Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет12/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   19

ДАУЫЛ ПЛАНЕТАҺЫ
Быуат калейдоскобы.
I
1900 — 1914
1
Был егерменсе быуат...

Туплы-ҡылыслы быуат.

Ут-ҡурҡыныслы быуат...
Ҡитғалары дәғүәле,

Океандары оранлы,

Бәндәләре ҡораллы, —

Ҡомарлана ут, булат...



2
Өйөрмәләр Ерҙе уратҡан.

Ҡитғаларҙы ҡойон тураҡлай.

Тауҙар ауа,

Ярҙар ишелә.


Биш ҡитғаның ҡанлы түшендә

Һерәйешеп тора кешеләр.



3
Төрлө төҫкә керә флагтар —

Милләттәрҙең керә төҫөнә.

Ерҙең билен ҡармай Капитал,

“Милли” флаг бөркәп иңенә.


Рәсәй әләменең аҫтынан

Йыртҡыс томшоҡ төртә таш һымаҡ;

Бирсәткәле батша бармағы —

Ҡарағоштоң кәкере тырнағы.


Британ штандартын биҙәгән

Лавр япраҡлы суҡ сәскәлә

Арыҫландың аҙау тештәре

Һалҡын нурын сағып киршәлә...


Герман барондары бураһын

Ҡара ҡурғаш-борсаҡ тултырған.

Кайзер Вилгельмдең тәхете

Пушка лафетына ултырған...


АҠШ байрағынан, аҡшайып,

Гангстерҙың айҡай йот күҙе;

Һәр йондоҙо — пушка ауыҙы,

Йотор кеүек ялмай ер йөҙөн...


Өрәкләнеп, һелтәп мөгөҙөн,

Ҡанға күҙе тонған Капитал

Аҡ донъяға ҡара тамға һала:

— Һуҡ!


— Йыҡ!

— Тала!


— Кеше — түгел кеше, ә ҡандала!
Төҫтәр төрлө,

Ләкин шөғөл берәү:

Көслөнөкө — донъя,

Туптар — терәү!



II
1914 — 1917
“Көслөнөкө — донъя!

Туптар — терәү”!.. —

Көбәктәрен бора пушкалар,

Доллар һуғып уттар осалар...


Ҡитғаларҙың сәсрәй ал ҡаны,

Ҡанға мансый дәжжал донъяны.


Ерҙең йөҙөн киҫә окоптар,

Унда — Фред, Иван, Яҡуптар...


Билдән батып ал ҡан эсенә,

Ата улар, ата үс менән.


Белмәй ләкин кемгә атҡанын...

Кем эскәнен ерҙең ал ҡанын...


Әйҙәй яуға “милли” флагтар,

Флагтарҙан алтын юлаҡтар


Һуҙылалар алтын муҡсаға.

“Браво!” — Капитал мут ҡул саба...



III
1917
Егерменсе быуат, Егерме!

Дауылдарың Ерҙе елдерҙе!..


Ун етенсе йылдың елдәре...

Һиҫкәнә ер, ярһый илдәре.


“Икмәк!”, “Ирек!”, “Ер!” — тигән

Ҡомастарҙы даулы ел киргән.


Ленин аңы айҡай донъяны:

“Ҡорасаҡбыҙ тормош өр-яңы!


Кеше булыр ерҙә төп терәү,

Йыға алмаҫ уны һис берәү!”


Ҡитғаларҙы туплап-айбарлап,

Ер шарына кирҙе ал байраҡ:


“Хеҙмәтйәнгә ерҙә бер дошман —

Эшләмәйсә тешләп тулышҡан!


Штыктарҙы ваҡыт борорға,

Ҡорһағынан уның бырғырға!


Ҡанын ҡоҫоп ауһын Капитал!..”

...“Аврора”нан сорғоп атты таң...



IV
1917 — 1945
1
Ал байрағын киреп атты таң.

Сик үткәрҙе ерем яңынан —


Ғәҙеллек һәм Дуҫлыҡ сиктәре.

Ситкә сикте сикһеҙ төндәре.


Тыуҙы күкрәп илдә колхоздар,

Домналар һәм гигант заводтар...


Ҡырҡ беренсе йылда ҡуҙғалғас,

Йортобоҙға әжәл-ут һалғас


Капиталдан шытҡан шаҡшылар —

Фашист ҡорто тигән вәхшиҙәр —


Ҡылыстарҙан беҙҙең туралды.

Ер шарында һындар турайҙы!


Күкте терәп ҡалҡты Кешеләр —

Прометей һәм Урал ишеләр!


Булды шулай, булды барыһы.

Ғәмдең ләкин тыуҙы яңыһы...



2
Ҡарурмандар, джунглиҙар

Уяналар сәсәп йоҡонан:

Ер биленә һөрөм сорнап

Атом бәшмәктәре йолҡона —


Күккә ҡара шәүлә һуҙып,

Ҡәберенән көрмәй Капитал...

Ҡыл аяғын Ергә урап,

Ҡанын эсә, сәсәй йотоп ҡан...


Йәнә “милләт байраҡтары” —

Шәп кәфенлек шашҡын ҡитғаға...


Ҡитғаларҙың, ҡотлоларҙың

Йөрәгенә көбәк тоҫҡала:

— Бирелегеҙ!

— Сигенегеҙ!

— Теҙ сүгегеҙ!

— Сүкмәһәгеҙ — булыр бөтөүегеҙ!

— Юҡ көнөгөҙ! —

Көбәклеләр һөрән һала,

Һөрәндәре йәнде ала...
“Аҡ йорт”тарҙан ҡара тарала,

Ҡараларҙан фашист ярала —

Капиталдың ҡәбер ҡотҡоһо...

Ерем тертләй, Ерем йоҡоһоҙ...


Ҡаяланып ҡалҡа биш ҡитға.

Бишеһе лә сыйрап теш ҡыҫҡан.

Ерҙә — фашист, ҡәбер ҡотҡоһо!..

Ерҙә — хәүеф, Ерем йоҡоһоҙ!..



V
Кеше килде
1
“Джунглиҙа Джон хужа,

Диңгеҙҙәрҙә — дредноут!” —

Ҡанун шулай... Дредноуттар

Көбәгенән дөрләй ут...


Шул ҡанунды ҡамыр ҡылып,

Кирә күкрәк ҡитғалар.

Аһ, нишләрбеҙ, ҡитғаларҙы

Тағы утҡа тотһалар?!


Хаҡ байраҡты, Хаҡ байраҡты

Ҡанға атып йыҡһалар?

Яҙ йырҙарын, яҙ йырҙарын

Ерҙән мәңге йолҡһалар?..



2
Ҡапыл сыңрап

Сынйыр өҙә

Яҙ елендә Ер иңе:

Кирелеүен баһадирҙың

Кире бөгөү мөмкинме! —
Октябрҙа ҡеүәт биргән

Ҡөҙрәт көндән эркелде,

Ергә терәк, тиң килде:

Ысын Кеше — Ир килде!


Бер ҡараһаң — төндәй ҡара,

Бер ҡараһаң — ут-ҡыҙыл,

Берсә Көндөң һарыһылыр,

Берсә ап-аҡ йондоҙ ул;


Бөтөн йәйғор төҫөн йыйған,

Ҡитғаларҙы ҡотлап янған

Ысын Кеше — йондоҙ ул,

Ғорур Кеше — тиңһеҙ ул!


Ер һиңкетеп баҫты табан,

Ҡитғаларҙы тулатты:

— Ергә — Хаҡлыҡ яҙы мәңге!

Туғанлыҡҡа юл астыҡ!


Яҙ еленә күкрәк киреп

Алды һулыш һәр ҡитға:

Әйләнер Ер, эшсән йоҙроҡ

Ер яҙмышын ныҡ тотһа!



3

Егерменсе ярһыу быуат,

Ҡитғаларҙы ҡуҙғаттың!

Ярһыу оран ороп, Ерҙең

Яраларын ҡуҙлаттың...
Мөмкин түгел инде тыйыу,

Тотоу Ерҙең ал таңын!

Ярты донъя тәбрик ҡыла

Алһыу таңдар атҡанын!


Ярты донъя юлға сыға

Ҡаршыларға ал таңды.

Ярты донъя ҡаршы уға —

Капиталға ялланды...


Айҡап дөрә океанды

Яҙ ярына биш карап.

“Броненосец Потемкин»ға,

“Аврора»ға иш карап!


Ал байраҡлы биш крейсер —

Бөгөн эшсән биш ҡитға!

Һынмаҫ Хаҡлыҡ колоннаһы

Бара бөйөк походта!



VI

Дауыл аша
Кешелектең изге орандары

Ер талабы булып яңғырай.

Эшсән синыф, йәҙрә-йоҙроҡ төйөп,

Хаҡлыҡ фронтында яу ҡора!


Хәҡиҡәттең алыш һыҙығына

Сыҡты сорғоп яугир һәр ҡитға.

Азатлыҡтың алһыу байраҡтары

Планетаның йөҙөн яҡтырта.


Ҡуҙрау-ҡыҙыл ҡанлы биш ҡитғабыҙ

Хаҡлыҡ фронтында дауыл яра.

Шытып сығып дауыл орлоғонан,

Планетабыҙ бөрө яра!

Тормош бара! Көрәш бара!
1981.

БӘҒЕР ТАУЫШЫ

1
Илем — торғон, үҙем “ултырғын”, —

“Таш ҡапсыҡ”та оҙаҡ ултырҙым.

Волчок64 үтә ҡарап донъяға,

Ҡара йылдар һанын тултырҙым.


Саңға осто йәнем волчоктан,

Күкрәгемдә ҡалды валсығы.

Ике күҙем — ҡара ҡуш тишек, —

Бәғеремдең бағыр волчогы...



2
Волчок үтә керә йәшлегем —

Сағылып та ҡала дүрт дан-йөҙ:



Азат, Яузат, Тимер һәм Терәк...

Терәге — мин! Ныҡ дүрт баҡан беҙ!..


Дүрт сая йән! Алтын баҡандар!..

Ҡайырҙы ел әммә дүрт яҡҡа...

Аҡыл йыйғас волчок артында,

Ҡайтам бына... һыныҡ-мурт баҡан...


Аэропорттан илтә лимузин...

Ҡанат киреп көтә аҡ ҡала.

Аҡ түгел, юҡ! Һыймай волчокка,

Ҡара шәүлә-йорттар сайҡала.


Күҙҙе быуыр “аҡ”лыҡ шойҡаны —

Аҡ салма тик ҡара мәкергә!

Мине бит ул тибеп атҡарҙы

Ҡара волчоклы таш ҡәбергә...



3
Аҡ ҡала, тип, эйе, килгәйнем,

Ап-аҡ күлдәк кейеп, ауылдан.

Ап-аҡ күңелемде шар-асып

Йөрөрмөн, тип, шаран-аҡ юлдан...


Ағиҙелдең аҡлап пак ярын,

Муйылдарҙың ағы ҡабынғас,

Йөрәгемә төртөп суҡышын,

Аҡ йыр ҡойҙо ап-аҡ һандуғас:


“Ана, ана, хәләл аҡҡошоң —

Шалҡан муйын, толом, бил нәҙек!

Алтын тешен сағып йылмая...

Алтын алҡа, алтын беләҙек”...


Уйламағыҙ, шайтан балҡышы

Алйытҡандыр, тиеп, Терәкте.

Юҡ! Зәп-зәңгәр күктәй күҙҙәре

Зар-тилертте минең йөрәкте.


Аҙау алтын... тимәк, ҡарт бисә,

Тип шәйләү ҙә булыр яңылыш.

Машинала ауып имгәнеп,

Теш ҡуйҙыртҡан һылыу — шунда эш...


Сильва ине наҙлы исеме --

Операнан, йәнде тилерткән...

Ауазында -- Кальман моңҡайы --

Һандуғастай һайрай был иркәм!


Табыштыҡ та алйып ҡауыштыҡ...

Аҡыл -- арттан бындай минутта...

Кәләшемдең һалҡын аҡылы

Яндыралыр мине гел утта...


Һул һуҡмаҡтан байман йортона

Килгән егет, тип тә әйтмәгеҙ.

Фатир-матирҙарҙы уйламай,

Никах сиратынан үткәнбеҙ.


Мәгәр мине тәү ҡат күреүҙән

Көлгән ҡайным: “Һабан үгеҙе”...

Әсәһе лә ҡыҙын тиргәгән,

Рисуай ҡылма, тиеп, нигеҙҙе.


Аңларға ла быны кәрәктер:

Нәзәкәтле ғаилә борондан.

Бәрәкәтле кейәү көткәндә,

Кемде һөйрәй Сильва урамдан!..


Ҡаса-боҫа йәшәп йөрөнөк...

Һөйөү беҙҙең мәгәр саф ине.

Сильва-йәнем булғас гөманлы,

Бүлмә таптым эҙләп...

Ах, мине
Ҡылыр өсөн тамуҡ киҫәүе,

Торған икән ҡәйнәм һағалап:

Өй кейәүе булып керергә

Мәжбүр ҡылды — еңде был талап...


Ҡалдым шунан көн-төн тамуҡта,

Ожмахәтле булып тыумағас.

Баҫҡан һайын ҡыйыш баҫамын —

Уңып булмай икән, уңмағас...


Ташсы һөнәремде ташлатып,

Төшөрҙөләр картуф баҙына:

“Директорға тиклем үрләрһең,

Аҡыллы эш ҡылһаң аҙ ғына!”


Картуф ине ул саҡ “дефицит” --

Атҡарабыҙ “һулға” баҙҙарҙан.

“Аҡыллым!” тип ҡәйнәм йүпәләй,

Төшөм төшөп торғас баҙарҙан.


Әммә ап-аҡ аҡыл-ҡылығым

Ҡара баҙға һыймай “ҡоторҙо”:

Арҡа бирҙем мутйән ҡәйнәғә,

“Һул” эштәргә тороп оторо...



4
“Һәй үҙ һүҙле — үгеҙ күҙле!” — тип

Ҡайыҙлайҙар өйҙә, эштә лә.

“Ниңә көллө ил “аҡ” тигәнде

Теҙәһең гел ҡара кәштәгә?!”


“Сөнки ҡомаҡ була алмайым --

Ҡомаҡлыҡтан торам юғары!”

“Базы тигән баҙҙа картуфтан

Алтын яһай ирҙәр ҡомары!


Ә һин, ахмаҡ, бәлеш бешмәгән!

Ҡомаҡ түгел -- меҫкен сысҡан һин!

Шау-ебәккә төрөр Сильвамды

Киндеркүлдәк итеп ҡосҡанһың!..”


Теште ҡыҫып күпте күтәрҙем...

Тыуҙы бына көткән улыбыҙ.



Идеал тип ҡуштыҡ беҙ уға,

Бәхетлебеҙ, елдәй алйыубыҙ...


...Алйыуланып бер көн ҡайтыуға

Сумаҙаным тора тупһала.

“Хуш, инде һин килеп йөрөмә —

Ҡыҙым йәшәй башҡа ҡалала!


Һинең кеүек үгеҙ күҙленән

Ҡотолоуын тапты яҡшыраҡ!”

Машинаның күрҙем эҙҙәрен,

Аңым алйып, тәнем ҡалтырап...


Һәм ҡарама көлө бер күнәк

Һибеп ҡалды ҡәйнәм артымдан...

Ах, машина ауған...

Сильвамдың

Ғүмеркәйе юлда ҡырҡылған...
Һәм күрмәнем ғәзиз улымды --

Ҡәйнә-ҡайны япты ишеген...

“Идеалым!” тиеп буҙарам,

“Сильвам!” тиеп, Мәжнүн ише мин...



5
“Сильвам!” тиеп сеңләп уянам,

“Сильвам!” тиеп өнләп тулғанам...

Идеалым, улым, ҡайҙа һин? —

Атай-әсәйһеҙ бит аҙаһың!..


Терәк улы булмай үҫерһең,

Бәғеремде көн-төн киҫерһең...

Ер шарына һыймай йәберем,

Ҡанай, ҡанай һыҙлап бәғерем...


Ап-аҡ ине лә һуң был донъя --

Ҡаралыҡҡа бирҙе ник улъя?!

Аҡлыҡтарым көйрәп ҡараям,

Яҡты урамдарым тарая...


Аҡ күлдәгем -- керле тышымда,

Ҡара ҡайғым зарлы эсемдә...

Ҡарыулашып шайтан өндәшә:

“Ҡаршы дөрмә — килеш, мут йәшә!”


Тыны өтә ике ҡолаҡты:

“Башыңды эй — онот юҡ аҡты!

Мәңге булыр донъя -- ҡуласа,

Эйелмәгән башты ул баҫа!”



6
Алыҫ төштәй генә тойола, —

Оҙатҡанда ҡала юлына,

Әсәйемдең күҙгә баҡҡаны:

“Һеҙ инегеҙ илдең баҡаны!


Дүрт урамға ырыҫ дүрт малай,

Күк көмбәҙен терәр, тип, ҡалай

Дүртегеҙгә тигеҙ инандыҡ.

Тәңренән үк булып һайландыҡ,

Изге айҙа бит һеҙ тыуҙығыҙ,

Бишектән үк тулап торҙоғоҙ!


Ил күрке дүрт ҡыҙыл партизан —

Хәмзә, Хисам, Сәлим, Суфиян —

Сәсегеҙҙе алды бәкеләп,

Һәр бәпәйгә әйтте аҡ теләк:

“Илауҙары ҡалһын бишектә,

Тулауҙары сыҡһын ишектән!”


Исем ҡушҡан көндө клубта,

Дүрт сал әйтте нәҙер халыҡҡа

(Ялҡынлы һүҙ көнгә иш ине,

Һәр иш һүҙе — бәпәй исеме!):


Яу-зат барҙа йәшәр ил азат.

Терәк булыр ергә тимер зат!

Бирәйек беҙ шул дүрт сифатты

Дүрт уланға, ҡушып дүрт атты65:
Азат, Яузат, Тимер һәм Терәк

Дүрт баҡандай торһон ил терәп!” --

Тине ҡарттар. Ауыл хупланы,

Исемдәрҙе һеҙҙең ятланы”...


Шул дүрт бабай ҡушҡан исемдән

Тарамыштар микән ишелгән —

Елеп килде беҙҙең егетлек...

Егелдек беҙ эшкә, егелдек...

Ҡупҡайны шул Ватан һуғышы...

Көнбайыштан өттө һулышы...


Ҡаршы ҡуйып ҡара яуҙарға,

Бураҙналар һуҙҙыҡ Ер-шарға,

Табандарҙы таңдан ҡанатып,

Тир һәм ҡандан башаҡ шаулатып!..

Һуғыш бара сөнки Ватанда —

Ватан үҙе батҡан ал ҡанға...



7
Туҡмалғандай талып ҡайтабыҙ,

Баш аҫтына һалып ятабыҙ

Һөйәлләнгән һөймән ҡулдарҙы...

Көнбайышҡа бағлап уйҙарҙы...


Көн дә барлай ыҫтан көн ғәмен:

Нисә гектар кем ер һөргәнен,

Тырматҡанын. Күпме еп ишкән

Бәкер бабай. Үгеҙ бирешһә —

Фашисҡа ҡул биреү ул, тимәк...

Тап фронтса фарыз эш итмәк...


Уҫал Вәкил -- район түрәһе

Байҡап йөрөй ҡыуыш тирәһен:

“Аттар арыҡ... Хуҙмәт нормаһын

Үтәү фарыз! Болғау ондарын

Ыумас ҡылып конюх66 эсмәйме —

Гитлерға ул хеҙмәт итмәйме?..

Мал алдында булһын болғау мул —

Йоҡламаҫҡа тейеш комсомол!

Фронт ҡалай — шулай бында ла,

Һуғыш бара тәрән тылда ла!..”


Кисен ҡайтып күҙҙәр йомолғас,

Йоҡо туйыр төҫлө тойолғас,

Ах, ҡыҫҡарған ниңә төнө лә! --

Сыбыртҡы һап күткә төйөлә:

“Дүрт баҡан! Тор! Атлан ҡашҡаға!

Төнгө “һабан” һеҙгә баш ҡаға! —

Һөрән һала Нурул-бригадир,

Сталинград үтеп ҡайтҡан ир. —

Таң атҡансы, сәсеү орлоғон

Ташып ҡуйыу — фронт бойороғо!

Егетлеккә, тимәк, бир сират!”

Егетлеккә торҙоҡ беҙ сират...



8
Үтте инде, үтте ул көндәр --

Егетлектә елгән көн-төндәр...

Булдым бына “волчок” валсығы,

Әллә инде табан балсығы...


Аэропорттан елә лимузин —

Волчогымдан ҡарап мин киләм.

Ҡала йорттарының волчогы

Тирткән ҡара — йәнгә эркелә...


Күпер ауыҙында ҙур сират —

“Жигули”ҙар, ҡара “Волга”лар.

Аҙауҙарҙа алтын ялҡылдай,

Иңдәрендә — йылтыр ҡамалар...


Тимер “ат”тар тешен ыржайта,

Уҙмаһын, тип, күршем бер аҙым.

Лимузинға һарҡа һөрөмө —

Ҡара шәүлә быуа көн ағын.


Сират олой, сират айҡала,

Бер-береһен иҙеп китерлек.

Ҡара һөрөм бөркөп сабалар —

Ер ситенә барып етерлек...


Сәсәй-сәсәй ҡарға һибелә,

Лимузиндан бырғып, юл халҡы.

Ҡара ҡарға төшәм мәтәлеп...

Ҡармай мине ҡара ҡул һалҡын...


Ах, был ни хәл?!. Елгә остомо

Башымдағы болан бүрегем?!.

Ҡара ҡулын һуҙып, ялбырйөн

Тунымды ла һәрмәй береһе...


Шарф менән бөрөп түбәмде,

Лимузинға кереп бикләнәм.

Волчок тышындағы “зэк”тарҙан67

Арыныуыма тик шикләнәм...


Бында ла, тим, мыжғый, күрәһең,

“Коммунизм төҙөү” лагеры...

Лагерҙан һуң ҡайтып лагерға,

Азат “зэк”тың ҡанай бәғере...



9
Тик бер яҡты өмөт — Идеалым...

Үҫмерләнеп улым еткәндер.

Атаһының ҡайҙа ҡатҡанын

Өләсәһе, беләм, әйткәндер...


Күрмәҫкә лә хатта ризамын,

Ишетәйем фәҡәт барлығын...

Тегенән бит аҙмы хат яҙып,

Яҙған берем ҡайтты яҙлығып...


Баш төртөргә, ярай, ярыҡ бар —

Яузат дуҫым йәшәй ҡалала!

Милиционер ул — аяуһыҙ

Аралаусы аҡты ҡаранан.
(Шуның аша көнгә бағырмын...)

Аяҡтарым уға тартыла!

Тик тартынам, шарф бөркәнеп,

Фатирына тура ҡарпырға —


Таныш түгел миңә ғаиләһе...

Тимер дуҫты тапһам, исмаһам!

Уның йәмәғәте Алһыуҙан

Тартынмаҫ та инем һис ҡасан...
Тиреп килә янда юлдашым:

— Туғаның да инде ят һәм сит.

“Туған” һүҙен хәҙер башкөлләй

Алмаштырҙы алкаш “дефицит”...



10
Ах дефицит, дефицит,

Алкаш түгел инең бит!..


Киндер ыштан ине — дефицит...

Киндер күлдәк ине — дефицит...


Беҙҙең ҡулдар ине — дефицит...

Һылыу ҡыҙҙар ине — дефицит...


Ирлек — түгел ине дефицит...

Кеше булыу ине дефицит...



11
Ах, был көнгә ҡайҙан тарыныҡ?!

Ҡырлыҡ алдыҡ, биреп тарыны!..

Кем ғәйепле быға?.. Йәш быуын

Муртайғас, кем сөйөр ил тыуын?


Муртландыҡ шул әллә үҙебеҙ?..

Ҡыҙарманы, буғай, йөҙөбөҙ,

Кимермәне выждан ғазабы —

Дүрт партизан-ҡыҙыл бабаны

Себер ебәргәндә нахаҡҡа...

Лайыҡ быуын алдыҡ шул хаҡҡа!..


“Бөйөк” тинек көйөк-мәкерҙе,

Күҙ йомоштоҡ “күрмәй” йәберҙе.

Теҙ сүктертеп рухты, теш ҡыҫтыҡ,

Тотҡонлоҡта тоттоҡ намыҫты...


Ватан өсөн, тиеп нисә ҡат

Утта янып, һыуҙа талыҡтыҡ.

Әжәлдәрҙән бәғер талаттыҡ?!.

Һөйәктәрҙе аҙмы һындырҙы

Ҡырҡ дүртенсе йылдың ҡоһоро...
Был йылда ла, ҡырсып бураны

(Һәр бөртөгөн фронт һораны...),

Ил игенен иңдән осорғас,

Аслыҡ гиҙҙе ҡотто осорғос:

Майшәм һымаҡ һүнде сабыйҙар

(Иҫәпкә лә кермәй ҡарыйҙар)...

Һәм бер көндә -- мәйет дүрт йортта.

Киләсәген илдең гүр йота...

Дүртебеҙҙең һүнде ҡустыһы,

Киләсәктең тормош йырсыһы...


...Ҡамыр баҫып әсәй юҡ ондан,

Ҡағыҙҙай ҡаҡ йәймә ҡатырған —

Күренәлер үтә һәр бере,

Әйтерһең дә, сабый ғүмере...


Асы йәшкә мансып ҡабабыҙ,

Әсәй һүҙе асы самаһыҙ:

“Бәхилләргә һәр дүрт мәрхүмде,

Дүртәр ҡалаҡ колхоз он бүлде”...


Их, бер көнгә ниңә ҡайтмайҙар

Фронтта ут кискән атайҙар?!.

Атайҙарҙан ҡалған клубта

Дүрт тәнәкәй ята ҡабыҡта,

Дүрт урамдың ярып бәғерен...

(Их, белмәйбеҙ ғүмер ҡәҙерен!..)


Ҡәбер ҡаҙа баҡан — беҙ, дүрт “ир”...

Килеп етә Нурул-бригадир,

Фляганың аса бормасын.

Дер-дер килә ҡулы... ыу хасын

Соҡортайға ҡыуып хитлана:
“Эскәйҙәрҙә, беләм, ут яна...

Волга ярындағы мәхшәрҙә

Тура килде миңә “йәшәргә”,

Умыртҡансы бынау уң ҡулды...


Күпме ғүмер шунда ҡырҡылды...

Мәгәр бындай йөрәк яныуын

Беренсе ҡат, дуҫтар, таныуым...

Йотоғоҙ! Был — нарком нормаһы.

Һеҙ ҙә һалдат — яуға бараһы!”

12
Танау яра хәмер быуланып,

Ултырабыҙ дүртәү уйланып.

Күҙ алдынан күсә үткәндәр —

Илап-көлөп донъя көткәндәр...


Төҫмөрләнә һәм дүрт аҡһаҡал —

Береһенән бере дәү һәм сал

Дүрт олатай — ҡыҙыл партизан:

Хәмзә, Хисам, Сәлим, Суфиян

Тура баға беҙҙең күҙҙәргә:


“Беҙ түгелме һеҙҙе күтәргән,

Ҡырып алып бәпәй сәстәрен?!

Һөртмәнекме беҙ ил йәштәрен,

Илар саҡта ҡанлы йәш менән?!

Ял алманыҡ иллә шешәнән!..
Мәңге булған донъя, мәңге — Ер,

Миңрәү булмаған тик бәҫле ир!

Ҡан тулһа ла уртҡа, ут-бабаң

Ҡанын йотҡан, хәмер йотмаған,

Һалдат булып, яу-зат булып та!
Әжәл асы һәр бер быуатта.

Әммә ләкин беҙҙең бабалар,

Әжәлдәрен ғәййәр яғалап,

Хәмер менән бәғер баҫҡанмы?

Юҡ! Айыҡйән барған яҫҡанып!”
Тойҙо баҡан тоғро телмәрҙе, —

Ҡотҡо-ыуын оторо этәрҙек!

Сырт-сырт килде Нурул керпеге,

Өтөп үтте һәр һүҙ бөртөгө:


“Бөркөттәрҙе күрәм ҡаршымда!

Үҙемде лә беләм... Барыһын да

Тарих ҡылып тирер киләсәк...

Ә мин — тарихтан тик мөнәжәт...

Мине бер үк ғәфү итегеҙ!..”
Нурул-һалдат кирза итеген

Лап-лоп баҫып китте юлына.

Ҡустыларҙы күмдек шым ғына...

13
Аэропорттан елгән лимузин

Керҙе гөрләп күпер түренә.

Ағиҙелде сыҡҡан урында

Халыҡ мыжғығаны күренә.


Туҡтаттылар яман һүгенеп,

Һеперелеп ирҙәр төштөләр.

Иләү илергән шул тәңгәлгә

Бер-береһен тапап үттеләр.


Даһи табутына барғандай,

Йөҙәр-йөҙәр Ир-ат — ҙур сират...

“Нимә көҫәйһегеҙ, йәмәғәт?” —

“Дефецит”ҡа торҙоҡ, әхирәт”...


Тешегешеп тештәр ҡыҫылған,

Волчок ҡомһоҙлоғо — күҙҙәрҙә.

Тегендә лә былай булманы...

Передача бүлгән төндәрҙә...


Их һеҙ, кемдәр... кибет көҫәүләп

Ваҡлайһығыҙ алтын ғүмерҙе!..

Яңылышам әллә мин үҙем?..

Был ҙур сират — яуға кереүҙер


Арттырырға Ватан ырыҫын,

Игелектән ташып талаҡтар?!.

...Сәғәт һуҡты! Йоҙаҡ асылды,

Сайҡалып та китте халыҡтар...


Ах, араҡы! Асы араҡы

Тартҡан кибеткә был өйөрҙө!

Шешәләре шылды шылтырап,

Ҡуйындарға кереп өлгөрҙө...


“Амбразура” — дүрткел тишекте

Ҡаплай, ҡарпып, ирҙәр күкрәге...

Дошман пулеметын көл итеп,

Матросовмы әллә күкрәне?!.


Шешә ауыҙынан эсәләр…

Бер сал ҡарсыҡ тора ҡалтырап.

Беҙ йәш саҡта күпме ғәзиз йән

Астан үлде шулай нан68 һорап...


Юлтоҡсайҙан ризыҡ сығарам:

“Аша, инәй, Себер ҡаласын!”

Абау-абау!.. Һуғып осорҙо

Ҡаласымды, киреп ҡоласын!..


Ун тәңкәһен ташлап бер мутҡа,

Бер стакан алды ҡойҙортоп.

Ғорҡолдатып йотҡас бер юлы,

Тиргәп китте мине: “Ер йотҡор!”



14
Аһ, ни күрәм! Ҡойоп биреүсе —

Оҡшап тора дуҫым Тимергә...

Шешә төбөн тигеҙ бүлешеп,

Ылыҡты ул ҡыңғыр өйөргә —


Һелкеп йыҡты аҡһаҡ бер ҡартты...

Түңкәрелә ерем... әллә мин?..

Бетон стенаға һарылып,

Намыҫ дефицитын шәйләйем...


Ҡасма, Тимер!..

Кемгә киҙәндең?!

Кисерерме беҙҙе атайҙар?!

Эй Илаһым! Хәрби орденды

Шығырҙатып ҡарға тапайҙар...
Ҡаты ҡарҙа ҡалғып ултырам...

Уйҙарымды ялғап уй ҡорам,

Фекер-дарым дөрләй ҡанымда...

Иҫеректәр шаулай алдымда...



15
Күҙҙән юғалғас Тимерем,

Ҡалам буйлап атланым:

“Танымағандыр ул мине --

Күпме йылдар ҡайтманым”...


Ҡунаҡхана ҡапҡаһына

Ҡуш ҡарашым ҡапланды:

Ҡаҙна йорто ҡабул ҡылыр

“Ҡаҙна йорт”тан ҡайтҡанды...


Алға киткән, -- ай-һай, хайран

Илдә “сервис” буталы:

Неондар ҡаш һикертеүҙән

Зиһендәрем буталды.


Паркетының ялтырына

Ҡыйып аяҡ баҫҡыһыҙ.

Көҙгө кеүек тәҙрәләре,

Шәмдәлдәре — баҡҡыһыҙ.


Зыр-зыр килә телефоны,

Өйөрөлә ҡыҙ-орсоҡ.

“Дефецит”ы ҡыҙығырлыҡ —

Буржуйҙарҙан уҙҙырҙыҡ!


Түш яланғас, һай, һушың кит!

Бот ялманғыс, вай, иҫең кит!

Һәрмәнәләрҙер әрмәндәр --

Әжер һорай дефицит...


“Урын юҡ!” — Ах, ҡаҡ һөңгөһөн

Ҡаҙалтты был тарафҡа.

Ҡайҙан килеп кергән был зэк

Дефицитлы карапҡа?!


Сәләм бирҙе, танау сөйөп,

Ҡуңыр тәнле ир миндәй...

Африканың алмастары

Аҙауында емелдәй.


Быҙау сәйнәгән “джинси”

Төшкәс туташ алдына,

Уҙып китте “люкс”ҡа мут,

Тылсым-асҡыс алды ла...


“Ах дефицит, вах дефицит!” —

Һуштан яҙҙы һылыуым.

Сепрәк ыштан төбөн үбеп,

Саҡ-саҡ һурҙы һулышын...


Кейеп алды, бейеп алды —

Ялтыраны тос оса.

Африканың негры ла

Йәшәй белә! Күҙ ҡыҙа...


Көсһөҙ икән алтын йыуып

Тапҡан минең тәңкәләр.

Тәңкәләнеп тәгәрләйем

Төнгә ҡарай, әшнәләр...


Ах дефицит, дефицит,

Ҡылдың мине ниңә сит?!

Дефицитҡа ҡалған йәшлек,

Өйрәтмәнең мине ник?!.

16
Тимер ҡорҙаш! Зинһар, хәтерлә!

Хәтерҙә бит беҙҙең, хәтерҙә

Бәғерҙәрҙе телгән теге көн...
Ҡырҡ бишенсе йылдың игенен

Игергә тип иртән торғанда

Шомло хәбәр гиҙә ыҫтанда:
“Бер тоҡ орлоҡ төндә урланған,

Йолған уны әммә бурҙарҙан

Миңкәй-комсомолдың сослоғо —

Ҡайтарылған сәсеү орлоғо!”


Ҡырандасҡа һалып дәлилде

Вәкил69 үҙе килде! Һәм илде

Шаҡ ҡатырып ҡатты дәлилен:

“Арағыҙҙа һатлыҡ! Үҙ илен

Һатҡан, тимәк, Гитлер-өрәккә,

Ҡулын һуҙып изге орлоҡҡа!..”


Һәм баҡтыртып үҙе күрһәтте

Тоҡ тамғаһын — таныш хәрефте:



Азат тамғалаған тоҡ-ҡапсыҡ!..

Телде тешләп шуға шаҡ ҡаттыҡ...


Шундай тоҡтар сөнки бар беҙҙә —

Башлыҡ яһап кейҙек ямғырҙа,

Тамға һалып, колхоз тоҡтарын...
Азат -- түгел бур-зат!” — Ҡотҡарып

Ҡалыр өсөн ҡупты һәр баҡан.

“Хөкөм ҡулы үлсәр һәр яҡтан!” —

Ҡамсы сыжлай Вәкил ҡулында.

Азат-баҡан — төрмә юлында...


17
Иҫеңдәме, Тимер, елтерәп

Тәгәрмәсте тоттоҡ, тик терәк

Етмәне шул... Ауҙыҡ һөрлөгөп...

Азат өнө ҡалды өҙлөгөп:


“Сәсегеҙ көр Еңеү игенен!

Ни эшләргә үҙем белермен!” —

Уҙаманлыҡ булған егеттә!

(Дефицитһыҙ йәндәр инек тә!..)


Сәсеп, кисен ҡайтһаҡ ҡыуышҡа —

Бригадирҙан аңҡый көмөшкә...

Көрөшкәгә һөйләй ул хәбәр:

“Их туғандар, ауыр шул ҡәҙәр!..


Булһа иҫән дүрт ҡарт партизан,

Ил алйымаҫ ине йонсоуҙан,

Быумаҫ ине нахаҡ хаҡлыҡты!..”

Күҙебеҙҙән йәштәр атлыҡты,

Ҡаҡты йөрәк, йәнде тулатып...
...“Дошман улар!” — тиеп бер ваҡыт

Дүрт бабаны алып киткәндә,

Тел тешләүҙе белмәҫ мин бәндә

Һөрәнләнләгән инем сарбайлап:

“Дошман түгел! Ҡыҙыл бабайҙар!..”
Ҡайыш алды атай... Тәү тапҡыр

Арҡа һабаҡ алдым мин бахыр...

“Их!” — тине лә атай уфтаны —

Шешәһенән ҡат-ҡат уртланы,

Баҫыр өсөн янған йөрәген...
Азатты ла тартты, күрәһең,

Дүрт бабаның хәтәр яҙмышы...

Иртән торһаҡ — Нурул тауышы:

“Оҙон ҡуллы контр беленде —

Үҙе хөзгән70 Миңкәй игенде!..” —

Хаҡлыҡ килде... ләкин эш үткәс...


Бөркөт сағылына, ти, еткәс,

Бөркөт-Азат осҡан баштүбән

Тар упҡынға... Ғәрһеҙ йәшәүҙән

Артыҡ күреп сая үлемде...

Бирҙе донъя беҙгә ғилемде...

18
Дуҫым, дуҫым! Яузат туғаным!

Юҡ итергә золом йыланын

Теләй инек бала саҡтарҙан.

Теләкте һин көнгә атҡарған!


Азат дуҫты гүргә һалғанда,

Ҡомарлығың ҡайнап ал ҡанда,

Ҡаптың бер ус ҡара тупраҡты,

Бурыс менән бурап күкрәкте:


Ҡыңғырлыҡты71 ҡырҡып өҙөргә

Ант иттең... һәм ҡылмай хыянат

Ҡомарланы изге һинең ант:
Ал погондар һалып иңеңә,

Ауыр наган аҫып билеңә,

Ғәҙеллектең булдың яугире!

Баш ҡаланың һынмаҫ дан-ире!..


Ах, шулай ҙа, дуҫым, шулай ҙа

Уйлайым йыш: Яузат, һин ҡайҙа?!.

Тайҙыңмы һин беҙҙең аранан?

Әллә беҙме — ярыҡ барабан?..


Берҙәмлекте ҡасан юғалттыҡ?

Баҡанлыҡты юйҙыҡ, йә һаттыҡ...

Ваҡлыҡтарға бирҙек иңдәрҙе,

Ваҡлай-ваҡлай эре йәндәрҙе...


Яузат дуҫым!.. Күрмәй һин ҡалдың,

Һөрлөгөп бит мин дә сайҡалдым...

Волчоктан да баҡтым донъяны...

Алтын йыуҙым, айҡап тундраны...

Төшөнмәҫһең теҙеп бирмәһәм,

Күҙҙәр менән минең күрмәһәң...



19
Юҡ, туғаным, тыуған саҡта уҡ

Һуғылғандыр беҙгә саҡма ут

Һүнә алмай дөрләп янырға...

Баҙланым мин картуф баҙында...


Тейҙе йәнгә бына ни нәмә:

Картуф серей, картуф күҙләнә!

Ә ҙур залда алҡыш тирәләр,

Мутланышҡан алкаш түрәләр...


Гәзиткә хат яҙҙым тәүге ҡат.

Ҡайтты кире ләкин минең хат,

“Урында, — тип, — сара күрергә”...

Саҡыртылам бына түрәгә...


Айыҡ баштан ярып әйтәмен:

“Хисап бирҙең — “план үтәнем”,

Ә баҙыңдың серек яртыһы!..”

”Пардон, яртыһынан артығы”.


“Тимәк... был ғәм — миндә, һеҙҙә лә?”

“Дүрәкләнмә, Терәк! Ул “бәлә”

Табыш булып тиҙҙән ҡайтасаҡ:

“Дефицит”лыҡ илдә артасаҡ! —

Һөйҙө түрәм хатта арҡанан. —

Һәй, ауылда ятып ҡартайған!

“Дефицит”ты ла бит белмәгәс,

Белемкәйең әле бәләкәс!..”


— Һеҙ — алдаҡсы! — тинем түрәне.

— Һин — яласы! — тине ирәбе...

....................................................................
“Яла яҡҡан ят”ты сабырға

“Мунса” әҙер — түҙһен ҡабырға!..

Кесерткәнле миндек — һәр сығыш,

Һүтә мине, һүтә йыйылыш:


“Эсмәй, тартмай, ләкин һин ҡара! —

Сүпте өйҙән тышҡа сығара!

Баҙ йылыһы боҙа Терәкте”...

“Шылдырырға тышҡа дүрәкте!”

......................................................
Таңдан тороп тышта эш ҡырам,

Ергә терәп табан! Ҡыш буран

Ҡоторғанда өс көн туҡтамай,

Көрәнем юл көн-төн йоҡламай,

Сөнки айыҡ — тамсы эсмәйем,

Тамсы-тамсы тамып эшләйем...


Ә бройлерҙа байрам! — Йор төркөм

Аҡ шешәнең көрәй күк “көрт”өн,

“Көрәшә” һәм бергә мут түрә.

Йырлап ҡына төркөм көн күрә...


Ҡайырып та асам ишеген,

Шешәләре төшә ишелеп

Һөймәнемдең һөмһөҙлөгөнән:

“Юл таҙартҡыс батҡан биленән —

Ҡатмаҫ борон барып алығыҙ!

Премияғыҙҙы һалығыҙ

Илтеп бөгөн ҡабат кассаға!

Ҡабырһығыҙ юҡһа ҡиссаға!”


Өйөрөлөп йоҙроҡ болғайҙар,

Тибәрергә яһил янайҙар.

Йығам һуғып әммә икеһен

Һәм татыйым өйөр типкеһен

Иртәгәһен — фарман ишетәм:

“Терәк-дворникка ныҡ шелтә!..”


Шелтәһенән мәгәр ҡурҡманым,

Шуның өсөн тағы уртланым

“Һуңғы шелтә” тигән ядкәрен...

Баҫылмағас әммә ут-кәрем,

Бирҙе түрә тамам кәрәкте:

“Бушатығыҙ эштән дүрәкте!..”


Бына шулай, Яузат дуҫҡайым,

Ҡаланың да йоттом утҡайын...

Аңламаны мине йәмәғәт!

Күҙ буяуҙан булып ҡәнәғәт,

Йыйылдылар йылдың башында

Тантаналы сәхнә ҡашында:

“Ҙур уңыштар өсөн был йылда”

Ҡыҙыл байраҡ ҡабул ҡылырға...


Ҡыуылһам да эштән, мин килдем,

Хаҡлыҡ — минең эшем, тип белдем...

Күрһәң ине, Яузат туғаным,

Күкрәгемә нәфрәт тулғанын:

Күҙҙәрен дә йоммай, түрәләр

Алкаштарға байраҡ бирәләр!..

Дер һелкетә залды көр устар,

Устар гөрөн көрмәй алҡыштар...


Дүрт партизан — ҡыҙыл олатам

Күҙ алдыма килеп, мин ҡалҡам

Туҡтатырға һөмһөҙ сараны...

Көлдө генә түрә яраны...



20
Гәлсәр сыңлай банкет залында...

Торам баҫып байраҡ янында —

Ҡалдырғандар уны онотоп...

Тыуҙы шунда хәтәр минутым:

Һүтеп алып ҡыҙыл әләмде,

Ураттым да күкрәк тәңгәлде,

Алып киттем туным аҫтында...

Даһи торҙо хуплап ҡаршымда...


Таң атыуға килеп ятаҡты

Тентенеләр: “Сығар байраҡты!..”

Таптырҙылар: “Ҡайҙа ал байраҡ?!”

“Йөрәгемә йомдом йомарлап!” —

Ошо булды биргән яуабым...

Хәтәр статьяның һауабын

Күрҙем оҙаҡ һалҡын тарафта.

Намыҫ ҡалды минең карапта!



21
Волчогымдан бағам ҡалама —

Танымай тик мине аҡ ҡала.

Волчогымды ҡаплап ҡара йән —

Ҡара шайтан сөнки сайҡала.


Башындалыр болан бүрегем —

Кейеп алған лагерь паханы...

Ҡуныр урын тапмай ҡаңғырам,

Дүрт бабаның һыңар баҡаны...


Берәҙәктәй, төшөп вокзалға,

Йыуынғысҡа төртәм ҡулымды

(Элеп ҡуйып янда ҙур сөйгә

Ялбыр йөнлө тундра тунымды.)


Ни ғәләмәт?!. Йылтыр һемәктән

Һыу түгел, ә зәһәр ыу аға.

Фенол тигән зәхмәт урғылған

Эсер һыуға, һулар һауаға...


Ағиҙелем — ағыу иҙеле...

Ҡаҙһаң ҡоҙоҡ — ҡарпый диоксин...

Бөртөгөнә әжәл бөрөлгән

Башҡорт ере биргән икмәктең...


Ыулы һүлгә сайып битемде,

Кейенергә итеп әйләнһәм...

Сөйҙән осҡан туным!.. Йә хоҙай!

“Зэк”тар менән тулы йәһәндәм!..


Артымда уҡ ҡара баҙары —

Иҫке көпө төртә бер малай.

Ялбыр шарыфыма алмашып,

Кейеп алам... Гулаг бында ла!..


Их, бая, тим, Тимер тайғанда

Төшмәгәнмен ниңә артынан?!

Вокзал эскәмйәһен ҡосаҡлап,

Уй артынан уйҙар артыла...


Ҡайһы көнгә ҡалдыҡ, туғандар,

Ҡайҙа беҙҙең эшсе, һабансы?

Һабан тора, сүкеш тутыға...

Илде тунай ҡараҡ, ялғансы.


Хужа булған илгә “дефицит”...

Сепрәк-сапраҡ... бутал-келәймә...

“Вокзал”да бит йәшәй бөтә ил...

Поезд көтөп... билет теләүләп...


Йәне Ерҙең алмай йөрәктән,

Ғәме Ерҙең сыймай бәғерҙе.

Ил тотҡаһы? — Юҡ! Беҙ — пассажир...

Платформа ҡылдыҡ был ерҙе...


Ватан түгел — вокзал төбөндә,

Төтәтелгән махра ыуындай,

Химпромдан тамам быуылып

Ер, һыу, һауа, урам уфылдай...


Бабаларҙың аҫыл һөйәге

Гүрҙәренән ҡубып тапала.

“Әсәй” тип тә әйтә белмәйсә

Балиғ була, алйып, балалар...


Күңелдәрҙән быҫҡый фреон72,

Һүреп намыҫ-озон73 ҡатламын.

Антиуҙаманлыҡ — үлтерә-күк74

Мур шәүләһе йәнде ҡапланы...


Ҡарғып ниңә набат ҡаҡманыҡ?

Яу сапманыҡ хаҡлыҡ ҡырында?

Амбразураларҙы япманыҡ

Күкрәк менән кәрәк урында?!


Уҙаманлыҡ ҡалды дефицит,

Ил “дефицит” көҫәп елгәнгә.

“Джинси”ҙан ҡорап ҡоролдо

Күңел карабында елкәндәр...


...Шаулай вокзал, халыҡ ағыла...

Платформа ҡылдыҡ был ерҙе...

Бер нәмә лә тартмай йөрәктән,

Бер нәмә лә телмәй бәғерҙе...



22
Ҡыҙыл Ҡояш ҡалҡты ҡаҙандай,

Ҡуҙы керҙе бәғер яндырып.

Ҙур урамдан гиҙәм ҡуҙланып,

Эҙҙәремдә ҡуҙлыҡ ҡалдырып.


Киоскыға ир-ат — шәп сират!

Һәм матбаға бына — ҡулымда!

Йәшәйбеҙ шул илгә “гәзитә” —

Икмәк һымаҡ зарур заманда.


Шауҙырлатып ҡуҙын аҡтарам,

Тәүге биттән башлап, әлбиттә!

Осҡононан тота осҡолоҡ —

Йотом-йотом сафлыҡ йән көтә.


Шаҡырайған ҡара хәрефтәр...

Керә хәреф ҡырҡып бәғергә.

Уф! Аңдыған минең ҡайтыуҙы...

Ниңә бөгөн?.. Ниңә хәҙерҙән?!.


Их, булғанмын икән диуана,

Баҙҙан көргөп мут “һул” яҡтарҙы!..

Баҙҙан ҡарпып инде ҡыңғырлыҡ

Ҡырынайтҡан өҫкө ҡаттарҙы:


Төйәк тотмош иң ҙур түрәбеҙ

Түрендә мут алдап тотолған.

Тотолған да... фирҡә билетын

Кәртә ҡылып шыма ҡотолған...


Баш күтәрәм! Тамуҡ утына

Киҫәү ҡылам зыңҡыу башымды!

Ни өсөн һуң шаулап ҡанымда

Тыумыштан уҡ йыһат75 шашынды?!


Яузат дуҫым! Теркә яуыңа!

“Волчок артынан” тип тартынма.

Ауыр наган аҫып билемә,

Ҡаралыҡҡа ҡаршы ҡарпынам!

....................................................

Бына подъезд. Миңә кәрәк ҡат!

Көплө ишек, ҡотло сыңғырлаҡ.

Кнопкаға баҫам. Асылһа,

Йөрәккәйем тулар йыр йырлап!
“Сыңғыр-сыңғыр”... — Тулай… тулайым...

Яузат дуҫым, өн бир! Ҡайҙа һин?

Волчоктарҙан ҡарай күршеләр —

Кем был боҙа йорттоң маҙаһын!


“Командировка”ла дуҫҡайың”.

“Ҡасан ҡайта?”

“Ҡайтмаҫ тиҙ-тилә...”

Ҡуҙлы юлым иҙел ярынан

Ҡала зиратына һүтелә...

23
Ҡалдым ҡатып ҡәбер ҡырында —

Был ни ғиллә?! Сильвам, ни булды?!.

Ҡәберкәйең ниңә боҙолған?

Һәйкәлкәйең ниңә йығылды?


Кем мәсхәрә ҡылып онтаған

Аҡҡоштай пак мәрмәр һыныңды?

Гүреңдә лә тынғы бирмәйҙәр,

Ни булды һуң беҙгә, ни булды?!.


Ултырттым да ташын торғоҙоп,

Килдем зыяратсы янына.

Уфтанды ул: “Ҡәбер талауҙар

Керҙе наркомандар ҡанына...


Кемең ине?.. Ғәфү үтенәм...

Алтын тешен алмай күмгәнһең...

Булыр, тиеп, выждан — дефицит,

Күрмәгәнһең алдан, күрәһең...”


Их, башҡайым зыңҡып әйләнә...

Ерме, күкме әллә бәйләнә?...

Мәрхүмәмде гүрҙә талаған

Ҡара шайтан талай мине лә...



24
Эҙләп табып Тимер фатирын,

Подъезында һалып унтамды,

Барып керҙем йылы өйөнә...

Әйтерһең дә, йөрәк туҡталды...


Ултырамын Алһыу алдында,

Тимер әле ҡайтып инмәгән.

Баҡыр балдаҡ Алһыу ҡулында —

Бәғеремде өҙҙө кинәттән.


Никах балдағы ул Сильвамдың —

Төҫөм итеп сүкеп биргәйнем.

Гүргә һалған саҡта Сильваны,

Бармағында килеш күргәйнем...


Ябырылам алйыу Алһыуға:

“Ҡайҙан килеп һиндә был баҡыр?!

Сильвам менән гүргә кергәйне...”

“Наркоманда ине был бахыр...


Һинең хаҡҡа, Терәк, был затты

Ғәшиш76 биреп һатып алдым мин.

Ҡалғанына хәлем етмәне...”

“Ҡалғаны ни ине?”

“Алтындың
Иң юғары ине пробаһы —

Ағалтынлы ырмау һәм тештәр...



Тимер аша ҡараҡ атҡарҙы

Таныш ювелирға... вәт эштәр”...


“Кем ул ҡараҡ?”

“Эһем... Идеал...

Үҙ малайың, тимәк...

“Пытыуы”77

Бөтмәҫ борон, гүрҙәр аҡтарып,

Өҙөлөп тә ҡалды уҡыуы...”


Ах Идеал!.. Улым... — Бәғергә,

Әйтерһең дә, хәнйәр батырҙы...

Тинтерәкләп сыҡҡас подъезға,

Күреп ҡалдым йолҡош-бахырҙы:


Ялбыр йөнлө минең унтаны

Кейеп тайҙы күҙем алдында...

Һалып киткән китек итеген

Тотоп торам...

Алһыу янымдан
Уҙҙы жыйлап... Тимер артынан

Уҡлау услап сапты туп-туры:

“Ҡалдыр унтаны, тим, ҡороғоро!

Һай алкашник, ҡәһәр ҫуҡҡыры!”


“Һис зыян юҡ, — тимен, — унтаһыҙ

Еңел булыр — бына яҙ етә!

Тимер дуҫтың ҡаты-ҡотоһо

Булыр әле миңә йәтеш тә!..”


Көйләп аяҡтарға кейгәндә,

Асылды яй күрше ишеге.

Сал олатай тора баш сайҡап:

“Алып ҡасты Тимер, тиһеңме?


Алмаштырыр “ярты” хаҡына

Унталарҙы тишек быймаға.

Урлап бөттө һис ни ҡалдырмай —

Күрше хаҡы — сүп был шилмаға!


Ул ғынамы! Үҙен ҡараған,

Фатир алып биргән йән дуҫын

Ултыртты ул һатып “ярты»ға —

Яузат тигән йәғни ҡорҙашын”...
“Яузат?!”

“Эйе. Мафияның шул

Ғазраилы ине уҙаман...

Ошо Тимер уның фатирға

Ғәшиш илтеп һалған бер заман.
Тентеү килеп, “табып” улъяны,

Ашанылар башын Яузаттың”...

Хәлем бөтөп: “Хуш, ҡарт!” — тинем дә

Күҙем тоноп йорттан олаҡтым...


Йөрәк дарҫлай, йөрәк шашына!

Ҡайтам, ҡайтам шишмәм башына!

Сабый саҡтың сафлыҡ һауаһын

Эсһәм, бәғер табыр дауаһын!..



25
Ауылымда йөрөп ятам бына...

Һай, үҙгәргән ерем, үҙгәргән!

Үҙгәреште күрәм тирәктәрҙән,

Үҙгәреште күрәм йөҙҙәрҙән.


Мин киткәндә минең буйлыҡ ҡайын

Терәп тора инде күктәрҙе.

Туғанлыҡты күреп танымайым

Күҙҙәрендә йәндәй күптәрҙең...


Күңелдәрҙән килә ҡар һыуығы...

Әйтерһең дә, яҙҙар килмәгән.

Хәмер еҫе аңҡый ауыҙҙарҙан —

Мин күрмәгән элек, белмәгән...


“Бартер” тигән шайтан сыҡҡан сөнки —

Тауар өсөн тауар бирәләр.

Эш хаҡына хатта шешәләтә

Хәмер алып ауыл кинәнә...


Урамдары ҡалған һирәкләнеп,

Быуындары өҙөк сылбырҙай.

Хәмер сылбырҙары араһында

Һирәк-мирәк йәндәр ҡыбырҙай...


Ишетелмәй сабый сыңрауҙары —

Әллә инде тыуым туҡталған?..

Йәштәр ҙә юҡ гармун тартып уҙған —

Ауыл һүнгән... ауыл йоҡлаған...


Йоҡлаған ул, йоҡо менән түгел,

Иҫереүҙән ята һаташып.

Ҡарт-ҡоролар ҡайта “лафка” яҡтан,

Шешә тотоп, йырлап-маташып...


Һалғандармы айыҡ заманамды,

Ҡәбер ҡаҙып, әллә ләхеткә?..

Ҡотолайым, тиеп, ҡәһәремдән,

Киттем, ахыр, изге мәсеткә.


Мәсетте бит элек клуб яһап

Тилерешкән ярһыу комсомол

Ҡартайған да бөгөн, шул клубты

Мәсет итеп дингә асҡан юл...


Намаҙлыҡҡа мин дә баҫтым бер саҡ

Тундрала — алтын йыуғанда...

Осратырмын изге ҡорҙаштарҙы,

Тимен, изге мәсет юлында.


Яҙ ҡояшы битте саға ҡыйыу,

Аяҡ аҫты ята мәлйерәп.

Күк үләне тиҙҙән күҙен асыр,

Ҡар һылыуы китер әлһерәп...


Ат тиҙәге ҡалҡып сығыр ине,

Ҡар мәреһә, әүәл заманда.

Хәҙер иһә шешә, шешә, шешә,

Шешә ята сыйнап табанда...


Нимә күрәм: йома намаҙына

Ҡыйыш баҫып ҡарттар киләләр.

Хәҙрәткә лә, аҡсалата түгел,

Шешәләтә хәйер бирәләр...


Доға араһында табын йырын

Көйләп алды бер дин әһеле.

Намаҙлығында һәм йоҡлап ҡалды

Бер нисәһе...

Башҡорт нәҫеле
Хаҡ исламға шулай ҡайта, тиҙәр...

Киттем сығып! Аллам һаҡлаһын!..

Йөрәк яныуымды баҫа алмай,

Зыяратҡа ҡарай атланым:


Шунда йәнем, бәлки, арыныр, тим,

Көрмәп алған шомло миҙгелдән.

Зыяраттың ләкин юлында ла...

Шешәләрҙән маяҡ теҙелгән...


Рәхмәт төшкөр әммә ауылдаштар

Иҫләгәндәр ҡыҙыл дүрт ҡартты —

Аҡ мәрмәрҙән тора обелиск

Һәм дүрт исем нурлай зыяратты:


Хәмзә, Хисам, Сәлим һәм Суфиян...

“Олатайҙар! Ҡанай бәғерем!” —

Һалҡын ташты барып ҡосаҡлайым

Оноторға донъям йәберен.


Әммә, әммә... Күҙҙе асҡан һайын

Бары ҡайта ҡабат ҡаршыма:

Һөмһөҙ шешә һәм ҡырлы стакан

Ҡарап тора мәрмәр башынан...


Аллаҡайым! Һис бер юҡ ҡотолоу!

Йөрәк тотоп ауам аҡ ҡарға.

Бәғер тауышымды фәҡәт ерем

Ишетергә әҙер, яҡларға...


Ҡар аҫтында, тоям, донъя геүләй,

Гүр-убалар уттай яналар.

Тыңлап төптән бәғер тауышымды,

Ирлек көтә ата-бабалар...



26
Хәнйәр ҡаҙалған дәү Ер шарым

Ҡанап бара йыһан юлында.

Ерҙең асы бәғер тауышы —

Бүре боғаҙлаған ҡолондай...


Йыһандың да түҙем сиге бар —

Ҡара йотоп йыһан талсыҡҡан.

Ҡарайтырға был аҡ донъяны,

Ҡара йондоҙ баға волчоктан...

Ҡара мәкер ҡайта толчоктан...
1985.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет