Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет9/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   19

Мин:
Яҡшы тоймайым һис үҙемде...
Серле өн:
Бейеклегең, тимәк, аҙыраҡ.

Күгемдең мен өҫкө ҡатына! —


(Күтәрелдем тағы ҡуҙрап)...
Серле өн:
Уралыңдан бейек бөйөклөк —

Һиндә хәҙер! Өнөң — нур-шәфәҡ!

Урал телең ине — ер теле,

Ҡалды һинән ул ваҡ мәшәҡәт!


Күҙ һал, тәнәк, тирә-яғыңа:

Балҡый нисек гәүһәр йондоҙҙар!

Улар теле — һалҡын нур теле.

Улар гел шат, улар моңһоҙҙар!


Күк телендә өнһөҙ өндәшеп,

Ишет тәбрик, үҙең тәбриклә.

Бынан һуң юҡ һинең нәфрәтең,

Бынан һуң юҡ һинең йәберең дә!.. —


Тине шулай миңә Серле өн...

Бөйөклөктә ҡалғып мин ҡалдым!

Айырылып Урал саңынан,

Йондоҙ заңы менән уралдым...


Ниндәй хөрлөк! Күҙҙәр ҡамаша:

Йондоҙ менән йондоҙ ҡайнаша!

Ерҙә ҡалған ығы-зығылар —

Тамаша тик миңә, тамаша!


Йондоҙ менән йондоҙ парлаша!

Йондоҙ менән йондоҙ һайраша!

Ерҙә барған ығы-зығылар —

Тамаша шул бары, тамаша!


Үҙ тиреһен һөйгән кейектәр,

“Иң мыҡтымын!” — тигән сибектәр,

Тик ҡорһағын төйгән һөлөктәр —

Көлкө генә, көлкө бейектән.


Ҡара менән Аҡтың ағышы,

Нахаҡ менән Хаҡтың алышы,

Ялҡын менән Тулҡын сабышы —

Бейектән тик ваҡлыҡ-байғышлыҡ.


“Уралым!” тип яуға барыуҙар,

“Урамым!” тип боҫоп ҡалыуҙар,

“Ораным!” тип ҡоҫоп айныуҙар —

Бейектән тик утһыҙ яныуҙар.


Ағастарҙың ауып уфтауы,

Үләндәрҙең һынып һыҡтауы,

Сүп-саңдарҙың осоп сиҡтауы —

Бейектән тик ҡолаҡ сыңлауы...


Илау, көлөү — нимә? Белмәйем...

Иламайым йәки көлмәйем...

Өндәшһәм дә — өнһөҙ өндәшәм,

Таңғайыма ҡатҡан телкәйем...


Көллө йыһан — ғорур өнһөҙлөк.

Шул йыһанда, өнһөҙ, мин — кендек...

Серәкәйҙәй сеңләп үтһәсе

Тик бер генә ҡуңғыҙ-әргендек!..


Тамағымдан һыҡтау һурылтып

Сәнселһәсе тырпай бер үлән!

Дауамланһа бындай бөйөклөк,

Аллалыҡта алйып мин үләм!..



23
Яр һалаһым килә йыһанға,

Туҡмаҡлатып телем төйҙәһен!..

Бағамын да үрҙән Уралға,

Ҡурайланып сатнай үҙәгем.


Тауҙарыма үрелеп ҡарайым,

Һыуҙарыма һонолоп ҡарайым.

Сыр-сыуынан йәнем тилергән

Кейек-ҡоштоң затын барлайым.


Маңлайымда — йондоҙ заңдары,

Табанымда — ерҙең моңдары...

Юҡ, булмайҙыр, булмай донъяла

Уралдан да ҡарғып юғары!


Мәңгел хөрлөк, мәңгел тантана —

Үҙе икән ҡайғы, бойоҡлоҡ.

Күккә генә икән төҫ бирә

Ер ғәменән төңгән бөйөклөк.


Һағынамын ҡорттай сағымды:

Һәр ҡортонда ерҙең — һағыш бар.

Аһ илаһым, сепей саҡтарым,

Сеп-сеп итеп сыҡҡан тауыштар!..


Ҡайҙаһығыҙ, сырлап көлгән саҡ,

Ҡайҙаһығыҙ, сеңләп илау, зар?..

Бөйөклөктән арныт, Илаһым,

Есемемә кире алып бар!


Туған миңә ерем туҙаны —

Ҡуйыныма керһен йомраны!

Балағымды бөрһөн йыланы! —

Ҡотҡар, ҡотҡар мине, Илаһым!


Уралымдың саңын һулайым,

Үләненән тәпәш булайым,

Туҙанында ятып аунайым, —

Ҡотҡар, ҡотҡар, Илаһ ҡынайым!


“Урал” тиер телем бар ине,

Моңон тирер өнөм бар ине,

Илап-көлөр көнөм бар ине, —

Ҡотҡар, ҡотҡар — шунда булайым!..


Серле өн:
Үҙең даулап алған бөйөклөк —

Ваҡлыҡтарҙан затың арсалһын...


Мин:
Теләмәйем! Ҡайтар еремә!

“Урал!” — тиеп телем асылһын!


Серле өн:
Бер ваз кискәс ерҙән, — Аллаға

Бәндә булып тура ҡайтыу юҡ...


Мин:
Бер таш ҡына итеп кәйелдер —

Уралыма төшәм атылып!


Серле өн:
Ха-ха-ха-ха! Быны булдырам!

Тау башына йәтеш — таш ҡына!

........................................................

Йондоҙлоҡтан төшәм тәкмәсеп

Төнгө Күк көмбәҙе аҫтына...
Эйе, ташмын, ташмын, ташмын мин –

Таш түбәлә ятам -- өнһөҙ таш.

Әммә тоям Урал һулышын –

Уралыма тоташ мин, тоташ!


Таш күҙҙәрҙән йәшмә йәш тама,

Таш йөрәктә һүнмәҫ үрт яна:

“Бер таш ҡына булып Уралда

Ятыуы ла — бәхет, тантана!..”

.....................................................

Таш йөрәктән яҡут ҡан тама,

Таш күҙҙәрҙә ялҡын-ут яна.

Таш боғаҙҙы киреп, гәлсәр өн

Саңҡыр сәғәт көтә, туплана:

Тере өн бар тамаҡ-тупһала!


...Ҙур суҡышын терәп ҡаяға,

Тырнаҡтарын көрмәп ҡаяға,

Ирәмәлдең ирәү башында

Бөркөт ята. Бөркөтташ ята...

Тамағында өнө шашына...

Тауыш бирсе, Илаһ, Ташыңа!..

................................................
24
Ятам өнһөҙ... Урал ҡыразында...

Таш йөрәгем тибә күкрәгемдә.

Ер тын йоҡлай.

Күкте моң баҫҡан.

Әйләнәмде дөм-төн уратҡан,

Ерҙе ҡармап ҡара ҡаҙандай.

Йондоҙҙар ҙа хатта баҙалмай

Күҙ һалырға “ҡаҙан” төбөнә.

Һөрөм ҡалҡҡан Урал Күгенә...
Һөрөм һарған суйыр йөҙөмә —

Быуаттарҙың ҡара һөрөмө.

Үлеме мин, әллә тереме?

Күҙҙән ҡасҡан донъя сереме.

Баҫҡан әллә ғаләм сереме?..
Тештәремде ҡыҫһам — Ер шартлар.

Күҙҙәремде йомһам — Күк ялтлар.

Сағылланып ҡатҡан йоҙроғом —

Көтәм микән Урал бойороғон?..

.....................................................
Әйләнәмде монар уратҡан.

Ҡаҙанланып ята Уралтау,

Убып Күкте монар төбөнә.

Был ҡаҙанда — үткән быуаттар

Юшҡын юшай ҡая егенә.

Был ҡаҙанда ҡубыр дауылдар

Орлоҡтары бүртеп күбенә.

Был ҡаҙанда йыһан тибенә,

Һыя алмай ҡоршау-көбөнә...
Эй Уралтау, мәғрур Уралтау,

Эй Уралтау, ғорур Уралтау,

Күҙҙәремә һыла төнөңдө,

Тамағыма төйнә өнөңдө —

Шүлгәндәргә барып тоташһын,

Йыһандарға ҡарғып олғашһын, --

Хәттин ашҡан саңҡыш-телеңде!
Шул төн аша асыҡ күрәйем

Мәңге янар яҡты көнөмдө!

Таңғайымдан ҡуптар телемде!..

Өнөмдө, ау, шаңғырт өнөмдө!..


Мине бында тартып килтерҙең,

Күкрәгеңә ҡарпып мендерҙең,

Аяғымды гүргә һеңдерҙең,

Маңлайымды Күккә тейҙерҙең,

Эй Уралтау, мәғрур Уралтау!
Күҙҙәремдең күмер ҡараһын

Күккә ябың яғып, Уралтау.

Ҡаштарымдың күмер ҡараһын

Төпкә ябың яғып, Уралтау.


Урай-урай ҡара сәсемде

Ҡарурманың итең, Уралтау.

Ҡором кеүек ҡара тәнемде

Ҡара ерең итең, Уралтау.


Мәңгелектең сихри ҡылына

Йөрәгемде сиртең, Уралтау!

Ташбөркөтөң иткән улыңды

Тас башҡортоң иткел, Уралтау!



25
Ташбөркөттөң саңҡыуы
Урал төнө! Ғәзиз төнкәйем!

Миңә ҡырҡ йәш, һиңә — миллиард.

Шул миллиард йыллыҡ юлыңда

Күрәм һымаҡ һине тәүге ҡат.


Ҡарын төбөң — ҡара нурыңды

Асып ихлас, миңә ҡараттың.

Ятһынмаһын өсөн төнөңдө,

Күҙҙәремде минең ҡаралттың...


Урал төнө! Булдың төйәгем

Күҙем асылмаҫ уҡ сағымда!

Һинең менән яттым ҡарайып

Нисәмә ай әсәм ҡарынында!


Урал төнө! Изге сәғәткә

Тайярланың мине тыумыштан:

Кендегемде киҫеп, эләгәндә

Ҡара ҡулың һинең йыуышҡан!


Ҡунған һайын өйгә серле кис,

Ҡара төнөң мине биләгән.

Бишегемдә ҡарыһүҙеңде

Ҡара күҙле әсәм көйләгән...


Ҡара төҫөң, Урал, — Ай төҫөң!

(Аҡлығын Ай ала Ҡояштан.

Аҡлыҡ бит ул — төҫө Шүлгәндең:

Шүлгәнем — Көн, Урал — Ай-ҡашҡа!) --

Һанағандыр шулай бабалар!

Бабаларҙан миңә миф ҡалған.

Бабаларҙы ситкә ҡаҡмағыҙ,

Бабаларҙың бабы, тип, ялған.


Ҡырҡ йәшемдә, ҡырҡҡа төрләнеп,

Ала алдым ошбу аҡылды.

Аҡылһыҙҙар ҡалды алданып,

Алданғандар ҡырҡҡа ҡырҡылды.


...Ҡырҡ йыл буйы көндө ҡара төн

Алмаштырған хайран итмәккә.

Таң асҡан күҙ — кисен йомолған

Ҡара төнгә сәфәр китмәккә.


Ҡара ергә орлоҡ күмелһә,

Аҡ Ҡояшҡа орлоҡ талпынған.

Аҡ мейестең ҡара эсенән

Ҡотло ап-аҡ ҡалас алынған.


Урал төнөн ҡара тимәгеҙ,

Аҡлыҡ өсөн килә ул ҡара.

Тиккәме ни уның аҡ көнө

Ҡара төнгә атын туғара!


Урал төнө! Баҡҡан ул мине

Әсәм талып ауған мәлдәрҙә.

Улы итеп, иткән урайлы,

Сырмаған һәм мең-мең ғәмдәргә.


Ҡырҡ йыл — ҡурсап улын үткәргән

Ҡырҡ аҡ аша — ҡырҡ дөм-ҡаранан.

Ҡырҡ һауапты ҡарғып ҡырҡ яҙыҡ,

Күңелемде ҡырҡ моң арбаған.


Бәғзе көлгән саҡта — илатҡан,

Бәғзе күҙ йәш һыҡһа — көлдөрткән.

Ҡырҡ ҡарашлы ҡулсыр ҡараһын

Бер ҡарашлы ҡылып өлгөрткән...


Урал төнө! Һиңә мең ҡөҙрәт! —

Аҡ күңелем һиңә ялғанды.

Ҡараң үтә һинең таныйым --

Айырамын хаҡты, ялғанды.


Быуын-быуын үткән ҡырҡ ғүмер —

Һинең аша миңә ереккән.

Ҡараң һинең — саф күҙ ҡарамда

Көнөм ағы менән береккән.


Аҡ һәм ҡара — миндә ике нур,

Ғүмеремдең изге талабы.

Аҡ намыҫым — күҙем алмаһы,

Уралҡайым — күҙем ҡараһы!


Күҙ ҡараһын аҡтан ҡайырған —

Әүерелер үҙе ҡараға.

Өҫтөндәге ҡара күлдәге

Аҡ күренер ундай ҡарғаға...


Һуҡырлыҡтан шундай — һаҡлаһын!

Быуын-быуын биреп мең ҡорбан,

Таныр булдыҡ аҡты, ҡараны,

Күҙле булдыҡ дөмә һуҡырҙан!


Ҡара төндән ҡарпый яралғы,

Тыуа ҡара әсә ҡарынынан.

Ҡара-дөмдән имгән һөтөбөҙ —

Донъялыҡта аҡтыр барынан!..


Ҡара ерҙең ҡара ҡуйынын

Гүр тиһәк тә, төңмәҫ хаҡ әсә —

Гүр төнөнән шытып сыҡмаймы

Ер балҡытып ҡалҡҡан аҡ сәскә?!


Аҡты ғына булһа маҡтауҙар,

Йә ҡараны ғына ҡарғауҙар —

Бәндәләрҙең хаҡы һуҡыр тин:

Иблеслеккә улар ҡорбандар!..


Кемдәр әгәр аҡты — ҡара, тип,

Ҡараны — аҡ, тиеп баралар —

Бына шунан сыға “ҡара”лар.

Асылалар ҡанлы яралар!


Ҡайырһағыҙ аҡты ҡаранан,

Күҙ ҡараһын аҡ күҙ-алманан —

Нимә ҡалыр? — Ҡалыр “ҡара” йән,

Юл һораусы йәнһеҙ ҡолғанан...


Күләгәһен юйған тән — үле,

Төн ҡараһын юйған көн — етем.

Ер менән Күк — мәңге ҡушала,

Көн менән Төн — мәңге бер бөтөн!..


Урал төнө! Ғәзиз төнкәйем!

Миллиард йыл йыйғас моңоңдо,

Күҙем асып ҡырҡҡа еткәндә

Илатырға булдың улыңды?..


Илат, илат, ғәзиз төнкәйем,

Серҙәреңә йәнем ҡауыштыр!

...Аҡ һәм ҡара битле Айымды

Тирбәлтә төн, миңә таныш йыр:


Ила, балам, ила бишегеңдә —

Илар сағың һинең яңы әле.

Мамыҡ юрған араһында кескәй

Ҡуҙ киҫәге булып ян әле.
Был донъя ул — бик ҡатмарлы улъя:

Илай унда ҡай саҡ ҙурҙар ҙа.

Ә һин, балам, бөтә күҙ йәшеңде

Илап бөтөр ошо юрғанда.
Бел һин: илең, башы кәйелһә лә,

Баш эймәгән тормош еленә.

Ғорур егет, батыр егет итеп

Күрергә ул теләй һине лә.
Ила, балам, илар саҡтарыңда

Күҙ йәштәрен йомоу йүн түгел.

Илама тик ир еткәс һин, улым,

Илаған ир — илгә тиң түгел!
Күҙем асам: ир еткәнмен инде,

Ҡырҡ йәшлеккә күҙ йәш — ҡот бирмәҫ!

Ҡоро көйө көйһөн керпектәрем —

Ир башына аҙмы ут теймәҫ!


Күҙем йомам: ап-аҡ Ай йомола,

Ялмап ала йәнде серле төн.

Йөрәгемде ҡосҡан төнөм менән

Урал төнө — теүәл бер бөтөн!


Күҙҙәрем төн — Урал төнө... Ул тын.

Ишетелә таныш моң бары.

Күҙ ҡарамдан сыҡҡан ҡараларға

Аҡ күҙ алмам һала юлдарҙы.


Миллиард йыл — ҡара миллиард уҡ —

Теҙелешеп оса аҡ юлдан.

Минең улар зыңғыр керешемдән

Минең ҡырҡ йыл аша атылған!


Оса, оса, оса уҡ сылбыры —

Тыңлай донъя осҡор уҡ көйөн.

Оса, оса, оса...

Сеү! — сылбырҙы

Сыңратты сың — серле бер төйөн.

26
Һыртарҡаһын Урал кинәт турайтты,

Урайланып, сер төйөнөн уралтты.


Ҙур уйһыулыҡ — сәхнә хасил уртала,

Сер төйөнөм шул сәхнәлә бутала...


Бутала ла сылбыр-сылбыр сиселә.

Сәхнә буйлап фигуралар теҙелә.


Әйтерһең дә, сатраштағы таш һындар —

Аллаларға тәғәйенлек уйындар...


Йөҙҙәрендә борғой йылдар туҙаны —

Ҡом күсәме, әллә ғүмер уҙамы?!.


Ер әйләнә, уйын бара сәхнәлә,

Күрер күҙгә был — бик серле мәсьәлә:


Таштарҙы ла сәмләп уяттырыр ул —

Донъяның ҙур амфитеатры был!..


Ҡарай уны иҫе китеп Ер, Йыһан.

Сал сағылдар ҡарай-ҡарай ҡалғыған...


Йондоҙ-күҙҙәр баға дөм Күк-аралдан:

Асҡан ғаләм ҙур театр Уралда!..


Сылбырҙары сыңлай — сәхнә әйләнә,

Әйләнә лә фигуралар йәнләнә.


Килеп сыға йор йән — балыҡ ҡанатлы,

Үҙе — балыҡ, үҙе — йөрөм-аяҡлы:


Быуаттарҙы сәхнә аша үткәреп,

Дәүер сылбырында килә һөйрәлеп...


Сыға сыйнап, һалып ажар һәм йәбер,

Динозавр, әллә ихтиозавр!..


Барлап тормай тейеш түгел, тейеште:

Бер һоғоноп йота балыҡ-кейекте...


Йот-аждаһа аҙа ажар сәсмәгә,

Уның менән дәүер дулай сәхнәлә...


Бөтөрә тик йот-ажарҙы яңы дау:

Лап-лоп баҫып килә мамонт — тере тау...


Ер әйләнә, эй, әйләнә, әйләнә...

Әйләнгәне һайын донъя йәмләнә!


Урал һыртын яба кейек, ҡоштары,

Урал күген ҡаға моң-тауыштары!


Сыға шытып һутлы йәшел үләндәр,

Утлап уны ҡыуаныша мең йәндәр!..


Әйләнә тик, Ерем һаман әйләнә,

Йылдар йылға сылбырланып бәйләнә.


Ята мамонт тауҙай ҡалҡып уртала:

Бер сибек йән ҡаршыһына туҡтала.


Тора баҫып — шундай үҙе аяныс:

Ике аяҡ ҡына уға таяныс...


Яурынында — ҡырыҫ тарпан тиреһе,

Йөҙҙә — Шүлгән мәмерйәһе һөрөмө...


Сатҡылтып ут яна ике ҡара күҙ...

Мамонт менән Әҙәм килде йөҙгә-йөҙ.


Күреүҙәре икән быны имәнес

(Бәғзеләргәлер ул, бәлки, кинәнес):


Аждаһаны тапап үткән “тау” тора,

“Тау” ҡаршында себендәй бер яу тора...


Ҡалҡыналыр “тау”ҙың яҫы табаны,

Әҙәм заты яйлай суйыр балғаны!


“Тау”ға тарып осҡон сәсә таш балта:

Әҙәм тора, “тау”ҙан бер ус саң ята...


Иҫе китеп ҡарай әҙәм ҡулына:

Баҡыр балҡый суйыр балта урынына!


Яурынынан осҡан тарпан тиреһе,

Ап-аҡ елән — нәҡ аҡ Айҙың сиреге!


Урал иңен япҡан кейеҙ тирмәләр,

Саф баҡырҙан сыңлап тора тирәләр!


Аҡ тирмәнән гөжләй ҡурай тауышы —

Тирмәләрҙең, тирәләрҙең һағышы...


Тирәләрҙә йот-ят күҙҙәр айҡала...

Сыңлай сүкеш — ҡыйғыр ҡылыс тапала...


Аренаға сыға ҡотһоҙ ҡорал, яу...

Йыһан ярып саңҡый бөркөт – Уралтау...



27
Уралтауҙың саңҡыуы
Уралмын мин, эйе, Уралмын,

Уртаһында ерҙең торамын.

Дүрт яҡтан да килгән дуҫтарҙы

Дуҫ итергә әҙер урамым.


Дүрт ҡибланан өргән елдәрҙе

Иңем киреп тойған Уралмын.

Дүрт тарафтан дөргән валдарҙы

Валсыҡтарға бүлгән ҡоралмын!


Туғыҙынсы валдар тауышын

Дәүер-дәүер буйы ишеттем.

Күбектәрен ҡаҡтым кирегә,

Електәрен йәнгә иш иттем.


Яландарым мең-мең баҫҡындың

Һөйәктәре менән тулғандыр,

Ҡылғандарым — һурып елеген,

Ҡанын эсеп бүрткән йыландыр...


Табан майлап ҡасып өлгөрһә,

Ҡурҡышынан йәне елберҙәп:

“Башҡорт — башҡырҡ23! Башҡорт — ҡырағай!” —

Тип үт һыҡҡан йыйын берәҙәк...


Башҡортмон мин, эйе, башҡортмон!

Урал, башҡорт – улар берәгәй!

Тик үҙебеҙ булып ҡалайыҡ,

Башҡаларҙан бер ни кәрәкмәй!


Дошманыма — эйе, дошманмын,

Ҡырағайға — булдым ҡырағай:

Арыҫландай ажғыр илбаҫар

Булды бында йыуаш ҡоралай...


Күҙе тонған ҡомһоҙ килмешәк,

Тамам ҡылып һөмһөҙ юлын шәп,

Йәтеш юйҙы башын муйындан...

Шуның өсөн ҡылыс ҡойолған!

Һағауылға Башҡорт ҡуйылған!

(Башҡорт тигән ҡала ҡоролған!)



28

....................................................

Әллә Урал, әллә ҡорал

Сағылдарҙы сағыулата.

Ирәмәлдең түбәһендә

Тотолоп таш төрбәһендә,

Күктән төшкән бөркөт ята...

Таш хәленән өркөп ята...

Таш өнлө ташбөркөт ята...

Уралының, Уралының

Өн өрөрөн көтөп ята...

Ташбөркөтө көтөп ята...



29
Юҡ, түгелмен ерҙән еләгән!

Иңем менән ерҙә ел ярам.

Йөрәгемә кереп ярһыған —

Ерҙе һаҡлап алған мең ярам!


Илтәм Намыҫ — тимәк, илтелә

Иңбашымда Күк һәм Еребеҙ!

Ерҙе яҡлап ирҙәр Күк ашҡан,

Күкте һаҡлап гүргә керербеҙ...


Әммә ала күҙ йәш алҡымдан...

Үңәсемә өнөм тығыла.

Туйгилдем, әйт, әллә уртымда

Дәүер дарылары йыйыла?!


Брунолар анты борондан

Хәтәр йәҙрә булып ҡойолған.

Уртты киреп йәҙрә атылған,

Һыҡҡан саҡта палач муйындан...


Йәҙрәләнеп тыуҙым – ташбөркөт,

Ятам көтөп тыуыр өнөмдө.

Уралымдан алам тынымды,

Уралымдан алдым йәнемде.


Ер әйләнә!” — тиеп ярһырға

Хәтәр сәғәт һуға миңә лә.

Тик нишләйем?! — Сыҡмай ораным...

Тамағымда өнөм төйнәлә...


Кем һуң мин? Кем?! Минме оранһыҙ?!.

Оранһыҙҙар була ҡоралһыҙ.

Ҡоралһыҙҙар ҡала Уралһыҙ.

Башҡорттан ни ҡалыр Уралһыҙ?!.


Эй Хоҙайым, Урал батырым,

Иңбашымда — Намыҫ-Хаҡлыҡтыр!

Оранымды ташҡа ҡатыртҡан

Гөнаһымдың кәрен яҙлыҡтыр!


Үтер инем әрһеҙ үрмәләп

Уралымдың һәр дүрт ҡиблаһын —

Оранымды ғына оранлар

Өн-тауыш бир миңә, Илаһым!..

....................................................

Шылтыраны шымған шишмәләр...

Болоттарҙы борғоп ел бәрә.

Күк күкрәне... Йәшен йәҙрәһе

Таш маңлайҙа килде селпәрә.
Һәм терелдем телһеҙ ташбөркөт,

Өнөм тыуҙы аңҡау төбөмдә.

Шомло төшөмдән ҡырт арынып,

Ятам саңҡып – телле бөгөндән!


Сағылдарҙың төбөн сатнатып,

Хәтәр ауаз ерҙе тулатты:

Күптән таныш теге Серле өн

Һиҫкәндертте суйыр ҡолаҡты.


Ярып үтте ташым төйөрөн,

Һыҙлап типте йөрәк-бәғерем:

“Белерһеңме инде, тәнәкәй,

Илеңдәге көнөң ҡәҙерен?!.”


Өнө таныш, эйе, Серле өн,

Тик күргәнем юҡ һис килбәтен.

Күккә мине ерҙән сорғолтто,

Мәңгелектең асты ғибрәтен…


“Кем һуң, кем һин?!” — тинем ҡалтырап.

Дүрт ҡиблам тиң китте ялтырап:

“Мәңгелек Ҡарт — үҙе буламын.

Был нам, күрәм, һиңә ятыраҡ?”


Мин:
Юҡ, ят түгел! Һине беләмен

“Урал батыр” тигән Дәү Йырҙан.

Йәншишмәнең һыуын һин эскән,

Әжәл һинән һыртын ҡайырған...


Мәңгелек Ҡарт:
Эйе, шулай, мин — Ҡарт Мәңгелек.

Урал батыр хатта — үлемле...


Мин:
Бөркөтләнеп бая саңҡыған —

Урал батыр үҙе түгелме?


Мәңгелек Ҡарт:
Урал батыр ине...
Мин:
Ҡайҙа ул?
Мәңгелек Ҡарт:
Саңҡылды өн мәңгел уртымдан.
Мин:
Үлемле лә Урал, мәңге лә?!.

Мәңгелек Ҡарт:
Бының серен һора Ҡартыңдан.
Мин:
Ниҙә сере?
Мәңгелек Ҡарт:
Шунда, тәнәкәй:

Намыҫ илтте Урал иңендә!


Мин:
“Аҡлыҡ”, “Яҡшылыҡ” бар Дәү Йырҙа?..
Мәңгелек Ҡарт:
Барыһы бер улар бөгөн дә!
Хаҡлыҡ, Аҡлыҡ, Паклыҡ, Яҡшылыҡ —

Алған төрөп Намыҫ уларҙы.

Иңбашына һалып Намыҫты

Урал батыр илтә юғары!


Йәнҡаралыҡ, ялған, яманлыҡ —

Хыянатҡа улар һыйына.

Шүлгән үҙе илтә йәмғеһен,

Һырныҡтырып балаҡ буйына...


Мин:
Дәү Йырҙан мин тағы беләмен:

Урал батыр үлгән, Шүлгән дә...


Мәңгелек Ҡарт:
Үлгәндәр һәм мәңге тереләр —

Икеһе лә бара эргәмдә...


Йәншишмәнән эскән мин Ҡартың —

Мәңгә үле, мәңге теремен...


Мин:
Аңламайым...
Мәңгелек Ҡарт:
Мәңгелеге мин

Урал халҡының һәм еренең!


Күрәһеңдер: һәр көҙ үләндәр

Ҡыуара һәм япраҡ ҡойола.

Әҙәм балалары быуыны

Бер-бер артлы гүргә уйыла.


Әммә үлән-япраҡ ҡыуарыу —

Яҙғы йәшнәүҙең саф бөрөһө.

Быуын ғүмерҙәрен туғарыу —

Яңы быуындарҙың көрлөгө!


Ер әйләнә һаман, әйләнә --

Быуындарҙың уҙа сылбыры...

Шул сылбырҙың сыңрау йыры ул —

Йәншишмәнең мәңгел урғылы...


Саф һаҡлаһын өсөн сыңрауын,

Үткәрәмен шуны йөрәктән.

Сәсәнмен мин һәр бер быуынға

Мәңгелек йыр көйөн өйрәткән!


Мин:
Сәсәндәр ҙә, тимәк, үлемһеҙ?
Мәңгелек Ҡарт:
Донъяла бар мәңгел бер Сәсән.

Ҡаршыңда ул! Мәңге был ергә

Йәншишмәнең йырын мин сәсәм!
Мин:
Ә башҡалар? Һабрау, Ҡарастар?

Улар әллә төптө булмаған?!


Мәңгелек Ҡарт:
Булған, булған! Әммә барыһы

Уртым аша минең йырлаған.


Тыуған улар, үлгән — йыр ҡалған.

Яңы сәсән йырҙан йыр алған.

Мәңгелек Ҡарт ҡалған мәңгегә.

Ҡалғандарын йырҙан гүр алған...


Мин:
Тимәк, улар иҫке бер йырҙы

Ҡабатлаусы фәҡир йырсылар?..


Мәңгелек Ҡарт:
Әйтмәҫ инем. Улар — каруанды

Ишәйтеүсе сая юлсылар!


Бер ҡулында булған ҡылысы,

Бер ҡулында булған уҡ осо —

Ҡул тейҙермәй ҡағыҙ-ҡәләмгә,

Йырын сәскән сәсән ғаләмгә...


Ҡаяларым минең, юлдарым,

Урмандарым, аҡлан, һыуҙарым,

Даламда һәр уба, ялпы таш —

Мәңгел йырлы китап ул тоташ!..


Һәр сәсәнем йөрәк ҡылына

Сиртеп, сыңрау яңы юл яҙған.

Йырҙы яңы иткән шул бер юл

Ғүмер талап иткән уларҙан...


Мин:
Ә һинән ул талап итмәйме?
Мәңгелек Ҡарт:
Нисәмә мең юл бар Дәү Йырҙа? —

Шуныңса мең тапҡыр үлдем мин.

Һәм терелдем шунса тапҡырҙар.
Шунса тапҡыр һәр бер быуынды

Беректерҙем яңы быуынға.

Шунса тапҡыр ерем кендеген

Берештерҙем яңы тыуымға!


Кендегеңде бына һинең дә

Ошо төндә ергә бәйләнем.

Шуға күрә үркеп үҫтең һин

Һәм иңләнең донъя ғаләмен!


Мин:
Ҡулымда бар минең ҡәләмем...
Мәңгелек Ҡарт:
Эйе, һин дә — сәсән затынан...
Мин:
Аһ! — тик бер юл минән ҡалырмы?..
Мәңгелек Ҡарт:
Бер юл шиғар — ҡиммәт алтындан,

Яҙһа әгәр уны Намыҫ-ҡул!

Хыянатҡа әгәр булһаң ҡол...
Мин:
Юҡ, юҡ! — илтәм Намыҫ-кар(а)уан!

Текә юлдан шуға бараман!..


Мәңгелек Ҡарт:
Хе-хе-хе-хе! Ундай “текәлек”

Булһын ине ҡай бер ирҙәргә!

Алда әле иңрәп илтерең

Намыҫ-Хаҡты ысын үрҙәргә!


Һин тапаған был һырт-текәлек —

Намыҫлылар өсөн ябай юл.

Брунолар менгән бейеклек

Алда әле! Шуға абай бул!..


Тоғро ҡалып Намыҫ ҡорона,

Булһаң Туйгилде йә Бруно,

Урал батыр, тимәк, үлмәгән!

Дауам итә Урал йыры ла!


Хыянатҡа әгәр тәкмәсһәң,

Серәкәйҙәй һаҙға йәпләшһәң,

Шүлгән һиндә, тимәк, терелгән —

Йәншишмәгә әжәл үрелгән!..


Урал батыр үргә ҡалҡына —

Әҙәм күңелдәре сағылы.

Шүлгән заты һүлдә тулҡына —

Бәндә күңелдәре һаҙлығы...


Табаныңды ялҡын ҡурғанда:

“Сүгәм һаҙға!” — тимәй һин ҡара!

Маңлай менән сағыл ярғанда:

“Сигәм артҡа!” — тимәй һин ҡара! —


Тыуыр шунда һинең батырлыҡ

Урал бөрккән йәнһыу-тамсынан.

Урал батыр үҙен бөрккән ул,

Тыуыр өсөн һиндә яңынан!


Мең-мең Туйгилде һәм Брунолар —

Урал улар меңгә төрләнгән.

Зат, ил — башҡа. Әммә Урал — бер,

Намыҫ һәм бер — түгел керләнгән!

Бөтә донъя илтә Намыҫты...
Мин:
Хыянатҡа ла тик урын бар...



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет