Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в пятнадцати томах әҪӘРҘӘр ун биш томда том



бет13/19
Дата01.07.2016
өлшемі3 Mb.
#170625
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   19

ХАҠЛЫҠ

I
Урал ҡыҙы! Һинең нәзәкәтле

Бармаҡтарың — әҫәр битендә.

Сейә кеүек алһыу ирендәрең

“Мөхәббәт!” тип тылсым тиртерҙәй.


Түгелерҙәй утлы хәрефтәргә

Ике тамсы ҡайнар күҙ йәшең.

Сәскә сигеп шиғыр ситтәренә,

Сирғылырҙай ҡәләм-көндәшем.


Һулышыңды һурып ҡағыҙ бите

Дөрләп китер төҫлө ут янып...

Их, уҡығың килә поэманан

Ғишыҡ-ғишрәттәрен уфтанып!


Һөйөклө дуҫ! Бының маһирҙары —

Бөҙрә-көҙрә көҙөк шағирҙар.

Күңелеңде ҡылдай нескәртерлек

Мелодрама, бәлки, яҙырҙар.


Һин өнәгән аллы-гөллө юлға

Юлығалмам, ахыры, һылыуым.

Хаҡлыҡ ҡылысының йөҙөн ҡайрап,

Ҡаштарыма ҡунды ҡылауым.


Ылғый ыуҙай асы Хаҡлыҡ һалып,

Хаиндарҙы салыр ҡылысым.

Ә һин, һылыу, ырғыт был хитапты!

Табыр әле әүҙем уҡыусым!


Урал әле ярһыу — миңрәнмәгән!

Етер, тимен, яугир ир заты.

Былбыл балы илде бәлйеткәндә

Бөркөт саңҡыуҙары бик татлы!



II
Хаҡлыҡ! Һинең асы асылыңды

Күтәрерлек ирҙәр бик һирәк.

Нахаҡ менеп баҫһа иң башына,

Эйәбеҙ бит башты тиҙерәк...


Шул арҡала аунап ҡала Хаҡлыҡ,

Нахаҡ табанынан тапалып.

Ер ҡатламын ҡаҙып ҡараһағыҙ,

Ҡат-ҡат ята Хаҡлыҡ ҡатламы...


Ер үҙе бит — үкһеп ҡатҡан Хаҡлыҡ...

Нисек әле күсәр күтәрә!

Ер күсәре булыр инсандарҙы

Нахаҡ ҡулы аҙмы түңкәрә!..


Быуат-быуат ерҙе быуған Нахаҡ,

Быума сирен һалып йәндәргә.

“Эйгән башты ҡылыс ҡырҡмай”, — тигән

Ҡоллоҡ ҡыуы һеңде ҡандарға.


Быуын-быуын шытты алашарҙар78

Ҡап ҡорһаҡлы, ҡатын йөрәкле.

Бәндәбикә79 һымаҡ ысын ирҙәр

Бөгөн дә бик илгә кәрәкле!



III
Хан ғәремен ғәрһеҙ һөйгән тоҡом

Башҡортлоҡтан ҡалған маңҡортҡа.

Әсәһен дә һатып ебәрерлек

Етешкән “ир” аҙмы был йортҡа!


Хаҡлыҡтың ул баҫҡан боғаҙына,

Үҙ башына Нахаҡ ултыртып.

Зыялыһы булып маңҡортлоҡтоң,

Хан замандан килгән маңҡортлоҡ.


Замананың “хан”ы ғәременән

Бөгөн дә бит сыңлай яһил зат:

“Тамырһыҙ мин! Тамыр һис булмаған!

Ҡамғаҡ һымаҡ бәйһеҙ зат — азат!” —


Азатлығы уның — ҡамғаҡлыҡта:

“Иҫкән елдәй иркен тәгәрлә!

“Башҡортостаным!” — тип кендегеңде

Бәйләп ҡуйыу — ҡоллоҡ ҡәһәрле!” —


Тип тылҡый ул... ялап “хан”дың усын,

Үтәп алашарлыҡ бурысын...

Ғәрем азатлығын мәҙехләргә

Илтеп ялғай тоҡос йыр осон...


Шуның өсөн уға -- хан һынығы:

“Алтын йондоҙ” сәпәй күкрәккә.

Алтынының арты -- ҡарағурғаш,

Ағыуынан илде тетрәтә.


Тәхет төбөндә ул, маңлай ороп,

Тәхетмәндең ялай итеген.

Ауыҙына ҡалын ҡалъя ҡунһа,

Иле янһын, иле интекһен!..


Табан саңын татып ятҡан көйө,

“Мин азат!” -- тип өтөк этләнә.

Халҡын матҡып шундай “азатлыҡ”ҡа,

Аҙаплана, яһил хитлана.


“О азатлыҡ!” -- Ошо татлы һүҙҙе

Әфиүндәй өрә күңелгә.

“Азат” икән, тимәк, һин бәйләүһеҙ

Бабаларға, ергә, телеңә.


Үҙ ҡорһағын ҡурсап хан юлында,

Темеҫкенер рухи алашар...

Ғәременән шытып ғәрһеҙенең,

Ғәрлеләргә хатта юл башлар.

Әйтеп ҡара шунда “юлбашсы”ңа,

Кем — ысын ир, ә кем — алашар...



IV
Алашарҙың ҡотһоҙ алалығы

Тонйоратты Хаҡлыҡ-ҡояшты.

Йолҡоношоп йоҡло тамырҙарҙан,

Алашарланып күп уйнаштыҡ...


Ил мейеһен ала-ҡолалыҡҡа

Ҡалдырып ул тартты ҡурайын.

Хан ҡылысы ҡыйҙы ир баштарын,

Айыҡ ирҙәр ҡалҡһа турайып.


Ырыҫыбыҙ ыҡты ҡулыбыҙҙан...

Баҫыу булды ҡыҫыр башаҡлы...

Уйнашлыҡтан тыуған томаналар

Үҫтерҙек бит оло ҡашыҡлы...


Үҙе ҡырҡып ерҙән үҙ тамырын,

Аунай елгә ҡамғаҡ-томана.

Ер шарын ул тибеп китер ине,

Атланалһа аҡҡан томанға...


Шул томанға илен атландыртмаҡ,

Ҡырсып ташлап Хаҡлыҡ хәтерен.

Хәтерһеҙҙең хәтәр хәтеренән

Ҡоролалыр башҡорт ҡәбере...


Алашарҙың хуплап алашаһын,

Ҡасанғаса ҡалыр буръяҡлыҡ?!.

“Тамырым бар!” — тимәк, — бар ул Хаҡлыҡ!

“Тамырым юҡ!” — тимәк, — Нахаҡлыҡ!


Һөйөклө дуҫ! Дары моҙғайындай

Шартлар өсөн йөрәк ҡабара.

Алашарҙар менән аҫыл ирҙәр

Араһында хәтәр яу бара!



V
Уй юлағы наҡыҫ ундайҙарҙың —

Уйлап та ул, ахыры, ҡарамай.

Хәтер ҡыҫҡалығын хәтерләтеп,

Иңрәп тора анау ҡарағай...


Юҡ, ҡарағай түгел — ҡары ағай,

Яу уттарын уртлап ҡарайған.

Керпек-ылыҫтарҙың араһынан

Бабаларҙың күҙе ҡараған,

Тимәк, Хаҡлыҡ үҙе ҡараған,

Күңелемә һыҙып йырлаған:


“Тыңла мине, тыңла мине,

Киләсәккә күскән түлем!

Нахаҡлыҡтың тырнағында

Ҡанһыраным — бөлдө илем.


Хаҡлыҡ яулап баш күтәрһәк

Батшалыҡтың ҡағып көлөн,

Хаҡлыҡ менән ҡуша ауҙы

Баштарыбыҙ — киҫте үлем.


“Хаҡлыҡ!” — тигән һайын, Нахаҡ

Йолҡоп алды ирҙең телен.

Хаҡлыҡ мәгәр ҡалҡты ҡабат —

Хаҡлыҡ даулап үҫте түлем.


Урал — илем, азат үҙем —

Хаҡлыҡты мин шулай күрҙем.

Шуның өсөн тау аҡтарҙым,

Мал көттөм мин һәм ер һөрҙөм.


Шуның өсөн ҡан һәм тирем

Түгеүҙе мин Хаҡлыҡ тинем.

Дошман дөрһә — онтаҡланым,

Дуҫ-иш керһә — шатлыҡ, тинем.


Хаҡ көндәрҙән, аҡ көндәрҙән

Күп булды тик ҡара көнөм.

“Үлде Хаҡлыҡ!” — тиһә дошман,

Хаҡлыҡ даулап сыҡты өнөм!

“Үлмәйәсәк Хаҡлыҡ!” -- тинем!
Тыңла мине, тыңла мине,

Хаҡ заманға килер түлем!

Ҡарар күҙем ҡара көйөп,

Көттөм оҙаҡ Хаҡлыҡ көнөн;


Нахаҡлыҡтан ҡурсап түлем,

Золомдарға бирмәй билем

Алыштым мин — белә илем!

Белһәң ине, белһәң ине

Хаҡлығыңдың үткән юлын!..
...Сөйгән осло һөңгөләрҙең,

Атҡан осҡор ут-уҡтарҙың

Айға етер сағы булды,

Тик йән ҡыйғыс Нахаҡлыҡтың

Йөрәгенә етмәне шул...

Йондоҙ йолор ҡулдарым да

Ҡулһуҙымдан үтмәне шул,

Буйҡайҙарым етмәне шул...


Бөттө шуға сабырҙарым,

Ҡанһыраны бәғерҙәрем.

Белдем ләкин Хаҡлығымдың

Илдә иҫән ҡалырҙарын,

Минән һиңә барырҙарын.
Тик һин, күрәм, шәйләмәйһең

Бәхетеңдең тамырҙарын.

Белһәң ине, белһәң ине

Хаҡлығыңдың ҡәҙерҙәрен!..

Тарихыңдың тәкбирҙәрен80!..”

VI
Тарих, тарих! Һиңә тарытмаҫҡа

Алашарҙар ҡулы ау ҡора.

Тарихтан ил төңһә — Тамыр шиңә,

Тамыр шиңһә — Халыҡ ҡанһырай.


Ҡанһыратып ҡанды һура ҡамғаҡ,

Тамырһыҙ ул — елгә ҡоҙаса...

Ҡамғаҡлыҡҡа илде ҡалдыртмаҫҡа

Әйләнәлер тарих-ҡуласа.


Әйләнә лә баҫа хәтерһеҙҙе —

Тыпырсына шул саҡ алашар.

“Зыялы”ның биҙеп зыянынан

Ил төкөрһә, ҡыу йән ни ашар?..


Дәүерҙәрҙән һеңгән ил ҡандары

Ҡурайҙарҙан тамып торғанда,

Быуат-быуат тарих ҡуласаһын

Әйләндереп бабам ҡорғанды


Юймаҡсылар хәтер юлағынан!..

Хәтерһеҙҙәр хәтәр юл ала!

Башҡорт әгәр башлап манҡортланһа,

Башҡаларға, тимен, ни ҡала?!.


Шашынмаһын ғәрем шаҡшылары —

Шаҡшы шауын тыйыр ҡеүә бар.

Башҡорт хәтере — сал Урал, Шүлгән

Хәтерҙәре менән бәрәбәр!


Уралда бит Ерҙең йәҙрәһенә

Имән кеүек кереп баҫҡанбыҙ.

Таш быуаттан атом быуатына

Ошо ерҙән күҙҙе асҡанбыҙ.


Беҙ эйәһе булыу арҡаһында

Рәсәй үҙе эйә был ергә.

Хаҡлыҡ булыр, әгәр барһаҡ бергә

Нахаҡлыҡты йығып еңергә!



VII
Хаҡлыҡ тыуын сөйөп Башҡортостан

Йәшәрер мәл — алда, алдале!

Әммә көнөм... уйын түгел бөгөн —

Хаҡлығымды даулап яуҙамын!


...Көнсығыштан, йәки Көнбайыштан

Ҡитға иңен инһә көйҙөрөп,

Нахаҡлыҡҡа ҡаршы көр ҡалҡындыҡ,

Ҡырҡыр өсөн Нахаҡ һеңерен.


Һораһағыҙ тарих биттәренән

Үткәндәрен ғорур халҡымдың,

Әйтер улар: башҡорт тыуҙы, үлде

Нахаҡ ҡулын бырғып алҡымдан!


Урал-билбау менән бил быуған ер

Ҡалҡан булды күпме йорттарға!

Европаны йыртҡыс урҙаларҙан

Ҡаплап ҡалды ул, ҡан йотһа ла.


Шаһит быға Ҡытай стенаһы,

Шаһит быға Карпат тауҙары.

Босфор боғаҙы ла иҫләй һаман

Башҡорт ҡырған ҡара яуҙарҙы.


Скиф бабаларҙың тамырында

Типмәгәнме беҙҙең уртаҡ ҡан?!

Уртаҡ Хаҡлыҡ яҡлап тоҡомдары

Аҙмы ҡойҙо уны тупраҡҡа!


Уртаҡ Телдән телдәр айырылды,

Араларҙы йырҙы дин сиге.

Ә шулай ҙа беҙҙең бабаларҙың

Ҡаты булды хәтер енсеге —


Баҫып кергән Батый урҙаһына

Ур булдыҡ беҙ хәтәр ваҡытта!

Урыҫ илен утыҙ йыл һаҡланы

Башҡорт атҡан мәргән ут-уҡтар!


Мин ул тарихтағы Мүйтән батша --

Хаҡлыҡ өсөн ҡалҡҡан ҡанһырап!

Башҡорт партизаны Бошман үлде,

Тыуһын өсөн урыҫ Коловрат...


Урал тауы менән Мәскәү һыуы

Мең саҡрымдар аша тоташты.

Ил ирҙәре ҡыҙыл тыу81 сөйгәндә

Ир намыҫы булды юлбашсы.


Онотолдо ләкин, онотолдо

Егетлеге ерҙә башҡорттоң...

Кисә туған — бөгөн булды дошман,

Бауырымды талап баш ҡырҡты...


Баҫҡаҡтары татар-монголдарҙың,

Алайҙары Аҡһаҡ Тимерҙең,

Ҡазан яҡтың ҡомһоҙ ҡоҙғондары,

Күсемдәре82 һалҡын Себерҙең;


Һәм ҡап-ҡара йәнле “аҡ батша”һы

Беҙ ҡотҡарған маңҡорт-Рәсәйҙең

Башҡорт ҡанын эсер өсөн килде,

Киҫте телен башҡорт-әсәйҙең...


“Сүк!” — тинеләр, “Төңөл! Бөт!” — тинеләр,

Ләғнәттәре тизып төйҙө йәнде.

Башҡорт йәне ләкин төңөлмәне,

Әйтте: “Килер, йөрөр Хаҡлыҡ мәңге!”


Шул ғорурлыҡ һаҡлап ҡалды илде

Йылан булып бөгөлөр йылдарҙа,

Болан булып егелер йылдарҙа.

“Хаҡлыҡ!” — тиһәк башты сапты балта —

Әйләнмәнек ләкин ҡолдарға!
Көйҙөргөс ут янды күҙҙәрҙә,

Оранлы үрт бүртте телдәрҙә.

Ер уфтанды: “Килмәй ниңә Хаҡлыҡ?!

Хаҡлыҡ кәрәк тыуыр көндәргә!”



VIII
Һәм... Хаҡлыҡтың күреп килеү көнөн

Аймылышты иләү бер заман:

“Ураҡ менән Сүкеш ҡауышыуын

Теләй икән Үҙе уҙаман!..”


Бара ине ерҙә ҡанлы уйын...

Яһил бойом

Барыр төҫлө ине мәңге-һаман...

Килде ләкин, килде байман83

Ир еткерҙе беҙҙе заман!
Үткер штыктарҙан туҡылған,

Ураҡ-сүкештәрҙән ҡайылған

Ҡыҙыл тыуын киреп таман,

Ишетелде Хаҡлыҡ һүҙе —

— Етте!

Ҡанлы уйын тамам! —



Нахаҡлыҡ-мор

Ил иңенән

Ауҙы яман!

Килде байман!


Ҡитғаларҙы елеп үтте,

Еҫерҙәрҙе егет итте

Инҡилаптың бөрө еле.

Һәм ул түгел миңә генә —

Миндәйҙәрҙең бөтәһенә

Ирек бирҙе, ирлек бирҙе —

Толпар-аттарға мендерҙе!

Елдерҙе!..


Хаҡлыҡ үҙе

Ерҙе ҡыҙыу әйләндерҙе:

Илде — илгә, ҡулды — ҡулға,

Сәсте сәскә бәйләндерҙе.

Алашарҙан халыҡтарҙы

Арсап алып ирәйттерҙе,

Теҙ, билдәрҙе турайттырҙы,

Ерҙе-күкте нурландырҙы!

Хыял — булмыш, маҡсат — табыш

Араларын берләштерҙе!

Ҡырҡ атаның балаларын

Бер туғандай гөрләштерҙе!


Күр: беҙ ниндәй бахыр инек —

Яраланған батыр инек.

Ярһыу атҡа ырғып менһәк,

Тәкмәс атып ятыр инек...


Тыумыштан уҡ сапҡыр инек,

Һыбайлы ир-тапҡыр инек.

Ерҙең үҙен ауыҙлыҡлап

Елерҙәй ҙә яу-ҡор инек.

Ер эйәре Уралҡайға

Быуын-быуын ҡалҡыр инек.

Тибелеп тик Нахаҡлыҡтан,

Таш бәғерҙең таш тояғы

Типкеһендә ятыр инек...

Ҡара гүргә батыр инек...


Күр: ҡара ер төпкөлөнән

Ҡарпып көнгә ҡалҡҡан халыҡ,

Толпарынан нисә ҡолап,

Толпар менеп сапҡан халыҡ,

Хаҡ-йөрәге дөрләп янып,

Ике күҙе балҡҡан халыҡ —


Иңен кирҙе, билен кирҙе --

Ерҙең үҙен эйәрләп елдерҙе!

Ҡуш ҡуллап, сөм-яҡты Күктән

Илгә Көндө алып бирҙе!


Бөркөлдө нур иргә ҡот-ҡояштан

Ап-аҡ юлыҡ, тулҡын-тулҡын булып,

Туптай тығыҙ беләктәрен,

Бит-муйынын, көллө тәнен йыуып.

Ус-бармаҡтар остарынан

Табан төптәргәсә ләйсән ҡойоп,

Ерҙе кинәндереп нур бөркөлдө,

Нур эркелде!


Нур күркендә — ҡара-ҡусҡыл ҡулы,

Ҡара сәсе,

Ҡара күҙе,

Ҡара янған йөҙө

(Тарих һөрөмдәре һырған көйө!),

Ер-толпарҙың ҡабырғаһын

Типсегән тос аяҡтары,

Ҡулындағы төҙ ҡурайы,

Билендәге кәкре ҡылысы,

Өҙөләм-өҙөләм тип тибрәнеп

Торған һүҙе — тел осо

(Бөтәһе лә, бөтәһе лә!) —

Бер ҡараһаң шундай сәйер ине,

Шул уҡ саҡта нәҡ Хаҡлыҡ — көр ине,

Шөңгөр ине! —
Һыбайлынан ҡомарланып,

Йомғаҡ кеүек йомарланып

Нурға эркелеп елеүсе толпар-Ер ҙә,

Ирҙең йәпле ҡулдарынан ҡытыҡланып

Алтын сәсен туҙғылтыусы ал Ҡояш та —

Икеһе лә, икеһе лә

Ҡыуанышып көлөштөләр:

— Ниндәй хозур!

— Ниндәй ғорур!

— Ниндәй зарур! — тиештеләр.



IX
Әммә, әммә... Ғәзиз бабаларым,

Булманымы һеҙҙә яңылышлыҡ?

Ерҙе һалып Ленин елкәһенә,

Һеҙме, әллә беҙме яңылыштыҡ?..


“Күсәрендә Ерҙе өйөрөлтә!” – тип

Һөрәнләргә ниңә күнектек?

Бәндәлектән хоҙай тыуҙырышып,

Яһаныҡ бит ялған бөйөклөк.


Ялған хоҙайҙарҙың тирәһендә

Тәкбир әйтеп аҙмы ураныҡ?

Йыртып ташлап хәләл йырыбыҙҙы,

Йыртыҡтарҙан йырҙар ҡораныҡ

(Алашарға ҡушылып йырланыҡ):
“Иң бәхетле быуын булып тыуҙыҡ,

Ҡоҙғондарҙы ерҙән, күктән ҡыуҙыҡ,

Ленинизм иле булып уңдыҡ!” —

Тип данланыҡ көндө (ҡыҙыл ҡыуыҡ!..)


“Ырыҫ ләйсәндәре ерҙе ҡоса,

Күк бөрөләр тулап керпек аса,

Буҙтурғайҙар буҙрап-сыңрап оса —

Шул сафлыҡҡа Ленин сафлығы

Ирештерҙе!” — тип йыр саңҡыны...
“Тулҡын-тулҡын ҡояш нуры аға,

Нур сәсрәтеп арыш мыйыҡ ҡаға,

Бөртөк-бөртөк туҡлыҡ күҙгә баға —

Шул муллыҡҡа Ленин хаҡлығы

Туйындырҙы беҙҙе!” — тип тағы...
“Күпереп тә икмәк-ҡалас бешә,

Имен йортҡа егәр килен төшә,

Күкрәк киреп алсаҡ ир етешә —

Шул көрлөккә Ленин хаҡлығы

Тейендерҙе!” — тинек йотлоғоп...
“Донъям тыныс — көләс Ер, Күк-һауа,

Тынлыҡ ярып илап бала тыуа,

Бәхет үҙе кендек инәй уға —

Шул бәхеткә Ленин хаҡлығы

Ҡойондорҙо!” — Йәнем шатлығы...
“Ҡот-тупһанан сабый сабып сыға,

Әйләнә шат егет-һабансыға,

Ҙур заводта йәки сүкеш һуға —

Шул шатлыҡҡа Ленин хаҡлығы

Һөйөндөрҙө!” — тинем мин тағы...
“Үҙ ер-һыуын, күген — Ватанын

Ҡурсап ҡойһа хәләл ал ҡанын,

Сабып өҙә Нахаҡ алҡымын —

Еңеү яулай Ленин хаҡлығы!” —

Тип һөрәнләй юлдар сатлығы...
“Төштә генә батша, хоҙайҙар

Ер күсәрен бороп уйнайҙар.

Беҙҙең ҡулда бөгөн Көн, Айҙар —

Титандарға хеҙмәт кешеһен

Тиңләштерҙе Ленин хаҡлығы!” —

Тип туҡтауһыҙ тел-теш сарлауҙар...


“Йөҙ телле — беҙ, берәү — илебеҙ,

Маҡтап туймаҫ уны телебеҙ,

Фиҙа уға ғәзиз йәнебеҙ,

Урыҫ — ағай, уға эне — беҙ! —

Ленин хаҡлығылыр үҙебеҙ!” —

Тип асылды аслан телебеҙ...

Ләкин... ләкин...

Инде беләбеҙ...


Ҡыҙыл олатайҙар ҡыҙамығы

Алмаштырҙы, буғай, Хаҡлыҡты...

Алашарлыҡ — бөгөн аҙашырлыҡ,

Иблес бәйләй күҙен халыҡтың.


Ватан бөлә... Унан илдәр көлә:

“Туйҙырҙымы Ленин ҡаласы?..

Аҡ батшаның йортон утҡа тотоп,

Ҡорҙоғоҙмо ҡыҙыл аласыҡ?..”


Эйе ҡорҙоҡ... Ҡыҙыл аласыҡтың

Табындары ләкин талымһыҙ.

Аслы-туҡлы үҙгәртеп ҡороуҙың

Ҡыҙыл йыры инде яғымһыҙ.


Яғымһыҙға әммә йомоҡ күҙҙәр,

Ә ауыҙҙар – асыҡ арандай.

Һәр беребеҙ, баҫып ҡотһоҙ маршҡа,

“Капитализмға” тарбаңдай...


Болғаныша әҙәм балалары,

Таный алмай иблес, аллаларҙы.

Рәсәй-әсәй тигән ватаныбыҙ

Ҡанһырата ҡанлы яраларҙы...


Үҙе — хәтәр, үҙе хозур кеүек...

Күңелдәрҙе әммә боҙор кеүек...

Юл башлаусы “башлы даһи”ҙары —

Юлға төшмәҫ элек туҙыр кеүек...

Алашарҙар уҙыр кеүек...

X
Ҡыҙыл бабаларҙың ал томаны

Быуҙы, буғай, күҙҙе минең дә.

Етмеш йыллыҡ ҡыҙыл ҡыңғырлыҡтан —

Дөйөм алашарлыҡ илемдә...


Егерменсе быуат замандашым!

Таш йорттарҙың фатир хужаһы!

Ҡатлы-ҡатлы ожмах ҡосағында,

Күҙгә терәп ерҙең дүрт яғын да

Йәшәйбеҙ шул, эйе, “нужаһыҙ”
(Беҙҙең өсөн бары әкиәттә

Тороп ҡалған ҡабыҡ аласыҡ).

Тәҙрәләрҙә күлкеп тулай ҡояш,

Табындарҙа — ҡояш ҡаласы:

“Их, йәшәһен,әйҙә, власы!” —
Фанилыҡҡа йәнде алмаштыртып

(Хаҡлыҡты, тим!), Нахаҡ көлмәйме?!

Алашарҙар һүткән көн йырынан

Алашарлыҡ рухҡа һеңмәйме?


Телең дә юҡ — ана, ят телендә

Ләпелдәшеп үҫә сабыйың.

“Башҡортостан” тигән илеңде лә

Алмаштырыр “өлкән ағай”ың...


Хаҡлыҡ бизмәнендә үлсәүҙәрҙе

Онотоп уҡ, ахыры, барабыҙ.

Үлсәйексе көндө,

Үлсәгәндәй

Йәнен һалып уны бабабыҙ!
Баһаланыҡ мәле икмәк тәмен,

Һауа тәмен, эскән һыу тәмен?

Баһалаһаҡ, ниңә онотабыҙ

Мәғәнәһен “Хаҡлыҡ” тигәндең!


Тыныс һәм туҡ көйө уйланыуҙың

Ҡыйын икәнен дә беләмен,

Уйланайыҡ ләкин, уйланайыҡ,

Уйланайыҡ, туған, беҙ, йәме:


Сарсап эскән ебәк һыуҙарыбыҙ,

Икмәгебеҙ, һулар һауабыҙ

Ҡайҙан килә?! —

Хаҡлыҡ арҡаһында

Хаҡ-эш менән уны табабыҙ!
Хаҡлыҡҡа беҙ хыял туғарабыҙ,

Ҡалас итеп өйгә алабыҙ.

Ҡандай алһыу-ҡыҙыл кирбестәрҙән

Хаҡлыҡ ҡалалары һалабыҙ.


Түгел ләкин бәндә “хаҡ”лығы ул,

Фирҡәләрҙең түгел “хаҡ”лығы --

Улар бурһый...

Фәҡәт Дәү Хоҙайҙан

Төшкән Хаҡлыҡ һаҡлай сафлығын!
Быуын-быуын, быуат-быуат ашып,

Алып килә беҙҙе был Хаҡлыҡ.

Бөгөнгөмдә Хаҡлы булһам ғына,

Иртәгәмә кермәҫ Нахаҡлыҡ.


Бөгөнгөлә ҡайнай иртәгәмдең

Ут бураны һәм һөт паклығы.

Үткәндәрҙе, килер-көткәндәрҙе

Тоташтырған — ысын Хаҡлыҡ ул!


Хаҡлыҡ — түгел көмөш шалтырауыҡ,

Йәки бутал кершән ҡылырлыҡ.

Бөтә көндәремдең йөрәге ул —

Лөп-лөп типкән ал ҡан тамырлы.


Урал улы — ата-бабаларың

Хыял иткән тормош ул — Хаҡлыҡ.

Шул тормошто Хаҡ ҡул төҙөмәһәк,

Булыр ине үҙе Нахаҡлыҡ.


Ерем елә Быуат Ҡапҡаһына!

Нимә йөкмәп унда кем керер?!

Үҙ йөрәгең әйтһен дөрҫ-дөрҫ ҡағып:

“Хаҡлыҡ яҡлап яуға мин өлгөр!”


Алашарҙар ғәрем ҡараулаһын,

Ырғып тороп иңгә һал йөктө!

Торғонлоҡтоң ойоу талғынлығын

Терһәк терәп йыртыр мәл етте!


Янып-ярһып йәнде көл итергә!

Ауыр тартып йөрәк ярырға!

Хаҡлыҡ даулап, ялҡын-метеорҙай,

Ҡара төндө ярып барырға!



XI
Ватандашым минең, хаҡ-ҡорҙашым,

Ҡыҙҙырмаймы бер хәл ҡаныңды:

Ярһыу ғәскәр берҙәм атлағанда

Кемдер аҡһай, боҙоп аҙымды.


“Их, өс көнлөк кенә был донъяла

Типтереп ҡал! Йолҡоп ал, аша!” —

Шул мут таҡмаҡ менән көнөн башлай

Алашарҙан шытҡан алашар.


Тәмәкеһен ҡабып арҡырыға,

Эш көнөнөң ыҫлай яртыһын.

Ярты көскә “һөрөп”, “ярты” кәгә —

Баҫа шулай “йөрәк ярһыуын”.


Сәғәт һуға — цехтан сығып һыҙа:

“Беҙ — эшләнек! Бир ял тиҫтергә!

Минең хоҡуҡ илдең Төп Ҡануны

Менән гарантия ителгән!”


Келәм менән көплө фырт фатиры,

Асфальт менән ҡаплы урамы.

Аяғын, күр, ҡалай иркен һуҙа,

Иркен киреп илдең юрғанын.


Ауыҙына төйөп ҙур ҡалъяны,

Күк экрандан күҙләй Күк йөҙөн...

Режиссер бит уның өсөн уйлай,

Уның өсөн актер көлөп-илай —

Гарантиялы бит был үҙе!
Гарантия унан көтмәгеҙ тик —

Маңҡорт тыуыр унан, тыуһа ла...

Шундайҙар шуҡ шытыу арҡаһында

Башҡорт ҡалыр бер көн тупһала...


Хәтерһеҙ йән хәтәр икәнлеген

Белә тороп, быны үҫтерҙек.

Еребеҙҙең мең йыл егәрлеге —

Уға тик бер уртлап эсерлек.


Юҡ! Ғәйепһеҙ ул да! --

Алтын Йондоҙ

Алашар бит уны шыттырҙы.

Шул шытымдар баҫып ил баҫыуын,

Нахаҡлыҡты бөгөн шаштырҙы.
Бишектән үк Нахаҡ көйөн көйләп,

Алашарлыҡ көнгә моронлай.

“Тамырың юҡ!” — тип ул һабаҡ бирә,

“Тамырың ҙур!” — тиер урында.


Үткәне юҡ икән — көткәне юҡ,

Көткәнһеҙ ер — көҙөк майҙаны.

“Аҡҡошом!” — тип ҡосҡан ҡара ҡошо

Көҙөклөктән тирә файҙаны.


“Азатлыҡ” тип ҡола ҡамғаҡлыҡты,

Болғай84 ерен бәғзе балалар:

Башҡортто бит бөгөн алашарҙар

Башҡортлоҡтан азат ҡылалар...


Аҡ йортонан, ана, ҡара ҡоҙғон

Ҡанаттарын ҡағып ҡубына.

Хаҡлыҡ бөлгән ерҙә халыҡ үлә —

Ҡара ҡоҙғон шуны һағына.


Бөлдөртмәйек, дуҫтар, сын Хаҡлыҡты!

Уралым — сын Хаҡлыҡ төйәге!

Уҡ-һаҙағын һалмай ҡулдарынан,

Бабаларҙың ята һөйәге!..



XII
Гиҙә әле, гиҙә ерҙә Нахаҡ,

Ҡоҙғон кеүек аңдып Хаҡлыҡты.

Бәндә менән бергә Айға менә,

Йыһандан ул һалмаҡ хаслыҡты...


Уралымды, изге Хаҡлығымды,

Йәндәй күрһәм, тимәк, — Ер аман.

Йөрәктәрҙең утлы балғалары

Һуҡһын, һуҡһын ярһып, уҙаман!


Беҙ терәмәй, Күкте кем терәһен?!

Беҙҙәй шашып Ерҙе кем һөйһөн?!

Шуның хаҡҡа (йән-тән булһын фиҙа!)

Керәм утҡа — әҙер мин үҙем!


Нахаҡ һалһа ҡулын Хаҡлығыма,

Үҙем ҡылыс — йәнен киҫәмен!

Был көнөнә сөнки бөгөнгөмдөң

Алып килгән мең йыл кисәгем!


Юҡ, төңмәгән әле ерҙә Нахаҡ —

Хаҡлыҡ-ҡылыс зарур был ергә!

Һәй, иртәрәк әле Хаҡ-ҡылысты

Алтын уҡа менән төрөргә!..



XIII
“Өс көнлөк”тәр! Ҡамғаҡ-алашарҙар!

Һеҙгәме һуң иңләү Хаҡлыҡты!

Күтәралмаҫ елкә соҡороғоҙ,

Ҡайыш аяғығыҙ ҡамыты!


Хаҡлыҡ бит ул түгел йылы имсәк

Йәнең иҙрәп имеп ятырлыҡ.

Хаҡлыҡ бит ул — ҡылды ярыр ҡылыс,

Ҡыныһынан сыҡҡан ялтырап.


Ер-Күк тора Хаҡлыҡ арҡаһында!..

Сын Хаҡлыҡты ялған хаҡлыҡҡа

Алмаштырып күпме баҫтыҡ буҡҡа,

Ҡолаҡҡаса баттыҡ һаҙлыҡҡа...


“Коммунизм” тинек шул һаҙлыҡты...

Хаҡлыҡ ҡына тартып сығарыр.

Кремлдән әммә суҡый ҡоҙғон

Соңҡаларҙы, ҡалҡһаҡ юғары...


Туҡталмабыҙ ләкин, тайпылмабыҙ!

Арҡа терәге беҙ донъяның!

Хаҡлыҡ булһа ҡанда, нахаҡлыҡтар

Ала алмаҫ беҙҙән улъяны!


Тәкбир әйтә, ана, Урал ҡыҙы:

“Хаҡ-ирҙәрҙең күркен һағындым!

Хөкөм һөрә ниңә алашарлыҡ,

Егеткәйем, мүкләп аңыңды?!


Хаҡ-ир булһаң, Хаҡлыҡ-ҡылысыңды

Мүгеңә сап илдән элгәре.

Намыҫыңдан ҡырсы ҡанһыратып

Гөнаһ шомлоғоноң түлдәрен.


Хаҡ-ир булһаң, илең гөнаһтарын

Сабып ташла — тайып-тайшанма!

Ҡыңғырлыҡты ҡырмай, эш бөттө, тип,

Ҡаушарырға ҡулды тамшанма!


Иҙеүеңде сисеп ик игелек —

Яҙыҡлыҡты күмһен изгелек.

Мәңге эштә, мәңге-гел көрәштә

Илеңде илт төптән егелеп.


Нахаҡлығын көндөң тураҡларға

Тутыҡмаһын Хаҡлыҡ-ҡылысың.

Сүкеш һабы, һабан тотҡаһында

Ойомаһын ике ҡул осоң.


Бүрәнәнең, ана, ауыр башы...

Күтәреп ал — булыр был Хаҡлыҡ!

Еңел башына бит атланышып

Хөкөм һөрә Мутлыҡ, Нахаҡлыҡ!”


Күк Уралым -- башҡорт яралған ер,

Ғәзиз илем -- Башҡортостаным,

Һеҙҙең өсөн йәнем-тәнем фиҙа --

Хаҡлыҡ һағында гел постамын!

..................................................

Ғаләмемә булам таймаҫ күсәр —

Шашып ташһын көнгә шатлығым!

Ер шарын мин иңемә күтәрәм —

Бына Хаҡлыҡ! Минең Хаҡлығым!
1987 — 1988.

ҮТКӘН ЙЫЛДАР МОҢО
(Аҡ шиғырҙа роман)

I

КИТАП
Китапсынан
Һөйләйем мин фәҡәт булғанды —

Күрмештәрен туған халҡымдың...



Боронғо бер ядкәрҙән.

Сәғәт һуҡты, ахыры, миңә лә —

Сәнкем-Биктимерҙә тыуып үҫкән,

йәш сағынан

“әсе тормош һурпаһы”н бик мул эскән,

ҡыу яланда һыуһауға күнеккән,

ҡарурманда Көн йөҙөн онотҡан,

силәкләп ҡойма ямғырҙа

күлдәксән йөрөгән,

туңдырып өргән буранда

өйөнә кермәгән,

яҙын боҙло ташҡындарға ҡойонған,

ҡырҡ сирләп, ҡырҡ тапҡыр һауыҡҡан,

ҡырҡ үлеп, ҡырҡ тапҡыр терелгән,

апрелдә гәрәбә бойҙайҙарын сәсеп,

августа алтын уңышын йыйнаған,

йәйгеһен

һөйәркәһен көткән кеүек һағынып

ямғыр көткән,

көҙөн болот араһынан

Ҡояш эҙләп күҙ талдырған,

иртүк тороп, хеҙмәткә тотонған,

кисен ятып, иртәһен уйлаған

ябай игенсе балаһына —

сәғәт һуҡты, ҡорос перо алып,

аҡ Көнгә һәм ҡара Төнгә мансып,

маңлайымды һыҙлатҡан уйҙарымды,

йөрәгемде тулатҡан моңдарымды

аҡ юлдарға аҫыл алмас һымаҡ теҙеп һалырға,

дәфтәр биттәренә сигеп яҙырға!


Егерме бер йыл буйына йөрөттө

башҡорт ере мине — йөктө күтәреп.

Яланаяҡ, сабата, итек кейеп,

йәйәү, һыбай, арба йә сана егеп,

ут-көндәрҙә, ҡараңғы төндәрҙә,

ҡанға мансып зәңгәр Күкте

шәфәҡ ҡалҡҡан кисәләрҙә,

йыр һәм илау кеүек моңло иртәләрҙә

муйыл баҡсаһындай хуш еҫ-әрәмәтле

һауаһына иҫереп,

шашҡын хистәр кисереп,

болоттарҙай туҙғыҡ уйҙарыма сумған көйөмсә,

уның оҙон юлдарын мин буйланым.
Килтерәләр ине юлдар

үҙем һымаҡ

хеҙмәт өсөн тыуып-тулап,

хеҙмәт менән көн күреүсе инсандарҙың өйөнә.

Үҙ өйөмдәй,

тартынмайса,

инеп йөрөнөм мин ул ыҙмаларға,

бер табынға ултырып, ихласланып

татлы йүкә балы менән сәй эстем

шул кешеләр менән бергә мин иркен;

һөйөклө туғаным булдылар миңә

һәр береһе уларҙың.


Бишмәттәре

алтын менән ҡаймаланған түгел

был кемдәрҙең,

энциклопедиялағы

борма-һырма һүҙҙәр менән

улар һөйләшмәй, —

хәҡиҡәттәй аңлайышлы телмәрҙәре,

яҙғы Ҡояштай йылы һәм

йомарт асыла йөрәге.

Икмәк валсыҡтары ҡойолһа табынға,

улар уны

аҫыл таштар һымаҡ ҡәҙерләп сүпләйҙәр!

Ҡояш сыҡҡан саҡта:

“Уңыш килтер игендәргә!”

“Үҫеш килтер тыуымдарға!”

“Тыныслыҡ бир илдәргә!” —

тип теләйҙәр...
Иген, иген!

Йәшәү эликсиры

тип атарға кәрәк булған һине!

Мендәр һымаҡ күпереп бешкән икмәк

ятһа табынға, кем теләп ултырмай,

Ҡояш кеүек һары карауайҙы

күкрәгенә терәп телгән саҡта

кем иң бай һәм

иң бәхетле итеп үҙен һанамай?!

Ашап торғас уңған күмәстең

бер-ике телемен,

беләктәрендә кем көс тоймай?!


Иген, иген!

Иген, тиеп, беҙҙең атайҙар

кулак баҫыуҙарында бил бөккәндәр,

һәр ҡарышын изге башҡорт еренең

әсе тирҙәренә улар ҡандырған,

бураҙнаға төшкән һәр бер орлоҡто

йылы тынын өрөп улар шыттырған,

алтын нурға ҡойонған һәр башаҡты

үҙ ҡулдары менән һөйөп йыйнаған,

тик гәрәбә бойҙай һаҡлай алмаған

буралары уларҙың,

тәпәндәре йомшаҡ ҡамыр әсетеп кинәнмәгән...


Үткәндәрҙе мөмкинме һуң онотоу!.. —

Халыҡ хәтерендә ул мәңге,

мәңге ята юйылмайынса,

үрт ялмаған дала һымаҡ ҡарайып...

Шул бошонҡо замандың бер киҫәген

бурысланы һеҙгә ошо йөрәгем

һөйләп бирергә — билгеһеҙ бер ауылда

тыуып үҫкән ябай-ялпы улына,

мин-ҡолона!
Йөгөм ауыр.

Таймам микән хәлдән,

күрә алмай осон юлымдың?

Саң-тупраҡҡа күнеккән ҡытыршы

ҡулым күсерә алырмы һуң

уйҡайҙарымдың тос орлоғон,

түкмәй-сәсмәй, аҡыҡ ҡағыҙға?

Һүҙем-ынйыларым араһынан

таушалмағандарын табырға

тапҡырлыҡҡайҙарым етерме?..

Тәңрем ләкин быға килтерҙе —

сәғәт һуҡты!..


Беренсе бүлек



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   9   10   11   12   13   14   15   16   ...   19




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет