V-viii кластар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән интернет- олимпиада һорауҙарына яуаптар



Дата04.07.2016
өлшемі39.5 Kb.
#178197
V-VIII кластар өсөн

башҡорт әҙәбиәтенән интернет- олимпиада һорауҙарына яуаптар
1. 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышы осоронда башҡорттар араһынан сыҡҡан иң күренекле сәсәндәр: Байыҡ сәсән, Ишмөөмөт сәсәндәр.
2. “Икенсе әрме риүәйәте”, “Буранбай риүәйәте”… Ошо темаға арналған күренекле әҙәби әҫәрҙәр- Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһы, Я.Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” романы

3.”Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта,



Һул ҡулында булыр ҡурайы.” Был йырҙа башҡорт халҡының күренекле шәхестәренең береһе булған Ҡаһым түрәнең батырлығы, тормошо һәм хәрби эшмәкәрлеге һүрәтләнгән. Шулай уҡ ҡурай уның өсөн тоғро юлдашы икәне асыҡ бирелгән.

4. Башҡорт ғәскәрҙәрен Байыҡ сәсән оҙатып ҡала. Байыҡ Айҙар сәсән- элекке Златоуст өйәҙе Мырҙалар волосы Мәхмүт ауылында 1710 йылда Байназар тархан 4аилё8ендё тыуып, й277ён ашыу йыл ғүмер иткән атаҡлы сәсән. Ул Башҡортостан тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ҙур тарихи ваҡиғаларҙың тере шаһиты. Илгә еңеү яулап ҡайтҡан батырҙарҙы ла ҡаршылаған сәсән.

5. “Төньяҡ амурҙары” романын Я.Хамматов яҙған. Сибай ҡалаһының төп урамында-таусылар проспекты башланған ерҙә урынлашҡан гранит һәйкәл уҡ һәм йәйә баш өҫтөнә күтәргән яугирҙы һынландыра. Һәйкәл авторы Мәскәү скульпторы Вадим Кириллов. Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғалары ҡушылған ерҙә, башҡорт полктарын йыйыу, өйрәтеү ойошторолған булған. 7,5 метр бейеклегендәге һәйкәл республикала 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә арнап ҡуйылған берҙән-бер монументаль скульптура.

6. Ҡаһым түрә (Ҡаһым Мырҙашев) хәҙерге Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуып үҫкән. 1811 йылда уға 33 йәш була. Йөҙ башы дәрәжәһендә һуғышҡа китә һәм 1813 йылда һәләк була.

7.

8. Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә” драмаһы. Б.Бикбай был дамала башҡорт халҡының Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары, хәрби традициялары хаҡында яҙып, халыҡта милли ғорурлыҡ, батырлыҡ сифаттары тәрбиәләү маҡсаты ҡуя. Ошо хәрби традицияларҙы артабан үҫтерергә, юғары күтәрергә саҡыра.



9. “Любизар” йырында.

10. “Икенсе әрме риүәйәтенән”. Был башҡорт халыҡ йыры“Урал ” йырына бик яҡын.

11. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда ил башында Александр I торған.

12. “Икенсе әрме риүәйәте”, ”Буранбай”риүәйәте. Йырҙар-“Любизар,”Әхмәт Байыҡ”,”Ҡаһым түрә”.

13. Легенда буйынса Ҡаһым түрәгә полковник дәрәжәһе бирелә.

14. Наполеон генералы де Марбо үҙенең мемуарҙарында башҡорт яугирҙарының француздарҙа иҫ киткес тәьҫир ҡалдыра. ………

15. Наполеонды еңеп, һуғыш бөткәс, улдары ҡайтҡанда, Байыҡ сәсән 104 йәштә булған.
Башҡорт теленән яуаптар
1. Төп башҡорт һүҙҙәре: әсәй, йүкә, олатай, елән, сәңгелдәк, мәҡәл, яу, һыу, ҡорот.

2. Атаҡ- аҙаҡ, атығ- аҙыҡ, тағ- тау, iч- эт, бан- май, буң- мул, ар- ер

3. көньяҡ,Гөлйемеш, дуҫ-иш, аҡтамыр.

4. партизан, батыр, етәксе, драматург, ректор, маршал

5. А-- үҙләштерелгән һүҙҙәр

Б – күп мәғәнәле һүҙҙәр

В – күсмә мәғәнәле һүҙҙәр

Г - синонимдар

Ғ- үҙләштерелгән һүҙҙәр

Д - иҫкергән һүҙҙәр

Ҙ - омонимдар

Е – дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәр

Ё – дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәр

Ж – иҫкергән һүҙҙәр

6. Батыр яуҙа беленер, сәсән дауҙа белерен.

Батыр үҙе үлһә лә, исеме ҡала.

Байлыҡ күрке мал менән, батыр күрке дан менән.

Күҙ ҡурҡаҡ,ҡул батыр.

Батыр бер үлер,ҡурҡаҡ мең үлер.

Егет булһа, батыр булһын, тыуған иленә тоғро булһын.

Батыр алдында арыҫлан да ҡурҡыр.

Батыр ут булыр, ҡурҡаҡ ҡуш булыр.

7. Ҡуш йөрәкле- ҡыйыу

Тишек кәмәгә ултыртыу- алдау

Балтаһы һыуға төшөү- төшөнкөлөккә бирелеү

Айыу майы һөртөү- урлау

Телдән ҡалыу- аптырау

8. “Башҡорттоң хатта аты ла үҙенең яйына ҡалыплашҡан: салт, сыҙам һәм өркөүһеҙ, шуның өҫтәүенә әрһеҙ һәм арзан”, - тип яҙа генерал Чернов.

9. Сифат ҡылымдар: ҡаршылашҡан, йыйылған, арзан булған(үткән заман);

10. Был юлдар “Любизар” йырынан.

11. Һуғыш афәте Мәскәү ҡалаһына яҡынлашҡан мәлдә, башҡорт ир-егеттәре дошманға ҡаршы дәһшәтле һөжүм башлай. Башҡорттар һис шикһеҙ ҡурҡып ҡалмайҙар, үҙҙәренең ғәскәрен төҙөп һыбайлы юлға сығалар. Ватан һуғышында яуһыҙ көрәшеп батырлыҡ күрһәтәләр. Башҡа милләтттәр менән берҙәм башҡорт халҡы ла үҙ өлөшөн индерә был һуғышта.

12. әкрен- сифат, яман-сифат, тиҙ-рәүеш, яман- рәүеш.

13. Башҡорт халҡының яратып башҡарылған йырҙары байтаҡ. Шуларҙың айырыуса “Любизар”,”Ҡаһым түрә”, “Һай, илкәйем”,”Француз көйө”, “Кутузов” йырҙары халыҡ араһында билдәле. Беҙҙең халҡыбыҙ үҙенең батырҙарын ҙурлап йырҙар ижад иткән. Илде һаҡлау, яратыу, ҙурлау кеүек мәңгедек темалар бөгөнгө көндә лә һаҡлана. Беҙ уларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ, сөнки Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге – беҙҙең ҡулда. Бигерәк тә быйылғы йыл әһәмиәтле беҙҙең өсөн. Тарихты белеү, ул һәр кем өсөн кәрәк. Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы хөкүмәтебеҙ тарафынан бик күп эштәр эшләнә. “Төньяҡ амурҙары” төркөмөнөң эштәре баһалап бөткөһөҙ тип уйлайым.

14. А. Яҡташтарҙың көтмәгәндә осрашыуына беҙ генә түгел, бөтә егеттәр ҙә сикһеҙ шатланды.

Б. Күңелдә ҙурланған, йырҙа йырланған, ҡояшта нурланған тау ул беҙҙең Уралтау! Хәбир сажин буйлы, баһадир кәүҙәле, ыласын кеүек ҡыйыу, яҡты ҡарашлы, шат, , шаян егет булы п үҫте.
В. Бик һуң бит әле ,әсәй, сисенеп торһам…

Г. Һуғыш…

Ғ. Тауҙары- алтын-ҡөмөшкә, һыуҙары- балыҡҡа, ҡырҙары- игенгә, урмандары һылыу ағастарға бай ул ерҙең.

15. 1. диалект һүҙҙәре

2. үҙләштерелгән һүҙҙәр

3. фразеологик берәмектәр

4. профессиональ һүҙҙәр

5. неологизмдар



6. архоизмдар

7. дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәр

Достарыңызбен бөлісу:




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет