Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет11/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   19

I
...Йондоҙҙарҙың күҙен ҡамаштырып

Елгән саҡта заман атында,

Ҡара башлы ҡәбер ҡорттары ла

Яҡты юлға беҙҙең тартыла...


Кисәгенең мәйет ағыуынан

Күрә башлай шул саҡ ер йәбер.



Франко тип кәрлә исемләнеп,

Герниканы ҡылды гүр-ҡәбер...


Муссолини булып мус тупланы

Абиссинияны һуйырға.

Ҡәбер ҡорто Гитлер намы менән

Үрмәләне йөрәк-бауырға...


Башҡортостанымда Тәфтиләү тип,

Вьетнамда ҡанлы “ҡарсыға” тип,

Индонезияла Сухарто тип

Ҡара башлы был ҡорт аталды.

Башҡорт ҡасабаһы Сейәнтусы,

Лидице һәм Хатынь, Орадурҙан,

Сонгмиҙарҙан ҡәбер-гүр ҡалды...
Фашизмдың суйыр тырнаҡтары

Быумаҡ һаман Ерем алҡымын.

Таш быуатҡа атып Кешелекте,

Юймаҡ була күктең балҡыуын.


Сантъягола, яҡты Ҡояш түгел,

Ҡара шәүлә баға күҙҙәргә.

Чили халҡын суйын төйҙәһендә

Иҙмәк булып приклад киҙәнә.


Лас Касастың яҙма тарихтары

Ҡайтты өндә индей еренә.

Фашизмдың ҡулы бөтәбеҙҙең

Бөгөнгөһөн быуып үрелә,

Киләсәген һуйып үрелә,

Ошо хаҡта хәбәр бирелә:


Нәүбәттәге номерҙарҙың береһе — XX быуат аҙағы
“Сантъягоның эшселәр биҫтәһенә хунта һалдаттары баҫып инде, кешеләргә һунар башланды. Күмәк бала атаһы Хорхе Сибайлоны өйөнән һөйрәп сығарҙылар, туҡмарға керештеләр. Хорхе Сибайлоның береһенән-береһе бәләкәсерәк ун бер балаһы менән ҡатыны һалдаттарҙан мәрхәмәт һорап ялбарҙы, сабыйҙары атаһының салғыйҙарына йәбешеп иланы. “Яҡшы, беҙ һеҙгә мәрхәмәт күрһәтәбеҙ”, — тине һалдаттар һәм сабыйҙарының күҙе алдында Хорхе Сибайлоны автоматтарҙан атып үлтереп, ҡанлы кәүҙәһен канауға ырғыттылар”... (Бөгөнгө Латин Америкаһы тарихынан.)

“Һалдаттар йөклө ҡатынды күреп ҡалды. Улар унан: “Табырың кем — малаймы, ҡыҙмы?” — тип һоранылар. “Белмәйем”, — тине ҡатын. “Белмәһәң, һин уны хәҙер белерһең!” — тине һалдаттар. Улар ҡатындың ҡорһағын ярып ебәрҙеләр ҙә дерелдәп торған бала яралғыһын йолҡоп алдылар. “Белдеңме инде хәҙер?” — тинеләр һалдаттар, ҡатынды һәм яралғыны утҡа аттылар”... (Бөгөнгө Көньяҡ Африка тарихынан.)

.................................................................................................................................
Ҡайҙа ғына булһын фашист-ҡоҙғон —

Тырнаҡ эҙе уның барыбер.

Үләт үткән ерҙә үлән үҫмәй,

Бүртә унда фәҡәт гүр-ҡәбер.


Муссолинимы ул, Франкомы,

Пиночетмы — фашист барыбер.

Ергә һибеп шаҡшы шыҡылдарын,

Кешелеккә ҡаҙа гүр-ҡәбер.


Килер көндө әсә ҡарынынан

Йолҡоп быуған фашист үләте

Штык менән ергә Кешелекте

Ҡаҙаҡламаҡ була, теҙләтеп.


Теҙләнмәй тик Кешем, юҡ, теҙләнмәй,

Уйнай алмаҫ ҡанлы рулет!

Саф Альенде булып ҡалҡа донъя —

Тыпырсына хурлы Пиночет!


Дүрт салғыһын киргән тере мәйет

Һулаһа ла ерҙе ағыулап,

Тотҡан юлы уның — ҡәбер төбөн

Тоташтырмыш текә, тар юлаҡ...


Ерҙең изге һәр бер саң бөртөгө —

Хунта шартлар дары-мина бит!

Ҡалтыранһын ҡурҡып фашизмдың

Ҡара башлы ҡорто Пиночет!



II
Табут йөҙә индей ерен иңләп —

Инктарҙың Король юлынан.

Киртләс-киртләс ҡырлы мавзолейҙар

Баҫҡысланып Күккә һонолған.


Сал тауҙарҙы бөгә матәм маршы —

Ерҙең улы ята табутта.

Уның бөйөклөгө ҡаршыһында

Башын эйеп ҡатҡан Ваҡыт та...


Бабаларҙың изге ташын ҡанлап,

Азатлыҡтың уҙа короле —

Хаҡ Көләүен керә Пантеонға!

“Но пассаран!” уның пароле!


“Винтовкаһын яугир Сталинградтың,

Үлһәм, бергә һалып ерләгеҙ!57” —

Тип йырлаған дары шағирының

Ҡуҙ йөрәген услап киләбеҙ!” —


Бейек Андтың дары ҡырлаһында

Инк иле аҙым туҡтата.

Океандан — арғы океанғаса

Компас уғы булып һын ята.


Шкалаһы Ерҙең дарыланыр,

Уҡ төбәлгән яҡҡа кирелеп.

Чили бөгөн — дары-Неруданың

Ҡаты ҡыҫҡан утлы ирене!..



III
Донъя яралғандан алып

Ҡояш нисә ҡалҡты икән?..

Ҡай астроном астрономик

Был цифрҙың осон һүткән?!


Ә Шағир бит белә тәүге

Ҡояш тыуған замандарҙы.

Пулемет таҫмаһына ул

Ҡояштарын теҙеп барҙы...


Күңеленән уның ата

Патронланған ҡояшлы йыр!

Ҡояштарҙың ҡулы-ҡулға

Йөрәгендә тоташалыр!


Ил пүлсенән йөрәк башы

Пуля-ҡояш булып оса.

Шәүләләрҙе киҫеп йыҡһа,

Йондоҙҙарым күҙен аса.


Дарыларҙан дөрләп бара

Киләсәктең ҡояштары.

Һаҡланығыҙ һуғылыуҙан, --

Йөрәк башым тулы дары!..


Планетам! Шағир үткән

Тупраҡҡайың — ылғый дары!

Суйын көмбәҙ баҫа төшөп

Шартламаһын Ерем шары!..



IV
Тыныс өң юҡ бөгөн ер йөҙөндә,

Тәпәй һурып айыу ятырлыҡ.

Аяҡ баҫҡан һайын дары гөртләй,

Хеҙмәткә һәм яуға саҡырып!


Бараммы мин милли театрға,

Керәмме йә Башҡорт циркына,

Меридиандары Ер шарының

Бикфорд-шнур булып төртөлә...


Өҫтәлемә ҡағыҙ һалам ап-аҡ,

Ҡәләм алам шиғыр яҙырға.

Ҡағыҙ битен ләкин йөрәгемдең

Дары ялҡындары яндыра...


Сәхрәләргә сығам ял итергә —

Ағиҙелем һөйә аҡ һыулы.

Ярҙарында ләкин дары дөрләй,

Аҡ йөҙөндә — Ерҙең ҡан юлы...



V
Гүзәл илем — тиңһеҙ гөлбаҡсалай —

Былбыл һайрай, наҙлай гөлдәрем.

Йөрәк ләкин мәңге тыныс түгел:

Планетамдың зарлы илдәрен


Свастика һөмһөҙ тапағанда

Үҙ өңөнә ятыр ни йән ҡыйып?!

Һәр бер сикәне ул киҫеп үтә

Ҡараҡ бритваһы һымаҡ сыйып...


Айыу йоҡоһона талыр заман

Ҡалды тороп тәпәш өйҙәрҙә.

Бошмаҫ йән дә тыныс йоҡлай алмаҫ —

Башы уның дары-мендәрҙә!..


Бындай саҡта

Беҙҙең һәр бер оран

Континенталь ракетаға тиң.

Кем ул унда ҡасып ситтә ята,

Тырнаҡ сиртеп йәнен ҡыбырлата:

“Триң-триң-тиң...”


Айыуғолаҡ ҡына буш боғаҙҙан

Буш моңдарын тылҡый, триң-тиң...

Бөйөк Кешем!

Идеяһыҙ йәшәү — фашизмға

Хеҙмәт итеү менән бер үк, тим!
Туғандарым! Ҡомһоҙ капиталдың

Суйын көбөн дөргән яугирҙәр!

Дарыланып дөрләһендәр яуҙа

Һеҙҙең менән минең йән бергә!


Миллилекте тойған туғанлыҡты

Киҫә алмаҫ әжәл — баш ҡырҡым!

Бруноһы барлыҡ Кешелектең

Булып барам — дары-башҡортмон!



VI
Ике йөҙ илле миллион

Йылдар элек йәшәгән

Тарбаҡ-торбаҡ йән эйәһе —

Үрмәксегә оҡшаған...


Тарбаҡтары тарамышлы,

Тырнаҡтары ағыулы.

Ҡаяу ҡаҙап һура ҡанды,

Үлемесле сағыуы...


Ике йөҙ илле миллион

Йыл үткәс тә — бик яман:

Тарбаҡ-торбаҡ дүрт салғылы

Үрмәкселер шул һаман...


Салғылары — Муссолини,

Гитлер, Франко, Пиночет

Туйыналар кеше турап,

Ҡанығалар ҡан эсеп.
Көндө-төндө ҡаралата

Былар ҡойған ҡара эҙ.

Салғысылар шәүләһенең

Тамғаһына ҡарағыҙ:


Г И Т

Л

Е

Р

* Т

М Е

А Н К О * У* П И Н О Ч

Р С

Ф С

О

Л

И Н И
“Свастика” тип әйтәләр

Ошо ҡотһоҙ ҡараны.

Үрмәксеһен үрмәләтмәк

Фашизм – гүр ҡарағы.


Әммә “Асаба-Астаҡ58” ул

“Свастика” тигәне.

Гитлер-фашист урлап алып,

Үҙ тамғаһы иткәне.


Әммә башҡорт биҙәге ул,

Йән биргән Көн-Билдә ул.

Йәнбикә һәм Йәнбирҙене59

Йәнләндергән ғиллә ул!


VII


Свастика, Свастика,

Тапҡан һине бабалар!

Донъя Ҡуласаһы итеп

Баҡҡан һине донъялар!


Свастика, Свастика,

Тормош биреп тыуғанһың:

Бабаларға көндөң, төндөң

Әйләнеше булғанһың,

Бәйләнеше булғанһың!
Свастика, Свастика —

Башҡортомдоң билдәһе!

Фашист ҡорто урлап уны

Ҡылды әжәл ғилләһе...


Берәгәйле Көн һәм Төнөм,

Аҡ һәм Ҡарам инең һин.

Свастикам, Свастикам,

“Фашист” булдың ниңә, тим?!


Булманың һин! Юҡ, булманың!

Фашист урлап хурланы.

Әммә башҡорт күңелендә

Тораһың гел нурланып!


Свастика, Свастика —

Салғы, имеш, дүрт йәпле...

Ҡара ҡанын ҡойоп ерҙең,

Ҡора ауын үрмәксе...


Ләкин башҡорт тамғаһына

Бәйләнеше юҡ уның!

Ҡараҡлыҡтың хараплығы

Һала, һала шойҡанын...


Илен һуя, ерен һуя

Салғылары әйләнеп.

Ҡан эсендә доллар ҡоя,

Капиталға яйланып.


Бер үк үле әйләнештә —

Ҡанлы, йәшле был кәмит:

Берҙәй Гитлер, Муссолини,

Франко һәм Пиночет...



VIII
Һиҫкәнегеҙ, туғандарым, һиҫкәнегеҙ,

Шаҡшы шәүлә көрмәмәксе Ер шарын...

Дүрт тарафҡа дүрт салғыһын тырпайтып,

Турамаҡсы тереклектең ҡомарын...


Баҫҡан берен, ерен ҡара көйҙөрөп,

Дүрт табанын ҡарпышлатып ҡармалай...

Салғыларҙан салдыртырға Хаҡлыҡты,

Нахаҡлыҡтың үҙе бит ул үрмәләй!..


Аҡ һәм Ҡара, Көн һәм Төн – бер бөтөндәй,

Уралым һәм Шүлгәнем дә -- бер бөтөн.

Ҡара шәүлә ләкин теләй, яҫҡана

Төнгә генә ҡалдырырға ер йөҙөн.


Көләүен дә, Илауын да – игеҙәк,

Йәшәп ҡара илап ҡына, йә көлөп!

Ҡуш икәүҙе бер-беренән айырһаң,

Ерең-Күгең утҡа төшөр кителеп.


Берәгәйле ҡалһын Көн-Төн мәңгегә,

Поэмам да булһын үртле-дарылы!

Дарыланып, ҡарыуланып Ер-Күкте

Иңебеҙҙә тоташтырып барылыр!


7.09. — 19.12.1973.

7.09.1975.



АШҠАҘАР

Арҡа ла ерҙең, ай, кәкүге

Осоп ҡына ҡулыма ҡунһасы...

Башҡорт халыҡ йыры “Ашҡаҙар”.
1
Бала саҡтан иләҫ күңелемде

Болоҡһотто бер йыр — “Ашҡаҙар”.

Олатамдың ҡурай һағышынан

Әҫәрләнә инем шул ҡәҙәр.


Оләсәйем ҡушылып йырлаһа,

Ағыла ине сабый йәштәрем.

Бәләкәстән, баллы балауыҙҙай,

“Ашҡаҙар»ға тулышып йәшәнем.


“Ашҡаҙарҡай буйы бөҙрә-бөҙрә,

Ағып ҡына бара һарҡыуға...”

Күңелемдең йыртып аҡ күлдәген,

Ағылдым мин ошо аҡ һыуға.


Әллә ерҙә, әллә күктәрҙә шул

Сихри моңда йөҙҙөм өҙлөкһөҙ.

Шашып көлгән шатлыҡ көнөмдә лә

Күкрәгемдә торҙо ҡыҙ үкһеп:


Йәнкәй-йәнәш китте, ай, һунарға,

Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә,

Э-эй... Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.

Шәшкеләргә китеп вафат булды,

Башҡынайым ҡалды йәш кенә,

Э-эй... Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә”...
Йылдар ғына түгел, быуаттарҙы

Һиҫкәндертеп иҫте ул үкһеү.

Ашҡаҙарҙың моңло һылыуҡайы,

Ғүмерлеккә иттең йөрәкһеү!..


Күпме дәүер инде кемһәләрҙең

Күңелдәре һиңә тартыла.

Башҡорт тупрағының һандуғасы

Һайрауынан төндәр йыртыла.


Аҙашҡандар шунда табышалар,

Сихыр сирен еңә Саҡ-Суҡтар...

Бына мин дә, тотоп сал башымды,

Йыр уртларға ҡайтам сит яҡтан...


Ашҡаҙарҡай буйлап йөрөгәндә

Һары ҡамыш башын иҫәпләп,

Һандуғасы өҙөлөп бер һайраны,

Башҡайымды ғына иҫәрләп.


Йондоҙ балҡып сығыр төҫлө ине,

Йөрәккәйем шартлап ярылһа...

Быуаттарҙың икһеҙ ағылыуын

Тойҙом кескәй йылға ярында.


Мәңгелеген йырға һалыр өсөн,

Аҡыҡ ҡына һүҙҙәр һайланым.

“Ашҡаҙар”ҙың әммә үҙ һүҙенән

Артыҡ һүҙҙәр таба алманым...



2
Ерҙәге бер моңло маяҡ булды

Һөйгәндәргә был ер — Ашҡаҙар.

Ашҡаҙар ауылын бер күреүҙән

Тулап типте йөрәк шул ҡәҙәр!


Ябай ғына башҡорт ауылы был —

Исемкәйе йырға яҙылған.

Ҡаршыһында ҡалҡҡан Йыр тауында

Үлемһеҙлек йыры һыҙылған...


Үлемһеҙлек... белеп әйтәмме һуң,

Белмәйенсә әллә һөйләнәм?..

Үлемһеҙ тип белгән йырыбыҙҙың

Тамырына балта көйләнгән...


Арҡыс-торҡос таҡта ҡағасаҡ ул

Яңағына тәҙрә, ишектең, —

Ошо ауыл “перспективаһыҙ”

Тигән ҡотосҡос һүҙ ишеттем...


Ҡара мунса ташы һымаҡ был һүҙ

Бәғеремде ҡанға батырҙы.

“Ауыл бөтә икән...”

Йыр тауына

Сабыр өсөн балта йөҙ борҙо...
Ҡорос ялтлай һалҡын...

Ә һабынан

Тотоп күтәрҙе кем балтаны?

Үҙебеҙ бит!

Беҙҙең телдән бит ул

“Перспективаһыҙ” аталды!..


“Ашҡаҙар”ҙы тыңлап үҫкән улдар —

Илерҙекме әллә ашҡынып?

“Аҡыллы” һүҙ — “перспективаһыҙ” —

Йөрәктәргә йөрөй баш булып...


Ашҡаҙарҡай буйын буйлай-буйлай,

Илай төҫлө бөгөн көй үҙе:

“Һандуғаслы тауҙың тыуырҙары

Оноталар әллә һөйөүҙе?..”


Юҡ, һөйгәндәр генә хәл итмәй шул

Киткәндәрҙе, һөйөп, шәшкегә.

Шәшкеләргә китеп вафат булды,

Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә...”

3
Ашҡаҙар ауылын арбап,

Зәңгәрләнеп таң ата.

Күк йөҙөндә нурҙар уйнап,

Тәбиғәтте уята.


Йондоҙҙар йома күҙҙәрен,

Йоҡларға иткән һымаҡ.

Ай ҡаса кәмә аҫтына,

Йылға битендә уйнап.


Ҡаҫмаҡланып ҡыуаҡтарға

Аҫылына аҡ томан.

Ҡыяҡтарҙың күҙҙәренән

Мөлдөр-мөлдөр йәш тама.


Шыбырҙашып серләшәләр

Аҡтирәк япраҡтары...

Күкүк саҡырып шаңғыртҡас

Ашҡаҙар аръяҡтарын,


Сыбыртҡыһын һөйрәп Ғәни

Сыға ишек алдына.

Иртәнге саф һалҡын һауа

Өшөттөрөп ҡағыла.


Арлы-бирле ырғып ала,

Йоҡоһон ҡыуыр өсөн.

Урам буйынан йүнәлә

Һулап сирендәр еҫен.


Көтөүгә мал ҡыуалайҙар

Ялан аяҡ малайҙар.

Табандары сәңгегәнгә,

Һикергәләп ҡарайҙар...


Йомортҡа әрсеп барыусы

Ауыл көтөүсеһенә

Күҙ ҡыҫып йылмая Ғәни:

“Тумыр минең өсөн дә!


Аша, туған, витамин “А”

Күп, тиҙәр, йомортҡала.

Беҙ — хеҙмәт яугирҙәре бит,

Кәрәк ныҡ булырға ла!”


Килеп етә МТФ60-ға —

Һыйырҙар эргәһенә.

Ҡолаҡ һала күнәктәрҙә

Һөттөң гөбөрҙәүенә.


Ҡарауылсы Хәсән ағай

Мылтығын алып тоҫҡай

(Шаярталыр): “Туҡта! Кем бар,

Нишләрһең атып йыҡһам?!”


“Ул саҡ, — ти Ғәни, күрһәтеп

“Һөңгөлө” һылыуҙарға, —

Тура килер “һөңгө”ләрен

Осаң менән ҡайрарға!


Һәүкәшкәйҙәр — йән киҫәгем,

Белмәйһеңме ни, ағай?!”

“Бөттө баш! Киске һауынға

Күп һөт алып ҡайт, дауай!”


Ағыла көтөү ҡапҡанан,

Ашығып, ташҡын һымаҡ.

Һауынсы ҡыҙҙар Ғәнигә

Ҡалалар яулыҡ болғап.


Колхоз көтөүсеһе Ғәни —

Муллыҡ уның ҡулында...

Донъялар һил, имен кеүек

Ашҡаҙар ауылында.


Табындарҙа бал-май ғына,

Ҡот тулы келәттәрҙә.

Алтын алҡа — ҡолаҡтарҙа,

Еҙ сәғәт — беләктәрҙә.


Йылғаһы ла йырлай кеүек,

Йыр тауы ла көр кеүек.

Әммә ләкин күңелдәрҙе

Иҙә ниҙер, эркелеп...


Көн битендә ҡара таптай,

Китмәй тора был тойғо.

Хатта ҡыҙҙар көлөүен ул

Юшҡынлатып, тут ҡойҙо...


Өмөт һүнә, ер көрһөнә,

Көндө лә ғәм һиңкетә:

Ашҡаҙарҙың баш осонда

Һалҡын балта һил көтә...



4
Персей тигән егет алып килде

Ашҡаҙарға ауыр ул һүҙҙе.

Яҙ башынан уның буровойы

Ер аҫтына һуҙҙы мөгөҙҙө.


Үҙйөрөшлө заман машинаһы —

Үҙе бара кәрәк еренә.

Тимер вышкаһын да үҙе терәп,

Бырау бора ерҙең төбөнә.


Үҙ моторы уның үҙендә шул,

Теләй икән — тая ҡубынып.

Персей йөрөй шуға күкрәк киреп,

“Үҙем — баш һәм түш!” — тип ҡабынып.


Ә шулай ҙа таный төп хужаһын:

“Райбашҡарма ағай Ашҡаҙар

Етәкселек итә минең менән!

Ҡыҫылмаһын килеп башҡалар!” —


Тип ярмаһын эре ярҙыра ул...

Район башҡармаһы рәйесе

Ашҡаҙар шул уны, ысынлап та,

Үҙе тыуған ошо ер өсөн


Янып-көйөп, саҡыртҡан, ти, бында —

Быраулатып тауҙы барларға.

Йыр тауының ап-аҡ таштарынан

Заман төҙөлөшөн башларға.


Шуға күрә эре сиртә Персей —

Перспективалы хеҙмәте!

Быраулаусы автовышкаһының

Артты ғына бырау ҡөҙрәте:


Йыр тауының, йырып балауыҙҙай,

Йөрәгенә батты һерәйеп.

Итәгендә тауҙың тимер вышка

Шырау кеүек торҙо ҡарайып...



5
Персей үҙе гүзәл егет ине —

Алсаҡ күңелле һәм йор һүҙле.

Был тирәлә ғүмер булғаны юҡ

Ундай “зәңгәр-зәңгәр-күк” күҙле.


Был тирәлә ҡыҙҙар күргәне юҡ

Аҡ көнбағышсәскә61 — аҡ сәсте.

Һаумыҫыҙ!” — тип тик бер көлгәйне ул,

Тештәренән ап-аҡ нур сәсте.


Зевс менән гүзәл Данаяның

Улы булып Персей тыуғандыр.

Ашҡаҙарға килеп күренгәнсе,

Өфөләрҙе нурлап торғандыр.


Өйрәнгәндер тәрән ер ғилемен,

Геологтар булып китергә.

Ҡыҙҙар йөрәк геологияһын

Өлгөргән ул бик йор сиртергә.


Жаным!” — тиеп бәрхәт тауыш менән

Өҙәлер йәш ҡыҙҙар үҙәген.

Өҙөлгәндең һалыр иңдәренә

Аҡ көнбағыш-сәстәр күбәһен.


“Жаным!” — тиһә, хатта бағаналар

Ауып китер, тиҙәр, салҡана...

Ни эшләтер, ҡара күҙгә ҡапһа

Күктәй зәңгәр күҙҙең ялҡыны!..



6
Бына ошо Персей Өфөһөнән

Килде бында ерҙе борорға.

Эргәһенә эрккән халыҡҡа ул

Ҡарар ҡылды телмәр ҡорорға.


“Ер майымы, әллә алтын бармы?” —

Тип һорауҙар тапты яуабын:

“Ошо тауҙы күккә аҫыу өсөн

Аҫтына сым-арҡан һаламын!”


“Был тауҙа бит тыуған “Ашҡаҙар”-көй —

Исеме лә уның Йыр тауы.

Күлен күккә аҫҡан шайтан кеүек

Ҡаласаҡмы ошо йорт-ауыл?!.”


“Ҡалмаясаҡ”.

“Ҡайҙа буласаҡ ул?”

“Күсенәсәк башҡа яҡтарға”.

Тамырына балта сапҡан һымаҡ

Тәьҫир итте был һүҙ ҡарттарға:
“Сәбәбе ни?!” —

Балта һағағына

Ҡаршы ҡалҡты күкрәк-ҡалҡандар.

“Сәбәбе шул:

Перспективаһыҙ

Тип ауылды һеҙҙең тапҡандар”.


“Райсоветҡа барып етәсәкбеҙ,

Кешебеҙ бар унда яҡларлыҡ!”

Персей көлдө:

“Унан ҡайтырһығыҙ

Ағас аттарға ла атланып —
“Перспективаһыҙ” тигән хөкөм

Башҡарманың сыҡҡан үҙенән!” —

Үлтереп тә була, терелтеп тә

Был донъяла тик бер һүҙ менән...


Йәше, ҡарты кире таралышты,

Шомло һүҙҙе йөкмәп Персейҙән.

Ашҡаҙарҙың муйын тәңгәленә

Шом-балтаны ҡайҙан, кем сөйгән?..



7
Ысыҡлы үләндәр ярып

Йөрөүе, һәй, күңелле

Таң менән иркен сәхрәлә

Яңғыҙ. Шулай түгелме?!


Туған тәбиғәт ҡосағын

Йәйеп ҡаршылай һине.

Тирә-йүнде күҙәтәһең,

Тауҙар башына менеп.


Төн йоҡоһонан уянып

Биҙәнеүен донъяның

Үҙ күҙең менән күрәһең,

Хыялдарға сумаһың...


“Ем-ем” итә ел иҫкәндә

Саф ысыҡ тамсылары.

Һайрай һары һандуғастар —

Ашҡаҙар йырсылары.


Баш осонда көләс Ҡояш

Алтын сәстәрен тарай.

Һабантурғайҙар, осоноп,

Суҡышын нурға ҡайрай...


Ғәни көтөүен тәбрикләп

Көллө донъя гөр-килә.

Әммә Ғәни күңеленә

Күңелһеҙ ғәм эркелә.


Күҙәүһеҙ көҙөк энәләй,

Йөрәгенә сәнселеп,

Йөҙәтә йәнде, ниңәлер,

Аҡ көнбағыш-сәс егет...


Бая ғына буровойҙан

Ҡулын болғап ҡалғайны.

Ә кисә, ти, Зифаларҙан

Бал, май һатып алғайны...


Ҡыҙҙы: “Үҙең бал да май!” — тип

Тилерткән дә, тинеләр.

“Жаным!” — тип ҡаяуын ҡайһа,

Иҫәрләнер ул, йүләр...


Муйыл күҙҙәре Ғәниҙең,

Ҡором һөрткәндәй ҡашы

Төбәлә ауыл яғына,

Йөрәге тибә шашып...


Етмәһә, Йыр тауын да бит

Харап итмәксе, тиҙәр.

Ҡайҙан килеп сыҡты әле

Бындай бәлә-илгиҙәр?!.



8
Ғәни эстән янып шулай

Ҡаршылайҙыр һәр кисте...

Ашҡаҙар ағай ғәйепле —

Райсоветтың рәйесе!


Перспективаһыҙ, тиеп,

Ашҡаҙарҙы ул тапҡан.

Йыр тауының итәгенә

Буровойҙы ҡайтартҡан.


Нефть түгел, алтын түгел,

Эҙләйҙәр башҡа нәмә.

Ашҡаҙар ауылы иһә

Уларға — тишек кәмә...


Ғәни, киреп яурындарын,

Күбәташты күтәрә.

Тешен ҡыҫып, таш тоҡомон

Тау аҫтына түңкәрә.


Таш йөрәкле түрәләрҙе

Ҡуптарһаң икән шулай!

Аң-белем алмайса тороп,

Уларға тейеп булмай...


Их, иртә туҡталған Ғәни,

Ситләшкән уҡыуынан!

Егет һиҙенә: Персей ҙә

Күбәташ тоҡомонан...



9
Ашҡаҙар тип, Гөлзифа тип ҡушты

Кинйә улын, ҡыҙын Аҡназар.

Уҡымышлы булған өсөн, үҙен

“Зирәк” тип ҙурланы башҡалар.


Ныҡ ҡушамат булып тороп ҡалды

Аҡназарға Зирәк ләҡәбе.

Уның аша аңлы аҡ донъяға

Асты тәҙрә ауыл мәктәбе.


Ғүмер буйына ул — уҡытыусы.

Дәрес бирҙе әсә теленән.

Сафлыҡ әйҙәп йылға-Ашҡаҙарға,

Терәк итте Тыуған иленә.


Дәресендә уның тәҙрәләрҙән

Һандуғастар осоп инә ине.

Зирәк йәндең ҡунып яурынына,

Сыңғыр-сыңғыр йырын тирә ине.


Ҡуҙҙай күҙле кескәй ул һәм ҡыҙҙар

Был мәктәпте мәңге яратты.

Һандуғастай һайрар әсә телен

Ауыҙында улар һайратты.


Синыфтарын Зирәк алып менде

Ҡусҡылланып ҡалҡҡан Йыр тауға.

Нисә быуындарға бәйән итте:

“Ошо ерҙә мәшһүр йыр тыуған!”


Заманалар башҡа булған ул саҡ,

Хан һәм бейҙәр баҫҡан төйәкте.

Баҫҡаҡтарын бороп ҡайтарғандар,

Арбаға бал, шәшке тейәтеп.


Татлы балың, аҫыл шәшке тирең

Етмәй ҡалһа — ҡылыс тураған...

Һылыуҙарҙың атлас аҡ тәндәрен

Баҫҡынсының ҡулы хурлаған...



10
Ҡамалыбуй тигән сая егет

Буйһынмаған хандар заңына.

Баҫҡаҡтарының ул һөйәктәрен

Әйләндергән һөңгө саңына.


“Ашҡаҙарҡай буйы — шәшкеле һыу,

Шәшкеләре шәп!” — тип йырлаған.

Иң шәп ҡыҙын илдең, Аҡһылыуын,

Ғүмерлеккә һөйөп туймаған.


Ашҡаҙарҙың йылтыр шәшкеләрен

Һалмаҡ булып йәре иңенә,

Сығып киткән сая һунарға ул,

Йоҡа боҙҙоң баҫып биленә.


Кәләшкәйе — наҙлы Аҡһылыуы

Тороп ҡалған ҡарҙай ағарып.

Шул китеүҙән ҡайтмай Ҡамалыбуй —

Аты ғына ҡайта ҡар ярып...


Аҡ бурҙайы иһә өс көнбуйы

Хан юлына ҡарап абалай...

Ашҡаҙарҙың ҡара ҡаранына

Ҡайғы кергән ҡара тамғалай...


Шәшкеләргә киткән Ҡамалыбуй

Шәшкеләрен ала алмаған.

Йәшләй генә ҡалған Аҡһылыуын

Көнө-төнө хәсрәт ялмаған.


Аҡ бурандар уҙған ҡотороноп,

Ашҡаҙарҡай ҡатҡан аҡ ҡарға.

Аҡ бурҙайы менән аҡбуҙ аты

Шыңшып, кешнәп көткән аҙбарҙа...


Аҡһылыуҙың ҡарҙай ҡатҡан һыны

Яҙға тиклем сәңкей күк боҙҙай.

Умырзаяларға йәшен түгеп,

Йырсыларын илдең ул йыйнай.


Йыр тауына улар күтәрелә,

Ҡамалыбуй атын етәкләп

(Йөрәктәрҙе өҙөр көй сығарған

Йәнгә атты бүләк итмәккә.)


Йыр тауының текә Йыр ташына

Ултыралар, моңға күмелеп.

Ҡайғыһына лайыҡ көй арнайҙар,

Илатырҙай илде түгелеп...


Эй, йырлайҙар илдең моңлолары,

Үҙәктәргә үткес йырлайҙар.

Аҡһылыуҙың туңған йөрәккәйен

Иретергә улар уйлайҙар.


Йырлап бөтә һуңғы йыраусы... тик...

Аҡһылыу тик... һаман боҙ кеүек...

Аҡбуҙ шул саҡ кешнәп ебәрә лә

Бер һандуғас һайрай һыҙылып.


Күрә халыҡ: табын уртаһында

Һары ҡошҡай сыңрап тирбәлә.

Аҡһылыуҙың туңған күҙҙәренән

Йәш урғылып, һыҡтап ебәрә.


Үҙәгенән сыға һыҙылып моң —

Үҙәктәрҙе генә өҙөрлөк!

Шул көйкәйен йырлап йүнәлә ул,

Ярһыу Ашҡаҙарға йөҙ биреп.


Көллө халыҡ, юйып иҫ-аҡылын,

Аҡһылыуҙы янлап эйәрә.

Сихырланған килеш килә улар

Упҡын ҡайнап торған эргәгә.


Текә ярҙан һыуға йыр ағыла,

Тулҡындарға китә тағылып:


“Ашҡаҙарҡай һыуҙың яры бейек,

Йәбешеп сығыр инем, талы юҡ,

Э-эй... Йәбешеп сығыр инем, талы юҡ.

Ҡысҡырыр ҙа инем, тауышым юҡ,

Ҡул болғар ҙа инем, яулыҡ юҡ,

Э-эй... Ҡул болғар ҙа инем, яулыҡ юҡ”...
Һыны ҡатып тыңлай ауылдаштар,

Үкһеп илай ауыл ҡарттары.

Ҡайтмаҫлыҡҡа батҡан ҡыҙ артынан

Тәгәрләшә Йыр тау таштары...


Күк типһәнгә китә арғымағы,

Күк үләнгә боҫа аҡ бурҙай.

Шунан бирле йыры Аҡһылыуҙың

Ил йөрәген арбап ер урай...



11
Бына шундай дәрес бирә ине

Йыр тауында Зирәк Аҡназар.

Нисә быуындарҙың йөрәгенә

Тамыр йәйҙе моңло Ашҡаҙар!


Һөйҙө улдар, ҡыҙҙар Ашҡаҙарҙы

Иман итеп тыуған еренә.

“Ашҡаҙар”ҙы йырлап сығып китте,

Йырлап ҡайтып инде иленә.


Һәр береһе ғорур әйтер булды:

“Донъяла бар ауыл — Ашҡаҙар.

Ашҡаҙарһыҙ ситтә үткән көнөң

Бәғереңә осло таш ҡаҙар!..”



12
Аҡназарға ләҡәп -- Зирәк булды,

Ил ҡәҙерен һөйөп һаҡланы.

Быуындарға тере ядкәр итеп,

Ашҡаҙар тип улын атаны.
“Ауыл, йылға ҡалһа ҡалыр ҡороп,

Йөрөр ләкин исем — Ашҡаҙар!

Сихри йырҙы, ерҙе иҫкә алыр

Улым исеменән ҡашҡалар!” —


Тип кинәнде эстән Зирәк-ата,

Йырҙай һөйөп улы исемен.

Зирәкләнеп үҫкән малайында

Тыуған ерҙең тойҙо есемен.


Ул күргеһе килде кинйә улын

Үҙенән дә ҡотло, ныҡ зирәк.

Уҡыу йәше етер-етмәҫ уны

Баш ҡалаға илтте күҙ терәп.


Интернатҡа бирҙе уҡытырға —

Тап ҡаласа малай уҡыны.

Каникулға ҡайтҡан саҡтарында

Шартлатып сит телдә туҡыны


Зирәклеген ата-әсәһенә...

Ихлас улар улға ҡыуанды.

“Әсә теле ҡасмаҫ! Фән телендә

Сыныҡһын!” — тип Зирәк йыуанды...



13
Ысынлап та, фәнгә сая булды —

Алтын миҙал менән Ашҡаҙар

Баш ҡаланың иң ҙур вуз ишеген

Уҙҙы, абынғанда башҡалар.


Шунан ҡыҙыл тышлы диплом алып,

Ҡарар итте илгә ҡайтырға.

“Ашҡаҙарҙың иләҫ-миләҫ көнөн

Күмәсәкмен, — тине, — аҡ нурға!”


“Хватка”һы, ай-һай, ҡаты ине —

Тиҙ үк тойҙо шуны ҡашҡалар.

Ә бер йылдан һайлау — райсоветҡа

Рәйес булып уҙҙы Ашҡаҙар.


Тотондо ул янып яҡшылыҡҡа —

Аң-белемен илгә бирергә.

Районды ул тейеш күтәрергә,

Көнгә ҡарай күкрәк кирергә! —


Гәзиттәрҙә сыҡты фекерҙәре,

Эфирҙарҙа ерҙе ураны.

Уның эш планы булып ятты

Мәскәү түрәһенең ораны:


“Хыял етмәҫ агроҡаласыҡтар

Төҙөргә беҙ тейеш күп ҡатлы!..” --

“Һүнгән” ауылдарҙы бергә ҡушып

Дөрләтергә эҙләй форсатты.


Ләкин Аҡназар, ҡарт уҡытыусы,

Улы өсөн ҡуя һыҡтанып:

“Һүнгән” ауылдарҙың ҡәберенә

Ашҡаҙарҙы илтеп тыҡҡан ул...


Нисек итеп быға ҡулы барған —

Тамырына балта сабырға?

Зирәклектәр әллә артып киткән,

Үҫкән кеүек артыҡ ҡабырға...


Таш ҡала ла бында ғәйепһеҙҙер,

Үҫкән өсөн улда таш йөрәк.

Ауылда ла брак сығып ҡуя,

Суйыр тәрбиәгә баш терәп...


Ярай әле кинйә ҡыҙы ипле —

Үҙе һымаҡ, үргән ауылға.

Пенсияға киткән Аҡназарҙы

Алмаштырҙы Зифа хаҡ юлда.


Үҙе һымаҡ, һайрап уҡыта ул

Балаларға әсә телкәйен.

Ул уҡытҡан улдар, ҡыҙҙар уңыр,

Хур итмәҫтәр телен, илкәйен.


Ашҡаҙары-улы ғына шырау —

Кереп батҡан бәғер итенә.

Ниңә үҙе һайрап уҡытмаған

Улын — ҡартлас шуға үкенә...


...Төндәр буйы уфтай уҡытыусы,

Үҙгәреүен уйлап улының.

Таш ҡалала ҡатып өҙөлгәндәй

Иң нескәһе йөрәк ҡылының...



14
Ғишыҡ тотҡайны йәштән үк

Ғәни тилбер һылыуға.

Аяҡ аҫтына һалам тип

Йөрәген, килде уға.


Аяҡ аҫтына ҡыҙ ләкин

Йөрәген һалдыртманы.

Йәлләне, буғай, егетте —

Йөрәкһеҙ ҡалдыртманы.


“Мә, уҡы, — тип һондо китап, —

Килерһең миңә шунан.

Һөйләшербеҙ рәхәтләнеп,

Телгә байыраҡ булһаң”.


Китапты уҡығас, егет

Һылыуға сәләм бирҙе.

“Һөйләшәйәк рәхәтләнеп,

Телем байыны!” — тине.


Йылмайып көлдө лә һылыу

Әйтте егеткә йәнә:

“Ин уҡыуға. Аң үҫтергәс

Килерһең, — тине, — миңә”.


Һәм киске уҡыуға егет

Керҙе ғариза яҙып.

Дәрестән ҡайтып барышлай,

Килде һылыуға сабып.


“Урта мәктәптә уҡыйым,

Аңым үҫәлер, — тине. —

Һөйләшергә рәхәтләнеп

Ваҡыт етәлер?” — тине.


Тапты ҡыҙ тағы сәбәбен:

“Булһын уҡыуың тамам.

Шунһыҙ беҙгә рәхәтләнеп

Һөйләшеү теймәҫ һаман”...


Йөкмәтте шулай Ғәнигә

Бик ҡыҙыҡлы вазифа

Алһыу йөҙлө, муйыл күҙле

Уҡытыусы ҡыҙ — Зифа...



15
Уҡыуы — уҡыу ине лә,

Көтөүе бар бит уның.

Көндөҙ эшләп арыу, кис ял

Итеүе бар бит уның


Йортта ла әсәйгә ярҙам

Итеүе бар бит уның.

Һәр нәмәгә ваҡыт кәрәк,

Ваҡыты тар бит уның...


Хәрәкәттән тик бәрәкәт

Алаһы килә Ғәни.

Һәр минутын шәмсыраҡтай

Янаһы килә Ғәни.


Булмай тик... Булмай ярылып

Икегә, өскә, дүрткә...

Һағалай уны эштәре,

Ғәмдәре уны көтә...


Мәжбүр итә йоҡоһонан

Йолорға гел ваҡытты.

Ябыға... Сер бирмәй йөрөй

Башын ғорур ҡалҡытып.


Ут-ялҡын ҡайнай эсендә:

“Их ҡараҡай ҡуҙ-Зифа!

Уҡытһаңсы күҙҙәреңдән

Йөрәк өҙгөс вазифа!..”



16
Ҡарттар әйтәләр йәштәргә:

“Алығыҙ өлгө унан!”

Уңайһыҙ була Ғәнигә —

Маҡтауҙы алйот ҡына

Күтәрә бит...
Ә Ғәниҙең

Бар йомшаҡ яҡтары ла.

“Уҡымайым!” тип йөрөгән

Ғибрәтһеҙ саҡтары ла...


Зифаһы ғына өгөтләп

Төшөрә ҡабат юлға:

“Егет булһаң — ебек булма,

Уҡып сыҡ! Мине тыңла!”


“Уҡымаһам да көтөүсе

Булырмын әле, Зифа.

Юҡҡа әҙәм күтәрмәҫлек

Йөкмәтәһең вазифа!”


Зифаһы күҙенә уның

Киҫәтеп-көлөп ҡарай:

“Унды бөтөрһәң, көтөүсе

Булыуың да бик ярай!


“Көтөүсе” тип хәҙер төпкә

Тибер замандар үткән.

Әммә көтөүсе — белемле

Булыр замандар еткән!”


“Уҡыуға — эш, эшкә уҡыу

Ҡамасауламаҫ микән?..”

Икеһендә лә бул егет —

Миңә шуныһы еткән!”


...Их, шәшкеләй йылҡылдайҙыр

Толомдары иңендә!

Әллә ниңә буровойға

Төбәлгәндәй ул көн дә...


Ә унда аҡ көнбағыштай

Аҡ сәсле егет тора...

Кемкәйҙәрҙең йөрәгенә

Бырауҙарын батыра?..


“Юҡ, миңә белем кәрәк! — ти,

Сәмләнеп китә Ғәни. —

Ҡомарланып беҙ ҡалҡмаһаҡ,

Йыр тауы сүгә, кәмей!”


Йыр тауының итәгенән

Ҡыуа көтөүен ҡырға.

Сут-сут иткән һандуғастар

Йыуа йөрәген йырға...



16
Йылтыр етен сәсле Персей тора

Көтөү ағылыуын күҙәтеп:

“Һумалалай ялбыр яллы егет

Өҙәлер күп ҡыҙҙар үҙәген...


Мыҡты уның ҡандай яурындары —

Йыр тауында ҡалҡҡан ҡаялай.

Ҡара күҙле ҡара ҡаштарының

Ҡалынлығы булыр аялай.


Сыбыртҡыһын болғап шартлатҡанда

Ҡабаҡтары күктең ҡалтырай.

Шул сыбыртҡы осо ялмағандай,

Тәкмәс атып китер ялтыр Ай...


Алып килеп Өфө һылыуҙарын,

Баҡтыртырға ине батырҙы!

Яҙырҙар ҙа ине һуштарынан...” —

Шулайыраҡ Персей уй ҡорҙо.


Һоҡланды ул ихлас көтөүсегә,

Көнләп ҡуйҙы хатта Ғәниҙән:

“Тыумағанмын бында мин ни өсөн,

Төҫөн алып ҡара, саф ерҙән!”


Һәм уйланы Зифа тураһында,

Үҙ янына ҡыҙҙы ятҡырып.

“Их, үбәһе ине ауыҙынан,

Ерҙе-күкте, төндө шаштырып!..”


Тормошто мул татып үҫкән Персей

Һәм үткән күп утты, һыуҙарҙы,

Бының ише әммә һутлы сейә

Ирендәрҙе күргән булманы...


Уйлай китһәң, ваҡыт өйләнергә,

Ғаилә ғәмәлдәрен тартырға.

Һөнәр, эш юҡ ҡулынан килмәгән —

Геолог та үҙе, шофер ҙа.


Кәрәк икән — тимер йәбештерә,

Бирә ҡороп вышка-маҙарын.

Кәрәк икән — үҙе пиротехник,

Аҙ ватманы Урал тауҙарын.


Белореттан — Шишмә тимер юлын

Ҡаяларҙы ярып үткәрҙе.

Шул уҡ саҡта күпме һылыуҙарҙың

Ҡаяларын һүтеп түңкәрҙе...


Райсоветтың ҡаты ҡул рәйесе

Эшкә уны белеп саҡырған.

Йыр тауының төшөп төбөнәсә,

Тейешле ул серен асырға!..



17
Һәм Ашҡаҙар намлы шул түрәнең

Етер килеп уға фарманы.

Йыр тауының дөрөп үҙәгенә,

Ғөрәфәтте шартлау ярғанын


Торор күреп өнһөҙ һыу-Ашҡаҙар —

Тау түбәһе, ырғып, баш ҡаҙар...

Ә шулай ҙа переспективаны

Күрә белә пред. Ашҡаҙар!


Йәшәү рәхәт бындай түрә менән —

Ҡарай белә тура алыҫҡа!

Персей уйлай: нисек Ашҡаҙарҙың

Шул һеңлеһен ҡармап алырға?..


Зифа уға хәләл ефет булһа,

Булыр ине пред. ҡайнаға.

Ҡайнағаны бында терәк ҡылып,

Тайыр ине улар ҡалаға.


Зифа уҡытыр, ул эшләр ине

Берәй ғилми йортҡа тағылып.

Бай төбәктән өйгә ит, бал, майҙар

Торор ғына ине ағылып...


Ә был Ғәни...

Булһа-булмаһа ни

Уның өсөн Зифа, йә башҡа!

Сәсен бәйләп берәй һауынсыға,

Ҡәнәғәт буласаҡ тормошҡа...
Шундай ерсән хыял көйләй Персей,

Буровойҙың тыңлап борғанын.

Башҡарманан көтә Ашҡаҙарҙы,

Көткән кеүек яҡын туғанын.



18
Был донъяның мең-мең серҙәре бар —

Сисеп кенә түгел бөтөрлөк.

Туҙан остоғо ла хатта ерҙең —

Мөғжизә ул хайран итерлек.


Ғүмер буйы арбай мөғжизәләр

Тыуып ҡына үҫкән был ергә.

Бер мөғжизә булып килә кеше,

Мөғжизәләй керә ҡәбергә.


Киткән йөрәктәрҙе килерҙәргә

Бәйләп тотҡан сым бар — мөғжизә.

Ошо алтын сымдың моңон тартып

Аҡ һыу аға, шаян ел гиҙә.


Ошо алтын сымда тамаҡ ярып,

Һандуғастар сәсрәп һайрайҙар.

Һабантурғайҙары ошо сымдан

Сорғолошоп, суҡыш ҡайрайҙар.


Ошо сымға тейһә килеп йөрәк,

Күкрәктәрҙе ярып моң сыға.

Аҡһылыуҙар тапҡан “Ашҡаҙар”ҙар

Мәңге үлмәҫ өсөн юл сыға...



19
Уҙған саҡта Ғәни Йыр тауынан,

Таң-иртәлә күрҙе мөғжизә:

Йыр ҡойола сыңрап Йыр ташынан —

Сихри сымдың сыңы ил гиҙә!


Көтөүенән ҡалып, хайран ҡалып

Күҙәтте ул тауҙың түбәһен:

Йөҙәрләгән сағыу-һары йондоҙ

Сорғоп күккә, тартты үҙәген.


Ҡанатлы шул тере йондоҙҙарҙан

Һабантурғай йыры ҡойолдо.

Уралдың бар моңло турғайҙары

Йыйылғандай бында тойолдо.


Ә уртала, текә Йыр ташында,

Талир сыңын тирҙе һандуғас.

Күкте сөңмөш еңмеш турғайҙарға

Ер ҡеүәтен тиртте, ул булғас.


Әллә ниндәй ҡупты мөғжизәлек —

Йыр тауында таштар терелгән!

Ҡусҡыл үләндәрҙең ҡулҡайҙары

Бер-береһен ҡосоп үрелгән!


Тау үҙе лә ырғый төҫлө ине,

Шатлығынан шашып, күктәргә:

Турғайҙары менән ҡуша уны

Үлмәҫ моңо ерҙең күтәрә!..



20
Будкаһынан сыҡмыш Персей-ирҙе

Алды Ғәни ымлап саҡырып.

Тау башына төртөп күрһәтте ул

Мөғжизәнең үҙен, баҡтырып.


Һушы китеп ауыр төҫлө ине

Персей ошо мәлдә Ғәнигә.

“Һаумыҫыҙ”, — тип ләкин мөңрәне лә,

Тора бирҙе баҫып бер көйгә.


Тойманы ул Йыр тау сихриәтен —

Сыңрау моңло сымды, ғәжәйеп!

Изге ерҙең иңрәп-сыңрауын да

Ишетмәгәс... Кемдә һуң ғәйеп?!


Тотонғайны Ғәни, аптыраштан,

Төртөп бармаҡ тауға, һөйләргә,

“Жаным!” — тине лә ул ҡул һелтәне. —

Һанайҫыңмы мине йүләргә?!”


Тиртеп Ҡояш офоҡ ҡабағынан,

Манды нурға күкте шул ваҡыт.

Тағы тылсым: сорғол турғайҙарҙы

Нурҙарына алды Көн тартып...


Шылды Персей вышка ышығына.

Көтөүенә Ғәни тартылды.

Яңғыҙ ҡалған Йыр тау һандуғасы

Сутылданы һаман, талпынды...


Йырлы йөрәктәрҙе бер-беренә

Бәйләп тотар сым бар — мөғжизә.

Мөғжизәле сымдар моңон тартып

Ил һыуҙары аға, ел гиҙә...



21
Көтөүенән ҡайтты Ғәни был көн,

Алмашсыһын ҡушып, иртәрәк.

Ишек ҡаҡты килеп Зифаһына:

“Мөғжизә бар! Шуға һин кәрәк!”


Бирҙе һөйләп серен Йыр тауының,

Тейеш уны беҙ, тип, һаҡларға!

Ҡыҙыл галстуклы йәш дуҫтарын

Теҙҙе Зифа тығыҙ сафтарға.


Һәм эркелеп Йыр тау итәгенә,

Мөғжизәне улар ҡараны.

Сорғол ҡоштар тиргән урғыл йырҙар

Балаларҙың йәнен арбаны.


Тәбиғәттең ысын дуҫы улар —

Ант иттеләр тауҙы һаҡларға.

Сал сәстәрен сайҡап, Аҡназар ҡарт

Фатихаһын бирҙе сафтарға...



22
Күп китап уҡыны Ғәни,

Күк үләндәргә ятып.

Тоҡсайында том-том байлыҡ

Йөрөй тулап һәр ваҡыт.


Иркенләп тик мауығырға

Теймәй иркенлек уға:

Ҡамасау артынан яңы

Ҡамасау килеп сыға.


Томорала, “безләп”, һыуға

Йүгерәләр һыйырҙар.

Ғәни ҙә йүгерә... Ваҡыт

Етмәй ҡала уҡырға.


Һулауҙа иһә һауынға

Киләләр һауынсылар.

Ғәни ярҙамынан башҡа

Эшләй аламы улар?!.


Шәм яғып әммә өйөндә

Ултыра, ҡайтҡас, Ғәни.

Алмаһа яңы мәғлүмәт

Көн һайын — тынмай йәне...


Геология фәндәрен

Өҫтәүенә аҡтара.

Бик тәрән тау ҡатламдарын

Ятлап таңды аттыра.


Персей менән һөйләшергә

Теләй ул, әмәл табып.

Йыр тауын аҫмаҡсы булған

Арҡанға үҙе “ҡабып”,


Табандары тейер-теймәҫ

Торһон ине шул егет!

Күрер ине Зифа мәгәр

Елгәнен кем ел егеп...


Уйнарға ла сыҡмай инде —

Ултыра һаҡлап мөйөш.

Аптыраша әшнәләре:

“Ғәни, был һинең ни эш?!


Йәш ваҡыттың бел ҡәҙерен,

Уйнап-көл, тигән ҡарттар.

Юҡһа, клуб эргәһендә

Етешмәй беҙҙең сафтар!”


Ҡыҙҙар ҙа уҙалар көлөп:

“Ҡайҙа һин, егет, әллә

Яҙылдыңмы монахлыҡҡа?..

Яҙылма, беҙҙе йәллә!..”



23
Ҡыштырҙай китап биттәре,

Сиҡылдап яҙа перо.

Яртылаш асыҡ тәҙрәнән

Көмөш Ай ҡарап тора.


Урам ураулай йәштәрҙең

Йырҙары... Гармун уйнай...

Ғәни, күтәреп ҡәләмен,

Бер сула йырҙы тыңлай.


Бер сула йөрәге уның

Ярһынып, тулап тибә.

“Ултырма ҡатып! Тышҡа ос!

Саңҡып ос, бөркөт!” — тиә.


Дәғүәле йөрәкте ләкин

Йүгәнләй айыҡ аҡыл.

Тотона егет эшенә,

Сайҡай ҙа башын ҡапыл.


...Һәм Ай, тәҙрәне ҡалдырып,

Өй аръяғына үтә.

Ултырған урында Ғәни

Янтайып йоҡлап китә...



24
Персей, ятып буйҙаҡ будкаһында,

Әйләнә лә генә тулғана.

Күҙ алдына ҡуйып Зифаҡайҙы,

Татлы хыялланып уйлана:


Ал сейәләй сихри ирендәрҙе

Алды икән кемдән был Зифа?!

Алма-алһыу, моңһоу биттәренә

Килде икән ҡайҙан мул сифат?!
Ҡара ҡамыштарҙың ҡараһынан

Яндырып та баға күҙҙәре.

Ынйы кеүек тештәр араһынан

Һайланып та сыға һүҙҙәре.
Ашҡаҙарҙың ҡара ҡаранылай

Һыҙылып та киткән ҡаштары.

Ашҡаҙарҙың тере шәшкеһеләй

Йылтырайҙыр толом-сәстәре.
Елгә иңен киргән аҡтирәктәй

Һығылалыр һомғол билкәйе.

Күлдәк тиртеп, сәскә-томбойоҡтай

Бүртенәлер бәллүр түшкәйе...
Ашҡаҙарҙың һыуын эскәнгәлер,

Селтерәп тә сыға тауышы.

Шул тауышты тик бер ишетеүҙән

Күңелкәйем моңло, һағышлы...

Харап итә мине -- байғышты...”

25
Бергә үҫкән Ғәни генә ҡыҙҙы

Итә ине иләҫ-миләҫкәй.

Ул уҡытҡан мәктәп тәңгәленән

Үтә ине егет һирәкләп...


Берәй китап һорап алған була,

Уҡығанын йәки килтерә.

Балаларҙы һөйөп, икеһе лә

Бер-беренә ҡарап тилмерә.


Телдәре тик тирмәй теләктәрен —

Йөрөй, ситләп, яҡын тирәлә...

Китә инеп Зифа синыфына,

Ҡыңғырауҙан көмөш тирә лә.


Өҙөлгәндәй тына еҙ ҡыңғырау,

Икеһен тиң итә яманһыу.

Ниңә икән йәшләй һөйөүселәр

Йә йөрәкһеү һәр саҡ, йә моңһоу?..


Бирһен дарман янып һөйгәндәргә

Тәнәфесһеҙ утта янырға!

Бер-беренең белмәй яныуҙарын,

Мөмкин улар хатта туңырға...



26
Зифаға тик һуңғы ваҡыттарҙа

Һыуынғандай Ғәни тойолдо.

Каникулға тиклем түҙергә лә

Үкһергә, тип, ҡыҙый йыйынды...


Иңке-тиңке килеш йөрөгәндә,

Балаларҙы сыҡты ул алып

Экскурсияға Йыр тауына...

Буровой янында туҡталып


Күҙәттеләр бырау әйләнешен,

Ҡатламдарҙан керен62 сыҡҡанын.

Аҡ көнбағыш сәсле Персей үҙе

Уҡытыусы ҡыҙҙы ҡотланы


“Перспективалы яҙмыш” менән...

Ҡыҙҙы, имеш, үҫеш көтә шәп!

“Жаным! — тиеп баҡты зәңгәр күҙе, —

Был төбәктән һеҙҙе көнләшәм!”


“Төбәк түгел — тыуған ерем минең!

Исеме лә уның Ашҡаҙар!”

“Ашҡаҙарға ҡарап алданһындар

Перспективаһыҙ башҡалар!


Ағайың да, ана, аҡыл еккән,

Киткәс сығып ошо ауылдан.

Исемем Ашҡаҙар, тип тормаған —

Иҫкелеккә ҡаршы яу булған!


Перспективалы ауылдарҙың

Төҙөгән ул үҫеш картаһын.

Районды беҙ уның менән бергә

Киләсәккә табан тартабыҙ!


Бөтәсәктәр бындай ваҡ төбәктәр —

Үҫәсәктәр агроҡалалар.

Тәпәй баҫҡандан уҡ асфальттәрҙә

Йөрөйәсәк беҙҙең балалар!


Шуның өсөн бына мин һәм ағаң

Тырышабыҙ бында икәүләп!

Ике-өс көндән күрең: был буровой

Йыр тауына менер мүкәйләп!


Шуның өсөн анау “Йыр ташы” тип

Һеҙ йөрөткән суҡай ҡаяны

Шартлатырмын тәүҙә! Буровойым

Шул майҙанға ныҡлы таянып,


Тауығыҙҙың керер күкрәгенә,

Керндарын уның барларбыҙ!

Перспективалы тоҡом табып,

Таш карьеры тауҙан яһарбыҙ!


Итәгенән сыҡҡан керндары

Яраҡлыһын таштың күрһәтте.

Йөрәгенә һалһаҡ аммоналды,

Талҡан ҡылыр тауҙы ҡөҙрәте!..


Мүкле йәндәр генә сат-йәбешеп

Ята сыбыртҡыға, кәшәргә63.

Ә һеҙ тыуған башҡа йырҙар өсөн!

Баш ҡаланы биҙәп йәшәргә!”


Яуап бирҙе көлөп беҙҙең һылыу,

Ә күңеле булды болоҡһоу.

Персей күҙҙәренең зәңгәрлеге,

Аҡ көнбағыш — аҡ сәс болото


Һүрелмәҫлек ҡалды күҙ алдында...

“Керен” уға Персей тотторҙо:

“Миллион йыл элек аҡҡан һыуҙың

Булалыр был ҡырсын тоҡомо!


Миллион йыл типкән йөрәгемде

Шаштырырлыҡ хәлдә һеҙ бөгөн!

Ташты ла һеҙ хатта иретерлек!

Ут-ялҡында дөрләй ер-күгем!..”


Зифаның тик кермәй ҡолағына --

Осто елгә егет буҙлауы.

“Ах, Йыр ташын икән шартлатмаҡсы!..” —

Йөрәгенә үтте һыҙлауы...


Аҡ керенде — һалҡын таш ҡатламын

Йөрәгенә ҡыҫты Гөлзифа...

Ҡыҙ артынан ҡалды ҡарап Персей:

“Ох какой ҫын! Какой бил зифа!..”



27
Унынсыны “тунай” егет,

Онотмай көтөүен тик.

Бошона: наҡыҫ һауыны

МТФ һөтөнөң, тип.


Шул һөттө арттырып алға

Сығыу юлдарын эҙләй...

“Зав. МТФ” көтөүсенең

Эҙләнеүҙәрен һиҙмәй


Йөрөй шат бурка бөркәнеп,

Арғымағын юрттырып,

Буденныйға оҡшар өсөн

Сал мыйыҡтарын бороп.


Кавалерист булған ағай

Һуғышында Ватандың:

“Шайморатов ғәскәрендә

Арғымаҡҡа атландым!”


Кәйефе килгән саҡтарҙа

“Егет” булып та ала.

Ҡындан ҡылысын һурғандай

Һелтәнеп, һөрән һала:


“Кавалерия, по коням!” —

“Ат”ҡа атланып саба...

Иртәгәһен, ах-вах килеп,

Мунсала тәнен саба...


Бирсәләрҙән “тауыш бирә”

Унар суйын ярсығы.

Ауған мыйығын йүнәтә

Ирҙең түҙмер ҡарсығы...


Сәй эскәндә самауырға

Көҙгөләй текләп ҡарай:

“Ысынлап та Буденныйға

Оҡшап барабыҙ, малай!”


Ә малдар туйына алмай,

Һөт һауындары артмай...

Ихлас хеҙмәте Ғәниҙең

Ҡаҙаныш булып ҡайтмай...


Уңышһыҙлыҡтың, уйланып,

Сыҡты осона егет.

Кисләтеп ҡайтҡас, мыйыҡлы

Мыҡтыға әйтте килеп:


Көтөүҙе ҡырҙан ауылға

Ҡыуабыҙ, ағай, ниңә?

Алты саҡрымды һыйырҙар

Ер саңын еҫкәп килә


Иртә-кисен... Шул сәбәпле

Туйына алмай һыйыр”.

“Һе! Әләйһә яландарҙы

Ауылға яҡын, — ти ир, —

Тарттырайыҡ!..”
“Күсерәбеҙ

Ҡырға ферманың үҙен!

Йәйләтеп шунда малдарҙы,

Ҡайтырбыҙ алып көҙөн”.


Теңкәһенә был һүҙ ләкин

Ағайҙың килеп тейә:

Эш юҡтан эш арттырыусы

Ҡустыларҙы кем һөйә!


Етмәһә, МТФ беҙҙән

Китә, тигән хәбәр бар.

Перспективаһыҙ ҡалып,

Бөтә, тиҙәр, Ашҡаҙар!..


Китәм-бөтәм тип торғанда,

Йәйләүе кәрәк ниңә?

Етмәһә, парлы мунсаға

Яҡын булғыһы килә...



28
Моңло-моңло, уйлы ҡайта һылыу

Буровойлы Йыр тау янынан.

Персей биргән затты — аҡ керенде

Тотоп-тотоп ҡарай яңынан.


Аҡ күңеле һымаҡ Аҡһылыуҙың,

Аҡыҡ ҡына икән Йыр тауы.

Шул аҡлыҡтан микән “Ашҡаҙар”ҙың

Йәнкәйҙәргә үтеп сыңлауы...


Шул аҡлыҡты, тимәк, буровойҙың

Ҡаралығы бороп тишәсәк.

Сыңрап сыҡҡан аҡ моң урынынан

Ҡара һөрөм сорғоп китәсәк...


Карьер асып ауыл урынында,

Аҡ таштарын ҡырға ташырҙар.

Ситкә ситнәтелгән ауылдаштар

Ҡайғыһынан алйып-шашырҙар...


Зәңгәр күктән сыңрап йыр һурыусы

Һабан турғайҙары таш ҡатыр.

Ауып төшөп йырҙар бишегенән,

Йөрәктәргә ҡара таш батыр...


Мөмкинме һуң быны кисерергә?!

Күреү кәрәк сара һуңламай!

Зифа эште ағаһы Ашҡаҙар

Башлап йөрөүен дә һанламай...


Ғәни, Ғәни! Терәк фәҡәт Ғәни!

Кәрәк уны йәлеп итергә!

...Осрашалар икәү һәм күрәләр:

Икеһе тиң бер үк фекерҙә!



29
Ғәни иһә көн элгәре

Тарыған был ҡайғыға.

Һаҡлап ҡалырға Йыр тауын

Йөрөткән эш яй ғына:


Комсомолдың ялҡындарын —

Тиҫтерҙәрен йыйнаған.

Йөрәгендә һәр береһе

Уртаҡ фекер төйнәгән:


Ауылдаштар араһында

Аңлатыу-эш башларға.

Маҡсаттары — буровойҙы

Тауҙан алып ташларға.


“Ташларға, тигәс тә, тура

Аңламайыҡ, егеттәр.

Шыма төтөн йөрөтөргә

Тейеш беҙҙең кеүектәр.


Шул шырауҙың әрнетеүен

Күңелдәргә тойҙортоп,

Күтәрәйек мәсьәләне,

Дөйөм йыйын йыйҙыртып.


Ауыл халҡы исеменән

Сығартайыҡ бер ҡарар.

Халыҡ һүҙе — хаҡлыҡ һүҙе,

Уға ҡаршы кем барыр?!


Райбашҡарма рәйесе бит

Үҙ кешебеҙ, етмәһә!

Их, Ашҡаҙар ағайыбыҙ

Изге эште йөкмәһә!..


Олаҡтыртһа буровойҙы

Лайыҡлыраҡ бер ергә!

Ашҡаҙарҡай һәм Йыр тауҡай

Тейеш түгел үлергә!” —


Шулай ҡушты Ғәни. Берҙәм

Хупланылар егеттәр.

Башланды эш... Өйҙән-өйгә

Йөрөнөләр өгөтләп...


Һәм Йыр тауы тарафына

Күҙле йоҙаҡ ҡуйылды:

Алмашлашып пионерҙар

Аңдынылар ҙур юлды...



30
Әммә теге ғәме лә ҙур —

Тынғы бирмәй Ғәнигә:

Ҡалай ҡылып һыйырҙарҙы

Күсерергә йәйләүгә?


Йосоп ағаның ишеген

Шаҡылдатты күпме ҡат.

Мыйыҡ бороп ҡына ләкин

Һөйләшә бит мыҡты ҡарт...


Бирмәй һырт ағаң: “Борондан

Йөрөнө ҡайтып көтөү!

Әммә көр булды мал-тыуар,

Мул эйҙе һыйыр һөтөн!”


“Борон хәҙерге баҫыуҙар

Булмаған — ялан ятҡан!

Ауылға тиклем һыйырҙар

Күк үлән ялмап ҡайтҡан”.


“Ҡусҡыл үлән юл саңына

Үҫтертәйек, булмаһа?!.”

“Их һин ағай, кире бөткән

Бүкән булғанһың даһа!..”


...Иртәгәһен һауынсылар

Түрәгә яу һалалар.

“Һыйырҙың һөтө — телендә!” —

Тип маҙаһын алалар...


Ҡайтһа өйөнә, бисәһе

Ҡуймай самауыр уға:

“Көтөүҙе ниңә йәйләүгә

Ҡыуалатмайһың, ҡоҙа?!.”


Кис булһа, тәҙрәне ҡағып

Асып ебәрә елдәр.

Йәштәр, елдәргә эйәртеп

Йырҙарын, былай тиҙәр:


Ағай бөркәнгән буркаһын —

Итәге-салғыйы юҡ.

Ферма малдары ябыға,

Ә уның ҡайғыһы юҡ.
Йосоп ағайҙың мыйығы

Ярты метрға үҫкән.

Мыйыҡ ашатып малдарҙы

Көрәйтмәк була микән?!.”
Белмәй нишләргә ағабыҙ,

Бөрсәләй һикеренә,

Эйәреүсе табылмай тик

Мөдирҙең фекеренә.


Көллөһө тиң тарта ҡырға,

Һүҙ берләштергән һымаҡ.

Саба Ғәнигә ағабыҙ,

Сығынсы аттай тулап:


“Ятма ҡотортоп халыҡты

Етәкселеккә ҡаршы!

Туҡмайһың тимер таяҡлап

Унһыҙ ауыртҡан башты!”


Ҡаушамай егет (белә бит

Ғәҙәтен түрәһенең):

“Һәленгән аҫҡа мыйығың, —

Ти уға, — күрәмеһең?”


Көҙгөнө алып өҫтәлдән,

Ағай ҡулына һона:

“Мыйығыңды төҙәйт. Төҙәт

Ебәргән хатаңды ла!”


Йосоп ағай, ҡырт боролоп,

Өндәшмәй сығып китә.

Ҡыуыла көтөү йәйләүгә,

Әммә... дау барып етә


Ауыл Советына. Унан —

Райондың йәптәренә:

“Тәрбиә эше етешмәй

Ашҡаҙар йәштәренә!


Үҙбелдекле ҡыуҙыртҡандар

Малдарҙы аҙбарынан.

Уныһы ғына етмәһә,

Йәбешеп тауҙарына,


Яңылыҡҡа ҡаршы улар

Сыҡмаҡсы була, тиҙәр.

Иҫкелеккә сат-йәбешеп

Ятмаҡсы ғына, тиҙәр.


Йыр тауынан буровойҙы

Ауҙартмаҡсылар икән.

Райүҙәкте таш карьерһыҙ

Ҡалдыртмаҡсылар икән!..


Сәйәси аң аҡһай, тимәк,

Боҙоп заман талабын.

Балта саба тамырына

Кемдәр агроҡаланың?!.


Райбашҡарма рәйесенә

Тейә килеп таш-хәбәр...

Таштай ҡатып, сыға юлға

Шанлы түрә Ашҡаҙар...



31
Ғәни ул көн ветеринар менән

Мал дауалай ине йәйләүҙә:

Уҡыраға ҡаршы һуғыш асып,

Креолин менән эшләүҙән


Ауа яҙҙы арып һәм тонсоғоп

(Шундай зәһәр һаҫы ул дарыу...)

Һәүкәштәрҙең хәлен ҡурсағанда

Мөмкинме һуң ҡулды ҡаушарыу?!


Тик, кис булғас, һыйыр йәйләүенә

Килде “төтәп” бер йәш сапҡынсы.

Хәле бөтөп, шуны һөйләп бирҙе

Йыр тауына ҡуйған сос һаҡсы:


“Буровойҙы иртән мендерәләр

Йыр тауының тап ҡаҡ башына.

Шуның өсөн бөгөн әҙерләнә,

Көйләнә был шомло машина.


Персей әйтә: Тишеп тау түбәһен,

Бырау осо төпкә төшәсәк.

Ә шунан һуң... тауҙың соңҡаһында

Йәшен уты сәсрәп китәсәк...


Тау шартлаһа, ағай, һандуғастан,

Һабантурғайҙарҙан ни ҡалыр?!.” —

Йәшүҫмерҙең йәшле күҙҙәренән

Өҙөлгәндәй булды эс-бауыр...


“Бар, ос! — тине Ғәни. — Ауыл халҡын

Йыр тауына йәһәт йыйығыҙ.

Артыңдан уҡ мин дә ҡайтып етәм —

Иҫән ҡалыр йырлы тауыбыҙ!”


Эштәрен ул ҡушып алмашына,

Велосипедына атланды.

Йыр тауының тартып тылсымдары,

Тоймай ҡалды нисек ҡайтҡанды...


Ашҡаҙарҙа — тыуған ауылҡайҙа —

Серем итә халыҡ эштән һуң.

Клуб янындағы аҡланлыҡта

Сыңлай ине гармун бик ярһыу.


Тура шунда килеп төштө Ғәни —

Ҡыҙған ине йәштәр уйыны.

Йыуынмаған, кейенмәгән килеш

Тәү күрәләр ине кис уны.


Креолин еҫе аңҡыуынан

Бөлдө ҡыҙҙар, ҡаплап танауын.

“Ветврач!” тип кемдер ирештерҙе,

Гармун белде сыйнап уйнауын...


Тура барып Ғәни гармунсыға,

Ҡулы менән баҫты күректе:

“Бәлә килә, дуҫтар, Йыр тауына!” —

Тип өҙҙө ул моңло берлекте.


Бейеүселәр шундуҡ туҡтанылар,

Өйөрөлдө йәштәр бер тирә.

“Кем ул унда бәлә һалып йөрөй?!” —

Тип екерҙе Персей, түш кирә.


“Һин һалаһың икән ул бәләне,

Бырауыңа баулап Йыр тауын!”

“Фу! — тине лә: — Ассенизатор! — тип,

Персей тотто нәфис танауын. —


Үҙ эшеңдә бул һин, бар, тай, жаным,

Йөрөмәсе бында буталып!”

Гармун тағы сыйнай башламаҫмы,

Берсә ярһып, берсә туҡталып...


Ни арала ҡубып Персей тайҙы,

Һиҙҙертмәҫтән, Йыр тау яғына.

Әшнәләре ләкин тороп ҡалып,

Ыҙғышырға итте яңынан.


“Ташлағыҙсы шундай ваҡлыҡтарҙы!” —

Тип уйынға ине бормаҡсы,

Тертләп китте Зифа: Йыр тауының

Түбәһендә дөрҙө бер сатҡы...


“Апай, апай, тауҙы шартлаталар!” —

Тип ҡысҡырҙы бер һаҡ-пионер.

Иҫтәренә килде шунда йәштәр...

Ғәни кеүек дөрләп бермә-бер,


Ташландылар шомло Йыр тауына,

Гранаталай йөрәк тотошоп.

Әйтерһең дә, рота яуға бара!

Әйтерһең дә, Ватан һуғышы!..



32
Райсоветтың етеҙ газигында

Елә үҙе — рәйес Ашҡаҙар.

Арттан саба тейеш кешеләре —

Милиционер һәм башҡалар...


Ауыр уйға һала Ашҡаҙарҙы

Ауылына шулай ҡайтыуы.

Уйлап ҡараһаң бит, халыҡ өсөн

Яна-көйә эшләп ятыуы...


Дөрөҫ, Ашҡаҙарҙы күсертергә

Исемлеккә үҙе теркәне:

Ауылдаштар агроҡалаларҙа

Йәшәйәсәк белеп көн тәмен!


Дөрөҫ, Йыр тауына буровойҙы,

Алдан күреп, үҙе ебәрҙе.

Бороп төшөп, Персей асыҡланы

Тау йәшереп ятҡан серҙәрҙе:


Буш әкиәт кәҫен алып атһаң,

Көтә унда оло хазина.

Бер шартлатыу ғына етә беҙгә

Кереү өсөн байлыҡ баҙына.


Ситкә күсеп ауыл ултырасаҡ,

Оло карьер унда буласаҡ.

Йыр тауынан сыҡҡан аҡ ҡырсындан

Йырҙай юлдар район һуҙасаҡ!


Быға тиклем илде ни йүнкетә?

Тик бер оло сәбәп — юлһыҙлыҡ.

Космос тиҙлекле был заманала

Юлһыҙлыҡ ул — ике ҡулһыҙлыҡ!


Аҡ ҡырсын юл илтер селтәрләнеп

Райондан һәр төбәк, ауылға.

Ауыл менән ҡала араларын

Тоташтырыу бәйле ҙур юлға.


Ауыл теләгән һәр мохтажлығын

Заман юлы аша тултырыр.

Игенсе һәм малсы теләй — өйҙә,

Теләй — ҡалала кис ултырыр.


Һәм етешкән икмәк, ит, һөттәрҙе

Тотҡарламай юлдар елдерер.

Шул уҡ юлдар шаулы ҡалаларҙың

Мартен малын бында килтерер.


Таш һәм асфальт юллап китмәҫ йәштәр —

Тыуған ерҙә нығыр тамыры.

Юҡһа, йәштәр китеп бөтә, тиеп,

Көйөнәбеҙ күпме ҡаңғырып.


Юҡ, һыйҙырмай беҙҙе иҫке иҫәп,

Яңыса беҙ тейеш йәшәргә!

Иҫкелектең ниңә тайы типкән

Ашҡаҙарҙа ятҡан йәштәргә?!


Комсойошма (хәйер, үҙ һеңлем бит!),

Партойошма насар эшләйҙер.

Пенсионер атам — ҡарт коммунист —

Әкиәткә һөрһөп йәшәйҙер.


Шулай булмаһа һуң, йәш быуынды

Алмаҫ ине ғөрөф шауҡымы.

Идеяға беҙҙең аяҡ сала

Ҡамалыбуй-феодал ҡатыны!..


Әллә булған, әллә булмаған ул,

Әллә батҡан, әллә батмаған.

“Ашҡаҙар”ҙы йырлап булмаймы ни,

Әкиәткә уны таҡмаһаң?!.



33
Бына шулай бара янып рәйес,

Ауылҡайы өсөн йән атып.

Ашҡаҙарҙың йыры, легендаһы

Киҫкән кеүек ҡыйғыр ҡанатын...


Килеп инә ауыл осона ир,

Ҡартласының туҡтай өйөнә.

Аҡназарҙың балҡып тәҙрәләре,

Улы ҡайтыуына һөйөнә.


Ҡарт яугирҙең ләкин аҡ күңелен

Ашҡаҙарҙың өнө ҡарайта:

“Атай, ниңә һыртта шау-шыу бара? —

Йыр тауында халыҡ ни айҡан?”


“Уныһын һин үҙең беләһеңдер,

Улым, — тине тыныс Аҡназар. —

Һиңә ҡаршы бөгөн ағыласаҡ

Хатта эскән һыуың — Ашҡаҙар!


Йыр тауына хаслы ҡул һалыуҙы

Бая ғына үҙем ишеттем.

Һәм уйланым: Белмәй тирбәткәнмен

Кинйә улым ятҡан бишекте!..”



34
“Атай, атай! Һин бит ҡарт коммунист! —

Ашҡаҙарҙан ҡара тир бәрҙе. —

Аҡыл һүҙе әйтеп тыйыу кәрәк

Тәртә типкән йүнһеҙ-йүләрҙе!”


“Һин ул тәртә!.. Бындай мурт тәртәне

Үҙем дә мин тибеп һындырам.

Юлға бырғып йырҙы тапатырға

Бер кемгә лә ирек ҡуйҙырмам!”


Ашҡаҙарҙы бынан күсертеүҙең,

Йыр тауынан юлдар һалыуҙың

Күпме миллион һумлыҡ илгә файҙа

Бирәсәген — заман талабын


Күпме генә тылҡып аңлатырға

Тырышһа ла улы Ашҡаҙар,

Атаһы ныҡ торҙо. Үҙгәргәйне

Танымаҫлыҡ булып Аҡназар...


“Йәштәрҙең һин, — тине, — таш, асфальткә

Бәйләмәксе икән йөрәген.

Әммә, өҙгәс уны Йыр тауынан,

Таш йөрәктең ниңә кәрәге?!.”


...Ахырыһы, район исеменән

Рәйес улы унан һораны:

“Йыр тауына менеп, йор һүҙ менән

Туҡтат һин, коммунист, боланы!”


“Бола башын кәрәк туҡтатырға —

Ул һин үҙең! — тине Аҡназар. —

Әкиәт тип һанға һуҡмағаның —

Хәҡиҡәт ул! Үлмәҫ Ашҡаҙар!”



35
Ҡара янып сығып китте рәйес:

“Атай, көтәм һине шулай ҙа!”

Милиционерға ниҙер әйтте

Йыр тауына менгән ыңғайҙа.


Ә тау башы мәхшәр килә ине:

Персей буровойын уратып

Шаулай йәштәр... Бырау вышкаһына

Сым таҡҡандар, эште ҙурайтып...


“Сымдан тартып бөтә ауыл менән,

Ауҙарабыҙ!” — тиеп янайҙар.

Оҙон сымға килеп тотонғандар

Йәштәр, ҡарттар, хатта малайҙар...


Өҫтәүенә, һорап тормайынса,

Йыр ташын бит Персей шартлатҡан...

Бырау бороп шунда, райсоветҡа

Рапорт биреү эшен шәпләткән...


Ашҡаҙарҙың күреп килеүен, ул

“Бола башлығы”на боролдо:

Һиҙмәй ҡалды Ғәни, Персей ҡулы

Яғаһына уның бөрөлдө.


Шытырҙаны күлдәк... Ғәни, ярһып,

Йәберсеһен һелтәп осорҙо...

Ауыҙ-морононан ҡаны борҡоп,

Персей йәһәт тороп ултырҙы.


Тап шул мәлдә милиционерҙың

Ҡулы ятты Ғәни иңенә:

Машинаға уны елтерәтте,

“Әйҙә, киттек!” кенә тине лә...



36
Ҡупты шау-шыу...

Зифа ағаһына

Илай-илай килде йүгереп:

“Ҡанунһыҙлыҡ!

Персей башлап һуҡты!

Барығыҙ тиң быны күрҙегеҙ!”


“Ярар, һеңлем, барғас аңлашырбыҙ! —

Сырай һытты ҡыҙға Ашҡаҙар. —

Бөтәгеҙ ҙә тиҙ үк таралығыҙ!

Персей дәүләт эшен башҡара!”


“Юҡ, китмәйбеҙ!

Тартып ауҙарабыҙ

Йыр тауынан һөмһөҙ тимерҙе!” —

Сеңләп сыҡҡан Зифа һөрәненә

Төркөм-төркөм халыҡ йүгерҙе.
Иң алдағы сап-сал башты күреп,

Иркен һулыш алды Ашҡаҙар:

Кире уйлап, улы өсөн һыҙлап

Килә, буғай, атай Аҡназар...


“Атай, әйтсе!”

“Әйтәм! — тине ҡартлас. —

Мин торамын ҡыҙым яғында!”

“Аполитик һүҙ был!” — тигәс берәү,

Абайланы рәйес алдында
Оҙон мыйыҡ аҫҡан “завферма”ны...

Урталыҡҡа тартып сығарып,

Бирҙе фарман:

“Булһаң кавалерист,

Хәҡиҡәтте, ағай, әйт ярып:
Ашҡаҙарҙы ҡасан ҡаҡҡаны бар

Райбашҡарма — Совет власы?”

“Ҡаҡҡаны юҡ!”

“Һеҙгә түгелме ни

Төҙөләсәк агроҡаласыҡ?!”
“Беҙгә, эйе. Агроҡаласыҡты

Теләйбеҙ тиҙ төҙөп керергә!

Матур йорттар, таш юл файҙаһына

Немедленно тауҙы бирергә!”


“Һәй афарин! Ҡандай аҡыллы баш

Йосоп ағай!” — тине Ашҡаҙар.

“Аҡыллы баш түгел, ә суйыр таш —

Һинең кеүек!” — тине Аҡназар...


Ағас аяҡлы бер ағай ҡарпып,

Буровойға төрттө таяғын:

“Был дәжжалды тартып ауҙармаһаҡ,

Беҙҙе лә ул ашар май яғып!..”


“Шыр әкиәт!” — Көлдө Персей унан...

“Әкиәттән дөрә хәҡиҡәт!

Йыр тауының гүзәл әкиәте

Һуғышта ла бирҙе көс-ҡеүәт!


Власҡа мин ҡаршы һөйләмәйем,

Әйтәм ләкин ярып тураһын:

Фронтта йот-фашист кәүҙәләрен

“Ашҡаҙар”ҙы йырлап тураным!


Иләкләнеп кәүҙәм киҫелһә лә,

Ярсыҡтары тейеп минаның,

Тере ҡайттым, тере Йыр тауының

Сыңрау тылсымына инанып!”


“Дөрөҫ, ҡорҙаш! — тине сал Аҡназар

Сығып баҫты халыҡ алдына. —

“Аполитик һүҙ” тип хәҡиҡәтте

Буяп булмай дегет затына.


Мортазиндың һыбай ғәскәрендә

Байраҡсыһы булып мин барҙым.

Муйынымды казак шашкалары

Сапҡанда ла яугир мин ҡалдым.


Ҡаҡ түбәмде кулак суҡмарҙары

Ярғанда ла дөрләп мин яндым.

Күкрәгемде фашист пулялары

Йырғанда ла яугир мин ҡалдым.


Нисә быуын өсөн сәс ағартып

Салланһам да, яугир мин ҡалдым.

Ошо ерҙең сөнки тупрағынан

Дәрт алдым да моң-йыр мин алдым.


Тыуған ергә туған йырҙар менән

Тоташҡандыр йөрәк тамырым.

Шул нескә сым, елгә елтерәтмәй,

Тотоп тора илем бәғерен!


Өҙһәк әгәр сымын Ашҡаҙарҙың,

Күтәрмәҫ ер шомло тетрәүҙе.

Үҙ күкрәгем үтә быраулағыҙ

Йыр тауының йәшел күкрәген!” —


Шулай тине лә ҡарт ергә ауҙы.

Сыңлап китте шунда моң-сымдар.

Йыр тауына, гүйә, килеп менде

Ашҡаҙарҙан ҡупҡан тулҡындар...

........................................................
Иртәгәһен күрҙе көллө халыҡ

Аллап тауҙы хаҡ таң атҡанын.

Шом-бырауы һыныҡ буровойҙың

Тау аҫтында аунап ятҡанын...


Райүҙәктә иһә Ғәни, Зифа

Ҡаҡты иртүк райком ишеген.

Партияның райком секратары

Бюро йыйып эште тикшерҙе.


Ни булғанын унда һөйләмәйҙәр...

Ашҡаҙар-ир сыҡҡан бойоғоп.

Рәйеслектән уны бушаттылар,

Баш ҡаланың үтәп бойороғон.


Шылдырҙылар ирҙе башҡа яҡҡа —

Булды шулай район әхүәле.

“Йорттан сүп-сар сығармағыҙ!” — тигән,

Тапҡыр икән урыҫ мәҡәле...


Ауылда һуң? Ауған буровойҙы

Оҙаттылар кире, һөйрәтеп.

Хәбәр сыҡты район гәзитендә,

Осҡан үҙе, текә үрҙән, тип...


Персей китте әллә Персияға,

Әллә тап Өфөнөң үҙенә...

Ошонан һуң, тиҙәр, аҡ Йыр тауы

Аҡ төшөргән зәңгәр күҙенә...


Йыр тауының ҡотон ҡотҡарырға

Өйбөрөнсә аҡса йыйҙылар.

Йыр ташының ҡупҡан ярсыҡтарын

Бетон ҡойоп ҡабат ҡуйҙылар.


Ашҡаҙарҙан сыҡҡан һынсы-рәссам

Баш ҡаланан ҡайтты “аһ” ороп.

Йыр ташына сихри Аҡһылыуҙың

Мәрмәр һынын ҡуйҙы баҫтырып...



37
Ҡыр-урмандар биҙәнәләр

Көҙ матур буяуҙарға.

Баҫыуҙа йомартлыҡ көлә,

Шатлыҡ уйнай тауҙарҙа.


Донъяла туҡлыҡ... Көр оса

Һауала кейек ҡоштар.

Һәр ҡайҙа тора яңғырап

Ҡыуаныслы тауыштар.


Байрам итәләр ауылда,

Ҡунаҡтар саҡырышып.

Яусы ебәрә егеттәр,

Бер-беренән ярышып.


Еткән ҡыҙҙар ҙа ауылда

Бөтөп баралар тамам.

Ә Зифа беҙҙең күңелһеҙ —

Яңғыҙы йөрөй һаман...


Ғәние, бөтөп сыҡһа ла

Синыфтың унынсыһын,

Күп итеп иген алһа ла,

Ебәрмәйсе яусыһын...


Тап килгәндә лә һиҙҙертмәй

Тәрән хистәрен уға.

Йөрәгемде бирәм, тимәй

Элеккеләй, һылыуға.


Ҡыҙ, көтә-көтә егеттең

Тәҡдимен, арып бөттө.

Иптәштәре арҡылы ла

Серле һүҙен еткертте...


“Һыуынды микән әллә? — тип,

Ҡурҡынып ҡуйҙы үҙе, —

Ваҡытында сара күрмәй

Оҙайтҡан өсөн һүҙҙе...”


Ләкин егете шат, ғәмһеҙ

Яһаны уға визит.

Өҫтөндә — яңы костюмы,

Ҡулында — китап, гәзит.


“Жыу!” итеп китте йөрәге

Зифаның, быны күреп:

“Тапҡанһың йөрөр ваҡытты

Аҡыл-маҡыл күтәреп!”


“Йөрөмәй нишләйем? Үҙең

Мәжбүр иттең уҡырға...”

“Кем ҡушҡан һиңә, уҡып та,

Һуҡыр-муҡыр булырға?”


“Һуҡыр тип... һуҡыр түгел мин...”

“Эш, улай булғас, ниҙән?

Йоҡлап йөрөмәҫ инең бит

Уйымды минең һиҙһәң!..”


“Шуға ла килдем шул инде,

Һөйләшер өсөн яйлап...”

Зифаның ҡаҡты йөрәге

Әллә нәмәләр уйлап...


Хыялдар күленә сумды

Мәлйерәп, йомоп күҙен...

Әйтмәҫе борон ишетте

Ғәниҙең әйтер һүҙен...


Уятып уны йоҡонан,

Мут дауам итте егет:

“Теләнем йөрәк хисемде

Сисергә һиңә теҙеп...


Йөкмәттең ләкин миңә һин

Бурыс артынан бурыс.

Бығаулап тоттом йөрәкте —

Аҡылым булды ҡорос.


Ҙур рәхмәт: һинең арҡала

Таныҡлыҡ алдым ҡулға.

Тар һуҡмағымды ҡалдырып,

Төшәмен оло юлға.


Бөгөндән йәғни үҙемә

Йөкмәнем яңы бурыс.

Бығаулап ҡуйҙым тойғомдо,

Аҡылым тағы ҡорос!


Һыйырҙарымды ҡалдырып,

Өфөгә тиҙҙән китәм:

Вузда уҡып сығыу минең

Изге бурысым икән!..”


...Күңелһеҙләнде ҡыҙыбыҙ:

“Хисләшеү булыр ҡасан?

Егет түгелһең, йәшереп,

Хисеңде алып ҡасһаң!..”


Егет йөкмәтә был юлы

Ҡыҙына вазифаны:

“Кер һин дә Башпедвузға, — тип

Өгөтләй ул Зифаны... —


Техникумың менән генә

Бара алмаҫһың йыраҡ.

Тыуған ауыл мәктәбенә

Юғары белгес кәрәк!


Уҡып сығайыҡ бергәләп

Юғары уҡыу йортон.

Шунһыҙ беҙгә рәхәтләнеп

Хисләшеү теймәҫ буйтым”, —


Ти ул, Зифаның күҙенә

Үтенес менән ҡарап...

Егет ҡарашында — һорау,

Иркәләү, һөйөү, талап...



38
Йыр тауынан төштө икәү,

Тағалтып йөрәк һүҙен.

Шундай матур булып атты

Хушлашыу таңы бөгөн...


Йыр тауының итәгендә —

Йәштәр ултыртҡан туғай.

Зәңгәр шыршы ылыҫына

Ҡунып талпына турғай.


Сут-сут һайрай һандуғасы

Иңендә Аҡһылыуҙың.

Ғүмер һанай кәкүктәре

Яҙ башынан көноҙон...


Шәшкеләре Ашҡаҙарҙың

Йөҙөп уйнай һыуында.

Яңы бишектәр тирбәлә

Ашҡаҙар ауылында...


Изге сәфәргә икәүҙе

Оҙата ауылдаштар.

Аҡ юл теләйҙәр сал ҡарттар,

Аҡ яулыҡ болғай йәштәр.


Моңһоу ниңәлер бөтәһе

Автобус ҡаршыһында:

“Күрешә алмабыҙ инде,

Ҡайтмаҫһығыҙ һеҙ бында, —


Тиҙәр ҡарттар...

“Тартмаҫ һеҙҙе,

Уҡығас, ябай ауыл”, —

Тиҙәр йәштәр...

”Таш ҡаланан

Йолҡмаҫ хатта ел-дауыл...”


Йылмая Ғәни ихластан:

“Дуҫтар, һис ҡайғырмағыҙ.

Вузға дәреслектәр алыу

Өсөн генә барабыҙ.


Ситтән тороп тамамларға

Булдыҡ ҙур уҡыу йортон —

Һәүкәштәремде йөрәктән

Ташлайым нисек ҡырҡып?..”


“Мин дә уҡыусыларымдан

Яҙа алмам, ти Зифа. —

Тыуған ергә тамыр йәйеп

Үҫеү — беҙҙең вазифа!


Ошо ерҙә, дуҫҡайҙарым,

Илде лә байытайыҡ,

Күңел хазиналарын да

Арттырып нығытайыҡ.


Һәр ауылдаш — булһын ғалим

Үҙенең хеҙмәтендә!”

Ғәни ҡосаҡлай Зифаһын —

Бәхетле бына кемдәр!


Автобус ҡуҙғалыр алда

Яр буйына киләләр.

Ашҡаҙарҙың һыуын сайпып,

Ҡыуаналар, көләләр.


Һыҙыла күңелдәрендә

Йыр тауының моң сымы.

Шул моң-сымдар илтә имен

Сәфәр сыҡҡан юлсыны...


Яңы һалған ҡырсын юлдан

Машина йор ҡуҙғала.

Йыр тауы ла имен тора,

Таш түшәлде юлға ла:


Яҡындағы рудниктарҙан

Сыҡҡан отвалдар күпме!..

Шул таштарҙан юлдар һуҙып,

Артты райондың күрке!


“Агроҡала”лар ҡалһындар

Әкиәт донъяһында!..

Йыр тауҙары әйләнмәһен

Иблестең улъяһына!


Аҡһылыуҙың аҡ күңеле

Һыҙһын мәңге: “Ашҡаҙар...”

Ҡамалыбуй шәшкеләрен

Ҡурҡытмаһын башҡалар...


Һары һабантурғайҙары

Күктән мәңге тирһен йыр.

Мәрмәр һынға һандуғасҡай

Ҡунып сыңратһын талир...


Сихри моңдан типһен сеңләп

Йөрәге һәр ҡыҙ, улдың!..

...Күҙләп бара Зифа, Ғәни

Сағыу төҫтәрен юлдың.


Елә автобус — күкрәге

Киңлектәр бара ярып.

Тоташҡандар Ашҡаҙарға

Донъяның офоҡтары!..

12.03.1957.

1981.




Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   7   8   9   10   11   12   13   14   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет