Ғасабиланыу — ҡыҙып китеү, ярһыу, ҡыҙыу.
4*
99
-
Мин дә шуны уйлап торам. Сәнселеп китһендәр! Ҡайҙан китергә ваҡыт тапҡандар. Исмаһам, бер генә көн торорға ине!.. Былай булһа, беҙ уларҙы күрә алмай ҙа китәбеҙ бит инде!..
Новиковтың «күрә алмай ҙа китәбеҙ» тигән һүҙе миңә ниндәйҙер көс бирҙе. Мин тиҙ генә ишек төбөнә килдем.
-
Әйҙә, сығабыҙ! — тип атлай башланым. Новиков, елкәһенә аҫа торған сумкаһын ҡулына тотоп, минең арттан сыҡты. Беҙ сыҡҡанда бөтә аттар егелгән, алдағы повозкалар, ҡуҙғалып, ҡапҡанан сығалар ине. Беҙ ашығып Карташов бричкаһына ултырҙыҡ. Аттар ҡуҙғалды. Беҙҙең күҙҙәр тәҙрәләрҙә. Ишек алдында бер ҡыҙ ҙа күренмәй, тимәк, улар дәрескә ингәндәр. Сәғәт 11, дәрес ваҡыты.
Беҙ, ҡапҡанан сығып, ҡойма буйлап, күпергә төшкәндә, ике ҡатлы аҡ йорттоң көньяғында, веранда баҫҡысында, аҡ күлдәкле ике ҡыҙ баҫып тора ине. Новиков, уларҙы күреп, фуражкаһын болғаны. Уның артынса мин дә болғаным. Улар беҙгә бер ишара күрһәтмәнеләр. Ьаман бер урында һөйәлеп ҡалдылар. Беҙ һаман фуражкаларҙы болғай-болғай, артҡа ҡарап барҙыҡ. Улар баштарын түбән баҫтылар. Новиковтың күңеле йомшарҙы:
-
Күрәһеңме, улар илайҙар, — тине. Беҙ фуражкаларҙы башыбыҙға кейеп, ҡарап ҡына бара башланыҡ. Улар беҙгә айы- рым-асыҡ күренәләр ине. Гонаһ шомлоғона ҡаршы, беҙҙең юл урманға инде. Веранда ла, унда торған кешеләр ҙә йәшеренделәр. Беҙ баштарҙы баҫып, ауыр тойғоларға сумдыҡ.
Карташов, беҙҙең был ҡыланышҡа өндәшмәй барған икән, урман эсенә ингәс тә, беҙ һаман артҡа ултырып барғас, ул беҙҙе шаяртып:
-
Был яҡҡа әйләнегеҙ инде, урман аша барыбер күрә алмаҫһығыҙ, — тине. Был һүҙ беҙгә ауыр тойолдо. Новиков ҡарлыҡҡан тауыш менән:
-
Пожалуйста, тик барығыҙ, һеҙҙән һорамайҙар бит! — тип, үҙ килешендә ултырып бара бирҙе. Беҙ шул асыуҙан тәмәке тоҡандырҙыҡ. Карташов та беҙгә башҡа һүҙ өндәшмәне. Бер арбала өс кеше бер һүҙһеҙ тын ғына бара инек. Тик күсер генә һүгенә-һүгенә аттарын ҡыуа ине.
ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК
Беҙ баҙарлы местечкоға килдек. Местечконың бөтә халҡы тип әйтерлек еврейҙарҙан тора. Мал баҙарында поляк крәҫтиәндәре. Беҙ арбанан төшөүгә казначей килде.
-
Маклерҙар кисә үк килеп мал алғандар. Крәҫтиәндәр аҡса көтәләр. Тиҙерәк барып, һатып алынған малдарҙы ҡабул ит! Инструкция буйынса быуаҙ малдарҙы, сирле малдарҙы алырға ярамай. Ҡалғандары һимеҙме, арыҡмы — барыһы ла бара, — тине. Мин әле үҙ эшем тураһында яңы мәғлүмәт алам.
100
Быға тиклем ул турала уйға ҡалдым. Мин башҡорт булып, башҡорт ауылында үҫһәм дә, ошо көнгә тиклем баҙарға сығып бер баш мал алғаным юҡ. Малдың һимеҙлеген, арыҡлығын һынап ҡарағаным юҡ, быуаҙ мал тураһында мин аҙ ғына булһа ла хәбәрҙар түгел. Хатта һыйырҙың быҙаулаған сағын да күргәнем юҡ. Мин, бөгөн һуғышта йөрөһәм дә, был йәшемә тиклем тауыҡ та, сысҡан да һуйғаным юҡ. Бөгөн мин армия өсөн көтөү-көтөү малды ҡарап ҡабул итергә, ҡабул итеү актына ҡул ҡуйырға тейешмен.
Юлда барғанда үҙемдең хәлемде Новиковҡа һөйләп барам. Ул мәсьәләгә еңел, анһат ҡарай:
-
Уның нимәһенә ҡарайһың, тот та ҡабул ит, иҫерек баштар шуны тикшереп торорҙар тип уйлайһыңмы? Унан һуң өйрәнерһең...
Новиковҡа бер яҡтан асыу килә. Икенсе яҡтан күңелде йылытам. «Әйҙә, һынап ҡарайым әле», — тигән булам. Ләкин күңел ҡурҡа, ысын шөрләй:
-
Әгәр берәй яңылыш эш эшләһәм, полевой судҡа бирерҙәр, атырҙар, беҙҙе шуның өсөн юрамал ебәргәндәрҙер?.. — тигән береһенән-береһе ҡурҡыныс уйҙар башҡа киләләр. Мал ҡамалған аҙбарға килдек. Ҡапҡа төбөнә өҫтәл ултыртылған, өҫтәл эргәһенә дүрт-биш мылтыҡлы һалдат ҡуйылған, ике маклер мине ҡаршы алды:
-
Ьеҙ ҡабул итәһегеҙме? — тинеләр. Мин ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына:
-
Эйе, мин!.. — тинем. Өҫтәлдән миңә урын күрһәттеләр. Мин, өҫтәлгә ултырғансы, ҡапҡа аша малдарға күҙ һалдым. Ни күҙем менән күрәйем — ул аҙбарға бер нисә йөҙ баш сусҡа бикләнгән!.. Бысраҡ аҙбарҙа арҡаларына тиклем батҡаҡҡа сумған сусҡалар ғыззз итеп сыйылдашып, тулҡынланып торалар. Был сирҡаныс күренешкә минең тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып киттеләр. Күҙ алдарым ҡараңғыланды. Көскә генә өҫтәлгә килеп ултырҙым. Мин быға тиклем һарыҡ, һыйыр малдары тураһында баш вата инем. Хәҙер минең алдымда башыма килмәгән, ата-бабам аҫрамаған сусҡалар сыйылдашалар. Уларҙың сыйылдашыуҙары ҡолаҡтарымды ярып, йөрәгемә әсе ут булып инделәр. Шуларҙы күрмәҫкә, тауыштарын ишетмәҫкә тиҙерәк- тиҙерәк ҡасырға уйланым. Ләкин мөмкин түгел. Мин шул ауыр тәьҫораттан айнып етмәнем, уға тиклем сусҡаларҙы аҡыртып берәм-берәм минең алға алып килә башланылар. Маклерҙар:
-
Господин приемщик, йә, нисек, ярарлыҡмы? Беҙҙеңсә, ярарлыҡ бит! — тиҙәр. Ҡолағына тиклем бысранған сусҡалар тураһында мин ни беләм? Ул ауырыумы, быуаҙмы — береһен дә белер әмәл юҡ. Күбеһенең эстәре шалпайып төшкән. Имсәктәре ергә һөйрәлеп баралар. Үҙҙәре өҙлөкһөҙ мырҡылдайҙар. Нығыраҡ тотһалар, әсе тауыштар менән ҡолаҡтарҙы ярырлыҡ
101
итеп сыйылдап ебәрәләр. Мин уларҙың тауыштарынан тиҙерәк ҡотолоу өсөн:
-
Ярай, үтерлек! — тигән булам. Ул сыйылдауҙар араһында минең тауыш әллә ишетелә, әллә юҡ, һаман алып үтә бирәләр. Минең күҙҙәр талды, ҡолаҡтар тондо; миңә сусҡаларҙың йә аяҡтары ғына, йә ҡорһаҡтары ғына, йә ҙур ҡолаҡтары ғына, йә кәкрәйеп торған кескәй ҡойроҡтары ғына күренә, күҙгә салына башланылар. Минең алдан бер нисә йөҙ сусҡа үтте, барыһына ла:
-
Ярай, үтерлек! — тип, тутыйғош һымаҡ бер һүҙҙе ҡабатлап ултыра бирәм. Минең башҡа бер уй төштө, мин әйтәм:
-
Туҡта, былай ярамаҫ, бер аҙ формаһына килтерәйем. Ошо тиклем сусҡа араһынан исмаһам бер нисәһен бракка сығарырға кәрәк! — тип уйланым. Ҡапыл айнып китәм дә, күҙҙәрҙе нығыраҡ асып, бер аҙ урындан ҡалҡа төшөп, сусҡаларға иғтибарлыраҡ ҡарай башлайым.
Йәш кенә, түңәрәк, һимеҙ сусҡалар үтәләр. Йәш булғас, таҙа, һимеҙҙер, тип уйлайым. Бына берәүһе килеп сыҡты. Бегемот ҙурлығы булыр. Эсе шалпайған, әллә ни тиклем имсәктәре ергә тейә яҙып киләләр. Ҡорһаҡ аҫтары ҡып-ҡыҙыл, сейләнгән кеүек тора. Үҙе бысраҡ, ҡарауға имәнес инде. Үҙе өҙлөкһөҙ ҡалын тауыш менән мырҡылдап килә:
-
Был быуаҙ икән, ситкә алығыҙ! — тинем. Шуны ғына көтөп торган һалдаттар мылтыҡ прикладтары менән төртөп сыйылдатып ситкә сығарып ебәрҙеләр. Уның артынса теге ҙур сусҡаның эйәһе — ҡарт поляк крәҫтиәне минең аяҡҡа килеп йығылды, бүркен алып, Алла исеме менән миңә ялына башланы:
-
Уның балалауына бер генә ай булды. Ул быуаҙ түгел. Ул бик яҡшы тоҡом сусҡаһы. Ул егерме бот ит бирә. Нуждам өсөн генә һата инем. Господин, пожалуйста, ҡабул итегеҙ инде!
Мин ғәжәп уңайһыҙ хәлгә ҡалдым. Ни әйтергә белмәнем. Аптырағас, бер һүҙ әйтмәҫкә ҡарар иттем. Ьалдаттар, крәҫтиәнде етәкләп, өҫтәл эргәһенән алып киттеләр. Шунан һуң тағы ла баяғыса, бөтә сусҡаларҙы:
-
Ярар, үтерлек! — тип үткәрә башланым.
Был баҙарҙа бер һарыҡ, бер һыйыр булманы. Алғандары ылғый сусҡанан тора ине. Сусҡаларҙың сыйылдауҙарына, күҙ алдынан үткән имәнес картинаға минең иҫ китте, ҡолаҡтар тондо. Фатирға аңра булып ҡайттым. Тиҙ генә карауатҡа йығылдым.
Тәмәке тартып уйлап ятам: «Кисә генә Ирочкалар эргәһендә аҡылдан шашып, бөтә донъяны онотоп, уның бөҙрә сәстәре арҡыры ҡайнар, йомшаҡ битенә башымды ҡуйып ултыра инем. Ул минең өсөн тормошомда осраған иң ҡәҙерле, иң ләззәтле минуттар ине. Бөгөн имәнес, сирҡаныс сусҡалар араһында ултырам. Уларҙың тауыштары минең йөрәгемде тутлы бысаҡтар менән ҡырҡалар. Мин Ирочкамды уйлаған, уның тураһындағы
102
тойғоларым менән ләззәтләнгән мәлдә, ҡолаҡтарыма мырҡылдаған, сыйылдаған сусҡа тауыштары инәләр».
Кис Новиков менән бик оҙаҡ йоҡламаныҡ. Көйләшеп яттыҡ, төрлө пландар ҡорҙоҡ:
-
Бер төн приютҡа Ирочка, Женялар эргәһенә барырға, уларҙы алып, ҡасҡын поляк крәҫтиәндәре булып, тегеләр менән Рәсәйгә ҡасырға... Кире фронтҡа барып, үҙебеҙҙе үҙебеҙ яралап лазаретҡа китергә, шунан һуң отпуск алып Женялар, Ирочкалар эргәһенә килергә.
Ләкин бер план барып сыҡмай, ҡалай ҙа килештереп булмай. Пландар барып сыҡмағас, беҙ бер-беребеҙ менән һөйләшмәй, тын ятабыҙ. Шунан һуң, гүйә, бер еренә ут тоҡанған кеүек Новиков һикереп тора. Иҙән буйында ҡыҙыу-ҡыҙыу йөрөй башлай. Бөтә донъяһын яндырып һүгергә тотона:
-
Уйлап ҡараһаң, тиреңә һыймайһың. Йә, уйлап ҡара, беҙ ни өсөн, кем өсөн былай итеп йөрөйбөҙ? Быларҙың барыһы ла халыҡтың аңралығынан! Эгәр ҙә аңра булмаһалар, һарыҡ көтөүе һымаҡ утҡа баралармы ни улар? Бер уйлағанда, һарыҡ көтөүенән дә аңрараҡ. Бар, һарыҡтарҙы утҡа ҡыуып ҡара, улар янып торған утҡа мәңге бармайҙар. Атһаң да бармайҙар. Э беҙ, аңралар, барабыҙ. Уның өсөн беҙгә ни бирәләр? Кукиш! — Бер аҙ уйлап тора. — Эгәр ҙә халыҡҡа үҙенең шул аңралығын төшөндөрһәң, береһе лә бармаҫ ине. Был һуғыш күптән, хатта башланмаҫ борон бөткән булыр ине, уйлап ҡара: әле беҙ яңы донъя күрәбеҙ, әле беҙ тормоштоң рәхәтен яңы һиҙә башланыҡ. Шул ваҡытта себен кеүек итеп, һине бер снаряд һытып үлтерһен! Ул һуғыштан мин ни файҙа күрәм? Миңә уның ни кәрәге бар? Унан кем файҙа итә? Әлбиттә, беҙ түгел. Әлбиттә, өйөндә бот күтәреп, түбәгә төкөрөп ятҡан байҙар файҙа итәләр. Ошо беҙҙең арабыҙҙа ҡайһы байҙың балаһы хеҙмәт итә? Барыһы ла ярлылар. Ҡайҙа ла ярлылар ҡырыла, ҡайҙа ла ярлылар этлек күрәләр. Бер уйлағанда, беҙгә бер пуля атырға ла ярамай. Ә беҙ, аңралар, көн-төн йоҡламай, ас, яланғас ут эсендә йорөйбөҙ, һис бер маҡсатһыҙ, себен кеүек ҡырылабыҙ.
Новиков был һүҙҙәрен әллә ҡайҙа, юғарыға ҡарап һөйләне. Мин уны айырым бер тулҡын менән тыңланым. Ул эскәмйәгә ултырып тәмәке тарта башлағас, мин дә ятҡан урынымдан тороп:
-
Уйлап торһаң, дөрөҫ инде, әй!.. — тип, шинелде яурынға һалып, Новиковҡа ҡаршы ҡарап ултырҙым. Йоҡо асылды. Хәҙер төн урталары яҡынлаша инде. Беҙ икәү һаман ултырабыҙ. Окопта ҡалған Байғужа, Буранбай, Индрилдарҙы иҫкә алдыҡ. Беҙ уларға әллә ҡасан хат яҙырға уйлағайныҡ. Ләкин беҙҙең көндәр әллә нисек үтәләр. Күп ваҡыт буш йөрөйбөҙ. Ә хат яҙырға ваҡыт тапҡаныбыҙ юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, ултырып хат яҙырға кәйеф булғаны юҡ. Йөрәк ярһый, йөрәк тулҡынлана, йөрәк бер урында түгел. Окопта мәлдә беҙҙең күңелдә артыҡ теләк юҡ
103
кеүек ине. Һәр бер выжлаған пуля, һәр бер ярылған снаряд беҙгә иркен уйларға, иркен фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирмәй ине. Уйҙар томаланған, тойғолар тупаҫланғайны. Беҙҙә ике хайуан тойғоһо бар ине: береһе — йәнде һаҡлау, икенсеһе — ас ҡарынды туҡландырыу. Хәҙер беҙ окоптан ситкә киткәс, иркенгә, ҡурҡынысһыҙ ергә сыҡҡас, окоп дәһшәттәре бөтә киңлеге менән күҙ алдынан үтәләр, һәр бер күренештәре йөрәккә ут ағыҙалар. Тормоштоң матур яҡтары, йәшәүҙең ләззәте, рәхәте, күңелдең шуға ирекле булырға теләүе. Шул иреккә күңелдең ярһыуы, тулҡынланыуҙы, баштағы уйҙарҙы, хыялдарҙы эшкә тарталар, уларға майҙанды киң итеп йәйеп ебәрәләр.
Оҫта һунарсылар, яланға сыҡҡанда, һунар эттәрен айырым бер ябыҡ аҙбарға тейәп алып сығалар, һис тә булмаһа, муйынына еп менән бәйләп алып баралар. Ул ваҡыт эт һунар ҡомары менән ярһынып, елкенеп бара. Ул түҙемһеҙлек менән үҙенең йәнлеген көтә. Уның күҙҙәрен ҡан баҫа. Ләкин, ул ҡасан булыр, ҡасан осрар, ҡасан һырт биреп ҡасыр, уны күрмәй. Ул уны һунарсы эйәһенең ишараһынан көтә. Уның өсөн шундай минут була. Уйламағанда бер йәнлек күренә. Һунар ҡомары менән күҙҙәрен ҡан баҫҡан эт, бауын ысҡындырып, бер генә «һөс!» тиеү менән, бөтә көстәре, бөтә ғәйрәте менән алға атыла. Уға ут, һыу күренмәй, соҡор, таш беленмәй, тик уның күҙҙәренә алдынан тәгәрәп барған йәнлек нөктәһе генә күренә. Уның ярһыған йөрәге шул нөктәгә етеү өсөн ашҡына. Ул минут уның өсөн донъяла шул тәгәрәп барған нөктә генә бар. Уның өсөн уйлаған уйҙарҙың сиге шунда ғына...
Бөгөн беҙҙең уйҙар, хыялдар ҙа, нәҡ бауҙан ысҡындырылып, һунарға ебәрелгән эт кеүек ярһынып, ашҡынып сабалар. Беҙҙең уйҙар, хыялдар беҙҙең күңел теләгән ирек нөктәһенә ҡарап сабалар. Уларҙы тыйыу, йүгәнләү мөмкин түгел. Беҙ үҙебеҙ шул уйҙар, хыялдар артынан сабабыҙ. Сөнки беҙҙең уйҙарҙың сиге беҙҙең өсөн ана шул ирек нөктәһендә күренә...
Беҙ үҙебеҙ йоҡонан үҙ ваҡыты менән уянмай башланыҡ. Бөгөн дә беҙгә, таң хәбәрсеһе булып, әлеге унтер Карташов килде. Ул беҙҙе уятҡанда иртәнге сәғәт ун ине инде. Карташов беҙҙән көлдө:
-
Һеҙ тамам бариндар булдығыҙ! Һеҙҙе обязательно уятырға кәрәк. Унан һуң кейенеү өсөн кейемдәрегеҙҙе тотоп торорға кәрәк.
Новиков ғәҙәте буйынса, нимәгәлер, уға бәйләнмәне. Сөнки был һүҙҙәрҙе Карташов ысынға алып әйтмәне. Ярым шаярып ҡына һөйләне. Новиков бик етди ҡиәфәт менән:
-
Беҙ окопта айҙар буйы йүнле йоҡо күрмәнек. Хәҙер шуның ҡәҙерен белергә кәрәк. Кем белә, тағы иртәгә окопҡа ебәрерҙәр, — тине. Карташов сығып китте. Уның артынса, минең күҙ алдына тағы сусҡа көтөүҙәре килеп баҫты. Улар мырҡылдайҙар, сыйылдайҙар. Уларҙан аңҡып торған һаҫыҡ тиреҫ еҫтәре тағы минең танауға бәреләләр.
104
ТУҒЫҘЫНСЫ БҮЛЕК
Беҙ кескәй генә баҙарлы ауылға килеп ингәндә, урамда атлы казактар йөрөйҙәр ине; маклерҙар баҙар мөйөшөндә беҙгә ҡаршы осранылар.
-
Бөгөн бында баҙар булманы. Баҙарҙағы халыҡты атлы казактар таратты, — тинеләр. Беҙ аптырап ҡалдыҡ. Ысынлап та, урамда халыҡ юҡ. Тәҙрәнән урамға ҡараған йөҙҙәр күренәләр. Һәр тәҙрәгә ҡараһаң, баш артында баш күренә. Беҙ урамға килеп туҡталғас, күп күҙҙәр беҙгә шөбһә менән ҡарайҙар. Ҡайһы тәҙрәләр ҡапыл ябылалар, йәки тәҙрәләрҙән баштары эскә тартылалар. Урамдан ҡыйыш арбаға ултырған бер еврей ҡарты килә. Ул ынтылып-ынтылып атын ҡыуа, йөрөшөн тиҙләтергә тырыша, уға ҡаршы йөҙгә яҡын атлы казак килә. Улар баҙарҙан юғары үтәләр. Бер атлы казак беҙҙең янға килеп тәмәке тоҡандыра, һорашабыҙ:
-
Баҙар ниңә таратылды?
-
Еврейҙар, поляктар бунтовать итәләр.
Ул туҡтап торманы, юлына китте. Беҙ ҙә постоялый дворға табан аттарыбыҙҙы борҙоҡ. Начальниктан приказ булғансы, үҙебеҙ тамаҡланырға, аттарыбыҙҙы ашатырға булдыҡ.
Беҙ постоялый дворға инеп ҡағынып, йыуынып йөрөгәндә беҙҙең янға бер поляк ҡарты килде. Заманында ыҫпай, килбәтле ир булғанға оҡшай. Аяғына иҫке итек башы, ҡыҫҡа балаҡлы туҙып бөткән салбар, өҫтөнә ташландыҡ һалдат шинеле, башына козырекһыҙ фуражка кейһә лә, кәүҙәһе төҙ, йөҙ һыҙыҡтары дөрөҫ, эскә батҡан ҙур күҙҙәре генә өмөтһөҙ ҡарайҙар. Ул беҙҙән икмәк һораны. Новиков йөктән сумкаһын алып уға икмәк телеп бирҙе. Беҙ уның кем икәнлеген һорашманыҡ, ул икмәкте алып ҡултығына ҡыҫтырыу менән беҙгә һорау бирҙе:
-
Һеҙ ҡайһы яҡтан булаһығыҙ?
Мин уға:
-
һаҡмар яғы, — тинем. Ул баҫҡыс төбөнә барып ултырҙы ла бик ҡәнәғәт төҫ күрһәтеп, һүҙгә башланы:
-
Исмаһам, һеҙ һуғышта йөрөһәгеҙ ҙә, һеҙҙең ата-әсәләре- геҙ йылы, тыныс урында ҡайғыра торғандарҙыр. Э беҙҙең хәлде һөйләргә түгел. Бына минең бер балам һуғышта йөрөй. Минең йортом позиция уртаһында ҡалды. Хәҙер минең семьям да юҡ. Үҙем генә...
-
Семьяң ҡайҙа, ҡарт? — тинем. Ул башын түбән баҫты. Күҙҙәренән бер нисә тамсы йәш тамды. Уның күҙ йәше минең өсөн бик ауыр булды. Мин, ҡарттың йәшен күрмәҫ өсөн, ситкә ҡарап, тәмәке төрә башланым. Ул әрнеүле тауыш менән һүҙен дауам иттерә башланы.
-
Һорашма инде, һалдат. Эле беҙҙән фронт байтаҡ алыҫ ине. Мин яланда саҡта немец аэропландары бомба ташлағандар. Шунда минең ауырыу ҡарсығым да, утта ҡалған йәш ба
105
лаһын ҡотҡарам тип, балаһы менән киленем дә яндылар. Өйҙөң нигеҙ урыны һәм кәлдәре генә ҡалдылар. Бер мин генәме ни, хәҙер минең ишеләр меңәрләп, унар меңләп һаналалар. Баҫыу ерҙәребеҙ ҡаҙылып, боҙолоп бөткән, йорттар емерелгән, бөтә фронт буйы менән халыҡтар, уларҙың бала-сағалары торлаҡһыҙ, асыҡ һауала ҡалғандар.
Ҡарттың был һүҙҙәре йөрәктән, тәрәндән ҡайнап сығалар. Ул фронт фажиғәһе кисергән йөҙҙәрҙең, меңдәрҙең йөрәге. Хәсрәтен, аһын һөйләй. Уның һүҙҙәре артында халыҡ фажиғәһе ята. Өйҙән арыҡ һәм ҡаҡса ғына бер еврей сыҡты. Күрәһең, ҡарттың һүҙҙәрен тыңлап торған. Ул ҡарттың һүҙен бөгөнгө баҙар ваҡиғаһына бәйләп алып китте.
-
Ай-Һай, ай-һай, яман эшләйҙәр. Атлы казактар яман эшләйҙәр. Бына һеҙ ҙә крәҫтиән балалары бит. Уйлап ҡарағыҙ, уйлап ҡарағыҙ. Фронт буйында ерҙәре ҡалған крәҫтиәндәр батшаға прошение биргәндәр. Тиҙерәк мир яһал ыуын һорағандар. Шуға яуап булмағас, бөгөн баҙарға йыйылған крәҫтиәндәр шаулаша башлағандар. Бөгөн шуның өсөн атлы казактар бөтә местечконы айҡап сыҡтылар. Крәҫтиәндәрҙе арестовать иттеләр. Еврейҙарҙың лавкаларын таланылар. Бында еврейҙың ни ҡатнашы бар? Уның ере юҡ. Улар батшаға ғариза бирмәгәндәр. Ай-Һай, ай-һай, атлы казактар насар эшләйҙәр. Насар эшләйҙәр...
Әллә беҙҙән шикләнепме, теге еврей ашығып ҡапҡанан сыҡты. Ьарай аҫтынан бер нисә ҡасҡы крәҫтиәндәр килеп беҙҙең түңәрәккә сүгәләп ултырҙылар. Беҙ Новиков менән уларҙың хәбәрҙәрен тыңланыҡ. Уларҙың да бөтә фекерҙәре проше- ниеның бөгөнгө һөҙөмтәһе тураһында йөрөй. Яҙ етә башлағас, бер нисә прошение яҙҙырғандар, ул прошениеның ҡыҫҡаса айышы ошолай булған:
«Хәҙер яҙ яҡынлаша, сәсеү миҙгелдәре етә. Баҫыу, ерҙәребеҙ һуғыш аҫтында яталар. Эгәр был яҙ иген сәсә алмаһаҡ, беҙҙең бөтә ерҙәребеҙ әрәм булып ҡалалар. Семьяларыбыҙ тағы ла ас ҡаласаҡ. Беҙгә кәсеп юҡ. Шул аяныс хәлебеҙҙе бәйән итеп, һеҙ ғали император хәҙрәттәренән үтенәбеҙ: бөтә ил һәм һуғыштан аҙап күргән халыҡтарҙың күҙ йәштәре хаҡына сәсеү ваҡытына тиклем солохҡа килеүегеҙҙе».
Бындағы крәҫтиәндәр, шул прошениеға таянып, мир көткәндәр, уларҙан аҡса алып, прошение яҙған адвокаттар ул прошениеның батша тарафынан иғтибарға алыныуына халыҡты ышандырғандар. Ниһайәт, халыҡтың түҙеме бөткән. Яҙ еткән. Сәсеү ваҡыттары уҙып баралар. Әле мир тураһында бер нәмә лә юҡ. Шул түҙемһеҙлектән сыҡҡан крәҫтиәндәр, баҙарға йыйналғас, шунда кәңәш иткәндәр ҙә адвокат өйөнә барғандар. Уны быуып ырғытырға уйлағандар. Ул ҡасҡан, уның асыуын
приставтан алырға уйлағандар. Ул да ҡасҡан. Уның тәҙрәләрен ватҡандар. Военный складҡа һөжүм иткәндәр. Ләкин был хәрәкәт йәйелеп өлгөрмәгән, яҡын-тирәлә ятҡан атлы казактар быларҙың хәрәкәтен баҫып өлгөргән. Беҙ нәҡ шул финал бөткән мәлдә генә килгәнбеҙ.
Новиков был ваҡиғаға артыҡ әҫәрләнде. Ул башта, ике ҡулын яңағына ҡуйып, бик оҙаҡ тыңланы. Крәҫтиәндәр һүҙенә ҡатнашманы. Һуңынан бөтә ата-бабаларынан алып атлы казактарҙы һүкте.
-
Бына эске дошман тигәндәре шулар инде. Һай, шәп кешеләр ни... Бындай ҡоралһыҙ, ярҙамһыҙ ас крәҫтиәндәрҙе туҡмарға килгәндәр. Шәп булһа, улар фронтта һуғышһындар. Улар алғы позицияға бармайҙар шул. Унда беҙҙең кеүектәрҙе илтеп һалалар. Ә атлы казактар артта, крәҫтиән талап, һимереп яталар...
Новиковтың был ҡыйыу һүҙе крәҫтиәндәргә бик оҡшаны. Уларҙың барыһы ла Новиковтан риза булғандарын йөҙҙәрен йылмайтып, баштарын һелкеү менән белдерҙеләр. Ул арала унтер Карташов тәҙрәнән беҙгә ҡысҡырҙы. Сәйҙең әҙер булыуын белдерҙе.
Новиков крәҫтиәндәр эргәһендә сиселмәгәйне. Сәй эсергә ингәс, туҙынып китте. Атлы казагын да, генералын да, һуғышын да, бөтәһен дә ләғнәтләне. Эттән алып эткә һалды. Шым ғына тыңлап ултырған Карташов Новиков менән бәхәскә килде:
-
Беҙ һүгенеү менән эш булмай бит. Бында мәсьәлә дипломатиянан тора. Дипломатия шулай. Шуның өсөн һуғыш кәрәк.
Карташов, бик тәрән мәғәнәле һүҙ әйткән кеүек, төҫөнә бик мөһим ҡиәфәт сығарып, күҙҙәрен йылмайтып, Новиковтан һүҙ көтә башланы. Новиков өсөн был дары өҫтөнә кәрәсин һипкән кеүек булды:
-
Дипломатия тиһегеҙме? Дипломатия кем өсөн, беҙҙең өсөн түгел, крәҫтиәндәр өсөн түгел, үҙҙәре өсөн генә. Халыҡ аңра. Әгәр ҙә улар, аңра булмаһалар, ни за что һуғышҡа бармаҫтар ине. Бөгөн күрәһең бит әле. Улар хәҙер аңлай башлағандар. Уларға хәҙер аҡыл инә башлаған. Артына штык менән ҡаҙай башлаһаң, тиҙ аҡыл инә ул. Һынап ҡара: бөтә крәҫтиәндәр, эшселәр, шулай күтәрелеп ҡараһындар әле, һинең атлы казагың ҡайҙа бара? Ә һалдаттар, уларҙың барыһы ла һуғыштан туйғандар.
Новиковтың был һүҙенә Карташовтың кәйефе китте. Ул, ҡулына тотҡан шәшкеһен өҫтәлгә ҡуйып, маңлайындағы тир- ҙәрен һыпырып, урындығын Новиковҡа яҡыныраҡ килтереп, бәхәсләшергә тотондо.
-
Һин социалистар һүҙен һөйләйһең, улар өсөн Ватан да юҡ, ил дә юҡ. Улар анархистар. Хуш, уйлап ҡара: әгәр беҙ ватан эсендә халыҡ ҡуҙғалышына ихтыяр бирһәк, ул ваҡыт
107
беҙгә, илгә немецтар хужа булалар. Улар беҙҙе иҙәсәктәр. Хуш, шунан ни файҙа итәһең? Бына йүләр баш.
Новиков, уның һүҙен бүлеп, өҫтәлгә бер һуғып ҡуйҙы.
-
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, господин Карташов? Немецтың крәҫтиәне, эшсеһе, ярлыһы юҡ тип беләһеңме? Уларҙың бөтәһе лә теләп һуғышалар, тип уйлайһыңмы? Эгәр ҙә һуғыш былай оҙаҡҡа һуҙыла башлаһа, бөтәһен дә көтөргә кәрәк.
Карташов башҡа һүҙ көрәштермәне. Өҫтәл эргәһенән тороп китте. Новиковтың кәйефе килде. Ул көлә башланы. Карташов иҙән буйында йөрөй, һыҙғыра, Новиков һаман да һөйләнә- һөйләнә сәй эсә. Новиковтың һүҙе араһында Карташов көйләп кенә:
-
Да... да... — тип ҡуя ла тағы ла һыҙғырырға тотона. Мин Новиковҡа күҙ ҡыҫам. Карташов арты менән әйләнгәндә Новиков уға «нос» яһай, икәү көлөшәбеҙ. Карташов беҙҙең был ҡылыҡты яратманы ахырыһы, шинелен яурынына һалып, тышҡа сыҡты. Ул сыҡҡас, Новиков:
-
Был бисара берәй дәрәжә алырға йөрөй, күрәһең. Ул ҡиәфәте менән барыбер прапорщик итмәйҙәр. Һаман унтер булып ауылыңа ҡайтырһың. Ул бик эре ҡылана, күп беләм тип уйлай буғай.
Беҙ бер аҙ ял иткәс, урамға сыҡтыҡ. Ҡапҡа төбөндә беҙгә Карташов осраны.
-
Бөгөн ҡунабыҙ, иртәгә икенсе пунктҡа китәбеҙ, — тине. Үҙе ашығып ишек алдына инде. Урамда кешеләр күренә. Еврейҙар лавкаларын асҡандар, сауҙа итәләр. Беҙ, ҡаршы лавканан сығып, папирос алдыҡ. Папирос тартҡанда, полктағы иптәштәргә хат яҙырға кәңәшләштек. Бында күргән бөтә хәлдәрҙе теҙеп яҙырға булдыҡ. Шул ваҡыт Карташов ҡайтанан сыҡты ла мине өндәшеп алды:
-
Һеҙ казначей эргәһенә протоколға ҡул ҡуйырға барығыҙ, унда һеҙҙе саҡыралар, — тине. Мин тиҙ генә инеп кейендем. Казначей эргәһенә ашығам. Беренсе мөйөштө ҡайырылғанда, бер ишек алдынан атлы казактар иллеләп крәҫтиәнде ҡарауыл аҫтында алып сыҡтылар. Уларҙың күбеһе алама кейемле, бойоҡ һәм ябыҡтар. Урамдағы кешеләрҙе бер нисә һыбайлы алдан ҡыуып ҡапҡаларына индерәләр. Мин дә бер ҡапҡаға индем. Үткәндәрен көттөм. Бер нисә ҡатын, балаларын эйәртеп, арестанттар артынан эйәргәйнеләр. Уларҙы ла атлы казактар, ҡыуып, бер ҡапҡаға индерҙеләр.
Мин казначейға индем. Ҡабул итеү протоколына ҡул ҡуйҙым.
-
Башҡа эш юҡмы? — тип сығырға торғанда, мине поручик Аликсакин үҙ бүлмәһенә саҡырып алды:
-
Йә, һаумы?
-
Һау, ваше благородие!
Уның күҙ ҡабаҡтары шешенгән, тауыштары ҡарлыҡҡан,
108
ул йоҡонан яңы ғына торған, күрәһең. Ул тәмәке тоҡандыра, мин һаман уның алдында баҫып торам.
-
Һеҙ һуғышты яратмайһығыҙмы әллә? — тине. һынаулы күҙ менән миңә тура ҡараны, мин өҙөп кенә:
-
Һис юҡ, ваше благородие!
Минең һүҙгә мыйығын көлдөрҙө. Уның таралмаған, рәтләнмәгән һары мыйығы өҫтөндә тәмәке төтөндәре бар ине. Шунан һуң ул:
-
Мин ишеттем... — тип, бер аҙ уйланып торҙо. Шунан һуң «да» тип әҙерәк тыныш яһаны ла, миңә тура ҡарап, һүҙгә башланы:
-
Һеҙҙе бунтовать иткән крәҫтиәндәр яҡлы, тип һөйләйҙәр. Ул дөрөҫ хәбәрме?
-
Һис юҡ, ваше благородие!
-
Э һинең иптәшең Новиков! Бәлки һин түгел, ул яҡлай торғандыр?
-
Һис белмәйем, ваше благородие!
Ул минең һуңғы һүҙгә ҡапыл ҡабынды. Аяғын тибеп:
-
Алдама һин, сволочь! Вон, марш! — тине. Минең аяҡтарым ҡалтыранды. Мин тиҙ генә әйләнеп сыҡтым. Артыма ҡарай-ҡарай ҡайтыуға ашыҡтым. Урамда мин берәүҙе лә күрмәнем. Был хәлде Новиковҡа еткерергә ашыҡтым.
Сөнки эш шәптән түгел, бының ахыры хәйерле бөтәсәк түгел ине. Өйгә ҡайтып етер алда, Карташов иҫкә төштө. Шунан башҡа бер кем дә түгел. Сәй алды ваҡиғаһын шул поручик Аликсакинға түкмәй-сәсмәй генә еткергән. Минең быға иманым камил ине.
Мин бүлмәгә ингәндә, тәҙрә төбөндә Новиков хат яҙып ултыра ине. Минең төҫөм бөтөп, туҙынып ингәнде ул һиҙҙе:
-
Ни булды, ни бар? — тине. Ҡулындағы ҡәләмен ташлап миңә ҡаршы килде. Асыуҙан минең йөрәк ярһыған, тулҡынланған, һөйләр һүҙҙәрҙе һөйләп булмай.
-
Карташов барып сыҡҡан! Поручикка барып донос яһаған! — тинем. Новиков мәсьәләгә тиҙ үк төшөндө. Тәҙрә төбөндәге яҙа башлаған хатын йыртып, тәҙрә арҡыры ырғытты. Гүйә, һуғышырға йыйынған кеше кеүек, ҡайыштарын төҙәтеп:
-
Мине саҡыралармы? — тип ишек төбөнә барҙы. Мин:
-
Белмәйем, — тинем. Карташов беҙҙең янда юҡ ине. Конюх уны командаға киткән, тип хәбәр бирҙе. Беҙ Новиковтың Аликсакин эргәһенә саҡырылыуын минут һайын көтә башланыҡ. Ул арала төрлө яуаптар әҙерләп ҡуйҙыҡ. Ҡапҡа төбөнә сығып ултырҙыҡ. Мөйөштән күренгән бер һалдатты Аликса- киндан килә тип уйланыҡ. Еврей лавкаһына барып бер нисә бутылка һыра эстек. Шулай ҡараңғы төшкәнсе тынысһыҙланып көттөк. Поручик саҡыртманы. Беҙ йоҡоға ятыр алдынан, Карташов бик эре генә инеп:
-
Поручик Аликсакин приказ бирҙе. Һеҙ иртәгә үҙ ча- сығыҙға китәһегеҙ! — тине. Беҙ ул приказды бик тыныс ҡына
109
ҡабул иттек. Сөнки беҙ унан яманырағын көткәйнек. Ләкин был беҙҙең өсөн, ниңәлер, уңай кеүек тойолдо. Новиков:
-
Окоп беҙҙең өсөн яңы хәбәр түгел, — тине. Беҙ Карташов менән дә һүҙ көрәштермәнек. Юлға китергә йыйынған кешеләр кеүек йоҡларға яттыҡ. Йоҡо алдынан артыҡ тынысһыҙланманыҡ та.
Мин:
-
Иптәштәрҙе күрәбеҙ инде! — тинем. Новиков та минең һүҙҙе ҡабатланы:
-
Эйе, иптәштәрҙе күрәбеҙ инде. Әйҙә, йоҡлайыҡ әле, — тине. Шинелен бөркәнеп, бөгәрләнеп ятты. Окопта ултырған Байғужа, Индрил, Буранбайҙар минең күҙ алдынан китмәне. Шуларҙы уйлап йоҡоға киттем...
УНЫНСЫ БҮЛЕК
Беҙҙең 286-сы Пошехонский полк һул фронтҡа Себер дивизияһы эргәһенә күскән. Был урында һыу яғы насар тиҙәр. Был тирәлә аҡҡан йылға ла, күл дә юҡ. Беҙҙең полк штабы эргәһендә бер ҡойо бар. Унда көн буйы оҙон сират тора.
Һары йөҙлө арыҡ балалар ҡайҙандыр һыу алып киләләр. Һалдаттарға һыу килтереп, икмәк алалар. Кухня тирәһендәге икмәк ҡатыларын, картуф ҡабыҡтарын йыйыштыралар. Шуларҙы бешермәйенсә ашайҙар. Тынысыраҡ ваҡытта хатта алғы линияға яҡын баралар. Шунда барып һалдаттар араһынан аҙыҡ йыйнап киләләр икән. Беҙ бер баланан һорашабыҙ:
-
Нисек ҡурҡмай бында ҡалдың? Ҡайҙа ҡунаһың?
Ул, күҙенә төшкән ҙур фуражкаһын күтәреп, оло кешеләр һымаҡ итеп, бик эшлекле генә яуап бирә:
-
Беҙҙең ауылды немецтар төндә алдылар. Беҙҙекеләр күсеп киттеләр. Мин аҙашып ҡалдым. Ҡайҙа барайым, ошонда йөрөймөн, — ти, тутыҡҡан ҡалай һауыттағы бысраҡ һыуын беҙгә тәҡдим итә. Беҙ уның һыуын алмаһаҡ та, уға аҙ ғына икмәк бирәбеҙ.
Хәҙер был фронт буйында ҡалған балаларға ҡаршы террор башланған. Полевой жандарм уларҙы әкренләп йыйыштыра. Уларҙың шпионлыҡ итеүенән шикләнәләр буғай, ләкин һалдаттар балаларға ярҙам итергә, уларҙы жандарм террорынан һаҡларға тырышалар. Уларҙың барыһының да өҫтөндә һалдат кейемдәре. Улар үлгән һалдаттарҙың кейемдәрен алып, шуның еңдәрен, итәктәрен ҡырҡып ташлап кейәләр. Уларҙа һаман балалыҡ, төрлө уйынсыҡтар менән мауығыусанлыҡ бар. Кеҫәләрендә әллә ни тиклем патрон, обоймалар, снаряд баштары, бомба капсюлдәре йөрөтәләр. Уларҙың араһында бомба капсюлдәре менән яраланғандары ла юҡ түгел. Улар ҙа, һалдаттар кеүек, немецтың снаряд һәм аэропландан ташланған бомбала
110
рынан ҡорбан булалар. Емерек өйҙәр араһында төркөм-төркөм йөрөгән балалар өҫтөнә аэропландан бомбалар ташлайҙар. Уларҙы ысын һалдат тип уйлайҙар, күрәһең.
Беҙҙең полк окопта. Ундағы иптәштәрҙе һәр көн иҫкә алабыҙ. Ләкин полк штабына барып күренгән юҡ әле. Полк обоз- дары араһында буталабыҙ. Унда Йосоп Баҡыйбаев тигән бер башҡорт һалдаты менән таныштым. Ул Оренбург яғы. Үҫәргән волосынан. Ул беҙҙе туйҙыра, ул беҙгә һәр көн аш килтерә, аҙыҡ табып килтерә. Уның менән дуҫлашып киттек. Ул беҙҙе обозға алып ҡалырға уйлай:
-
Мин начальник менән һөйләшәм. Лучше бында ҡалығыҙ! — ти. Ләкин ниңәлер беҙҙең ҡалғы килмәй.
Бында килгәс, Новиков менән икәү күберәк Женя, Ирочка- лар тураһында һөйләшә башланыҡ. Ауылда йөрөгәндә һәр ваҡыт уларҙы иҫкә алһаҡ та, ашҡынып күреү теләге ул тиклем тыумағайны. Окопҡа китер алда уларҙы күреү теләге тағы ла көсәйә төштө. Шул осрашыуҙың рәхәтен тамам татығы килә. Окопҡа ингәс, ул матурлыҡтар һис кире ҡайтмаҫ, мәңге ҡайтмаҫ кеүек тойола. Йәшел үләндә салҡан төшөп, төпһөҙ күк бушлығына ҡарап, һүҙһеҙ-ниһеҙ тик кенә ятҡан саҡтарҙа, Новиков романтикаға бирелеп китә.
-
Шайтандар, ниндәй матурҙар, һөйкөмлөләр бит улар! Һын-килбәттәре, йөҙҙәре ҡойоп ҡуйған кеүек килешәләр. Әгәр ҙә мирный ваҡыт булһа, улар беҙгә ҡарамаҫтар ине, ә хәҙер улар беҙҙе яраталар. Мин үҙ ғүмеремдә ҡыҙ яратҡаным юҡ ине, мине лә ҡыҙҙар яратҡаны юҡ ине. Беләһеңме, был беренсе тапҡыр.
Мин өндәшмәйем, үҙ уйыма күмелгәнмен. Сөнки ул үҙе тураһында һөйләгәндә, мин үҙемдекен кисерәм. Шунан һуң ул миңә балаларса һорау бирә:
Мин уға ҡапыл ғына яуап бирмәйем. Мин Нина тураһында әйтергә уңайһыҙланам. Мин, һүҙҙе уралтып:
-
Шундайыраҡ эш булғайны. Ләкин ул үҙемдән булманы, — тимен. Ул, ятҡан еренән тороп, минең эргәмә ултыра.
-
Йә, һөйлә әле, ҡыҙыҡтыр ул. Ысынлап та, ҡасан, ҡайҙа, нисек булды? Һөйлә әле, Булатчик, һөйлә? — Мин ҡалай ҙа булһа һөйләмәҫкә тырышам. Ниңә әйтеүемә үкенәм. Ул ҡыҫтап һорай. Ялындырғас, үпкәләргә тотона. Сөнки бөгөн Новиковта шундай настроение тыуған, уға, ҡалай ғына булһа ла, шул туралағы һүҙҙе оҙағыраҡ һуҙырға, шуны тыңларға кәрәк. Мин булдыра алманым. Аҙағына теге Быҙаулыҡтағы булып үткән Нина ваҡиғаһын оҙон итеп һөйләп бирҙем. Ул айырым бер тынлыҡ һәм эске кисереш менән тыңланы. Мин һөйләп бөткәс:
-
Уны һин яратмағанһың, ул һине яратҡан. Ундай булырға мөмкин. Ләкин һәр хәлдә Нина Ирочка кеүек матур һәм һөйкөмлө булырға тейеш түгел. Мин һамар яғының ҡыҙҙарын
111
беләм. Улар тупаҫ, йыуан, ҡалын балтырлы булалар. Теге Нина ла шуларҙың береһелер әле.
Новиков был һүҙҙәрен, гүйә, минең күңелдән уҡыған кеүек һөйләне. Нинаны үҙе күрмәйенсә тороп уны Ирочка менән са- ғыштырыуы, минеңсә, дөрөҫ ине. Ысынлап та, Нина тиреһенә һыйыша алмай йөрөгән, бәрәмәс кеүек тулы, ҡып-ҡыҙыл битле ҡыҙ ине. Э Ирочкалағы нәзәкәтле кәүҙә, нәфис йөҙ һыҙығы, оҙон керпектәр араһында янып торған ҡара күҙҙәр Нинала юҡ ине. Нина үҙ күләмендә яғымлы, тере ҡыҙ ине. Э Ирочка тураһында бер-ике һүҙ менән генә әйтеп булмай. Уға ҡараһаң, күҙҙәр, диңгеҙҙең тын ваҡытындағы ҡояш нуры төшкән матурлығына ҡараған кеүек, уның матурлығының киңлегенә китәләр. Уның эргәһенә килһәң, бөтә тәбиғәтте үҙенә йыйып алған кеүек иғтибарҙың бөтә нөктәһе шунда йыйыла. Шуның өсөн дә уның тураһында бер-ике һүҙ менән әйтеүе ҡыйын. Был урында Новиковтың пәйғәмбәрлеге хаҡлы һәм урынлы. Ирочкалар хәҙер беҙгә матур хыял. Ул хыялды хәҙер аҙ ғына булһа ла, бер генә көн, бер генә сәғәт булһа ла, ирекле ваҡытта кисерге килә. Беҙҙең полкка барып күренмәҫкә теләүебеҙҙең, аҙ ғына булһа ла шуны кисектерергә тырышыуыбыҙҙың төп сәбәбе лә шул.
Новиков ҡайһы мәлдә һис тормошҡа ашырырға мөмкин булмаған пландар уйлай:
-
Әллә барып ҡайтабыҙмы? Күп булһа, бынан илле саҡрым юл. Бер көн барабыҙ, бер көн ҡайтабыҙ. Унан һуң окопҡа...
Был инде аптырағандан бер һүҙ генә. Сөнки илле саҡрым ер барғансы, унан ҡайтҡансы, беҙҙе әллә нисә урында тотасаҡтар, арестовать итеп, конвой менән оҙатасаҡтар. Аҙағында уларға хат яҙыу тураһында уйлашабыҙ. Беҙ приютты беләбеҙ. Ләкин беҙ аңралар Женя менән Ирочканың фамилияларын һорарға онотҡанбыҙ. Шайтан белә, унда күпме Женя һәм Ирочкалар барҙыр. Үҙебеҙҙең адрестарҙы бирҙек. Хәҙер Пошехонский полкка киләбеҙ. Быларҙың быныһы ла беҙҙең йәшлек, тәжрибәһеҙлектән инде.
Беҙҙән алыҫ түгел ауыр снарядтар ярылалар. Баш осонда аэропландар осалар. Беҙ быларға һис иғтибар итмәйбеҙ, былар беҙгә күптән, күптән таныш һәм күнеккән тауыштар инде. Мин һыу алып киләм. Новиков картуф әрсей. Баҡыйбаев килтергән ит консерванан бик тәмле аш әҙерләргә уйлайбыҙ. Обоз тирәһендә туйынып йөрөгән бер поляк ҡатыны, беҙ һорамаһаҡ та, беҙгә ҡоро утындар йыйып килтерә, ут яғыша, һыу һалғанда, тоҙ һалғанда, беҙгә кәңәштәр бирә. Новиков уның кәңәшен тыңламай.
-
Беҙҙең зауыҡ башҡа төрлө, шуның өсөн үҙебеҙсә эшләйбеҙ^ — тип үҙ эше менән булаша. Ҡатын башҡа һүҙгә күсә:
-
Йәш саҡта мин панда аш бешереп тороусы булдым. Ул пандар ниндәй генә тәмле аш ашамай торғайнылар! Әле иҫкә
112
төшһә, ауыҙҙан һыуҙар килә. Тәмле аҙыҡтар булған саҡта, мин дә иремә шундай яҡшы аштар бешерә торғайным.
Уның һүҙен мин дә, Новиков та тыңламайбыҙ. Шунан һуң ул янған усаҡҡа ҡаран һүҙһеҙ генә ултыра башлай. Ул ҡатындың ире һуғышта, йорто немецтар яғында ҡалған. Ул һәр ваҡыт теге яҡта ҡалған йортон һағына. Бигерәген унда тороп ҡалған тегеү машинаһына йөрәге әрней. Ул тегенсе булған. Шуның менән тамаҡ туйҙырған, өҫтөн бөтәйткән. Хатта иренә күстәнәс, аҡсалар ебәреп торған. Хәҙер ул тормош теге яҡта, уттар артында ҡалған.
Уның бында килеп эләгеү тарихы шулай: ул, ҡасҡылар менән китеп, ниндәйҙер бер станцияла, Рәсәйгә китергә тип поезд көткәндә, ауылдың беҙҙекеләр тарафынан алыныу хәбәрен ишеткән. Шул имеш хәбәргә ышанып кире ҡайтҡан. Ҡайтһа — фронтта үҙгәреш юҡ. Ҡайҙа барырға белмәй торғанда, уға бер нестроевой команданың коптинармусы осраған. Теге коптинармус унан файҙаланған. Бер аҙ ваҡыт үҙе менән дә йөрөткән, кәрәге ҡалмағас, ҡыуып ебәргән. Хәҙер беҙҙең полктың обозын- да йәшәй. Начальниктар ул ҡатынды бынан да ҡыуалар. Тик уны обоз халыҡтары йәшереп тоталар. Ул бөгөн беҙгә утын йыя, ашағас, котелок, ҡашыҡ, шәшкеләрҙе таҙартып бирә. Беҙ уға икмәк бирәбеҙ, алмай:
-
Үҙегеҙгә кәрәк булыр. Мине обозда туйҙыралар, — ти. Ул беҙгә ғали йәнәплек күрһәтә. Беҙ уға бер мәғәнә лә бирмәйбеҙ. Беҙ үҙ эшебеҙ, үҙ уйыбыҙ менән йәшәйбеҙ.
Беҙ кискә табан сәй ҡайнатып ултырғанда, Новиков аҡылдан шашҡан тауыш менән ҡысҡырҙы, һүгенә башланы. Мин землянка эргәһендә хат яҙып ята инем. Ҡапыл күтәрелеп тауыш яғына килдем. Килһәм, ни күҙем менән күрәйем, Новиков теге ҡатынды быуып алған да һөйрәп йөрөтә.
-
Ах, аҙғын ҡатын, фәхишә! — ти. Мин барып әрсәләргә башланым, теге ҡатынды Новиковтың ҡулынан тартып алдым. Ҡатындың төҫтәре ағарған, күҙҙәре ҙурайған, һулыштары ҡыҫылған, ғыжж-ғыжж килә. Үҙе һөйләнә:
-
Бына йыртҡыс кеше, шаярып әйткәнде белмәй!.. Үлтерә яҙҙы!.. — Новиковтың асыуы бик тиҙ баҫылды. Ирония менән ҡатынға ҡарап көлә башланы:
-
Әллә һин мине обоз крысаһы тип белдеңме? Мин ундай кеше түгел, мин ундай бысраҡ эш менән булашмайым! — тине. Тауыш тынды. Теге ҡатын, усаҡтан ситкәрәк китеп, әкрен генә пырхылдап илай башланы. Новиков, йөҙ түбән ятып, усаҡҡа табан ҡараны ла тәмәке тоҡандырҙы. Мин ике яҡҡа ла ҡарап торҙом, ҡатынды барып йыуата башланым:
-
Ни булды? Ниңә илайһың?
Ул өндәшмәй. Яурындарын һелкетеп, һаман да шыңшый. Усаҡ эргәһендә ятҡан Новиков:
-
Ул һиңә лә тәҡдим яһар әле, — тип көлдө. Шунан һуң мин мәсьәләне аңланым.
113
Беҙ сәй эсеп, тамаҡланып бөткәндә, ҡараңғы төшкәйне. Беҙ обоздан брезенттар алып аҫҡа түшәнек. Төн аяҙ, матур булһа ла, кис һалҡын. Яңы ғына ҡалҡып килгән йәшел ыуыҙ үләндәр, ысыҡланып, тәндәрҙе сирҡандыралар. Күк саф, унда иҫәпһеҙ йондоҙҙар һибелгәндәр. Тик көнбайыш яғы ғына алыҫҡа күтәрелгән ракета, прожектор яҡтылары менән ҡыҙарып, күк йөҙөнә ҡан төҫө бирәләр. Өлкән янғынды күҙ алдына килтерәләр. Алыҫта, алыҫта ярылған туптарҙың һаңғырау тауыштары киске тынлыҡ менән яҡын кеүек ишетеләләр. Беҙ Новиков менән, һүҙһеҙ генә күккә, йондоҙҙарға ҡарап, уйланып ятабыҙ. Новиков ни уйлай торғандыр, минең уйҙар төрлө яҡҡа сабалар. Йә ауылдағы ҡайһы бер картиналарҙы күҙ алдына килтерәм. Йәш кенә кешенең фронт буйында аҙап күреп, мәсхәрәләнеп йөрөүенә мәғәнә бирә алмайым.
Новиков, урынынан ҡуҙғалып, усаҡта һүнергә яҡынлаған күмерҙәрҙе аҡтарып, тәмәке тоҡандырҙы. Теге ҡатын ятҡан арба эргәһенә барҙы, уга бик йомшаҡ тауыш менән һөйләй башланы:
-
Ҡәҙерлем, ниңә һин бында этләнеп йөрөйһөң?.. Ьинең ирең бар. Kay булһа, һуғыштан ҡайтыр. Ҡулың һәнәр белә, тегеүсеһең. Киңә бынан китергә кәрәк. Берәй урынға барып эшкә инергә кәрәк. Юғиһә бында үҙеңде эт кеүек итеп үлтереп китерҙәр...
Новиков һуңғы һүҙен айырым йомшаҡ, туғанлыҡ хисе менән әйтте. Новиковта бындай йомшаҡлыҡ бик һирәк була. Был минутта ул артыҡ нескәрҙе. Уның был нескәлеген миңә тыңлау ауыр булды. Мин уны ишетмәҫ өсөн шинель менән башымды бөркәнем. Новиковтың был һүҙе ҡатынға ла бик ныҡ тәьҫир итте, буғай, ул балалар кеүек үкһеп иларға башланьт. Новиков уның эргәһендә ҡалманы. Урынына килеп ятты ла бик тәрән итеп һулыш алды. Бер аҙҙан теге ҡатын да тынды. Новиков менән беҙҙең арала һүҙ бөттө. Мин, ул һүҙ ҡушмаһын тип, күҙгә йоҡо килмәһә лә, хырылдаған булдым. Алыҫтан, алыҫтан туп тауыштары ишетелә. Беҙҙән алыҫ түгел торған обоз аттарының бышҡырыуҙары, үлем хырылдауҙары кеүек, күңелгә шом һалалар. Мин Байгужалар, Буранбайҙар тураһында уйлайым. Шулар өсөн генә позицияға барғы килә, улар менән һөйләшке килә. Яҡын ғына ерҙә, ағас араһында ҡоро- һарылар шытырлай. Төндә ҡуяндар йөрөйҙәр. Күп ваҡыт ҡыр кәзәләре килеп сыгалар. Ул мәғсүм1 йәнлектәрҙең бында, фронт буйында, йөрөүҙәренә бер ҙә күңел ултырмай. Әгәр ҙә мин улар кеүек ирекле булһам, был урмандар эсендә бер минут та ҡалмаҫ инем. Тыныс урмандарға, туп тауыштары ишетелмәгән ерҙәргә китер инем. Ә былар бында йөрөйҙәр...
Мәғсүм — гонаһһыҙ.
114
Беҙ иртә менән торғанда, теге ҡатын урынында күренмәне. Обоз тирәһендә лә юҡ ине. Новиков тирә-яғына ҡаранды ла:
-
Киткән, ахыры! — тине. Мин уға һүҙ ҡайтарманым. Беҙ ул турала башҡа һөйләшмәнек. Сөнки беҙҙең алда башҡа эштәр, башҡа уйҙар торалар ине.
УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Беҙ алғы линияға килгәндә, Байғужа менән Индрил беҙҙе ҡаршы алдылар. Байғужа шатлығынан ауыҙын ғына көлдөрҙө, Индрил икебеҙҙе лә ҡосаҡлап үпте. Беҙ килгәндә, саҡ эңер төшкәйне. Фронтта атыш юҡ ине. Тик беҙҙең снарядтар ғына, баш осонан уҙып, алыҫҡа барып ярылалар ине. Индрил беҙҙе блиндажға алып инде. Беҙҙең хәлде һорашып торманы, үҙе һүҙ башланы:
-
Бәхетегеҙ бар икән, шайтан алғырҙары! Беҙҙекеләр нас- туплениеға әҙерләнәләр, ә һеҙ шуны ҡотлар өсөн килгәнһегеҙ, буғай.
Был хәбәр беҙгә артыҡ тәьҫир итмәне. Мин Буранбайҙы һораштым.
-
Буранбай ҡайҙа? — тинем. Индрил ашығып яуап бирҙе:
-
Улмы? Ул бәхетле булды инде. Ул, һыуға барғанда, ҡулынан бик еңел генә яра алды. Дивизия штабында лазаретта ята. По крайней мере, ул алдағы наступлениены күрмәй...
Беҙ блиндажға ҡараныҡ. Хәҙер ҡышҡы окоп түгел. Бөтөнләй башҡа. Окоптар тәрән ҡаҙылғандар, блиндаждар ныҡ эшләнгәндәр, эсе ҡоро һәм иркен. Эре туптар төшмәгәндә, ваҡ туптар алдырырлыҡ түгел. Беҙ блиндаждарҙы маҡтап алдыҡ. Байғужа һалҡын ғына:
-
Беҙ, был позицияға күскәндән бирле, һаман эшләнек. Беҙҙең бында күп тирҙәр түгелде инде... — тип ҡулын һелтәне.
Ул арала теге тәүҙә окопта осрашҡан ҡарт һалдат — белорус Тарас инде. Ул хәҙер беҙҙең халыҡтар менән дуҫлашҡан икән. Беҙҙе туғандарса ҡаршыланы:
-
Ҡайҙан ел ташланы һеҙҙе? Беҙ инде, мәңге килмәҫкә киткәндәр, тип уйлағайныҡ. Билләһи, беҙ шулай уйлағайныҡ.
Новиковҡа был һүҙ артыҡ тәьҫир итте, буғай. Ул, төҫөнә сәмселлек сығарып:
-
Эйе, беҙҙең браттарға ошо окоптан башҡа урын юҡтыр инде. Унда, интендантствола, эшләү өсөн, иң башта бәхетһеҙ ефрейторҙарҙың аяҡтарын үбергә кәрәк. Иң кәмендә подхалим булырға кәрәк. Шунда ғына йәшәп була. Беҙҙең телдәр уға өйрәнмәгәндәр. Беҙҙең телдәр кәкре. Телдән таптыҡ инде.
Новиковтың был һүҙенә ҡаршы башҡа төрлө һорау булманы. Сөнки иптәштәр беҙҙең холоҡто яҡшы беләләр ине. Арала бер аҙ ваҡыт тынлыҡ дауам итте. Иптәштәрҙең күңел-
115
дәренән беҙҙе ҡыҙғаныу тойғоһо күренеп тора ине. Тарас өндәшмәй генә тәмәке төрә башланы. Ҡапыл Новиковтың йөҙө асылды. Эстән, йөрәктән, бер ҡәҙерле нәмәһен һурып алған кеүек, һүҙгә башланы:
-
Башҡаларын шайтан белә. Булат менән беҙ ғәжәп бер ваҡиғаға осраныҡ, аңлайһығыҙмы?
Иптәштәр Новиковтың ауыҙына ҡаранылар.
-
Йә, йә, һөйлә әле! — тиештеләр. Новиков, күкрәген һыйпап, эсенән кисереп алды. Мин уның нимә һөйләйәсәген алдан белеп тора инем. Ул бер тапҡыр ҡуҙғалып алды:
-
Аңлайһығыҙмы?.. Ул ғәжәп ваҡиға булды. Уны һис онотоу мөмкин түгел!.. — Минең арҡаға һугып алды. — Бына ошо Булат менән икәү инде. Аңлайһығыҙмы?.. Беҙ полктан киткәс тә, ҡыҙҙар приютына барып эләктек. Их, унда ҡыҙҙар!.. Ҡыҙҙар!.. Ожмах хурҙарымы ни! Шулай бит, Булат?..
Тарас ғасабиланды:
-
Йә, йә, һөйлә, күп булһа берәй ҡыҙ менән булғанһығыҙҙыр. — Новиков артыҡ еңеләйеп китте:
-
Туҡта, туҡта, улай ғына түгел. Уның хикмәте бар. Ул ҡыҙҙар бына! Урта бармаҡ кеүектәр!.. — Миңә ҡарап: — Женя, Ирочка!.. Шулай бит?.. — Шул ваҡыт ҡапыл пальба күтәрелде. Беҙҙең окоптар өҫтөнә снарядтар төшә башланылар. Тарас, ҡапыл төҫөн үҙгәртеп:
-
Ана, немецтар һеҙгә Ирочкалар ебәрәләр. Көтөп тороғоҙ, хәҙер беҙҙең окопҡа төшөрәләр...
Арала һүҙ өҙөлдө. Новиков та ҡапыл үҙгәрҙе. Тыны бөтөп, отделение командиры инде:
-
Тарас! Звеноңды секретҡа ебәр. Немецтар бик ҡаты ут астылар. Наступать итеүҙәре бик мөмкин.
Тарас бик етди төҫ менән Новиков менән миңә:
-
Барығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы ҡаршыларға барығыҙ. Һеҙ ял итеп килгән кешеләр бит! — тине. Новиков был һүҙгә ныҡ ғәрләнде. Ҡапыл тоҡанып китте:
-
Тарас! Етәр һиңә!.. Юғиһә әллә түрә булдыңмы? — Бик асыулы йөҙ менән ҡараны. Мылтығын тотоп: — Әйҙә, Булат! — тип блиндаждан сыҡты.
Прожектор, ракеталар төндө көндөҙгө кеүек яҡтырталар. Беҙ блиндаждан сығыуға, беҙгә яҡын ғына бомба-колбаса ярылды. Беҙ ергә яттыҡ. Беҙҙең баш осонан ғына, яҡын ғына, уҙып, еңел снарядтар ярылалар. Мылтыҡтарҙан, пулеметтарҙан атылған пулялар ямғыр кеүек окоп өҫтөнә яуалар. Беҙ, окоп буйлап шыуышып, ята-ята киттек. Һис бер баш ҡалҡытыр әмәл юҡ. Бер снаряд ярылды. Мин снарядтың еле менән бер нисә аҙым ситкә ырғытылдым. Бик ҡаты ергә һуғылдым. Минең ҡолаҡтарым томаландылар. Ҡулдар, аяҡтар хәлһеҙләнделәр, ағас кеүек ҡаттылар. Аң юғалды. Минең күҙгә прожектор, ракета яҡтылары ғына тоноҡ булып күренәләр. Ә ҡо
116
лаҡтар бер нәмә лә ишетмәйҙәр. Аталармы, юҡмы, әллә бөтә һуғыш ергә йотолдомо — мин хәҙер аңламайым. Кемдер минең беләктән тарта. Ләкин мин кем тартҡанын, ниңә тартҡанын белмәйем. Шунан һуң мине канауға һөйрәп төшөрҙөләр. Ниңә һөйрәйҙәр, ҡайҙа һөйрәйҙәр, минең башым ул турала эшләмәй. Мин яҡтыларҙы ғына күрәм. Бер баш минең ҡолаҡҡа яҡыная, мин уға текәлеп ҡарайым. Мин уны саҡ таныйым. Ул — Новиков йөҙө. Ул миңә алыҫтан, юғарынан ҡараған төҫлө күренә. Уның ҡарашына мин бер мәғәнә лә бирә алмайым. Беҙ уның менән ҡайҙа торабыҙ? Мин ни эшләп ятам? Ул турала бер нәмә лә хәтергә килмәй. Минең ауыҙга Новиков фляга менән һыу һалды. Мин уны йоттом. Ул рәхәт булды. Тагы ла йоттом, тағы ла йоттом... Улар миңә тағы ла, тағы ла рәхәт бирҙеләр. Башым шаулай башланы. Ул шау баш осонда уйнаған музыка кеүек булды. Гүйә, мине күрмәй, минең өҫтән тапап уҙалар, күҙҙәремде йомам, күҙҙәрҙе йомған һайын, музыка тауыштары көсәйәләр. Ул тауыштар шарлауыҡ кеүек шаулайҙар. Ул тауыштар йөрәккә ауыр, тәндәрҙе баҫалар. Биткә ҡайҙандыр һалҡын һыу ҡойола. Әллә мин шарлауыҡ аҫтында ятаммы? Әллә көслө ямғыр аҫтында ҡалдыммы? Ҡапыл күҙҙәрҙе астым. Күҙ ҡабаҡтары ауыр булып асылалар. Ҡарайым. Бер таныш йөҙ. Кем һуң ул? Мин ул кешене беләм. Таныйым. Ләкин кем икәнен хәтерләмәйем. Ул кеше мине тотоп һелкә, стенаға һөйәп маташа. Мин аңлар өсөн күккә ҡараным. Күктә уттар тулҡынланалар. Хәҙер минең ҡолаҡҡа әллә ниндәй тауыштар ишетеләләр. Мин тағы теге таныш йөҙгә ҡарайым. Ул хәҙер миңә асыҡ күренә. Ләкин мин уның исемен әйтә алмайым. Ысын ут кеүек янам. Тамаҡ кипкән:
-
Әй, әй, һыу бир! — тинем. Ул тағы ауыҙға фляга ҡоя. Мин ҡомһоҙланып йотам. Ул миңә һөйләй, мин ишетмәйем. Мин һорашам:
-
Мин ҡайҙа? Миңә ни булды?..
Үҙ тауышым да үҙемә ишетелмәй. Уныҡы ла ишетелмәй. Баш ҡатып ҡалған таш кеүек. Ҡулдар, аяҡтар юҡ кеүек тойолалар. Гүйә, мин — әллә ҡайҙа ташланган тоҡ. Шулай ятам...
Ҡапыл ер һелкенде. Күҙ алды ҡараңғыланды. Өҫкә тупраҡтар ҡойолдо. Шул ваҡыт минең бер ҡолаҡ асылды. Ул ҡолаҡта туп тауыштары, пуляларҙың выжлауҙары ишетеләләр. Ләкин улар миңә алыҫта кеүек ишетеләләр. Беҙҙең эргәгә генә бер ракета төштө. Ул, выжлап янып, уттарын сәсрәтеп, тиҙ генә һүнде. Икенсе ракеталар яҡтыһында уның быҫҡып ятҡан төтөндәре күренде. Мин хәҙер хәтерләнем. Мин һуғышта, мин ут аҫтында ятам. Миңә ни булды? Ләкин аңламайым. Хәҙер минең эргәләге кешене лә беләм. Ул Новиков. Ьорашам:
Ул һөйләй, ишаралар яһай, ләкин уның тауышы миңә ишетелмәй. Ауыҙ кипкән. Ьыу һорайым. Ул эсерә. Хәҙер һыу
117
ниңәлер ауыр тойола. Эскә ҡурғаш кеүек булып барып төшә. Туңдыра, башты һелкәм, эсмәйем, тинем. Баш осонан снарядтар шаулап уҙалар. Ҡайҙалыр бәрелеп шартлаған пуля тауыштары ла хәҙер миңә асыҡ ишетеләләр. Уларҙың береһе лә миңә ҡурҡыныс түгел. Мин үҙемде аңламайым. Ни эшләп мин былай булдым? Уйҙар ауыр һәм өҫтән эшләйҙәр. Гүйә, улар ҡапланғандар, улар ҡалын стена арҡыры эшләйҙәр... Ләкин мин һуғышта, ут аҫтында ятамын. Уны хәҙер аныҡ беләм.
Бер аҙҙан һуң бер һалдат килде. Новиков менән икәүләп, мине ҡултыҡлап, имгәкләтеп канау буйынан алып киттеләр. Аяҡҡа баҫырға тырышам. Улар баҫмайҙар, ерҙә һөйрәләләр. Һөйрәлгәндә, минең аяҡтар үҙемә оҙон кеүек тойолалар...
Хәҙер мин үҙебеҙҙең блиндажда, беҙ ул блиндажға бөгөн генә килдек. Мин уны хәтерләй башланым. Шунан һуң Новиков менән секреткаға киттек. Шунан һуң белмәйем. Миңә ни булды? Хәтерләмәйем.
Байғужа миңә текләп ҡарай. Аяҡтарҙан, ҡулдарҙан тота, баштарҙы һыйпай. Новиков, ҡулдарын болғап, уларға ниҙер һөйләй. Мин аңламайым. Бер аҙҙан улар блиндаждан сыҡтылар. Яңғыҙ ҡалдым. Улар сыҡҡас, миндә уйлау бөттө. Күҙ ҡабаҡтарын ауырлыҡ баҫты. Ойой башланым... Төндә мине Байғужа уятты.
-
Тор!.. Тор!.. Китәбеҙ! — ти. Уның тауышы миңә стена арҡыры килгән кеүек ишетелә.
-
Ни булды? — тинем. Ул, минең ҡолаҡҡа бик яҡын килеп:
-
Һин контужен булғанһың. Һине пунктҡа оҙатып ташлайым. Атыш баҫылды. Хәҙер таң яҡын...
Хәҙер баш эшләй башланы, бөтөн хәл күҙ алдына килде:
-
Эйе, эйе, төндә бит минең эргәлә ауыр снаряд ярылды, тимәк, мин һуштан яҙғанмын...
Аяҡҡа баҫтым. Иҫерек кеше кеүек, тәнтерәкләп, йығылып барам. Кәүҙәне яҡшылап тотоп булмай. Баш шаулай, ҡолаҡтар сыңлайҙар, Байғужа ҡултыҡлап тота. Бер ҡулына сумканы тотҡан. Блиндаждан сығабыҙ. Һирәк-мирәк кенә атыштар бара. Прожектор, ракеталар өҙлөкһөҙ яҡтыралар.
Ход сообщения буйлап артҡа киттек. Юл буйында үлгән һалдаттар яталар. Ҡайһы ваҡыт мин уларға абынып йығылып китәм. Байғужа һөйләнә:
-
Бәлки, һин берәй ай лазаретта ятырһың әле, — ти. Ләкин ул миңә артыҡ тәьҫир итмәй:
-
Әллә шул, — тимен. Һүҙҙе оҙайтмайым. Оҙаҡ барҙыҡ. Мин һөйләмәгәс, ул да һөйләмәй. Шулай тын ғына барабыҙ. Минең башта бер уй ҙа юҡ. Барабыҙ ҙа барабыҙ.
118
УН ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Бәйләү пунктында доктор мине ҡараны ла:
-
Зарарлы түгел, өс көндән кире полкка китерһең. Хәҙергә ял ит! — тине. Хатта мине койкаға һалырға ла ҡушманы. Еңел яралылар барагына ебәрҙе. Юлда барғанда, Байғужаға асыу килде:
-
Эйе, ебәрҙеләр бер айға! — тинем үҙ-үҙемә.
Ярты өлөшө ерҙән ҡаҙылған барак. Ике яғына һикеләр һалынған. Һалдаттар шунда аунайҙар. Эс ауырыуы менән, еңел яра менән, минең кеүек контужен булып килгән һалдаттар яталар. Араларында бик ауыр хәлдә ятҡандары ла бар. Ниңәлер уларҙы лазаретҡа оҙатмайҙар.
Мин, юлда арып килгән кеше, уны-быны ҡараманым. Бер мөйөштән урын таптым да, сумкамды баш аҫтына ҡуйып, йоҡларға яттым.
Обед ваҡытында уяталар икән. Бер санитар барак буйынса ҡысҡырып үтте. Минең торғом килмәй. Ашағы ла килмәй. Тәндә эҫелек һиҙелә. Санитар килеп минең аяҡҡа типте:
-
Әллә һинең өсөн айырым обед бешерерҙәр тип беләһеңме? Әйҙә, тор, котелок, ҡашыҡтарыңды ал! — тине. Минең йөрәктә асыу ҡабарҙы. Ҡапыл һикереп торҙом да тегегә текләп ҡараным:
-
Әллә ятырға ла ярамаймы? — тинем. Ул миңә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Уның ҡарауына минең йөрәк тулҡынланды. Шул секунд уны өҙгөләп ташлағым килде. Минең ирендәр ҡалтырай, быуындар дерелдәй ине. Санитар һүҙһеҙ-ниһеҙ генә минең эргәнән китте. Мин бик оҙаҡ бер урында баҫып торҙом. Тирә- яҡҡа ҡарандым. Миңә ҡаршы һикелә тағы берәү ята. Ул ыңғыраша. Өҫтөнә яртылаш шинелен япҡан, йыртыҡ салбарҙан һис йыуылмаған, ҡарайып, тимгелләнеп бөткән тубығы күренә. Бер аяғында обмотка, икенсеһендә — юҡ. Мин уға ҡарап торғанда, ике санитар носилка тотоп ишектән инделәр. Теге һалдатты носилкаға ҡуйҙылар. Шул ваҡыт теге һалдат ҡарлыҡҡан тауыш менән һөйләшә башланы:
-
Мине ҡайҙа алып бараһығыҙ? Ошонда ғына ятһам икән!..
Санитарҙар һүҙһеҙ генә носилканы күтәрҙеләр. Уны алып
сыҡтылар. Котелок менән ҡашығымды алып, улар артынан тышҡа сыҡтым. Ҡараңғы барактан ҡояшлы көнгә сыҡҡас, күҙ алдары семәкәйләнде. Иҫерек кеше кеүек бәүелеп алдым.
Һауа матур, асыҡ. Ер йәшәргән, йәшел япраҡтар йөҙҙәрен асҡандар. Миңә донъя ғәжәп киң тойолдо. Мин күрмәгән башҡа бер донъя кеүек күренде. Алыҫ та түгел, ҙур палатка эргәһендә, котелок тотҡан һалдаттар күренәләр. Шул яҡҡа ҡарап атланым. Минең башта бер маҡсат та юҡ. Ул яҡҡа механик рәүештә генә барам. Санитар әйтеүе буйынса, мин унда барырға тейешмен.
119
Палаткаға яҡынайғас, минең танауға кәбеҫтәле аш еҫтәре бәрелде. Ул еҫтәр бик ауыр тойолдолар. Шуға ҡарамаҫтан, ул еҫтәр ниңәлер яҡын тойолалар. Шуларҙы еҫкәге, шуларға яҡынайғы килә.
Палатка артында поход кухняһы. Уның алдында сират тора. Сиратта торғандарҙың барыһы ла бойоҡ күренәләр. Ғәҙәттә һалдаттарҙа була торған шау-шыуҙар юҡ. Ҡайһылары, сиратта торһалар ҙа, ергә ултырғандар, мин сиратҡа баҫҡанда, берәү килеп ҡулымдан тотто. Ҡараһам — Буранбай.
-
Һин ни эшләп бында? — тине ул. Мин дә уға ҡаршы:
-
Һин ни эшләп бында? — тинем. Беҙ аптырашып ҡалдыҡ. Мин Буранбайҙың еңел ранен булыуын, лазаретта ятыуын бөтөнләй хәтерҙән сығарғанмын. Мин яңынан фронтҡа килеүемде, контужен булыуымды һөйләнем. Ул мине сираттан алып китте:
-
Беҙҙә аш бар. Мин повар менән таныш. Бик һимеҙен эләктерҙем, — тине. Буранбай өс һалдат эргәһенә алып килде. Улар йәшел үлән өҫтөндә ашап ултыралар. Береһе башын бәйләгән. Береһе ҡулын бәйләгән, береһендә бәй-фәлән күренмәй. Мин улар менән һаулаштым да башҡа һүҙ һөйләп торманым, Буранбайҙың әйтеүе буйынса, ҡашығымды тотоп, котелокка үрелдем. Аш һимеҙ һурпалы күренде. Ләкин ауыҙға ҡапҡас, аштан йүкә тәмеме, тимер тәмеме килә. Йотҡас, түбән төшөп китмәй, тамаҡ тирәһенә төйөлөп ҡала. Бер-ике ҡашыҡ ҡапҡас, уҡшытырға уйлай. Ҡашыҡты әкрен генә йәшел үләнгә ҡуйҙым. Буранбай миңә ҡараны:
-
Ниңә ашамайһың? — ти. Мин түбән ҡарап ултырам. Әкрен генә:
-
Ашағым килмәй... — тинем.
Теге һалдаттар, миңә ҡарамайынса, минең һүҙгә иғтибар итмәйенсә, котелоктарҙағы аштарҙы бушаталар. Тамаҡ төбө кипте, бик эске килде.
-
Сәй ҡайнатырға ине! — тинем. Буранбай ҡайҙандыр ҡайнаған һыу алып килде. Баракка ҡайтып, кирбес сәйе бешереп, сәй эсергә ултырҙыҡ. Сәйҙән дә ниндәйҙер бер ҡом тәме килә. Ләкин сәйҙе әсәм. Маңлайҙан һалҡын тирҙәр сығалар. Буранбай минән беҙҙең хәлдәрҙе һораша. Мин уга:
-
Туҡта әле, һөйләшербеҙ әле. Әҙерәк кәйеф килһен, — тимен. Кәйеф юҡ. Тәндәр ҡойолоп төшөп баралар. Ятҡым килә. Сумкаға башымды ҡуйып ятам. Күҙемде йомам. Күҙ йомғас, түбәнгә төшөп киткән төҫлө булам. Ҡапыл күҙҙе асам. Буранбай минең эргәлә ултыра.
-
Ауырыймын, буғай... — тимен Буранбайға. Ул ниңәлер өндәшмәй. Мин тағы ла күҙҙәрҙе йомам, тағы түбәнгә төшөп китәм. Мин ятҡан барак бәүелгән кеүек була. Һалдаттар ҡысҡырып һөйләшәләр. Уларҙы һөйләштерге килмәй. Уларҙың һөйләшеүҙәре ҡолаҡ ҡабына ныҡ бәреләләр. Ауыр иттереп бәреләләр. Буранбайға:
120
-
Тышта йылымы, шунда сығып ятайым әле, — тимен. Тышҡа ҡояш битенә сығабыҙ. Ниңәлер бында иркен, рәхәт кеүек тойола. Тик аҙ ғына өшөтә. Минең өҫкә Буранбай шинелен яба. Шул ауырлыҡ аҫтында мин ойоп китәм...
Мин был баракта өс көн ятам инде. Тәндәге ҡыҙыулыҡ, температура 38, 39 градустан түбән төшкәне юҡ ине. Бөгөн иртә менән нормаль күренә. Баш иҫәңгерәп торһа ла, хәҙер ҡолаҡтар асыҡ ишетәләр. Ләкин ваҡыт-ваҡыт сыңлап китәләр. Ул сыңлауҙар шул тиклем уңайһыҙ — һушты алалар.
Буранбайға иртәгә окопҡа китергә.
Уның беләгенә тейгән снаряд ярсығының урыны ныҡ төҙәлеп етмәһә лә, уны ебәрәләр. Ә минең турала хәбәр юҡ әле. Күрәһең, температура миңә бер аҙ миһләт бирә, буғай.
Бөгөн Буранбай менән бик оҙаҡ урманда йөрөнөк. Урман матурланған. Уҫаҡ ағастары йәм-йәшел япраҡ ебәргәндәр. Тик уларҙың араһындағы нарат ағастары ғына ҡараһыу булып, тегеләрҙең төҫтәрен боҙоп ултыралар. Мин уға баштан үткән хәлдәрҙе һөйләнем. Ул минең һүҙҙәрҙе төҫөнә кисереш сығармай ғына тыңлай. Күрәһең, уның башында башҡа уйҙар бар. Ул үҙ уйҙарына сумған. Ул шулар менән йәшәй. Э мин һаман үҙемдекен һөйләйем. Беҙ икәүләп йәшел үләнгә йөҙ түбән яттыҡ. Ул, күккә һәм тирә-яғына ҡарап:
-
Хәҙер беҙҙә лә һабанға төшәләрҙер инде. Яҙғы сәсеүгә тиклем һуғыш бөтә, тигәйнеләр. Ҡайҙа ул бөтөү!.. Бер ҙә йүнле хәбәр ишетелмәй. Һаман да һуғыш, һуғыш... — тип алдына ҡарап һөйләнде. Ниңәлер минең һуғыш тураһында һөйләгем килмәне. Ауылды хәтергә алғас, мин уға һорау бирҙем:
-
Ауылдан хат киләме?
-
Килә лә килеүен, йүнле хәбәр яҙмайҙар. Атайым менән әсәйем ҡарттар. Бисә ауылына, аталарына ҡайтып киткән. Уларға хәҙер тороуы ҡыйын инде. Быйыл ашлыҡ та сәсә алмаҫтар.
Ошо һүҙҙәр һуңында Буранбайҙың төҫөн ауыр ҡайғы баҫты. Ул һыҙғырына башланы. Беҙҙең арала һүҙ киҫелде. Мин дә, оҙон бер көйгә һыҙғырып, көйләй башланым. Шул ваҡыт минең ҡолаҡтар сыңлап киттеләр. Мин, башымды ергә ҡуйып, ҡолаҡтарымды баҫтым; Буранбай һикереп торҙо ла:
-
Хәҙер обед етә, әйҙә, ҡайтайыҡ, — тине. Икебеҙ ҙә һүҙ- һеҙ-ниһеҙ генә алға атланыҡ.
УН ӨСӨНСӨ БҮЛЕК
Бөгөн биш көн инде. Һәр ике яҡтан артиллерия канонадаһы бара. Баш осонда аэропландар өҙлөкһөҙ осалар. Беҙҙең артта әллә ни тиклем полк һәм артиллерия дивизиондары килгәндәр. Бик ҙур һуғыш көтөлә, беҙҙең алғы линияға кух
121
ня, аҙыҡ килгәне юҡ. Тик бирелгән сохари, консерва запастары менән генә туйынабыҙ. Көндөҙ һыуһыҙ аптырайбыҙ. Төн булһа, артиллерия утына ҡарамаҫтан, окоптан артҡа, ярты саҡрымлап ергә, һыуға барабыҙ. Бик күп һалдаттар һыу юлында үләләр. Э беҙҙең иптәштәр ниндәй ҡөҙрәт менәндер һау ҡайталар.
Беҙҙең полкка килгән новобранецтар наступление булмаҫ борон уҡ ҡырылалар, улар үҙҙәрен окопта тота белмәйҙәр. Окопҡа ауыр снарядтар төшөп ярылғанда, бер ергә өймәкләшәләр, паникаға биреләләр. Ҡасырға, йәшеренергә урын таба алмайынса, окоптан сығып, немецтарҙың пуляларына эләгәләр. Фронтҡа яңы килгән ҡайһы бер новобранецтар аңраға әйләнәләр, ашамайҙар, эсмәйҙәр. Әйткәнде аңламайҙар. Аҡылдан яҙған кеше һымаҡ, кәртәһеҙ күҙҙәре менән кешегә туп-тура ҡарайҙар.
Бер һүҙ өндәшһәң:
-
А-а-а... — тип торалар ҙа бөтөнләй башҡа яуап ҡайтаралар. Уларға ҡараған, иғтибар иткән кеше юҡ. Кешеләр ҡайҙа барһа, улар шунда баралар. Мин бер новобранец менән секреткала булдым. Ул дошман окобына һис ҡарамай, маңлайын дошман окобы яғына ҡуйған да түбән ҡарап тик ултыра. Ул, гүйә, шулай торорға хөкөм ителгән. Унда эске тойғо юҡ. Уның үҙ ихтыяры юҡ. Ул стихия буйынса йөрөй, уның тормошо стихия буйынса аға. Сәғәттәр буйынса беҙ уның менән секреткала ултырҙыҡ. Ул үҙенең шул ултырышын үҙгәртмәне һәм бер һүҙ өндәшмәне. Беҙҙе алмаштырырға килеүсе һалдаттарҙы күргәс, ул ҡапыл тулҡынланды. Әллә ниндәй ҡурҡып ҡасҡан кеше һымаҡ мылтығын тотто ла канау буйлап артҡа йүгерә башланы. Бөгөн беҙҙең окоптарға снарядтар, шрапнелдәр яуалар. Беҙҙең окоп алдындағы тимер сыбыҡ заграждениелар снаряд көстәре менән аҡтарылып, окоптарға төшәләр. Окоп буйында йөрөр әмәл юҡ. Кәр минут, һәр секунд үлем көтөлә. Окоп буйында үлгән, яраланған һалдаттар тулып яталар. Уларға ярҙам итергә мөмкинлек юҡ. Ҡайһы бер яралы һалдаттар йә аяҡтарын, йә ҡулдарын, йә эҫтәрен тотоп ҡысҡыралар, ыңғырашалар, ярҙам һорайҙар. Уларҙың яраларын бәйләүсе, уларға ярҙам биреүсе кеше юҡ. Кәр кемдә үҙ ҡайғыһы, һәр кемдә үҙ башы.
Новобранецтарҙың күбеһе блиндаж эсендә стеналарға һөйәлеп ултыралар. Ҡайһы бер снарядтар блиндаж эргәһенә төшөп, бөтә блиндажды һелкетеп, тупраҡтарын ҡоялар. Блиндаж эсендә саңдар ҡуба. Новобранецтар шул дәһшәткә түҙә алмайҙар, блиндаждан сығып, окоп буйынса йәшеренергә урын эҙләйҙәр. Аллы-артлы төшкән снарядтар, һауала ярылған шрапнелдәр асыҡ һауала йәшеренергә мөмкинлек бирмәйҙәр. Аптырағас, улар, окоптан сыға килеп, асыҡ ерҙән артҡа йүгерә башлайҙар.
122
Беҙҙең ҡарт һалдат Тарас яраланған. Пуля, уң күҙенән инеп, сикәһен ярып сыҡҡан. Байғужа уны етәкләп блиндажға алып инде. Ябай пуля тейгән, үлерлек яра түгел. Уны тиҙ генә бинт менән бәйләнек. Ьыу эсерҙек. Блиндаждың мөйөшөнә ятҡырҙыҡ. Ул ыңғыраша, һөйләнә:
-
Үлермен инде. Атыш тынһа, берүк, мине артҡа алып китегеҙ инде. Тынмаҫ инде, тынмаҫ...
Беҙ уны йыуатабыҙ, тынысландырабыҙ. Беҙ тынысландырған һайын, ул тынысһыҙлана. Беҙҙең ҡулдарҙы алып, күкрәгенә ҡаты итеп ҡыҫа:
-
Минең адресты алығыҙ, үлһәм, минең семьяға хат яҙығыҙ, исмаһам, берәрегеҙ иҫән ҡалыр әле. Хат яҙығыҙ...
Буранбай уның кеҫәһенән дәфтәрен ала. Үҙ кеҫәһенә тыға. Кеҫәһенә тыҡҡас, үҙе һөйләнә:
—- Үҙемдең иҫән ҡалыуҙы уйлаған юҡ, кешенең адресын алған булам, — ти. Уға түбән ҡарап ултыра. Тарас һаман һөйләнә:
-
Балалар йәш ине, балалар... Иҫән ҡотолоп булмаҫ инде...
Шул ваҡыт ҡабаланып Индрил беҙҙең блиндажға инде. Уның
тындары бөткән, төҫтәре ағарған. Әйтер һүҙен әйтә алмай:
-
Бөтә яҙҙым. Беҙҙең телефон блиндажын снаряд аҡтарып ырғытты. Мин телефон линияһын ҡарап тышта ҡалдым. Унда бер кеше лә иҫән ҡалмағандыр. Уф... уф!..
Индрилдың һүҙе беҙгә төрән тәьҫир бирмәне. Уны һүҙһеҙ тыңланыҡ, сөнки блиндаж аҡтарылыу, блиндаж емерелеү, кеше үлеү беҙҙең өсөн бик ябай күренеш. Индрил иҫән ҡалған икән, беҙгә шул еткән.
Ҡараңғы төштө. Атыш тағы ла көсәйҙе. Көндөҙ пулеметтар һирәк аталар ине. Хәҙер ике яҡтан пулемет тауышы көсәйҙе. Бомбалар ярыла башланылар. Отделение командиры ашығып инде:
-
Оҙаҡламай команда булыр, әҙер тороғоҙ! — тине. Беҙ, мылтыҡтарҙы тотоп, блиндаж ауыҙына килдек.
Батальон командиры капитан Корягин беҙҙең блиндаж ауыҙына килде. Подпоручик Васил ьевты һорашты. Беҙ: «Юҡ!» — тип яуап бирҙек. Ул, әйләнеп, ҡайҙалыр китергә боролдо. Шул арала беҙҙең баш осонда бер шрапнель ярылды. Капитан Корягин шул уңайға окоп өҫтөнә сығып йүгерә башланы. Уның был ҡылығы беҙгә оят тойолдо. Беҙ, блиндаждан баштарҙы сығарып, капитан йүгергән яҡҡа ҡараныҡ. Ул, ун аҙымдар самаһы йүгереп барып, ҡырҡылған ағас кеүек, йөҙ түбән ауҙы. Отделение командиры йүгереп килде:
-
Шрапнель капитандың башын өҙөп алып китте! — тине. Беҙ баштарҙы блиндаж ишегенән алдыҡ. Ул турала бер һүҙ өндәшеүсе лә булманы.
Беҙгә команда булды. Беҙ барыбыҙ ҙа, блиндаждан сығып, окоп буйҙарына таралдыҡ. Баш күтәрер әмәл юҡ. Немецтар пу
123
лялар, бомбалар, снарядтар яуҙыралар. Беҙҙекеләр утты, немецтарҙың алғы линияларынан күсереп, артҡа табан ебәрә башланылар. Ул билдә атаканың яҡынайыуын күрһәтә.
Беҙгә окоптан сығырға, тимер сыбыҡ заграждениеһы артына урынлашырға команда булды. Беҙҙең окопҡа икенсе бер полк һалдаттары килеп тулдылар. Беҙ окоптан сығып өлгөрмәнек, беҙҙең уң яҡта «урра» тауыштары ишетелде. Немецтар утты көсәйттеләр. Тауыш баҫылды. Беҙ, ергә ятып, шыуышып алға барабыҙ. Баш осонан выжлап пулялар үтәләр. Хәҙер немец снаряды ҡурҡыныс түгел. Тик бомба, шрапнелдәр баш осонда секунд һайын ҡурҡыныс бирәләр.
Ракета яҡтыһында түш менән алға шыуған һалдаттар, һоро түңгәклек кеүек, күҙгә бәреләләр. Окоптан егерме биш сажин самаһы алға киткәс, эштәр уңайланды. Окоп уртаһында ҡалған тимер юл буйындағы үлектәр, соҡорҙар өҙлөкһөҙ яуған пуляларҙан һаҡланырға бер аҙ мөмкинлек бирҙеләр. Мин, тимер юл арҡыры сығып, юлдың канауына яттым. Минең эргәмә бер нисә һалдат килде. Кемдең кем икәнен белер хәл юҡ. Ергә түште ҡуйып, тимер кәрәк менән баштарҙы ҡаплап ятабыҙ.
Беҙҙән аҙ ғына уҙа төшөп бомбалар ярыла. Беҙҙең окопҡа төшөп өҙлөкһөҙ ярылған снарядтар ерҙе бәүелдерәләр, һушты алалар. Хәҙер команда ла юҡ, алға барырғамы, юҡмы, уны белгән кеше юҡ. Баш әйләнә, ориентация юғала. Беҙҙең окоп алдамы, арттамы — белер хәл юҡ.
Йөрәк һуға, ауыҙ кибә, һыу юҡ. Йән алҡымға килә. Пу- ляһыҙ-ниһеҙ үлем көтөлә. Башта башҡа бер уй юҡ, тик үлем генә. Йән бар. Ләкин кәүҙә мәңге ҡайтмаҫҡа үлем соҡорона ташланған. Ул хәҙер көсһөҙ, уның ихтыяры юҡ. Ул ҡот осҡос көстәр менән ярыла торған снарядтарҙың ҡанундарына буйһонған. Шунда бөтөргә, тағы ла йәшәмәҫкә хөкөм ителгән. Унда ятҡан кәүҙәләр — тормоштан сығарып ырғытылған кәрәкһеҙ киҫәктәр. Ташҡындар менән һеперелеп ташланған сүп-сарҙар... Хәҙер бер көслө тулҡын килә лә, үҙенең көслө ипкене менән йыуып, диңгеҙ упҡынына алып китә. Улар шунда мәңге ҡайтмаҫҡа убылалар... Унан кире сигенеү, ҡайтыу юҡ. Алда бер юл — ул да упҡынға...
Кешеләр ҡуҙғалалар, түш менән алға шыуалар. Артҡа сигенәләрме, дошман яғына баралармы — айышына төшөнөп булмай. Берәү минең эргәгә килә.
-
Ҡайҙа барабыҙ? Команда булдымы? — ти. Мин, баш һелкеп, белмәйем тигән ишара яһайым. Беҙҙең эргәлә һалдаттар күбәйҙеләр. Белмәйем — арттан, белмәйем — алдан киләләр. Беҙ ҙә шулар уңайына ыңғайлайбыҙ. Ниҙәндер ҡотолорға теләгән һымаҡ, алға шыуышабыҙ. Күкшәүел өлпөләре араһына индек. Арттан взвод командиры килде. Беҙҙең ҡолаҡҡа шыбырлай:
-
Күптән хәбәр бирелде, саф буйынса бер-береһенә хәбәр итергә ҡушылды. Ьеҙгә әйттеләрме? — ти. Мин уның йөҙөнә
124
ҡарап торам. Беҙҙең взвод командиры. Уның бөтә тәндәре ҡалтырай. Бәйләгәндә, тапма йәбешкән кеше кеүек, тотлоғоп-тот- лоғоп һөйләй. Уға мин:
-
Юҡ! — тип ҡулды һелтәнем. Ул минең эргәнән китмәне:
-
Бынан ары беҙҙең һалдаттар юҡтыр инде. Әллә ни тиклем полктар килделәр. Буталып бөттөк инде. — Ул шомло, хырылдаулы бер тауыш менән: — Хәҙер немец окобы яҡын, уларҙың электр токтары ебәрелгән тимер сыбыҡ заграждениелары булыуы ихтимал. Шуны алдан байҡап барырға команда булды. Эгәр ҙә эләгеп ҡалдыңмы — бөттөң тигән һүҙ инде... — Минең эргәнән алға шыуа башланы. Беҙ күкшәүелме, әремме өлпөләре араһынан барабыҙ. Пулялар, бомбалар беҙҙән аша төшәләр. Ьалҡын ел иҫте. Ниңәлер баш айныған кеүек булды. Эргәләге кешеләр ҙә асыҡ күренгәндәй булдылар. Шул ваҡыт мин күккә ҡараным. Күк йөҙө зәңгәр, асыҡ; иҫәпһеҙ йондоҙҙар йымылдайҙар, улар югары торалар. Уларға пуля ла, бомба ла, снаряд та етерлек түгел. Ләкин улар беҙҙе ҡаплаған кеүек түгел, башҡа донъяны ҡаплаған кеүек күренәләр. Улар беҙҙекеләр түгел, улар ят тойолалар.
Ҡапыл «ура» тауыштары күтәрелде. Ьалдаттар, тороп, йүгерә башланылар. Беҙ, тороп, бер-ике сажин йүгермәнек, алда уттар күренде. Шаулап мылтыҡ, пулемет тауыштары күтәрелделәр. Ямғыр кеүек, беҙҙең баш осонан үтә, яуа башланылар. Бик күп һалдаттар йығылдылар. Беҙ ҙә, пуляларҙан һаҡланыу өсөн, ергә йығылдыҡ. Тағы бомбалар аҡтарыла башланы. Беҙҙең өҫтә һис өҙлөкһөҙ бомба, ракета уттары ялтырайҙар. Баш осонан йөрәк өҙгөс еңел снарядтар уҙалар. «Ура» тауыштары тынды. Ул мылтыҡ, пулемет, бомба, снаряд тауыштары менән күмелде. Бер аҙҙан мылтыҡ, пулемет тауыштары ҡапыл туҡтанылар. Бомбалар ҙа һирәгәйҙеләр. Беҙҙән артҡа уҙып төшкән снарядтар йышайҙылар. Взвод командиры, минең бөйөргә төрттө:
-
Немецтар атакаға киләләр. Хәҙер киләләр, һаҡ булырға кәрәк, — тине. Шуны әйтеп бөтмәне, беҙҙең уң яҡта күмәк ят тауыштар, шауҙар ишетелә башланы. Беҙ шул шауға баштарҙы ҡалҡытып ҡарағанда, беҙҙең алда бер нисә немец һалдаты штыктарын беҙгә төҙәп, баҫып тора ине. Улар беҙгә бик асыҡ күренделәр. Беҙ, мылтыҡтарҙы тотоп, аяғөҫтө торҙоҡ. Улар ишаралар менән беҙгә мылтыҡтарҙы ташларға ҡуштылар. Беҙ мылтыҡтарҙы, бомбаларҙы ергә ташланыҡ.
Ул ваҡыт таң яҡтыра башлағайны. Алда яҡын ғына немецтарҙың сыбыҡ заграждениелары күренде. Беҙҙең һул яҡта тимер юл линияһы. Немец һалдаттары беҙҙең һалдаттарҙы, ҡоралһыҙландырып, бер урынға йыйнайҙар. Шул ваҡыт беҙ үҙебеҙҙең пленға тешәүебеҙҙе һиҙҙек. Немецтарҙың снарядтары, баш осонан шаулап, беҙҙең окопҡа төшәләр. Ике яҡ та мылтыҡтан да, пулеметтан да атмайҙар. Ике ара тыныс. Беҙҙе
125
һаман бер урынга туплайҙар, шикләнмәй, бөтә ерҙе ҡапшайҙар, беҙҙән йәшергән бомбаларҙы эҙләйҙәр. Таң яҡтыра төштө. Беҙҙең һалдаттар ҡолаҡтан ҡолаҡҡа ғына һөйләшәләр:
-
Иҫән-Һау пленға төшкәс, ярай инде. Исмаһам, һуғыштан ҡотолорбоҙ.
-
Унда бик ҡыйын, тиҙәр, ашарға юҡ. Суррогат менән генә аҙыҡландыралар икән, тиҙәр. Ҡайҙа ла үлергә инде.
Беҙҙең арала яралы кешеләр бар. Артта үлергә ятҡан ауыр яралыларҙың ыңғырашҡан тауыштары ишетелә. Беҙҙең уң флангынан яралы рус һалдаттарын күтәрткәндәр. Беҙ Сергеев тигән йәш һалдат менән иң һул флангыла тимер юл буйында торабыҙ. Эле беҙгә сират килеп еткәне юҡ. Сергеев миңә күҙ ҡыҫа:
-
Тимер юл бик уңай икән, давай ҡасабыҙ! — ти. Мин алға, артҡа ҡарайым. Таң яҡтырған. Хәҙер тирә-яҡ айырым- асыҡ күренә. Беҙҙең артта, уң яҡта немец һалдаттары һәм санитарҙары яралы рус һалдаттарын бәйләйҙәр. Беҙ һаман баҫып торабыҙ, беҙ әҙ-мәҙ ҡуҙғалып, йөрөй башлаһаҡ, бармаҡ һелкәләр, штык күрһәтәләр. Күкрәктәренә мылтыҡтарын ҡуйып, атабыҙ тигән һүҙҙе аңлаталар.
Уйҙар алғы көндәргә йүгерәләр. Хәҙер Рәсәй артта ҡалды. Ул алыҫта, диңгеҙ артында кеүек тойола. Хәҙер инде беҙ, окоптарҙы уҙып, эскә, Германияның төпкөлөнә, китәсәкбеҙ. Шуларҙың ят ҡалаларын, ауылдарын, ҡырҙарын күреү ҡыҙыҡһындыра. Уғаса, бәлки, солох та булыр әле. Унан һуң тыуған илгә ҡайтырбыҙ... Ләкин ул уйҙарҙың береһе лә реаль тойолмай. Алда билдәһеҙ ҡара көндәр тора. Баш осонан выжлап үткән немец һәм беҙҙең снарядтар һаман күңелгә ҡурҡыу һалалар.
Беҙҙең уң флангылағы һалдаттарҙы әкренләп яралылар менән бергә немец окобына оҙаталар. Ике немец һалдаты беҙҙең һул флангынан бер нисә һалдатты айырып алды ла тимер юл буйлап артҡа алып китте. Унда беҙҙең яралы һалдаттар яталар. Үлгәндәре лә күп. Үлем алдында ятҡан яралыларҙы алырға ҡушмайҙар, еңелерәк яралыларҙы гына һайлайҙар. Беҙ, еңелерәктәрҙе һайлап, һаман артҡа барабыҙ. Беҙ таралыша башланыҡ. Шул моменттан файҙаланып, Сергеев ҡапыл ғына миңә төрттө лә, үҙе тимер юл аша йүгереп, яр яғына сыҡты. Мин дә, һис ни уйламаҫтан, уның артынан йүгереп, тимер юл линияһынан арҡыры сыҡтым. Мин сыҡҡанда, ул тимер юл канауы буйлап йүгереп бара ине. Мин ҡурҡыуымдан артҡа ҡараным. Немец һалдаты минең арттан килә. Шул уңайға мин, йүгереп, канауға һөрөнөп йығылып төштөм. Артта мылтыҡ атҡан тауыш ишетелде. Мин тороп йүгерә башланым. Артта тауыштар күтәрелде. Беҙҙең баш осонан мылтыҡ пулялары выжлап үттеләр, тагы туҡталдылар. Мин Сергеевты ҡыуып еттем. Ул өҫтөндәге шинелдәрен, сумкаларын ташлай. Мин дә
126
ташларға маташам. Ләкин сисеп булмай. Һулыш ҡыҫыла. Бөтә тәндән тирҙәр аға. Быуындар ҡалтырай, йөрәк тибә, һөйләшеп булмай, ауыҙ кипкән. Тимер юлдың күпер төбөнә килдек. Унда күл кеүек һыу бар. Шул һыу ағамы, юҡмы, уны белеп булмай. Арттан һаман немец һалдаттарын көтәбеҙ. Улар ҡыуып етер төҫлө, беҙҙе атыр төҫлө тойола. Беҙҙең окоп алыҫ, һаман күренмәй, һыуҙы үтәһе бар. Ятып һыу эстек. Һыу буйындағы үләндәр, күрәндәр араһынан шыуышып, уның сиген эҙләп киттек. Сергеев:
-
Беҙ килгәндә һыу аша сыҡманыҡ бит! Был ҡайҙан килде? — ти.
Мин:
-
Беҙ, немецтарҙан ҡасып, тағы немецтар окобына барып сыҡмайыҡ! — тинем.
Көн яҡтырҙы, ҡояш сығып килә. Йүнәлеште белмәйбеҙ. Әгәр тимер юл буйына сығып ҡараһаҡ, белгән булыр инек, ул мөмкин түгел. Ятҡан ерҙән снарядтарҙың атыл ыуын, шаулап уҙыуын ҡарайбыҙ. Ләкин еңел снарядтарҙан белеп булмай. Ауыр снарядтар, бер аҙ ҡарайып, күҙгә салынып ҡалалар. Улар беҙҙең тапҡырҙан уҙмайҙар. Төндө ракета буйынса белеп була. Немецтар тарафынан күтәрелгән ракеталар яҡты һәм һауала оҙаҡ елпенеп торалар. Беҙҙең яҡтан күтәрелгәндәр шаулап күтәреләләр ҙә, һауала шартлап, ҡыҙыл осҡондар сәсеп, таралып, тиҙ генә ергә һибеләләр. Прожекторҙан белеп булыр ине. Көн яҡтырған, ул да юҡ. Әкренләп һыу буйлап шыуабыҙ. Сергеевтың сабыры етмәй:
-
Был күлдең бер осо немец яғына бара торғандыр. Әйҙә, сисенәбеҙ ҙә йөҙөп сығабыҙ. Күл аръяғында беҙҙекеләр булырға тейеш, — ти.
Күл киң түгел, ләкин бик тәрән күренә. Ике арала мылтыҡ атыштары юҡ. Тыныс. Беҙ өҫтәрҙе һалабыҙ. Иртә менән һалҡын — тәндәр өшөй, ҡалтырай, уның өҫтәүенә ҡурҡыу ала. Аяҡтағы француз ботинкаларын берәм-берәм һыу арҡыры ырғыттыҡ. Кейемдәрҙе ырғытып булмай. Исмаһам, салбар менән гимнастеркаларҙы ырғытырға ине. Һыуҙан сыҡҡас, кейер инек. Ләкин уларҙың сығыуҙарына ышанып булмай. Минең кеҫәлә плен төшкән бер немец офицерынан алған сәғәт бар. Конвой менән штабҡа алып барғанда, уға булған йомшаҡ мөғәмәләм өсөн ул кеҫәһенән шул сәғәтен сығарып биргәйне. Миңә шуның менән әллә ниндәй бер яҙыу ҙа биргәйне. Адресы булғанмылыр, фамилияһы булғанмылыр — уны үҙем дә уҡый алманым. Кеше лә уҡыманы. Ләкин сәғәте шәп ине. Сәғәттең тышы көмөш, өҫтө алтын һәм төрлө таштар менән биҙәкләнгән. Шуға күрә мин уны юғалтмай һаҡлап йөрөй инем. Салбарҙы һалғанда сәғәтте күргәс, минең күңелгә бер шомло уй килде:
-
Үлгән кешенең нәмәһен алһаң, һуғышта кеше үлә, ул кеше һуғыштан иҫән сыҡмай, — тиҙәр һалдаттар. Был сәғәт үлгән
127
һалдаттан алынмаһа ла, йөҙөп сыға торған күл алдында күңелгә шик төшөрә. Шул сәғәт һыуға батырыр, шул арҡала һыуҙан сыға алмам кеүек тойола. Ул шомло уй эсендә оҙаҡ ҡалғы килмәне. Мин тиҙ генә сәғәтте күлгә ырғыттым. Ул ҡумп итеп һыуға сумды. Тын ятҡан һыу өҫтөндә ваҡ ҡына йыйырсыҡлы түңәрәк тулҡындар йәйҙе. Шуны күргәс, Сергеев:
-
Ни ташланың? — тине. Мин үҙемдең эшемдән бик риза булған ҡиәфәт менән, көлөп:
-
Теге матур сәғәтте ебәрҙем, — тинем.
Ул миңә: «Дурак!» — тине лә башҡа һүҙ әйтмәне. Аяғын һыуға тығып ҡараны, тиҙ генә тартып алып:
-
Һалҡын, әй, әйҙә, кем алдан төшә? — тип миңә ҡараны. Мин ул ваҡыт гимнастерка, салбар, күлдәк-ыштандарҙы муйынға урап маташа инем. Шул ваҡыт күҙ алдына ҡаҙаҡ сәхрәһе килеп баҫты. Мин, ҡаҙаҡ араһында йөрөгән саҡта, ҡаҙаҡтар менән бәхәсләшеп, Илек һыуының иң киң еренән йөҙөп сыҡҡайным. Ул һыу алтмыш-етмеш сажин киңлегендә бар, ә тәрәнлегенең иҫәбе юҡ ине. Тәрәнлегенән ҡурҡып, ул урында бер ҡаҙаҡ та һыу инмәй торғайны. Мин, хәл йыймайынса, шул һыуҙың аръяғына һәм бирьяғына йөҙөп сығып, бүләк алғаным бар. Мин Сергеев һүҙенә ҡаршылашып торманым. Тәүәккәлләп, төшөргә булдым. Һыуҙың киңлеге биш сажиндан ары юҡ. Ләкин сыға торған яғы насар һәм һаҙлыҡ булып күренә. Мин ике аяҡты һыуға тығып өлгөрмәнем, һурылып һыуға төшөп киттем. Башым һыуға күмелде. Көскә ҡалҡып сыҡтым. Ауыр, йөҙөп булмай, төпкә тартып бара. Бер нисә ынтылғас та, һыуҙың ситенә килдем. Ләкин аяҡ ергә теймәй, ярҙың эсенә табан тартыла. Яр ситендәге тотҡан ҡамыштар һығылып, убылып һыуға, эскә инәләр. Эскә ингән һайын, мин ҡамыш төптәренә тотонам. Тотонған бер ҡамыш төбө бата һәм мине һура, хәл бөттө. Күҙ алдары ҡараңғылана башланы, уның һайын мин, ҡаушап, ғасабиланып ҡамыштарға үрелә, өҙгөләнә башланым. Сергеев әллә нәмә һөйләй, мин ишетмәйем. Аҙағында ҡулым бер тал төбөнә тейҙе. Мин ике ҡуллап шуға тотондом. Ул да әкренләп һығыла, ләкин кәүҙә ауыр, күтәреп булмай. Кеше ярҙамы кәрәк. Бер аҙ ваҡыт аҫылынып торҙом. Сергеев хырылдаған тауыш менән ҡысҡыра:
-
Тотҡан талың да һиңә бара бит инде. Тиҙерәк сығыу яғын ҡара! — ти. Уның һүҙе миңә көс бирҙе. Мин бөтә көсөм менән талды ҡосаҡланым. Шуның төбөнә күкрәк һалдым. Шул миңә таяныс бирҙе. Ләкин кәүҙәнең яртыһынан күбе һыуҙа, аяҡтар төпкә тартылалар. Уларға таяныс юҡ ине әле. Аҙаплана торғас, уң ҡул талдың ҡаты тамырына тейҙе. Шул тамырға аҫылынып, алға ынтылыу менән, кәүҙә һәм аяҡтар өҫкә ҡалҡтылар. Кәүҙә еңеләйгән кеүек булды. Ул ваҡыт минең тубыҡтар тал төбөнән таяныс тапҡайнылар. Мин, тал төбөнә баҫып, ҡороға сығырға теләһәм, тағы ла аяҡтар һаҙға батты
128
лар. Тиҙ генә күкрәк менән ҡаты түмһәгә ятып, ҡаты ергә баҫтым. Түш менән шыуышып, ҡороға сыҡтым. Ерҙең ҡатылығында, мине күтәреүендә шөбһә ҡалмағас, торҙом. Аяҡҡа баҫтым. Ләкин аяҡтарҙың тамам хәлдәре бөткән, улар һығылдылар. Ергә ултырҙым. Күкрәк ҡыҫылған, һулыштар саҡ-саҡ сығалар. Күҙҙәр томаланған, саҡ-саҡ күрәләр; ҡолаҡтар шаулайҙар. Ниҙер тамаҡҡа тығыла. Бөтә тәндәр, ергә ташлаған пружина кеүек, ҡалтырайҙар, һелкенәләр, аяҡтар, ҡулдар тартышалар. Аръяҡта әкрен генә тауыш менән Сергеев ҡысҡыра:
-
Ни эшләнең, ни булды? Мин ни эшләйем?.. — ти. Минең уға яуап ҡайтарырлыҡ та хәл ҡалмаған. Ауыҙҙан һүҙҙәрҙе сығарып булмай. Шулай ҙа, тырышып:
-
Туҡта! Аҙ ғына көт! — тинем. Ауыҙҙан йәмһеҙ, ҡара һыуҙар ҡойолалар. Ул һыуҙар яңаҡты тартыштыра, ҡолаҡтарҙы сәнсә, мин һаман йөҙ түбән ятам. Тәнде тағы ла яман ҡалтырауыҡ алды. Урындан торҙом. Ултырған ерҙән аяҡтарҙы бейетәм. Ҡулдарҙы хәрәкәткә килтерергә маташам, улар ауырҙар, гүйә, герҙәр тағып ҡуйған кеүек ауырҙар. Сергеев ялынған тауыш менән ҡысҡыра.
-
Өшөйһөң, буғай, тиҙерәк күлдәктәреңде кейеп ебәр, — ти. Мин муйындағы күлдәк, гимнастеркаларҙы сисергә маташам. Ҡулдар ҡалтырайҙар, тыңламайҙар. Етмәһә, улар һыуға шешенгәндәр, ауырайғандар. Э ҡулдар, төйнәлгән ергә ҡуйһаң, минең ихтыярҙан тыш ҡалтырап ситкә китәләр. Оҙаҡ маташтым, муйындағы төйөндәрҙе систем, аҡтарҙым. Күлдәктәрем ҡоро, тик салбарым гына һыуланған. Күлдәк, ыштанды кейеү менән төндәр йылынғандай булды. Ләкин ҡалтырау бөтмәне. Күлдәктә ҡандар күренде, ҡараһам, түштәр буй-буй булып һыҙырылғандар, ҡанағандар. Бөтә түш һәм боттар ҡып-ҡыҙыл ҡан булғандар. Уларҙы йәшереү өсөн тиҙерәк гимнастерканы кейеп алдым. Ыштанды кейеп, балаҡтарын төрҙөм дә салбарҙы үлән өҫтөнө ташланым. Аяҡтар күм-күк булғандар, күк тамырҙар бармаҡ йыуанлығы булып ҡалҡҡандар. Кейенгәс, тән йылынғандай булды. Ҡолаҡтың шаулауы баҫылды. Тик яңаҡ ҡарыша, тештәр һаман шаҡылдайҙар. Мин һыу ситенә килдем. Сергеевҡа ҡараным:
-
Йә, һине ҡалай сығарабыҙ?
-
Мин йөҙә белмәйем. Минең өсөн был һәләкәт! — ти. Ҡалтырана, төҫтәре ағарған, бөршәйгән, күҙҙәре ҡаймаҡланған. Мин уны йыуатам:
-
Ҡурҡма, ҡурҡма, Сергеев! — тигән булам. Ләкин уның сығыуына өмөт юҡ. Ул үҙе лә сығыуына ышанмай. Хәҙер ҡояш сыҡты инде. Күл буйында шыйыҡ ҡына томан күтәрелде. Беҙҙең өсөн уңайланды. Фронт тынды. Атыш-фәлән дә юҡ. Ләкин Сергеев ҙур өмөтһөҙлөк эсендә ултыра. Мин уны ҡыҙғана башланым. Үҙемде ниңәлер көслө һиҙә башланым. Шул
-
- Д. Юлтый
129
настроение аҫтында мин тиҙ генә йыйындым. Сергеевты ҡотҡарыу тураһында минёң баш эшләй башланы:
«Ах, мин әйтәм, берәй таҡта йәки ағас булһа ине, тим. Тиҙерәк артҡа йүгерәм. Сөнки һыу буйында ағас, таҡта кеүек нәмәләр һәр ваҡыт булырға тейеш. Мин күпер ауыҙына табан барам. Күпер алдына килһәм, йөҙ-йөҙ илле сажин самаһында окоп күренә. Мин уны ҡапыл һиҙҙем, ул бая ғына беҙ ҡасҡан немецтар окобы. Ә тимер юл окоп буйлабыраҡ һуҙылып китә икән. Уға ҡарағанда беҙ дөрөҫ килгәнбеҙ. Беҙ тимер юлдың бирге яғына, үҙебеҙҙең окоп яғына, сыҡҡанбыҙ. Күпер аҫтында ҙур ағастар һәм таҡталар күрҙем, ләкин арғы яҡта — Сергеев ҡалған яҡта. Мин унда тағы сыға алмайым инде. Мин тағы ла бер яңылыҡ астым. Тимер күперҙең теге яғына был күл оҙаҡ һуҙылмаған, уның ҡамыштар үҫкән башы күренә. Әгәр беҙ шунан ураһаҡ, был күлде йөҙөп сығыу мәшәҡәтен дә күрмәгән булыр инек».
Тиҙерәк Сергеевҡа килдем:
-
Һиңә сығыу өсөн ике юл таптым. Кинең яҡта тимер күпер аҫтында күп кенә таҡталар ята. Шуларҙы алып кил дә шуға ятып йөҙөп сыҡ йәки күл башынан әйлән. Күпер ауыҙы асыҡ. Дошман окобы күренә. Атып ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Минең был һүҙҙәргә Сергеевтың йөҙҙәре асылды:
-
Ҡалай итәбеҙ һуң? Ҡайһыһы уңай булыр?..
-
Үҙең уйла, ҡайһыһы һиңә уңай. Ләкин оҙаҡлама инде! — Ул, ике юлдың береһен һайлай алмай, бик оҙаҡ торҙо. Шунан һуң ул:
-
Юҡ, мин таҡта менән дә йөҙөп сыға алмайым. Күл башынан урайым! — тине. Ул китергә булды, мин шул урында көтөргә булдым. Ул киткәс, мин ботинкаларҙы эҙләп алдым. Салбарҙы, ботинкаларҙы кейеп алдым. Тәндәр ҡыҙып китте, арҡаға йылы ҡояш төштө. Шул ваҡыт өҙөлөп ҡорһаҡ асты. Мин, шуны баҫыу өсөн, өлпө төбөнә йөҙ түбән төшөп яттым. Башта һис бер уй юҡ. Сергеевтың килеүен көтәм. Юғарынан, баш осонан, үткән снарядтарҙың тауыштарын тыңлайым. Ҡояш сығыу менән, юғарыла-юғарыла немецтарҙың аэропландары йөрөй башланылар. Шул ваҡыт бер рәттән атылған мылтыҡ тауыштары ишетелде. Пулялар һыҙғырып күпер төбөнә яттылар. Башҡа килде: «Моғайын, Сергеевҡа аттылар!» Тиҙ генә урындан ҡуҙғалып, түш менән шыуышып, күпер яғына киттем. Ухылдаған тауыш ишетелде. Сергеев тауышы. Айырым-асыҡ ишетелә, һүгенә. Ләкин ҡамыш арҡыры күренмәй. Әкрен генә өндәшәм. Ул яуап бирмәй. Ҡамыш араһына инәм. һыу ситенә яҡын килдем. Һаҙлыҡ, аяҡтар батып баралар. Шул ваҡыт бер таҡта күрҙем. Кемдәрҙер уны һыу ситенә килтергәндәр ҙә шуға баҫып һыу алғандар, буғай. Бысраҡ аяҡ эҙҙәре яталар. Мин шул таҡтаны һөйрәй башланым. Ауыр, ләкин килтерергә мөмкин. Уны һөйрәп ҡороға сығарҙым да
130
тағы Сергеев тауышын тыңлай башланым. Ишетелмәй, мин уйлайым: «Әллә үлдеме икән?» — тим. Тиҙ генә үҙем сыҡҡан урынға килдем.
Сергеев башын тотоп ултыра. Ҡулдары ҡанлы, ҡолаҡ артынан, һул битенән юлаҡ-юлаҡ булып ҡандар ағып төшкәндәр...
-
Ни булды, Сергеев?
-
Аттылар, ранен яһанылар. Бик ҡурҡҡайным да, зарарлы түгел, ҡолаҡ артынан һыҙырып үткән...
-
Йә, ни эшләйбеҙ инде?
-
Юҡ, береһе лә булмай. Күл башына ла бара алманым, таҡта ла алып килә алманым, күпер төбө асыҡ. Немецтар аталар. Төнгә тиклем ҡалырға тура килер, ахыры, — тине. Мин уға таҡта табыуымды белдерҙем, ул, башынан ҡулын алып:
-
Дөрөҫмө? Таптыңмы? — тине. Күлдең ситенә яҡын килеп, — иптәш, килтер таҡтаны! Ни булһа ла булыр — сығам, — тип миңә ялына башланы.
Мин тиҙ генә таҡтаны алып килдем, һыуға бер башын төшөрҙөм. Уның яғына этеп ебәрҙем. Таҡта мин этеп ебәргән көс менән Сергеев алдына барып төкәлде. Ул, таҡтаның бер башын тотҡас, план төҙөй башланыҡ. Ул таҡтаға күкрәге менән арҡыры ятырға тейеш, был яҡ ситкә сыҡҡас, ул таҡтаның бер яғына күсеп, бер башын миңә бирергә тейеш. Мин, таҡтаның башын ҡороға сығарып, уны сығарыу өсөн еңеллек яһарға тейешмен. Сергеевтың тал төбөнә килеүе шарт. План шулай төҙөлдө. Ләкин Сергеев һыуға төшөргә бик оҙаҡ ҡарар итә алмай торҙо. Шул һылтау менән битендәге ҡандарын йыуҙы, һыуға ҡараған һайын:
-
Кай, ҡурҡыныс!.. Һай, ҡурҡыныс! Бында төшөп үлгәндән башҡа бер пуля тейгәне артығыраҡ!.. — тип һаман зарланды. Мин уны минут, секунд һайын ҡыҫтаным. Ул ҡурҡынысты йомшартырға тырыштым. Аҙағында ул суҡынып алды:
-
Ярай, үлһәм, бәхил бул! — тип һыуға төштө, таҡтаны рәткә килтерә алмай аҙапланды. Түше менән ятып, ҡулы менән ишә башланы. Бөтә эш план буйынса килеп сыҡты. Ул, сыҡҡас, мине бик ҡаты ҡосаҡлап үпте. Уның башын минең гимнастерка түшенә тегелгән бинтты алып бәйләнек. Агы күренмәһен өсөн, фуражкаһын баҫып кейҙерҙек. Хәҙер беҙ күлдең был яғында, үҙебеҙҙең окоп яғында, инек. Ҡояш шаҡтай күтәрелгән. Хәҙер окоп яғына китеү уңайһыҙ. Беҙ тимер юл буйынан, канауҙар эсенән шыуырға ҡарар бирҙек.
Беҙ бик яҡшы беләбеҙ: тимер юлы буйынан беҙҙең окопҡа тиклем юл оҙон буласаҡ. Шуның менән бергә, тимер юл линияһына ышанып етеп тә булмай, уның боролоп тағы немец окобына китеүе лә бик мөмкин. Әғәр ҙә берәй ҡалҡыу урынға сығып ҡараһаң, барыһын да абайларға мөмкин булыр ине. Был обстановкала уны эшләү мөмкин түгел.
5*
131
Ҡояш күтәрелде, көн ҡыҙҙы, канау буйы бөркөү, беҙ һаман шыуышабыҙ. Биттән тирҙәр аға. Ҡулдар ҡап-ҡара саң булдылар. Ваҡ таштарға бәрелеп, беләктәр, тубыҡтар ауырта башланылар. Ашағы килә, эске килә. Ә беҙ һыу буйында һыу ҙа эсмәгәнбеҙ. Шуға үкенәбеҙ.
Бик оҙаҡ барҙыҡ. Иртәнге сәғәт 9-ҙар тирәһе. Ике яҡтан да артиллерия атышы башланды. Хәҙер беҙ, шуға ҡарап, үҙебеҙҙең окопты билдәләнек. Немец туптары яҡын ярылалар. Беҙҙекеләр, уҙып, байтаҡ ҡына ергә китеп ярылалар. Тимер юл беҙҙе алдаманы. Үҙебеҙҙең окопҡа яҡын алып килде. Окопҡа нисек сығырға? Беҙҙең окоп күренмәй, беҙ баш ватабыҙ. Беҙҙең план ике төрлө: йә төнгә тиклем шунда ҡалырға, йә, бөтә баҙмансылыҡҡа1 барып, окопҡа табан шыуырға — икеһенә лә төплө ҡарар яһай алмайбыҙ. Беҙ тағы ла тимер юл буйлап шыуырға булдыҡ. Алда әрем өлпөләре, шулар артында канауҙар күренде. Ул беҙҙе йәнләндерҙе. Ашыға-ашыға шуға табан шыуыштыҡ. Тимер юл канауынан сығып, өлпөләр араһына индек. Күрәбеҙ, алда ҡаҙылған соҡор күренә, шунан канау һуҙылған. Ул канау ҡайҙа бара? Ул беҙҙең окопҡа барырға тейеш. Ләкин ул канау ҡалҡыу урында, ул беҙҙән әҙ тигәндә егерме биш сажиндар булыр. Сергеев үрелеп ҡараны. Уның күҙҙәре шарҙай булдылар.
-
Алда ғына сыбыҡ заграждениеһы! Билләһи, беҙҙең окоп! — Ул шатлығынан минең яғанан тотоп һелкә башланы. Беҙҙә шундай көслө теләк тыуҙы: ҡалай ғына булһа ла шул соҡорға барырға!
Беҙ өлпөләр төбөндә, ботинкаларҙы һалып, яңынан кейендек. Обмоткаларҙы яңынан һәйбәтләп ураныҡ. Салбар, гимнастеркаларҙы рәтләп, ҡайыштарҙы тығыҙлап быуҙыҡ. Шул ун биш сажинлап ергә асыҡтан йүгерергә йыйындыҡ. Сергеев тағы ла суҡынып алды. Мин әсемдән генә Аллаға һыйындым. Сөнки иң ҡәтғи моментта, аңламаҫтан үҙебеҙҙекеләр йә немецтар мушкаға алыуҙары бик мөмкин. Сергеев күтәрелде лә йүгерә башланы. Уның артынан мин. Сергеев йүгергәндә окопҡа ҡарап ҡысҡыра.
-
Үҙебеҙҙекеләр! Атмағыҙ, үҙебеҙҙекеләр!
Яҡын гына ара ла бик оҙаҡ тойолдо. Беҙ соҡорға барып етер алда, белмәйем, — беҙҙекеләр, белмәйем, — немецтар мылтыҡтарҙан аттылар. Ләкин ул арала беҙ соҡорға төшөп өлгөрҙөк. Атыу туҡталды. Беҙ бер аҙ хәл йыйҙыҡ та канау буйлап имгәкләп киттек. Сыбыҡ заграждениеларға килдек. Заграждениены уҙғас та, канау ослана. Окопҡа төшөү өсөн, тағы уның башына менергә кәрәк. Беҙ ҡысҡыра башланыҡ:
-
Беҙ плендан ҡасып ҡайтабыҙ, атмағыҙ! Атмағыҙ!
1
Достарыңызбен бөлісу: |