-
Әйҙә, һине Диңгеҙбикә һорай?
-
Йәһәт бул! һинең өсөн балаларыбыҙҙы етем ҡалдырырға теләмәйбеҙ!
Зөлхизә кәфендәй ағарынып артҡа сигенә.
-
Аҙнағол, йәнем, ҡотҡар!..Аҙнағол, һин ҡайҙа?!
-
Ул үҙе рөхсәт итте. Әйҙә! — тиҙәр ишкәкселәр.
-
Ялған!.. Ышанмайым, һеҙ уны үлтергәнһегеҙҙер! Уй, Аҙнағол, йәнем!
Ишкәкселәр Зөлхизәне аяуһыҙ һөйрәкләп өҫкә алып сығалар.
Берәүҙәре өҙгөләнгән елкәндәрҙән ашығып кәфен бесә. Икенселәре ҡалтырай, ашыға, йыназа уҡый. Нисек
64
шулай итмәһен? Улар бит мосолмандар. Йыназаһыҙ, кәфенһеҙ бер кемде лә теге донъяға ебәрә алмайҙар...
-
Ха-ха-ха!.. — тип, тағы ла сабырһыҙланып, шарҡылдай ҡара тулҡындар. Зөлхизәнең шашҡан ҡараштары йотлоғоп тирә-яҡты ҡапшай.
«Ҡайҙа минең Аҙнағолом?! Аҙнағол тере булһа, мине рәнйетергә бирмәҫ. Һәләк иттермәҫ ине ул мине!.. Ниңә ул күренмәй? Уға ни булған?!»
Шул саҡ уның ҡарашы ҡолға артына боҫоп, дер ҡалтырап торған Аҙнағолдоң үтә төҫһөҙ йөҙө, ҡот осҡос ҡурҡаҡ күҙе менән осраша.
-
Йәнем, һине ни эшләттеләр? Туҡманылармы? Бәйләп ҡуйҙылармы? — тип әсенеп ҡысҡыра Зөлхизә. — Ниңә һин мине, үҙеңдең Зөлхизәңде, ҡотҡармайһың?! Ебәрегеҙ!.. Үлтермәгеҙ уны!.. Йәберләмәгеҙ минең Аҙнағоломдо!..
-
Ул үҙе риза булды. Ҡарышма! — тиҙәр ишкәкселәр. — Тиҙерәк кәфенгә төрөргә, йыназа уҡырға мөмкинлек бир. Юҡһа, кафыр китерһең!.. Тамуҡта янырһың.
65
-
Эйе, ул үҙе, үҙе!.. Ха-ха! Аҙнағол үҙе һатты һине!.. — тип, тағы ҡотороноп, урғыла тулҡындар.
-
Ысынмы был, Аҙнағол?! — тип, аҡтыҡ көсөн йыйып, йән әсеүе менән ҡысҡыра тағы Зөлхизә. — Әйт, ялған, тиген!..
Аҙнағол өндәшмәй. Тағы ла ҡатыраҡ төҫһөҙләнә генә.
-
Диңгеҙбикә һине һорай. Аҙнағол — бирә. Башҡа сара юҡ. Яҙмышҡа баш эй, ҡыҙым! — ти бер ҡарт ишкәксе.
-
Ысынмы был һүҙҙәр, Аҙнағол?!
Аҙнағол, устары менән биттәрен ҡаплап, ергә сүгә. Зөлхизә бөтәһен дә аңлай. Шул саҡ уның йөрәген ярһыу мөхәббәт урынына ҡот осҡос әсе нәфрәт солғап ала.
-
Аһ! — тип ҡуя Зөлхизә, нәфрәтенә түҙә алмай. — Аһ, ҡурҡаҡ!.. Аһ, һатлыҡ!.. Күралмайым һине!.. Кү- ралмайым!..
Бығаса әле уға таныш булмаған был утлы нәфрәт тойғоһо Зөлхизәнең бөтә йәнен-тәнен үтмәҫ бысаҡ менән ҡыйып үтә. Уның ярым-йорто хисте, урта-марҙа ҡылыҡты белмәҫ йөрәген ысын батырҙарға ғына хас ҡыйыу ғорурлыҡ, бөткөһөҙ көс-ҡеүәт солғап ала. Зөлхизә бер һелкенеүҙә үҙен тотоп тороусыларҙың ҡулынан ысҡынып китә лә Аҙнағолдоң ҡаршыһына барып баҫа. Аҙнағол йомран кеүек йомарлана, боҫа. Инде Зөлхизәнең йөрәге генә түгел, бөтә йәне-тәне тағы ла утлыраҡ нәфрәт һәм ерәнеү тойғоһо менән тулыша. Ул үҙен ҡайтанан тотоп алырға, кәфенгә төрөргә ниәтләгән ишкәкселәргә иҫ киткес ғорур һәм тыныс тауыш менән:
-
Мәшәҡәтләнмәгеҙ, — ти. — Мин үҙем ташланам диңгеҙ ҡосағына. Бынауындай әҙәм аҡтығы менән мин, хатта һеҙ теләһәгеҙ ҙә, һораһағыҙ ҙа, бер карапта ҡала алмайым. Хушығыҙ, ҡурҡаҡ йәндәр!.. Миңә һеҙҙең кәфенегеҙ ҙә, йыназағыҙ ҙа кәрәкмәй!
Зөлхизә, шул һүҙҙәрҙе әйткәс, Аҙнағол яғына ҡарап, ғорур һәм әсе нәфрәтле тауыш менән бер ҡысҡырып көлә лә, йүгереп барып, караптан ситкә, ажғырып ятҡан тулҡындар ҡосағына ташлана... Уның ал ебәккә төрөнгән нәҙекәй һылыу һыны тулҡындар өҫтөндә бер генә тапҡыр аҡсарлаҡ кеүек ҡағына ла күҙҙән дә юғала...
66
...Диңгеҙ тына. Тау-тау тулҡындар, ҡанаты һынған ҡарағош шикелле хәлһеҙләнеп, һуҙылып ята.
-
Мәкерле Диңгеҙбикә көндәшен йотҡас, тынысланды, ниндәй татлы йоҡоға талды, — тип һоҡланалар ишкәкселәр. — Гел шулай ул. Ҡорбан бирһәң генә тына...
Ҡорбан бирмәгән саҡта ла, ваҡыты еткәс, диңгеҙҙең тына торған ғәҙәте барын береһе лә иҫләргә теләмәй. Ниңә уйларға ла ниңә иҫләргә? Былай анһат бит. Йолаға һылтанаһың да йөрәк тауышын баҫырып ҡуяһың...
...Аҡ елкәнле яңғыҙ карап, бер ни булмаған кеүек, һалмаҡ, наҙлы сайҡалып, юлын дауам итә. Инде, ғәҙәтенсә, бик һөйкөмлө күренергә тырышып, карап менән идара итеп барған Аҙнағолдоң аңлаған кешегә ни хәтле буш, меҫкен һәм мәкерле кеше булыуы хаҡында ап- асыҡ һөйләп торған, мәғәнәһеҙ турғай күҙҙәрендә үкенеү ҙә, йәлләү ҙә, выждан ғазабы ла күренмәй. Унда тик үҙе һәм карабына төйгөсләп тултырылған байлыҡтың иҫән ҡалыуы өсөн булған хайуанға хас ҡомһоҙ ҡыуаныстан башҡа бер ни ҙә сағылмай...
Ни хәтле түбән, ҡырағай ҡыуаныс! Ниндәй буш өмөт!.. Диңгеҙ хәтле диңгеҙ ҡайтанан ярһымаҫ булырмы ла ҡайнамаҫ булырмы?! Эй-й, нисегерәк тә урғылыр, караптарҙы ғына түгел, мөһабәт гранит ҡаяларҙы ла дер һелкетеп ҡоторонор, шашыр әле ул! Эйе, аҫты-өҫкә әйләнеп тулҡыныр...
Хыянат һәм енәйәт язаһыҙ ҡаламы ни?!
VII
Зөлхизә һәләк булған төндә Юламан ҡартты ҡаты йоҡо баҫты. Ошо төндә ул Зөлхизәһен һуңғы тапҡыр, тап өндәге кеүек, ап-асыҡ итеп төшөндә күрҙе. Ә таң алды еткәс:
-
Аһ, Зөлхизә, Зөлхизә! — тип манма һыуға төшөп уянып китте. — Һәләк булдың бит, Зөлхизә! Йә, кем өсөн?!
Тәбиғәттең әлегә асыҡ ҡына билдәле булмаған ғәжәп бер тылсымлы сере Юламан ҡартҡа Зөлхизәнең диңгеҙҙә уҙған һуңғы минутын һәм фажиғәле һәләкәтен нисек булған шул көйө, түкмәй-сәсмәй алып килеп еткерҙе,
3*
67
һәм был әсе хәҡиҡәт Юламан ҡарттың аҡтыҡҡы хәлен дә тартып алды.
-
Әйттем бит... ышанма, тинем бит... Бөркөт тоҡомонан була тороп, ҡоҙғондо юлдаш иттең бит, балаҡай!..
Юламан ҡарттың был көндәрҙәге осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарының иң әсеһе лә, иң һуңғыһы ла ошо булды. Бынан һуң Юламан ҡарттың һүнеп барған аңында Зөлхизәнең йыр тауышы, ер аҫтынан килгән кеүек, үҙәк өҙгөс моң менән һыҙыла башланы.
...Эй-й,
Күкрәгемдә әсе нәфрәт уты,
Күҙҙәремдә канлы йәш минең...
Юламан ҡарт ейәнсәренең аһ-зарына ҡолаҡ һала-һа- ла, яҙғы ҡар һымаҡ иреп, әкрен, шым ғына төпһөҙ ҡараңғылыҡ донъяһына инеп юғалды. Иртәнсәк, ғәҙәт буйынса, хәл белергә ингән изге күңелле күршеләре уны һыуынған хәлдә таптылар. Балыҡсыларҙың яланғас ҡая өҫтөндәге моңһоу ҡәберлегендә шул көндө тағы бер бәләкәс кенә түбәләс артты.
Ә аҫта, гранит ҡаялар ҡуйынында, тормош әүәлгесә дауам итте. Оло диңгеҙ, берсә күк арғымаҡ булып, ел- дауыл менән ярышты, берсә мең башлы аждаһа булып, шау лай-үкерә ярҙарҙан ашып сыҡты, берсә зәңгәр сәңгелдәктә тирбәлә-сайҡала, ҡояш һәм ай менән бөтмәҫ- төкәнмәҫ наҙлы серен дауам итте.
Диңгеҙ ярына яңы ғашиҡтар килде.
-
Аһ, ниндәй мөһабәт, ғорур тәрәнлек, гүзәллек!..
-
Ниндәй ҡабатланмаҫ, шиңмәҫ йәшлек! Ниндәй көс, ҡеүәт!..
-
Әй, бөйөк диңгеҙ! Мәңгелек һәм тиңһеҙ!
Апрель, 1964
Йоматау
ДУҪ БУЛАЙЫҠ
-
Ауылда тәүге кис
Мәктәптә уҡыуҙар бөткәс тә, атаһы Юлдашты ауылға, өләсәләренә алып килде. Үҙ ғүмерендә тәү башлап килде ул бында. Элек Юлдаш йәйҙе гел пионер лагерҙарында үткәрә торғайны. Быйыл ниңәлер ул үҙе лә ауылға барырға теләне. Өләсәһе лә, кил дә кил, тип саҡырҙы. Етмәһә, атаһы менән әсәһе лә быны хуп күрҙеләр. Шулай итеп, улар бер көндө атаһы менән икәүләп өләсәләренә килделәр ҙә төштөләр. Өләсәһе лә, Кинйәбай ағаһы ла, Гөлйөҙөм еңгәһе лә уларҙы сикһеҙ ҡыуанып ҡаршы алды. Кинйәбай ағаһы шул көндө үк бер өлкән һарыҡты тотоп һуйҙы. Өләсәһе менән Гөлйөҙөм еңгәһе өлтөрәп йөрөп ит бешерергә тотондо. Улар ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы боронғоса, иң ҡәҙерле аш — һалма бешереп, туған-ырыу, күрше тирә-яҡты саҡырып һыйларға булдылар. Бына кис етте. Берәм-берәм ҡунаҡтар килә башланы. Иң элек бәләкәй генә буйлы әбейе менән күрше Ибраһим бабай килеп етте. Ул ап-аҡ һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, һикһән йәштәрҙә булыуына ҡарамаҫтан, уйнап торған күкһел күҙле, ҡаҡса ғына бер ҡарт ине. Төймә урынына иңербау ғына ҡуйылған оҙон, киң аҡ күлдәк тә уның тотош аҡ йөҙөнә килешеп тора һымаҡ. Уларҙан һуң, оҙаҡ та тормай, ҡатынын эйәртеп, Хәсән бабай ҙа килде. Ул, алтмыш йәштәрҙә булһа ла, ҡап- ҡара сәсле, ҡара мыйыҡлы, баһадир кәүҙәле ине. Бер аҙ ғына торғас, төҫө, кәүҙәһе менән бөтөнләй тип әйтер
69
лек Юлдаштың атаһына оҡшаған, ләкин ҙур, түңәрәк ҡара күҙҙәре артыҡ уйсан, моңһоу Сәлмән ағай яңғыҙ үҙе генә килде. Уға илле йәштәрҙән ары биреп булмаһа ла, тулҡынланып торған ҡалын ҡара сәстәре араһында, көмөш юлаҡтар булып, аҡ сәстәр ята ине. Иң һуңғы ҡунаҡ булып Зөләйха әбейҙең ошо һуғышта һәләк булған улынан ҡалған ейәне, колхоздың шоферы Хәмит ағай килеп инде. Ул да, Хәсән бабай шикелле, баһадир кәүҙәле, ҡыҫылыбыраҡ торған, бәләкәс үткер ҡара күҙле, көмрө ҙур танаулы, ҡуңыр йөҙлө йәш егет ине. Уның бәләкәс кәүҙәле, ҡыҙҙар кеүек, көләгәс холоҡло кәләше — ҡымыҙсылыҡ фермаһында эшләүсе Фатима еңгә — килеү менән өйҙә ултырмай, Зөләйха әбейҙәргә аш әҙерләшергә тип, аласыҡҡа сығып китте. Ә Юлдаш, бер ҡайҙа ла сыҡмай, өйҙә атаһы янында ғына ултырҙы. Уға был эре-эре кәүҙәле, көр тауышлы, көләс йөҙлө туғандар ҙа, улар килеп тулғас, бөтөнләй бәләкәсәйеп ҡалған өй ҙә ҡыҙыҡ тойола ине. Э ҡунаҡтар был тығыҙлыҡты аҙ ғына ла тоймайҙар, үҙҙәренең күптән күрмәгән туғандары килеп сығыуға ҡыуанып, гөр килеп һөйләшәләр, көлөшәләр, мәрәкәләшәләр ине.
Бына оҙаҡламай аш та өлгөрҙө. Ибраһим бабай менән Хәсән бабай әбейҙәре менән иң түргә, мендәр өҫтөнә менеп ултырҙы. Юлдаштың .атаһы, Хәмит, Кинйәбай ағайҙар ситтәнерәк урынлашты. Шунан һуң Хәмит ағайҙың Юлдаш ҙурлыҡ бер ҡустыһы, ҡомғанға йылы һыу һалып, бик һәйбәт итеп ағартылған еҙ тасҡа ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. Бөгөн ҡәҙерле ҡунаҡ килеү хөрмәтенә ашау тәртибен дә ҡыҙыҡ өсөн боронғоса һаҡларға тырыштылар. Ҡул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҡыҙыл кизеләр менән матурлап, етен ебенән һуғылған ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. Һәр кем алдына ағас ҡалаҡтар ҡуйылды. Был — ашты әҙерләүҙә элекке тәртип һаҡланһа ла, хәҙер бер кемдең дә табаҡтан ҡул менән ашамаясағының билдәһе ине. Бынан һуң Зөләйха әбей табынға бер табаҡ һалма килтереп ултыртты. Кинйәбай ағайҙың алдына шулай уҡ ҙур ағас табаҡ менән тотош бер һарыҡ итен килтереп ҡуйҙылар. Быны күреп Юлдаш саҡ ҡына ҡысҡырып көлөп ебәр
70
мәне. Сөнки уның итте бер юлы былай күп бешергәнде күргәне юҡ ине. Ул атаһының да, быны күреп, йылмая биреп ултырыуын күрҙе. Ләкин атаһы өндәшмәгәс, үҙе лә көлмәне. Тимәк, ҡунаҡта улай һөйләнеп, көлөп ултырыу ярамай икән. Юлдаш ҡаранған, уйланған арала, Зөләйха әбей, Гөлйөҙөм, Фатима еңгәләр ҙә, Хәмит ағайҙың ҡустыһы ла инеп табынға ултырҙы. Шунан Кинйәбай ағай, кеҫәһенән үткер бәке сығарып, усына янып алды ла, баяғы тауҙай ҡалҡып ятҡан итте турап, табаҡтағы һалма өҫтөнә һала башланы.
-
Йә, рәхим итегеҙ, ҡунаҡтар, етешегеҙ әле, — тине Зөләйха әбей. Үҙе ҡалаҡ тултырып ит менән һалма алды ла һоғоноп уҡ ебәрҙе. Башҡалар ҙа ҡалаҡтарына тотондо. Юлдаш башта Кинйәбай ағайҙың ит турағанын, нисек тәмле-майлы ғына урындарын үҙе лә ҡабып-ҡа- бып ебәргәнен ҡыҙыҡһынып ҡарап ултырҙы. Үҙемә айырым тәрилкәгә һалып бирерҙәрме икән, тип көттө. Ләкин өләсәһе уны башына ла килтермәне.
-
Йә, улым, ниңә тик кенә ултыраһың, аша, — тип ҡыҫтаны ла ҡыҫтаны. Етмәһә, иттең еҫе лә бигерәк тәмле булып танауҙы ҡытыҡлай. Аптырағас, Юлдаш та башҡалар кеүек дөйөм табаҡтан ашарға тотоноп китте. Көҙлөктә генә бешкән йоҡа һалма ла, һимеҙ һарыҡ ите лә ғәжәп тәмле ине. Ул үҙе алып ашау өҫтөнә Кинйәбай ағаһы һоғондорған иң тәмле, иң майлы киҫәктәрҙе лә кире ҡаҡмай ашап ҡына ултырҙы. Башҡалар ҙа ашыҡмай, һоғаланмай, яйлап, тәмләп кенә, һөйләшә-һөйләшә ашанылар ҙа ашанылар. Ашай торғас, ашъяулыҡта һө- йәк-һаяҡтар ғына тороп ҡалды. Юлдаш быны күреп үҙенең дә, башҡаларҙың да шул тиклем күп ит ашай алыуҙарына аптыраны. Ит менән һалма ашағандан һуң, өләсәһе менән Гөлйөҙөм еңгә йүгереп йөрөп ҡунаҡтарға туҫтаҡ менән һурпа ташыны. Иҙелгән әсе ҡорот менән ҡатыштырып, ҡара борос һалып ебәргән был һимеҙ ит һурпаһы Юлдашҡа тағы ла тәмлерәк тойолдо. Өйҙә ул бер ҡасан да бындай һурпа эскәне юҡ ине әле.
Аштан һуң ҡунаҡтарҙың ҡулдарын тағы эҫе һыу менән йыуҙырҙылар. Унан баллап-майлап бик оҙаҡ итеп сәй эстеләр. Юлдаш ҡына сәй эсә алманы. Ул ит, һал
71
ма, һурпа ашап сиктән тыш ныҡ туйғайны. Хәҙер ул күҙҙе ҡыҙҙырып ятҡан бауырһаҡтарҙың бер генә бөртөгөн дә алып ҡаба алмай ине. Шулай ҙа Юлдаш, табындан тороп, тышҡа сығып китмәне. Ҡарттарҙың май, бал ҡабып, бәләкәс-бәләкәс кенә йотоп, яйлап ҡына сәй әсеүҙәрен ҡарап, бигерәк тә уларҙың һүҙҙәрен тыңлап тик ултырҙы. Ә ҡарттарҙың һүҙҙәре береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ ине. Башта улар ҡаланан килгән ауылдаштарына үҙҙәренең бөгөнгө эштәре, уңыштары, ҡайһы бер етешһеҙлектәре тураһында һөйләнеләр. Был һүҙҙәрҙән Юлдаш һикһән йәшлек Ибраһим бабайҙың бик шәп умартасы булыуын, ул эшләгән осорҙа колхоздың умартаһы бер баштан йөҙ башҡа хәт ле үҫеүен, Хәсән бабайҙың егерме биш йыл буйы алмаштырғыһыҙ конюх булып эшләүен, Сәлмән бабайҙы «колхоздың Мичурины» тип йөрөтөүҙәрен, уның тырышлығы арҡаһында колхоздың утыҙ гектар баҡсаһында ла ғүмерҙә үҫтермәгән алма, сейә, ҡарағаттар емеш биреп ултырыуын белде. Уның күңелендә был ябай, тырыш, намыҫлы хеҙмәт кешеләренә ҡарата хөрмәт артҡандан-арта барҙы. Ьүҙ- ҙәр үткәндәргә, ҡарттарҙың йәш, көслө, дәртле саҡтарына күсеп киткәс, Юлдаш тағы ла ҡыҙыҡһыныбыраҡ тыңлай башланы. Э ҡарттар был турала ашыҡмай, кәрәкле һүҙҙәрҙе төшөрөп ҡалдырмай, тәмләп, йомшаҡ, уйсан ғына йылмая биреп, баҫалҡы тауыш менән генә һөйләйҙәр. Әйтерһең дә, һөйләгән һәр бер нәмәне, ваҡытты, шундағы бөтә кешеләрҙе, күренеште күҙ алдына килтереп баҫтыралар ҙа, «ҡайһы урынын һайлап алып һөйләргә?» тигән шикелле, әҙ генә икеләнеп, туҡталып торалар. Унан, һүҙҙең йәмен табып алғанға ҡыуанып, күңелләнеп дауам итәләр ине. Башта Ибраһим бабай һөйләне. Ул үҙенең йәш сағын, япон, герман һуғыштарында батыр һалдат булыуын хәтерләп, әкрен генә һөйләне. Ул һәр бер һүҙенең башында йә аҙағында «һы- һы-һы... һы-ы-ы» тип туҡтап, һуҙып ҡына һөйләй ине. Башҡалар уның һүҙен бүлдермәй, иғтибар менән тыңлап ултыра. Тик ул, герман һуғышы ваҡытында, походта саҡта, тауҙа үҫеп ултырған ҡурайҙы ҡырҡып алып, уйнап ебәреп, бер рус офицерын аптыратыуын, бынан һуң шул офицер осраған һайын:
72
-
Ибрайка, давай, шул үләнде һыҙғырт әле, — тип йөрөүен һөйләгәндә генә:
-
Үләнде тип әйтә, тиген, ә?..
-
һыҙғырт, ти икән бахыр, — тип һөйләшеп, шаулашып алдылар.
-
һы-ы-ы... шулай тимәй ни, ул бит ҡурайҙы шуғаса бер ҙә күрмәгән, — тип Ибрай бабай ҙа кеткелдәп көлөп ҡуйҙы. — Офицер тигәс тә, барыбер һәйбәт кеше ине ул. һалдаттарҙы бер ҙә обижать итмәй торғайны. Ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй, атака ваҡыттарында үҙе иң алдан ташлана ине. «Беҙ үҙебеҙҙең дан өсөн түгел, Рәсәй әсәбеҙҙе йәшәтеү өсөн һуғышабыҙ», — тип һөйләргә ярата торғайны. Үҙен бөтә һалдаттар ҙа яҡын күрә ине. Тик, бахыр, һуғыштың аҙағына тиклем йәшәй алманы. Аустрия ерендә ятып ҡалды ул, һы-ы-ы... — тип бөтөрҙө ул һүҙен. Унан һуң Хәсән бабай үҙенең шул герман һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, Георгий кресы менән ике тапҡыр бүләкләнеүе, унан һуң уларҙың полкына бер большевик килеп сығыуы, шунан үҙҙәренең баш күтә- реүе, халыҡ власы яғына сығыуҙары, Петроградты обороналауҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.
-
Бигерәк тә атака ваҡытында яман уҫал һуғыша инем мин. Әйләнә-тирәмә килгән дошманды йыға һуғып тик тора, торғайным, — тип һөйләне ул. Бынан һуң һүҙ йәшлек, батырлыҡ, ярыш темаларына күсеп китте. Быныһы инде Юлдашҡа айырыуса оҡшаны. Ул, атаһының тубығына ята биреп, тын да алмай тыңлап ултырҙы.
-
Бер ваҡыт, — тип башлап китте Хәсән бабай был туралағы һүҙен, — утыҙ дүртенсе йылдар ине шикелле, бөтә ерҙә һабантуй үткәреү бик ныҡ ғәҙәткә инеп китте. Шунан мине, ҡарт көрәшсене, тегендә лә, бында ла тартҡылай башланылар.
-
Әйҙә, Хәсән ағай, йәш саҡтағы һәнәреңде тағы бер күрһәтеп ал әле, — тиҙәр. Ә ул саҡта миңә ҡырҡ йәштәр самаһы бар ине инде. Шулай ҙа мин йәш саҡтағы дан менән көрәшкә керешеп киттем. Бара торғас, яҡын тирәләге бөтә көрәшселәрҙе йығып бөттөм. Күрше райондарҙа ла миңә ҡаршы сығыр көрәшсе ҡалманы. Бер ваҡыт мине: «Хәсән ағай, бар, Өфөгә барып, үҙебеҙҙең колхозды данлап ҡайт», тип ҡыҫтай башламаһындар-
73
мы! Ни эшләйһең, киттем. Барып төшәм, һәйбәт итеп ҡаршы алалар, — ти ул, күңелле йылмайып, — самай главный урамдағы крәҫтиән йортона урынлаштыралар. Ап-аҡ кленкор йәйгән көмөш карауаттарға һалып ҡуялар. Ята ла баһа ирең баяр кеүек, мамыҡ мендәргә сумып... Яман ҡәҙерләйҙәр бит, малай. Ә үҙемдең эс көтөрләй. Ьай, мин әйтәм, килеүен, Әптелхәсән, килдең дә, махы биреп ҡуймаһаң ярар ине, тим.
Ул үҙен шулай «Әптелхәсән» тип тулы исеме менән атап һөйләргә ярата. Тик үҙенән башҡа бер кем дә уны улай атамай ине.
-
Өфө һынлы ергә барғас, шулай уйланмаған ҡайҙа инде ул, — тиештеләр ҡарттар. Ә Юлдаш, атаһының ҡолағына әкрен генә шыбырлап:
-
Көмөш карауат буламы ни, атай? — тип һораны. Атаһы ла башҡалар ишетмәҫлек кенә итеп уның ҡолағына:
-
Никелле карауат. Тик кенә тыңлап ултыр, — тине.
-
Иртәгеһенә беҙҙе автомашинаға ултыртып, Дим тигән бик матур бер йылға буйына алып киттеләр. Унда көрәшергә, ярышырға килгән кеше бер мин генә түгел бит инде. Бөтә Башҡортостандан йыйылған, — тип дауам итте Хәсән бабай. — Барһаҡ, әй-й-й... кешенең күплеге!.. Мәхшәрме ни?! Дим яры буйы әллә ҡайҙан- ҡайҙа халыҡ менән тулған. Ундағы шикелле шәп һабантуйҙы минең өндә түгел, төштә лә күргәнем юҡ ине. Харап, ғәләмәт шәп булды ул. Ниндәй генә ярыштар булманы унда. Ьөйләп тә бөткөһөҙ инде. Ә минең уны ҡарау ҡайғыһы юҡ. «Был тиклем мәхшәр халыҡ алдында ҡайһылай итеп көрәшмәк кәрәк», тип уйлап, эс көтөрләп тик тора. «Булмаҫ, мин әйтәм, юҡҡа ғына, Әптелхәсән, бында килдең, ҡартайып барған сағыңда, хур булып ҡайтырһың инде», тим.
-
Башҡортса көрәшеү башлана!.. — тип хәбәр иттеләр.
Көрәшселәр йүгерешеп майҙанға сыҡты. Минең йө-
рәк жыу итеп ҡалды. Мин, ошо әзмәүерҙәй кәүҙәм менән бер бәләкәс кенә ҡарттың артына боҫоп, майҙанға сыҡмай тороп ҡалдым. Башта ҡарап ҡарайыҡ әле. Ату ҡабаланып хур булып ҡуйыу ың бар, тим. Элек, мин
74
йәш саҡта, яңғыҙаҡ саҡта, бер ҙә улай ҡурҡмай торғайным. Ни булһа булыр, әйҙә, — ти ҙә ҡуя инем. Хәҙер колхоз даны өсөн көрәшкәс, улай дыуамалланып булмай бит. Уйлабыраҡ эш итергә тура килә.
Хәсән бабай һүҙенең ошо урынына еткәс, мыйығын бора биреп, тыңлаусыларға берәм-берәм ҡарап алды ла:
-
Көрәшә башланылар, — тип артабан һөйләп китте. — Бына урта буйлы, ҡып-ҡыҙыл йөҙлө, ерән мыйыҡлы, минең шикелле урта йәштәрҙәге бер егет бөтәһен осора һуғып тик тора башланы бит. Ҡарайым, бына бер саҡ уға ҡаршы сығырҙай батыр күренмәй башланы. Туҡта, мин әйтәм, Эптелхәсән, һине колхоз ошо тиклем ергә йомран һымаҡ боҫоп торор өсөн ебәрҙеме ни? Килгәнһең икән, көсөңдө һына, ҡурҡма, тим...
Ул, һүҙен ошо урында туҡтатып, сынаяғындағы сәйен һемереп алды.
-
Дөрөҫ уйлағанһың, дөрөҫ. «Ятып ҡалғансы, атып ҡал», тигән боронғолар, — тип уның һүҙен ҡеүәтләнеләр. Юлдаш, атаһы шикелле күҙен генә көлдөрөп, өндәшмәй тыңлап тик ултырҙы. Ә Кинйәбай ағаһы түҙмәй:
-
Шунан, Хәсән ағай? — тип һорап ҡуйҙы. Ә Хәсән бабай шунда уҡ Зөләйха әбей тағы яһап биргән эҫе сәйҙе сынаяҡ аҫтына ҡойоп, бер-ике генә йотоп ултыртты ла артабан һөйләп китте:
-
Шунан ни, давай, үҙем көрәшеп алайым әле, — тип, ең һыҙғанып, майҙанға йүгереп сыҡтым... Башта мине сразы теге батыр менән көрәштермәнеләр әле, уға хәтле миңә күп кенә көрәшселәр менән һалышырға тура килде. Ул ерән батырҙы иң аҙаҡтан ғына күтәреп һуғып ҡуйҙым мин. Кәүҙәгә ҙур ҙа түгел, ә көслө ине, шайтан, ергә йәбешеп үҫкәнме ни. Күтәреп алып булмай. Көскә йыҡтым үҙен...
-
Үәт молодец, исмаһам...
-
Егет данын һатмағанһың, — тип уны төрлөсә хупланылар. Ә Хәсән бабай был һүҙҙәрҙе баҫалҡы ғына йылмайып тыңланы ла:
-
Унан һуң бер ыңғайҙан Свердлау ҡалаһына ла ебәрҙеләр үҙемде, — тип артабан дауам итте. — «Унда ла һабантуй була, барып көрәшеп ҡайт», — тинеләр.
75
Киттем. Бында инде «Ҡыҙыл йондоҙ» колхозы исеменән генә түгел, бөтә Башҡортостан исеменән барам бит. Хәҙер инде сер бирергә бөтөнләй ҙә ярамай.
-
Шунан, бирмәнеңме һуң? — тип ҡыҙыҡһынды Юлдаштың атаһы.
-
Бирмәнем. Беренсе урынды алдым, — тине Хәсән бабай, дәртләнеп. — Шунан мине Мәскәүҙә буласаҡ ярышҡа ла ебәрмәксе булғайнылар ҙа, мин: «Юҡ, бара алмайым, бесән өҫтө етә, эш күп», — тип ҡайтып киттем.
Күҙенең ошо урынына еткәс, Хәсән бабай, тыңлаусыларҙың уның был эшенә нисек ҡарауҙарын белергә теләгән һымаҡ, ян-яҡҡа ҡаранып, ҡалын ҡара мыйығын борғолап, тын ғына ултырҙы ла:
-
Әле уйлайым, бына нисек иҫәр булынған, — тип ҡуйҙы.
-
Ниңә иҫәр була, ти, бик шәп, бына тигән егет булынған, тиген, — тип ҡуйҙы Ибраһим бабай. — Йөҙ ҡыҙарып иҫкә алыр эшең юҡ.
-
Юҡ, — тине Хәсән бабай, ҡырт киҫеп, — тик теге Мәскәүгә бармай ҡайтып китеүемде генә әйтәм...
-
Уныһы дөрөҫ, иҫәрлек булған. Ниңә шунда бер һылтауҙан Мәскәүҙе күреп ҡайтмаҫҡа?! — тиештеләр башҡалар.
-
Үҙем дә бына шуны әйтәм шул, — тине Хәсән бабай үкенесле тауыш менән, — эш бер ҡасан да ҡасмаҫ ине. Ә бына көрәшсе саҡ ҡасты... Уны хәҙер ер тырнап илаһаң да, ҡайтара алмайһың... Ҡартайылды хәҙер... Әле бына, уҙған йыл, Сәлмәндәр барған саҡта, мине лә яҡшы конюх булғаның өсөн Мәскәүгә, ауыл хужалығы күргәҙмәһенә ебәрәбеҙ, тип әйтеп ҡаранылар ҙа бит, барманым. Ҡартайылған. Йәш саҡта, көрәшсе саҡта бармағас, хәҙер ни инде... конюх булып барыуҙың ни ҡыҙығы бар? Нимәгә ул... һай, ғүмер, бөтәһе лә бер ваҡыт ҡына була икән ул...
Бынан һуң ул, башын эйеп, уйланып тынып ҡалды. Ошо ваҡыт уның ауыр уйҙарын таратырҙай егеттәрсә көр, шат тауыш менән Сәлмән ағай:
-
Эй, ҡуй әле, Хәсән ағай, ҡайҙа әле һиңә ҡартайырға?! Әле сәсеңә сал да инмәгән, — тип ҡуйҙы. Уның
Достарыңызбен бөлісу: |