Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ



бет12/27
Дата17.06.2016
өлшемі2.08 Mb.
#142946
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   27
йөҙө үҙгәрә, йәғни йыһан үҙгәрештәр кисерә (!). Был турала Айһылыу үҙенең улына бына нимә ти:

Ҡараңғы төн яҡтыртҡан Айҙан тыуған бала инем,

Әсәм һөйгән дана инем;

Шүлгәнде кейәү иткәнгә Әсәм бер йөҙ ҡапланы:

Ҡайғы баҫты йөҙөнө,

Миңдәр баҫты битене.

Көндә йөҙө үҙгәрә,

Нуры кәмеп, хурлана;

Элек көндәш булһа ла,

Ҡояштан ул нурлана (49, 114).

155


(Ҡобайырҙа Ҡояш та — антропоморф образ, Самрауҙың ҡатыны. Ҡыҙҙары — һомай.)

Айға бәйле башҡорт хикәйәләре араһында һирәк осраған һәм шуға ла иғтибарҙы айырыуса йәлеп иткән бер сюжет бар: ул —Айҙың үҙенең нисек барлыҡҡа килеүе хаҡындағы мифологик легенда (42, 31). Уның нигеҙендә күк йөҙөндәге бер нисә Ҡояш тураһындағы архаик мотив ята. Ике ҡояштың өҙлөкһөҙ яҡтыртыуынан ыҙа сиккән кешеләрҙең хәлен еңелләштереү ниәтендә, Урал исемле батырҙың күк йөҙөндәге ике ҡояштың береһенә уҡ атып, уны уртаға ярыуы, шул ярсыҡтың береһенең айға, икенсеһенең — ергә килеп төшкәненең — тауға әйләнеүе; бер ҡояш ҡалғас, кешеләрҙә төнөн йоҡлау, көнөн эшләү ғәҙәте барлыҡҡа килеүе — хикәйәнең төп йөкмәткеһе шуларҙан ғибәрәт. Башҡорт ми- фындағы һуңғы дәүерҙәргә ҡараған ҡайһы бер деталдәр (бай, уның мәргән уҡсыларҙы майҙанға саҡырыуы) хикәйәнең архаик мотивтарын томалай алмай: «Йыһандағы буталсыҡлыҡ (хаос), уны тәртипкә килтерергә көсө еткән культур герой тураһындағы ҡараштар унда ярайһы уҡ асыҡ сағылған. Дөрөҫ, легендала ҡояш һынлы ҡояшты атып төшә- рөрлөк батырҙың образына артыҡ баҫым яһау юҡ: башта ул хатта майҙанға мәргәнлеген һынарға килгән ҡәҙимге батырҙарҙың береһе һымағыраҡ ҡына телгә алына. Әммә уның көсөнөң, мәргәнлегенең һөҙөмтәһенә ҡарап (осоп барған уғы тауышына тирә-яҡтың зыңлап, шаулап китеүе, тауҙарҙың емерелеүе, йылғаларҙың ағышынан туҡтауы), культур герой һыҙаттарын, алыптарға хас булған эштәрҙе күрмәү мөмкин түгел. (Дини яҙмаларҙа бер нисә ҡояш мотивы ахырызаманға алып килеүсе йыһан янғыны итеп аңлатыла.)

Артыҡ ҡояштарҙың мәргән уҡсы тарафынан атып төшө- рөлөүе тураһындағы миф миләдигә тиклем үк яҙылған боронғо ҡытай сығанаҡтарында теркәлеп ҡалған (332, 139—144, 309). Хәҙерге заман тикшеренеүселәренең хеҙмәттәренә ҡарағанда (243, 404), был сюжет айырыуса Көнсығыш, Үҙәк, Көньяҡ-Көнсығыш, Көньяҡ Азия халыҡтарының ижадында тотороҡло урын алған, шул уҡ ваҡытта уның таралыу арауығы Азия менән генә сикләнмәгәнлеге лә күренә. Төньяҡ Америкала йәшәгән индеец ҡәбиләләре араһында артыҡ ҡояштарҙы һәм айҙарҙы юҡ итеүсе Койот тураһында

156




мифологик легендалар бар. Шул уҡ ҡитғалағы ҡайһы бер ҡояш мифтары (атап әйткәндә, бильпулалар хикәйәләре) боронғо гректарҙың Фаэтон хаҡындағы мифтары менән ауаздаш (108, 21).

Ҡояш һәм ай тураһындағы мифологик легендалар төрлө версия, төрлө варианттарҙа йөрөһәләр ҙә, нигеҙҙәрендә бик боронғо уртаҡ ҡараштар ятҡанлыҡтан, төп идеяһы, йүнәлештәре яғынан бер-береһенә ифрат яҡын торалар. Урал батырҙың артыҡ ҡояшты атып төшөрөүе, ҡояш ярсығынан ай яралыуы хаҡындағы мифологик легенда ла үҙенең үҙәк мотивы менән башҡа халыҡтарҙың мифтары юҫығында булып, архаик ҡараштарҙы һаҡлаған ғәйәт әһәмиәтле сюжеттарҙың береһе. Оҡшаш йәки ауаздаш мотивлы легендаларҙың барыһына ла туҡталып тормаҫтан, асыҡлыҡ әсән бер-ике генә миҫал әйтеп үтәйек. Ул —Амур буйында йәшәгән нанайҙарҙың өс ҡояштың икеһен атып һүндергән Хадо, Тайвань цоу- ҙарының ике ҡояштың береһен юҡ иткән Оадзымы исемле мәргән уҡсылары тураһындағы мифтар (332, 406; 108, 20—21). Ҡояштарҙың һаны, яраланған ҡояштан ай хасил булыуын хәбәрләүҙәре менән был сюжеттар башҡорт материалына яҡын (ҡытай, монгол мифтарында ҡояштарҙың һаны —ун, ун ике. Ҡытай тексында яраланған ҡояштан ай барлыҡҡа килеү мотивы иһә бөтөнләй күҙәтелмәй) (243, 405—406). Үҙенсәлек персонаждарҙың ҡиәфәтендә лә сағыла: Оадзымы, мәргән уҡсы И ҡош һыҙатын йөрөтөүсе, ҡоштар донъяһы менән бәйле образдар. Легендалағы Урал батырҙа бындай бәйләнеш юҡ, әммә эпоста алыҫлашҡан яңғырашта булһа ла, ул бар: Урал батырҙың һөйөклө ҡатыны һомай —аҡҡош сүрәтендә лә, сибәр ҡыҙ ҡиәфәтендә лә күренә торған мөғжизәле образ. Ике әҫәр геройы булараҡ сығыш яһаһалар ҙа, ҡобайыр һәм легенда геройҙарының (Урал исемле батырҙың) эшмәкәрлеге бер типта — ҡоролоҡтан, эҫенән яфаланған кешеләрҙе афәттән ҡотҡарыу, тәбиғәтте үлемһеҙ итеү.

Артыҡ ҡояштар һәм уларҙы атып төшөрөү, яраланған ҡояштың айға әйләнеүе тураһындағы архаик сюжеттарҙың тәү башлап барлыҡҡа килеү урынын күрһәтеү, ул хаҡта ҡәтғи фекер йөрөтөү еңел түгел. Шулай ҙа был тәңгәлдә иғтибарға лайыҡ фараздар бар. Ҡытай ғалимдарының уйлауынса, бер нисә ҡояш тураһындағы миф Тымыҡ океандағы

157




Шаньдунь ярымутрауында йәшәгән көнсығыш И ҡәбиләһе араһында яралған булырға тейеш (243, 407) (ҡытай легендаларында И —артыҡ ҡояштарҙы юҡ итеүсе мәргән уҡсы). Ҡытай мифологияһын өйрәнгән Б. Л. Рифтин мифтың тамырын шулай уҡ Тымыҡ океан буйы ҡәбиләләренә бәйләү яғында булып, аҙағыраҡ топ мотивтың, мифологеманың төньяҡҡа (Амур буйҙарына) һәм көньяҡҡа (Тайвань утрауына) таралыуын фараз ҡыла (243, 407). Башҡорт мифологияһын- дағы артыҡ ҡояштарҙы атып төшөрөүсе батыр мотивының ептәре лә, беҙҙеңсә, Үҙәк Азияға, шул иҫәптән Төньяҡ-Көн- байыш Ҡытай (төркиҙәрҙең ҡытайҙар менән ныҡ аралашҡан зонаһы) тарафтарына барып тоташа. Артабанғы тикшеренеүҙәр, бәлки, генетик, типологик оҡшашлыҡтар тураһында фекер йөрөтөргә мөмкинселек бирер, әммә уның өсөн артыҡ ҡояштар һәм айҙар хаҡындағы мифты белгән һәр халыҡтың материалы бергә тупланыуы, тулы текстарҙың, варианттарҙың булыуы фарыз13.

Йондоҙҙарҙың барлыҡҡа килеүен, йыһандағы хәрәкәтте төҫмөрләгән мифологик легендаларҙа шулай уҡ тәбиғәт менән кеше, Йыһан менән Ер тормошо араһындағы мөнәсәбәт үҙенсәлекле сағылыш таба. Айҙың ергә төшөүе, ер ҡыҙының күккә күтәрелеп, шунда йондоҙ булып ҡалыуы («Зөһрә йондоҙ») тәбиғәт кешеләштер елгән, ә йәмғиәт тәбиғәт- ләштерелгән (325, 33) дәүерҙәрҙең алыҫтағы бер яңғырашы булып ҡабул ителә. Йыһан менән ер, космик есемдәр менән кеше бәйләнеше 1968 йылда Башҡортостандың Ишембай районының Этҡол ауылында 83 йәшлек Сәлимә Абдул-

13 Артыҡ ҡояштарҙы атып төшөрөүсе мәргән уҡсылар хаҡындағы легенда рус фольклоры материалдары араһында күренмәй. Әммә славян донъяһына был архаик миф мотивтары ғилми яҙмалар (Г. Н. Потанин, В. П. Маргаритов), шағирҙар (Велимир Хлебников, Владимир Маяковский...) ижады аша килеп инә. 1913 йылда «Победа над солнцем» тигән опера ла яҙыла (А. Крученых).

Шуны ла әйтергә кәрәк. Ҡайһы бер халыҡтарҙың ижадында бер нисә ҡояш һәм айҙың барлыҡҡа килеүе хаҡында ла мифтар һаҡланған. Грузин мифтары буйынса, мәҫәлән, туғыҙ ҡояш менән туғыҙ айҙы кешеләрҙе дейеүҙәрҙән ҡотҡарыу ниәтендә Алла яралтҡан, һөҙөмтәлә — көндөҙгө эҫегә, төндәге һалҡынға түҙә алмайынса, әҙәм ашаусы дейеүҙәр ҡырылып бөтә яҙған, кешеләр күбәйеп киткән, йәнәһе. (Грузинские народные предания и легенды / Сост. Е. Б. Вирсаладзе. М.: Наука, 1973. С. 47-48.)

158




линанан яҙып алынған шиғри юлдарҙа тотош бер система рәүешендә сағыла:

Етегәндә — ете ҡыҙ,

Ай янында - Зөһрә ҡыҙ,

Таң янында — Сулпан ҡыҙ,

Ун ике йондоҙ —ун ике ҡыҙ,

Тимерғаҙыҡ — бер яңғыҙ (203, оп. 65, д. 4, ч. 2, л. 370).

Етегәндең күк көмбәҙендә сүмескә оҡшабыраҡ урынлашып, башҡа йондоҙҙарҙан айырылып тороуы тәбиғәтте нисек тә булһа аңларға тырышҡан боронғо кешенең иғтибарын тартып, уның барлыҡҡа килеү сәбәбен аңлатыу ихтыяжын тыуҙырған. Етегән йондоҙ —Алып сүмесе, Етегән —ете бүре, Етегән йондоҙ —ете ҡыҙ —башҡорт легендаларындағы ошо төп мотивтар һәм образдар буйынса уларҙың тарихи ерлеге, боронғолоғо ярайһы уҡ яҡшы тоҫмаллана. Һуңғы ике мо- тивты яҡтыртыуҙа йыһандағы хәрәкәтте символлаштырыусы поэтик деталдең тап «Айҙағы ике януар» легендаһындағыса һүрәтләнеүе иғтибарҙы тарта: Етегән —ете бүре Тимерғаҙыҡҡа бәйләнгән һарат менән Буҙатты, ете ҡыҙҙы дейеү баҫтыра —тота алмайҙар. Тимерғаҙыҡҡа бәйләнгән ат образы һәм «Етегән йондоҙ — ете ҡыҙ» мотивы башҡа төрки халыҡтарҙың (төрөкмән, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ һ. б.) космогоник легендаларында ла урын ала (31, 40-41; 304, 10; 101, 48; 329, 135).

«Етегән йондоҙ —Алып сүмесе» мотивы («Етегән йондоҙ») боронғо космогоник ҡараштарҙы үҙенсәлекле сағыл- дырыуы менән тегеләр енән айырыла. Борон, «ер ҡалаҡтай ғына, күк табаҡтай ғына» булып, «бөтә халыҡ бер ҡаҙандан ашаған» заманда, бер алп (ғәҙәттән тыш дәү батыр) тегеләрҙең сүмесен ҡулына алһа, бик еңел тойолғанға, һауаға сорғотҡан: сүмес «әйләнеп-әйләнеп осҡан да» күктә «йондоҙҙар араһына инеп боҫҡан...». Ныҡлабыраҡ уйлаһаң, бында мифик дәүер, архаик «ваҡиғалар» — донъя яралыу мотивы сағыла, уның Орхон яҙмаларындағы (VI—VIII б. б.) легендар мотивтар менән уртаҡлығы асыҡлана. Ул яҙмаларҙа: «Күктә Тәңре, түбәндә ҡара ер яралған саҡта, икеһенең

159




уртаһында кеше балаһы яралды», — тиелә (137, 120; 176, 28, 36). «Етегән йондоҙ» исемле башҡорт легендаһында ла асылда шул уҡ картина —күк, ер, кешеләр14.

Тимерғаҙыҡ йондоҙо башҡорттарҙа күк көмбәҙенең үҙәге тип иҫәпләнеп, элек-электән ориентир хеҙмәтен үтәгән. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ әсирлегенән ҡасып, тыуған иленә ҡайтып барған башҡорт кешеһенең аҙашмаҫ өсөн әленән-әле Тимерғаҙыҡҡа ҡарап барыуы халыҡ хикәйәләрендә йыш телгә алына («Ғәйшә» һ. б. — 55, 267).

Боронғо башҡорттар йондоҙҙарҙың һәр саҡ һауала то- роуының сәбәбен дә аңлатырға тырышҡандар. Уларҙың ышаныуҙары буйынса, йондоҙҙар күк көмбәҙенә йыуан сылбырҙар менән нығытылып ҡуйылған, имеш (157, 79).

Легенда һәм риүәйәттәрҙән күренеүенсә, элек һәр кешенең үҙ йондоҙо, бәхет йондоҙо була тигән ҡараш йәшәгән. «Ҡаҙаҡтар араһы» исемле риүәйәттә һүрәтләнгән эпизод — бының асыҡ миҫалы. Әсирлектән ҡасырға уйлаған башҡорт егете күрәҙәсе әбейгә килеп, түбәндәгесә мөрәжәғәт итә:

  • Инәй, иң тәүҙә һин миңә шуны әйт: Яйыҡ йылғаһы ҡайһы яҡта? Уға юлды нисек табырға? Унан һуң шуны әйт: минең бәхет йондоҙом асылғанмы, юҡмы? Асылмаһа, ҡасан асыла?

  • һинең бәхет йондоҙоң ҙур байрам көндә асыла. Шул көндә тәүәккәлләмәһәң, һуң булыр, —ти күрәҙәсе әбей (55, 86).

Легендаларҙа сағылған боронғо ышаныу халыҡ ижадының башҡа жанрҙарында ла күренә. Асыҡлыҡ өсөн бер ге-

14 Башҡорт легендаһына ауаздашлыҡ йәһәтенән Кавказда йәшәгән лактарҙың «Нарттар сүмесе» тигән хикәйәһе иғтибарҙы йәлеп итә. Табынға йыйылған баһадирҙарҙьщ бер ҙур сүместән әсеүҙәре, шул саҡ ҡайһы берҙәренең тәртипһеҙ ҡыланыуы, Аллаһы Тәғәләгә тел тейҙер еү- ҙәре арҡаһында сүмесһеҙ ҡалыуҙары һүрәтләнә унда (Халидова М. Р. Формы космогонических представлений и верований в повествовательном фольклоре народов Дагестана // Проблемы мифологии и верований народов Дагестана. Махачкала, 1988. С. 33). Тәү ҡарауға сюжеттар ни тиклем генә үҙенсәлекле күренмәһен, ике халыҡтың легендаһы үҙҙәренең топ мотивтары буйынса, (ә улар бик боронғо) бер-береһенә яҡын. Ул мотивтар: Етегән —алып, нарттар (дәү баһадирҙар) сүмесе, күмәк кешеләр ғәләмәт ҙур бер һауыттан файҙалана. Шуны ла әйтергә кәрәк: башҡорт легендаһында стадиаль яҡтан һуңыраҡ күренеш булған дини мотивтар күҙәтелмәй, хикәйә тотошлайы менән архаик мифтарға нигеҙләнгән.

160




нә куплет йыр өлгөһө килтерәйек. Уны Бәләбәй (хәҙерге Бишбүләк) районының Аҙнай ауылында Мөҙәрисөванан Мөхтәр Сәғитов яҙып алған:

Быйыл мин үлермен инде,

Үлһәм, күмерҙәр инде.

Үҙем үлһәм, артымдан уҡ

Йондоҙом һүнер инде (203, оп. 47, д. 1, л. 116).

Кешенең үҙ йондоҙо хаҡында йырҙар аҙ түгел, әммә килтерелгән өҙөк ышаныуҙы боронғо аныҡлығында, йәғни йондоҙҙар — ул кешеләрҙең йәне тигән боронғо ышаныуҙы, са- ғылдырыуы менән әһәмиәтле.

Ҡояштың барлыҡҡа килеүе тураһында легендалар һаҡланмаған, дөрөҫөрәге, беҙҙең ҡул аҫтындағы материалдар араһында күренмәй (бер нисә ҡояш тураһындағы сюжетта ҡояш этиологияһына ҡағылышлы мәғлүмәт юҡ), әммә заманында бындай хикәйәләрҙең халыҡ телендә йөрөгәнлеге шик тыуҙырмай, сөнки ҡояшҡа бәйле фрагментар мотивтар легенда-риүәйәттәр эсендә әле лә осрай. Мәҫәлән, Гәйнә ырыуы хаҡындағы легендаларҙа этногенетик мотив менән космогоник мотивтарҙың үрелеп барғанлығын күреп үттек. Ҡояштың ер аҫтындағы аждаһа ҡулында булыуы, Әйнә менән Гәйнәнең изгелекле болан ярҙамында уны яуыз көстән ҡотҡарып, күк көмбәҙенә сығарыуы — ҡояш хәрәкәтен, сы- ғыуын-байыуын символлаштырыусы этиологик мотивтың сағылышы ул. Был мотив бик күп халыҡтарҙың мифтары өсөн хас.

Ҡояш нурҙарынан ғоманлы булған ҡыҙ мотивы «Түңгәүер ҡәбиләһе» тигән риүәйәт (42, 122) һәм Сыңғыҙхан исеменә бәйле башҡорт риүәйәте («Бөрйәндәр хан замандарында»—55, 155—156) буйынса билдәле. Ул шулай уҡ төрки һәм монгол халыҡтары өсөн уртаҡ күренеш (224, 47—49). Башҡорт фольклоры өсөн уның ят бауыр булмауы әкиәттәр миҫалында һәм ҡатып ҡалған фразеологик берәмектәр, әйтемдәр менән дә раҫлана: «елгә еленләү, көнгә ҡолонлау», «боҙға быҙаулау» һ. б. Әлбиттә, хәҙер был идиоматик әйтемдәр күсмә мәғәнә алып китеп, кемгәлер кире мөнәсәбәт белдереү өсөн ҡулланыла, ә уларҙың тамырҙары,

161




сығанаҡтары боронғо ҡараштар ерлегенә барып тоташа. Оғуз ҡаған хаҡындағы легендалар шуны күрһәтә (67, 33 —43).

Нигеҙҙә, эпик ҡомартҡыларға таянып булһа кәрәк, ҡайһы бер яҙмаларҙа һыу ҡыҙы —Ҡояшты һынландырыусы образ тигән фекер үткәрелә (174, 368—385; 247, 315). Легендаларҙа һәм әкиәттәрҙә Ҡояш бер осраҡта ҡатын-ҡыҙ башланғысын һынландырһа (был хәл йола фольклорына ҡараған теләк һүҙҙәрендә сағыу күренә: «Ҡояш апай, кил, кил, һалҡын ағай, кит, кит!»), икенсе осраҡта ир-ат башланғысын сағылдыра (ҡояш нурҙарынан ғоманлы булыу мотивы шул хаҡта һөйләй). «Урал батыр» эпосында Ай менән Ҡояш —Күк батшаһы Самрауҙың ҡатындары. Бынан тыш, эпик ҡомартҡылар һәм әкиәттәрҙә Ҡояш — Аҡбуҙ толпар һ. б. образдар аша ла тоҫмаллана.

«Урал батыр» эпосында ҡояш тотолоуының сәбәбен аңлатҡан боронғо миф мотивы Әсә хәсрәте, Әсә хафаланыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән күренеш булараҡ һүрәтләнә:

Зәрҡум <...> Зәрҡум ҡыҙын ҡарпығас,

Ҙур бер балыҡ булған да, Күктә Ҡояш тотолған...

Янына барған һомайҙы (49, 105).

Шул урында ҡарпыған.

Күктең, Ҡояштың ни өсөн юғары булыуын да боронғолар үҙҙәренсә аңлатырға тырышҡан. Дәүләкән районының Көрмәнкәй ауылында Сөләймәнова Мөһөрбаныу Суфиян ҡыҙынан 1989 йылда беҙҙең тарафтан яҙып алынған бер ҡа- рыһүҙҙә күктең ерҙән алыҫлашыуы түбәндәгесә аңлатыла: «Элек күк тә, ҡояш та түбәнерәк булған. Бер ҡатын балаһының бысрағын йыраҡҡа илтеп түгергә иренеп, ситәнгә ҡыҫтырған. Күк менән Ҡояш ғәрләнеп, [нәҡ кешеләрсә! — Ф. Я.], юғарыға менеп киткәндәр». Бындай типтағы мифологик легендалар башҡа халыҡтарҙың ижадында ла осрай. Е. Б. Вирсаладзе, М. Р. Хәлидованың яҙмаларынан күренеүенсә, Кавказ халыҡтарының (грузин, авар, ҡумыҡ...) легендаларында күктең юғарыға күтәр ел еүенең сәбәбе шулай уҡ бер ҡатындың килешмәгән эше һөҙөмтәһендә тыуған хәл- күренеш рәүешендә аңлатыла. Балаһының бысрағын, ҡул аҫтында сепрәк булмағанлыҡтан, чурек, лаваш (йәймә) менән һөрткәне өсөн Аллалар асыуланып, күкте юғарыға кү

162




тәрә (грузин, авар фольклорында), ҡумыҡ мифында күк үҙе «асыуланып» ерҙән, кешеләрҙән алыҫлаша.

Тәбиғәтте, айырыуса күк йөҙөн, даими күҙәтеү нигеҙендә боронғо кеше күк көмбәҙендә һирәгерәк була торған күренештәрҙе лә (йондоҙ атылыу, «күк ҡабағы асылыу», ҡойроҡло йондоҙ) иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Был күренештәрҙең «ғәҙәти булмауы» тәүтормош кешеһенең күңеленә шом, хәүеф һалған. «Ҡойроҡло йондоҙ — афәткә», «Йондоҙ атылғанды күрһәң — кешегә өндәшмә» (57, 14) тигән ышаныу, тыйыуҙар, мәҫәлән, шуның асыҡ дәлиле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йондоҙ атылыуҙың сәбәбен, ҡойроҡло йондоҙҙоң барлыҡҡа килеүен аңлатҡан мифтар һаҡланмаған тиерлек. Шулай ҙа уларҙың эҙҙәрен фольклорҙың башҡа жанрҙары эсендә осратырға мөмкин. «Урал батыр» эпосында, мәҫәлән, йондоҙ атылыу күренешенең килеп сығышы боронғолар тарафынан тәүбабаларҙың үлеменә бәйләп аңлатылғанлығы күренә:

Урал батыр үлгән, ти. һомайға оран биргән, ти.

Халыҡ ултырып барыһы һомай ҡош тунын кейеп,

Башын түбән эйгән, ти; Шундуҡ осоп килгән, ти...

Күктән йондоҙ атылып, (49, 120).

Әйткәндәй, әле лә йондоҙ атылғанын күргәндә, ҡайһы бер оло кешеләр: «Ана, донъяла бер кеше үлде», — тиҙәр. Оҡшаш ышаныуҙар башҡа халыҡтарҙың борондан килгән ҡараштарында ла сағыла. Дағстанда йәшәгән халыҡтарҙың береһе —рутуалдәр, мәҫәлән, йондоҙ атылғанда «кемдер үлер» тиҙәр икән (М. Р. Хәлидова), йәғни бында йондоҙ хәрәкәте үлем әшкәртеү рәүешендә ҡабул ителгән. Күк ҡабағы асылыуҙың рәүеше, ваҡыты хаҡында хикәйәләр халыҡ араһында әле лә осрай. Күк ҡабағы асылыуҙың (полярное сияние) «ҡәҙер төнө» (кисе) тип тә йөрөтәләр. Пермь әлкәһенең Уса районы Төнгүк ауылы Кәримә Муҡаева һөйләүенсә, күк ҡабағының асылыу рәүеше түбәндәгесә хикәйәләнә: «Шулай утын киҫеп ятабыҙ. Төнөн яҡтырып китте, хатта энә лә күренер. Ҡибла яҡтан сатырҙап асылды ла, шунан ябылды» (203, оп. 32, д. 2, л. 377).

Йәки:

163




«...Ҡәҙер төнө асылған ваҡытта һауа ярылып асылып бара, артынан ябылып бара» (301, 134).

Күк ҡабағының асылыу ваҡытын аңлатыуға ҡоролған хикәйәләр, нигеҙҙә, дини характерҙа: «Элек ҡәҙер төнөн ураҙа (рамаҙан) айының 24-нән 30-ына тиклем һаҡлағандар. <...> Шунан һуң был ҡәҙер төнө ураҙа бөткәс, мөхәррәм айының 15-дә асылырға тейеш булған. <...> Уны күргән ваҡытта кеше изге теләктәр теләһә, шул ҡабул була икән, тиҙәр ине. Ләкин ул һәр кемгә лә күренмәҫкә мөмкин» (301, 134). Дөйөм алғанда, күк ҡабағы асылыу дини ғөрөфкә бәйләп аңлатылһа ла, теләк теләү мотивы боронғораҡ, күкте изгеләштер еү ерлегендә тыуған мотив булыуы ихтимал.

Башҡорт халҡының күк ҡабағы асылыуы тураһындағы хөрәфәти хикәйәләре башҡа халыҡтарҙың (мәҫәлән, яҡут, ҡаҙаҡ) ышаныуҙары (329, 136; 224, 114) менән ауаздаш, ҡаҙаҡ хикәйәте хатта тексы менән дә Р. Ә. Уразаева яҙып алған вариантҡа (301, 134) тап килә тиерлек.

Дәүләкән районының Сапай ауылында яҙып алынған бер этногенетик риүәйәттә күкте изгеләштер еүҙең ҡайһы бер сатҡылары күренә. Сапай ауылы халҡының этник составы хаҡында һөйләгәндә, риүәйәтсе ул ауылда йәшәгән Табын һәм Ҡаңны ырыуҙарының ағасы, ҡошо, ораны тураһында әйтә: «Килгән табындарҙың ырыу ағасы — ҡарағас, ҡошо — ҡарағош, ораны Тәңре булған. Ә ерле халыҡ ҡаңныларҙың ағасы —ерек, ҡошо--ҡарға, ораны —Тәңре» (203, оп. 47, д. 1, л. 267). Ике ырыу осон дә уртаҡ булған оран исеме бында, әлбиттә, мосолман Аллаһы төшөнсәһен түгел, ә изгеләштерелгән Күк —Тәңре мәғәнәһен бирә.

Нигеҙҙә, этиөлөгик мөтивҡа ҡоролоп, уны аңлатыу һәм дәлилләүҙе маҡсат итеп ҡуйғанлыҡтан, легенда һәм риүә- йәттәрҙәге айырым образдар һәм мотивтарҙың тылсымлы мәғәнәһе тәү ҡарауҙа уҡ күҙгә ташланып бармай. Халыҡ ижадының башҡа жанрҙарына, тарихи-этнографик әҙәбиәткә мөрәжәғәт итеү, ҡәрҙәш халыҡтарҙың фольклор әҫәрҙәре һәм йолалары менән сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһендә генә халыҡ хикәйәләренең тарихи ерлеген күпмелер асыҡларға мөмкин. Үрҙә бер үк образ, мотивтарҙың төрлө характерҙағы легендаларҙа асылыуына ҡарап, ул образдарҙың һүрәтләнеү рәүешенә таянып һәм башҡа халыҡтарҙың ауыҙ-

164




тел ижады менән сағыштырыуҙар үткәреү юлы менән күк есемдәре хаҡындағы башҡорт легендаларында тотемизм һәм анимизм ерлегендә тыуған ҡараштар булғанлығы билдәләнелде. Боронғо ритуаль мәғәнәһен тел төбөндә йәшергән легенда һәм риүәйәттәрҙән айырмалы рәүештә, йола фольклорына ҡараған арбау һүҙҙәр, торло им-томдар боронғо мифологик ҡараштарҙы, ышаныуҙарҙы туранан-тура, асыҡ- тан-асыҡ һүрәтләйҙәр һәм шуның менән легендаларға ҡарата әйтелгән фекерҙәрҙе ҡеүәтләүсе мөһим өҫтәмә материал хеҙмәтен үтәйҙәр. Ҡорбан салып, ямғыр яуыуын, ҡояш сығыуын теләп күккә мөрәжәғәт иткәндә әйтелә торған изге теләк һүҙҙәре — алғыштар ғына ла, күреп үткәнебеҙсә, күпме тарих һөйләй. Яңы тыуған айҙы тәү тапҡыр күргәндә әйтелә торған теләк һүҙҙәрҙең нигеҙендә мәжүсилек дәүеренән ҡалған ышаныуҙар менән ислам дине йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән ҡараштарҙың ҡушылмаһы ята:

Ай күрҙем аман менән, Кәртәм тулы мал менән.

Ауыҙым тулы иман менән, Ошо айҙа үлеп китһәм, Ҡуйыным тулы Ҡөрьән Үткәр, Хоҙай, иман менән!

менән, (203, оп. 92, д. 9, л. 137).

Айҙың мөғжизәле көсөнә, ҡөҙрәтенә ышаныу халыҡ медицинаһына бәйле им-томдар миҫалында ла асыҡ сағыла, «һөйәл сыҡһа, ҡайтып барған айға күрһәтеп: «Ай, минең тәсәйем бар, һинең тәсәйең бармы? — тиҙәр ине. Шунан бөткән була торғайны», — ти, мәҫәлән, Силәбе әлкәһенең Ҡоншаҡ районы Сабаҡлы ауылынан 70 йәшлек Бәҙерниса Даянова (203, оп. 21, д. 8, л. 261).

Арпа, тиф һ. б. сирҙәрҙе бөтөрөү ниәтендә им-том ҡылғанда, айҙың фазаһы иҫтә тотолған:

Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты,

Яман ҡаҫта, һин дә ҡайт! һинең килеүең яңы,

Минең күреүем яңы (301, 139).

Йондоҙҙарға ҡарата шулай уҡ төрлө ырым-юрауҙар йәшәгәнлеге билдәле. «Етегән йондоҙҙо ете ҡабат һанаһаң, сауап була» (57, 14) —әлегәсә ошо юрауҙы бер тында әйтеп,

165




ете ҡабат һанап сығыу йолаһын йондоҙҙарға табыныуҙан ҡалған бер күренеш итеп ҡабул итергә мөмкин. Баҡһаң, ошондай уҡ ғөрөф-ғәҙәт ҡәрҙәш халыҡ — төрөкмәндәрҙә лә бар икән:

Едигеним —еди йылдыз,

Еди гонар, еди гөчер,

Санасам — согап болар (31, 44).

Йәшен йәшнәү, күк күкрәү, ғәрәсәтле дауыл һ. б. айырым осраҡтарҙа бәлә-ҡаза килтерә. Шуға күрә боронғо кеше аңында бындай күренештәр яуыз йән эйәләре тарафынан башҡарыла, тип ҡаралған, аждаһа-йыландар, ен-пәрейҙәр образы барлыҡҡа килгән. Легендаларҙағы, хөрәфәти хикәйә- ләрҙәге этиологик мотив йыш ҡына шул яуыз заттарҙың «эшмәкәрлеге» итеп аңлатыла. Тамъян-Түңгәүерҙәр һөйләүе- нән С. И. Руденко яҙып алған түбәндәге хөрәфәти хикәйә, мәҫәлән, шуға бер миҫал:

«Елдең хужаһы пәрей икән ул. Пәрей үҙе күп ваҡытын тау-таш араһында, мәмерйәләр эсендә үткәрә. Ә ул тау-таш араһынан сығып, ел ҡыуып китһә, дауыл ҡуптарып, күк күкрәтеп йөрөй. Ҡойон —уның туйы ғына. Шунда ла, ҡойон ҡупһа, шайтан ҡыҙын күсерә, тиҙәр» (248, 26).

Йәшен йәшнәү хаҡындағы хикәйәләр һуңғараҡ осорҙарға ҡараған дини мотивтар күҙлегенән яҡтыртыла: «Йәшен йәшнәүе —ул күктәге фәрештәнең сыбыртҡы шартлатып, шайтанды ҡамсылауынан сыға, ти...» (248, 26).

Шом-хәүеф тойғоһо төрлө «һаҡланыу» ысулдарын уйлап сығарыуға килтергән:

«...Йәшендән ут ҡапҡан өйҙө тик эркет-ҡатыҡ менән генә һүндереп була...» (248, 26).

«Йәшен йәшнәгәндә, «бисмилла» итеп, ҡултыҡ аҫтын ҡыҫып ултырырға кәрәк, юғиһә унда шайтандың инеп йәше- ренеүе ихтимал. Шайтанды атам тип, йәшен һине ата...

Йәшен ваҡытында өйҙәге ялтыр нәмәләрҙе: самауыр, көҙгә һымаҡтарҙы — ябырға кәрәк» (301, 1982, 142).

Әлбиттә, йәшен йәшнәп, күк күкрәгәндә башҡарыла торған ырым-йолалар килтерелгән миҫалдар менән генә сикләнмәй. Халыҡ араһында улар байтаҡ. Тик был ғөрөф-ғәҙәт

166




тәрҙең конкрет мәғәнәһе хәҙер инде онотолған. «Беренсе булып күк күкрәгәндә ергә ятһаң, бил һыҙламаҫ», «Урманға еләккә китеп барғанда күк күкрәһә, күнәк тәгәрәтәләр» (203, оп. 65, д. 9, л. 342) ише ышаныуҙар үҙҙәренең сығышы менән, күрәһең, бик боронғо. Ихтимал, улар күккә табыныу ритуалының ниндәйҙер бер ярсығы ғыналыр ҙа. Йола фольклоры беҙҙә әле өйрәнелеү юлында. Эҙләгәндә, тәбиғәт культына бәйле йолаларҙың тулыраҡ варианттары ла осрар ине. Саян-Алтай регионындағы төрки халыҡтарының күккә табыныу йолалары үҙҙәре генә лә —хайран ҡалдырырлыҡ бер тамаша (229, 50 — 64).

Башҡорттарҙа Ер планетаһы тураһында ла мифологик легендалар бар. Ерҙең нисек барлыҡҡа килеүен һәм нисек тороуын аңлатыуға ҡоролған был хикәйәләр — донъялағы бик күп халыҡтарҙың фольклорында урын алған мотивтар менән ауаздаш, һыу төбөнән ҡоштар сығарған ләм, ҡом, балсыҡтан ер яһалыу мотивы, мәҫәлән, төрки-мөнгол, Скандинавия, фин-уғыр халыҡтарының мифологияһында, көнсығыш славяндарҙың апөкрифтарында, шулай уҡ Төньяҡ Америка индееңтары, полинезий, һинд фольклорында осрай (323, 23-27; 9, 20; 180, 207).

Ғайса Хөсәйенов тарафынан яҙып алынған «Утрау яһаған ике өйрәк» исемле башҡорт легендаһында бик борон бөтә донъяның һыу менән ҡапланған булыуы, йомортҡаларын ҡайҙа һалырға белмәй интегеп йөрөгән ике өйрәктең һыу төбөнән ләм сығарып, шул ләмдән «бер ҡаты нәмә» ойоштороуҙары, оя ҡороп, бала баҫып сығарыуҙары, аҙаҡ күмәкләшеп ләм ташыуҙан ер йөҙө барлыҡҡа килеү хаҡында һөйләнелә (42, 30).

Ер һынлы ерҙең үҙен «яралдырған» өйрәк (ҡош-деми- ург) халыҡ аңына изге йән эйәһе рәүешендә һеңеп ҡалған. Төрлө халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың, биҙәү сәнғәтенә (һырлап эшләнгән ижауҙар—201, 12, 29) был образдың килеп инеүе осраҡлы түгел.

Булғарҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрендә ауыҙына дүңгәләктәр ҡапҡан өйрәк һүрәтенә ҡарап, археолог А. X. Халиҡов боронғо булғарҙарҙа өйрәк —донъя яралдырыусы мотивына ҡоролған космогоник легендалар йәшәгән тигән фаразға килә. «Булғарҙарҙың космогоник ҡараштарында, — ти ул, —

167




ике төрлө мифтар берләшкән төҫлө: төньяҡ урман һәм урман- дала ҡәбиләләренең (А. М. Золотаревса, монголоидтарҙың) диңгеҙ төбөнән ер сығарыусы өйрәктәр хаҡындағы мифтары һәм һинд-иран ҡәбиләләренең йәшәү символын — уның өс атрибуты: күк, ер һәм һыу менән кәүҙәләндереүсе мифтары (306, 7).

«Ватандаш» журналында (2002, 6-сы һан, 165-се бит) баҫылып сыҡҡан бер ҡарыһүҙ буйынса, Күбәләк ырыуы башҡорттары тарафынан ерҙең барлыҡҡа килеүе борон ҡарға «эшмәкәрлеге»нә бәйләп аңлатылған. Бығаса башҡорт фольклорына ҡараған ғилми яҙмаларҙа, йыйынтыҡтарҙа осрамаған был мифтың йөкмәткеһе түбәндәгесә: «Элек Ут эйәһе менән һыу эйәһе тик һуғышып йәшәгән. Ҡарға аларҙы яраштырып ҡараған, әммә сыҡмаған был эше. Йәне көйөп, ҡарға аларҙың өҫтәренә с...н, ти. Шунан беҙҙең ер- тупраҡ килеп сыҡҡан». Бәләкәй генә күләмле был мифологик хикәйә боронғоларҙың ғаләм тураһындағы уйланыуҙарын, аңлатмаларын, атап әйткәндә, донъя яралыу дәүерендәге тәү стихияһын, ҡош-демиург образын сағылдырыуы менән ҡиммәтле. Был урында шуны ла хәтерҙә тотоу кәрәк: бик күп халыҡтарҙың мифопоэтик традицияларынан, шул иҫәптән башҡорт фольклоры әҫәрҙәренән, этнографик материалдарҙан күренеүенсә, ҡоштар —өҫкө донъяны символлаштырыусы йән эйәләре лә (Донъя тауын, Донъя ағасын һынландырған рәсемдәрҙә ағас башындағы ҡош, ҡоштар һүрәте һ. б.).

Ерҙең өс ҙур балыҡ өҫтөндә тороуы, балыҡтарҙың береһе үлгәнлектән, ахырызаман яҡынлашып килеүе хаҡындағы башҡорт мифы (157, 79) шулай уҡ боронғо, һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың төрлө райондарында ошо юлдарҙың авторы яҙып алған мифологик легендаларҙа әйтелгәнсә, ер үгеҙ менән суртан (йә балыҡ) өҫтөндә тора (203, оп. 92, д. 9, л. 105). Ерҙең балыҡ менән үгеҙ өҫтөндә тороуы тураһында башҡа халыҡтарҙа ла мифтар бар (325, 179). Ҡаҙаҡ- ҡырғыҙҙарҙың хикәйәләрендә, мәҫәлән, балыҡ образынан тыш, төрки халыҡтарының тотем хайуаны иҫәпләнгән үгеҙ образы һүрәтләнә. Ул бер осраҡта мөгөҙө менән күкте күтәреп тороусы йән эйәһе булараҡ тасуирланһа (321, 242), икенсе осраҡта балыҡ менән бергә ерҙе күтәреп тороусы «персонаж» булараҡ сағылдырыла (224, 114). Монголдар

168


борон ерҙе ҙур (гигант) үгеҙ ҡиәфәтендә күҙ алдына килтергән (325, 160).

Ер, йыһан тураһында һөйләгәндә, информанттар ете ҡат күк, ете ҡат ер аҫты тигән төшөнсәләрҙе ҡәҙимге, һәр кемгә билдәле нәмәләр һымаҡ ҡына әйтеп үтеүсән. Был йәһәттән айырыуса халыҡ ижадының афористик төрҙәре: йомаҡтар, мәҡәл һәм әйтемдәр ҡыҙыҡлы. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: «Күсәбәйҙең күк тирмәһе ҡатланған да ҡапланған». Был —күк көмбәҙе тураһындағы йомаҡ (54, 50). Йәйғорҙо һүрәтләгән йомаҡта күк ҡатламдарының һаны легендалар- ҙағыса конкретлаштырып бирелгән:

һыр-һыр, һыры бар,

Ете төрлө нуры бар,

Ете ҡат күккә юлы бар (54, 48).

һиҙгер, алдан күрә белеү һәләтенә эйә булған зирәк кешеләргә ҡарата беҙҙең халыҡта «ул ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белә», тиҙәр. «Ерҙең ҡуйыны ете ҡат» тигән мәҡәл дә бар. Күренеүенсә, «ете ҡатлы ер» боронғоларҙың аңында үҙе лә —тере йән: «ер ҡуйыны» тигән һүҙбәйләнеш — шуға ишара (өҫтәп «ер һулышы», «ер тыны»; «ер аяғы — ер башы ер», «ер кендеге» кеүек фразеологик берәмектәрҙе хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ).

Ғөмүмән, йыһандың бер нисә ҡатламдан тороуы тураһындағы мотив — универсаль, ул төрлө ҡитғаларҙа йәшәгән халыҡтарҙың ижадында, шул иҫәптән миф һәм легендаларында, урын алған, дини яҙмаларҙа ла (Тәүрат, Ҡөрьән Кәрим...) ситләп үтмәгән (108, 109—143).

Легендаларға йыш ҡына героик эпос мотивтары, донъя яралыу хаҡындағы мифтарҙың айырым элементтары килеп инә. Мәҫәлән, ҡайһы бер тауҙарҙың, ғәҙәттәгенән ҙур булған уба-ҡәберлектәрҙең барлыҡҡа килеүен аңлатыу ниәтендә, кешеләр әле боронғо аңда уҡ тыуған алпамышалар (алптар) образына мөрәжәғәт иткәндәр. Алпамышалар — бо- рон-борон заманда йәшәгән бик эре халыҡ, уларға урманды үлән урынына ғына тапап йөрөү ҙә, ағастарҙы тамыры менән ҡуптарып, йолҡоп ташлау ҙа бер ни тормаған «Мү- сектау», «Алпа ҡомо айырытау» тигән урындар, мәҫәлән,

169

I




ана шул алпамышаларҙың итек үксәһенән ҡубып ҡалған балсыҡтан («Мүсектау»), йә ҡынйырағынан ҡойолған ҡомдан барлыҡҡа килгәндәр икән (55, 91—92). Ғөмүмән, ғәҙәттән дәү кәүҙәле кешеләр (алптар) хаҡында легендалар башҡорт халыҡ ижадында шаҡтай киң таралған. «Алпамыша зыяраты», «Алпамыша ҡәбере», «Алпамыша ташы» тибындағы топонимик легендаларҙы Башҡортостандың төрлө райондарында, шулай уҡ Силәбе яҡтарында осратырға мөмкин. Яҙмаларҙан күренеүенсә, халыҡ алпамышаларға бәйле урындарҙы, ҡағиҙә булараҡ, изгеләштер еп ҡараған. Башҡортостандың Архангел районы Ҡыҙылъяр ауылында 78 йәшлек Исмәғил Әлимғужиндан Әхмәт Сөләймәнов яҙып алған «Алпамыша ҡәбере» тигән бер легендала, мәҫәлән, шундай юлдар бар: «Алпамыша изге кеше, әүлиә булған. Ул үлгәс, ат еткән ерҙән тупраҡ ташып күмгәндәр. Шулай яһалған ул тау кеүек ятҡан түң» (203, оп.63, д. 56, л.18). Алпамышаларҙы изгеләштер еп ҡарау мотивы 1906 — 1907 йылдарҙа С. И. Руденко яҙып алған текстарҙа ла асыҡ сағыла (248, 30). «Әүлиәлек» һыҙаты боронғо легендаларға, күрәһең, ислам дине йоғонтоһонда килеп ингән һуңғараҡ күренеш.

Алпамышалар мотивы топонимик мәғлүмәт бирёү ниәтенән

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   27




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет