бет 11/40 Дата 30.06.2016 өлшемі 4.01 Mb. #168941
Беренсе картина
Бүлмә. Сәхнәлә Таңһылыу менән Булат. Радионан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби музыканы тапшыралар.
Таңһылыу (радионы туҡтатып). Булат, һин ҡайҙа йөрөйһөң? Инде бит бешкән аштарым да һыуынды...
Б ул а т. Т аңһылыу!
Таңһылыу. Нимә?
Булат. Миңә фатихаңды бир , аҡыллым!
Таңһылыу. Нимә, яңы роль бирҙеләрме? Кем пьесаһы? Исеме нисек?
173
Булат. Исеме... Ватан саҡыра...
Т а ң һ ы л ы у. О, исеме шәп! Халыҡ йөрөйәсәк! Ә унда миңә лә роль бармы һуң, Булат?
Булат. Бар... һәм бик яуаплы роль! Минекенән һис тә кәм түгел! Таңһылыу! Кисә мин военкоматта булдым...
Таңһылыу. Әллә бронеңде тикшерҙеләрме?
Булат. Мин фронтҡа китәм, Таңһылыу...
Таңһылыу. Нимә? Фронтҡа? Кем әйтте? һинең бит бронең бар!
Булат. Беҙ, театрҙың бөтә ир-аты, ете егет, үҙ теләгебеҙ менән яуға китергә ҡарар иттек, Таңһылыу...
Т а ң һ ы л^ы у. Ай Алла! Ә мин? Ә мин, Булат?
Булат. Йәнем, тыныслан! Донъя бөтмәгән, тормош дауам итә, ә тыуған илде Гитлер фашистарынан яҡларға кәрәк!..
Таңһылыу. Юҡ, Булат! Китмәйһең! һинең бронең бар! Уны һиңә юҡҡа ғына бирмәнеләр. Беҙгә нисек тә театрыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк! һин дә китһәң, мин дә үләм! Бына ошонда йығылам да үләм!
Булат. Таңһылыу! Аҡыллым!
Таңһылыу. Улайһа, мине лә үҙең менән алып кит!.. Тыуған илде дошмандан яҡлап үлһәк тә бергә, еңеп ҡайтһаҡ та бергә! Мин һинән ҡалмайым!
Булат. Минең һөйөклөм! Гүзәл актриса! Әйҙә, беҙ былай һөйләшәйек! Фронт бар, тыл бар. Фронт бөгөн илдең уң ҡанаты булһа, тыл уның һул ҡанаты. Бөтә ил, бөтә халыҡ изге яуға ошо ҡанаттары ярҙамында күтәрелде. Бына ошо ике ҡанат еңеү ҙә алып киләсәк, Алла бирһә! һылыуым, миңә фатихаңды бир!
Таңһылыу. Булат! һинең мине бөтә йөрәгең менән өҙөлөп яратыуың ошомо ни инде?
Булат. Таңһылыу! Кемдең кем икәне, тыуған илдең дә , яҡын кешеләреңдең дә яҙмышы ҡыл өҫтөндә торғанда асыҡланалыр, моғайын, һин мине ниндәй итеп күрһәң, мин шундай! Мин һинең өсөн дә һуғышасаҡмын!
Таңһылыу. Булат! Булатҡайым! һин бит артист! һин бында ла бик кәрәкһең!
Булат. Аҡыллым! һин Булатыңдың сәхнәнән мөҡәддәс бурыстар тураһында сафсата һатып, ысынбарлыҡта «мине күрмәһәләр генә ярар ине, мине һуғышҡа оҙатмаһалар ярар ине», тип боҫоп йөрөүсе бер меҫкен әҙәми зат хәлендә йәшәүемде теләмәйһеңдер бит? Юҡ, ундай хәл бер ваҡытта ла булмаясаҡ! Беҙ һинең менән ундай ваҡ
174
йәи эйәләре түгел дә баһа?! Миндә лә Салауат ҡаны уйнай! Мин дә Урал бөркөтө!..
Ут һүнә. Театр ишек алды яҡтыра. Унда артистар йыйылған.
Булат инә.
Булат. Иптәштәр! Тыуған илгә дошман ябырылғанда, борон-борондан аҡыл эйәләре, һүҙ оҫталары — сәсәндәр халыҡты изге яуға саҡырып, оран һалыр булған. Үҙҙәре лә ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ алып ат менгән, алыштарҙа еңгән батырҙарҙы данлап ҡобайырҙар, бәйеттәр, йырҙар сығарған. Бөгөнгө көндә беҙҙең артистар ҙа шул уҡ сәсәндәр инде ул. Бына беҙҙең театрыбыҙ ҙа боронғо патриотик традицияларҙы ҡабатлап, изге яуға күтәрелде. Беҙ, театрыбыҙҙың бөтә ир-аты, Хөкүмәт биргән брондән баш тартып, изге яуға китергә булдыҡ... һылыуҡайҙар! Мин һеҙҙең директорығыҙ ҙа, баш режиссерығыҙ ҙа инем. Миңә ышандығыҙ, мине тыңланығыҙ. Беҙ бергәләп театрыбыҙҙы Башҡортостандың иң алдынғы театрҙарының береһенә әүерелдерҙек. Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтарым! Беҙҙең театр «ҡара алтын» өҫтөндә, нефть өҫтөндә ултыра. Хәҙер Ишембай нефте тураһында бөтә ил һөйләй. Бына эргәлә генә Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ. Стәрленең киләсәге бик ҙур. Хөкүмәтебеҙ унда яңы заводтар, яңы фабрикалар төҙөү буйынса ҙур эштәр йәйелдерҙе. Ошо данлыҡлы төбәкте хеҙмәтләндереүсе театрҙың да киләсәге бик ҙур! Ҡыҙҙар! Беҙ һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡансы театрыбыҙҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡларбыҙ, көн дә спектакль уйнарбыҙ, тип, беҙгә вәғәҙә бирегеҙ!..
Ҡыҙҙар. Вәғәҙә!.. Вәғәҙә! Спектаклдәр ҙә уйнарбыҙ, театрыбыҙҙы күҙ ҡараһы кеүек һаҡларбыҙ, Алла бирһә...
Булат. Артист тигән исемде юғары тотоғоҙ, уға тап төшөрмәгеҙ! һеҙ хәҙер барығыҙ ҙа — бер туғандар! Атайығыҙ ҙа, эсәйегеҙ ҙә, беҙ һуғыштан ҡайтҡансы, һөйгән йәрегеҙ ҙә —- театр! Ә беҙ һеҙгә Еңеү алып ҡайтырбыҙ!
һаубуллашыу.
Таңһылыу. Булат! Бәғерем! Үҙеңде һаҡла! Донъяла һине өҙөлөп яратҡан Таңһылыуыңдың бар икәнен дә онотма! Дошманды еңеп ҡайт!
175
Ғәзизә. Хәйҙәр! Мин йоҡларға ятҡанда ла, йоҡомдан уянғанда ла һинең һуғышта иҫән ҡалыуыңды Хоҙайҙан ялбарып һорармын! һау бул, дошманды еңеп ҡайт, һөйөклөм!
Зөбәйҙә. Барый! Йәнем! Мин һине көнө-төнө көтөрмөн! Бирешмә, фашистарҙың кәрәген бир!
Фәриҙә. Зөфәр! Дошманды еңеп ҡайт! Мин һине һөйөүҙәремде йырға һалып көтөрмөн!
Әминә. һин иҫән ҡалырһың, Рифҡәткәйем, Алла бирһә! Минең күңелем һиҙә, һин шәп һуғышырһың, дошманды еңеп ҡайтырһың!
М әрйәм, һин, Нурый, ныҡ һуғыш, нисек тә командир булырға тырыш, һуғыштан билеңде еҙ йондоҙло офиңерҙар ҡайышы менәғг быуып, түшеңә күп итеп орден-миҙалдар тағып ҡайтһаң, үҙеңде театрҙьщ директоры итеп ҡуйырбыҙ, яраймы?
Бикә. Әхнәф! һөйөклөм! Мин һине көтөрмөн! Иҫән-Һау йөрөп ҡайт, берүк!- Ҡайтҡас, мин һиңә үҙеңә оҡшаған бер егет , үҙем кеүек бер бик һылыу ҡыҙ бүләк итермен!..
И ыр.
Баискорттар китте һугглигка, Оҙатыпҡалды Күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара Шайморатов генерал...
Ут һүнә.
Сәхнә яҡтырғанда урта бер ерҙә декорация тейәлгән атһыҙ арба, шунда уҡ «Ғәлиәбаныу» тип яҙылған таҡта тора. Ҡыҙҙар берәм-берәм инеп, төрлөһө төрлө ергә ултырып илашалар, кемдер яңғыҙ үҫеп ултырған ағасты ҡосаҡлап уйға ҡалған. Ауыр
тынлыҡ.
Таңһылыу. Былай булғас, театрыбыҙ үлде... ( Афиша псаҙаҡланган тагктаны тибеп осора.)
Әминә. Таңһылыу! Алйот! һин нимә эшләйһең?
Таңһылыу. Театрыбыҙ юҡ бит инде. Бөтә ир-ат китеп бөттө! Ете ҡыҙ тороп ҡалдыҡ.
Әминә афишаны кире урынына ҡуя.
176
Ф ә р и ҙ ә. И, Зөфәрем! Зөфәрем! һинән башҡа нисек түҙермен! Исмаһам, бала табырға ла өлгөрә алмай ҡалдым бит!
Өминә. Ҡайтҡас, табырһың!..
Фәриҙә. Ярай ҙа иҫән-һау ҡайтһа!..
Әминә. һуғышҡа киткән береһе үлеп ҡалмаҫ әле. Ҡайтырҙар, Алла биһә! Мин Рифҡәтемә әйттем, ҡара уны, таш баш, немең алдында ҡурҡып ҡалма, ныҡ һуғыш, фашисты еңеп ҡайт, тинем.
Ф ә р и ҙ ә.^Минеке бигерәк йыуаш шул, ул унда...
Әминә. Йыуаштан йыуан сыға, тиҙәр...
Фәриҙә. Нимә, герой булып ҡайтыр, тимәксеһеңме?
Әминә. Герой булмаһа ла, берәй миҙаллыҡ ҡына һуғышыр әле, Алла бирһә!..
Зөбәйҙә. Мине Барыйым фатирһыҙ, бер тин аҡсаһыҙ торғоҙоп ҡалдырҙы, хәҙер нисек йәшәргә инде? (Илай.)
Әминә. Ә кемдең фатиры бар? Бөтәбеҙ ҙә кеше өҫтөндә инде... Артистың фатиры буламы ни? Аҡсаһы ла юҡ инде уның! Шуның өсөн артист бит ул!..
М әрйәм. О, театр! Мин бит һине аҡылымдан шашып, башымды юғалтып яраттым! Бер күреүҙән ғашиҡ булдым! Хатта көнләштем! һин аяуһыҙ, башҡаларҙы ла яраттың, ҡосағыңа алдың. Ә мин тоғро ҡалдым, күкрәгеңә ятып тилереп иланым, туйғансы көлдөм, һинең менән күктәргә аштым, ғаләмдәргә атланым... О, театр! Изге сәхнә, мөхәббәтем минең! Таңһылыу! һин улай күңел төшөнкөлөгөнә бирелмә әле. Яңғыҙ ҡатындар, мөхәббәттәрен юғалтҡан алиһәләр ҙә донъя көтә. Балаларын да ҡарайҙар, колхоз эшенә лә өлгөрәләр. Ир-ат роле булмаған пьеса һайларбыҙ.
Таңһылыу. Ир-атһыҙ мөхәббәт тә юҡ, йәшәү ҙә юҡ. Бер үлем... үлем генә ҡала...
М әрйәм. Өмөтһөҙ — шайтан, ти. Ә минең күңелем тыныс! Минең театрым бар! Ә театр — ул мәңгелек! Мин хәҙер тормошомдо театрҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым!
Таңһылыу, һин, хыялыйға, ике донъя бер мөрйә. Нурыйың ҡайтмаһа...
М ә р й ә м. Кит, ауыҙыңдан ел алһын. Нимә эшләп ҡайтмаһын, ти, минең Нурыйым? Ә мин уға «ҡайт», тинем. Бөттө-китте , ҡайта ул, Алла бирһә!..
Таңһылыу. Хәҙер Хәлилде, Исмәғилде кем уйнай?
177
М э р й ә м. Ә ниңә... Хәлилде мин уйнайым!
Таңһылыу, һин? һинең менән үбешергәме? Аллам һаҡлаһын! һағыҙ сәйнәгән ауыҙың менән, ана, бағананы үп!..
М ә р й ә м. Эй, һағыҙы ла бөттө әле уның...
Таңһылыу. Мин Хәлил ролендә үҙемдең Булатымдан башҡа кешене күҙ алдына ла килтерә алмайым... Булат кеүек актерҙар йөҙ йылға бер генә тыуалыр ул... Техникумда уҡығанда һеҙ бөтәгеҙ ҙә Булатҡа ғашиҡ инегеҙ, ә ул мине һайланы...
Фәриҙә, һм! һиндә генә шундай шәп ир инде!
Таңһылыу. Ниңә, дөрөҫ түгелме ни? Мәрйәм, дөрөҫлә!..
М әрйәм. Дөрөҫ!..
Таңһылыу. Ә уйнауы? Эске донъяһы! Көсө! Ут! Ут бит ул минең Булатым! Мәрйәм, дөрөҫлә!
Мәрйәм. Дөрөҫ шул! Дөрөҫ!..
Ғәзизә. Ирҙәрҙең насары булмай! Беҙҙең ирҙәребеҙ ҙә бына тигән!
Таңһылыу. Ул буй-һын! Ул төҫ-баш! Ә тауышы шундай матур, йомшаҡ, яғымлы, моңло! Уның йырҙары, һине Ағиҙел, Дим, һаҡмар буйҙарына алып китә һәм шул икһеҙ-сикһеҙ сәскәле туғайҙарҙан, йәшелхәтфәләй күпереп торған болондарҙан йөрөтә, һәр боролошта беҙгә яңы матурлыҡтар аса!.. Уның моңдары йәнгә үтеп инә, һәм һин... (Илай.)
Ә м и н ә. Таңһылыу! Улай ярамай ҙа инде...
Таңһылыу. Ҡайтмай ул... Бөгөн бик алама төш күрҙем. Театрҙа ут сыҡҡан икән, тим. Илай-илай Булатымды эҙләйем. Ә ул... ул... ҡап-ҡара күмергә әйләнеп, сәхнәлә ята...
Бикә. Мин дә насар төш күрҙем... (Илай.)
Ғәзизә. Хоҙайым, мин дә бөгөн... (Илай.)
Ҡыҙҙар илай.
Әминә. һылыуҡайҙар! Матурҡайҙар! Сибәркәйҙәр! Артисткалар! Йәнкиҫәккәйҙәрем! Тынысланайыҡ әле. Сабыр булайыҡ. Сабырлыҡтың төбө һары алтын, тигәндәр боронғолар. Беҙ бит мосолман ҡыҙҙары, мәрйәләр түгел. Аҡырып илау мәрйәләргә генә килешә ул. һуғыш ваҡытында кешегә йүнле төш кермәй инде ул. Йоҡларға ятҡанда нимә тураһында уйлаһаң, шул керә.
178
Зөбәйҙә. Ә минең журналда уҡығаным бар, ҡайғылы саҡта кешегә иларға кәрәк икән ул, әгәр иламаһаң, психикаға зыян килә... Минең Барыйым... (Илай.)
Әминә. Ҡыҙҙар! Бәҙри ҡартты мин уйнайым, Исмәғилде Ғэзизәгә бирәбеҙ! Бөгөндән алып яңыса йәшәй башлайбыҙ! Мин инде театрға исем дә таптым. «Ете ҡыҙ», тип аталасаҡ ул!
«Ете ҡыҙ» театры!
«Ете ҡыҙ»!
Матур исем!
М әрйәм. О театр!..
Даян инә, ул бик күңелһеҙ.
Әминә. Даян, ни булды, балаҡай?
Даян. Атһыҙ тороп ҡалдыҡ...
Әминә. Нисек?
Даян. Саптарҙы әрмегә алдылар...
Әминә. Ярабби!..
Бикә. Кем ҡушты? Ниңә бирҙең? Асыҡ ауыҙ!..
Әминә. Бикә!..
Б и к ә. Ә беҙ? Атһыҙ театр буламы ни?
Әминә. Ҡайҙа әле ул ат?
Даян. Өфөгә оҙаттылар. Райондан йөҙ ат китте...
Бикә. Ә театр?
Даян. Күрше хохол ауылында үгеҙ егәләр...
Әминә. Беҙ ҙә үгеҙ егербеҙ!..
Бикә. Үгеҙ? Мин һуңғы аҡсама крепдишендән күлдәк тектерҙем... Мин артистка башым менән... үгеҙгә ултырып йөрөйөммө? Әҙәм ыстырамы!
Зөбәйҙә. Даян! Кил әле! Ултыр әле яндарыма!..
Даян аптырап ҡала.
Кил инде, Даян! Ирем китте бит, егетем булырһың!.. Ә һиңә нисә йәш?
Даян. Ун биш.
Зөбәйҙә. Бына! Самай!.. Ә йөрөгән ҡыҙың бармы?
Даян. Юҡ!
Зөбәйҙә. Әллә ҡыҙҙар менән үбешкәнең дә юҡмы?
Даян. Юҡ!
Зөбәйҙә. Бына бит бер көтөү! Теләһәң ҡайһын һайлап ал!
179
Даян. Алдан үгеҙ табырға кәрәк әле.
Зөбәйҙә. Үгеҙҙе, ана, Әминә эҙләһен! Директор урынына ла, режиссер урынына ла ул ҡалды.
М әрйәм. О театр! Сәнғәт һарайының ишектәрен асып инеү менән, һин беҙҙе ерҙән айыраһың, тормош мәшәҡәттәренән ҡотҡараһың! Күңелдәргә өмөт орлоҡтары сәсәһең! Матурлыҡ донъяһына әйҙәп, беҙҙе бәхет бишегендә тирбәтәһең!.. О театр!..
Бикә. Даян, бар әле, берәй үгеҙ алып кил, ана, Мәр- йәм менән театр уйнарһығыҙ!..
Даян. Хохолдар бирмәҫ шул, улар бит театрға йөрөмәй. Сиркәүҙәре булмаһа ла, пуптары бар. Ә пуптары театрҙы яратмай.
Ибрай инә. Ул аҡһаҡ.
Ибрай. Хәйерле сәғәттә, күгәрсенкәйҙәрем!
Ҡыҙҙар баш ҡағып ҡына иҫәнләшәләр.
һеҙгә бик ауырҙыр инде. Хәҙер кемгә еңел? Сабыр булайыҡ әле, күгәрсенкәйҙәрем, беҙгә нисек тә түҙергә кәрәк. (Ҡыҙҙарҙы йыуаткан булып, берәм-берәм һәрмәп сыга.) Ғәзизә! Ҡайтыр, ҡайтыр батырың! Ул юғала торған егет түгел. Башыңды түбән эймә! Таңһылыу! Улай һағышҡа бирелмә әле һин, йәнем! Түшен орден-миҙалдар менән тултырып , йырлай-йырлай ҡайтыр Булатың! Эйе бит? Әминә! Ни...
Әминә. Берсидәтел, ниңә һин театрҙы атһыҙ ҡалдырҙың?
Ибрай. Эйе... Ни... Минең үҙемдең атымды ла алып киттеләр әле. Көнөм бер ҡорсаңғы бейәгә тороп ҡалды.
Әминә. Райком театрҙы һиңә беркетте, хәҙер үк беҙгә бер ат табып бир! Юғиһә мин...
Ибрай. Аһ, ҡәһәрең! һеҙгә бирерҙәй атым да ҡалманы шул...
Даян. Берсидәтел ағай, теге, үҙеңдең аҙбарыңда бәйле торған көрән юрғаңды беҙгә бер генә көнгә биреп тор инде, спектаклде уйнап ҡайтайыҡ!.. Унда халыҡ илаша, аҙыраҡ күңелдәре күтәрелер, исмаһам...
Ҡыҙҙар Ибрайҙы уратып алалар.
180
Фәриҙә. Ҡара һин уны...
Ғәзизә. Ҡорсаңғы бейә, имеш!
Зөбәйҙә. Артисткаларҙы йәйәү йөрөтөп, үҙең арғымаҡтарҙа ғына елдерергә уйлайһыңмы?
Мәрйәм. Бар, алып кил көрән юрғаңды, юғиһә хәҙер үк обкомға телеграмма ебәрәбеҙ, башың менән яуап бирерһең!..
Әминә. Даян, бар алып кил берсидәтел ағайыңдың көрән юрғаһын! Иә, кемгә әйтәләр! Даян!
Ибрай. И, күгәрсенкәйҙәрем! Ул көрән юрғамды райком алды шул... Ҡыҙҙар, минең аҙбарымда йөк ташый торған үгеҙ тора, шуны...
Д ая н. Ул үгеҙ аҡһаҡ бит, берсидәтел ағай...
Бикә. Аҡһаҡ?
Ғәзизә. Уф, Алла!..
Әминә. һин, иптәш берсидәтел, ул аҡһаҡ үгеҙеңде үҙең генә егеп йөрө инде!.. Асыуым килмәгәйе, иш янына ҡуш булыр!..
Ибрай. Ярай, күгәрсенкәйҙәрем, үпкәләштән булмаһын... Мин, ҡулдан килгәнсә, ярҙам итермен һеҙгә. Ҡай- һығыҙҙың аяғы еңел? Ғәзизә һылыуым, һинең идараға килгәнең бар. Бер арала инеп сыҡ әле. Мин һеҙгә ит, май, тары ярмаһы... аҙыраҡ бал да яҙҙырырмын. Ярай, күгәрсенкәйҙәрем, хуш иттек!.. ( Сыга.)
Бикә. Мөртәт!..
Әминә. Ике сәғәт ваҡыт ҡалды. Уйнайбыҙмы, юҡмы?
Зөбәйҙә. Унда халыҡ көтәлер бит?
Ф ә р и ҙ ә. Ә нисек барабыҙ?
Әмин ә. Даян, әллә тегенең аҡһаҡ үгеҙен...
Бикә. Кит! Кеше көлдөрмә!
Ғәзизә. Декорацияһыҙ ғына уйнайыҡ, һәр кем үҙенең кейем-һалымын алһын да, тәпәй-тәпәй атлайыҡ...
Бикә. Ә мин бармайым. Артистка башым менән...
Әминә. Юҡты һөйләмә!
Бикә. Әминә, өгөтләмә, мин йәйәү бармайым. Артистка башым менән...
Әминә. Бикә, эш бит был! Ә һин штатта тораһың! Эш хаҡы алаһың!..
Бикә. Улайһа, һау булығыҙ, әхирәттәр! Мин театрҙан китәм!..
Әминә. Китһәң, һин — дезертир! Ә һуғыш ваҡытында дезертирҙарҙы...
181
Бикә. Әйҙә, ат! Ата һал! һин беләһең, театр техникумында бергә уҡыныҡ. Педагогтар миңә әйттеләр: «һин Бикә Яппарова , киләсәктә Дездемоналарҙы, Любовь Яроваяларҙы, Анна Карениналарҙы уйнаясаҡһың», — тинеләр, һәм уйнаясаҡмын да, Алла бирһә, яу ҡырынан Әхнәфем генә иҫән-һау ҡайтһын!
М әрйәм. Бикә, театрһыҙ нисек йәшәрһең? О театр бит ул бер мөғжизә! Ул беҙгә Хоҙай бүләге!.. О театр!..
Бикә. Донъяла театрҙар бөтмәгән!.. ( Сумаҙанын алып сыгып китә.)
Фәриҙә. Бикә, аҡылыңа кил!..
Ғәзизә. Туҡта әле, Бикә!..
Әминә. Даян, әйберҙәрҙе бәләкәй арбаға тейә!..
Даян ҡул арбаһына егелә. Ҡыҙҙар уға ярҙам итә. Ярым ҡараңғы сәхнәлә «Ете ҡыҙ» театры китеп бара. Сәхнәне бер нисә ҡат әйләнеп сығалар ҙа туҡтайҙар. Тиҙ генә декорация ҡороп
алалар.
Әминә. Хөрмәтле тамашасылар! Бөгөн һеҙгә «Ете ҡыҙ» театры Мирхәйҙәр Фэйзиҙең «Ғәлиәбаныу» спектаклен күрһәтә. Беләһегеҙҙер инде, беҙҙең күп кенә артистарыбыҙ һуғышҡа китте. Шуньщ өсөн артистар ансамблендә үҙгәрештәр булһа, аптырап ҡалмағыҙ!.. Йәмәғәт, сәхнәлә — «Ғәлиәбаныу»!..
Хәлил ( сәхнә уртаһында туҡтап). Ни хәлдәр бар икән был йортта? һуңлап тороп харап итә күрмәһендәр...
Ғәлиәбаныу. Хәлил, килдеңме?
Хәлил. Йә, эштәр нисек?
Ғәлиәбаныу. Эй, йәнем, мине Исмәғилгә барырға күндерер өсөн күрмәгәнемде ҡалдырманылар...
Хәлил. Мин аттар, кешеләр алып килдем. Ҡуралар артында ғына тора. Китәйек, улайһа, тиҙ бул!
Исмәғил револьверын тотоп, атылып сыҡмаҡсы була. Тағы
тыйыла.
Ғәлиәбаныу. Яҡын-тирәлә кеше-ҡара юҡмы?
Хәлил. Юҡ, әйҙә тиҙерәк!
Ғәлиәбаныу. Т отолмаһаҡ ҡына ярар ине.
Хәлил ( Ғәлиәбаныуҙыц биленән алып). Хәйерле сәғәттә!
182
Йүгереп китә башлайҙар. Исмәғил револьверлы ҡулын кеҫәһенә тығып, тып итеп алдарына килеп баҫа. Былар кире
сигенәләр.
Исмәғил (бик паты асыу менән). Ебәр Ғәлиәба- ныуҙы!
Хәлил. Ниңә ебәрәйем мин уны!.. ( Китмәксе була.)
Исмәғил ( револьверын төҙәп). Ҡуҙғалма!
Ғәлиәбаныу, һай!.. ( Ҡулдары менән йөҙөн таплап, Хәлилдец күкрәгенә ташлана.)
Хәлил. Ҡуй! (Ҡурҡып сигенеп китә.)
Исмәғил. Бир яҡшылыҡ менән Ғәлиәбаныуҙы!.. Йә Ғәлиәбаныуҙы бирәһең, йә йәнеңде!
Хәлил. Нишләп мин уны һиңә бирәйем?
Исмәғил. Мә, улайһа! (Атып ебәрә.)
Хәлил салҡан килеп төшә.
Ғәлиәбаныу. Хәлил, йәнем, үлмә!..
Ут һүнә.
Бер нисэ көндән һуң тағы ла ярым ҡараңғы сәхнәлә ҡул арбаһы тартып «Ете ҡыҙ» театры китеп бара. Сәхнәне бер нисәтапҡыр урап сығалар ҙа туҡтайҙар.
Әминә. Ҡыҙҙар, таралышҡансы бәләкәй генә йыйылыш үткәреп алайыҡ әле. Концерт бик матур булды. Таңһылыу! Бер көн «Ғәлиәбаныу» спектаклендә бик ҡурҡҡайным. Бөгөн бик матур йырланың! Йөрәктәрҙе өҙҙөң генә! Оло ғына апайҙар илап ултырҙы...
Зөбәйҙә. Илаһындар, илаһындар! Минең журналда уҡығаным бар, ҡайғылы саҡта кешегә иларға кәрәк икән ул. Иламаһаң, психикаға зыян килә, ти.
Әминә. Ҡыҙҙар, бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Даян, һин булмаһаң, беҙ нимә эшләр инек?!. Рәхмәт, балаҡай!..
Зөбәйҙә. Әминә, яңы пьеса ҡуйһаҡ, Даянға ла берәй роль бирергә кәрәк. Егергә барыбер аты юҡ...
Даян. Мин «Сибай»ҙы яҡшы йырлайым ул...
Әминә. Шулаймы?
Даян. «Каруанһарай»ҙы ла йырлайым. «Ҡаһым түрә», «Буранбай», «Илсе Ғайса», «Ҡолой кантон» минең иң яратҡан йырҙарым...
Таңһылыу. Даян, ниңә уны әйтмәй йөрөнөң?
183
Даян. Теге ҡорсаңғы бейә бөтә һушты алды бит, йырларлыҡ ҡына булдымы ни?
Әминә. Әллә ҡурайҙа ла уйнайһыңмы?
Даян. Әбизәтелнә!.. Каруанһарай!..
Айкай ҙа гына сайкай, керҙәр йыуа,
Һай, кем керҙәр йыуганда.
Талмаймы икән уныц беләккәйҙәре, һай, кем сайкаганда.
Күрше генә тороп, күрше йөрөп, һай, кем күрешә йөрөгәндә,
Янмаймы икән уныц йөрәккәйҙәре, һай, кем кис ятканда.
Яуҙа гына йөрөп, һауҙар ҡайтһам, һай, кем һауҙар ҡайтһам,
Алам да гына тинем , һүҙҙәр бирҙем, һай, кем ай, киткәндә.
Яуҙа гына йөрөп, һауҙар ҡайтһам, һай, кем һауҙар ҡайтһам,
Ташлап та гына киткән, һүҙен боҙган,
Һай, кем көн еткәндә.
Ҡыҙҙар ҡул саба.
Ҡыҙҙар. Үлтерҙең, Даян!
Зөбәйҙә хатта уны ҡосаҡлап үбеп тә ала.
М ә р й ә м. Таңһылыу! Бына һиңә яңы Булат! Ҡыҙҙар. Эйе, эйе, беҙҙең икенсе Булатыбыҙ булды!.. Таңһылыу ( 7 сәтги рәүештә ). Юҡ!.. Минең Булатымды бер кем дә алмаштыра алмаҫ!.. Ундайҙар донъяға башҡаса тыумаясаҡ та!..
Кескәй тынлыҡ.
Ә Даян... Эйе, һин, Даян, матур йырлайһың! Тауышың моңло! Хоҙай ҡушһа, беҙ бергә лә йырларбыҙ әле! Яраймы?
Даян. Ярай, Таңһылыу апай!..
Ғәзизә. Эй, ана почта килгән! (Ашыгып сыга.)
184
Башҡа ҡыҙҙар ҙа, ныҡ тәьҫирләнеп, шул яҡҡа ташлана. Күп тә үтмәй, бер хатты юғары күтәреп, бейей-бейей Ғәзизә инә.
Ғәзизә. Таңһылыу, һөйөнсө!..
Т а ң һ ылыу. Әллә миңә? Әллә Булаттанмы? Йә, тиҙ бул! Күрһәт! ( Хатты алып.) Хоҙайым! Булатымдың ҡулы! Ул яҙған!.. (Ҡыуана-ныуана уҡый ҙа, ҡапыл тынып ҡала, йөҙө үҙгәрә, күҙ йәштәрен һөртә, хаты менән битенҡаплай.)
Әминә. Таңһылыу!.. Нимә булды?
Таңһылыу. Әхнәф... Бикәнең Әхнәфе һәләк булған!..
Әминә. Уф, Алла!..
Таңһылыу. Фроғггҡа барып еткәнсе үк, немеңтар эшелонға бомба ташлағандар!..
Фәриҙә. Эй, Бикә! Бәхетһеҙ Бикә!..
М ә р й ә м. Ҡайҙарҙа йөрөй икән инде ул?..
Б и к ә инә. Шул уҡ сумаҙанын тотҡан.
Бикә. Ҡыҙҙар! Әхирәткәйҙәрем, ғәфү итегеҙ! Мин яңылыштым! Әминә, ғәфү ит!..
Әминә. Юҡ, юҡ, беҙ һине ғәйепләмәйбеҙ! һиңә бер асыуыбыҙ ҙа юҡ!
Бикә. Ҡыҙҙар! Әхирәткәйҙәрем!.. Ней, Даян, һин бер генә минутҡа сығып тор әле!
Даян сыға.
Ҡыҙҙар! Әхирәткәйҙәрем! Мин буйға уҙҙым! Минең ауырым бар! Минең бәпәйем буласаҡ, Алла бирһә! Ошо театрҙа ҡарынымда яралған нарасимды ниңә мин сит ерҙәрҙә тыуҙырырға, ят әҙәмдәр араһында үҫтерергә тейеш әле! Бына бәпесемде үҙенең тыуған өйөнә — театрға алып ҡайттым! Ҡыҙҙар! Ә һеҙ ниңә бик моңһоу? Ҡыҙыҡһыныу ҙа юҡ? Шатланмайһығыҙ ҙа! Әллә миңә ауырға ҡалмаҫҡа инеме? һуғыш ваҡытында бала табыу аҡылһыҙлыҡмы әллә? Ниңә өндәшмәйһегеҙ? Ғәзизә, ә һин?
Ғәзизә. Эй, Бикә... ҡотлайым!
Бикә. Фәриҙә!
Фәриҙә. Мин дә бик шатмын! Мин һинән көнләшәм! һин бәхетлеһең, Бикә!..
185
Мәрйәм. һин киткәс, беҙ илаштыҡ, һине лә, үҙебеҙҙе лә йәлләнек!.. Беҙ бит барыбыҙ ҙа сәхнә өсөн тыуған йән эйәләре! О театр!..
Б и к ә. Ә бала?
Мәрйәм. Мин дә ҡотлайым! Ҡатын-ҡыҙ өсөн иң ҙур бәхет — әсә булыу инде ул!..
Бикә. Әминә, һин дә хуплайһыңмы? Мине лә, йөрәгем янындағы бәпесемде лә театрға алаһыңмы?
Әминә. Кил әле, әхирәткәйем, яныма! Икегеҙҙе лә яратайым әле. һине лә, бәпесеңде лә театрға алам! Артист итеп! Ҡыҙҙар, яңы артисҡа исем уйлай тороғоҙ, беҙ уны туғыҙ айҙан... (Илай.)
Бикә. Ниңә илайһың, Әминә?
Әминә. Тағы ла туғыҙ айҙан, ҡыҙ бала тыуһа — Дездемона! Ир-егет донъяға килһә — Отелло! Гамлет!.. Театрыбыҙ йәшәйәсәк, Алла бирһә!..
Бикә. Рәхмәт, Әминә йәнем! Бөтәгеҙгә лә бик ҙур рәхмәт! Эй, Әхнәфем шатланыр инде! Ул шул тиклем балабыҙ булыуын теләгәйне. Әллә мин ташлап китер тип ҡурҡты инде? Юҡ, улай уйламағандыр. Ниңә мин унан баш тартайым, ти, инде! Яратҡан иремде! һөйгән йәремде!
Сәхнә ҡараңғылана. Ут Бикә менән Әхнәфте яҡтырта.
Әхнәф. Бикә! Мин һиңә ирме, түгелме?
Б и к ә. Ә һин үҙең нисек уйлайһың?
Әхнәф. Беҙ һинең менән сәхнәлә генә түгел, өйҙә лә театр ғына уйнайбыҙ кеүек тойола башланы миңә.
Бикә. Бәй, артист булғас ни...
Әхн ә ф. Ә минең атай ҙа булғым килә, Бикә!
Бикә. Нимә?
Ә х н ә ф. Миңә бала кәрәк!
Бикә. Бала кәрәк? Ҡара һин уны, берәүҙәргә бала кәрәк булған! Ә һин уны нисек аҫрарға уйлайһың? Фатирың да юҡ, аҡсаң да юҡ, етмәһә, муйындан бурысҡа батҡанбыҙ... Нимә, һин мине бер стрәпкәгә әйлэндерергә теләйһеңме? Мин артистка башым менән...
Әхнәф. Бикә! Йәнем! Мин һине яратам! Үлеп яратам! һинән башҡа миңә яҡты донъя юҡ. һин быны аңларға тейешһең!
Бикә. Аңлайым, Әхнәф! Бик аңлайым да...
186
Әхнәф. Аңлау ғына аҙ! һин минең һөйөүҙәремде, һиңә булған бөтә ҡайнар хистәремде йәнең-тәнең менән тойорға тейешһең! Бының өсөн һиңә буйға уҙырға, бала табырға кәрәк! Шунһыҙ һин үҙеңде һөйөүле тип хис итә алмаясаҡһың! Мин үҙемдең мөхәббәтемдең һиңә барып етеүен көтәм!
Бикә. Еткер һуң! Ә кем ҡаршы?
Әхнәф. Балабыҙ булмай тороп...
Бикә. Ниндәй бала? Ниндәй бала, ти, ул, Әхнәф? Беҙ әле яңы ғына йәшәй башланыҡ! Яңы ғына театрға аяҡ баҫтыҡ! Ысын артист булыу өсөн көнө-төнө эшләргә, ижад ҡомарында янырға... тилерергә... шашырға... сәхнәләрҙе балҡытып, йәшендәй йәшнәп йәшәргә кәрәк беҙгә!.. Бына ҡасан сәхнә йондоҙона әйләнәм, шунан бала ла табырмын , берҙе генә түгел, икене, өстө.
Әхнәф. Бөйөк актрисалар ҙа ғаилә ҡорған, ирҙәрен бәхетле иткән!..
Бикә. Әле һин минең менән бәхетһеҙме ни?
Әхнәф. Бәхетле, тик тулыһынса түгел, һинең мине үлеп яратыуыңды теләйем! Бына... минән буйға уҙ, миңә берҙе генә булһа ла бала табып бир! Мин һинең мөхәббәт тойғоһон татыуыңды теләйем! Ә бала тапмайынса, һин уны бер ваҡытта ла...
Бикә. Ашыҡма, Әхнәф! Ваҡыты еткәс, бөтәһе лә булыр. Әле миңә ысын артистка булып үҫер кәрәк.
Әхнәф. Бикә! Аңла! Минең атай булғым килә! Миңә бала кәрәк, шайтан алғыры! Бала! Бала!., һөйөүҙең көсөн, матурлығын тойоп йәшәйек!..
Бикә. Әхнәф, һин дә аңла! Улай йәшәү өсөн етеш тормош кәрәк!. ;
Әхнәф. Йәш саҡта кем ул турала уйлай? Иң мөһиме — һөйөү, һөйөлөү! Был — мөхәббәт тип атала. Ә мөхәббәттең нәтижәһе — бала!..
Бикә. Юҡ!..
Әхнәф. Бикә! Йәнем! һинең шағир Ғ. Сәләмдең «Бала» тигән поэмаһын уҡығаның бармы?
Бикә. Әйҙә, һайра, һайра!..
Әхнәф. Сәйҙел менән Зәйнәп тә яратышып ҡауыша. Тик ҡатыны бала табырға теләмәй. Иренән йәшереп кенә балаһын төшөртә. Был эҙһеҙ ҡалмай, ҡатын ауырый башлай. Оҙаҡ йылдар бала таба алмай интегә.
187
Күрҙе улар, найҙа барһалар ҙа,
Бөйөк хөрмәт беҙҙә балаларга,
Иц ҙур һарай беҙҙә балаларга,
Иц күп сәскә беҙҙә балаларга,
Якшы курорт беҙҙә балаларга,
Халъск һөйөүе беҙҙә балаларга,
Ватан һүҙе беҙҙә балаларга,
Ҡара, һсгклан, шатлан һин уларга,
Беҙҙец йәшәү дауамы уларҙа,
Беҙҙец бөтә киләсәк уларҙа,
Ҡара, һсгклан, шатлан һин уларга!
Ахырҙа, Зәйнәп дауалана һәм ауырға ҡала! Бала таба! Бала таба, Бикә йәнем! һәм улар үҙҙәрен донъялағы иң бәхетле кеше итеп тоя башлайҙар...
Бикә. Ярай, Әхнәф, күндерҙең! Тик аҙ ғына сабыр итәйек. Тағы бер-ике йыл көт инде , йәме?
Әхнәф. Ә һаҙый Таҡташ нимә тигәғ 1 ?
Әсә - бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуга?
Ҡатындарҙыц бөтә матурлыгы,
Бөтә күрке әсә булыуҙа!..
Әхнәф Бикәне ҡулдарына күтәреп ала, өҫкә сөйә, иркәләй.
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа, Бикә йәғ 1 ем!..
Ут һүнә.
Артист ҡыҙҙар йыйылышып ултырған сәхнә яҡтыра.
Бикә. Ҡыҙҙар, берәйегеҙгә фронттан хат килмәнеме әле? Минең Әхнәфем дә барып еткәс тә яҙырмын, тигәйне...
Әминә. Хат... Беҙ ҙә бик көтәбеҙ ҙә, ниңәлер яҙмайҙар...
Бикә. Ҡыҙҙар, һеҙгә күстәнәсем бар ине... ( Кәнфит өләшә .)
Әминә. Унда... берәйегеҙ сәй ҡуйығыҙ әле, бына кәнфит тә булды... Ғәзизә, һин берсидәтелгә ҡасан бараһың, саҡырҙы бит?
188
Ғәзизә. Мин унан ҡурҡам... Күҙҙәрен шундай майландырып ҡарай, мөртәт!
Әминә. Бик һәйбәт!.. Әйҙә килештереп уйна, шуның өсөн һин артистка ла инде... Ҡойроғоңдо болғай бир, итен-майын мулыраҡ тамыҙыр, мөртәт!..
Ғәзизә. Мин ҡойроҡ болғай белмәйем шул, Әминә. Бер әҙәм рәтле кеше булһа ла һөйләшеп ултырырға ярар ине. Ә был...
Әминә. Улайһа, аңлат, һин — актриса! һинең артыңда театр тора. Ә театр артында Совет власы! Дәүләт!..
Зөбәйҙә. Юҡ, ир-атты улай ғына еңеп булмай, Әминә. Бигерәк тә һуғыш ваҡытында. Бындағылар хәҙер бөтәһе лә, үҙем баш, үҙем түш, тип йөрөй, һин башта дөрөҫ әйттең, беҙгә актриса булып ҡалырға кәрәк! Килештереп уйнарға кәрәк. Әйҙә ҡуян тота алмай хәле бөткән бурҙай эт кеүек телдәрен һалындырып тик йөрөһөндәр...
Әмин ә. Әллә һуң һин бараһыңмы, Зөбәйҙә?
Зөбәйҙә. Ул, Ғәзизә килһен, тине бит... Уны атап саҡырҙы. Тимәк, күҙе төшкән!..
Ғ ә з и з ә. Әйҙә, һин бар, Зөбәйҙә!
Зөбәйҙә, һин булдыра алмаһаң, мин барырмын! Бөтә театр менән ялынырға тура килмәгәйе әле ул мөртәткә...
Шаршау
Достарыңызбен бөлісу: