Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған
бет 1/40 Дата 30.06.2016 өлшемі 4.01 Mb. #168941
УДК 821.512.141-2 ББК 84 (2 Рос=Баш)-6 А 73
Асанбаев Н. В.
А 73 һайланма әҫәрҙәр: пьесалар , публицистик мәҡәлә-
ләр, очерктар, ижади портреттар. — Өфө: Китап, 2011. —
696 бит.
ISBN 978-5-295-05387-0
Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,
драматург, публицист Нәжиб Асанбаевтың был китабында
үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә
ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик
мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын
алған.
УДК 821.512.141-2
ББК 84 (2 Рос=Баш)-6
© Асанбаев Н. В., 2011 ■
© Башҡортостан Республикаһының
Зәйнәб Биишева исемендәге
Башҡортостан «Китап» нәшриәте
дәүләт унитар предприятиеһы, 2011
ТП - 2011
ISBN 978-5-295-05387-0
I бүлек ПЬЕСАЛАР
РӘЙСӘ МЕНӘН ФӘЙЗИ
Драма, ике бүлектә
ҠАТНАШАЛАР:
Рәйсә
Фәйзи
Хәҙисә
Фирҙәүес
Сәлим
3 ө һ р ә
Г ө л н и с а
Ғәйшә
Хәлим
Риф
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК Беренсе картина
Эш бүлмәһе. Рәйсә уйҙарға сумып, тәҙрә янында баҫып тора. Микрофондан Фәйзи тауышы яңғырай.
Фәйзи тауышы. Рәйсә! һинең аҡҡоштар мөхәббәте тураһында ишеткәнең бармы? Әкиәт кеүек ул. Әгәр уларҙың береһе бәхетһеҙлеккә осрай ҡалһа, икенсеһе лә йәшәмәй, бейеккә-бейеккә күтәрелә лә, ҡанаттарын йәйеп, иптәше артынан аҫҡа ташлана, һәләк була. Кешеләр
5
ҙең хистәре лә аҡҡоштар хисенә тиң, түгелме икән ни, Рәйсә?..
Ғәйшә инә.
Ғәйшә. Мөмкинме, Рәйсә апай?
Рәйсә (' кыуанып ). Әйҙүк, әйҙүк, Ғәйшә.
Ғәйшә илай.
Ғәйшә, туҡта әле, ни булды тағы ла? Хәлим менән арағыҙ яҡшырманымы ни?
Ғәйшә. Юҡ. Ул рәткә инмәҫ инде, Рәйсә апай. һуңғы ваҡытта өйгә лә ҡайтмай башланы. Етте, башҡаса түҙер хәлем ҡалманы, айырылам, Рәйсә апай!
Рәйсә. Балаға ҡарашы нисек һуң?
Ғәйшә. Насар. Ул әле уның исемен дә белмәй. Ҡыҙыбыҙға исем ҡушайыҡ тип бер ай ялындым, өндәшмәне. Аптырағас, кисә үҙем тоттом да ҡуштым. Ә уның ике көн инде өйҙә булғаны юҡ.
Рәйсә. Ғәйшә, ултырайыҡ әле... (Диванга ултыралар.) һин, аҡыллым, ашыҡма әле. Ирһеҙ йәшәүҙәре бик ҡыйын икән ул... Бына мин Фэйзиҙе алып ҡалалмағаныма үкенеп бөтә алмайым. Ошо минуттарҙа ул янымда булһа, мин уны бер ҡайҙа ла ебәрмәҫ инем, бер кемгә лә бирмәҫ инем кеүек... Янымда булһа, мин уға ҡыҙ сағымда, беренсе үбешеүҙәрҙән һуң әйткән һүҙҙәремде яңынан әйтер инем. Үкенәм, Ғәйшә... Бергә торғанда аҙ иркәләүемә үкенәм. Уны бөтә йөрәгемдән яратһам да, һине өҙөлөп һөйәм, тип гел генә әйтеп тора алмағанмындыр шул. Мин уны төндә, ул йоҡоға киткәс, башынан һыйпап, йомшаҡ ҡына ҡосаҡлап, һүҙһеҙ генә ярата инем, ә ул уны һиҙмәгәндер, күрәһең...
Ғәйшә. Рәйсә апай, Фәйзи ағайға ҡарата йөрәгеңдә аҙ ғына булһа ла нәфрәт тойғоһо бармы?
Рәйсә. Юҡ. Ниңә улайҙыр, белмәйем...
Ғәйшә. Ә мин хәҙер Хәлимде яратмай башланым инде...
Рәйсә. Теге көндән һуң һөйләшкәнегеҙ бармы?
Ғәйшә. Юҡ шул. Ул бит әллә ниндәй, әйтә башлаһаң, сыға ла китә.
Рәйсә. Ғәйшә, булмаһа, мин уның менән үҙем һөйләшеп ҡарайым әле... ( Телефонда .) Дүртенсе участка
6
менән тоташтырығыҙ әле. Кем был? һаумыһығыҙ! Миңә Хәлим Хужин кэрәк ине. Бер арала минең яныма инеп сыҡһын әле! ( Трубканы тсуя.) һин бит уны яратаһың, Ғәйшә. Ә яратҡан кешең өсөн утҡа ла инергә, һыуға ла төшөргә мөмкин! Ҡулда саҡта, әлбиттә... Мин бит һуңланым бына... ( Түр бүлмәгә күрһәтеп.) Бар, һин инеп ултыр, кәрәк булһаң, үҙем саҡырырмын. ( Ғәйшә инеп китә.)
Телефон шылтырай.
Тыңлайым! Ә, Харис ағаймы? һаумыһығыҙ! Мин бик яҡшы әле, ә үҙегеҙ ни хәлдә? Шулаймы? Минеңме? Яҡшы, тим бит инде , Харис ағай! Ҡыҙғанмағыҙ инде, Харис ағай, хәлем һәйбәт, тим бит инде!.. Эйе, ярай, килегеҙ, көтәм! (Трубканы ҡуя.) Фирҙәүесемде ниңә ебәрҙем һуң әле мин? Буп-буш өйгә нисек ҡайтып инермен?..
Гармун күтәреп Хәлим инә.
Хәлим, һаумыһығыҙ әле!
Рәйсә, һаумы, Хәлим! Әйҙә, уҙып кит!
Хәлим, һеҙҙең саҡырыуығыҙ буйынса мин... полный боевой әҙерлек менән!..
Рәйсә. Туйға йыйынғанһыңмы, тиһәм. Эш кейемендәһең?..
Хәлим. И, Рәйсә апай! һеҙ туй тигәс, моронға ит бәлеше еҫтәре килеп бәрелгәндәй булды. Ҡайҙан иҫкә төшөрҙөгөҙ! Туйҙар, иҫән булһаҡ, көҙ көнө инде улар, тәкәләр һимергәс, ҡаҙҙар, өйрэктәр һуйғас... Ҡыҙҙарҙың алма кеүек сағында яһайбыҙ беҙ туйҙарҙы!..
Рәйсә. Бик туйға йөрөргә яратаһың, ахыры?
Хәлим. Мин гармунсы бит, Рәйсә апай. Бына, уйнап, теләһә кемдең күҙ йәшен сығарам.
Рәйсә. Уйна әле, Хәлим.
Хәлим, һеҙҙең кабинеттамы?
Рәйсә. Эйе.
Хәлим. Эш көнө тамамланды, уйнарға ла мөмкин. (Егеттәрсә тщлек менән «Еҫле гөл» көйөн уйнап ебәрә .)
Рәйсә {ул уйнап бөткәс). Хәлим...
Хәлим. Нимә, Рәйсә апай?
Рәйсә. Кистәреңде нисек үткәрәһең?
7
Хәлим. Бына шул инде, гармун уйнап...
Рәйсә. Эх һин, гармунсы егет!
Хәлим һағая.
Гармунда яҡшы уйнайһың, ә ғаиләңдә насарһың... Хәлим. Кем әйтте, Рәйсә апай?
Рәйсә. Ғәйшә һинең ҡатыныңмы?
Хәлим. Әлбиттә, минеке. Минең унан баш тартҡаным юҡ әле.
Рәйсә. Ҡыҙың ни исемле?
Хәлим. Ҡыҙым? Санияны әйтәһегеҙме? Нахаҡҡа, Рәйсә апай, честный слово. Мин уның менән бер тапҡыр киноға ғына барҙым.
Пауза.
Рәйсә. Балағыҙҙы әйтәм мин! Балағыҙ ни исемле?!
Хәлим өндәшмәй.
Белмәйһең, ҡыҙыңдың ни исемле икәнен дә белмәйһең... Ситтә йөрөйһөң, ә унда ҡатының һарғая, кибә...
Хәлим. Эх, Рәйсә апай... Йәшләй өйләнгәнгәме, күңел асаһы килеп китә лә... ҡайһы саҡта өйҙө онотоп ҡуям шул...
Рәйсә. Елғыуар кеше, тиер инем, эшеңдә яҡшыһың, һине нисек аңларға, Хәлим?
Хәлим. Саҡ ҡына етдилек етешмәй, Рәйсә апай. Рәйсә. Ғәйшәне яратаһыңмы һуң һин?
Хәлим. Яратмаһам, өйләнмәҫ инем.
Рәйсә, һин миңә дөрөҫөн әйт, ике йөҙлө булма. Хәлим. Инде нимә, нимә... ике йөҙлө булғаным юҡ, Рәйсә апай. Эй булмам да. Тыумыштан бер ҡатлы мин, күлдәгем менән ике ҡат.
Р ә й с ә. Тимәк, яратаһың?
Хәлим. Яратам... ( Ҡыйыуланып .) Тик, апай, ул миңә аҙыраҡ свобода бирһен ине... Ну, хоть егерме бишкә еткәнсе.
Рәйсә. Ниндәй свобода ул тағы?
Хәлим. Мин бит ир кеше, Рәйсә апай, башта бүрек бар. Ә ирҙәрҙең төрлө сағы була, донъя булғас, эсеп тә ҡайтыла. Как саҡ ҡына төшөрөп ҡайттыммы, өйҙә бер
ниндәй демократия ҡалмай! Ишек асып инеүгә, ул инде ҡаршымда: «Өр әле, ҡунаҡ егете», — ти. Мин аптырап ҡалмайым, өрәм. «Пожалыста!» — тим. ( Тынын эскә тарта.) «Ҡайҙа эстең?» — тип һорай. Мин меҫкен генә булып , бына шулай башты түбән эйәм дә: «Бер иптәштең ҡатыны бәбәйләгән, улдары бар икән, шул шатлыҡтан эстем», — тип күҙ ҙә йоммай үкертеп алдарға тотонам.
Рәйсә. Ниңә алдайһың?
Хәлим. Алдамаһаң, әрләй бит ул. Ғаиләлә шундай судтар булмаһын ине ул, Рәйсә апай.
Р ә й с ә. Ә ниңә аҙналар буйына өйгә ҡайтмай йөрөйһөң?
Хәлим. Кеше өҫтөндә торабыҙ. Бер ҡарт менән ҡарсыҡта... Ҡатынды теләгән ваҡытта рәхәтләнеп ҡосаҡлап та булмай, Рәйсә апай, шунда уҡ мығырларға тотоналар. Шулар эргәһенә нисек ҡайтаһың килер...
Рәйсә. Мин бығаса һинең турала бик насар фекерҙә инем, әле бына һине яраттым. Дөрөҫөн һөйләгәнгә яраттым. Мин хәҙер һине үтәнән-үтә күреп торам, һин, нигеҙҙә, яҡшы кешеһең, тик һинән бала-саға аҡылы китеп бөтмәгән. Үҙең әйтмешләй, һиндә етдилек етешмәй, ҡустым! Ташла һин был ғәҙәтеңде. Рәнйетмә Ғәйшәңде. Ул һине бик ныҡ ярата. Уның бөтә ҡарап торғаны һин. һинән башҡа йәм юҡ уға. Хәлим, ҡатын-ҡыҙ шундай бер нескә йән инде ул, ҡайһы саҡта уның күңелен табыу өсөн бер генә йылы һүҙ әйтеү ҙә етә бит. (Үҙ-үҙенә әйткәндәй, уйгатсалып.) Яратҡан кешең әйтһә, әлбиттә, яратҡан ирең әйтһә...
Хәлим. Кәңәшегеҙ өсөн рәхмәт, Рәйсә апай. Хатамды төҙәтермен. Фатир һорап ғариза яҙам. Әсәйҙе үҙебеҙгә саҡырам. Ғәйшәне эшкә урынлаштырам. Эх, Рәйсә апай, бөтәһенә лә бына ошо гармун ғәйепле. Музыкальный обслуживание тип, кеше үлһә лә саҡыралар, кеше тыуһа ла саҡыралар... Ошо гармун ғәйепле!
Күрше бүлмәнән атылып Ғәйшә килеп сыға. һепертке тотҡан.
Ғәйшә. Ә-ә, гармун ғәйеплеме ни?! һиңә свобода кәрәкме ни?! ( Уны тыуып йөрөтә. Хәлим аптырагас өҫтәл аҫтына инеп китә. Ғәйшә өҫтәлгә теҙләнеп, һеперткеһе менән Хәлимде псыйнай башлай.) Бер генә тапҡыр киноға барҙығыҙмы ни?
Рәйсә ( уны тыйып). Ғәйшә, ҡыҙма әле!..
9
Хәлим (өҫтәл аҫтынан сыгып). Бына, Рәйсә апай, күрҙегеҙме инде минең ҡатынды? Бына шулай ул...
Рәйсә. Ғәйшә, Хәлим, әйҙәгеҙ әле, аҡыллыларым, мин һеҙгә бер бүлмә күрһәтәйем...
Ғәйшә. Бүлмә? Ысынмы, Рәйсә апай?
Рәйсә. Мин бит бер үҙем ҡалдым... Өс бүлмә унда... Ҡыҙым менән беҙгә икеһе лә етер. Әйҙәгеҙ әле!
Хәлим (артг/сарак тсалып, уҙ-уҙенә). Былай булғас, свобода бөттө!.. ( Сыгалар.)
Шаршау Икенсе картина
Фәйзиҙәр фатиры. 3 ө һ р ә менән Гөлниса.
3 ө Һ р ә. Әсәй, хәҙер Фәйзи ҡайта, ашың әҙерме?
Г ө л н и с а. һин, ҡыҙым, аш-һыу тураһында ҡайғырма. Мин кейәүҙәрҙе нисек һыйларға беләм. Коньягы ла алып ҡуйылған. Әй, коньяк тигәндән, ҡыҙым, башҡа бер уй килеп тора бит әле. Әллә ҡунаҡ йыйып, бер типтереп алабыҙмы?
3 ө һ р ә. Әле килеп етмәҫ борон...
Гөлниса. Тиҙерәк тамыр йәйергә кәрәк, ҡыҙым. Яңы урын, тупрағы ниндәй, һауаһы, һыуы, тигәндәй... Тамыр йәйергә кәрәк! Ҡолас йәйеп, шәп итеп үҫеп китерлек булһын!
3 ө һ р ә. Фәйзи ни тиер бит әле. Ә кемдәрҙе саҡырырға уйлайһың? Туғандарҙымы?
Г өлн и с а. Бик кәрәктәре бар ине. Арыуыраҡ кешеләр менән аралашырға кәрәк, ҡыҙым. Милиңия начальнигын, мәҫәлән... баш прокурорҙы... трест управляющийын... ОРС начальнигын... Шулар менән донъя көтөп буламы, ҡыҙым?
Фәйзи инә.
3 ө һ р ә. Ҡайттыңмы, йәнем?
Фәйзи. Мин үҙем генә түгел, ҡәҙерле ҡунаҡ менән.
Сәлим {инеп). Мөмкинме?
Фәйзи. Әйҙә, әйҙә, рәхим ит, Сәлим дуҫ!
Сәлим, һаумыһығыҙ!
10
3 ө һ р э. һаумыһығыҙ!
Сәлим {Зөһрә менән күрешеп). Сәлим.
3 ө һ р ә. Зөһрә.
Сәлим (уныцтсулын ебәрмәйенсә). Зөһрә тинегеҙме?
Зөһрә. Эйе.
Сәлим. Мин һеҙҙе, ниңәлер, Рәйсә тип белә инем?
Зөһрә (уцайһыҙланып). Яңылышҡанһығыҙ...
Сәлим. Ихтимал.
Фәйзи. Зөһрә, минең загранкалағы дуҫым Сәлим Яруллин бына ошо егет инде. һөйләй инем бит, хәтереңдәме?
Сәлим {Зөһрәгә), һөйләй инем, тип алдай бит инде. Ике ятып, бер төшөнә лә инмәгәнмендер әле.
Фәйзи, һине онотоп буламы һуң, Сәлим дуҫ!
Зөһрә. Тау менән тау осрашмай, кеше менән кеше осраша, ә?
Сәлим. Кубала саҡта күпме һүҙ ҡуйыштыҡ, вәғәҙәләр бирештек, тыуған илгә ҡайтҡас, ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ, тинек, өйләнешһәк, бер-беребеҙҙең туйында булырбыҙ, тинек, ҡоҙалар булышырбыҙ, тинек, ә береһе лә үтәлмәй.
Фәйзи. Бөгөндән башлап был етешһеҙлек бөтөрөләсәк, Сәлим дуҫ! Зөһрә, Сәлим беҙҙең идаралыҡта эшләй, ул геолог. Яңы ғына аспирантура тамамланы.
Зөһрә. Аспирантура? О-о, ул доцент, профессор буласаҡмы?
Фәйзи. Әле бик мөһим темаға диссертация яҙа.
Зөһрә {Сәлимгә), һеҙ ғаиләгеҙ менәнме?
Фәйзи. Юҡ, ул өйләнмәгән әле.
Зөһрә. О-о! Бына нисек! Ғәфү итегеҙ, мин бер генә минутҡа!
Сәлим. Рәхим итегеҙ!
Зөһрә сыға.
Сәлим, һин сит илдә хыялланған ҡыҙ ошомо ни инде?
Фәйзи {һүууе икенсегә бороп). Ултыр әле, Сәлим... {Графин менән аракыкуя.)
Сәлим. Туҡта әле, һин мине ситкә алып китмә, мин теге йылдарҙы хәтерләнем. Ул саҡта беҙҙең бригадала һинән дә бәхетлерәк кеше булдымы икән? һин бит ҡыҙыңдан көн дә хат ала инең... Көн дә! Ул хаттарҙың бөтәһен бергә йыйһаң, бер ҙур том булыр ине! Көн дә хат
11
яҙып торорға күпме йылы һүҙҙәр, күпме ҡайнар хистәр, күпме мөхәббәт кәрәк булғандыр?!.
Фәйзи. Эсәйек әле, Сәлим! ( Сәкәштереп әсәләр.)
Сәлим, һөйгәнең менән ҡауышыу, һөйгән кешең менән ғүмер итеү — бик ҙур бәхеттер ул! һин бит Рәйсәңә... Ни эшләп Рәйсә булып хәтерҙә ҡалған һуң әле ул? Эйе, Зөһрәңә хаттарҙы үҙең дә күп яҙҙың бит инде, ә? Көнөнә икешәр хат яҙған саҡтарың булды бит! Бынан да ҙурыраҡ мөхәббәттең булыуы мөмкинме? Был — ялҡынлы мөхәббәт ине, был ғүмерлек мөхәббәт ине бит! Ромео һәм Джульетта!
Фәйзи (ҡапыл). Етте, Сәлим! ( Эске бер тулгкынла- ныу менән.) Эсәйек әле.
Сәлим. Фәйзи, һиңә ни булды?
Фәйзи, һин яңылышмағанһың, ул ҡыҙ ысынлап та Рәйсә ине.
Сәлим ( урынынан һикереп тора). Рәйсә ине? Ә ҡайҙа һуң ул?
Фәйзи. Ул... үлде...
Сәлим. Үлде? Ни һөйләйһең һин?
Фәйзи. Эйе, үлде, минең өсөн үлде...
Сәлим. Нисек һинең өсөн?
Фәйзи. Йәшәй алманыҡ беҙ уның менән, айырылыштыҡ. ( Сәлим эске бер көйөнөс менән рюмканы ситкә алып тсуя.) Мин уның менән йәм тапманым, Сәлим. (Эсергә итә.)
Сәлим. Туҡта әле... һин уны өҙөлөп ярата инең бит?
Фәйзи. Ярата инем дә, йәшәп булманы. {Пауза .)
Сәлим. Айырылыштығыҙмы? Ҡасан?
Фәйзи. Бер йыл инде.
Сәлим. Шул арала әйләнергә лә өлгөрҙөңмө? ( Фәйзи яуап бирмәй.) Нисә бала? {Фәйзи өндәшмәй.)
Кейенеп-яһанып 3 ө һ р ә инә.
Зөһрә. Бына, мин әҙер! Ни эшләп былай һеҙ бик күңелһеҙ? Фәйзи? Сәлим?
Телефон шылтырай.
Фәйзи {трубканы алып). Тыңлайым. Ну? Хәҙер барып етермен. {Трубканы злә, Зөһрәгә.) Фирҙәүес ҡыҙым менән әсәйем килгән!
12
3 өһр ә (күцелһеҙләнеп). Хәбәрһеҙ-ниһеҙме?
Сәлим Зөһрәгә ҡарап ала.
Фәйзи. Сәлим, һеҙ Зөһрә менән һөйләшә тороғоҙ, мин тиҙ генә әсәй менән ҡыҙымды барып алам. Күп булһа — ун минут!
Зөһрә ( Фәйзигә ). Ҡунаҡты ташлап китмәҫһең бит инде, шоферыңа ғына ҡуш.
Сәлим. Юҡ, юҡ, барһын. Әсәһе килгән, ҡыҙы... Был бит шатлыҡ!
Фәйзи. Мин хәҙер... (Ашыгып сыга.)
Зөһрә (Сәлимгә), һеҙ музыка яратаһығыҙмы?
Сәлим. Әлбиттә!
Зөһрә (магнитофондыкабыҙа). Куни!..
Сәлим. Был Барселона булды шикелле...
Зөһрә. Әллә Куни тинем? Әлбиттә, Барселона!..
Сәлим. Зөһрә ханым, мин китәйем әле.
Зөһрә. һеҙ беҙҙә йәм тапманығыҙ, ахыры?
Сәлим. Йәм? Юҡ... Ни эшләптер, кәйефем юҡ... Мин башҡа ваҡытта килермен!
Зөһрә. Хәҙер аш-һыу өлгөрә. Фәйзи ҙә ҡайтып етер.
Сәлим. Рәхмәт... Хушығыҙ!
Зөһрә. Хушығыҙ... Хушығыҙ!..
Сәлим сыға.
Бөтә кәйефемде боҙҙолар. Шулар арҡаһында музыканы бутаным...
Гөлниса (инеп). Килгәндәр бит...
Зөһрә. Килгәндәр шул.
Гөлниса. Бөгөн төшөмдә ҡара ҡарғалар күргәйнем.
Зөһрә. Фәйзиҙең икенсе ҡатыны икәнемде хәҙер бөтә кеше белер инде...
Гөлниса. Белһендәр! Бында, ҡыҙым, хәйлә кәрәк! Хәйлә!
Зөһрә. Ниндәй хәйлә?
Гөлниса. Иреңде ҡулға алаһың килһә, һин уның әсәһен яратҡан бул.
3 ө һ р ә. Ә ул, киленем яҡшы тип, беҙҙә ҡалырға булһа?
Гөлниса. Эйе, бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыйҙы, ти. Миндә бик елле бер фекер тыуҙы әле. Фирҙәүесте үҙебеҙгә алабыҙ...
13
Зөһрә (йәшен һупасандай). Фирҙәүесте? Үҙебеҙгә?
Г ө л н и с а. Эйе, үҙебеҙгә!
Зөһрә. һин нимә һөйләйһең? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә?
Гөлниса. Фирҙәүесте удочерить итәбеҙ!..
Зөһрә. Боже мой!..
Гөлниса. Бөгөнгө көндә беҙҙең иң ҙур дошманыбыҙ — Рәйсә! Козырной туз беҙҙең ҡулда! Рәйсәне юҡҡа сығарырға кәрәк! Бына ҡыҙын тартып алайыҡ әле, унан уның кем икәнен белерҙәр! Карьерист несчастный...
3 ө һ р ә. Ә беҙгә уны кем бирә?
Гөлниса. Суд менән алырбыҙ. Уны әсә булыу хоҡуғынан мәхрүм итергә кәрәк. Нисек тә Фәйзиҙе күндерергә тырышайыҡ...
Зөһрә. Күндереп булырмы һуң?
Г ө л н и с а. Йоҡларға ятҡас, һөйләшерһең. Ҡыҙын бик яратһа, риза булыр.
Тышта машина тауышы.
Зөһрә. Килделәр!..
Гөлниса. Бар, ҡаршылаған бул инде. «Әсәй» тип өндәш.
Зөһрә сыға, бер аҙҙан Хәҙисә менән инә.
Гөлниса. Әйҙүк, ҡоҙағый! ( Күрешәләр. Гөлниса Хәҙисәнецтсулынан төйөнсөгөн алып, бер як ситкә icy я, сирҡанган кеше кеүек, нулдарын һелкеп ала.)
Зөһрә. Өҫтөңдө һал, әсәй. Үҙ өйөңдәге кеүек бул! (Уга өҫтөн һалырга ярҙам итә.)
Хәҙисә. Улым менән киленемә килгәс, үҙ өйөмдәге кеүек булырмын инде.
Зөһрә. Мин һине үҙем дә шундайһыңдыр, тип күҙ алдыма килтергәйнем...
Хәҙисә. Иә, мин ниндәйерәк инде?
Зөһрә. Йыуаш ҡына, аҡыллы ғына ауыл әбейе.
Хәҙисә, һин минең характерымды ла белеп алғанһың әле.
Гөлниса. Минең ҡыҙым кешене бер күреүҙән таный ул.
Хәҙисә ( мәгәнәле итеп). Кеше таныу яғынан мин үҙем дә бик мастер.
14
Зөһрә ( уныц еләнен еҫкәп). Кейемдәреңдән арыш, бойҙай еҫе килә... ( Гөлниса ла еҫкәппсарай.)
Хәҙисә. Рәйсә килен еҫле май һөртөргә онотҡандыр шул... ( Тирә-юска күҙ һалып.) Был фатирҙа үҙегеҙ генә тораһығыҙмы?
Зөһрә. Эйе, үҙебеҙ генә, әсәй.
Хәҙисә. Бик ҙур түгелме һуң? Ҡайҙа, күрһәт әле, килен.
Зөһрә ( күрһәтеп). Быныһы зал инде. Бына быныһы йоҡо бүлмәһе. Тегендә кухня менән ванна... ( Сыгалар.)
Гөлниса. Был әрәмтамаҡтарҙы ҡайҙа ятҡырырмын икән инде. ( Сыга.)
Фәйзи менән Фирҙәүес инә.
Ф э й з и. Әйҙә, ҡыҙым. Ҡайһылай ҙур үҫкәнһең!
Фирҙәүес. Атай, һин өйгә бөтөнләй ҡайтмайһыңмы ни инде?
Фәйзи. Минме? (Ни тип әйтергә лә белмәй, апты - раппсала.)
Фирҙәүес. Мин беләм инде, һин беҙҙе ташлап киткәнһең.
Фәйзи. Әсәйең әйттеме?
Фирҙәүес. Әсәйем түгел, өләсәйем дә түгел. Үҙем беләм. Атай, һине бөтәһе лә әрләйҙәр, насар кеше булып сыҡты ул, тиҙәр. Ә мин еңешәм, ул насар түгел, ул яҡшы, тим.
Фәйзи ( уныц башынан һыйпап, үҙ-үҙенә әйткәндәй). Эйе... насар түгел ине һинең атайың, яҡшы ине ул...
Пауза.
Ҡыҙым, уҡыуыңды һәйбәт тамамланыңмы һуң?
Фирҙәүес. Быйыл отличница булып булманы.
Фәйзи. Ниңә?
Фирҙәүес. Математиканан өслө алдым.
Хәҙисә менән Зөһрә инә.
Хәҙисә. Ай-Һай, яҡшы йәшәйһегеҙ икән!
Зөһрә. Әсәй, бына таҫтамал.
Хәҙисә. Үҙемдеке бар. ( Төйөнсөгөнән таҫтамал ала.)
15
Гөлниса. Әйҙәгеҙ, ашарға!
Фәйзи ( Зөһрәгә күрһәтеп, Фирҙәүескә). Ҡыҙым, бар таныш апайың, менән. ( Фирҙәүес һүҙһеҙ генә Зөһрәгә карап ала .)
Зөһрә. Әйҙә, Фирҙәүес!
Фирҙәүес (тсапыл өләсәһенә игтибарын йүнәлтеп). Өләсәй, күстәнәстәреңде алырға онотма.
Хәҙисә. Онотмам, балам.
Зөһрә Фирҙәүесте алып сығып китә.
Гөлниса. Әйҙә, ҡоҙағый!
Хәҙисә ( ҡоро гына). Хәҙер сығырмын.
Г ө л н и с а сыға. Хәҙисә бик оҙаҡ улына ҡарап тора.
Фәйзи. Бына шулай бер көйгә йәшәп ятабыҙ инде, әсәй.
Хәҙисә. Үҙегеҙгә ҡайҙа барһағыҙ ҙа фатирын-ниен әҙерләп торалар тағы...
Фәйзи. Улың начальник бит, әсәй.
Хәҙисә ( төп мәсьәләгә күсеп). Йәш киленде әйтәм, йортҡа төклө аяғы менән төштөмө икән ул, әллә...
Фәйзи. Ниңә әйтеп бөтөрмәйһең?
Хәҙисә. Әйтермен дә ул... Бына Рәйсә килен бик ҡыҙғаныс...
Фәйзи. Нимә ти, илаймы?
Хәҙисә. Иламай, эстән һыҙа...
Фәйзи. Була торған хәл инде, нимә эшләйһең.
Хәҙисә. Ә һин ҡатын-ҡыҙ өсөн ирһеҙ ҡалыуҙың нимә икәнен беләһеңме? Белмәйһең һин, начальник булһаң да, белмәйһең... (Пауза.)
Фәйзи. Әсәй, һин бында мине тиргәргә килмәгәнһеңдер бит?
Хәҙисә. Ә нимә өсөн килде, тип уйлайһың? Йән кеүек күргән ҡатыныңды бер сәбәпһеҙ, тиктомалға ташлап кит тә... Исмаһам, Фирҙәүесеңде ҡыҙғаныр инең.
Фәйзи. Фирҙәүес шулай килеп йөрөр әле.
Зөһрә (инеп). Әйҙәгеҙ инде, аш һыуына бит.
Хәҙисә. Хәҙер. (Сыга.)
Фәйзи. Зөһрә, йә, Фирҙәүес нисек?
3 ө һ р ә. О, прелесть!
16
Фәйзи. Уның йәйҙе беҙҙә үткәргеһе килә. һин нисек ҡарайһың?
Зөһрә. Ни тигән һүҙ был, папочка?! Ҡыҙыбыҙҙың килеүе тормошобоҙға яңы бер биҙәк, нур өҫтөнә нур, бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәр.
Фәйзи. Шулаймы, Зөһрә?
Зөһрә. Шулай шул, шулай. Бөгөн бына Фирҙәүесте күреү менән, һине нисек яратһам, уны ла шулай яраттым. Әйтерһең дә, ул минең үҙ ҡыҙым!
Фәйзи. Рәхмәт, Зөһрәкәй, рәхмәт! Шулай булыуына мин бик шатмын. Килеүенә риза булмаҫһың тип, бер аҙ шикләнгәйнем, берүк ғәфү ит. Ул бик аҡыллы бала, тиҙ дуҫлашырһығыҙ.
Зөһрә. Тик, Фәйзи йәнем, мине уның яҙмышы борсой. Ул бит тере етем үҫә...
Фәйзи. Нисек тере етем?
Зөһрә. Әсәһенең уны ҡарарға ваҡыты юҡ. һин ситтә. Хәҙерге заманда ҡыҙ баланың яңғыҙ ҡалыуы бик хәтәр... Әллә ниндәй бәхетһеҙлеккә юлығыуы бар.
Фәйзи. Юҡ, мин Фирҙәүескә ундай насар елдәр ҡағылыр тип уйламайым. Ул бик тәрбиәле үҫте. Беҙ уны бәләкәйҙән үк яҡшыны ямандан айыра белергә өйрәттек.
Зөһрә. Атаһы янында саҡта шулай булғандыр ҙа. Хәҙер уның иң ҡурҡыныс сағы. Мин Фирҙәүесте бер ҡайҙа ла ебәрмәйем. Ул беҙҙә йәшәргә тейеш!
Фәйзи. Рәхмәт, йәнем, рәхмәт! Әммә бөтөнләй үк үҙебеҙгә алып булмаҫ. Фирҙәүестең үҙенең дә әсәһенән айырылғыһы килмәҫ, быға әсәһе лә риза булмаҫ.
Зөһрә. Бирмәһә, суд менән алырбыҙ.
Фәйзи. Суд менән? һин аҡылыңдамы?
Зөһрә. Фәйзи, аңла! Ниндәй әсә ти инде ул Рәйсә? Уға ир ҙэ, бала ла кәрәкмәй. Уның бөтә маҡсаты — карьера! Башҡаларҙы буйһондороп йәшәү. Фәйзи, хәҙер барыһы ла һинән тора. һин үҙ һүҙеңде әйтһәң, әсәһе лә бер ҡайҙа ла бармаҫ, Фирҙәүес тә.
Фәйзи. Юҡ, Зөһрә, мин быны эшләй алмайым.
Зөһрә. Ниңә эшләй алмайһың?
Фәйзи. Рәйсәне ҡыҙынан да мәхрүм итһәк, был уның өсөн үлем менән бер буласаҡ.
Зөһрә. Бына һин үлмәнең бит. Ҡыҙыңдан да мәхрүм итте, урыныңдан да мәтәлдерҙе. Әҫтәңдән тапап-иҙеп үтте. Мин һинең өсөн борсолам, Фәйзи. Әле ул һине былай ғына ҡалдырмаясаҡ. Ул таш йөрәк һөжүм итергә
17
тотонһа... О-о! Аңла, Фәйзи, бала уның ҡулында берҙән- бер козырь. Бына шуны уның ҡулынан тартып алырға кәрәк. Фирҙәүесте үҙебеҙгә алһаҡ, йәмәғәтселек алдында абруйың яңынан күтәреләсәк. Был урын һинең өсөнмө ни инде, Фәйзи! Бында һин ваҡытлыса ғына. Ошо һәләтең менән, шундай связдәрең була тороп...
Фәйзи (асыулы). Мин һине аңланым... Бына һиңә нимә кәрәк икән? һинең маҡсатың — Рәйсәнән үс алыу, уны хур итеү, бөтөрөп ташлау, бөтөнләй кешелектән сығарыу. Шулаймы? Минең бындай хәлгә төшөүемдә Рәйсәнең ни ғәйебе бар? Ниндәй насарлыҡ эшләне ул беҙгә? Был беҙҙең үҙебеҙ һайлаған яҙмыш! Ә Рәйсәгә ҡарата мин бер ниндәй ҙә авантюраға барасаҡ түгелмен!..
Хәҙисә төйөнсөгөн алырға сыҡҡан арала, Зөһрә менән Фәйзиҙең һөйләшкәмен тыңлап тора.
Зөһрә. Шулаймы? Улайһа, ҡыҙың бында саҡта һиңә «атай» тип түгел, ә «ағай» тип өндәшһен!..
Фәйзи. Мин дә уға «ҡыҙым» тип әйтмәҫкә тейеш буламмы ни инде?
Зөһрә. Фирҙәүес еткән ҡыҙ. Минең алдымда уға ҡыҙым тип өндәшеүе һинең үҙеңә лә ҡыйын булыр. Уны һинең ҡыҙың икәнен кешеләргә белгертмәҫкә кәрәк, Фәйзи. Кеше алдында әйтмә, ә күңелеңдән минут һайын әйтеп торһаң да бер һүҙем юҡ...
Фәйзи. Зөһрә...
Зөһрә. Әйтеп бөткәнде көт, исмаһам. (Ҡуштанланып.) Мөхәббәт янған усаҡ төҫлө, өҫтәп торғанды ярата, тиҙәр, ә һин бөгөн үк инде минең һүҙемә ҡаршы сыҡтың, Фәйзи.
Фәйзи. Бик ҡыйын хәлгә ҡуйҙың һин мине, Зөһрә...
Хәҙисә. Эйе, хәлең еңел түгел икән, улым...
Зөһрә менән Фәйзи, Хәҙисәне күреп, аптырап ҡалалар.
(Зөһрәгә.) Исемеңде Зөһрә тинеңме әле?.. Бындай насарлыҡҡа кем өйрәтте һине?
Зөһрә. Бында бер ниндәй ҙә насарлыҡ юҡ, әсәй.
Хәҙисә. Юҡмы? Баланы атанан , атаны баланан айырыу, һинеңсә, нисек, насарлыҡ түгелме ни?
Фәйзи. Әсәй, ҡыҫылма, бар ашарға ултыр... Беҙ үҙебеҙ аңлашырбыҙ.
18
Хәҙисә. Ни йәнең менән ашарға ултырмаҡ кәрәк, улым!.. Был һине ҡыҙыңдан биҙҙермәксе була бит.
Фәйзи (рсыҙып китеп). Биҙҙерә алмаҫ... Мине берәү ҙә ҡыҙымдан биҙҙерә алмаҫ, әсәй.
Зөһрә. Ҡыҙыңды ҡыҙғанырлыҡ булғас, миңә өйләнмәҫкә ине.
Хәҙисә. Ни эшләп үҙенең балаһын ҡыҙғанмаһын? Бала — ул йөрәк ите!
Зөһрә. Мин кейәүгә кеше балаһын ҡарарға сыҡманым.
Фәйзи. Күпһенмә, Зөһрә, иртәгә үк ҡайтып китер- ҙәр.
Хәҙисә, һин, улым, беҙҙән улай ғына ҡотолорға уйлама әле. Мин бында бер көнгә, ике көнгә генә килмәнем. Торорға тип килдем.
Зөһрә (илап). Ярабби!..
Фәйзи. Зөһрә, ниңә инде... (Хәҙисәгә.) Әсәй, ҡыҫылма.
Ауыр тынлыҡ.
Хәҙисә. Фирҙәүес!
Фирҙәүес (инеп). Нимә, өләсәй?
Хәҙисә. Кейен, балам, ҡайтабыҙ.
Фирҙәүес (шатланып). Атай, әллә һин дә ҡайтаһыңмы?
Хәҙисә (нәмәләрен алып). Киттек, ҡыҙым... (Сыга- лар.)
Фәйзи. Әсәй!.. (Арттарынан сыга.)
Зөһрә (ишеккә ташланып). Фәйзи!..
Гөлниса (өҫтәлгә һугып). Зөһрә!..
Зөһрә ишек тотҡаһын тотҡан килеш ҡатып ҡала.
Ут һүнә.
Ҡала баҡсаһында кафе. Бер нисә буш өҫтәл. Шуларҙың береһендә аяҡ өҫтө генә Фәйзи кофе эсә, бутерброд ашай. Зөһрә
инә.
Зөһрә. Нимә, һин бөгөн дә обедҡа ҡайтмаҫҡа булдыңмы ни?
Фәйзи яуап бирмәй.
19
Ваҡытың юҡмы, әллә өйҙә йәм бөттөмө? Бәлки, ул йәмде ҡыҙың менән әсәйең алып киткәндер?
Фәйзи өндәшмәй.
Ярай инде, ғәфү ит. (Сарказм менән.) Балаңа әллә ниндәй хөрмәттәр күрһәтә алманым. Мин үҙем дә бала ғына шул әле. Үҙемдең иркәләнгем килә.
Ф әйзи. Бар ҡайт!
Зөһрә. Ҡайтмайым. {Ултыра.) Өйләнгәндә, Зөһрә, әсәйемде ҡарарһың, ҡыҙым ултырмаға килер, ҡунаҡ итерһең, тимәнең бит.
Фәйзи. Әсәйҙе ҡарау тураһында һинең менән договор йәки акт төҙөргә кәрәк инеме ни?
Зөһрә. һин дә миңә алтын тауҙар вәғәҙә иткәйнең. Зөһрә, өрмәгән ергә ултыртмам, минең менән үткән һәр бер көнөң, хатта һәр бер минутың бәхетле булыр, тигәйнең. Ҡайҙа ул бәхет?
Фәйзи, һин бәхетһеҙме ни? Минең бөтә тапҡаным һиңә.
Зөһрә. Миңә ул ғына етмәй.
Ф э й з и. Т ағы нимә кәрәк?
Зөһрә. Мин һинең муйыныңа аҫылынып сыҡманым. Үҙең сат йәбештең, һин өйөгөҙҙән сығып киткәс, эсеп юлдан яҙырһың, тип ҡурҡтым.
Фәйзи. Тимәк, кейәүгә яратыуҙан түгел, ҡыҙғанған өсөн сыҡтыңмы ни?
Зөһрә. Бәлки, яратҡанмындыр ҙа...
Пауза.
һин ҡатыныңдан күпте талап итәһең, ә үҙең уның өсөн нимә эшләгәнең бар? Исмаһам, тыуған көнөм менән ҡотлар инең. Минең бит бөгөн тыуған көнөм.
Фәйзи.. Ярай, ҡотлармын, бүләктәрен дә алып бирермен. Бар ҡайт.
Зөһрә.^Бына, күптән шулай тиерҙәр... Асыуланған була тағы. Йәнем, магазинға мантолар ҡайтҡан. Ҡиммәт түгел, 5 миллион һум ғына тора. Асыуланһаң, асыулан, мин чек яҙҙырып алдым инде. Бына! {Чек күрһәтә.) Тыуған көнөмә һинән бүләк булыр... {Ҡагыҙын уныц түш кеҫәһенә тыга.)
Фәйзи. Ярай, бар ҡайт!
20
Зөһрә. Бына рәхмәт! Ҡара уны, тыуған көнөмә Сәлим Нуриевичты саҡырырға онотма! Мин киттем...
Фәйзи. Онотмам, онотмам... (Кисерештәргә бирелә.)
Ут һүнә.
Ҡала урамының аулаҡ урыны. Йәйге кис. Яҡында ғына вальс уйнайҙар. Яңы ғына урта мәктәпте тамамлаған йәш ҡыҙҙар менән йәш егеттәр бейей-бейей сәхнә аша үтәләр.
Ф 1 (бергә), һау бул, туған мәктәп!
Фирҙәүес J 4 г '
Р и ф. Беҙ хәҙер оло кешеләр инде.
Фирҙәүес (көлөп). Беҙ хәҙер ҙур үҫтек инде.
Риф. Мәктәбебеҙ тороп ҡала инде.
Фирҙәүес. Ҡала... (Вальсҡа әйләнәләр.)
Р и ф. Фирҙәүес, бына әйтәйек, һинең алдыңда бер юл һуҙылып ята. Ул әле беҙ йөрөгән юлдарҙың береһенә лә оҡшамаған. Ул бына ошонан ғына башлана кеүек. Ул һине инде күп йылдарҙан бирле саҡырып тора. Ләкин китергә йыйынып бөткәс кенә туҡталып ҡалаһың...
Фирҙәүес. Ниңә?
Риф. Иптәшкә берәүҙе табаһы килә. Ә кемде? Бына шунда инде үҙеңдең барлыҡ дуҫтарыңды ла күҙ алдынан үткәрәһең, һайлай торғас, уларҙың береһе генә тороп ҡала. Бына мин дә һайланым...
Фирҙәүес (уны бүлдереп). М-м... Риф, ә дуҫлыҡ нимә ул?
Риф. Дуҫлыҡмы? Әйтәйек, беҙҙең барыр юлыбыҙ диңгеҙҙәр, океандар аша үтә, ти. Беҙ ултырып барған карап, ел-дауылға эләгеп, ҡапыл бата башлай, һин һушыңды юғалтаһың. Күҙҙәреңде асып ебәрәһең, һин кеше йәшәмәгән бер утрауҙа ятаһың... Ә дуҫың ҡайҙа? Иҫән ҡалғанмы ул? Күтәрелеп ҡараһаң, алыҫта, бик алыҫта бер утрау күренә. Ниндәйҙер бер эске тойғо иптәшеңдең ана шул утрауҙа икәнлеген хәбәр итә. һин уны эҙләп табырға, үлемдән ҡотҡарырға ант итәһең... Мин һинең өсөн бер утрауҙан икенсе утрауға йөҙөп барыр инем, Фирҙәүес!
Фирҙәүес. Барыр инеңме?
Риф. Барыр инем!
Фирҙәүес. Риф, тик... кешеләр ниңә үҙгәрәләр икән? Йәш саҡтарында бер төҫлө, ә олоғайғас... кеше
21
үҙенең йәшлек идеалдарына ғүмере буйына тоғро булып ҡалһын ине ул.
Р и ф. Ә мин тоғро булып ҡаласаҡмын!
Фирҙәүес, һине бер егерме йылдан һуң күрәһе ине...
Р и ф. Ниңә улай тинең әле, Фирҙәүес?
Фирҙәүес, һиңә бер йыр йырлайыммы?
Риф. Йырла!
Фирҙәүес (йырлай).
Ҡарар инде, ҡарар инде Ҡара күҙҙәре менән.
Үҙәгемде өҙөр инде Әйткән һүҙҙәре менән.
Көтмәгәндә Фәйзи күренә. Ул йыр ишетеп килдеме, әллә үтеп барышлай ғына тап булдымы ҡыҙына, нисек кенә булмаһын, Фәйзи туҡталды һәм йәйге төндә яңғыраған үҙенең йәшлек йырын ишетеп, туҡталып ҡалды.
Дуҫым, Өфөләргә барһац,
Агиҙелдәрҙе буйла.
Елдәр иҫеп, тал бөгөлһә,
Мин һагынган, тип уйла.
Өфө тиһен, дәҡарайһыц Өфөнән, яҡтарына.
Әйтелмәгән серец булһа,
Яҙырһыц хаттарыцда.
Фирҙәүес. Был йырҙы, әсәйемә арнап, атайым йырлаған...
Риф. Матур йыр йырлаған атайың.
Фирҙәүес. Йырламаған булһа, яҡшыраҡ булыр ине...
Риф. Йырға кеше үҙенең иң матур хистәрен һала.
Фирҙәүес. Йыр менән бергә юғалған ул хистәр ниңә кәрәк?
Риф. Йыры онотолмаған бит әле.
Фирҙәүес. Уны бит хәҙер мин генә йырлайым. Бер мин генә.
Р и ф. һин һәйбәтһең, Фирҙәүес!
Фирҙәүес. Маҡтама!
Риф. Маҡтайым.
22
Фирҙәүес. Ҡайтабыҙмы?
Риф. һинең бик ҡайтаһың киләме?
Фирҙәүес. Бик... Әсәйем асыуланыр, һау бул, Риф!
Р и ф. һау бул, Фирҙәүес! {Китә.)
Фәйзи яңынан инә.
Фәйзи. Фирҙәүес! Ҡыҙым! Әллә танымай тораһыңмы? Был мин, ҡыҙым, атайың.
Фирҙәүес. Таныйым.
Фәйзи, һине ҡотлайым, ҡыҙым!
Фирҙәүес. Рәхмәт.
Фәйзи, һиңә сәғәт алып килгәйнем. Әйткән һүҙем бар ине... {Уныцпсулына сәгәт тага.)
Фирҙәүес. Рәхмәт, атай.
Фәйзи. Үҫеп киткәнһең.
Фирҙәүес. Көн дә бер көн үтә, шулай ғүмер үтә...
Фәйзи. Эйе, ғүмер үтә тора. Бына һин дә еткән ҡыҙ булғанһың. Йә, ҡыҙым, ҡайһылайыраҡ уйлап тораһың? Иҫәп институтҡа инергәме?
Фирҙәүес. Эйе. Оҙаҡламай осоп китәм инде. Ҡош кеүек. Ҡанаттарым ҡайҙа алып китерҙәр...
Фәйзи. Мәскәүгә барһаң, яҡшыраҡ булыр ине.
Фирҙәүес. Әсәйем дә шулай тип тора. Үҙе уҡыған институтҡа индерәһе килә.
Фәйзи. Эйе, ул беҙҙең институт ине...
Фирҙәүес. Минең был турала уйлағаным юҡ ине әле.
Фәйзи. Китеү тураһындамы?
Фирҙәүес. Айырылышыу тураһында.
Фәйзи. Айырылышыуҙар еңел түгел.
Фирҙәүес. Китеүсегә лә ҡыйын, ҡалыусыға ла... {Пауза.) һин нисек йәшәйһең һуң?
Фәйзи. Ҡартайып барам инде, ҡыҙым.
Фирҙәүес {уга оҙагк тына карап торгандан һуц). Маңлайыңда йыйырсыҡтар бар... Сикәләреңә аҡ төшкән... Иртә бит әле , атай?
Фәйзи. Иллене ҡыуам инде...
Фирҙәүес. Беренсе июлдә һиңә 43 йәш тула.
Фәйзи, һин онотмағанһың әле...
Фирҙәүес. Бөтәһе лә хәтеремдә...
Фәйзи. Әсәйең ни хәлдә һуң?
23
Фирҙәүес, һәйбәт... Ул да ҡырҡ өҫтөндә инде... (Ҡапыл Фирҙәүестең, күҙҙәре йәшкә тула, атайына һиҙҙермәҫкә тырышып.) һау бул, атай! ( Сыгып йүгерә.) Фәйзи ( уга ынтылып). Фирҙәүес! Ҡыҙым!
Ут һүнә.
Өсенсө картина
Фәйзиҙәр йорто. Верандаға табын әҙерләнгән. Г өлниса инеп- сығып йөрөй. Бик ҡупшы кейенгән. Ярым-шәрә Зөһрә магнитофонға кассета ҡуйып булаша.
Гөлниса. Ҡунағың ҡайҙа?
3 ө һ р ә. Т артырға сыҡты.
Гөлниса. Фәйзи һаман юҡмы?
Зөһрә. Юҡ. Әсәй, һин нимә, шымсы кеүек йөрөйһөң бында? Бар, ана, аш-һыуыңды ҡара.
Г өлниса. Аңланым, ҡыҙым, аңланым... ( Сыга.) Сәлим (инеп), һуңланы, Фәйзи, һуңланы...
Зөһрә. Ә уның бөтөнләй ҡайтмауы ла ихтимал әле. Унан көтөргә була... (Музыка ебәрә лә, ярым-шәрә ҡалҡыу күкрәктәрен уйнатып, Сәлимгә табан атлай.) һеҙ яратҡан музыка!..
Бейергә төшәләр. Гөлниса һаман үҙенекен итә: закускалар сығарған булып, Зөһрә менән Сәлимдең парлашып бейегәнен ҡарап тора. Музыка тактына үҙе лә аяҡтарын ҡуҙғат-
ҡылап ҡуя.
Зөһрә (Гөлнисага уҫалҡараш ташлап ала. Гөлниса тиҙ генә сыгып китә). Бына ошо моңдар аҫтында ҡайҙалыр алыҫҡа, алыҫҡа китәһе килә...
Сәлим. Ә мин музыка уйнағанда үткәндәрҙе хәтерләргә яратам.
Зөһрә. Сәлим, һеҙ бер ҙә өйләнмәнегеҙме ни? Сәлим. Ундай бәхеттең миңә тәтегәне юҡ әле. Зөһрә. Яратҡан ҡыҙығыҙ булғандыр бит?
Сәлим. Бар ине лә, көтмәне, кейәүгә сыҡты.
Зөһрә. Минеңсә, ул ҡыҙ хәҙер бик үкенә торғандыр? Сәлим. Әллә инде...
Зөһрә (кисерештәргә бирелеп).
24
Нисә йылдар әйләнем һине мин,
Ер шарыныц үттем яртыһын.
Мен, тарафка төбәп күҙҙәремде,
Йөрәгемдец көттөм яртыһын...
С ә л и м. Ә таптығыҙмы һуң?
Зөһрә (көлөп). Таптым, Сәлим, таптым...
Т ағы ла Гөлниса инә.
Әсәй, бар әле сығып йөрөп кер, кейәүеңде ҡаршыла. Гөлниса. Аңланым, ҡыҙым, аңланым... (Сыга.)
Зөһрә ҙур оҫталыҡ менән тиҙ генә иңбаштарын шәрә ҡалдыра.
Сәлим (ни эшләргә лә белмәйенсә). Зөһрә, һеҙ мине бөтөнләй аяҡтан йығырға теләйһегеҙме?
Зөһрә (уйнаҡлап). Теләйем шул, теләйем!..
Сәлим. Зөһрә, шашма!
Зөһрә. Шашам шул, шашам! Хоҙай Тәғәлә һине миңә үҙе ебәргән! Бөгөн һин дә бик, бик бәхетлеһең, мин дә бик, бик бәхетле! Шулаймы, Сәлим? Шулай шул! Шулай! И йәшәгем килә, йәшәгем! һөйөләһем килә, һөйәһем! Сәлим, һин мине лә тилертәһең, Зөһрә!
Зөһрә. Тилер, тим шул, тилер, Сәлим йәнем!
Сәлим (айнып киткәндәй). Юҡ, юҡ... Иҫерҙем мин, иҫерҙем... ( Зөһрәнән ситкәрәк китә.)
Зөһрә. Сәлим, мин ҡурҡаҡтарҙы яратмайым!
Сәлим. Кем? Минме ҡурҡаҡ?
Зөһрә. Эйе, эйе, һин ҡурҡаҡ, Сәлим! Бөркөт түгел, ҡурҡаҡ! (Вазанан алма алып, у га ыргыта.)
Сәлим. Иблис һин, Зөһрә! (Ҡапыл уга ташлана, күтәреп ала ла эске бүлмәгә алып кереп китә.)
Музыка көсәйә. Бөтә тирә-яҡ көслө музыка менән тула. Ашығып Гөлниса инә, табын янында бер кем дә юҡлығына аптырап ҡарап тора ла нимә эшләргә лә белмәйенсә яңынан сығып китә. Бер аҙҙан иҙеүҙәре ысҡындырылған шат Сәлим килеп инә. Бер яҡ салбар кеҫәһенән галстугы күренеп тора. Өҫтәл янына килеп, рәхәтләнеп ашарға тотона. Рюмкаға һалып коньяк эсеп ала. Бөгөн унан да бәхетлерәк кеше юҡтыр, моғайын, был яҡты донъяла. Оҙаҡламай 3 ө һ р ә лә күренә. Ул
халаттан ғына.
25
Сәлим. Беҙ һинең менән аҙыраҡ шаштыҡ. Шуның менән шаярыу бөттө!
Зөһрә. Нисек шаярыу бөттө? Ә кем шаярҙы?
Сәлим. Уйын тамам, Зөһрә!
Зөһрә. Нимә? һин минең менән уйнаның ғынамы
ни?
Сәлим, һин дә минең менән...
Зөһрә. Мин һиңә ғашиҡ булдым, алйот! Мин һине яратам! Ишетәһеңме?
Сәлим. Юҡ, юҡ, башҡаса бындай хәл булмаясаҡ.
Зөһрә. Бына нисек! Ут менән шаярма, Сәлим!..
Сәлим. Әйттем бит мин һиңә, уйын тамам тип! Башҡаса был хәл ҡабатланмаясаҡ!..
Зөһрә (уга сабып ебәрергә ынтылып). Ә, һин шулаймы ни әле?..
Сәлим (' ҡулынан эләктереп алып), һин нимә, Зөһрә?..
Гөлниса инә.
Г өлниса. Ҡунаҡ кешегә оят кәрәк аҙыраҡ. Был ни ҡыланыуығыҙ? Ундай ғәҙәтегеҙ булһа, ҡабат килеп йөрөмәгеҙ! Тряпка!..
Сәлим. Ғәфү итегеҙ! ( Сыгып китә.)
Гөлниса ( уныц артынан). Игелекһеҙ!.. {Зөһрәгә.) һин нимә ебеп төштөң? Тор! Кейәү ҡайтып керһә, ни тип яуап бирерһең?
Зөһрә. Кейәүең үҙеңә булһын!
Г өлниса. Нимә Һөйләйһең һин, аҡылһыҙ?
Зөһрә {һикереп тора), һин харап иттең мине, һин эйәләштерҙең Фэйзиҙе! һин саҡырҙың уны ҡунаҡҡа! һин йәйҙең беҙгә йомшаҡ түшәгеңде!
Г өлниса. Бына, ит яҡшылыҡ, көт яманлыҡ. Шундай ир табып биргәнгә рәхмәт әйт һин миңә.
Зөһрә {асыу менән). Рәхмәт, рәхмәт!..
Гөлниса. Ни етмәгән һиңә, әйт әле. Бындай рәхәт тормош мулланың алтынсы ҡатынына ла тәтемәгән. Беҙгә ҡыҙыҡмаған кеше юҡ. Беҙ урамдан үткәндә, кешеләр беҙҙе күрергә тип, өйҙәренән йүгереп сығалар. Театр килһә, театрҙа кешеләр артистарға түгел, беҙгә ҡарап ултыралар.
Зөһрә. Яратмайым мин уны, аңлайһыңмы?
26
Гөлниса. Яратмаһаң, яратырһың, һин әле йәшһең, утыҙға еткәс аңларһың...
Зөһрә. Минән ун дүрт йәшкә оло бит ул.
Г ө л н и с а. Булһын, бик һәйбәт, һин йәш иргә ҡыҙыҡма. Йәш ир матур була, кеҫәһе таҡыр була. һин минән һора. Әсәйеңдең йәш ир менән дә, ҡарт ир менән дә тороп ҡарағаны булды. Йәш ирҙәрҙең үҙҙәрен иркәләргә кәрәк. Ә Фәйзи һине ус төбөндә генә йөрөтә. Ана, Фәйзи ҡайтты! Өҫтөңдө рәтлә!
Фәйзи көсләп тиерлек ҡарышҡан Сәлимде алып инә.
Фәйзи. Юҡ, юҡ, Сәлим дуҫ, бер ҡайҙа ла китмәйһең!
Гөлниса. Кейәү, ниңә бик оҙаҡ?
Фәйзи. Ғәфү, эш, эш! Ҡотлайым, Зөһрә! (Уга манто кейҙерә.) Ҡәҙерлем, әллә оҙаҡ торҙоммо? Ә сәғәт нисә? Оһо!., һеҙ әллә йоҡларға йыйынып бөткәнһегеҙ инде?
Гөлниса. Әйҙә, ултырышығыҙ!
Фәйзи ( Сәлим менән Зөһрәгә игтибар итеп), һеҙ нимә? Әллә мин юҡта арағыҙҙан ҡара бесәй үттеме?
Гөлниса. М-м... беҙ айный башланыҡ, Фәйзи кейәү...
Фәйзи. Ә-ә, шулаймы? Айный башланығыҙмы? Хәҙер, хәҙер, дуҫтарым! ( Рюмкаларга коньяккоя.) Йә әле, күтәрегеҙ! Мин был бокалды яратҡан ҡатыным һаулығына эсергә тәҡдим итәм!..
3 ө һ р ә. Ә мин эсмәйем!..
Фәйзи. Эсмәйһең? Зөһрә, һин нимә?
Зөһрә. Бынан ары мин ир-аттың бер генә һүҙенә лә ышанмайым, шуның өсөн эсмәйем дә...
Фәйзи. Аңламаным?
Сәлим. Фәйзи, Зөһрә ханым ниҙер әйтергә теләй...
Зөһрә (уга). Бәлки, һеҙ үҙегеҙ әйтерһегеҙ, Сәлим әфәнде?
Сәлим. Улайһа, һеҙҙең һаулыҡҡа, Зөһрә ханым! (Эсә.)
Зөһрә музыка ҡуя һәм шунда уҡ йырлай-йырлай ҡотороп бейергә тотона. Бөтәһе лә аптырап уға ҡарап тора.
Фәйзи. Зөһрә, һинең һаулыҡҡа! (Эсә.)
Зөһрә. һин юҡта, Фәйзи, бынауы элегантный егет... (Сәлимгә күрһәтеп.) Эйе, эйе, бынауы элегантный егет һинең һылыу ҡатыныңа ҡул һалды...
27
Фәйзи. Ҡул һалды? ( Ысынга алмайынса.) Сәлим, һин ҡул һалдыңмы ни минең һылыу ҡатыныма? Әйҙәгеҙ әле, шуның өсөн тағы ла берҙе...
Зөһрә. Тәүҙә ул мине иҫерткәнсе эсерҙе, унан ҡосаҡлап үпте, унан шәп-шәрә ҡалдырғансы сисендерҙе, унан...
Фәйзи. Дауам ит!
3 ө һ р ә. Ә мин уның яңағына салт берҙе!..
Сәлим (ни тип әйтергә лә белмәйенсә). Фәйзи, был беләһеңме кем?
Фәйзи. Кем?
Зөһрә йүгереп сығып китә.
Шаршау
Дүртенсе картина
Рәйсәләр фатиры. Ғәйшә менән Хәлим бала йыуындыралар.
Ғәйшә. Бына шулай , бына шулай... Ҙур үҫ, бәпесем, ҙур үҫ, ҡыҙым!
Был ваҡытта Хәлим, ҡасан баланы йыуындырып бөтөрбөҙ ҙә, ҡасан сығып китермен икән, тигәндәй, гел генә ишеккә ҡарап
тора.
Хәлим. Тағы ҡояйыммы, Ғәйшә?
Ғәйшә. Ҡой, ҡой, атаһы! Бына шулай...
Ғәйшә баланы төрөп, үҙ бүлмәләренә алып сыға, Хәл и м тиҙ генә гармунын алып, сығып китергә самалай, ләкин өлгөрә алмай ҡала, Ғәйшә килеп инә.
Хәлим (ни тип әйтергә лә белмәйенсә). Гармун уйнау ул, Ғәйшәкәйем, яҡшы атай булырға һис тә ҡамасауламай...
Ғәйшә. Хәҙер гармун уйнауыңды мин үҙем дә бик яратам. Әйҙә, уйна, уйна, Хәлим!
Хәлим. Яратаһыңмы?
Ғәйшә. Үлеп яратам!.. (Иркенләп креслога барып ултыра, теҙен теҙенә ҡуйып, йырларга әҙерләнә.)
28
Айырылмагыу, айырылмагыҙ,
Булһа ла сәбәптәре...
Хәлим. Уйнайыммы һуң?
Ғәйшә. Бәй, уйна тип торам да баһа! Әйҙә, һыҙҙыр!
Эске бүлмәнән бала илаған тауыш ишетелә.
Хәлим. Ана, Ғәлиә һыҙҙыра башланы инде унда. Ғәйшә, һине һағынған ул, ана ишетәһеңме, «Атай! Атай!» тип ҡысҡыра. Бар инде, бар!..
Хәлим ризаһыҙлыҡ белдереп, бала янына инеп китә һәм шунда уҡ уның: «Ғәйшә, Ғәйшә, тим, был бит «Әсәй! Әсәй!» тип илай» тигән тауышы ишетелә.
Ғәйшә. Юҡ, юҡ, «Атай!» ти ул.
Рәйсә инә. Ул бик йонсоу. Олоғая төшкән. Өҫтөн һалып түргә уҙа. Хәлимдең бала тирбәткәнен ишетеп йылмая.
И, Рәйсә апай, оҙаҡланың һин. Ваҡыт бик һуң бит инде. Ашағың киләме?
Рәйсә. Рәхмәт, ашханала тамаҡ ялғаным мин. ( Йылмайып .) Тирбәтәме?
Ғәйшә {көлөп). Тирбәтә...
Р ә й с ә. Ул Ғәлиәне әллә ҡулынан да төшөрмәй инде? Ғәйшә. Ярата, һинең арҡаңда инде, Рәйсә апай, һиңә рәхмәт!
Рәйсә, һеҙҙе мин түгел, ә мөхәббәт татыулаштырҙы, иркәм, мөхәббәт булмаһа... Кем белә, бәлки, һеҙҙән дә татыу тороусы булмаҫ әле. Ҙур мөхәббәт оҙаҡлап тыуа, тыуғас, үлмәй, үҫә, донъяға киң һулыш менән сыға ул, иркәм. Бына беҙҙең мөхәббәтебеҙ бер яҡлы ғына булып сыҡты.
Хәлим баланы алып сыға.
Хәлим. Ғәйшә! Ғәйшә! {Рәйсәне күреп.) Хәйерле кис, Рәйсә апай!
Рәйсә. Ни хәл, Хәлим! Нисек, бала ҡарап буламы һуң?
29
Хәлим. Бик шәп специальность икән был, Рәйсә апай.
Рәйсә. Ә һин, ирек юҡ, тиһең... Бына, ҡара рәхәтләнеп. (Көләләр.) Бир әле баланы миңә.
Хәлим (баланы Рәйсәгә биреп). Ҡайһыбыҙға оҡшаған, Рәйсә апай?
Рәйсә ( баланы һөйөп). Ҡойоп ҡуйған атаһы инде. Йомро башлы.
Ғәйшә (Хәлимдән көлөп). Шулай тиһәң, ауыҙы ҡолағына етә инде.
Хәлим. Ысынлап та йомро башлымы? Эйе, минең баш йомро шул, Рәйсә апай. Значит, ул — минең бала!..
Рәйсә (көлөп), һеҙ ирҙәр барығыҙ ҙа бер сыбыҡтан ҡыуылған халыҡ икәнһегеҙ...
Ғәйшә. Бер сыбыҡтан ҡыуылған, бер сыбыҡтан...
Хәлим. Юҡ, мин былай ғына... Аҙ ғына шик була инде ул, Рәйсә апай. Ни өсөн тигәндә, командировкаларға йөрөлә. Күршелә генә ятаҡ, унда биш йөҙ айғыр кеүек егеттәр! Ҡурҡырһың да шул!
Рәйсә. Иманһыҙ...
Хәлим. Шаярам. Әлбиттә, үҙемдең ижад, кешенеке түгел. Их, былай булғас, тағы ла бер малай табып , ауыҙҙарын япмай булмаҫ.
Рәйсә. Кемдәрҙең?
Хәлим. Бөтэһенекен дә. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, ну мыҫҡыл иттеләр ҙә ин^е, Рәйсә апай. Йәнәһе, мин брак эшләп сығарғанмын. Йәнәһе, ер йөҙөндә нәҫелем ҡалмай. Йәнәһе, мин бөтөнләй Хәлим Хужин түгел, ә Хәлимә Хужи- на...
Рәйсә. Эйе, былай булғас, бер малай тапмай хәлегеҙ юҡ, Хәлим.
Хәлим. Табабыҙ уны, Рәйсә апай, обязательно табабыҙ! Рәйсә апай, гармун уйнаһам, ҡаршы килмәҫһегеҙме?
Рәйсә. Әйҙә, уйна әле!
Хәлим. Хәҙер. Ҡайҙа әле гармун? (Гармунды Ғәйшә йәшерептсуйгайны. Эҙләй. Тапкас, Ғәйшәгә.) Ну һине... Ниндәй көй уйнайым, Рәйсә апай?
Рәйсә. Үҙең яратҡанды.
Хәлим «Рәйсә» көйөн уйнай. Тирә-яҡҡа әкрен генә моң тарала. Рәйсә әллә йоҡомһорай, әллә күҙҙәрен йомоп, үҙенең йәшлек моңдарын тыңлай. Ғәйшә менән Хәлим уны йоҡлай тип уйлап,
30
әкрен генә балаларын үҙ бүлмәләренә алып кереп китәләр. Хәлим әкрен генә уйнауын дауам итә. Рәйсә бүлмәлә бер үҙе генә тороп ҡала. Тышта ямғыр яуғаны ишетелә.
Рәйсә (күҙҙәрен асып). Ямғыр яуа... Фәйзи киткән көндө лә ямғыр яуа ине... Өйгә ҡайтып индемме, Фәйзиҙе уйлайым. Күҙ алдыма килә лә баҫа. (Тәрән кисерештәргә бирелеп, тиҙ генә һөйләй башлай.) Нисек булды һуң, әле был?.. ( Яҙыу өҫтәленец тартмаларын аҡтара.) Ниндәй матур хаттар яҙғайны бит ул! (Хаттар ҡарай башлай.) Бына... (Уҡый.) «...Рәйсәм, бергенәм!..» (Икенсе хатты уҡый.) «...Рәйсәм, күҙ нурым!..» (Өсөнсө хатты уҡый.) «...Рәйсәм, бөтә донъяны матурлап яҙ килә. Беҙҙә умырзаялар сәскә ата башлағандыр инде. Умырзая яҙҙың беренсе сәскәһе булған кеүек, һин дә минең мөхәббәтемдең, йәшлегемдең тәүге сәскәһе булдың! Умырзая ғүмере ҡыҫҡа була, тиҙәр, ләкин беҙҙең мөхәббәтебеҙ мәңгелек! Сөнки һин минең бергенәм, Рәйсә!..» (Ул хаттарга күмелеп, уйга ҡала, үҙе яҡында гына яцгыраган моц- дарҙы ла тыцлай кеүек. Башын өҫтәлгә һалып, күҙҙәрен йома.) Нисек арығанмын... Башымды Фәйзиҙең ҡулына һалып, шатлыҡ менән йоҡлап киткән минуттарым ҡайҙа булды икән?.. Ул, янымда ғына йоҡлап ятҡан еренән уянып, мине ҡосаҡлаһа, беҙ бер-беребеҙ өсөн генә тыуғанбыҙҙыр кеүек тойола ине миңә... (Йоҡомһорай.)
«Рәйсә» көйө яңғырай. Фәйзи инә. Ҡулында төргәк. Улда бик йонсоу. Ҡырынмаған. Әкрен генә атлап, түргә уҙа. Эске яҡтан төшкән ут яҡтыһына бара. Унда йоҡомһорап ултырған Рәйсә н е күреп, һүҙһеҙ генә уға ҡарап тора. Ҡулындағы төргәген
өҫтәлгә ҡуя.
Рәйсә (тертләп уяна). Кем был?
Фәйзи. Мин, Рәйсә...
Рәйсә. Фәйзи?.. Шулай һуңлап ни эшләп килеп сыҡтың һуң әле?
Фәйзи. Ғәфү ит, Рәйсә. Иртәрәк килергә ғәрләндем.
Рәйсә керпек тә ҡаҡмай уға ҡарап тора.
Көн яҡтыһынан, кешеләрҙән оялдым...
Рәйсә (үҙ алдына). Нимә был, әллә төш күрәмме?
31
Фәйзи, һағынам, Рәйсә, һине һағынам, Фирҙәүесте һағынам. (Пауза.) Иртәгә Фирҙәүестең тыуған көнө бит. Күргем килгәйне...
Рәйсә. Ул йоҡлай. (Пауза.) Ябыҡҡанһың, Фәйзи.
Фәйзи. Барҙыр инде... Бына өс көн инде ашағаным да, йоҡлағаным да юҡ.
Рәйсә. Бәлки, ашарһың?
Фәйзи. Рәхмәт.
Рәйсә. Былай һуңлап йөрөмәҫ инең, Фәйзи... Мин, бөтөнләй килмә, тимәйем. Беҙҙең уртаҡ балабыҙ бар бит. һин уны күрергә хаҡлыһың. Ләкин көндөҙ кил. Мин өйҙә юҡ саҡта булһа, бигерәк тә яҡшы. Юҡһа ғәйбәт китер, йәш ҡатыныңа еткерерҙәр, беребеҙгә лә яҡшы булмаҫ.
Фәйзи. Өс көн инде унда ҡайтҡаным юҡ.
Рәйсә. Ҡайҙа йөрөйһөң?
Фәйзи. Эштән сығам да иҫке, таныш өйгә юл тотам. Тәүҙә бик ҡыйыу булам, ә килеп еткәс, ишек ҡыңғырауын шылтыратырға ҡыйыулығым етмәйенсә, кире китәм. Тағы киләм, тағы китәм. Шулай йөрөй торғас, ярты төн еткән була. Унан промыслаға китәм. Юрамал йәйәү барам, арыр өсөн. Бына бөгөн инде батырсылыҡ иттем. (Пауза.)
Рәйсә. Фәйзи, минең күҙҙәремә тура ҡара әле.
Фәйзи уға ҡарап тора.
һин, нимә, кире ҡайтмаҡсы булаһыңмы?
Фәйзи (күҙҙәрен унан алмайынса.) Эйе.
Рәйсә. Рәхәттер ул ике ҡатын менән йәшәүе. Береһенән биҙҙеңме, икенсеһенә... Уныһын ан туйғас, тағы беренсеһенә... Эх, Фәйзи, Фәйзи!.. Былай ҡатын-ҡыҙ яҙмышы менән уйнағансы...
Фәйзи. Әйтеп бөтөр, Рәйсә!
Рәйсә. Нимә әйтәйем инде?.. Ҡыҙғаныс кеше һин, Фәйзи.
Фәйзи. Эх, Рәйсә!.. Был көндәрҙә күп ғазапландым мин , үткән ғүмеремде, булған ваҡиғаларҙы ҡат-ҡат уйлап күҙ алдынан үткәрҙем. Беҙ һинең менән ун өс йыл ғүмер иттек. Тырышып ғаилә төҙөнөк... Бала үҫтерҙек. Уйламаған бер хата аҙым... һәм бөтәһе лә селпәрәмә килде.
Р ә й с ә. Ә кем ғәйепле һуң?
Фәйзи. Мин, Рәйсә...
Рәйсә. Шунан?
32
Фәйзи. Рәйсә, әйҙә асыҡтан-асыҡ һөйләшәйек. Мин йәшлеккә, тышҡы матурлыҡҡа алдандым. Ә ир уртаһы кеше өсөн ул бик аҙ нәмәне аңлата икән... Ә һин миңә яҡшы ҡатын да, тоғро иптәш тә һәм яҡын дуҫ та инең. Ләкин мин быларҙың бөтәһен дә һинән киткәс кенә аңланым шул.
Рәйсә. Ошо үкенеүең буламы ни инде?
Фәйзи. Бөтәһе лә бергә — үкенеүем дә, ғәфү үтенеүем дә.
Рәйсә, «юҡ-юҡ» тигәндәй, башын һелкеп тора.
Яҡшы саҡтарым да булғандыр бит, Рәйсә.
Рәйсә. Ниңә уларҙы иҫкә алырға инде? Күҙ йәштәре аша яҡшыһы ла, насары ла бер төҫлө күренә бит ул.
Фәйзи. Ниндәй генә яра ла төҙәлә бит...
Рәйсә. Ләкин барыбер эҙе ҡала...
Фәйзи. Рәйсә, ниңә һин шулай тыныс?.. Исмаһам, мине әрләр инең...
Рәйсә. Тыныс тиһеңме?., һин мине әллә йәнһеҙ бер статуя тип беләһеңме? Улайһа, әйтәйем инде, Фәйзи. Ох, ул көндәр!.. Юҡ, хәҙер уларҙы хәтерләге лә килмәй... һинең артыңдан ишек ябылғас ҡына, мин үҙемдең ниндәй ауыр хәлдә ҡалыуымды аңланым, һин минән биҙҙең, ярай, яҙмышым шундай булғандыр. Мин түҙә беләм, мин үҙ яҙмышыма күнегеп барам инде... Ә бала? Шуны балаға нисек аңлатыуымды белһәң ине һин! Иң ауыры шул булды: һинең турала һораһа, балаға нисек яуап бирермен, тип бик оҙаҡ өйгә ҡайтып керергә ҡурҡып йөрөнөм. Ә шулай ҙа ҡайттым. Атайың алыҫҡа командировкаға китте, тип алданым. Ә һин белһәң ине, әсә өсөн баланы алдауҙан да ҡыйыныраҡ нимә бар икән? Сабый, тәҙрәнән күҙҙәрен алмайынса, һине көттө. Ҡыңғырау шылтыраған һайын, ишеккә йүгереп бара ине. Уны күпме алдап йөрөтөргә мөмкин һуң! Йөрәкте әрнетеп булһа ла дөрөҫөн әйтергә тура килде. Шул көндө сабый беренсе тапҡыр уйнарға сыҡманы, беренсе тапҡыр арифметиканан «икеле» билдәһе алып ҡайтты... һуңыраҡ һин беҙгә кем артынандыр, конвертҡа һалып, биш йөҙ мең һум аҡса ебәрҙең. (Комод тартмаһынан конвертта һалынган ссксалар ала.) Бына улар, биш йөҙ мең һум! Был һинең үҙ балаңа, ғаиләңә биргән хаҡ! Матур йәшлегебеҙ, мөхәббәт, икәү
2- 1.0129.11
33
бергә үткәргән йылдар, ғаилә шатлығы урынына бер пачка аҡса... Юҡ, быларҙы онотоуы мөмкин түгел!
Фәйзи. Бөтә йәнемде әрнетеп һөйләйһең, Рәйсә. Үтә ауыр миңә хәҙер...
Рәйсә. Мин һине бер ҡасан да шулай еңел генә сығып китерһең, тип уйламағайным, Фәйзи. Нисек сығып киткән булһаң, әле лә шулай еңел генә ҡайтып керҙең һин. (Пауза.) Ваҡыт һуң инде, Фәйзи, бар, ғаиләңә ҡайт.
Фәйзи. Ғаиләмә? ( Ауыр тынлыҡ.) Ғәфү ит, Рәйсә! ( Сыга .)
Рәйсә (Фәйзиҡалдырып киткән төргәкте күреп). Был нимә? ( һүтеп ҡарай. Матур шкатулка. Записка табыла. Уҡый.) «Фирҙәүес ҡыҙыма, тыуған көнө менән ҡотлап, үҙемдең ижадым». ( Шкатулканыц тимер сыбыгын тартыпҡарай. Ул матур көй уйнай.)
Шул ваҡыт йоҡо бүлмәһенән Фирҙәүес уянып сыға.
Фирҙәүес. Әсәй! ( Уның алдына барып ултыра. Шкатулканы күреп.) Әсәй, был нимә?
Рәйсә. Атайыңдың бүләге, ҡыҙым.
Фирҙәүес. Ниндәй матур уйнай!
Рәйсә. Тыңла, ҡыҙым, тыңла, был атайың менән әсәйеңдең йәшлек моңдары ине... ( Бөтә сәхнә моң менән тула.)
Шаршау
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Достарыңызбен бөлісу: