып. Йылытҡаным бар мин ул утта Мөмкинме һуң йәнде йылытырға. Мөмкинме һуң тик бер минутҡа?

тигән юлдар аша шағир Ватанды һөйөү тойғоһоноң көсөн, уның бөйөклөгөн оҫта һүрәтләгән. Беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Евро- паға азатлыҡ алып килеү миссияһы «Европаға май килә» шиғырында:

Үлем, хурлыҡ дошманға. Имен йәшәү дуҫтарға Алып килдек беҙ бында Штыктарҙың осонда,

тигән юлдарҙа сағылдырылған.

Киң ҡолас йәй, әй. урам. Штыктарға гөл урай. Еңеүсе ғәскәр уҙа, Бәхет сәғәте һуға.

Шағирҙың һуғыштан һуңғы поэзияһын өйрәнеү. «Ҡай¬тыу». «Гөлдәр миңә һаумы, һаумы, тиҙәр», «Уйҙар», «Мине тағы ташлап китәһең», «Айырылыу юҡ», «һинең тыуған ер¬ҙәрендә булдым», «һалдат», «Ләйсән», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» кеүек шиғырҙарҙы уҡыу, әңгәмә юлы менән ана¬лиз яһау, шиғырҙарға ҡарата яҙылған көйҙәрҙе фонояҙманан тыңлау юлы менән алып барыла.

«Мине тағы ташлап китәһең», «Айырылыу юҡ» шиғырҙа¬рында шәхси һөйөүҙең тыуған илде һөйөүҙән, ил алдында торған гражданлыҡ бурыстарынан айырылғыһыҙ булыуы асыҡлана.

М. Кәримдең «Европа - Азия» шиғырҙар циклында: тыу¬ған ер, Ватан, халыҡ, тыныслыҡ өсөн көрәш, халыҡтар дуҫ¬лығы кеүек бөтә кешелек өсөн әһәмиәтле проблемалар яҡтыртыла.

Шиғырҙар циклы түбән синыфтар программаһында төп урынды алып торған Ватан һәм патриотизм төшөнсәләрен тағы ла киңәйтә. Циклға кергән һәр шиғырҙы үҙ аллы әҫәр игеп анализлап сыҡҡандан һуң улар араһындағы эске логик бәйләнеште, һәр шиғырҙың, әҫәрҙең төп проблемаһын, гәп образдарын асыуҙа билдәле урын тотоуын, циклда ҡуйылған проблемаларҙың шиғырҙан шиғырға үҫтерелә, тултырыла ки¬леүен билдәләү бик мөһим.

Шиғырҙарҙы ошондай үҙ-ара бәйләнештә, образдарҙың үҫештә, динамикала бирелеүен асыҡлау циклдың композиция һәм жанр үҙенсәлектәрен билдәләүҙә мөһим роль уйнай.

Шулай итеп «Европа - Азия» шиғырҙар циклына ингән әҫәрҙәрҙең идея-эстетик асылына, художестволы үҙенсәлектә¬ренә үтеп инеү бурысы уҡыусылар менән аналитик-синтетик эште тейешле кимәлдә башҡарыу һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла.

«Европа - Азия» шиғырҙар циклы бөтә әҫәрҙең лейтмо¬тивын билдәләгән «Кереш» шиғыры менән башланып, унда сағылдырылған идея һәм тойғоларҙы яңы юғары кимәлдә, тағы ла мөһабәгерэк, масштаблыраҡ образдарға дөйөмләште¬реүсе - йомғаҡлаусы «Европа Азия» шиғыры менән та¬мамлана.

«Кереш» күп тауышлы симфоник әҫәрҙең увертюраһы булһа, ә «Европа Азия» шиғырын уның юғары патетика менән тамамланыусы һуңғы аккорды тип ҡарарға мөмкин.

Шиғырҙағы «Яҙғы тән», «Йондоҙҙар», «Донъя», «Йыһан», «Донъяның тынсыу яман ере», «Ғазраил», «Кешелек-әсә», «Ватандаштар» кеүек һүҙҙәр әҫәрҙә алынған образдарҙың мас¬штаблылығын күрһәтәләр, автор ошондай образдар ярҙамында әҫәрҙә бөтә донъя, бөтә кешелек өсөн әһәмиәтле проблемалар¬ҙы дөйөмләштереү бурысын ҡуйған. «Кешелек-әсә», «Ҡарт ғазраил» кеүек образдар донъяның ҡапма-ҡаршы ике лагерға бүленеүен: бер яҡта кешелек-әсә, уның балаһы өсөн иген иккән, күлдәк теккән, китап яҙған ватандаштар тороуын, икенсе яҡта шул баланың сәтләүектәй йөрәгенә атыр өсөн ҡурғаш ҡойған ҡарт ғазраил образы ҡаршы ҡуйылыуын са¬ғылдыралар. Донъя, йыһандың да ҡап уртаға бүленеүен, уның тыныс булмауын барыһынан да элегерәк әсә һиҙә. Сөнки ул, әлегә һулышһыҙ, ләкин асылырға торған бөрө ке¬үек йән эйәһе - тыуасаҡ балаһы өсөн борсола. Балаһы саҡ ҡына ҡыймылдаһа ла ул һиҫкәнеп уяна. Күҙен асһа, ул күрә: тирә-яҡ һил, тән ойоп ҡына тын ала. Ләкин ул беренсе ҡарауҙа ғына шулай. Ә ныҡлабыраҡ ҡараһаң, тирә-яҡта туҡ¬тауһыҙ хәрәкәт бара: йондоҙҙар ҙа бер ҡабынып, берсә һүнә. әйтерһең дә уларҙы кемдер бер-бер артлы сөйөп тора. Яҙғы ел иҫкәндә унан ҡан еҫе һиҙелеп ҡала. Алыҫта бомба¬лар шартлағанда бөтә йыһан, хатта йондоҙҙар ҡалтыранып ҡуя. Донъяла иң үткер күҙ - уның күҙе, уның ҡолағы иң зирәк ҡолаҡ, уның йөрәге - иң һиҙгер йөрәк, тигән һығым¬та яһай. Шуға ла ул ерҙәге хәүефлекге алдан һиҙә.

■шнимшншШкш

Шуға әсә, ҡапыл ярһып. Донъя алдына килеп баҫа. Йөрәгенең аҫтындағы Йән эйәһе ҡыймылдаһа... Кешелек тә тап ошолай һиҫкәнде һәм яуға сыҡты, һаҡлар өсөн үҙ балаһын - тыныслыҡты!... -

тип шағир тыныслыҡ өсөн көрәш проблемаһының заман өсөн ин мөһим булыуын сағылдыра.

«Бөтәһе лә йәнле бында» шиғырында Ватан темаһын һүрәтләү ата йортон тасуирлауҙан башлана.

Мостай Кәрим ата йортоноң сағыу биҙәктәрен: өй алда¬рында суҡ үргән муйылдарын, асыҡ тәҙрә төптәрендәге гөл алҡаларын, әсәйҙәрҙең күҙ нурҙары ем-ем иткән сигеүле таҫ¬тамалдарын күҙ алдына баҫтырырлыҡ итеп, уның бәләкәйҙән йөрәккә һеңгән өндәрен: келт-келт итеп йөрөгән сәғәт, сәс¬кәнән сәскәгә осоп йөрөгән иңкеш тауыштарын ишетерлек итеп һүрәтләп, бөтәһе лә бында йәмле, йәнле, бөтәһе лә ҡәҙерле булыуын раҫлаған. Шиғырҙы еҙ тотҡалы ишектәре, мәрмәр баҫҡыстары, меңәр лампалы залдары булған һарайҙар¬ҙы тасуирлауҙан башлап, шағир ҡапыл Дим ярында ултыр¬ған тәпәш кенә йортто тасуирлауға күсә. Ошондай антитеза алымы ярҙамында шағир тыуған ергә һөйөү хисенең иң изге ноталарын килтереп еткергән. Дим ярында ултырған был тәпәш кенә өйҙөң тағы ла бер күркәм яғы: уның дүрт тәҙрәһе аша бөтә донъяның күренеп тороуында, ил яҙмышы, халыҡ яҙмышы менән бергә булыуында. Өрлөктәге ата ҡулы менән теркәлеп барған тамғалар был өйгә инеп сыҡҡан ҡай¬ғылар, шатлыҡтар тураһында ғына түгел, бәлки уларҙы ки¬серә белгән кешеләр, уларҙың ныҡлығы, сыҙамлылығы тура¬һында ла һөйләй төҫлө.

Ә мөйөштә үткән яуҙа Енсп ҡайтҡан ҡылыс тора. Бер ул ғына ҡын эсендә тыныс тора, -

тигән юлдарҙан ҡылыс образы ата йортоноң хәрби традици¬яларға, хәрби антҡа тоғролоғо - илебеҙгә еңеү, тыныслыҡ яулауҙағы бурыстарын намыҫлы башҡарыуы хаҡында һөйләүсе мөһим деталь.

Строфалағы һуңғы юлдың «тыныс тора» тигән ике генә һүҙҙән килеүе, уҡығанда уның баҫым менән ҡыҙыуыраҡ темп¬та әйтелеүе тыныслыҡтың әһәмиәте хаҡында ла, тыныслыҡ

урынлашҡан ваҡыттын ҡыҫыҡлығы һәм яны һуғыш ҡурҡы¬нысы хаҡында ла ишара яһай.

Шиғырҙар циклына ингән «Бер йыр йырланған» шиғы¬рында шағир әсә, уның бишек йыры аша баланың үҫеп ете¬үендә халыҡгын быуаттар буйы тупланған аҡылын, тәжрибә¬һен, педагогик ҡараштарының ролен сағылдырған.

Осҡондарҙан ялҡын була, Бел һин, бала. Осоп китһә осҡон, һүнеп, Санға ҡала.

Тамсыларға тамсы тамһа, Була дингсҙ.

Тамсы ситкә сәсрәп китһә Кибә бик тиҙ. Ҡыйыу баҫҡан тура эҙҙэн Ғаләм атлай.

Ҡыйыш баҫҡан яңғыҙ эҙҙе Үлән ҡаплай.

Тамсы булһаң, һин тереһен Тик диңгеҙҙә, һис бер үлән үҫмәһә ине һинең эҙгә.

Ошондай йәйенке антитезаға ҡоролған юлдарҙы халыҡ¬тың быуындан-быуынға күсә килгән мораль-этик ҡараштары һәм нормалары ролен күрһәтеүгә баҫым яһалған.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет