Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет12/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   40
Икенсе картина

Колхоз идараһы. Бүлмәлә Ибрай яңғыҙы. Ул көҙгөгә ҡарап телмәр тоторға өйрәнә.

Ибрай. Хөрмәтле вә ҡәҙерле апайҙар! Эш һөйөүсән вә уңған еңгәләр! Сибәр килендәр! Йәш һылыуҡайҙар! Уҡыусы балалар! Илебеҙҙә ҙур һуғыш бара. Бөйөк Ватан һуғышы. Колхозда ир-ат ҡалманы. Ғәзиз атайҙарыбыҙ, һөйөклө улдарыбыҙ, ҡәҙерле ҡустыларыбыҙ яуға китте. (Ситкә тарап.) Шулайыраҡ башлап ебәрһәм, яҡшы булыр. Миңә быйыл уҡ нисек тә райкомға үрмәләргә кәрәк... Унан обкомы ла йыраҡ ҡалмаҫ! Башта райком! Артабан — обком! (Көҙгөгәтарап.) Дуҫтар! Беҙ хәҙерге

189


яуаплы ваҡытта (күкрәк һуга-һуга) һәр ҡайһыбыҙ, кәм тигәндә, икешәр-өсәр кеше өсөн эшләргә тейешбеҙ! һәм эшләрбеҙ ҙә! (Өҫтәл һугып.) Мин талап итәм!.. (Ситкә ҡарап.') Юҡ, ҡапыл да улай бик ҡәтғи булыу килешмәҫ. Әкрен генә, һиҙҙермәй генә үрмәләргә кәрәк уларҙың йәндәренә. Фронтҡа — батырҙар, ә тылға ҡолдар кәрәк!..

Ишек шаҡыйҙар.

Кем унда? Әйҙә, уҙығыҙ!..

Ғәзизә (инеп). Мөмкинме, Ибраһим Эмирович?..

Ибрай. Ой, Ғәзизә! Күгәрсенкәйем! Минең иң яратҡан актрисам!.. Ниңә улай ялындырып ҡына йөрөйһөң? Ҡасандан бирле көтәм бит инде мин һине!..

Ғәзизә (уйнап). Улай, театрыбыҙ тураһында борсолғас, рәхмәт инде...

Ибрай. Кил, ултыр әле ҡаршыма!.. Ну, бер көн Миләүшәне уйнаның да инде! һин һыуға^ ташланғас, театрҙаултырыуымды онотоп, саҡ «Ғәзизә! Йәнем!» тип ҡысҡырманым! һине бөтә йәнем-тәнем менән һыуҙан тартып сығарғым, үлемдән ҡотҡарғым килде... Юҡ, ул саҡта ниҙәр кисергәнемде мин һиңә хәҙер аңлата ла алмайым, Ғәзизә күгәрсенкәйем!.. Шунда сәхнәгә йүгереп менеп, һине һөйһәм, үпһәм рөхсәт итер инегеҙме?

Ғәзизә (уйнап). Үлгән ҡыҙҙы нисек үбәһең?

Ибрай. Эй, улайһа, бына хәҙер...

Ғәзизә. Юҡ инде, Ибраһим... туй үткәс дөмбөргә, тигәндәй... Ваҡыты булыр әле. Берәй яңы ролемде бик матур башҡарһам, сәхнәгә менерһегеҙ ҙә, бөтә тамашасылар алдында...

Ибрай. Ғәзизә! Бына әле сәбәбе лә бар. Бөгөн минең тыуған көнөм!

Ғәзизә. Ой, Ибраһим, ҡотлайым! һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ-сәләмәтлек һәм бөтә ғүмер юлығыҙҙы һөйөклө ҡатынығыҙ менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә үтеүегеҙ- ҙе теләйем!..

Ибрай. Рәхмәт, әлбиттә! Рәхмәт!..

Ибрай тиҙ генә табын әҙерләй. Шкафтан бер шешә иҫерткес эсемлек һәм еңел ашамлыҡ алып, өҫтәлгә ҡуя.

Ғәзизә. Ибраһим Эмирович, беҙҙең унда артисткаларыбыҙ ас ултыра. Өс көн ашағаныбыҙ юҡ...

190


Ибрай. Эйе, эйе, беләм... Ғәзизә күгәрсенкәйем, ҡоро ҡашыҡ ауыҙҙы йырта, тигәндәй, аҙыраҡ күңел асып алайыҡ әле... Әйтермен, әйтермен. Былай колхоз милке тигәндә, ҡаты ҡуллы хужа мин. Яратҡан артистарымды ас йөрөтмәм, билдәле. Ит, май, борсаҡ... аҙыраҡ балын да яҙҙырырмын... Әйҙә, Ғәзизәкәй, минең һаулыҡҡа берҙе тотайыҡ әле!..

Ғәзизә. Айда, поехали!..

Ибрай эсеп ҡуя.

Ибрай. Ә һин ниңә эсмәйһең? Ғәзизә! Улай ярамай бит инде, күгәрсенкәйем...

Ғәзизә. Бөгөн минең спектакль уйнайһым бар, халыҡ алдына эсеп сығыу мөмкин булмаған хәл...

Ибрай. Ғәзизә! Матур ҡулдарьщды бер яратайым әле!..

Ғәзизә (уйнап). Әйҙә инде, йәнеғ; теләгәс...

Ибрай. Ғәзизә! һин беҙҙең артисткаларҙьп-j иғ; һылыуы!

Ғәзизә. Беләм... шуға миғр күҙең төшкәндер ҙә әле... Тамашасыларға оҡшағас, беҙгә лә бик күңелле!.. Артисткаға тағы ни кәрәк!..

Ибрай. Юҡ, артисткаға бик күп нәмә кәрәк, Ғәзизә күгәрсенкәйем! (Эсә-эсә һөйләй.) Артистка бөтәһенән элек ҡатын-ҡыҙ әле ул. Ә ҡатын-ҡыҙ һөйөр, һөйөлөр өсөн яратылған! Ул һәр ваҡыт, даими рәүештә ҡурсалауға, яҡлауға мохтаж зат! Уның янында үҙ яртыһы булырға тейеш! Уға йылылыҡ, күңел йылылығы кәрәк! Наҙ кәрәк! Беләһең, мин ябай тамашасы ғына түгел, миңә бөтә ауылдың, йөҙҙәрсә кешеләрҙең яҙмышы тапшырылған! Бөтәһе лә минән ниҙер көтә! Бөтәһе лә минеғ; күҙемә генә ҡарап тора! Мин барыһы тураһында ла борсолам, ҡулдан килгәнсә уларға ярҙам итәм, әммә барыһын да бәхетле итеү мөмкин түгел. Ә бына һине бәхетле итеү өсөн мин бөтәһен дә эшләйәсәкмен, Ғәзизә күгәрсенкәйем, сөнки шул йөҙҙәрсә кешенән мин һине генә һайлап алдым, һиңә ярҙам иткем килә, һине һуғыш ауырлыҡта- рынан ҡотҡарғым килә!.. Маҡтана тип уйлама, мин бик көслө кеше! Мөхәббәттең көсө лә көслөләр ҡулында. Уға буйһонмау мөмкин түгел!.. (Ғәзизәне үбергә итә.)

191


Ғәзизә (оҫта гына тайпылып). Ибраһим ағай!.. Ит, май, борсаҡ һәм бал бирергә тигән яҙыуҙы минең алдыма килтереп һалығыҙ!..

Ибрай. Хәҙер, күгәрсенкәйем! Хәҙер! Ит күпме кәрәк? Ярты һыйыр түшкәһе етерме?

Ғәзизә. Әлегә етеп торор.

Ибрай. Майы, борсағы, балы... уларҙы — бүстәк!.. Мин ни... бына яҙҙым!.. (Ғәзизәгәтарап тора.)

Ғәзизә. Рәхмәт!..

Ибрай. Бында, күгәрсенкәйем, рәхмәт менән генә ҡотола алмайһың әле... (Ашыҡмай гына бөтәһен дә еренә еткереп, тсагыҙга мисәт һуга.)

Ғәзизә. И, Хоҙайым...

Ибрай (7сагыҙын уйнатып). Бына хәҙер булды! Ҡултамғамды һалдым, мөһөрөмдө һуҡтым!..

Ғәзизә (псагыҙга ынтылып). Иә, бирегеҙ инде!..

И б р а й. Ә авансы?

Ғәзизә. Ниндәй аванс ул, Ибраһим ағай?

Ибрай. Г әлдәргә һыу һибәйек! Алһыу ирендәреңде бер һурып үбәйек! (Уны үпмәксе була, Ғәзизә яй гына ҡаршылыҡ күрһәтә.) Ғәзизә! Был ни ҡыланышың инде?

Ғәзизә (уйнап). Ибраһим ағай! һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар...

Ибрай (тагы лаҡагыҙын уйнатып), һары май! Бер түшкә һыйыр ите! Бер тәпән бал!..

Ғәзизә. Бөгөн түгел...

Ибрай. Ҡасан? Мин бит күреп торам. Өлгөргәнһең! Тулышҡанһың! һиңә наҙ кәрәк! Ләззәт кәрәк! Ирҙәрҙең ҡайнар ҡосағы кәрәк, күгәрсенкәйем!.. Иә, ҡарышма! Юғиһә мин...

Ғәзизә (сәгәтенәҡарап). Унда мине артисткаларым көтә...

Ибрай. Мин дә көтәм!.. Минең дә түҙемлегем ҡалманы! Арыҫланды ярһытма!.. (Ҡагыҙын кеҫәһенә һалып ҡуя.)

Ғәзизә. Уф, Алла!..

Ибрай. Үҙеңде әллә кемгә ҡуйма! (Уны ҡосагкларга итә, әммә көсө етмәй.)

Ғәзизә. Асығыҙ ишекте!

Ибрай. Ҡыланма!..

Ғ әзизә. Мин ҡысҡырам!..

Ибрай. Алйот һин! Ғәзизә! Бындай яҙыуҙы мин бер кемгә лә биргәнем юҡ, һиңә генә яҙҙым! Киләсәктә лә

192




яҙырмын! Бысағың майҙа, ауыҙың балда булыр. Уның хәҙер донъяһы шундай. Аҡыл менән йәшәһәң, ауыр заманды ла еңеләйтеп була!..

Ғәзизә. Аңлағыҙ, мин ир ҡатыны. Ирем унда тыуған илебеҙҙе яҡлап ҡан ҡоя, ә һеҙ... (Илай.) Ибраһим ағай, мин иремә бер ваҡытта ла, бер ваҡытта ла хыянат итмәйәсәкмен! Мин уның иҫән-һау ҡайтыуын тилмереп көтәм! һәм ул ҡайтасаҡ, Алла бирһә!..

Ибрай. Ҡайтмай ул!..

Ғәзизә (тетрәнеп). Нимә? Нимә тинегеҙ?

Ибрай. Унан ҡайта алмай ул! Мин дә уның иҫән-һау ҡайтыуын теләйем! Ләкин һин мине ғәфү ит... немецтар ана Мәскәүгә етеп килә, беҙҙең армиялар ҡырыла...

Ғәзизә. Ҡайтыр! Ҡайтыр, Алла бирһә, минең Хәйҙәрем! Мин уны һөйөүҙәрем, ҡайнар мөхәббәтем менән, йәнем-бәғерем менән тартып сығарасаҡмын ут эсенән!

Ибрай. Ирең иҫән ҡайтһа ла, йә аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡайтыр, унан кемгә кәрәк ул?

Ғәзизә. Туҡтағыҙ!..

Ибрай. Ғәзизә! Алйот булма! һин йәшһең! һылыуһың! Үҙеңдең йәшлегеңде, һылыулығыңды әрәм итмә, файҙаланып ҡал!

Ғәзизә. Асығыҙ ишекте! Йә, кемгә әйтәләр!..

Ибрай. Ғәзизә! Әгәр ҙә шулай алйотланһаң, киләсәктә, беләһеңме, һине нимә көтә? Ғүмер буйы ирҙәр наҙын күрмәгән, тэн-йән ләззәтен татымаған, һис кем ҡағылмаған, ирҙәр ҡулы теймәгән ғиффәтле ҡортҡа яҙмышы көтә һине!

Ғәзизә. Иблис! Иблис!..

Ибрай. Мин иблис түгел, ана, Гитлерҙы һүк! Фашистар иблис!.. (Өҫтәл тартмаһынан бер нисә өс мөйөшлө һалдат хаттары алып.) Бына быларҙың ниндәй хаттар икәнен беләһеңме һин?

Ғәзизә. Уф, Алла!.. Кемгә ул хаттар?! Тағы ла кем үлгән?

Ибрай. Ҡурҡма, был әле һиңә түгел...

Ғәзизә. Кемгә? Кемгә?

Ибрай. Бергә эшләгән иптәштәреңә... Таймасов менән Ғарипов...

Ғәзизә. Ярабби! И, Фәриҙәкәйем! И, Әминәкәйем!..

Ибрай. Нишләмәк кәрәк, һуғыш — һуғыш инде ул, үлемһеҙ булмай...

7- 1.0129.11

193


Ғәзизә. Их һин, оятһыҙ! Ер бит! Кешеләр яҙмышына төкөрөп, мөхәббәт тураһында лаҡылдайһың!.. Ҡәбәхәт!.. (Араҡыны алып, уныц битенә һибә.)

Ут Һүнә.

Театр яҡтыра.

Ике әбей инә.

Беренсе ә бе й. һаумыһығыҙ әле!

Икенсе әбей. һаумыһығыҙ!

Беренсе әбей. Артисткалар килгән, тигәйнеләр. Ҡайҙа икән улар?

Фәриҙә. Артисткалар карточкала инде! (Ҡыҙҙар көлөшәләр.)

Икенсе әбей. Ҡасан килерҙәр икән? Белмәйһегеҙме? Зөбәйҙә. Быйыл!

М ә р й ә м. Кискә!

Ғәзизә. Артисткалар килеп етмәгәндәр әле.

Ә б е й ҙ ә р. Ә, ярай әтү!

М әрйәм. Апай, апайҙар! Ҡарағыҙ әле! (Ҡыҙҙар өҫ кейемдәрен һалалар, бейейҙәр.)

Беренсе әбей. Артисткалар икән! Ҡалай шаяндар! Икенсе әбей. Вәт шаяндар!

Ҡыҙҙар сиратлашып әбейҙәр менән күрешәләр.

Беренсе әбей. Бына яңы ғына бешкән бәрәңге. Эҫе килеш ашап алығыҙ әле, балаҡайҙар!..

Фәриҙә. Апайҙар, ә һеҙ бер туғандармы?

Береғгсе әбей. Юҡ, беҙ көндәштәр. Ул — бабайҙьщ икенсе ҡатыны, мин беренсеһе булам. Улыбыҙ бар. һуғышта әле.

Икенсе әбей. Эйе, хаттарын алып торабыҙ. Яңыраҡ ҡына орден биргәндәр.

Беренсе әбей. Беҙ һеҙҙе алып китергә тип килдек! Беҙгә ҡуна киләһегеҙме?

Икеғ1се әбей. Килегеҙ! Килегеҙ!

Әминә. Апайҙар, беҙ күмәк бит, етәүбеҙ...

Беренсе әбей. Күңел киң булһа, урын табыла ул. Таңһылыу. Апайҙар, ә һеҙ кискә спектаклгә киләһегеҙме?

194


Беренсе әбей. Киләбеҙ, киләбеҙ... Килмәгән ҡайҙа ул!..

Икенсе әбей. Үҙебеҙҙең, театрыбыҙ бит. Үҙебеҙҙең театрға килмәһәк, бәғерҙәребеҙ таш булыр.

Беренсе әбей. һеҙҙең ҡайтыуығыҙға мунса ла яғып торорбоҙ.

Әминә. Мунса?! Ә миндектәрегеҙ бармы? Минең еҫле һабыным да бар әле, ҡыҙҙар! Ура! Мунса инәбеҙ!

Ут һүнә.

Сәхнә яҡтырғанда ҡыҙҙар мунса инә.

Фәриҙә. И, Ғәзизә, билкәйҙәрең! Егет булһам, һиңә генә әйләнер инем! Ысын!

Ғәзизә. Әй, ҡытығымды килтерәһең бит!..

Мәрйәм. Уф, эҫе, бөтә тәнем ут булды!..

Әминә. Ҡыҙҙар, ләүкәне емерәһегеҙ бит, ана, эскәмйәгә ултырып йыуынығыҙ!

Зөбәйҙә. Ә мин эҫене яратам! Ҡыҙҙар, пар өҫтәгеҙ әле!

Т ышҡы яҡта әбейҙәр ултыра.

Беренсе әбей. Был ҡәһәрле һуғыштың михнәттәре ҡатын-ҡыҙҙарҙың да иңбаштарына төштө.

Икенсе әбей. Ҡатын-ҡыҙ — ул бит донъяның матурлығы! Улар кешегә матурлыҡ, иман таратып йөрөйҙәр!

Беренсе әбей. Беҙ ашағанды — ашағанбыҙ, йәшәгәнде — йәшәгәнбеҙ инде! Әулар — балалар ғына бит әле. Кешенең күңелен асабыҙ тип, күпме ауырлыҡтар кисереп йөрөйҙәр.

Икенсе әбей. Хоҙай һаҡлаһын инде уларҙы!

Мунсала.

Таңһылыу. Ҡыҙҙар, бер ҡыҙыҡ һөйләйемме? Булатым менән ҡауышҡас, беренсе тапҡыр мунсаға барҙыҡ, мин оялып ишек төбөндә ултырам, ә Булат ләүкәлә ята. Мине саҡыра, мин бармайым. Кил инде, мин һинең ирең бит, ти...

Ҡыҙҙар. Шунан? Барҙыңмы янына?

Таңһылыу. Юҡ, ишек төбөндә йыуынып сыҡтым.

7*

195


Зөбәйҙә. Эй, алйот! Ирең янына барырға ине... Мунса ир менән ҡатын өсөн ожмах инде ул!..

Фәриҙә. И, ҡыҙҙар, беҙгә бында рәхәт тә ул, унда иркәйҙәребеҙ ни хәлдә икәғг? Биттәре, ҡулдары өшөй микән...

М ә р й ә м. һуғыш та юҡ һымаҡ был минутта!

Фәриҙә. Ана, йондоҙҙар ҙа яҡын һымаҡ күренә, эйе бит?

Әминә. Борон-борон заманда берәүҙең ете ҡыҙы булған. Етеһе лә матур, етеһе лә батыр икән. Ҡырға сыҡһалар, гел бергә йөрөйҙәр икән. һоҡланмаған әҙәм заты ҡалмай, ти, быларға, ҡыҙыҡмаған йән эйәһе ҡалмай, ти. Бер саҡ был ҡыҙҙар тауға сыҡҡандар. Дейеү батшаһы быларҙы күреп ҡалған да арттарынан ҡыуа төшкән. Былар етәкләшеп тау башына менеп киткәндәр. Дейеү баҫтырып улар артьшан килгән. Инде тотам, инде эләктерәм тигәндә, ҡыҙҙар берәм-берәм һикереп күккә ашҡандар. Етеһе ете урынға боҫҡандар. Айырылмаҫ өсөн бер-береһенэ яҡын торорға тырышҡандар. Шул ете ҡыҙ ете йондоҙ булып ялтырай башлаған. Аҙаҡ уларҙы Етегән йондоҙ тип атағандар. Ҡыҙҙар, ҡарағыҙ әле — Етегән йондоҙ!

Ғәзизә. Ана, иң ялтырауыҡлыһы мин!

М ә р й ә м. һинең эргәңдә мин!

Фәриҙә. Анау мөйөштәге бэләкәскенәһе мин!

Ҡар яуа, ҡыҙҙар ҡар ырғытышып уйнайҙар.

Фәриҙә (хат яҙырга ултыра). «Хат башы, яҙ ҡаршы! һинән күптән инде хаттар килгәне юҡ. Яҙырға мөмкинселегең юҡтыр инде. Мин һине аңлайым, ә беҙҙең былай хәлдәр һәйбәт, театрыбыҙ йәшәй, спектаклдәр уйнап торабыҙ. Әле «Ғәлиәбаныу» спектаклендә мин һинең ролеңде, Исмәғилде, уйнаным, ә Зөбәйҙә — Хәлилде. Мыйыҡ йәбештергән булдыҡ инде шунда. Уныһы ныҡ йәбешмәй. Килә' лә төшә. Ғәзизә, бахырҡай, илап бөттө... Эй, ҡыҙыҡ! Былай халыҡҡа оҡшаны. Ахырыһы, ышанып ҡараны. Яңыраҡ Рәшит Ниғмәтиҙең «Урман шаулай» пьесаһын ҡуйҙыҡ, һуғыш тураһында.

Зөфәрем, аҡыллым, беҙ тырышабыҙ, вәғәҙәбеҙгә тоғробоҙ. Әммә һеҙһеҙ ауыр, театрҙың йәме юҡ. Бына бөгөн беренсе ҡар яуҙы... Тиҙҙән Яңы йыл. Хәтерләйһеңме, беҙ Яңы йылда һәр ваҡыт теләк теләй инек, һәм улар

196




тормошҡа аша ине. Мин быйыл да, Яңы йылда, һинең иҫән-һау ҡайтыуыңды теләйәсәкмен һәм һин ҡайтасаҡһың! һеҙ бөтәгеҙ ҙә ҡайтасаҡһығыҙ! Сөнки беҙ көтәбеҙ, һағынып, яратып көтәбеҙ! һине өҙөлөп һағынып, Фәриҙә».

«Ете ҡыҙ» театры яҡтыра. Артистар теҙелешеп ултырғандар ҙа, берәүҙәре баштарын тотоп, ҡайғыға сумған, икенселәре тын

ғына илайҙар.

Бикә. Ниңә ирҙәребеҙ хат яҙмай? Береһенән бер хәбәр килһә, исмаһам?

Зөбәйҙә. Ана, Булаттан килгән бит!

Бикә. Ә ниңә миңә әйтмәнегеҙ? Таңһылыу! Нимә яҙған Булат? Минең Әхнәфем тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәгәнме?

Т а ң һыл ы у. Әйткән...

Бикә. Нимә тигән?

Таңһылыу. Ул ни... мәхшәр тигән. Дошман көслө, әммә беҙҙең дә бирешергә иҫәп юҡ тигән.

Б и кә. Ә Әхнәф тураһында нимә яҙған?

Т а ң һ ы л ы у. Ул күберәк үҙе тураһында...

Бикә. Таңһылыу! Ниңә төҫөң боҙолдо? Ниңә тауышың үҙгәрҙе?

Т аңһылыу. И, Хоҙайым! Әле иҫән-һау булһалар ҙа, һуғыш бит ул!.. Унан кем белә...

Әминә. Ҡыҙҙар! Илап, беҙ үҙебеҙҙе генә бөтөрәбеҙ. Хәҙер илашып ултыра торған ваҡыт түгел. Хәҙер тештәрҙе ҡыҫып, йоҙроҡтарҙы йомарлап... (Ҡысҡырып.) Әйткәндәй, бына мин иламайым бит! Башҡорт бисәләре бер ваҡытта ла күҙ йәштәрен түкмәгән. Илгә баҫҡынсылар ябырылғанда, ирҙәрен, ҡулдарына ҡылыс тоттороп, яуға оҙатҡан! Әсәләре лә, бисәләре лә илап ҡалһа, яу сапҡан ир-атҡа еңел булыр инеме ни? Улар еңеп ҡайта алыр инеме ни?! Белегеҙ, ҡыҙҙар, беҙҙең арала биотоктар йөрөп тора. Кешенең фекерҙәре һәм тойғолары алыҫтан һиҙелә ул. Беҙҙең ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ яугирҙарға көс өҫтәһен! Дошманды еңеп ҡайтырға ярҙам итһен!..

Фәриҙә. Нисек иламайһың, ти, инде? һөйгәнем менән бергә бөтә йәшлегем үлде. Балаларым тыумай ҡалды. Тыуаһы балаларыбыҙ тыумайынса үлделәр, һөйгәнем менән бергә бөтә киләсәгем үлде. Хәҙер ниҙәр генә ҡылайым, нимәләр генә эшләйем. Хәҙер нимә өсөн йә

197




шәргә? Үлмәҫ өсөн генә йәшәргәме? Ә ысын йәшәүҙең үҙе булмаһа, йәшәү өсөн генә нисек йәшәргә?

Әминә. һин кешеләргә кәрәкһең!..

Фәриҙә. Ә миңә кәрәк булғандың бөтәһе лә юҡҡа сыҡты! Үлде! Бөттө! Селпәрәмә килде!..

Әминә. Хоҙай Т әғәлә һиңә талант биргән. Ул һинең үҙең өсөн генә түгел, ә кешеләр өсөн дә. һин уны балҡытырға тейешһең! Яҡтылығы кешеләр йөҙөнә төшһөн, донъя матурланһын!

Фәриҙә. Ә унан миңә ни файҙа? Хоҙай бит үҙе бөтәһен дә тартып алды!..

Әминә. Фәриҙәкәй! һылыуҡайым! Әсәйең һине яҡты донъяға тыуҙырған, һиңә ғүмер бүләк иткән. Был иң ҙур бәхет! Ә ғүмерҙең хаҡы бик ҙур. Беҙгә уны аҡларға, кеше булып йәшәргә кәрәк! Ҡыҙҙар! Бөгөн спектакль уйнайбыҙ!..

  • Ошо хәлдәме?

  • Белмәйем, мин сәхнәгә сыға алырмынмы икән?

Әминә. Сығырһың! Сығырһың! Әйттем — бөттө!

Мин башлыҡ! Үҙегеҙ һайлап ҡуйҙығыҙ. Мин үҙем дә уға буйһонам әле. Сыбыртҡы алып, арт яғыма берҙе һыҙырам да, шунан, уф! Хәл керә лә китә. Йә, ҡуҙғалдыҡ, һылыуҡайҙар!

Даян ҡул арбаһына егелә, ҡыҙҙар уға ярҙам итә. Ярым ҡараңғы сәхнәлә «Ете ҡыҙ» театры китеп бара. Әминә әҙ генә артта ҡалып, уйҙарында Рифҡәте менән осраша. «Ете ҡыҙ» театры сәхнә буйлап китеп барыуын дауам итә.

Әминә. Рифҡәт! Йәнем! һин мине ташлап киттеңме ни инде?

Рифҡәт. Эйе, Әминәкәй, минең йәш ғүмерем шулай ҡапыл ғына өҙөлдө, тыуған илем өсөн яу ҡырында башымды һалдым.

Ә м и н ә. Ә мин һинән башҡа нисек йәшәрмен һуң?

Рифҡәт. Йәшәрһең! һиңә мотлаҡ йәшәргә кәрәк! Иҫәндәр йәшәргә тейеш! һин нәфис, гүзәл, матур заттан булһаң да, көслө кеше! Ир-аттарға ғына хас ихтыяр көсөнә эйәһең!

Әминә. Ғүмер буйы нисек яңғыҙ йәшәмәк кәрәк, Ханым-Солтаным? Яңғыҙлыҡ — иң ҙур бәхетһеҙлек бит ул, Рифҡәт. Ир наҙын татыма, йәнең теләгән бер йылы

198




һүҙ ишетмә, үлгәнсе һөйөү хистәренән мәхрүм бул! Бала бәхетен дә күрмә!

Рифҡәт. Әминә! Әминәкәй! һин йәшһең бит әле. Берәй йүнлерәк кеше осраһа, тот та кейәүгә сыҡ!

Әминә. И, һөйләнең һүҙ! Хәҙер миңә кем ҡараһын? Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙға кәрәкле бер генә матурлыҡты ла бирмәгән бит миңә. Ни буй-һыным, ни йөҙ-битем. Шул кеше ҡурҡытырлыҡ бер тауышым ғына бар инде. Ярай ҙа ул һин мине яраттың. Белмәйем, ниңә яратҡанһыңдыр инде?

Рифҡәт. И, һине нисек яратмайһың, ти, инде, Әминәкәй! һин бит шул тиклем һәйбәтһең! Яғымлыһың! Йомшаҡ телле! Ә һүҙҙәрең, ә һүҙҙәрең бына нәҡ һары май инде, йәнде иретә лә ебәрә. Ә ҡосағың һинең, минең бәләкәй генә буйыма шул тиклем йәтеш, һин донъяның бөтә рәхәтлегеғ! үҙеғр йыйғанһьщдыр, моғайын. (Уны һөйә.) һинең күҙҙәреғ; матур, Әминәкәй!..

Әминә. И, Хоҙай миңә матур күҙҙәр бирмәгән инде ул. Ни йәшел түгел, ни зәңгәр түгел...

Рифҡәт. Бына, бына! Йәйғорҙа ла ете төҫ! Шуларҙың береһе йәшел, икенсеһе зәңгәр. Минеғ} һөйгәнемдең күҙҙәрендә йәйғор төҫө бар.

Әминә. Ә биттәрем, Рифҡәт?

Рифҡәт, һинең йөҙкәйҙәрең бешкән алма кеүек.

Әминә. һипкелдәрем бар бит?

Рифҡәт. Шул һипкелдәреғ; оҡшай ҙа инде миңә!.. И, улар! И, улар! Ҡояш нурҙары кеүек бейешәләр.

Ә м и н э. Ә сәстәрем, Рифҡәт?

Рифҡәт. Шул сәстәрең менән үлтерәһең дә инде мине!.. Бьшдай ҙа матур сәс толомдары донъяла башҡа бер ҡыҙҙа ла юҡ!..

Әминә. Улай бик яратҡас, ниңә ташлап киттең һуң мине, Рифҡәткәйем?

Рифҡәт. Ватаныбыҙ саҡырҙы бит, Әминә. Тыуған илебеҙ шулай кәрәк, тип тапты! һин дә, Рифҡәт Таймасов, Ҡараһаҡалдар, Батыршалар, Аҡай батырҙар, Салауаттар, Кинйәләр кеүек йәнеңде фиҙа ҡылһаң ғына беҙ дошманды еңә алырбыҙ, тине...

Әминә. Рифҡәтем! һине күреп туя алманым! һине һөйөп туя алманым!

Р и ф ҡ ә т. Ә мин һуң? Ә мин һуң?

Әминә. Йәғшиҫәгем! Бәғерем! Был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙмы ни инде?

199


Рифҡәт. Әминә, бәхил бул!

Әминә. Бәхил бул, театр техникумында уҡығанда уҡ яратып йөрөгән егетем минең! Бәхил бул, театрҙа артист булып эшләй башлағас та, туйҙар яһап кейәүгә сыҡҡан һәм ни бары ярты йыл ғына бергә йәшәп ҡалған ғәзиз ирем! Бәхил бул, сәхнәләрҙә генә түгел, тормошта ла һөйгән аҫыл йәрем!..

Улар бер-береһенән айырыла башлай.

Әминә. Рифҡәт, ҡәберең ҡайҙа?

Рифҡәт. Әминә! Беҙҙең илебеҙ шундай ҙур, уның икһеҙ-сикһеҙ баҫыу-ҡырҙарында һалдат ҡәберҙәре шул тиклем күп, һин инде ғүмерең буйына эҙләһәң дә таба алмаҫһың шул минең ҡәберемде, таба алмаҫһың шул!

Рифҡәт тағы ла алыҫлаша.

Әминә! Театрҙа бер яһаулы мылтыҡ бар, шул атыла күрмәһен! Уяу, ныҡ булығыҙ, театрҙы һаҡлағыҙ!..

Әминә. Рифҡәт! һин бер төшөмә ингәндә лә шулай тигәйнең. Быны нисек аңларға? Ниндәй яһаулы мылтыҡ?

Рифҡәт күҙҙән юғала.

Ата күрмәһен, ти. Яһаулы мылтыҡ, ти. Театрҙы һаҡлағыҙ, ти. Мин иламайым! Миңә иларға ярамай!..

Әминә артистары янына килә, арбаға егелә. «Ете ҡыҙ» театры

юлын дауам итә.

Шаршау

ИКЕНСЕ БҮЛЕК



Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет