Асанбаевтың был китабында үҙенең оригиналь пьесалары, уның тарафынан тәржемә ителгән төрлө драматургтарҙың әҫәрҙәре, публицистик мәҡәләләр, очерктар, ижади портреттар, иҫтәлектәр урын алған



бет15/40
Дата30.06.2016
өлшемі4.01 Mb.
#168941
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   40
инә.

Бына һеҙгә капитал! Матур бейегәнегеҙ өсөн!

Зөһрә. Юҡ, алмайым! Рәхмәт!

Ансаф. Алырһың! Ваҡыты етер! (Сыга.)

Фатма инә.

233


Фатма. Зөһрә ҡанатым, мин уға кейәүгә сығайыммы? Бөкрө, ғәрип булһа ла миңә ярай ул. Минең кеүек сибәр булһам, әллә кемдәргә сығыр инем дә бит... Ул әллә ҡасан инде миңә тәҡдим яһаны. Миңә ерәнгес булып күренәлер инде ул...

Зөһрә. Ниңә улай тиһең? Уның күҙҙәре матур...

Фатма. Әй, Зөһрә ҡанатым, улай булғас, мин уны ҡулдан ыскындырмайым инде! Йоҡларға ятҡас мин уны ярата алырмын, ҡараңғыла бөкрө икәне күренмәй, шулай бит?

Шәмсиә (инеп). Зөһрә бәпкәм, сәй әҙер булғансы һиңә үҙебеҙҙең тормошто күрһәтәйем әле... Бына быныһы беҙҙең йәшел бүлмә инде. һүрәттә Стамбулдың йома мәсете. Ҡөрьән асыу, намаҙ уҡыу кеүек дини йолаларҙы ошонда атҡарабыҙ.

Зөһрә. Миңә оҡшай!..

Шәмсиә. Бына быныһы зәңгәр зал. Бөтә байрам мәжлестәре ошонда үтә. Ҙур ҡунаҡтар килгәндә табынды ошонда әҙерләйбеҙ. Быныһы инде киске шәфәҡ бүлмәһе...

Зөһрә. Матур!..

Ш ә м с и ә. Ошонда ял итәбеҙ, музыка тыңлайбыҙ, кем бейей, кем йырлай. Быныһы беҙҙең аҡ бүлмә була инде. Аҡҡоштар, аҡ ҡайындар, аҡ шишмәләр. Балалар бүлмәһе булырға тейеш ине лә, тик бала һөйөү бәхете генә насип булманы беҙгә...

Зөһрә. Ниңә?

Ш әмсиэ. Ниңәме? Әйҙә, ана беҙҙе сәй эсергә саҡыралар!..

Сәй эсеү бүлмәһе: Бөрйән, Зөһрә, Шәмсиә.

Бөрйән. Йә, һылыу, беҙҙең Швейцария һиңә оҡшаймы?

Зөһрә. Әкиәт донъяһындай матур ил икән! һеҙ ниндәй бәхетле! Минең өләсәйем дә ошонда йәшәргә тейеш булған да бит...

Шәмсиә. Ә һин өләсәйеңдең дауамы! Бына уның өлөшөнә төшмәй ҡалған көмөштө үҙеңә ал да йәшә беҙҙә рәхәтләнеп... Бөрйән ағайыңдың атаһы ғүмер буйы «башҡортом, башҡортом», тип тилмереп йәшәне. Улы ла, атаһының һыңары, «башҡортом», тип өҙгөләнә. Бына хәҙер һин дә килгәс, бер оя булып йәшәрбеҙ, Алла бирһә!..

234


Зөһрә. Бер оя булып?

Шәмсиә. Башҡортса ғына һөйләшеп, башҡорт йырҙарын йырлап, тип әйтеүем.

Зөһрә. Улайһа, хәҙер мин һеҙгә бер йыр бүләк итәм!..

Бөрйән. Зөһрә, беҙ бит инде күптән көтәбеҙ!..

Зөһрә. Сейэлетау буйҙарында Ҡалды йәшлек, әҙҙәрем.

Дицгеҙ кисеп сит ерҙәрҙән Мин бәхеттәр әҙләнем!

Зәцгәр офсгктар артында Сейәлетауымгкалды.

Ак тирмәле зәцгәр күктә Ата-бабалар ҡалды.

Ҡояш сыҡһа офоҡтарҙан,

Сейәлетауҙы күрәм.

Тыуган илем, һине уйлап,

Күҙ йәштәремде түгәм!..

Шәмсиә. Афарин! Афарин! Эй тауышҡайҙарың, бәпкәм! Бөрйәндең атаһы, беҙҙә йырламаған, бейемәгән кеше юҡ ул, ти торғайны...

Бөрйән. Шәмсиә апай, был бүлмәнең исеме — Зөһрә!..

Шәмсиә. Эйе, шулай булһын...

Зөһрә. Аҡ ҡайындар... Аҡ шишмәләр... Сейәлетауҙы хәтерләтә. Рәхмәт!

Бөрйән. Зөһрә бүлмәһе! Ниндәй матур яңғырай! һылыуым! һеҙҙә «Ғәлиәбаныу» тигән йыр бармы әле? Атайым көйләй торғайны...

Йырлай. Зөһрә ҡушыла.

Зөһрә. Бөрйән ағай, һеҙ артист!

Бөрйән. Егеттәр килһә, был тәҙрәләргә буйҙары етмәҫ инде...

Зөһрә. Аптырамағыҙ, үҙем сығып алырмын!.. Бөтә Швейцарияға бер башҡорт егете табылыр әле.

Ш ә м с и ә. Алла бирһә...

Бөрйән (кеҫә телефонына). Килтереп еткерҙеләрме? Яҡшы! Бәләкәй генә сюрприз!

Шәмсиә. Әйҙә әле минең менән, Зөһрә бәпкәм! (Уны икенсе бүлмәгә алып сыгып китә.)

Коляскаһында Ансаф килеп инә.

235


Ансаф. Бөрйән атай, мин әйләнергә булдым!..

Бөрйән. Эйе, Шәмсиә инәйең әйткәйне шул...

Ансаф. Нимә тине?

Бөрйән. Фатихабыҙҙы бирәйек инде, өйләнһен, тине... Ә кәләшең бына тигән!..

Ансаф. Шуны белегеҙ, Хоҙай миңә уны үҙе ебәргән!.. (Сыга.)

Зөһрә менән Шәмсиә инә. Зөһрәне хәҙер танырлыҡ та түгел. Өҫтөнә затлы күлдәк, аяҡтарына шундай уҡ матур туфлиҙар кейеп алған, гәүһәр алҡалар таҡҡан. Өҫтөндәге күлдәге һис тә туй күлдәге түгел, ә дәүләт башлыҡтары — президенттар, премьер-министрҙар үткәрә торған ҡабул итеү мәжлестәренә оло шәхестәрҙең ҡатындары кейеп бара торған үтә ҡупшы күлдәк ул.

Бөрйән. Кил әле, һылыу!.. (Зөһрәнец муйынына аҫыл таштарҙан - гәүһәрҙәрҙән яһалган ҡиммәтле муйынсак кейҙерә.)

Зөһрә. Уф, Аллам! Өнөммө был, төшөммө? Үҙемде танымайым! Бөрйән ағай! Шәмсиә апай! Бындай ҡиммәтле бүләктәр алырлыҡ нимә эшләнем әле мин?

Ш әмсиә. Беҙҙең Бөрйән шундай киң күңелле йомарт кеше инде ул. Әйттем бит, үҙ башҡорто өсөн йәнен бирергә әҙер тора, тип!

Бөрйән. Ә беҙ ике Зөһрәне бергә ҡуштыҡ, хәҙер донъяла бер генә Зөһрә — Башҡортостандың Сейәлета- уында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы Зөһрә Алтынбаева ғына ҡалды...

Зөһрә. Ниндәй Зөһрә?.. Юҡ, мин хәҙер фәрештә!.. Минең осҡом килә! Уй, матурлыҡтары! Йөҙөмә йондоҙ килеп ҡундымы ни! Бөрйән ағай, ниндәй аҫыл сифаттарым, ниндәй яҡшылыҡтарым өсөн был ҡиммәтле бүләктәр? Атайығыҙҙың ауылдашы булғаным өсөн генә түгелдер бит инде? Мин, әлбиттә, хаҡым булмаһа ла, бүләктәрегеҙҙе ҡабул итеп алдым... Баш тартырға булдыра алманым... Ә нисек түләрмен? һеҙгә бөтәһе өсөн дә мең-мең рәхмәт, тик...

Ш әмсиә. Бәпкәм, беҙ, мосолмандар, изге ниәттә ҡалайыҡ!..

Зөһрә. Юҡ, юҡ, минең белгем килә! Белгем килә! Бөрйән ағай, хәйләләшмәй генә яуап бирегеҙ. Былар бөтәһе лә ысын күңелдәнме?

236


Шәмсиә. Ысын күңелдән, ысын күңелдән, бәпкәм! һин беҙгә оҡшаның, беҙ һине яраттыҡ, шуға...

Зөһрә. Юҡ, юҡ, Бөрйән ағайым әйтһен!

Бөрйән. Яҡшы. Шәмсиә апай, беҙҙе үҙебеҙҙе генә ҡалдыр, зинһар. (Шәмсиә сыга.) һин килгәс, Швейцария тағы ла матурланды! Беҙҙең тормошобоҙға ла бер яҡты нур өҫтәлде!!!

Зөһрә. Юҡ, юҡ, бында ниндәйҙер бер маҡсат күҙ уңында тотола... Бөрйән ағай, мин көтәм!

Бөрйән. Яҡшы... Әсәйем Ҡытайҙа тыуған мишәр ҡыҙы булһа ла, минең гендарымда ла башҡорт атайымдың ҡаны уйнай! һине ни өсөн алып килдем мин Швейцарияға? һиндә лә әсәйеңдең әсе яҙмышы ҡабатланыуын теләмәйем...

Зөһрә. Әсәйемдең әсе яҙмышы? Ә уға ни булған? Ниндәй әсе яҙмыш ул?

Бөрйән. Зөһрә! Әсэйең дә йәш сағында иҫ китмәле һылыу булғандыр! Уның йөҙөндә матурлыҡ әле лә һаҡлана. Күҙҙәре нурлы, ҡараштары моңло. Мин бер ваҡытта ла, һис ҡайҙа ла башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатмам, ә хәҙер һиңә шуны әйтәм: әсәйең утыҙ йыл буйына колхозда һауынсы булып хеҙмәт иткән. Мин уның ҡулдарын күреп тетрәндем! Ҡан тамырҙары ҡап-ҡара булып бүрткән, шартларға тора. Аяҡтарында саҡ атлап йөрөй. Ошо йәштә әбейгә әйләнгән ул. Эйе, эйе, уға ҡарауы ҡыҙғаныс хатта...

Зөһрә. Юҡ, минең әсәйем ундай түгел! Түгел! Түгел!

Бөрйән, һылыуым, тыныслан! Атайым һөйләүе буйынса беләм, үҙем дә күреп ҡайттым, быны һиңә ҡарап та әйтеп була: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары матурҙар! Бер ҡалаҡ һыуға һалып йоторлоҡ! Ә ниндәй гонаһтары өсөн улар шул тиклем ауыр йәшәй? Күбеһенең ире юҡ, етмәһә, эсеү менән мауығалар. Был хәл бер Башҡортостанда ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙә шулай. Быны бөтә донъя белә... Бөтәһенең дә булмаһа ла, һинең яҙмышыңды был бәләләрҙән ҡурсалаһам, кешелек бурысын үтәнем тип һанармын!

Бөрйәндең кеҫә телефоны шылтырай.

Бөрйән. Юҡ, юҡ, француздарҙыҡы кәрәкмәй! Мин Парижда күреп ҡайттым инде ул курткаларҙы. Әрйәләргә тултырып, урамға уҡ сығарып ҡуйғандар, хаҡтарын төшө

237




рөп һатырға. Италияның үҙенән алырға кәрәк. Күпме? Әлегә бер биш мең етер. Улайһа, егерме минуттан офис- та осрашайыҡ. Яҡшы! Ғәфү ит, Зөһрә! һине ҡалдырып китергә тура килә.

Зөһрә әсәһенә шылтырата.

Зөһрә. Алло? Әсәй! Әсәкәйем!

Гөлнара. Атаҡ!.. Ҡыҙым!.. Балам!..

Зөһрә. Әсәй, ни хәлдә һин? Сәләмәтлегең нисек?

Гөлнара {ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләй башлай). Әй, ҡыҙым, бынау аяҡтарым... Ә-ә... юҡ, юҡ... Бик һәйбәт йәшәйем, сәләмәтлегем дә гөлдәр кеүек, аяҡтарым да гөлдәр кеүек... ҡулдарым да гөлдәр кеүек... үҙем дә гөлдәр кеүек... Йә, һөйлә, нисек ҡаршы алдылар Швейцарияла?

Зөһрә. Әсәй, ниңә шул тиклем ҡыҙыу һөйләйһеғ;, пулеметтан атҡан кеүек?

Гөлнара. Аҡса йыйыла бит телефонға, һин дә тиҙ һөйлә!

Зөһрә. Бөрйән ағай етерлек ҡалдырҙы бит, ашыҡма! Әсәй, мин бәхетле! Мине бында бүләктәргә күмделәр!..

Гөлнара. Бүләктәргә күмделәр? Әллә теге «Поле чудес»тағы кеүек стиральный, электроволновый... бөтәһен дә ал, ҡыҙым, оялып торма! Үтек булһа, үтеген дә ал!..

Зөһрә. Алтын-көмөшкә күмделәр, тим, әсәй, ынйыларға, гәүһәр таштарға!

Г өлнара. Ҡыҙым, әллә бриллиантҡа?

Зөһрә. Эйе, эйе, бриллиант, әсәй! Ул муйынсағы, ул алҡалары! Күп инде, күп, һөйләп бөтөрлөк кенә түгел!

Гөлнара. Вәт әй! Ҡыҙым, һин ҡайтырға ашыҡма, бөтөнләйгә ҡал, тиһәләр, берүк баш тарта күрмә, риза бул! Швейцария бит ул, ҡыҙым! Швейцария!., һин минең өсөн ҡайғырма, мин бында гөлдәр кеүек йәшәйем. Бөйрәкәйем дә һөтөн көндән-көн арттыра, тауыҡтарым да оя тултырып йомортҡа һала был арала! Өйгә оҙаҡламай газ да керергә тейеш. Беҙ бында бик матур йәшәп ятабыҙ! Гөлдәр кеүек!

Зөһрә. Ярай, әсәй, иҫән-һау булып тороғоҙ! һине ҡосаҡлайым! Үбәм!

Г өлнара янына Аяз инә.

238


Аяз. Бына, плиткаңды төҙәттем, Гөлнара апай!..

Гөлнара. Эй, Аязҡайым! һуңланың, әле генә Швейцария менән һөйләштем! Ҡыҙым менән!

Аяз. Ҡайтмайым, тиме?

Гөлнара. Атаҡ, шулай тимәйсе, бөтә Швейцария ҡулында ғына күтәреп йөрөткәс ҡыҙымды! Ҡайтмайым, Швейцарияла йәшәйем, ти. Вәт!..

Аяз. Улай икән...

Гөлнара, һин Зөһрәне онот, ул кейәүгә сыға...

Аяз. Иблис ул! һин дә иблис, Гөлнара апай! Ҡыҙыңды Швейцарияға һаттың! (Телефонын тартып ала.)

Г өлнара. Атаҡ-атаҡ! Ҡоторған был!..

Аяз (Зөһрәгә шылтырата). Алло! Зөһрә?

Зөһрә. Аяз? Аяз, был һинме? Сәләм! Сәләм! Мин бында бит ожмахҡа килеп эләктем, Аяз!..

Аяз. Ожмах? Ожмах бит ул теге донъяла ғына була... үлгәстен...

Зөһрә. Аяз, һин өйлән!

Аяз. Нимә? Нимә тинең?

Зөһрә. Өйлән, тим. Тот та өйлән берәй һауынсы ҡыҙға... һөт эсергә яратаһың!

Аяз. Миңә һин кәрәк, Зөһрә!

Зөһрә. Мин бит инде һинән бик йыраҡта йәшәйем.

Аяз. Улайһа, өйөмдө, һыйырымды һатам да...

Зөһрә. Юҡ, Аязҡайым, бер нәмәңде лә һатмайһың! һин сит илдә йәшәй алмаясаҡһың, һинең күңелең тыуған ереңдән айырылһа, һүреләсәк.

Аяз. Ә һин үҙең? һин дә ошо ерҙән түгелме ни, Зөһрә?

Зөһрә. Эйе, мин дә шунан инем... Тик ҡыҙҙарға ундай талаптар ҡуйыу дөрөҫ түгел икән ул. Минең әле кейәүгә сығаһым бар. Бәлки, ул кейәүем булаһы кеше Швейцарияла йәшәйҙер...

Аяз. Әсәйең, Г өлнара апай, һин китеү менән ун йылға ҡартайҙы. Бөкрәйеп ҡалды, күҙҙәре тулы ҡайнар йәш! Аяғында саҡ баҫып тора. Әгәр уның менән ул-был хәл булып ҡалһа, нисек йәшәрһең был донъяла? Бөтәһе өсөн дә һиңә яуап бирергә тура килер. Әсәһен шундай ауыр хәлдә ташлап киткән әҙәм, беләһеңме, кем була? Намыҫһыҙ, йәнһеҙ, миһырбанһыҙ, таш йөрәк була ул. Ә ундайҙар бәхетле була алмай, сит илдә йәшәһәләр ҙә! Улар иблискә әйләнеп, кешелеген бөтөнләй юғалталар!

239


Зөһрә. Ә һин кем әле ул ҡәҙәре миңә ҡот осҡос хөкөм сығарырға? Ни хаҡың бар?

Аяз. Хаҡым бар, Зөһрә, хаҡым бар! Сөғжи мин һине үлеп яратам! Аңлайһыңмы? Аңлайһыңмы, тим? Әгәр Зөһрәңдән баш тартмаһаң, донъя бөтә бит, тиһәләр ҙә, мин һинән баш тартмаясаҡмын! Киреһенсә! Тағы ла нығыраҡ яратасаҡмын! Әгәр һине унда, тиһәләр, төн уртаһында самолеттан диңгеҙгә һикерергә лә әҙер мин! Әгәр һине унда тиһәләр, утлы вулкандың ауыҙына ла инергә әҙер мин! Ишетәһеңме, Зөһрә! Ниңә өндәшмәйһең?

ИКЕНСЕ БҮЛЕК Өсөнсө картина



Зөһрә яңғыҙы, йыр көйләй. А н с а ф имә. Ҡулында матур

сәскәләр.

Ансаф, һылыу! Был сәскәләр — һеҙгә!..

Зөһрә. Ниндәй матурҙар! Рәхмәт, Ансаф!..

Ансаф. Әйтәһе һүҙем бар.

Зөһрә. Миңәме ни?

Ансаф. Эйе, һеҙгә! Зөһрә! Мин һеҙгә Швейцарияла ҡалырға тәҡдим итәм!

3 ө һ р ә. Ә мин бында нимә эшләрмен?

Ансаф. Виллала йәшәрһегеҙ, һуңғы модель машинала йөрөрһөгөҙ...

Зөһрә. Ярай, йәшәргә виллам, ултырып йөрөргә машинам булды, ти. Ә артабан?

Ансаф. Артабан, йәнегеҙ нимә теләй — шул булыр!..

Зөһрә. Рәхмәт, Ансаф! һеҙ бик изге күңелле кеше икән, ләкин мин киләсәк тормошом тураһында әле бер нәмә лә әйтә алмайым, бында мин Бөрйән ағай ҡарамағында.

Ансаф. Бына һауығайым әле, күрерһең дә аптырап ҡалырһьщ. Минең докторым бар, профессор. Ул миңә операция яһаясаҡ. Минең буйым бер метр ҙа етмеш биш сантиметр буласаҡ, һиңә шул етәме?

Зөһрә. Ансаф, әллә миңә күҙеғ; төштө инде?

Ансаф. Төштө!.. Күңелемә яҡынһың!..

Зөһрә. Эй, аҙ ғына алданыраҡ тыуһаң ни була ине?

240


Ансаф. Ниңә?

Зөһрә. Минең дә күҙем төшкән кешем бар шул инде, Ансаф...

Ансаф. Ҡайҙа ул?

Зөһрә. Уныһы — сер!..

А н с а ф. Баш тарт!

Зөһрә. Булмай!..

Ансаф. Була! Мин һиңә ярҙам итермен! Минең көсөмдән килә! Донъяға көслөләр хужа!

Зөһрә. Ғәфү ит, Ансаф!

Ансаф. Мин әйтеп бөтөрмәнем әле... Әгәр ҙә Швей- ңарияла йәшәргә булһағыҙ, бында һеҙҙе бер генә кеше бәхетле итә ала... Ул — мин!

Зөһрә. һин?

Ансаф. Эйе, мин! Мин — Швейцария! Мин — Европа!

3 ө һ р ә. Ә Бөрйән ағай? Ул...

Ансаф. Бөрйән атай ҙа, Шәмсиә инәй ҙә ҡарттар инде, улар менән нихт проблем!

Зөһрә. Ансаф! һин әйткән вилла, машина — кешене бәхетле итеүҙең берҙән-бер сығанағымы ни? Ә мин уйлағайным... һәр кем үҙенең мөмкинлектәрен белеп йәшәргә тейеш тип.

Ансаф. Мине яҙмыш рәнйетте инде, хәҙер килеп һеҙме? Мине бәхетһеҙ итмәгеҙ! (Ансаф сыга.)

Зөһрә яңғыҙы.

Зөһрә. Туҡта, был ни булды һуң әле? Әллә былар мине Ансафҡа димләргә итәләрме? Аллам һаҡлаһын! Бөгөн үк ҡайтып китәм!..

Шәмсиә инә.

Зөһрә. Шәмсиә апай! Беҙҙә былай тиҙәр: ҡунаҡтың беренсе көнө — алтын, икенсеһе — көмөш, ә өсөнсөһө — баҡыр...

Шәмсиә. Алтын ул ҡайҙа ла алтын, бәпкәм!..

Зөһрә. Шәмсиә апай, миңә бит инде артабанғы яҙмышымды асыҡларға ваҡыт. Берәй институтҡа уҡырға керергәме, эшкә урынлашырғамы?

Шәмсиә. Бәпкәм! һиңә кейәүгә сығырға кәрәк. Йәмәғәтең үҙ милләтеңдән булырға тейеш. Был ата-

241




бабаларыбыҙҙың ҡәтғи ҡануны. Швейцария — немецтар, итальяндар, француздар иле. Аллам һаҡлаһын, балаларың «муттер, муттер», тип немецса һөйләшеп йөрөһә, йығылып үлерһең! Итальяны ла кәрәкмәй, французы бигерәк тә...

3 ө һ р ә. Ә үҙ башҡортоңдо бында ҡайҙан табаһың?

Шәмсиә. Башҡортто уны, бәпкәм, эҙләп тораһы юҡ... Бик яҡында ғына ул...

Зөһрә. Кем? Ансафмы?

Ш әмсиә. Ниңә Ансаф? Ансаф ул әле, белгең килһә, башҡорт та түгел. Беҙгә ят бауыр ул...

Зөһрә. Нисек улай?

Ш әмсиә. Бөрйән бәлиғ булғанда, атаһы, Зиннәтулла еҙнәм һуғышта алған яралары ҡуҙғалып, ҡапыл вафат булды. Бер тин аҡсаһыҙ тороп ҡалдыҡ. Ә Бөрйәндең әсәһе, минең ике туған апайым Орҡия, был донъя менән йәш килеш хушлашҡайны инде. Үлгәндә еҙнәмдең бер байға бурысы ҡалған. Бик ҙур сумма... Атайыңдың бурысын түләмәһәң, хөкөмгә тарттырабыҙ, тип Бөрйәнгә янағандар. Бай әҙәм бына ошо хәлдән файҙаланып, кейәүҙән айырылып ҡайтҡан ҡыҙы Харизаны йәш балаһы менән Бөрйәнгә килтереп таҡты ла инде. Бөрйән ағайың егет көйөнә балалы ҡатынға әйләнергә мәжбүр булды...

Зөһрә. Әле ҡатыны ҡайҙа?

Ш әмсиә. Ауырыу ине ул, Ансафты беҙҙә ҡалдырып, һиҙҙермәй генә төндә өйҙән сығып киткән дә... юғалды ул. Эҙләтеп тә ҡараныҡ инде, файҙаһыҙ булды... Күп йылдар инде...

Зөһрә. һеҙ мине әллә...

Шәмсиә. Бәпкәм, бәхетле булғың килһә, тәүәккәллә! һинән бит ул күҙен дә алмай... Ҡулында ғына күтәреп йөрөтөр. Йортобоҙҙоң остазбикәһе булып ҡына йәшәрһең, Аллаһ бирһә! Ожмах эсендә! Институты ла, эше лә, ғаилә ҡороу ҙа бер төйөндө сисеү менән хәл ителә. Ә ул төйөн — кейәү! Ә ул кейәү — Бөрйән!..

Зөһрә. Уф, Алла! Шәмсиә апай, Бөрйән ағай минән олораҡ бит әле ул.

Ш әмсиә. Ҡырҡ йәштә ирҙәр оло булмай, бәпкәм. Был йәштә улар мөхәббәттең дә, ғаиләнең дә, тормоштоң да алтын бағанаһына әйләнә...

Зөһрә. Әле мин бер нәмә лә әйтә алмайым... Ғәфү итегеҙ! (Сыга.)

242


Бөрйән инә. Ҡулында ҡап.

Ш әмсиә. Мин һөйләштем, алма бешкән, өҙ ҙә ал!..

Бөрйән. Минең аяҡ-ҡулдар бәйле бит әле...

Ш әмси ә. Ә һин Харизаны донъяла юҡ тип иҫәплә!..

Б ө р й ә н. Ә Ансаф?

Шәмсиә. Ана, Фатмаға өйләнһеғ1 дә башҡа сығарырбыҙ!..

Бөрйән. Был — донъяла иң арзан никах буласаҡ! Шулай ҙа ҡурҡыта...

Шәмсиә. Ҡурҡыта? Был беҙҙең һүҙ түгел! Ҡурҡаҡ кеше — ауырыу кеше. Бөтә яҡтан да камил булмаған йән эйәһе!..

Бөрйән. Йәш айырмаһы ла ҙур бит...

Шәмсиә. Ҡырҡ йәш — ир-аттың иғ; ғәйрәтле сағы! Никах контрактында «Айырылышабыҙ икән, кем нимә менән килгән, шуның менән китә», тип яҙҙыраһың, яраймы? Хәҙрәттәрҙе саҡырып, никах уҡытырбыҙ ҙа, шунығ; менән — вәссәләм!..

Бөрйән. Эйе, эйе... Шәмсиә апай! Зөһрә Рәсәй гражданкаһы булып ҡалһын!

Шәмсиә. Бөрйән улым, һин аҡыллы!

Бөрйән. Быны һиңә генә әйтәм... һиғ;ә әйтһәм, ниәтем тормошҡа аша. Шәмсиә апай, мине бөтәһенән элек, Урал ҡыҙыҡһындыра!.. Урал! Урал!..

Шәмсиә. Юлдарыңа аҡ йәймә!.. (Ҡапты асып.) Бәрәкалла! Зөһрә, кил әле, бәпкәм!

Зөһрә инә. Шәмсиә уның яурынына аҡ тун һала.

Зөһрә. Миңә? Юҡ, юҡ, кәрәкмәй!..

Шәмсиә. Нимә?

Зөһрә. Юҡ, мин яңылыш әйттем! И матур!..

Шәмсиә. Йылы тәнеңдә туҙһын, бәпкәм!..

Зөһрә. Бөрйән ағай, килешәме? Батша ҡыҙҙарына оҡшаныммы?

Бөрйән. Юҡ, һин үҙеңә... Сейәлетауҙың иң һылыу, иң һөйкөмлө ҡыҙына оҡшаның!

Шәмсиә. Бөрйән улым, бына һиңә бик күп саҡырыу билеттары ҡалдырып киттеләр. Шәмбе көн мэр ҡабул итә. Ике урын... Зөһрә, әҙерлән, бәпкәм! Ә йәкшәмбегә депутаттар клубына саҡыралар. Киләһе дүшәмбелә

243


«Тагес анцайгер», «Ное цюркер Цайтунг» газеталары мәжлес үткәрә. Ғәфү итегеҙ, мин һеҙҙе ҡалдырам. (Сыга.)

Зөһрә. Бөрйән ағай, мине лә алып бараһыңмы?

Бөрйән, һуң, әлбиттә, Ҡарһылыу! Юҡ, Мона Лиза!.. Ниңә һеҙ мине ғазаплайһығыҙ?

Зөһрә. Нимә? Нимә? Мин һеҙҙе ғазаплайыммы, Бөрйән ағай? Был һүҙегеҙҙе нисек аңларға? Әллә һуң бында килеп берәй гонаһ ҡылдыммы?

Бөрйән. Күпме көтөргә мөмкин, Зөһрә?

Зөһрә. Бер нәмә лә аңламайым...

Бөрйән. Быға тиклем күңелемдең бар тәҙрәләре лә ябыҡ ине. һеҙ миңә яҡты донъяға яңы тәҙрә астығыҙ. Ошо тәҙрәнән үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр бәхет йылмайҙы...

Зөһрә. Йә Аллам!.. (Тунын һалып icy я.)

Бөрйән, һеҙгә эҫеме?

Зөһрә. Юҡ, юҡ, борсолмағыҙ!

Б ө р й э н. Ултырығыҙ әле, Зөһрә!

Зөһрә. Хәҙер мин һөйләйем...

Бөрйән. Иң ауыр яра — яратҡан кеше һалған яра!..

Зөһрә. Минең дә һеҙгә донъялағы иң матур һүҙҙәрҙе генә әйткем килә...

Бөрйән. Мин көтәм бит, көтәм!..

Зөһрә. Йәшермәйем, һеҙ ҙә миңә оҡшайһығыҙ!..

Бөрйән. Йөрәгеңде тыңла, йөрәгеңде...

3 ө һ р ә. Ә яҡшы мөнәсәбәттең мөхәббәткә әүерелеүе мөмкинме?

Бөрйән. Юҡ!.. Яҡшылыҡҡа ҡарағанда мөхәббәттең рухы ҙурыраҡ. Яҡшылыҡтың тора-бара онотолоуы ихтимал, ә йөрәктә яралған мөхәббәт — мәңгелек!..

Ауыр тынлыҡ.

Бөрйән. Ярай, хәҙер бөтәһе лә асыҡланды... Улайһа, иң тәүҙә шуны хәл итәйек: һеҙгә ҡайһыһы ҡәҙерлерәк — Сейәлетаумы, әллә Швейцариямы?

Зөһрә. Швейцарияла йәшәгем килә, Бөрйән ағай!..

Бөрйән. Яҡшы! Хәҙер мине диҡҡәт менән тыңла! Швейцария — капиталистик ил. Бында, бер ҡарағанда, ғаилә лә, хөкүмәт тә, дәүләт тә юҡ һымаҡ. Бында һәр бер әҙәм балаһы бары тик үҙе өсөн генә йәшәй. Бында хатта ата-әсәләр ҙә, туған-тыумасалар ҙа тора-бара бер имгәк- кә, артыҡ мәшәҡәткә әйләнә. Әлбиттә, был тәртиптәрҙе

244


мосолмандар бик үк ҡабул итеп бармай, беҙҙең менталитет икенсе. Ата-әсә лә, балалар ҙа беҙҙең өсөн — изге! Беҙ һине ташламабыҙ, ярҙам итербеҙ. Беҙҙә генә йәшәрһең, торорға урын етерлек. Ә һиңә, һылыуым, сит-ят ерҙә юғалып ҡалмаҫҡа, алдағы тормошоңда килеп тыуасаҡ йөҙ төрлө һорауҙарға яуап табырға, ҡаршылыҡтарҙы үҙ аллы еңергә өйрәнергә һәм күңелеңде ҡанатландырған хыялыңды тормошҡа ашырырға кәрәк.

Зөһрә. Их, Бөрйән ағай, бәхетең булып Швейцария университетында уҡыһаң ине ул...

Бөрйән. Бына! Бына! Әйҙә, университетҡа юл тотайыҡ!..

Зөһрә. Унда бит уҡыуҙар түләүлелер?

Бөрйән. Бер юлы ике университетта уҡыһаң да, Бөрйән ағайыңдың мөмкинлектәре етерлек. Беҙҙә аҡса проблемаһы юҡ...

Зөһрә. Бөрйән ағай, һеҙ ниндәй гүзәл кеше!., һеҙ...

Бөрйән. Гүзәлен гүзәл дә, тик... мин дә шул уҡ капиталист бит...

Зөһрә. һеҙ һәйбәт капиталист!..

Б ө р й ә н. Тимәк, университет?

Зөһрә. Эйе, эйе, был минең иң ҙур хыялым!.. И, әсәйем дә һөйөнөр ине. Бында килеүем дә аҡланыр ине. Әтү, Аяз... миңә хыянатсы тигән тамға ла һалып ҡуйҙы инде... Бына Цюрих университетын тамамлап ҡайтайым әле, унан күрер минең кем икәнемде... алйот...

Бөрйән, һинең өсөн иң яҡшыһы менеджер, финанс, экономика факультеты булыр. Был һинең киләсәгең өсөн кәрәк...

Зөһрә. Былай булғас, минең киләсәгем дә һеҙгә бәйләнгән инде...

Бөрйән. Юҡ, киләсәгең һинең үҙ ҡулыңда... Беләһеңме, Зөһрә, был донъяға нимә хужа? Донъяға аҡыл һәм аҡса хужа. Аҡыл аҡса яһай, ә аҡса аҡылға юл яра...

Зөһрә. Миндә шуларҙың береһе генә булһа ла...

Бөрйән, һин аҡыллы ҡыҙ! Университетта уҡырға теләк белдергәнһең икән, был инде үҙе генә лә бик күп нәмә тураһында һөйләй... Ә хәҙер иң мөһиме...

Зөһрә. Тыңлайым, Бөрйән ағай!..

Бөрйән. Сейәлетауҙа әсәйеңдең дә, һинең дә ер бүлеме алыу мөмкинлеге бар. Колхоз пай рәүешендә һеҙгә ерҙе үҙе тәҡдим итә. Хатта көсләп бирәләр икән. Шулаймы?

245


Зөһрә. Эйе, эйе, ер ал, ер ал, тип әсәйемдең, теңкәһенә тейеп бөттөләр инде.

Бөрйән. Мин һиңә Сейәлетауҙан ер алып, шунда үҙ эшеңде асырға тәҡдим итәм!..

Зөһрә. Ҡасан?

Бөрйән. Уны оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Бына университетҡа уҡырға кер ҙә, шунан икәүләп тотонорбоҙ. һеҙҙә күлдәр бик күп, берәйһен арендаға алып, балыҡ заводы төҙөргә мөмкин. Мин бөтәһен дә һинең аша үҙем ойошторам. Банкта миллиондарым илап ята. Университетты тамамлау менән заводты үҙ ҡулыңа алырһың!..

Зөһрә. И, Бөрйән ағай, ун һигеҙ йәштә ошо ҙур эште...

Бөрйән. Ниндәй ун һигеҙ? Ниндәй ун һигеҙ, ти, ул? һиңә хәҙер, кәм тигәндә, утыҙ йәш! Үҙеңде шулай тип хис ит! Бында бөтөнләй икенсе үлсәмдәр. Мин ун өс йәшемдә кибет һатып алдым. Ун бишем тулғанда, дүрт кибетем бар ине инде, Зөһрә! Мин һиңә ҡеүәт бирәм, һиңә ун йәш өҫтәйем! һәм һин ғүмерең буйы бик бәхетле буласаҡһың! Бына шулай, матур һеңлем!..

Зөһрә. һеңлегеҙгә лә әйләндемме ни инде?

Бөрйән. Ә нимә эшләйем һуң?.. Зөһрә! Зөһрә!..

Зөһрә. Бөрйән ағай! Мин ике юл сатында тороп ҡалғандай булдым әле...

Бөрйән. Юҡ, юлың бер генә һинең! Мин һине оло юлға сығарҙым. Маяҡтарыңды билдәлә лә — алға! Ҡурҡма, ҡыйыу атла!..

Зөһрә яңғыҙы.

Зөһрә. Хоҙайым, ниңә бик ауыр башланды һуң әле был тормош тигәнең? Элек бөтәһе лә бик еңел булыр кеүек ине бит... Университетын да бөтөрмөн, кейәүгә лә сығырмын, имеш!.. Ә артабан? Бер ҡатлы сабый... Ә Бөрйән ағай әйткән ул маяҡтарҙы нисек билдәләргә? Йә Аллам!... Минең барыр юлдарымдағы иң яҡты маяҡ барыбер Бөрйән ағай инде ул... Ә яратаммы һуң мин уны? Былай оҡшай ҙа кеүек...

Аҡыллы... яғымлы... ярҙамсыл... Бәлки, йәшәй-йәшәй яратырмын. Шулай ҙа була, тиҙәр бит! Ул да миңә бик яҡын... Тик бына әле генә... Ошо сәғәттә генә... Беҙҙә генә торорһоң, тиҙәр. Алла бирһә, университеты ла булыр төҫлө. Быларҙың бөтәһе лә минең башҡорт ҡыҙы булға

246




ным өсөн генә түгелдер бит инде?.. Бөрйән ағай миңә үлеп ғашиҡ!.. Беҙҙең бындай мөнәсәбәттәр оҙаҡ дауам итә алырмы? Мине матур һеңлеһе итеп кенә эргәһендә йөрөтә алмаҫ бит инде? һәр нәмәнең аҙағы була. Исмаһам, әсәйем дә юҡ бит янымда!

Шәмсиә инә.

Шәмсиә. Зөһрә! Бәпкәм! Бында мин һиңә әсәйең урынына!.. Ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере, йылдың дүрт ваҡыты кеүек үк, дүрт миҙгелдән тора. Яҙы, йәйе, көҙө, ҡышы ла бар уның. Ғүмер яҙы егерме бер йәшкә тиклем дауам итә. һинеғ; инде икенсе миҙгелең — йәйең башланырға тора. Был осорҙа ҡатын-ҡыҙҙығ; төп роле — әсә булыу, ғаилә ҡороу. Уның сәскә атҡан сағы был. Ҡыҙ сағындағы хыялдарға сәскән орлоҡтар шытып сыға һәм емеш бирә башлай. Тормошоң имен булһа, ул сәскә атҡан емеш баҡсаһына оҡшай. Ә мул уңыш алыу өсөн уны яҡшы итеп тәрбиәләргә кәрәк. Был миҙгелдә һинеғ; инде үҙ урының, үҙ йөҙөң булырға тейеш. Ошо миҙгелдә тормошоң һәйбәт үтһә, көҙөңә һин ышаныс менән аяҡ баҫаһың!..

Зөһрә. Шәмсиә апаҡайым! Ә ҡайһылай быға ирешергә һуң?

Шәмсиә. Ғаиләлә бәхет теҙгенен үҙ ҡулдарында тотҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың өсөнсө миҙгеле лә матур үтә... Ә дүртенсеһе инде Аллаһы Т әғәлә ҡулында. Хөкөмдө ул сығара... һинең ғүмер буйы йәшәү рәүешеңә ҡарап...

Зөһрә. Башым етмәй, Шәмсиә апай!..

Ш әмсиә. Улайһа, бына әсәйеңде — мине тығыла! Бәхетле ҡатын булғың килһә, тәүәккәллә — хәҙер үк, ошо изге сәғәттә үк Бөрйән ағайыңдың ҡосағына ин!.. Бөрйән ағайығ* Швейңарияның иң ҙур капиталистарының береһе. Улар беҙҙә... һигеҙ миллионлы илдә бер нисә тиҫтә генә... Мин иң байҙары тураһында әйтәм... һеҙҙең балаларығыҙ ҙа бик бәхетле булыр, Алла бирһә!..

Зөһрә. Шәмсиә апай!.. Бөрйән ағай инһен әле!..

Шәмсиә сыға.

Зөһрә. Ә Швейцарияға ниңә килдем мин Бөрйән ағайға тағылып? Донъя күрергәме? Мин Зөһрә Алтынбаева әле! Танырһығыҙ! Танытырмын! Ошо матурлығым менәнме? Мин...

247


Бөрйән инә.

Зөһрә. Бөрйән ағай, һеҙ миңә йөрәгемде тыңларға ҡушҡайнығыҙ. Мин йөрәгемде тыңланым! Ул...

Бөрйән. Зөһрә, мин көтәм! Көтәм!

3 ө һ р ә. Ул һеҙҙең яҡлы! һеҙ миңә Швейцарияны бү- ләк иттегеҙ, ә мин һеҙгә — йөрәгемде...

Бөрйән. Йәнем! һин минекеме? Минекеме?

Зөһрә. Бөрйән ағай, әйттем бит инде һинеке тип!

Бөрйән. Был бит миңә Хоҙай бүләге!.. (Уныцянына килә.)

Зөһрә. һуңынан! һуңынан, Бөрйән ағай!..

Беренсе тапҡыр үбешәләр.

Бөрйән. Зөһрә! Мин бәхетемде күрәм! Бәхетте күреп булмай, тойоп ҡына була, тиҙәр ине, дөрөҫ түгел икән! Мин уны күрәм! Бына һин ул минең бәхетем, Зөһрәкәй!

Зөһрә. Мин дә бәхетле, Бөрйән ағай! Хоҙайым, минең был аҙымым бөтә ғүмер юлымды, яҙмышымды хәл итәсәк бит! Бәхетем дә, бәхетһеҙлегем дә һиңә бәйләнгән. Мин һиңә ышандым инде, Бөрйән ағай!

Бөрйән. Ышан! Ғаиләлә берәүе бәхетһеҙ булһа, икенсеһе бәхетле була алмай. Беҙҙең осор ҡанаттарҙың береһе һиндә, икенсеһе — миндә!

3 ө һ р ә. Ә барыбер иң ҙур яуаплылыҡ һиндә!

Бөрйән. Миндә! Миндә!

Зөһрә. һин ғаиләнең алтын бағанаһы!..

Бөрйән. Бөтәһе лә дөрөҫ! Беҙҙең икебеҙ бергә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә күп әле. Беҙ һинең менән ул турала һөйләштек, Зөһрә...

Зөһрә. Эйе, эйе... һин Сейәлетау, балыҡ заводы һәм Уралды әйтәһеңме?

Бөрйән. Эй аҡыллыһың да инде, Зөһрәкәйем...

Кескәй тынлыҡ.

Атай мәрхүм: «Яңғыҙлыҡтар бәхет булһа, ул беҙгә теймәҫ ине», — тип йырлай торғайны... һин мине яңғыҙлыҡтан ҡотҡарҙың, Зөһрә!..

Зөһрә. Бөрйән ағай, мин әсәйемдең фатихаһын алайым инде...

248


Бөрйән. Ярай, шулай һин миңә ғүмерең буйы «ағайым» тип кенә өндәшерһеңме? Әйҙә, һөйләшә һаләсәйең менән! Аҙаҡ мин дә шылтыратырмын уға. (Сыга.)

Зөһрә. Әсәй! Әсәй! Был мин, һинең бәхетле ҡыҙың Зөһрә!..

Гөлнара. Ҡыҙым! Ҡыҙым! Мин, мин, әсәйеңтыңлай!

Зөһрә. Әсәй, ни хәлдә һин унда? Сәләмәтлегең нисек?

Гөлнара.^Сәләмәтлегем... гөлдәр кеүек! Үҙем дә гөлдәр кеүек! Йә, һөйләп ебәр, балам, берәй яңылыҡ юҡмы унда? Швейңарияла, тим?

Зөһрә. Әсәй, әгәр һин фатихаңды бирһәң, мин...

Гөлнара. Нимә? Нимә? Фатиха, тиһеңме? Әллә, ҡыҙым, кейәүгә сығаһыңмы? И-и, балам...

Зөһрә. Әсәй! Әсәй!..

Гөлнара. Берүк... Фатиха! Фатиха! һөйгән йәрең кем? Әллә... Бөрйәнме?

Зөһрә. Эйе, Бөрйән ағай, әсәй! Ул ҡулымды һораны!..

Гөлнара. Әллә ҡулыңды һораны? Бәй! Атаҡ! Бөрйән үҙе булғас ни... Мин дә ике ҡуллап... Улай булғас ни... Әйтә һал Бөрйән кейәүгә, әсәйем әйтә тиген, донъяла Бөрйәндән дә яҡшыраҡ... Әллү! Әллү!.. Аяз, ниңә ишетелмәй? Телефоным әллә нимә эшләне, ҡороғоро... Әллү! Әллү! Мә әле, һин һөйләш! (Телефонды Аязга бирә.)

Аяз. Зөһрә! Был мин — Аяз!

Зөһрә. Сәләм, Аяз!

Аяз. Нимә, кейәү ҙә таптыңмы ни инде?

Зөһрә. Юҡ, Аяз, ул үҙе ғүмере буйы мине эҙләгән.

Аяз. Ә һин, итәгеңә ут ҡапҡандай, уға барҙың да ҡапландың инде!

Зөһрә. Бөрйән ағай яратмаҫлыҡ кеше түгел!..

Аяз. Ул бит һиңә атай булырлыҡ кеше... һиңә утыҙ биш тулғанда, һаҡалы биленә еткән бабай буласаҡ ул!..

Зөһрә. Аяз, ниңә һин минең менән улай һөйләшәһең әле? Эйе, беҙ һинең менән бергә үҫтек, бергә уҡыныҡ, бергә бәхет тураһында ла хыялландыҡ, һин шул беҙҙең дуҫлыҡты мөхәббәт тип уйлайһыңмы әллә?

Аяз. Белмәгәйнем, белмәгәйнем, мөхәббәттең иң ҙуры Швейңарияла икән!

Зөһрә. Аяз, туҡта! Туҡта, тим мин һиңә! Туҡта!.. (.Аяз телефонын һүндерә.)

249


Дүртенсе картина

Ансаф. Оҙаҡланың! Мин һиңә тиҙ йөрө, тинем!

Фатма. Ансаф! һин мине алданың!., һин бит вәғәҙә биргәйнең миңә әйләнергә, ә хәҙер әйләнеп тә ҡарамайһың!..

Ансаф. Күрмәйһеңме ни, йәш кәләш алырға йыйынам!

Ф атм а. Ә мин?

Ансаф. Мин! Мин! Донъяла мөхәббәт тигән нәмә лә бар!

Фатма. Улай булғас, ниңә мине ошондайға әйлән- дерҙең?

Ансаф. Ниндәйгә?

Фатма ауырлы икәнен аңлата.

Ансаф. Миңә рәхмәт әйт!..

Фатма. Ярай.„

А н с а ф. Рәхмәт әйт, тим!

Фатма. Рәхмәт!.. Мине хәҙер кем кейәүгә алһын?

Ансаф. Ярай, өлкән бисәм булырһың!

Фатма. Ә кем ул йәш кәләш тигәнең? Зөһрәне әйтмәйһеңдер бит, Ансаф ҡанатым? Уға бит атайың әйләнә... Бөрйән ағай...

Ансаф. Нимә? Нимә тинең? Ҡабатла әле!..

Фатма. Киләһе аҙнала никах уҡыталар. Хәҙрәттәргә лә хәбәр иттеләр инде.

Ансаф. Ниңә уны бөгөн геғгә әйтәһең?

Фатма. Беләһеңдер, тип уйлағайным...

Ансаф. Әгәр дөрөҫ булмаһа, һаҡлан!

Фатма. Күрмәйһеңме ни, туйға нисек әҙерләнгәндәрен? Мин инде утыҙ өс саҡырыу билеты ебәрҙем...

Ансаф. Юҡ, мин быға юл ҡуймаясаҡмын! Зөһрә минеке! Минеке! Ишетәһеңме?

Фатма. Ишетәм дә бит... Ни, Ансаф... Минең тағы ла бер һүҙем...

Ансаф. Нимә?

Фатма. Мин уларҙың үбешкәндәрен дә күрҙем әле... һуңынан Бөрйән ағайҙың бүлмәһенә инеп киттеләр...

Ансаф. Алдайһың!..

Фатма. Баш өҫтө! Үбештеләр шул! Үбештеләр...

250


Ансаф телефондан шылтырата.

Ансаф. Фридрих! Хәҙер үк, ошо сәғәттә үк әсәйем менән килеп етегеҙ! Аҡсаны килтереп бирерҙәр. Ышаныслы кеше, ҡулында минең визиткам булыр, ҡаршы алырһығыҙ. Фатма! Бына адресы, бына телефоны. Фридрих тигән кеше сығыр, визиткамды күрһәт. Бына һиңә аҡса, уларҙы шул кешегә бирерһең, ҡалғанын ул үҙе әйтер. Аңланыңмы? Абай бул!

Фатма. Ансаф, улар бит мине тыңламаҫтар...

Ансаф. Бик тә тыңлар, йүгерә һал!

Фатма. Аңланым, ҡанатым! Ансаф, ә мине өлкән бисәң итерһеңме һуң?

А н с а ф. Бер әйттем бит инде!

Фатма. Ярай, мин һинең ҡолоң, остом! (Сыга.)

Ансаф. Бөрйән атай, һинең үҙеңә генә әйтәһе һүҙем бар...

Бөрйән үтеп бара.

Бөрйән. Ни булды?

А н с а ф. Бер көн нимә әйттем мин һиңә?

Бөрйән. Иҫемә төшөр әле!

Ансаф. Бик тиҙ онотҡанһың!

Бөрйән, һин әйләнеү тураһындамы? һеҙ йәшәп ятаһығыҙ түгелме һуң инде? Ярай, минән — фатиха!

Ансаф. Фатихаң да, Фатмаң да үҙеңә булһын!

Бөрйән. Ни тигән һүҙ был?

Ансаф. Минең яратҡан ҡыҙым бар!..

Бөрйән. Кем ул?

Ансаф. Зөһрә.

Бөрйән. Ә Фатманы ҡайҙа ҡуяһың? Ул һинән бала көтә...

Ансаф. Минең балаларым күп буласаҡ!..

Б ө р й ә н. Ә Зөһрә һине яратамы һуң?

Ансаф. Минең өсөн уныһы мөһим түгел. Мин — миллионер!..

Бөрйән. Ансаф, аҡылыңа кил!..

Ансаф. Минең коляскала ултырыуым оҡшамаймы һиңә?

Бөрйән. Хоҙайға үпкәлә!..

Ансаф. Мин һеҙҙең барығыҙҙан да матурыраҡ! һеҙ ул ауырыу, ә мин — сәләмәт! һеҙ һуҡырҙар, минең

251




коляскамды ғына күрәһегеҙ... Иң тәүҙә улыңды башлы- күҙле ит, башҡа сығар, бына булырһың атай! Ә Зөһрәне мин һиңә бирмәйем!..

Бөрйән. Шаулама!..

Ансаф. Баш тарт! Хәҙер үк баш тарт Зөһрәнән!

Бөрйән. Зөһрәне онот! Ул һиңә...

Ансаф. Тиң түгелме? Мин — егет, ә ул — еткән ҡыҙ. Уға кейәүгә сығырға кәрәк, ә һайлап барыр кешеһе юҡ, булмаясаҡ та! Ә мин әҙер. Донъяға аҡса хужа, ә аҡса минең ҡулда!..

Бөрйән. Мин һиңә ай һайын биргән пенсияң кәләш алырға етмәй бит әле, донъяла һинән байыраҡтар ҙа бар!

Ансаф. Минең ҡарарым шундай. Мин шулай хәл иттем. Мине буласаҡ миллиондарым матурлай. Зөһрәгә мин аңлатырмын. Ул мине матур итеп, ир солтаны итеп күҙ алдына килтерер, шулай тойор. Минең миллионда- рымдьщ көсө шунда! Ана, Фатманан һора, минең ниндәй ир икәнемде. Ул хәҙер минең аяҡ табанымды үбергә лә әҙер! Зөһрә лә шулай буласаҡ!.. Бар, саҡыр Зөһрәне!

Бөрйән. Мин уны һинең өсөғг алып килмәнем!

А н с а ф. Ә кем өсөн алып килдең?

Б ө р й ә н. Ул миңә Хоҙай бүләге!

Ансаф, һинең ҡатының бар! Ниңә әсәйем менән йәшәмәнеғ}?

Бөрйән. Әсәйең менән? Етте! һинеғ^ менән мәғәнәһеҙ һүҙ көрәштерергә минеғ^ ваҡытым юҡ.

Ансаф. Йәш кәләш алырға ваҡыт тапҡанһың бит! Йәһәннәм төпкөлө, Рәсәйҙән үк барып алғанһың!..

Бөрйән. Яҙмышың шулай икән, һин инде уны бер нисек тә үҙгәртә алмайһың!..

Ансаф, һин ошо йәштә ун һигеҙ йәшлек ҡыҙға әйләнергә булдыңмы ни?

Бөрйән. Йәшә ана, Фатмаң менән, Квазимодо!

Ансаф. Был ниәтеғ^ ^барып сыҡмаҫ! Абынырһың, һөрлөгөрһөң, ҡоларһың! Йәки үҙем һинең бөтә донъяңды аҫтын-өҫкә килтерәм! Саҡыр Зөһрәне!..

Бөрйән, һаташма! Әгәр аҡылыңа килмәһәң, мин һине...

Ансаф. Нимә? Әйтеп бөтөр!

Бөрйән. Мин һине...

Ансаф. Зөһрә минеке! Минеке! Бирмәйем мин һиңә Зөһрәне! Бирмәйем!.. (Бөрйән уны быуа башлай.)

252


Хар из а инә.

Хар из а. Туҡта! Йыртҡыс!

Бөрйән, һин?

Хар и за. Нимә? Көтмәгәйнеңме?

Бөрйән, һин ни эшләп бында? Кем кертте һине?

Т ауышҡа Шәмсиә менән Зөһрә сыға.

Хар и за. Ансаф? Улым! Бәғерем! (Бөрйәнгә.) Яуыз! Сабый сағында асфальтҡа ырғытып, ғәрипкә әйләндергә- нең етмәгән, хәҙер бөтөнләй ҡотолмаҡсы булдыңмы? Атайымдан ҡалған йорттарыма хужа булыр өсөн, мине психушкаға илтеп яптың! Ҡалалағы бөтә мөлкәтемде, банктағы аҡсаларымды үҙләштерҙең, яуыз! һин кем? Нисек һине ер күтәрә?..

Бөрйән. Шәмсиә апай, оҙат! Полиция саҡыр!.. Зөһрә. Бөрйән ағай, кәрәкмәй! Юҡ, кәрәкмәй!.. (Харизага.) Апай, һеҙ уның ҡатынымы?

Хар и за. Эйе, ҡасандыр ҡатыны инем, Хоҙай һаҡланы, ҡотолдом...

Бөрйән. Шәмсиә апай, ҡыуып сығар шуны!.. (Китә.) Ш әмсиә. Хариза бәпкәм, әйҙә үҙ бүлмәңә!..

X а р и з а. Ҡалдырығыҙ мине!

Ансаф. Әсәй, мин үләм...

Хариза. Үлмәҫһең, улым, үлмәҫһең! Бына мин ҡайттым бит, хәҙер гел бергә булырбыҙ, Алла бирһә! Мин һау-сәләмәт, һине был йыртҡыстар ҡулына бирмәм! һин бит тормошто яратаһың! Мин һине ғазап сигер өсөн тыуҙырманым. Ә был яуыздарҙы ғәҙел хөкөм көтә. Аллаһы Тәғәләнең ҡәһәре төштө инде уларға...

Шәмсиә. Аҡылыңа кил! Ни һөйләйһең һин, бәпкәм? Зөһрә. Ярабби! Ярабби! Нимә эшләнем мин?

Сәхнәлә Бөрйән менән Шәмсиә.

Бөрйән. Нисек сығарғандар уны?

Ш әмсиә. Адвокаты тырышҡан. Мин һау-сәләмәт, ти. Ҡулында ҡағыҙҙары бар. Бөрйән улым, унан нисек тә ҡотолорға кәрәк.

Бөрйән. Ярай, юлын табырмын.

Ш ә м с и ә„Ансафы ла ҡотора бит әле...

Б ө р й ә н. Үҙ башына!..

253


ш э м с и ә. Икеһен бергә яңы йортҡа күсереп торһаҡ?

Бөрйән. Яңы йортҡа? Шәмсиә апай, аҡылың бармы һинең? Әйттем бит, юлын табырмын тип... Уларҙың был донъяла бер кемгә лә кәрәге юҡ. Улар — артыҡ кешеләр...

Шәмсиә. Былай булғас, Зөһрә ҡалмаҫ инде... Мин бүләктәрҙе кире алам...

Бөрйән. Юҡ, улай ярамай!..

Ш әмсиә. Харизаныҡы бит улар!..

Бөрйән. Нимә ул муйынсаҡ? Ул бер тингә лә тормай! Зөһрә китһә, мин Башҡортостанды юғалтам! Уралды юғалтам! Миллиардтарҙы юғалтам! Нисә йылдар хыялланып, эҙенә төштөм тигәндә генә... Хәҙер бөтә донъя Уралға ынтыла! Ә Рәсәйҙең үҙенең хәле етмәй. Бай илдәрҙән капитал эҙләй ул. Инвестиция тип атала был, Шәмсиә апай!.. Аңланыңмы?

Шәмсиә. Аңланым да һуң... Эштәрең кирегә китеп бара бит әле...

Бөрйән. Уралға иң яҡын, иң тура юл — Зөһрә! Шәмсиә апай! Бына нимә, башҡаса Зөһрә менән Хари- заның осрашыуына юл ҡуйырға ярамай! Күҙ-ҡолаҡ бул! Ҡалғанын мин үҙем... (Сыга.)

Шәмсиә. Бөрйән! Ҡара уны! һин отолорға тейеш түгел! һин еңеп сығырға тейеш!.. (Артынан эйәреп сыга.)

Ф а т м а менән 3 ө һ р ә инә.

Фатма. Зөһрә ҡанатым, һиңә бер серем бар ине...

Зөһрә. Нимә?

Фатма. Минең тыуасаҡ балам Бөрйән ағайҙан бит...

Зөһрә. Алдайһың! Ялған!..

Фатма. Баш өҫтө! Баш өҫтө!

3 ө һ р ә. Ә Ансаф?

Фатма. Ул үҙенеке, тип уйлай. Әйҙә, уйлаһын, эйеме?

3 ө һ р ә. Ә бала тыуғас, атаһы кем була?

Фатма. Ансаф инде...

Зөһрә. һеҙҙең Швейцарияла бик яйлы икән...

Фатма. Барыһына ла улар хужа бит, ә мин нимә ҡушалар, шуны эшләйем инде. Әйтәйемме икән?

Зөһрә. Нимә тағы?

Фатма. Зөһрә ҡанатым, бындай ҡиммәтле биҙәүестәрҙе кире бирәһеңдер инде, улар бит Хариза апайҙыҡылар...

254


Шәмсиә (инеп). Зөһрә! Ни булды, бәпкәм?!

Зөһрә. Мин был бүләктәрҙе ала алмайым!..

Бөрйән инә.

Ш әмсиә. Бына, бүләктәреңде кире бирҙе...

Бөрйән. Зөһрә! Ни булды?

3 ө һ р ә. Кем өсөн алынған, шул таҡһын! Хариза апайға бирегеҙ!.. Кеше бәхетһеҙлеге иҫәбенә бәхетле булғым килмәй... Бөрйән ағай! Самолетҡа билет алып, мине тыуған илемә оҙатығыҙ! Бөгөн үк! Хәҙер үк!

Бөрйән. Зөһрә! Мин бит барыбер уның менән йәшәмәйәсәкмен!..

Зөһрә. Ни өсөн, Бөрйән ағай? Ни өсөн?

Бөрйән. Ул ауырыу...

Зөһрә. Шәмсиә апай, мөмкин булһа, беҙ Бөрйән ағай менән икәү генә ҡалайыҡ әле...

Шәмсиә сыға.

Зөһрә. һеҙ әйткәнсә, мин дә был илдә ун йәшкә олоғайҙым... Хариза апай һау-сәләмәт! Эйе, эйе, ул... һүҙҙәре мәғәнәле, күҙ ҡараштары аҡыллы. Улын... Ансафты шундай итеп һөйҙө, ауырыу әсәлә ундай ҙур тойғолар булыуы мөмкин түгел...

Бөрйән. Улар һүҙгә оҫта...

3 ө һ р ә. Ул үҙенеғ^ бөтә бәхетһеҙлеген һеҙҙән күрә...

Бөрйән. Зөһрә! Ул юҡты һөйләй... Ауырыу баштың ауырыу уйҙары был...

Зөһрә. Ансафты ла һеҙ ташҡа атып ғәрипләмәнегеҙме?

Бөрйән. Юҡ, ул шулай булып тыуған...

Зөһрә. Ә Хариза апай менән яратышып ҡауышҡайнығыҙмы?

Бөрйән. Минең хәҙер ул турала иҫкә алғым да килмәй!..

Зөһрә. Ул һылыу! һау-сәләмәт, бына йәшәгеҙ инде әҙәмсә...

Бөрйән. Зөһрә! Үткәндәргә ҡайтыу юҡ!.. Мин һине бөтә йөрәгем менән яраттым... Зөһрә, беҙгә яңы йорт әҙер! Бына асҡыстарын ҡабул итеп ал. Бөгөн мин дә был йорттан сығып китәм! һиғюң яныңа! һөйгәнем янына! Мәңгегә!..

255


Зөһрә. Бөрйән ағай, мине донъяла юҡ тип иҫәпләгеҙ!.. Хоҙайға рәхмәт, мине яңылыш юлдан тартып алды...

Б ө р й ә н. Ә университет? Мин бит ысын күңелдән...

Зөһрә. Әгәр ҙә яҙмышымды һеҙҙең менән бәйләгән булһам, Сейәлетауҙа, Уралда бизнес ойошторһаҡ, минең дә Хариза апай көнөндә ҡалыуым мөмкин ине бит. Хоҙай һаҡланы.

Бөрйән. Зөһрә, ниңә һин шундай уҫал?

Зөһрә. һеҙҙән өйрәндем!

Бөрйән, һин Швейцарияны бик аҙ беләһең шул, һылыуым. Уны аңлау өсөн, кәм тигәндә, бында тыуырға кәрәк. Йә, килештекме? Башҡа сығабыҙмы? һин үҙебеҙҙең ожмах һарайынан баш тартаһыңмы?

Зөһрә. Ғәфү итегеҙ, мин хәҙер был илдә йәшәй алмайым!

Бөрйән. Ә мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! Ана, Хоҙай Тәғәлә шаһит: яратам, тинең. Вәғәҙәләр бирештек, һүҙ ҡуйыштыҡ! Был турала инде бөтәһе лә белә!., һин мине абруйлы, дәрәжәле дуҫтарым алдында мәсхәрә итергә уйланыңмы? Мин хәҙер әсәйеңә шылтыратам. Ул мине аңлар. Әгәр ҙә беҙ килешә алмаһаҡ, һин әсэйеңде үлтерәһең!..

Зөһрә. Ул ожмах һарайығыҙҙы балаларығыҙға бирегеҙ, Бөрйән ағай!

Бөрйән. Балалар? Ниндәй балаларға ул?

Зөһрә. Ансафҡа!

Бөрйән. Юҡ, булмай... Ансаф та, әсәһе лә минең донъяма дәғүә итә алмай! Хаҡтары юҡ!.. Хоҙай Тәғәлә шулай яратҡан икән, уларҙы тәбиғәт тә, кешелек йәмғиәте лә ҡабул итмәй. Улар артыҡ кешеләр...

Зөһрә. Ҡот осҡос!

Бөрйән. Тәбиғәт матурлыҡты, камиллыҡты ярата. Ә кешелек йәмғиәте аҡылға, көскә таяна. Ҡалғандарын — үҫешкә, алға китеүгә ҡамасаулай торғандарын — улар кире ҡаға, юҡҡа сығара.

Зөһрә. һеҙгә университеттарығыҙ шундай һабаҡ бирҙеме ни, Бөрйән ағай? Ә беҙҙе мәктәптә яҡыныңды ярат, хөрмәт ит, яҙмыш тарафынан рәнйетелгәндәргә ярҙам ит, миһырбанлы бул, тип өйрәттеләр...

Бөрйән. Эйе, һеҙҙә шулайҙыр... Әгәр ҙә һин матур, аҡыллы һәм йәш булмаһаң, Швейцарияның бер капиталисы һиңә ғашиҡ булыр инеме? һине бит бәхет

256




дауыл кеүек күтәреп алды үҙ ҡосағына! Бына ошо инде тәбиғәттең мин әйткән изге ҡануны! Ә Сейәлетауҙа һине нимә көтә? һин унда эш тә таба алмаясаҡһың, йүнле кейәүгә лә сыға алмаясаҡһың!

Зөһрә. Бөрйән ағай, Фатма бит һеҙҙән бала көтә...

Бөрйән. Нимә?

Зөһрә. Фатма ауырлы, атай булырға әҙерләнегеҙ. Бөрйән ағай!

Бөрйән. Был ниндәй туҙға яҙмаған...

Зөһрә. Ә ниңә кире ҡаҡмайһығыҙ? Дөрөҫмө был, Бөрйән ағай?

Бөрйән. Тимәк... Тимәк... Ялған был! Ялған!

Зөһрә. Ҡыҙ баланы мәсхәрә ит тә, аҙаҡ, ул ауырға ҡалғас, уны тормоштан бәхет, мөхәббәт көткән ун һигеҙ йәшлек ғәрип егеткә һыйла ла, мин гонаһһыҙ, тип йәшәй бир! Хәҙер һеҙгә нисек ышанырға мөмкин? Бөрйән ағай, миндә лә ҡатынығыҙ биргән һорау тыуҙы: һеҙ кем? Был гонаһтарығыҙ тәбиғәт ҡанундарына һыямы? Кешелек йәмғиәте һеҙҙе ғәфү итерме?

Бөрйән. Зөһрә һылыуым! Мин ун йыл яңғыҙ йәшәнем! Бөтә гонаһтарым да яңғыҙлыҡ бәләһе! Хоҙай мине ярлыҡар, һин дә ғәфү ит!.. Зөһрә! Йәнем! Мин һиңә бәхеткә юл астым! Бир ҡулыңды, икәү бергә атлайыҡ!.. Мин бөгөн булмаһа, иртәгә, тиҙ арала Башҡортостан менән бәйләнешкә инәм. Сейәлетауға капитал һалырға уйлайым. Был бик ҙур аҡса — миллиондар!.. Әсәйеңә ике- өс ҡатлы матур вилла, халыҡҡа — мәсет, дауахана, ашхана һалып ҡуйһаҡ, урамдарға асфальт түшәһәк, ағастар ултыртһаҡ, Сейәлетау ожмах баҡсаһына әйләнәсәк!.. Быларҙы мин түгел, ә һин эшләйһең! һинең аша мин эшләйем!.. Зөһрә! Йәнем! Әйт инде берәй йылы һүҙ!..

Зөһрә. Юҡ, Бөрйән ағай, кәрәкмәй! Сейәлетауға теймәгеҙ! Уның Хоҙай Тәғәлә биргән матурлыҡтары ла, байлыҡтары ла үҙенә етерлек! Бөрйән ағай, оҙатығыҙ мине илемә!

Хариз а, Ансаф, Шәмсиә, Фридрих инә.

Хар и за. Бына ул!

Бөрйән. Был ниндәй халыҡ? һеҙгә нимә кәрәк?

Фридрих. Мин ҡала прокуратураһынан Хариза Ишемйәрова ханымдың адвокаты Фридрих Шмитң булам, һеҙ Бөрйән Зиннәтулла улы Ишемйәровмы?

9- 1.0129.11

257


Бөрйән. Шунан?

Фридрих, һеҙгә рәсми рәүештә хәбәр итергә тейешмен: бөгөнгө көндөң ун ике сәғәтенән алып банкы- ларҙағы бөтә счеттарығыҙға арест һалынды, һеҙгә Цю- рихтан һәм илдән сығып китеү ҡәтғи тыйыла! Бына рәсми ҡағыҙҙар, ҡул ҡуйыуығыҙҙы һорайым!..

Ш әмсиә. О, майн Готт! Хоҙайым, ярҙам итегеҙ, йөрәк!

Бөрйән. Ҡыланма инде, Шәмсиә апай, урыны был түгел!

Ш әмсиә. Харап булдыҡ! Бөттөк! Бөтә нәмә селпәрәмә килде... (Сыга.)

Ансаф. Әсәй! Ниңә һин ошо яуызға кейәүгә сыҡтың?

Хариза. Мин атайымды бик ярата инем, уның һүҙен йығырға баҙнат итмәнем. Улым, тыныслан! Хоҙай ҡотҡарҙы беҙҙе ул яуыздан! Беҙ еңдек, балам...

А н с а ф. Еғ^дек?

Хариза. Эйе, эйе, еғ^дек, балам, еғ^дек...

Бөрйәндең, кеҫә телефоны шылтырай.

Б ө р й ә н. Эйе, Бөрйән Ишемйәров тыңлай... Ҡайҙан? Рәсәй илселегенән? Мөмкин булһа һуңыраҡ... Аяз Фазылов килгән? Ниндәй Фазылов тағы? Шайтаныма олаҡһын! Ҡалдырығыҙ!

Зөһрә (уныц псулынан кеҫә телефонын тартып ала). Ярабби! Аяз, ҡәҙерлем, был һинме?

Тауыш. Юҡ, был Швейцариялағы Рәсәй илселегенән, Соколов Дмитрий Сергеевич булам. Кем менән һөйләшәм?

Зөһрә. Зөһрә мин. Зөһрә Алтынбаева, Башҡортостандан...

Тауыш. Бында яҡташығыҙ Аяз Фазылов. Ул илсегә мөрәжәғәт иткән, һеҙгә шуны әйтергә бурыслымын. Әгәр ҙә тыуған илегеҙгә, Рәсәйгә ҡайтырға теләһәгеҙ, беҙ ярҙам итергә әҙер.

Зөһрә. Эйе, эйе! Ҡайтам! Ҡайтам!

Ансаф. Зөһрә! Ә мин? Мин бит һине яратҡайным, Зөһрә!

Зөһрә. Ансаф, һауыҡҡас, сәләмәтләнгәс, ҡунаҡҡа килерһең Башҡортостанға. Беҙҙә Швейцариянан һис тә кәм түгел!

258


X а р и з а. Тыныслан, улым, тыныслан. Фатма!

Фатма. Мин бында!

Хариза. Ярҙам ит! һыу!

Фатма. Остом, Хариза ханым!.. Мең тапҡыр ғәфү итегеҙ, хужабикә ҡанатым!

X а р и з а. Бар инде, тиҙ бул!

Бөрйән ҡағыҙҙарҙы Фридрихҡа тоттора.

Фридрих, һау булығыҙ!

Башҡортостан, Сейәлетау, ауыл өйө ишек алды. Йәшел сиҙәмдә ялан аяҡ Зөһрә ултыра. Гөлнара болдорҙа ҡунаҡлаған... Аяз

күренә.

Аяз (йырлай). Кейекпсаҙҙар осак.ацгылдашып, Түштәренә елдәр урала, һагыныуҙары ҡаурый-каурый булып, Ятыпҡалды беҙҙец урамга.

Аҫта йәшел сиҙәм оҙата бара,

Яулык болгай күктән сск болот. Йырссктарга илап киткән наҙҙар Йыраклап ҡайтыр илгә яҙ булып, «һагынырбыҙ» тигән йырҙарыбыҙ Ҡалды зәцгәр күктә яҙылып.

Минец дә бит яҙҙар көткән мәлем, Ҡайтырһыцмы йәнгә наҙ булып?..

Зөһрә. Рәхмәт һиңә, Аяз, минең тоғро кешем. Шуны һорайым тим, ҡайҙан аҡса таптың?

Гөлнара. Ул ни, һинең кейәүгә сығырға йыйыны- уыңды ишеткәс тә, йортон, һыйырын һатты ла, әйҙә һинең янға, Швейңарияға!

Зөһрә. Рәхмәтем сикһеҙ һиңә, Аяз! һинең алдағы бурысымды мин мотлаҡ ҡайтарасаҡмын.

Гөлнара. Ҡыҙым, балам, яныма ултыр әле. Ҡыҙым, мин дә олоғайып барам бит инде. һин минең берҙән-бер терәгем. Төкөр ҡалаһына, төкөр Швейцарияһына! Ана, Аязыңа кейәүгә сыҡ та, ике мүкләкте һауып, йәшә рәхәтләнеп ҡаймаҡ ашап ҡына! Аязың аҡыллы, юғалып ҡалмаҫ, әллә кем булыр әле ул!..

Зөһрә. Булыр, шигем юҡ, тик беҙгә икебеҙгә лә уҡырға инергә, ныҡлы белем алырға кәрәк. Шунһыҙ алға барам тимә. Мин һуңғы ошо бер ай эсендә, мөһим бер

259




нәмә аңланым: маҡсатыңа ирешәм тиһәң, выжданыңа хыянат итмә, хаҡлыҡ юлынан ғына атла! Әхлаҡ сиген аша атламай, үҙ-үҙеңде алдамай, алға ынтылһаң, аҡ-ҡараны, ыңғай-кирене, изге-яманды айыра белерһең, кеше булырһың...

Гөлнара. Тағы яңғыҙымды ҡалдыраһыңмы ни, ҡыҙым?

Зөһрә. Юҡ, әсәй. Мин инде һинән, Аязымдан, Сейә- летауымдан бер ҡасан да айырылмам!

Сейәлетау

(йыр)

Сейәлетау - тыуган ауылҡайым,

Күккә агигкан ап-сгкҡаялар.

Ҡарурмандар аша, тулган айҙай,

Балкып тора әллә найҙарҙан.

Сейәлётау - тыуган ауылҡайым, Алтындарым минең, көмөшөм.

Ер бүлгәндә Хоҙай бүләк иткән Үҙенә тигән иц бай өлөшөн.

Сейәлетау - тыуган ауылҡайым, Йылҡыларын, йөрөй яланда.

Үҙәктәрҙе өҙә һандугастар,

Бер һайраһа йәйге тацдарҙа.

Сейәлетау - тыуган ауылҡайым, һ алҡын шишмәләрең шәрбәтле.

Йүкә балдарыңдан ауыҙ иткән һәр кем һиңә мең-мең рәхмәтле.

Сейәлетау - тыуган ауылҡайым,

Йырҙар иле, моңдар төбәге, һиндә үҫкән ир-егеттәр, ҡыҙҙар Ғәзиз илкәйемдең терәге.

Сейәлетау - тыуган ауылҡайым,

Ап-аҡ күлдәр тирә-ягыңда.

Ятҡулдарга һине бирмәбеҙ Илем, халкым иҫән сагында.

Шаршау




II бүлек ТӘРЖЕМӘЛӘР

А. Н.

Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   40




©dereksiz.org 2024
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет