ЙӘш быуынға белем, ТӘрбиә биреүҘӘ НӘфис әҘӘБИӘттең бурысы һӘм маҡсаттары



бет26/27
Дата04.07.2016
өлшемі1.41 Mb.
#177825
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27

Заман һулышын һиҙгер тойған шағирҙың был поэмаһын¬да ил яҙмышындағы ҡаршылыҡтарҙы, хата-хәүефтәрҙе, закон¬һыҙлыҡ күренештәрен, экологик катастрофаны көҙгөләге ке¬үек күрәһең. Поэманың ер-һыуҙың, тәбиғәттең бысраныуы. һыуҙарҙың һайығыуы, ҡороуы ғына түгел, бәлки кеше рухы¬ның, кеше күңеленең һайығыуы, түбәнәйә барыуы хаҡында йәки моңло, һағышлы тауыш менән йәки янып, ярһып ха¬лыҡҡа публицистик пафос менән мөрәжәғәт иткән, үҙенең гражданлыҡ бурысын юғары тотҡан шағир образы күҙ алды¬на баҫа.

Бала саҡ тураһындағы әҫәрҙәренән күренеүенсә, буласаҡ шағирҙа тәбиғәткә, ер-һыуға, кешегә булған көслө мөхәббәт бик иртә формалашҡан.

Аслыҡ мине ҡаҡлап киптергәндә, Урмандарҙа ҡабыҡ кимерҙем. Тәбиғәткә ҡарап ялбарҙым мин, Тәбиғәткә ҡарап тилмерҙем. Тыным туҡтап ғәрәсәтле утта, Хәтәр ҡуйынында ҡойондоң, Ялбарыуҙар менән күккә ҡарап. Ергә һаман нығырак һыйындым, - тигән шиғыр юлдарынан күренеүенсә, мәктәп йәшенә лә етмәгән бала күңелендә тәбиғәткә булған мөнәсәбәт унан көс, ғәйрәт алып, артабан тормош һуҡмаҡтары, ижад юлда¬ры буйлап күтәрелә барыуы тасуирлана.

«SOS» шиғырында үҙенең үҫеү юлдарын «быуаттарҙың ятты баҫҡысы, мин тағы ла үргә үрләүемде ерҙән, һыуҙан, уттан башланым, ерҙән, һыуҙан, уттан ғәйрәт алып, йылдар йырып, сыҡтым яҡтыға», - тии яҙҙы.

Шағир үҙенең ер тураһындағы бер шиғырында:

Эй, еркәйем, ннсек яратылдың, һине шулай шашып һойәрлек. Шатлығымдан кәпәс сөйгәнемдә. Кәпәс менән башты сөйэрлек, -

тигәйне.

Ер яҙмышы менән бергә һыуҙар яҙмышы. Урал, Нөгөш, Соран. Дим, Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй йылғалары шағир ижадын¬да киң сағылыш тапҡан. Шишмәләрҙе тасуирлағанда «көмөш кеүек Нөгөштә, ҡотло шишмә, баллы шишмә, аҡ тауҙарҙан урғыла» тигән тасуирлауҙар, эпитеттар ҡуллана, шишмәнең бер йотом һыуын эсһәң кәрәк түгел башҡа шифалар, бер йотом һауаң да дауа, далам-далам, даланым, тип яҙған ша¬ғир: «Рәхмәт яҙмыш өлөшкә, бер йогом һыу татытҡанға, ошо көмөш Нөгөшкә», - тип тыуған ер-һыуын данлай.

Поэмала ҡуйылған төрлө образдарҙың үҫешен диалектика закондары нигеҙендә үҙ-ара бәйләнештә сағыштырып ҡаршы¬лыҡтар эсендә ҡарау уҡыусыларҙа фәнни ҡараш тәрбиәләүҙә мөһим урын тота. Шағир әйткәнсә:

Айырым даръя яҙмышы юҡ. Айырым ил яҙмышы юҡ. Айырым моң яҙмышы юҡ. Айырым тел яҙмышы юҡ Барыһы бер еп менән бәйләнгән.

Поэма ер-һыу, шәхес һәм тәбиғәт, тарихи үткәндәр, бөгөнгө һәм киләсәк проблемалары үҙ-ара бәйләнештә ҡара- лыуы менән әһәмиәтле.

«һыуһаным һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһында инеш кеүек яңғыраған тәүге юлдарында шағир үҙенең Башҡортостан тәбиғәтенең, саф. көмөш һыулы иң матур Ағиҙелдең Ирәмәлдән Кама һыуына тиклем алға тәгәрәгән юлын тасу¬ирлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ул ер матурлығын данлау менән генә сикләнмәй. Бар тәбиғәттең яҙмышын уйлаған һайын һағышлы, борсоулы уйҙар шағир башында нығыраҡ ҡайнай.

и» 299

Завод төтөндәре, йылғалағы балыҡтарҙы шартлатыуҙар, яр буйында уйнаған балаларҙың киләсәк яҙмышы хаҡында тәрән уйҙарға сумып, барыһын байҡап, ғәйептәрҙе барлап, тәбиғәт алдында хатта ғәфү үтенеү теләге тыуа. Ағиҙел буйлап алға барған һайын шағирҙың тәбиғәт тураһындағы борсолоуҙары көсәйгәндән-көсәйә. «Ағиҙелдең көнө - илдең көнө, Ағиҙелдең йөҙө - ил йөҙө», - тип һығымта яһай.



Уралҡайым! Үҙәненә төшәм. Яңы һырттарына ашығам. Иртәгәңэ бағам Ирәмәлдән, Ил байҡайым Иҙел башынан.

М. Горькийҙың Ағиҙелгә хайран ҡалып: «Там, на Белой, места такой красоты - ахнешь, сто раз ахнешь», - тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрә. Ағиҙелде ике яҡлап үҫкән ҡарағай урмандарының ҡырылыуын күргән шағир күңелендә урман яҙмышы өсөн хафалы уйҙар тыуа, тәбиғәт яҙмышының халыҡ яҙмышына бәйләнешле булыуы поэманың тәүге бүлектәрендә үк әйтелә:

Юлдарыма ғына саҡырһын тик Халҡым күңеленең бейеклеге. Юлдарымды ғына яҡгыртһын тик Халҡым күңелендәге яҡтылыҡ.

Ул урман яҙмышы өсөн «ил ҡартының йәше ҡойола, төпкөлдәрҙә түгел. Ағиҙелдең ярына тиклем урман һуйыла», - тип яҙып ҡына ҡалмай, уның сәбәптәрен дә асып бирә: план тыуҙырыусы йомро башлы ағайҙарҙың күрһәтмәһе бу¬йынса урманды йолҡҡолайҙар, талайҙар, өҫтәгеләр план давай- лайҙар. Уйһыҙ, моңһоҙ хөкүмәт кешеләренең тәбиғәтте еме¬реүгә йүнәлтелгән, уйланмай эшләгән пландарын тәнҡитләп, «ҡурҡма һин, урман, ағасыңдан яһалған ҡәләмдән, ҡурҡ һин, урман, ҡәләм тотҡан әҙәмдән», тип иҫкәртә. Әмергә генә буйһоноп йәшәгән башһыҙ әҙәмдәрҙән, ни әйтһәң дә план үтәргә әҙер тороуҙарынан көлөп, «анау кешенең бүркен килтер тиһәң, башы менән бергә килтерер», - ти шағир. Донъя йәрминкәләренән афариндар яулап ҡайтҡан башҡорт балы башҡорт балаһының ирененә лә теймәй ҡала, тип әсенә. Шағирҙың тәбиғәткә булған мөхәббәте Шүлгәнде тетрәндергес итеп тасуирлаған юлдарҙа ла күренә. Шүлгәнташ яҙмышы халҡыбыҙҙың иң боронғо тормошон са¬ғылдырып, олатай-өләсәйҙәр көнкүреше шағирҙа яңы хистәр, яңы кисерештәр уята. Боронғо дәүер кешеләренең юғарыға, яҡтыға ынтылыуын, улар күңелендә сәнғәткә илһам.

мөхәббәт яралыуына ихлас күңелдән һоҡлана. Был күренеш¬те шағир таш күргәҙмә тип атай: «Ҡайҙарҙа бар бындай та¬маша, ғәййәр мамонт, таш быуаттағы ат ҡарай миңә ун биш мең йыл аша. Күҙ ҡамашмай. Хыял ҡамаша», - тип һоҡлана, «һаумы, улан!» тип хатта Урал батыр үҙе шағирҙың яуры¬нына ҡулын һалғандай. Ун биш меңләп йыл элек йәшәгән боронғо кешеләрҙең юғары кешелеклелеген баһалап, бөгөнгө ҡайһы бер бәндәләрҙең шул осорҙағы һүрәттәрҙе сувенир тип емереп алып киткән таш бәғерҙәрҙе фашлай. Шәхес культы хөкөм һөргән осорҙа Аҡмулла, Бабич, Юлтый кеүек кешеләрҙең йәберләүҙәргә дусар ителеүен иҫкә ала.

Халыҡтың гөрлө замандарҙа күргән бәләләрен иҫкә төшөрөп, тарихты боҙоп күрһәтеү, халыҡ күңеле хазинала¬рын юҡҡа сығарыу кеүек күренештәрҙе тасуирлап, «быуаттар¬ҙы яңынан ҡороп булмай, ҡәберҙәрҙе булмай аҡтарып», - ти шағир.

Күпме хазинаны харап ипек, Аңламайса бәҫен, ҡәҙерен. Ҡәҙерҙәрен белер кешеләрҙең Белмәйбеҙ бит хатта ҡәберен,

тин кешеләрҙе үткәндәргә вайымһыҙ булмаҫҡа саҡыра.

Илебеҙҙә барған һәр төрлө төҙөлөштөң уйлап етке¬релмәгән ҡарарҙарына буйһоноп башҡарылыуын иҫкәртеп, тәбиғәтте боҙоуға ҡаршы шағир баш күтәрә, киләсәк быуын¬дарҙың яҙмышын уйлап-хәстәрләп эш итергә саҡыра. «Ки¬ләсәк тип ҡоро һүҙ һөйләүҙән киләсәккә ниндәй ҡот ҡалыр? Олатайҙарҙың ҡәбер таштарынан кем һуң ейәндәргә йорт һалыр?» - тип иҫкәртә шағир.

Поэмала Ағиҙел, Шүлгән, Иштуған яҙмыштарын ғына түгел, Шаһтау, Торатауҙың, Стәрле ҡалаһының яҙмыштарына ла, ундағы экологик һәләкәттәрҙе һүрәтләүгә лә киң урын бирелгән. Шаһтауҙың, Торатауҙың күркәм түбәләрен һағы¬нып, уларҙы шартлатыуҙан зарланып шағир:

Ер йөҙөнән тауҙар ғәйеп була... Эй, кешелек! Ниндәй мәл еткән... Тау һынлы тау ғәйеп булған өсөн Тыуыр тарих кемде ғәйепләр? -

тип һорай.

Шағир Ағиҙелдең үткәне менән бөгөнгөһөн сағыштырыу өсөн Р. Ниғмәтиҙең «Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһына мөрәжәғәт игеп. Ағиҙелдең ниндәй саф, ниндәй матур, көмөш һыулы таҙа йылға булыуын «Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға һалҡын терегөмөш шикелле» тигән юлдарын иҫкә төшөрә. Шағир «башҡаса шул заман хәле, башҡаса шул шағир уйҙа¬ры» тип Ағиҙелдең бөгөнгө яҙмышы өсөн хафалы, борсоулы уйҙарын белдереп, «йәмләнерме тағы Аҡ йылға, тәмләнерме тағы Аҡ йылға», тип һорау ҡуйып, «ҡотҡарырға ерҙе, ма¬турлыҡты һуң түгелдер әле, һуң түгел... сафланырмы был күңел» тип киләсәккә өмөт, ышаныс менән ҡарай. Ҡобайыр формаһында яҙылған бүлегендә шағир халыҡ өсөн. ил өсөн «берҙән-берең ергенэң емерелһә, ике ҡулың ҡаушырып, алан- йолан ҡаранып ҡарап торһаң, шул яман» тип халыҡты уяулыҡҡа саҡыра. Ул артабан нәфсенең шашыныуын, намыҫ¬тың юҡҡа сығыуын, кеҫә ҡалынайтыусыларҙың күбәйеүен, рухтың ҡото китеүен яман йола тип фашлай.

Тәбиғәттәге ошондай үҙгәрештәр менән бергә халыҡ күңелендәге ғәмһеҙлектәр, иманһыҙлыҡтар шағирҙы ныҡ бор¬сой. Шул ғәмһеҙлек арҡаһында бер-беребеҙҙән биҙә башла¬ныҡ, күнме йәштәр туған телдән, туған моңдан, йырҙан биҙҙеләр, тип шағир яңы проблема ҡуя. Р. Бикбаев үҙенең яҙғандарын «уҡый алмаҫ күпме ырыуҙаш, уҡый алмаҫ күпме йән ҡәрҙәшем, әсә теле уның ҡороуҙан» тип әсе хәҡиҡәт һүҙҙәрен яҙҙы. Тәбиғәттең бысраныуында кеше факторының төп роль уйнауы тураһында «ете ҡабат уйлап, бер ҡат ки¬ҫеп эш итеү урынына бер ҡат уйлап, ете ҡабат киҫеүсе» кешеләр хаҡында яҙа. Уйлап эшләмәү арҡаһында бөйөк асыштар енәйәткә әйләнә, әгәр ҙә был асыштарҙың нигеҙендә намыҫ, иман ятмаһа, ти шағир, һаҡһыҙ ҡулдар арҡаһында ер ҡарая, тарая бара, ер шары кесерәйә бара һымаҡ, ти. Бындай ҡыйыш эштәрҙең барыһы ла тәрбиә алмаған үҙ ба¬лаларыбыҙ тарафынан эшләнеүе өсөн әрней. Ул тағы ла ке¬шеләргә нур ауырыуы таратҡан Чернобыль һәләкәтен тасуир¬лай. Нур ауырыуы менән ауырымаһын, кеше күңеле олатай¬ҙарҙан ҡалған инсафлы уй менән нурланһын, тигән һүҙҙәрен яҙа. Ағиҙел яҙмышында бөтә Башҡортостан яҙмышы хаҡын¬дағы уйҙарын Р. Бикбаев: «Ағиҙелем! Ерҙең тәнендә һин леп- леп типкән тере бер тамыр. Ағыуланһа кескәй тамырҙары, оло йөрәк тә бит туҡталыр», тип иҫкәртә. Шағир ер ша¬рында айырым ил яҙмышы юҡ, айырым тел яҙмышы юҡ - барыһы бергә бәйләнгән, ти. «Сарсаһаҡ та, шартлаһаҡ та - беҙгә барыһын бергә күрергә, ҡан тамырым ил тамыры менән. Ағиҙелем менән үрелгән. Йәмле Ағиҙелем буйҙарына ярҙарынан ашып ҡот тулһын», - тип поэманы шундай изге һүҙҙәр менән тамамлай. Күтәрҙе борсоған, ныҡ уйландырған, социаль, әхлаҡи-әҙәп, экологик мәсьәләләрҙе яҡтыртҡан поэма башҡорт әҙәбиәтендә күренекле роль уйнай.

«һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!» китабына «Барып етһә ине хаттарым», «Халҡыма хат», «Колыманан ҡайтҡан ир

һүҙе», «Шәхес культы» кеүек бөгөнгө сәйәсәт, илебеҙҙә бар¬ған ҡаршылыҡтарҙы сағылдырған күп кенә шиғырҙары ингән. «Барып етһә ине хаттарым» шиғырында илдәге бута¬лыштарға, ҡыйралыштарға ҡаршы халыҡты уяулыҡҡа, әүҙем булырға саҡыра. Көрәшеп-көрәшеп тә еңә алмаған халыҡгын милли аң кимәленең түбән булыуына ризаһыҙлыҡ белдереп кенә ҡалмай, уның төп сәбәптәрен дә асып бирә. Халыҡтын быға тиклем көрәшенең һөҙөмтәһеҙ булыуы арҡаһында еңеп сығыу ышанысынан төңөлә барыуын да күрһәтә. Үҙ илендә бәхет таба алмай килмешәк хәлендә йәшәгән халҡыбыҙҙың яртыһынан күберәге сит ерҙәрҙә бәхет эҙләй.

* * *

Ту^ан телкәйемдең хәлдәренян Бәзерҙәрем яна, теленә. Халкыма мин оию хатты яҙам, Оран һалам башкорт иленә.



«Халҡыма хат» әҫәрендә тел яҙмышының ил яҙмышына бәйләнгәнлеген Р. Ғариповтың «Теле юҡтың ғына иле юҡ. Иле юҡтың ғына теле юҡ» тигән ғәҙел иҫкәртеү һүҙҙәрен раҫлап, тел сәйәсәтенең бөгөнгә тиклем алып барылмауын ҡат-ҡат әйтеп, уны кисектергеһеҙ хәл итеүҙе теләп йөрәгенән сыҡҡан ҡайнар һүҙҙәр менән халҡыбыҙға оран һалды. Шағир башҡорт теленең ауыр яҙмышын, башҡорт хал¬ҡы тарихының фажиғәле ҡанлы биттәрен иҫкә төшөрөп, те- лсбеҙҙең быуаттар буйына эҙәрлекләүҙәргә дусар ителеүен сағылдыра. «Ни өсөн беҙҙең халҡыбыҙ шундай язалауҙарға дусар булған һуң?» тигән һорау ҙа тыуа. Төрлө милләт ха¬лыҡтарына дуҫлыҡ, туғанлыҡ менән ҡараған башҡорт улда¬ры һәм ҡыҙҙары тыумыштан ирек, азатлыҡ тип янып йәшәүсе һәм уны яулау өсөн һәр саҡ хәтәр көрәшкә күтәрелеп торған батыр халыҡ булып тыуған һәм үҫкән, шулай йәшәгән. Империяны дер һелкеткән Салауат, Пугачев көрәше ваҡыт һынауына бирешмәй халҡыбыҙ күңелендә мәңге тере булып һаҡлана. Халыҡ ижадында Салауат тура¬һындағы иҫтәлектәр, йырҙар уның каторгалағы ауыр яҙмы¬шы халҡыбыҙ күңелендә мәңге уңалмаҫ яра булып һыҙлай. Үҙенең «Һәйкәл» тигән шиғырында бөтә милләттәргә, кеше¬леккә һөйөү тойғоларын белдереп, бөйөк А. Пушкин «Пуга¬чев яуы тарихы», «Капитан ҡыҙы» повестарында башҡорт халҡы тарихын дөрөҫлөк менән сағылдыра. «Капитан ҡыҙы» әҫәрендә 1741 йылғы һуғышта ҡатнашҡан өсөн теле ҡырҡыл¬ған ҡыҙғаныс телһеҙ башҡорт ҡарты образын тасуирлай.

303

Дар ағасына менеп ултырған телһеҙ башҡорт ауыр язаларға дусар ителеүенә ҡарамаҫтан, дошманды еңергә ышанысын юғалтмаған, һуғыш ҡыҙған мәлдә был ҡарттың дар ағасын¬да дошманын язаларға әҙерләнеп ултырғанын күреп, уның бик ауырыу булыуына ҡарамаҫтан, һаман да дошманды еңеү теләге менән яныуын айырыуса көслө һүрәтләй.

Совет власы йылдарында туған телде уҡытыуға иғтибар булғанда Ғ. Сәләм: «Пушкин күргән телһеҙ башҡорттар үҙ телендә уның шиғырҙарын уҡыйҙар», - тип ғорурлыҡ хистә¬рен белдергәйне. Ләкин был сәйәсәт оҙаҡҡа барманы.

Рәми Ғарипов кеүек башҡорт теленең яҙмышы өсөн яныусы шағирҙарҙы милләтселектә ғәйепләп, башҡорт телен уҡытыуҙы тыйып, мәктәптәрҙә русса уҡытыуға күсеү сәйәсәте башланды. Шул осорҙа әсә телен белмәй үҫкән балалар тәрбиәләнде. Р. Бикбаев шул әсәләрҙе күреп, күп ғаиләләрҙең балаларын үҙ телендә уҡытыуҙан ситләштерҙеләр, тип әсенеп яҙа. Ләкин башҡорт теленә ҡарата оҙаҡ йылдар алып барыл¬ған сәйәсәт ата-әсәләргә йоғонто яһамай ҡалмай.

Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар, Әсә телен белмәй үҫкәндәр... Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән Сабыйының телен киҫкәндәр?

тигән һорау ҡуя шағир.

Үҙ теленән биҙгән халыҡтарҙың күбәйә барыуын иҫкә алыу ҙа зарур. Бөгөн дә үҙен ныҡ һиҙҙергән был сәйәсәт шағир күңелен телгеләп, һәр саҡ һыҙландыра. Был сәйәсәт батшалар заманындағы сәйәсәттән дә ҡурҡынысыраҡ. Р. Бикбаев был турала:

Башҡорт илен тотош утҡа солғап, Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған. Тик батшалар телен киҫкәндә лә. Башҡортом бит телһеҙ булмаған! Халҡым! Намыҫын ғорур булып ҡалған. Ябырылһа ла золом, йәберҙәр. Батырҙарҙың теле киҫелһә лә. Киҫелмәгән моңоң йәнендә, -

тип яҙҙы.

Республикабыҙҙың халыҡ шағиры, атҡаҙанған фән эшмә¬кәре Р. Бикбаевтын күп жанрлы, теле-егиле, художестволы эшләнеше яғынан юғары кимәлдә яҙылған шиғырҙары, ғилми хеҙмәттәре, юл яҙмалары, интервью, публицистик мәҡәләләре, сығыштары әҙәбиәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең бай хазинаһын тәшкил итә.

Р. Бикбаев үҙенең «Яҙмышым» исемле йыйынтығында ижадына булған ҡарашын, уның төп йүнәлешен, маҡсатын белдереп:

Төп-төҙ түгел юлым. Оҡшаған ул Урау-урау аҡҡан йылғаға. Әле тау-таш ярып күбекләнәм. Әле далаларҙа тын ағам. Әле шаршы булып йырлап еләм, Әле саҡ-саҡ кибеп бөтмәй бөләм. Ярҙарымдан әле артылам, Тик барыбер үҙем булып ҡалам, Кешеләрем, һеҙгә тартылам, -

тип яҙғайны.

Шағир халыҡтың тарихи үткәндәренә, бөгөнгөһөнә тоғроло¬ғон белдереп кенә ҡалмай, халыҡтың ихлас ҡарашын, илгәҙәк һүҙен үҙе өсөн дауа итеп ҡарай, киләсәккә ҡараш ташлап:

Үкенмәмен шул саҡ бар ғүмеремде Бер тан итеп кенә аттырһам. Ялғанлыҡты саҡ-саҡ кәметә алһам, Хәҡиҡәтте саҡ-саҡ арттырһам,

тип яҙҙы. Шағирҙың илгә күрһәткән бөйөк хеҙмәте илдең бөйөк хөрмәте булып үҙенә ҡайта. Шулай ҙа Р. Бикбаевтың һуңғы йылдарҙағы ижадында «Дошмандар» тигән шиғырҙың булыуы һағайтып та ҡуя. Шағирҙар бер ваҡытта ла еңел генә йәшәмәғән, уларҙы көнсөлдәр, яуыздар уратҡан. Бөйөк Ғ. Туҡайҙың ошо юлдарын иҫкә төшөрәйек:

Күп «йыландар» һыҙғырып ситтән карайҙар бәхетемә,

Борола-һарыла бәдбәхеттәр үрмәләйҙәр тәхетемә.

Үҙҙәре... һүҙҙән түбәндәр, күҙҙәре теҙҙән түбән;

Эт кеүек һаулап яманыма, күҙ йомалар яҡшыма.

Әҙәбиәтебеҙҙе юғары кимәлгә күтәргән шагарҙарыбыҙҙың талантын юғары баһалап. Рәми Ғариповтың Туҡайға бағыш¬ланған шиғырында «Әй, кешеләр! Үҙе иҫән саҡта белһәгеҙсе шагар ҡәҙерен» тигән юлдарҙы иҫкә төшөрөү, шулай уҡ уның «Кеше ғүмере» шиғырындағы «Кешеләргә ҡаты ҡағыл¬майыҡ, хөрмәткә лә хаҡлы бит улар» тигән юлдарҙы «Ша- ғирҙарға ҡаты ҡағылмайыҡ, ҙур хөрмәткә хаҡлы бит улар», - тип үҙгәртеп, ижад кешеләренә айырыуса гуманлы мөнәсәбәттә булырға саҡырыу, беҙҙеңсә, бик урынлы булыр.

Халыҡ бәхете, ил яҙмышы, кешеләр араһындағы саф мөнәсәбәттәр хаҡында изге эштәр һәм яҡты уйҙар менән янып-ярһып йәшәгән Рауил Бикбаев шәхесе һәр яҡлап оло ихтирамға лайыҡ. Уның ижады Мостай Кәрим. Рәми Ғари¬пов, Назар Нәжми һымаҡ Башҡортостандың халыҡ шағирҙары әҫәрҙәре менән бергә киң донъяға сығып, туғандаш халыҡтар әҙәбиәттәрендә лә ихтирам яуланы. Бөгөнгө республикабыҙҙың рухи үҫешенә ҙур өлөш индереүе менән Рауил Бикбаевтың шиғырҙары һәм поэмалары, ғилми хеҙмәттәре һәм публицистик сығыштары, ижтимағи эшмәкәрлеге айырыуса ҡиммәтле.

* * *


Рәми Ғарипов ижадын өйрәнеү

Бына минең тыуған ер был Ҡарт Ҡаратау, йүгерек Йүрүҙән... Тыуып үҫкән, һыуын эскән Ерем минең! һине күреүҙән Күм-күк үләнеңә ятын. Туйғансы бер килә илағым. Ҡая таштарыңа менеп. Бер ҡысҡырып килә йырлағым.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында эшсән, тагыу ғаиләлә донъяға килә.

Атаһы Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы, Ватан һуғышы баш¬ланғас, беренселәрҙән булып фронтҡа китә һәм 1943 йылда Сталинград янында һәләк була. Әсәһе Гөлмәрйәм Хизбул¬ла ҡыҙы бер үҙе дүрт баланы үҫтерә. Эшкә уңған булғаны өсөн уны «Салауат районының комбайны» тип йөрөтәләр. Рәми башланғыс белемде үҙ ауылында ала. 1946 йылда Өфөләге 9-сы һанлы башҡорт урта мәктәбенә уҡырға инә. Был мәктәп фронтта аталары үлеп ҡалған балалар өсон асылған мәктәп-интернат була (хәҙер ул Р. Ғарипов исемен¬дәге республика башҡорт гимназияһы).

Рәми Ғариповтың шәхес һәм шағир булып өлгөрөүендә уның ошо мэктәп-интсрнатга уҡыған йылдары айырыуса ҙур роль уйнаны. Интернат йылдары шағир тормошоноң мөһим осоро, өмөт, ышаныс, яҡты хыялдар менән тулы йылдары булды, бәлки иң бәхетле йылдары ла булғандыр.

Үҙенең рухына ҡанат ҡуйған интернат тураһында ул «Интернатым пар ҡанатым» тигән йыр ҙа яҙғайны.

Артыҡ етди, аҡыллы, талапсан һәм ғәҙел, тура һүҙле бул¬ғанға уны иптәштәре яратып «Бабай» тип тә йөрөттөләр. Уның тура һүҙлелеген уҡыусыларға ғына түгел, ҡайһы ва¬ҡыт уҡытыусыларға ла татып ҡарарға тура килгеләй ине, уңышһыҙ дәрес хаҡында уҡытыусыға туп-тура ҡарап, һеҙ те¬маны дорөҫ аңлатманығыҙ, тигән саҡтары ла булғылай ине.

Уның әҙәбиәткә булған мөхәббәте башҡа бер уҡыусыла ла булмағанса көслө булды. Р. Ғарипов әҙәби китапты бик күп уҡыны. Уға айырыуса М. Горький, Ғ. Туҡай, М. Ғафури кеүек яҙыусыларҙың белем алыу юлында күргән ауырлыҡтар¬ҙы еңә белеүҙәре, ныҡышмалылыҡтары ныҡ оҡшай ине. Н. Г. Чернышевскийҙың «Что делать?» романында һүрәтлән¬гән Рахметовтың үҙен көрәшкә әҙерләү өсөн физик яҡтан сыныҡтырыуы ла бик ныҡ йоғонто яһағайны.

Мәктәптә әҙәби ҡулъяҙма журналдар, гәзиттәр сығарыу, ижади түңәрәк эштәре яҡшы ҡуйылғайны. Әҙәби түңәрәк эшендә Рәми иң беренсе ярҙамсы, кәңәшсе булып, ҡулъяҙ¬ма журнал, гәзит сығарыу тулыһынса уның етәкселегендә эшләнде.

Әҙәби түңәрәк ултырыштарында М. Горькийҙың «Әҙәбиәт тураһында» китабы, башлап яҙыусыларға биргән кәңәштәре, шиғыр яҙыу һәм. ғөмүмән, әҙәби ижад серҙәренә өйрәткән башҡа китаптар күпләп өйрәнелә ине.

Был китаптар уҡыусыларҙа һүҙгә иғтибарлы булыу, һүҙ бәҫен, һүҙ ҡәҙерен белергә өйрәтеүҙә ҙур роль уйнаны. Р. Ға¬рипов һүҙ өҫтөндә айырыуса ныҡышмалы эшләне. Шиғыр өсөн иң кәрәкле һүҙҙе эҙләү ғазабын һәм уны табыу ләззәтен ул бик иртә татыны. Һуңыраҡ ул был хаҡга:

Мин халҡымдың сәскә күңеленән Бал ҡортоңдан ынйы йыямын, -

тип яҙҙы.

Р. Ғариповты Яҙыусылар союзы 1950 йылда Мәскәүгә Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрҙе. Институтта уҡыған йылдары (1950-1955) хаҡында: «Тәнем менән мин Уралда тыуһам, йәнем менән тыуҙым Мәскәүҙә», - тип яҙҙы.

1955 йылда Өфөгә ҡайтып, төрлө гәзиттәрҙә, китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй. 1954 йылда «Йүрүҙән», 1958 йылда «Ташсэскә» исемле китаптары баҫылып сыға.

Ал ҡанымда ҡояш нуры бар, Йорәгемдә ерҙең йыры бар. Күҙҙәремдә халҡым күҙе бар. Шуға минең әйтер һүҙем бар!

тип яҙған шағир үҙенә генә хас тауышы менән тыуған илен, туған телен, тәбиғәттең күркәмлеген, халҡының бөйөклөгөн уның тарихи дандарын, фиҙаҡәр хеҙмәтен йырлай.

Р. Ғарипов үҙен ысын мәғәнәһендә шиғыр оҫтаһы итеп танытты. Уның шиғырҙары формаһы яғынан камил, шул уҡ ваҡытта боронғо ҡобайыр формаһын да, хәҙерге ирекле ши¬ғыр формаларын да үҙ итә. Әҙәби оҫталыҡҡа ул халыҡ ижадынан һәм донья әҙәбиәте һүҙ оҫталарынан өйрәнә.

Р. Ғарипов тәржемә әлкәһендә лә ҙур оҫталыҡ күрһәтте. Ул көнсығыш әҙәбиәте классиктары Джами. Рудаки, Ғүмәр Хайәм әҫәрҙәрен дә, И. Франко хикәйәләрен дә, немец яҙыусыһы Г. Гейне, осетин яҙыусыһы К. Хетагуров, рус шағирҙары А. Пушкин, М. Лермонтов, А. Блок, С. Есенин, В. Твардовский, Дағстан шағиры Р. Ғамзатов шиғырҙарын да ҙур оҫталыҡ менән тәржемә итте.

Тәүге китаптарынан уҡ халыҡтың һөйөүен яулаған тура һүҙле шағир төрлө редакцияларҙағы эреле-ваҡлы түрәләрҙән ҡыйырһытылыуҙар, йәберләүҙәр күреп, ғүмеренең һуңғы көн¬дәренә тиклем мохтажлыҡта йәшәй, дүрт йыл буйы эшһеҙ йөрөүен, шиғырҙарын ғына түгел, хатта тәржемәләрен дә баҫтырыуҙан гыйыуҙары арҡаһында, ул 1959 йылдың йәйендә ғаиләһе менән тыуған яғына - Салауат районына ҡайтып китергә мәжбүр була. Районда «Йүрүҙән» колхозы, «Һарға¬мыш» совхозы комсомол ойошмаларында секретарь, район гәзите хеҙмәткәре булып эшләй. 1964 йылда Өфөгә ҡайтып, журналислыҡ эшен дауам итә.

Тура һүҙе, ҡыйыу фекерҙәре өсөн Р. Ғариповҡа нахаҡ ғәйептәрҙе аҙ таҡманылар. «Туған тел» шиғыры өсөн 60-сы йылдар башында шағирҙы милләтселектә ғәйепләнеләр. 1964 йылда яҙылған «Табыныу, 1937» поэмаһы автор үҙе иҫән саҡта донъя күрә алманы.

Был турала шағир:

Әле һуғыш, әле нужалары, Әле яла, әле ялғаны, Ғәҙелһеҙлек, тормош ваҡлыҡтары Сикһеҙ ептәй килә ялғанып, -

тигән юлдар аша әйтеп бирҙе.

Илебеҙ Рәсәйҙә таланттарға мөнәсәбәттең һәр саҡ насар булғанын, уларҙың ҡәҙерен белмәү, хаҡ һүҙ өсөн эҙәрлекләү сәйәсәте алып барылыуын, шуның һөҙөмтәһендә таланттарҙың ғүмерһеҙ булыуҙарын да бөгөн иҫкә төшөрмәй мөмкин түгел.

Баязит Бикбай был хаҡта:

Шиғыры өсөн Пушкин һәләк булды, Лермонтовты шуға аттылар, Писаревты һыуға батырҙылар, Некрасовты аҙмы ҡаҡтылар,

тип то яҙғайны.

С. Юлаев, М. Аҡмулла, Ш. Бабич, 3. Вәлиди, М. Мортазин, Д. Юлтый, һ. Дәүләтшиналарҙың яҙмыштарының ниндәй аяныс һәм фажиғәле булыуы ла һәр кемгә билдәле.

Рәми Ғарипов та, хаҡлыҡ һөйгән бик күп шағирҙар һымаҡ, үҙенең ҡыҫҡа ғүмерле буласағын алдан белде, был хаҡта күп уйланды һәм уй-хистәрен:

Эй, кешеләр, үҙе иҫэн саҡта Белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен,

тигән юлдар аша әйтеп бирҙе.

Ләкин ул ауырлыҡтар алдында ҡаушаманы, көслөләр яғына ауманы, үҙ тауышын юғалтып, гөрлө тауышҡа ҡушы¬лып буҙламаны, йөҙөн үҙгәртмәне, үҙенең «мин»ен юғалтма¬ны. Уның үҙен тотоуы, йәшәүе, көрәшеүе, һәр саҡ үҙенсә, Рәмисә булып ҡалды. Ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда ла, үҙ һүҙен - ир һүҙен - ҡыйыу һүҙҙе, халыҡ өсөн иң кәрәкле һүҙҙе әйтергә тырышты.

Тик намыҫты данға алмаштырмам. !Оҡ, алданмам арзан даныма, Мин яҙырмын дөрөҫлөктө яҡлап Ҡәләмемде манып ҡаныма, -

тип яҙҙы шағир.

Төрлө ҡаршылыҡтар һәм тыйыуҙар арҡаһында шағир үҙ халҡы алдында ижадының күп сағыу яҡтарын күрһәтә алма¬йынса 45 йәшендә йөрәге ярылып вафат булды. Шулай ҙа демократлаштырыу елдәре уның шиғриәтенә лә яңы һулыш бирҙе, яңыса баһалар килтерҙе. 1988 йылда - Рәми Ғарипов Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, 1992 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исемгә хаҡлы лайыҡ булды.

Халҡыбыҙҙың яратҡан шағиры, хаҡлыҡ, ғәҙеллек байраҡ¬сыһы, йөҙөн заманының ҡырыҫ елдәренә ҡаршы ҡуйып, уның хәстәрҙәрен, өмөт-ышаныстарын, ҡайғы-фажиғәләрен үҙ йөрәгенә һеңдереп, илем. телем, халҡым тип янып-яр¬һып йәшәгән Рәмиҙен йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтағанға байтаҡ йылдар үтеп китте. Шағир ғүмере йәшендәй балҡып тиҙ һүнһә лә, ижадының яҙмышы бәхетле һәм оҙон ғүмер¬ле буласағы бөгөн бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Үҙенең бер шиғырында шағир ғүмер һәм ижад тураһында уйланыу- ҙарын:

Тик алданмам арзан дан. шөһрәткә, Үткән саҡта ғүмер юлынан,

309

щяшшшш


Иошен балҡый тәүҙә, күк күкрәүе Ишетелә бары һуңынан,

тигән юлдар аша әйтеп биргәйне. Ысындан да, шағирҙың халыҡҡа ҡалдырған бай миразы - ялҡынлы йырҙарының ауаз¬дары шиғриәтебеҙ күгендә бөгөн күк күкрәгәндәй көслө яңғырай, көндән-көн халыҡ күңеленә яҡыная, халыҡ күңелен нығыраҡ яулай бара, шағир исеме лә көндән-көн юғарыраҡ күтәрелә, үлемһеҙлеккә юл ала.

Үҙенең бөтә ғүмерен халыҡ, ил өсөн көрәшкә бағышла¬ған Рәмиҙең исеме бөгөн С. Юлаев, М. Аҡмулла. UJ. Бабич, Һ. Дәүләтшина кеүек ауыр яҙмышлы бөйөк шәхес һәм шағир¬ҙар рәтендә торорға хаҡлы.

Рәми Ғарипов үҙенең ижад мәктәбен булдырған оло ша¬ғир, күптәр уның хәстәрлекле ҡараштарын тойоп өлгөрҙө. Ләкин унан һуң шиғриәткә килгән яңы быуындарҙы ла Рәми мәктәбе һүҙгә талапсанлыҡҡа, намызлы йәшәргә һәм ижад итергә өйрәтте һәм өйрәтәсәк.

Был турала Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев былай тине: «Шиғриәткә Рәми Ғарипов, Мәскәү мәктәбен үтеп, төплө әҙерлек, киң ҡараш менән килде. Хеҙмәт кеше¬һенә иғтибар, халыҡ яҙмышы тураһында уйланыуҙар, ил, тел хаҡында хәстәрлек, шиғри һүҙгә юғары талап, ғәҙеллеккә ынтылыу, шиғырҙарындағы ябайлыҡ, күңелдәрҙе арбай торған лирик моң, уй-кисерештәр балҡышы һәм тормоштоң үҙе ке¬үек тәбиғилек - Рәми Ғарипов яулаған поэтик бейеклектәр хаҡында бына ошолай төрлө яҡлап фекер йөрөтөп була».



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   19   20   21   22   23   24   25   26   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет