Гөбөргәйел ҡыҙҙары
Гөбөргәйел — гөбөр-гөбөр,
Ҡыҙҙары бик өлгөр-өлгөр.
Берәү түгел — ун ике,
Бөтәһе лә күҙлекле.
Бер көн иртә торҙролар,
Күҙлектәрен ҡырҙылар.
Күҙлектәрен ҡырҙылар,
Табынға ултырҙылар:
— Әсәй, әсәй, әсәкәй,
Ҡалаҡ беҙҙең бәләкәй.
Әсәй, әсәй, әсәкәй,
Бутҡа беҙгә кәрәкмәй.
Кәрәк беҙгә боламыҡ,
Кәрәкмәй тик ылымыҡ.
Кисә сөнки ылымыҡты
Ашай алмай иланыҡ,
Иланыҡ!
Иланыҡ!
— Мин бит һеҙгә — әсәкәй,
Ә һеҙ — түгел бәләкәй.
Булмағас һеҙ бәләкәй —
Кәрәк беҙгә эсәкәй,
Эсәкәй!
Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, барығыҙ,
Күҙлектәрҙе ҡырығыҙ.
Бит-ҡулдарҙы йыуығыҙ,
Көбөсәктәр ҡуйығыҙ!
Һауҙым кисә мин бейә,
Бейә менән дәү дөйә.
Шул һөттәрҙе бешәйек,
Ҡымыҙ яһап эсәйек,
Эсәйек!
Эй торҙолар, торҙолар,
Күҙлектәрҙе ҡырҙылар.
Көбөсәктәр алдылар,
Бешә-бешә талдылар.
Ташты ҡымыҙ ажғырып,
Илде хайран ҡалдырып.
Тултырылды һабалар,
Тултырылды шешәләр...
Ә урамда, урамда
Этәләр-тәртөшәләр
Әллә ниндәй халыҡтар:
Тәлмәрйендәр, Балыҡтар,
Сүмесбаштар, Ҡушҡарҙар,
Ҡуңғыҙ тигән ҡашҡарҙар...
Һырый улар тәҙрәгә,
Ҡымыҙ ҡой, тип, биҙрәгә.
Үреләләр табынға,
Ҡымыҙ эсеп ҡалырға...
Гөбөргәйел ҡыҙҙарын
Һөйөп, йырлай йырҙарын:
— Һеҙ, һеҙ генә, һеҙ генә,
Һеҙ ун ике ҡыҙ ғына,
Күктәге йондоҙ ғына,
Һыуҙағы ҡондоҙ ғына!
Сихәт-ҡымыҙ бештегеҙ —
Булһын илгә эшегеҙ!
Алтын ижау алығыҙ,
Һоҫоп-һоҫоп һалығыҙ!
Ҡымыҙ тигән байлыҡтан
Ауыҙ итһен халыҡтар,
Сабыйҙар ҙа эсһендәр,
Сирләмәйсә үҫһендәр!
Эй, асыла, асыла,
Шартлап ишек асыла!
Керә килеп халыҡтар —
Тәлмәрйендәр, Балыҡтар,
Сүмесбаштар, Ҡушҡарҙар,
Ҡуңғыҙ тигән ҡашҡарҙар...
Эй, күмәктәр, күмәктәр,
Ҡулдарында күнәктәр:
Көбөсәккә ҡуялар,
Һаумал-ҡымыҙ ҡоялар,
Кинәнешеп эсәләр,
Бейергә лә төшәләр:
— Ритәм-ритәм-эритәм,
Мин — Тәлмәрйен — көр икән.
Ҡымыҙ эсеп, кикереп,
Һикереп-һикереп көн итәм!
— Ритәм-ритәм-эритәм,
Бөтәбеҙ ҙә бер икән.
Ҡымыҙ бешкән, ҡымыҙ бешкән
Ҡыҙҙар бик өлгөр икән!
Бейенеләр, талдылар,
Ижауҙарын алдылар.
Гөбөргәйел ҡыҙҙары
Өҫтәп торҙо һыйҙарҙы,
Сөнки улар белдекле,
Сөнки улар күҙлекле!
...Гөбөр-гөбөр, гөр-килеп
Ултыралар эркелеп
Ҡымыҙ эскән халыҡтар:
Тәлмерйәндәр, Балыҡтар,
Сүмесбаштар, Ҡушҡарҙар,
Ҡуңғыҙ тигән ҡашҡарҙар.
Әйтәләр һәм:
— Их, ҡара,
Эштәр ҡалай шәп бара!
Эсһәк ҡымыҙ гел генә,
Йыҡмаҫ беҙҙе сир генә.
Ауырымабыҙ һис ҡасан,
Арымабыҙ һис ҡасан.
Беҙ ҙә ҡымыҙ бешәйек,
Бергә татыу йәшәйек!
Керешәләр бергәләп,
Көбөләрҙе эргәләп:
Тирләп ҡымыҙ бешәләр,
Йырлап сихәт эсәләр!
Их, көбө-ижауҙары!
Их, ҡымыҙ ҡызлауҙары!
Ҡымыҙ бешеп, ҡымыҙ бешеп
Ҡыҙҙарҙың йырлауҙары!
Их-их, ҡарағыҙ:
Ҡалай татыу арабыҙ!
Ҡыҙҙары ла ҡыҙҙары —
Егәрле икән бары!
1961.
Тиле-тиле Төйлөгән
Тиле-тиле Төйлөгән
Себеш йотоп төйөлгән.
Көргөтөргә тамағын,
Ҡарға-ҡарлауға килгән.
Ҡарға-ҡарлау: “Ҡарҡ-ҡарҡ-ҡарҡ,
Тилергәнһең, ҡарт-ҡарт-ҡарт!
Себеш кенә тигәнең —
Ҡоба һыйыр бит һинең!
Ҡарлауымды тыҡмамын —
Мөгөҙөнән ҡурҡамын!
Теймә минең теңкәгә,
Күрен Сәүкә-йәмкәгә!”
Киткән осоп Төйлөгән,
Сәүкә-йәмкәгә килгән.
Сәүкә-йәмкә тамаҡты
Көргөргә, ти, эйелгән.
Эйелгән дә шаҡ-ҡатҡан:
“Дөйә тибә тамаҡтан!
Юҡ-юҡ, йәмкәм йәмшәйер,
Ике битем салшайыр!
Һайыҫҡанға һөйкәл һин —
Һөймән осо төкәлһен!”
Бына алыҫ-алыҫтан
Китеп бара Һайыҫҡан...
Тиле-тиле Төйлөгән
Уға табан кәйелгән.
Һайыҫҡан, ти, туҡтаған,
Һөймән осон һаплаған,
Йылтыр көҙгө тоҫҡаған —
Башын сайҡап уфтаған:
“Себеш түгел — ултырған,
Ҡоба түгел — ултырған:
Тамағыңа Фил торған,
Фил торған шул, Фил торған!..
Харап булғанһың, харап!
Алмаҫ минең аппарат —
Кәйел Мәскәйгә ҡарап!
Кәйел Мәскәйгә ҡарап!”
Илай-илай Төйлөгән
Ҡарурманға кәйелгән.
Ҡара мунса эсенә
Мәскәй әбейгә килгән:
“Яҡшы түгел һин үлһәң,
Яҡшы түгел мин үлһәм!
Мин дә һине көргөрмөн,
Төймә йотоп төйөлһәң!
“Себеш” тип мин тотҡанмын,
Бер дәү Филде йотҡанмын...
Тамаҡҡа Фил төйөлгән,
Ҡотҡар, уй, уҫал Филдән!
Ҡотҡар, уй, уҫал Филдән!..” --
Илай-илай ялбарған,
“Ашығыс ярҙам” һораған.
Мәскәй әбей, ҡыҙғанып,
Тамағына ҡараған.
Уймаҡ кейеп бармаҡҡа,
Төрткән Мәскәй тамаҡҡа:
“Филем, филем-филешем,
Бына майлы бәлешең!
Майлы бутҡаң табаҡта —
Сыҡ һикереп был яҡҡа!”
Ах, был ни хәл, был ни хәл —
Булғаны юҡ бындай хәл!
Мәскәй әйткән таҡмаҡтан
Тауыш килгән тамаҡтан:
“Әлегә мин себешмен,
Әммә тере килешмен!
Филдәй булып үҫермен,
Төйлөгәнде тибермен,
Кәрәгенә бирермен!”
Төйлөгән ҡарҡ-кикергән —
Тышҡа Себеш һикергән!
“Сип-сип, сип-сип!” тигән дә
Әсәһенә йүгергән!
“Ҡараҡ-ҡараҡ Төйлөгән! —
Тип һөрәнләп өлгөргән. —
Ихатама етермен,
Һунарсыға әйтермен:
— Төйлөгәнде атып ал
Мылтыҡ тоҫҡап! — тиермен!”
Ҡалған Мәскәй аптырап,
Ә Төйлөгән — ҡалтырап...
“Һаҡла, Хоҙай, Себештән!” --
Тип теләргә керешкән...
Йөрәккәйе бөрөшкән...
Тиле-тиле Төйлөгән
Күҙ йәшенә төйөлгән.
Ҡыйғыр-ҡыйғыр ҡыйғырлап,
Ҡурҡып күккә сөйөлгән...
Күҙ йәшкәйе түгелгән...
1961.
Ике йондоҙ тоташҡан
Шау-гөр килеп урамда
Йүгерешә малайҙар.
Йүгерешә әсәйҙәр,
Йүгерешә атайҙар.
Хатта етмеш йәшәгән
Инәй һәм олатайҙар...
“Шарт!” — асыла ишектәр,
Шығырлаша ҡапҡалар.
Сыңрай йырлап тәҙрәләр —
“Шыҡ-шыҡ” итеп ҡаҡһалар.
Һәр күршенән — күршегә
Өйбөрөнсә кешегә
Хәбәр тауы ишелә.
“Лап-лоп” саба бығаса
Атлап ҡына йөрөгән
Йыуанҡорһаҡ кешеләр.
Урам аша, юл аша,
Ҡойма аша, өй аша
Бөтәһе лә осраша,
Бөтәһе лә һораша:
“Ишеттеңме бер хәбәр?
Иҫ китерлек шул ҡәҙәр!
Иҫ китерлек шул ҡәҙәр!”
Ни булған был донъяға,
Ни булған был халыҡҡа?!
Сирханала яҫтыҡтан
Сирлеләр ҙә ҡалыҡҡан.
Бер сал бабай — инвалид
Арбаһы менән сыҡҡан,
Дөмә- һуҡыр ағайҙы
Улы етәкләп тотҡан.
Барыһы ла осраша,
Барыһы ла һораша
Урам һәм ҡойма аша:
“Ишеттеңме бер хәбәр?
Иҫ китерлек шул ҡәҙәр!
Иҫ китерлек шул ҡәҙәр!”
Иҫ китерлек шул! — Туҡта,
Ни булған был халыҡҡа?
Әллә инде ут сыҡҡан,
Әллә инде тау ҡупҡан?
Әллә, тимен, һыу ташҡан?! —
Улай тиһәң, һәр кемдең
Шатлығы хәттин ашҡан:
Һәр сат һайын, гөрләшеп,
Транзистор йырлатып
Алалар хәбәр ТАСС -тан,
Күңелдәр күлкеп ташҡан!
Минут һайын, эфирҙан
Ҡабатлана бер һөйләм,
Ҡанатлана ил-ғаләм:
“Тыңлағыҙ! Тыңлағыҙ!
Хәбәр итәбеҙ баштан! —
Күктә ураҡ-сүкешле
Ике йондоҙ тоташҡан!
Космонаттар шул саҡта
Йөрөшкәндәр ҡунаҡҡа
Ике карап-юлдаштан!”
Их-их, асманға
Беҙҙекеләр олғашҡан —
Ике йондоҙ тоташҡан!
2.05.1969.
Ҡолонҡай
Ҡолон ҡалған аҙашып
Билән тауҙың артында.
Әсәкәйе янына
Сабып нисек ҡайтырға?
Кешнәй, кешнәй — тау бейек,
Ишеттертмәй Билән тау.
Сапсый, сапсый, күрәм, тип,
Күрһәттертмәй Билән тау.
Тау артында — ҡарурман,
Ҡарурманда Бүре бар.
Әсәһенә: “Бүленеп
Ҡалмам!” — тигән һүҙе бар...
Бата Ҡояш тонйорап,
Ҡалҡа шәфәҡ монйорап.
Ҡалай итеп ҡайтырға? —
Төн ҡурҡыныс, юл йыраҡ.
Менә сабып Ҡолонҡай
Билән тауҙың биленә.
Мең бүреләр ҡыуһа ла,
Ҡайтмай ҡалмаҫ өйөнә!
Бына Билән итәге —
Елеп-елеп үтәбеҙ.
Бына урман яҡаһы —
Дөнөп инеп китәбеҙ.
Юл ҡыҫырыҡ, тын урман.
Күктә — ҙур Ай киҫәге.
Шырлыҡ йырып сығырға
Ҡолонҡайҙың иҫәбе.
Ҡарамай ул уң яҡҡа,
Ҡарамай ул һул яҡҡа.
Әсәһенең кешнәүен
Тыңлап, елә шул яҡҡа.
Ҡарт имәндәр, ҡайырылып,
Ҡолонҡайға юл бирә.
Ҡолай яҙһа һөрлөгөп,
Аҡ ҡайындар ҡул бирә.
Барса кейек, ҡошҡайҙар
Баҫа сығып юлына.
“Иҫән-имен ҡайт елеп!” —
Теләктәре шул ғына.
Күрәләр тик: ҡурҡыныс! —
Алда ҡомһоҙ Бүре бар.
Ҡолонҡайҙы быуырға
Уның уҫал кәре бар.
Барса кейек, ҡошҡайҙар
Ҡуйыша һүҙ, бер булып:
Таң атҡансы тоторға
Ҡолонҡайҙы, һырлығып.
Төшә Керпе алдына —
Ырғып үтә Ҡолонҡай.
Сыға Ҡуян юлына —
Сорғоп үтә Ҡолонҡай.
Аптырағас, юл ҡамай
Болан менән дәү Айыу.
Ҡолонҡай тик бынан да
Үтә, йомолоп ҡыйыу.
Ни эшләргә белмәгәс,
Барса кейек, ҡошҡайҙар
Ҡолонҡайҙы уратып
Ҡул тотоша башлайҙар.
“Китмә, китмә һин, — тиҙәр, —
Таң атҡансы ҡал бында.
Ҡояш сыҡҡас, сығарып
Ҡуясаҡбыҙ юлыңа!”
Тик, әсәһен имгәндә
Биргән һүҙен онотмай,
Ҡыуаҡ аша һикереп
Сығып китә Ҡолонҡай...
Бөттө бына ҡарурман —
Алда Убыр күле бар.
Күл башында Бүренең
Уттай ике күҙе бар.
Тора ҡайрап тештәрен,
“Бөтөрәм, — тип, — эштәрен!..”
Ҡолонҡай тик ишетә
Әсәһенең кешнәүен.
Сигенмәй ул юлынан,
Алға оса, уҡ һымаҡ.
Күк Бүренең томшоғон
Тибеп ҡаса, туп һымаҡ.
Олоп ебәрә Бүре,
Китә, тумарлап, кире.
Убыр күле төбөндә
Бөтә уның ғүмере...
Ә Ҡолонҡай шат, тыныс
Инә, ҡайтып, өйөнә.
“Тора әйткән һүҙендә!” —
Әсәкәйе һөйөнә.
Һәй Ҡолонҡай, Ҡолонҡай,
Бигерәк матур Ҡолонҡай.
Күк Бүреләр булһа ла —
Елеп ҡайтыр Ҡолонҡай,
Бигерәк батыр Ҡолонҡай!
2.03.1969.
“Йем-йем” итә йондоҙҙар
Йәйҙең йәмле кисендә
Уйнап талғас бер талай,
Әүеҫлек башы аулаҡҡа
Ҡуна килде дүрт малай.
Марат, Кәрим һәм Ильяс,
Ишмырҙа исемдәре.
Ғәләү бабай янына
Ятты һалып мендәрҙе.
Менде йәнә, үрмәләп,
Әүеҫлеккә шул ваҡыт
Күрше улы Әптелхәй,
Ҡустыһы уның Латип.
Алтау булды малайҙар,
Етенсеһе — дәү бабай.
Олатайҙы уратып
Ятыуы ҡыҙыҡ ҡалай!
Ҡоя бабай бер йомаҡ,
Ейәндәре һорағас:
“Мейес тулы бәрәмәс,
Уртаһында — бер ҡалас”.
Эй, баш вата малайҙар, —
Нимә икән был, тиҙәр.
Бәрәмәсе — беҙ булһаҡ,
Ҡалас — бабай, һин, тиҙәр.
Кет-кет көлә олатай:
“Белмәнегеҙ, улдарым.
Табышмаҡты тапмаҡҡа —
Күҙ һалығыҙ юғары!”
Ятып салҡан, малайҙар
Юғарыға ҡарайҙар.
Ҡалас-Айҙы уратҡан
Йондоҙҙарҙы барлайҙар.
Шәйләй йор телле Марат,
Башлай һүҙ, күккә ҡарап:
“Ух малайҙар, бер заман
Була яҙҙым мин харап!
Каруан менән сүл аша
Бара инем дөм-төндө,
Бик ҙур саян, үрелеп,
Саға яҙҙы битемде.
Тик мин уның, ҡуш ҡуллап,
Эләктерҙем ҡойроғон.
Болғап-болғап бырғытҡас,
Саян күккә сорғоно!..”
Баға күккә малайҙар:
Ысынлап та, саян бар!
“Саян” тигән йондоҙҙар
Шундай сағыу, шаяндар!
Өндәшә шунан Кәрим,
Тотоп ҡулына әрем:
“Ошо әрем менән мин
Көтә инем ҡаҙ һәр көн.
Ҡаңғылдашып, ҡаҙҙарым
Африкаға остолар
Күктә, әнә, эҙҙәре
Ҡалды тороп сып-сыбар...”
Ҡарай күккә малайҙар:
Ысын бит, ҡаҙ юлы бар!
“Ҡаҙ Юлы” тип атала
Уҡмашҡан шау-йондоҙҙар!
Ултыра тороп Ильяс,
Ала һүҙ ул да ихлас:
“Мин бер заман ырҙында
Иләй инем ем, ҡорҙаш.
Көтмәгәндә, ел сығып,
Осто-китте иләгем.
Күктең әнәү төбөндә
Ҡалды иләк, эләгеп...”
Текләй күккә малайҙар:
Был да ысын, ағайҙар!
“Иләк Йондоҙ” “ем-ем-ем”
“Ем” иләүен ҡарайҙар.
Ала элеп Әптелхәй,
Ҡустыһы уның Латип:
“Беҙ әнә шул иләкте
Төшөрә яҙҙыҡ атып.
Ҡустым ете уҡ атты,
Мин дә ете уҡ аттым.
Ниңәлер тик уғыбыҙ
Сәптән ситкәрәк сапты...”
Ҡарай ҡалҡып малайҙар,
“Уҡ баштарын” һанайҙар.
Күктә ике “Етегән
Йондоҙ” барын аңлайҙар.
Тора ырғып, сәмләнеп,
Шып-шым ятмыш Ишмырҙа:
“Мин — дәү инем, — ти, — элек,
Буйым ине биш урҙа!
Тимер ҡаҙыҡ ҡаҡтым да
Ерҙең көмбәҙ-күгенә,
Йондоҙҙарҙы еп менән
Ҡуйҙым бәйләп төбөнә.
Шунан бирле йондоҙҙар
Тимер ҡаҙыҡ тирәләй
Сөйөрөлтмәктәй өйөрөлә —
Уларҙы еп ебәрмәй!..”
Таң атҡансы малайҙар
Төпһөҙ күккә ҡарайҙар:
Ысынлап та, йондоҙҙар
“Өйөрөлә” бит, ағайҙар!
Ысынлап та, бер генә
Йондоҙ тора “өйөрөлмәй” --
“Тимер Ҡаҙыҡ” йондоҙон
Кем танымай, кем белмәй!
...Ал таң атҡас, олатай
Малайҙарын уята:
“Кисен тағы килегеҙ
Әүеҫлек башы аулаҡҡа.
Әммә шуны әйтәйем,
Һис кем килмәһен яңғыҙ:
Күк көмбәҙен биҙәргә
Алып килһен аҡ йондоҙ!
Гагарин да үҫкән, ти,
Әүеҫлек башы аулаҡта...
Йыһандарҙы йондоҙлап
Елерһегеҙ карапта!”
2.02.1969.
Ишкән ҡалас
Әсәй яҡты мейескә —
Ишкән ҡалас һалырға.
Осло-осло өс тоҡан
Ҡуйҙы һуҙып ҡамырҙан.
Әүәләгәс, тоҡандар
Оҙон-оҙон бау булды.
Аҡ ҡаласты тоҡанлап
Ишеүсеһе табылды —
Һеңлем менән икебеҙ,
Бит-ҡул йыуып, тотондоҡ.
“Һә” тигәнсе иштек беҙ —
Ҡалас иттек тоҡанды!
Эй, көтәбеҙ, көтәбеҙ
Ҡалас бешеп сыҡҡанын.
Хатта бесәй, мыраулап,
Бейеп йөрөй уҡтанып.
Ура! Мейес ауыҙы
Хуш еҫ бөркөп асылды.
“Туп-туп” итеп икмәктәр
Таҫтамалға теҙелде.
Ашъяулыҡҡа аш ҡуйып,
Әсәй табын түшәне.
Бөтәбеҙ ҙә, май яғып,
Ҡайнар ҡалас тешләнек!
Кешнәй сыжлап “һарайғыр” —
Семәрле еҙ самауыр.
Ҡуян ҡаны кеүек сәй
Аҡ сәйгүндән тамалыр...
Рәхмәт һиңә, әсәйем,
Майлы ҡалас ашаттың.
Һинең көләс йөҙөңдө
Аҡ ҡаласҡа оҡшаттым.
1983.
Тимеркәй
Юл сатында тора баҫып
Оҙон телле малайҙар.
Ҡойонан һыу алып ҡайтмыш
Ҡарт-ҡороно ҡарайҙар.
Оло көйәнтә йөкмәгән
Етмеш йәшлек бер әбей.
“Биле бөкөрәйгән икән,
Бахыр!..” — тип ҡуйҙы Нәби.
“Кеше юҡ микән өйөндә,
Ниңә һыуға йөрөй ул?!” —
Тип көйөндө, сайҡап башын,
Кәштә иңле Хаматҡул.
“Ай-һай, йүнһеҙ ейәндәре!
Түҙеп булмаҫ! — ти Файыҡ. —
Барып ауыл башлығына,
Тел ярҙамы ҡылайыҡ!”
Шулай улар сарлағас тел,
Ҡулды ҡуйып бөйөргә,
Сыҡты йүгереп ҡапҡанан
Ҡустылары Тимеркәй.
Тегеләрҙең тел ярҙамы
Тейеүен дә көтмәне:
“Рөхсәт ит, инәй!” — тине лә
Көйәнтәһен йөкмәне.
Аҡыл бында ябай ғына,
Тыңлағыҙсы, балалар:
Ярҙам итһәң — тел дә бар,
Ләкин аяҡ-ҡул да бар!
1983.
Шәп-шапшаҡ
(шуҡ малай ауыҙынан таҡмаҡтар)
Төшөрҙөм шәп кәртишкә,
Кәртишкәлә — тәртешкә.
Сөнки әсәй һыймаған, —
Һыйған бары тәртешкә...
Әйтте миңә атайым:
“Тартма бесәй ҡойроғон!”
Үтәп атай бойороғон,
Йолҡтом бесәй мыйығын.
Ата ҡаҙҙан ҡурҡмайым,
Ҡурҡытһа ла, юртмайым.
Сөнки, сыҡмай ишектән,
Бармаҡ янап эш итәм.
Итек кейеү ғилемен
Ауыр тиеп кем әйткән?! —
Ағай миңә кейҙертә,
Ә мин уға өйрәтәм.
Атып бәрҙем һабынды —
Хәле хәҙер хөрт уның.
Битем уға теймәгәс,
Баҫыр керле тут уны!
“Таҙарт, — тиҙәр, — тешеңде,
Шүткә, — тиҙәр, — дуҫ һиңә”.
Дуҫым булғас, әсәйҙе
Алдай алмай ул ниңә?!
Асыу тотам әтәскә:
Таңды иртә аттырта.
Ә кис булғас ҡысҡырмай —
Мине иртә ятҡырта...
15.02.1965.
“Әтәс” Әсәт
“Әтәс” тигән ҡушаматы
Йөҙәтә бик Әсәтте.
Шуның өсөн нисә тапҡыр
Йоҙроғо ут сәсрәтте!
Апай дәрес һорағанда,
Юҡ-юҡ, әтәс түгел ул!
Башын баҫып, аҫҡа ҡасып,
Тауыҡ була гел, гел ул...
Ә әшнәһе аҡбур тотоп
Сыҡһа таҡта янына,
Яуаптарҙы “кикрүкләй”,
Ауыҙын ҡаплап ҡына.
Саҡырһаң үҙен таҡтаға,
Елкә тырнап ҡашына...
Тәнәфестә Әсәт ҡайҙа?
“Әтәс” ҡойма башында!
Башҡаларҙың баштарына
Ташлай үрҙән таш табып.
Тәнҡитләһәң, әтәсләнә:
“Ҡытҡылдама һин, тауыҡ!”
“Әтәс” тиеп бик яңылыш
Атағандар Әсәтте:
Тәртипкәйе хәтерләтә
Аңһыҙ себеш-хәсрәтте...
1983.
Һипкелле
Беҙҙең синыф Кәримәнең
Ике бите һипкелле.
Кемдер әйткән: һипкелдәрҙе
Бөтөрөүе икеле.
Ошо һүҙҙән Кәримәнең
Күңеле ныҡ кителде.
Шунан һуң, ти, ала ҡыҙый
Дәрестә гел “икеле”...
Таҡтаға сыҡҡайны бөгөн,
Тамам һәләк ителде:
Химиянан бирҙе яуап
Икеле лә микеле.
Үртәй малайҙар: химия
Бөтөрә, тип, һипкелде.
Уфтана янып Кәримә:
“Икеле шул, икеле...”
Йөрөй аңҡы-тиңке килеп,
Ҡанатһыҙ ҡош шикелле.
Ах, алмаһа ярар ине
Физиканан “икеле”!
Әйтте бөгөн әсәһенә:
Ниңә мин, тип, һипкелле?
Көлдө әсәһе: “Һин, ҡыҙым,
Йондоҙло күк шикелле!”
Әйтәм мин дә: Кәримәкәй,
Кем бар һиндәй һөйкөмлө!
Йөҙөңдәге йөҙ һипкелең —
Йөҙ-йөҙ сәскә шикелле!
Тик һин генә арабыҙҙа
Шундай матур бит инде.
Йылмайып бер көл инде лә
Алма инде “икеле”!
1983.
Күсәтсе Ғиззәт
Таяҡ тотоп, күсәт85 һуғып
Көн уҙғарған Ғиззәтте
Күргән берәү үтә көлөп:
“Күҙе тонған күсәтсе!”
Күсәт һуғыу — матур уйын,
Белеп мәлен уйналһа.
Әммә Ғиззәт, һуғып күсәт,
Мәктәпкә һуң йыйнала...
Дәрескә лә һуң ҡала...
Шырауланған аяҡ-ҡулы,
Саңлы булыр өҫ-башы.
Өйгә кереп йыуынырға
Ваҡыты юҡ — эш ҡаты!
Китаптарын ырғыта ла
Таяҡ болғап йүгерә.
Күрше-күлән тәҙрәләрен
Селпәрәмә килтерә.
Мин ватманым — күсәт ватты,
Тип таяҡты ғәйепләй.
Шул арала үҙҙәренең
Тәҙрәһен дә ул “ипләй”...
Ҡарт ата ҡаҙ ауған шаңҡып
Күсәтенең еленән.
Уҙып барған ала бесәй —
Ҡойроғо ҡырт-өҙөлгән...
Бригадирҙың маңлайына
Ҡунғас сирғып шул күсәт,
Саҡыртылып директорға,
Һабаҡ алған, ти, Ғиззәт...
Ант иткән ул уйнамаҫҡа
Аяҡ аҫты — урамда.
Уҡыуына һуңламаҫҡа
Хатта ыжғыр буранда.
Иртән тороп, бик тырышып
Киткән мәктәпкә Ғиззәт.
Тик... онотоп китаптарын,
Илткән класҡа күсәт...
1983.
“Күҙ-ҡолаҡ” Барый
Барый урам гиҙеп арый —
Тәртип, имеш, күҙәтә.
“Ниңә?” — тиһәң, “Кескәйҙәргә
Күҙ-ҡолаҡмын!” — тип әйтә.
Күҙ-ҡолағы тора уйнап,
Оҙон уның ҡулдары.
Сөнки бит ул кескәйҙәрҙән
Ике башҡа юғары.
Ҡыуыҡ-шарҙар ҡалһа күреп,
Барый ҡаны ҡайнаша:
“Шарҙы тәкә һөҙҙө!” — ти ҙә
Энә төртөп шартлата.
Эй, илайҙар шарылдашып
“Тәкә һөҙгән” бахырҙар.
Ашарға ла ҡайтмай Барый:
“Мин — күҙ-ҡолаҡ! Ваҡыт тар!”
Туп һикерткән малайҙарҙың
Тишеп ҡаса туптарын.
Хатта велосипедтарҙың
Бышылдата тындарын!..
Ҡайһы саҡта ҡайта үҙе
Күҙ-ҡолағын күптереп...
Уның һымаҡ “күҙ-ҡолаҡ”ты
Һөҙһөн үгеҙ үкереп!
1983.
Уҙаманлы ун йомаҡ
Эй, кис ине, кис ине,
Күңел тулы хис ине...
Бүрәнәлә малайҙар
Бармаҡтарын һанайҙар:
— Берәү, икәү, өсәү... ун...
— Ҡыҙыҡ түгел был уйын!
— Ерҙә күпме эштәр бар!
— Нисә төрлө һөнәр бар?
— Шуны, әйҙә, уйлайыҡ,
Йомаҡ итеп ҡояйыҡ!
— Уныбыҙҙан — ун йомаҡ,
Йәнә лә -- һигеҙ уйнаҡ,
Тәмле булыр ул ҡоймаҡ!
Йомаҡ ҡойоу башланды,
Батыр башлап башҡарҙы.
1. Батыр әйтте:
Түп-түңәрәк аҡ ағай алдан бара,
Түп-түңәрәк ал апай арттан бара, —
Бер офоҡтан — бер офоҡҡа юл ала.
Аҡ ағай йыш ураҡтай булып ҡала.
Ал апай гел түңәрәк булып яна.
Улар үрҙә — һыуһыҙ диңгеҙҙә йөҙә.
Бере төндә, бере көндөҙ ил гиҙә.
(Ай, Ҡояш.)
2. Ишем әйтте:
Ҡояштан алда тора,
Дырылдаҡҡа ултыра.
Артында ер тулҡына,
Туҡ башаҡтар ҡалҡына.
(Тракторсы.)
3. Арыҫлан әйтте:
Һарай эсе — мөңөр-мөңөр,
Мөңөр төбө — көбөр-көбөр,
Аҡ еләнле еңгәй — өлгөр,
Аҡ йылғаны илгә бөркөр.
(Һауынсы.)
4. Ямырҙа әйтте:
Ер аҡланһа — өйҙә тора,
Алтынланһа — ҡырҙы ҡыра.
Башында ағай ултыра,
Ҡумтаға алтын тултыра.
Бөртөктәре шаулап төшә,
Табаларҙа тауҙай бешә.
(Комбайн.)
5. Малсыбай әйтте:
Дүрт таяҡлы, үҙе ерҙе ябып йөрөр.
Туҡыласаҡ буҫтауҙарҙы алып йөрөр.
Баҡырыуы далаларҙы ярып йөрөр.
Ағаһының аҡ таяғын танып йөрөр.
(Һарыҡ көтөүе.)
6. Тимеркәй әйтте:
Ҡалала тора ағай,
Торбалы йортҡа атлай,
Өҫтәлдә тимер юна,
Тимерҙән дөңгөр тыуа,
Дүрт тәгәрләк ҡуҙғала,
Дөбөр-шатор юл ала.
Ағай, йылмайып ҡына,
Яңынан тимер юна...
(Эшсе.)
7. Юлдаш әйтте:
Шау-быяла тимер өй
Урамдар буйлап йөрөй.
Тик юлы түгел тимер,
Халыҡты тейәй тилбер.
Түбәһендә һиртмәһе —
Ут сәсрәтеп китәһе.
Апай бороп ултыра,
Әмер биреп ултыра,
Ишектәрен астырта,
Астырта ла яптырта,
Сыҡһаң, таҫма таптырта,
Таҫмаһыҙҙы ҡаптырта.
(Троллейбус.)
8. Баййегет әйтте:
Унда ла саж-сож,
Бында ла саж-сож —
Һуған, борос, аштоҙ,
Ашыҡтыра аҡ ҡыҙ.
Табынға татлы ҡуя —
Телеңде йотоп ҡуйма!
Ул аҡ апай кем? Уйла.
(Ашнаҡсы.)
9. Игебай әйтте:
Тау аҫтында талҡан —
Таш араһы тартҡан.
Тоҡҡа тылҡып һалған,
“Туҡ ҡыл!” тиеп ҡалған,
Аҡ һаҡалын һыпырған,
Аҡ талҡаны борҡоған —
Әйтегеҙсе, кем булған?
(Тирмәнсе.)
10. Аҡъюл әйтте:
Иртән аҡ ер аса,
Кис тә аҡ ер аса,
Ҡарабойҙай сәсә,
Илтеп ташҡа баҫа.
Таш баҫҡанды алабыҙ,
Күҙҙе текләп ҡалабыҙ,
Сәскәндәрен йыябыҙ,
“Шәп сәскән!” — тип ҡуябыҙ.
(Яҙыусы.)
*
Күсәрҙәге күк йомғаҡ
Күсеп бара, зыр-уйнап.
Көнгә ҡарап бер көлә,
Йөҙөнән нур бөркөлә.
Айға ҡарап йылмая,
Ҡарая ла моңая.
(Ер шары.)
*
Күкрәү-күкрәү күк ҡаҙан,
Төртһәң, төбө юҡ ҡаҙан.
Түңкәрелгән ныҡ ҡаҙан,
Төбө тулы ут ҡаҙан.
(Күк көмбәҙе.)
*
Айран бештем көбөһөҙ,
Майы төштө, күрегеҙ:
Күбек-күбек күбекмай —
Айран өҫтө һөҙлөк май.
Бер йомарлаҡ һары май —
Йөрөп-ята, арымай.
Бер тумалаҡ ап-аҡ май —
Һары майҙан ҡалышмай.
(Күктәге йондоҙҙар, Ҡояш, Ай.)
*
Тейҙе түбәм күксәгә,
Түп-түңәрәк тәңкәгә.
Тәңкә тинләп ҡойолдо,
Ун икегә йыйылды.
Ҡыҫҡарҙы ныҡ күләгәм —
Ун икенән шөрләгән.
(Төш ваҡыты, сәғәт ун ике.)
Достарыңызбен бөлісу: |