бет 10/40 Дата 30.06.2016 өлшемі 4.01 Mb. #168941
Председатель. Туристар.
Нәғимә. Бөтөн донъя туристар менән тулды. Йөрөйҙәр кешеләрҙе аҙҙырып йыйын эшкинмәгәнлектәр! Киттек, киттек, Баһманов! (Сыгалар. Машинакуҙгалып киткән тауыш ишетелә.)
Кис. Бүрәнәләр ауған тауыш ишетелә. Баҙыяндың өйөн һүтәләр. Полковник ҡармаҡтар менән булаша. Ҡулына балта тотоп ,
Әмирхан инә.
Полко вник. Баҙыяндың йортон әрәм иттегеҙ...
Әмирхан. Шулай инде, ҡарттар төҙөгән, ә беҙ ватабыҙ...
Ренат инә.
Ренат (Әмирханга). Нимә, һауынсы булырға Фәйрүзә үҙе риза булдымы ни?
Әмирхан (ауыр һулап). Риза булмай нишләһен?! Мин самауыр ҡуйып сығайым әле. (Китә.)
139
Ренат. Фәйрүзәне һауынсы итергә?! Беҙҙең мамочка эш хаҡын юҡҡа алмай.
Полковник, һин бының менән нимә әйтергә теләйһең?
Ренат. Был уның эше. Мин белеп торам. Фәйрүзә институтҡа китергә йыйына ине. Көтмәгәндә, беҙҙең мамочка килеп төшә лә, ҡулындағы власҡа таянып, приказ бирә: «Институтың ҡасмаҫ, фермаға һыйыр һауырға шагом марш!»
Полковник, һыйырҙарҙы кем дә булһа һауырға тейеш бит инде.
Ренат. Уныһын мин аңлайым. Мамочка бит миңә лә һәр ваҡыт шулай, тегене эшлә, быны эшлә, тип бойороп ҡына тора. Күҙ алдына килтерәһеңме? Унан һуң Фәйрүзә ҡайһы яғы менән минән кәм? Ниңә миңә уҡырға кәрәк, ә уға кәрәкмәй?
Полко вник. Минең һиңә әйтәһе һүҙем бар.
Ренат. Мин ғүмерем буйына ҡушҡанды ғына эшләп өйрәнгәнмен инде. Ә бына Фәйрүзә нишләп риза булған?
Полковник. Кеше эшенә тығылма, һәм үҙеңде бөтәһенән дә аҡыллыраҡ тип уйлама, һин генә түгел, башҡалар ҙа уйлай.
Ренат. Фәйрүзәне һыйыр һауырға, ә? Бына һин уның тураһында берәр нимә уйлайһыңмы? Юҡ, әлбиттә. Әмирхан Сәлихович та бер нимә лә уйламай. Ғөмүмән, хәҙер кешеләр уйларға яратмай. Уйлағас бит эшләргә лә кәрәк. Шуның өсөн дә улар, ахмаҡтар, нимә теләһә, шуны эшләй. Ғәфү ит. һин нимәлер әйтергә теләгән инең?
Полковник. Фәйрүзәгә ҡағылма!
Ренат. Атай...
Полковник. Улым, оятһыҙланма!
Ренат. Тик...
По лковник. Нимә «тик»? Нимә «тик»? һин ана Элькаларың, Светкаларың менән теләһә нимә эшлә, ә Фәйрүзәгә теймә! Юғиһә...
Ренат. Мине мираҫыңдан мәхрүм итерһеңме?
Полковник. Ҡарале, ҡай сағыңда бит беҙ бер- беребеҙҙе аңлай торған инек. һин бер генә тапҡыр булһа ла тормошта етди була алаһыңмы?
Ренат. Минең бер ваҡытта ла бөгөнгөләй етди булғаным юҡ ине әле!
По лковник. Аңла, Фәйрүзә һинең кеүектәр өсөн түгел...
140
Ренат. Мин уға лайыҡ түгелме?
Полковник. Юҡ, һүҙ намыҫ тураһында бара. Мин улымдың намыҫлы булыуын теләйем.
Ренат. Мине бөтөнләй юҡҡа сығарырға теләйһеңме? Ошо балыҡ тотоуҙан башҡа минең бер нимәгә лә хаҡым юҡмы ни инде?
Полковник. Эйе, эйе, балыҡтотоуыңхәйерлерәк.
Ренат. Пап, ә кем мине ғүмерем буйына актив булырға өйрәтте? Революңион идеялар менән һуғарҙы? Кем миңә сәғәт һайын «кеше — ул ғорур яңғырай! Кеше актив булырға тейеш!» тип туғып торҙо? Әсәйем менән һеҙ түгелме ни?
По л к о в н и к. Шулай ҙа булһын, ти?
Ренат. Намыҫ ул, минеңсә, һүлпәнлек, эшлекһеҙ- лек... Шуны аңламайһыңмы ни? Намыҫ, имеш... Мин намыҫҡа ҡарағанда тормошта актив булыуҙы артығыраҡ күрәм.
Полковник. Намыҫ актив булырға ҡамасауламай, һин эгоистарса фекер йөрөтәһең.
Ренат. Мине эгоист, тимәксе булаһыңмы? Эйе, мин күберәк үҙем тураһында ғына ҡайғыртам, ә башҡалар ҙа шулай түгелме ни? Бәлки, беҙҙең мамочкабыҙ кешеләр, йәмғиәт өсөн йәшәйҙер? Булмай торһон! Ул да шулай уҡ йәмғиәт мәнфәғәттәрен күҙәткән булып, үҙе өсөн генә йәшәй.
Полковник. Бында әсәйеңдең ни ҡатнашы бар?
Р е н ат. Кешеләр яҙмышын шул ҡәҙәр еңел хәл итә...
Полковник. Уның эше шундай.
Ренат. Ә кем уға ундай хоҡуҡ биргән? Кеше уҡырға теләй, юҡ, уҡымайһың, һыйыр һауырға бараһың! Беҙҙең момочкабыҙ хаҡлы, сөнки ул бөтөн халыҡ бәхете өсөн тырыша! Ә бына мин — эгоист. Үҙемде генә ҡайғыртам, шулай булғас, тунеядең тип, ниңә мине яғамдан алмаҫҡа?!
Полковник. Мин был турала түгел, икенсе нәмә тураһында һүҙ алып барам.
Ренат. Ғәфү ит, мин ҡыҙып киттем.
Полковник. Фәйрүзә артынан йүгереүе һиңә оят түгелме? Армияға киткән теге егет һиңә бер ҙә йәл түгелме ни? Белеүемсә, улар бит бер-береһен яраталар. Мин бына шундай намыҫ тураһында әйтәм.
Ренат. Эйе, эйе... Мин бөтөнөһөн дә аңлайым. Мин улай эшләргә тейеш түгелмен. Минең быға хаҡым юҡ... Тик мин башҡаса булдыра алмайым... атай... Быны Фәй
141
рүзә үҙе хәл итһен... Ҡарале, ниңә мин отчет бирергә тейеш әле?
По л к о в н и к. Иртәгә үк ҡайтып китәбеҙ.
Төн була. Ренат, Фәйрүзәне көтөп, миләш ағасы янында арлы- бирле йөрөй. Тулҡынлана. Ултыра ла башын тубыҡтарына ҡуйып тынып ҡала. Йыраҡта күк күкрәгән тауыш ишетелә, күк йөҙө яҡтырып-яҡтырып китә. Фәйрүзә киске һауымдан ҡайтып килә. Үҙе лә һиҙмәҫтән миләш ағасы янында туҡталып ҡала. Ә ағас башында һаман да әле Булат кепкаһы эленеп тора. Икеләнеп тора, ғазаплана һәм өйгә табан йүгерә, ләкин Ренат әкрен генә өндәшеп уны туҡтата.
Ренат. Фәйрүзә!
Фәйрүзә ҡото осоп, башындағы косынкаһын йолҡҡолай. Фәйрүзә, бында килегеҙ әле! Үтенеп һорайым!
Фәйрүзә, ҡаушаған хәлдә көскә тынын алып, миләш янына килә. Фәйрүзә...
Фәйрүзә. Китегеҙ... Яҡын килмәгеҙ миңә!
Ренат. Китәр ерем юҡ минең! Аңлайһыңмы? Ҡайҙа китәйем? һеҙ мине аңларһығыҙ, Фәйрүзә.
Фәйрүзә. Нишләп әле мин һеҙҙе аңларға тейеш? Мин теләмәйем...
Ренат. Юҡты һөйләмәгеҙ. Беҙ бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңлайбыҙ. Мин беләм , һеҙ...
Фәйрүзә. Нимә... Нимә беләһең, Ренат?
Ренат, һеҙ мине ғәфү итәсәкһегеҙ...
Фәйрүзә. Нимә өсөн...
Ренат. Беләм мин үҙемдең насарлыҡ эшләүемде... һеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, эйе, был ҡот осҡос!..
Фәйрүзә. Нимә, мин дә насарлыҡ эшләйемме? Шулаймы? Әйтегеҙ! Шулаймы? Ниңә өндәшмәйһегеҙ? Шулаймы?
Ренат. Эйе, эйе!..
Фәйрүзә ҡалтыранып уға арты менән борола, йөҙөн ҡулдары
менән ҡаплай.
Фәйрүзә. Ой...
142
Ренат. Мин бының, шәфҡәтһеҙлек икәнен аңлайым. Ләкин...
Фәйрүзә. Өндәшмәгеҙ...
Р е н а т. ... Ниңә һуҙырға?
Фәйрүзә. Өндәшмәгеҙ!..
Ренат. Фәйрүзә, мин башҡаса булдыра алмайым! Мин бит күреп торам... Беҙ бер-беребеҙҙән бер ҡайҙа ла китә алмайбыҙ. Мин быны күптән аңланым. Мин һеҙҙән башҡа йәшәй алмайым! Әйтегеҙ, миңә нимә эшләргә һуң? һеҙ нимә тиһәгеҙ, шулай булыр. Әйтегеҙ генә! Фәйрүзә, мин һеҙҙе яратам! Күҙҙәрегеҙҙән күреп торам, һеҙ ҙә мине яратаһығыҙ! Ышанығыҙ миңә, минең бер ҡасан да бер кемде лә былай яратҡаным юҡ ине. һеҙ миңә ышанырға тейешһегеҙ, һеҙ мине мыҫҡыл итеп, бөтөрөп ташлай алаһығыҙ, ә ышанмаҫҡа хаҡығыҙ юҡ... Фәйрүзә...
Фәйрүзә. Кәрәкмәй... Ниңә һеҙ шулай?
Р е н ат. Әйтегеҙ, миңә нимә эшләргә хәҙер?
Фәйрүзә. Мин... мин белмәйем...
Ул уны ҡосаҡлай һәм шашып-шашып үбә башлай. Фәйрүзәнең бәхетле көлөүе ишетелә. Улар таңды бергә ҡаршы алған. Иртәнге ысыҡтан еүешләнеп, йылға буйынан күтәреләләр.
Ренат. Әкренерәк. Бөтөнөһөн дә уятаһың.
Фәйрүзә. Ҡарале, ҡара! Быныһы ла һүнде. Күрәһеңме?
Р е н ат. Ҡайҙа? Ә-ә, был бит һыуғояр йондоҙо...
Фәйрүзә. Ә тегеһе? Күрәһеңме?
Ренат, һүнгәс, нисек күрәйем, ти, инде?
Фәйрүзә, һин еүешләнеп бөткәнһең...
Ренат, һыу һәм ысыҡ... Фәйрүзә, бындағы һыу мине донъялағы иң бәхетле кеше итте...
Фәйрүзә. Сәғәт нисә?
Ренат. Бишенсе ун минут.
Фәйрүзә. Хоҙайым, таң атты бит... һин йоҡла, мин фермаға киттем.
Р е н а т. Мин дә һинең менән барам.
Фәйрүзә. Юҡ, кәрәкмәй!
Ренат. Бөтөн донъя йоҡлағанда Фәйрүзә фермаға йүгерә! Был бит иҫ киткес!
Фәйрүзә, һантый... һин бер нимә лә аңламайһың... Бер нимә лә...
Ренат. Мин бөтөнөһөн дә аңлайым, Фәйрүзә!
143
Фәйрүзә. Бар, йоҡларға ят һәм көт. Ҡара уны, бер ҡайҙа ла китмә! Ишетәһеңме? Мин хәҙер!
Фәйрүзә сығып йүгерә. Ренат миләшкә һөйәлеп, бик оҙаҡ уның артынан ҡарап тора. Иртәнге сәғәттәр. Өйҙән Әмирхан һәм ҡулына биштәрен тотҡан полковник сыға.
Әмирхан (уныц биштәренә күрһәтеп). Ҡайҙа йыйындың?
Полковник. Бөгөн китәбеҙ, Әмирхан.
Әмирхан, һин нимә?
Полковник. Етте. Ҡайтырға кәрәк. (Нәмәләрен тултыра.)
Әмирхан. Әле бит бер аҙна ла булманы. Әллә күңелегеҙгә хуш килмәне инде?
Полковник. Бик һәйбәт булды. Рәхмәт. Тик ҡайтырға ваҡыт. Әҙерәк яр буйында ултырам да, сәғәт өстә генә сығырбыҙ.
Әмирхан. Эх, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле... Бик яйһыҙ килеп сыҡты бит әле... Мин тиҙ генә һыйыр һауып киләм, бәлки, кире лә уйлап ҡуйырһың әле? Ренат ҡайҙа һуң?
Полковник. Юҡ-юҡ. Фәйрүзә һаумағанмы ни һыйырҙы?
Әмирхан. Фермаға киткән. Ҡасан сығып киткәнен күрмәй ҙә ҡалдым. Бер үҙенә ун ике һыйыр... Унда эш етерлек... Бик яйһыҙ килеп сыҡты бит әле...
Ренат. Хәйерле иртә, атай.
Полковник яуап бирмәй.
һм... Төн сыҡҡансы әллә һөйләшергә лә оноттоғоҙмо? Ни булды?
Полковник. Йыйын! Ҡайтабыҙ.
Ренат. Ниңә ҡысҡыраһың? Беҙ хәрби майҙанда түгел дә...
П олковник. Ҡайтабыҙ! Ҡыҙҙың башын әйләндер- гән дә, ҡалай ҡәнәғәт.
Сәхнә түрендә Фәйрүзә күренә, былар уны күрмәй.
Йүләрләнмә! Мин һине бик яҡшы беләм. Элькаларыңды, Светкаларыңды ташлаған кеүек, һин быныһын да бер
144
аҙнанан ташлаясаҡһың. Эйе, эйе! һин уны инглизсә һөйләшә белмәгән өсөн генә лә ташлаясаҡһың!
Ренат. Юҡ! һин... һин...
Полковник. Ҡулынан тиреҫ еҫе килгән өсөн дә ташлаясаҡһың!
Фәйрүзә йүгереп өйгә инеп китә.
Р е н а т. Т ағы ла шундай берәр һүҙ әйтһәңме?!
Ренат, асыуынан нимә эшләргә белмәйенсә, йылға буйына төшөп китә. Полковник бүрәнә өҫтөнә ултырып уйға ҡала. Өйҙән кейенгән-яһанған Фәйрүзә сыға.
Фәйрүзә (уныц күҙҙәре уттай яна). Хәйерле иртә. Полковник, һаумығыҙ, Фәйрүзә.
Фәйрүзә. Мөхәммәт Лоҡманович, Ренат ҡайҙа? Полковник. Ул... станцияға китте. Беҙ ҡайтырға йыйындыҡ.
Фәйрүзә. Алдайһығыҙ бит?
Полковник. Ул китте!
Фәйрүзә, һеҙ дөрөҫөн әйтмәйһегеҙ. Ул әле генә бында ине, йылға буйына төшкәндер...
Полковник, һеҙ... һеҙ унда барып йөрөмәгеҙ! Фәйрүзә. Ни өсөн?
Полковник. Кәрәкмәй. Фәйрүзә... Тыңлағыҙ мине. Оноттоғоҙ ҙамы ни?.. Эйе, мин һеҙҙе алданым, ул әле бында... Беҙ китәбеҙ инде... Нисек инде һеҙ шулай бик тиҙ оноттоғоҙ? Хәйер, теләһәгеҙ нишләгеҙ...
Улда йылғаға төшөп китә. Машина килеп туҡтай. Председа- тель менән Нәғимә инә.
Нәғимә. һаумы, Фәйрүзә! Йә, һинең һыйырҙар нисек унда? Ҡарале Баһманов, ҡайһылай һылыу беҙҙең Фәйрүзә! Ниндәй матур булып үҫеп етте! Беҙ уның туйында ла бейербеҙ әле. Туйыңа саҡырырһың бит? Фәйрүзә. Минең ҡулдарымдан тиреҫ еҫе килә... Нәғимә. Нимә юҡты һөйләйһең? Кем әйтә уны? Фәйрүзә. Мин, Нәғимә апай, башҡаса фермаға бармайым!
Нә ғ и м ә. Баһманов, нимә һөйләй ул?
145
Пр едседатель. Мин дэ бер нәмә лә аңламайым. Фәйрүзә, атай ҡайҙа?
Фәйрүзә. Бынан һуң бер кем дә минең ҡулдарым тураһында улай һөйләмәҫ...
Нәғимә. Кем шулай һөйләй? Балыҡсылар? Туристармы? Баһманов, ҡайҙа әле ул һинең туристарың? һеҙ уларҙың документтарын тикшерҙегеҙме? Хәҙер үк участковыйға хәбәр итергә кәрәк!
Председатель. Миңә китергә кәрәк. һеҙ ҡалығыҙ. Атай ҡайҙа?
Нәғимә. Ярар, участковыйҙы мин үҙем саҡыртырмын. һин, Фәйрүзә, мине тыңларға тейешһең.
Фәйрүзә. Мин бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгел.
Нәғимә. Нимә? һин ниңә минең менән улай Һөй ләшәһең? Намыҫың бармы? һин бит комсомолка!
Фәйрүзә. Мин фермала эшләмәйәсәкмен, икенсе һауынсы табығыҙ!
Нәғимә. Эшләмәй ҡара! Эшләрһең! Тимәк, баш тартаһың? Ярар, беҙ һинең менән райкомда һөйләшербеҙ. Баһманов, хәҙер үк участковыйҙы алып килегеҙ! Ҡайҙа әле теге тунеядеңтар?..
Ренат. Беҙ бында, мамочка...
Нәғимә. Ярабби... Ренат!
Ренат. Атай, тотолдоҡ, хәҙер күренһәң дә ярай.
Нәғимә. Нишләп һеҙ бында?
Полковник. Балыҡҡа килдек.
Ренат. Атай, документтарыңды әҙерлә, әсәй участковыйҙы саҡырҙы, хәҙер беҙҙе ҡулға аласаҡтар.
Полковник. Етәр, туҡта!
Нәғимә. Ярабби... күҙемә күренәһегеҙ, тип торам...
Ренат. Борсолма, мамочка, фатирҙы ике йоҙаҡҡа бикләнек.
Н ә ғ и м ә. Ә үтек? Үтек янып ҡалманымы?
Ренат. Мамочка, үтек һин барҙа уҡ эшләмәй ине.
Полковник. Беҙ хәҙер китәбеҙ. Был ахмаҡ бында үҙенең сираттағы тағы ла бер мөхәббәтен тапты.
Ренат. Атай... Мин... мин һиңә быны ғәфү итмәйәсәкмен.
Полковник. Телеңде тый! Ғәфү итмәйәсәкмен, имеш?! ( Нәгимәгә .) һин уны шулай тәрбиәләнең! Артыҡ үҫендерҙең!
Нә ғимә. Мөхәммәт...
146
Полковник. Уға хәҙер бер ниндәй ҙә закон юҡ! Ни теләһә шуны эшләй. Унан да шәп кеше юҡ!
Ренат. Атай... Атай, ни һөйләйһең һин?..
Нә ғимә. Ниндәй мөхәббәт ул тағы, Ренат? Улым... зинһар, тынысланығыҙ...
Полковник. Ул бында ваҡытты бушҡа ғына уҙҙырманы.
Ренат. Папа...
Нәғимә. Әллә Фәйрүзә?
Полковник. Кем булһын бүтән?.. Ул әйләнергә йыйынып бөткән шикелле инде!
Нәғимә (ярһып). Хәҙер үк... Хәҙер үк ҡайтып китегеҙ! (Ашыгып-ашыгып уларҙыц биштәрҙәрен бәйләй башлай.) Хәҙер үк поезға! Тиҙ булығыҙ!
Ренат. Мамочка, һин Фәйрүзәнең уҡырға китеүен теләмәйһеңме?
Нәғимә. Фермала эшләйәсәк... Нисегерәк эшләйәсәк әле... Ә һеҙ... Хәҙер үк поезға.. Юҡ, һеҙҙе илтеп ҡуйырҙар... Хәҙер үк...
Р е н а т. Әгәр Фәйрүзәне уҡырға ебәрмәйһегеҙ икән... Ул ваҡытта мин дә бында ҡалам! Беҙ ул ун ике һыйырҙы икебеҙгә бүләсәкбеҙ. Был вариант һиңә оҡшаймы?
Нәғимә. Ренат... һин... һин нимә һөйләйһең? Баһ- манов ҡайҙа?
Ренат. Мин бында ҡалам! Мин һауынсы булам. Хәҙер бит ул иң маҡтаулы һәм файҙалы эш!
Полковник. Демагог һин!
Ренат. Мин шаяртып һөйләшмәйем! Мин ҡайһы яғым менән Фәйрүзәнән артыҡ? Ниңә мин уҡырға тейешмен, ә ул бер үҙе ун ике һыйыр һауырға тейеш? Йә мин бында ҡалам, йә ул минең менән китә!
Нәғимә. Мин иҫән саҡта бындай хәл булмаясаҡ...
Фәйрүзә миләшкә табан йүгерә.
Полковник ( Ренатгка). Хәҙер үк биштәреңде алмаһаң һин минең улым түгел! Ишетәһеңме?
Ренат. Юҡ...
Полковник. Ҡәбәхәт!
Улының яңағына сабып ебәрә, Ренат таш кеүек ҡатып ҡала.
Нәғимә. Мөхәммәт!
147
Ренат. Мин һинең.улың түгел икәнемде беләм. Күптән беләм. Әгәр мин һинең үҙ улың булһам, һин миңә бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәҫ инең!
Нәғимә. Мөхәммәт! Ренат... Ярабби!..
Әмирхан (у га күптәнән бирле берәү ҙә игтибар итмәгән ине). Самауырым күптән өҫтәлдә...
Полковник, һау бул, Әмирхан! ( Ренатка.) Ә һин... маңҡа малай, бер ваҡыт аңыңа килерһең әле... (Китә.) Ренат, һин миңә ҡул күтәрҙең!
Нәғимә. Мөхәммәт , һин нимә эшләйһең? Мөхәммәт, китмә!
Ренат. Бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәкмен, бер ваҡытта ла... Ул... Ул миңә һуҡты...
Фәйрүзә ҙур ғорурлыҡ менән Ренат янына килеп баҫа. Нәғи- мәгә уҫал ҡараш ташлай.
Фәйрүзә. Атай... Ғәфү ит мине, атай...
Әмирхан. Мин ни инде... Үҙең ҡара инде, ҡыҙым... Ренат. Мин бөтөнөһөн дә беләм, әсәй... Күптән... Тик ниңә... Ниңә һин мине ғүмер буйына алдап йәшәнең?
Шаршау
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Ике йыл ваҡыт үткән. Сентябрь аҙаҡтары — әбейҙәр сыуағы. Ошо уҡ йорт, баҡса һәм миләш. Ләкин йорттоң күптән ҡаралмағаны күренеп тора: ҡураны кесерткән баҫҡан, ҡоймалар ҙа ҡыйшайған. Сәхнәлә полковник һәм шаҡтай үҙгәргән һәм ябыҡҡан Әмирхан. Полковник бер ҙә үҙгәрмәгән.
Полковник. Белмәйем, Әмирхан...
Әмирхан. Нишләп белмәҫкә? Егет аҡылһыҙ түгел, бөтәһен дә аңлай. Теге ваҡытта юҡҡа ҡыҙып киттең.
Пол к о в н и к. Мин бит уларҙа булдым. Т ыштан ҡарағанда барыһы ла һәйбәт кеүек, ә барыбер элеккесә түгел... (Сәгәтенәтсарап.) Поезд килгәнгә бер сәғәт булды. Әмирхан. Бына-бына килеп етергә тейештәр. Полковник (өҫ-башын рәтләп). Тимәк, улар минең бында икәнемде белмәйҙәр?
Әмирхан. Ҡайҙан белһендәр?
148
Полковник, һин алдан үҙең генә һөйләшеп ҡара.
Әмирхан. Бөтәһе лә һөйләшкәнсә булыр. Туҡтале... Кем унда ындыр артлап килә? Баҙыян түгелме һуң?
Полковник. Ярар, мин киттем.
Сығалар, һыу буйынан ҡаласа кейенгән Баҙыян күтәрелә. Ул нәмәләрен ҡуя ла, ерҙә ятҡан ватыҡ, иҫке тырмаларҙы алып, уларҙы ситәнгә терәтеп ҡуя. Тыуып-үҫкән ерҙәрен күҙҙән үткәрә, йорттоң нигеҙенә ҡарап, әкрен генә йырлай.
Былтсырҙар, был үҙәндәрҙә минец Эҙҙәрем бик иртә һалынган.
Ҡайтам, i сайтам тыуган юстарыма, Талдарыма тиклем һагынган.
Был псырҙар , был үҙәндәрҙә минец Үҙем генә белгән йырҙар бар.
Ҡайтам, г кайтам тыуган юстарыма Аипсглндырып көткән юлдар бар 1 .
Әмирханды күреп йырлауынан туҡтай.
Баҙыян. Әй, Әмирхан күршекәйем, иҫән-аман ғына йәшәйһеңме?
Әмирхан, һаумы, Баҙыян, һаумы.
Баҙыян. Бик бирешкәнһең, күрше, ҡартайып киткәнһең!
Әмирхан, һөйләмә инде. Ә йәштәр ҡайҙа?
Баҙыян. Артта ҡалдылар. Багаждарын Нурый машина менән алып киткән ине, күрәһең, юл уңайында контораға кергәндер. Ә йәштәр йылға буйлап йәйәүләп киттеләр. Мин турыға баҫыу аша ҡайттым. Баланы әйтәм... Фәрит... шундай теремек, атаһының хәлен алды.
Әмирхан. Улайһа... Мин самауырымды өлгөртәйем.
Баҙыян. Үҙем ҡуйырмын, Әмирхан, үҙем.
Әмирхан. Мөхәммәт Лоҡманович та беҙҙә, һин хәҙергә һиҙҙермәй тор.
Баҙыян. Йә, Хоҙай ул да бындамы ни?
Әмирхан. Бында.
1 Сибәғәт Хәким һүҙҙәре, Йәүҙәт Фәйзи музыкаһы.
149
Әмирхан ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға ашыға. Баҙыян күҙ йәштәрен һөртә-һөртә күтәрмәлә баҫып тора. Күрешкән һәм бала илаған тауыштар ишетелә. Фәйрүзә: «Инәйеңә бараһыңмы? Бар, бар, йә улым!» — тип, баланы күтәрмә янына алып килә. Күтәрмә бейек булғанлыҡтан, бала күренмәй. Баҙыян уны өйгә алып
инеп китә.
Фәйрүзә. И, Хоҙайым, был бит үҙебеҙҙең Иҙәш... Иҙәш буйҙары!
Баҙыян (тәҙрәнән башын тыгып). Нимә тиһең?
Фәйрүзә. Ҡарале, ҡара, Баҙыян апай, ҡарлуғастар!..
Баҙыян. Баланың күҙҙәре йомолоп бара, йыуындырып ашатайым әле.
Фәйрүзә. Ана кәбәндәр... Ә ниңә бик аҙ күренә әле улар?
Баҙыян. Күрәһең, сабыр кеше юҡ.
Фәйрүзә. И миләшкәйем... Беҙҙең миләшебеҙ...
Миләш янына йүгерә. Нәҡ шул ваҡыт Ренат менән Әмирхан
күренә.
Ренат. Тағы ла килдем әле был ерҙәргә... Йә, Әмирхан Сәлихович, һеҙҙең хәлдәр нисек бында?
Әмирхан. Беҙҙең Иҙәш тора әле. Оборонаны ныҡ тотам. Брест крепосындағы һымаҡ.
Р е н ат. Шул ҡәҙәр тиҙ үтеп китте был ике йыл. Ҡайҙа киттеләр улар?
Әмирхан. Эйе, элеккегә ҡарағанда хәҙер йылдар тиҙерәк үтә.
Ренат. Нимә, нимә? һин нисек тинең әле?
Әмирхан. Ваҡыт хәҙер тиҙерәк үтә. Йылдар ҙа хәҙер бик ҡыҫҡа.
Ренат. Бик ҡыҙыҡ был. Ә ниңә улай?
Әмирхан. Ашығып йәшәйбеҙ.
Ренат. Нимә, элек ашыҡмай ғына яйлап ҡына йәшәй инегеҙме? Шуның өсөн йылдар ҙа оҙонораҡ инеме?
Әмирхан. Ысынлап та шулай ине.
Ренат, һин философ икәнһең? [Унытосаклай һәм көлөп.) Был минең өсөн яңылыҡ. Хәҙер күс тип интектермәйҙәрме?
Әмирхан. Юҡ, улай бик бәйләнеп бармайҙар инде, шулай ҙа газетаға яҙып сыҡтылар.
Ренат. Газетаға?
150
Әмирхан ( ишек башынан бер төргәк газета алып бирә). Бына...
Ренат (уҡып). «Удель кенәзе Әмирхан Баһманов». Ахмаҡтар! Кем яҙған быны?
Әмирхан. Бер һаҡаллы бәндә килгән ине. Ике кис ҡунып китте. Рәхәтләнеп һөйләшә-һөйләшә сәйҙәр эстек. Маҡтай-маҡтай бал ашаны, ә ул ана нимә эшләгән...
Ренат газеталарҙы атып бәрә.
Ҡуй әле... (Көлә, йүтәлләй.) Юҡҡа кәйефеңде боҙма. Ренат. Был бит... Шуға нисек түҙеп тораһың? Әмирхан. Ә нимә эшләмәк кәрәк? Яҙһындар... Ренат. Әгәр һине ҡабырғаңдан ырғаҡ менән аҫып ҡуйһалар? Шунда ла «Аҫһындар!..» тип торорһоңмо? Әмирхан. Кәрәк булһа... түҙәһең инде.
Ренат. Ә һин уның кәрәкме, түгелме икәнен ҡайҙан беләһең?
Әмирхан. Уныһы дөрөҫ.
Ултыралар.
һин, Ренат, атай-әсәйең менән хәбәрләшәһеңме?
Р е н ат. Ул яҡтан бөтөнөһө лә тәртиптә...
Әмирхан. Улайһа, бик һәйбәт! Бөтөнөһөн дә иҫтә тотһаң, нисек йәшәмәк кәрәк.
Ренат, һинеңсә, бөтөнөһөн дә ғәфү итергә инде? Бөтөн ғәҙелһеҙлектәргә лә түҙеп торорға?
Әмирхан. Атай-әсәй хаҡы бар бит. Ул бит теге ваҡытта ҡыҙыулыҡ менән генә... һиңә яҡшы булһын, тип...
Ренат. Ә бына һин Фәйрүзәнең яңағына сабып ебәрмәнең бит? Минең менән китеүенә ҡаршы төшмәнең?
Әмирхан. Бына мин дә шул турала тыҡыйым бит инде. Әгәр мин дә түҙмәһәм, ул ваҡытта нимә булыр ине? Ә һин ниңә түҙеп торорға, тиһең?
Фәйрүзә. «Иҙәш туғайҙары төҫ ташлаған, сәскәләр ҙә күптән һулығандар...» Атай, мунса яғып ебәрәбеҙме?.. Мунса яғып йөрөүҙәрем минең хатта төштәремә керә башланы инде! Ренат, тағы бәхәсләшергә тотонғанһың инде... Исмаһам, ял ваҡытында аҙыраҡ тыйылып тор...
151
Ренат. Нимә?
Фәйрүзә. Бер нәмә лә юҡ.
Өйгә инеп китә. Машина килеп туҡтай. Нурый Әмирхано-
вич инә.
Председатель, һаумы, атай! ( Ренатка.) Тағы ла бер ҡосаҡлайым әле үҙеңде! Ҡайҙа, бәләкәсте күрһәтегеҙ әле!
Баҙыян (тәҙрәнән). Йоҡлап китте бит әле сабый. Юлда йонсоғандыр инде.
Председатель. Улай булғас, йоҡлаһын. Мин ситтән генә күҙ һалып алам. (Өйгә уҙып.) Баҙыян, һин бөтөнләй интеллигентҡа әйләнгәнһең!
Баҙыян, һин бигерәк инде , Нурый...
Ренат машинанан багажын алып инә. Председатель өйҙән ниңәлер күңелһеҙләнеп сыға.
Р е н а т. Әмирхан Сәлихович, бына Фәйрүзә һеҙгә яңы дарыу тапҡан. Венгрияла эшләнгән.
Әмирхан. Вәт рәхмәт, балалар, әйҙәгеҙ өйгә... (Инеп китә.)
Ренат. Диагнозы асыҡландымы ни?
Председатель. Юҡ, терелер тип өмөт итәләр.
Ренат. Терелде ти... (Фельетон баҫылган газетаны күрһәтеп.) Шунан һуң бар, терелеп ҡара!
Председат ель. Был ваҡ мәсьәлә. Әйткәндәй, иртән Нәғимә Әхмәтовна шылтыратты, хәҙер килеп етергә тейеш. Персональ машинаһында килә. (Күҙтыҫып.) Беҙ бит уны ҙур начальник яһаныҡ...
Ренат. Ишеттек. Ә үҙегеҙ?
Председатель. Мин дә юғарыға үрләргә торам! Колхозды совхозға әйләндерәләр. Председатель инем, директор буласаҡмын!
Ренат. Аңламайым, колхоз нимәһе менән совхоздан айырыла?
Председатель. Политэкономияны өйрәнгәнһеңдер бит? Кооператив милек менән дәүләт милке араһындағы айырманы беләһеңме?
Ренат. Минең күҙәтеүҙәремә ҡарағанда... бер ниндәй ҙә айырма юҡ.
Председатель. Нимә? Нимә?
152
Ренат. Минең барлы-юҡлы мәғлүмәттәремә ҡарағанда, беҙҙә бер ниндәй ҙә милек юҡ. Йәғни бөтәһе лә уртаҡ, һөҙөмтәлә, бер кем бер нимә өсөн яуап бирмәй. Шулаймы? Бына, мәҫәлән, беҙҙең цехта.
Председатель. Ну, ну... бигерәк инде... ә һеҙҙең цехта нимә?
Ренат. Шундай уҡ хәл. Ана теге һинең баҫыуыңдағы кеүек.
Председатель. Ну күҙең осло ла һинең, аҡыл эйәһе. Тик был турала Нәғимә Әхмәтовнаға ләм-мим!..
Бер-береһен аңлашып көлөшәләр.
Ренат. Теге ваҡытта һауынсы таптығыҙмы һуң? Председатель. Юҡ, һыйырҙарҙы башҡа һауынсыларға бүлеп бирҙек. ( Машинаһын һүндерергә сыга.)
Ренат. Фәйрүзә, биҙрә бир әле, мин һыу алып керәйем.
Фәйрүзә (өйҙән). Ренат, ҡара әле! Ҡара, беҙгә кем килгән!
Полко вник. Фәйрүзә ҡыҙым...
Фәйрүзә уны ҡулынан тотоп өйҙән алып сыға.
Туҡтале, һин... Нисек инде... Ренат...
Фәйрүзә (сәпәкәйләп). МөхәммәтЛоҡмановичшундай алабуғалар тотҡан!
Ренат. Атай...
Бер-береһенә табан атлайҙар. Бер аҙ өндәшмәй торалар ҙа ирҙәрсә ҡаты итеп ҡосаҡлашалар. Фәйрүзә быға бик ҡыуана.
Председатель. Бына Нәғимә Әхмәтовна ла килеп етте!
Машина килеп туҡтай. Нәғимә: «Иртәгә минең арттан килерһең», — тип шоферын ебәрә.
Ренат, һаумы, әсәй!
Нә ғимә (ул бер аҙ таҙара төшкән, әммә әлеккесә үк бик егәрле). Ренат... Ярабби... Ҡайһылай сәнскеле! Тәмәке еҫе һеңеп бөткән...
153
Ренат. Зыян юҡ, эсэй... көйә ашамаҫҡа арыу булыр. Бына, таныш булығыҙ: отставкалағы полковник Мөхәммәт Лоҡманович.
Полковник. Ул мине күптән отставкаға сығарҙы инде, иҫәнләшмәйем мин уның менән.
Нәғимә. Кит әле шуны!
Бала илағаны ишетелә. Өйҙән Әмирхан сыға.
Фәйрүзә. И-и... һаумыһығыҙ, Нәғимә Әхмәтовна. Нәғимә. һаумы, Фәйрүзәкәй, һаумы...
Фәйрүзә. Ғәфү итегеҙ, мин... Фәрит илай.
Нәғимә. Бар, йүгер. ( Председателгә.) Иә, Баһманов, хәҙер һин миңә кем булаһың инде? Туғанлашырбыҙ, тип башыма ла килтермәгән инем.
Председатель. Белмәйем, кем булам икән? Ә бына атайыма һеҙ ҡоҙағый булаһығыҙ!
Нәғимә. Ә ул миңә кем була инде?
П р е д с е д а т е л ь. Ул да һеҙгә ҡоҙа!
Нәғимә. һеҙ миңә ейәнемде, ейәнемде күрһәтегеҙ! Ҡоҙағый, ҡартәсәй булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым...
Председатель менән Әмирхандан башҡалары барыһы ла өйгә
инә.
Председатель. Ейән. Тик ул ейән кемдеке бына? Әмирхан, һин нимә?
Председатель, һин бер нәмә лә һиҙмәнеңме ни? Фәйрүзәнең улы ҡойоп ҡуйған Булат бит?
Әмирхан. Туҡтале, нимә һин туҙға яҙмаған һүҙ һөйләйһең?
Председатель. Мин күргәс тә шаҡ ҡаттым — ҡойоп ҡуйған Булат. Копияһы. Етмәһә, хеҙмәтен тултырып, Булат үҙе лә ҡайтып төштө.
Әмирхан. Бына һиңә кәрәк булһа, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле! Нурый улым, хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?
Председатель. Белмәйем, белмәйем... Беҙҙең баш етерлек эш түгел был!
Өҫтәлде күтәрмәгә сығарып, байрам табыны әҙерләйҙәр. Фәйрүзә аш араһында асыҡ ишек аша улын шаярта.
154
Фәйрүзә. Фәрит?! Фәрит улым?! (Ирендәрен бәреп, машина тысҡырган тауыш сыгара.) Баҙыян апай, йомортҡаны һөт менән бешерергәме, үҙен генәме? Мөхәммәт Лоҡманович һөт менән ҡыуырғанды ярата шикелле.
Баҙыян. Балыҡ менән ҡыуырғас, һөт кәрәк.
Ренат (транзистор тотоп сыга).!^ арале, Фәйрүзә, ике йыл ятҡан, бер ни булмаған. (Транзистор ҡабыҙа.) Ике йыл элек, ирең нимә менән мауыҡҡан, ә?
Фәйрүзә. Ҡысҡыртма әле шуны, ас һыйыр һымаҡ аҡыра...
Ренат. Әмирхан Сәлихович хәҙер һыйыр аҫрамаймы ни инде?
Фәйрүзә. Ул уны колхозға тапшырған. Бесән әҙерләргә хәле юҡ бит.
Ренат. Шул ҡәҙәр ғазаплана, ҡарап тороуы ҡыҙғаныс.
Фәйрүзә. Т ағы ла бер операция кәрәк, тиҙәр.
Ренат. Ике операция яһанылар бит инде. Ә ни өсөн беренсеһен эшләгәндәр? Икенсеһен, өсөнсөһөн эшләр өсөнмө ни?
Фәйрүзә. Белмәйем...
Ренат. Ниңә ул шул ҡәҙәр ғазапланырға тейеш?
Фәйрүзә, һинең был бөтмәҫ һорауҙарыңа ҡайҙан ғына яуап табайым һуң? Мин Фәритте үҙемдең бишегемә ятҡырҙым. Уны миңә ҡартатайым яһаған булған.
Ренат. Шулаймы?
Фәйрүзә. Әле лә хәтеремдә , ҡартатайым миңә төрлө ҡоштар тураһында әкиәттәр һөйләй торған ине. Ә мин зоологиянан дәрес әҙерләгәндә, кеше маймылдан түгел, ә айыуҙан яралған, тип бәхәсләшә инем.
Ренат. Айыуҙан яралған булһаҡ, бик яҡшы булған булыр ине, беҙ хәҙер әҙерәк маймылланыр инек.
Фәйрүзә. Ренат... мине һанға Һуҡмаһаң да, исмаһам, әсәйең менән һүҙ көрәштермә инде.
Ренат. Мин беләм, һиңә ғорур һәм ҡыйырһытылған булып ҡыланыу оҡшай. Ә минең мамочка бөтәһен дә үҙенә буйһондорған командир ролен уйнарға ярата.
Фәйрүзә. Нисек уйнарға ярата?
Ренат. Сөнки унан береһе лә ҡурҡмай, һәм тыңламайҙар ҙа. Тыңлаған булып ҡыланалар, ә үҙҙәренсә эшләйҙәр. Бына һинең ағайың, Нурый Әмирханович та, шулай. Әсәйем уны тиргәгән була, шелтә бирә. Теге бары
155
бер үҙенсә эшләй. Бына тигән эшләй. Унан инде әсәйем уны маҡтай. Әйтерһең, ул ҡушҡанса эшләгәндәр. Начальство бер ваҡытта ла үҙенең хатаһын танырға яратмай.
Фәйрүзә. Был ҡәҙәр яуыз булырһың икән. Бөтәһе лә насар, бер һин генә яҡшы. һин генә күп беләһең, һин генә хаҡлы, бөтәһе лә һинеңсә генә булырға тейеш.
Ренат. һин... һин мине аңламайһың.
Фәйрүзә. Ҡайҙа инде ул миңә һине аңларға! Ошо ҡәҙәр ҡатмарлы кешене!
Ренат. Туҡта!
Полковник күренә. Уның артынан Нәғимә менән председатель инә.
Полковник. Фәйрүзә һеҙгә ярҙам кәрәкмәйме?
Фәйрүзә. Юҡ, юҡ, Мөхәммәт Лоҡманович, бөтәһе лә әҙер. Ултырышығыҙ...
Председатель. Бына шулай, Нәғимә Әхмәтовна, беҙҙе бында яңы ғына тотҡан балыҡ менән һыйлаясаҡтар.
Нәғимә. Шулаймы ни? Мин уны район буйлап юҡҡа ғына ваҡыт үткәреп йөрөй, тип уйлаған инем.
Полко вник. Фәйрүзә, һиңә нимә булды?
Фәйрүзә. Юҡ, былай ғына...
Өйҙән Әмирхан сыға.
Председатель. Ултырҙыҡ, улайһа... (Араҡы ҡоя.) Иҫәнлеккә! (Сәкәштереп әсәләр.) Фәйрүзә, ә һин ниңә?
Нәғимә. Фу, хәшәрәт...
Председатель (көлөп). Нисек әсәләр шуны?
Әмирхан. Нишләп Баҙыян сыҡмай.
Р е н ат. Әсәй, Фәрит нисек?
Нәғимә. Мине бар тип тә белмәй. Бөтөн Баһманов- тар һымаҡ үҙ һүҙле. Улар яғына тартҡан.
Ренат. һин... һин хәҙер начальство булғанһың икән?
Нә ғимә. Нисек әйтергә инде...
Ренат, һинеғ; районда эскеселәр күпме?
Председатель. Туйғансы әсәләр.
Нәғимә. Район — район инде ул, ә бына һин үҙең ул яҡтан нисек?
Ренат. Әкренләп эскесегә әйләнеп барам.
Баҙыян (өйҙән сыгып). Юҡты һөйләмә, кеше ышандырырһың. Ул хатта байрамда ла ауыҙына ҡапмай.
156
Пол ко вник. Баҙыян Сәлимгәрәевна, бында кил... беҙ хәҙер...
Баҙыян. Юҡ, һалмағыҙ ҙа. Мин йәш сағымда ла ауыҙыма ҡапманым. Балыҡты килтерәйемме инде?
Председатель. Килтер, килтер!
Нәғимә. Был кем? Теге һауынсы ҡатынмы?
Ренат. Ул һауынсы түгел, әсәй. Ул — Баҙыян Сәлимгәрәевна.
Председатель. Мөхәммәт Лоҡманович, балыҡ алдынан берәрҙе ебәрәбеҙме? Атай, гармуның ҡайҙа? Йәшлекте иҫкә төшөрөп, бер һыҙҙырып ебәрәһеңме әллә?
Әмирхан. Йке йыл ҡулыма ла алғаным юҡ инде. Хәҙер... (Китә.)
Председатель. Йә, күтәрҙек!
Бала илаған тауыш ишетелә. Фәйрүзә өйгә инеп китә.
Ренат, һинең хәҙер персональ машинаң бар икән, әсәй. Ҡотлайым.
Нә ғимә. Миңә машинаһыҙ ярамай, балаҡайым, йәйәү өлгөрөрлөк түгел.
Ренат. Ана, һауынсылар алты саҡрымға йөрөй, өлгөрәләр бит.
Полковник. Ренат, һин әҙерәк етди була алаһыңмы?
Ренат. Етди булмай, мин нимә эшләгән? Фәйрүзә мине артыҡ принңипиаль булғаным өсөн битәрләй, һин, киреһенсә, етдираҡ булырға ҡушаһың. Ғүмер буйына мине кем дә булһа өйрәтә, битәрләй, тиргәй. Хәтерләйһеңме, бынан ике йыл элек...
Полковник. Ул саҡта мин яңылыштым.
Ренат. Мин ул турала түгел. Ул саҡта һеҙҙең алда мин үҙем дә ғәйепле инем.
1 1 редседатель, уңайһыҙланып ҡына, рюмкаһын ҡуя ла һиҙҙермәй генә сығып китә.
По лковник. Ғәйеп миндә лә, әсәйеңдә лә булды инде...
Ренат. Атай, сабыр ит әле. Мин бөтөнләй башҡа нәмә әйтмәксемен. Эш кемдеңдер хаҡлы, кемдеңдер хаҡлы булмауы тураһындамы ни?.. Бына беҙ өйрәнгәнбеҙ схема буйынса йәшәргә: бында плюс , бында минус,
157
быныһы яҡшы, тегеһе насар. Ә бит тормош беҙ уйлағандан күпкә ҡатлаулыраҡ, һин, әсәй, минең менән килешәһеңме?!
Нә ғимә. Юҡ, килешмәйем!
Ренат (укулдарын йәйеп). Бына тағы...
Нәғимә. һеҙ тормошта әле ул ҡәҙәр ниндәй ҡыйынлыҡ күргәнегеҙ бар?
Ренат, һеҙ, һеҙ... һеҙҙеке, беҙҙеке... Бына бөтә бәлә лә шунда шул. һуң, бөтә кешеләр ҙә бер төрлө түгелме ни?
Нә ғимә. Юҡ, түгел.
Ренат. Әсәй, исмаһам, бер генә тапҡыр булһа ла донъяға башҡалар күҙе менән ҡарар инең.
Нәғимә. Нимә һөйләйһең һин?
Ренат. Ана ошо мәғәнәһеҙ плюс, минустар тураһында һөйләйем. Беҙ шул ҡәҙәр рәхәтләнеп беребеҙҙе икенсебеҙгә ҡаршы ҡуябыҙ, инде колхоздарҙы, ҡалаларҙы, хатта бөтә донъяны ике лагерға бүлеп бөттөк бит.
Нәғимә. Көрәш бара, Ренат, көрәш.
Ренат. Күптәр ана шул көрәштән башҡа йәшәй алмай. Сөнки улар үҙҙәренең йәшәү мәғәнәһен дә ана шул көрәштә генә, тип уйлайҙар. Көрәшһеҙ улар бер кем дә түгел — сүп! Бына шуның өсөн дә улар илһамланып бөтә ерҙән дә — хатта өйҙәренән, ғаиләһенән, ятҡан бишектәренән дошман эҙләйҙәр.
Нә ғимә. Туҙға яҙмағанды һөйләмә. Бер кем дә үҙ өйөнән дошман эҙләмәй. Етмәһә, бишектән, имеш?!
Ренат. Ә ер бит — кешелек бишеге... һы! Был минең һүҙҙәр түгел, мамочка, Циолковский шулай тигән. Бына һин... Әйт әле, көрәшер кешең булмаһа, йәшәй алыр инеңме?
Нәғимә. Юҡ, йәшәй алмаҫ инем. Йәшәү — ул көрәш.
Ренат. Атай, ишетәһеңме нимә ти?
Полковник. Ренат... Беҙҙең бер ваҡытта ла ҡан дошмандарыбыҙ булмағанмы ни? һинеңсә, беҙҙең бер ҡасан да боғаҙыбыҙҙан алмағандармы ни? (Күрһәтеп.) Бына былай! һин... һин бит бик яҡшы беләһең...
Ренат. Мин улай тип әйтмәнем. Ҡырҡ беренсе йылда мин дә һинең менән бер рәттән көрәшер инем. Орша өсөн дә... Вологда өсөн дә. һәр бер аҙым ер өсөн көрәшер инем.
Полко в н и к. Ә бөгөн?
Ренат, һинең ни хаҡың бар миңә йәки минең тиңдәштәремә шундай шик менән ҡарарға?
158
Фәйрүзә күренә.
Полковник. Бөтә йәштәр ҙә бер төҫлө түгел.
Ренат. Бына, бына бөтә бәлә шунда: һеҙҙеке, беҙҙеке. Мине һеҙ, әлбиттә, ҡурҡаҡтар рәтенә керетәһегеҙ... һеҙҙеңсә, мин — капитулянт. Эйе, минең үләһем килмәй! Ләкин был бит әле минең үлемгә бараһым килмәй тигән һүҙ түгел. Баш өҫтөндә атом гөмбәһе күтәрелһә?!
Полковник. Был турала һин үҙең генә баш ватам, тип уйлама.
Ренат, һин бит хәрби кеше! Үҙ күҙҙәрең менән күргәнһең ул водород бомбаларын! һыуҙағы балыҡтар ғына үлмәҫ...
Фәйрүзә. Ренат...
Ренат. Нимә?
Фәйрүзә, һин һыу алып килергә йыйынған инең.
Р е н а т. Т ығылайым. Мин хәҙер Сизиф һымаҡ, ғүмерем буйына тау аҫтынан, һыу ташырға дусар ителгән бер бәндәмен. Боронғо Рим ҡолдары уйлап сығарған водопровод беҙҙең көндәрҙә ҡулланылһа ла!.. Баҙыян Сәлимгәрәевна, һин Маяковскийҙы яратаһыңмы?
Баҙы я н (өй эсенән). Т еге һыйырҙарға укол ҡаҙаусыны әйтәһеңме?
Ренат. Юҡ, ул түгел... (Биҙрәләр алып сыгып китә.)
Полковник. Әллә беҙ ҙә йылғаға төшөп менәбеҙме? Шул ҡәҙәр йылғаны һағындым, Фәйрүзәкәй...
Фәйрүзә. Ә Нәғимә Әхмәтовна?
Полковник. Уны ул ҡәҙәр түгел. Киттекме?
Нәғимә. Киттек, киттек...
Нәғимә менән полковник китә. Фәйрүзә саҡ күҙ йәштәренән тыйылып, бер нөктәгә ҡарап тора. Булат инә, өҫтөндә һалдат кейеме. Уны күреп, Фәйрүзә күтәрмә терәүенә сытырлап
йәбешә.
Булат, һаумы... Мин... Мин ни... килергә теләмәгән инем... Мин әсәйҙе күрергә, тип кенә килдем. Ул бын- дамы?
Фәйрүзә. Эйе...
Булат. Мин... мин хәҙер китәм... Әсәйемде генә саҡыр инде!
Фәйрүзә, һинең... миңә әйтер һүҙең юҡмы? (Көскә тын алып.) Бәлки, берәй һорауың барҙыр?
159
Булат. Нимә әйтергә? Бөтәһе лә әйтелгән инде... Ә һүҙҙең, ни мәғәнәһе бар?
Фәйрүзә. Эйе... Тик... һин ҡайҙа хеҙмәт иттең?
Булат. Германияла. Ләкин мин һинең ирең... Үтенеп һорайым. Әсәйемде саҡыр. Беҙ хәҙер үҙәк усадьбаға китәбеҙ.
Фәйрүзә, һин... һин мине ғәфү иттеңме?
Булат. Юҡ!
Фәйрүзә. Ғәфү итмәнең? Тимәк, мине онотмағанһың... Булат...
Булат. Бөтә иптәштәремдә хат алып торҙолар. Ә мин һинән бер хат та алманым... Барыбер көнө-төнө һине уйланым, һинең турала уйлау миңә шундай рәхәт ине... һин уны күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың... Тик һин мине ҡыҙғанма.
Фәйрүзә. Мин ҡыҙғанмайым.
Булат. Әгәр ҡыҙғанырға уйлаһаң... Хәйер, минең өсөн барыбер! Минең һинең менән һөйләшер һүҙем юҡ...
Фәйрүзә. Булат...
Булат. Мин алдаясағыңды белеп торҙом.
Фәйрүзә. Юҡ! Дөрөҫ түгел... һин яңылышаһың, Булат, яңылышаһың, һин бит минең нисек йәшәгәнемде белмәйһең... Эйе, мин ғәйепле... Тик һин дә мине аңларға тейешһең. Аңлағас, һин мине ғәфү итерһең. Ул ваҡытта мин йүләр бер ҡыҙыҡай инем... һин уйлағанса ғына булманы шул...
Булат. Хәҙер үткәндәрҙе иҫкә алыуҙың ни мәғәнәһе бар?
Фәйрүзә. Юҡ...
Булат. Береһе лә беҙ уйлағанса барып сыҡманы.
Фәйрүзә. Эйе, эйе... Күреп торам, һин мине онотмағанһың... Мин дә гел генә һине уйлап йәшәнем, һәр ваҡыт күҙ алдымда торҙоң, төштәремә керҙең...
Булат. Уның ҡосағында ятҡандамы? Ул ваҡытта һин бер юлы ике кешене алдағанһың! Аңлайһыңмы? Икене! Юҡ, өсәүҙе, бөтөнөһөн дә. Бөтөн донъяны алдағанһың...
Фәйрүзә. Ниндәй ҡаты бәғерлегә әйләнгәнһең.
Булат. Минме ҡаты бәғерле? Яратам мин һине! Онота алмайым!
Фәйрүзә. Булат...
Булат. Нимә булды һиңә? Ниңә шулай эшләнең һин? Ете йөҙ илле көн! Ете йөҙ илле тапҡыр мин «отбой!» тигән команда ишеттем. Шул саҡ һәр ваҡыт һине иҫкә
160
алдым, һине! һине уйлап йоҡлап китеү ҙә миңә^рәхәт ине... Бына бында... йөрәгемдең түрендә йәшәнең! Йоҡоларымдан уянғанда ла уйымда һин инең! Онота алмайым мин һине! Үлгәндә лә онотасағым юҡ. Ә хәҙер һөйләп тороуҙың ни мәғәнәһе бар? Саҡыр әсәйемде, мин хәҙер китәм!
Фәйрүзә. Беҙҙең улыбыҙ бар... Фәрит һинең улың!
Булат {ҡысҡырып). Ышанмайым! Мин һинең бер һүҙеңә лә ышанмайым! Ишетәһеңме? Ышанмайым! Саҡыр әсәйемде. Мин өй артында көтәм...
Фәйрүзә. Ярабби... Ярабби...
Ренат һыуҙан ҡайта.
Ренат ( биҙрәләренпсуйып). Фәйрүзә...
Фәйрүзә яуап бирмәй.
Ишетәһеңме мине?
Фәйрүзә. Эйе...
Ренат, һиңә ни булды? Әллә илайһың инде?
Фәйрүзә. Юҡ... ( Кинәт иренә ташлана.) Ренат, китәйек бынан! Минең ҡайтаһым килә... Тиҙерәк китәйек...
Ренат. Нимә булды? Бер нәмә лә аңламайым.
Председатель (кирелә-һуҙыла күтәрмәгә сыга). Ой, оҙаҡ йоҡланған... Халыҡ ҡайҙа? Бөгөн беҙҙе сәй эсерәләрме, юҡмы?
Ренат, һыу алып ҡайттым.
Председатель. Фәйрүзә, самауыр ҡуйып ебәр! Мөхәммәт Лоҡманович менән Нәғимә Әхмәтовна ҡайҙа? Бында берәй нәмә ҡалғанмы? Әйҙә, ултыр, Ренат, бында аҙыраҡ бар әле.
Ренат. Рәхмәт, минең эсәһем килмәй. Фәйрүзә...
Председатель, һеҙгә нимә булды?
Фәйрүзә өндәшмәй генә биҙрәләрҙе алып сығып китә.
Ренат. Ә... (Рюмканы алып.) Әйҙә, эсәйек, Нурый Әмирханович, эсәйек ҡатын-ҡыҙҙар азатлығы өсөң...
Председатель. Баҙыян апай, саҡыр атайҙы. Үҙеңдә кил. Атай! Баянды ла алып сыҡ! Нәғимә Әхмәтовна, Мөхәммәт Лоҡманович!
6- 1 . 0129.11
161
Нә ғимә (инеп). Бына, һинең ерҙәреңде ҡарап йөрөнөк әле, Баһманов!.. Кугын өсөн урын бик елле.
Председатель. Ул турала һуңынан. Ултырығыҙ, һеҙ нимә? Байрам булғас, байрам булһын! Атай, унда һинең ҡойған балың бар шикелле? Баҙыян апай, алып сыҡ әле!
Баҙыян. Хәҙер. Самауырым да өлгөрҙө, балды ла алып сығам!
Председатель. Күптән шулай кәрәк ине! Әтү йоҡоларын аса алмай ултыралар... ( Ҡысҡырып.) Мөхәммәт Лоҡмано-о-о-вич!..
Ҡараңғы төшә. Баҙыяндан башҡалары бөтәһе лә өҫтәл артында ултыра. Бөтә Иҙәш буйҙарын яңғыратып моңло йыр ишетелә. Фәйрүзә лә йырлай. Өйҙән Баҙыян сығып, Фәйрүзәнең ҡолағына ниҙер әйтә лә әкрен генә күтәрмәнән төшөп китә. Фәйрүзә йырын дауам итә. Күҙҙәрендә ҡайнар йәш.
Фәйрүзә (йырлай).
Таштугайкай, һинецҡамышыцды Еҙ ҡурайҡай итеп тартайым.
Ялан гына ерҙец кәкүге юҡ,
Үҙ У р алҡайыма ҡайтайым.
Ошо йырҙы тыңлай-тыңлай Баҙыян миләш янына килә.
Булат. Әсәй...
Баҙыян. Булатҡайым!.. Бәкәскәйем!.. И Хоҙайымдың рәхмәте төшкөрө! Иҫән-аман ғына ҡайтҡанһың бит, балам!..
Булат. Әсәй, етер... Кәрәкмәй...
Баҙыян. Балаҡайым, нимә эшләйбеҙ инде хәҙер?..
Булат. Киттек, әйҙә... Үҙәк усадьбаға. Чемоданды апайҙарҙа ҡалдырҙым. Ҡалала һине эҙләп барған инем , Иҙәшкә китте, тинеләр, һин нишләп бында? Киттек, әйҙә! Беҙҙе унда көтәләр.
Баҙыян. Нисек китәйем инде, Фәрит минән башҡа бөтөнләй йоҡламай... Малай бит... (Илай.)
Булат. Ә нишләп һин ҡарарға тейеш уны? Унда һинән башҡа ла етерлек. Мин һиңә бала ҡарарға рөхсәт итмәйем. Киттек хәҙер үк!
Баҙыян. Ярабби... Нимә һөйләйһең һин! Малай бит...
Булат. Нимә? Нимә малай?
Баҙыян. Малай һинеке бит...
162
Булат, һин нимә һөйләйһең? Ышанмайым мин... Нимә? Нимә тинең һин?
Баҙыян. Бала Ренаттыҡы түгел, һинеке! Валлаһи бына! Күргәс тә йөрәгем әллә нимә эшләп китте... Нәҡ һин инде бына, һинең бәләкәй сағың... Ул күҙҙәре, ул ирендәре — бына ҡойған да ҡуйған һин инде! Үҫә-үҫә тағы ла нығыраҡ һиңә оҡшай башланы... һөйләшергә ынтыла, әйтә алмай... Бына нәҡ һинең бала сағың инде... Булат. Етер, туҡта инде! Тыңлар хәлем ҡалманы...
Табын артында йыр тауышы тынды. Әмирхан да уйнауҙан
туҡтаны.
Әмирхан. Баҙыян, һин унда кем менән һөйләшәһең? Үҙ-үҙең менән түгелдер бит?
Полковник. Их, йыры ла йыры, ә? Йөрәктәрҙе өҙә! Ренат. Баҙыян Сәлимгәрәевна!
Булат. Киттек. Минең береһен дә күрәһем килмәй. Әсәй, тим, әйҙә инде!
Председатель. О, кемде күрәм мин!.. Кил әле, кил бында. (Өҫтәл артынан сыгып миләш янына йүгерә.) Әйҙәле бында, әйҙә!
Булат (алгарак сыгып). һаумыһығыҙ...
Әмирхан. Булат? Булат дуҫҡайым... һаумы! һаумы, ҡәҙерлем! Их, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле, беҙ һинең менән... хеҙмәтеңде тултырып ҡайттыңмы?
Булат, һаумыһығыҙ.
Пол ко в н и к. һаумы, яугир, һаумы.
Фәйрүзә йөҙөн ҡаплап, йүгереп өйгә инеп китә. Ренат менән полковник та уның артынан китәләр.
Булат. Ғәфү итегеҙ... Мин бында ваҡытһыҙыраҡ килдем, ахырыһы.
Әмирхан. Булат!
Булат. Башҡа ваҡытта килермен әле, Әмирхан ағай. Әмирхан, һин... һин нимә?
Председатель. Тот әйҙә! Иҫән-Һау ҡайтыуыңхөрмәтенә!
Әмирхан. Миндә ҡунырһың! Ауыҙыңды ла асма! Бөтөнләйгә ҡайтҡанһыңдыр бит?
Булат. Белмәйем әле, Әмирхан ағай. Бәлки, ҡалып та ҡуйырмын.
6*
163
Әмирхан. Ысынлап тамы? И, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле, беҙ һинең менән... Булат! Бына һиңә йорт! Йәшә! Өйлән дә йәшә рәхәтләнеп! һин ризамы, күгәрсенкәйем? Беҙ һинең менән Иҙәште һаҡлаясаҡбыҙ әле! Дөрөҫ әйттемме? һаҡлаясаҡбыҙ, Булат дуҫҡайым!.. Нурый, ҡой әле тағы ла^берҙе! Булат менән берҙе күтәрәм әле. Ҡой, ҡой, әйҙә! Йөрәгем һиҙгәңине лә!..
Нәғимә ( Булатка). Йәш егет, әҙерәк әҙәп белергә кәрәк. (Китә.)
Булат рюмкаһын кире ҡуя.
Баҙыян. Ярабби... ниҙәр генә күрәһебеҙ бар икән, Булатҡайым...
Булат. Киттек...
Баҙыян. Фәрит һуң... (Өйгә йүнәлә.) Көтөп тор әле...
Ренат (Булатка). Ҡалығыҙ әле, минеғ^ һеҙҙең менән... һөйләшәһе һүҙем бар.
Булат. Минең һеҙҙең менән һөйләшер һүҙем юҡ. Әсәй!
Әмирхан. Булат! Бер ҡайҙа ла китмәйһеғ;! Ебәрмәйем! Беҙҙә ҡунаһың! Туҡта, кемгә әйтәләр?! Был бит һинең тыуған ауылың. Үҙеңдең Иҙәш буйҙарың!.. Онотмағанһыңдыр бит?!
Әмирхан саҡ урындыҡтан йығылып төшмәй, уны күтәреп тип әйтерлек, өйгә алып инәләр.
Председатель (Булатка). Тиҙ генә фельдшерҙы алып кил әле.
Нәғимә (йүгереп керә). Баһманов ҡайҙа? Юҡҡа машинаны ебәрҙем.
Полковник (Ренатка). Ғаилә ҡорғанһың икән..
Ренат. Йә, шунан нимә?
Пол ко вник. Ғаиләңде һаҡлай бел. һин хәҙер үҙең өсөн генә түгел Фәйрүзә өсөн дә, улың өсөн дә — барыһы өсөн дә яуаплы.
Нәғимә. Етте. Мөхәммәт, һин сабыр итеп тор. (Ренатка.) Хәтерләйһеңме, теге ваҡытта беҙҙе тьщламаған инең?.. Бына шулай була ул, күгәрсенкәйем!
Полковник. Т ыңламайынса дөрөҫ тә эшләне. Ә һин туҡта!
Н ә ғ и м ә. Ә нишләп әле мин өндәшмәҫкә тейеш?
164
Ренат. Атай, сабыр ит эле... һин нимә әйтергә теләйһең, мамочка?
Нәғимә. Нимә, имеш? һорап тора тағы? Мин быға юл ҡуймаясаҡмын. Ғаиләне һаҡлап ҡалырға кәрәк! Күрмәнеңме ни уның өҫтәл артынан нисек тороп сығып киткәнен? Был һалдаты кем тағы? Ә бынауы ҡатын... Кем әле... Баҙыянмы? Ниңә һин балаңды унан ҡаратаһың.
Полковник. Туҡта... Зинһар, туҡта, тим!
Ренат. Мамочка, бәлки, баланы һин ҡарарһың? Тик һин уның ҡасан тыуғанын да белмәй ҡалдың, ауырыған сағында ла килеп мәшәҡәтләнмәнең...
Өйҙән Фәйрүзә сыға.
Полковник. Нәғимә, кит... Үтенеп һорайым, шаулама... (Уны алып китә .)
Ренат. Был бит ҡот осҡос хәл, Фәйрүзә... һин миңә дөрөҫөн генә әйт...
Фәйрүзә. Нимә әйтәйем, Ренат?
Ренат. Мин бит күрҙем һинең... Тик ышанғым ғына килмәй, Фәйрүзә...
Фәйрүзә, һин минең ниндәй ҙә булһа ғәйебем барҙыр, тип уйлайһыңмы...
Ренат. Юҡ... Ләкин һин ул килеп кереү менән шундай үҙгәрҙең... Донъялағы бөтә нәмәне лә оноттоң.
Фәйрүзә. Беҙ бергә үҫтек, бергә мәктәпкә йөрөнөк...
Ренат. Аңлайым... Тик һин миңә әйт, уны бик ныҡ яраттыңмы?
Фәйрүзә. Мин бер ваҡытта ла һинән миңә ҡәҙәр кемде һәм нисек яратыуыңды һорағаным юҡ.
Ренат. Бына шуныһы йөрәкте әрнетә лә... Мин һинең өсөн бармы , юҡмы...
Фәйрүзә. Ренат...
Ренат. Ярай, мин ахмаҡ та булайым, ти. Төкөрҙөк үткәндәргә! Ниңә уларҙы иҫкә алып торорға? Шулаймы? Әйҙә, бөгөнгө һәм киләсәк көн менән генә йәшәйек! 11иңә кәрәк улар? Бөтөнөһөнә лә нөктә ҡуябыҙ! Сәсрәп китһен!.. Көнсөллөк бит ул үткән заман ҡалдығы! Артталыҡ билгеһе! Ләкин мин барыбер тыныслана алмайым!.. Әйт: һин бөгөн һөйләштеңме уның менән? һөйләштеңме?
Фәйрүзә. Минән һиңә нәмә кәрәк?
165
Ренат, һин әйтергә тейешһең... Фәйрүзә, дөрөҫөн әйтһәң, был турала башҡа бер ваҡытта ла һүҙ ҡуҙғатмайбыҙ.
Фәйрүзә. Кәрәкмәй... һиңә һәр ваҡытта ла асыҡлыҡ кәрәк. Кешенең йөрәгенән бөтөн серен алаһың... һиңә бөтөнөһөн дә белергә кәрәк, унан үҙеңде лә, башҡаларҙы ла ғазаплайһың...
Ренат. Тимәк, был һинең серең?..
Фәйрүзә. Т еләһәң нисек аңла.
Ренат, һин уның менән Фәрит тураһында һөйләштеңме?
Фәйрүзә. Эйе, һөйләштем! Ошо миләш төбөндә... Бик беләһең килһә әйтәм: ул уның улы, Ренат. Йә, тынысландыңмы хәҙер?
Ренат (ярһып уны этеп ебәрә). Хайуан! һин ялғансы, әшәке ҡатын! Әллә һин мине улыбыҙҙың кемдеке икәнен белмәй, тип уйлай инеңме? Нисек һин шундай әшәкелекте эшләй алдың? Нисек?..
Шашыр хәлгә етеп сығып китә. Төйөнсөк күтәреп Баҙыян инә.
Баҙыян. Фәйрүзә ҡыҙым... Мин Фәритте йоҡлаттым. Китәйем әле... Күңелем дә тыныс түгел.
Фәйрүзә. Баҙыян апай, аҙыраҡ ултыр әле минең янымда.
Баҙыян. Булатты әйтәм, ҡайҙа ҡуналыр... Әле фельдшер артынан киткән ине... Хоҙайым, Фәрит ^сабыйым бәләкәй генә булһа ла барыһын да һиҙеп тора. Йәне һиҙә торғандыр инде.
Фәйрүзә. Баҙыян апай, бөгөнгә китмәй тор инде, Фәрит һинән башҡа йоҡламаҫ.
Баҙыян. Булат һуң... Булат менән нисек?..
Фәйрүзә. Белмәйем, Баҙыян апай... Бер нимә лә белмәйем...
Башын Баҙыяндың теҙҙәренә ҡуйып илай. Баҙыян уның сәстәренән һыйпай.
Баҙыян. Туғанҡайым... бөтөнләй кешелектән сыҡтың бит... Хоҙайым, һиңә ҡарап минең йөрәгем әрней... Уға бында килеп йөрөмәҫкә кәрәк ине...
Фәйрүзә. И, Баҙыян апаҡайым... Әйтер инең Булатҡа...
166
Баҙыян. Бисараҡайым минең... Күрәһең, беҙ икебеҙ ҙә бәхетһеҙ булып тыуғанбыҙҙыр инде... Кем шулай булыр тип уйлаған?
Машина тауышы ишетелә. Председатель өйҙән сыға.
Председатель. Булат, йә нисек унда?
Булат. Фельдшер өйҙә юҡ.
Председатель. Ну кесерткән сыпсығы! Мин уға күрһәтермен әле! Әйҙәгеҙ, районға киттек! Фәйрүзә, әҙерлә атайҙы!
Булат. Әсәй!
Баҙыян менән Фәйрүзә өйгә инеп китә. Булат нимә эшләргә белмәйенсә аптырап ҡала. Йылға буйынан ағарынып ябығып киткән Ренат күтәрелә. Ҡулында коньяк һалған фляга.
Ренат. Сәләм бирҙек!..
Булат китергә итә.
һеҙҙең менән һөйләшергә мөмкинме?
Булат, һеҙгә нәмә кәрәк?
Ренат. Ҡасандыр беҙ бер-беребеҙгә һин тип өндәшә торған инек. Хәтерегеҙҙәме?
Булат. Иҫемдә. Шуға күрә лә һеҙ... ( Тагила китергә итә.)
Ренат. Мин һине аңлайым... һин мине ҡәбәхәт кеше, тип уйлайһың.
Булат. Ә мин был турала шикләнмәйем дә.
Ренат. Бер генә минутҡа... һеҙ мине аңларға тейешһегеҙ.
Булат. Мин һеҙҙең менән һөйләшергә теләмәйем. Ренат. Бөтәһен дә бит Фәйрүзә үҙе хәл итте! Фәҡәт үҙе!
Булат. Тимәк, һеҙҙең бер ғәйебегеҙ ҙә юҡ? Беләһегеҙме һеҙ... Әгәр мин теләһәм, теләһә ниндәй ҡыҙҙы... хатта ирле ҡатынды мөмкин...
Ренат. Ә һеҙ ҡатындарҙы бик арзан баһалайһығыҙ. Бәлки, һеҙ хаҡлылыр? Эсәйек...
Булат Ренаттың ҡулындағы фляга ҡапҡасын бәреп төшөрә. Ренат уға һуҡмаҡсы була, ләкин нәҡ шул ваҡыт Әмирханды өйҙән ҡултыҡлап алып сығалар.
167
Баҙыян. Булатҡайым, берүк бәйләнмә.
Ренат. Бөтөнөһө лә иҫке романдарҙағыса.
Әмирхан. Нимә ул үлем? Мин унан ҡурҡаммы ни? Мөхәммәт... Орша янында атакаға күтәрелгәнде хәтерләйһеңме? Бына ул ваҡытта үлем ҡурҡыныс ине... Ә хәҙер нимә... Юҡ, ҡурҡмайым... Бына шуныһы ҡыҙғаныс, Әмирхан Баһманов Иҙәште һаҡлап ҡалалманы... Пози- ңияларын ҡулынан ысҡындырҙы... Оух... Оух... мин һеҙгә ниндәй ҙур мәшәҡәт тыуҙырҙым...
Полко вник, һин ныҡ бул, Әмирхан, бирешмә!
Әмирхан. Юҡ инде. Мөхәммәт, мин килеп еттем, ахырыһы.
Председатель. Больницаға барырға кәрәк, атай!
Әмирхан. Әй, Нурый улым... ҡартатайыңдың нисек үлгәнен хәтерләмәйһеңме? Әмирхан, мунса яҡ әле, бөгөн мин үләм, ти. Мунса кереп сыҡты ла һикегә ятты. Кешеләрҙе саҡыр, миңә хушлашырға кәрәк, ти. Шулай китеп тә барҙы.
Председатель. Юҡты һөйләмә!..
Әмирхан. Ҡартатайым бәхетле булды. Иҙәштең был хәлгә төшкәнен күрмәне. Бына минең һүҙҙәремде иҫеңдә тот, һин барыбер Иҙәшкә яңынан әйләнеп ҡайтасаҡһың! Ошо уҡ урында яңынан йорттар һаласаҡһың...
Председатель. Кәрәк булһа, төҙөрбөҙ.
Әмирхан. Ә ниңә ватырға ине? Емерәбеҙ ҙә яңынан төҙөйбөҙ. Бына бөтә ауылдан бер йорт тороп ҡалды. Әйҙә, ват, емер! Мин үлеү^менән һин уны утынға ватасаҡһың... Кугын, имеш... Йәш быҙауҙарҙы көтөү өсөн урыны яҡшы, йәнәһе!..
Председатель. Яҡшы шул!
Әмирхан. Мин һинән йортто барыбер ваттырмаясаҡмын! Ишетһен ҡолағың, ҡәберҙән тороп сығасаҡмын! Ә өйҙә Булат менән әсәһе йәшәһен! Бына шул. Үпкәләмә.
Булат гел генә сығып китеү яғын ҡарай.
Председатель. Хөкүмәт йорттары минең ғүмеремә етерлек...
Әмирхан. Бына, бына... һинең өсөн тыуған йортоң- доң ҡәҙере юҡ. һиңә, ҡаҙна йортонда торғас, берәү ҙә кулак, тип атай алмай... Ҡаҙна йортонда йәшәүе лә еңелерәк. Эйе, ана, төрмә лә ҡаҙна йорто!
168
Сәстәренә бигуди ураған Нәғимә инә. Халаттан ғына.
Нәғимә. Был ниндәй тилеләр йорто? Сәғәт өс бит инде. (Иренә.) Ә һин нишләп йоҡламайһың?
Полковник. Күрәһеңме...
Нәғимә. Хәҙер үк бар, йоҡла! Ә һин... һеҙ, Нурый Әмирхағювич, нимә ҡарап тораһығыҙ?
Председатель. Мин әле һөйләшеп туйманым! Араҡы эсергә лә иҫәбем бар.
Нәғимә. Ятығыҙ! Ят! Әмирхан Сәлихович, һеҙ ниңә йоҡламайһығыҙ?
Әмирхан. Йоҡом туйыр әле. Унда ваҡыт күп буласаҡ...
Нәғимә. Ҡайҙа унда?
Полковник. Нәғимә...
Әмирхан. Ә ысынлап та, ҡайҙа? Мине бит , Нәғимә Әхмәтовна, бынан ике йыл элек үк бөтә исемлектәрҙән дә һыҙып ташланылар. Иҙәш менән бергә. Мин хәҙер инде бүтән исемлектә... Тегендә... Исмаһам, саф һауа һулап ҡалайым... Йылғаға, туғайҙарға, умарталарға туйғансы ҡарап ҡалайым... Кәбеҫтәлә, ана,уталмаған... сүп баҫҡан...
Нәғимә. Ҡырҡ йылға артҡа ҡалғанһығыҙ. Ошо йорт участогығыҙға сытырман йәбешкәнһегеҙ ҙә һис ҡуҙға- тырлыҡ түгел.
Әмирхан. Артта ҡалдыҡ инде, артта... Ҡайҙа инде ул беҙгә?! Ә кемдәр һуң улар алдынғылар? Ана, Үҙәк усадьбала инде кәбеҫтә лә үҫтерә белмәйҙәр. Онотҡандар. Магазиндан консерва һатып алалар ҙа украин борщы бешерәләр. Их, был донъя, ерән ҡашҡаның аҡ бәкәле!..
Тороп китергә итә, ләкин ҡуҙғала алмай. Өйҙән бала илаған
тауыш ишетелә.
Нәғимә. Безобразие. Бала янында кем бар? Йоҡлатығыҙ әле баланы!
Ренат (үҙ алдына). Бойороҡҡа буйһоноп ҡына йоҡлап булмай шул, мамочка. Хәйер, киләсәктә уныһына ла өйрәнербеҙ. Бик тырышһаҡ.
Нәғимә. Баһманов, китегеҙ инде тиҙерәк! (Булатты күреп.) һеҙ һаман да бындамы ни әле...
Председатель. Ул атайҙы алып китә!
Әмирхан. Булат... Бер ҡайҙа ла бармайым мин, дуҫҡайым, һин мине ташлап китмә инде. Бында ҡалырға
169
вәғәҙә бир. Әгәр һин бында ҡалып, балалар үҫтереп, ошо тау битендә малайҙарың кепкалары менән бәрешеп йүгереп уйнап йөрөйәсәктәрен белһәм, миңә үлергә еңелерәк булыр ине. Ә һин, Фәйрүзә, кит. һеҙгә Ренат менән тегендә яҡшыраҡ булыр.
Нәғимә. Ул ауырыу бит, нимә уны тыңлап тораһығыҙ. Баһманов, мин кемгә әйтәм?
Әмирхан. Ул... ( Нәгимәгә асыулы тараш ташлап, уга бармагы менән төртөп күрһәтә. Ҡуркыныс итеп көлә башлай.) Ул мине һауыҡтырырға теләмәй! Ул ми- не-е... Булат! Юл ҡуйма... Булат, ҡәҙерле дуҫҡайым... Фәйрүзә... ҡыҙым!..
Уны ҡулдарына күтәреп машинаға илтәләр.
Фәйрүзә. Мин хәҙер, атай... хәҙер...
Полковник Ренаттың, ҡулынан фляганы тартып ала.
Полковник, һин нимә эшләйһең?
Ренат. Атай, һин хаҡлы булып сыҡтың. Мин бер тингә лә тормаған бер бәндә икәнмен... Минең хәҙер бер нәмәм дә юҡ, атай...
Нәғимә ( Ренатка). Үҙеңде тәртипкә килтер, ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ. Ғаиләне һаҡлап ҡалырға кәрәк. һинең улың бар.
Ренат. Ул минеке түгел, мамочка.
Нәғимә. Нисек? Нисек, һинеке түгел?
Ренат. Ялған... Бөтәһе лә ялған. Фәйрүзә мине ике йыл буйына алдап йөрөткән... һин мине егерме йыл алданың, ә миңә һинең ялғанлауың оҡшай ине. Ул ваҡытта мин рәхәтерәк йәшәй инем.
Машина ҡуҙғалып киткән тауыш ишетелә.
Полковник. Туҡта! Үҙеңде ҡулға ал. Их, улым... һин тормошто аңлап етмәйһең шул әле. һин дә бит минең улым түгел, ләкин...
Нә ғимә (иренә), һин дә... һин дә шундай ғаиләне яҡлайһыңмы? (Илай.)
Полковник (уга). Мин һине яҡлайым, шайтан алғыры! Бынан егерме йыл элек үҙең ниндәй хәлдә инең? (Уны өйгә алып инеп китә.)
170
Ренат. Ха! Онотҡанмын! Мин дә бит бер кемдеке лә түгел... ( Ҡысҡырып көлә.) Мин бер кемдеке лә түгел!.. Минең атайым да, ҡатыным да, улым да юҡ. Минең бер кемгә лә кәрәгем юҡ! Кем һуң мин? Бәлки, берәр изге йәнмендер? Мамочка, һин ишетәһеңме? Тыуған ил — ул атайҙар һәм улдар тигән һүҙ. Шунһыҙ тыуған ил юҡ ул. Бына минең атайым да, улым да юҡ!
Баҙыяндың йырлап бала йоҡлатҡаны ишетелә.
Ҡояш батты, айҡалҡты,
Гөл тирбәтә яҙ еле.
Йспсла, бәгерем, йом күҙец,
Әлли-бәлли, бәү.
Әле бишек тар булһа,
Тормош сикһеҙ дицгеҙ ул,
Ҡайҙа барма, кем булма,
Тыугаи илгә тогро бул.
Ҡояш батты, айҡалҡты,
Гөл тирбәтә яҙ еле,
Йспсла, бәгерем, йом күҙец,
Бәү-бәү итәм мин һине 1 .
Нәғимә тауышы ишетелә: «Ә һеҙ? һеҙ һаман бындамы ни әле?
Мин һеҙҙе күптән киткәнһегеҙҙер, тип уйлаған инем».
Баҙыян. Мин китер инем дә, Нәғимә туғанҡайым, бына ейәнемде әҙерәк аяҡҡа баҫтырырға кәрәк бит. Үҫеп еткәс, бәлки, мине лә ташламаҫ... Хәҙер китәм, китәм!
Ренат. Баҙыян Сәлимгәрәевна... Эй, Баҙыян Сәлим- гәрәевна... теге нисек әле... ( Нимәлер иҫенә төшөрөргә тырыша, ләкин иҫенә төшөрә алмай.) Нисек әле...
Баҙыян. Нимә, Ренат туғанҡайым?
Ренат. Ысынлап та... Кем мин? Нимә мин? Үтенеп һорайым... Нисек атала әле?.. Ә-ә... Баҙыян Сәлимгәрәевна, миңә лә бер йыр йырла әле.
Баҙыян, һиңә йоҡларға кәрәк, Ренат туғанҡайым.
Ренат. Фәрит? Фәрит... Ә ҡайҙа... ҡайҙа беҙҙең Фәйрүзә? Фәрит... минән бәхетлерәк буласаҡ. Уның ике
1 Фазыл шишмәһе. С. Хәким һүҙҙәре. Халыҡ көйө.
171
атаһы бар... Мин... Минең эскем килә! Баҙыян Сәлимгәрәевна, миңә эсергә мөмкинме?
Баҙыян. Эс, туғанҡайым, эс... Бәлки, еңелерәк булыр...
Ренат. Юҡ, эскем килмәй! ( Фляганы атып бәрә.) Бер нәмә лә кәрәкмәй... Был нимә? Иҙәшме?
Баҙыян. Иҙәш, туғанҡайым, Иҙәш. Бар йоҡлап ал, туғанҡайым.
Ренат. Юҡ... Мин бына әле яңы... яңы ғына уяндым... Ә ниңә уяндым һуң әле мин? Фәйрүзә, ниңә уяндым мин? Мине уятмаҫҡа кәрәк ине!
Баҙыян. Ренат туғанҡайым, ғәфү ит һин мине. Мәңге онотасағым юҡ һине, ғәфү ит. ( Әкрен генә баланы алып сыгып китә.)
Ренат. Эйе, эйе... Мин дә... хәҙер. Бушлыҡ. Бөтөнө- һөн дә ҡыуып ебәрҙек. Атай, һеҙгә һыу алып килергәме? Нә ғимә (өйҙән), һин кем менән һөйләшәһең?
Р е н а т. Беҙ үҙебеҙ генә тороп ҡалдыҡ...
Нәғимә. Ҡапҡаларҙы яп!
Ренат. Бында ҡараҡтар ҙа, хужалар ҙа юҡ, әсәй. Нәғимә. Шулаймы? Бигерәк тә яҡшы.
Ренат. Ниндәй ҙә ҙур, буш йорт!
Шаршау
Пьеса В. Беловҡа эйәреп яҙылды.
ЕТЕ ҠЫҘ
Драма, ике бүлектә
ҠАТНАШАЛАР:
Ә м и ы ә '
Т а ң һ ы л ы у Бикә
Ғәзизә ) Артисткалар, 20 йәштә
Фәриҙә I
Мәрйәм Зөбәйҙә I
Ибрай — колхоз рәйесе, 30 йәштәрҙә Д а я н — үҫмер егет, 15 йәштә Булат 1
Рифҡәт \ Артисткаларҙың яуға киткән ирҙәре
Әхнәф J
Беренсе әбей Икенсе әбей Исмәғил
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Достарыңызбен бөлісу: