* * *
Барыһы бар әсәй табынында —
Башлы ҡорот, ҡағы, муйылы.
Яңы ғына бешкән күкәй менән
Мысай тәбәһе лә ҡуйылды.
Госпиталдең юллыҡ күстәнәсе —
Сәй-шәкәре йәнә өҫтәлгәс,
Ҡуҙҙа ҡыҙған сәйгүн ҡапҡасынан
Танауҙарға тәмле боҫ бәргәс,
Аллы-гөллө булды көллө донъя,
Күңел көпкәйҙәре кирелде.
Мысай тәбәһенән ауыҙ итеп,
Ошондай ҙа һорау бирелде:
— Был ни, әсәй? Ҡоммо, тиһәм — ризыҡ...
Жмых, тиһәм — тора ыуалып...
— Илде ҡотҡарыусы шул булмаһа,
Үлер ине астан бар халыҡ.
Мысай тигән әрһеҙ сүп үлән ул,
Ә беҙҙеңсә — сысҡан тарыһы.
Сысҡан күҙенән дә кескәй ҡала,
Һыҙырылһа күкшелт ярыһы.
“Манный ярма беҙҙең!” — тибеҙ уны.
Ҡабыҡлата тартһаң — була он.
Алабутанан ул мең ҡат артыҡ —
Үҫә күрһен был сүп, Илаһым!
Сын игенде — бойҙай, арыштарҙы
Ейгән юҡ беҙ — китә фронтҡа.
Иләк аҫтындағы мысай ғына
Ҡала беҙҙәй асҡаҡ тауыҡҡа.
Уныһы ла түгел һис туйғансы —
Услап ҡына бүлә Өсбармаҡ...
— Ә? Өсбармаҡ?! Кем ул?
— Белмәйһеңдер...
Зекер тигән бөткөр ул һармаҡ.
— Зекер? Беләм — минән бер йәш кесе.
Түгел мени Зекер фронтта?
— Ҡәһәр һуҡҡыры ул тылда ҡалды,
Бармаҡтарын турап силосҡа.
— Аңламайым...
— Силос турағыстан
Өҙҙөрттө лә ике бармағын,
Бармай ҡалды...
Өсбармаҡ тип хәҙер
Йөрөтәбеҙ колхоз ҡарағын.
Шул Өсбармаҡ колхоз келәтенең
Асҡыстарын йылғыр уйната.
Бойҙай тартҡан һайын, бер ҡапсығын
Ҡара баҙарына оҙата.
Ҡалғандарын бүлә түрәләргә...
Ҡала беҙгә ҡырлыҡ, мысайы.
Уныһы ла тейә берәр устан...
— Совет ҡайҙа?!
— Закон тоҡсайы
Заңлай фәҡәт Зекер зауығына...
— Ә бригадир?
— Ул да бер ҡалып.
Ҡабырға гел ҡағып торғас беҙҙе,
Сығырынан сыға мут халыҡ.
— Ҡабырға?! Кем?
— Совет ул Ҡабырға.
Рәйеселер йәғни советтың.
Мулла ҡушҡан аты — Ҡорбанғәли,
Һыңар ҡабырға юҡ ул эттең.
— Ҡорбанғәли? Ҡорбанғәли ағай...
Беләм уны...
— Ҡайтҡас “фронт”тан
Ҡабырғаһын һалып... шуның үсен
Ала һымаҡ ябай халыҡтан.
Ҡаты ҡуллы ине Ҡорбанғәли,
Хәҙер инде ҡаты бәғерле.
“Үҙем закон!” — тиеп, кеше хаҡын
Ашай-ашай һала йәберҙе...
Бригадиры – Ҡабырғанан кире –
Ҡулында гел ҡамсы сыжлата.
“Ҡамсы” тигән ҡушаматҡа ҡалып,
Ҡанлы йәштәр менән илата...
Тешен ҡыҫып төшә егет түрҙән,
Үрле-ҡырлы йөрөй иҙәндә.
Әллә ниңә буш ең уң йоҙроғо
Йомарлана, хатта киҙәнә...
Әсәһенән ҡыймай һорарға тик
Муйыл күҙле ҡыҙҙың хәлкәйен.
Өммөгөлсөм...
Барып урау кәрәк
Ҡырынлатып уның өйкәйен...
* * *
Әсәкәйе дәррәү китә эшкә:
Уттай сула — сәсеү ваҡыты.
Өсбармаҡтың дөйөм келәтендә
Орлоҡ ағыулайҙар — эш ҡаты.
Сәсәй-сәсәй ишек яба әсәй —
Ағыу һулап күкрәк киҫелгән.
Ағы ла юҡ — һыйыр ҡыҫыр ҡалған,
Ағыуҙан баш ҡатҡан, иҫергән...
Сыға Талғат урам әйләнергә —
Гимнастерка-салбар, пилотка...
Уң еңен тик теләп күрһәтмәҫкә,
Беренселек бирә һул яҡҡа...
Бына ул өй. Тәҙрә пәрҙәһеҙ тик...
Бер күҙенә картон ҡағылған.
Күренмәне теге, күренмәне,
Күпме уҙһа ла шул янынан...
...Ҡырғын яуы ҡупҡан көнбайышҡа
Оҙатҡанда ауыл улдарын,
Ҡыҙ-ҡырҡындар урам осонаса
Тиреп барҙы таҡмаҡ-йырҙарын.
Бер ҡыҙ ғына ләкин йырламаны,
Сабыйлыҡтан сығып етмәгән...
Муйыл күҙҙәрен ныҡ мөлдөрәтеп
Талғатҡа ҡыҙ фәҡәт текләгән...
Егеттәрҙе егет иткән арба
Айырылып ҡорҙан киткәндә,
Сеңләп-сеңләп илап ҡыҙ йүгерҙе...
Ҡоштай осоп килеп еткәндә
Ҙур асылған моңһоу күҙҙәренән
Түгелде нур Талғат күҙенә.
— Тиҙ ҡайт!.. — тине, күҙйәшкә төйөлдө...
Тороп ҡалды, сәскә бирҙе лә...
Шул сәскәне егет юғалтманы –
Күкрәгендә тәңкләп йөрөттө.
Сәскә янды ҡуша окоптарҙа –
Дошман уты уны көл итте...
Йөрәгенә тамыр йәйгән шул гөл
Ҡайтты алып бына тамуҡтан.
Типмәй микән дарҫлап йөрәккәйе
Ҡыҙыйҙың да ошо минутта?!.
* * *
Ҡуна ятып эшләй ҡырҙа халыҡ —
Тирәклелә баҫыу ыҫтаны.
Тал сыбығы һымаҡ етһә буйға,
Ҡайҙа булһын инде ҡыҙ тағы?!
Ер һөрәлер йәки тырматалыр.
Ат ҡыуалыр, бәлки, сәсеүҙә.
Ир-атты был һуғыш ҡырсып алғас,
Ҡатын-ҡыҙ бит ҡалды мисәүҙә...
Донъя күркен күреп бара егет:
Их тыуған ер! Саңы, туҙаны!
Әрем әселе саф елен һулап,
Берләм юлдан тик бер уҙғаны!
Баҫыуҙар тын... Һөрөп ҡабартылған,
Тырматылған бер ни тиклеме.
Ай-һай ҡыйын! Ат һәм үгеҙ менән
Йырып сығыуҙары икеле!..
Бураҙнаның тойоп йылылығын,
Бармаҡтарын ҡарай батырып.
Тәрән генә... Оҙон был баҫыуҙы
СХТЗ һөргән, ахыры.
Бригадала ҡалған быйыл, тиҙәр,
Эшкашырлыҡ тик бер трактор.
“Запсас” юҡтан, тиҙәр, башҡалары
МТС-та шәңгеп тормаҡтыр...
Бына ыҫтан... Йорт бар ине ныҡтан —
Йәйләү күрке ошо тирәлә.
Ирҙәр бөткәс китеп,
Урыҫтарға
Һатып эскән, тиҙәр, түрәләр...
Ә хәҙерен һалам ҡыуыш рәт-рәт —
Биғәйни бер ауыл урамы!
Их, шулай ҙа егәр һабансылар
Һағыналыр ағас бураны!
Иркен ине. Йылы, күркәм ине.
(Ә ҡыуыш — хөрт... мыжғый талпаны.
Йоҡлағанда битең сыйып үтә
Кеҫәрткеһе йәки сысҡаны...)
Өйлә ваҡыт... Төшкө ашта ыҫтан:
Малай-шалай. Күберәк ҡатын-ҡыҙ.
Арыш ыумасҡайын тәмләртергә
Урталыҡта тора ҡаты тоҙ.
Ҡатыҡтары бары — ҡатыҡ ҡата,
Эй ҡатыҡлы арыш ыумасы!
Тик шыйыҡ шул... Икмәк тә бер һыныҡ...
Төйөрөмө күберәк булһасы!
Ит боҫлана ҡуна таҡтаһында —
Һарыҡ һуйған колхоз һабанға.
Ғилми бабай наҡыҫ ҡалъяларҙы
Ҡуна таҡтаһына һалған да:
“Кемгә был?” — тип төртә һәр өлөшкә...
(Арты менән баҫҡан бер малай:
“Фәләнсәгә” — тиһә, шул “фәләнсә”
Үҙ өлөшөн йәһәт ҡармалай...)
Икеләтә өлөш бар биш-алты —
Ике норма йөктө тартҡанға.
Икмәкте лә ала ике һыныҡ —
Ударниктар ҡыҙыл таҡтала!..
...Ҡуна ятып эшләү яҡлы халыҡ,
Ыумас эсеп дөйөм ҡаҙандан.
Тик ошо юл бер аҙ ҡотолдора
Ауылдағы аслыҡ-ҡазанан...
* * *
Сыуылдашып килеп күрештеләр,
Кереттеләр түргә һалдатты.
Ҡунаҡ көтөп ҡалған ҡалъяны ла
Әллә ҡайҙан Ғилми ҡарт тапты.
Ҡатындарҙың тамды күҙ йәштәре,
Фронт хәлен һорап, ыумасҡа.
Еткән ҡыҙҙар киткән һөйгәндәрен
Хәтерләне, баҫып баш аҫҡа.
“Күрмәнеңме унда атайымды?” —
Тип текләне ҡырыҫ малайҙар.
Барыһының табып күңелдәрен
Сыға алды хәлдән алай ҙа.
Әсе ине, әсе арыш ыумас...
Әрселмәгән борсаҡ бәрәңге...
(Бесән биреп алған уны колхоз
Урыҫтарҙан...) Иҙҙе зар йәнде:
Өммөгөлсөм тигән ҡыҙ барлығын
Белмәй ине һымаҡ бер кем дә...
Тик осраҡлы ғына әйтә һалды
Ғилми бабай, табын бөргәндә:
— Аш илтергә ине Өммөгөлгә, —
Төйәк ҡылған Ярыш баҫыуын.
Ватыҡ тракторын йүнәтәлмәй,
Көнө-төнө көйләп ятыуы...
“Тракторсы икән Өммөгөлсөм!” —
Дарҫлап типте егет йөрәге...
Тик шул мәлдә ҡупҡан бер ғәрәсәт
Иғтибарын ситкә һөйрәне:
Атын бороп, төшә ҡырандастан
Буҙарынған Ҡамсы-бригадир,
Сарылдатып яра бер малайҙы,
Ҡамсы тамған һайын ҡыҙа ир:
— Әйтмәҫһеңме, башҡа әйтмәҫһеңме:
“Болғау һатып түрә эсә”, — тип.
“Һабан аттарына болғау онон
Урыҫтарға илтте кисә”, — тип!
— Әйтмәм! Әйтмәм!...
Бер ырғыуҙа Талғат
Барып баҫты түрә ҡаршына.
Тартып алып саж-сож ут-ҡамсыһын,
Ярҙы үҙен...
Ҡайраҡ ташына
Ташлап,
Һабын тапап һындырҙы һәм
Утынлыҡҡа сүптәй бырғытты:
— Үҙ башыңа бәлә ҡунмаҫ борон,
Бригадир, ҡуй һин был холоҡто! —
Шыҡырҙатты тешен: — Ҡурҡаҡ ҡуян,
Тылда боҫоп үҙең ҡалғанһың!
Ҡулың барып ҡалай ҡайыҙлайһың
Яуҙа ауған һалдат балаһын! —
Тибергә лә итеп киҙәнгәйне,
Тотоп ҡалды, ярай, Ғилми ҡарт.
Ҡамсы ҡасты ҡарпып ҡырандасҡа —
Ауыл яҡҡа алып елде ат.
Тороп ҡалды янап яр һалыуы:
— Күрһәтермен әле “ҡуян”ды!
Һалдат тимәй ябып серетерҙәр
Етәкселек көсөн ҡыйғанды!..
Башын сайҡап, уфтап әйтте Ғилми:
— Ах балаҡай, кемгә киҙәндең!..
Ҡамсы барып тишһә Ҡабырғаға,
Һыңар таҡтаһына иҙәндең
Баҫтыртырҙар, тартып прокурорға...
“Халыҡ дошманы” ла итерҙәр.
Фронтовик тип һис тә торманылар —
Башын юйҙы шулай хаҡ ирҙәр...
Ҡулын ғына Талғат һелтәне... Һәм
Бабай менән, ығыш ат егеп,
Өммөгөлсөм һылыу ҡатарына
Ярыш яҡҡа китте хаҡ егет.
* * *
СХТЗ тигән тракторҙың
Ята ине майлы аҫтында,
Гайкаларҙы бороп, Өммөгөлсөм
Ҡара майға ҡатҡан “костюм”да...
Һын турайтты, тороп, тал сыбыҡтай.
“Костюм”ы ла ҡалай килешә!
Егет күҙҙәрен ныҡ ҡыҙҙырырға
Ҡыҙҙы биргән Хоҙай, мең йәшә!
Күҙҙәренең муйыл ҡаралығы
Баҡты тишеп егет йөрәген.
Таныны... тик... ситкә боролдо ҡыҙ...
Ҡул да бирмәй бирҙе кәрәген...
Һулышынан һалҡын боҙ ҡойолдо,
Өндәшмәне өнө килһә лә.
Иремәне,
Картер ябып егет
Тракторын көйләп бирһә лә.
Ултырҙы ла китте һабан һөрөп,
Бураҙналар барҙы бөрөлөп...
...Ҡырҡынсы йыл илап ҡалған ҡыҙҙы
Юҡтаны йән үлеп, терелеп...
“Ғәрип бәндә — ғәрле бәндә инде...
Ҡайырғандыр буш ең күңелен.
Их, белһәңсе, ҡыҙый, был донъяла
Мөхәббәттең еңдә түгелен!..” —
Ғилми бабай менән ҡайтты егет
Даңғор-доңғор ҡаты арбала.
Һүтелде ҡарт:
— Быйыл яҙын ғына
Харап булды ошо ҡыҙ бала.
Үҙем илткән мискә кәрәсинен
Яуыз йәндәр урлап киткәндәр.
“Үҙе урлап һатҡан Өммөгөл!” — тип,
Өсбармаҡты шаһит иткәндәр.
Эҙәрлекләй ине һылыуҡайҙы
Упалнамус-түрә Байсәләм...
Төрмә менән янап килгән уға
Һәм талаған ҡырҙа... Бар ғәләм
Белә быны... Ләкин упалнамус
Барыһын тиң бөттө ҡурҡытып.
Ил күҙенә ҡалҡып ҡарай алмай
Өммөгөлсөм йөрөй ут йотоп...
* * *
— Их!.. — түҙмәне егет, бабайының
Арбаһынан ҡалды ҡубынып. —
“Ташларғамы тапап бар донъяһын?
Иларғамы әллә һулығып?!.”
Килде алйып орлоҡ келәтенә —
Әсәһенең тартты йылыһы.
Бисә-сәсә орлоҡ ағыулауҙа —
Тын алырлыҡ түгел һауаһы.
Яулыҡ менән бәйләп ауыҙ-морон,
Һалдаткалар ғүмер ҡыҫҡарта.
Уйнап йөрөй һалдат балалары
Әжәл йотоп шул ыу-боҫлаҡта.
Ә бер малай ята ерҙә аунап
Уҡшый-уҡшый... Әсә һөйләнә:
— Ашатҡайным кисә “эт ҡойроғо”,
Ҡоҫа алмай шуны этләнә...
— Нимә ул? — тип һалдат аптырағас,
Аңлаттылар:
— Ул — тал бөрөһө.
Бешергәстен, ҡойроҡ кәкерәйтеп
Һыуҙа йөҙәлер һәр береһе...
Аслыҡ киҫкән үкһеҙ һалдаткалар
Шул бөрөнө барып йыялар.
Һәм өс тапҡыр һыуҙа ҡайнаталар —
Әсе ыуын өс ҡат йыуалар.
Һемергәстен ошо эт өйрәһен, —
Әллә ыуыҙ, әллә ыу ғына, —
Күрәһегеҙ: әҙәм ята аунап,
Сыға алмай әжәл яғына...
Һәм әсәһе шул саҡ сыңғылдатты
Аҫыулы бер һабан дөрәнен:
— Әхирәттәр! Ҡуйың мәлгә эшен! —
Көнлөк ризыҡ бүлеп бирәмен!
Эркелделәр... Әсәй ҡалаҡ менән
Бүлеп һала мысай күк онон.
— Әл дә, — тиҙәр, — ике ҡалаҡ он бар
Йәшәтергә башҡорт тоҡомон!..
Ике ҡалаҡ... Өйҙә биш балаһы...
Бере ята ана тартышып.
— Их Йәмилкәй, рәхәт һиңә яуҙа —
Күрмәйһең был тамуҡ ярышын... —
Шулай ти ҙә һылыу Йәмиләкәй
Улын ала ерҙән күтәреп...
Ҡиблалары түңкәрелгән Талғат
Сығып китә табан түңкәреп.
* * *
Килеп керҙе һалдат сельсоветҡа,
Совет власына күҙ терәп.
Әллә ниңә “совет” тигән һүҙҙән
Иркен һулай ине күкрәк.
Ҡабырға һәм үҙе Упалнамус,
Ҡамсыһы ла ҡарғый ҡырында.
Ҡамсы теҙгән хөсөт һүҙҙе яҙып
Зыҡ-ҡубалар рәсми урында.
— Әһә! — тине Ҡамсы.
— Вәт мас! — тине
Ҡабырғаһы. — Килдең ваҡытлы!
Упалнамус, ҡуйы ҡаш һикертеп,
Кереүсегә башын ҡалҡытты:
— Һин, фронтовик, сығып сама сиген,
Ташланғанһың ерле власҡа!
Совет власының хөкөмө киң —
Һин дә һыйырһың ул ҡоласҡа!
...Ауылдағы әрген, таҙ Байсәләм —
Упалнамус хәҙер — вәт бәлә!..
Совет власын ул үҙе итеп
Инанған ныҡ — шунда мәсьәлә...
Ҡарыулашыу ҡотһоҙ уның менән...
Еңелерәк унда — фронтта
Штык айҡап барыу атакаға!.. —
Иҫен йыйып хәтәр минутта
Китте сығып Талғат сельсоветтан,
Тап районға табан көйләне:
“Төпкөл ауыл ҡалай йәшәгәнен
Үҙ телемдән телеп һөйләрмен!”
* * *
Сәләм биреп хәрби комиссарға,
Теркәлгәстен “мирный” иҫәпкә,
Керҙе егет тура партияның
Райкомына хисап бирмәккә.
Үҙе кеүек яуҙан ҡайтмыш урыҫ —
Нәҡ беренсе йәғни сәркәтип,
Туҡылдатып ағас бер аяғын
Тыңлап бөткәс, сәмен сәсрәтеп,
Кәңәш бирҙе утташ ҡорҙашына:
— Бирешмә һин, бул ныҡ, түҙемле.
Берлин ҡапҡаһына атакаға
Барғандай той, брат, үҙеңде!
Ә ваҡ-сыбыр һине йөҙәтеүсе —
Ваҡытлыса! Кәрәк түҙергә.
Кеше юҡтан ғына кеше улар —
Ҡотолорбоҙ ҡайтҡас төҙ ирҙәр! —
Һәм ҡыуанып уның килгәненә,
Тар иңенә киң эш йөкмәтте:
— Белеп торам, ялмай йот-ялмауыҙ
Фронтҡа тигән изге икмәкте.
“Ҡомаҡ” юлын кәрәк йомғаҡларға —
Глубинкаға2 ҡайтып бул мөдир.
Һаҡлап ҡалһаң быйыл бар уңышты,
Булырһың, тим, ысын баһадир! —
Шуның менән егет ризалашты,
Мөдир булып ҡайтты ауылға.
Иген менән илең бәйләнешен
Һалыу кәрәк ине хаҡ юлға.
* * *
Ауыл мәсетенең киң күләмен
“Глубинка”-келәт ҡылғандар.
Иҙәненең шыплап ярыҡтарын,
Ишегенә йоҙаҡ һалғандар.
Йәй буйына Талғат әҙерләне
Шул бинаны яңы игенгә.
Бер бөртөгөн ҡоймай урып алып,
Оҙатырға фронт тигәнгә...
Көҙ ҙә килде. Бойҙай башаҡтары
Ураҡ тойоп түбән эйелде.
“Глубинка”-мәсет иҙәненә
Көнө-төнө иген өйөлдө.
Ҡабырға һәм Ҡамсы, Өсбармаҡтар
Йышлаттылар бер саҡ эҙҙәрен.
Егет ҡылын сиртеп ҡаранылар:
Тондортмаҫмы нәфсе күҙҙәрен?
Гәрәбәләй эре, саф бойҙайҙы
Юлландыртһаң төндә баҙарға,
Аҡса керһә һайрап кеҫәләргә —
Булыр ине ожмах таҙҙарға!
Ҡыланғандар шулай быға тиклем —
Бойҙай һатып эсеп ятҡандар.
Ябай халыҡ астан ҡырылғанда,
Затлы тауар тейәп ҡайтҡандар...
Тел төптәрен яҡшы төйөрөмләп,
Өс тағанды егет ауҙарҙы:
— Тоҙтүбәнең тоҙло төрбәһенән
Табырһығыҙ, — тине, — баҙарҙы! —
Тибеп ҡалды хатта арттарына,
Ҡабырғаға тиклем тәкмәсте...
Йоҙроҡ төйөп улар төйнәлделәр
Түңкәрергә ипһеҙ “әтәс”те.
* * *
Ил байлығын икәү һаҡланылар:
Ғилми бабай — төнгө ҡарауыл.
Имен генә иген ыратҡанда,
Телгә килде кинәт бар ауыл:
“Тотолғандар төндә яһил бурҙар —
Һатып ятҡан фронт икмәген.
Райпрокурор үҙе алып киткән
Боғалаҡлап төп бур икәүһен”.
Кем һуң улар?
Улар — Талғат, Ғилми —
Ҡулһыҙ һалдат менән аҡһаҡал.
“Ҡарауыл һәм мөдир, бер булышып...
Атҡарғандар үтә тәүәккәл”...
Тәүәккәл шул...
Сөнки ул бойҙайҙы
Өсбармаҡ һәм Ҡамсы урлаған.
Талғат менән Ғилми аҙбарына
Илтеп һалған – мәкер ҡармаған...
Ә Ҡабырға, ҡыҙыу эш йүгертеп,
Прокурорға хәбәр еткергән.
Мөдир, ҡарауылды тентетергә
Район әһелдәрен килтергән.
Ике ҡапсыҡ бойҙай менән ҡуша
Алып киткән улар икәүҙе.
Шул китеүҙән Ғилми һеңеп ҡалды...
Эҙ юғалтты Талғат шул йәйҙе...
III бүлек
Тоҙтүбәнән Талғат тоҙ сығарҙы
Тиргә мансып тәрән шахтала.
Өс йыл буйы тоҙға һеңешкәндәй
Һеңмәһендәр ине башҡалар!..
Белгәнгәме икән техниканы,
Булғанғамы әллә фронтовик,
Вагон йөрөтөүсе итеп уны
Беркеттеләр, еңел эшкә, тип.
“Еңел”е лә уның шундай “еңел” —
Теҙген тартып алйый һыңар ҡул.
Ашауы ла — “бикле фронт” нормаһы...
Көнө-төнө янда ҡарауыл...
Үлеүҙәре бары фронттағыса —
Йығылырың белмәй бараһың.
Тоҙ түбәһе түҙем аңдып тора
Йәшәү менән әжәл араһын.
Көтмәгәндә түбә әүшәрелә —
Тоҙға һеңә әҙәм балаһы.
(Күҙ йәшенең тоҙо булып ҡата
Кемдең күҙҙәренең ҡараһы?..)
Ә шулай ҙа өс йыл йыйҙы егет...
“Үрнәкле” тип эше танылды.
Срогынан элек сығарҙылар
Ер аҫтынан улын ауылдың.
Ултырып уҡ Ташкент поезына,
Ҡайтып бара бына сәләмәт...
...Киткән саҡта район төрмәһендә
Булғайны бер серле ғәләмәт:
“Бик шәп һылыу “сирткән” ауылыңдан
Бер күрергә һине!” — тинеләр.
Инәлһә лә күпме илай-илай,
Индермәгән ҡыҙҙы шиклеләр.
“Передача” ғына тапшырылды:
Мысай тәбә, бер баш ҡорот ине.
Ә яҙыуын көрмәп юғалттылар —
Сәләмдәргә һаран йорт ине...
Белмәй китте ҡыҙҙың ул кемлеген,
Маңлайына моңһоҙ тай тибеп...
Борһалана хәҙер: ”Берҙән-бер йән
Бар ине бит... ул бит... һай, егет!..”
Күҙ алдында теге яу сыҡҡан йыл...
Бәүелеүе хәрби арбала...
Илай-илай уға осоп килеп
Сәскә һонған сихри ҡыҙ бала...
“Өммөгөлсөм! Ул бит Өммөгөлсөм! —
Елдерт, поезд, елдерт тиҙерәк!
Таш яуһа ла, табып күрешергә,
Серләшергә күҙгә күҙ терәп!
Хаин һалған көсләү хурлығынан
Алырмын мин, тартып алырмын!
Ҡанһыраған йөрәк яраһына
Йөрәгемде ярып ябырмын!
Сәскә генә бит ул йәнем өсөн
Мәңге саф һәм мәңге балҡышлы!”
...Муйыл күҙле көтөп алыр төҫлө,
Һирпеп ташлап зарлы һағышты...
* * *
Ҡайтып төштө Талғат ауылына
Иҫләмәҫтән — күптәр көтмәҫтән.
Иҫләгәндер уны тик әсәһе
Һәм көткәндер өмөт өҙмәҫтән.
Килеп ләкин улдың инеүкәйен
Ҡаршыланы әжәл-түшәктән.
Күҙен генә бер тултырып ҡарап,
Йәнен бирҙе бер һүҙ әйтмәҫтән...
Осло бысаҡланып, йөрәгенә
Һуйып керҙе сикһеҙ был ҡаза.
Көткән ҡыуаныслы ҡауышыуҙы
Алмаштырҙы ҡәбер, йыназа...
Әсәй ҡәберенең тупрағына
Усын һалып өнһөҙ ултырҙы.
Ҡаршыһында ғына икенсе гүр —
“Өммөгөлсөм” тиеп уҡылды...
Был ни ғиллә?! Ниңә Өммөгөлсөм?!.
Аңлай алмай егет бер нисек.
Был исем бит берәү генә ине...
Яҙыуы ла яңы... Сер сисеп
Ярып кергәс йәнгә мәғәнәһе,
Салҡан ауҙы егет ҡысҡырып.
Ике усын ике гүргә ябып
Юйҙы иҫен...
Фәҡәт кисҡырын
Ауа-түнә сыҡты зираттан ул.
Танһыҡ йортҡа тура атланы.
Өммөгөлсөмөнөң әсәһенән
Һорашмайса сара тапманы...
* * *
Теге көҙҙө ҡырҙа эштәр бөтөп,
Иген шылғас дәүләт-келәткә,
Мысайы ла илгә аҙ эләккәс,
Аслыҡ гиҙгәс эҙләп һөйәркә,
Упалнамус киткәс бынан ҡайтып,
Донъя ҡалған һәптән өсәүгә.
Һәм өс таған мутлы һүҙ ҡуйышҡан
Әйләнергә “төнлөк кейәү”гә:
Сиратлашып, һалдат ҡатындарын
Берәм-берәм “һәрмәп үтергә”...
Упалнамус үткән юлдан башлап
Китергә, тип килгәс фекергә,
Шыбаға, ти, тирләп тотошҡандар...
Өсбармаҡҡа сыҡҡан юл башы.
Өммөгөлсөмгә ул ябырылған,
Һаҡҡа ҡуйып ике юлдашын.
(Был төн әсә өйҙә юҡ саҡ булған...)
Бөгалмағас талды Өсбармаҡ,
Теге икәү баҫып кергән өйгә...
Ғәрлегенән йәнен йомарлап
Өммөгөлсөм ап-аҡ хур күлдәктә
Борам тауға сығып йүгергән.
Мәсхәрәнән әжәл татлыраҡ, тип,
Текә ярҙан һыуға һикергән...
Һөҙөп ярға иртән сығарғандар
Һылыуҙы — тик инде һуң булған...
Нәүбәттәге ҡәбер таш битенә
Нәүбәттәге ядкәр уйылған...
* * *
Ятты ҡайтып Талғат ятағына,
Тапма тапҡан тәндәй ҡалтырап.
Ә шкафтан баҡты скрипкәһе,
Татлы хыял һымаҡ ялтырап.
Ярым өнлө, ярым төшлө көйө,
Үткәндәре килде алдына.
Әсәһе һәм һылыу Өммөгөлсөм
Скрипкә һалды ҡулына.
Ҡулһыҙ көйө лә ул –ҡуллы имеш,
Йөрәккәйе тулап-талпына.
Үҙәккәйен өҙөр моң ҡылдарын
Тибрәтергә йәне алҡына.
Ышҡылтаһын ышҡый Өммөгөлсөм,
Әсәй баҫа нескә ҡылдарға.
Талғат үҙе шөңгөр күкрәгенән
Сихриәтле моңдар сығара.
Күктәргә бер аша тылсымлы моң,
Ерҙәргә бер таша түгелеп.
Илау килә әллә һулҡылдаған,
Өзләү өҙә әллә күңелен...
Үҙе, имеш, Талғат моң шишмәһе —
Скрипкә икән ул үҙе!
Оҙон көйгә һыҙылып уянды таң,
Тулҡынланды моңдар диңгеҙе!
Күкрәгенән таша, урғылып, моң...
Скрипкә тыңлай кәштәлә...
Өммөгөлсөм тигән тылсымлы көй
Йырҙарына илдең өҫтәлә!
Йәне һыҙлап, буҙлап барған килеш,
Борам тауға барып ул менде.
“Өммөгөлсөм” осҡан текә ярҙың
Сите ялҡынланып кителде.
Күкелдәне кәкүк туғайлыҡтан,
Ботаҡ бөгөп былбыл тирбәлде.
Ҡарпынылар һыуҙа аҡ ҡормандар,
Ҡамыш һайын ел йыр елгәрҙе.
Һыйыр һаумыш, көтөү ҡыумыш йәндәр
Эшен ташлап килде арбалып.
Борам тауҙың һырып итәгенә,
Гүзәл йырҙы йотто бар халыҡ.
Һәм күсте йыр ауыл сәхнәһенә,
Ауылынан осто ҡалаға.
Ә бер заман Өфө радиоһы
Яңғыратты бөтә донъяға:
Талғат тигән моңло йән барлығын
Йырҙарынан тыңлап белделәр.
Йылдар үткәс, “халыҡ йырсыһы” тип
Данлы исем уға бирҙеләр...
Хушлашыу
Баш ҡаланың иң ҙур һарайында
Концерт бара. Баҫыр урын юҡ.
Мин саҡ керҙем. Ишек төбөндәрәк
Ултырттылар, биреп урындыҡ.
Моңдар һуҙа данлы ауылдашым —
Күкрәк тулы халыҡ моңдары.
Һуңғы өлөшөндә концертының —
Үҙе яҙған шөңгөр йырҙары.
Бер илата, бер көлдөртә илде —
Йөрәктәрен сихри сыңрата.
Паганини һымаҡ, бөтөн залды
Бер ҡылында ғына уйната.
Хушлашырға етте бына ваҡыт...
Иңрәүҙән йән әммә туйманы.
“Өммөгөлсөм” йырын бөтөн ғаләм
Аяғөҫтө баҫып йырланы...
28.07.1950. Сәнкем-Биктимер.
18.11.1951. Ырымбур.
ҠУРАЙ ҺӘМ ТУЛҠЫНДАР
Мачталарҙың башын күмеп
Урғылғанда упҡындар,
Матрос бескозыркаларын
Кейеп китә тулҡындар...
Матрос йырынан.
1
Мин йәш кенә матрос инем әле
Балтикала — Хәрби флотта.
Беҙҙең карап тулҡын яра ине
Сал диңгеҙҙә — алыҫ походта.
Ҡарт мичманды — һуғыш ветеранын
Сирләп киткән ҡапыл, тинеләр.
Командирҙан алып юнгағаса
Ҡаһармандың хәлен белделәр.
Флоттың иң оҫта хирургы --
Ханым сыҡҡан, тиҙәр, ярҙамға.
Гидросамолетта осоп килеп,
Ауырыуҙы тейеш ҡарарға.
Был ханымды белә командирҙар, —
Уҙған, ти, ул Ватан һуғышын.
Академияла уҡып, ҡабат
Флот менән үргән яҙмышын.
Алтын ҡулы бик күп ғүмерҙәрҙе
Алып ҡалған “теге донъя”нан.
Күптәргә ул бәхет килтергән, ти.
Тик үҙ бәхеткәйе булмаған...
Аҡҡоштай саф көйө һайлаған ҡыҙ
Йәрһеҙлеккә тиңдәш яңғыҙлыҡ...
“Тап беҙҙең дә мичман ағай кеүек!..”
Тип уйлайым эстән, йән һыҙып.
Мичмандың да, хирург ханымдың да
Яҙмыштары икән бер төрлө.
Һөйгән йәрен күмгән һыуға тама
Мичмандың бит күҙ йәш бөрсөгө...
“Похоронка” тигән ҡара ҡағыҙ
Тыуған илгә күпләп яуғанда,
Мөхәббәтен, тиҙәр, хирургтың да
Убылдырған, Урал ауғандай.
Десант отрядында юғалтҡан ҡыҙ
Өҙөлөп тә һөйгән бөркөтөн...
Дошман йөрәгенә ауһын өсөн
“Похоронка” ҡатыш көл-төтөн,
Бөркөт булып аҡҡош атылған, ти,
Йәрен йолған диңгеҙ-флотҡа.
Шунан бирле башы яңғыҙ ҡалып,
Яна икән һылыу зил-утта...
Исеме кем икән был һылыуҙың,
Их, беләһе ине, беләһе!..
...Легендалар өнгә ялғана ла
Ялҡынланып яна йөрәгем.
“Һуғыш ветераны ағай ҙа бит
Яңғыҙ бөркөт, — тиеп уйлайым. —
Бөркөт менән бөркөт ос(о)рашһа,
Ялҡын саңҡыр ине, моғайын!..”
2
Яҡташ бит ул миңә Рәхим ағай —
Икебеҙ тиң мәғрур Уралдан.
Ул йығылһа, Урал ауыр төҫлө —
Йөрәгемә йәне уралған.
Лазаретҡа керҙем йәнем көйрәп...
Тынып ҡалдым башы осонда.
Еҙ көпшәне ҡырҡып яһап алған
Ҡурай ине ҡырыҫ усымда.
Ялҡынымды тышҡа урғылтырға
Яйын таба алмай торамын.
Хирург ханым, мичман яҙмыштарын
Ҡауыштырып хыял ҡорамын:
“Оя үрә бына ике бөркөт —
Мөхәббәттән ғорур турайған.
Балтиканың бейей сағылдары,
Бейегерәк ырғып Уралдан!..”
Хәлһеҙ ҡулын һоноп, Рәхим ағай
Эргәһенә мине саҡырҙы:
— Урал һәр саҡ Урал булып ҡалыр,
Ә беҙ унһыҙ — ниндәй батырбыҙ?!
Матростың да ерҙә бар тамыры.
Тамырыңды, ҡустым, ҡырҡтыртма!
Уралым, тип үлә был “ҡарт мичман” —
Ошоно һин мәңге онотма!
3
Рәхим ағай ап-аҡ йүргәгенә
Көрәк ҡулын ҡырыҫ ҡаушарҙы.
Диңгеҙ тоҙо һеңгән ошо устар
Алып сыҡты уттан Ер-шарҙы.
Юҡ, йәҙрәләр атыу өсөн генә
Бирелмәгән ҡөҙрәт матросҡа.
Салғыһын да тотҡан һәм сәйен дә
Бешергәндер, һалып баҡрасҡа.
Тыуған ерҙең усаҡ төтөндәрен
Хәтерләйҙер йәшлек төндәре.
Саҡма тояҡ тайҙар ялын услап,
Онтағандыр Урал иңдәрен...
Ошо ҡулдар Урал ҡурайҙарын,
Ҡырҡып алып, көйләп тартҡандыр.
Тәфтиләүҙәр үртәп киткән ергә
Был ҡулдарҙан ырыҫ артҡандыр.
Тик... ни өсөн бында — тулҡындарға
Ғүмеркәйе ҡалған уралып?
Урал урағынан артыҡ күргән
Балтиканың дәһшәт ҡоралын?..
4
Легендалар йөрөй Балтикала
Урал улы — матрос турында.
Атакаға ирҙәр күтәрелгән,
Ҡанатланып уның йырынан.
Һөйгән ҡыҙы булған — Гөллирәкәй,
Бергә барған намы десантта.
Дошман ярҙарына, йәҙрәләтеп,
Уның өсөн матрос үс атҡан.
Күмелгәндәр улар күк йәйғорға —
Балтиканың тәрән төбөндә.
Ошо хаҡта беҙҙең йөрәктәрҙе
Ашҡындыра йырҙар бөгөн дә.
Кем икән ул батыр — серле матрос?
Кем икән ул серле Гөллирә?
Улар өсөн ниңә был көндә лә
Матрос йөрәктәре тилерә?
Ошо хаҡта янып йөрөйөм мин,
Һорарға бер шуны уйлайым:
Батыр матрос менән Гөллирәне
Рәхим ағай белә, моғайын.
Рәхим ағай ҙа бит — Балтиканың
Десанттарын башлап барыусы!..
Күҙҙәремде йомам...
Ул — мин, имеш...
Шул десанттың яугир матросы.
5
Бына мине күкшел Уралымдан
Гөллирәкәй яуға оҙата.
Һалҡын диңгеҙ керә араларға...
Йөрәгемде нәфрәт ҡуҙлата.
Ант итәмен ҡарап сал ярҙарға:
“Фашизмды тапап-емерәм!
Ҡайталмаһам, илгә Еңеү ҡайтыр,
Хуш бул, Урал, хуш бул, Гөллирәм!
Һуңғы һулышҡаса һуғышырға,
Яу ҡырырға һеҙгә һүҙ бирәм.
Ҡайталмаһам, илгә Намыҫ ҡайтыр,
Хуш бул, атам-әсәм, Гөллирәм!
Артҡа сигенмәйсә ырғылырға,
Ут булырға изге һүҙ бирәм.
Ҡайталмаһам, илгә Хаҡлыҡ ҡайтыр,
Хуш, ауылым, хуш бул, Гөллирәм!
Дошман утын күкрәк менән ҡаплап
Һүндерергә, илем, һүҙ бирәм.
Коммунист тип мине иҫәпләгеҙ,
Хуш, Ватаным, хуш бул, Гөллирәм!”
Ҡуямын мин шулай үҙ-үҙемде
Десантсылар янған йылдарға.
Ҡурайымдың осо мөлдөрәмә, —
Тулышҡандыр туған моңдарға.
Тыуған ерҙең һомғол сағылдары
Штыкланып күҙгә сағыла.
Хатта ерем, нәфрәт менән дөрләп,
Һөңгө тоҫҡай дошман яғына!
6
Юҡ, мин әле торам лазаретта.
Легендалар аша үрт йотам.
Урал ҡыҙы, Урал улдарының
Утлы шәүләләрен уятам.
Легендалар йөрөй Балтикала:
Ҡыҙыл флотсы ҡыҙ — Гөллирә...
Десантсылар һәр саҡ әйтер булған:
“Гөллирәкәй беҙгә көс бирә!”
Атакаға ҡыйыу ырғылырға
Егет йөрәктәрен ут иткән.
Матрос яраларын бәйләгән ул,
Дошманды ла күпләп юҡ иткән.
Эҙләгән ҡыҙ Балтик буйҙарында
Ғәйеп булған һөйгән егетен.
Тулҡындарға ҡарап йырлаған ул:
“Ишет мине, ишет, бөркөтөм!”
Йырын уның диңгеҙ төптәренә
Убып торған уҫал упҡындар.
Бескозыркаларҙы ғына ҡыҙға
Тәгәрләткән сап-сал тулҡындар...
Легендалар йөрөй Балтикала:
Гөллирәкәй көткән бөркөтөн.
Намы менән уның дошман ҡырған,
Мөхәббәтен йәнгә беркетеп.
Ҡыҙ үҙе лә сап-сал тулҡындарға —
Легендаға кереп күмелгән...
Заятүләк менән Һыуһылыуҙай,
Бер-береһе өсөн өҙөлгән...
Уйлайым мин, моңдар һулайым мин —
Аҡ лазарет моңға туп-тулы.
Рәхим ағай, услап ҡурай осон,
Ут өргәндәй миңә был юлы:
— Ҡарт мичманмын... Ятам аҡ йүргәктә...
(Күкрәгемдә ярсыҡ ҡуҙғалған...)
Мыйығыма, һырлы маңлайыма
“Диңгеҙ бүреһе” тип яҙылған...
Уйлама һин: Урал тартмай мине...
Ҡалай тарта — илап үлерлек!
Балтиканың тоҙло ҡосағына
Урал өсөн бирҙек ғүмерҙе...
Күмәк инек, һиндәй еләк инек —
Йыйылдыҡ беҙ бөтә киң илдән.
Тыуған еркәйҙәге тамырҙарҙы
Ҡурсыныҡ беҙ тороп диңгеҙҙән.
Һөйә белдек, һөйөп үлә белдек...
Диңгеҙ булды беҙҙең “һуңғы өй”...
Илгә ҡайтһаң, ҡустым, мен Уралға,
Беҙҙең өсөн, ятып, ерҙе һөй.
Мең йылға тип сығып китмәнек беҙ,
Һуғыш сыҡҡас, булды мең йылдай...
Ә шулай ҙа, йомһам күҙҙәремде,
Шәм-уттары илдең йымылдай...
7
Рәхим ағай, услап ҡурайымды,
Хәлһеҙ генә бер моң көйләне.
Ҡарт мичмандың утлы күкрәгенән
Урал моңо йәнде биләне.
Бөтәһе лә бергә тулышҡайны
Саҡ-саҡ ҡына сыҡҡан тауышта:
Зәңгәр күк һәм ап-аҡ йәйге томан,
Ҡараңғы төн, йәшел ҡамыштар.
Һандуғастар сазы, торналарҙың
Сылбырланып сыңрап ҡайтыуы.
Яғалса тау, Рапат, Ирәндектән
Ай ҡалҡыуы, Ҡояш батыуы.
Бөтәһе лә бергә гөжләй ине —
Тыуған ер һәм тоҙло сал диңгеҙ...
Иҫтәремә төшөп Ирәмәлем,
Баҫып торҙом өнһөҙ һәм тынһыҙ.
Нескә ҡылдай сыңрау ҡурай моңо,
Ут ҡапҡандай, ҡыурап өҙөлдө.
Йәш матростың күҙе сыланыуын
Ҡарамай ҙа ағай һиҙенде.
Тыны бөтөп һалды еҙ ҡурайҙы.
Өндәште ул:
— Беләм, бик ауыр.
Тыуған ерҙе, өҙөлөп һөйгән йәрҙе
Юҡһына ла һыҙлай был бауыр.
Һине ләкин көтә, көтә унда
Аҫыл йәрең — илгә ҡайтырһың!
Улар өсөн бында ут йотҡанды
Ҡурайыңа һалып тартырһың.
Ата-бабанан ул ҡалған йола —
Ил сигендә илде ҡурсылау.
Ватан өсөн бында баш һалғанға,
Имен тора йыр һәм йырсылар!
Әсәләр бит беҙҙең кендектәрҙе
Ялҡын менән киҫкән яуҙарҙа.
Башҡорт яраһының әрнеүҙәре
Һулҡый беҙ ҡойонған һыуҙарҙа.
8
Рәхим ағай утлы уйҙарынан
Дары кеүек дөрләп ҡабынды.
Йөрәк тәңгәлендә ҡырған ярсыҡ
Йөрәгемә, гүйә, абынды.
Графиндан ҡойоп һыу эсергәс,
Ятты оҙаҡ өнһөҙ, ҡуҙғалмай.
Лазареттың ап-аҡ түшәменә
Баҡҡан килеш тынды, күҙ алмай.
Сығып китергә мин талпынғайным,
Ҡулын һоноп ҡапыл туҡтатты.
Барлай-барлай алыҫ үткәндәрен,
Йөрәк моңо менән һүҙ ҡатты:
— Их ҡустыҡай, туған телкәйемдә
Һуңғы тапҡыр, ахыры, һөйләшәм!
Күпме һүҙҙәр ҡалған әйтелмәйсә...
Һин — йәш әле... Һинән көнләшәм!..
Һин — саф әле. Әйтер һүҙҙәрең күп,
Көндәрең күп уны әйтерлек.
Минең һүҙем — Ҡояш ҡолағына
Алҡа элеп кенә китерлек...
Һуғыш сыҡты, флот яуға ҡупты.
Уҡмаштыҡ беҙ бергә ҡоростай,
Дуҫлыҡ беҙҙең — Ватан-ил ҡоралы --
Дошмандарҙы сапты ҡылыстай.
Ил маршына типте беҙҙең йөрәк
Дошмандарға ҡаршы барғанда.
Евдокимов Петро ине минең
Йән дуҫҡайым ҡанлы яуҙарҙа...
Үлгәндә лә әсәй һәм йәрҙәрҙең
Мөхәббәте менән яҡтырҙыҡ.
Яуҙа ауған ғәзиз дуҫтарҙы беҙ
Яҡтыһына шуның ятҡырҙыҡ...
9
“Ә ниңә һуң, ниңә, — тип уйлайым, —
Һуғыш бөткәс илгә ҡайтманың?
Ҡулдарыңды арыш баҫыуында
Бураҙнаға һалып ятманың?
Һабантурғайҙарҙың сыңрауына
Ҡайраманың ҡарлау-ҡырғыңды.
Һылыуҙарҙың йөрәк моңдарына
Сорнаманың ярһыу йырыңды.
Һин булмағас, бәлки, ил таңдары
Һүрәнерәк булып атҡандыр.
Бер һылыуҙың йомшаҡ мендәренә
Ай нурҙары ғына ятҡандыр...” —
Йәнем әрнеп, шулай уйлайым мин,
“Диңгеҙ бүреһе”нең ҡырында.
Рәхим ағай һиҙә: минең йөрәк
Урғылырға тора йырындай...
— Беҙ йәрҙәрҙең күҙ яуҙарын, ҡустым,
Кәнфит биреп кенә алманыҡ.
Йөрәктәргә терәк йөрәктәрҙе
Фиҙа ҡылып йәнде яуланыҡ!
...Ҡала ҡыҙы килде ауылҡайға —
Атаныҡ беҙ, һөйөп, “Һыуһылыу”.
Заятүләк шуға булыу өсөн,
Һәй, ҙур ине илдә ымһыныу!
Ауыл клубына мөдир булғас
Һыуһылыуҡай — оҙон толомҡай,
Толомдары егет йөрәктәрен
Сырмаланы ебәк болоттай.
Гармундарҙың көмөш телкәйҙәре
Һулҡылданы көн-төн ниңәлер:
“Һыуһылыуҡай — оҙон толомҡайҙың
Күҙкәйҙәре кемгә төбәлер?..”
Колхоз клубына, хәтерләйем,
Беҙ радиоалғыс ҡайтарҙыҡ.
Ул йылдарҙың ысын мөғжизәһе
Хайран ҡылды йәш һәм ҡарттарҙы.
“Комсомолдар беҙҙе алдайҙыр” тип,
Ҡапшай улар серле ҡумтаны.
(Йәшеренеп шунда берәй бәндә
Ләпелдәй, тип улар уйланы...)
Эй сабыйлыҡ!..
Ил вәкиле булып,
Баш ҡалаға барып һөйләгәс, —
Тылсым ҡумтаһынан Бөкөрө Ғилман
Ауылдаштар исемен “сөйләгәс”,
Арбалдылар тамам ил ҡарттары,
Тәбрик яҙҙы улар Мәскәүгә...
Клуб мөдиребеҙ Һыуһылыуҙы
Күмде ауыл ҡәҙер-хәстәргә.
“Былай булғас, Совет дошмандары
Һуҙа алмаҫ ҡулын!” — тинеләр.
(Гитлер фашизмы көсәйеүен
Зирәк заттар белә инеләр...)
Көнбайышта болот ҡуйырыуын
Хәбәр ҡылды бер көн Левитан:
“Комсомол шеф булған флоттарға
Ҡыйыу егеттәрен ил көтә!”
Һыуһылыуҙың нурлы күҙ ҡарашы
Һөйҙө мине был кис ниңәлер...
Бейегәндә ҡулға-ҡул тотошһаҡ,
Эҫеле-һыуыҡлы киләбеҙ...
Гөртләп китер дары ине һауа,
Ялҡын ине беҙҙең таҡмаҡтар.
Һыуһылыуҙы өйгә оҙатҡас та
Бейей ине минең аяҡтар...
Үҙебеҙҙең осҡа боролғанда
Офоғона аҡ Ай ауышты.
Ирәмәлгә тейеп сыңрап китте
Һыуһылыуҙың талир тауышы:
“Комсомолдар клубта,
Хат яҙалар флотҡа.
Ҡыҙыл флот булған йәрем,
Көтәм һине, онотмам!..”
.........................................................
Иртәгәһен беҙҙең хәлебеҙҙе
Үҙәк өҙгөс йырҙар килтерә:
“Диңгеҙҙәргә китә Заятүләк,
Һыуһылыуҡай шуға тилмерә!..”
...Ҡыҙыл флотсыһын оҙатҡанда,
Асманда Ай шундай йәш ине!
Ҡамыш керпек ҡайыған күҙкәйҙәрҙә
Мөлдөрәмә тулы йәш ине...
10
Рәхим ағай ауыр һулыш ала...
Тулҡын кеүек бәүелә күкрәге.
Лазареттың ап-аҡ простыняһын
Йомарлаған йоҙроҡ-көрәге.
Ә мин иһә моңло хикәйәттең
Дауамдарын төптән кисерәм.
Күҙ алдыма йәҙрә олоуҙарын,
Десант төшөүҙәрен килтерәм:
“Ура! Ура!” —
Баҫҡынсыны ҡыра
“Ҡара әжәл” валы, боғаҙлап.
Көбәк менән көбәк күҙ текләшә,
Ике донъя үсен йомарлап.
“Алға, братва! Тыуған ил хаҡына!” —
Күкрәк киреп Рәхим йүгерә.
Таҫмалары әйҙәй атакаға,
Байраҡ һымаҡ елгә елберҙәп...
Рәхим ағай ҡыҙыу башымдағы
Хыял утын кинәт һүндерҙе:
— Хаҡ яҙмаһын һеҙгә күрергә, тим,
Десант төшкән ҡара төндәрҙе...
Еңел түгел, ҡустым, ер яныуы,
Күҙҙе өтөп диңгеҙ яныуы.
Төштәремә керә офоҡ аша
Уфтаныуы Урал тауының...
Беҙҙең еңеү, беҙҙең егетлектәр
Күктән генә килеп төшмәне.
Уның өсөн утта һәм һыуҙарҙа
Ең һыҙғанып Хаҡлыҡ эшләне!
Уның өсөн кәрәк булды беҙгә
Ҡотолорға һыҡтау-өрәктән.
Ҡаһарманлыҡ тигән ҡорос яугир
Ярып сыҡты беҙҙең йөрәктән!
11
Донъяла бар, ҡустым, хәтәр әмер:
Төнгө десант дошман ярына!
Йәшермәйем: бындай минуттарҙа
Күңелдәргә һағыш һарыла.
Һығып ала йәнде ул яһилдай,
Автоматһыҙ телә йөрәкте...
Бына кемдер, таныш көйгә мансып,
Таныш йырға өҙә үҙәкте:
“Их, ауыр шул упҡындарҙа
Дуҫтарҙы ҡалдырыуы.
Матростарға мавзолейҙы
Кильватерҙан ҡороуы...
Мачталарҙың осон күмеп
Урғылғанда упҡындар,
Матрос бескозыркаларын
Кейеп китә тулҡындар...”
Туҡта, был ни? Ниндәй әсе көлөү?
Әжәл еңгес көлөү тауышы! —
Парторгыбыҙ Петро Евдокимов
Сигендерҙе матрос һағышын:
“Кем ул бында сорнай осһоҙ моңға?!
Десантта юҡ хәсрәт тоҡсайы!
Упҡындарға атып фашистарҙы,
Хөрмәтләйбеҙ фриц хоҙайын!
Фашисҡа ер кәрәк булған, тиҙәр,
Фюрерына бүләк итергә.
Шуға күрә, ерҙе эҙләп уға
Һыу төбөнә кәрәк китергә!
Һыу аҫтында, ай-һай, ер күп унда
Яңы “рейх” төҙөп ятырлыҡ.
Теләктәрен, дуҫтар, теүәлләйек,
Гитлерын да шунда батырып!”
Яугир гавань иңен тетрәтә
Матрос көлөүе, көр яңғырап.
Парторгыбыҙ төрткән үс үртенән
Карабыбыҙ тора ҡалтырап!
12
Рәхим ағай!
Бөгөн йөрәк башым
Факел һымаҡ дөрләп ҡабынды.
Легендалар ҡапыл өнгә килеп,
Яу ҡырына ҡаным яғылды.
Ул десантсы матрос — мин инем бит!..
Керҙем утҡа — Урал бөркөтө...
Шул уҡ төндә башҡа бер десантта
Урал һылыуын да ут өттө...
“Похоронка” күмде ике өйҙө —
Ҡалала һәм аулаҡ ауылда...
Әйтерһең дә, бөгөн лазаретҡа
Тулды кереп бөтә яу йылдар...
Легендалар, изге легендалар!
Кем йөрәге һеҙҙе тыуҙырҙы?
Беҙҙең ҡурайҙарҙың үҙәгенә
Үҙәк өҙгөс итеп тултырҙы?
Һөйләүселәр һәләк була барған,
Һөйләүҙәре ҡалған быуынға.
Бөгөн дә бит шашып йырлай диңгеҙ
Гөллирә һәм Матрос турында!
Икеһенең, тиҙәр, исемдәре
Валундарға соҡоп яҙылған.
Шул таштарға килеп ҡуна икән
Ике бөркөт йыл да, яҙ булһа.
Ишетелә, имеш, Балтикала
Ирәмәлдең ғорур саңҡыуы...
Ниңә, ниңә һаман самолет юҡ,
Хирург ханымдың юҡ саф ҡулы?!.
Ҡотҡарырға ине ҡарт мичманды,
Ҡотҡарырға ине ханымды.
Ерҙә улар ниңә яңғыҙ ҡоштай —
Ошо ҡайғы өтә ҡанымды...
...Амурғаса алып киткән ҡыҙҙы
Санпоездың ҡорос юлдары.
Госпиталдә оҙаҡ ятып сыҡҡас,
Алыҫ Көнсығышта булған ул.
Һәм эләккән Тымыҡ океанға,
Хирург булған, уҡыу тамамлап.
Ауылдан һәм Балтиканан һаман
“Бөркөтөң юҡ...” — тиеп алған хат...
Йөрәгенә йомоп ҡайғыларын,
Тол аҡҡошҡай оса һауала.
Ҡаңҡылдап бер ергә ауыр өсөн,
Болоттарға инеп юғала...
Шуның һымаҡ, беҙҙең һылыуҡай ҙа
Эш тауҙары менән күмелгән.
Ғүмеркәйен илгә бирә-бирә,
Аҡҡош йыры уның һүрелгән...
Уйлап ҡараһаң, шау легендалар
Тыуа икән тыныс яуҙа ла! —
Күҙ алдында беҙҙең Аҡҡош менән
Сал Бөркөттөң йыры яҙыла!..
13
Һәм бер көндө була ҙур мөғжизә —
Һылыу килә Балтик ярына.
Үҙе ҡан ҡойған сал ҡаяларға
Толомдарын урап табына.
Үҙ исемен күрә шунда ханым
Һәм йәренең, — ҡәбер ташында...
Үҙе иҫән булғас, бөркөтө лә
Терелер, тип, йәне шашына...
Тороп ҡала, китмәй, Балтикала —
Алмаштыра хеҙмәт төйәген...
Әйтер төҫлө, иҫән һөйгәнең, тип
Таң елдәре... Көтә көндән-көн...
Ниңә, ниңә йәнде киҫә яман
Мәңге тынмай янған салғы-ут?..
Ниңә, ниңә килеп етмәй һаман
Һауаларҙан гидросамолет?!
Хирург ҡулы йолҡоп алһа әгәр,
Йөрәк телгән ҡорос ярсығын,
Ҡурайымда шашып уйнар инем
Урал бөркөттәре саңҡыуын!..
Заятүләк менән Һыуһылыуҙар
Ҡауышырҙар ине шул мәлдә.
“Рәхим ағай, ҡуйсы, ял итегеҙ,
Тын ятығыҙ хирург килгәндә!..” —
Ҡурайымды тығып ҡуйыныма,
Сығып китергә мин йыйынам.
Өтөп ләкин утлы ирендәре,
Ҡулы ҡыҫып тота ҡулымдан:
— Ғәзиз ҡустым! Иҫән ҡалһам әгәр,
Яҙыр инем десант һуғышын...
Шуны бел һин: һәр бер матрос унда
Ватан менән алды һулышын.
Пүләләрҙән һауа иләкләнеп,
Сикәләрҙе әсе ут өттө.
Тулҡын һайын йөҙҙө бескозырка,
Валун һайын фашист дөмөктө...
14
Аҙмы һыуҙар аҡҡан шул төндән һуң,
Кемдәр — ерҙә, кемдәр — ҡәберҙә.
Фашизмдың ләкин ярсыҡтары
Планетаны һаман йәберләй.
Ҡитғаларҙан ҡыя ул ирҙәрҙе,
Киҫеп аҫтан йөрәк тамырын.
Беҙ әжәлгә ҡаршы күтәрәбеҙ
Матрос хеҙмәтенең ауырын!
15
Әйтерһең дә, Рәхим ағай түгел,
Ятам үҙем һуғыш ҡырында.
Минең бит ул эҙләп маңлайымды,
Дошман пүләмәте тырылдай.
Юҡ, Рәхимгә түгел, минең тәнгә
Әжәл ярсыҡтары ҡаҙалған!..
Һис кем мине ғәйеп итмәҫ төҫлө,
Таш артында боҫоп ҡалалһам...
Йөрәкһенеп шулай текләп торам
Ҡарт мичмандың мендәр ағына.
Ул йомарлап тотҡан ап-аҡ сепрәк,
Әйтерһең дә, гөлтләп ҡабына:
— ...Менәм шыуып окоп ҡырыйына,
Тынып ҡалған ҡорҙаш ҡулынан
Күтәрәмен тоғро автоматты,
Ҡурғашланып үсем ҡубына...
“Дөмөк, дошман, дөмөк!
Беҙ йәшәрбеҙ,
Беҙҙең менән бергә — Тыуған ил!
Ер йөҙөнә һарҡҡан ҡара төндө
Һыҙырасаҡ беҙҙең яҙғы ел!” —
Прицелгә эләм ярһып килгән
Офицерҙың текә бүкһәһен.
Петро дуҫым янда ҡеүәт бирә:
“Шәп һуғаһың шаҡшы көлтәһен!..”
Бары икәү ҡалдыҡ тар окопта...
Сөпөрҙәй ҡан аҡ бинт аҫтында...
Десант таңы!.. Үлеп ҡалғанда ла
Тейешле беҙ еңеп ҡайтырға!
........................................................
— Ҡустым, ҡустым, фашист һөрәндәрен,
Һәй, әшәке — янда ишетеү!..
Штыктарҙы яуға әҙерләнек —
Ҡалды беҙҙән һуңғы эш итеү...
Ике моряк — тимәк, ул өс взвод!
Өс взвод ул — тимәк, батальон! —
Петро менән ҡаты ҡул ҡыҫыштыҡ:
“Үлгәндә лә еңеп ҡайтылһын!”
Күкрәк киреп изге атакаға
Күтәрелдек, иңгә-иң терәп...
Шул саҡ беҙгә ҡапыл ярҙам килде,
Ер тетрәтте “ура!” күкрәп.
Браттарҙың ҡара бушлаттары
Үтте күмеп шаҡшы сафтарын.
“Совинформбюро” хәбәр иткән:
“Түктек һыуға фашист заттарын!”
Ауғанымды үҙем иҫләмәйем,
Беләм шуны: Петро, күтәреп,
Алып сыҡҡан мине һәм байраҡты,
Пүлә киҫкән килеш күкрәген...
Ә шунан һуң үҙен ятҡырғандар,
Ал байраҡты бөркәп, табутҡа.
Браттарым! Уның ал ҡаны бар
Байраҡтарҙа янған ал утта!..
16
— Ҡустым, ҡустым! Күрәм Урал тауын
Аҡтыҡ тапҡыр һинең күҙеңдән.
Ҡуйыныңа тыҡҡан ҡурайыңды
Шаңғыртырһың, һеҙҙән өҙөлһәм...
Һыуһылыуҙы ҡайтып күралманым —
Фронтҡа бит киткән ул теләп.
“Десант отрядында һәләк булды
Диңгеҙҙә”, — тип хәбәр иттеләр...
Күҙҙәремә әсе йәш төйнәлде:
— Көтөп үтте, тимәк, ғүмерең?!.
— Һуғыш хәле, ҡустым, шундай уйын —
Үлеләр ҙә ҡайта терелеп.
Хаҡ эҙҙәрен юллап тороп ҡалдым,
Диңгеҙҙәрҙе гиҙҙем йән атып...
Аҙмы Петро, Һыуһылыуҙарҙы беҙ
Йөрәктәргә күмеп юғалттыҡ!..
Һөйләнем мин, ҡустым, бер десантты,
Ул десанттар мең һәм мең ине —
Мең ярымға яҡын көн ине,
Мең ярымға яҡын төн ине...
Шул көн, төндәр ҡабат планетаны
Өтмәһен, тип, инде теләгеҙ.
Ураҡ менән Сүкеш именлеген
Штыкты ныҡ тотоп көйләгеҙ!
Йөрәгеңә ҡыҫҡан ҡурайыңдың
Аллатмаһын, тимен, ҡан — осон.
Мылтыҡ көпшәң, ҡурай көпшәңде лә
Ҡулда һәр саҡ баҙыҡ тот, ҡустым.
Теләп шуны, изге Уралыңда
Сал бөркөттәр бала осора.
Таҡыябаш ҡурайҡайҙар унда
Бескозырка кейеп ултыра...
Күрерһең һин, ҡайтһаң, ап-аҡ гөлдө —
Умырзая булған Һыуһылыу...
Күрерһең һин һомғол бер ҡурайҙы —
Заятүләк һымаҡ моңһоу ул...
17
Ошо урында мин ҡарт мичманды —
Ғәфү итһен бер үк! — бүлдерҙем:
— “Һыуһылыу” бит ҡыҙға тик ҡушамат,
Ысын исеме кем ул гөлдөң?!
Күҙҙәренән Рәхим ағайымдың
Тәгәрләне саф йәш бөртөгө:
— Гөллирә ул.
Толомдары өсөн
Һыуһылыу тип атап йөрөтөлдө...
Бөркөт булып ос та Уралыма
Алып ҡайт һин ошо исемде!
“Гөллирә” тип йәшлек туғайында
Һандуғастар теле сиселде...
Уралымдан иҫкән елгә һалып,
Һуңғы юлға мине йыуығыҙ.
Матрос кейеменә кейендереп,
Диңгеҙ-мавзолейға ҡуйығыҙ...
18
Шул йөмләлә беҙҙең ҡарт мичмандың
Ирендәре ҡаты ҡымтылды.
Ишетмәгәндер ул: күкте ярып
Шул мәл һыуға ҡорос ҡош ҡунды.
Ҡанаттары ине ал тәреле —
Килеп етте көткән самолет.
Туҡтатылды карап.
Палубаға
Күтәрелде хирург һәм пилот.
Хайран ҡалдыҡ шунда хирургка —
Һылыуҙарҙан һылыу булымы!
Хәрби фуражканан бөгәренә
Ағылған сөм-ҡара толомо!
Матрос йолаһына йыйылышҡан
Командаға табан атланы.
Ап-аҡ тентта моряк ята ине,
Ап-аҡ кәфен менән ҡатланып.
Ҡара күҙле һылыу, ауыр һулап,
Асты уның йөҙө тәңгәлен...
Әрнеп сыҡҡан йөрәк ғазабынан
Китте һымаҡ асман әйләнеп:
— Рәхим! Бәғерем! —
Саф башҡортса шул өн
Йөрәгемде итте зил-зилә.
Рәхименең ауҙы күкрәгенә
Легенданан сыҡҡан Гөллирә...
19
Васыятын үтәп ветерандың,
Тынып ҡалды карап диңгеҙҙә.
Флаг төштө... бергә табут төштө...
Тулҡын ҡалҡты.
Тулды йәш күҙгә...
Таштай ҡатып торҙо Гөллирәкәй
Матросының һуңғы юлында.
“Бәхил бул!” тип ниңә әйтмәне ул?..
— Рәхим йәнем, йәнем, мин бында! —
Бер кем бер ни ҡылып өлгөрмәне,
Палуба тик уфтап тулғанды.
Урал һылыуының толомдары
Тулҡындарға кереп юғалды...
Өлгөрйәндәр һыуға ырғынылар,
Эҙләнеләр...
Ләкин һуң ине.
Легендалар бергә үрелделәр,
Төйөнләнеш — төпһөҙ моң ине...
Ерҙәр, күктәр хатта тыялманы
Мөхәббәттең изге минутын.
Заятүләк менән Һыуһылыуҙы
Алды тартып беҙҙән күк упҡын...
Буҙарылған һыуҙы бурап уҙҙы
Карап менән гидросамолет.
Көбәктәрҙән күккә шартлап осто
Йөрәктәрҙә янған моң-салют.
Ҡалды тороп ике бескозырка,
Тулҡындарҙың баҫып тулауын.
Ике тулҡын күҙҙән күмелгәнсе
Ҡурайымда шашып уйнаным...
Ошо мәлдә
Тыуған Ирәмәлдең
Маңлайына болот ҡунғандыр.
Ап-аҡ умырзая эргәһенә
Һомғол ҡурай үҫеп сыҡҡандыр...
Эй изге мәл!
Эй һин, изге һөйөү!
Мәңге, мәңге шулай булып бар!
...Заятүләк менән Һыуһылыуҙы
Йырлап аса телен былбылдар...
Таллин, 1953.
Өфө, 19.03.1980.
Достарыңызбен бөлісу: |