ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет8/24
Дата05.07.2016
өлшемі2.02 Mb.
#179972
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   24

III КИҪӘК: УТ ЭСЕНДӘ
1

Урал...


Күккә ашҡан мәғрур сағыл-ҡаяларын сурайтып, текә урҙай ҡарурманын итәктәренә мәскәүләтеп, ҡарыулы ел-дауылдарға оторайып күкрәк киргән Урал тауҙары... Аҫта, бик аҫта, ҡаяташтар араһында шау-шырлыҡтан шарлап сығып, ярһып, ауыҙлығын сәйнәп тулаған аҫауҙай аҡ күбектәр төкөрөп, һоҫоп алғанда күҙ йәшеләй үтәҙек-саф һыулы йылғалар аға; өҫтә, бик бейектә, суғыртмаҡ-суғыртмаҡ яланғас түбәләр тәңгәлендә, ҡанаттарын ҡара йәйәләй киреп, балапанлы ояларына улъя һағалаусы бөркөттәр ҡыйғырлай, зәңгәр Күктән саңҡыуҙары саҡрымдарға тарала...

Суҡай-суҡай сал тауҙар ҡосағында, уралып-уралып аҡҡан йылға бөгәлендә киң үҙәнгә йәйерәгән ҡасаба Исламғол. Тәү ҡарауға ул тәрән йоҡоға талғандай: дүрт тарафҡа ҡарурманды ярып ингән тарлау арба юлдары – ылауһыҙ, шөңгөр йылға буйҙары – балыҡсыһыҙ, өҫкә ауа яҙып торған ҡарағай аралары кешеһеҙ – хәүефле ауҡан-аулаҡ. Бары тик ауыл ситендәге ҡусҡыл әрәмәлек кенә аңлашылмаҫ һиллек уйынын боҙоп, ҡапыл һелкенгеләп ала – ғәмһеҙ ойоған йылтыр ылыҫ аралығынан ҡара беҙҙәй мылтыҡ көбәге төртөп сығып, һирәк-һаяҡ уҙғынсыға ас күҙен өңшәйтеп тоҫҡала:

-- Стой, кем бар унда?

-- Үҙебеҙҙекеләр!

-- Пароль?

Артынса уҡ мылтыҡ шартлай һәм:

-- Ах сволочь!.. – Уҫал һүгенеү яңғырай.

Ҡайһы саҡ, ҡылысҡа-ҡылыс сыңҡып, йән әселе ыңғырашыу булғылай. Ҡара-ҡаршы тороусылар ниңәлер хәтәр буталып, китте һуйыш-ҡанҡойош, тигәндә генә, хәрбиҙәргә генә мәғлүм тылсым менән бер-береһен аңлашып, ҡыҫҡа тынлыҡ урынлаша. Урмандан сыҡҡан ҡораллы, ҡыҙыл йондоҙ таҡҡан картузлы кешеләр, йотлоға-йотлоға тәмәкеләрен тарта ла, штаб урынлашҡан кантон бинаһына йүнәлә.

Ҡайһы ваҡыт: “Туҡта, кем килә?” – тигән ауазға үтә шикле тынлыҡ яуап була ла шатор-шотор ботаҡтар ҡырылғаны, шырлыҡ йырып кемдеңдер олаҡҡаны ишетелә. Артынса уҡ өҙөк-өҙөк һулығып мылтыҡ шартлай. “Ыш-ыш” килеп, ағас араһынан берәй ҡанлы кәүҙәне һөйрәп сығаралар...

Ауылдың шыҡай ҡаялар һерәйгән осондағы берләм юлда арҡаһына ат башындай тире ҡуржын артмаҡлаған япа-яңғыҙ егет йораты һынланды. Ҡулына, ауыл малайҙарынса, йәш талдан ҡырҡып алып, йәшел ҡабығын бәке менән һуйып-семәрләгән сыбар таяҡ тотҡайны. Һағауыл тәңгәленән әллә ни тотҡарлыҡһыҙ үтеп, 1918 йыл Һайылмыш һуғышында йәҙрә ярсығынан киҫелеп Ҡантураты менән ҡуша ауғандан һуң зәғифләнә биреп ҡалған һул аяғына саҡ ҡына сатанлай-сатанлай (сыбар таяғын юғары күтәреп таҡмаҡлатып болғап бара ине), юл ситенә сыҡты ла дымлы һулышын тиртеп ялтырап ятҡан уйсан йылға ярына баҫты. Сыбар таяғын ергә ҡаҙап, бер талай ҡарап торғас, артабан туйтаңланы. Ҡабаланмай ғына күпер урталығына етеп, туҡтаны; күҙҙәрен сөрөштөрөп, йәнә һыу өҫтөнә оҙаҡ текләне – үҙенең тыуған ауылының йылғаһын һағынды, буғай. Ҡыуаҡ төбөндә ҡалған ҡырыҫ һаҡсылар ҙа ниңәлер күҙ яҙҙыртманылар унан. Әллә һаман шикләнеп, әллә сәйерһенеп, тауыш-тынһыҙ күҙәттеләр артынан. Юлаусының тоҙланып ҡатҡан һалдат гимнастеркаһы, шул уҡ төҫтәге галифе салбар өҫтөнә төшөп, яҫы ҡайыш менән ҡыҫа быуылып, һуйҙан, ыҡсым кәүҙәһенә егеттәрсә төҙөклөк биреп тора. Еемерек һалдат фуражкаһын башынан тырнап алды, ҙур аҡ (ғәжәп: ошо болғауыр заманда – аҡ!..) ҡулъяулығы менән тирле маңлайын һөрттө. Ҡырып алынған ҙур таҡыр түбәһе ҡояшҡа ялтыраны. Һыу битендә бер-берәй нәмә шәйләпме, йылмайҙы. Ҡарпышыраҡ ҡолаҡтары сәсһеҙлектән уғата ҡарпайыбыраҡ күренһә лә, был кешенең көньяҡ башҡорттарына хас эре һыҙатлы, ҙур ҡара күҙле ҡуңыр йөҙө шул берҡатлы йылмайыуында үҙенә күрә яғымлы, эскерһеҙ ине. Шәп-шәп атлап күперҙе сыҡты, йылға ситенә төшөп, шәкәрҙәй аҡ шау-ҡырсынды шағырлата баҫып һыуға яҡынланы, артмағын ергә ҡуйҙы. Һәрмәнеп, иҫке “Правда” гәзитенә төрөлгән итек таҙартҡыс, һабын, таҫтымал алды. Бүкәнташҡа алмаш-тилмәш баҫып, таҙартҡысын ҡыҙыу-ҡыҙыу ышҡытып, итектәренән юл саңдарын осортто ла вакса һөртөп ялтыратты. Аҡтүбәлә дошман ҡамауын йырып сыҡҡас батырлығы өсөн бирелгән бүләк итек ине был: махсус поезында фронттарҙы айҡап йөрөмөш Реввоенсовет рәйесе Лев Троцкийҙың үҙ ҡулынан берәүҙәр – затлы сәғәт, икенселәре – ут-ялҡындай ҡыҙыл “комиссар ыштаны” алды, ә Сәлимйәнгә ошо “батша итектәре” эләкте (ысын булһа, Николай батша өсөн махсус тектертелгән)... Яр башында ауыҙын асып ҡарап торған малай аҡтығы һоҡланып тел шартлатты: йылтыр хром ҡуныстар, һыу көҙгөһөнән нур көлтәһе сағылтып, күҙ яуын ала ине.

Аяҡтары ялт-йолт килгән сәйер юлаусы тәү ҡарашта үлектәй тын ауыл буйлап хайран ҡала биреп барҙы: ҡайҙа һеңгән был халыҡ? Бынауындай ҙа уттай ҡыҙыу эш миҙгелдә, көпә-көндөҙ, сүп ҡалҡытмай һамҫып ултыралармы? Хатта эттәренә тиклем, өндәре тығылып, өрмәй: ҡасабаға шомло һағайыу тулышҡан.

Ауыл уртаһына етәрәк хәүефле тойғоноң икенсе төрлөһө сорнаны; йөрәге йыш дөпөлдәп, үҙе лә белештермәй, аҙымдарын йышлатты – ҡайҙа ҡарама, ҡораллы кешеләр генә гиҙә урамда...

Бейек таҡта болдорло кантон идара бинаһы алдында фуражкаһына ҡыҙыл буҫтау йондоҙ баҫҡан, мыйыҡтары һәленеп төшкән зәһәр ҡарауыл туҡтатты:

-- Стой! Кем килә?

-- Үҙ кеше.

-- Документтарығыҙҙы!

Каширин биргән ҡағыҙын һондо:

-- Әтрәт командирын күрергә кәрәк.

-- Штабҡа инергә рөхсәт юҡ. – Тексәйгән күҙҙәре йылтыр хром итектәрҙе һәрмәне.

-- Ашығыс йомош менән.

-- Уныһы беҙгә ҡараңғы.

Болдор ишеге шығырлап асылды ла соланда тәмәке тартыусының ҡәнәғәт һәм тулыш йөҙө күренде: остары бормаслап суҡайтылған йыуан казачий мыйыҡлы, кадровый хәрбиҙәрсә төҙ һынлы әҙәм -- моғайын, элекке яугир офицер:

-- Михайло, ни ғауға?

-- Бер туземец үтергә ныҡый, иптәш начштаба.

-- Ә ниңә һүҙ ҡуйыртаһың, патроның юҡмы әллә?

-- Мандаты бар бит, Кашириндан.

Мыйыҡлы болдорға сыҡты:

-- Ҡара һин уны, ниндәйерәк ҡош икән?

-- Үҙәктән ебәрелдем, үтә мөһим эш менән, -- тине хром итекле, һағауылдың мандатты тегегә тоттороуын һаҡ күҙәтеп.

-- Ҡара һин уны! Башҡортмо?

-- Башҡорт. Ләкин бында уның ни кәрәге бар?

Мыйыҡлы, тәмәкеһенең ебек төбөн аттыҡылай оҙон һары тештәре менән өҙә тешләп, ергә төкөрҙө:

-- Михайло, ҡамшаштыр шара-бараларын, живо!

Һаҡсы, өйрәтелгән эттәй алғыр ташланып, хром итекленең ек-япҡыттарын һыпырып-тентекләне, тире ҡуржындың булмышын болдорға ауҙарҙы:

-- Ҡорал-фәлән юҡ, иптәш начштаба. Шулай ҙа бынауы хромдарын...

-- Ашыҡмай тор, Михайло! – Егеткә ҡул киҙәне. – Киттек, малайка!

Егет, ауҙарылған мөлкәтен ашыҡ-бошоҡ йыйып алып, бер ҡулына – сыбар таяғын, икенсеһенә ҡуржынын тотҡан хәлдә мыйыҡлыға эйәрҙе.

Иҙәне – иле балсыҡ, тәмәке төпсөктәре менән ҡаҡашып ҡатҡан далбаҙары-лай бүлмә уртаһында оҙон өҫтәлгә йәйеп һалынған хәрби картаға күкрәге менән әүешә биреп, урта буйлы ҡаҡса-арыҡ әҙәм инеүселәргә төбәлеп ултыра ине. Һары күндән бөткән шығырлауыҡ тужурка, шундай уҡ салбар, башында ла һап-һары күн фуражка. Билендә һары портупеялар менән тотторолған яҫы һары ҡайыш, шуға быҙау бото ҙурлыҡ һары таҡта кобуралы маузер аҫылған. Тәү ҡарауҙа был әҙәмде өҫтәл артына һөйәп ҡуйылған күнҡурсаҡ тип уйларлыҡ...

Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡылай нәҙек тауышы ҡәнәғәтһеҙ сыйылданы:

-- Был ниткән эш тағы, иптәш начштаба? Ниңә тәмәкең менән инәһең?

-- Ғәйеплемен, иптәш командующий. Бынауы мәшәҡәт тыуып, ташларға онотҡанмын. – Итек үксәләрен йылғыр сәкәштереп, һары тештәрен ыржайтып көлдө.

-- Элекке культуралы атаман, офицер тип атала тағы. Батшаға хеҙмәт иткәнеңдә бер ҙә онотмағанһыңдыр... Етмәһә, әҙәм рәтле папирос та түгел; сыуаш мужигы кеүек, һаҫы махра бораһың.

-- Ах, инде бит батша хәҙрәттәре юҡ, иптәш командующий. Үҙем дә элекке генә. Ә хәҙерен власть үҙебеҙҙеке – теләгәнебеҙҙе рәхәтләнеп тартабыҙ.

-- Был иҙәнде шуға күрә аҙбарға әйләндерҙеңме?

-- Ғәйеплемен, иптәш командующий. Иҙән йыуыусы башкирка ҡасып киткән, ә ҡыҙыл әрмистәр бындай түбәнселеккә тотонмай, сөнки власть – үҙебеҙҙеке.

Ҡайышҡа бөткән әҙәм һыуына төштө. Бер ҡулына – ҡуржынын, икенсеһенә сыбар таяғын тотоп аңшайып торған егеткә иғтибар итте:

-- Быныһы ниндәй субъект?

-- Ниндәйҙер бер малайка, иптәш командующий. Йәғни башҡорт.

-- Башҡорт? Бандитты ниңә кереттегеҙ, шул урынында уҡ расходҡа сығарманығыҙ?!

-- Пардон, иптәш командующий: бандит үҙен, үҙәктән ебәрелмеш комиссармын, тип таныта. – Мыйыҡлы хихылданы.

-- Ҡайҙан? Эстәрлетамаҡтанмы?

-- Унан да өҫтәнерәк, ти, ха-ха-ха! Бына грамотаһы.

-- Мин – нығытылған хәрби район башлығы командарм Николай Дмитриевич Каширин тарафынан юлландырылған ғәҙәттән тыш комиссар-ревизор Сәлимйән Мырҙағолатов, -- тине егет. Һарыға бөткән бәндә һары ҡайыштарын шығырлатып турайҙы, ҡағыҙҙы ентекле тикшерҙе:

-- Һем... ревизор... Кашириндың үҙ ҡултамғаһы, мисәте... Тимәк, беҙҙең өҫтән ревизия яһарға йыйынаһың?

-- Кантон администрацияһы өҫтөнән.

-- Беҙ үҙебеҙ администрация.

-- Ғәфү итегеҙ, мин белгән иптәштәр...

Начштаба тигәндәре мыйыҡ остарын борғослап хәбәр итте:

-- Шахта төбөндә улар... һеҙҙең иптәштәр...

-- Шаяртаһығыҙмы әллә?

-- Еп-етди: “теге донъя”ға бабалары янына олаҡтырҙыҡ бандиттарҙы. Теләһәгеҙ, ревизия үткәрергә шунда китә алаһығыҙ, хе-хе-хе... – Үҙәккә үткес һыуыҡтан Сәлимйән ҡалтыраны:

-- Аттығыҙмы?

-- Аттыҡ. – Һары күнгә бөткән әҙәм, иҫе китмәй генә дөрөҫләп, үҙенең һәм иптәшенең кем икәнлеген танытты: – Партияның яңыртылған кантон комитеты рәйесе һәм коммунистик батальондың, шуға беркетелгән ҡыҙыл отрядтарҙың командующийы Владислав Евгеньевич Поленов буламын. Ә был иптәш – беҙҙең штаб башлығы Иван Степанович Барановский. Ғәли Камалитдинович Шәмиғолов менән Михаил Савельевич Мансырев иптәштәр етәкселегендәге яңы Башҡорт Ревкомы беҙҙе ғәҙәттән тыш һәм сикләнмәгән вәкәләтлектәр биреп, башҡорт-бандиттарҙы тамам юҡ итергә ебәрҙе, яҡшы беләһегеҙҙер.

-- Яҡшы беләм. Һәм бындағы алты коммунисты ла белә инем.

-- Коммунист түгел улар, ә зәкирйәлитовсыларҙың ҡойроҡтары. Ундайҙарҙы һаҫы ҡандалалай һыттыҡ һәм һытасаҡбыҙ!

-- Судҡа ла бирмәйенсәме?

-- Хе-хе, беҙ үҙебеҙ – суд та, суд приговорын бойомға ашырыусы ла! – тине Барановский. – Беҙҙең бурыс – бандиттарҙы төбө-тамырынан көйҙөрөп юҡ итеү. Быны беҙгә йәлитовсылар заразаһынан таҙартылған республиканың коммунистик Ревкомы ышанып йөкмәтте.

-- Ләкин һеҙгә самосуд яһарға тимәгән.

-- Хе-хе-хе, үтә бер ҡатлы малайка икәнһегеҙ. Һуғыш ваҡытында ни эшләргә кәрәген белмәйһегеҙ.

-- Кантонда бит һуғыш ваҡыты түгел.

Поленовтың ҡайыштары шығырланы – ҡәнәғәтһеҙ боролдо:

-- Ысын коммунисҡа хас булмаған сәйәси наҙанлыҡ күрһәтәһегеҙ! Кантонда ғына түгел, бөтә Башҡортостанда һуғыш хәле иғлан ителеүен кире ҡағаһығыҙ! Бына яңы Башревкомдың 1-енсе һанлы фарманының 4-енсе параграфы: “Неисполнения или противодействия распоряжениям Башревкома будут караться по законам военного времени”. Шул фарманды беҙ еренә еткерәбеҙ!

Сәлимйән өндәшмәне.

-- Ҡыҙыҡ, ә һеҙ аслан ниндәй бурыс йөкмәп килдегеҙ әле? – тине Барановский.

-- Уныһын мин белдерҙем, мандатымда ла яҙылған. Минең хәҙерге статусымды ВЧК рәйесе Феликс Эдмундович Дзержинский иптәш раҫлаған, Кашириндан барып һорағыҙ.

Командующий менән штаб башлығының мәғәнәле күҙ ҡараштары осрашҡас, һуңғыһы ҡулын һуҙҙы:

-- Дөрөҫләүсе ҡағыҙ? Шунһыҙ танымайбыҙ!

-- Вазифамды үтәүгә аяҡ салһағыҙ, Ревтрибунал ҡаршыһына баҫтыртылып танырһығыҙ, биғәйбә.

Тынып фекер тупланылар. Поленов, арыҡ йөҙөн сытырайтып, комиссарға ҡаҙалды:

-- Электән белеүемсә, Мырҙағолатов иптәш, һеҙ бит буржуаз милләтсе Йомағолов хөкүмәтендә эшләй инегеҙ?

-- РКП(б) өлкә комитеты ҡарары буйынса мин ул хөкүмәттән киттем – ВЧК-ның йәшерен ҡарарына ярашлы Каширин иптәш етәкләгән хәрби нығытма районына күсерелдем.

-- Һе! Ә ниңә буржуаз әтрәгәләм менән бергә тайманығыҙ?

-- Сөнки мин буржуаз түгел.

-- Каширинсы тимәккә бараһығыҙ?

-- Каширин иптәш менән бергә Ҡыҙыл Армияның Көнсығыш һәм Төркөстан фронттарында аҡтарға ҡаршы алыштарҙа ҡан ҡойоп, күп тоҙ ейгән инсанмын.

-- Ғәфү, ә һеҙ аслан ҡайһы партияла тораһығыҙ: меньшевикмы, эсермы, әллә зәкирйәлитовсымы?.. – Владислав Поленов күҙҙәрен хәйләле ҡыҫты. Мырҙағола-тов, сырайының бер йөйөн дә сирытмай, түш төймәһен ысҡындырып, ныҡ тештәре менән гимнастеркаһының иҙеүен тешләп йыртты, йәшерен кеҫәнән ябай ҡыҙыл ҡатырға тышлы кескәй кенәгә сығарҙы -- Ырымбур гөбөрнәһе Орск өйәҙендә үҙе ойошторған партия комитетының 1-енсе номерлы ағзалыҡ билеты ине.

-- О! Ырымбур! – Командующий Ырымбурға айырым ышаныс тотҡанлығын тойҙортто. Түшен кәперәйтеп, шығырлаҡ портупеяларын бармаҡ остары менән төҙәтә-төҙәтә, ниһайәт, ҡулын биреп күреште:

-- Һеҙҙең кеүек үк, 1918 йылдан партия ағзаһымын – шанлы большевик Точисский Павел Варфаломеевичтың үҙе тарафынан ышаныс белдереп алынғанмын. Ә был иптәш, күрәһегеҙ, минең штаб башлығым, военспец. Ун һигеҙенсе йылда уҡ үҙе теләп большевиктар яғына сыҡҡан, ерле контррево-люцияға ҡаршы һуғыштарҙа һыналған.

Ҡылысының ебәк эфесы менән уйнап вайымһыҙ ғынак күҙәтмеш иптәш Барановский ҙа, теләр-теләмәҫ кенә, комиссарҙың ҡулын ҡыҫты:

-- Ғәфү итегеҙ, белеп еткермәгәнбеҙ...

Мырҙағолатов үҙгәреште иғтибарһыҙ ҡалдырып:

-- Тәүбашта мине мөхит менән таныштырығыҙ, -- тип ҡоро киҫәтте. Шуны ғына көткәндәй, ашығышып, топографик картаға әүештеләр, Поленов үҙе аңлатты:

-- Обстановка хөрт, әйтерлек түгел. Бер юлы өс кантон дөрләй ут эсендә. Совет яҡлыларҙы аталар, киҫәләр, урыҫ ауылдарын үртәйҙәр. Кулак агитаторҙары айҡала. Бер киҙәнеүҙә аждаһаның башын сабып өҙмәһәк, күтәрелеш бөтә Уралды ялмаясаҡ.

-- Көстәр нисбәте ҡайһылай?

-- Ауылдарҙа, юлдарҙа, урман һаҡлауыстарында фетнәселәр өҫтөнлөк итә. Тауҙарҙа банда ҡоторона. Беҙҙең коммунистик батальон, өс әтрәткә бүленеп, ут ҡулсаһы эсендә, тип әйтерлек, ҡыйыу хәрәкәт итә... Хәйер, быныһын төгәлерәк итеп начштаба үҙе картанан күрһәтер. Рәхим итегеҙ, иптәш Барановский.

Тегеһенең ҡәләм осо карталағы билдәләр өҫтөнән һикерҙе:

-- Бына был ҡыҙыл тәре һуғылған ауылдар – ысын янғын усағы. Ә бына бында, һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, етәкселек үҙәге булырға тейеш. Шуныһы ғәжәп: ҡасаба тәңгәлендә Урал һыртын көнсығыш яҡлап уҙған тимер юлды шартлатмағандар – һаман поездәр үткеләй. Ә магистралдең буйынан-буйына, пушка уты барып етер арауыҡта – башҡорт-бандит ауылдары...

Поленов элеп алды:

-- Бына шул уңай стратегик положениены файҙаланып ҡалыу кәрәк. Контрреволюция гидраһын иҙеп ташларға...

-- Фекерегеҙ аңлашылмай, -- тине комиссар.

-- Оператив план шундай: тимер юл буйлап ҡорос йоҙроҡ – бронепоездан һуҡтыртырға.

-- Бронепоезд?

-- Эйе, -- Поленов йоҙроғон карта өҫтөнә һалды. – Златоустан Көнбайыш фронтҡа баштан-аяҡ ҡоралланған бронепоезд уҙасаҡ. Өфөнән дә Ҡарталы аша Лев Маневич командалығындағы бронепоезд килеп етергә тейеш. Дошман башына артиллерия уты яуҙырыу ифрат ҡулай.

-- Дошман тигәнегеҙ ябай ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға булып ҡуймаҫмы? Үҙегеҙ үк әйттегеҙ: ир-ат тауҙарға киткән.

-- Был халыҡтың көллөһө -- бандит, осраған берен ерҙән ҡырсып ташлау фарыз. Коммунислыҡ бурысыбыҙҙы еренәсә еткереп...

Сәлимйәнде тәрән борсолоу ялманы: ошо мәлдә үҙе лә ялҡын эсендә ултырмаймы?.. Барановскийҙың итәғәтле аңлатыуы иблес шауҡымылай тойолдо:

-- Һеҙ үҙегеҙ ҙә хәрби кеше күренәһегеҙ, иптәш комиссар. Совет иле өсөн ошо моменттың ни ҡәҙәре ҡатмарлылығын беҙҙән дә яҡшыраҡ беләһегеҙҙер. Әле яңы ғына Колчак бандаларынан арынып, Көнсығыш фронтты ябып, булған көс-ҡеүәтте Көнбайышҡа – поляк пандарына ҡаршы йүнәлткәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта осһоҙ-ҡырыйһыҙ Себер урмандарында – ала-ҡола банда ҡалдыҡтары; Алтайҙа – баш күтәреү, ә Ҡытай сигендә недобитый атаман Дутов, Семенов, Пепеляев башкиҫәрҙәре; уларҙы Советтарға ҡаршы һөстөрөүсе Антанта – күҙ йоммайынса үҙ өңөнән һағалай, ҡабат боғаҙҙан алыу сәғәтен көтә. Башҡортостан тауҙарында, Тамбов урмандарында баш күтәреүселәр мыжғый. Бына шул ут усаҡтары дөрләп бергә тоташты тип күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ әле...

-- Һеҙ үҙегеҙ быны бик яҡшы күҙаллайһығыҙ, буғай, иптәш начштаба...

-- Уныһы хаҡ.

-- Шуның өсөн дә дөрләү усаҡҡа кәрәсин һибергәме? Атып-киҫеп, язалап...

Поленов әсе йылмайҙы:

-- Ғәфү итегеҙ, башҡорт-коммунист иптәш: беҙ милли хистәрҙән юғары! Башҡорт-бандитты башы оҙонлоҡ ҡыҫҡартыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Революция дошмандарына аяуһыҙлыҡ – ул үҙе юғары революцион гөманлылыҡ, тигәйне иптәш Ленин. Яҡшы беләһегеҙ: советтарға ҡаршы баш ҡалҡытҡан кулактарҙы рәхимһеҙ ҡырырға саҡыра ул. Ә беҙҙең ҡаршыла – тап шундай кулак фетнәһе. Намыҫлы һәр коммунистан, ҡыҙыл әрмистән бында дошманға ҡарата көйҙөргөс әсе нәфрәт, үс, ҡаты ҡул талап ителә. Әгәр ҙә ысын коммунист икәнһегеҙ – эшегеҙ менән аҡлағыҙ, ти замана.

Мырҙағолатов артабан һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙлығын аңланы. Маңлайын һырландырып, уйланды.

Болалы кантондарҙы тикшерергә ошо хәтәр сәфәренә китер алдынан партия өлкә комитетында өлкән иптәш тарафынан бирелгән кәңәште хәтерләне. Паровоздар депоһының элекке слесаре, хәҙер, тимер туты ла бөтмәгән ҡулдары менән юғары партия эшенә тотонған ҡарсыға ҡарашлы, яҫы маңлайлы зирәк урыҫ кешеһе уға кантондарҙағы болғаныштарҙың асылын ҡыҫҡаса аңлатып, урындарҙағы ҡайһы бер идара органдарында, хатта ҡораллы коммунистик әтрәттәрҙә лә Совет хакимиәтенә аҫтыртын аяҡ салыусы йәки бөйөк державасы-лыҡ шовинизмы менән ауырыусы шикле бәндәләр булыу ихтималлығын, шуға күрә халыҡ араһында ифрат та һаҡ эш итеү, дошмандарҙың мәкеренә бирешмәү кәрәклеген әйтеп киҫәткәйне.

-- Был ҡуҙғалыш, минең уйымса, ябай фетнә йәки бандитлыҡ түгел, ә бик етди милли-азатлыҡ хәрәкәтенә оҡшай. Башҡорт халҡына ҡарата дөрөҫ милли сәйәсәт алып бармауыбыҙ бәләһелер. Һуҡты-бәрҙе итеп кенә бөтөрөрлөк түгел уны – тамырҙары тәрәндә. Бик сос булырға, ерле халыҡтың тын алышын тоя белергә, ғәҙәттән тыш һаҡ эш итергә кәрәк. Һин – һыналған коммунист, башҡорт коммунисы. Аҡты ҡаранан айыраһың, милләтеңдең аһ-зарҙарын, хыялдарын аҡылың менән дә, йөрәгең менән дә тояһың. Бына ниңә беҙ ифрат яуаплы был эште тәғәйен һиңә ышанып тапшырабыҙ. Шикләнмәйем: уны һин һөттән аҡ, һыуҙан пак булып башҡарып сығырһың.

Дөрөҫ, Мырҙағолатов ошо яуаплы вазифаһы менән йәш республиканың сәйәси яҡтан хәүефле көньяҡ кантонында йөрөгәнендә ваҡиғалар яңы үҙгәреш алып, элекке хөкүмәт урынына яңылар – Сәлимйәнгә эшмәкәрлегенең Ырымбур осоронан уҡ яҡшы таныш сәйәсмән, Башҡортостан автономияһының хас дошманы Ғәли Шәмиғолов төркөмөнөң килеүе һәм башҡорт халҡы был өйөрҙө оло нәфрәтләнеп ҡаршылауы, кантондарҙа, бигерәк тә Урал тауҙары араһында, шуға бәйле ҡанлы болғаныштар көсәйеүе мәғлүм булды. Әммә бөгөнгө донъябыҙҙың төп ҡануны үҙгәрмәй: хөкүмәт һәм партияның өлкә комитеты алмашынһа ла, коммунистар партияһы үҙ урынында ҡала – ялпыларҙы яҡты көнгә сығарыу, барса милләттәргә лә тиң хоҡуҡтар биреү сәйәсәте бер көйөнсә дауамлана, шуны бойомға ашырыу мөҡәддәс бурысым! тип уйланы алмашынмаған коммунист Мырҙағолатов һәм үҙ бурысын үтәүҙе дауамланы...

Бында килерҙән элек, Үҫәргән кантон үҙәге ителгән урыҫ ауылы Сабатарҙа урындағы әүҙемәндәр кәңәшмәһе булғайны. Кантон хәрби революцион комитеты рәйесе Чистяков иптәш теҙгенде ҡыҫҡа тотто:

-- Поленов – ысын коммунист, интернационалист. Уның тураһында төрлө насар хәбәрҙәр йөрөй, ләкин беҙ быны нәфрәтләнеп кире ҡағабыҙ. Башҡорт контрреволюционерҙары тарафынан таратылған бысраҡ яла тип иҫәпләйбеҙ. Владислав Евгеньевич Поленов иптәш – бөтә Уралға билдәле ҡарт большевик Точисскийҙың шәкерте, 1918 шанлы йылда Зәкир хандың аҡ бандаларына ҡаршы һуғыштарҙа һыналған ҡыҙыл яугир. Ҡыҫҡаһы, сыныҡҡан гвардия. Ә инде беҙҙең райондағы башҡорт-бандиттарҙың да башына етә икән – был факт үҙе уның файҙаһына һөйләй. Пролетар революцияның тутыҡмаҫ үткер ҡылысы ул!

Ләкин, кантон идаралығындағы төрлө ялыу ҡағыҙҙары, ҡулға алынған кешеләрҙең күрһәтмәләре менән танышҡас, күңеленә әсе юшҡын ултырҙы. Поленов хәрәкәт иткән ҡанлы төбәктәрҙе тикшереп бөтмәй тороп, Эстәрлетамаҡҡа ҡайтмаҫҡа ҡарар ҡылғайны, инде килеп шул ҡарарының дөрөҫлөгөнә инанды. Ул үҙенең ябай “башҡортлоғо” менән дә үтәнән-үтә күреп, ике-ара киҫкенлекте ҙур ҡан ҡойошмай бөтөрөү яйы барлығын, һуң түгеллеген һиҙенә. Әгәр ҙә шул форсатты ҡулдан ысҡындырмайынса хәҙерҙән үк ҡыйыу аҙымдар яһап ҡалмаһа, үҙен ҡулға алдыртырға йәки физик яҡтан юҡ иттертергә мөмкинлек бирһә, ҡасанмы үҙәктән яңы кеше йәки көс килеп еткеләгәнсе эш уҙып, кереше ныҡ тартылған уҡ атылып, даръя-даръя ҡандар ағасаҡ... Юҡ, коммунислыҡ әхләғе юл ҡуймай быға!

Бүлмәлә тәрән тынлыҡ. Ихтыярһыҙҙан өсөһө тиң ауыр һулыш алып, уйландылар.

-- Дары мискәһе өҫтөндә ултырабыҙ, -- тине Барановский. – Дошман лагерында поголовный мобилизация, ҡоралланыу бара. Биленә ҡылыс тағырҙайҙың барыһы аяҡҡа баҫҡан, атҡа менгән. “Реввоенсовет” исеме аҫтында үҙҙәренең контрреволюцион органын һайлағандар – башында Аҡмулла тигән яһил милләтсе, контрреволюционер тора...

-- Аҡмулла түгел – Аҡмал, -- тип төҙәтте тегеһе.

-- Барыбер. Бына шул Аҡмал, ҡанэскес главарь, яҡындағы разъездан бер вагон тимер талап алып, тау араһында ҡорал сүкергә керешкән. Тирә-яҡта димселәре диңгеҙ кисә, беҙҙең агенттарҙы ла үҙенә ҡарата...

-- Кисә генә өсәүен эләктерҙек, -- тине Поленов. – Изге ата-бабаларына китергә сират көтәләр.

-- Йәғни?

-- Расходҡа сығарабыҙ. Һуғыш ваҡыты.

Сәлимйәндең мейеһендә йәшендәй уй һыҙылды:

-- Килтерегеҙ әле миңә шуларҙы, ҡылдарын тартып ҡарайым.

-- Уларҙан бит, тәнен уйып алһаң да, һүҙ сығырлыҡ түгел. Юҡ менән булмағыҙ, иптәш комиссар.

-- Килтерегеҙ, уныһын үҙем белермен.

Барановский теләр-теләмәҫ ҡуҙғалды, ишек ҡыҫығынан тышҡа ҡысҡырҙы:

-- Михайло, елтерәтһендәр әлеге бандиттарҙы!



2

Штабҡа өс тотҡондо индерҙеләр. Береһе ҡолғалай оҙон, шыҡһыҙ арыҡ кәүҙәле, нәҙек кенә ерән кәзә һаҡаллы, бесәйҙекеләй йәшкелт күҙле. Башына ҡайышланып ҡатҡан йәшел хәтфә түбәтәй, иңенә ала-ҡола буйлы оҙон кәзәкей өҫтөнән ҡаплатып иҫке елән, аяғына ирнәүҙәре кителеп, морондары ашалып бөткән ҡаты күн ҡата кейгән. Вәлиулла икән уның исеме. Икенсеһе, уртаса буйлыһы, ялтас яланбашлы, маңлай аҫтынан уттай яндырып һөҙөп ҡараусан күмер-ҡара күҙлеһе, аяҡтарына береһенең табанбашы айырылып бармаҡтары күренеп торған аҡ сарыҡ, өҫтөнә һоро дөйә йөнөнән туҡылған ҡытыршы ерән сәкмән кейеп, билен сүс бау менән быуған; исеме Ғайса имеш. Өсөнсөһө, тулыш-мыҡты кәүҙәле Йосоп тигәне, яңыраҡ ҡына һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡан ҡыҙыл әрмис булырға тейеш: күпте күреп таушалған хәрби кейемле. Буйға тәбәнәгерәк булһа ла, яурыны ҡалын, күкрәге киң, маңлайы яҫы, күҙ ҡарашы үткер, аҡыллы кеше һымаҡ. Донъя ҡуласаһын үҙ ҡулында әйләндереп күнгән һалдаттарға хас ҡыйыу ҡиәфәтенән, нәҙек кенә ҡара мыйыҡлы йөҙөнән тотанаҡлыҡ, ихтыяр көсө тиртә. Әммә өсөһө тиң интегеп йонсоған. Өҫтәл тирәһендәгеләргә асыҡтан-асыҡ нәфрәт, үс менән ҡаранылар.

-- Йә, бандиттар, атайығыҙҙың йомшаҡ түшәгендә яҡшы йоҡланығыҙмы, ҡабырғаларығыҙ һынманымы? – тине лә Поленов, ике сикәһе ҡыҙышып ҡысҡырҙы: -- Ниңә һерәйҙегеҙ, сүгәләгеҙ анауында!

Берыңғай ҡуҙғалып, мейес буйындағы оҙон эскәмйәгә ултырҙылар. Яңылыҡ булаһын шәйләп, буғай, был урында сәйер күренгән башҡорт ҡиәфәтле кешегә -- комиссарға ҡаранылар. Сәлимйән, иғтибар итмәгәндәй, өҫтәлгә текләгән килеш ултыра бирҙе.

Эскәмйә борсолоп шығырланы, ҡәнәғәтһеҙ тамаҡ ҡырыу, йүткереү... Сәлимйән, башын ҡалҡытып, вайымһыҙ ғына һораны:

-- Йә, егеттәр, һөйләп ебәрегеҙ әле. Кем булаһығыҙ?

-- Беҙҙең кем икәнде анауҙан белеш! – Ерән сәкмәнле Ғайса, ҡуҙлы-ҡара күҙҙәрен ялтыратып, Барановскийҙы көйҙөрҙө, айырыҡ башлы сарығы менән иҙәндә ятҡан тәмәке төпсөгөн типте.

-- Кем тип ни, бандиттар беҙ, -- тине ҡолға буйлы ерән һаҡаллы Вәлиуллаһы. Барановский “бандит”ҡа бармаҡ тоҫҡап, күҙҙәрен секерәйтте:

-- Ҡара-ҡара, ҡайһылай кәперәйә! Бесәй белә кем майын ашағанын! – Сәлимйәнгә аңлатты: -- Ғайса Талипов тигән башкиҫәр була был, иптәш комиссар. Исеме Ғайса пәйғәмбәрҙеке булһа ла, торғаны менән бандит – ҡиәфәтенә бағығыҙ. Көпә-көндөҙ үҙ әсәһен тотоп һуймаҫ был, тимә... Ә быныһы, -- тәмәке ыҫы һарғайтҡан бармаҡ ҡолға буйлыға тоҫҡалды, -- был тоҡ кейҙертелгән ишан таяғы – Вәлиулла Әғләмов тигән изге Мөхәммәт пәйғәмбәр вариҫтарылыр. Еләне менән таҡыяһы ғына ла үҙе ни тора: любой европа музейына илтеп һалырлыҡ! Ғүмере буйына мәсет һаҡлап, ҡатахана таҙартып мөкиббән киткән ҡарасҡы. Шул көйөнсә революция тәгәрмәсе арасаһына хәлифә таяғын тығып, әҙәм рәтенән контрреволюция ойоштороп йөрөгән була, гнида! – Сәлимйәндең күҙҙәренә һирпелеп көлдө: -- Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған, тиҙәрме әле һеҙҙең башҡортта, ха-ха-ха! – Үҙе тапҡан сағыштырыуға кинәнеп, йәштәре бытлыҡҡансы хахылданы.

-- Степаныч, етәр, өсөнсөһөн тасуирла! – тип бүлдерҙе кәйефләнеп тамаша ҡылыусы Поленов.

-- Ә өсөнсөһө, пардон! – “Таш мәсеткә -- ағас мулла” тигән әйтем дә бармы әле һеҙҙә? Тап шул ағас мулла була инде был -- өсөнсө көнгө мөғәллим, кисәге ҡыҙыл әрмис-дезертир, бөгөнгө йөҙ процентлы бандит Шаһимырҙанов Йәмил әфәнде хәҙрәттәре...

-- Ҡыҫҡаһы, өсөһө тиң отъявленный бандит – верховный бандит Аҡмалдың вәзирҙәре! – Поленов йомғаҡланы. – Степаныч, дауам ит.

Барановский, салбар кеҫәһенән ҡарҙай аҡ ҡулъяулыҡ алып, мәрәкәләүҙән мөлдөрәгән татлы күҙ йәштәрен һөрткәс, ипкә килеп, Вәлиуллаға төбәлде:

-- Йә, мәсет ҡарасҡыһы, һөйләп ебәр әле комиссарға тылсымлы ҡантурат хаҡындағы мәрәкә-әкиәтеңде! – Яурындарын һелкетеп, йәнә кинәнеп көлдө. Донъянан ваз кискәндәй вайымһыҙланып иҙәнгә текләгән “мәсет ҡарасҡыһы” шул ыңғайҙа кинәт һушына килеп ырғып торҙо, үтә ҡурҡып ҡалтырауҙан танау япраҡтары өрөлөп, күҙе маңлайына күсте. Диуаналарса тилмереүле ялуарҙы:

-- Зинһар, әйтә күрмәгеҙ, әйтә күрмәгеҙ!..

-- Сергей ҡантуратымы әле ул? Ха-ха-ха!

“Ҡантурат” һүҙен ишетеүҙән Сәлимйән дә тертләне – Һайылмыш йылғаһы буйында аҡтарҙың йәҙрә ярсығынан киҫелеп йән биргән Ҡантураты һынланды йәнә күҙ алдында...

-- Әйтә күрмәгеҙ, әйтә күрмәгеҙ!.. – Тотҡон, ҡолаҡтарын устары менән томалап, ауыҙынан аҡ күбек аҡтарылып, эскәмйәгә әүшәрелде.

-- Етәр, сирле кешене ниңә язалайһығыҙ? – тине мөғәллим Йәмил.

-- Молчать! Һиңә лә сират етер! – Тотҡондоң сәйер ҡылығын аптырабыраҡ күҙәткән комиссарға төшөндөрҙө: -- Пардон! Һеҙгә, Европа яғы башҡортона, бындағы йәғни Урал артындағы хөрәфәт билдәһеҙҙер. Азия! Йыйын ҡараңғы халыҡ – тау ҙа таш, урман да сытырман, тигәндәй... Менеп йөрөгән аты менән ҡымыҙ көрәгәһенән башҡаны күрмәй, әле булһа ярым мәжүсилек ҡосағында төрлө һыу эйәләренә, ен-бәрейҙәргә табынып йәшәй башҡорт. Ҡаршығыҙҙағы ла тап шундай типтарҙың береһе. “Сергей ҡантураты” тип ысҡындырҙыңмы, ҡомдай ҡойола ла төшә. Имеш, уларҙы ошонда ниндәйҙер мифик “Сергей ҡантураты” эҙәрләп килгән дә, беҙҙең постарҙы үтеп бөттөк тигәндә генә һауа ярып кешнәп, өсөһөн дә тотторған... Әйтергә кәрәк, ул мифик ҡантурат тураһында регионда имеш-мимештәр йөрөй. Шулаймы, мөғәллим әфәнде? – Йәмил быны иғтибарһыҙ ҡалдырҙы. – Бандит, телеңде тешләнеңме?! Комиссар алдында яуап биргең килмәйме, сукин сын! – Йомарлаған тос йоҙроғон тейешле еренә төшөрмәй саҡ тыйылып ҡалып, Сәлимйәнгә боролдо. – Күрегеҙ, иптәш комиссар: башкиҫәрҙәр “Реввоенсовет”ының ағзаһы, Аҡмулланың, -- әй, тфү! – Аҡмалдың урынбаҫары Шаһимырҙанов үҙе була инде был. Шулай бит, Йәмил әфәнде?

-- Ҙурлауығыҙ өсөн рәхмәт, господин бывший казачий офицер!

-- Ах сволочь! – Барановский тондорғайны, тегенең ауыҙынан боролдап ҡан китте, тамаша ҡылған Поленов зауығы өҙөлөп сыйылданы:

-- Степаныч! Күпме әйтергә була, ниңә бында?

-- Ғәйеплемен, иптәш командующий, еңелсә генә ҡағылдым... – Ауыҙын ыржайтып йылмайҙы. – Бандиттарҙы һәр ерҙә өйрәтеү фарыз.

-- Рәхмәт, яҡшы һабаҡ бирәһегеҙ. – Йәмил иҙәнгә ҡыҙыл күбек төкөрҙө. – Николай батша заманында беҙҙең тештәрҙе господа офицерҙар һуғып һындыра ине, хәҙер иптәш командирҙар рәхәтләнеп башҡара... Шулаймы, комиссар?

-- Шулаймы, түгелме – ләкин эш унда түгел, Шаһимырҙанов уҙаман. Эш бөтөнләй башҡала – йәшәргәме, йәшәмәҫкәме беҙгә? – Сәлимйән мөғәллимгә текләп ҡараны.

-- Кем ул “беҙ”? Икебеҙ ике ярҙа тора түгелме? Эштәр былай барһа, кемгә йәшәргә икәнен Хоҙай үҙе генә белә.

-- Күреп торам: аҡты ҡаранан айыраһың, күҙең үткер. Мин дә һине үтәнән-үтә күрәм. Шулайғас, ваҡытты әрәм итмәйек, һәр сәғәтебеҙ, минутыбыҙ ҡыйбат. Ике ярҙа тороуыбыҙҙан фәтүә юҡ. Уртаҡ тел табып ҡул бирешәбеҙме бөгөн, юҡмы – шуға ҡарап халҡыбыҙҙың яҙмышы, ғүмере хәл ителә... Тураһын ғына әйткәндә, был яҡҡа ни йомош менән юлыҡтың?

-- Иптәш командирҙарға әйткәйнем шикелле инде! – Йөҙөнә ерәнес ишараты сығарып, Поленов менән Барановскийҙар яғына эйәк ҡаҡты.

-- Уныһы миңә ҡараңғы. Ошо минутта һин минең менән йәғни РКП(б) өлкә комитетының һәм Башҡортостан хөкүмәтенең ғәҙәттән тыш ревизор-комиссары, һеҙгә төбәп ебәрелгән илсеһе Сәлимйән Мырҙағолатов менән һөйләшәһең.

Өсөһө тиң баштарын салт ҡалҡытты, өмөтләнеп төбәлде. Тик шул мәлдә үк һүрелеп, йәнә түбән эйелделәр.

-- Беләбеҙ һеҙҙе. Мынауы командирҙар ҙа РКП(б) исеменән һөйләшәләр, -- тине Йәмил. -- Теге донъяға китәсәгебеҙҙе лә уның исеменән вәғәҙә иттеләр.

-- Тота килеп партияны ғәйепләргә ярамай.

-- Яраймы, ярамаймы – инде беҙгә барыбер. Ҡәбер төбө кем өсөн дә ҡараңғы.

-- Ә һин унда ашыҡма. Үҙеңде, халҡыңды уйла.

-- Етер, күп уйланыҡ! Ысын илсе икәнеңде иҫбат ит! – Ғайса тигәне елләнеп ырғып торғайны, салғыйынан тартып сүктерҙеләр.

-- Яҡшы. Бөгөн төндә атылырға тейешлегегеҙҙе беләһегеҙме?

Өндәшмәнеләр.

-- Беренсенән, мин һеҙҙе үлем язаһынан ҡотҡарам. Икенсенән, өсөгөҙҙө лә иҫән-имен өйөгөҙгә ҡайтарам. Шул еткәнме?

Был юлы ла өн сығарманылар.

-- Иптәш командующий, ғәҙәттән тыш вәкәләтлегемә таянып, революция исеменән бойорам: тотҡондарҙы хәҙер үк һаҡ аҫтынан азат итегеҙ! – тине Сәлимйән.

-- Иптәш комиссар! – Поленов ҡобараһы осоп сыйылданы.

-- Үтәгеҙ. Революция бойороғо!

Поленов, эске тулауын баҫырып, ишек төбөндә шыҡайған һаҡсыларға сығып китергә бойороп баш ҡаҡты. Яҙмыштарының боролошона ышана алмаған өсәүгә:

-- Дүрт тарафығыҙ ҡибла – башығыҙ тартҡан яҡҡа тайығыҙ. Тағы ла эләкһәгеҙ, үҙегеҙгә ҡарап үпкәләрһегеҙ!

-- Туп-тура эшафотҡа! – Барановский ҡул төйҙәһе менән боғаҙын салып күрһәтте.

Мейес буйында үҙ-ара быш-быш серләшкәс, Йәмил алғараҡ сыҡты:

-- Беҙ, комиссар иптәш, ҡасыш-боҫош уйынын яратмайбыҙ. Сысҡан һымаҡ, алдаштырып, ҡапҡанға төшөрөргә итһәгеҙ, бик ныҡ яңылышаһығыҙ.

-- Бер кем дә ҡапҡан ҡормай. Поленов иптәш әйтмешләй, дүрт тарафығыҙ ҡибла.

-- Юҡ инде, былай ғына китмәйбеҙ! Бәлки, коммунистар ғәҙәтенсә, арҡабыҙға атырһығыҙ, әммә дөрөҫөн баҡтыртып һөйләп китәсәкбеҙ.

-- Улайһа, эскәмйәгеҙҙе бирерәк шыуҙырығыҙ.

Ултырыштылар, Сәлимйән дә ултырғысын яҡыныраҡ килтерҙе. Икмәк-тоҙлоҡ башҡортса белгән командующий менән штаб башлығы иһә бер ситтәрәк һағайып тыңланы.

-- Әйтегеҙ әле, ни өсөн һуғышаһығыҙ?

-- Совет власы өсөн.

-- Совет власы өсөн – Совет власына ҡаршымы?

-- Коммунистарға ҡаршы.

-- Коммунистар – шул уҡ Совет власы бит? Бына мин, мәҫәлән.

-- Анауы коммунистар – шул уҡ Совет власымы? – Ғайса тигәндәре Поленов менән Барановский яғына ишараланы. – Юҡ, ундай Совет власы кәрәкмәй беҙгә!

-- Беҙ – ысын эшсе-ерекмән власы өсөн! – тине Йосоп.

Сәлимйән көлөмһөрәне:

-- Уҙамандар, шул власты төҙөргә лә нығытырға кем ҡамасаулай һеҙгә?

-- Беҙҙең тире эсендә йәшәп ҡараһағыҙ, улай тимәҫ инегеҙ.

Уткүҙ Ғайса, теш араһынан һыҙыра төкөрөп, асыҡтан-асыҡ нәфрәтләнде:

-- Барығыҙ ҙа бер ҡалып: ил янғанда күмер сүпләп көн күреүселәр. Башҡортмон, тигәс тә, аҡыл һатып тел сарлауҙан ни файҙа? Утлы табала бейетеп ҡанманығыҙмы? Юҡ, ғәҙеллек юҡ был донъяла!

-- Ғәҙеллек бар ул, уҙаман. Тик уны күктән көтөп ятырға ярамай. Ул һәр ярлы-ялпының үҙ ҡулында.

-- Үҙ ҡулыбыҙҙа булһа, үҙ өйөбөҙҙә малдай һуймаҫтар ине. Эстәрлетамаҡта ултырып, шуны ла күрмәйһегеҙ. Күрергә лә теләмәйһегеҙ!

-- Дөрөҫөн әйткәндә, юғарылағы түрәләр бит улар башҡорт халҡын берәй һуғыш йәки бола ҡупҡанда ғына иҫкә төшөрә! – тине Йәмил. Сәлимйәндең тамағына төйөр тығылды:

-- Һин улай, уҙаман, бөтәбеҙҙе дегеткә буяма әле, -- ҡоро, ҡырыҫ сыҡты тауышы. – Аҡ эттең бәләһен ҡара эткә япһарма.

-- Беҙҙең хәлдәр эт илағыс шул, иптәш... Бында ултырып фараз ҡылыуы еңел...

-- Аҡмуллағыҙ кем һуң ул?

-- Аҡмалды әйтәһеңме? Кем тип ни, һаҡалы биленә төшкән сап-сал ҡарт инде... аҡһаҡал... Йәшлегендә Иҙелбаш завдында тимер сүкегән. Япон һуғышында ҡатнашҡан. Артабан ҡан ҡойошмай ғына килешеү өсөн илсе итеп ебәргәйне лә беҙҙе... илсегә үлем юҡ, тигән булып... Эстәрлетамаҡҡа шул йомоштан китеп барышлай ине...

-- Әллә унда башҡа төрлө коммунистар ултыра тиһегеҙме?

-- Тимәйбеҙ, унда Мәскәү коммунистары ла эш иткәнен беләбеҙ. Шулар аша тура Ленинға тоташырға ине ниәт.

Сәлимйән Мәскәүҙең Башҡортостандағы ике вәкилен күҙ алдына килтерҙе: Самойлов – наҙан, Сергеев-Артем – мәғрифәтле шовинист, икеһе лә автономияға ҡаршылар; шулар арҡаһында Башҡорт хөкүмәте вазифаһынан ваз кисте, улар урынына яһил шәмиғоловсылар ултырҙы; бындағы ҡан ҡойошҡа ла аслан шулар ғәйепле... Ләкин әле әйтелгән изге ниәттәрен аҡлар өсөн, ҡан ҡойошто туҡтатыр өсөн мөмкин булғандың бөтәһен эшләр мәл етте, яҙмыш шуны ошонда уға йөкмәтте...

-- Тоташырһығыҙ. Тоташырбыҙ. Мин үҙем һеҙҙең менән сәфәргә сығам, -- тине. Поленов менән Барановский быны тыныс кисерҙе, сөнки улар өсөн артыҡ бүрәнә башының күҙҙән олағыуы мөһим: башына бандиттар етһә -- бик һәйбәт, ә инде улар яғында тороп ҡалһа, мандатҡа ҡул ҡуйған Каширин үҙе яуап бирәсәк.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   4   5   6   7   8   9   10   11   ...   24




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет