Аңлатма яҙыу
1. Норматив документтар.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «КнигоГрад», 2008. Эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Салҡаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
2. Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары.
-
Уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды,радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу.
-
Башҡорт теленең өндәрен,һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә,тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
-
Һәр синыф өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Йәшлек” гәзит- журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
-
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп һәм үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
-
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
-
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте,сәнғәте,әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына,Тыуған ергә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
3. Предметҡа дөйөм характеристика.
Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы. Балаларҙы башҡортсаға һөйләшергә өйрәтеү башҡорт теле дәрестәренең төп бурысы булып тора.Телдең төп билдәһе - агглютинативлыҡ, уның фонетик үҙенсәлеге һуҙынҡыларҙың сингармонизм законы менән аңлатыла. Телдең үҙенсәлекле хәрефтәре : ә,ө,ҡ,ғ,ҫ,ҙ,һ,ү,ң. Башҡорт теленә енес( род) категорияһы хас түгел.
4.Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәһе. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү; грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.
5.УМК тураҺында белешмә.
*Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн. Төҙөүселәре 5-11 кластар өсөн. Ғәбитова З.М., Усманова М.Г.Ижевск: КнигоГрад,2008.
* Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н.Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 – сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- 4 – се баҫма. – Өфө: Китап,2015.
*Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 синыфы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр.- Өфө:Китап,2003.
*Усманова М.Г.,Ғәбитова З.М.Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы:Рус мәктәптәренең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап,2009. * Усманова М.Ғ.,Иҫәнғолова Г.А., Рәхмәтуллина З.Ә.Башҡорт теле: тематик планлаштырыу.- Өфө: “ Эдвис” уҡытыу-методика үҙәге, “Башҡортостандың бәләкәй даһийы”,2011.
*З.М.Ғәбитова.Телмәр үҫтереү дәрестәре.Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө:Китап,2009.
6.Контроль формалары.
Контроль диктант, диктант, контроль күсереп яҙыу,һорауҙарға яуаптар,изложение,инша, тәржемә,яттан яҙыу.
-
Эш төрҙәре
|
Күләме.
|
Күсереп яҙыу.
|
1
|
Диктант
|
4
|
Изложение
|
2
|
Инша
|
2
|
Уҡыусының әҙерлек кимәленә талаптар.
А. -Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; - 36 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;
-
Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
-
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
-
Хәбәр, һорау,өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
-
5-7шиғырҙы яттан тасуири Һөйләй белеү;
-
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү;
-
Тексты тасуири уҡыу;Текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;
-
Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу,мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
-
Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү;
-
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;
-
Текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
-
Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
-
6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;
-
Өйрәтеү характерындағы диктанттар, изложение, иншалар яҙыу.
Б. -Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
- Тексты тасуири уҡыу;Текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;
-
Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
-
Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү;
-
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;
-
Текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
-
3-5 шиғырҙы яттан тасуири Һөйләй белеү;
-
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
-
Өйрәтеү характерындағы диктанттар, изложение, иншалар яҙыу.
Хәбәр, һорау,өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу.
Уҡытыу предметының йөкмәткеһе
Бе66е м2кт2п 7аршылай. Бе66е8 м2кт2п. Был тема (1 сентябрь – Белем көнө. Мәктәп, уҡыу, белем алыу,тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта,уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һңҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә. 5-се кластарҙа өйрәнелгән һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр ярҙамында бәләкәй хикәйәләр, диалогтар төҙөргә тәҡдим ителә.
Грамматика: Башҡорт теленең өн- хәрефтәре.Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Сифат.
Баш7ортостан ере буйлап Был теманы үҙләштереү ваҡытында уҡыусы Баш7ортостан Республика3ы тура3ында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Уҡыусылар Баш7ортостанда й2ш2г2н милл2т тура3ында,халы7тар ду9лы4ы ха7ында мәғлүмәт бирә алыуын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Уны үҙенең бөгөнгө, киләсәк пландары, уй- хыялдары менән уртаҡлаша белергә өйрәтеү.
Грамматика: Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Берлектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Күплектәге исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. К-Г, Ҡ-Ғ, П-Б тартынҡыларының сиратлашыуы
Юл 7а4и62л2ре 32м билд2л2ре
Был тема буйынса д0р09 й0р01 7а4и62л2рен т0ш0нд0р01, х21еф3е6лек ,юл 7а4и62л2ре,транспорт т0р62рен тура3ында 30йл2рг2 0йр2те1 №1662р6е 32м 316б2йл2нешт2р6е дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
Грамматика: һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.
Почта.Телеграф.Телефон. Уҡыусыларҙы почта,телефон,телеграф3ы6 тормошто к16 алдына килтереп булмай.У7ыусылар6ы почтала 16е8де нисек тотор4а,телефондан д0р09 итеп 30йл2шерг2 0йр2терг2,1тенес хат я6ыу,телеграмма еб2ре1 ке1ек 31662р6е 0йр2те1.
Грамматика:?ылым.?ылым Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.
Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла.Кешегә һау- сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыуҙы ла ойошторорға кәрәк.
Грамматика: Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.Ҡылым.
Яңы йыл менән! Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла.Уҡыусыларҙың ҡыш темаһы буйынса белемдәрен артабан да үҫтереү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү,Яңы йыл, Фәҡәт байрамдар менән туғандарҙы,яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре,үҙенсәлектәре тураһында һөйләтеү.
Грамматика: Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.
Аҙыҡ – түлек. Кейем- һалым. Өй.Магазин. Баҙар. Был тема буйынса эш туранан – тура беҙҙең көндәлек тормошобоҙ, беҙгә кәрәк – яраҡ әйберҙәр менән бәйләнгән. Аҙыҡ – түлек, кейем – һалымды һатып алыу,ысынбарлығында магазин, баҙар менән бәйләнеп килә. Шуға ла был темаларҙы берлектә өйрәнеү отошло. Уҡыусыларҙың тема буйынса һәр нәмәнең исемен, атамаһын белеү генә ҡаралмай, ә һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү маҡсаты ла ҡуйыла.
Грамматика: Синоним.
8 март – Ҡатын – ҡыҙҙар көнө. Тема әсәйҙәр тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу менән берлектә алып барыла.Әсәйҙең донъяла иң ҡәҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға,ҡәҙерләргә кәрәклекте аңлатыу алып барыла. Шулай уҡ әсәй темаһы, һис шикһеҙ ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана һәм был төшөнсәләрҙе аңлатҡанда уҡыусыларҙың һүҙлек запасын үҫтереү өҫтөндә даими эш алып барыла.Тема байрам төшөнсәһен дә үҙ эсенә алғанлыҡтан ҡотлау открыткалар яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү ҙә ҡаралған.
Грамматика: Антоним.
Яҙ етте. Яҙ темаһы өс блокка: яҙ етте; яҙғы эштәр;яҙ байрамы темаларына бүленгән.Яҙ етте темаһын үтеү барышында уҡыусылар, иң беренсе сиратта, яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә тейеш.Был тема буйынса күп кенә әҫәрҙәр тәҡдим ителгән. Әҫәрҙәрҙә яҙғы тәбиғәт: ҡоштар, йәнлектәр,ағастар, сәскәләр тураһында яҙыла. Шулай уҡ 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында ла ентекле һөйләшеү тәҡдим ителә.
Грамматика: Омоним.
Яҙғы эштәр
Был теманы өйрәнгәндә яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре, баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү, әңгәмә алып барыла. Яҙғы эштәрҙең үҙ ваҡытында эшләнеүе, “Яҙғы көн йылды туйҙыра” тигән мәҡәлдең асылын уҡыусыларға еткереү, экскурсиялар ойоштороу тәҡдим ителә. Грамматика: Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Яҙғы байрамдар.
Был теманы үткәндә иғтибарҙы башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиғәт менән бәйле ғөрөф – ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙҙе алып барырға тәҡдим ителә. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү
Грамматика: Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Календарь-тематик план
|
Дәрестең темаһы
|
Сәғәт һаны
|
План буйынса
|
Фактик дата
|
Иҫкәрмә
| -
|
Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.
|
1
|
2.09
|
|
Презентация
| -
|
Үҙенсәлекле өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар
|
1
|
7.09
|
|
| -
|
Тартынҡыларҙың сиратлашыуы.
|
1
|
9.09
|
|
| -
|
Исем тураһында төшөнсә.
|
1
|
14.09
|
|
| -
|
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше
|
1
|
16.09
|
|
| -
|
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.
|
1
|
21.09
|
|
| -
|
Исемдәрҙең эйәлек төшөнсәһе.
|
1
|
23.09
|
|
| -
|
Исемдәрҙең эйәлек төшөнсәһе
|
1
|
28.09
|
|
| -
|
Исем темаһын ҡабатлау.
|
1
|
30.09
|
|
| -
|
Сифат тураһында төшөнсә.
|
1
|
5.10
|
|
| -
|
Сифат.
|
1
|
12.10
|
|
| -
|
Сифат дәрәжәләре.Төп һәм сағыштырыу дәрәжәләре
|
1
|
14.10
|
|
| -
|
Сифаттың артыҡлыҡ дәрәжәһе.
|
1
|
19.10
|
|
| -
|
Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһе.
|
1
|
21.10
|
|
| -
|
Синоним.
|
1
|
26.10
|
|
Презентация
| -
|
Антоним.
|
1
|
28.10
|
|
| -
|
Омоним.
|
1
|
9.11
|
|
| -
|
Контроль диктант
|
1
|
11.11
|
|
|
19.
|
Рәүеш тураһында төшөнсә.
|
1
|
16.11
|
|
|
20.
|
Рәүеш.
|
1
|
18.11
|
|
|
21.
|
Рәүеш
|
1
|
23.11
|
|
|
22.
|
Рәүеш дәрәжәләре.
|
1
|
25.11
|
|
|
23.
|
Инша
|
1
|
30.11
|
|
|
24.
|
Рәүеш темаһын ҡабатлау.
|
1
|
2.12
|
|
|
25
|
Ҡылым тураһында төшөнсә.
|
1
|
7.12
|
|
|
26
|
Ҡылым.
|
1
|
9.12
|
|
|
27
|
Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше.
|
1
|
14.12
|
|
|
28
|
Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.
Хәҙерге заман.
|
1
|
16.12
|
|
|
29
|
Хәҙерге замандың юҡлыҡ формаһы.
|
1
|
21.12
|
|
|
30
|
Ҡылымдың үткән заман формаһы.
|
1
|
23.12
|
|
|
31
|
Контроль диктант
|
1
|
28.12
|
|
|
32
|
Ҡылымдарҙың үткән заман юҡлыҡ формаһы
|
1
|
18.01
|
|
|
33
|
Ҡылымдарҙың заман формаларын ҡабатлау
|
1
|
20.01
|
|
|
34
|
Ҡылымдарҙы ҡабатлау
|
1
|
25.01
|
|
|
35
|
Ҡылымдың киләсәк заман формаһы.
|
1
|
27.01
|
|
|
36
|
Контроль күсереп яҙыу
|
1
|
1.02
|
|
|
37
|
Ҡылым формаларын ҡабатлау
|
1
|
3.02
|
|
|
38
|
Ҡылым темаһын ҡабатлау.
|
1
|
8.02
|
|
|
39
|
Изложение
|
1
|
10.02
|
|
|
40
|
Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.
|
1
|
15.02
|
|
|
41
|
Ҡылымдың шарт һөйкәлеше
|
1
|
17.02
|
|
|
42
|
Ҡылым.
|
1
|
22.02
|
|
|
43
|
Ҡылым.
|
1
|
24.02
|
|
|
44
|
Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.
|
1
|
29.02
|
|
|
45
|
Ҡылым һөйкәлештәрен ҡабатлау.
|
1
|
2.03
|
|
|
46
|
Тикшереү диктанты
|
1
|
7.03
|
|
|
47
|
Ҡылымдың һөйкәлештәрен ҡабатлау.
|
1
|
9.03
|
|
|
48
|
Ҡылымдың заман формаларын ҡабатлау.
|
1
|
14.03
|
|
|
49
|
Ҡылымдың зат ялғауҙарын ҡабатлау.
|
1
|
16.03
|
|
|
50
|
Ҡылым. Барлыҡ, юҡлыҡ формалары.
|
1
|
21.03
|
|
|
51
|
Инша
|
1
|
23.03
|
|
|
52
|
Ҡылымдарҙы йомғаҡлау.
|
1
|
4.04
|
|
|
53
|
Һан тураһында төшөнсә.
|
1
|
6.04
|
|
|
54
|
Ябай һәм ҡушма һандар
|
1
|
11.04
|
|
|
55
|
Төп һандар
|
1
|
13.04
|
|
|
56
|
Рәт һандары
|
1
|
18.04
|
|
|
57
|
Бүлем һандары
|
1
|
20.04
|
|
|
58
|
Йыйыу һандары
|
1
|
25.04
|
|
|
59
|
Сама һандары
|
1
|
27.04
|
|
|
60
|
Кәсер һандары
|
1
|
2.05
|
|
|
61
|
Ҡабатлау. Һан.
|
1
|
4.05
|
|
|
62
|
Ҡабатлау. Ҡылым.
|
1
|
11.05
|
|
|
63
|
Ҡабатлау. Алмаш
|
1
|
16.05
|
|
|
64
|
Ҡабатлау. Исем
|
1
|
18.05
|
|
|
65
|
Ҡабатлау. Сифат
|
1
|
23.05
|
|
|
66
|
Ҡабатлау. Дөйөмләштереү
|
1
|
25.05
|
|
Презентация
|
67
|
Контроль эш. Диктант
|
1
|
30.05
|
|
|
68
|
Йомғаҡлау
|
1
|
31.05
|
|
|
Ҡулланылған әҙәбиәт.
*Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн. Төҙөүселәре 5-11 кластар өсөн.Толомбаев Х.А.,ДәүләтшинаМ.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г.Ижевск: КнигоГрад,2008.
* Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Абдулхаева Г.Н.Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6 – сы класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- 4 – се баҫма. – Өфө: Китап,2010.
*Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6синыфы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр.- Өфө:Китап,2003.
*Усманова М.Г.,Ғәбитова З.М.Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы:Рус мәктәптәренең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап,2009. *Аҙнағолов. Р.Ғ.Башҡортса – русса,русса- башҡортса мәктәп һүҙлеге.- Өфө: Китап,2007.
* Усманова М.Ғ.,Иҫәнғолова Г.А., Рәхмәтуллина З.Ә.Башҡорт теле: тематик планлаштырыу.- Өфө: “ Эдвис” уҡытыу-методика үҙәге, “Башҡортостандың бәләкәй даһийы”,2011.
*З.М.Ғәбитова.Телмәр үҫтереү дәрестәре.Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн.- Өфө:Китап,2009.
* “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Аманат” журналдары.
* Әйҙәгеҙ инша яҙайыҡ… Методик ҡулланма./ Авт. Л.А. Ғайсина.- Өфө: РФА ӨҒҮ ТТӘИ, 2008.
*Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 –се кластары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы,2004.
* З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2006.
* Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге./Төҙ. И.М.Ғарипов. – Өфө: Китап, 1994
*Ғәбитова З.М., Толомбаев Х.А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.- Өфө: Башҡортостан,2006.
Достарыңызбен бөлісу: |