Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет19/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19

*

Тилбер-тилбер тилегән —

Ҡунаҡсала тилергән:

Аҡ күлдәккә кейенгән,

Тәкмәс атып кәйелгән,

Утлы юлы уйылған.


(Йондоҙ атылыу.)
*

Дөм-көмбәҙҙә Аҡ ағай,

Түп-түңәрәк, шат ағай

Ҡаҙан ҡырынан уҙған,

Битенә һөрөм һыҙған:

Ярты йөҙө кителгән,

Көлмәҫтәй ҙә ителгән.
(Ай тотолоу.)

*

Офоҡ киреп елә ат,

Йылы биреп көлә ат.

Үркеп Күккә менә ат,

Утлы ялын һибә ат.

Уты үлән үҫтерә,

Уландарға көс бирә.

Сәскәләргә төҫ бирә,

Әсәләргә һөт бирә.
(Ҡояш ҡалҡыу.)

*

Йылан арбай өс фәҡир —

Өсөһө лә тос фәҡир.

Һыҙғыралыр һыҙмаһы —

Ҡыҙыл йылан ыҙаһы.

Ҡыҙҙыралыр ҡаҙнаһы —

“Ҡыҙыл әтәс” ҡоҙаһы.
(Ут яғылған өстаған.)

Малайҙарҙың әйткәндәрен яҙҙыҡ беҙ,

Әйткән берен епкә теҙеп барҙыҡ беҙ.

“Йомаҡ сисеү — ҡыйын”, тигән һүҙ яман.

Йәмғеһен дә сискән — булыр уҙаман.
1.03.1983.

Отҡор малай
Беҙҙең Йәләй — отҡор малай,

Яңылыҡты тиҙ ота.

“Күстем подряд ысулына!” —

Оләсәһен йонсота.


Имеш, һис кем түгел тейеш

Көндәлеген ҡарарға.

Нисә “икеле” алғанын

Бармаҡ бөкләп һанарға.


Йүнләп битен дә йыумай ул,

Тырнаҡтары — ҡаралы.

“Үҙем беләм! — тип екерә. —

Подряд менән барамын!”


“Подряд” менән “бәҙрәф”тең ни

Икәнен дә айырмай,

Ҡата башы оләсәнең...

Йәләй генә шат йырлай.


Аңламайса подрядтың гел

Сифат эше икәнен,

Ҡолағына тиклем ҡатҡас,

Мунса инә киткән ул.


Әммә йыуына алмаған —

Ташы һыуыҡ, һыуы юҡ.

“Мин дә бәҙрәф!” — тип оләсә

Бәйләп ултыра ойоҡ...


12.03.1990.

Тартай табыр теленән
“Оҙон тороҡ торна” тиеп

Көлә икәү Зиләнән.

Ҡалай ҡылып ҡотолорға

Тартай телле бәләнән?..


Әллә “Ҡарға” тип ҡарғарға

Ҡарлау морон Ҡолойҙо?

Услап сәсенән тартырға

Бүкән буйлы Юлайҙың?


Юҡ, ярамай: тел-тештәрҙән

Тороу кәрәк юғары!

Күҙ йәштәрен йотоп, Зилә

Күҙ алдынан юғалды.


...Автомобиль көткән мәлдә

Юл сатында ҡаланың,

Ҡолой менән Юлай ҡапыл

Сыйнап саңға ҡоланы:


Оҙон берәү йыҡты һуғып

Икеһен тиң бер юлы,

Бүректәрен алып ҡасты —

Оҙон икән һәм ҡулы...


Иртәгәһен кепка кейеп

Килһә теге меҫкендәр,

Бүректәре тора көтөп

Парталары өҫтөндә.


“Оҙон тороҡ торнанан”, — тип,

Тәбрик хаты өҫтәлгән...

Ошонан һуң теге икәү

Тартай телен тешләгән.


12.03.1990.
Аҡсарлаҡ
Аҡсарлаҡҡай, аҡсарлаҡ,

Алған суҡышын сарлап.

Суҡылмаҫмы сабаҡ, тип,

Йөрөй һыу өҫтөн барлап.


Ҡанат аҫты — аҡ ҡына,

Ҡанат өҫтө — күк кенә.

Һыуҙа күктәй күгәрә,

Күктә — ап-аҡ һөт кенә.


Килә-килә ҡыйғырлап,

Һыуға уҡтай атылды.

Аҡ сабаҡты “һабаҡлап”,

Зәңгәр күккә ҡалҡынды!


Күптер инде балаһы,

Бик бәләкәс сабағы.

Көнө буйы ҡыйғырлап,

Туя микән тамағы?..


Минән генә өйрәнһә,

Булыр ине ҙур ағай:

Сабаҡ ҡатып ҡармаҡҡа,

Алыр ине сурағай!


1966.

Сиңерткә
Һалдым ҡармаҡ ятыуға,

Аҡ балыҡты тотам, тип.

Боҫто балыҡ сөңгөлгә,

Ҡармаҡсыны отам, тип.


Селбер-селбер селәүсән —

Ҡармағымдың “аҙығы”.

Ҡап-ҡап инде, йәһәт ҡап,

Тәрән һыуҙың балығы!


Әйтә балыҡ: “Ҡапмайым,

Ямаҡ була селәүсән.

Сәләүсәнде ҡапма, тип,

Әйтә килде гел әсәм.


Селәүсәндең эсендә

Кәкре башлы сым була.

Селәүсәнде семсенгән

Сабаҡтар бик отола!”


Алдым тартып ҡармаҡты —

Ни хәл инде итергә?

Күрәм шунда: усыма

Әллә нимә һикерә!


Ҡанаттары: “пыр-пыр-пыр”,

Мыйыҡтары: “дыр-дыр-дыр”.

Әллә инде вертолет,

Әллә инде трактор...


Белдем, белдем, был икән

Сиңер-сиңер-сиңерткәм.

Аҡ балыҡты тот-тот, тип,

Ярҙамға килеп еткән!


Ҡармаҡ ҡабып, һыуға ул

Тракторҙай елдерҙе.

Вертолеттай талпынып,

Аҡ балыҡты килтерҙе!


1966.

Ҡыңғырау
Һағындыҡ, һағындыҡ

Ҡыңғырау сыңғырын,

Ҡап-ҡара таҡтала —

Аҡбурҙың аҡ нурын.


Уҡытҡан апайҙы,

Ағайҙы һағындыҡ.

Дуҫтар ҙа һәр бере

Класта яғымлы!


Көткәндер, зарығып,

Беҙҙе лә парталар,

Саҡыра сәфәргә

Глобус, карталар...


Ҡыңғырау, ҡыңғырау,

Йый беҙҙе, шат йырлап!

Уҡыусы исемен

Аҡларбыҙ аҡ нурлап!


Уҡырбыҙ тырышып,

Алырбыҙ белемде.

Мәғрифәт нурына

Сорнарбыҙ күңелде.


Балҡытыр донъяны

Беҙ яҡҡан факел-ут.

Булырбыҙ Ватанға

Ялҡынлы патриот!


15.05.1977.
Йөкмәткеһе
Ауыл егете.......................................................................................... 3

Ҡурай һәм тулҡындар.........................................................................37

Крематорий.........................................................................................55

Йөрәк илауы........................................................................................63

Минең шәжәрәм..................................................................................72

Метеорҙар юлы...................................................................................90

Һандуғас............................................................................................101

Уралда таң.........................................................................................111

Ҡыҙыл еңгәсәйҙәр............................................................................122

Яңыртылған иҫке йыр...................................................................... 139

Башҡорт Бруноһы йәки дарылы поэма...........................................151

Ашҡаҙар.............................................................................................249

Дауыл планетаһы..............................................................................293

Бәғер тауышы....................................................................................300

Хаҡлыҡ...............................................................................................326

Үткән йылдар моңо...........................................................................343


ТӘНӘЙҘӘРГӘ «МӘМӘЙ»ҘӘР
Ошо ерҙә йәшәгән.............................

Балалар баҡсаһында.........................

Башҡортостан -- илкәйем.................

Томдың ҡыҙыл флагы.........................

Ван Линь..............................................

Ил йоҙағы -- үҙебеҙ.............................

Ғәрәп туғандар...................................

Атагуальпа..........................................

Бәхет ҡалай тыуа...............................

Пионер маршы...................................

Аҡ елкән.............................................

Көсөк..................................................

Бәрәңге..............................................

Гөбөргәйел ҡыҙҙары.........................

Тиле-тиле Төйлөгән..........................

Ике йондоҙ тоташҡан.......................

“Ем-ем” итә йондоҙҙар.....................

Ҡолонҡай..........................................

Ишкән ҡалас.....................................

Тимеркәй..........................................

“Әтәс” Әсәт.......................................

Һипкелле...........................................

Күсәтсе Ғиззәт.................................

“Күҙ-ҡолаҡ” Барый...........................

Уҙаманлы ун йомаҡ.........................

Отҡор малай....................................

Тартай табыр теленән....................

Аҡсарлаҡ..............................................

Сиңерткә..............................................

Ҡыңғырау.............................................




1 Циклоп — грек ҡарыһүҙендәге алпамыша.

2 Глубинка – ауылда дәүләткә тапшырылған игенде ваҡытлыса һаҡлай торған келәт.

3 Борон заман, ҡол ҡасып китмәһен өсөн, табанын телгеләп, туралған ҡыл төйөү йолаһы булған.

4 “ТИР” — мылтыҡтан атып күнегеү урыны.

5 Колорадо — Америкалағы йылға.

6 Меконг — Вьетнамдағы йылға.

7 АҠШ — Америка Ҡушма Штаттары.

8 Аҡ йорт — АҠШ президентының йорто.

9 Дэвис Анджелла һәм Джейн Фонда — АҠШ-тың Вьетнамдағы “бысраҡ” һуғышына ҡаршы көрәшеүсе ғәййәр ҡатын-ҡыҙҙары.

10 Пентагондың — АҠШ ғәскәрҙәренең баш штабы урынлашҡан йорттоң.

11 Пегаста — шиғриәт толпарымда.

12 Сайҙың — йылғаның.

13 Супермен — кешенән дә ө¤төн кеше, әҙмәүер.

14 Джордано Бруно — Италия философы һәм шағиры, бөйөк материалист. Уны сиркәү инквизицияһы 1600 йылдың 17 февралендә Рим ҡалаһының Сәскәләр майҙанында тереләй яндырып үлтерә.

15 Көсләп суҡындырылған башҡорт Туйгилде Юлаҡовты, үҙ диненә кире ҡайтҡаны өсөн, 1738 йылда Екатеринбург ҡәлғәһенең үҙәк майҙанында тереләй утта яндыралар. (Русская старина, 1878/10, 309 — 313-сө биттәр.)

16 Итальян философы һәм шағиры, бөйөк материалист Джордано Бруноны сиркәү инквизицияһы, аллаһыҙлыҡта ғәйепләп, 1600 йылдың 17 февралендә Римдың Сәскәләр майҙанында тереләй яндырып үлтерә.

17 Көсләп суҡындырылған башҡорт Туйгилде Юлаҡовты, үҙ диненә кире ҡайтҡаны өсөн, сиркәү әһелдәре 1738 йылда Екатеринбург ҡәлғәһенең үҙәк майҙанында тереләй яндыра.

18 Тимерйән — Башҡорт милли циркының көләүене.

19 Байҡаныр – космодром урынлашҡан ер (Ҡаҙағстанда).

20 “Бәйнелмиләл” — Коммунистар партияһының гимны “Интернационал”.

21 Муса Мортазин. Ул 1920 йылда Сөләймән Мырҙабулатов етәкселегендәге башҡорт ихтилалын ба¤тырыуҙа әүҙем ҡатнашып, хәҙерге Усалы районындағы бер һуғышта, үҙе үк яҙыуынса, урыҫ хөкүмәте бүләк иткән көмөш һаплы ҡылысы менән туғыҙ башҡорттоң башын сабып ауҙара, ләкин һуңғыһын сапҡанында ҡылысы төбөнән һына.

22 ФТР — фәнни-техник революция.

23 Башҡырҡ — баш ҡырҡыусы.

24 Таш Йорттоң — Шүлгәнташ мәмерйәһенең.

25 Режпом — режиссер ярҙамсыһы.

26 Ҡояш Ҡото — Ҡот, хәҙер уны “кит”, (кит балығы) тибеҙ.

27 Аҡ-Әсән (аҡ әсәм, аҡ әйәм) — Океан.

28 Әсәй-Атаҡай — Ажи-адахай (Аждаһа).

29 Маман-Ата — мамонт, Әсәй-Атай, тигән һүҙ.

30 Әйүптән — Айыуҙан.

31 Алыб — Лыб, Лев йәғни Ары¤лан.

32 Бүре-Әсә (барәсә) — барс; юлбары¤ — сүл барсы.

33 Балыҡ — волк, күк бүре.

34 Әскәр-Абый — скарабей йәғни тире¤ ҡуңғыҙы (боронғо Мысыр мифындағы хоҙай”.

35 Сәнкем — Сәнкем-Биктимер, авторҙың тыуған ауылы.

36 Төхфәт — шағир Төхфәт Сенәкәй-Рәдүди.

37 Сөләймән — Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов, граждандар һуғышы ҡаһарманы, Башҡорт АССР-ының тәүге халыҡ комиссарҙарының береһе һәм 1920 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе.

38 Әхәт — Ғәбдел-Әхәт Ғәбдел-Сибәғәт улы Сәйет-Батталов — Көньяҡ Башҡортостандағы башҡорт Ҡыҙыл гвардия етәксеһе, Башҡорт АССР-ының беренсе милиция башлығы, шағир Һибәтулла Салиховтың 4-се быуын тоҡомо.

39 Мусай — Хәмзә Мусаев, һуңынан Өфөлә Ҡыҙыл профессура вузы ректоры.

40 Ғариф — Ғариф Бесәнсе улы Сәйфетдинов, һуңынан БашЦИК яуаплы хеҙмәткәре.

41 Ғөбәй — Ғөбәйҙулла Тажи улы Ураҙов, граждандар һуғышы ҡаһарманы, Көнбайыш фронтта Муса Мортазин бригадаһының полк комиссары, 1920 йылдың июненән — Башревком сәркәтибе.

42 Суфиян Ғәзиз улы Солтанов — әсәһе яғынан шағир Әбелмәних Ҡарғалының 4-се быуын тоҡомо.

43 Шәһит — Шәһит Хоҙайбирҙин.

44 1919 йылда Ленин саҡырыуы буйынса Петроградты Юденичтан ҡурсаларға барған ҡыҙыл башҡорт ғәскәрҙәре.

45 Милли хәрәкәт — Башҡортостандағы 1920 йылғы ҡанлы ихтилалды хатта большевиктар үҙҙәре лә “башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте” тип танырға мәжбүр булды.

46 Лубянка — ВЧК-ның Мәскәүҙәге төрмәле бинаһы.

47 Сөләймән Мырҙабулатовты 1930 йылдың декабрендә беҙҙең Сәнкем-Биктимер ауылынан ҡулға алалар.

48 С.Ш. Мырҙабулатов 1922 — 1927 йылдарҙа баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә ВЦИК ҡаршыһында Башҡорт АССР-ы вәкиллегендә эшләй.

49 1924 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә В.И. Ленинды һуңғы юлға оҙатҡанда Башҡортостан вәкилдәренең береһе сифатында С.Ш. Мырҙабулатов та уның башы осонда матәмле ҡарауылда тора.

50 Был юлдарҙы яҙғанда “халыҡ дошманы” С.Ш. Мырҙабулатовтың яҡты исеме аҡланмағайны әле.

51 М.А. Шолоховтың “Тымыҡ Дон” романының төп геройы Григорий Мелехов.

52 СССР халҡының йән иҫәбе.

53 Утлы Ерҙә — Америка ҡитғаһының көньяҡ (Чили) ярында.

54 Анд — Көньяҡ Америка ҡитғаһы буйлап һуҙылған бейек тау.

55 Альенде — Сальвадор Альенде, Чилиҙың халыҡ һайлап ҡуйған президенты, ул фашистар хунтаһы ҡулынан һәләк булды.

56 Пиночет — Чилиҙағы фашистар хунтаһының башлығы.

57 Чилиҙың бөйөк шағиры Пабло Неруданан.

58 Асаба-Астаҡ – Аҫаба-Иштәк йәғни башҡорт тигән һүҙ, “свастика” һүҙе шунан килеп сыҡҡан.

59 Йәнбикә һәм Йәнбирҙе – башҡорт еренә тәүбашлап аяҡ баҫҡан, башбабаларыбыҙ Урал менән Шүлгәнде тыуҙырған тәүбабаларыбыҙ.

60 МТФ (молочно-товарная ферма) — һөтсөлөк һыйыр фермаһы.

61 Аҡ көнбағышсәскә — ромашка.

62 Керен — керн, бырау кергән ерҙән алынған тоҡом.

63 Кәшәргә — мал аҙбарына.

64Волчок — төрмә камераһы ишегендәге күҙләүек-тишек.

65 Атты — исемде.

66 Конюх — ат ҡараусы.

67 “Зэк”тарҙан — тотҡондарҙан.

68 Нан — икмәк.

69 Вәкил — һуғыш ваҡытында колхозсыларҙы ҡаты күҙәтеп эшләтеү өсөн район үҙәгенән ебәрелгән кеше.

70 Хөзгән — урлаған.

71 Ҡыңғырлыҡты — ҡырын ҡылыҡ, ғәҙелһеҙлекте.

72 Фреон — атмосфераның озон ҡатламын юҡ итеүсе үлемес.

73 Озон — үлемесле үлтерә-күк нурҙарҙы йыһандан ергә үткәрмәүсе атмосфера ҡатламы.

74 Үлтерә-күк (ультро-фиолетовые лучи) – үлемесле нурҙар.

75 Йыһат — изге һуғыш.

76 Ғәшиш — наркотиктың бер төрө.

77 “Пытыуы” — профессиональ-техник училище.

78 Алашар — хан ғәремендә хәҙмәт итеү өсөн бестерелгән ир кеше.

79 Бәндәбикә — Ил Инәһе тип аталған мәшһүрә, Ерәнсә сәсәндең хәләл ефете.

80 Тәкбир — ололау һүҙе.

81 Ҡыҙыл тыу — ҡыҙыл байраҡ. Боронғо бабалар азатлыҡ яуына ҡыҙыл тыу күтәреп сыҡҡандар, мәҫәлән, Е.И. Пугачев һәм Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ла шулай булған.

82 Башҡорт хандарын үлтереп ҡаҙаҡ ҡулына күскән Себер ханлығының һуңғы ханы.

83 Байман — үҙ аллы иркен тормош, бәхет.

84 Болғай — болға (аҡсаға) әйләндерә, һата.

85 Күсәт -- уйнағанда таяҡ менән һуғып күсермәле ағас ҡырҡындыһы.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет