На заседании педагогического совета


Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы



Pdf көрінісі
бет148/175
Дата21.12.2023
өлшемі1.79 Mb.
#487412
түріПротокол
1   ...   144   145   146   147   148   149   150   151   ...   175
oop noo mbou sosh krasnaja gorka

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы 
Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә 
алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,
Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. 
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Красная Горка урта 
дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу 
планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. 
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла 
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф 
тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, 
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы. 
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән 
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу
- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция). 
- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып 
өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш). 
Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды 
аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование). 

Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар
ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү. 

Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған 
“Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен 
биреү. 

Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ 
аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. 
- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   144   145   146   147   148   149   150   151   ...   175




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет