-
Иҫ китмәле шәп уйнай! Йөрәктәрҙе телеп-телеп ала! Был тиклем күп телдәргә баҫырға бармағың нисек етә һинең, ағай кеше? — тип һоҡланды ул һәм, ҡартҡа яҡыныраҡ килеп, гармунды һәрмәштереп ҡарай башланы.
Беребеҙ ҙә шәйләмәй ҡалганбыҙ, ни аралалыр шинелен иҙәнгә йәйеп йөҙ түбән ятҡан Иртуғанов, тәрән уйға сумған көйө, ҡуш усын яңағына терәп, ҡуҙғалмай ята бирә.
Иң ныҡ әҫәрләнеүсе был юлы ла Индрил булып сыҡты. Ул ҡартты ҡосаҡлап уҡ алды:
-
Талант һиндә, ағай кеше! Ҙур талант! Күптән бындай шәп музыка ишеткәнем юҡ ине!
-
Ни эшләйһең бит, йән аҫрағаның шул булғас... — тип баҫалҡы ғына яуап бирҙе ҡарт.
Шунда Иртуғановыбыҙ беренсе мәртәбә телгә килде:
-
Юҡ, олатай, һин был музыкаң менән йән генә аҫрамайһың... Ҙурыраҡ эш башҡараһың... Үҙең белепме, белмәйме, һин өйҙән өйгә хәҡиҡәт өләшәһең... кешеләргә йән өрәһең, күҙҙәрен асаһың... Рәхмәт, олатай, шулай йәшә, оҙаҡ йәшә!.. —
234
Ул һикереп торманы, хатта урынынан да ҡуҙғалманы, әммә ҡысҡырмай ғына әйткән был һүҙҙәренең мәғәнәһе барыбыҙға ла һәйбәт аңлашылды. Барыбыҙ ҙа, баш ҡағып, уның һүҙенә ҡушылғаныбыҙҙы белдерҙек.
Был арала беҙҙең киң күңелле Альфредабыҙ һуҡыр музыкант менән уның юлдашының тамағын туйҙырыу хәстәрен күрә ине.
Беҙ, Иртуғанов янына иҙәнгә ултырышып, ҡарт үҙе ишетмәһен өсөн, шым ғына һөйләшә башланыҡ:
-
Был кешенең талантлы музыкант булыуы хаҡында һүҙ ҙә юҡ.
-
Тик шуныһы, ватан һәм батша хәҙрәттәре өсөн ҡан ҡойған, тома һуҡыр ҡалған. Хәҙер уны барыһы ла онотҡан.
-
Эйе, «ватан өсөн» күҙһеҙ ҡалған кеше урамға ташланған. Ошо гармуны булмаһа, күптән эт урынына берәй ҡойма буйында ятып үлер ине, меҫкенкәйем.
Буранбай Индрил ға боролоп һүҙ ҡушты:
-
Бына һин — беҙҙең арала фәлсәфәгә иң шәп кешеһең. Ьуғышта еңеп сыҡһаҡ, батша хәҙрәттәре беҙгә алтын тауҙары вәғәҙә итә. Уныһы уҡ булмаҫ та инде булыуын. Үлеп ҡалғандарына бер ни ҙә кәрәкмәй. Бына ғәрипләнеп ҡайтҡандарға дворецтар һалып бирерме икән? Әйтәйек, бер ярҙамсыһы булмағандарға?..
Индрил ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
-
Дворецтар! Ҡапсығыңды киң тот! Миллион ғәрипкә һарайҙар һалып биргәнен көтәһеңме? Был — көлкө генә. Ьарай һалып биреү түгел, үҙ һарайына бер саҡрым яҡын ебәрмәҫ. Пе- тербургта 9 ғинуарҙа ни булғанын хәтерләмәйһеңме ни?
Әңгәмәне тыңлап шым ғына ятҡан Иртуғанов шунда ҡырҡа хәрәкәт менән торорға ҡуҙғалды:
-
Дөрөҫ әйтәһегеҙ, егеттәр. Барыбыҙ ҙа бер уйҙа икән! — тип йылмайҙы ул. Бығаса беҙ уға һағыраҡ ҡарап йөрөй инек әле. Ошо һүҙҙәрҙән һуң ул беҙгә айырыуса яҡын булып күренде, ысын-ысынлап үҙ кешебеҙгә әйләнде.
Ҡарт менән үҫмер, ашап алғас, гармунды сепрәккә төрә башланылар. Шунда Индрил тоҡсайынан ап-аруҡ яңы гимнастеркаһын тартып сығарҙы ла ҡартҡа бирҙе. Ҡапсыҡтарыбыҙҙы һәрмәштерә торғас, уға иҫкерәк салбар менән, ямалған булһа ла, ботинка ла табылды.
Ьуҡыр музыкант ҡыуанысының сиге юҡ ине.
Беҙҙең күңелдәребеҙҙе сикһеҙ әҫәрләндергән был көн — Ду- наевец ҡалаһында торған һуңғы көнөбөҙ булды. Артыбыҙҙан һығылып илап ҡалған, барыбыҙ өсөн дә бер туған апайыбыҙ йә һеңлебеҙ кеүек яҡын булып бөткән Альфреданы һуңғы күреүебеҙ булды был көн.
Иртәгеһенә беҙҙең колонналар, батҡаҡлы юлда аяҡтарын көс-хәлгә айырып ала-ала, фронтҡа йүнәлде.
235
ДҮРТЕНСЕ БҮЛЕК
Беҙ тагы фронтта. Беҙҙе 415-се Львовский полкка ҡуштылар. Ьуңғы һуғыштарҙа бик ҙур юғалтыуҙарға дусар булған был полк ял итер һәм тулыландырылыр өсөн тылға сығарылғайны. Ул Дунаевецтан килгән мең ярым штыктан торған маршевый батальонды үҙ эсенә йотто. Беҙҙе роталарға бүлгеләнеләр, шунан строевой һәм тактик занятиелар башланды. Индрил, Новиков һәм мин элемтә командаһына эләктек, телефон хикмәттәрен өйрәнергә тотондоҡ. Башҡа иптәштәребеҙҙе икенсе батальондың етенсе ротаһына ҡуштылар. Иртуғановты бер отделениеға командир булырға мәжбүр иттеләр.
Фронт яҡын ғына, тик көслө һуғыштар барғаны тойолмай. Туп тауыштары онотҡанда бер генә ишетелә, кискә табан ғына ике яҡтан да пулеметтар бытырлашып ала.
Беҙ өсәү, әйткәнемсә, телефонға өйрәнәбеҙ: катушкалар һүтәбеҙ, сымдар һуҙабыҙ, аппараттар урынлаштырабыҙ, һөйләшәбеҙ, телефонограммалар тапшырабыҙ һәм ҡабул итәбеҙ. Был эш беҙгә ҡулай ғына булып сыҡты, сөнки, нисек әйтһәң дә, бында иреклерәкбеҙ. Өҫтөбөҙҙән аҡырып-екереп йөрөүсе юҡ. Индрилыбыҙ — телефон менән таныш кеше инде. Новиков менән мине өйрәтеүҙе уға ышандырып тапшырҙылар. Ул телефон аппаратын һуңғы шөрөбөнә тиклем һүтеп ташлай ҙа әүәҫләнеп тотоноп алып китә аңлатырға! Э Новиков менән беҙ, тәмәкеләребеҙҙе ҡабыҙып алып, ҡырын ятып тыңлайбыҙ, шунан үҙ алдыбыҙға һүтеп ташланған аппаратты йыйырға өйрәнәбеҙ. Шунан илле сажин самаһына сым һуҙып, станция һымаҡ бер нәмә ҡорабыҙ ҙа Новиков менән, башыбыҙға ни килһә, шуны һөйләшергә, тел сарларға йәбешәбеҙ. Алйотланыуҙың сигенән сыға башлаһаҡ, Индрил трубкаға ҡысҡырып туҡтата һала:
-
Етәр һеҙгә, нимә баҡылдайһығыҙ унда? Бик әсегеҙ бошһа, ятып йоҡо һимертә тороғоҙ. Мин башҡалар менән шөғөлләнә торайым. Кәрәгегеҙ булһа, уятырмын.
Беҙ, күндәм кешеләрсә, трубкаларҙы һалып ҡуябыҙ ҙа, күңелдән хәтирәләр дәфтәрен аҡтарып йәиһә киләсәккә хыяли пландар ҡороп, ваҡыт үткәрәбеҙ.
...Ьуғыштың ахыры күренмәй ҙә әле. Бары ла уның тағы ла оҙонға һуҙыласагы хаҡында ғына һөйләйҙәр, күрер күҙгә лә ҙур һөжүмгә әҙерләнеү һиҙелеп тора. Кременчугта беҙ һалдаттар араһында һуғышҡа ҡаршы ҡотҡо алып барырға тип һүҙ беркетешкәйнек. Был хаҡта беҙ фронтҡа килер алдынан да күп һөйләнек. Ләкин, бында килгәс, әле йүнле-башлы бер ни ҙә эшләгәнебеҙ юҡ. Исмаһам, Таминко кеүегерәк берәйһен осратаһы ине. Иртуғановты һаман булһа аңлап еткермәйбеҙ. Үҙе бар донъяһына асыулы әҙәм, шулай ҙа беҙҙең алда сиселеп китергә ашыҡмай. Айырым-айырым һалдаттар менән һуғыш хаҡында һүҙ асабыҙ икән, улары шым ғына тыңлайҙар ҙа
236
өмөтһөҙ рәүештә һул ҡулдарын һелтәйҙәр. Әйтерһең, барыһы ла, мотлаҡ һәләк буласаҡтарына ышанып, бынан иҫән-һау әйләнеп сығасаҡтарына тамам өмөт өҙөп килгәндәр. Һуғыштан ҡырҡа баш тартырга тип өндәргә ҡылдарын тартҡылап ҡара- уыбыҙ хәҙергә бер һөҙөмтә лә биргәне юҡ. Фронтҡа килгәне бирле үҙебеҙгә теләктәшлек итерлек бер генә кеше лә тапманыҡ, тиһәк тә, хата булмаҫ. Үҙебеҙҙең бәләкәй төркөм эсендә һүҙ ҡуйыртыуҙан да ҙурыраҡ эш башҡара алғаныбыҙ юҡ әле.
Өнһөҙ ҡалған телефон аппараттары янында ятҡан сағыбыҙҙа Новиков менән бына шул хаҡта фекерләшәбеҙ, үҙ пландарыбыҙҙы нисек ғәмәлгә ашырырға икән, тип баш ватабыҙ. Индрил был көйөнөслө әңгәмәбеҙҙең уртаһында була алмай. Уның эше бик күп; ана, ул башҡалар менән шөғөлләнә. Роталағы иптәштәребеҙ менән бары кистәрен генә, ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына осрашабыҙ.
Бына шулай көн артынан көн үтеп тора, позицияға инер ваҡыт та етә; ә алғы һыҙыҡта, мәғлүм инде, бындай эштәр менән шөғөлләнергә форсат булмаясаҡ.
Новиков бер нисә мәртәбә инде ҡулын ярһынып һелтәп әйтте:
-
Ҡалаларҙа забастовка ойоштороу — бер нәмә урынына тормай, ә бында иһә һәр береһе үҙе өсөн генә ҡан ҡалтырап тора, был тамуҡтан бары үҙенең иҫән сығыуын ғына ҡайғырта.
Был турала һүҙ ҡуҙғалһа, хәҙер Индрил өндәшмәй генә тәрән уйға ҡалыусан булып китте, әңгәмәгә ләм-мим тип ҡушылмай. Йөҙ сырайына ҡарап, бына-бына ул йәнә Дусяһы хаҡында һүҙ башлар тип көтәһең; тик, әйтергә кәрәк, фронтҡа килгәс, был хаҡта ул ауыҙ асып бер һүҙ әйтмәҫ булды. Новиков та Варшава янында ҡалған Ирочка менән Женяны һөйләүҙән төңөлдө.
-
Үткән эштән төш яҡшы, — тип кенә ҡуя ул. — Өҫтәүенә, хәҙер Варшава немецтар ҡулында.
Бер мин генә күңелемдә бер йылы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайым, тик был хаҡта әлегә бер кемгә бер һүҙ ҡатҡаным юҡ. Күрәһең, кәрәген тапмағанмындыр инде. Был иҫтәлек поляк татары ҡыҙы Мәрйәм Ҡарашайскаяның яҙып буләк иткән кескәй дәфтәре булып, минең күкрәк кеҫәмдә һаҡлана. Унда ошондай матур һүҙҙәр теҙелгән: «Юлдарыбыҙ тура килһә, беҙ, моғайын, осрашырбыҙ әле. Һинең ябай, ләкин һөйкөмлө һының мәңгелеккә минең күҙ алдымда торор. Миңә хаттарҙы йыш яҙып тор, йәме?!» Ә был яҙыуҙың аҫтында үҙҙәренең Пет- роградтағы өйҙәренең адресын күрһәткән. Тик минең әле уға бер генә хат та яҙғаным юҡ; сөнки ни өсөндөр уға хат яҙырға ниндәйҙер башҡа төрлө тел, башҡа төрлө ҡабарынҡы матур һүҙҙәр кәрәктер төҫлө тойола. Шулай булғас, мин уға башҡаса хат яҙа алмамдыр ҙа һымаҡ. Ваҡыт тейгән араларҙа, иптәштәремдән йәшереп кенә мин уның яҙыуын алып уҡыйым,
237
уның ҡойоп ҡуйған матур һынын, иҫ киткес сибәр йөҙөн күҙ алдыма баҫтырырға тырышам. Эйе, Мәрйәм, ысындан да, тиңе булмаҫтай матур ҡыҙ шул. Фронт михнәттәрен кисергәндә, һаҫыҡ, ҡараңғы барактарҙа йәшәгәндә, ул тағы ла матурыраҡ булып тойола; ул ысынбарлыҡта бөтөнләй миңә осрамағандыр, мин уны үҙ хыялым менән әкиәт итеп уйлап сығарғанмындыр ҙа үҙем шуға ышанам, табынамдыр һымаҡ. Уның хаҡында уйлау ғына ла ауыр минуттарҙа күңелгә еңеллек, йыуаныс бирә, өҫтөңә ябырылған ҡыйынлыҡтар, тормоштоң тупаҫлыҡтары бер нисә минутҡа онотолоп тора. Тик ҡайҙалыр алыҫ түгел ерҙә гөрһөлдәп ярылған туп тауыштары һине шунда уҡ ысын донъяға кире алып ҡайта, тәмле төш күреп йоҡлаған сағыңда тертләп уянғандағы шикелле, яманһыу булып китә, йөрәгеңде һалҡынлыҡ сорнап ала. Күҙ алдымда фәрештәләй булып баҫып торған Мәрйәм һынын ҡара төтөндөң дәһшәтле йомарламдары шәфҡәтһеҙ рәүештә ҡаплап китә; йөҙәр саҡрымдарға һуҙылған, ҡәбер һалҡынлығы бөркөп ятҡан окоптар, уларҙа минут һайын үлемдәрен көтөп ятыусы меңәрләгән һалдаттар, әллә кемдәрҙең ғәзиз балалары... Бына бөгөнмө, иртәгәме беҙҙе лә шунда ту- бырлатып алып барып тултырасаҡтар. Унда беҙҙе ниҙәр көтә? Ниҙәр яҙылған икән беҙҙең маңлайҙарға? Был ғазаптарҙың сиген күрә алырмы икән бер гонаһһыҙ әҙәм балалары?!
БИШЕНСЕ БҮЛЕК
Октябрь айында ҡапыл аяҙытып ебәрҙе, көн йылынды. Көндәр йонсоу торғанда, дошман һөжүм башларға батырсылыҡ итмәҫ, тип уйлай инек, хәҙер сәғәт һайын атака көтәбеҙ. Мин дүртенсе ротала телефонист булып торам, Новиков — һигеҙен- селә, ә Индрил — полк штабында. Мин көн һайын тиерлек ун икенсе ротала булам, Буранбай һәм Байғужа менән күрешеп торам. Беҙҙең дуҫтарҙан Иртуғанов бер үҙе беренсе ротала. Уның менән күрешеп тә, һөйләшеп тә булмай. Улар урман артында урынлашҡандар. Индрил ғына бер-ике мәртәбә телефондан хәлен белешә алған.
Дошмандың һөжүм башларын көтөп, позицияларҙы нығыталар. Беҙ телефонистарға ла яңы эш табылды, — ағас баштарына элеп һуҙылған сымдарҙы һүтеп алып, окоптар буйлатып ергә күмәбеҙ.
Бына бер аҙна инде алғы һыҙыҡта ятабыҙ. Налдаттар төнө буйы алһыҙ-ялһыҙ позицияларҙы нығытыуҙа тир түгәләр, ҡыҫҡа ғына ял бары көндөҙҙәрен генә тейә. Ашау яғы бөтөнләй хөртәйҙе. Төшкөлөккә әллә ниндәй тәмһеҙ балыҡ бешерәләр; ашай башлаһаң, ярты ғүмерең ҡылсыҡтарын сүпләп үтә. Быға тиклем иртәнсәк, әҙерәк булһа ла, аҡ май бирә торғайнылар, хәҙер уның урынына иҫкереп бөткән сыр киҫәге генә өләшәләр.
238
Көндөҙҙәрен сәй ҡайнатып эсер мөмкинлек юҡ. Төтөн сыҡҡан урын күреп ҡалдылармы — немецтар шунда уҡ сәй янына күстәнәскә снаряд артынан снаряд ебәрә башлайҙар. Шул сәбәптән, көнө буйы һалҡын һыу һәм сейле-бешле арыш икмәге менән хушланырға тура килә. Өҫтәүенә, махорканы ла бик һирәк — әжәл дарыуы урынына ғына бирә башланылар. Тартмай түҙә алмаған һалдаттар окоптар буйлап «ҡырҡ» йә «егерме» не атырға һағалап, тилмерешеп йөрөйҙәр, хатта инде «егер- ме»не эләктереп ҡалып, ирендәрен көйҙөрә башлаған төпсөктәрҙе лә иптәштәренең күҙенә тилмереп ҡарап:
-
Бир, үҙем ташлайым, — тип һорап алалар. Ьин тартып торғанда, берәү килеп, «ҡырҡ» тип заявка бирә икән, йә һин иптәшеңдән һорап алған «ҡырҡ» менән ләззәтләнгән саҡта, икенсе береһе «егерме» ти икән, баш тартырға хаҡың юҡ. Был — яҙылмаған ҡанун. Окопта ул боҙолмай, изге итеп һаҡлана. Сөнки бөгөн һин берәүгә төпсөгөңдө ҡалдырып бирәһең икән, иртәгә бит һинең үҙеңдең уға шул уҡ йомошоң төшәсәк. Шулай итеп, һәр төрөлгән сигарКаны, йыйылышып алып, кәм тигәндә, өсәү-дүртәү тарта, ыңғайҙа, фронт ауырлыҡтарын һөйләп алып китәләр.
-
Былайға китһә, һуғыш үҙенән-үҙе бөтөр. Уйлап ҡарағыҙ, ас кешене нисек һуғыштырмаҡ кәрәк? — тип һығымта яһай береһе.
Алам-Һалам ашауҙан һалдаттар араһында эс ауырыуҙары таралды. Көн һайын роталарҙан околодокка унар-ун бишәр һалдатты оҙаталар. Унда ла эс ауырыуҙарының һәр төрлөһө өсөн дә бары бер генә дарыу бар: ул да булһа, касторка. Эсе ауыртыуға зарланып килгән һалдаттарҙы врач ҡарап та, һорашып та тормай, касторка эсерә лә шунда уҡ окопҡа кире ҡайтара. Околодоктан касторка эсеп ҡайтҡандар, эҫтәренән түҙә алмай, ыҙғырышып, блиндаждарҙа тәгәрәшәләр. Икенсе көн околодокка тағы китәләр, тағы ла шул уҡ хәл ҡабатлана.
Ошоларҙың барыһының да һөҙөмтәһе булып, дезертирлыҡ һәм үҙҙәрен-үҙҙәре яралау күренештәре башланды.
Тик үҙ-үҙен яралаусыларҙың эштәре күбеһенсә уңып сыҡмай, яҡындан атыусыларҙың тәнендә бешкән урын ҡала; быны белеп алып, врачтар уларҙы тикшереүгә бирәләр. Хәрби- полевой суд уларҙың бәғзеләрен — атырға, бәғзеләрен дисциплинарный батальондарға ебәрергә хөкөм итә.
Ьуңғы мәлдәрҙә һалдаттар үҙҙәренең ҡулдарына үҙҙәре атыуҙың яңы ысулын уйлап таптылар — атыласаҡ урындарын ҡалын итеп еүеш сепрәк менән урайҙар. Шулай иткәндә, атылған урын көймәй һәм врачтарҙа шик тыуҙырмай. Элегерәк бындайҙар, ғәҙәттә, бармаҡтарын ғына атып йәрәхәтләй торғайнылар; эҙәрлекләүҙәр көсәйгәс, ышандырырлығыраҡ булһын өсөн, хәҙер балтырҙарына, хатта һум иттәренә лә атыуҙан тартынмай башланылар; ошолай үҙҙәрен үҙҙәре ғәрипләтеп булһа
239
ла, был ыҙаланыуҙарҙан ҡотолорға тырыша әҙәм балаһы. Бындай хәлдәр торған һайын йышайҙы. Хатта фронтта һил булып торған араларҙа ла ошондай «еңел яраланыусылар» була ине. Хәҙер инде врачтар, шул арҡала, ысынлап та еңелерәк яраланғандарҙан да хыял күрә башланылар *— тылға ебәрмәй, полковой околодоктарҙа ғына дарыу һөртөп, әштер-өштөр бәйләйҙәр ҙә частарына кире ҡайтаралар.
Нахаҡҡа рәнйетелеп, яралы көйөнсә окоптарҙа һыҙланып йөрөгән һалдаттар араһында ризаһыҙлыҡтар, начальствоға, айырыуса врачтарға ҡарата, нәфрәт менән теш ҡайрап йөрөүҙәр йышайҙы. Көҙөмтәлә полковой околодокта бер врачты граната ташлап үлтерҙеләр.
Иртән, ғәҙәттә, позицияла тыныслыҡ хөкөм һөргәндә, Индрил миңә телефон шылтырата. Иң башта ул штабта булған яңылыҡтарҙы белдерә, шунан башҡа иптәштәрҙән дә телефон буйынса алынған сәләмдәр тапшыра. Ьәр һөйләшеү үткән көндәрҙе һағынып иҫкә төшөрөү менән тамамлана. Индрил Альфреданы айырыуса бер йылылыҡ менән телгә ала:
-
Беҙҙә, штабта ла, насар ашата башланылар, иттең төҫөн дә күргән юҡ, — тип зарлана һәм шуның артынса уҡ: — Их, хәҙер Альфреданың һыйҙарынан ауыҙ итәһе ине ул! т— тип хыял итеп ҡуя. —Әйткәндәй, бөгөн мин уға хат яҙҙым. Барығыҙҙан да сәләм ҡуйҙым. Шәп ҡатын!.. — тип өҫтәй.
Шунан Индрил, мине ҡотортҡандай, Альфреданың өҫтәлендәге һыйҙарҙы теҙеп тасуирлап китә.
-
Индрил, туҡта, тием! Язалама ас кешене! — тип ҡысҡырам, ауыҙ һыуҙары ағыуын тыя алмай.
-
Ярар, үҙемә лә ҡыйын булып китте, — ти ул, ғәфү үтенгәндәй. Шунан тауышы юғала. Мин уға ҡысҡырам:
-
Ьин нимә, хушлашмай ҙа трубканы һалып ҡуйҙыңмы әллә?
-
Юҡ, Альфреданы уйлайым. Мин уны ысынлап яраттым, шикелле, туғанҡай. Был тамуҡтан иҫән сығылһа, билләһи, әйләнәм мин уға...
Уның ихлас әйтелгән был һүҙҙәренә мин бер яуап та ҡайтармайым. Хәҙер инде минең өндәшмәүем уның үҙен шомландыра башлай.
-
Нимә, телеңде йоттоңмо әллә? — тип ҡысҡыра Индрил.
-
Нимә әйтәйем инде... Буш хыял тиһәм... Куғыш ҡасан бөтә лә, ул бөткәнсе, әллә кем бар, әллә кем юҡ тигәндәй...
Күрәһең, минең был һүҙҙәрем уның йөрәгенә үк барып ҡаҙалды. Ул, ярһынып, ҡаршы төштө:
-
Юҡ, Булат, был буш хыял ғына түгел инде. Хәҙер һуғыш оҙаҡҡа һуҙыла алмай. Хәҙер инде һалдаттар ғына түгел, офицерҙар үҙҙәре лә, һуғыш оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, тип һөйләйҙәр. Берәй тилергән снаряд кәүҙәбеҙҙе он-талҡан яһамаһа, туп итеп ҡайтып төшөрбөҙ әле...
240
Аҙаҡҡы һүҙҙәрен Индрил үҙе лә төшөнкө тауыш менән әйтә, сәсәгәндәй итеп, тамаҡ ҡырып ҡуя. Әле һөйләткәндә үҙен күреп тормаһам да, был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, уның маңлайында һырҙар барлыҡҡа килеп, йөҙө ҡомһарып киткәнен беләм.
Индрил менән һөйләшкәндән һуң, уйға сумам. Фронттың теге яғында, Польша ерҙәрендә, тороп ҡалған Ира менән Женя иҫкә төшә. Хәҙер инде улар беҙҙе онотҡандыр ҙа, яндарында немец һалдаттары йәки офицерҙары юхаланып уралаларҙыр. Кем белә, ҡыҙҙар инде уларҙың ҡайһы берҙәренә ғашиҡ булып та өлгөргәндер, ҡасандыр беҙгә яҙған шикелле, уларға ла иң ҡайнар мөхәббәт һүҙҙәре менән нағышлап, хаттар яҙа торғандарҙыр. Был уйҙар көнсөллөк хистәре уята, бөтә ҡаршылыҡтарҙы селпәрәмә килтереп емереп, улар янына барып етәһе лә, яндарында буталып йөрөгән офицерҙарҙы атып бөтөргәс, Ирочканы туйғансы үбәһе ине.
Хыял даръяһында күңел ҡанғансы йөҙөп, фани донъяға әйләнеп ҡайтҡас, көрһөнөп ҡуям да, ҡуйынымдан Мәрйәмдең дәфтәрен сығарып, тағы ла бер мәртәбә уҡыйым. Уның менән осрашыу мөмкинлеге ҙурыраҡ. Нисә әйтһәң дә, ул Петроград- та. Әгәр яраланып, шул ҡалаға лазаретҡа барып эләкһәм, уға шунда уҡ хат яҙыр инем, ул яныма йүгереп килеп етер ине. Шул уйҙар башыма килгәс, тиҙ генә еңелсә яраланғы килә. Иҫәр хыялыма бирелеп, мин телефонымды ташлайым да, бер нәмәнән ҡурҡмай, үрә баҫып окоптар буйлап атлап китәм.
Баш осонан, юғарынан, немец аэропландары беҙҙең тылга осоп уҙҙы. Ауыр снарядтар гөрһөлдәп ярыла. Улар беҙҙең батареяларҙы ҡапшаштыра, алғы һыҙыҡҡа килтерелә торған ғәскәрҙәр, обоздар араһынан үҙҙәренә ҡорбандар эҙләйҙәр. Эҙләйҙәр, табалар һәм кемдәрҙеңдер гонаһһыҙ ғәзиз кәүҙәләрен ботон ботса, ҡулын ҡулса айырып, йыйып ерләр нәмәһен дә ҡалдырмай, тупраҡ фонтандары менән бергә күккә күтәрәләр.
Э алғы һыҙыҡта бер ни тиклем тыныс, тик һирәк-һаяҡ мылтыҡ атыштары гына ишетелеп ҡала. Окоптағы һалдаттарҙың төҫөнә ҡарарлыҡ түгел: биттәрендә турғай суҡып алырлыҡ та ит ҡалмаған, ирендәре күм-күк, эскә батҡан күҙҙәре һүрән ҡарашлы. Олораҡтарҙы көрәк һаҡалдар баҫҡан; әле һаҡал да сыҡмаған, балалыҡтарынан айырылып та етмәгән йәштәрҙең ҡобараһы осҡан йонсоу йөҙҙәренә ҡарау бигерәк тә ҡыҙғаныс. Барыһының да ҡаштары емерелгән, тештәре ҡыҫылған, сәйнәп ташларға әҙерҙәр. Төнгө ҡарауылдан ҡайтҡандар, позиция нығытыуҙа эшләгәндәр шунда уҡ окоп стеналарына һөйәлеп йә хатта лысҡылдап ятҡан аяҡ аҫтына ауып йоҡлайҙар. Иртәгеһе көн хаҡында уйлауҙан бары ла төңөлгән, ошо минут менән генә йәшәйҙәр. Килеп ярылған һәр бер туп, дошман яғынан атылған һәр пуля үлем алып килә бит. Уларҙың ҡайҙа килеп ярылырын, ҡайҙа килеп тейерен кем
241
белә. Нисек һаҡланыу әмәлен табып бөтмәк кәрәк. Хатта сиктән сығып йонсоп йоҡоға киткәндә, иртән уянырыңа өмөт юҡ. Был хәлде ғүмерендә лә күреп кисермәгән берәү ҡапыл ошонда килеп эләкһә, аҡылдан яҙыр ине; ә бындағылар йәшәй, сөнки окоп тормошо тәүге минуттан уҡ кешенең зиһенен ала, мейеһен зәғифләтеп, аңын томалай. Был йәһәннәм тормошо кешеләрҙе фекер йөрөтөү ҡеүәһенән мәхрүм итә. Ьәр кем киләһе минутта үҙенең яҙмышы хәл ителеүен көтә. Был хәл ителештең ғәҙәттәге ике төрө бар: береһе — үлем, икенсеһе — яраланып, был ҡот осҡос мәхшәр мөхитенән ҡотолоу. Ьуңғыһын һәр кем күңелендә матур хыял итеп һаҡлай; шул уҡ ваҡытта был өмөттөң, ҡылға бәйләп аҫылынған ауыр таш шикелле, теләһә ҡайһы минутта өҙөлөп төшөрөн дә белә.
Көҙгө ҡараңғы оҙон төндәрҙә үлем шәүләһе артыңдан бер тотам ҡалмай эҙәрлекләй. Прожектор уттары күҙеңде сағылдырып үтһә, үлем ҡайһы еремдәнерәк ялмап алырға самалай икән, тип, арҡа һабаҡтарың семерләп көтәһең. Алыҫта ярылған шрапнелдән ләүкеп ҡалҡҡан ут көлтәһе эргәңдә генә булып тойола, хас та инде ул һинең тәнеңде ялмап ала. Йөрәк атылып сығыр сиккә етеп дарҫлай. Төнгө атыштар, көндөҙгөләргә ҡарағанда, йөҙ мәртәбә шомлораҡ күренә. Күҙгә төртһәң күренмәҫ төндәрҙә һәр шәүлә, һәр ҡыштырлау ҡотто ала.
Ошондай хәтәр төндәрҙең береһе ине. Ьигеҙенсе ротанан Новиков телефон шылтыратты.
-
Ауыр хәбәр әйтергә йыйынам, туғанҡай, сабыр бул, — тип, төшөнкө тауыш менән иҫкәртте ул.
-
Әйт тиҙерәк, ни булды?
-
Буранбай ҡаты яраланған, тиҙәр. Үлем хәлендә ята, ти.
Башыма приклад менән һуҡтылармы ни, — бер һүҙ әйтә алмай, иҫәңгерәп, сүгәләп ултырҙым.
Новиков ҡалтырауыҡ тауыш менән, инәлгәндәй, дауам итте:
-
Рәтен тапһаң, барып күрергә тырыш әле, пожалуйста, донъя хәлен белеп булмай... Мин дә барам...
-
Ярар! — Мин трубканы атып бәрҙем дә эргәмдә иҫ белмәй йоҡлаған һалдатты уята башланым:
-
Макаров, тор йәһәтерәк!
Иләҫләнеп уянған һалдат, бер ни төшөнмәй, күҙҙәрен аса- лаҡ-йомалаҡ итеп ултырҙы ла, ҡапыл ырғып тороп, блиндаж ишегенә атлыҡты:
Мин уның еңенән матҡып тотоп алдым:
-
Юҡ, юҡ, борсолма. Ьине мин уяттым.
Әҙерәк аңына килгәс, хәлде ҡыҫҡа ғына итеп һөйләп бирҙем.
-
Бар, бар, — тине ул әүәҫ кенә.
Мин сыҡтым. Хәүеф тулы ҡараңғы төн. Ара-тирә унда-бын
242
да пулеметтар, төн тынлығын йыртҡылап, бытырлашып алалар ҙа тағы тыналар. Алыҫ та түгел, уң флангыла туптар ярыла. Күккә бер-бер артлы ракеталар сөйөлә. Ер өҫтөн ике яҡтың да прожекторҙары сатрашлап һәрмәшә. Буранбайҙар ротаһы тәңгәленә һәрмәнә-һәрмәнә барып еттем тигәндә генә, еңел снаряд алдыма төшөп ярылды. Уның ярсыҡтары ҡолаҡ төбөмдән генә сыйнашып һыҙғырып үтте, хатта тындары бәрелеп ҡалғандай булды. Юҡ, был юлы ла теймәне. Юғиһә Буранбай дуҫым менән үк бергәләп йә тегендә, йә бында юл тотаһыбыҙ икән...
Буранбайҙы эҙләргә тотондом.
Шунда Байғужаның шат тауышын ишеттем:
-
Ә мин һине ҡараңғыла шәүләңдән үк таныным! — Ул, йүгереп килеп, ҡосағыма атылды. — Их, һағындым мин һине, туғанҡай! — Шунан ҡайғылы итеп өҫтәне: — Бына Буранбай ҙа... — Әйтер һүҙ тапмай торҙо, еңемдән тартып, үҙенә эйәртте. — Бына бында ул.
Блиндажға индек. Ьүрән ^ҡтыға күҙ эйәләшмәй торҙо. Шунда уҡ аяҡ аҫтында ыңғырашып ятҡан яралыларға баҫмаҫ өсөн, һаҡ ҡына атлап, төпкә үттек. Унда бөтөнләй ҡараңғы ине. Байғужа ҡайҙандыр бер шәм төпһәһе табып алды. Буранбайҙың күҙҙәре йомоҡ, бите, мәйеттеке кеүек, күм-күк.
Достарыңызбен бөлісу: |