Зәйнәб Биишева Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде



бет8/21
Дата04.07.2016
өлшемі2.46 Mb.
#176464
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   21

  • Ә, ни, үҙенең умартаһынан ашатамы икән һуң? — тип шыбырлай Ҡыҙырас, күҙҙәре янып.

  • Ашата, — ти Юлдаш. — Хатта бер табаҡ балды алдыңа ҡуя ла, — әйҙә, улым, туйғансы аша, һы... һы... тип әйтә, ти. Өйөндә бер ҙә һаран түгел, ти. Әйҙә, киттек!

    Ҡыҙырас, икеләнеп:

    • Шулай ҙа Ибраһим бабай янына хәҙер барып ҡарайыҡ әле. Бәлки, ашатыр, — тимәксе булғайны ла, Юлдаш:

    • Ҡорт саға, Ҡыҙырас! Әйҙә ҡасайыҡ! — тигән булды ла ары йүгерҙе лә китте.

    Унан улар, һаҡмарҙың икенсе бөгөлөндә ятҡан колхоз баҡсаһына барып сыҡтылар. Бында бөгөн ҡыҙҙар ҡарағат йыялар ине. Улар баҙрайып торған суҡ ҡара

    88




    ҡарағат бөртөктәрен кәрзиндәргә тиреп тултыралар ҙа түкмәй-сәсмәй генә арбалағы йәшниктәргә алып барып бушаталар. Башына Юлдаштың атаһы ҡалдырып киткән киң ситле һалам эшләпәһен кейеп, йомшаҡ ҡына баҫып, Сәлмән ағай ҙа шунда йөрөй.

    • Балалар, ашыҡмай, һытмай ғына йыйығыҙ! Ботаҡтарҙы һындырмағыҙ, тапамағыҙ, — тип өйрәтә ул ҡыҙҙарға. Үҙе, әленән-әле суҡ тәлгәштәрҙе тотоп, һоҡланып ҡарап тора ла, балаларса ҡыуанып:

    • Ниндәй уңыш. Ниндәй суҡ, ауыр ботаҡтар, — тип ҡабатлай.

    Бар нәмәне алдан белеп тороусан Ҡыҙырас, Юлдаштың ҡабырғаһына төртөп:

    • Күрәһеңме? Баҙарға оҙатырға әҙерләйҙәр, — ти.

    • Эйе, — тип баш ҡаға Юлдаш.

    • Әйҙә, беҙ ҙә тирешәйек. Ҡарағат ашап та туйырбыҙ.

    Юлдаш Ҡыҙырастың был һүҙенә:

    • Ҡуй, әйҙә, өләсәйемдәр янына бара һалайыҡ, — тип әйтмәксе булғайны ла, Ҡыҙырас, уның яуабын да көтмәй, Сәлмән ағай янына йүгерҙе. Сәлмән ағай уларға шунда уҡ берәр кәрзинкә тотторҙо.

    • Ҡунаҡбыҙ тигәс тә, ел ҡыуып тик йөрөмәгеҙ әле. Исмаһам, еләк тирешегеҙ. Юҡһа, беҙ өлгөрә алмайбыҙ, иртәгә Хәмит ағайыңдың машинаһына тейәрлек ҡарағат әҙерләргә кәрәк, — тине.

    Ҡыҙырас менән Юлдаш берәр кәрзинкә ҡарағат тиргәнсе, ҡыҙҙар арбалағы йәшниктәрҙе тултырҙылар. Унан, ат йөктө бушатып килгәнде көтә-көтә, йырлап-яй- лап тағы йыйырға тотондолар. Сәлмән ағай ҙа, ниндәйҙер ғәжәп моңло көйгә ауыҙ эсенән генә көйләп, йыйылған ботаҡтарҙы торғоҙоп бәйләп, сүп үләндәрен өҙөп ырғытып, шунда, ҡарағат ҡыуаҡтары араһында, һүҙһеҙ генә йөрөй бирҙе. Ҡыҙырас менән Юлдаштың ҡулдары, ауыҙ тирәләре генә түгел, биттәре лә тотош ҡып-ҡыҙыл булып буялып бөттө.

    • Эс әсетеп китте. Ни, ҡарағат тиҙ бүктерә икән, — тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы Ҡыҙырас.

    89




    Сәлмән ағай, улар тултырған икенсе кәрзинкәне Юлдаштың ҡулынан алғас, хәйләкәр генә йылмайып:

    • Ашап туйҙығыҙмы инде? — тип һораны. Ҡыҙырас:

    • Туйҙыҡ, — тип иң алдан яуап бирҙе.

    • Улай булһа, һеҙгә ҡайтырға ла мөмкин, — тине Сәлмән ағай. Әллә ул, шаян, былар шулай һыйланһын тип кенә, эшкә ҡушҡан булған инде. Ни булһа булды, был һүҙ Ҡыҙырастың күңеленә бик оҡшаны. Ул ҡыуанысынан:

    • Рәхмәт, Сәлмән бабай, рәхмәт! — тип ҡысҡырып ебәрҙе лә килгән яғына табан ысҡынды. Сөнки уның күңеле бер урында туҡталып ҡалыуҙы һис тә күтәрә алмай ине. Юлдаш та дуҫы артынан йүгерҙе. Сәлмән ағай, уйсан ғына йылмайып, улар йылғаны аша сығып, фермалар яғына киткәнсе, ҡарап ҡалды. Быны күреп, Ҡыҙырас Ьаҡмар аръяғынан уға түбәтәйен болғаны, Сәлмән ағай ҙа эшләпәһен болғаған кеүек күренде. Ҡыҙырастың кәйефе хәҙер ғәжәп яҡшы, бөгөнгө сәйәхәттән ул бик риза ине. Шуға күрә ул, иғтибарын икенсе, тағы ла ҡыҙығыраҡ әйберҙәр биләгәнсе:

    • Юлдаш, ни, Сәлмән бабайға ҡарағат тирешергә гел генә киләйек, йәме, — тип һөйләнде.

    Бынан һуң улар Гөлйөҙөм еңгә янында туҡталдылар. Кәзәселек фермаһы Юлдаштың өләсәһенә барыу юлы өҫтөндә ята ине. Ләкин еңгәләре бөгөн уларҙы тиҙ генә абайламаны. Ул, аяғы өйсөкләнгән, бөҙрә йөнлө ҡара бәрәс күтәреп, гел бер төҫлө шоморт ҡара кәзәләр араһында баҫып тора. Үҙе ситән аша кем менәндер һөйләшә ине. Был ваҡытта кәзәләрҙе, көндөҙгө яман эҫе үткәнсе, себен-серәкәй баҫылғансы тип, тау битендәге ҙур ялан кәртәгә бикләгәйнеләр. Малайҙар килә биргәс, Зөләйха әбейҙең дә бында булыуын, кәртә аша һөйләшеп торған кешенең ул икәнен күрҙеләр. Зөләйха әбей менән Гөлйөҙөм еңгә ни тураһындалыр ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшәләр ине. Быны күреп, Ҡыҙырас әкрен генә Юлдаштың итәгенән тартты ла күҙ ҡыҫты.

    • Ни, Юлдаш, әйҙә, бынауында боҫайыҡ.

    • Ни өсөн? — тип аптыраны Юлдаш.

    90


    • Ни, тик, улар һөйләшеп бөткәс күренербеҙ, — тине лә Ҡыҙырас шунда уҡ эҫелектән ваҡытһыҙ ҡатҡан ҡаҙ үләне өҫтөнә ауҙы. Юлдаш, йәшенеп кеше һүҙен тыңлау ғәҙәте булмаһа ла, дуҫының һүҙен йыҡмаҫ өсөн, уның янына ятты. Йылы, әсе кәртә еҫе уларҙың танауына нышып инде. Юлдаш ирекһеҙҙән ситкә боролдо. Э Ҡыҙырас кәртә янына тағы ла яҡыныраҡ һонолоп, ҡыҙыҡһынып тыңлай башланы. Өлкәндәрҙең һөйләшкәне бынан ап-асыҡ ишетелеп тора ине. Үҙ һүҙҙәренә мауыҡҡан килен менән бейем, малайҙарҙы күрмәй, бәхәстәрен дауам итте.

    • Килен, ишетәһеңме, мин һинең менән һуңғы ҡат һөйләшергә килдем, — ти Зөләйха әбей, ҡоро ғына итеп, — һин йылҡысылыҡ фермаһына күсәһеңме, юҡмы, әйтеп ҡал!..

    Гөлйөҙөм еңгә йомшаҡ ҡына итеп:

    • Бейем, мин унда күсергә теләмәйем тип әйткәйнем дә баһа, — тип ҡабатлай.

    • Ниңә? — тип ҡаты итеп һорай Зөләйха әбей.

    • Миңә бында оҡшай, — тип яуап бирә килене.

    Зөләйха әбей һаман шул ҡоро, бойороу тонында

    дауам итә:

    • Мин һиңә нимә тим? Үҙ урыныма һине ҡымыҙ оҫтаһы итеп әҙерләгем килә тим түгелме? Ә? Ниңә яҡшы һүҙҙе аңламайһың?

    Гөлйөҙөм еңгә һаман шулай йомшаҡ ҡына итеп үҙ һүҙен һөйләй.

    • Аңлайым да бит. Ошо эшемде яратам шул...

    Зөләйха әбей, түҙемдән сыға башлап, кәзәләр яғына

    кәмһетеү ле ҡарап, ҡул һелтәп ҡуйҙы.

    • Ай, алйот, тапҡанһың эш. Малмы ни былар?!

    Гөлйөҙөм еңгә, ҡулындағы бәрәстең арҡаһынан һөйә-

    һөйә, үҙ эшен аҙағына тиклем яҡларға тырышты.

    • Бейем, кәзә тигәс тә, былар ябай кәзәләр түгел дә баһа.

    Дебет кәзәләре бит былар. Уларҙың дебеттәренең яҡшылығы хаҡында һөйләп тә тораһы юҡ. Дебет шәлдең һәйбәтлеген кем белмәй.

    Зөләйха әбей, бөтөнләй йәберһенеп:

    91




    • һөйләмә, һөйләмә, зинһар, тапҡанһың эш! Йылҡы ҡарауға ни етә һуң?! Кәзә лә булған икән мал!.. — тип һөйләнде. Гөлйөҙөм еңгә лә һаман үҙ һүҙен бирмәне.

    • Аһа, кәзә мал булмай ни. Уҙған йыл ошо кәзәләр колхозға күпме доход бирҙе, йә, әйт әле, бейем?

    Зөләйха әбей, тамам түҙемдән сығып:

    • Ә йылҡысы? Ә ҡымыҙсы? Кәзә дебете ише генәме ни улар? — тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.

    Килен менән бейем шулай бик оҙаҡ бәхәсләште. Һәр ҡайһыһы үҙ эшенең һис шикһеҙ һәйбәтлеген икенсеһенә аңлатырға тырышты. Тик бәхәс аҙағында, ғәҙәттәгесә, һәр береһе үҙ эшен тағы ла яратыбыраҡ ҡына ҡалды. Килен — йылҡының, бейем кәзәнең һәйбәтлеген һис тә аңлай алманы. Ахыр, Зөләйха әбей, арып, еңелеп:

    • Йә, ярар, — тип өмөтһөҙ рәүештә ҡул һелтәне лә, — бер уйлаһаң, ниндәй эште яратып, урынына еткереп эшләһәң, шул яҡшы инде. Яратҡас, әйҙә, эшләй бир, — тине.

    Гөлйөҙөм еңгәнең йөҙө асылып китте. Ул кинәнеп:

    • Шулай тиген, бейем, — тип ҡуйҙы.

    • Шулай, шулай, әйҙә эшләй бир, — тине Зөләйха әбей. — Тик ҡара, яҡшы эшлә. Беҙҙең тоҡом насар эшләгәнде яратмай.

    Бынан һуң ул, ғәҙәте буйынса, Юлдаштың ата-әсәһе, Кинйәбайы менән әҙерәк маҡтанып алырға ла онотманы.

    • Ана, күрәһең бит, Буранбайым — бына тигән ин- йенир, Биби килен — харап һәйбәт уҡытыусы. Кинйәбайым — районда беренсе камбайныр. һин дә шулар кеүек бул!

    Гөлйөҙөм еңгә, көлә биреп:

    • Тырышам инде, бейем, тырышам, — тине. Был яуаптан Зөләйха әбейҙең күңеле тамам йомшарҙы. Ул, килененә килешеүсән лек менән йылмайып ҡарап:

    • «Килен ҡәйнә боҫҡағынан ярала», тип боронғолар белмәй әйтмәгән, күрәһең, һин дә, килен, минең үҙем кеүек, алдыңа алғанды бирмәҫһең, ахырыһы, үҙ һүҙле булырһың, — тип ҡуйҙы. Ләкин уның был һүҙендә бының өсөн килененә үпкә түгел, хуплау ғына яңғыраны.

    Бәхәс баҫылып, килен менән бейем тыныс һөйләшеү

    92

    г




    гә күскәс, малайҙар, үҙҙәренең йәшеренгән ерҙәренән һикереп сығып, шаулашып улар янына йүгерҙеләр.

    • Бына беҙ ҙә бында!

    • Күптән килдек!..

    • Уй, ҡара әле, бейем, тыңлап торғандар! — тип көлдө Гөлйөҙөм еңгә.

    Зөләйха әбей, юрамал ғына асыуланып:

    • Шыйыҡ сыбыҡ менән һыптырырға кәрәк үҙҙәрен. Шымсы булып өйрәнмәһендәр, — тине. — Ниңә ваҡытһыҙ килдегеҙ?!

    Ҡыҙырас иркәләнеп уның муйынына һарылды.

    • Ни, инәй, беҙ һеҙҙе һағынып килдек бит.

    Зөләйха әбей уның йылғырлығына кинәнеп көлөп

    ҡуйҙы:

    • һыуһап, ҡымыҙ эсергә килдек тиген, һай, шаян!.. — Унан ике малайҙы ла ҡосаҡлап, арҡаларынан тыпылдатып һөйҙө лә үҙенең фермаһы яғына алып китте. — Әйҙәгеҙ, киттек, киттек. Юҡһа, мин бында былай ҙа бик оҙаҡланым. Тегендә килендәр ҡымыҙҙы бешмәй, эретеп кенә ҡуймаһалар ярар ине.

    • Өләсәй, ҡымыҙҙы ниңә бешәләр? — тип ҡыҙыҡһынды Юлдаш.

    Зөләйха әбей ейәненә ғәжәпләнгән һымағыраҡ итеп ҡарап алды ла:

    • Ни өсөн булһын, ҡымыҙ эремәһен, ҡаймаҡ кеүек булып яҙылып торһон өсөн, — тине.

    • Нисек, нимә менән бешәләр? — тип ныҡышты Юлдаш.

    • Ул һиңә ниңә кәрәк? — тип аптыраны өләсәһе. — һин барыбер бер ҡасан да ҡымыҙ яһамаҫһың бит.

    • Ҡымыҙҙың нисек яһалғанын белгем килә, — тине Юлдаш.

    • Минең дә белгем килә, — тип һүҙгә ҡушылды Ҡыҙырас. — Ату, ни, ҡайтыр саҡ та етеп килә. Мин, ни, ҡымыҙҙы эсәм-эсәм, ә уны нисек эшләүҙәрен һаман белмәйем. Ҡалаға ҡайтҡас, ҡымыҙ эстем, тип малайҙарға һөйләһәм, улар, ҡымыҙ нимә ул, нисек яһала, тип һораһалар, ни, мин бер ни ҙә әйтә алмай торормон бит. Шунан, ни, малайҙар, Ҡыҙырас алдай, ҡымыҙҙы эсеү түгел, күрмәгән дә, тип көлөрҙәр, — тип һөйләп

    93




    китте. Юлдаштың уйы ла шулай булғас, өләсәһенә Ҡыҙырастың аңлатып биреүе өсөн ул шат булды. Юҡһа, уның үҙенең ул хәтле оҙон һөйләп торорға түҙеме етмәҫ ине.

    Зөләйха әбей күҙен генә көлдөрөп, малайҙарҙың арҡаһынан тағы бер тыпылдатып һөйҙө лә:

    • Ярар, ярар, барыһын да күрһәтермен, һөйләрмен. Тик хәҙер ашығырға кәрәк, — тине. Унан, туп шикелле тәгәрләп, шәп атлап китеп барҙы. Ҡыҙырас, көлә-көлә, нимәлер һөйләүен дауам итеп, йүгерә-атлай, унан ҡалышмаҫҡа тырышты. Юлдаш менән Гөлйөҙөм еңгә, уларға эйәрә алмай, арттараҡ ҡалғас, Ҡыҙырастың һүҙен ишетмәнеләр. Гөлйөҙөм еңгә Юлдашҡа үҙенең бая күтәреп торған кәзә бәрәсе тураһында һөйләне. Ни өсөн ул аяғын һындырған, ветфельдшер нисек итеп уның аяғын өйсөкләп бәйләп ҡуйған. Гөлйөҙөм еңгә бәрәсте нисек яратыуын, нисек ашатыуын, бөтәһен дә һәйбәтләп, күңелләнеп, кинәнеп һөйләне. Ләкин Юлдаш уны артыҡ ихлас тыңламаны. Ул тағы Ҡыҙырас тураһында, уның теремек, илгәҙәк ғәҙәте хаҡында уйланы. Уның ҡыйыулығына, алсаҡлығына һоҡланды. Ул үҙ өләсәһенә лә шулай иркәләнә белмәй бит. Шуның өсөн өләсәһе уға:

    • һин, Юлдаш, ҡырыҫ. Ана, Ҡыҙырас ниндәй яғымлы. Үпкә-бауырыңа инеп бара. Яратмаҫ ерҙән яраттыра, — ти ҙә шул. Юлдаштың уйынса ул үҙе ҡырыҫ түгел дә түгел ен, ҡыйыуһыҙ ғына ул. Юҡһа, Юлдаш өләсәһен Ҡыҙырастан кәм яратамы ни? Юҡ, әлбиттә. Ул күберәк тә ярата бит уны. Тик Юлдаш бына Ҡыҙырас кеүек уның муйынына аҫылынып иркәләнә белмәй. Ояла, уңайһыҙлана. Э уның өләсәһе уларҙың икеһен дә тиң ярата. Юлдашты нисек ҡараһа, Ҡыҙырасты ла шулай ҡарай. Быйыл йәй уның берәү урынына ике ейәне булды ла ҡуйҙы. Ул быға бик шат. Юлдаш та өләсәһен Ҡыҙырастан көнләмәй. Киреһенсә, икеһен тиң ҡарағаны өсөн ҡыуана ғына.

    Юлдаштың өләсәһе Зөләйха әбей — был тирәлә иң данлыҡлы ҡымыҙ оҫтаһы. Колхоздың йөҙләгән бейәһен һауып, ҡымыҙ яһау уның ҡарамағында эшләнә. Ул йәш

    94




    килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы бейә һауырға, ҡымыҙ яһарға, ҡолондарҙы тәрбиәләргә өйрәтә. Уға инде алтмыш йәш. Шулай ҙа Зөләйха әбей әле ҡарт түгел. Кешеләр уның тураһында:

    • Зөләйха инәй әле һаман йәштәр кеүек. Тос, мыҡты кәүҙәһе менән еп-еңел йүгереп йөрөп ята. Уның хужаларса көр, асыҡ тауышы йылҡы фермаһында иртәнән кискә тиклем яңғырап ҡына тора, — тип һөйләйҙәр.

    Зөләйха әбей ҡояшҡа сағылған кеүегерәк булып, ҡыҫылыбыраҡ торған аҡыллы, йәш күҙҙәре, көләс яҡты йөҙө менән Юлдашҡа атаһын хәтерләтә. Уның атаһы Буранбай ағай ҙа шулай көләс йөҙлө, йомшаҡ, яғымлы ҡарашлы кеше. Тик өләсәһенә ҡарағанда атаһы аҙ һүҙлерәк. Ул күбеһенсә кеше һөйләгәнде тыңларға ярата. Э өләсәһе улай түгел. Ул үҙе күберәк һөйләй. Һ.әм кешеләр уның һүҙен яратып тыңлай.

    • Зөләйха инәй һүҙгә аптырамаҫ ул, — тиҙәр уның хаҡында.

    • Зөләйха инәйҙең теленә эләкһәң, кәрәгеңде бирер, — тип тә ҡуя ҡайһылары. Ләкин бөтәһе лә уны тура һүҙле, ғәҙел холоҡло тип ярата, хөрмәтләй. «Беҙҙең Зөләйха инәй», — тип кенә йөрөтә. Эштән бушаған арала уның янына ҡымыҙ эсергә киләләр. Әле лә бына, Юлдаштар килеп етеүгә, бында бик күп колхозсылар тейәлгән йөк машинаһы килеп туҡтаны. Унан бер төркөм ҡатындар, ирҙәр һикерешеп төштө лә кемуҙарҙан ҡымыҙ аласығына йүгерҙе. Унда Зөләйха әбейҙе төрлө яҡтан һырып алып, бәләкәс балалар шикелле, түҙемһеҙләнеп:

    • Инәй, һыуһаныҡ, тамағыбыҙ кипте.

    • Инәй, тиҙерәк ҡымыҙ эсереп ебәр! — тип шаулаштылар. Улар, бер баҫыуҙағы арышты йыйып, эҫкерт ләп бөтөрөп, икенсе баҫыуға китеп баралар ине. Зөләйха әбей, йәштәрсә йүгереп йөрөп, уларға аласыҡтан туҫтаҡ лап ҡымыҙ ташып торҙо. Улар күбекләнеп, ажғырып торған өр-яңы ҡымыҙҙы ашығып-йотлоғоп эстеләр.

    • Зөләйха инәй, һин яһаған ҡымыҙҙы эсһәң, беләккә көс, йөрәккә дәрт инеп китә. Арығандар онотола, —

    95




    тип кинәнеп маҡтанылар. Зөләйха әбей уларҙың бөтә- һенә лә, әсәләрсә яғымлы йылмайып:

    • Ярар, балалар, бик һәйбәт. Тик көстө, дәртте бушҡа, файҙаһыҙға түкмәгеҙ, эшкә тотоғоҙ. Ялҡау кешене ҡымыҙ яратмай. Ауырыу итә, һыҙландыра. Ҡымыҙ эс- кәс, тир түгеп эшләһәң генә, шифалы була ул, — тип яуапланы. Колхозсылар:

    • Эй инәй, хәйләкәрһең дә, һин беҙҙе нисек тә күберәк эшләтергә тырышып ҡына тораһың, — тип көлөштөләр.

    • Шунһыҙ булмай бит, балалар. Тырышып эшләмәй колхозды байытып буламы ни? — тине Зөләйха әбей. Колхозсылар:

    • Дөрөҫ, инәй, дөрөҫ, — тиештеләр ҙә ашыға-ашыға тағы машинаға тейәлеп китеп тә барҙылар. Улар киткәс, Зөләйха әбей Юлдаш менән Ҡыҙырасҡа ла, Гөлйөҙөм еңгәгә лә берәр туҫтаҡ ҡымыҙ сығарып бирҙе. Улар аласыҡ янында үҫкән йыуан тирәк аҫтына, күләгәгә инеп, аяҡ бөкләп ултырып ҡымыҙ эстеләр. Ҡыҙырас ҡымыҙҙы, яратып, бер туҡтамай һемереп эсте. Тик Юлдаш ҡына ул тиклем яратманы.

    • Әсерәк шул. Шәкәре юғыраҡ, — тине. Өләсәһе унан:

    • Бына алйот, шәкәрле булғас, ҡымыҙ буламы ни ул? Ҡала малайы шул. Ауыҙы тәмле-татлыға ғына өйрәнгән. Яҡшы аштың ҡәҙерен белмәй, — тип көлдө. Бынан һуң ул, аласыҡҡа инеп, нимәләрҙер эшләп, кемдәр- гәлер эштәр ҡушып, өйрәткеләп йөрөп сыҡты ла: — Әйҙәгеҙ, елегә киттек. Беҙҙекеләр бөтәһе лә унда икән, — тине.

    • Еле нимә ул, өләсәй. — тип һораны Юлдаш.

    • Барғас күрерһегеҙ, әйҙәгеҙ. Килен, һин дә ҡалма, — тине Зөләйха әбей. һәм киң оҙон күлдәк итәктәрен, эре аҡ биҙәкле ҙур ҡыҙыл яулығының остарын елберләтеп, кәйелә баҫып, һаҡмар буйына, туғайлыҡҡа төшөп китте. Ҡымыҙ аласығы үрҙә, тау битендә, аҡлан урында ине. Малайҙар ҙа, ҡалышмаҫҡа тырышып, уның артынан йүгерҙеләр. Гөлйөҙөм еңгә барғыһы килмәй генә эйәрҙе. Ул, ҡымыҙ эсеп, һыуһынды ҡандырғас, тиҙ генә кәзәләре янына ҡайтып китергә теләй ине.

    96




    Тик бейеменең һүҙен йыға алмай, ирекһеҙҙән генә эйәрҙе. Ә Зөләйха әбей бер һылтауҙан киленен ҡымыҙсылыҡ эше менән ҡыҙыҡһындырып булмаҫмы тигән өмөт менән уны үҙе менән алып йөрөргә теләй ине.

    Бына улар Ьаҡмар туғайы эсендәге ҙур бер аҡланға килеп еттеләр. Бында бик күп ҡолондар өстән үреп, суҡлап, матурлап эшләнгән ҡыл нуҡта менән махсус эшләнгән ҡаҙыҡтарға, лапаҫ аҫтына бәйләп ҡуйылған. Уларҙың һәр береһенең янында берәр бейә тора. Бейәләрҙең ҡайһы бер уҫалыраҡтарының муйынына ҡороҡ кейҙерелгән. Ҡайһы берҙәре шул көйө генә ҡолонсаҡтары янында торалар. Бейәләр янында, беләгенә ҡылдан ишелгән бау тағылған ағас силәктәр элеп, килендәр йүгерешеп йөрөйҙәр. Әле бер бейәнең, әле икенсеһенең аҫтына барып, аяғүрә генә торған килеш, тиҙ-тиҙ генә һауып китәләр. Юлдаш менән Ҡыҙырас ҡыҙыҡһынып уларҙың бейә һауыуҙарын күҙәтә башланылар.

    • Бына ошо бейә бәйләгән урын еле була, — тип аңлатты Зөләйха әбей. — Был еңгәләрегеҙ ана шул ҡороҡтар менән бейәләрҙе тотоп йәки ҡыуып ҡолондары янына алып киләләр ҙә сәғәт һайын һауып ҡына торалар. Ҡайһы бер бейәләр, ҡороҡ һалғанды ла көтмәй, елене тиртеү менән, үҙе үк ҡолоно янына килә. Улар, ҡолондарын ташлап, бер ҡайҙа ла китмәй. Ьауын араһында ла ошо тирәлә генә ашап йөрөй.

    • Ә ҡолонсаҡтар һуң? Улар ашамай ҙа, иммәйҙәр ҙәме ни? — тип аптырай Юлдаш. — Улар гел генә шулай бәйле торалармы ни, бахырҙар?

    • Көндөҙ бәйле торалар. Уларға нимә, нисек ашатыу тураһында анауы еңгәләрегеҙҙән һорашығыҙ. Зоотехник уларға быны яҡшы төшөндөргән, — ти Зөләйха әбей. Ул арала Ҡыҙырас, бөтә елегә төтөн таратып, быҫҡып ятҡан тиҙәк өйөмө янына барып:

    • Ниңә бында үрт һалынған? — тип ҡысҡырып ебәрҙе.

    Шуның өсөн Юлдаш та, ҡолондарҙы нисек ашатыу тураһында еңгәләрҙән һорашырға онотоп, Ҡыҙырас янына йүгерҙе.

    • Ысынлап, өләсәй, был ни өсөн?

    • Төтөнлөк ул, — тине Зөләйха әбей. — Күгәүен, се-

    4-1.0004.08

    97




    бен, серәкәй-маҙарҙы ҡасырыу өсөн һалынған. Юҡһа, ҡолонсаҡтарға, бейәләргә тынғы бирмәйҙәр ул хәшәрәттәр.

    Бынан һуң Юлдаш тағы бейә һауғанды, ҡолонсаҡтарҙы ашатҡанды ҡарап йөрөнө. Юлдаштың Хәмит ағаһының кәләше Фатима еңгә уға:

    • Кил, ҡәйнеш, һауып ҡара, — тип шаяртҡайны ла, ул:

    • Ат тибеп ҡуйһа, — тип яҡын барманы.

    • Ат һөт бирәме ни? Бейә, тиген, — тип көлдө еңгәһе. Шунан Юлдаш, үҙенең белдекһеҙлегенән оялып, өләсәһе янына китте. Унан тағы шул ҡолонсаҡтар тураһында һораша башланы:

    • Өләсәй, улар гел шулай бәйле генә торалармы ни?

    Уға әсәһенең һөтөн имә алмай торған был оҙонтороҡ

    ҡына һылыу ҡолонсаҡтар бөтөнләй ҡыҙғаныс була башланы. Зөләйха әбей, быны аңлап, ейәненең башынан һыйпап ҡуйҙы ла:

    • Ай, алйот, ниңә бәйле торһондар. Кисен бейәләрҙе ағытабыҙ бит беҙ, — тине.

    • Нимә ул ағытыу? — тип тағы аптыраны Юлдаш. Ә Ҡыҙырас:

    • Ни, инәй, ниңә бейәләрҙе ағартаһығыҙ? — тип һораны.

    Зөләйха әбей менән Гөлйөҙөм еңгә икеһе бер юлы ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр. Унан Зөләйха әбей, эсе бошоп:

    • Бына һин уларға аңлат... һай, алйоттар, алйоттар, — тип көрһөнөп үк ҡуйҙы. Ә Гөлйөҙөм еңгә көлә- көлә:

    • Бейәләрҙе кисен ҡолондарына ҡушып ҡырға ҡыуалар. Ҡолондар шунда рәхәтләнеп төн буйына әсәләрен имеп йөрөйҙәр. Бына шуны «бейә ағытыу» тиҙәр беҙҙә, — тип аңлатты. Килененең дөрөҫ яуабына Зөләйха әбейҙең күңеле бөттө. Улар шулай һөйләшеп, елене төрлө яғынан йөрөп ҡарап сыҡҡансы, килендәр бейәләрҙе һауып бөтөп ебәрҙеләр ҙә, һөт менән тулған силәктәрен көскә күтәреп, көлөшә-көлөшә аласыҡ яғына китеп тә барҙылар.

    • Әйҙәгеҙ, — тине Зөләйха әбей ҙә. — Тегендә кит

    98


    тек. Унда мин һеҙгә ҡымыҙҙың нисек яһалғанын күрһәтермен.

    Юлдаш менән Ҡыҙырас, аяҡтарын ҡаты үлән төбөнә бәреп ауырттыра-ауырттыра, Фатима еңгәһе көскә күтәреп барған силәкте алып, икәүләп күтәреп, тауға, аласыҡҡа алып менеп киттеләр. Оҙаҡламай бында Зөләйха әбей менән Гөлйөҙөм еңгә лә килеп етте. Зөләйха әбей малайҙарҙы тәү тапҡыр аласыҡ эсенә алып инде. Ул ҡымыҙ яһауға бәйләнеше булмаған кешеләрҙе унда бер ҡасан да индермәй ине. Э аласыҡта эҫелек тыштағыға ҡарағанда ла көслө, бөркөү ине. Етмәһә, әсе, ҡырҡыу ҡымыҙ еҫе танауҙы ярып килә. Себен-серәкәй ҙә бында, бөтә ергә себен үлтергестәр ҡуйып бөтөлгән булһа ла, бал ҡорто кеүек шаулап тора ине. Уларҙың ҡайһы бер артыҡ ҡомһоҙҙары Юлдаш менән Ҡыҙырасты инеү менән һырып та алды. Күҙҙәрен, танауҙарын тешләп, тәмләп ҡарарға маташты. Ошо ҡыланыштары менән улар Юлдаштың ҡымыҙҙың нисек яһалыуын белергә теләүен дә ҡаҡшата яҙҙылар. Уның бынан йүгереп сығып ҡасҡыһы килеп китте. Ләкин Зөләйха әбейҙең бойороулы тауышы уны үҙ артынан эйәртте. Улар оҙон бешкәк ҡуйып, өҫтөн ябыулы итеп эшләнгән ҙур-ҙур ағас көбөләр янынан үттеләр. Уларҙың ҡайһы берҙәрен еңгәләр гөбөрләтеп бешеп торалар ине. Бында бешкәкһеҙ, ҙур, йыуан ағас тәпәндәр ҙә күп ине. Зөләйха әбей, уларға күрһәтеп:

    • Был тәпәндәрҙә яңы һауылған һөттәр һаҡлана, — тине. — Көттө кискә хәтле ошо тәпәндәргә йыябыҙ. Кисен бейәләрҙе ағытҡас, ул һөттәрҙе бына был бешкәкле көбөләргә ҡоябыҙ. Ә көбөләрҙәге өлгөргән ҡымыҙҙарҙы мискәләргә тултырып алабыҙ. Көбө төбөндә тик ҡур ғына ҡала...

    • Нимә ул ҡур? — тине тағы Юлдаш.

    Ҡыҙырас, бик белдекле булырға тырышып:

    • Ни, һин ҡурғашты шулай «ҡур» тип кенә әйтәһең бит ул, эйе бит, инәй? Көбө төбөндә ҡурғаш ҡына ҡала, эйе бит, — тип ныҡышты.

    Ләкин был юлы ла тик көлкөгә генә ҡалды. Хәҙер унан Зөләйха әбей менән Гөлйөҙөм еңгә генә түгел, аласыҡтағы бөтә еңгәләр ҙә көлдө. Ахыр, Зөләйха әбей:



    Достарыңызбен бөлісу:
  • 1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   21




    ©dereksiz.org 2024
    әкімшілігінің қараңыз

        Басты бет