көсө булған башҡорт ырыуҙарының (риүәйәт буйынса, Мөйтәнде төрлө ырыу аҡһаҡалдары Сыңғыҙханға вәкил итеп ебәрә) яу ҡуптарған монгол хандары менән килешеү нигеҙендә мөнәсәбәт урынлаштыра алыуы тураһында бәйән ҡыла был риүәйәттәр. Хәҙерге заман тарихсылары был мөнәсәбәтте вассаль мөнәсәбәт тип атап, тарихи тәжрибәнең XVI быуатта, Башҡортостандың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыу мәсьәләһе киҫкен торған осорҙа, яңынан атҡарылыуын
216
билдәләй (17а, 27). Ошо рәүешле Алтын Урҙа хандарының хакимлығына түҙемлек күрһәтеү мотивы башлыса юғары ҡатлам вәкилдәре, уҡымышлы кешеләр ҡулынан үткән яҙма ҡомартҡылар эсендә йәшәгән риүәйәттәрҙә урын ала. Телдән һөйләнелеп йөрөгән риүәйәттәрҙә иһә тарихи факттар, ваҡиғалар, халыҡтың социаль ҡараштары күҙлегенән баһалана: айырым бейҙәрҙең, теге йәки был ырыу
вәкилдәренең монгол хандарына баш һалыуын халыҡ яҡламай. Мәҫәлән, Силәбе әлкәһенең Ҡараболаҡ ауылында яҙып алынған бер риүәйәттә Сыңғыҙхандан тамға алған Сырҙы аймағы кешеләренән башҡа аймаҡ кешеләренең көлөүе (203, оп. 26, д. 10, л. 59) —бының асыҡ миҫалы. Алда тикшерелгән «Бошман-Ҡыпсаҡ батыр» риүәйәтендә лә халыҡтың ихтирамы, бүләк, мал-мөлкәткә алданып, хан ғәскәренә ҡушылып киткән ырыу төркөмдәре яғында түгел, ә ғорур, үлем алдында ла теҙ сүкмәгән, азатлығын дәрәжәгә, байлыҡҡа алмаштырмаған батыр Бошман яғында.
Сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы көрәш темаһына бағышланған башҡорт халыҡ риүәйәттәре араһында ниндәй яу икәнен асыҡ ҡына әйтмәгән, шул яуҙа ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙар хаҡындағы сюжеттар бар («Әүлиә тауы», «Алдар-Шымай менән Зөһрә» һ. б.).
«...Көнтыуыштан Урал аша артылып, бик ҙур яу килгән. Ул яу юлында осраған халыҡтарҙы, ырыуҙарҙы иҙеп-тапап, юҡ итеп, байлығын талап килә икән»; йә: «Был яҡҡа ниндәйҙер ят халыҡ ябырылған» — ошо рәүешле деталдәр (ә улар монгол яуы хаҡындағы риүәйәттәрҙәге мәғлүмәттәр менән бер типта) ул хикәйәләрҙе шулай уҡ башҡорт ырыуҙарының Алтын Урҙа хандарына ҡаршы азатлыҡ көрәшен сағылдырыусы әҫәрҙәр тип фараз ҡылырға мөмкинлек бирә.
Алтын Урҙа емерелгәндән һуң башҡорттарҙың Нуғай, Ҡазан, Себер халыҡтарының ҡыҫымы аҫтында ыҙа сиккән дәүере лә халыҡ ижадында сағылыш тапҡан. Шул замандың һулышын беҙҙең көндәргәсә килтереп еткереүе менән мең ҡәбиләһе башҡорттарынан В. С. Юматов яҙып алған бер риүәйәт айырыуса әһәмиәтле. Унда ҡатмарлы нуғай- башҡорт мөнәсәбәттәре генә түгел, нуғай мырҙаларының үҙ-ара бәрелештәре хаҡында ла тетрәткес юлдар бар: «...Ки- лембәттәр (ике бер туған нуғай мырҙалары. — Ф. Н.)
217
араһында ҡан ҡойошло һуғыш башланды; бик күп халыҡ ҡырылды. Хатта ер тетрәне, ер иңрәне» (336, 7).
Боланың башҡорт ерендә барғанлығын иҫтә тотһаҡ, ҡырылған халыҡтың башҡорттар икәнлеген аңлауы ауыр түгел. Ҡарымталашыу ваҡытында «ер тетрәне, ер иңрәне», тип бушҡа ғына әйтелмәгән риүәйәттә. Башҡорт өсөн Күк (Күк тәңреһе) беренсе дәрәжәләге илаһ (Ибн-Фаҙланса, раббы — божество) булһа, Ер (йәки Ер-Һыу) — икенсе дәрәжәләге илаһ, дөрөҫөрәге — илаһиә. Бер үк ваҡытта халыҡ аңында Ер — изгеләштерелгән Әсә лә. Башҡорт халҡының нуғай мырҙаларынан күргән яфаһының ни тиклем ауыр булғанлығын бына шулай Илаһиә, Әсә иңрәүе аша, хатта килер быуындарҙы тетрәтерлек итеп, образлаштырылған.
Ике Килембәттең ыҙғышы — тарихи факт (216, 62). һүҙ барған риүәйәттә ул мифологик мотивтар менән һыйыш- тырылған. һуңғыһы тәүгеһенең асылын еткереүгә булышлыҡ иткән.
Был урында шуны ла әйтергә кәрәк. Оҙаҡ ваҡытҡа һуҙылған тарихи-этнокультур мөнәсәбәттәр башҡорттар менән нуғайҙарҙың рухи культураһында ҡайһы бер уртаҡ күренештәрҙең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булды. «Ҡарасай менән Ҡаҙы батыр», «Ҡырҡ нуғай батыры» (42, 185— 188) кеүек тарихи риүәйәттәр нәҡ шул хаҡта һөйләй: башҡорт халҡына билдәле булған был сюжеттар нуғай, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ халыҡтарының ауыҙ-тел ижадында урын алғанлығы мәғлүм (112, 393—410; 258, 39).
Ғилми әҙәбиәттән күренеүенсә, күрше йәшәүсе ҡан-ҡәр- ҙәш башҡорт менән ҡаҙаҡ халҡы быуаттар буйына шаҡтай ҡатмарлы булған хужалыҡ, мәҙәни һәм сәйәси бәйләнештә йәшәгән. Тәбиғи, был күренеш тарихи фольклорҙа ла сағылмай ҡалмаған.
Иң элек ике халыҡ араһындағы дуҫтарса бәйләнештәрҙе һүрәтләгән сюжеттар иғтибарҙы йәлеп итә. Ҡаҙаҡтарҙың башҡорт һәм, киреһенсә, башҡорттарҙың ҡаҙаҡ байрамдарында ҡатнашыуын, сәсән һәм аҡындарҙың ярышын, никах мөнәсәбәттәрен сағылдырған сюжеттар байтаҡ. Башҡорт-ҡа- ҙаҡ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре хаҡында риүәйәттә, мәҫәлән, түбәндәгесә һөйләнелә: «Ҡаҙаҡтар башҡорттар менән бик татыу булғандар. Башҡорт сәсәндәре, ҡаҙаҡ аҡындары һәр
218
ваҡыт бәйгеләрҙә ярышҡандар. Был ике халыҡ бер-бере- һенә ҡыҙ бирешеп, улдарына кәләш әйттереп йәшәгәндәр» («Аман» — 55, 234—235).
Хәбәр ҡылыуға ҡоролған бындай юлдарҙан тыш, башҡорт һәм ҡаҙаҡ батырҙары көс һынашҡан, ат сабыштары һәм башҡа төрлө уйындар үткәрелгән байрамдарҙы һүрәтләүгә бағышланған сюжеттар бар («Кинйәбай», «Бейеш» риүәйәтенең бер варианты, «Байыҡ-Айҙар сәсән» һ. б.).
Бола, сыуалыштар ваҡытында батша власы һәм карателдәр эҙәрләүенән ҡасып йөрөгән ҡайһы бер баш күтәреүселәр, ихтилал етәкселәренең күрше йәшәгән туғандаш халыҡ ерендә һыйыныу урыны тапҡанлығы мәғлүм. Миҫал өсөн башта ҡаҙаҡ далаларында, аҙаҡ Ҡара Иртышта найман батыры Ҡабанбайҙа төйәк тапҡан 1740 йылғы башҡорт ихтилалы етәксеһе Ҡараһаҡалды иҫкә төшөрөү ҙә етә. Уның тураһында тарихи яҙмалар ҙа, халыҡ риүәйәттәре лә бар.
Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, ҡаҙаҡ болаларында ҡатнашып йөрөгән Аман Абазбаев еңелгәндән һуң «...башҡорт араһына ҡасҡан. Башҡорттар уны булғаны менән ҡунаҡ иткәндәр» («55, 234—235»),
Ләкин ике халыҡ араһындағы бәйләнештәр һәр ваҡыт дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөнәсәбәттәренә генә ҡайтып ҡалмай. Тарихтан билдәле булыуынса, XVI—XVIII быуаттарҙа баш- ҡөрт-ҡаҙаҡ мөнәсәбәттәре ҡатмарлы төҫ ала. Бер яҡтан, ике халыҡтың хеҙмәтсән ҡатламы араһындағы рухи яҡынлыҡ, ҡәрҙәшлек, дуҫлыҡ тойғоларының үҫеүе һәм шул нигеҙҙә уртаҡ ижад өлгөләре барлыҡҡа килеү, икенсе яҡтан, үҙ-ара үсләшеүгә, дошманлашыуға килтергән феодаль сапҡындар, барымта һәм ҡарымта күренештәре урын ала. Ошо хәл фольклорҙа ярайһы уҡ киң сағылыш тапҡан: көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының ауыҙ-тел ижадында ҡаҙаҡ менән башҡорт барымталары хаҡында байтаҡ ҡына риүәйәттәр, риүәйәт-легендалар осрай. Риүәйәттәр һөйләүе буйынса, байлыҡ артынан ҡыуыу маҡсатында үткәрелгән феодаль яу сабыуҙар ярлы-ябағаға бөлгөнлөк, ҡайғы, хәсрәт алып килеүсе яман күренеш булып тора, шуға риүәйәттәрҙә уны булдырмау теләге алға һөрөлә. Аҡһаҡалдар теле менән әйтелгән «Яуҙы ҡан ҡоймай кире борорға тырышығыҙ!»
219
тигән кәңәш һүҙҙә тәрән мәғәнә һәм кешелеклелек идеялары ята («Ыҫмаил менән Дауыт» —55, 171—173).
Илде, ер-һыуҙы һаҡлауҙың оло тойғо, изге бурыс булыуын һыҙыҡ оҫтөнә алған риүәйәттәр әһәмиәтле. Башҡорт батыры Баяс, үҙенең яуға сығыуын һәм дошманына ҡул күтәреүен аҡлағандай итеп, ҡаҙаҡ батыры Алаҫтаймаға, мәҫәлән, былай ти: «Әй, Алаҫтайма, малды һаҡлау—-бер бурыс, илде һаҡлау —мең бурыс. Ҡабат килеп йөрөмә!» («Баяс батыр» —55, 166—167).
Ерәнсә сәсән һәм уның аҡыллы ҡатыны Бәндәбикә исеме менән бәйле бер риүәйәт тә үҙенең тәрән идеялылығы менән айырылып тора. Бында тыныс тормошҡа ынтылыш, халыҡтың гуманистик ҡараштары тулҡынландырғыс бер оҫталыҡ менән әйтеп бирелгән. Ҡаҙаҡ барымталарына яуап итеп «бер ҡыҙыҡ булһын өсөн» генә барымтаға йыйынған Ерәнсә сәсәнгә Бәндәбикә: «һин үҙ илеңдә батыр исемен яуланың. Батырлыҡ янына аҡыл да кәрәк. «Ил һаҡлаған — ирәйеп йәшәгән, ил баҫҡан — Иҙелгә таянған», тигәндәр... Ил баҫыу беҙҙең ғөрөфкә һыймай. Исем һатмағыҙ. «Теймәҫте Хоҙай һөймәҫ», тигәндәр. Насар уйҙан кире ҡайтығыҙ»,—тип өгөтләгән. (55, 163—165).
Ваҡиғаларҙың трагик сиселеше әҫәрҙең идея көсөргәнешен тағы ла ҡеүәтләберәк ебәрә. Еңелеү хурлығын һәм ҡатынының үлеме тураһындағы хәбәрҙе күтәрә алмайынса, Ерәнсә сәсән үҙен һәләк итә.
Башҡорт-ҡаҙаҡ барымталарын сағылдырған риүәйәттәр исемлеген артабан киңәйтеп тороуҙың кәрәге юҡ, сөнки улар һан яғынан күп булһалар ҙа, нигеҙҙә бер типта, хатта уларҙың сюжет төҙөлөшөндә лә оҡшашлыҡ ҙур. Бындай риүәйәттәрҙә һүрәтләнгән конфликттың сәбәбе —ҡаҙаҡ байҙарының сапҡын ебәреп, теге йәки был ырыу (ауыл, төбәк) башҡорттарының малын ҡыуып, йә булмаһа ҡатындарын урлап алып китеүе. Артабан бәрелештең үҙе һүрәтләнә. Яу урыны —йә башҡорт ере, йә ҡаҙаҡ яғы (һуңғыһы башҡорттарҙың үҙҙәре өйҙә юҡ саҡта, йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында ҡыуылған малдарҙың инде ҡаҙаҡ ерендә булыуҙары менән бәйле). Яу ваҡытында ғәҙәттә ике яҡтың батырҙары осрашып, уҡ атышы аша мәргәнлектә һынаша. Был эпизодты һүрәтләгәндә риүәйәттәрҙә башҡорт батырының кө
220
сөн, мәргәнлеген идеаллаштырыу тенденцияһы һиҙелә. Башҡорт батырының ҡыйыулығынан, мәргәнлегенән ҡурҡҡан ҡаҙаҡтар йыш ҡына яулашыуҙан бөтөнләй тартынып, кире әйләнеп сабалар һәм башҡа башҡорт еренә килмәҫ булалар («Тәүәш», «Аҡсатүбә» —55, 105, 162).
Үлтереш, ҡан ҡойош, йыртҡыслыҡ күрһәтеү кеүек күренештәр башҡорт-ҡаҙаҡ барымталары хаҡындағы риүәйәттәрҙә ҙур урын алмай. Монгол яуы хаҡындағы риүәйәттәрҙә- ге һымаҡ күпләп халыҡ ҡырылыу, аяуһыҙ йыртҡыслыҡ күрһәтеү эпизодтарын һүрәтләү бында юҡ һәм уның булыуы мөмкин түгел, сөнки ҡаҙаҡ-башҡорт барымталары — нигеҙҙә теге йәки был төбәктә булып үткән локаль күренештәр. Әммә нисек кенә булмаһын, барымта ваҡиғалары ерле халыҡҡа бөлгөнлөк алып килеп, уның йәшәү шарттарын, иҡтисади хәлен ҡаҡшатҡан; хандар, байҙар өсөн байығыу сығанағы булып торған. Мөлкәттәрен арттырыу ниәтендә юғары синыф вәкилдәре бер ниҙән дә тартынмай, ярлы-ябағаны ла был эшкә ылыҡтырыр булғандар. Барымтаның синфи асылы, ярлы-ябағаның уға кире мөнәсәбәте айырыуса «Әүбәкер» исемле риүәйәттә асыҡ әйтелә: «...Әүбәкер үҙе ярлы булһа ла, бер ырыу кешеһе бит инде, бына ошо һуғыштарҙа ныҡ ҡатнашҡан... Төрмәгә эләккән Әүбәкер: «Төрмәлә ята торған кеше беҙ түгел, баш һалырлыҡ малым юҡ, Исхаҡ малайҙары ятһын, уларҙың малын дауланыҡ»,—тип ауылына ҡайтҡан да киткән...» (45, 68).
Әммә бай ҡатламдар «Барымтанан ҡурҡҡан мал йыймаҫ» (ҡаҙаҡта: «Барымтадан ҡорыҡҡан мал жыймайды») тигән принциптан сығып, үҙҙәренең баҫҡынсылыҡтарын дан, абруй эше итеп күрһәтергә тырышҡандар, барымтаға кешене күберәк ылыҡтырыу сараһы күрелгән. П. Н. Рычковтың яҙмаларынан күренеүенсә, ҡаҙаҡ феодалдары барымталарына хатта ҡарағалпаҡтарҙы, үзбәктәрҙе, Арал буйы халыҡтарын да ылыҡтырғандар (251, 26). Туғандаш халыҡтарҙың үҙ-ара ыҙғышыуы батша самодержавиеһының буйһондороу сәйәсәтенә ярашлы күренеш булғанлыҡтан, был бәрелештәрҙе туҡтатыу сараһы күрелмәгән генә түгел, хатта ҡотҡо биреү, һөсләтеү, ике йөҙлөлөк сәйәсәте үткәрелгән. Был хаҡта тарихи мәғлүмәттәр бик күп, риүәйәттәрҙә лә халыҡ аңындағыса сағылып ҡалған.
221
Риүәйәттәр репертуарында башҡорт ырыуҙарының ҡалмыҡ, нуғай, татар һөжүмдәрен ҡайтарыуы хаҡында ла сюжеттар бар («Тәкәғашҡа», «Өмбәт батыр»). Уларҙағы идея һәм мотивтар, хатта сюжет типтары ла башҡорт-ҡаҙаҡ барымталары тураһындағы риүәйәттәр менән бер йүнәлештә. Тик бында мал өсөн һуғыш түгел, ә ер өсөн бәрелештәр һүрәтләнә.
Барымта һуғыштарына бәйле риүәйәттәрҙең күпселегендә тағы бер уртаҡ һәм мөһим мотив бар — ул башҡорттарҙың рус дәүләтенә ҡушылыуын хуплау идеяһы («Дауыт батыр», «Тәкәғашҡа» һ. б.). Дөрөҫ, риүәйәттәрҙә хуплау идеяһы туранан-тура раҫлау, йәки «ода йырлау», данлау рәүешендә түгел, бәлки, жанрҙың тәбиғәтенә ярашлы рәүештә, ваҡиғалар хаҡында тыныс ҡына хикәйә ҡылыу аша һөйләүсенең мөнәсәбәте белдерелә. Мәҫәлән: «...Ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ яуы Аҡ батшаға баш һалғас ҡына туҡтаған. Ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ менән башҡорт араһына Аҡ батша атлы казак ебәргән. Шул сәбәпле, был тирәлә атлы казак ауылдары килеп сыҡҡан. Шунан һуң башҡорттар менән ҡаҙаҡ-ҡалмыҡтар араһында ер өсөн һуғыш булмаған...» «Тәкәғашҡа» тигән риүәйәттән алынған был юлдарҙа Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуға ҡарата халыҡтың ҡәнәғәтләнеү тойғоһон һиҙмәү мөмкин гүгел. Өҫтәүенә, алда килтерелгән юлдарҙа сик буйына атлы казактар ебәреү, казак ауылдары төҙөлөү кеүек әһәмиәтле, тарихи документҡа бәрәбәр мәғлүмәттәр, факттар бар.
Айырым кешеләрҙең рус батшаһына баш һалырға теләмәй, ҡаҙаҡ далаларына сығып китеп, унда фажиғәле яҙмышҡа тарығыуҙарын һүрәтләгән «Ыҫмаил менән Дауыт» тигән риүәйәттең тел төбөндә лә Рус дәүләтенә ҡушылыуҙы хуплау идеяһы ята.
һүҙ ыңғайында шуны ла әйтергә кәрәк: Рәсәйгә ҡушылыу кеүек оло тарихи ваҡиғаның фольклорҙа сағылыуы телгә алынған сюжеттар менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Риүәйәттәрҙә, бигерәк тә уларҙың шәжәрәләр эсенә инеп киткәндәрендә, был хаҡта махсус рәүештә бәйән ҡылына. Иван Грозныйҙың Ҡаҙанды алыуы, башҡорттарҙың Рус дәүләте ҡарамағына ҡалыуҙы Һорап, батшаға вәкилдәр ебәр еүе,
222
батша ҡарары менән үҙ ерҙәрен үҙҙәре биләмәгә ярлыҡтар яҙҙырып алыуы, яһаҡ түләү рәүеше һәм башҡа әһәмиәтле мәғлүмәттәр һаҡлана бындай риүәйәттәрҙә. Был йәһәттән айырыуса Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һәм Тамъян ырыуҙарының шәжәрәләре факттарға бай. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: «Ҡаюләрдан Үҫәргән руғындан Бикбау кеназ, Бөрйән руғындан Иҫке би кеназ, Ҡыпчак руғындан Мешавле Ҡара- ҡужаҡ кеназ, Тамъяндан Шагали Шағман кеназ —мәҙкүр дүрт билар [бейҙәр. — Ф. Н.\ Ҡазан шәһәренә барыб, Иван Грузныйгә мәғлүм улдылар. Ҡайдыр башҡорд жәмағәтларе- ни ихлас хеҙмәт итүләре берлә ҡабул идеб, рәғитлеккә [дәүләт халҡы итеп. — Ф. Н.] алғандан соң тарханлыҡ дәрәжәләрен кәрәм идуб [хөрмәт итеп. — төҙөүсе аңлатмаһы], үзләренә наград идеб, грамота илан ерларен вә суларын үлчәтеб вирелмакинә [бирмәклеккә. — Ф. Н.) илтимас илә гәриза ҡылдылар» (41, 71). Артабан башҡорт илселәренең теләгенә ярашлы рәүештә, аҡ батшаның указы, шул указ буйынса ете ырыу башҡорттарының ер сиктәрен билдәләүе, тейешле яһаҡты («атлар вә сусар, вә толко, <...> төлкө таба алмағанда бакырлата»...) бүлешеп түләү шарттары кеүек тарихи мәғлүмәттәр килтерелә был шәжәрәлә.
Баймаҡ районының Иҫән ауылында Йәрмөхәмәтөв Зөлҡәрнәй Әнәс улынан яҙып алынған «Ҡоломбәт батыр» исемле легендар риүәйәттә башҡорттарҙың Иван Грозныйға ун ике илсе ебәреүе, аҡ батшаның уларҙы бик яҡшы ҡабул итеүе тураһында хәбәр ителә (55, 173). Тәхет эйәһенең илселәрҙе хөрмәт менән ҡаршы алыуы риүәйәттәрҙә ҡабар- тыбыраҡ һүрәтләнгән, күрәһең. Мөнәсәбәттәрҙең ябай шарттарҙа бармағанлығы шул шәжәрәләрҙә һаҡланған мәғлүмәттәрҙән үк аңлашыла. Мәҫәлән, Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән, Тамъян ырыуы шәжәрәһенең икенсе вариантының аҙағында килтерелгән бер риүәйәттә Сурбан исемле байҙың аманат итеп Ҡазанда ҡалдырылыуы тураһында әйтелгән (41, 78).
Дөйөм алғанда, Рус дәүләте ҡарамағына ҡалыуҙы һорап, башҡорт иленән Иван Грозныйға вәкилдәр ебәрелеү тарихи дөрөҫлөккә тап килә (216, 56—66).
223
* * *
Хәрби-патриотик тема айырыуса 1812 йылғы француз һуғышы хаҡындағы риуәйәт-легендаларҙа аныҡ һыҙатланыш ала. Уларҙағы патриотик йөкмәтке халыҡ тормошондағы һәм рухи мәҙәниәтендәге оло үҙгәрештәрҙе сағылдыра. Берләшкән башҡорт ырыуҙарының ике быуаттан ашыу ваҡыт Рәсәй дәүләте ҡарамағында йәшәүе, милли һәм ижтимағи аң үҫешенең икенсерәк баҫҡысҡа күтәрелеүе кеүек мөһим факторҙар халыҡ ижады әҫәрҙәренә йоғонтоһоҙ ҡалмаған, әлбиттә. Хәҙер инде риүәйәттең төп геройы булып айырым бер ырыу йәки төбәк батыры түгел, ә илен, Ватанын һаҡларға дәррәү күтәрелгән халыҡ массалары сығыш яһай. 1812 йылғы Ватан һуғышында халыҡ массаларының уйнаған роле, уның патриотик тойғоһо, бигерәк тә «Икенсе әрме»16 әҫәрендә тәрән асыла. Рус батшаһының саҡырыуына ҡушылып, башҡорттарҙың француз яуына дәррәү күтәрелеүе риүәйәттә ҙур художество оҫталығы менән бирелгән, һуғыш хәбәрен ишеткәс тә «йәшен һуҡҡандай һиҫкәнеп китеп, аяғөҫтө баҫҡан бөтә Урал халҡы», ир-егеттәрҙе оҙатырға йыйылған бисә-сәсә, ҡарт-ҡоро, бала-саға, хушлашыу йәнле картина булып күҙ алдына баҫа.
Оҙатыусыларҙың яугирҙәргә биргән наказдары тәрән мәғәнәле, оло хис-тойғолар менән һуғарылған. Хикәйәләүҙең йолаға бәйле этнографик мәғлүмәттәр менән биҙәлеүе уның әһәмиәтен тағы ла күтәрә төшә. Бына ул мәғлүмәттәр: «...Яуға оҙатҡанда әбей-һәбейҙәр, яуға китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булһын тип, тегәр еп биргәндәр. Бисә-сәсәләр, күкрәктәрегеҙгә дошман уғы теймәһен тип, яуға барыусыларҙың түштәренә тәңкә теккәндәр, ҡыҙ-ҡырҡындар егеттәргә сер һаҡлаусы булығыҙ, тип, нағышлы янсыҡтар,
16 Риүәйәт, йыр, ҡобайыр жанрҙарын берләштергән үҙенсәлекле текст. Риүәйәте француз яуы тураһындағы йырҙарҙың килеп сығышына бәйле сығарылған. Әрме йырҙарын М. Буранғолов үҙенсә төркөмләп, «Әрмеләрҙә йөрөп сәс еткерҙем, сәскенәйем етте үрмәгә» тип башланған киң билдәле йырҙы ул —«Беренсе әрме», 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡындағы эскадрон йырҙарын — «Икенсе әрме», башҡорт ғәскәрҙәренең Перовский етәкселегендәге Урта Азия походы тураһындағыларын («һыр», «Аҡ мәсет») — «Өсөнсө әрме» тип атай.
224
ҡулъяулыҡтар биргәндәр, ти», һәр хәрәкәт поэтиклаштырып, шиғри һүҙ менән оҙатыла барған: «...Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп, / Иҫән йөрөп еңеп ҡайтығыҙ» (әбейҙ әрҙең әйткәне); «...Тәңкәләрҙәй төҫлө шылтырашып, / Шат көлөшөп, еңеп ҡайтығыҙ» (бисә-сәсәләрҙең әйткәне); «...Урал армыттарын семәрләгән / Сәскә менән бүләк бирәбеҙ. / һай, йәнкәйем, еҫкәгәндә аңҡыр илегеҙ, / Ил намыҫын бергә шул бүләктә / Йөрәгегеҙҙә бергә йөрөтөгөҙ» (ҡыҙҙарҙың йырлағаны).
Сәсәндәрҙең һамаҡлап ҡобайыр әйткәне иһә бөтә ил теләген белдергәндәй яңғырай. Уларҙың әйткәнендә Урал батыр, Салауат батырлыҡтары үрнәк итеп ҡуйылып, яуҙың ни тиклем яуаплы эш булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына, яугирҙәргә юғары талаптар (типһә тимер өҙөрҙәй, уйлағанда таш йоторлоҡ, һөйләгәндә ҡылды ҡырҡҡа ярырлыҡ батыр булыу кәрәклеге) билдәләнә. Хикәйәләү егеттәрҙең яуап һүҙе һәм яуға китеүҙәре менән тамамлана (55, 223—226).
«Икенсе әрме» М. Буранғолов тарафынан 1911 йылда Ырымбур әлкәһе Новосергеевка районы Мерәҫ ауылында Шәйех ҡурайсынан яҙып алынған. Билдәле булыуынса, арҙаҡлы ҡурайсылар көйҙөң үҙен генә түгел, уның тарихын да яҡшы белеп, башҡаларға нәфис тел менән еткерә белгәндәр. Шәйех ҡурайсы, күрәһең, шундайҙарҙың береһе булған. Өҫтәүенә, яҙып алыусыһы ла —сәсән телле Буранғол, һөҙөмтәлә, шиғри тел менән һуғарылған бай йөкмәткеле фольклор ҡомартҡыһы беҙҙең көндәргәсә килеп етеп, китаптарға теркәлеп, киләһе быуындарға тапшырыла килә. Риүәйәттең шиғри әһаңе тексҡа йыр һәм ҡобайыр индереүҙән генә килмәй. Уның сәсмә өлөшө лә һәр төрлө һүрәтләү сараларына, айырыуса сағыштырыуҙарға бай. Француз ғәскәрҙәренең Мәскәүгә инеүенән ҡаушап ҡалған батша һәм уның һанаттарына балыҡсы ҡарттың кәңәше бына нисек итеп бирелгән риүәйәттә: «Ай, оло батша! <...> һинең халыҡтарың Мәскәү тирәһендә генә йәшәмәйҙәр бит. Ат өҫтөндә ҡорҙай уйнаған, сабып килһә, елдәй гөжләгән, ҡая таштарҙа аҡ кейектәй һикергән, шыр урманды өс бүкәндәй һанаған, юшанлы сағылдарҙы еҙ йыландай аралаған, бүре, айыуҙы ҡуй бәрәндәрҙәй ҡырған <...> башҡорт тигән хал- ҡың бар бит. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ тигәндәй,
225
улар беҙҙең менән бер ерҙе еҫкәгән, бер һыуҙы эскән халыҡ бит. Шуларҙан ярҙам һора!—тигән». Күренеүенсә, ошо өҙөктә генә лә халыҡ ижадын, уның традицияларын йәшләй ҡандарына һеңдергән ҡурайсы һәм сәсән хәтере, уларҙың тел байлығы аша әллә ни тиклем мәғлүмәт һаҡланған. Башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте эсендә тотҡан урыны, халыҡтар берҙәмлегенең киҫкен мәлдәрҙә айырыуса әһәмиәтлелеге, илһөйәрлек тойғоһо кеүек юғары уйланыуҙар рус кешеһе, ябай балыҡсы ауыҙынан әйттер елгән. Фольклор әҫәре өсөн был хәл тәбиғи: балыҡсы образы эпос һәм әкиәттәр
геройына юл сатында осрап, уға ҡайһы юл менән китергә кәңәш биргән ҡарт образы юҫығында ижад ителгән. Балыҡсы риүәйәттә халыҡ вәкиле булараҡ күҙ алдына баҫа. Олуғ батшаның, уның кәңәшен тотоп, башҡорттарға мөрәжәғәт итеүе, шуның һөҙөмтәһендә килеп тыуған артабанғы ваҡиғалар шәхес һәм халыҡ берҙәмлеге, дәүләтселек төшөнсәләренең аңда күптән нығынған булыуына ла ишара яһай («бер ерҙе еҫкәгән, бер һыуҙы эскән халыҡ» үҙенең ер- һыуын, ватанын бергәләшеп яҡларға тейеш, тигәне).
Әгәр «Икенсе әрме» башҡорт ғәскәрҙәренең «тау шиш- мәһендәй ғожөлдәп, диңгеҙҙәй рус ғәскәренә барып ҡушылыуы» картинаһын һүрәтләһә, «Ҡаһым түрә» әҫәре халҡыбыҙҙың француз һуғышында күрһәткән батырлыҡтары тураһында бәйән ҡыла. Айырым шәхестең ҡаһарманлығын данлау маҡсатында барлыҡҡа килгән был әҫәр объектив рәүештә заманының тарихи шарттарын сағылдыра: ваҡиғалар ағышына халыҡ массаларының хәл иткес йоғонто яһағанлығын һүрәтләй. Аҡһаҡалдарҙың йыйылышып кәңәш-төңәш итеүҙәре, тирә-яҡҡа йәшен тиҙлегендә таралған оранды ишетеү менән, күҙ асып йомғансы ғәскәр йыйылыуы һ. б. күренештәр шуға миҫал. Яугирҙәрҙе яуға оҙатҡанда телгә килгән Уралтау образы айырыуса тәрән мәғәнәле: уның «һүҙе» ил, халыҡ һүҙе булып ҡабул ителә. Яуға китеүсе егеттәрҙең Урал һүҙенән рухланыуы, уларҙың тыуған ерҙән көс алыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Австрия еренә инеү, Парижды алыу эпизодтарын һүрәтләгәндә лә халыҡтың батырлығы менән ғорурланыу үҙәк урынға ҡуйыла. Ә Ҡаһым түрә иһә шәхси батырлыҡ күрһәтеүе менән генә түгел, ҡаһарман полководец,
226
ил теләген бойомға ашырыусы ил батыры, юлбашсы сифатында күҙ алдына баҫа.
Шуны ла әйтергә кәрәк: 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡындағы риүәйәттәр араһында Ҡаһым түрә (Курган, Силәбе яҡтарында «Ҡасим түрә») исеменә бәйле сюжеттар айырыуса популяр. Улар батырҙың тормошо, тыуған яҡтары, нәҫел-нәсәбе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә. Был йәһәттән бигерәк тә Башҡортостандың Стәрлебаш районында Ҡаҙаҡбаев Алтынбай Йәнғужа улынан (1879 йылғы) яҙып алынған вариант иғтибарҙы йәлеп итә: «Ҡасандыр Мырҙаш һәм Айыусы ауылдары бергә булған. Бында Мота- ғай тигән ҡарт йәшәгән. Уның Тувай менән һатлыҡ тигән улдары була. һатлыҡтың балалары булмай. Тувайҙан Ҡаҙаҡбай, Ҡаҙаҡбайҙан Мырҙаш, Мырҙаштан Ҡаһым түрә тыуған.
Ҡаһым түрәне Туйсин тип йөрөткәндәр. Ул дөрөҫ түгел. Туваев булырға тейеш, сөнки Ҡаһым түрәнең олатаһының атаһы Тувай булған. <...> Ҡаһым түрәнән Хәбибулла, Хә- бибулланан Йондоҙаҡ, Йондоҙаҡтан Ғәлиулла менән Вәлиулла тыуа. Вәлиулланың балалары булмай. Ғәлиулланан Ғәйнулла менән Хөснулла тыуа. Улар Ҡасимов йөрөйҙәр. Ғәйнуллаһы — уҡытыусы, Хөснулла — ябай колхозсы» (45, 89).
Ватан һуғышының атаҡлы ҡаһарманына бағышланған риүәйәт һәм йыр-риүәйәттәрҙең бөтәһе өсөн уртаҡ мотивтар булып геройҙың абруйлы командир булыуы, уның ҡаһарманлығы, фажиғәле үлеме тора. Ҡаһым түрәнең физик көсө, баһадирлығы бер осраҡта реаль һыҙаттар менән һүрәтләнһә, икенсе осраҡта эпик геройҙарға хас алымда тасуирлана: «...Уны көтөүҙәге бер ат та күтәрмәгән, тик Күксә менән Турысай ғына йөрөткән...» (45, 89).
Ҡаһым түрәнең үлем фажиғәһе күпселек варианттарҙа ағыу эсереү мотивына бәйле («Батшаның бер майоры, көнсөллөккә килеп, Ҡаһым түрәгә ағыу эсереп ебәрә. Шунда уҡ үлеп ҡала» һ. б. — 45, 90).
«һарыласәс» («Гөлбаҙыян») исемле бер риүәйәттә (313, 15—17) «Ҡаһым түрә ил аҡһаҡалдарының ораны, губернаторҙың фарманы буйынса Наполеон ғәскәренә ҡаршы сығыр өсөн майҙанға халыҡты йыйҙырған яугир командир булараҡ күҙ алдына баҫтырыла. Текстан аңлашылыуынса,
227
Ҡаһым — элек тә яуҙарҙа ҡатнашып, ҡаһарман командир исеме алған шәхес. Ҡаһарманлыҡ һынауын үткәреү аша йөҙ баштарын (сотниктар) һайлау эпизоды ла Ҡаһым түрә хаҡындағы сюжеттарға яңы бер йәм өҫтәүсе эпизод: «...Ҡаһым түрә <...> уң ҡулына ҡылысын, һул ҡулына өс ҡырлы һөңгөһөн алып, өс сажин аралыҡ менән кеше бейеклеге бағаналар башына һары тал сәнсеп ҡуйылған, уң яҡтан иң остағы бағанаға — ҡарасҡы, һул яҡта, тоҡ эсенә бесән тултырып элеп ҡуйылған кеше башы һымаҡ сәптәргә, атын ҡыҙҙырып сабып барған хәлдә, бер уңға, бер һулға әйләнеп, бер сыбыҡты ла ҡалдырмай өҙә сабып, һөңгө менән ҡарасҡыны, ҡылысы менән йомро «башты» сәнсеп алыуы булған, ҡарап тороусылар хайран ҡалып, Ҡаһымды хөрмәт ҡылғандар...» Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, риүәйәт журналға бик ныҡ әҙәбиләштереп баҫылған, әммә уның нигеҙендә халыҡ ижады әҫәре ятҡанлығы шик тыуҙырмай. Был фекерҙе «һарылай сәс» йыр-риүәйәтенең варианттары (263, 15—17) булыуы дәлилләй.
Ниндәй генә вариантта һөйләнелмәһен, «Ҡаһым түрә» хаҡындағы риүәйәттәрҙең ерлеге үҙенең төп мотивтарында ысынбарлыҡҡа тура килә. Ул — тарихи шәхес. Ә. 3. Әсфән- диәровтың архивтан табылған материалдары шуны раҫлай. Улар буйынса, Ҡаһымдың Стәрлетамаҡ әйәҙе Айыусы ауылында тыуған Юрматы ырыуы башҡорто булғанлығы күренә. Фамилияһы — Мырҙашев, исеме —Ҡасим. Архив яҙмаларын Алтынбай Ҡаҙаҡбаевтан яҙып алынған риүәйәт менән сағыштырып, тарихсы, улар араһындағы уртаҡ һыҙаттарҙы күрһәтеү менән бер рәттән, ҡайһы бер ҙур булмаған айырмалыҡтарҙы ла билдәләй.
Тарихи документтарҙа Ҡаһым түрәнең атаһы —Мырҙаш Туйсин. Мырҙаштың атаһы, риүәйәттә әйтелгәнсә, Ҡаҙаҡбай түгел, ә Туйсы (Туйсин фамилияһы унан килә), Ҡаһымдың улы — Хәбибулла Ҡасимов, Хәбибулланың улы — Йәноҙаҡ (риүәйәттә — Йондоҙаҡ).
-
йылда, йәғни француз яуы башланыр алдынан, Ҡасимға утыҙ өс йәш булған. Ватан һуғышына сотник дәрәжәһендә киткән, һәләк булыу ваҡыты — 1813 йыл. Риүәйәттәр менән архив яҙмалары араһында геройҙың хәрби дәрәжәһе тәңгәлендә лә айырма күренә: документтарҙа —
228
сотник, риүәйәттәрҙә, йырҙарҙа — ҡаһарман командир. Әнүәр Әсфәндиәровтың әйтеүенсә, башҡорт полктарында командирҙар булып, ғәҙәттә, рус хәрбиҙәре торған, башҡа милләт вәкилдәре, шул иҫәптән башҡорттар, командир ярҙамсылары булып хеҙмәт иткән. Улар ҙа ҡайһы ваҡыт тарихи документтарҙа командир булараҡ теркәлгән (Совет Башҡортостаны. 1986, 4 февраль).
Шулай ҙа йыр-риүәйәттәрҙә Ҡаһымдың «ғәскәр башлығы», «командир» тип нарыҡланыуы осраҡлы хәл түгел, булһа кәрәк. Геройҙы күмгәндә биш йөҙ кешенең онһоҙ ҡалып, ҡайғырыштарынан ҡәбер ҡаҙалмай тороуы; башҡорт батыры үлгәндән һуң хәрби уйындарҙы рус майоры уйнатыуы кеүек мәғлүмәттәр ҙә (50, 84—86) Ҡаһым түрәнең күберәк һанлы ғәскәр менән етәкселек иткән башлыҡ булыуына ишара яһай. Баймаҡ ҡалаһында Вәхитов Мәғәүиә Ғибәт улынан яҙып алынған бер риүәйәттә башҡорт яугирҙәренең рус ғәскәрҙәре менән бергәләп Парижға инеүҙәр е, күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡаһым түрәгә полковник исеме бирелеүе телгә алына (45, 90). Йөҙ башы булып киткән Ҡаһымдың яу дәүерендә икенсе дәрәжә алыуы ла ихтимал. Бәлки, халыҡ хәтере ҡағыҙҙа һаҡланмаған (йә әле табылмаған) информацияны һаҡлайҙыр.
Әгәр ҙә «Ҡаһым түрә» исемендәге сюжеттарҙа халыҡ һәм уны етәкләгән ҡаһарман башлыҡтың батырлығы данланһа, «Абдрахман Аҡъегет», «Йәнһары батыр» риүәйәттәрендә шәхси батырлыҡты данлау, ыңғай геройҙы идеаллаштырыу мотивы өҫтөнлөк итә. Шуға ла һөйләүсе шәхестең эшмәкәрлегенә дөйәм баһа биреү менән генә сикләнмәй, әуның характер һыҙаттарына баҫым яһап, образды күркәмләтеү ниәтендә гиперболик алымдар ҡуллана. Мәҫәлән, француз һуғышы батыры Абдрахман Аҡъегетов — пуля алмаҫ, ҡылыс үтмәҫ герой рәүешендә, Йәнһары батыр ҡеүәтле бәһлеүән, мәргән уҡсы булараҡ һүрәтләнә. Уның «атҡан уғы ике кеше аша үтеп сыға, <...> буйы ике аршын ярымға етеп, яурынға ла ибәтәйһеҙ киң була. Кес яғынан ат ни, ул ни!» (55, 229—230). Ошолай легендар формала, әкиәт геройҙары стилендә тасуирланһалар ҙа, риүәйәттәрҙә телгә алынған күпселек персонаждар — реаль шәхестәр. Уларҙың йәшәгән төбәге, дәрәжәләре, нәҫел ептәре билдәле,
229
улар хаҡында йырҙар йырлана. Әйтәйек, Абдрахман Аҡъ- егетовтың элекке Стәрлетамаҡ әйәҙе Үтәгән ауылы (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) кешеһе икәнлеге, француз һуғышында есаул дәрәжәһендә булып, күп ҡаһарманлыҡтар күрһә- теүе хаҡында Мехәммәтсәлим Өмөтбаев яҙмалары буйынса билдәле. М. Өмөтбаевтың: «Батырҙың улы Мырҙаҡай 1814 йылдың апрель айында атаһының француз телендә яҙылған өс запискаһын миңә тапшырҙы. Был ҡағыҙҙарҙы Абдрахманға крепость коменданттары биргәндәр (296, 34—35)», тигән мәғлүмәте иғтибарға лайыҡ. Риүәйәттең үҙендә килтерелгән: «Беҙҙең ауылдың хәҙерге Мырҙаҡаевтар ана шул Абдрахман нәҫеленән булалар», тигән юлдар ҙа риүәйәт поэтикаһы талабынан сығып ҡына әйтелгән һүҙҙәр түгел. Ә инде даны бөтә Башҡортостанға таралып, исеме йырҙарҙа мәңгеләштерелгән Ҡаһым түрәнең тарихи шәхес булыуында ла шик юҡ.
-
йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы ифрат көслө патриотизм хисен кисерә. Унда хатта башҡорт ҡатын- ҡыҙҙары ла ҡатнашҡан. «Ирәмәл» йыр-риүәйәтендә йәш ҡатындың яугир иренән ҡалышмай атҡа менеп, ҡорал алып француз яуына китеүен бәйән итһә (50, 73), «Йәнтүрә хикәйәһе» шул һуғышта ҡатнашып, батырлыҡтары өсөн миҙал алған ҡыйыу, сая, аҡыллы башҡорт ҡатынының дөйөмләштерелгән образын һынландыра. «Йәнтүрә хикәйәһе» — шулай уҡ тарихи ерлеге реаль булған сюжет. Ул 1847 йылда рус сәйәхәтсеһе Зефиров тарафынан француз һуғышында ҡатнашҡан Йәнтүрә менән осрашыу һөҙөмтәһендә ҡағыҙға теркәлгән һәм тәү башлап «Оренбургские губернские ведомости» журналында баҫылған (114, 669—671).
Француз һуғышы хаҡындағы риүәйәттәрҙең бөтәһендә лә халыҡ һәм Тыуған ил хаҡына эшләнгән бөйөк ҡаһарманлыҡты данлау идеяһы, илде ҡотҡарыуҙа үҙенең актив ҡатнашлығын тойған халыҡтың ғорурлыҡ хистәре ята. Шуға ла был әҫәрҙәрҙә төшөнкөлөк мотивтарына, илау-һыҡтау ауаздарына бөтөнләй урын юҡ, киреһенсә, уларҙа патриотик пафос, рух күтәренкелеге өҫтөнлөк итә. Үҙенең күңелен тетрәткән оло тарихи ваҡиғаны халыҡ үҙе аңлағанса, үҙ ҡараштары яҡтылығында бирә. Тарихи фактты эҙмә-эҙлекле һүрәтләү, уны туп-тура, нәҡ ысынбарлыҡта булғанса
230
күсереү халыҡ ижады әҫәрҙәренең бурысына инмәй, һәр осраҡта ла һөйләүсенең теләге, художестволы фантазияһы билдәле кимәлдә әҫәрҙең йөкмәткеһенә йоғонто яһамай ҡалмай. Быны беҙ башҡорттарҙың Наполеон яуында ҡатнашыуы тураһындағы риүәйәттәрҙә асыҡ күрәбеҙ. Улар Ватан һуғышы ваҡиғаларын сағылдырғанда тарихи хәҡиҡәткә тоғро ҡалһалар ҙа, деталдәрҙе, айырым эпизодтарҙы тасуирлағанда ижади уйҙырманы эшкә егәләр. (Башҡорттарҙы күргәс, Наполеондың Мәскәүгә ут төртөп ҡасыуы; күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн башҡорттарға рус батшаһының бүләк, мал-мөлкәт, ер тәҡдим итеү эпизодтары шундайҙар иҫәбенә инә.) Күтәрелештең масштабын, ошо ҙур яуҙа башҡорт халҡының индергән өлөшөн иҫкә алғанда, риүәйәттәге уйҙырманың ерлеге тәбиғи яңғырай. Уйҙырманың реаль нигеҙен раҫлаусы ҡайһы бер тарихи материалдарҙы килтереп китеү ҙә был ерҙә урынһыҙ булмаҫ, моғайын.
Билдәле булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышына һәм 1813—1814 йылғы сит ил походтарына ебәреү өсөн башҡорт атлыларынан 20, мишәрҙәрҙән 2, типтәрҙәрҙән 2 полк төҙөлгән. Быларҙан тыш, 2 башҡорт полкы хөкүмәткә бүләк ителгән 4139 атты оҙатып барған (239а, 173—174). Полктарҙың күбеһе Кутузов етәкселек иткән рус армияһы составында Данциг, Лейпциг, Париж һәм башҡа ҡалалар янындағы һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Француздар башҡорт һуғышсыларын мәргәнлектәре өсөн «көнсығыш амурҙары» тип атағандар (296).
һуғыштың тәүге этабындағы Бородино янындағы һуғышта ла, Мәскәүҙе азат итеүҙәге бәрелештәрҙә лә башҡорт ғәскәрҙәре ҙур активлыҡ күрһәтә. Тылда ҡалған башҡорт халҡының ярҙамы —шулай уҡ заманы өсөн тойолорлоҡ һәм оло маҡтауға лайыҡлы ярҙам. Мәҫәлән, Ырымбурҙың хәрби губернаторы Волконский Александр Беренсегә ебәргән донесениеһында: «Башҡорттар һәм мишәрҙәр «яҡшы теләктән сығып, ата-бабаларының дәүләт именлеге хаҡындағы хәстәрлектәре өлгөһөнә эйәреп, <...> үҙ ризалыҡтары менән улан һәм ялан артиллерия полктары өсөн бер ниндәй түләү алмайынса, үҙҙәренең йылҡы өйөрөнән 3600-ҙән ашыу ат бирергә әҙер төрөуҙарын хәбәр иттеләр», — тип яҙа. Башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең аттар менән ярҙам итеүе
231
артабан да дауам иткән; бик тиҙҙән уларҙың һаны 4139-ға барып етә. Был аттарҙы оҙатып барыу өсөн 1092 башҡорт атлыларынан команда
Достарыңызбен бөлісу: |