ПОВЕСТӘР
ХЕҘМӘТ
I
— Ғәлим, әйҙә, беҙгә хисапсы булып кил. Юҡһа, бынауы ғиззәт йүнле-башлы ерҙәрҙе лә үлсәмәй, МТС-ҡа хисапты ла һуңлата — трактористар көн һайын жалыу менән килә. Ә МТС бухгалтеры минең ҡолаҡ итен ашай... Хисапсы булманы был — эт булды! — Шулай тине егеткә трактор бригадаһының бригадиры Дәүәй. Был бригада, билдәле булыуынса, колхоздың үҙенә түгел, ә дәүләтебеҙҙең машина-трактор станцияһына (МТС-ҡа) ҡарай, сөнки бөтә техника МТС-тыҡы (кешеләре генә колхоздыҡы), шуға күрә ундағы эш хаҡы ла дәүләт юғарылығында ҡуйылып, колхоздыҡынан ныҡ айырыла — көҙгөһөн игенен дә, аҡсаһын да, ауыл халҡы әйтмешләй, “көрәп алалар”... Ғәлим уйланып килә ине, ҡапыл бүленеп, туҡтап ҡалды. Бригадирҙың тәҡдимен аңына һеңдереп еткерә алмай, йөҙөнә текләне.
— Ул һиңә, моряк хеҙмәтенән ҡайтҡан егәрле егеткә, самый ҡулай эш. Тәбиле — тәбил, аҡсаһы — аҡса, ә көҙ көнө бура тултырып ашлыҡ алаһың. Былтыр, мәҫәлән, ғиззәт бер юлы егерме центнер бойҙай кәкте, ләкин шуның да ҡәҙерен белмәй, эт кеше, тамам эскегә һабышты. Бер айыҡ көнө юҡ шылманың! Ә һин — йәш егет, ете клас грамотаң бар — йөҙөп йөрөп эшләргә лә эшләргә! Әйҙә, ғариза яҙ, мин бөгөн үк уны идараға тапшырам, — тип осланы Дәүәй. Ул тимер-томор араһында бысраҡ тимер сыбыҡҡа тракторҙан төшкән иҫке подшипниктарҙы баулап маташа, эш менән мәшғүл булғанлыҡтан, тауышы баҫыңҡы, уйсан. Бригадирҙың тәүге генә тәҡдиме түгел ине был; былтыр уҡ, Ғәлим хеҙмәттән ҡайтҡас та, уға ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп өгөтләп йөрөгәйне. Ғәлим һаман кире ҡаға килде, сөнки күңеле күмәк халыҡ эщләй торған ябай хеҙмәт яғына тартыла; икенсенән, өс бала атаһы булған яҡын ғына ағайын эшенән сығартып, уның урынын алыу уңайлы булмаҫ, тигән ялған оят борсоно күңелен. Ә хәҙерен бригадирға ҡырҡа яуап бирергә ашыҡманы, уйға ҡалды. Әллә, ысынлап та, ҡабул ҡылырғамы тәҡдимде? Ул ҡайтҡандан биреле ауыр эштәрҙә эшләне. Флотта саҡта: “Өйгә ҡайтһам, өс көн, өс төн бер туҡтауһыҙ ятып йоҡлармын, унан, ике ай бер ҡайҙа ла сыҡмай ял итермен”, тип, дүрт йыл буйы тәмле хыял йөрөтһә лә, ҡайтып бер аҙнала торманы, ялансылыҡ бригадиры Фәйзерахман ағай килеп етте һәм уны “ваҡытлыса ғына йөрөп торорға” трактор санаһына һалам тейәүсе итеп сығарҙылар. Баҫыуҙарҙың ҡарын йырып бурандарҙа һалам ташылып бөткәс, ағас ҡырҡыусылар кәрәк булды колхозға. Фермала мал торлаҡтары етешмәй, йәш быҙауҙар туңып үлә, ә урманда ағас ауҙарырға кешт еҡ, тип зарланды уға ферма мөдире. Ғәлим тағы ҡыйманы, балтаһын биленә ҡыҫтырҙы ла урманға китте. Бына хәҙер бер йыл тулып үтте инде шулай эшләй башлағанына. Бынауы сөйәлләнгән ҡулдар нимә генә башҡарманы! Был яҫы устарға балта һабы ла, һәнәк-көрәктеке лә үҙҙәренән ҡаты иҫтәлек ҡалдырырға тырышҡан. Ҡаланан ҡайтҡан ҡайһы бер студент ҡыҙҙар, хатта егеттәр менән күрешкәндә улар, сырайҙарын сыйырып, һәләт кенә ысҡына ла устарына ҡарап ала. Ҡытыршы ҡулдар кәйефтәрен боҙа самаһы. Ләкин Ғәлимдең быға һис иҫе китмәй. Ундай сибек йәндәрҙе ул, имән тамырынан шытып та, “мин йүкә!” тип ҡысҡырып ултырған йәш туйраларға тиңләй.
— Ысынлап та, был һиңә ҡулайлы эш. Яҡшылап уйлап ҡара әле, — тигән икенсе бер тауыш ишетелде Ғәлимгә. һирәгәйгән тараҡ тештәренә оҡшап оҙон анкер болттары тырпайып торған яртылаш һүтек трактор маторы артында парторг Рәүеф Бикмырҙин менән тракторист Насрый улар һүҙенә ҡолаҡ һалып ултыралар икән.
— Әллә нисек бит әле. Ҡатын-ҡыҙҙар эше... — тип, уңайһыҙланып мығырҙаны Ғәлим, күҙ ҡарашын аҫҡа йәшерергә тырышып. Ҡолаҡтарының утҡа бешкәндәй ҡапыл семләп ҡыҙыуын тойҙо.
— Күрсәле һин уны, Дәүәй ағай, күрсәле, ҡайһылай эре сирттерә! Моғайын, уға һинең менән минең эш тә ваҡ, “ҡатын-ҡыҙҙар эше” булып күренәлер әле. Яурынға һалып бүрәнә ташымағас, йәки кәйлә күтәреп таш ватмағас, беҙ бахырҙарҙың ҡыбырҙауы ҡайҙан килеп ирҙәр эше булһын инде ул! — Рәүеф Бикмырҙин, күҙлеген ҡулына алып, быялаларын ҡулъяулығы менән һөртә-һөртә, шундай кинәнеп көлдө, хатта күҙҙәренән суҡмарланып йәш бөртөктәре бытлыҡты. Быны күргәс, һалҡын ҡанлы Дәүәй ҙә түҙә алманы, аҡ тештәрен ялтыратып йылмайып ҡуйҙы. Ғәлимдең ҡолаҡтары уғата нығыраҡ ҡыҙарҙы.
— Мин улай тип әйтмәгәйнем дә... — тине ул, баҫҡан урынында тапанып.
— Шулай, ҡустым, хеҙмәткә һин улай , яңылыш ҡарама. Беҙҙең илдә ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер үк почетлы бурысты атҡара — коммунизм төҙөй. һәм партия уларҙың һәр береһен, көсөнә, һәләтенә ҡарап, ҡулдарынан килерлек эшкә тәғәйенләй. Әгәр хәҙер һине физик эштән алып аң эшенә ҡуялар икән, бының бер ҙә ғәрлегт еҡ, тимәк, һин шул эштә колхозға күберәк файҙа килтерәсәкһең. — Парторг быны көлөүенән уңалып, етди ҡиәфәттә әйтте.
“Әллә риза булайыммы икән? Ғиззәттең насар эшләүенә мин ғәйеплеме ни! Уны барыбер алмаштырасаҡтар — өс бала атаһы тип ҡарап тормаҫтар”. Ә шулай ҙа төп шиген әйтмәне бит әле. Парторг үҙе керешкән икән, етди һөйләшәләрҙер.
— һеҙ әйткән ул эшкә үҙен тәҡдим итеп йөрөүсе бар бит...
— Кем ул?
— Кәзәтәкәне әйтәм.
— Кем?! — Парторгтың Ғәлимгә төбәлгән аптыраулы күҙҙәре күҙлек быялаларынан ҙурайып, түңәрәкләнеп күренде — был ҡушаматты тәүгә ишетә, күрәһең. Сөнки Рәүеф Әхмәт улы Бикмырҙин был ауылға быйыл ғына ситтән ебәрелгән уҡытыусы булып, бер юлы колхоздың парторгы ла итеп һайлағайнылар үҙен.
— Рәүеф Әхметыч, Сәләмғолдо атай ул, — тип аңлатты Насрый.
— Ә?! Ә ниңә “Кәзәтәкә”?
Тыңлап ултырыусыларҙың парторгтан башҡалары бөтәһе хахылдап көлдө.
— Ҡушаматы ул уның. Йәғни исеменән алда йөрөгән ләҡәбе, — тине Дәүәй. Артына боролоп, Ғәлимгә текләп ҡарап, баш сайҡаны: — Атамаҫҡа кәрәк ине... яман исем тағаһың...
— Бәй, минме ни? Бөтә ауыл әйтә бит... — тине Ғәлим. Парторг һүҙҙе бүлдерҙе:
— Быныһы икенсе мәсьәлә. Ә һин, ҡустым, Дәүәй ағайыңдың тәҡдимен уйла яҡшылап. Сәләмғол өсөн борсолма — советтар системаһындағы вазифа көтә уны.
Егетте был шаҡтай хәүефкә һалды. Сөнки ауыл Советы рәйесе Хөсәйен ағай бер мәл уны саҡыртып алып: “Секретарым эштән китте, урынына кеше кәрәк. Әгәр ҙә һинең кандидатураңа туҡталһаҡ... нисек уйлайһың?” — тигәйне һәм, ыңғай яуап алғас, яҙыу-һыҙыу маһирлығыңды күрһәт, тип, юғарынан төшкән оҙон ғына бер ҡарарҙың тексын дәфтәргә күсереп килтерергә биргәйне. Ғәлим уны төн ултырып яҙҙы ла илтеп тә бирҙе, шунан биреле һағайып көтөп йөрөй...
Түрәләрҙең һүҙ ағышының ҡайһы яҡҡа боролорон самалап ултырған Насрый, бер Ғәлимгә, бер парторгка ҡарап алды ла, ҡиәфәттәре буйынса кәрәкле һығымтаны яһап, буғай, үҙенең шешәләше ғиззәтте насар һүҙҙәр менән һүгергә тотондо. Уның раҫлауынса, хәҙерге хисапсы ялҡау ҙа, миңрәү ҙә, енәйәтсе лә, тик фәҡәт , яңынан ҡуйыласаҡ Ғәлим генә көллө сифаттары менән вазифаға тап килә. Имеш, Насрыйҙар күптән үк инде ғиззәтте “буҡлы сыбыҡ менән ҡыуаларға”, ә Ғәлимде уның урынына “ултыртырға” йыйынып бөткәндәр, тик бригадирҙан алға сығып һүҙ башларға ғына ҡыймағандар... Трактористың был ҡәҙәре тырышып ялағайланыуы Ғәлимгә оҡшаманы. Ул, күңеле болғанғандағылай сырай һытып, ситкә боролдо. Икеле мәғәнәлә белдерҙе түрәләргә:
— Уйлап ҡарайым әле, ағайҙар. Өҙөп кенә вәғәҙә итмәйем — ата-бабам эшләп кинәнгән эш түгел.
Насрый, “лып!” итеп, таҙартып ятҡан головкаһы өҫтөнә ултырҙы ла, ергә “лыст!” төкөрөп, алыҫта алпаң-тилпәң атлап яҡынлап килеүсе яңғыҙ әҙәм фигураһына төбәне күҙҙәрен. Уны сырамытып алғас, ут уртаһына ултыртылған саяндай, сыҙамһыҙланып тегеләй-былай борғоланды.
— Ғиззәтте мин яманламайым. Ғиззәт тә яҡшы кеше... — тип һөйләнде ул, күҙ ҡарашын бүтәндәрҙекенә киҫештермәҫ өсөн, аяғы аҫтына ҡарап.
Килеүсе әҙәм ғиззәт ине. Әммә бында һуғылмай, бригаданың яғыулыҡ һаҡлау цистерналары һерәйеп ултырған яҡҡа боролдо. Парторг менән Насрый ҙа үҙ йомоштарына олаҡҡас, Дәүәй, трактор майына ҡарайған тупыс бармағы менән ымлап, Ғәлимде яҡыныраҡ килтерҙе:
— Һин, ҡустым, “Кәзәтәкә”не хәйерһеҙ сәғәттә ысҡындырҙың. Түрә кешене ярамай улай хурларға.
— Бәй, ул да булдымы түрә?
— Булды шул. Парторг юҡты тумбыта, тиһеңме әллә? Урындағы Совет власының алтын тотҡаһы — ауыл Советы секретары ул хәҙер.
Башына шаулатып һыуыҡ һыу ҡойҙолармы ни:
— Ҡайҙан алып әйтәһең?
— Хөсәйендең үҙенән ишеттем. Ул, һынамаҡҡа, Сәләмғолдан да, башҡаларҙан да текстар яҙҙыртып алған. Почерктарҙың иң шәбе — Сәлемғолдоҡо икән. — Күҙҙәрен мут сөкөрәйтеп, һынағандай итте егетте. — Ә һинеке, ҡустым, тәпәндәге он өҫтөнән тараҡан юлаҡлағандай, кәкес-бөкөс имеш...
— Шулай шул... — тине егет. Ысын һүҙгә ни үпкә?..
— Танауыңды төшөрмә, ҡустым, беҙгә ярай ул һинең яҙыу. Иң мөһиме, эсеңдә йәнең булһын да иҫәпте теүәл апар.
II
Йылы апрель Ҡояшы, йомшаҡ, ялбыр йәпле телен ергә һуҙып, соҡорҙарға, ағас төптәренә боҫоп ҡалған һуңғы ҡар яҫтыҡтарын ялай. Тау үҙәктәренән аҙаҡҡы йырғанаҡтар аға, яҙ башындағы кеүек мул һыулы, көслө түгел улар хәҙер. Оҙаҡ илап арыған баланың күҙ йәштәренә оҡшап, көскә генә ҡар аҫтынан селтерәп сығалар ҙа, яҡындағы шишмә ярына ла барып етешә алмай, ҡуйы бүтәгә араһына һеңәләр. Йығылып кейеҙләнеп ятҡан ярым серек иҫкене тош-тош урындан йәшел энәләр көр тишеп, ҡыяҡтары менән Ҡояш йәптәренә аҫылынып үрләй. Тос нурҙарҙы йотлоғоп-йотлоғоп эсәләр, йәшәү рәхәтен мул татып кинәнәләр. Бер-нисә айҙан дала иңенә Каспий диңгеҙенең ҡыуан һулышы бөркөлөрөн, был нурҙарҙың ҡотолғоһоҙ көйҙөрткөс утҡа әүерелерен белмәйҙер әле улар...
Дала күкрәгенә тәрән бураҙналар ярып тракторҙар үкерә. Береһе сиҙәм күтәрә, икенселәре былтыр туңға һөргән ерҙәрҙе тырмата — һәр тәңгәлдә эш ҡайнай. Ғәлим, трактор бригадаһының хисапсыһы, һары таңдан алып ҡара кискәсә ер үлсәү менән мәшғүл, шунда ла эш артынан өлгөрөп етмәй. Өйгә бик һуңлап ҡайта. Батҡаҡлы итектәрен һыпырып ташлап, арылы-биреле генә ҡапҡылап ала ла, һикегә ауа тиҙерәк. Төнө буйы аяҡтары һыҙлай, сажин таяғының тотҡаһы уйған ус төптәре әсетә. Иртүк тороп тағы тракторҙар янына барырға, бактарындағы яғыулыҡты, эшкәртелгән ерҙәрҙе үлсәргә кәрәк. Ә төн шундай ҡыҫҡа, шундай ҡыҫҡа...
Колхоздың ер биләмәләре гелән таулыҡ булғанлыҡтан, иген баҫыуҙары шул тау араларындағы үҙәндәрҙә ҡыҫылышып яталар. Шуға күрә тракторҙар тырым-тыраҡай таралған. Бөтәһен йөрөп әйләнеп сығыу өсөн, иң кәмендә утыҙ саҡрым ара үтергә кәрәк. Ғәлим уны тура килгәндә — ылауға эләгеп, тура килмәгәндә йәйәүләп уҙа. Эшкәртелгән ыҙандарҙы ғына түгел, өҫтәүенә баҫыуҙарҙың һәр береһен тулыһынса үлсәп сығырға тура килә. Сөнки былтырҙан туңға һөрөп ҡалдырылған майҙандарҙың ҡайһыныһы нисә гектар тәшкил итеүе мәғлүм түгел — Ғиззәт ағаһы уға эшен туғарғанда бының хаҡында бер мәғлүмәт тә бирмәне. Бөтәһен үҙ аяҡтарың менән йөрөп, ҡулың менән сажин таяғын атлатып үлсәргә кәрәк.
Ғәлим, оҙон ыҙан буйын сажинлап сыҡты ла, маңлай тирен һөртөп, кәҫ өҫтөнә ултырҙы. Насар тойғо борсоно күңелен. Хафаланып, ҡуйын дәфтәре биттәрен аҡтарҙы. Туңға һөргән баҫыуҙарҙың аҙаҡҡыһы үлсәнде инде, әммә уларҙың дөйөм майҙаны идаранан алынған мәғлүмәттәргә тап килмәй. Былтырғы хисап-сводкалар буйынса, ул өс мең дә ике йөҙ гектар тәшкил итергә тейеш икән, ә хәҙерен теүәл өс мең генә сығып тора. Етешмәгән ике йөҙ гектар ҡайҙа? Әллә онотолоп үлсәнмәй ҡалған майҙандар бармы?..
Ғәлим колхоздағы бөтә ҡыйыҡ-ҡыйпысаҡ баҫыуҙарҙың береһен-бер ҡалдырмай, күңел ебенән үткәреп сыҡты. Юҡ, үлсәнмәй ҡалған ерҙәр булырға тейеш түгел. Бәлки, иҫәпләүҙә , яңылышҡандыр? Шикләнеүҙәренә түҙә алмай, орсоҡтай ырғып торҙо. Тәүге тура килгән баҫыуҙы, ҡыҙыу-ҡыҙыу, , яңынан үлсәй башланы. Шундай ҙа тулҡынланды — маңлайынан, танауы һыртынан бөрсөк-бөрсөк бүртеп тир сыҡты. Үҙ-үҙен тикшереү ине был. Тик ҡуйын дәфтәрендәге кисә үлсәгәндән һуң яһаған ер һыҙмаһын , яңы ғына үлсәп алынған күрһәткестәр менән сағыштырғас ҡына, тынысланып хәл йыйыҙы. Бүтән майҙандарҙы тикшереп ҡарау ҙа уның тәүге үлсәүҙәрен дөрөҫләнеләр. Был хәл егетте шатландырҙы ла, хәүефләндерҙе лә.
...Ғиззәт ағаһының өйө ауыл осонда ине. Былтыр ғына күсереп һалыныуға ҡарамаҫтан, түбәһенең асамайҙары ҡыйшайып, ҡыйығы артҡа салҡайған, япҡан ҡамышы һүтелеп, ҙур-ҙур ҡара тишектәр өңөрәйгән. Соландағы беренсе аҙымында уҡ Ғәлим “тәкмәс атып” китә яҙҙы: иҙән, аҫтағы бер өрлөгө һыныу сәбәпле, воронкалай өңөлөп аҫҡа төшкәйне. Өй эсендә лә күренеш яҡшынан түгел: иҙән таҡталары, яҡындағы тимер юл станцияһының тәпәш барак йәки землянка ҡыйығын хәтерләтеп, урта өрлөк тәңгәле ҡалҡыуыраҡ, ә ике яҡҡа һөҙәгерәк түшәлгәйнеләр. Таҡта остары, әкиәттәге төндә яр ситенә баштарын сығарып йоҡлаған суртандар кеүек, урта өрлөк буйында кәшкәйешеп өҫкә ҡалҡып яталар; бармаҡ йыуанлыҡ ҡаҙау ҙа, болтлап тарттырған планка ла, бер нәмә лә батыра алмаған уларҙы. Өҫтәүенә, түшәм ярығынан Ғәлимдең башына шыбырҙап туҙан ҡойолдо... Абайламай аяғыңды ярыҡҡа ҡыҫтыртып һөрлөгөү йәки тәгәрәп танауыңды емереү кеүек ҡурҡынысты аҙым һайын көтөргә була бында. Сөнки иҙәнде ғиззәт, урыҫтар әйтмешләй, “косой” (йәғни араҡы эсеп күҙе ҡылыйланған) сағында түшәгән, шуға күрә үлсәүҙәре ошолай ҡыяраҡ, “косойыраҡ” килеп сыҡҡан, тип мәҙәкләйҙәр уҫал телдәр. Ғиззәттәр ғаиләһендәге үҙ-ара мөнәсәбәт тә ошо иҙән таҡталарына оҡшап ҡыйыш-мыйыш төҙөлгәйне; тормош күркен унда әленән-әле ләүкеп торған талаш-ҡысҡырыш, үҙ-ара мәсхәрәләшеү боҙа. Шуға күрә Ғәлим бында һирәк килә, килгәне һайын ағаһының балта оҫталыҡ сәнғәте тыуҙырған йорттоң әле бындай, әле тегендәй хилафлыҡтарға дусар булғанын күрә. Ә был юлы уны әллә ни ҙур үҙгәреш көтмәне: ни бары аш өйөнөң түшәм өрлөгө һығылған да мейес ҡаҙнаһының бер мөйөшө иҙән аҫтына умырылыу ҡурҡынысы аҫтында... Карауатта йыйыштырылмаған урын өҫтөндә баш тарап ултырған ташбыҡ күҙ Еңгәһе Хөмәйрә уны күреү менән сәсен туҙғытып торҙо ла:
— Ана, күр безталкауай ағаңдың эшен. Мине өс балам менән ҡуша бүрәнәнән баҫтыртып үлтерә инде ул, тфү! — тип түшәм өрлөгөнә төкөрҙө. Төпкө бүлмәнән Ғиззәттең ҡыҙып һүгенеүе ишетелде. Ғәлим, еңгәһенең сәрелдәүенә ҡолаҡ һалмаҫҡа тырышып, тиҙерәк төпкә үтте.
— Сәләм! Бүрәнәләр баҫылып етмәйме ни әле? — тине, тыуып килгән ғауғаны уйынға һабыштырып. Тарағын услап тотҡан хәлдә Хөмәйрә эйәреп инде.
— һи нишана, ҡулыңдан буҡлы йүкә лә килмәй, үҙең һаман һүгенеп маташаһың! — тине иренә. — Кеше һымаҡ эшкә аштырып эш эшләгәнең бармы ни һинең? Яһаған бер әйберең өс көнгә лә сыҙамай ҡыйралып төшә. Шул өрлөктө йыуаныраҡтан ҡуйырға була ине бит һиңә!
— Һи... — тип һүгенеп алып китте ғиззәт. — Фәләнсә һин! Өрлөк әллә һығылмай тора тип беләһеңме? һинең кеүек ҡатҡан бил түгел бит ул! Таяу ултыртҡанмын бит, әллә таяуҙан үтеп ары китер тип беләһеңме? һин, ташбыҡ, минең эшемде тикшергәнсе, үҙеңдең мейесеңде ҡара, сүлмәктәрең иҙән аҫтына тумарлап китмәгәйе. Ашарһың шунан әпсәңдекен...
— Һи дөмпөш!
— Ә һин һеңераяҡ!
— Салыш ауыҙ!
— Баҡа күҙ!
— Ҡыҙыл танау!
Күҙ йәштәрен йылғалай ағыҙып, Хөмәйрә ҡабат аш өйөнә сығып китте. Өҫтөнлөк алған ир, еңеүсегә хас ҡиәфәт менән диванға кирелеп ятты ла, тубыҡ өҫтөнә тубыҡ ҡуйып, ауыҙына төтәткес мөштөгөн ҡапты.
Һүҙ башлауы ҡыйын ине Ғәлимгә. Ағаһының өндәшеүен көттө ул. Уның эштән сығарылыуына үҙен ғәйепле тойҙо. Ләкин Ғиззәт әйләнеп тә ҡараманы, өндәшмәне лә. Бер нөктәгә төбәлгән килеш, боролдатып тәмәкеһен тарта бирҙе. Былай ятыуының аҙағы булмаҫтай ине.
— Бөгөн мин туңға һөргәнде үлсәп бөтөрҙөм... — Ғәлим артыҡ дауам итә алманы, ҡарлыҡты. Ғиззәт, башын ҡалҡытып:
— Шулаймы? — тине лә, әйткәнен шунда уҡ онотоп, йәнә уйҙарына сумды. Ахыры булманы, Ғәлим китергә йыйынды:
— Ярай, ҡайтырға ла ваҡыт...
Ғиззәт башын ҡалҡытты:
— Нишләп ултырмайһың? Ултыр.
— Беҙҙең туңға һөргән ерҙәр етешмәй бит әле... һинең былтырғы сводкаң буйынса, өс мең дә ике йөҙ гектар икән, ә минеңсә өс мең генә килеп сыға. Массивтарҙың майҙанын күрһәткән берәй карта-маҙар юҡмы һиндә?
— Өсөнсө йыл, эшләй башлағас, төҙөгәйнем мин ул ғәмәл дәфтәрен. Әллә ҡайҙа булған, таба алмайым.
— Хәтерҙән белмәйһеңме? Самалап ҡына булһа ла? — Ғәлим унан ниндәй ҙә мәғлүмәт йолҡорға тырышты. Ағаһы һаман киреһен аңлатып баш ҡаҡты. Шулай уҡ Ғәлимдең:
— Былайғас, ни эшләйбеҙ инде? — тигән ҡыйыуһыҙ һорауына ла, иҫе китмәҫтән:
— Белмәйем, — тип кенә яуапланы.
III
Йәшлек — йәшен уты, тиҙәр. Тимәк, ул, ваҡытында күҙ сағылтҡыс көслө нурҙар менән йәшнәп-күкрәп китә лә кинәт юҡҡа сыға. Шунан һин уны бер нисек тә кире ҡайтара алмайһың. Ҡартайған һайын, һин уны йышыраҡ хәтерләйһең, нығыраҡ һағынаһың. Сәстәрең ағара барған һайын, йәшлегеңдең заяға үтеүен тойоу көсәйә. Эшләнмәгән эштәр, әйтелмәй ҡалған һүҙҙәр һаны өҙлөкһөҙ арта ғына, тора-бара ул ауыр йөккә әүерелә лә һыҙлатып өйкәй йәнеңде. Бына шул саҡта йомарт тәбиғәт бүләк иткән эске байлыҡтарыңдың күбеһен үҙ ваҡытында донъя ҡаршыһына сығарып һалмай һәләк итеүеңде тойоуҙан тыуған үкенес һинең ғүмер көҙөңдәге аҙаҡҡы шатлыҡтарыңды ла ағыулай...
Ә Ғәлим нисек аңлай был мәсьәләне? Егерме дүрт йәш уға. Йәшлегенең сәскә атҡан матур дәүерен тыуған иленән алыҫта, диңгеҙ тулҡындары шаулаған осһоҙ-ҡырыйһыҙ киңлектә Ватан сиген һаҡлап үткәрҙе. Хәрби флот тормошо үҙенең ҡаты ҡанундары менән йәшлек хистәренең сәскәгә бөрөләнеүен һуңлатты. Дүрт йыл буйына ул үҙен ил һағына ебәрелгән һәм теләһә ҡайһы минутта ҡанлы көрәшкә әҙер торорға тейешле яугир итеп кенә тойҙо. Ә әҙәм балаһына тәбиғи булған барлыҡ татлы хыялдарҙы, йөрәгенең дәртле тибешен ул хәрби хеҙмәт һуңынаса бикләп ҡалдырҙы. Инде, тыныс тормошҡа ҡайтҡас, шул электән йыйналып килгән бөтә йәшлек хыялдарын бер юлы ҡәнәғәтләндерергә теләй. Өҙөлөп-өҙөлөп һөйгөһө килә уның. Ә мөхәббәт серҙәре бик ҡатмарлы, уға асҡыс табыуы ҡыйын икән. Ауылдағы ҡыҙҙарҙың береһе лә йөрәгенә һуҡмаҡ һала алғаны юҡ әле. Сөнки Ғәлим идеаль мөхәббәт хаҡында хыяллана. Ни өсөн тормош — роман, йәки кинофильмдәрҙәге кеүек тоташы менән күтәреңке, күңелле йыр түгел икән?.. Ғәлим, мөхәббәт серҙәрен хикәйәләүсе әҙәбиәт йәки сәнғәт әҫәрҙәрен уҡып, йәки тамаша ҡылып бөткәс, оҙаҡ ҡына һушын йыя алмай тулҡынланып, йөрәге һыҡтап йөрөй. һәр ваҡыт ул әҫәрҙәге иҫ китәргес гүзәл героиняға үлерҙәй ғашиҡ була һәм: “Их, ул егет урынында мин булһамсы, аңлар инем мин ул һылыуҙың мөхәббәтен, сәбәпһеҙҙән рәнйетмәҫ инем уны!” — тип үкенә. Тормоштан ул шундай уҡ идеаль ҡыҙҙы эҙләй, ләкин ул табылмай. Ысын тормош кинолағы кеүек ялтыр түгел шул, уның ҡараңғы мөйөштәре лә, кәкере һуҡмаҡтары ла бар, етерлек. Сөнки ҡайҙа ҡояш — шунда күләгә, ә күләгә юҡ ерҙә йә ҡояш юҡ та, йә күләгәһен төшөрөрлөк тормош юҡ. Тормош ул һис бер ваҡытта ла күләгәһеҙ булмай.
Ғәлим, уйланып, мал тояҡтары тапап туҡмаҡлаған көтөү юлынан тау арҡылы төшөп бара. Үҙе әтмәләп алған һүтеп-йыймалы сажин таяғын, мылтыҡ һымаҡ итеп, яуырын башына һалған. Егетебеҙ бошоңҡо, ауыр тойғолар борсой күңелен. Туңға һөргәндең шаҡтай кәм сығыуы хафалар өҫтәне уға. Түрәләре шикләнеп ҡарай башланы. Комиссия сығарып, һынамаҡҡа баҫыуҙарҙың ҡайһыларын , яңынан үлсәттеләр. Комиссия Ғәлимдең хаҡлығын раҫланы. Шау-шоу ҡупты; һөрмәгән-сәсмәгән ер өсөн ялған юл менән эш хаҡы, “янда ҡалдырылған” (экономияланған) яғыулыҡ өсөн бүләк аҡса алған кешеләр үҙҙәрен аҡларға, баштарынан себен осорорға керештеләр. Бигерәк тә бригадир Дәүәй туҙынды, ошо күңелһеҙлектәрҙең бөтәһе өсөн Ғәлимде ғәйепләне. Трактористар: “Хисапсы , яңылыш үлсәй, беҙҙең эш хаҡыбыҙҙы ҡырҡа”, — тип мыжый башланылар. Дәүәй улар күҙе алдында битәрләне Ғәлимде:
— Һиңә ни етмәгән инде? Үҙ ғүмереңдә тракторға ултырып бер бураҙна һөргәнең юҡ, ә таҙа һыуҙы болғатаһың! — тип ғәйепләне. Уныһы ғына етмәгән, осрағаны һайын уны туҡтатып:
— Бөтәһе нисә гектар туңға һөрөлгән ер бар әле беҙҙә? — тип һораусан булып китте. Ғәлим тәүҙә, түҙемле рәүештә:
— Өс мең гектар, — тип яуаплар ине.
— Ә МТС-тағы өлкән аграном уны, өс мең дә ике йөҙ гектар, ти ине... — Шулай ти ҙә Дәүәй, шикләнеп, Ғәлимдең күҙҙәренә оҙаҡ текләп тора. “Һин алдайһың, һин , яңылыш үлсәйһең. Ике йөҙ гектар ерҙең башына еткәнһең. һине беҙ яратмайбыҙ”, — ти уның күҙ ҡарашы.
— Ҡайҙа кем ни тигәне миңә ҡараңғы. Әммә-ләкин былтыр туңға һөрөлгәне ғәмәлдә өс мең гектар, — ти Ғәлим, тамағына ҡаты төйөр тығылып.
— Ни өсөн улай? — Дәүәй юрый аңламағанға һалыша, йәнә шикләнеп мызылдата күҙҙәрен.
— Сөнки күп массивтарҙың ситтәре һөрөлмәй ҡалған — трактористар хәрәмселәгән. Унан башҡа ла рыялар бар етерлек... — тип аңлата Ғәлим, нисек тә тыныс ҡалырға тырышып. Бындай диалогтар көн һайын, тип әйтерлек, ҡабатлана, был, аҡрынлап, хисапсының теңкәһенә тейә. Ул Дәүәй менән осрашыуҙан ҡаса, әйләнеп үтергә тырыша. Ниһайәт, бер көндө түҙеме бөтә: бригадирҙың урынһыҙға төпсөнөүҙәренә ҡаршы асыулы ябырыла: “Мин быға тиклем намыҫымды юйғаным юҡ. Әгәр ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ сығып үлсәгеҙ йәки урыныма бүтән кеше табып ҡуйығыҙ, бындай шикләнеүҙәр аҫтында мин эшләй алмайым!”
Ошо ваҡиғанан һуң, Дәүәй тоҙһоҙ һорауҙарын туҡтатты, өндәшмәй, түҙемһеҙләнеп күҙҙәре ҡыҙарған бүгәйҙәй, аҫтан ҡарап йөрөнө.
Шул турала уйланып бара Ғәлим. “Кешенең намыҫы эстән ни ҡәҙәре таҙа булһа ла, әгәр ул, тирә-яғындағы ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы ғәййәр көрәшеп, үҙенең хаҡлығын иҫбатламаһа, ул әҙәм, намыҫын юймай тороп та, намыҫһыҙ булып күренеүе мөмкин икән...” тигән фекер ярала...
Ғәлим көтөү һыулауына һуғыла; унда ҡара халат кейгән һауынсылар һыйыр һауа. Тау итәгендә уйнаған таң нурҙарында алюмин феләктәр көмөш төҫлө ағарып күренә.
— Һаумыһығыҙ! һауынығыҙ күп булһын! — тип иҫәнләшә егет. Ҡыҙҙар тиҙ генә сәс-күҙҙәрен ипләштереп, матурайып алалар.
— Ә һинең ыҙандарың оҙон булһын. Үлсәй-үлсәй һин ары, ура-ура комбайнер арыһын! — тип көлөшәләр. һөт үлсәп торған хисапсы Нәфисә генә өндәшмәй, һылыу йөҙө мәк сәскәһеләй ҡыҙарып, оялсан рәүештә башын түбән эйә.
— Йә, иҫәнмеһең, нәфис һылыу Нәфисә! — Яҡын уҡ килеп, айырым сәләмләй уны Ғәлим.
— Арыу әле, — ти Нәфисә, аҡрын ғына. Ғәлим уның менән оҙаҡ итеп үҙенең хафалары тураһында һөйләшкеһе килә. Нәфисә аңлар, уртаҡлашыр һәм йөрәге ауыр йөктән арынып, бер аҙ бушап ҡалыр кеүек. Ни өсөндөр, егет күңеле бөтә ҡыҙҙар араһынан ошо тыйнаҡ, тотанаҡлы Нәфисәне генә айырып күрә, башҡаларға ҡарағанда ла күберәк уға әһәмиәт итә ине. Бәлки, уның менән осрашҡанда ҡыҙарынып оялғаны, оҙон керпекле күҙҙәрен түбән һәлендергәне өсөн шулайҙыр? Ул бер ваҡытта ла, бүтән ҡыҙҙар кеүек ҡылансыҡланып, уға шаян һүҙҙәр ташлағаны йәки үҙе башлап һүҙ ҡушҡаны юҡ. Ләкин егет күңеле үҙенең йәшерен төпкөлөндә ҡыҙҙың серле күҙ ҡарашын, яғымлы йылмайыуҙарын һаҡлай. “Бәлки, шулдыр минең һағынып эҙләгәнем?” тип тә ҡуя ҡай саҡта. Ләкин кино экранындағы ҡыҙҙар: “Юҡ, ул түгел. Ул — беҙҙең кеүек булырға тейеш. Ул — беҙ, беҙ!” — тип ситкә тарталар егет күңелен.
— Бәй, нишләп икегеҙ тиң түфлиҙәрегеҙҙең моронона текләп тораһығыҙ? Әллә шунда телевизор ҡуйғандармы? — тип ҡысҡыра уларға бер апай. Кинәнеп көлөүенән икеһе тиң һиҫкәнә.
— Йоҡлап йөрөмә, егет. Ҡоштоң ҡанаты бәйһеҙ — осоп китеүе мөмкин! — тип бармаҡ янай тегеһе. Ғәлим иһә уңайһыҙланып йылмая. һауынсы шопторҙатып һөтөн үлсәгескә ауҙара ла, икеһенә хәйләле күҙ ҡыҫып, һыйырҙары араһына инеп Юғала.
— Нәфисә, минең һиңә әйтәһе бер һүҙем бар, — ти Ғәлим, йөрәгенең дөпөлдәп һуғыуын тойоп.
— Китсе, ниндәй һүҙ ул? — тип ҡыҙарына Нәфисә, үҙе яҡыныраҡ килә.
— Нәфисә, мин... мин...
— Әйт инде, әйт! — тип ҡыйыуландырта һөтөн бушатырға килгән икенсе апай. Ғәлим уның һиҙенеүенән ҡойолоп төшә:
— Нәфисә... һыйырҙарҙың һөтө артамы?
һауынсы шарҡылдап көлә. Нәфисә ситкә тартыла, күҙҙәрен йәш томалай. Ҡапыл һыуыҡҡа бәрелгәндәй бойоғоп, кенәгәһенең биттәрен аҡтарына.
— Арта... әгәр ашатһаң... — ти ҡыҙый, илай яҙып, һәм егеткә арҡаһы менән борола. Ғәлим, ни әйтергә лә белмәй, телен йотҡандай ҡала; сажин таяғын яурын башына һала ла, юлды-ниҙе абайламай, бүтәгә “һаҡал”дарына эләгә-һөрлөгә, тракторҙары гөрләгән тарафҡа тура тарта.
Егет булһа, мут булһын,
Ике күҙе ут булһын.
Ике күҙе ут булмаһа,
Бар булғансы, юҡ булһын! —
тип шаян йыр оҙата арттан.
“Юҡ, былай булмай! Беребеҙ оялһа, икенсебеҙ ҡыйыу булырға тейеш!” — тип өмөтһөҙләнеп уйлай ул. Йөрәге, бензинға манып яндырылған факелдай, әсетеп-әсетеп әрней. Эйе, киноэкрандарҙағы ут сәсрәтеп һөйәкәй ҡыйыу ҡыҙҙар юҡ бында...
IV
Таныш булмаған был ауыл Ғәлимәне көр әтәс һөрәндәре менән ҡаршыланы. Иң остағы береһенең ауазы әсе-нескәлеге һәм һуҙыңҡылығы яғынан дөйөм хорҙан айырылып, көйгә сағыу Яңғыраш биреп тора. Был матур тауышлының йырын көтөп алғас ҡына, бүтән әтәстәр ҙә дәртләнеп ҡушылыуына иғтибар итте ҡыҙ. “Солист!” тип уйланы ул, йылмайып.
Әрәмәлекте уратып үткән типһәндә, юл ситендә генә, ултырғыс кеүек шыма итеп бысылған төп һерәйеп тора. Ғәлимә, сумаҙанын ергә ҡуйып, шул бүкәнгә йәпләнде. Моғайын, әллә нисә тиҫтә йылдар буйына үҙенең сәтләүеккә оҡшаш тос орлоҡтарын әрәмәлектең бөтә мөйөштәренә таратып ултырған, йәйге эҫеләрҙә юлаусыларҙы еләҫ күләгәһендә ҡунаҡ иткән, ә һыуыҡ ҡыштарҙа ауылды көслө бурандарҙан ышыҡлаған мыҡты, бейек, мөһәбәт имән булған был. Ғәлимә уның ғүмере быйыл ғына киҫелгәнен аңланы, сөнки бысындыҡ түтәһе тамырҙарҙан тирткән — ябалдаш өсөн тәғәйенләнгән татлы һутҡа сыланып илай ине. Юлсы түҙемһеҙ өмөт менән күҙ йөрөттө юҡҡа сыҡҡан имәндең тирәһенә. Тәбиғәт ҡанундары буйынса, мәрхүм ҡарт имән арымай-талмай үҙ тоҡомон таратҡанлығын — күҙ күреме ерҙә ҡуйы йәш имән туйралары үҫеп ултырыуын күрҙе ул. Әммә элекке баһадирҙың ошо сабый балалары ла күбеһе әжәл кисергән — балта туйынан тороп ҡалған, һерәйеүҙәре ҡәбер ҡаҙыҡтарын хәтерләткән үле төптәр бихисап. Кәйефе ҡырылып, сумаҙанына тотондо, әрәмәлек яғына әйләнеп ҡарамай, юлын дауамланы.
Әтәстәр инде йырҙарын туҡтаттылар, көнсығыштағы оҙон ҡырлалар ситендә аҡһылланып ойоған офоҡ һыҙығына шыйыҡ ҡына алһыу буяу таралды. Ул торғаны һайын ҡуйырҙы, алһыу төҫ ҡыҙылға әүерелә барҙы. Өйҙәрҙең һалам түбәләренән саҡ ҡына ослайып сыҡҡан мөрйәләр көллөһө бер юлы, тип әйтерлек, кинәт кенә оҙонайҙылар, үргә һуҙылдылар. Улар туҡтауһыҙ һаман-һаман күккә үрләнеләр ҙә, ниһайәт, ауыл өҫтөндә аҙашып йөрөгән бер аҡ болот киҫәгенә етеп тоташтылар. һәм ул болот, баяғы өй ҡыйыҡтарына шул төтөн арҡандары менән бәйләп ҡуйылған ҡалын яҫтыҡҡа оҡшап, бер урында хәрәкәтһеҙ ойоно.
Ғәлимә урамға ингәндә, ил аяғы һил — бер кемдең дә йөрөгәне күренмәй. Сәйерһенеберәк, ике янда ла әллә ниндәй яғымлы безелдәүме, әллә гөбөрҙәүме ишеттт елсы. Иң ҡыҙығы — был хикмәтле ауаздың, ул күпме атлаһа ла, һаман ҡалмай эйәреп, хатта алғараҡ та уҙып, оҙатып барыуында ине. Ахырҙа ул, ҡала ҡыҙы, сәмен тыя алманы, урам уртаһында килеш, туҡталып ҡолаҡ һалды. “һәүкәш, һәүкәш!” — тип иркәләп ашыҡтырған ҡатын-ҡыҙ тауышы салынды һәм шул үҙен “һәүкәш”ләттерткән оҙон мөгөҙлө ҡашҡа апаҡай, маңлайын ялтыратып, ҡойма аша яҫы ҡарама япраҡтарына үрелеп маташҡан йөнтәҫ кәүҙәле бура һыйыр булып сыҡты. Көтөүсенең ауыл осонда сыбыртҡы шартлатыуынан тертләп, бер-нисә япраҡты ашығыс ялмап алды ла, кесе ҡапҡаға лырҡыш яндары менән ҡыҫылып, урамға йәһәтләне.
— Һәш, Ҡашҡаһыйыр, һәш! һөттө кү-үп алып ҡайт! — тип арбаулап, малҡайын йөнтәҫ арҡаһынан һөйҙө бисәкәй. Шунда ғына урамдың ике яғындағы серле гөбөрҙәүҙең нимә икәненә төшөндө ҡыҙ һәм шул ябай нәмәне лә башына килтерә алмауына аптырап, көлөп ебәрҙе. Был көлөү, таңғы саф һауа арҡылы, саф көмөш кеүек сыңлап таралды алыҫҡа. Бисә, ғәжәпләнеп, уға ҡарап тора башланы; һыйыр, боролоп, беләктәй оҙон теле менән ҡабырғаһын яланы ла, ялҡау ғына аҙымлап, һырт яҡҡа ыңғайланы. Мал ҡыуып бүтән ҡапҡаларҙан да кешеләр сыҡҡаны күренде, улары ла, ҡыҙыҡһынып, Ғәлимәне күҙләнеләр. Ҡыҙ иһә уңайһыҙланып яулығын төҙәтте, илдең күҙ ҡараштары киҫешкән был хәтәр нөктәнән тиҙерәк тайырға ашыҡты.
Урам оҙон ине, уның Ғәлимә алдында һуҙылған өлөшө ҡыҫҡара барған һайын, тегендә-бында һертәңдәүселәр йышайҙы. Офоҡ өҫтөндәге ҡыҙыллыҡтың шәүләһе ағастар, өйҙәр, кешеләр өҫтөнә төшөп, бөтәһен утлы тимгелдәргә буяны. Өй алдарында ҡолас киргән ҡарт өйәңкеләр уянып, шат сыйырсыҡтар телендә йырлап ебәрҙеләр, ауыл һыртында, унарлаған бәләкәс алтын ҡыңғырауҙарҙы бер юлы ҡаҡҡан кеүек, өҙлөкһөҙ һәм оҙон һандуғас терелдәүе шаңғырҙы; әрәмәлек өҫтөнә, кинәт кенә меңәрләгән күмер киҫәктәрен сирғытып ебәргәндәй, сәүкә тубы күтәрелде лә донъялағы булған бөтә тауышты баҫырға тырышҡандай, ҡолаҡты ярып саңҡылдарға тотондо.
Ғәлимә, урамдың өстән бер өлөшөн үткәс кенә, үҙенә кәрәкле вывесканы тапты: “Дуҫлыҡ” колхозы идараһы”. Аҡ кирбес бина алдында энәнән-ептән сыҡҡан күкшелт брезент көймәле “газик” тора, суҡайыраҡ танаулы урыҫ егете — шофер, капотты ҡайырған да, һыҙғанған еңле беләктәрен төпкә тығып соҡсона. Ғәлимә уның менән иҫәнләште лә, тиҙерәген инерция буйынса: “Колхоз идараһы ошо буламы?” — тип белеште. Егеттең күкшелт күҙҙәре хәйләле йылтыранылар һәм ул, һис көтмәгәндә саф башҡортса өндәшеп, ишек башына ымлап күрһәтте:
— Нимә яҙылған һуң унда, матурҡай? Урыҫса яҙылғас ни, әллә үҙем тәржемәләп бирәйемме?
Ғәлимә яурын башын һикертте, егет киҫәтеүе әһәмиәткә эйә түгеллеген белдереп, ситкә боролдо. Урыҫ булһа ла, белеп тумбыта: Каруанһарайлы Ырымбур өлкәһенең башҡорт ауылдарында башҡортса вывеска ғына түгел, хатта гәзит-журналдар ҙа күрмәҫһең. һирәк-һаяҡ һаҡланып ҡалып, башҡортса уҡытҡан мәктәптәрҙә лә лозунгылар, стендтар, стена гәзиттәре урыҫ телендә яҙыла... Бейек күтәрмәле түфли үксәләре менән шаҡылдата баҫып, таш баҫҡыстан күтәрелде.
Тәүге бүлмә — оҙон ғына солан булып сыҡты; эскеләренең ишектәре һәм мейес ауыҙҙары ошо соланға сыға. Стеналарҙың һаңғырау өлөшөнә агитплакаттар, диограммалар һәм стена гәзите эленгән, һәр квадрат сантиметр майҙанды коммунистик сәйәсәт хаҡына файҙалы ҡулланырға тырышып эш итеү күренә. Быларҙың бөтәһен Ғәлимә кергән тышҡы ишектең ике яғынан уйылған ҙур тәҙрәләр яҡтырта, ә түшәмдән оҙон шнурҙа электр лампаһы төшкән һалынып. Ошо мәлдә соланды ишектәрҙең береһе артындағы асыулы ир-ат тауышы ярһыта: кемдер, ҡыҙып-ҡыҙып, кемделер ҡаты шелтәләй; әйтелгән һүҙҙәр йоҡа ишек үтә айырым-асыҡ ишетелә — стена гәзитенә бәйле “аполитичность”, “хвостицизм” тураһында һүҙ бара. “Кем икән был бөтә совет халҡы киң аҙымдар менән яҡты коммунизм иртәһенә дөргән осорҙа коммунистик политиканан ситкә янтайыусы, ябай халыҡтың алдынан башлап бармайынса, ҡойроғонда һөйрәлеүсе?” — тип, баяғы яңғырауыҡ терминдарҙы уйлап көлөмһөрәне ҡыҙ. Тамаҡ ҡырған тауыш бүлде уйҙарын. Мөнтәп ҡырҡылған сал һаҡал-мыйыҡлы бер бабай мыштым кергән дә стена гәзитен ҡарай; ҡарттың һырған көпәйкә тышынан биле яҫы брезент бау (комбайн ҡайышы) менән быуылған, мехы ҡырылып йылтыраған кәпәсенең ҡолаҡтары үргә ҡайтарылып ҡуйылһа ла, бәйләнмәгәнлектән, кәзә ҡолаҡтарылай яртылаш һалынып төшкәндәр. Бабай, башын болғап-болғап, үҙ алдына “һем...һем...” тип өн сығарғылай, ҡайһы ваҡыт телен таңғайына һуғып цыҡылдатып ала, ә теге бүлмәләге әрләүсенең тауышы киҫкенерәк Яңғырай башлаһа, бәйҙә торған ярһыу аттай, сыҙаша алмай, бер урында тапанырға тотона. Дәғүә ҡаҙанына барып төшөүҙән тартынып, Ғәлимә туҡталып ҡалды. Тик былай тик тороу — ыҙғышты тыңлау һымаҡ ине; бабай эргәһенә яҡынлап, стена гәзитенә күҙ йүгертте. Ғәжәпләнеүенә ҡаршы, гәзиттең башын (исемен) таба алманы ул, баш урынына күҙҙең яуын алып ҡып-ҡыҙыл булып ялтырап торған борос һүрәте төшөрөлгәйне.
— Ишетәһеңме, ҡыҙым, “Борос” нисек әсеттерә түрәбеҙҙең сей урынын? — тип, йылмайып һүҙ ҡушты бабай һәм ғауғалы ишек яғына эйәге менән ымлап, күҙ ҡыҫты. Ғәлимә төшөнмәне. Ҡарт иһә: «ғүмерле ғүмәр бабай буламын!” — тип ҡуш ҡул биреп күреште лә:
— Бынауы “Борос” аҫтындағы рәсем хаҡында әйтәм, — тип, гәзиткә төртөп күрһәтте. — Ныу ибаҙҙарына бирә лә һуң был Ғәлим! Ҡара әле анауы кәпәйҡорһаҡ әзмәүерҙе. Үҙе иткән дә ҡуйған бит рәйесебеҙҙе! Нәсәлниктәр, шуның гурыһына сыҙамай, ридакторҙы “мунса индереп” яталар ҙаһа, рәйестең бүлмәһендә...
Әһә, Ғәлим икән “аполитичность”, “хвостицизм” менән сирләүсенең исеме!
Ғәлимә гәзиттәге бабай әйткән “әзмәүер”гә күҙ һалды. Урмандай бейек әрем, киндер һәм башҡа сүп үләндәре араһында торбаһы ғына күренеп, ашлыҡ сәскестәре тағылған трактор эш ҡыра. Баҫыу ситендә китеп барған “газик”тан портфель тотҡан “кәпәйҡорһаҡ” ир һонола биреп: “Ниңә сәсеү агрегаты күренмәй?” — тип һорай шайтантаяҡ башындағы ҡарғанан. Түбәндә бәйет бирелгән:
Ҡарға әйтә: “Ҡар-ҡар,
Бында эштәр бар-бар.
Сөнки “Дуҫлыҡ” баҫыуында
Бер төптән тарта дуҫтар!”
Дуҫтар бойҙайҙы сәсәләр
Үлән араларына.
Культиватор ҙа кәрәкмәй
Әҙәм балаларына.
Баҫыуҙары арыҡтыр,
Ыҙан буйы ярыҡтыр.
Этесәгенә сырмалып,
Туҡтап тора трактор.
Етәкселәр, етәкселәр,
һеҙ — бөйөк агрономдар!
Исемдәрегеҙ сүп үлән
Үҫтереп данланырҙар!
Ғүмәр бабай һүрәттең был мөләйем ҡыҙға ла көслө тәьҫирен күреп ҡәнәғәтләнде.
— Оҡшанымы? Һе-һе-һе! Ғәлим — бик ҡыйыу егет ул. Матрос! Ҡурҡып-нитеп тормай, туп-тура яра ла һала. Тик саҡ ҡына ҡыҙыуыраҡ — шуныһы миктәтеп ҡуймағайы... — тине ғүмәр бабай. Ғәлимә, агрегатлы тракторҙы күмеп үҫкән сүп үләндәренән күҙҙәрен алмай, ғәмләнеп тора ине. Аграном булып килде лә ул, килеүен, әммә майлы бутҡа бешереп көтмәгәндәр икән шул. Үлән өҫтөнә сәстертеүселәрҙе еңергә кәрәк. Ә был эштә беренсе таянысым — ошо “аполитичный” матрос буласаҡ, әлбиттә, тип уйланы ла Ғәлимә, ғәжәп! — үҙен бер ҡасан да күрмәгән егеткә ғашиҡ та була яҙҙы...
— Кем ул Ғәлим?
— Яҡшы егет. Беҙҙең трактор бригадаһының хисапсыһы.
— Ә-ә-ә... — тине, аңлап, Ғәлимә һәм килеп етер-етмәҫе егет тураһында төпсөнөп тороуынан уңайһыҙланды. һүҙҙе бороу өсөн тағы һораны:
— Ғүмәр бабай, һеҙҙә ашлыҡты шулай үлән араһына сәсәләрме ни?
— Ерекмән һәр ерҙә лә бер инде ул, ҡыҙым. Күпереп бешкән икмәк ашағыһы килһә, күпереп ятҡан ҡараға сәсергә тырыша. һеҙ ни, ҡала кешеләре, моғайын, икмәк сүрәкләнеп магазиндың үҙендә өлгөрә, тип беләһегеҙҙер әле. Икмәк үҫтереү — уны ултырып ашау кеүек ябай эш түгел ул, ҡыҙым. һөнәрең буйынса кемһең үҙең?
— Иген үҫтерергә өйрәнеүсе, — тип йылмайҙы ҡыҙ.
— Бәрәкалла, бәрәкалла!
— Ә бынауы портфелле кешенең исеме кем?
— Кем, тип ни... әйтәм бит, үҙебеҙҙең самай ҙур түрә инде. Йәғни ҙә кем, колхозыбыҙҙың рәйесе Йәрмит уҙаман.
Ғәлимә, эсенән генә көлөмһөрәп, тәҙрә эргәһенә күсте, кеҫә көҙгөһөнә йәһәт ҡаранып, үҙен ипкә килтерҙе. Боролоп ауыҙ асырға ла өлгөрмәне, дәғүәле ишек шартлап асылды ла унан, ысынлап та, мунса эләүкәһенән төшкәндәй ҡыҙарып-бүртенгән урта буйлы, яҫы балаҡ матрос салбарлы бер егет атылып сыҡты. Тонған күҙҙәрен төбәп, тирә-яғына ҡаранды, эҙләгәнен таба алмай, ят ҡыҙ Ғәлимәгә төптө иғтибар ҙа итмәй, ахыры, дөбөр-шатор тышҡа олаҡты. Ғәлимәнең кәйефе ҡырылды: “Шул тиклем дә ямаҡмынмы — күҙенә лә салынманым...” Ихатала Ғүмәр бабайҙың мөңгөрҙәп егеттән һорашҡаны ишетелде.
— Ну шуны, сәнселеп китһен! Талпан кеүек ҡаҙалды ла ҡалды! — тип асыуланды тегеһе; Ғәлимә егеттең нисек ярһыулы ҡул һелтәүен, шәп атлап китеп барыуын күҙ алдына килтерҙе. Йөрәгенең ҡош кеүек осоноп-талпыныуын тыя алмайынса, ишекте шаҡылдатты. Рөхсәт тауышын ишеткәс тә, йәһәт үтеп инде. Бүлмә эсе балта аҫырлыҡ төтөн. Йомшаҡ ҡыҙыл буҫтау ябылған тос имән өҫтәл артында, берҙән-бер ҙур тәҙрәне арҡаһы менән ҡаплап, ишек яғына ҡарап ултырған ыҡсым кәүҙәле, ҡалын эйәкле, 30-35 йәштәрҙәге ир кеше тороп ҡул бирҙе:
— Әһә, агроном! Шап-шаҡтай килеп еттегеҙме? Райондан хәбәр иттеләр, поезда йүнәлде, тип. Станцияға төшкәс, ниңә шылтыратманығыҙ, машина ебәрер инек. — Колхоз рәйесе Йәрмит ине был.
— Әлләсе... юлайҡан йөк машинаһы тура килгәс... Күпер төбөндә төшөрөп ҡалдырҙы.
— һем... Аяҡтарығыҙ ҙа беҙ үксәле генә икән — батып этләнмәнегеҙме? Кирза итектәр кейергә тура киләсәк...
— Уныһына башығыҙ ауыртмаһын.
Рәйестең һул яғында, өҫтәл башына терһәге менән таянып, тәбәнәк ҡаҡса кәүҙәле, күҙлекле берәү ултыра.
— Ултырығыҙ, ултырығыҙ. Сумаҙанығыҙҙы ҡуйығыҙ, ниңә баҫып тораһығыҙ? — тине ул.
— Рәхмәт, — тине Ғәлимә ҡоро итеп һәм, сумаҙанын ҡуйһа ла, аяғөҫтө ҡала бирҙе. Күҙлекле йәнә уға ҡараны:
— Бик шәп булды — беҙгә аграном һулар һауа, эсер һыу һымаҡ кәрәк! Парторг Рәүеф Бикмырҙин булам мин. — Күҙ ҡарашы аҡыллы, ышаныслы ине. Был иһә Ғәлимәнең күңелендә уға ҡарата яҡынлыҡ хисе уятты.
Йәшел китель кейгән лырҡыш кәүҙәле өсөнсө ир, күн көплө иҫке диванға ҡырын төшөбөрәк төпләнгән дә, ҡалын ирендәренә ҡыҫтырыулы йыуан тәмәкеһен торомбаш кеүек төтәтеп, түшәм аҫтындағы күк болотто ҡуйыртыу вазифаһын үтәй, буғай. Ғәлимә уның, машина майлы өҫ-башына ҡарап, трактор бригадаһы бригадиры икәнлеген шәйләне.
— Дәүәй ағай, күпме әйтергә була, бынауы һылыуыңдан оял, исмаһам! — тине уға парторг. — Боҙоҡ форсункалы тракторҙарың кеүек төтәтәһең!
— Виноват! — Йәшел кителле торомбашын һүндереп иҙәнгә ташланы ла, табаны менән иҙгәндән һуң, , яңыһын алып ҡапты. Күҙҙәрен ҡыҫып, Ғәлимәнең аяҡтарын һәрмәне:
— Һе! Беҙгә йылтыр түфлиҙәр бик кәрәкмәй. Портфель тотоп йөрөүселәр ҙә үҙебеҙҙә етерлек, — тине ул, һүҙҙәренең ҡиммәтен белгән ғырылдауыҡлы ҡәнәғәт тауыш менән. Ҡыҙҙың сикәләре алһыуланды, эстән дөргән ялҡынды көскә тыйып, тыныс булырға тырышып әйтте:
— Мин, ағай, йылтыр түфлиҙәр кейһәм дә, портфель мәсьәләһендә белгес түгелмен. Ләкин һеҙгә бер ниндәй ҙә портфелдең иш килмәҫе күренеп тора.
— Беҙ — ябай кешеләр, ярманы тура ярабыҙ...
Ғәлимә уға тағы ла әйтергә йыйынғайны ла, рәйес үҙе ара төштө:
— Һеҙ улай минең алтын ҡуллы бригадирыма үпкәләмәгеҙ. Шундай ҡыҙыҡ һүҙле кеше ул... — Ғәлимә биргән ҡағыҙға күҙ йүгертеп, һөйләнде. — Тимәк, ең һыҙғанып эшләргә, тип килдегеҙ? Ҡайҙа уҡынығыҙ?
— Ырымбур ауыл хужалығы институтында.
— һем. Ярай, ярай. Буйҙаҡһығыҙҙыр бит? — Ҡыҙ аптырабыраҡ ҡалғас, аңлатты. — Яңғыҙ башһығыҙмы, йәғни?
— Ә, эйе. Башым да күҙем, дипломым да үҙем, — тине йылмайып.
— Ярай. Сәлимә апай хәҙер үҙегеҙҙе фатирға урынлаштырыр. Бөгөнгә ял итегеҙ, тирә-яғығыҙҙы байҡаштырып, үҙләшегеҙ. Ә иртән иртүк — как штык баҫыуға! Сәсеү! Йоҡлап ятыр саҡ түгел! Сәлимә апай, бына һеҙгә бер иптәш, арыуыраҡ төйәк табышып бирегеҙ! — тип бойорҙо идара йыйыштырыусыһына. Ғәлимә шул апайға эйәреп сығып китте. Етәкселәр, аулаҡ ҡалғас, , яңы килгән белгес тураһындағы хистәрен уртаҡлаштылар.
— Йөҙө картиналай һылыу булһа ла, өлгөрөүе үтеп барған алма был. Кисә үк кейәүгә бирәһе булған үҙен... — тине Дәүәй. Әммә рәйес был йүнәлеште иғтибарға алманы:
— Бөгөн генә вуздан сыҡҡан тәжрибәһеҙ туташты ошондай ответственный колхозға ебәрәләр. Уның йөҙөнә ҡарап ултырырғамы ни беҙгә?
— Шыйыҡ күренә. һис науа сыҡмаҫ унан! — тип, башын сайҡап ҡушылды бригадир. Рәүеф Бикмырҙин, күҙлек быялаларын һөртөп, тиҙ-тиҙ генә уларҙың икеһенең дә күҙҙәренә ҡарап алды. Тыныс ҡына әйтте:
— Ниңә, берәү ҙә әсәнән үк бөтәһен белеп тыумай бит. Эшләй килә тәжрибәләнер, ҡуйырыр.
Тегеләр өндәшмәне.
Достарыңызбен бөлісу: |