ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет1/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   24


Зигат Султанов

Йыһат Солтанов

СОЧИНЕНИЯ

В ЧЕТЫРНАДЦАТИ ТОМАХ

ӘҪӘРҘӘР

УН ДҮРТ ТОМДА
ТОМ

IX
КОММУНИСТ

Роман и повести

Роман һәм повестәр

Солтанов Й.Ә.
Әҫәрҙәр ун дүрт томда, том IX. Коммунист. Роман һәм повестәр. -- Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2007.
Был томға авторҙың 60-ынсы йылдарҙа яҙылған, ташҡа баҫылып сыҡмай ҡалған әҙәби әҫәрҙәре индерелде.

КОММУНИСТ
Роман
I КИҪӘК: БЫУАТТЫҢ ТӘҮГЕ УН ЙЫЛЛЫҒЫНДА

1

Гүзәлдәрҙән гүзәл Һаҡмар-һыуҙың ҡандай ҡыҙыл ҡаяташлы яр башында ергә төшкән аҡҡоштарҙай аҡ өйҙәре теҙелгән, урталыҡта мөһәбәт ямиғ1 мәсете һәм мәҙрәсәһе күңелдәрҙе елкендереп ҡалҡынған сал тарихлы Сәнкем-Биктимер ауылы... Һалам, таҡта, ҡалай түбәләре иртәнге тос ысыҡтан дымғылтланып, таңды тәбрикләп асылған асмалы тәҙрәләре, шағор-шоғор тауышланған солан ишектәре ҡаршы тауҙарҙан ағылмыш йәйге һалҡынса сафлыҡты тере йәндәрҙәй һулап, йылға буйы әрәмәлегендәге ебәк елгә бәүелеүсе бихисап төрлө сәскәләрҙең, хуш еҫле күгәремдәрҙең танау ярып керер татлы аңҡышына еңелсә иҫәнгерәгән... 1908 йылдың йәмле июленең сут-сут иткән, кәкүкләгән, саңҡылдаған, һумпылдаған, баҡаҡайлаған, сырылдаған һәр төрлө ҡош-ҡорт, тәлмәрйен, сиңерткә-бөжәк һәм тағы әллә нисәмәлер әкәмәтйән ауаздарының боламығы эркелепме эркелә ҡолаҡтарға. Мәғрур мәсеттең күккә энәләй сәнселгән манара суҡайында – аҫҡы донъянан өҫкөһөнә яҡынлап килгән ҡояштың беренсе сатҡыһына шат ҡойонған көмөш ярымайының нәҡ осонда, төпһөҙ йыһандың күҙгә күренмәҫ саз ҡылына сирткәндәй, ҡыҙыл түшле бер ҡошсоҡҡай талпынып-талпынып сыңраны... Һаҡмар-һыуҙың төҙ ҡамышлы, итләс-ҡусҡыл томбойоҡло, йәшел ылымыҡлы тонйорау ҡолаҡ-ҡултыҡтарынан, күгәрем төплө йәйен ятыуҙарынан ҡуйы-дымғылт һөлөк еҫе, ыуылдырыҡ еҫе, балыҡ еҫе ағыла аңҡауҙарға...

Сыраҡ яғып төндә йәйенгә ултырған Солтановтар сатаһы -- Һантый Хәлил үҙенең ҡәҙимге һуҡмағынан көндәгесә улъяһын йөкмәп уҙҙы – һарыҡ башлы балығының бесәй ҡойроғолай оҙон ҡуш мыйығы, йәбешкәк лайлаланып, ирҙең әрекмән япраҡтары ҡыҫтырған яҫы яурын башынан түше тәңгәленә һәлпелдәй, был ажар “һыу эйәһе”нең бүрәнәләй мыҡты буйы, ялпаҡ ҡойроҡ осо менән ян-яҡтағы буйға үҫкән үләндәрҙе әүшәреп, ергә һөйрәлеп килә. Ят еҫ тойоп эттәр бошонҡо абалай, иртүк тороп һыйыр һауған ҡатын-ҡыҙҙың, егәрле эшен бүлеп, ситән аша тызырайып ҡарауы, ут күршеләренә өндәшеүе:

-- Әстәғәфирулла тәүбә, аждаһамы тип торам! Һантый Хәлил тағы йәйен алған дабаһа!

-- Улъя тиһәң дә улъя – ауыҙы арандай асылған!

-- Ил-ғәләмде туйҙырырлыҡ!



Баҙыҡ ағасҡа сабылған ғәмһеҙ балта туҡранлауы ошо әҙәми тауыштарға таҡмаҡланып өҫтәлә: дыңҡ! дыңҡ! дыңҡ! – Сәнкем-Биктимер ауылының тирә-яҡтарға ифрат мәшһүр мәҙрәсә биналары тарафынан бимазалай был балта. Ауыл имамы Мөхәммәткамал ахун хәҙрәт Дәүләтшиндың тынғыһыҙлығы инде: башҡорт һәм ҡаҙаҡ бүлектәренән ғибәрәт шанлы мәҙрәсәнең ҡаҙаҡ өлөшөн йәнә лә бер төкөмәгә киңәйтә, сөнки бында, Үҫәргән төбәгенә, терәлеп үк торған ҡанҡәрҙәш ҡаҙаҡ далаларында мәғрифәт нурҙарына һыуһау көсәйеп, хәлфәләргә ихтыяж артты, шуларҙы халыҡтың үҙ улдарынан әҙерләп биреү зарур. Дәүләтшиндар шәжәрәһе борондан уҡ Урал – Иҙел арауығындағы ауылдарҙа имам һәм ахун булыу, илдең мәғрифәт теҙгенен ҡулда бөрөп тоту менән маһир, шулай уҡ сардарлыҡ юлында аҡ батшаның генералдары дәрәжәһенә етешкәндәре лә бар, шуға күрә Рәсәй күләмендә абруйҙары ныҡ, һүҙҙәре үтемле уларҙың. Мөхәммәт-камал хәҙрәт тә бит ахун булмаҫы элек үк, Ырымбурҙың баяғы ҡаҙаҡ далаларында шәп алыш-биреш ҡылған атаҡлы татар байы Әхмәт Хөсәйенов менән йәтеш уртаҡ тел табып, Һаҡмар башынан ауыл аша ағыҙылған һалдың шаңғырлауыҡ ҡарағай һәм ҡарағастарынан дүрт-биш ауыл йома намаҙы уҡырлыҡ йамиғ мәсете һалдыртты, атаҡлы мәҙрәсәне бина ҡылдыртты. Сисенгән һыуҙан таймай, тип, инде килеп яңы төкәтмәгә лә Әхмәт бай ҡаҙанынан ҡолаҡ сығартҡан (ҡаҙансының ҡулында, ҡайҙан ҡолаҡ сығарһа, тигән мәҡәл бар). Бүрәнәләрҙе өмә ярҙамында күмәк көс менән һөйрәтеп мендергәйнеләр, ә хәҙер ишетәһегеҙ: һары таңдан уҡ тынғыһыҙ балта дыңҡылдай... Аслан үҫәргән башҡортоноң оҙонса-түңәрәк йөҙлө, шыма күлдәй киң асыҡ ҡара күҙле, ихтыяр көсөн белдереп ҡыҫылмыш бүртек ирендәре өҫтөнән һыҙылып ҡына сыҡҡан сөм-ҡара мыйыҡлы, өҫтөндәге хөлләһе2 лә, таушалған ғына булһа ла, үҙенә хайран килешле ун һигеҙ йәшлек егет уйната ҡулындағы тапҡыр оҫталыҡ ҡоралын: шыма саған һабын ерекмәндең3 ҡатып-ҡалсайған устарына ҡаты матҡып, тәҙрә үренәсә үркегән бура арҡаһына һыбайланып. Мөхәммәткамал хәҙрәт уны, шәкерттәре араһынан иң егәрлеһе лә эшлеклеһе булараҡ, әртил башлығы итеп ҡуйған, көҙгә тиклем бинаны ҡороп еткереү бурысын йөкмәткән. Егеттәре кистән теүәлләргә өлгөрмәгән мөйөш уртламаларын үҙе уйып еткерә, күмәк көс килеү менән үк, тотҡарлыҡһыҙ, яңыларын өҫтәргә. Әртил тигәндәре лә шул күбеһенсә өлкән шәкерттәр ҡоро: быйылғыһын йәйгелеккә һеперелеп илдәренә йәки ҡаҙаҡ далаларына “мулдәкә”леккә4 таралмайынса, Әхмәт байҙың ҡалтаһы5 ла мәхәллә халҡының хәйер-садаҡаһы иҫәбенә балта оҫтаһы булмаҡҡа ҡалған... Егет мөйөш уртламаһын уйып йәтешләй, бер ыңғайҙан ауыл һыртындағы зират ҡырынан тартылмыш Кершәнник6 юлында суҡаңлаған яңғыҙ-ялпы йәйәүлене абайлай – биштәр7 артмаҡлаған серле мосафир. Ҡыҙыҡ, кем булыр? Тау битләүенән үрмәләүсе ауыл көтөүенә боролоп ҡарап торҙо. Шул мәлдә мәсет манараһынан йәш мәзиндең әсе нескә ауазлы аҙаны таралды, аһәңе менән һуғарҙы -- иртәнге намаҙ бөтә ығы-зығыларҙан өҫтөнлөгөн белдерҙе. Ғәрәп телен һыуҙай эскән был ике йәнгә, балтасы һәм мосафирға, аҙан һүҙҙәре әсә телендәгеләй аңлашылһа, наҙандарға иһә тәржемәләгәндә ошолай яңғырар ине: “Алла бөйөк. Бер Алланан башҡа хоҙай юҡлығын раҫлайым. Мөхәммәттең Алла илсеһе булыуын раҫлайым. Намаҙға ашығығыҙ. Имен булырға ашығығыҙ. Намаҙ йоҡонан хәйерлерәк!” Юлаусы йәһәтләп биштәренән намаҙлығын сығарҙы, ә оҫтабыҙ үткер балта һағағын, ыңҡылдатып, һимеҙ бүрәнәгә батырҙы. Ауыл ҡуҙғалды: тәһәрәттәрен алып өлгөргән көллө ир-ат тыҡрыҡтарҙан, урамдарҙан ағылды мәсеткә табан. Аҙан әйтелеп бөттө, мәхәллә мәсеткә тулды. Юлаусы юл намаҙлығын йәшкелт бүтәгәгә8 түшәп бөксәйҙе, балтасы иһә бура өҫтөндә ултырғаны килеш уҡынды. Мосафир, намаҙын теүәлләп, зираттың иң боронғо өлөшөн ҡыҙырҙы, ярты биленән ергә һеңеп мүк ҡаплаған ядкәрташтарҙың тамғаларын, яҙыуҙарын тикшерергә, ентекләргә кереште. Балта оҫтаһының күңелендә был сит кешегә ҡарата хөрмәт моронлап, берәй изге заттыр был, Хызыр-Ильяс үҙе түгелме икән, тип тә уйланы. Бисмиллаһын әйтеп ҡабат балта саба башлағас, мосафирҙың ҡай арала янына килеп еткәнлеген абайламай ҙа ҡалды: тәбәнәгерәк тарамыш буйлы, ҡарсығараҡ танаулы нәҙек-оҙонса йөҙлө, ике күҙе уйға сумған, һуңынан мәғлүм булыуынса, тап уның менән бер йәштәге тау башҡорто ине ул. Юғары ҡалҡынып ҡарап:

-- Әссәләмәғәләйкүм, эштәр уң булһын, оҫта! – тине.

-- Вәғәләйкүмәссәләм, ауыҙыңа бал да май, юламан! – Балтаһын бүрәнәгә кәнзәп ҡалдырып, ырғып төштө лә ҡуш ҡуллап күреште – һәр мосафир изге бит. – Сәлимйән шәкерт Шәһәргәрәй улы Мырҙағолатов буламын, урыҫсалатыбыраҡ әйткәндә, -- тип, “урыҫса”һы өсөн уңайһыҙланыбыраҡ өҫтәне.

-- Әләйһә мин Әхмәтзәкир Ишмөхәммәт хәҙрәт улы Йәлитов булам, -- тине юламан, көлөп.

-- Кем? Ишмөхәммәт хәҙрәт?! – Сәлимйәндең маңлайы бураҙналанды. – Мәшһүр Күҙән мәҙрәсәһен нигеҙләгән хажимы?

-- Тап үҙе була инде.

-- Ғәфү ит, тәҡсир, аҙ ғына ултырып торайыҡсы бынауы шаңғыр бүрәнәгә, Мөхәммәткамал хәҙрәт намаҙҙан сыҡҡылағансы. Аяҡтарың талғандыр.

-- Ә үҙең ниңә йәмәғәттән ситтә ҡалдың, әллә ҡиблаң ҡыйышмы? – Көлөүен йәшермәй һынай бирҙе юламан, шулай ҙа йәштәше ҡатарынан бүрәнәгә уңайлы йәпләшеп.

-- Әстәғәфирулла тәүбә, тәғәйен үҙең кеүек үк, рәсүлаллаһ Мөхәммәт ғәлиһөссәлләм ҡиблаһына тура ҡарайҙыр йөҙөм. Үҙең дә изге бурысыңды анауҙа атҡарҙың бит, мин дә шулай – бура арҡаһына һыбайланып ултырғаным килеш мөкиббән үтәнем. Ҡөрьән Кәримдә сөнки ҙә, һыбайлы яугир йәки сәфәр әһеле, ҡабалан эш бәндәһе булараҡ, ошо изге бурысын, хатта ҡибла тарафына боролмайынса ла, эйәрендә барышлай атҡара ала, тип әшкәртелгән түгелме?!. Мин дә ҡабалан эш кешеһе – иманыбыҙҙың яҡты усағы мәҙрәсәгә бина ҡорам.

-- Дөрөҫ. -- Әхмәтзәкир юламан етдиләнде. – Гәрсә үҙем биш намаҙымды ҡалдырмаҫ йән булһам да, динилекте диуаналыҡҡа алмаштырыу тарафында түгелмен. Изге йола ла донъяуилыҡҡа аяҡ салмай ярашырға, мәсьәләнең ике яғы ла бизмәнләнеп тигеҙләнергә тейеш. Юғиһә бит, тәүәрихтәрҙән беләһеңдер, Урта Азиялағы ислам мәмләкәттәренең Рәсәйгә әсир төшөүҙәренең төп сәбәбе лә уларҙың, бабабыҙ Сыңғыҙ ҡанундарынан айырылып, ылғый шәриғәт ҡанундарына йөгөнөүҙәренән тора. Һааай, төрки-ислам донъяһының бәкәленә ныҡ һуҡты был торғонлоҡ, йәғни ҡатып ҡалғанлыҡ...

-- Эйе, мәғзүм9, тап шулай...

-- Ә имамығыҙ ниндәй? Таш мәсеткә ағас мулла түгелме? Мәҙрәсәгеҙҙә “яңы ысул” елдәре туламаймы?

-- Юҡ, беҙҙең Мөхәммәткамал хәҙрәтте ҡатҡан тип әйтеп булмай, әммә “яңы ысул”ға ла бик иҫе китеп бармай: мәҙрәсәбеҙҙәге ҡәҙимге дәрестәргә йәнә килеп күк есемдәрен танып белеү, хисап, жәғрәфиә фәндәренән һабаҡ өҫтәп ҡотолдо. Шуға күрә Ырымбур шәкерттәренең йәдитселек болаһы ла болартманы беҙҙәрҙе.

-- Инш-Алла, тап атайым мәҙрәсәһендәгеләй икән дә... Ә һин, тәҡсир, ошо ояңда ҡаҡланаһыңмы инде һаман? Әллә юҡһа яңы ғилемдәр эстәргә минең һымаҡ баш ҡараған яҡҡа юҫыҡланаһыңмы?

-- Аллаға шөкөр, мин бындағы уҡыуымды осланым. Әммә аяҡ тартҡан яҡҡа ғилем эстәп китер өсөн кеҫә төбөм шомотор. Атай ҡарттың ҡураһында ла бер Ҡантурат менән һыйырҙан ғәйре капитал юҡ. – Ҡантурат тигәндән егеттең сырайы яҡтырып, тауышы ҡалтыраны. -- Әммә малҡай һис бер алтынға биргеһеҙ – елдәй елеп йөрөмәле йор юрға, Шүлгән күлдән сыҡҡан аҫыл йылҡыларҙың тоҡомо! Беләһеңме?

-- Беләм, минең бөрйән башҡорттары араһындағы Ибраһим тигән йән дуҫымдың да тап шундайын юрғаһы бар – шул Шүлгән тоҡомонан. – Икеһе тиң берталай уйға талды, моғайын, Күктәге Көндәй (урыҫса Коньдай) нур балҡытып елеп барған ҡантурат (конь-турат) юрғаларҙы күҙ алдына килтерҙе. Күңелдәре йомшарып, бер үк башҡорт йөрәге менән йәшәүҙәрен тойҙолар.

-- Ә мин бына, атайымдың малдары ишле булһа ла, Ырымбур тиклем Ырымбурға йәйәүләп китеп барышым – Әхмәт байҙың “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә морон төртөргә иҫәп...

-- Инерһең, Инш-Алла. Яҡшы уҡып, байҙың махсус хәстәрлегенә лә ирешерһең. Ҡаршыңдағы бына был мәсет-мәҙрәсәләр ҙә бит уныҡы. Йомарт бәндә ул Әхмәт бай. Йылына бер-нисә тапҡыр, изге байрамдарыбыҙға арнап, шәкерттәргә хәйер-садаҡалары ла килеп тора, йыртыҡҡа ямаулыҡ, тигәндәй... Татар аҡылы төштән һуң, тиһәләр ҙә, быныҡы теүәл: -- биргәнгә -- бирермен, һаҡланғанды – һаҡлармын, тигән бит Аллаһы Тәғәлә. Ә һинең тик ятмауың да хәйерле. Мин дә хәлдән килгәнсә ҡыбырлайым – көҙгә тиклем кеҫә ҡалынайтырға ҡалдым. Аллаһы бирһә ҡырпаҡ ҡарҙан берәй ауылға мөғәллим йәки ҡаҙаҡ далаларына мулдәкә булып сығып китергә ниәт.

-- Амин, ниәтеңде ҡабул ҡыла күрһен Аллаһы Тәғәлә. -- Әхмәтзәкир уҡынып бит һыпырҙы.

-- Ә һин, йәштәш, Өфөгөҙҙән Ырымбурға туралаған таш юлды белмәнеңме ни – был бөгәрем яҡҡа һалыулатып китеп бараһың?

-- Беләм мин уны, әммә бында боролоуыма сәбәп бар: юл буйынса ҡараңғы башҡорт ауылдарында атайымдың элекке шәриҡтәштәренә10 һуғылып, күп михнәтле халҡымдың тын алышын өйрәнеп киләм (өҫтәүенә, мөхтәрәм Мөхәммәткамал хәҙрәтегеҙ – атайымдың ҡорҙашы, шәриҡтәше). Йәнә килеп, тарихи Перовский юлы тап ошонда ослана тигәйнеләр, шуны ла күрергә ине, хәҙрәтегеҙ фатиха бирһә...

-- Киттек үҙенә, тап иртәнге сәйенә “тып!” итергә! – Сәлимйән мут йылмайҙы. – Перовский утары иһә ана анауы күгәреп торған Артышлы тауҙың артында ғына – нәҡ мин тыуған Мырҙағолат ауылы төбәгендә. Насип итһә, унда ла етеп әйләнерһең, Инш-Алла. Сеү, хәҙрәт мәсеттән сыҡты, беҙ ҙә ҡуҙғалышайыҡ.

Урам буйлап ирәүән генә аҙымлаған ахун хәҙрәттең таҡта ҡапҡалы ихатаһына инеп китеүен көтөп, мәҙрәсәнең төп бинаһы алдындағы яңғыҙ ағас төбөнә ышыҡландылар. Әлеге мәҙрәсә булмаған замандарҙа уҡ, Ырымбурҙағы Каруанһарай баҡсаһына ултыртырға йәш сығындар тейәп алып китеп барышлай, ошонда ҡуналҡалаған Йылайыр башҡорттарының иҫтәлеге ине был ҡола ялан яғы өсөн ят күренгән ҡарт ҡарағай; тәүҙә улар ишле булып, йылдар үтеү менән башҡалары ҡороп, яңғыҙы һерәйеп ҡалғайны (уныһы ла утыҙынсы йылдарҙа юҡҡа сыҡты). Уйсан ҡарағай төбөндә ошо хаҡта һөйләшкәс, фекерҙәрен боронғолоҡ биләне.

-- Дәүләтшиндар нәҫеле гел указлы муллалар булып, бөтә Һаҡмар буйҙарына Ырымбурҙан Орскиғаса таралған... – тине Сәлимйән.

-- Алыҫҡараҡ алдырт, туған, – Силәбегәсә, тиһәңсе!

-- Ул яҡта ла бармы ни орлоҡтары?

-- Мөхәммәткамал хәҙрәт үҙе әйтмәнеме ни әллә? -- Әхмәтзәкир тағы ла мут йылмайҙы. – Мәҫәлән, шөһрәтле батша чиновнигы Ғабдулла ахун Дәүләтшин хәҙрәттәре, 1865 йылда кантонлыҡтар бөтөрөлгәс, билендәге чиновник ҡылысын һалып, һөйөклө аҡ картузын кире-ҡабат аҡ сәлләгә алмаштырып, тап шул яҡтағы Ишкинда ҡылысһыҙ ғына имам булып торҙо, тип...

-- Ул әйтмәһә лә беләм, беҙҙең Мөхәммәткамал хәҙрәт менән икеһе бер туған. Һаҡмар түбәнендәрәк Себенле аулы мәҙрәсәһен нигеҙләүсе Дәүләтшаһ ишан улдары лаһа улар.

-- Дөп-дөрөҫ, ауыҙыңа бал да май!

-- Был яҡтарҙа Абдулла мулла, хатта Апуш мулла тип тә йөрөтәләр уны, һин әйткән “ҡылыслы ахун”ды. Беҙҙең ауылдың Мәнди ҡурайсыһы йыр сығарып шәп данлаған бит уны, “Абдулла ахун” көйө... беләһеңдер?

-- Һааай башҡортомдоң көйҙәре лә йырҙары – күктәге йондоҙҙар һанынса бихисап, барыһын да нисек белеп йә иҫләп бөтмәк кәрәк?.. Әле барғас хәҙрәт ҡашында йырлап бирерһең, бәлки?

-- Еренә еткерепме? – Сәлимйән хәйләкәрләнде.

-- Әлбиттә!

-- Уныһы булмай, ҡорҙаш... – Егет кеткелдәп көлдө. – Бесәй арҡаһын ҡаршы һыпырыуға тиң булыр ине был.

-- Бәй, аңламайым. Ошонда ғына бәхетле ит, әләйһә, ҡыҫҡаса ғына булһа ла.

-- Риза. Шаҡтай оҙон ҡиссаның асылы шул: Ғабдулла ахун, имеш, “ҡылыслы кантон” булмышында Ырымбур өйәҙенең кантондар попечителе Филатовҡа ҡуштанланып, башҡортоноң елек майҙарын һурҙыртыусы ямандың яманы икән... Мәнди ҡурайсының Абдулла ахунды яманлап йыр сығарыуын, шуның илгә таралыуын ишетеп, ғәйеплене кантон идараһына килтертәләр. “Йә, кантонға сығарған йырыңды ишеттер әле!” – ти Филатов. Мәнди әйтә: “Яманлап йырлайыммы, маҡтапмы?” – “Яманлағанын йырла”. Мәнди ҡурайсы, күҙен дә йоммайынса:



Кантон булып алғандан һуң,

Башҡорт башын ашаның.

Атаң һабағын онотоп,

Урыҫлаша башланың.
Кантон булғас, картуз кейеп,

Салмаңды ла ташланың, --
тип һыҙҙырып ебәргән, ти. Шунан Филатов әйтә: “Инде кантонды маҡтап йырла”, -- ти. Мәнди тәрән тын ала ла, бер нимә лә булмағандай:
Абдулла ахун Дәүләтшиндың һәр бер һүҙе тоғоро,

Абдулла ахун кантон булғас ҡалманы бит оғоро.

Урай-урай ат сабырға Тирәклеләй ер ҡайҙа?

Һәр хөкөмдө ғәҙел бирә, Дәүләтшиндай ир ҡайҙа?! –
тип маҡтарға керешә. Аймылышланған Абдулла ахун Мәндигә ун һум аҡса биреп ҡайтарып ебәргән, имеш...

-- Һәй маладис, тапҡан бит яйын! – Шарҡылдап көлдө Әхмәтзәкир.

-- Шуға күрә “Абдулла ахун” йыры ла беҙҙә ике төрлө: береһе хәҙрәт ҡолағына салынмаҫтай ҡасып-боҫоп тирелһә, икенсеһе Дәүләтшиндар табынында кинәнеп башҡарыла. Ә еренә еткереп башҡарыу тигәнем – беренсеһен дә йырлап, Дәүләтшиндар бесәйенең һыртарҡаһын ҡабартыу була инде ул. Әммә елгә ҡаршы төкөрмәүҙе хәйерле һанаусы, Мәнди ҡурайсы алымы менән йәшәүселәр күберәк...

-- Их был беҙҙең башҡортто!.. – Етдиләнде Әхмәтзәкир. – Түрә-ҡара алдында иһаһайлап, уның мыйыҡ осо һелкенгән тарафҡа тайғаҡланырға әҙер тора... Киттек, төкөр танауына! – Ҡарт ҡарағай төбөн ҡалдырып, хәҙрәт йортона ыңғайланылар. – Шулай ҙа Мәнди ҡурайсы зирәк икән, әй: аҡ батшаның тоғро ялсыһы булһаң, үҙ халҡыңдың башын ашарһың, тигән. Ҡылыслы ахундың, был яҡтарҙан киткәс, Урал артындағы тәржемәи хәле быны дөрөҫләй.

-- Унда ни ҡылған тағы?

-- Мәшһүрҙәрҙән мәшһүр шағирыбыҙ Аҡмулланы, хөсөтләп, төрмәгә яптыртыусы, мөхтәрәм Зәйнулла ишанды, тәфтишләп, кафырлыҡ ояһы Вологдаға һөрҙөртөүсе лә шул уҡ Абдулла мулла Дәүләтшин даһа!

Сәлимйән шөбһәләнде:

-- Был мөхтәрәм Дәүләтшиндарҙы әйтәм, сығыштары оторо татар нәҫеленәнме икән әллә?

-- Ниңә, булһа ни? Барыбер түгелме ни?

-- Түгелдер шул: татар ултырып киткән ерҙе ҡырҡ ҡат ҡырсып ултыр, тигәндәр бит...

-- Беләм, татар барҙа хәтәр бар, тип тә әйткәндәр, донъя бит... Ә шулай ҙа мәҡәл бында урынһыҙ. Шөһрәтле Дәүләтшиндар шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһынып, төпсөнөп ҡарағаным бар. Бабалары Ғәҙелшаһ ишандың үткән быуат башында уҡ мәҙрәсәһе менән дан тотҡан Эстәрлебашта имам һәм шәйех булғанлығын, ә сығышы буйынса Бөрө аҫаба башҡорто – тап үҙегеҙҙең боронғо Үҫәргән ырыуынан икәнлеген асыҡланым. Әйткәндәй, -- әшнәһенең бөйөрөнә төрттө, -- ул хәҙерге Бөрө ҡалаһы ла мәжүсилек замандарында Бүре-әсәгә табыныусы үҫәргәндәр нигеҙләгән Бүре ҡалаһы икәнлеген беләһеңме?

-- Уныһы беҙгә мәғлүм, шул риүәйәт эт тиреһенә ядкәрләнмеш сал-боронғо шәжәрәбеҙҙең аҡ ҡағыҙға күсермәһендә яҙылған.

-- Эт тиреһенә?! – Мосафирҙың күҙҙәрендә ут ҡабынды. – Күрергә ине ул шәжәрәне!

-- Үкенескә ҡаршы, был инде мөмкин түгел. Эт тиреһенә яҙылғанын баш яҡҡа11 кейәүгә оҙатылмыш йәш киленсәк атаһынан мал урынына ялбарып алып киткән, ә ҡағыҙға күсермәһен... ошо ауылдың Һантый Хәлиле тәмәке төрөп тартҡан...

-- Ҡыҙғаныс... Ауыҙынан төтәтеүселәр ҙә бар икән был ауылда...

-- Бер Һантый Хәлил генә, ҡасып-боҫоп, тигәндәй... Кершәнниккә балыҡ һатырға йөрөгәнендә урыҫ ызнакумдарынан аҙып ҡайтҡан...

-- Ауыҙынан ел алғыры! Ошондай күркәм, сал тарихлы ауылда...

-- Сал тарихлы, тигәндән, ошо ауыл торған ерҙә, Ҡаҫмарт йылғаһы тамағында, борон-борон замандарҙа үҙебеҙҙең Муйтән хандың байтәхетле баш ҡалаһы булған имеш, тип тә ядкәрләнгәйне баяғы шәжәрәлә...

-- Бына бит! – Шуның менән әңгәмә өҙөлдө -- ахун хәҙрәт ҡапҡаһынан инделәр. Мосафирҙың атаһы Ишмөхәммәт хажи ысынлап та Мөхәммәткамал хәҙрәттең иң яҡын ҡорҙаштарының береһе икән -- Әхмәтзәкир мәғзүм үҙенә лайыҡлы хөрмәт менән ҡаршыланды, түр башына ҡәҙерләп ултыртылды. Эш кешеһе Сәлимйән ни, үҙ бурысы үтәлеүен самалап, остазынан рөхсәт һорап ҡараһа ла, уны ла ебәрмәнеләр; йорт хужаһы тире көртәһе өҫтөнән тәнен ҡаштор-ҡоштор ҡашып (тимрәүҙән интегә ине, буғай):

-- Берюлға эшеңде ҡуйып тор, кем, Сәлимйән мырҙа, оло ҡунағыбыҙ булған йәштәшеңә серҙәш һәм арҡадаш бул, -- тине. Аяҡ бөкләп табын түңәрәкләтеп ултырышҡас, йорт хужаһы Сәлимйәнде мосафирға төптәнерәк танытыуҙы мәғҡул күрҙе: – Иң һәләтле шәкерттәремдең береһе -- милләт өсөн утҡа-һыуға инерҙәй; киләсәге камил һәм бөйөк, илгә игелек ҡылыр бурыстары ла ҙур, -- тип өҫтәне. Өнһөҙ-тынһыҙ сәй яһаусы абыстайына боролдо. – Фатих мәғзүм эт һуғарып йөрөймө, сәйе һыуына лаһа?

-- Бер нимә лә һуғармай. Балта оҫталарыңды ашатырға ҡымыҙ, аш биреп, мәҙрәсә ашнаҡханаһына ебәрҙем. Бына-бына ҡайтып етер.

Ишек шығырлап асылды, ҡауырһыны яңы ғына ҡата башлаған шыйыҡ үҫмер тупһанан ырғып менде; йыйын әҙәм көн эҫеһенә түҙә алмай елпенгәндә, өҫтөнә ул еңел генә төлкөтун, башына төлкөбүрек кейгәйне. Йәй уртаһында ошолай ҙа көпләнеүҙең серен төшөнә алмаған ҡунаҡ менән алсаҡ-ҡыйыу сәләмләшеп, табынға теркәлде үҫмер.

-- Кинйәм – алтын ҡаҙығым, Фатихым12 ошо инде. Ике туған ағаһы Ғөбәйҙулла13 мәғзүм кисә генә Ырымбурға киткәйне, мәҙрәсә йомошо менән. Алла бойорһа, уның менән дә күрешерһегеҙ әле, амин, Әхмәтзәкир мәғзүм. – Сыҙай алмай шағор-шоғор ҡашынды. “Их, медицина фәненән маһир табиптар етешмәй илгә! Артта ҡалғанбыҙ шул...” тип көйөнөп уйланды мосафир. Фатих мәғзүм, ырғып тороп, асыҡ тәҙрәне япты:

-- Күпме әйтәм, әсәй, һиңә, өйҙә ел уйнатма, тип!

Абыстай ыуаланды:

-- Уй балаҡай ғынам, биртенмәһәң генә ярар ине бер үк, онотоп ебәргәнмен!

-- Төлкөтун менән төлкөбүрек тә ел үткәрәме ни, Фатих ҡусты? – Сәлимйән шаярып төрттөрҙө. – Йүтәлләйһең дә йүтәлләйһең, күкрәгеңә хут14 еле һуҡҡан кеүек...

-- Минең урында булһаң, белер инең нимә еле икәнен!

-- Һе-һе, төлкөтуным юҡ шул минең, төлкөтунлыларҙы ғына ҡалтырата бит ул ел!

Фатих мәғзүм дә тел төбөнән тумбытырға уйланы:

-- Ысынлап та, серен әйт әле, ағай: ни өсөн мин, йылы тун кейә тороп та, ел һуғылып сирләйем, ә һин үҙең, йәйен-ҡышын тишек-тошоҡ кейенеп тә, ауырыуҙың ни икәнен белмәйһең?

Үҫмерҙең башынан һыйпаны:

-- Бының сере бик ябай: ел минең сәкмәндең бер тишегенән жыйылдап кереп, шунда уҡ икенсе тишегенән сыйылдап сығып һыҙа – һыуыҡлығы тәнгә теймәй ҙә ҡала. Ә һинең тундың ул салғый аҫтынан ҡыҫыла-ҡыҫыла үрмәләй ҙә, сығыр юл таба алмай, арҡа буйыңа тарала... Туныңды минең йыртыҡ сәкмәнгә алмаштырып кей, ҡустым.

-- Һе, аҡылың палтын икән! – Ирендәрен турһайтты мәғзүм. Ауыҙ йырып тыңлаған хәҙрәт сәй һемереүен белде, абыстай иһә кинйәһенең арҡаһынан һыйпап-һөйҙө:

-- Көлмәгеҙ әле, көлмәгеҙ! Ябаға тайҙы хурлама – яҙға сыҡһа ат булыр, тигәндәй, минең улым да мыҡтыланып буйға етер, күрерһегеҙ!

-- Амин, абыстай, амин! – Бер тауыштан хупланылар. Күңелле хиссиәтләнеп, табынды ҡалдырҙылар. Фатих мәғзүм, атаһы ҡарт әйткәнсә, “эт һуғарырға” йүгерҙе, ҡалғандары ишек алдына сығып, бераҙ баш-күҙ алғас, лапаҡ ҡарама төбөндә ҡуйы күләгәгә түшәлгән сағыу-айбарлы балаҫтағы ҡабарынҡы мендәрҙәргә ирәүән янтайҙылар. Уртаға ашъяулыҡ йәйелгән, ҡымыҙлы көрәгә ҡуйылған.

-- Их, гүзәл Һаҡмар менән Ҡаҫмарт буйҙарының һаумалы15 ла һаумалы! – Аяҡсылыҡты Сәлимйән үҙенә алып, балауыҙҙай һары ағас ижау менән һапыра-һапыра, шундай уҡ ағас туҫтаҡтарға һала торҙо, ирәүән генә һемереп бушата торҙолар. Оҙаҡламай Фатих мәғзүм дә пәйҙә булып, уҙамандар ҡатарына теҙ сүкте:

-- Тәҡсир, болдорҙағы юлтоҡсайыңа күҙем төштө: тышынан ҡарағанда, китап һымаҡ нәмәләр ятҡандай унда. Ниндәй китаптар икәнен белергә мөмкинме?

-- Әлбиттә, баш өҫтө. Ҡыйын булмаһа, килтер әле бында тоғсайҙы, ҡустым.

-- Хәҙер! – Үҫмерҙең бер аяғы – бында, икенсеһе – тегендә; хәҙрәт үҙе лә ҡыҙыҡһынып шәйләй ине, буғай. Ҡулдан ҡулға күсте серле китаптар: Әбүғл Әлә-әл Маариҙың “Әл-лүзүмиәт”е, урыҫ ғалимы Н.М. Ядринцевтың “Положение инородцев Сибири” тигәне, Аттарҙың “Пенднамә”һе16... Егеттең атаҡлы ғәрәп авторҙарын һыуҙай эсеү генә түгел, урыҫсаға ла маһирлығы көслө тәьҫир итте барыһына ла, ә Ядринцев әҫәрендә урыҫ түгел милләттәргә ҡарата ла тәрән ихтирам, яҡлау хисе һалынғанлығы күҙҙәренә йәш эркелдереп, күңелдәрен бермә-бер хушландырҙы, хатта һағайған ахун хәҙрәт тә ҡорҙашының улы тарыған “йәдитлек”тән рыя таба алманы. Һүҙгә һүҙ ялғанып, христиан дине менән ислам дине араһындағы айырманы билдәләргә тотонғас, китаптарҙың йәш хужаһы оҙон телмәргә күсеп: “Христианлыларҙың таянысы “Тәүрат”, хикәйәләр йыйынтығынан ғибәрәт булараҡ, инсандың эске рухи булмышын һәм тышҡы тормошон бер-береһенә тап килтереүсе мәжбүри тәғлимәт ролен үтәй алмай. Инсандың эске һәм тышҡы тормошон үҙ-ара яраштыртмайынса, киреһенсә, ҡапма-ҡаршы ҡуйған бер дин ул”, тип һалды ла, көтмәгәндә икенсе йүнәлеш алып: “Бының менән бер ҡатарҙан исламиәт тә, ҡасандыр бер тәүәккәл ғәскәри йәмғиәттең дине булһа ла, ваҡыт үтеү менән кешенең ихтыярын йомшартыусы, шәхсәнә фекерен тарҡатыусы бәхәстәр һөҙөмтәһендә фанатизмға дусар ҡылыусы һыҙаттары өҫтөлөк алған бер дингә әүерелгән...” тип тә өҫтәгәс, хәҙрәттең эсендә көсөк юрта башлағаны һиҙелде:

-- Әстәғәфирулла тәүбә, бер юлы ике динде лә гүаһ17 ҡылмағандай, Аллаға инанмағандай вәғәзләнең, мәғзүм...

-- Тәүбә-тәүбә, фекерҙәремде камил аңлата алмағаным өсөн ғәфү үтенәм... Ҡиблабыҙҙан йөҙ ҡайырғаным юҡ, Инш-Алла. Алла һәм дин кешелек донъяһына хакимлыҡ ҡылған бер хәҡиҡәттер. Быны инҡар иткән һәр кем, милләтенән айырылып, яңғыҙ башы ҡаңғырыуға дусар ителә... Әммә дин кешенең донъя ҡороу эштәренең алдына сығырға, ихтыярын артыҡ сикләргә, уның аяҡтарына тышау булырға тейеш түгел, тип кенә әйтмәксемен. Исламиәтте лә бер тәрән рухи дин тип ҡабул ҡылырға кәрәк, Ҡөрьәндәге: “Әгәр донъялағы диңгеҙҙәр яҙыу ҡараһы булып, Алла менән бәйле ғәләмдең серҙәрен ҡағыҙға яҙырға кәрәк булһа, был диңгеҙҙәр бөтөр, әммә ғәләмдең серҙәре бөтмәҫ-төкәнмәҫ”, -- тигән фекер хаҡ. Минең дин менән мөнәсәбәтем деисы18 доктор Дрейперҙыҡы кеүек, ә мосолманлығым Ҡөрьәндең ижад ителеүен белгән аббасид хәлифе Мәмүндеке һәм либерал мутазилсыларҙыҡы ҡәҙәр19...

Өнһөҙ бирелеп тыңлаған хәҙрәт хәүефләнеп баш сайҡаны; әңгәмәгә ҡолаҡ һалып табынға ниғмәттәр өҫтәүсе абыстайы эскерһеҙ ҡыҫылды:

-- Абау, көфөр һөйләп, тамуҡ киҫәүе була күрмә, балаҡайым! Атайың Ишмөхәммәт хажи, олатайың Хәбибназар хажи, белеп ҡалһа, ни әйтер? Мөхтәрәмә Өммөлхаят абыстай, әсәйең, тим, күҙ йәштәренә төйөлмәҫме бер юлы? Әгәр дөрөҫ аңлаһам, әстәғәфирулла тәүбә, Аллаһы Тәғәләнең ерҙәге һәр бәндәһе менән, уларҙың эске уйҙары, тышҡы ҡылыҡтары менән идара иткәнлеген шөбһә20 ҡылаһыңмы?..

-- Һин, әсәһе, юҡ өсөн көйәләнмә. – Йорт хужаһы тыныслығын һаҡланы. – Һәммәбеҙҙән уҙҙырырлыҡ ныҡ уҡымышлы булһа ла, башы йәш һәм иҫәр әле – донъяһының әсеһен-сөсөһөн татып ултырыр ҡалыпҡа. Беҙ ҙә сапсына инек...

-- Ә шулай ҙа Әхмәтзәкир йәштәшемдең һүҙҙәрендә мәғәнә бар кеүек, тәҡсир21! – тип баҙнат итте Сәлимйән.

-- Белмәйем, белмәйем...

Һаумал ҡымыҙ сихәтенән ҡыҙышып алған Әхмәтзәкир үҙенекен туҡыны:

-- Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенең киңлегенә шигем юҡ. Әммә күстәге бал ҡортолай миллиардлаған күп төрлө мәхлүҡтәрҙе, иҫәпһеҙ ғәләмдәрҙе яралтҡан Алланың эше – йәшәү ҡанундарын һәм тәбиғәт заңдарын булдырыу тип беләмен. Әммә ҡырмыҫҡа иләүендәге ғауға, йә иһә был Әхмәттең, теге Мәхмүттең эштәре менән махсус шөғөлләнеү Алла эше түгел, улар Алла тарафынан барлыҡҡа килтерелгән тәбиғәт тәртибенә бәйле. Тормоштоң һәм ысынбарлыҡтың башланғысын һәм ахырын, әхләҡ һәм киләсәк тормош мәсьәләләрен яҡшы аңлауҙары, тәжрибәле булыуҙары, башҡалар белмәгән күп нәмәләрҙе белеүҙәре һөҙөмтәһендә донъяның серҙәренә төшөнгән һәм Хоҙай Тәғәләгә яҡын булған күренекле шәхестәр кеше араһында пәйғәмбәр булып танылыр... Күбеһе уҡый-яҙа белмәгән һәм ябай ҡатлам кешеләре араһынан сыҡҡан, мәҙәни кимәле буйынса ябай халыҡҡа бик яҡын булған был пәйғәмбәрҙәр кешеләргә үҙҙәренең фекерҙәрен һәм идеяларын төшөндөрөү өсөн тарихи дастандарҙы халыҡ аңына барып етерлек һәм инанырлыҡ рәүештә аңлаталар... Бына шулай.

Ауыҙ асып һәр һүҙен йотоп тыңлаған Фатих мәғзүм, ҡапыл тәрән тын алып:

-- Ҡөрьән Кәримдең һәр бер һүҙе Аллаһы Тәғәләнең үҙ ауыҙынан сыҡмаған буламы әләйһә? – тип ҡалҡына биреп ҡуйғайны, атаһының ҡулы төртөп торғоҙҙо:

-- Ауыҙыңдан ел алһын, шайтан малай, бар, һарысай менән турысайҙы һуғарып, эйәр-ипсенде иплә -- ағайҙарың тирә-яҡты сәхрә ҡылып ҡайтырҙар, өйлә намаҙына тиклем.

-- Хәҙер, атай. Ә шулай ҙа һорауыма яуап алып китәйем – күңелдә төйөр ҡалмаһын. – Аяғөҫтө көтөп торҙо. Хәҙрәт быға һис тә ҡаршы түгеллеген белдереп һаҡал һыйпағас, Әхмәтзәкир, йәш мәғзүмдең төлкөбүрек аҫтынан сағыу баҙырлаған сөм-ҡара күҙҙәренә төбәлеп, фекерен дәлилләне:

-- Ҡөрьәндә бит, бөйөк маҡсатҡа ынтылыусы инсандар үҙ ихтыярына өлгәшеү өсөн ниҙәр генә эшләмәй, тигән фекерҙе аңлатып, “ике мөгөҙлө” йыһангир Зөлҡәрнәйҙең22 ҡиссаһы килтерелә. Мәғрип менән мәшриҡты берләштергән был фатих23 ғәмәлдә Македония батшаһы Филиптың улы... Ҡөрьәндә уның ҡаһарманлыҡтарына бағышланған дастандарҙың ғәрәптәр араһында таралған риүәйәте бирелә. Ҡөрьәндең тәрән мәғәнәле бер ни тиклем фекер-әйтемдәрҙән тороуы уның үҙендә үк Баҡара сүрәһендә һәм башҡа урындарҙа егерме дүрт тапҡыр әйтелә. Пәйғәмбәр үҙе йәшәгән заманда һәм унан бер быуат элгәре Йәмәндең вәлие24 булған Ебреһигә (сығышы буйынса Абиссиния кешеһе) бағышланған мәғлүмәт, шулай уҡ Ғайса пәйғәмбәр хаҡында “уны йәһүдтәр үлтермәһә лә, аҫмаһа ла, хәдистәрҙә был ваҡиға уларға бәйле ҡалды”, тип әйтелеүе, әлбиттә, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәнде бөтә хәрефтәре, һүҙҙәре менән ошо килеш барлыҡҡа килтергәнме, әллә тик мәғәнәһенме? Был хаҡта ғалимдар төрлө фекер йөрөтә...

-- Ә хәҡиҡәт?

-- Хәҡиҡәт шул: Ҡөрьәндәге хәреф һәм һүҙҙәр генә түгел, ундағы ҡисса һәм фекерҙәр ҙә пәйғәмбәр шул замандағы ғәрәптәргә аңлатыу эшен уларҙың аңына ярашлы рәүештә башҡарғанлығын дәлилләй, үтә күренеп тора был. Йәғни пәйғәмбәрҙең фекере ғәрәптәргә уларҙың үҙҙәре инанған ҡисса, дастан һәм әйтемдәр ярҙамында еткерелә. Ҡөрьәндәге ҡиссаларҙың ҡайһы берҙәренең аңлатыу нигеҙҙәрен ғәрәп әйтемдәре тәшкил итеүе, ҡайһы берҙәренең тарихта булған ваҡиғаларҙы тасуирлауы хәҙерге фәндә иҫбат ителгән инде...

-- Бар, улым, бар – етер һиңә! – тигәйне хәҙрәт, Фатих йылп итеп тайҙы. – Изге Ҡөрьән Кәримде лә дастан итеп күрә башламағайы!

-- Һе, үҙебеҙҙең сәсәндәр ижады һымаҡ икән, -- тине Сәлимйән, тамағы кибеп сарсаған телмәрсегә ҡымыҙлы туҫтаҡ һоноп.

-- Рәхмәт! – Төп күтәрә эсте ул. – Эйе, әгәр беҙҙең төркиҙәрҙән дә пәйғәмбәрҙәр үҫеп сыға ҡалһа, улар ҙа теге йәки был илаһи төшөнсәне аңлатыу өсөн төрки дастандарына, мәҫәлән, хыянатсыл тәбиғәтле бәндәне тасуир итеү өсөн Уғыҙ дастанындағы Көлләркин Ябғуның ҡатыны хаҡындағы ҡиссаларға, ғәҙеллекте аңлатыу өсөн “Иҙеүкәй” дастанындағы “Иҙеүкәйҙең дөйәһе” кеүек ҡиссаларға таянырҙар ине һәм фекерҙәрен төркиҙәр ышанырлыҡ формала аңлатырҙар ине. -- Әллә ҡымыҙ сихәтенән иҙерәгән, әллә ҡатмарлы телмәрҙең талғын ағылышынан ойоғандай, күҙҙәрен йомоп ҡалғыған хәҙрәткә ҡарап, ҡартлыҡ баҫа башлаған, ахыры, быны, тип уйлап та өлгөрмәне, тегеһе күҙҙәрен тултырып уға ҡараны ла көтмәгәндә әйтә һалды:

-- Йә, хуш... Ишмөхәммәт ҡорҙашымдың улы булмаһаң әгәр, ике ҡолағымды ҡаплап тыңлар инем быларҙы... хәйер, йәштәр үҫә, ҡарттар сүгә, тигәндәре ошолор... заман заңын аңламай башлағанбыҙҙыр...

-- Улай тимә, остазым, беҙҙең һеҙгә тиңләшәһе бар әле.

-- Тәҡсир, үҙем дә икеләнәм, -- тине Әхмәтзәкир. -- Уйымдағын түгелдерҙем.

-- Һәй йәштәр, йәштәр, ошо ҡасабаның хаҡ диндән табан тайҙыра яҙған Хәсәне менән Лотошо булып ҡуймаһағыҙ ярар ине лә, тәүбә-тәүбә... Ярай үҙҙәрен Хоҙайым араланы. Мәжүсилеккә абына яҙғандарҙы, тим... – Ҡунаҡтың һис ни аңлай алмай йөҙәгәнен абайлап ҡул һелтәне. – Сәлимйән шәкертем илтеп күрһәтер үҙеңә шул ике бәндә хаҡ юлдан тая яҙған тәңгәлде – ауыл осонда ғына ул. Аллаһы Тәғәлә тамға ҡылып икеһенең йөҙөнә һалған мөһөрҙө лә баҡтыртыр, тура килһәләр.

-- Булыр, хәҙрәт.

-- Ә хәҙерен, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, сыңратып ебәрһәңсе, шәкертем, аҫыл көйкәйҙәребеҙҙе!

Ҡунаҡ та тапҡыр икән:

-- Һеҙҙең яҡта “Абдулла ахун” тигән шәп йыр барлығын ишеткәйнем... – тип әйтергә лә өлгөрмәне, Сәлимйән, туҫтағын йәһәт ҡуйып, күкрәген күрекләндерҙе лә Мәнди йырының отороһон һыҙҙырҙы ла ебәрҙе:
Кисә генә ахун ине,

Ниңә ситкә ауышҡан?

Ырымбурға бара-бара,

Түрәләргә танышҡан.
Башындағы аҡ сәлләһен

Аҡ картусҡа алышҡан.

Абдулла ахун кантон булғас,

Ҡолаҡ тынмай тауыштан...
Абыстайҙың ҡымыҙ һапырған ижауы ҡулынан төшөп китте, һаҡалын услап ҡыҫып тотҡан хәҙрәттең дә һөмөрөһө ҡойолдо, ә аттар янында маташҡан үҫмер шарҡылдап көлдө.

-- Фатих, нишләйһең, ишетһен ҡолағың! – тип киҫәтте абыстай.

-- Һай әттәгенәһе, телемә шайтан төкөрөпмө, кәрәкмәгәнен йырлаған да ташлағанмын – ғәфү итә күрегеҙ! – тип өлгөрҙө Сәлимйән. – Кәрәккәнен йырлайыммы инде лә?

-- Әлбиттә, яҡшыһын йырлау фарыз, ниңә бында ылғый ялған мөнәжәтте көйләргә! – тине абыстай, хәләл ефетенә хәүефле ҡарап. Уныһының ауыҙ йырып ултырыуын күргәс, тынысланып, аласығына йүгерҙе. – Уй, эркетем ташып баралыр!

-- Ярай, әсәһе, бар, үҙ юлыңда бул! – Хәҙрәт ҡул һелтәне. – Йырҙың ни уның, йыртығы юҡ, тигәндәй, яҡшыһы ла яманы ла бер сама инде уның – халыҡтыҡы. Халыҡтан оло булып булмай, эйе... Икенсеһен йырламаһаң да ярай, кем, Сәлимйән шәкертем. Бер үк кешене маҡтап та, яманлап та йырлағас, халыҡ яңылышмағандыр – бизмәндең ике яғы ла тиң тартҡандыр, шулаймы?

-- Хәтәрҙер -- ике йөҙлө хәнйәрҙер... -- тине ҡунаҡ.

-- Эйе, шундай кеше ине Ғабдулла ахун, ауыр тупрағы еңел булғыры минең бер туған ағайым... Сөнки үҙе ғүмере буйына аҡ батшабыҙҙың ҡылдан нескә, ҡылыстан үткер салауат күперенән йөрөнө, күҙәтеү аҫтында булды... Хәйер, урыны ожмахта булғыры атай бахырҙың шойҡаны Әхмәтшаһ һәм Ғабдулла ағайҙарыма ла, минең үҙемә лә тейешенсә ҡағылды, өсөбөҙгә лә аҡ батша ярандары араһында һүҙҙе уйлап һөйләргә, аҙымды үлсәп баҫырға тура килде...

-- Ә шулай ҙа ахун итеп ҡуйғандар бит үҙеңде?

-- Әйттем бит: һаҡ һөйләргә, үлсәп баҫырға...

-- Бына нисек аңларға икән, тәҡсир?

-- Заманында Эстәрлебашта имам һәм шәйех булған ҡартатайыбыҙ Ғәҙелшаһ ишан кеүек үк, ғәзиз атайыбыҙ Дәүләтшаһ ишан да Бохарала уҡыған, төркисә лә, фарсыса ла әҫәрҙәр яҙған һәм ошо Ырымбур виләйәте Себенле ауылында мәҙрәсә асҡан ил зыялыһы ине. Француз яуында үҙебеҙҙең башҡорт ғәскәренең полк муллаһы булған, Мәскәү янындағы Бородино һуғышынан алып Парижғаса яу юлы үтеп әйләнеп ҡайтҡан, Инш-Алла. Француз илбаҫарҙарын еңгәндән һуң аҡ батша, башҡорттарға рәхмәт әйтәһе урынға, Уралға күпләп ябырылмыш урыҫ заводчиктарына башҡорт ерҙәрен ҡырҡып бирә башлаған. Илебеҙҙең таланыуына йәне әрнегән атайыбыҙ түҙмәгән – аҡ батша сәйәсәтенә ҡаршы аҫтыртын көрәшкә ылыҡҡан. Әммә күпме йәшерһәң дә беҙ ҡапсыҡта ятмай бит: батша ярандары эште һиҙеп ҡалып, алтынсы кантондың йорт старшинаһы Буранбай Ҡотосов менән уның сәркәтибе Ибраһим Айсыуаҡовты Себер ҡатырына һөрәләр, ә уларҙың арҡадашы атайым Дәүләтшаһ ҡаҙаҡ араһына ҡасып ҡотола, Бискүрәк тигән тарафтарҙа мулдәкә булып, ҡаҙаҡ балаларына изге исламиәт нурын таратып йөрөй. Әммә аҡ батшаның ҡулы оҙон: күп тә үтмәй атайымды ла тотоп алып, бығаулап Себергә һөрәләр – ул шундағы ҡатырҙа ҡатып ҡала... Бына шул ҡатырйән балаларына йәшәү өсөн ни ҡылмаҡ кәрәк ине, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ... Шул мөхиттең бәләһелер ул әле йырланған йырҙағы Абдулла ахун... йәғни минең ағайым...

-- Тәҡсир, шуныһын да һорамай булдыра алмайым, еп осон үҙегеҙ сығарғас. Шул Ғабдулла мулланы, Рәсәй хөкүмәтенә ярамһаҡланып, мәшһүр шағир Аҡмулланы һәм шанлы Зәйнулла ишанды эҙәрләгән, тәүгеһенең үлтерелеүенә, икенсеһенең һөргөнгә ебәрелеүенә сәбәпсе булған, тип ишеткәнем – ысынмы?

-- Ысын да, түгел дә, тип әйтерлек. Сөнки ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар, буғай, бында... Мәшһүр шағирыбыҙ Мифтахитдин Аҡмулланың, бер урында ултырып сыҙай алмай, ғүмере буйына ҡыҙырынып йөрөгәнен, хатта вафатына тиклем фажиғәле юл өҫтөндә булыуын беләһегеҙ. Шулай бер заман беҙҙең яҡтарға ла килеп сығып, тәрән аҡылы, шағирәнә тапҡырлығы, сәсәнлеге менән барса халайыҡтарҙы хайран ҡылып, бер ыңғайҙан Латифа исемле бик һылыу бер ҡыҙыбыҙҙың йөрәген әсир итеп, ҡыҙҙың атаһы Сәғитдинде лә тылсымлап, яғыбыҙҙың кейәүе булып алғайны ла кәләше менән ҡушарлап ҡуян арбаһына ултырып киткәйне башы ҡараған Троицкий өйәҙе тарафына. Артабан мәғлүм булды: кейәүебеҙ йәш кәләшен Ҡайынлы тигән бер ауылда ҡышлатырға ҡалдырып, йәйгә тиклем кәсеп итеп мал табырға ҡаҙаҡ далаларына олаҡҡан – иҫке ғәҙәте буйынса инде. Кәбеҫтәне ҡарауылларға кәзәгә ҡалдырған һымағыраҡ була был... Бер заман Аҡмулла ҡаҙаҡтан әйләнеп ҡайтыуға, ысынлап та, татлы кәбеҫтә кәзә ҡарынында була – йәғни ҙә баяғы Ғабдулла ағайымдың төпсөк улы Сибәғәтулла мулланың хәләл ефете рәүешендә... Китә ыҙғыш, талаш-тартыш. Хәләл никахлы кеше ҡатынына никахланып, шәриғәт ҡанунын тупаҫ боҙоуҙа ғәйепләй Аҡмулла беҙҙең Сибәғәтулланы; ә уныһы иһә Латифаның ирҙән айырылған тол ҡатын икәнен дәлилләй – Мифтахитдиндең Латифаға “талаҡ!” әйтеп киткәнлеген үҙ ҡолағы менән ишеткән шаһиттарын килтерә. Ахырыһы булмай, Өфөгә юллана Аҡмулла – Диниә назаратының ҡазыйы Ризаитдин бән Фәхритдингә шикәйәт күндерә, хәләл ефетен үҙенә кире ҡайтарыуҙарын даулай. Ризаитдин ҡазый уны аҡыллы кәңәше менән бороп ҡайтара: “Баш бирмәҫ ул байталыңды кире ҡайтартып алһаң да, һис уңдыртмаҫ. Иң хәйерлеһе, нуҡтаһының теҙгенен муйынына ура ла башы тартҡан яҡҡа ебәр һин уны!” Ләкин “баш бирмәҫ байтал” өсөн низағ баҫылмай, Аҡмулланың мөхтәрәм остазы Зәйнулла ишан Рәсүлев тә ҡатнашлыҡ ҡыла, буғай. Шау-шоу ҡабат Өфөгә ишетелеп, мөфтөйөбөҙ Мөхәммәтйәр хәҙрәт Солтановтың үҙенә мәғлүм булып, Сибәғәтуллабыҙҙың муллалыҡ указы тартып алына. Шунан һуң ул нәҫелебеҙ ғүмерлеккә теркәлгән атлы казак25 хәленә ҡайтып, үҙебеҙҙең Орски өйәҙенең Яңы Орски атлы казак ыҫтанында26 вафат булды, нигеҙенә Ғабдулла27 тигән алтын ҡаҙығын ҡалдырҙы.

-- Беләм мин ул Ғабдулланы, һарғылт сәсле башҡорт малайын, -- тип иҫенә төшөрҙө Сәлимйән. – Бер йылда әсәһе менән бергә хәлегеҙҙе белергә килеп, аҙна-ун көн ҡунаҡ булып киткәйне бит.

-- Атас үҙе.

-- Урыҫса ла, төркисә лә шатырлатып уҡый ҙа, яҙа ла торған отҡорйән. Һинең менән минән, йәштәш, -- ҡунаҡҡа эйәк ҡаҡты, -- дүрт йәшкә кесерәк ул, 1894 йылғы.

-- Бөйөк шағирыбыҙ Мифтахитдин Аҡмулланың вафатына бер йыл ҡалараҡ тыуған икән... -- Әхмәтзәкир башын баҫып уйланды.

-- Эйе, һеҙҙәрҙе ҡыуалатып үҫеп килмеше... етемлектә, – тине хәҙрәт. Абыстай ҙа үкенесен белдерҙе:

-- Атаһыҙ ҡалғас, ҡыйындыр, үҙебеҙгә килеп тор, олатайыңдың мәҙрәсәһендә уҡы, тип тә өгөтләп ҡараным, ләкин риза булманы. Әсәйемде, һеңлемде ҡарарға кеше юҡ, унан килеп, һеҙҙең мәҙрәсәлә урыҫса ла уҡытмайҙар, тип янтайҙы.

-- Хәйерле булһын, юҡҡа бошонма, әсәһе, ауыртмаған ҡабырғаһына ятһын. – Һаҡалын услап уйланды. – Көслөк менән еңеп булмай был замандағыларҙы. Ни тиһәң дә, атлы казак бит: урыҫса һуҡалауы файҙаға ла ашыр, бәлки. Ғәбделғәзиз янарал28 олатаһы кеүек үк, аҡ батшаның сәрғәскәре29 булып китеүе ихтимал, Дәүләтшиндарҙың барыһына ла имам хатиб булырға тимәгәндер бит инде. Мөхтәрәмдәрем, беҙҙең Ғәбделғәзиз Дәүләтшин янаралды ишеткәнегеҙ бармы?

-- Ҡолаҡ осо менән генә.

-- Әле әйтелмеш Сибәғәтулланың бер туған ҡустыһы ул, баяғы Абдулла ахун тип йырланған ағайым мәрхүмдең кесе малайы. Әлхасил, Ғабдулла ағайым шул Ғәбделғәзизен, мәҙрәсә тамамлатҡас, Сибәғәтуллаһы хәленә ҡалмаһын, типме инде, урыҫ ғәскәри мәктәпкә бирҙе. Шунан һуң Ғәбделғәзиз штабта хеҙмәт итте, Төркөстанда Куропаткин янарал яҡындарының береһе сифатында юғары ғәскәри хеҙмәттә булды. Ошо көндәрҙә Петербурҙа Янаральный штабта Азия бүлеге менән идара итә... Бына шул олатаһылай, дәүләтебеҙҙең берәй таһыллы эшмәкәре булырға яҙманымы икән, тим әлеге уланға ла. Сәлимйән шәкертем хаҡлы: ифрат зирәк тә отҡор ул. Күҙе тонған милләтебеҙҙе яҡтылыҡҡа сығарыуҙа бына һеҙҙең икегеҙгә лә ҙур өмөт бағлағандай, уны ла мин илебеҙҙең күҙ терәге итеп күрәм. Хәйер, ғүмер юлдарыбыҙ оҙон да ҡатмарлы, уның берәй боролошонда шул Ғабдулла Дәүләтшин менән дә, бәлки, бер булмаһа, бер осрашырһығыҙ әле... – Мөхәммәткамал хәҙрәт вәғәздең оҙонға һуҙылғанын самалап, буғай, теҙгенде ҡыҫҡарта бирҙе – мөлдөрәгән туҫтаҡтарҙы бушатырға ҡыҫтаны. Үҙе тоҫмаллаған шул юлда уҙамандар осрашыуына теүәл ун йыл ҡалғанлығына – 1918 йылда әлеге Ғабдулла Дәүләтшин да ошолар ҡатарынан Башҡортостандың күренекле бер дәүләт эшмәкәре булараҡ тарихҡа керәсәгенә күрәҙәлек ҡылғандай ине ул..

Мәжлес әңгәмәһе икенсе юҫыҡҡа боролдо, сөнки лапаҡ ҡарама төбөндә ҡаршыларына көтөлмәгән яңы ҡунаҡ пәйҙә булды. Ярһыу йөрәктән уйнаҡлап-бейеп торған сыбай ҡашҡаһының казак эйәрендә шәмдәй төп-төҙ ултырған, оҙон-мыҡты кәүҙәһен орсоҡтай уйнатып ырғып төшкән һәм мәжлес эйәләре менән ҡуш ҡуллап күрешкән асыҡ йөҙлө, яҫы маңлайлы, ҡуңыр сәс аҫтынан алсаҡ ҡараған ҙур ҡуңыр күҙле егет ине ул.

-- Ғәбделәхәт Сәйетбатталов30 тигән казачий затлы фәҡирегеҙ буламын, -- тине, таныш түгел ҡунаҡтың белдереүен иғтибар менән көтөп.

-- Әхмәтзәкир Йәлитов, баш өҫтө.

-- Баш яҡ башҡортлоғоң күренеп тора – төҫөңдән дә, телеңдән дә. – Ат өҫтөндә сарсап килгәндер, буғай, тын да алмай ике туҫтаҡты түңкәрҙе.

-- Ә һин үҙең, әйтмәһәң дә, дала яҡҡа оҡшайһың, -- тине Әхмәтзәкир ирәүән көлөп. – Телеңдең осо, үҫәргәнлектән уҙып, нуғайлыҡҡа тартым.

-- Ғәжәп түгел: тыуған ауылымдың бер осо нуғай, күрше Суртанлы ауылы ла – нуғай затлы атлы казактар...

-- Нуғайҙың кемлеген беләһегеҙме һуң? -- Әхмәтзәкир өсөһөнә лә ҡарашын әйләндерҙе.

-- Белмәй ни. Әлеге лә баяғы шул аҡ батшаның ҡылығы: даулы-яулы башҡорт халҡын ҡан ҡәрҙәшебеҙ ҡаҙаҡ халҡынан айырыу өсөн Яйыҡ, Һаҡмар буйҙарына хәрби ҡәлғәләр, редуттар ҡорҙортоп, урыҫтан, башҡорттан, нуғайҙан да мордванан атлы казак ғәскәрлеген хасил ҡылған. Тәғәйен был ҡандауыр нуғайҙарын Ҡаф тауының төньяғынан күсереп килтереп ултыртҡан, тиҙәр. – Аңлатып биргәйне Сәлимйән, Ғәбделәхәт элеп алды:

-- Милли кейемдәре, биҙәктәре, аш-һыуҙары, риүәйәттәре, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тап беҙҙең үҫәргәндәрсә, тик телдәре генә үҙгәйерәк – сусылдап та чәчелдәп һөйләшәләр.

-- Ҡыҙыҡ... шулай булырға тейеш тә. -- Әхмәтзәкир мәғлүмәтте ҡуйын дәфтәренә теркәй һалды. – Сөнки боронғо үҫәргәндәрҙең, юрматыларҙың ярсығы бит улар – ун бишенсе быуатта ошонан Ҡубан йылғаһы буйына күсенеп киткәндәр.

-- Ә ниңә, үҫәргән түгел, ә нуғай аталалар?

-- Сыңғыҙ хан бабабыҙ ғәскәрендә был яҡтарға ябырылмыш монгол татарҙары телендә “нуғай” – эт-бүре тигән һүҙҙер... – Абыстай кеткелдәп көлдө.

-- Ауыҙыңды йырма әле, әсәһе. – Хәҙрәт ирәүән киҫәтте. – Белә-белһәң, боронғо үҫәргән бабаларыбыҙ үҙҙәрен “бүре-эт” тип атағандар, шул хаҡта күп риүәйәттәр, хатта ырыуыбыҙҙың, имеш, бүре-әсәнән таралған бүреләр араһы бар. Үҫәргәндең бер сатаһынан, имеш, “бүре йән” – Бөрйән ырыуы хасил...

-- Эйе, “нуғай” атамаһының ул замандағы ислам динле сит халайыҡтар тарафынан ул саҡтағы мәжүси дин тотҡан, бүре-эткә табынған үҫәргәндәргә тап шул атама йәбештерелеүен мәшһүр ҡаҙаҡ ғалимы Чоҡан Вәлиханов дәлилләп яҙа. Үҫәргән һәм Юрматы шәжәрәләре лә иң боронғо нөсхәләрендә “Нуғай шәжәрәһе” тип атала. Ә Төркөстан һарттары ошо көндәргәсә Уралда “башҡорт” тигән ҡәүем барлығын белмәй – беҙ-башҡорттарҙы “нуғай” тип йөрөтәләр. Әлхасил, ярсыҡланып Ҡубанға киткән ҡан ҡәрҙәштәребеҙ үҙҙәренең шул замандарҙағы сит атрафтар тарафынан тағылған ҡушаматын халыҡ исеме итеп ҡабул ҡылған...

-- Бына шулай ул, атлы нуғай казагы Сәйетбатталов! – тегенең бөйөрөнә төрттө Сәлимйән.

-- Һе, үҙеңдең дә кемлегеңде онотма!

Егеттәрҙең тел сарлауын көлөмһөрәп күҙәткән хәҙрәт талған тубыҡтарын һуҙыбыраҡ ултырҙы:

-- Йә Раббым, рәхмәтеңдән ташлама! Әхмәтзәкир мәғзүм, мәртәбәле шағирыбыҙ Һибәтулла Сәлиховты беләһеңдер?

-- Әлбиттә, әлбиттә!

-- Тап бына шуның дүртенсе быуын вариҫы инде был атлы казак. Бабаһы кеүек уҡымышлы булыуы өҫтәүенә -- оҙон көйҙәребеҙҙе лә ил кинәндереп һуҙа.

-- Афарин! Беҙҙәргә лә ишеттерсе, уҙаман!

Мәҙрәсә бураһы яғында байтаҡтан уҡ балта туҡылдауҙарына түҙемһеҙләнеп ҡолаҡ һалған Сәлимйән:

-- Мин китәйем инде, йәмәғәт, -- тип ҡалҡынырға иткәйне лә, хәҙрәт яурынбашынан баҫып туҡтатты:

-- Балтаң ҡасмаҫ -- йырҙы тыңлайыҡ, мырҙам. Шунан һуң ҡунаҡты ауыл тирә-яғы менән таныштырып, Перовский янаралдың утарынаса ер-һыу гиҙҙертеп, бауыры аҫтынан ел үткәртеп ҡайтырһығыҙ.

Буй-буй юлаҡланған ҡытыршы ҡарама олонона һөйкәлеп ултырған Ғәбделәхәт, башын салҡайта биреберәк, тәрән һулыш алды, ерҙе-күкте сихриәткә тулыштырып һыҙылды ғәзиз моңобоҙ:
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ –

Полковник Тәфтиләү яу урыны.

Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,

Алтынланды яһил яурыны.
Тәфтиләүҙең менгән, ай, аттары

Саптар ҙа ғына менән тимер күк.

Тәфтиләүҙәй ҡанһыҙ булыр микән –

Һуйҙы илде ҡырағай йәнлек күк.
Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,

Эйәре лә белмәҫ, ат белә.

Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен

Үҙе белмәһә лә ил белә.
Ҡайнап ҡына сыҡҡан Иҙел аша

Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.

Ир-егеткәйҙәрҙең өмөткәйен

Тәфтиләүҙәр мәңге быуа алмаҫ.
Ҡара ла ғына урман ҡая бите –

Шаулайҙыр ҙа кисен ел саҡта.

Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,

Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
Түбәһе ҡарлы тауҙай салланған хәҙрәттең, ҡыҙыл ебәк ҡулъяулығын ҡулында һәлендереп, күҙйәштәрен һөртөп алыуын күргәс, иҫкелеккә ҡуш ҡуллап йәбешеп ятыусы фанатик һымағыраҡ тойолған был дин әһеленең дә күңелендә эйәрле-йүгәнле ат барлығы хайран ҡалдырҙы ситтән килгән ҡунаҡты. Һигеҙ йылдан һуң ҡарттың донъя ҡуясағын, ә шуның икенсе йылында уҡ бөтә Рәсәй күләмендә тетрәткес зил-зилә ҡубып, донъяларҙың айҡал-сайҡал киләсәген, мең туғыҙ йөҙ ун һигеҙенсе йылда халайыҡтар аҡтарға һәм ҡыҙылдарға бүленеп, йыр-моң һөйөүсе был уландар шул ике яҡтан бер-береһенә әжәл уҡтары атасағын, Рәсәйҙә иң беренсе булып Башҡортостанға автономия яулап аласаҡтарын, моғайын, табындаштарҙың береһе лә башына килтермәгәндер...



Достарыңызбен бөлісу:
  1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет