Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет14/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   21

  • Ни, әсәй, мин бынан һуң һинән һис тә сүп йыйҙырмам. Ни, гел-гел үҙем һепереп алырмын, йәме, — тип һөйләнде.

207


20. Вожатый

Юлай бишенсе, алтынсы кластарҙа сағында отряд советы председателе булып эшләне. Ә ун дүрт йәш тулыу менән, ул комсомол сафына инде. Был ваҡытта ул етенсе класта уҡый ине. Комсомол ойошмаһы уны шунда уҡ 3 «А» класына отряд вожатыйы итеп билдәләне.

Ул көнгә күп кенә ваҡыттар үтеп тә китте. Ә тттул я й ҙа вожатый булып отрядҡа тәү барған көн Юлайҙың әле булһа иҫендә һаҡлана. Уның өсөн был бик ҙур, тәүге серьез һынау көнө булды. Пионерҙар араһына буш һүҙ менән генә барырга ярамай бит инде. Көйләшә, үҙеңде тота белмәһәң, ул бәләкәстәр һине хәҙер элеп алырға, шаяртырға ғына торалар.

Юлай ул көндө, был класта уҡыуға өлгәшеү менән танышҡандан һуң, беренсе әңгәмәне «Яҡшы уҡыу өсөн» тигән темаға үткәрергә булды. Комсомол комитеты секретары Тимер ағай ҙа, өлкән вожатый Гөлсөм апай ҙа уның был фекерен хупланы. Инде Юлайға әңгәмәне һәйбәт итеп үткәреү хаҡында уйларға ғына ҡалды. Юлай был хаҡта күп уйланы. Вожатый булып эшләп килгән иптәштәренең тәжрибәһен һорашты.

Кисен, оҙаҡ ултырып, иртәгә үткәрәһе әңгәмәнең конспектын төҙөнө. Бында уның балаларға бирәсәк һорауҙары, әйтәсәк һүҙҙәре, балаларҙан аласаҡ яуаптарына хәтле яҙылғайны. Ләкин иртәгеһен әңгәмә бөтөнләй ул уйламағанса башланды ла ҡуйҙы.

Бына ул дәрес бөтөүгә класҡа барып инде. Уҡытыусы Мәрйәм апай, уны уҡыусыларға таныштырып:

  • Был Юлай Дәминов. һеҙҙең вожатыйығыҙ була. Уны тыңлағыҙ, яратығыҙ, — тине. Унан: — Ул һеҙҙең менән һөйләшергә, танышырға теләй, — тине лә үҙе арттағы парталарҙың береһенә барҙы ла ултырҙы. Балалар Юлайға ҡарап торҙо ла ҡалдылар. Ауыр ҙа, хатта ҡурҡыныс та тойолдо был минут.

«Нимә әйтергә? Һүҙҙе ниҙән башларға? Кисә кис төҙөгән конспект түш кеҫәлә генә ята ла бит, уны алып ҡарап булмай шул. Э инде унда яҙылған һүҙҙәр, ҡарышҡан шикелле, бөтәһе лә баштан сығып бөткәндәр». Юлай үҙенең ҡолаҡтары, биттәре ҡыҙара башлағанын

208




тойҙо. Бәләкәстәр, ҡыҙыҡһынып, уға текләп тынып ҡалдылар. Ошо ваҡыт иң алдағы партала ултырған кескәй бер малай, шаян йылмайып, уға ҡараны ла, «ҡ», «ғ» урынына «к», «г» әйтеп:

  • Юлай, мин һине беләм. Кин отличник, — тине. Бынан һуң Юлайға бер һүҙ өндәшергә лә бирмәй: — Беләһеңме, һин ниңә отличник? Белмәйһең. Э мин беләм: һинең ко лагың бәләкәс. Бына һин ни өсөн отличник. Беҙҙең кластагы отличник Зарифа менән Талиптың да ана ко лактары бәләкәс. Э бына минең колагым әҙ генә ҙурырак булгас, дүрттәрем дә була... — тип тәтелдәне.

Малайҙың был һүҙенән класс шаулап көлөп ебәрҙе. Юлай ҙа улар менән бергә ҡушылып көлдө. Бына ошонан класс менән Юлай араһында яҡынлыҡ, дуҫлыҡ урынлашып та ҡуйҙы. Юлай, батырланып, шаян малайға өндәште:

  • Исемең нисек әле һинең, ҡустым?

  • Гилман, — тине малай эре генә.

  • Кем һуң һиңә ҡолағы бәләкәс кеше генә отличник була тип әйтте?

Шаян малай, кескәй генә ҡулы менән үҙенең күкрәгенә төртөп:

  • Мин үҙем уйлап сыгарҙым. Үҙем бөтә отличниктарҙың колактарын карап, тикшереп сыҡтым, — тине.

Класс тағы шау килеп көлдө. Юлайҙың әңгәмәһе һис уйламағанда ошонан башланды ла китте. Көтөлмәгәнсә йәнле, күңелле булып китте. Аҙаҡ Юлай, Ғилманға ҡарап йылмайып:

  • Бына шулай, Ғилман ҡустым. Отличник булыр өсөн бәләкәй ҡолаҡ түгел, тырышып уҡырға, класта уҡытыусы һөйләгәнде иғтибар менән тыңларға кәрәк икән, — тине. — Аңланыңмы?

  • Аңланым, — тип яуап бирҙе Ғилман эре генә. — Мин уны беләм. Әсәйем дә миңә гел шулай тип әйтә.

Юлайҙың был малайҙы хәҙер ошонда уҡ ҡосаҡлап һөйгөһө килде. Ҡапыл уға был Ғилман да, кластағы бөтә балалар ҙа яҡын, туған кеүек булып киттеләр. Ул уларҙы яратты. Үҙенең улар араһында теләп эшләйәсә- ген аңланы. Пионерҙар ҙа уны яраттылар шикелле.

209




Әңгәмә бөткәс тә: «Юлай, Юлай!» — тип янында өйөрө- лөп йөрөнөләр. Ҡайтырға сыҡҡанда, бер-икеһе, хатта уға тотоноп, оҙаҡ ҡына эйәреп тә барҙы.

Пионерҙар менән беренсе осрашыу ана шулай үтте. Шул көндән алып бына ике йыл инде Юлайҙың во- жатыйлыҡ эше был класс менән өҙлөкһөҙ бәйләнеп килә. Ул саҡта «ҡ» өнөн әйтә алмай, «колак» тип һөйләп ултырған Ғилман — хәҙер ҙур егет, 5 «А» класының иң алдынғы уҡыусыһы. Актив пионер. Ә Юлай үҙе инде быйыл туғыҙынсы класта уҡый. Ул — хәҙер пионер эшендә тәжрибәле комсомолец. Шулай ҙа бөгөн алда торған сбор хаҡында ул серьез борсолоп уйланды. Бая дәрескә килгәндә лә, әле бына дәрестән ҡайтып барғанда ла, ошо хаҡта уйланы ул.

«Нисегерәк һәйбәт итеп, балалар ҡыҙыҡһынырлыҡ итеп ойошторорға икән?!»

Сбор «Егәрле ҡулдар» тигән темаға, эш һөйөүсәнлеккә арнап үткәрелергә тейешле. Был яуаплы тема унан күп уйлау, әҙерләнеү талап итә ине.

Юлайҙы бынан бер нисә көн элек ботаника дәресендә булып үткән тәртипһеҙлек тә борсоно. Ул көндө дәрескә килеү менән, отряд советы председателе Ғилман уга был хаҡта:

  • Шаярыу ғына түгел, «ике» билдәһе лә алдылар бит, малай, — тип хәбәр иткәйне.

Әле Юлай ҡыҙып, һуҡранып: «Фу, был бәләкәстәр менән берәй йүнле эш эшләп буламы ни? Насар уҡымаҫҡа тип һөйләшеп ҡуйҙыҡ. Ә улар бына «ике» ала башланылар. Бар, һөйләш һин улар менән!» — тип уйланды. Унан үҙен борсоған был мәсьәлә тураһында, һис кисекмәҫтән, бөгөн үк кәңәшеп, һөйләшеп ҡуйыр өсөн, уҡыуҙан ҡайтып әҙерәк ҡапҡылап алғас та, Ғәбит ағайҙарға йүгерҙе.

Ғәбит ағай иртәнге сменала уҡытҡанлыҡтан, Юлай уны мәктәптә бөгөн күрә алмағайны.

Тыш бөгөн һалҡынса. Сентябрь урталары ғына булыуға ҡарамаҫтан, һалҡын елле ямғыр яуа. Күрәһең, быйыл көҙ бик иртә килергә уйлай. Юлай, кепкаһын баҫыбыраҡ кейеп, елгә ҡаршы йүгерә-атлай китте. Ул, киске дәрес әҙерләү ваҡытын әрәм үткәрмәҫ өсөн, Ғәбит

210




ағайҙарға тиҙ генә барып ҡайтырға ашыға ине. Ләкин Нефтселәр клубы янынан үткәндә, уға, туҡтаңҡырап, кинонан эркелеп сыҡҡан кешеләрҙе үткәреп ебәрергә тура килде. Ошо ваҡыт уның янынан ғына Ҡыҙырас менән Ғариф та уҙып китте. Юлай уларҙың кинонан сыҡҡанын күрмәй ҡалды. Улар нимә хаҡындалыр бик ҡыҙыу һөйләшә-һөйләшә баралар ине. Юлайға малайҙарҙың аңлайышһыҙ һүҙ өҙөктәре генә ишетелеп ҡалды.

  • Уйлайым, уйлайым, тигән була. Ә, ни, үҙе һаман бер ни уйлап сығара алмай. Эй, бешмәгән!..

  • Ә үҙең таптыңмы һуң?

  • Юҡ шул, ҒШЭ тип әйтеүе генә анһат, табыуы ҡыйын шул...

  • Эшләүе унан да ҡыйыныраҡ булыр!.. Әйттем бит, беҙ әле бәләкәстәр тип...

  • Нимә?!

Ғариф Ҡыҙырастың йоҙроғон йәнә үҙ ҡабырғаһында тойҙо һәм, ярамһаҡланып:

  • Бөттө-бөттө, Ҡыҙырас! — тип һалды.

Ошо ваҡыт Юлай уларҙы ҡыуып етте.

  • һаумыһығыҙ, бәләкәстәр!

Йәшенән алда оҙон кәүҙәле булып үҫеп киткән был ун алты йәшлек егет, әлбиттә, бишенсе класта уҡыусыларҙы бик кескәй күрә, уларға «бәләкәстәр» тип өндәшергә ярата ине.

Ҡыҙырас менән Ғариф, уйламағанда Юлайҙы осратҡанғамы, әллә һүҙҙәре иң ҡыҙыу урынында бүленгәнгәме, ни әйтергә белмәй, тынып ҡалдылар.

Юлай, малайҙарҙың уртаһына инеп, ҡулдарын өлкәндәрсә хәстәрлек менән уларҙың яурындарына һалды. Унан, тыныс, серьез булырға тырышып, икеһенә ал- маш-тилмәш ҡарап алды.

Ҡыҙырас уға, йылмайып ҡарап:

  • Һаумы, Юлай ағай, ни хәл? — тине.

Юлай ҡоро ғына итеп:

  • Ҡайҙа китеп бараһығыҙ? — тип һораны.

Ҡыҙырастың ҡаушауы бик тиҙ үтте. Ул, яғымлы,

һөйкөмлө булырға тырышып:

  • Бына Ғариф беҙгә килде лә, ни, мин уны оҙатып ҡуям, Юлай ағай, — тип яуап бирҙе.

211


Юлай тағы ҡоро ғына итеп:

  • Э дәресте ҡасан әҙерләйһегеҙ? Әллә әҙерләнегеҙме? — тип һораны.

  • Юҡ, Юлай ағай, әҙерләмәнек әле, — тине Ҡыҙырас.

  • Ҡасан әҙерләйһегеҙ?

Ғариф, Юлайҙың ҡаты һораулы тура ҡарашынан күҙен йәшерер өсөн, башын түбән эйҙе. Ә Ҡыҙырас, уға туп-тура ҡарап, йылмайып:

  • Өлгөрөрбөҙ әле, ағай, — тип өҫтәне.

  • «Икеле» билдәһе алырға, әлбиттә, өлгөрөрһөгөҙ, — тине Юлай.

Ҡыҙырас һис тә иҫе китмәй генә:

  • Ни алһаҡ алырбыҙ инде, ни хәл итәһең... — тине.

Был яуап Юлайҙың йөрәгенә үтмәҫ уҡ кеүек ҡаҙалды. Ул, ғәҙәттә, балалар менән һөйләшкәндә, үҙен бишенсе кластан етенсе класҡа хәтле уҡытҡан, хәҙер үҙе вожатый булып уның класында эшләгән Ғәбит ағайға оҡшатырға, уның кеүек баҫалҡы, тыныс, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп һөйләшергә тырышыу ғәҙәтен онотоп:

  • Ә беҙ класс йыйылышында нимә тип ҡарар иткәйнек? Икегә уҡырға типме? Ошомо һеҙҙең класс намыҫы өсөн көрәшеүегеҙ? Ҡасанға хәтле башты былай ялҡауға һалып йөрөргә мөмкин?! Ҡарағыҙ, был һеҙгә былай ғына үтмәҫ! Класты артҡа һөйрәргә мин һеҙгә юл ҡуймам! — тип ҡыҙып китте.

Үҙе шул тиклем яратып эшләгән эшкә — уҡыуға был малайҙарҙың ошолай бармаҡ аша ҡарауҙарына уның асыуы килеүенең сиге юҡ ине.

Ғариф башын тағы ла түбәнерәк эйҙе. Яурынын Юлайҙың ҡулынан ысҡындырырға тырышты. Ул кластағы бөтә пионерҙарҙың яратҡан вожатыйы, оҙон буйлы, тура, яҡты ҡарашлы ошо отличник егет алдында һәр ваҡыт ҡаушап, уңайһыҙланып ҡала. Уның янында үҙен, бик бәләкәс кенә булып, юғалып киткән кеүек тоя ине. Әле лә ул Юлайҙың был һүҙҙәренән үҙен бөтөнләй бөткән, иреп, шиңеп ҡалған кеүек һиҙҙе.

Юлай был һүҙҙәрҙе Ғәбит ағай шикелле йомшаҡ, һәлмәк кенә итеп әйтә алһа, бәлки, Ҡыҙырас та шулай Ғариф кеүек иреп, ебеп ҡалыр ине лә, ләкин улай бу

212




лып сыҡманы шул. Юлайҙың һүҙҙәре уны иретә алманы. Киреһенсә, унда кирелек кенә арттыра барҙы. Шуға күрә лә, уға ҡатыраҡ төртөргә тырышып:

  • Юлай ағай, һин мине түгел, ни, үҙеңдең пионерҙарыңды ҡара! — тине.

Юлай түҙемен тамам юғалтып:

  • Ә һин пионер булырға теләмәйһеңме ни?! — тип ҡысҡырҙы.

Был һорау Ҡыҙырастың башына ҡаҙыҡ менән һуҡҡан кеүек бәрелде лә уны ҡапыл иҫенә килтерҙе. Тағы ла уҫалыраҡ итеп яуап ҡайтарырға әҙерләнгән ярһыуын һүрелтте.

«Ысынлап та, ул пионер булырға теләмәйме ни?.. Нисек теләмәһен? Әллә ул башҡаларҙан кәмме?» Был уй Ҡыҙырастың да башын түбән баҫтырҙы. Ул вожатыйҙың был һорауына бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Ә ул һаман әле ҡыҙыуын баҫа алмай, асыуланып:

  • Атайың — бына тигән данлы мастер, коммунист. Э һин пионер ҙа түгел. Атайың кеүек булырға әҙерләнмәйһең һин, Ҡыҙырас! Ә, Ғариф, һиңә пионер көйөнә насар уҡыу бигерәк тә килешмәй, — тип һөйләнде.

Ҡыҙырас тағы өндәшмәне. Ғариф инде күптән башын эйеп тик бара ине. Улар урам сатында туҡтап ҡалдылар. Юлайға хәҙер уңға боролоп китергә кәрәк ине. Ул малайҙарҙың яурындарынан тағы бер-ике ҡаҡты ла инде тынысыраҡ тауыш менән:

  • Йә, хушығыҙ, бәләкәстәр. Әле һөйләшкәндәр хаҡында яҡшылап уйлағыҙ! — тине лә ашығып китеп барҙы. Ҡыҙырас менән Ғариф оҙаҡ ҡына уның артынан ҡарап торҙолар. Әсе ел дә, һыҙғырып, ыжылдап, ямғыр тамсыларын уларҙың биттәренә бәрҙе. Әйтерһең, ул да уларга асыулана ине.

Юлай күҙҙән юғалғас, Ғарифтың йөҙө асылды. Ҡурҡыуы бөттө. Ул батырайып, ярамһаҡланып һөйләнде.

  • Ҡайһылай тигән була. Әйтерһең, ул да уҡытыусы. Өйрәтә... Эйе бит, Ҡыҙырас?!

Ләкин Ҡыҙырас бер ни ҙә өндәшмәне. Юлайҙың һуңғы һүҙҙәренән һуң уның йөрәген ниндәйҙер ауыр, күңелһеҙ тойғо солғап алды. Ул, үкенеп: «Кисә Ғәбит ағайға, ни, бөгөн Юлайға осраныҡ. Бөттө баш! Гел

213




урамда. Был ни эшкә ярай!» — тип уйланды. Унан, Ғарифҡа бер ни ҙә әйтмәй, кире боролоп китеп барҙы.

Ғариф, Ҡыҙырастың быйыл ҡайһы саҡта әллә нисек сәйер булып китә торган яңы, ят ғәҙәттәре тураһында баш вата-вата, яңғыҙы ғына ҡайтып китте.

  1. «Ғәмһеҙ кеше»

Был көндөң иртәгеһенә пионерҙар бүлмәһендә бик ҡыҙыу эш бара ине. Балалар, дәрестән һуң ҡалып, иртәгә буласаҡ сборға әҙерләнәләр. Иҙән уртаһындағы ҡыҙыл буяулы оҙон өҫтәлдә Юлдаш лозунгылар яҙа. Уның плакат пероһы менән яҙылған хәрефтәре аҡ шыма ҡағыҙға тигеҙ, асыҡ булып төшәләр.

«Китап — белем шишмәһе», «Пионерҙар, уҡыусылар, белемгә эйә булығыҙ!», «Коммунизм өсөн көрәшкә әҙер бул!», «Йәшәһен тыныслыҡ!» тигән лозунгылар, яҙылып бөтөп, класс стенаһына элеп ҡуйылған. Юлдаш хәҙер М.Горькийҙың совет мәктәбе уҡыусыларына ҡарата әйткән һүҙҙәрен яҙа ине.

«Фәнде яратырға кәрәк. Кешеләрҙең фәндән дә ҡеүәтлерәк, фәндән дә еңелмәҫерәк көсө юҡ...»

Юлдаш әкрен, ләкин урынына еткереп эшләй. Ул яҙған лозунгылар бик күркәм, һәйбәт булып сығалар.

Тәҙрә янындағы бәләкәйерәк икенсе өҫтәлдә редколлегия эшләй: Талип рәсемдәр төшөрә, хәбәрҙәрҙең баштарын яҙа. Ғилман мәҡәләләрҙе, хәбәрҙәрҙе ҡарап, төҙәтеп ултыра. Э Зарифа уларҙы күсереп яҙа. Ул — секретарь.

Талип, газетаның һуңғы бағанаһына «Ғәмһеҙ кеше» тигән баш аҫтына бер көн класта Ҡыҙырасҡа күрһәткән һымаҡ ике карикатураны эшләп бөткәс, кинәнеп:

  • Булды, — тип ҡуйҙы.

Зарифа, Ғилмандың ҡушыуы буйынса, тәүге рәсем аҫтына «Шаярғанда» тип, икенсеһенең аҫтына «Уҡытыусының һорауына яуап биргәндә» тип яҙҙы.

Бынан һуң Ғилман Зарифаға, һыҙғылап, ҡат-ҡат төҙәтке ләп бөткән дәфтәр бите бирҙе:

  • Бына был шигырҙы карикатураның аҫтына яҙып ҡуй, — тине.

214


Талип уны Зарифанан алда ҡысҡырып уҡып сыҡты:

Шаярғанда, ул батыр,

Уҡығанда, дер ҡалтыр.

Бөгөн дә «ике»ле алды,

Өйөнә нисек ҡайтыр!

  • Ҡыҙырас быны күргәс үпкәләр ҙә баһа, — тине Зарифа.

Талип ҡысҡырып көлдө генә.

  • Таптың үпкәләр кешене. Ул ғәмһеҙҙең быға иҫе лә китмәйәсәк.

Газетаға «Класс намыҫын һаҡлау өсөн» тигән темаға баш мәҡәлә яҙып ултырған Юлай һикереп торҙо ла, ҡашын төйөп, яй ғына атлап, улар янына килде. Унан, Талипҡа текләп өндәшмәй бер аҙ тик кенә торғас:

  • Шулай уҡ ғәмһеҙме ни ул? — тип һорап ҡуйҙы.

  • Харап ғәмһеҙ ул. Ҡыҙырастың, малай, бер нәмәгә лә иҫе китмәй уның, — тип дөрөҫләне Ғилман.

  • Уның был ғәмһеҙлеген бөтөрөргә кәрәк. Бер яҙыуға иҫе китмәһә, икенсе тапҡыр тағы ла ҡатыраҡ итеп яҙырға кәрәк, — тине Юлай.

Талип, икеләнеп, башын сайҡаны.

  • Ай-Һай, бөтөрөп булырмы икән?!

Юлай, был турала Талип менән артыҡ һүҙ көрәштереп тороуҙы урынһыҙ һананы булһа кәрәк, эшләнгән мәҡәләһен Зарифаға бирҙе лә:

  • Ғилман, әйҙә, унда класты йыйыштырыу нисек бара икән, ҡарап киләйек, — тип сығып китте.

Улар сыҡҡас, Юлдаш, һуңғы лозунгыһын яҙып бөтөрөп, газета сығарыусылар янына килеп баҫты. Зарифа әле генә Юлай биргән мәҡәләне күсереп яҙа, ә Талип мәҡәләләрҙең баштарын матурлай, рәсемдәр төшөрә ине. Юлдаш, башын ҡырыныраҡ һалып, уйсан төҫ менән Зарифаның эшен ҡарал торҙо. Уға Зарифаның яҙыуы сикһеҙ матур күренә, баҫалҡы холҡо бик оҡшай ине.

Юлдаш, тора торғас үҙе лә һиҙмәҫтән, Зарифаның газета өҫтөнә төшөп ятҡан ҡалын толомон һаҡлыҡ менән генә алып, арҡаһына һалып ҡуйҙы.

  • Минең сәсем әллә һиңә ҡарап торорға ҡамасаулаймы? — тип көлдө Зарифа.

215


  • Юҡ, һиңә мәшәҡәтләй, — тине Юлдаш.

Талип, үҙ күкрәгенә ҡаға биреп:

  • Бына мине йонсота ул. Ыҙаланып ҡына төшөргән рәсемемә тейеп, буяп бөтә. Эй, ошо ҡыҙҙарҙы, ниңә сәс үҫтергән булалар икән?! — тине.

Зарифа, сәстәренең ике толомон бергә килтереп, маңлайы өҫтөнә ҡалпаҡ кеүек итеп бәйләп ҡуйҙы ла тағы ла тырышыбыраҡ яҙырға тотондо.

Ә Юлдаш, әллә кешенең сәсенә үҙенең урынһыҙ барып тотоноуына уңайһыҙланып, әллә Зарифаның шундай матур сәстәрҙе йыйып, бер йомғаҡ яһап бәйләп ҡу- йыуына хәтере ҡалып, башҡа һүҙ әйтмәй, тәҙрә янына барып баҫты ла Юлай, Талип, Ғилмандар менән Ҡыҙырас хаҡында күңеленән һүҙ көрәштерә башланы: «Ғәмһеҙ кеше генәме ни ул?! Аҡылһыҙ, алйот, алдаҡсы малай бит ул. Һеҙ уны белмәйһегеҙ шул әле. Эй, мин белгән хәтле уны белһәгеҙ ине һеҙ. Нимә тиер инегеҙ икән?!»

  1. Уға ни етмәй?!

Ғәли ағай килеп ингәндә, Юлдаш менән атаһы газе- талар аҡтарып торалар ине. Иҫәнлек-Һаулыҡ һорашҡас, ул да өҫтәл янына уҙҙы. Ниңәлер һүрәнерәк тауыш менән:

  • Ваҡытһыҙыраҡ килдем шикелле? — тип ҡуйҙы. Буранбай ағай, өтәләнеп:

  • Юҡ, юҡ, — тине. — Бик ваҡытлы килдегеҙ. Мин хәҙер бынау малайға материалдар һайлашып ҡына бөтәм дә, эшкә тотонорбоҙ.

Ғәли ағай, көлә биреп:

  • Ниндәй материал кәрәк һуң был егеткә? — тип һораны.

Буранбай ағай ярым серьез тауыш менән:

  • Был егет иртәгә класта политинформация яһарға тейеш. Шуның өсөн уға ошо аҙнала илебеҙ эсендә булып үткән яңылыҡтарҙы белергә кәрәк, — тине.

  • Бына нисек?! Әллә һеҙ улығыҙға гел шулай ярҙамлашаһығыҙмы? — тип аптыраны Ғәли ағай.

  • Кәрәк саҡта ярҙам иткеләргә тура килә шул.

216




Шунһыҙ булмай. Эште лә үҙ арышына тапшырһаң, бармай бит, — тине Буранбай агай. Э Ғәли ағай, тырнаҡ мыйығын бора биреп, уйланып:

  • Улай... — тип ҡуйҙы.

  • Бала бигерәк тә даими күҙәтеү, ярҙамлашыу, кәрәк саҡта талап итеүҙе ярата, — тине Юлдаштың атаһы.

Ғәли ағай, ҡуйы ҡаштарын танау өҫтөнә төйнәп, мыйыҡтарын борғолап, уйсан тауыш менән тағы бер ҡат:

  • Улай... — тип ҡуйҙы.

Буранбай ағай, Юлдаш менән эшен бөтөрөргә ашығып, һайлап алған газеталарҙы уға тотторҙо ла:

  • Мә, улым, бында һиңә партияның егерменсе съе- зына әҙерлек, тыныслыҡ өсөн көрәш тураһында ла, уңыш йыйыу барышы, беҙҙә быраулау тиҙлеге сәғәтенә өс-дүрт тапҡырға артыуы тураһында ла материалдар бар, ҡара, — тине.

Юлдаш сығып китергә ашыҡмай, ҡулындағы газета- ларға күрһәтеп, һорашыуын дауам итте:

  • Атай, бынауы «Пионерская правда»ла Бөтә Союз шахматсыларының ярыш йомғаҡтары баҫылған. Ул турала һөйләргәме икән?

  • һөйләргә кәрәк.

  • Ә бына футболсылар ярышы тураһында?

  • Ул турала ла бер-ике һүҙ әйтеп үтерһең.

  • Э бына был... — тип Юлдаш тағы нимәлер һорашырға булғайны ла, атаһы уны:

  • Ярар, улым, бар. Ҡалғанын үҙең ҡара. Беҙҙең бында Ғәли ағайың менән эшләйһе ашығыс эшебеҙ бар, — тип бүлдерҙе.

Юлдаш газеталарын ҡултыҡлап, теләмәй генә сығып китте. Атаһы янында уның оҙағыраҡ булғыһы килә ине, күрәһең.

Улы сыҡҡас, Буранбай ағай Ғәли ағайға һынаулы ҡарап алды ла, күңелле итеп:

  • Йә, иптәш Батыров. Эш барып сыҡтымы? — тип һораны.

  • Яҙған булдым да булыуын, ярармы, юҡмы, белмәйем, — тине Ғәли ағай күңелһеҙ генә.

217




  • Ниңә ярамаһын? Ярар, — тине Буранбай атай һаман шат тауыш менән.

  • Яҙыуға минең оҫта түгеллекте беләһегеҙ бит инде...

  • Ьәйбәт эш тураһында насар яҙып буламы ни? Ҡайҙа, бирегеҙ әле, ҡарайыҡ.

Ғәли ағай эре, тура хәрефтәр менән яҙылған ҡулъяҙмаһын инженерға һуҙҙы.

  • Бына, тотош бер дәфтәр тулды ла ҡуйҙы.

Инженер, Ғәли ағайҙың төрөлөп бөткән дәфтәрен

алып, өҫтәл янына ултырҙы ла, кинәнеп:

  • һәйбәт, һәйбәт, иптәш Батыров, — тине. Һәм ҡулъяҙманы иғтибар менән уҡырға тотондо. Ул, берсә күңелләнеп, кинәнеп йылмайып ала, берсә туҡтап, уйланып ултыра. Унан, нимәләрҙер һыҙып, өҫтәп яҙып ҡуя ла, рухланып:

  • Газетала баҫылғас, башҡаларға үҙеңдең эш тәжрибәңде бирерлек, үҙ артыңдан башҡа быраулаусыларҙы ла эйәртерлек булһын ул, эйе бит, иптәш Батыров? — ти. Унан ни өсөндөр һаман күңелһеҙ ултырған Ғәли ағайға оҙаҡ ҡына текләп ҡарап ала ла артабан уҡый башлай.

Ғәли ағай, уның был һүҙенә ауыр ғына итеп баш ҡағып:

  • Шулай булһын ине лә бит... — ти.

Э үҙе бөтөнләй икенсе хаҡта уйлай. Уның башында әле генә Ғәбит ағай менән һөйләшкән һүҙҙәр әйләнә. Ул, Ғәбит ағайҙың саҡырып яҙған яҙыуын алғас, бөгөн эштән ҡайтышлай мәктәпкә барғайны. Ғәбит ағай уға Ҡыҙырастың ҡайһы саҡта тәртип боҙоу ын, насар уҡыуын әйтте. Баланы тәрбиәләү өсөн, мәктәпкә ата-әсә ярҙамы кәрәклеген әйтте. Ғәли ағайҙан өйҙә ниндәй тәрбиә эштәре алып барыуын һорашты.

  • Ниндәй тәрбиә кәрәк тағы уға?! Ни кейәйем, ни ашайым тиһә — бар. Йылы, яҡты, иркен квартира әҙер. Ни нужаһы бар уның?! Уҡыһын ғына, — тип яуап бирҙе Ғәли ағай. — Мин бит уның өсөн дәрес әҙерләп ултыра алмайым. Минең үҙ эшем дә еткән.

Эште һәр ваҡыт яратып, урын-еренә еткереп эшләргә өйрәнгән, бер генә минут ваҡытын да буш үткәрергә

218




яратмаған һәм шул арҡала ябай эшсенән беренсе мастер булыуға өлгәшкән Ғәли ағай улының үҙ бурысына — уҡыуға ошолай яуапһыҙ ҡарауына һис тә төшөнә алмай ине. Шуға күрә ул, ысын күңелдән йәберһенеп: «Йә инде. Ни етмәй был шаҡшы малайға?!» — тип уйланды. Ул, Ҡыҙырасты бик ныҡ ҡына бешереп алырға булып, ҡайтып китте. Ләкин был ваҡытта Буранбай ағай менән осрашырға һөйләшкән сәғәт килеп еткәйне. Уға өйгә ҡайтып торорға тура килмәне. Тик, бында инеп, инженерҙың үҙ улы менән нисек дуҫтарса кәңәшләшеп эш алып барыуын, ярҙам итеүен күргәс, Ғәли ағайҙың эсе тағы ла нығыраҡ бошоп китте. Хатта ул, күңелһеҙләнеп: «Ысынлап та, уҡытыусы дөрөҫ әйтә. Ҡыҙырастың насар уҡыуында минең ғәйеп тә барҙыр, күрәһең. Кеше бына нисек!.. Э мин улымдың ҡайһылай уҡыуын тикшереп тә ҡарағаным юҡ. Ни эшләп йөрөгәнен дә белмәйем. Эш күп, имеш. Инженерҙың эше аҙмы ни? Ул ана эштән тыш улына ғына түгел, миңә лә ярҙам итергә ваҡыт таба», — тип уйланы.


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   10   11   12   13   14   15   16   17   ...   21




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет