Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтанир-ражиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим



бет9/48
Дата20.06.2016
өлшемі3.18 Mb.
#148924
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   48

130. Әгәр ир менән ҡатын айырылыр булһа, Аллаһ уларҙың икеһенә лә үҙенең сикһеҙ хазинаһынан мул өлөш бирер. Аллаһ сикһеҙ йомарт, хикмәттәре төкәнмәҫ.

131. Күктәрҙә, Ерҙә нимәләр булһа — барыһы ла Аллаһтың милке. Һеҙҙән элек йәшәп киткәндәргә лә, Китаплы булғандарға ла:

— Аллаһтан ҡурҡығыҙ! — тип бойорҙоҡ. — Инҡар итһәгеҙ, белегеҙ, күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ сикһеҙ бай, сикһеҙ маҡтауға лайыҡ. (132) Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа — барыһы ла Аллаһтыҡы. Рәхмәте булараҡ, Аллаһ бер үҙе етәрлек (башҡа уйҙырма тәңрегә ихтыяж юҡ). (133) Һәй, кешеләр, Аллаһ һеҙҙе юҡҡа сығарып, башҡаларҙы бар итә ала. Аллаһ бындай ҡөҙрәткә эйә. (134) Кем дә кем донъя ниғмәттәрен теләһә, ул ниғмәттәр ҙә, Әхирәт әжерҙәре лә Аллаһ хозурындаҙыр. Аллаһ барыһын да ишетә, барыһын да күрә.



135. Һәй, иман килтергән кешеләр, ғәҙеллекте боҙмай­ынса, үҙегеҙгә зыян булһа ла, ата-әсәгеҙ һәм туғандарығыҙға ҡар­шы килеп булһа ла, Аллаһ ҡушҡанса, дөрөҫ шаһитлыҡ ҡылыу­сылар булығыҙ. (Ғәҙеллектә шаһитлыҡ иткәндәр) бай булһалар ҙа, фәҡир булһалар ҙа, Аллаһ ҡаршыһында улар тигеҙ. Хискә (нәфсегеҙгә) бирелеп, тура шаһитлыҡтан ҡасмағыҙ, дәлилдәрҙе боҙһағыҙ йәки шаһитлыҡтан баш тартһағыҙ, Аллаһ барыһын да белеп торор. (136) һәй, иман килтергәндәр, Аллаһҡа, Пәйғәмбәренә, уға индерелгән Китапҡа, унан алда индерелгән китаптарға ла иман килтерегеҙ. Кем Аллаһ­ты, Уның фәрештәләрен, китаптарын, пәйғәмбәрҙәрен һәм Ҡиәмәт көнөн инҡар итә, шул теүәл мәғәнәһендә кире сыға алмаҫлык дәрәжәлә юлдан яҙған булыр. (137) Иманға ки­леп тә, һуңынан (Аллаһты) инҡар итеп, унан һуң тағын иман килтереп, йәнә кәферлеккә күскәндәрҙе Аллаһ ярлыҡа­маҫ та, уларҙы тура юлға ла ҡайтармаҫ. (138) Монафиҡтарҙан «һөйөнсө ал»: уларға әсе яза ғазаптары әҙерләнгән. (139) Мосолмандарҙы ташлап, кәферҙәрҙе дуҫ иткәндәр: улар янында бөйөклөк ҡаҙанырбыҙ, тип өмөтләнәләрме? Бе­леп торһондар, бөтөн бөйөклөктәр бары тик Аллаһ хозу­рында ғына. (140) Ул (Аллаһ) китапта һеҙгә шуны индергән, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп йәки уларҙы мәсхәрәгә ҡалдырырға тырышып һөйләүселәрҙе ишеткәс тә, улар баш­ҡа бер һүҙ башлағансыға саҡлы кәферҙәр менән бергә ултыр­мағыҙ, юҡһа, һеҙ ҙә улар кеүек булырһығыҙ. Әлбиттә, Аллаһ монафиҡтарҙың һәм кәферҙәрҙең барыһын йәһәннәмгә туплаясаҡ. (141) Һеҙҙең ҡылғандарығыҙҙы күҙәтеп тороусылар (монафиҡтар), Аллаһ һеҙгә еңеү килтерһә:

— Беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә булдыҡ бит, — тип әйтерҙәр. Әгәр ҙә кәферҙәргә еңеү килһә, улар:

— Мосолмандарҙы еңергә ярҙам иттек, мөьминдәрҙән ҡотҡарып ҡалдыҡ түгелме? – тип әйтерҙәр.

Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ арағыҙҙағы был бәхәсте хөкөм итәсәк һәм мөьминдәргә зыян килтерерлек юлды кәферҙәргә бирмәйәсәк. (142) Шик юҡтыр, монафиҡтар хәйлә ҡо­роп, Аллаһты алдарға өмөтләнә, гәрсә, Аллаһ уларҙың хәйләләрен үҙ баштарына ҡаплайасаҡ. Улар намаҙға иренеп кенә торалар, кеше күрһен өсөн генә (доға) уҡыйҙар. Аллаһ­ты бик һирәк иҫкә алалар. (143) Улар араһында аптырап икеләнеп йөрөүселәр ҙә күп. Ни өсөн быларға (мосолмандар­ға) эйәрмәйҙәр, ни өсөн тегеләргә (кәферҙәргә) һыйынмайҙар. Шундай аҙашҡандарға сығыр юл табылмаҫ.



144. Әй, иман килтергәндәр, мөьминдәрҙе ташлап, кәферҙәрҙе дуҫ итмәгеҙ. Шулай эшләп, һеҙ Аллаһҡа ҡаршы икән­легегеҙгә дәлил әҙерләрһегеҙме?

145. Шик юҡ, монафиҡтар йәһәннәмдең иң аҫҡы ҡатында буласаҡ. Уларға инде һис бер ярҙамсы табалмаҫһың.

146. Бары тик тәүбә итеп, хаталарын төҙәткәндәр, тик Аллаһҡа һыйынғандар, Аллаһ өсөн генә дин тотҡандар башҡа ҡәүемдән булыр. Улар мосолмандар менән бергә булыр.

Оҙаҡламай Аллаһ мөьминдәргә оло әжер бирәсәк. (147) Әгәр һеҙ иман килтереп, шөкөрҙәр ҡылһағыҙ, Аллаһ һеҙҙе ни өсөн ғазапҡа һалһын, ти! Аллаһ шөкөр итеүселәрҙе бүләкләй. Ул барыһын да белеп тора.



148. Һүгенеү һүҙен ҡысҡырып әйткәндәрҙе Аллаһ яратмаҫ. Фәҡәт ғәҙелһеҙлеккә дусар булған кешенән башҡа. Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора.

(«Кеше артында һүгенеү һүҙҙәре һөйләү, ғәйбәт йөрөтөү, нахаҡ яла яғыу, ялғанлашыу, кешене мыҫҡыл һүҙе — барыһы ла кәферлек ҡылыу­ҙыр. Әйтәһе килгән саҡта ла ул һүҙҙәрҙе әйтеүҙән тыйылып ҡалыу яҡшы ғәмәл. Бары тик хаҡһыҙға рәнйеш, кәмһетеү күргән кеше генә, сы­ҙар әмәле ҡалмағас, үҙенең киҫкен фекерен ҡысҡырып әйтә ала». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

149. Изгелекле эшегеҙҙе башҡаларға асыҡ эш итһәгеҙ ҙә, ул турала әйтмәй ҡалһағыҙ ҙа йәки яманлыҡты ла (кешегә һөйләмәйенсә) ғәфү итһәгеҙ ҙә була. Шөбһәһеҙ, Аллаһ артығы менән ғәфү итеүсе һәм ҡөҙрәт эйәһеҙер.

150. Аллаһты, пәйғәмбәрҙәрҙе инҡар иткәндәр һәм Аллаһ менән пәйғәмбәрҙәрҙе бер-берҙәренән айырырға теләгәндәр:

— Был пәйғәмбәргә инанығыҙ, быныһына инанмағыҙ, — тип әйтеүселәр, иман менән кәферлек араһындағы юлды тоторға теләүселәр юҡмы ни? (151) Бына ысын кәферҙәр шуларҙыр, һәм беҙ ул кәферҙәргә үҙәктәрҙе өҙә торған язалар әҙер­ләнек.



152. Аллаһҡа, пәйғәмбәрҙәргә иман килтергәндәргә һәм уларҙы бер-берһенән айырып ҡарамаған әҙәмдәргә килгән­дә, бына уларға инде Аллаһ Тәғәлә көндәрҙән бер көндө олуғ бүләк тапшырасаҡ. Аллаһ — йомарт ярлыҡаусы һәм кисе­реүсеҙер.

153. Китаплы халыҡ үҙҙәренә Күктән Китап (белем) индерелеүен теләй. Улар Мусанан быныһынан да ҙурыраҡты талап иткәндәр ине.

— Беҙгә Аллаһты күрһәт, — тинеләр.

Шул кәферлектәре арҡаһында уларҙы йәшен һуҡты. Һуңынан асыҡ дәлилдәр килгәс тә, улар быҙау һынын тәңре ит­теләр. Беҙ быны ла ғәфү иттек. Һәм Мусаға ап-асыҡ хөкөм итер өсөн дәлил (Тәүрәтты) бирҙек. (154) Уларҙы ант итте­рер өсөн өҫтәренә Тур тауын ҡорҙоҡ та уларға:

— Баш эйеп ҡапҡанан уҙығыҙ. (Тыйылғанды эшләп) шәмбе көн сиктәренән сыҡмағыҙ, — тинек. Үҙҙәренән ант һүҙе алдыҡ. (155) Анттарын боҙоп, Аллаһтың аяттарын инҡар итеп, хаҡһыҙ рәүештә пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәре өсөн һәм:

— Күңелдәребеҙ ҡаплаулы, — тигәндәренә күрә, (уларға ләғнәт ебәрҙек, башҡаларына бәләләр килтерҙек. Уларҙың күңел­дәре ҡаплаулы түгел ине) кәферлектәре сәбәпле, Аллаһ ул күңелдәргә йоҙаҡ һалып ҡуйҙы, уларҙың бик әҙе генә иман килтерер. (156) Аллаһты инҡар итеп, кәфер булғандары өсөн һәм Мәрйәм тураһында әшәке ғәйбәт таратҡандары өсөн (яза­ланыҡ).

157. — Аллаһтың илсеһен — Мәрйәм улы Ғайсаны үлтер­ҙек, — тигәндәре өсөн (уларға ләғнәт ебәрҙек). Гәрсә, уны үлтермәнеләр ҙә, ҡулдарынан ҡаҙаҡлап та ҡуйманылар, фәҡәт (үлтерелгән бәндә) уларға Ғайса булып күренде.

Уның тураһында бәхәс ҡуҙғатыусылар икеләнеп ҡалдылар, шикле фаразларынан башҡа, улар ҡулында һис ниндәй ҙә дәлил юҡ, ысынында, улар уны үлтермәне.



158. Юк, уны үлтермәнеләр. Аллаһ уны үҙ хозурына алды. Аллаһ ғиззәт һәм хикмәт эйәһеҙер. (159) Китаплы халыҡтан һәр кеше үлеме алдынан, мотлаҡ, (Ғайсаға) иман килтерәсәк (ләкин уларҙың тәүбәһе ҡабул булмаҫ). Ҡиәмәт көнөндә лә ул (Ғайса пәйғәмбәр) уларға ҡаршы шаһит бу­ласаҡ.

160. Золом иткәндәре өсөн, күп кешеләрҙе Аллаһ юлын­ан яҙҙырғандары өсөн, йәһүдтәргә элек хәләл ителгән саф һәм затлы нәмәләрҙе харам ҡылдыҡ. (161) Аллаһ тарафын­ан ҡәтғи тыйылған булһа ла, риба алғандары, хәйлә менән кеше малдарын әрәм итеп, ашағандары өсөн, улар араһындағы кәферҙәргә һыҙландырғыс язалар әҙерләнек.

162. Ләкин араларында тәрән белемле булғандарға һәм мөьминдәргә: һиңә индерелгәнгә һәм һинән элек индерелгәндәргә иман килтереүселәргә, намаҙ уҡыусыларға, зәкәт биреүселәргә, Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә инанғандарға оҙаҡ­ламай олуғ бүләктәр бирәсәкбеҙ.

(«Араларында тәрән белемле булғандарға» тәғбирен тәфсирселәр төрлөсә анлата. Ш. Ноғманиҙа: «белемгә ирешкән Ислам ғалимдары» тип әйтелгән. И. Крачковскийда: «твердые в знании из них», тип әйтелгән. Йәғни белемле йәһүдтәргә кинәйә итә кеүек. X. Чантай һәм А. Өҙәк тәфсирҙәрендә лә улар, йәғни йәһүдтәр «мөьминдәр» һүҙе менән айырым килә. Уфа китап нәшриәтендә сыҡҡан тәржемә­сенән ул тәрән белемлеләр йәһүдме, мосолмандармы икәне асыҡ күренмәй.

163. Беҙ Нухҡа һәм унан һуң килгән пәйғәмбәрҙәргә уахи ҡылған кеүек, һиңә лә уахи күндерҙек, һәм Ибра­һимға, Исмәғилгә, Исхаҡҡа, Яҡупҡа, быуындарына, Ғайсаға, Әйүпкә, Юнысҡа, Һарунға һәм Сөләймәнгә уахи күндерҙек. Дауытҡа ла Зәбүр бирҙек.

164. Һинән әүәл килгән байтаҡ ҡына пәйғәмбәрҙәр тураһында һиңә һөйләнек, байтаҡтары тураһында һөйләмәнек. Һәм хаҡтыр, Аллаһ Муса менән, ысынлап та, һөйләште.

165. Һөйөнөслө хәбәрҙәр ташыр өсөн, киҫәтеүсе хәбәрҙәр килтерер өсөн, пәйғәмбәрҙәр күндерҙек; бәндәләр пәйғәмбәрҙәрҙән һуң Аллаһ ҡаршыһында (беҙ быны белмәнек, беҙгә Китап индерелмәне, Рәсүлдәрҙе беҙ күрмәнек, беҙ ул эштең гөнаһ икәнен белмәнек, белгән булһаҡ, эшләмәгән булыр инек, тип) һыл­тау табып, аҡланырға маташмаһындар өсөн. Аллаһ бөйөк һәм хикмәт эйәһеҙер.

166. Һиңә өръән) индергәнгә бары тик Аллаһ шаһит, уны Үҙ ғилеме менән индерҙе. Фәрештәләр ҙә шаһитлыҡ итәсәктәр. Гәрсә, шаһитлыҡта Аллаһ етәр.

167. Инҡарсылар, башҡаларҙы ла шул юлға күндереү­селәр, шөһбәһеҙ, тура юлдан йыраҡҡа кереп аҙашҡандар. (168) Инҡар итеп, изгелекһеҙ ғәмәлдәр ҡылыусыларҙы Аллаһ ярлыҡамаҫ. Уларҙы башҡа бер юлға ла күндермәйәсәк. (169) Уларҙың юлы йәһәннәмгә килтереп сығарасаҡ. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Аллаһ өсөн был эш бер ҙә ҡыйын түгел.

170. Әй, кешеләр, Рәсүл һеҙгә Раббығыҙҙан хаҡлыҡ килтерҙем, үҙ файҙағыҙға иман килтерегеҙ. Әгәр (Аллаһты) инҡар итһәгеҙ (ихтыярығыҙ). Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шөбһәһеҙ, барыһы ла Аллаһтыҡыҙыр. Аллаһ — сикһеҙ ғилем һәм хикмәттәр эйәһеҙер.

171. Әй, китаплы халыҡ, динегеҙҙә артығын ҡыланма­ғыҙ һәм Аллаһ хаҡында ысындан башҡаһын һөйләмәгеҙ. Мәрйәм улы Ғайса (Мәсих), ул бары тик Аллаһтың рәсүле­ҙер, Аллаһтың Мәрйәмгә урынлаштырған һүҙе һәм Үҙенән өргән рухтыр.

Шулай булғас, Аллаһҡа һәм пәйғәмбәрҙәргә иман килтерегеҙ. (Тәңре) «өс», тип әйтмәгеҙ, үҙегеҙгә хәйерле булһын өсөн, улай әйтеүҙән ваз кисегеҙ. Аллаһ бер генә. Ул бала атаһы бу­лыуҙан азат. Күктәрҙә, Ерҙә нимә булһа, шулар Уныҡыҙыр. Рәхмәт эйәһе булараҡ, Аллаһтың ҡөҙрәте сикһеҙ.



(«Христиандар бер Аллаһға ышаныуға килеп етмәнеләр. Улар Аллаһ менән пәйғәмбәрҙе бутай. Хәҙрәти Муса, хәҙрәти Ғайса китап әһелдәренә тәүхид (Аллаһты бер тип таныу) килтерһә лә, ысынлыҡты ҡабул итмәнеләр. Христиандар: Хоҙай — ата, Хоҙай — ул һәм Хоҙай — Изге Рухтан торған Тәңре, — тип әйтәләр. Йәғни, уларса, Аллаһ өс Хоҙайҙың берлегенән хасил булып сыға. Улар өсөһө айырым, өсөһө бер юлы бер Аллаһ, йәнәһе». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

(«Динегеҙҙә артығын ҡыланмағыҙ» тәғбире Мәуләнә Ғәлиҙә: не нарушайте границы религии вашей; Валерия Пороховала: В религии своей излишествам не предавайтесъ; Суат Йылдырымда: динегеҙҙә хаттин ашмағыҙ, тип әйтелгән. Был тәржемәләр нигеҙҙә яҡын булһа ла, уларҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ айырмалары ла юҡ түгел. Диндә артығын ҡыланыу фанатизмға килтерһә, үҙ динеңдең сиктәрен боҙоу тағын да хәтәрерәк гөнаһҡа илтә, ике мәғәнәһе лә ғибрәтле.)

172. Мәсих тә, Аллаһҡа иң яҡын торған фәрештәләр ҙә Аллаһтың ҡолдары булыуҙан хурланмайҙар. Аллаһҡа ҡол булыуҙан баш тартып, тәкәберләнгәндәрҙең барыһын да Аллаһ оҙаҡламай үҙ хозурына туплаясаҡ.

(Мәсих - Ғайса пәйғәмбәрҙең бүтән исеме )

173. Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға Аллаһ тейешенсә әжер бирәсәк һәм уларға үҙ хазинаһынан тағын да бүләк өҫтәйәсәк. Аллаһтан йөҙ сөйөргән һәм тәкәбберҙәргә иһә хәтәр ғазап бирер. Улар үҙҙәре өсөн Аллаһтан башҡа бер дуҫ та, бер ярҙамсы ла таба алмаҫ (174) Әй, кешеләр, шөбһәһеҙ, һеҙгә Раббығыҙҙан ҡәтғи бер дәлил килде һәм һеҙгә ап-асыҡ бер нур индерелде. (175) Аллаһҡа иман килтереп, Уға һыйынғандарҙы рәхмәтенән айырмайынса, ниғмәт дарьяһына сумдырасаҡ һәм уларҙы тура юлға кертәсәк.

176. Улар һинән күрһәтмәләр көтә. Әйт һин: — Аллаһ атаһы һәм балаһы булмаған кешенең мираҫы ха­ҡында былай хөкөм йөрөтә, тип. Балаһы булмаған кеше үлһә һәм уның ҡыҙ ҡәрҙәше булһа, ҡалған малдың яртыһы уны­ҡы булыр. Ҡыҙ ҡәрҙәш үлеп, балаһы булмаһа, унан ҡалған малға ир ҡәрҙәше вәриҫ булыр. Ир үлеп, ҡыҙ ҡәрҙәштәр икәү булһа, ҡалған малдың өстән икеһе уларға. Әгәр ҙә ирле-ҡатынлы, тағын башҡа ҡәрҙәштәре булһа, ирҙең хаҡы, ике ҡатын өлөшө ҡәҙәр булыр. Яңғылышмаһындар өсөн, Аллаһ асыҡлыҡ кертә. Аллаһ барыһын да белә.
5 — Мәәидә (Табын) сүрәһе

(Мәәидә сүрәһе 120 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә уахиҙец һуңынан ирешкән заманда индерелде. «Мәәидә» — та­бын, дәстархан, тигән һүҙҙер. 112 һәм 114 нсе аяттарҙа хәҙрәти Ғайса заманында, күктән көтөлә торған ниғмәт, ашъяулыҡ, дәстархан тураһында һөйләнә, исеме шунан килә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.



1. Әй, иман килтергәндәр, антығыҙҙа (вәғәҙәгеҙҙә) тороғоҙ. Хайуандарығыҙ һеҙгә хәләл ризыҡ ителде. Аятта һа­налғандарҙан (харамдан) башҡаһы. Ихрамда булһағыҙ, аусы­лыҡ тыйыла. Хаҡтыр, Аллаһ Үҙе теләгәнен хөкөм итә.

(Ант, вәғәҙә өс төрлө Ҡөръәндә яҙылғанса ғына эш ҡылырмын, тип Аллаһ ҡаршыһындағы ант. Аллаһ исеме менән әйтелгән нәҙерҙәр. Кешеләрҙең үҙ-ара ҡуйышҡан вәғәҙәләре, һүҙҙәре. Ихрам, йәғни харам, хаж ваҡытында ихрам бәйләү йолаһы бар. Ихрам бәйләгән кеше махсус кейем кейә. Ихрам ваҡытында хәләл ҡылынған кейектәрҙе ауларға ярамай.)

2. Әй, иман килтергәндәр, Аллаһ шәриғәтенең, харам айҙарҙың, ҡорбан салыуҙың, ғәрдәнлектәрҙең (биҙәлгәндәрҙең) һәм Раббынан сауҙа файҙаһы һәм Уның ризалығын эҙләп Бәйтүл-Харамға килгәндәрҙең дәрәжәһен төшөрмәгеҙ, уларҙы рәнйетмәгеҙ. Ихрамдан сыҡҡас та ау башларға мөмкин. Харам мәсетенә керетмәгәндәре өсөн һин асыу тотоп, асыуланма. Изгелек итеүҙә, яман эш ҡылыуҙан һаҡланыуҙа бер-берегеҙгә ярҙамлашығыҙ. Гөнаһ ҡылыуҙа, дошманлыҡ эштәрендә ярҙамлашмағыҙ. Гөнаһлы булып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡы­ғыҙ. Аллаһтың язаһы бик тә хәтәр булыр.

(Харам айҙар — һуғышырға ярамай торған айҙар. Бәйтүл-Харам — харамлыҡ, ярамаған эш ҡылырға ярамай торған бина. Ғәрдәнлек — дини байрамдарҙа мосолманлыҡты, хажилыҡты айырып күрһәтеп тороусы биҙәнеү әйберҙәре: муйынсаҡ, алҡа һәм башҡалар. Ҡорбанға салынырға тейешле хайуандың, муйынына матурлау-биҙәү әйберҙә­ре, йәғни ғәрдәнлектәр тағыла, был осраҡта, әлбиттә, ҡорбан ғәрдәнлеге тураһында һөйләнә.)

3. Үләкһә, ҡан, сусҡа ите, Аллаһтан башҡа затҡа ба­ғышлап салынған, быуылып үлгән, (таш, күҫәк менән бәреп) үлтерелгән, бейеклектән йығылып үлгән, һөҙөп үлтерелгән, йәнлектәр ботарлаған хайуан итен — үлеп етмәгәндә салып ҡалынғандан тыш — табына торған таш һындарға бағышлап салынған иттәрҙе ашау һәм фал уҡтары (ырымланған уҡтар) менән үлсәү һеҙгә харам ителде. (Ундай иттәрҙе ашау) юлдан сығыу, тип атала. Бөгөн кәферҙәр һеҙҙе динегеҙҙән яҙҙырыу эшенән ваз кистеләр. Хәҙер уларҙан ҡурҡмағыҙ инде. Минең язамдан ҡурҡығыҙ. Бөгөн һеҙҙең динегеҙҙе мөкәм­мәл иттем, һеҙгә тигән ниғмәтемде тамам иттем һәм һеҙҙең өсөн әҙерләнгән Ислам динен хуп күрҙем. Кем дә кем ашарына ризыҡ таба алмайынса, аслыҡтан ашарға мәжбүр булһа, (харамды ла) ашай ала, гөнаһлы булмаҫ дәрәжәлә. Һис шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм кисереүсеҙер. (4) Нәмәләр хәләл икәнле­ген улар һинән һорай: Һин әйт:

— Бөтөн сифатлы һәм саф нәмәләр һеҙгә хәләл ителде. Аллаһ өйрәткәндәрҙе ҡулланып, һеҙ аусылыҡҡа өйрәткән януарҙар һеҙгә тотоп биргән кейектәрҙе ашағыҙ һәм Аллаһты онотмағыҙ. (Йәғни, салғанда ла, ашағанда ла «бисмил­ләһ» әйтегеҙ.) Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡығыҙ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ һеҙҙе бик тиҙ яуапҡа тартасаҡ. (5) Бөгөн һеҙгә саф һәм сифатлы нәмәләр ашарға хәләл ҡылынды. Үҙҙәренә Китап индерелгән халыҡтарға бирелгән (йәһүди, христиан һ.б.) ризыҡтарҙы ашау һеҙгә лә хәләл ител­де. Һеҙ ашай торғандар ҙа уларға хәләлдер. Ғиффәтле мосолман ҡатындары менән байтаҡ йылдар әүүәл Китап индерелгән халыҡтың ғиффәтле ҡатындары ла, мәһерегеҙҙе биреү шар­ты менән, намыҫлы булып, зина ҡылмайынса һәм йәшерен һөйәркә тотмау шарты менән булған никах һеҙгә хәләлдер. Иман килтермәгәндәрҙең был ғәмәле бушҡа сығасаҡ. Улар Әхирәттә лә зыян күрәсәк.



6. Әй, мөьминдәр, намаҙ уҡырға ниәтләгәс, йөҙөгөҙҙө, терһәктәрегеҙгә ҡәҙәр ҡулдарығыҙҙы, башығыҙҙы мәсех итеп, ашыҡ һөйәгенә ҡәҙәр аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ ғөсөлһөҙ икәнһегеҙ, ғөсөл алығыҙ (баштан ­аяҡ сайҡанығыҙ). Сирле булһағыҙ йәки сәйәхәттә икәнһегеҙ йәки бәҙрәфтән сыҡҡан булһағыҙ йәки ҡатын менән булғандан һуң һәм һыу булмаған ерҙә булһағыҙ, таҙа тупраҡ-ҡом менән тәйәмүм итегеҙ, йөҙөгөҙҙө, терһәктәргә ҡәҙәр ҡулдарығызҙҙы һыпырығыҙ. Аллаһ һеҙгә ауырлыҡ теләмәй, фәҡәт һеҙҙе саф-пак итер өсөн һәм һеҙгә ниғмәт бирер өсөн шуны талап итә, бәлки һеҙ шуға шөкөр итерһегеҙ? (7) Аллаһтың һеҙгә булған мәрхәмәтен һәм Уға биргән антығыҙҙы иҫегеҙгә төшө­рөгөҙ. Һеҙ:

— Ишеттек һәм Һиңә итәғәт иттек, — тип әйттегеҙ. Тик, һеҙ Аллаһҡа (биргән антығыҙҙы боҙоуҙан ҡурҡығыҙ) итәғәтле бу­лығыҙ! Шик юҡ, Ул һеҙҙең күңелдә нимә барын белеп тора. (8) Ий, мосолмандар, Аллаһ Хәҡиҡәтен иҫтә тотоп, ғәҙел­лек менән шаһитлыҡ ҡылыусы кешеләр булығыҙ. Башҡа бер халыҡҡа булған асыуығыҙ, һеҙҙе ғәҙелһеҙлеккә этәрмәһен. Ғәҙел булығыҙ. Аллаһтан ҡурҡыу һеҙҙән йыраҡ йөрөмәһен. Аллаһ­ҡа ҡаршы баш күтәреүҙән һаҡланығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да белеп тора.



9. Аллаһ Тәғәлә иманлыларға һәм изгелек ҡылғандарға ярлыҡау һәм олуғ һәдийә (бүләк) вәғәҙә итте.

10. Инҡар итеүселәр һәм аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарыр­ға тырышыусылар ялҡынлы ут бәндәләреҙер.

11. Мосолмандар, Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәтен онотмағыҙ, ниндәй ҙә булһа бер ҡәүем һеҙгә һөжүм итергә елкенгәндә уларҙың ҡулдарын Аллаһ тотҡарланы. Ғәҙел­һеҙлек ҡылып, Аллаһ ҡаршыһында яуап биреүҙән ҡурҡы­ғыҙ. Мосолмандар бары тик Аллаһҡа ҡына ышана.

12. Хаҡтыр, Аллаһ Исраил улдарынан һүҙ алды. Араларынан һайлап алып, ун ике өндәүсе (юлбашсы) билгеләнек. Аллаһ уларға шулай тине:

— Әлбиттә, мин һеҙҙең менән бергә. Намаҙҙы дөрөҫ уҡы­һағыҙ, зәкәт бирһәгеҙ, пәйғәмбәрҙәргә инанһағыҙ, уларға ярҙамсыл булһағыҙ, Аллаһҡа булған изге вазифағыҙҙы үтәһәгеҙ (бурысҡа аҡса биреп торғанда арттырып риба алмаһағыҙ), һис шикһеҙ, гөнаһтарығыҙҙы ҡаплармын, һеҙҙе арыҡтары­нан һыуҙар ағып торған йәннәттәргә кертермен. Ләкин бынан һуң да кем инҡарлыҡты һайлай, ул тура юлдан яҙған тип иҫәпләнер. (13) Ант боҙғандары өсөн уларға ләғнәт ебәрҙек, уларҙы таш йөрәкле иттек. Улар (изге китаптарҙағы) һүҙҙәрҙең урындарын алмаштырҙылар. Үҙҙәренә өйрәткән хөкөмдәрҙе (Тәүрәттың иң әһәмиәтле бүлектәрен (юрамал) оноттолар. Бик әҙ кешенән башҡа, улар араһындағылар өҙлөкһөҙ хыянат ҡылалар. Барыбер һин уларҙы ғәфү ит, уларҙан үс алма. Шик юҡ, Аллаһ изгелек ҡылғандарҙы ярата.



(«Тәурәт бары тик бер генә нөсхә ине Исраил улдары -йәһүдтәр, бабилләргә әсир төшкәс. шул берҙән-бер Тәурәт юҡҡа сыға. Иреккә сыҡҡас, улар хәтерҙә ҡалғандар буйынса Тәүрәтты яңынан яҙып сығалар. Онотолопмы, махсусмы, төп нөсхәләге күп кенә урын­дар китапҡа кермәй ҡала». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )

14. — Беҙ — христиандарбыҙ, — тигәндәрҙән дә һүҙ ал­дыҡ, әммә улар үҙҙәренә күндерелгән (өгөттәрҙең, китаптың) мөһим бер бүлеген оноттолар, шуға күрә уларҙың араһына Ҡиәмәткә саҡлы дауам итә торған дошманлыҡ һәм нәфрәт һалдыҡ. Оҙаҡламай Аллаһ уларға ҡылғандары тураһында хәбәр бирәсәк.

(«Йәһүдтәр менән христиандар борон-борондан дошманлашып, һу­ғышып йәшәгән Аллаһ тарафынан Ғайса пәйғәмбәргә индерелгән Инжилдең төп нөсхәһе ошо һуғыштарҙа юҡҡа сыҡҡан. Инжилде хәтер буйынса яҙа башлайҙар, шулай итеп, донъяла бер-берһенә ҡаршы килә торған төрлө-төрлө инжилдәр барлыҡҡа килә. Айырым мәҙһәбтәр пәйҙә була. Донъялағы бөтөн һуғыштар, ысынлыҡта иһә, кәферҙәрҙең ҡапма-ҡаршы үҙ-ара һуғышыуыҙыр. Бер дин әһелдәре бер-берһен ҡыйырһыта, ҡол итә. Был да Аллаһтың вәғәҙәһеҙер». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән )

15. Әй, Китап әһелдәре! Изге Китапта булған бик күп һүҙҙәрҙе йәшергәнлегегеҙҙе асыҡларға тип, Рәсүлебеҙ килде. Ҡайһы бер хаталарығыҙҙы ул күрмәмешкә һалышыр. Ысынлыҡта иһә, һеҙгә Аллаһтан бер нур, ап-асыҡ бер Китап инде.

16. Аллаһтың ризалығын ҡаҙанырға теләгән кешеләрҙе Аллаһ ҡотолош юлына күндерер, ҡөҙрәте менән Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыр, тура юлға күндерер.

17. — Шик юҡ, Аллаһ ул — Мәрйәмдең улы Мәсих (Ғайса), — тип әйтеүселәр ысындан да кәфер булды. Әйт һин:

— Улайһа, Аллаһ Мәрйәмдең улы Мәсихте, уның әсәһен һәм Ер йөҙөндәгеләрҙең барыһын да һәләк итергә теләһә, кем Аллаһҡа ҡаршы сыға алыр ине икән? Күктәрҙә, Ерҙә, икеһенең араһындағы бөтөн нәмә Аллаһ хөкөмөн­дәҙер Ул теләгәнен яралтыр. Аллаһ бар нәмәгә лә тулыһы менән хаким.



18. Йәһүдтәр менән христиандар:

— Беҙ Аллаһтың улдары һәм уның һөйөклөләре, — тип әйтәләр. Әйт һин:

— Улайһа, ниңә һуң Ул һеҙ — гөнаһлыларҙы язалай? Дөрөҫө, һеҙ ҙә Ул яралтҡан (барлыҡҡа килтергән) бәндәләр бит. Ул теләгәнен ярлыҡар, теләмәгәненә яза бирер. Күктәрҙә, Ерҙә, икеһенең араһында нимә булһа, барыһы ла Аллаһ милкеҙер. Ахырҙа, барыбыҙ ҙа Уның янына ҡайтарыласаҡбыҙ.

19. Әй, Китаплы халыҡ! Пәйғәмбәрҙәр оҙаҡ килмәй тор­ған арала Хаҡлыҡты әйтеп бирер өсөн һеҙгә илсебеҙ кил­де. Һеҙ һуңынан:

- Беҙгә һөйөнөслө хәбәрҙәр килтереүсе лә, яманлыҡ тураһында киҫәтеүсе лә булманы, — тип әйтмәһендәр өсөн тип, кил­де, һәм һөйөнсө алырға, һәм киҫәтеүсе булараҡ килде. Аллаһтың бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә.



20. Иҫегеҙҙәме, Муса үҙ ҡәүеменә нимә тине?

— Әй ҡәүемем, Аллаһтың һеҙгә биргән ниғмәтен хәтер­ләгеҙ; Ул һеҙҙең аранан пәйғәмбәр һайлап алды һәм һеҙҙе милекле-дәүләтле халыҡ итте Ғәләмдәрҙә һис бер кемгә бирмәгәнде һеҙгә бирҙе. (21) — Әй, ҡәүемем, Аллаһ һеҙгә тәғәйенләгән изге тупраҡҡа, (Әрихә) шәһәренә керегеҙ һәм сиген­мәгеҙ, юҡһа, барыһын да юғалтырһығыҙ. (22) Улар шулай яуапланды:

— Әй, Муса, шунда бәһлеүән кеүек көслө халыҡ йәшәй, улар унан сығып китмәйенсә, беҙ һис тә шунда керәсәк түгел. Әгәр улар сыҡһа, беҙ, әлбиттә, керербеҙ, — тинеләр. (23) Ҡурҡып ҡал­ғандар араһында Аллаһ рәхмәтен алған ике кеше бар ине. Улар әйтте:

- Улар өҫтөнә ҡапҡанан керегеҙ, кереүгә үк һеҙ еңәсәк­һегеҙ. Әгәр һеҙ ысын мөьмин булһағыҙ, Аллаһҡа тапшырығыҙ, — тинеләр. (24) — Әй, Муса, улар шунда сағында беҙ нисек ке­рәйек? Раббың менән икегеҙ кереп һуғышығыҙ, беҙ бында көтөп торасаҡбыҙ, — тинеләр. (25) Муса әйтте:

— Раббым, мин үҙемдән һәм ҡәрҙәшемдән башҡаға бойо­роҡсы түгелмен, юлдан яҙған был халыҡ менән беҙҙең арабыҙҙы өҙ! — тине. (26) Аллаһ әйтте:

— Улайһа, ҡырҡ йыл буйына уларға был ерҙә йәшәү тыйыла, шул йылдар эсендә улар Ер йөҙөндә ҡаңғырып йөрөйәсәк, юлдан яҙған был ҡәүем өсөн Һин артыҡ ҡайғырма, — тине.



27. Уларға Әҙәмдең ике улы тураһындағы дөрөҫлөктө аңла­тып уҡы: улар икеһе ҡорбан салды, берһенең ҡорбаны ҡабул ителде, икенсеһенеке ҡабул ителмәне. Шуныһы әйтте:

— Һис шикһеҙ, мин һине үлтерәсәкмен! — тине. Тегеһе лә әйтте:

— Аллаһ тәҡүә кешеләрҙән генә ҡорбан ҡабул итә! — тине. Һәм өҫтәп ҡуйҙы: (28) — Әлбиттә, һин мине үлтерергә тип ҡул һуҙһаң да, мин һине үлтерергә тип ҡул һуҙмайым. Мин ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ ҡаршыһында гөнаһ эшләүҙән ҡурҡам. (29) Мине үлтерһәң, минең гөнаһтарымды ла, үҙеңдекеләрҙе лә төйәп, утҡа атылыуыңды теләйем, залимдарҙың язаһы шулдыр, — тине.

30. Көнсөллөк нәфсе (һәм нәфрәт асыуы уның) (Ҡәбилдең) зиһенен ҡотортто һәм уға үҙ ҡәрҙәшен үлтерергә бойорҙо, ул энеһен (Һабилде) үлтерҙе лә бик ҙур юғалтыуға дусар булды.



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   5   6   7   8   9   10   11   12   ...   48




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет