Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет16/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   40
Островский

ҮҘ КЕШЕЛӘР - КИЛЕШЕРБЕҘ ӘЛЕ (БАНКРОТ)



Комедия, дүрт бүлектән

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК Беренсе күренеш



Большов йортонда ҡунаҡ бүлмәһе.

Липочка (китап тотоп тәҙрә янында ултыра). И күңелле лә инде танцевать итеүҙәре! Шундайын рәхәт! Ошонан да ләззәтлерәк тағы нимә бар икән? Бына клубҡа йәки берәйһенә туйға бараһың. Ҡурсаҡ кеүек аллы-гөллө итеп кейенгәнһең. Журналға төшөрөлгән һүрәтме ни! Бер нәмәгә иҫең китмәгәндәй ултыраһығ;. Көтмәгәндә һинең ҡаршыңа кавалер килеп баҫа ла: «һеҙ мине бәхетле итһәгеҙ ине, туташ!» — ти. Әгәр ҙә ул арыу кешегә оҡшап торһа, йәиһә берәй хәрби булһа, яуап бирәһең. Эх! (Тулкынланып.) Иҫ китмәле бит! Аҡылға һыймаҫлыҡ бит был! (Тәрән итеп һулай.) Иң яратмағаным студенттар һәм приказчиктар менән бейеү! Бына хәрбиҙәр менән бейеү бөтөнләй башҡа! Эх, иҫ киткес шәп бит! Таң ҡалырлыҡ бит был! Ул мыйыҡтары, ул суҡлы погондары, ул мундиры, ә ҡайһы берәүҙәренең ҡыңғыраулы шпорҙары! Тик бер нәмәһе үлтерә, ҡылыстар юҡ. Ниңә улар уны һалып ҡуялар икән? Ысынлап та, бик ғәжәп әле был! Тағы ла һөйкөмлөрәк күренерҙәр ине бит, шуны үҙҙәре

261




аңламайҙармы икән ни? Бына улан йәки полковниктың шпорҙарын сыңлатып, бөтөрөлә-бөтөрөлә бейеүен күрһәң, һоҡланып та туя алмаҫһың! Бер мөғжизә был! Ҡарап тороуҙары бер ләззәт инде! Әгәр шунда ҡылысын да тағып ебәргән булһа, мин һиңә әйтәйем, таң ҡалыр инең! Тауышы ғына ни тора, музыкаң да кәрәкмәй! Хәрби менән штатскийҙы сағыштырып буламы һуң инде! Хәрби кеше әллә ҡайҙан күренеп тора ул: таҫыллығы ла, башҡаһы ла. Килмәгән ере юҡ. Ә штатский? Ниндәйҙер йәмһеҙ бер нәмә шунда! (Тынльгк.) Шуға аптырайым, ниңә ханымдарҙың күбеһе аяҡтарын бөкләп, тик ултыралар икән? Тансыға өйрәнеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ бит инде. Бына мин уҡытыусымдан ни тиклем оялһам да, егерме дәрес эсендә бөтәһен дә өйрәндем. Ә ниңә тансыға өйрәнмәҫкә! Юҡ-барҙы тыңлаһаң! Әсәйем уҡытыусы гел ботомдан тотҡанға асыулана торғайны ла ул. Был бит наҙанлыҡтан..Уның нимәһе бар?! Ул бит теләһә кем түгел, Ә танңмейстер! (Уйга псала.) Бына күҙ алдыма килтерәм: ҡапыл мине бер хәрби кеше ҡоҙалай, ти, ҡапыл беҙ тантаналы рәүештә йәрәшәбеҙ, ти: бөтә ерҙә шәмдәр яна, аҡ бирсәткә кейгән официанттар йөрөй, әҫтәмдә, әлбиттә, селтәрҙән йәки затлы ебәктән тегелгән күлдәк, кинәт оркестр вальс уйнап ебәрә. Әгәр ҙә шунда мин танцевать итә белмәһәм, нисек оятҡа ҡаласаҡмын! Әҙәм көлкөһө бит! Ер тишегенә инерҙәй булырһың! Ул нимә уйлар? Әйтер, бына бер эшкинмәгән наҙан ҡыҙыҡай, тип. Юҡ, был хәлдең булыуы мөмкин түгел! Ә бит минең хәҙер йыл ярым инде танцевать иткәнем юҡ! Бына буш ваҡытымда бейеп ҡарайым әле. (Килбәтһеҙ генә вальсҡа әйләнә.) Бер... ике... өс... бер... ике... өс...

Икенсе күренеш



Липочка һәм АграфенаКондратьевна.

Аграфена Кондратьевна (инеп). Ҡара һин уны, оятһыҙ нәмә! Күңелем һиҙгәйне лә: Хоҙай биргән икмәкте ашамаған көйөнә таң тишеге менән бейергә тотонған!

Липочка. Юҡ, әсәй, мин эремсек бәрәмәсе менән сәй эстем. Ҡара әле, һәйбәтме? Бер, ике, өс... бер... ике...

262


Аграфена Кондратьев н а (уны эҙәрлекләп). Нимә һин унда ашаның? Бик күргем килә ине һинең гонаһ ҡылғаныңды? Борғаланма, тим бит мин һиңә!

Липочка. Ниндәй гонаһ булһын, ти. Хәҙер бөтәһе лә шулай күңел аса. Бер... ике... өс...

Аграфена Кондратьевна. Аяғың менән тыйнаҡһыҙланғансы, маңлайыңды өҫтәлгә бәр. (Уныц артынан йүгергеләп.) һин нимә? Ниңә тыңламайһың?

Липочка. Нимә эшләп тыңламайым, ти. Кем әйтте һеҙгә? Ҡамасауламағыҙ! Тейешенсә бейеп бөтөрөргә ирек бирегеҙ! Бер... ике... өс...

Аграфена Кондратьевна. Ҡартайған көнөмдә күпме йүгерергә тейеш мин һинең артыңдан. Уф... интектерҙе яуыз. Ишетәһеғ;ме, туҡта! Атайыңа ошаҡлайым!

Липочка. Хәҙер, хәҙер, әсәкәйем! Аҙаҡҡы әйлэ- неүем! һеҙҙе Хоҙай Тәғәлә ошаҡлар өсөн генә яратҡан. Ә мин һеҙҙән ҡурҡмайым. Бер, ике...

Аграфена Кондратьевна. һин нимә? Бейеүең генә етмәгән, телләшәһең дә! Хәҙер үк туҡта! Юбка итәгеңде ҡойроғоң-ниең менән тартып өҙөрмөн, шунан белерһең!

Липочка. Әйҙә, әйҙә, йырта һал! Барыбер үҙегеҙгә тегергә тура киләсәк. Бик шәп булыр! (Ултыра.) Уф, тирләнем, йөк ташыныммы ни?! Уф... Әсәкәйем, ҡулъяулыҡ бир әле, тиремде һөртәйем.

Аграфена Кондратьевна. Йә, ярай, үҙем һөртәйем! Берәү ҡалай йонсоған! Әйтерһең, көсләп бейеткәндәр. Әсәйеғ^де һанға һуҡмайһың икән, исмаһам, стеналарҙан оялыр инең! Ана атайың, күгәрсенкәйем, аяҡтарын саҡ һөйрәп йөрөй, ә һин бында өйөрсөк кеүек бөтөрөләһең!

Липочка. Өгөт-нәсихәттәрегеҙ менән туйҙырып бөтөрҙөгөҙ инде. һеҙҙеңсә, мин нимә эшләргә тейеш? Әллә миңә лә сирләргә ҡушыр инегеҙме? Әгәр ҙә мин докторша булһам, атайымды дауалар инем. Уф Алла, шул тиклем дә аңра булырһығыҙ икән! һеҙҙең өсөн миғр күпме ҡыҙарырға тура килә!

Аграфена Кондратьевна. Бына шулай ул минең ҡәҙерле балам! Ишетәһегеҙме, әсәһен нисек мыҫҡыл итә! Эх һин, эшкинмәгән тел биҫтәһе! Ата-әсәгә шундай һүҙҙәр әйтергә яраймы ни? Мин һине шуның өсөн ҡәҙерләп, оф итеп үҫтерҙемме ни? Тәрбиәләнем, уҡыттым?

263


Липочка. Мине һеҙ түгел, башҡалар уҡытты. Етәр, туҡтағыҙ, дөрөҫөн генә әйткәндә, һеҙ үҙегеҙ ҙә бер ниндәй ҙә тәрбиә алмағанһығыҙ. Иә, ярай, тыуҙырғанһығыҙ, ти? Мин ул саҡта бер нәмә лә аңламаған сабый булғанмын. Ә бына үҫкәс, юғары зауыҡлы кешеләр менән аралаша башлағайным, мин уларға ҡарағанда уҡымышлыраҡ булып сыҡтым. Нимә, мин һеҙҙең аңралығығыҙҙы хуплап торорға тейешме ни?

Аграфена Кондратьевна. Туҡтайһыңмы, юҡмы, оятһыҙ! Әгәр сығырымдан сығарһаң, хәҙер атайыңдың аяғына барып йығылам да, ҡыҙыбыҙ көн күрһәтмәй, түҙәр хәлем ҡалманы, Самсонушка, тип әйтәм.

Липочка. Көн күрһәтмәйем, имеш! Ә һеҙ миңә көн күрһәтәһегеҙме? Ә ниңә ҡоҙаларға килгән егетте кире бороп ебәрҙегеҙ? Ҡайһы яғы оҡшаманы? Бына тигән егет ине! Торғаны капидон! Бер ҡатлы, имеш!

Аграфена Кондратьевна. Ул бер ҡатлы ғына түгел әле. Етмәһә, беҙҙе мыҫҡыл итеп, тешен ыржайтып көлөп тора. Килеп борғаланды-һырғаланды ла... Уның кеүектәрҙе генә күрмәгән инек ти.

Липочка. Нимә беләһегеҙ һеҙ! Ул дворян затынан, ҡыланыштары ла әҙәпле. Улар даирәһендә бөтәһе лә шулай эшләй. Белмәгән-нитмәгән көйөгөҙгә нисек һеҙ кешене шулай хурлайһығыҙ? Ул бит теләһә нинҙәй сауҙагәр киҫәге түгел. (Ситкә тарап бышылдай.) Йәнем, һөйөклөм!

Аграфена Кондратьевна. Шәп йәнкиҫәгең! Әйтәһе лә юҡ! Биреп ебәрергә кәрәк булған икән һине шул шөрҙөккә! һин бит миңә асыу итеп танау аҫтынан шыбырлайһың. Ошонан ләззәт табаһыңдыр инде.

Липочка. Миңә бәхет теләмәүегеҙ күренеп тора инде. һеҙҙең атайым менән бөтә эшегеҙ ғәйбәт һатыу ҙа, кешене хурлау.

Аграфена Кондратьевна. Т еләһәң нисек уйла. Хоҙай Тәғәлә үҙе хөкөм итһен. Әсә өсөн үҙ ҡарынында йөрөткән балаһынан да ҡәҙерлерәк тағы нимә бар! һин бында бик ҡуҡыраяһың да ул, беҙ атайың менән һине тиҙерәк урынлаштырыу өсөн көнө-төнө һәйбәт кейәү эҙләйбеҙ.

Липочка, һеҙгә анһат та ул һөйләргә, унан миңә ни файҙа?

Аграфена Кондратьевна. һин миңә йәл түгелме ни? Ни эшләмәк кәрәк? Күбен көткәнде әҙерәк түҙ

264




инде. Бик тиҙ генә кейәү табып буламы ни? Бесәй генә ул сысҡанды тиҙ эләктерә.

Липочка. Миңә нимәгә ул һеҙҙең бесәйегеҙ? Миңә ир кәрәк! Был ни эш? Таныштар менән осрашырға оят, Мәскәү тиклем Мәскәүҙә бер кейәү һайлай алманығыҙ — бүтәндәр таба. Бөтә әхирәттәрем кейәүҙә, ә мин бер етем бала кеүек. Нисек йәнең көймәһен! Бына берәү табылғайны, уны ла кире бороп ебәрҙегеҙ. Миңә хәҙер үк кейәү табығыҙ. Ишетәһегеҙме?.. Алдан әйтеп ҡуям, хәҙер үк әҙерләгеҙ, тапмаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләрһегеҙ, һеҙгә үс итеп берәй гусарға эйәреп сығып китәм дә әкренләп никах уҡытырбыҙ әле.

Аграфена Кондратьевна. Нимә һөйләйһең һин, мәғәнәһеҙ! Кем һине шундай боҙоҡлоҡҡа өйрәтте! Ярабби Хоҙайым, һушыма килә алмай торам... Эх, һин эттән тыуған нәмә! Башҡаса хәлем ҡалманы! Атайыңды саҡырырға тура килә.

Липочка. Бар белгәнең атайың да атайың. Уның алдында бик ҡыйыу ҡыланаһығыҙ, бына үҙегеҙ һөйләшеп ҡарағыҙ!

Аграфена Кондратьевна. һин мине алйотҡа иҫәпләйһеңме әллә? Ниндәй гусар тураһында һөйләйһең һин, оятһыҙ?! Тфү, иблис ҡотортҡан нәмә! Әллә һине аҡылға ултыртырға минең көсөм етмәҫ, тип уйлайһыңмы? Нимә һин оятһыҙ күҙҙәрең менән миңә көндәш кеүек ҡарайһың? Әсэйеңдән шәберәк булғың киләме? Оҙаҡ уйлап тормам, кухняға көршәк йыуырға барыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Ҡара һин уны! Ҡара һин уны! Уф Алла! Ата- әсәңде ихтирам итмәһәң, өҫтөңә киндер сарафан тегеп кейҙерермен дә сусҡа аҙбарына кертеп ултыртырмын.

Липочка. Ултырттырырмын мин һеҙгә! Шул ғына етмәгәйне!

Аграфена Кондратьевна. Яп ауыҙыңды, лаҡылдаҡ нәмә! Юл ҡуй әсәйеңә! Яман орлоҡтан яралған нәмә. Тағын бер генә һүҙ әйт, телеңде табаныңа тегеп ҡуйырмын! Бына Хоҙай бирҙе миңә бер йыуаныс! Тупаҫ ҡыҙыҡай! һиңә малай булып тыуырға кәрәк ине, бөтөнләй ҡыҙ балаға оҡшамағанһың! һалдат кеүек атҡа һикереп менәһең генә ҡалды.

Липочка. Т ағы әллә ниндәй бәләләр яғырһығыҙ әле миңә. Үҙегеҙ тәрбиә алмаған көйөнә, миңә аҡыл өйрәтәһегеҙ. Мин генә насар, ә һеҙ? Үҙегеҙ? Үҙегеҙҙең бер туҡтауһыҙ мыжыуығыҙ менән мине ваҡытынан алда теге

265


донъяға ебәрергә тырышаһығыҙмы? (Илай.) Теләгегеҙгә ирештегеҙ инде, мин былай ҙа себен кеүекмен, йүтәлләйем. (Илай.)

Аграфена Кондратьевна (уга -ҡарап тора). Ярай, етте, етте!

Липочка тағы ла ҡысҡырыбыраҡ илай һәм үкһей башлай.

Етте инде, етте! Туҡта, тием бит! Ярай, мин ғәйепле, туҡтай ғына күр, мин ғәйепле.

Липочка илай.

Липочка! Липа! Етәр инде! Туҡта инде! (Күҙ йәштәре аша.) һин миғр үпкәләмә инде... наҙан, аҡылһыҙ бисәгә... (Икәүләп илайҙар.) Ғәфү ит инде мине... Үҙеңә алҡалар алып бирермен.

Липочка (илап). Миңә нимәгә кәрәк һеҙҙең алҡаларығыҙ? Алҡаларым минең былай ҙа етерлек, һеҙ миңә зөбәржәт ҡашлы беләҙек алығыҙ.

Аграфена Кондратьевна. Алырмын, алырмын, тик илама ғына!

Липочка (күҙ йәштәре аша). Ҡасан кейәүгә сығам, шунда туҡтармын. (Илай.)

Аграфена Кондратьевна. Сығырһың, сығырһың, күгәрсенкәйем минең! Йә, үп мине!

Үбешәләр.

Алла ярҙам бирһен һиңә! Бир, мин күҙ йәштәреңде һөртәйем. (һөртә.) Бына бөгөн Устинья Наумовна килергә тейеш, шунда һөйләшербеҙ.

Липочка (иламһыраган тауыш менән). Эх! Тиҙерәк килһә ярар ине!

Өсөнсө күренеш



Шулар уҡ һәм Фоминишна.

Фоминишна. Аграфена Кондратьевна инәкәйем, беләһегеҙме, беҙгә кем килә, уйлап ҡарағыҙ әле?

266


Аграфена Кондратьевна. Әйтә алмайым. Мин һиңә күрәҙәсе ҡортҡамы ни, Фоминишна?

Липочка. Ниңә һин минән һорамайһың, мин әсәй менән һинән аңрараҡмы ни?

Фоминишна. Нимә тип әйтергә лә белмәйем. Та- ҡылдарға тигәндә һин сарлап ҡуйған кеүек, ә бына эшкә килгәндә юҡ инде. Күпме һораным мин һинән, исмаһам, яулыҡ булһа ла бүләк ит, тип. һиндә бит улар бөтәһе түгел, юҡ инде, гел сит кешегә генә бирәһең.

Аграфена Кондратьевна. Быныһын инде мин, Фоминишна, үлгәнсә аңлай алмам.

Липочка. Ҡара һин уны! Иртәнге аштан һуң һыра һемергән дә, бында килеп, юҡ-бар нәмә һөйләп тора.

Фоминишна. Бик дөрөҫ әйтәһең. Уның ни көлкөһө бар? Үлгәнсе, тиһең, Аграфена Кондратьевна, уның башы аҙағынан да яманыраҡ булыуы бар.

Аграфена Кондратьевна. һинән ҡотолоп булмаҫ. һин һөйләнә башлаһаң, ҡолаҡтарың ғына түҙһен. Кем килде һуң унда?

Липочка. Ир кешеме, ҡатын-ҡыҙмы?

Фоминишна. һинең күҙ алдында гел һикергеләп, бейеп торған ирҙәр генә. Яулыҡ ябынып йөрөгән ирҙәрҙе кемдең күргәне бар? Тол ҡатын кем була?

Л и п о ч к а. Тәбиғи, ире булмағас, тол ҡатын инде ул.

Ф о м и н и ш н а. Тимәк, мин дөрөҫ әйткәнмен. Ҡатын- ҡыҙ килгән!

Липочка. И, мәғәнәһеҙ ҙә инде! Ниндәй ҡатын һуң

ул?

Фоминишна. Бына шул-шул, аҡылың бар, ә зирәклегең етмәй. Устинья Наумовнанан башҡа тағы кем булһын!

Липочка. Эх, әсәкәйем, бик ваҡытлы килгән бит!

Аграфена Кондратьевна. Ҡайҙа һуң ул? Бар, тиҙерәк алып ин, Фоминишна!

Фоминишна. Хәҙер үк инеп етер. Ишек алдында ҡалды. (Ҡапҡаны тиҙ асмаган өсөн дворник менән әрләшә.)

267


Дүртенсе күренеш

Устинья Наумовна (инеп). Уф, фа, фа! Арыным! Нимә эшләп, көмөшкәйҙэрем, һеҙҙең баҫҡысығыҙ шул тиклем текә: саҡ өҫтөрәлеп менеп еттем.

Липочка. Эх, бына бит үҙе! һаумыһығыҙ, Устинья Наумовна!

Устинья Наумовна. Ашыҡмай тор. һинән оло- раҡтар бар. Иң тәүҙә әсәйең менән гәпләшеп алайыҡ. (Үбешеп.) һаумы, Аграфена Кондратьевна, нисек йоҡланың, гәүһәр ташым, кәйефтәрең һәйбәтме, барығыҙ ҙа имен-аманмы?

Аграфена Кондратьевна. Хоҙайға шөкөр! Аша- йым-эсәм, бына иртәндән бирле ҡыҙым менән тел сарланым.

Устинья Наумовна. Затлы кейем-һалым тураһындалыр инде. (Липочка менән үбешеп.) Бына һиңә лә сират етте. Әллә йыуанайыбыраҡ киткәнһең инде, затлы ташым? Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән бөтөнләй сәскә атҡанһың!

Ф о м и н и ш н а. Тфү һин, гонаһлы йән эйәһе — йә күҙ тейҙерерһең!

Липочка. Юҡты һөйләйһең! һиңә шулай тойола ғына ул, Устинья Наумовна. Мин көндән-көн хәлһеҙләнәм: әле бер ерҙән сәнсә, әле йөрәгем сәғәт теле кеүек тибә. Әйтерһең, сайҡалып диңгеҙҙә йөҙөп барам. Күҙ алдым семәрләнә. Бер нәмәгә лә күңел төшмәй. Гел меланхолия инде.

Устинья Наумовна (Фоминишнага). һинең менән дә, Алла ҡортҡаһы, үбешәйек. Тышта күрешкәйнек инде, алтыным, ирендәрҙе таушалдырмаһаҡ та ярар.

Фоминишна. Үҙең беләһең инде. Әлбиттә, беҙ хужалар түгел, ваҡ кешеләр, шулай булһа ла, беҙҙең дә йәнебеҙ бар. Йән урынында пар түгел.

Аграфена Кондратьевна (ултыра). Ултыр, ултыр, Устинья Наумовна, ниңә тәгәрмәскә ҡуйған пушка кеүек баҫып тораһың? Фоминишна, бар әйт әле, беҙгә самауыр яңыртһындар.

Устинья Наумовна. Мин сәй эстем инде, ынйыҡайым. Юл ыңғайында ғына һуғылғайным, оҙаҡҡа түгел.

Аграфена Кондратьевна. Нимә һин, Фоминишна, йәйелеп ултыраһың. Йәһәтерәк ҡуҙғал!

Липочка. Әсәкәйем, тиҙ генә үҙем барып киләйем әле. Күрмәйһеңме ни, беҙҙең Фоминишнаның бер аяғын атлағансы, икенсе аяғын эт ашай...

268


Фоминишна. Ҡыбырлама, һинән һорамайҙар! Ә мин, Аграфена Кондратьевна инәкәйем, бальзам менән селедка килтерһәм, һәйбәтерәк булыр, тип уйлайым.

Аграфена Кондратьевна. Араҡы үҙ урынында, самауыр үҙ урынында, һиңә кеше мөлкәте йәлме ни? Әйт, самауыр әҙер булғас та килтерһендәр.

Фоминишна. Ярай, һеҙҙеңсә булһын. Тығылайым! (Китә.)

Бишенсе күренеш



Фоминишнанан башҡалары шулар уҡ.

Аграфена Кондратьевна. Йә, Устинья Наумовна, ниндәй яңылыҡтар бар? Берәй яҡшы хәбәр килтермәнеңме? Минең ҡыҙ бик яманһыулай бит әле.

Липочка. Ысынлап та, Устинья Наумовна, йөрөйһөң, йөрөйһөң, бер эш тә сығара алмайһың.

Устинья Наумовна. Ай-Һай, һеҙгә ярауҙары бик еңел түгел, гәүһәр ташым. Атайыңа, ана, урамда эт ҡыуып йөрөүсе Федот та ярай, тик аҡсаһы күп булһын да бирнәне аҙ һораһын. Ә әсәкәйең, Аграфена Кондратьевна, үҙенекен һөйләй. Уға мотлаҡ сауҙагәр булһын, жа- лованьяны күп алһын, яҡшы аттар тотһон, етмәһә, боронғоса ҡулын маңлайына ҡуйып суҡынһын, һинең башыңда үҙ уйҙарың. Бына нисек һеҙгә ярамаҡ кәрәк!

Алтынсы күренеш



Шулар уҡ һәм Фоминишна, инеп, өҫтәлгә закуска менән араҡы

ҡуя.

Липочка. Аллам һаҡлаһын, мин үлһәм дә сауҙагәргә бармайым. Мине шуның өсөн тәрбиәләнеләрме ни? Франңузса уҡыным, фортепианола уйнарға өйрәндем! Юҡ! Юҡ! Миңә дворяндар затынан булһын! Теләһәң ҡайҙан тап!

Аграфена Кондратьевна. Бына, һөйләшеп ҡара һин уның менән!

Фоминишна. Нимәгә кәрәк ул һиңә дворяғг заттары? Ниндәй артыҡ ерҙәре бар уларҙың? Ауыҙҙарын

269




асһалар, үпкәләре күренеп тора. Үҙҙәре динһеҙҙәр. Мунсаға йөрөмәйҙәр, байрамдарҙа пирог та бешермәйҙәр. Ир менән торһаң, да көн дә соус та, подливка... тиҙ туйырһың.

Липочка, һин, Фоминишна, мужиктар араһында тыуғанһың, шул мужичка булып аяғыңды ла һуҙырһың. Нимәгә кәрәк миңә һинең сауҙагәрең? Кем уны кешегә һанай? Ни амбиңияһы, ни почеты! Уның бумалаһы кәрәкме ни миңә?

Фоминишна. Бумала түгел, туташ, ә Хоҙай Т әғәлә биргән һаҡал. Бына шулай.

Аграфена Кондратьевна. Атайың да бит һинең шыма итеп ҡырынмаған, һаҡалы ла һирәк-мирәк түгел, Аллаға шөкөр, күпереп тора. Үбәһең бит уны.

Липочка. Сағыштырҙың атай менән ирҙе! Нимә һеҙ миңә бәйләнәһегеҙ, әсәкәй. Әйттем бит инде мин һеҙгә, сауҙагәргә бармайым, тип. Бармайым тигәс, бармайым! Сауҙагәргә барғансы хәҙер йығылам да үләм. Йә үлгәнсе ғүмерем буйы илайым, күҙ йәшем бөтһә, борос ашайым.

Фоминишна. Әллә һин иларға йыйынғанһың инде? Ҡуй, булашма! һин дә, Аграфена Кондратьевна, уны үсекләмә!

Аграфена Кондратьевна. Кем уны үсекләй? Үҙе бит уҫаллаша.

Устинья Наумовна. Ярай, шундай әпитетең бар икән, дворян затынан булғанын табырбыҙ, һиңә ниндәйе кәрәк — таҙа йыуанымы, әллә ябыҡ йоҡаһымы?

Липочка. Йыуанырағы ла ярай, тик буйға ғына бәләкәй булмаһын. Оҙон буйлы булһын, бүтәкә кәрәкмәй. Устинья Наумовна, берүк йәмшек танаулы булмаһын, иң мөһиме, брюнет булһын, әлбиттә, журналдағыса кейенгән булырға тейеш. (Көҙгөгә тарай.) Йә Хоҙай! Ә үҙем һуң? Сәсем-башым туҙған, миндеккә оҡшап торам.

Устинья Наумовна. Бар минең берәү, гәүһәр ташым, тап һин һүрәтләгәнсә аҫыл заттан, оҙон буйлы, үҙе брюле!

Липочка. Эх, Устинья Наумовна! Брюле түгел, ә брюнет.

Устинья Наумовна. Бик кәрәк ине миңә ҡартайған көнөмдә телемде һындырырға. Нисек булдыра алам, шулай әйтәм. Крәҫтиәндәре лә бар, муйынында ордены бар, һин, бар, кейен, ә беҙ әсәкәйең менән ошо хаҡта һөйләшә торабыҙ.

270


Липочка. Эх, Устинья Наумовна, күгәрсенкәйем, минең, бүлмәгә инерһегеҙ әле, үҙегеҙ менән генә һөйләшкем килә. Әйҙә, Фоминишна!

Фоминишна. Ух, һин, тызҡылдыҡ! (Сыгалар.)

Етенсе күренеш



Аграфена Ко н др атье в н а менән У стин ья Наумовна.

Аграфена Кондратьевна. Әллә сәйгә саҡлы араҡы әсәбеҙме, Устинья Наумовна?

Устинья Наумовна. Мөмкин, гәүһәр ташым, мөмкин.

Аграфена Кондратьевна (һала). Әйҙә, эсеп ебәр, иҫәнлеккә-һаулыҡҡа булһын!

Устинья Наумовна. Алдан үҙең эсеп ҡуй, аҫыл ташым. (Эсә.)


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   12   13   14   15   16   17   18   19   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет