Ҡыҙыл буйы ҡырсынында
Эҙләп кәйелтмәк таштар,
Илап алдым. Әллә кайҙа
Кәйелгәндәр яҙмыштар...
Автор.
Бибиғәйшә
Сәйәси золом ҡорбандары булған олатай-өләсәйҙәремә, ҡайны-ҡәйнәләремә һәм уларҙың бала-сағаларына бағышлайым.
Ҡояш байый аяҙ күккә,
Ергә һибеп алһыу төҫтө.
Хәбибулла аҙан әйтә,
Сыңлап китте ауыл өҫтө.
Ҡолаҡтарҙы наҙлап утә
Моңло тауыш - киске аҙан.
Бибиғәйшә уйға талған,
Бығыр-бығыр ҡайнай ҡаҙан.
Ә ул һаман аҙан тыңлай,
Текләгән дә утлы ҡуҙға.
Ғәзиз йортоң, ирең булһа,
Бәхет инде ҡатын-ҡыҙға.
Мин бәхетле ҡатын бөгөн,
Шөкөрәнә итәм аҙҙан.
Хәбибуллам иҫән булһын,
Өҙөлмәһен моңло аҙан!
***
Хәбибулла - уның ире,
Уҡымышлы мулла заты,
Тирә-йүнгә даны киткән
Нәҫел-нәсәп, исем-аты.
Ата-баба мираҫының
Вариҫы ул, берҙән-бере.
Өйөр-өйөр йылҡылары,
Икһеҙ-сикһеҙ биләм ере.
Хәбибулла - ауыл байы,
Ике йорто ҡарағастан.
Бик нык улар, йөҙөшәр йыл
Ултырыуға ҡарамаҫтан.
Бар шулай уҡ яңы йорто,
Төҙөп бөттө быйыл ғына.
Ун биш һарыҡ биреп алып,
Ҡалай япты ҡыйығына.
Хәбибулла яңы йортҡа
Йәш кәләше менән сыҡмаҡ.
Киләсәктә бик бәхетле,
Оҙон-оҙаҡ йәшәр һымаҡ.
***
Һуҡыр тинһеҙ, буш ҡул ҡайткас
Сираттағы сәфәренән,
Ғатаулла кеше малын
Салды, ҡурҡмай көферөнән.
Итте күмеп, йыйып ҡайтты
Урмандаға бураһына.
Кисен бер баш мал ҡайтманы
Хәбибулла ҡураһына.
Ғатаулла - зимагур ул,
Мал ҡарағы, үтә һаран.
Эйгән ризыҡ, тапҡан малы
Уғрылыктан килгән харам.
Ағай - эне, зат - ырыуын
"Иш(е)леп уңган билсән", тиҙәр.
Тел тигәндә телеп һалыр,
Алын бирмәҫ телсән, тиҙәр.
Малды эҙләп көтөүселәр
Урманды биш уранылар,
Ғатаулла ыҙмаһында
Бураны ла ҡаранылар.
***
Мал табылды, хөкөм бара,
Ғатаулла ҡап уртала.
- Мал ҡарағын аямағыҙ,
Ҡырын эше ҡырҡҡа тула.
Ғатаулла ярҙам көтөп,
Ҡарай ағай-энеһенә,
Анттар итә: "Тейоһем юҡ
Кешенең бер энәһенә".
Ағай-эне, зат-зәүере
Хәтәр уның, беләһегеҙ.
Улар ярһып мал эйәһен
Өтөп бара, күрәһегеҙ.
Иң олоһо алға сығып,
Халыҡтан һүҙ һораны, ти.
- Малың есөн бирәсәкбеҙ
Урмандағы бураны, - ти.
Ризалашмай ғына ҡара,
Урап ҡуй, ти, һаҡалыңа.
Бөтөн малың юҡҡа сыҡһа,
Көс килмәһен аҡылыңа.
***
Бибиғәйшә - һомғол һылыу,
Көҙөн етте ун биш йәшкә.
Ҡулдары һуң, их, ҡулдары
Тилбер уның һәммә эшкә.
Еңгәһе лә мәрәкәләй:
- Буйың зифа, ҡайынһеңлем,
Һин һылыуһың, ә мин ямаҡ,
Оялыштан ергә һеңдем.
- Шәмсиҡәмәр апайыңа
Ҡоҙа килә был йомала.
Ҡыҙҙы һеҙгә йәшерәбеҙ,
Тыңламаҫҡа уйлама ла.
Шәмсиҡәмәр ҡайынһеңлем
Ҡарт ҡыҙ булып ҡала яҙҙы.
Ун һигеҙҙә, тип димләнек
Егерме биш йәшлек ҡыҙҙы.
Һөйгән йәре булған, тиҙәр,
Ҡырҙа йөрөп калған, тиҙәр.
Көслөк менән биргән ҡыҙҙын
Башҡайына төшөр ниҙәр?
Үҙе батыр, үҙе һылыу
Кейәү була торған егет.
Байҙың улы байҙарса шул,
Килгән, тиҙәр, пар ат егеп.
***
Шомсиҡәмәр ҡайынһенлем
Илап ята арғы өйҙә.
Бибиғәйшә, ҡыҙҙар килә,
Аш-һыуыңа тотон, әйҙә!
Бибиғәйшә йүгереп йөрөп
Йыйыштырҙы урын-ерҙе.
Сырҡ-сырҡ көлеп ҡыҙҙар килде,
Шәмсиҡәмәр илап керҙе.
Еңгәсәйҙәр тышты шаулай,
Ҡыҙҙар таҡмаҡ әйтә эстә.
Балдыҙ менән йәш еҙнәһе
Таныштылар ошо кистә.
Ишек хаҡын алған ҡыҙҙар,
Ысҡындырып келәләрҙе,
Түрге яҡҡа үткәрҙеләр
Ҡыҙ эҙләгән еңгәләрҙе.
Бибиғәйшә шәл бөркәнеп,
Солансала сүгәлоне.
Ҡыптыр тунды, толоп япкас,
Хәтерләтте сүмәләне.
Иң аҙаҡҡа калган кейәү
Ҡыптыр тунды атып бәрҙе:
- Бына шулай табаһың ул
Беҙгә яҙған аҫыл йәрҙе.
Ҡыҙҙың йөҙөн асты егет,
Кәләш һылыу, сибәр ине.
- Кәләш түгел, балдыҙың мин,
Ҡосаҡлама, ебәр мине.
Ебәрмәһәң, үкенерһең,
Ошаҡлармын апайыма.
Нимә тиеп аҡланырһың,
Яуап тотһаң атайыма?
- Һин кем ҡыҙы, исемең кем,
Миңә яҡын балдыҙһыңмы?
Бер-бер артлы һорау яуҙы:
- Ирең бармы, яңғыҙһыңмы?
Нимә булды һуң кейәүгә?
Ул балдыҙын һурып үпте,
Ә ҡулдары иркә генә
Сәстәренән һыйпап үтте.
- Бибигәйшәм, һылыу Әйшәм,
Ишет, әйтәм егет һүҙен.
Апайыңды алған кеүек
Килеп алам һине үҙем.
Шаяртты ла китте еҙнә:
- Бибиғәйшәм, һылыу Әйшәм,
Тын-елемдән, наҙлы һүҙҙән
Иреп барған Әйшәм, майшәм.
Еңгәсәйҙәр сыр-сыу килә:
- Әйҙә, кейәү, тырыш-тырыш,
Ҡыҙ янына инер өсөн
Баҫып йыртыр кәрәк йыртыш.
- Ике никахлы булмаһын
Ҡыҙҙы ҡушҡан еңгәләре.
- Кейәү һәм ҡыҙ бер туҫтактан
Һөт һемерһен ин элгәре.
Кейәү тәңкә һипте артҡа,
Сыр-сыу итеп енгәләрҙе.
Бибиғәйшә өнһөҙ торҙо.
Сүпләмәне тәңкәләрҙе.
Шәмсиҡәмәр апайьшың
Ире булды Хәбибулла.
- Апайымдан элегерәк
Мине күрһә нимә була?
***
Бибиғәйшә йәшләй генә
Ғашик булды еҙиәһенә.
Эс серҙәрен һойләй хәҙер
Шәл бойләгән энәһенә.
- Көтәм, йәнем, килерһең бер,
Егет һүҙен бирҙең дәһә.
- Түҙ, көт, түҙ, көт, - ти энәләр,
Бәйләм ырай. Ә килмәһә?..
- Уны көтөп, бойләм бәйләп,
Тултырҙым мин һандығымды.
Бикәстәргә, кәйнешторгә
Сиктем яулыҡ, янсығымды.
***
Хәбибулла ҡапыл-ара
Бара алмай Әйшәһенә.
Ахыр сиктә, түҙмәне ул,
Серен систе әсәһенә.
- Һис хилафлыҡ юҡ, балаҡай,
Һинең ғашик булыуыңда.
Кисектермәй яусы ебәр,
Көтәлер бит һьпыуьщ да.
- Бибиғәйшә ятҡа китә,
Һората, ти, Ғатаулла.
Йома көндө шул икәүҙен
Никах туйы - бата була.
- Ятҡа бирмә һөйгәнеңде,
Әллә урлап алаһыңмы?
Вәғәҙәңде үтәмәҫкә
һин бер сабый балаһыңмы?
***
Шәмсиҡәмәр, эй, һөйөндө,
Үҙ һенлеһе булғас көндәш.
- Ағай-эне ҡыҙҙары беҙ,
Миңә "апай" тиеп өндәш.
Һинән алда килдем, әммә
Бында ауыр, минә ҡыйын.
Уҙ һөйгәнең булмағас ни,
Боҙ шикелле һалкын ҡуйын.
Уҙ хәлдәрен һөйләй-һөйләй,
Эй, уфтанды Шәмсиҡәмәр:
- Өй кешенең эше бөтмәҫ,
Өйрөлһән дә төнгә ҡәҙәр.
Бибиғәйшә, ҡул эш тотоп,
Уптырайыҡ бөгөн кисте.
Һиңә әйтер һүҙем бар, тип,
Көндәшенә серен систе:
- Хәбибулла менән һиңә
Бөтә әҙәм ҡала хайран:
Бәхетегеҙ баштан ашҡан,
Һеҙ икәүгә көндә байрам.
Хәбибулла - ҡанатлы ҡош,
Һөйөү балҡый сырайында.
Бер һөйонәм, бер көйонәм
Һеҙ икәүгә ҡарайым да.
Ә ул мине тәүге көндән
Яратмаш, иш итмәне.
Айыр, тинем, айырманы,
Әллә ниңә ишетмәне.
Бибиғәйшә, әйтсе уға,
Мин һөйәмен Холфетдинде.
Баҫҡан эҙең үбәсәкмен,
Үтенесем хәл ит инде.
Бәлки, күнеп йәшәр инем,
Бирһә, Хоҙай, берәй бала.
Йәш ғүмерем зая уҙа,
Һөйгән йәрем зарлап ҡала.
***
Хәбибулла "талак" әйтте,
Айырылды Шәмсиҡәмәр.
Хәлфетдингә барып етте
Һөйенөслө көткән хәбәр.
***
Хәбибулла бөгөн өйҙә,
Намаҙ уҡый. Акшам мәле.
Әкрен-әкрен етеп килә
Был яҡҡа ла заман еле.
Кисә килде ике һыбай,
Кәпәстәрҙә ҡыҙыл таҫма.
Ниндәй хәлдәр булмаҫ тимә,
Заманыңдан яҙа баҫма.
Улар һөйләп китте беҙгә:
- Еңдек, дуҫтар, актарҙы, тип,
Беҙҙең Ҡыҙыл Армиябыҙ
Изге эштор аткарҙы, тип,
Совет эшен гөрләтербеҙ
Тиҙҙән һеҙҙең яктарҙа, тип.
Ғатаулла был икәуҙе
Алып ҡайтты төшкө ашҡа.
Малайҙарын һоҡландырҙы
Туры бейә, ерән кашҡа.
Бәйле атты ысҡындырып
Китте улар һыбай сабып.
Ҡылыс менән һелтәнделәр,
Ауыл буйлап ҡыҙыҡ табып.
Эйәрҙәге күн муҡсанан
Табып алғас кыҙыл әләм,
Уның өсөн талаштылар:
- Өҫкә күтәр.
- Үҙем беләм.
Ғатаулла малайҙары
Ат менделәр, һыбайлылар.
Унда елеп маҡтандылар,
Бында килеп ҡупайҙылар.
Ошо ваҡыт ҡаршы тауҙан
Күҙәттеләр ауыл өҫтөн.
Был актарҙың һалдаттары,
Ҡалдыҡтары ине меҫкен.
***
Тамаҡ туйғас, оло һалдат:
- Рәхмәтлебеҙ шунса, - тине
Тәнде йыуып алыр инек,
Бармы һеҙҙә мунса? - тине.
Тырышлығың ил алдында
Баһаланыр, ҡустым, - тине.
Ғатаулла: "Күршебеҙҙең
Мунсаһы бар, остом" тине.
Аҡ һалдаттар тауҙан төшөп,
Яһанылар тере ҡулса.
Шул ҡулсала тороп ҡалды
Боҫо борҡоп ҡара мунса.
Эстәғеләр йыуыналар,
Шап-шоп килә ҡайын миндек.
- Ҡыҙыл эттәр һиҙмәҫ элек,
Ас ишекте, йүгереп индек.
Ҡыҙылдарҙы шыр-яланғас
Ҡылыс менән саба-саба,
Алып сығып йүгерттеләр
Ҡаршылағы тауға таба.
Өс-дүрт көндән мәйеттәрҙе
Ерләнеләр ошо тауға.
Халыҡ ҡуркып-өркөп ҡалды,
Күңелдәрҙә шомло ғауға.
Ғатаулла ғаиләһе
Дошмандарҙан ҡасып ҡалды.
Тупак өйө, ҡаралтыһы
Дөрләп-дөрләп утта янды.
Фәжиғәне ишеткәс тә
Уполномоч килде аҙаҡ.
Һәр кешегә һөҙөп ҡарап,
Вәғәҙ һөйләп торҙо оҙаҡ.
Йәш мал кеүек өркөп-ҡурҡып,
Халыҡ баҫҡан төркөм-төркөм.
Урман-ҡырҙар беҙҙә иркен.
Бының кеүек фажиғәнән
Булһын ине бары абай.
Беҙгә ярҙам иткән өсөн
Коммун булыр бынау ағай.
"Коммун" тиме, бына һиңә,
Ғатаулла аңламаны.
Ҡатлы-ҡатлы һүғенде ул:
- Аҡтарҙы беҙ... аламаны...
"Коммун" тиме, коммун, коммун.
Кәрәк ине бысағыма.
Бер файҙаһы булһа икән
Янған ойом, усағьша.
***
Заман еле ҡырыҫлана.
Сыуалыштар илдә, бола.
Тир.ә-яҡта һәр көн һайын
Ҡот осорлоҡ хәлдәр була.
Ҡалаларға, ауылдарга
Тулған халыҡ дошмандары.
Һәр тарафта, һәммә ерҙә
Үрсегән, ти, ҡуштандары.
Улар юҡҡа сығара, ти,
Юлбашсыбыҙ Ленин эшен.
- Дошмандарҙы фашлайыҡ та
Һындырайыҡ һуғып тешен.
- Фәлән ерҙә яңы тормош,
Бисәләре бары уртаҡ.
Әстәғәфирулла тәүбә,
Тыфу-тыфу, атаҡ-атаҡ.
Ябай кеше аңлай алмаҫ
Был донъяның болаларын.
Мәсеттәрҙе емерәләр,
Пыр туҙҙырып муллаларын.
Бай-бетсәнең мал-тыуарын
Иыялар, ти, бер кортәгә.
Хәтәр мәлдәр килде беҙгә,
Бөгөн барһың... Ә иртәгә?!
Манараны ҡолатҡандар!
Башлап йөрөй Ғатаулла,
Мал ҡарағын имәнестер
Әҙәм тиеп атауы ла.
- Хәбибулла - яуыз мулла,
Булған халыҡ дошманы, ти.
Мал-мөлкәте, байлығына
Һис тә эсе бошманы, ти.
Тик ирене ҡалтыраған:
- Аллаһыҙҙар, иманһыҙҙар...
Мәсет - ауыл байлығы ул,
Уның өсөн йәнем һыҙлар.
Иблес сүрәтенә ингән
Үҙ ауылым улдары, ти,
Изге йортто мәсхәрәләп,
Нисек һынмай ҡулдары, ти.
Хәбибулла ҡаршыһында
Халыҡ тора төркөм-төркөм.
Был мәхшәрҙән ҡото осоп
Өнһөҙ илай унда һәр кем.
Манараһыҙ, айһыҙ ҡалды,
Туҙҙырылды изге ҡорам.
Хоҙай ҡарғышынан ҡурҡып
Үкһей халыҡ, үкһей урам.
Меңәр йыллыҡ инаныуҙы
Аңдан көсләп, йолҡоп алып,
Бер һуғыуҙа ҡыйраттылар.
Көсһөҙлөктән үкһей халыҡ.
Йәш баланы ҡатын-ҡыҙҙар
Баштан аша ябып юрған.
Өйҙәрендә йәшенделәр.
Әбей-һәбей иҫен юйған.
Ахрызаман көтөп ауыл
Аҡылынан яҙыр хәлдә.
Елдә тымды, хатта ҡоштар
Өнһөҙ ҡалды ошо мәлдә.
Ғатаулла ғына тыныс
Күтәрмәлә төкөрөк сәсә:
Ниңә башың түбән эйҙең,
Бик шәп инең дәһә кисә?
Һыйырымды урланы, тип,
Һин тараттың яманатты.
Хәҙер бына өйөрөндән
Һайлап алып иң шәп атты,
Күҙ алдында йығып һуйып,
Һыйлайым да ауыл халҡын,
Миңә ҡылған яуызлыҡтың
Ҡайтарырмын үсен, хаҡын.
Һыйыр өсөн тартып алып
Күтәргәнең минең бура.
Мин бик ярлы, өйһөҙ ҡалдым,
Яны йортоң минә була.
Һин ҡан эскес, капҡорһаҡһың,
Ә беҙ ярлы ҡара халыҡ.
Һинең өсөн беҙ, әлбиттә,
Халыҡ түгел - ҡара һарыҡ.
Ата-бабаң, бай-бетсәләр
Һурҙы беҙҙен електәрҙе.
Себер һөрөү фарыз булыр
Һине, һеҙҙең кеүектәрҙе.
Бер аҡһаҡал алға сыҡты
-Шашма, Атау, Аллаһ һуғыр
Аллаһ бар ул барын күрә
Һаңғырау йә түгел һуҡыр.
-Һинме халыҡ? Юҡ! Бына ул-
Ҡарты-йәше, бала-саға.
Һинең кеүек зимагурҙан
Тыныс илдә бола сыға.
Эш һөймәйһең, бик ялҡауһың,
Шуға атың, һыйырың юҡ.
Итәк тулы бала-сағаң,
Сәскән ерең, йыйырың юҡ.
Ғатаулла тағы ҡыҙҙы:
-Өнөңдө тыҡ, кипкән тиҙәк.
Бел, зимагур абзыйыңды
Еңеүселәр ерҙә һирәк.
Дошман һүҙен һөйләп торһаң,
Томшоғоңа елгәрермен.
Хәбибеңә етәкләтеп
Себер һөрөп ебәрермен.
Иҫке тормош ҡалдыҡтарын
Ҡырыр кәрәк бөтәһен дә.
Уҡытыусы Моратшаны
Салған кеүек үткән төндә.
***
Был фажиғә онотолмай,
Семтеп ҡуя йөрәктәрҙе,
Кемдер ҡыра аҫылдарҙы,
Халҡы өсөн кәрәктәрҙе.
Ағаһына Хәлфетдингә
Моратша гел һөйләгән, ти:
- Миңә "һуям" тиеп янай
Ғатаулла төйлөгән, ти.
Ҡустыһының был үлеме -
Ғатаулла ҡараҡ эше.
Яңғыҙ улы үҫел килә,
Хафаланды атай кеше.
Ахры килеп бер фекергә,
Туғандарын йыйҙы шуға:
- Был кайғыны күтәрмәһәк,
Зыян күрер бала-саға.
Арабыҙҙан ҡорбан булып
Моратшабыҙ гүргә керҙе.
Уның менән бергә күмдек
Ҡот осорлоҡ ауыр серҙе.
Онотоғоҙ Моратшаны
Кемдер салған, тигән һүҙҙе.
Тирә-йүнгә таратығыҙ:
"Һәләк иткән үҙен-үҙе".
Яуыҙ әҙәм һәммәбеҙҙе,
Салып сығыр берәм-берәм.
Был турала шауламаҫҡа
Алдығыҙҙа анттар бирәм.
Заман еле үтеп китһен,
Ҡағылмаһын затыбыҙға.
Бала-саға имен үҫер
Тоғро булһаҡ антыбыҙға.
***
Бибиғәйшә сеңләп илай
Мал өйөнөн нигеҙендә:
- Хәбибуллам киткәпгә, ти,
Биш ай була һигеҙендә.
Бағаналар һерәйешеп
Ҡалды күркәм донъябыҙҙан,
Серек түмәр ятып ҡалған
Малдар тулы оябыҙҙан.
Яңы йортта Хәбибуллам
Һер кисте лә йоҡламаны,
Һыйыр өсөн бура алыу
Яҙыҡ булды, оҡшаманы.
Хәҙер унда хужа булды
Күп балалы Ғатаулла.
Йылҡы һуйып өй туйланы,
Өй туйлауҙар - беҙҙә йола.
Ә карағас ике йортто
Һүтеп алып "һә" тигонсә,
Үҙәктәге коммундарға
Төҙөгәндәр кантур-кәнсә.
Бушап ҡалды кәртә-ҡура,
Малһыҙ унда котһоҙ, һыуык.
Бер яңғыҙы себештәрен
Алып йөрөй сыбар тауыҡ.
Әллә ҡайҙа боҫоп ҡалып,
Ҡайтҡан тыуған кетәгенә,
"Атаҡ-атаҡ" - тиеп, ярһып,
Тиҙәк тибә, тетә генә.
Мал өйөнөң һис ҡото юк:
Ҡаҡ урындыҡ, тиреҫ иҙән.
- Йорт та төҙөр, малын табыр,
Хәбибуллам ҡайтһын иҫән.
- Әйшә килен, һиңә мәңге
Мин бурыслы ҡалмау өсөн,
Бер биҙ(е)рә кәртүк бирәм
Ынйы-мәрйен кашмау өсөн.
Селтәреңә Бибиәсмә
"Минеке" тип сарт йәбеште,
Унын өсөн көҙгө табан
Бирермен, ти, бер себеште.
Дебет шәлең, еләнеңде
Тартып алды коммун Ғата.
Ул көн һайын бисәһенә
Аҫыл кейем алып ҡайта.
***
Еңгә, һеҙҙең әйберҙәрҙе
Тараттылар ауыл буйлап.
Бер нәмәһеҙ ҡалды, тиеп
Йәлләп алам, һине уйлап.
Бынау һеҙҙең ялғашығыҙ,
Был да һеҙҙең батманығыҙ,
Мин һораған саҡта уйы
Бер тәңкәгә һатманығыҙ.
Кире алып киләм әле
Кескәй генә аҡ быйманы,
Малайыма яраманы,
Ҡыҫыҡ булды, юк, һыйманы.
Өндәшмәне Бибиғәйшә,
Уйҙарында төптө бүтән.
"Миндә әйбер ҡайғыһымы?
Ағайындан хәбәр көтәм!"
***
Колхозлашыу бара илдә,
Төҙөү күмәк хужалыҡтар.
Бибиғәйшә иңдәренә
Төштө байтаҡ ыҙалыҡтар.
"Алға" тигән артель үҫә,
Бибиғәйшә һыйыр һауа.
Ҡайғыларҙан, хәсрәттәрҙән
Эш әүрәтә, йәнгә дауа.
Эштән ҡурҡыу, өркөүҙәр юк
Ябай ауыл балаһына,
Ғатаулла ғына тоҙон
Һала йөрәк яраһына.
Коммундарҙың бар төрлөһө:
Күберәктәр яҡшылары,
Бар арала күкрәк һуғып,
"Мин-мин" тигән шаҡшылары.
Бисәләре уртаҡ түгел,
Буш һүҙ булған,алдағандар.
Ғатаулла кеүектәр аҙ,
Бар беҙҙе лә аңлағандар.
Үрге остан Кәлим бабай
Альш бирҙе бер йөк утын,
Ҡыҙыу итеп яғып баҫтым
Аҡ мейесте - өйөм котон.
Эшкә китһәм, күрше инәй
Алып ҡала Хәлилемде.
Әҙәм йәнле ауылдаштар
Белешәләр гел хәлемде.
Күкте япҡан ҡара болот
Түкте ергә ямғыр-йөгөн,
Илаҡ көндәй иламһырап,
Бибиғәйшә моңһоу бөгөн.
Ҡайҙа уның яҡлаусыһы?
Арҡа терәр терәге юҡ.
Ҡайғыларға батҡан ҡатын,
Бер кемгә лә кәрәге юҡ.
- Хәлилеңде, мине ташлап,
Мөмкинме һуң юҡка сыҡмаҡ?
Алдарыңда юғалдымы
Өйгә алып кайтыр һуҡмаҡ?
Минең һине яратыуы,
Өҙөлөп-өҙөлөп һағыныуым,
Көнө-төнө ялбарыуым,
Хоҙайыма һыйыныуым
Бары бушка, ә мин көтәм
Ҡош телендәй генә хәбәр.
Елдәрҙәнме, ҡоштарҙанмы
Иҫәнлеғең әйтеп ебәр.
***
Ғатаулла осраны ла:
- Һаумы, Әйшә килен, - тине.
Мин бит һине һаман һөйәм,
Бисәлеккә килең, - тине.
Хәбибулла бик яңылышты,
Сыҡҡан булды миңә ҡаршы.
Бәхетемде тартып алды,
Шуның өсөн китте башы.
Ниңә уны һайланың һуң?
Ҡыҙыҡтыңмы байлығына?
Ирең дә юҡ, байлығы ла,
Ҡалды тауҙай ҡайғы ғына.
Хәбибулла ара төшкәс,
Ғәрлегемдән янды эсем.
Ул дөмөктө, һин дә яңғыҙ,
Ҡанды бөгөн йәшлек үсем.
Яңы йортоң көтә, әйҙә,
Бул һин унда хужабикә.
Эсе тулы байлыҡ, сумып,
Биклә уны мең ҡат биккә.
Улыд минең улым булыр,
Белмәй үҫер үҙ атаһын.
Бибиғәйшә, өндәшмәйһең,
Һарыуымды ҡайнатаһың...
Бибиғәйшә өндәшмәне,
Тыйҙы уны ғорурлығы.
Был әҙәмдең юҡ иренең
Тырнағына торорлоғо,
- Вакыт етер, Хоҙай ҡушһа,
Ҡайтып төшөр Хәбибуллам,
Ғатаулла - әрһеҙбайға,
Үлһәм-үләм, түшәк булмам.
Онот, тиҙәр, һөйгәнеңде,
Яңы бәхет - наҙға күмел.
Хәбибуллам, берҙән-берем,
Оноторлоҡ түгел. Түгел!
Клуб. Сход бара. Ғатаулла
Сыгғып баҫып иң-иң алға:
- Бибиғәйшә, тине, ҡабат
Кағылмаһын беҙҙең малға.
Ҡоротҡослоҡ ҡылып ҡуйһа,
Яуап биреү булыр ауыр.
Колхоз малы араһында
Йөрөмәһен, ул сит бауыр.
Һыйыр һауыр бисә юҡмы
Ҡулаҡ ҡатынынан башка?
Иларһығыҙ әлле бер саҡ,
Башығыҙҙы ороп ташка.
Шул ваҡытта Кәлим бабай
Урынынан ырғып торҙо:
- Төшөрөгөҙ әле унан
Ғатаулла ҡороғорҙо.
Колхоз өсөн борсолаһың,
Унда биргән малың бармы?
Бибиғәйшә булған ерҙә
Әллә һинә урын тармы?
Бибиғәйшә урынына
Билен быуып алып биштән,
Үҙ ҡатының сығыр микән,
Ҡасып ҡала һәммә эштән.
Ғатаулла әллә ниңә
Шөрләй ине Кәлим ҡарттан.
Ул янынан уҙған саҡта
Йоҙороғон төйә арттан.
Кәлимулла бабай ҡәрҙәш,
Әсәһенән туған уға.
Шул туғанлыҡ ебе уның
Әрһеҙлеген ҡыра һуға.
***
Бибиғәйшә ҡайтып килә
Яҙғы урман юлы менән.
Яңғыҙ түгел, етәкләшеп
Алты йәшлек улы менән.
Бик талсыҡҡан, эй, асыҡҡан,
Алып ҡабыр тәғәме юҡ.
Ала ҡарҙа урман шыҡһыҙ,
Күҙҙе нурлар бер йәме юҡ.
Сабый бала арып йоҡлай
Әсәһенең ҡосағында.
Ҡул-аяҡтары куптән талды,
Ат бышҡырҙы шул сағында.
- Эй, Хоҙайым, Шәмсиҡәмәр
Апай менән еҙнәм килә!
Күрсе, улым, беҙгә табан
Атын егеп бәхет елә!
Ә арба ла ошо мәлдә
Бара ине талаш-тартыш,
Шәмсиҡәмәр тауышында
Ялбарыу бар үкһеү ҡатыш.
- Юҡ, бисәкәй, ултыртмайым
Кулак эте, хәсрәттәрҙе.
Һәм Хәлфетдин юл бысрағын
Был икәүгә сәсрәттерҙе.
Егеүле ат елеп үтте,
Юл ситендә ҡалды ҡатын,
Үҙ туғаны ташлап китте,
Йәлләнеме арыҡ атын?
Ә бер аҙҙан пар ат егеп,
Зыйлап үтте Ғатаулла.
Ҡатын башын аҫҡа эйҙе,
Ауырлашты атлауы ла.
Дүрт аяҡлап, тубыҡланып
Менде әсә һуңғы үрҙе.
Ҡабат юлға сыҡмам, тиеп,
Уҙ-үҙенә анттар бирҙе.
***
Ул йылдарҙа Хәлилдең дә
Һис кипмәне күҙ йәштәре.
"Кулак, дошман улы", тиеп
Үсекләне тиңдәштәре.
Ниңә уны йәберләйҙәр?
Аңламаны кескәй бала.
Ғатаулла малайҙары
Арттан таштар бәреп ҡала.
Ғәрлегенән көн дә Хәлил
Илай-илай ҡайтты өйгә.
Ә әсәһе тыныс ҡына,
Орсоҡ сиртә оҙон көйгә:
- Атайың, ти, хупламаны
Мыжыҡ менән илаҡтарҙы.
Бибиғәйшә яйлап ҡына
Улын дингә ылыҡтырҙы.
- Яңыса ла, иҫкесә лә
Белеү кәрәк, улым, һиңә.
Бала саҡтың хәтере шәп,
Аң-белемдәр еңел һеңә.
Сүрәләрҙең, доғаларҙың
Мәғәнәһе ябай түгел.
Һәр бер һүҙҙе ота барҙы,
Йота барҙы сабый күңел.
***
Хәлил кинәт үҫеп китте,
Ҡалышмай һис тиңдәренән,
Бар донъяның мәшәҡәтен
Ала барҙы иңдәренә.
Донья матур, шундай гүзәл,
Бер ҡайғыһыҙ ун етелә.
Ҡыҙҙар ғашиҡ була уға,
Уйһыҙ түгел егете лә.
***
Ғатаулла коммундың да
Буйға етте ике ҡыҙы.
Икеһе лә бер егеткә
Үлеп ғашик булып ҡуйҙы.
Сөкөрләшеп әхирәттәр
Үткәрәләр тын кистәрен.
Кесе ҡыҙый янып-ярһып
Һөйләй гелән үҙ хистәрен:
- Апаҡайым, булмаҫ, юҡтыр
Хәлилемдең ерҙә ише.
Эстән янып, тыштан тыныс
Тыңлар булды апай кеше.
Һеңлеһенә әйткәне юк:
"Хәлилде, тип, мин дә һөйәм.
Белһәң икән уйҙарымды
Һин һөйәһең, ә мин көйәм.
Хәлилдән дә ишара юҡ
Минен һөйөү-ялҡыныма.
Нисек көндәш булмаҡ кәрәк
Үҙ туғаның, яҡыныңа?"
***
Бөгөн тағы Ғатаулла
Тыйып ҡуйҙы кесе ҡыҙын:
- Минен һүҙҙе тыңламаһаң,
Эт шикелле өйҙән ҡыуҙым!
Шул йолҡошҡа һине биреп,
Ҡайны булыр хәлдәрем юҡ!
Ер йотмай бит мәлғүндәрҙе,
Ҡарғамаған көндәрем юҡ.
Һине уға биргәнсе мин
Һуйып тығам ер аҫтына.
- Ишет, ҡыҙый, - ишекте ул
Ҡабат япты бер асты ла.
Ғатаулла уҫал ҡарап,
Екеренде бисәһенә:
- Ҡыҙың өсөн эләгәсәк,
Ғәйебең бар кисәге лә.
Мин ҡайтҡансы, бисураңды
Килтермәһәң бер ипкә, ти.
Уның менән икегеҙҙе
Теҙәсәкмен бер епкә, ти.
***
Тик ҡыҙыҡай тыңламаны,
Барып күрҙе һөйгән йәрен.
Илай-илай һөйләне ул
Яныуҙарын, көйгәндәрен.
Ҡосаҡлашып баҫҡан йәштәр,
Икеһе лә һомғол, буйсан,
Йөҙҙәренән наҙ түгелә,
Ҡараштары ғына уйсан.
- Ни эшләргә, әллә һине
Урлап алып ҡайтайыммы?
- Сеү, шаулама, Хәлил, йәнем,
Кемдер йөрөй, атайыммы?
***
Ғатаулла тотоп алды
Елеп ҡайтып килгән ҡыҙҙы.
Аҡҡош төҫлө ак муйынды
Үткер бысак һуйып уҙҙы.
***
Ҡыҙ юғалды, эҙләүселәр
Буш ҡул ҡайтты нисә тапҡыр.
Ниҙер һиҙеп, илай-илай,
Иҫтән яҙҙы әсә-бахыр.
Белә әсә, кисә кисен
Юҡҡа сыҡты үткер бысаҡ.
Мал салырға кәрәк булһа,
Ала уны ире ҡай саҡ.
Алйып-алйып илай әсә,
Лебер-лебер яна усаҡ.
Бөгөн тора урынында
Йөҙө ҡанға батҡан бысаҡ.
***
Ғатаулла уянды ла
Екеренде ҡаты ғына:
- Ят, шыңшыма, бәрей бисә, —
Ул аҡайҙы ҡатынына.
Бер ҡайғыһы юҡ кешеләй
Әйләнде лә уң яғына,
Йоҡлап китте. Әсә һиҙә:
Бөтә ғәйеп унда ғына.
Йоҡламаны әммә ҡатын,
Өндәшмәйсә тынып ятты.
Ул һелтәнғәс, үткер бысаҡ
Ир тәненә шыйлап батты.
"Балам өсөн, балам өсөн",
Ҡарап ҡанлы бысағына,
"Аһ", - тине лә ауҙы ҡатын
Үлек ирҙең ҡосағына.
***
Халыҡ яһай һығымтаны:
- Яңы йорттон китте ҡото,
Ыҙгыш-талаш яратыусы
Хужаларын ҡәбер йотто.
Сәскә кеүек матур ҡыҙын
Ғатаулла итте һәләк.
Ул яуызды зыяраттың
Тыш яғына ҡуйыр кәрәк!
***
Бер яуыз йән арҡаһында
Юҡҡа сыҡты изге һөйөү.
Үлтерҙеләр мөхәббәтте,
Ҡалды бары яныу-көйөү.
Мәңгелеккә айырылды
Берен-бере һөйгән йәштәр.
Был яралы йөрәк менән
Хәлилебеҙ нисек йәшәр?
***
Бөйөк Ватан һуғышында
Керҙе Хәлил ир ҡорона.
Ҡара ҡайғыларын йөкләп
Барып инде яу ҡырына.
Ҡыйыу булыу анһат түгел,
Йөрәк кәрәк ҡыйыулыҡҡа.
Уның өсөн йөҙ грамды
Нарком бүлмәҫ ерле-юҡҡа.
Үҙ өлөшөн уйламай ҙа
Хәлил ҡапыл "һелтәп" ҡуйҙы,
Иҫерҙе лә китте егет
Хәмер юйҙы һағыш-уйҙы.
Хәлил ҡурҡаҡ егет түгел,
Кәрәк саҡта батыр булды.
Ҡара ҡайғы-һағыштарҙы
Хәмер менән баҫыр булды.
***
Ғатаулла уландары
Ҡайһы һуҡыр, ҡайһы сатан.
Ә һуғышта йөрөгәне
Үҙ аяғын үҙе атҡан.
Кинйә улы түҙә алмай
Яу ҡырынан ҡасып ҡайтҡан,
Ҡараташта ҡасҡын булып,
Мал-тыуарҙы урлап ятҡан.
***
Ҡатын-ҡыҙҙар башын баҫып.
Көнө-төнө эшкә сумды.
"Фронтҡа", тиеп тапшырҙылар
Һуңғы көнгә тигән һумды.
Шәмсиҡәмәр апайы ла
Һата һалып ураулығын,
Силсәуиткә тотоп килгән
Аҡса төйгән ҡулъяулығын:
- Үлгем килеп тормай әле
Тыуған илгә ауыр саҡта.
Минең улым осоусы бит,
Ярапланға ҡушам аҡса.
***
Бибиғәйшә эшкә маһир,
Ойоҡбаштар бәйләй көндә.
Иремә тип, улыма тип,
Ебәрермен бетәһен дә.
Хәбибуллам әллә ҡайҙа,
Билдәһеҙлек өтә йәнде.
Хәлил улым, берҙән-берем
Имен кайтып килһен инде.
Улым менән ирем ҡайтһа,
Күктән кинәт бәхет яуыр.
Аһ, уларҙы кетөүҙәре
Икеләтә ауыр-ауыр.
***
Бибиғәйшә ҡулдарында
Ялт-йолт итә көмөш ураҡ.
Башҡаларға карағанда
Урған юлы оҙонораҡ.
Бибиғәйшә йәш сағынан
Бар шул эшкә таһыллығы,
Урған ере таҙа булһа,
Көлтәләрҙең аҫыллығы.
Ураҡсылар араһында
Сәүкә кеүек бала-саға.
"Әбит" етте, ашнаҡсылар
Тауыш биреп ҡаға саңға.
Бутка өсөн ярап ҡала
Бала-саға йыйған башаҡ,
Һыу буйына йүгерҙеләр
Бер ҡоштабаҡ бутҡа ашап.
***
- Минең оло ағайымды
Беләһенме икән, еңгә?
Әзмәүерҙәй аҫыл егет
Төштө хәҙер ниндәй көнгә.
Уң аяғын тубығынан
Ҡалдырҙы ул яу ҡырында,
Һуғыш ҡанһыҙ, аямай шул
Матурын да, батырын да.
Ҡайғыһынан ағайымдың
Сәсе ап-аҡ, йөҙө һары.
Ҡаҡ һөйәккә ҡалған кәуҙә,
Сыҡмаған йән йөрөй бары.
Уға һаулыҡ-бәхет теләп,
Үтә минең көнөм-төнөм.
Хоҙайыма ялбарғанда,
Мөғжизәләр көтә инем.
Башҡайыма бер уй төштө,
Бирелдеме әллә күктән?
Үрге остан әхирәтем
Үҙ бәхетен көтә күптән.
Уның да бит был донъяла
Килә һөйөп-һөйөләһе.
Тиңдәш ҡыҙҙар тормош ҡорған
Бар уларҙың ғаиләһе.
Ауыл өҫтө тынып ҡалды,
Ир-егеттәр яуға киткән.
Минең дуҫым-әхирәтем
Ҡарт ҡыҙ булып ҡалыр микән?
Уның зарын тыңлайым да
Бергә илап, бергә келәм.
Бик моңайған саҡта ғына
Ағайымдан әйтәм сәләм:
- Ул ҡасандыр һине күреп,
Күңеленә һалған, тинем.
Һалдат булғас, яраһы бар,
Аяҡ пүстәк, үҙе имен.
Ә ҡайтҡас та ағайыма:
- Һинә бер сер алып киләм,
Үрғе остан әхирәтем
Һалды, тинем, бер тоҡ сәләм.
Йоҙороҡтай ғына саҡтан
Һиңә ғашиҡ икән ул ҡыҙ.
- Ағайыңды яратам, ти,
Йәшәрмен, ти, нисек унһыҙ.
Мин йөрөйөм, кәлеп һалам,
Үрге остан түбән осҡа.
Димсе диңгеҙ кисерә, ти,
Тырышлығым китмәҫ бушҡа.
Нурға манған кеүек хәҙер
Ағайымдың һары йөҙөн.
Яуырыны күтәрелде,
Үрге остан алмай күҙен.
Бына шулай, еңгәкәйем,
Бәхет өсөн ҡорҙом хәйлә,
Кем бәхетле икәнлеген
Үҙең күр ҙә, үҙең шәйлә.
Әхирәтем һис ышанмай,
Ҡапыл килгән бәхетенә:
- Һин ултырттың мине, - ти ул,
Мөхәббәттең тәхетенә.
Һиңә еңгә булыу, бикәс,
Яҙылғандыр маңлайыма.
Әхирәтем ҡатын булды
Һыңар аяк ағайыма.
***
Ҡараташтың һарынаһы
Ҡуҙғалағы, ҡымыҙлығы.
Балтырғандың татлылығы,
Һутлылыға, тығыҙлығы.
- Әйҙә, еңгә, эшкә тотон,
Ал ҡулыңа салырыңды.
Ауыҙыңдан алда уйла
Тоҡсайыңа һалырыңды.
- Тоҡсай түгел ҡулдарыма,
Ауыҙғынам яҡыныраҡ.
Атты туғар таш артына,
Унда еләҫ, һалҡыныраҡ.
- Нык һаҡла, тип, колхоз атын
Ҡалдырҙылар Нәфисәгә.
Ул арбаға бесән һалды,
Сәй ҡайнатты биш бисәгә.
Берәү кинәт пәйҙә булды,
Ялтлап тора итектәре,
Кейеменең сырышы юҡ,
Барҙыр күмер үтектәре.
Ғатаулла әзмәүере
Килеп баҫты ҡыҙ ҡаршына.
- Йә атың, тип, йә үҙең, - тип
Йәбеште ул ат башына.
Аты китһә, башы китә,
Ҡыҙҙы хөкөм, көтә төрмә.
- Йә атыдмы, йә үҙеңме?
Башта бер уй: атты бирмә!
***
Бибиғәйшә эй ҡыуанды,
Тапты йыуа, барыһында.
Килһә, ҡыҙый илап ята
Оҙон үлән араһында.
Ул баҫлығып, сеңләп илай;
- Ҡотҡарҙым, ти, атты, атты-йй.
Бибиғәйшә саҡ төшөндө:
- Нишләнең һин, һантый, һантый.
Илай-илай ялбара ҡыҙ:
- Һанаһан, ти, мине тиңгә,
Әсәйемә был турала
Бер ни әйтмә, йәме, еңгә.
Ҡараташтың суҡ муйылы
Шаһит булды ҡара эшкә.
Сәскә-үлән көйөп янды
Ике ҡатын түккән йәшкә.
***
Тик бер аҙҙап барыһы ла
Белә ине был турала.
Нәфисәбеҙ илап ала,
Ҡайғыһынан ултыра ла.
Бибиғәйшә кәңәш бирә:
- Сабыйыңды итмә әрәм.
Кем балаһы икәнлеген
Белһен, һеңлем, бөтә әҙәм.
Был хәлдән һуң Ҡараташта
Ҡаскындарҙы алып ҡулға,
Ғәҙел хөкөм сығарҙылар
Һәр береһен унар йылға.
***
Ҡырҡ бишенсе йылдың яҙы.
Умырзая сәскә атты.
Бибиғәйшә ҡат-ҡат уҡый
Хәлил улы яҙған хатты:
"Еңдек, әсәй, германдарҙы!
Тиҙҙән ҡайтам һинең янға.
Онотолмай утлы һуғыш,
Гөрһөлдәүе һеңгән ҡанға.
Әсәй, ҡайҙан белдең икән
Утка-һыуға керәсәкте?
Доғаларҙы өйрәткәнһең,
Уйлап минең киләсәкте.
Тамуҡтарҙан улар мине
Имен-аман алып сыҡты.
Минең яуҙаш дуҫым булып
Еңеләйтте ауыр сакты.
***
- Шәмсиҡәмәр апайымдың
Ул ғынаһы яңғыҙ бөртөк
Яу ҡырында ятып ҡалды,
Алалманыҡ уны көтөп.
Ә Хәлфетдин еҙнәм минең
Ғәзиз улын көтә һаман.
- Йәшкәҙәй шул күҙҙәрем, ти,
Хәлде ала ҡартлыҡ яман.
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел икән, -
Аҡланғандай була ата,
Йәшкәҙәгән күҙҙәрендә
Мәңге бөтмәҫ һағыш ята.
- Утыҙынсы йылдарҙа, ти,
Яңғыҙ бөртөк улым өсөн
Ниҙәр генә эшләмәнем,
Ҡон ҡайтармай ҡалды үсем.
Үҙен-үҙе һуйған, тиеп
Моратшанын данын һаттым.
Күкрәк киреп көрәшмәнем,
Ҡуян кеүек боҫоп яттым.
Ғатаулла коммунистан
Алынмаған үсем ҡалды.
Тирә-яҡта минең хаҡта
"Ҡурҡаҡ" тигән исем ҡалды.
Ҡарт көнөндә илаһын, тип,
Гонаһтарын түләһен, тип.
Хоҙай орҙо, ахры, мине,
Зарлап барып үләһең, тип.
***
Белореттың тормәһенән
Нәфисәгә килде бер хат:
"Кисер мине, иҫәүәнде,
Үтенәмен һинән ҡат-ҡат.
Ун йыл үтер, мин ҡайтырмын,
Көт, Нәфисә, көтһөн улым!
Киләсәктә һеҙҙең менән
Бергә бульгу минең уйым.
Рәхмәтлемен Хоҙайыма,
Ҡауыштырҙы мине һиңә.
Улыбыҙға минең хаҡта
"Ҡасҡын" йәки "бандит" тимә.
***
Һуғыштан һуң тәүге яҙҙың
Шаулап-гөрләп килгән сағы.
Ҡурсаҡ кеүек бер һылыуға
Хәлил ғашиҡ булды тағы.
Ғатаулла коммунистың
Иҫән ҡалған оло ҡыҙы
Егетебеҙ йөрәгендә
Дөрләтеүсе һүнгән ҡуҙҙы.
Ике тамсы һыу шикелле,
Оҡшаған ул һеңлеһенә.
"Һеңлем һине һөйгән саҡта
Мин дә ғашиҡ инем һиңә".
***
Кибеттәрҙә араҡылар
Өс һум алтмыш ике тинлек.
Башҡа әйбер алмаһаҡ та
Араҡыһыҙ сыҡмай инек.
Бибиғәйшә бик болоҡһоу,
Хәлил уны һалды уйға,
Илдәр тыныс, донъя бөтөн,
Нимә етмәй икән уға?
Бер яртымы, йөҙ граммы?
Күп кәрәкме йәш кешегә?
Ғәзиз улы күҙ алдында
Әйләнде бит эскесегә.
Эшкә барһа эсеп ҡайта,
Баш тартыуҙар булғаны юк.
- Әйҙә, ҡустым, мәмәйләнмә,
Тот көрөшкә, берәйҙе һуҡ!
***
Хәлил быйыл кәләш алды.
Килен матур, үҙе уңған.
Ғатаулла ҡыҙы,әммә
Бер ямандан яҡшы тыуған.
Бар хәленсә әҙерләнеп
Үткәрҙеләр улар туйҙы.
Хәлил генә айыҡмайса,
Аҙна-ун көн кәләш "йыуҙы".
***
Әҙме-күпме ғүмерендә
Күпте күрҙе Бибиғәйшә.
Һуңғы мәлдә үҙ алдына
Шыбыр-шыбыр гел һөйләшә:
- Эй, араҡы, осрағанһың
Хәлилемдең юлдарында.
Йоҙорокҡа төйнәткәнһең
Бала һөйөр кулдарында.
Мулла заты эскесе, тип
Көлөүселәр бар, туп-тулы.
Хәбибуллам нимә әйтер?
Хәмер ҡоло уның улы.
Бел, араҡы, был донъяла
Минең өсөн балам ғәзиз.
Әрәм үткән йылдар өсөн
Ләғнәт яуһын һиңә, хәсис!
***
Алтмышынсы йылдар башы.
Алыҫтарҙан килде сәләм.
Бибиғәйшә ҡайғыларын
Уртаҡлашты бөтә ғәләм:
"Һеҙҙе барып күрә алмам,
Яҙып һалам ошо хатты.
Һуңлап булһа ла тапшырам
Һеҙгә сәләм-аманатты.
Өфө. Төрмә. Мин дә тоткон
Хәбибулла менән бергә,
Үҙ кулдарым менән уйы
Һалдым, килен, ҡара ергә.
Мин политик тоткан булам,
Башҡасараҡ миңә хөкөм.
Беломорға оҙатырға
Этап көтә беҙҙең төркөм.
Ғәйепһеҙгә ғәйепләнеп,
Күпме әҙәм булды һәләк.
Тотҡондарҙан тамға ҡала –
Даға, ырғаҡ, бына һәнәк.
Һәр көн таңга, сәғәт биштә
Алып сығып тотҡондарҙы
Юҡ иттеләр, айырыуса
Дин ғилемен тотҡандарҙы.
Ә тотҡондар киткән саҡта
Һөрәнләне ҡалғандарға:
- Мин фәләнмен, фәлән ергә
Еткерегеҙ туғандарға.
Минең бында эләгеүем
Килеп сыҡты ерле-юҡтан.
Үҙ кейәүем күҙ алдында
Һатты мине, ҡәһәр һуҡҡан.
Мин ауылдың рәйесемен,
Совет эшен һалам яйға.
Бына бөгөн ҡағыҙ килгән
Мулла менән Ғәҙел байға.
Был икәүҙе ауылыбыҙҙа
Хөрмәт итә һәммә кеше.
Улар беҙҙе ҡурсалаусы,
Сит-яттарҙың үтмәй теше.
Ғәҙел байҙың бар ғәйебе
Бай булыуҙан ғибрәт ине.
Йүнселдәрҙә генә байлыҡ –
Байлыҡ була, ағай-эне.
Ә муллабыҙ - йәш мөғәллим,
Тормош ҡорҙо яңы ғына,
Аң-белемгә ынтылыусан,
Гөрләп йәшәр сағы ғына.
Ауылыбыҙҙың аҫылдарын
Ҡоҙғондарға бирәһем юҡ!
Бер ғәйепһеҙ йәнде ҡыйып.
Гонаһтарға керәһем юҡ!
Йәлләйем мин үҫеп килгән
Ҡыҙҙарын да, малайын да.
Энер төшөп, ауыл тынғас,
Иҫкәртәйем барайым да.
Барыһы ла атланһын да
Өйөрҙәге аттарына,
Урал аша ынтылһындар
Әүжән-Ҡағы яҡтарына.
Кем эҙләһен башҡорттарҙы
Урыҫ-мурыҫ араһынан,
Тау-урмандар ышаныслы
Беҙҙең башҡорт далаһынан.
Иртәгәһен был икәүҙе
Эҙләп-эҙләп тапманылар,
Ҡорал тотҡан өс әҙмәүер
Өй беренсә атланылар.
Шул сағында беҙҙең кейәү
Барыһын да һөйләп бирҙе:
"Бәлки, ҡайным иҫкәрткәндер,
Энерҙә ул йөрөп керҙе..."
Хобибулла бик һөйкөмлө,
Уҡымышлы дин әһеле.
Көнө-төнө намаҙ уҡып
Ялбарыуҙан бөттө хәле:
- Йәләд ҡулдарына бирмә,
Үҙ үлемем ебәр, Хоҙам.
Мин ҡолоңа һынауындыр
Зиндандағы сиккән ыҙам.
Уны атыр таңда ергә
Хоҙай япты ап-аҡ ҡарҙы.
Хөкөм көтмәй Хәбибулла
Баҡыйлыҡҡа китеп барҙы.
Һаҡсы әйтә: "Был муллағыҙ
Эйә тылсым ҡөҙрәтенә.
Үҙе теләп дөмөккән бит,
Хөрмәт күрһәт хәҙрәтеңә".
Ясин сығып күмдек уны,
Ҡайҙа ятҡан ерен беләм.
Ирегеҙҙең аманаты –
Унан һеҙгә һуңғы сәләм".
***
Бибиғәйшә өсөн ире
Һаман тере, һаман йәнәш.
- Һөйөүебеҙ ҡалҡан булыр,
Минең өсөн ҡурҡма, кәләш,
"Хәбибулла үлде" тиеп
Яҙған, ахры, ағай бушты.
Алыҫтарҙан килгән сәләм
Утҡа һалып, алды һушты.
***
Хәлилде лә тетрәндерҙе
Алыҫтарҙан килгән хәбәр:
- Тормош нисек булыр ине,
Атай иҫән булһа әгәр?
Хәтерендә бик томанлы
Дурт-биш йәше тулған йылдар.
Башын һыйпап, арҡаһынан
Дөп-дөп һөйөп уҙған ҡулдар.
"Атай, атай, атайым" тип
Бик әйтәһе килә уға.
Атай китте лә юғадды,
Төшкән кеүек булды һыуға.
***
- Өфө, һинең тупрағыңда
Ята атам һөйәктәре.
Ҡыҙыл буйы, Ҡырҡты тауы,
Урал һырты тебәктәре.
Атам тыуып үҫкән яҡтар,
Уны һеҙҙән айырғандар.
Саф күңелле бер бөркөттөң
Ҡанаттарын ҡайырғандар.
Миңә атай кәрәк кеүек,
Кәрәкмен мин улыма ла.
Ә мин, йүләр, уны бер ҙә
Алғаным юҡ ҡулыма ла.
Йәп-йәш һылыу әсәйем дә
Ҡалай ҡартайған да ҡуйған,
Бик эйедгән, ауыр, ахры,
Ҡулындағы һыулы ҡомған.
Әсәкәйем - һыңар ҡошҡай,
Ғүмер буйы яңғыҙ-ярым.
Күкрәгендә йөрөткән ул
Аҡҡоштарҙың һөйөү-зарын.
Атайымды көтә-көтә
Сәстәренә сал яғылған.
Атам рухы, мин донъяға
Тыуҙым бөгөн өр-яңынан.
- Бирсе, әсәй, фатихаңды,
Китәйемсе дин юлынан,
Атайымдың изге рухы
Риза булһын мин улынан.
Ә хыялдар бушҡа булды,
Селперәмә килеп торҙо,
Ғатаулла уландары
Ошаҡ тулы кәртә ҡорҙо.
Муллалығын инҡар итеп,
Һананылар диуанаға,
Берәүҙәре хөсөт ҡойһа,
Икенсеһе яла яға.
Гәзит яҙа тетеп-әрләп,
Хайран эштәр, биллаһы, тип,
Коммунистар араһында
Йәшәй заман муллаһы, тип.
Юҡ! Барыбер ауылдаштар
Динде һис тә ҡоротманы.
Яҡтылыҡтын, яҡшылыҡтың
Тәғлимәтен онотманы.
Бик куптәре намаҙ уҡып,
Тота ине ураҙаны.
Ҡорбан салған табындарҙа
Яңғыраны гел аҙаны.
***
Тукһанынсы йылдар эсе.
Боларыша барса донъя.
Хәлил мулла өтә баҫып,
Шаһиттәрҙән тамға йыя.
Ул нимәлер юллап йөрөй,
Ҡағыҙ-ҡәләм тотоп ҡулға.
Атаһының мелкәтенән
Биш мең аҡса тейгән уға.
Үҙ аҡсаһы юҡмы тиһәң,
Халыҡтыҡы менән янды.
Хөкүмәттен ҡарары бар:
Меңәр тәңкә нолгә ҡалды.
- Мәсет өсөн ағас алам,
Ҡалай алам был аҡсаға.
Һаулыҡ етһә, мәсет һалып,
Күмәсәкмен гөл-баҡсаға.
Йома көндө ир-егеттәр
Мәсет өсөн нигеҙ ҡора.
Фатихаһын биреп Хәлил,
Аят уҡып баҫып тора.
Ә ҡаршыла төркөм-төркөм
Теҙелешкән ябай халыҡ,
Гөрләп сыҡҡан күкрәк моңон
Тыңлай улар тып-тын ҡалып.
Аҙан моңо. Сарсап-сарсап,
Һыуһағайны халыҡ уға.
- Рәхмәт, Хәлил ағай, - тиҙәр, -
Ниәттәрең булһын уңға.
***
Юҡ! Эҙләмә, табалмаҫһың,
Ҡаш өҫтөнә ҡуйма ҡулың.
Бибиғәйшә күптән үлгән,
Ишетмәй ул Хәлил улын.
Ғатаулла уландары,
Туғандары бар арала.
Изге эште хуплай улар:
- Мәсет булыр, манара ла!
Ҡырын эште, кирелекте
Оноткан, ти, билсән заты.
Хәтерҙәрҙән юйылған, ти,
Ғатаулла исем-аты.
Баҙындағы көмөш айҙы
Ҡағып мәсет түбәһенә.
Ул үҙе лә иҫон булһа,
Ҡайтыр ине тәүбәһенә.
***
Тымыҡ иртә, зыярат та
Ойоп ята күк томанға,
Бибиғәйшә ҡәберендә
Сирень шаулай тиктомалға.
Япраҡ елпер еле лә юҡ,
Ә ул шыбыр-шыбыр шаулай,
Яңғыраған аҙан моңо
Һөйөндөргән уны шулай...
Достарыңызбен бөлісу: |