Аграфена Кондратьевна. Өлгөрөрмөн әле.
Устинья Наумовна. Фу! Ҡайҙан алаһығыҙ был ағыуҙы?
Аграфена Кондратьевна. Шарап контораһынан. (Эсә.)
Устинья Наумовна. Биҙрәләп алаһығыҙмы?
Аграфена Кондратьевна. Биҙрәләп инде. Аҙлап алһаң, еткереп буламы ни? Беҙҙең бит сығымдар ҙур.
Устинья Наумовна. И, инәкәйем, һөйләп бөтөрөрлөк кенә түгел! һинең өсөн, Аграфена Кондратьевна, күпме тырыштым, йөрөй-йөрөй табандарым ҡалманы. Шулай ҙа таптым бит, гәүһәр ташым, бынамын тигәнен!.. Күрһәң, шаҡ ҡатырһың!..
Аграфена Кондратьевна. Көскә бер аҡыллы һүҙ әйттең!
Устинья Наумовна. Шундай затлы кеше, вельможа. Ундай кеше һинең төшөңә лә ингәне юҡ.
Аграфена Кондратьевна. Ауыҙыңа бал да май! Самсон Силыч үҙеңде буш итмәҫ, Алла ҡушһа.
Устинья Наумовна. Рәхмәт, ынйыҡайым. Крәҫтиәндәре бар, муйынында ордены. Ә үҙе иҫ китмәле аҡыллы. Торғаны алтын бағана инде!
271
Аграфена Кондратьевна. Алдан һиңә әйтергә кәрәк ине, Устинья Наумовна, беҙ бит ҡыҙыбыҙға бирнәгә алтын тауҙар вәғәҙә итә алмайбыҙ.
Устинья Наумовна. Уның үҙ байлығы башынан ашҡан.
Аграфена Кондратьевна. Шулай булыуы бик һәйбәт. Тик бына, Устинья Наумовна, һин үҙең дә әсә кеше, уйлап ҡара, мин ул тиклем затлы кейәү менән нимә эшләрмен? Мин бит уларса килештереп һөйләшә белмәйем.
Устинья Наумовна. Ул, ынйыҡайым, тәүҙә генә шулай ғәжәп тойола. Унан әкренләп өйрәнеп китерһең. Ә бына Самсон Силыч менән һөйләшергә кәрәк, бәлки, ул кешене белә лә торғандыр әле.
Һигеҙенсе күренеш
Шулар уҡ һәм Рисположе некий.
Рисположенекий (инеп). Мин һеҙгә әле, Аграфена Кондратьевна анаҡайым. Самсон Силычка һуғылғайным да, эше күп икән. Мәйтәм, инеп сығайым әле Аграфена Кондратьевнаға. Был нәмә, әллә араҡымы? Бер генә рюмка әсәйем әле. (Әсә.)
Аграфена Кондратьевна. Эс, атаҡай. Иҫәнлеккә булһын. Әйҙә, рәхим итеп ултырығыҙ. Нисек йәшәйһегеҙ?
Рисположенский. Әйтмәгеҙ инде беҙҙең тормошто! Беләһегеҙ бит инде, ғаилә ҙур, әллә ни ҡыйратҡан эш юҡ. Шулай ҙа зарланмайым. Зарланыу гонаһ бит ул, Аграфена Кондратьевна.
Аграфена Кондратьевна. Дөрөҫ әйтәһең, атаҡай, зарланыуҙан да алама нәмә юҡ.
Рисположенский. Алланы һанға һуҡмаған кеше генә зарлана ул, Аграфена Кондратьевна. Бына, мәҫәлән, шундай бер хәл булған...
Аграфена Кондратьевна. Атаҡай, һинең исемең нисек әле? Бына онотам да ҡуям.
Рисположенский. Сысой Псоич, Аграфена Кондратьевна.
Устинья Наумовна. Нисек инде Псоич, көмөшөм, шундай исем буламы ни?
272
Рисположенский. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мин үҙем дә белмәйем. Атайымдың исеме Псой ине, шулай булғас, мин Псоич инде.
Устинья Наумовна. Псоич булғас, Псоич инде. Бынан да йәмһеҙерәк исемдәр була, гәүһәр ташым.
Аграфена Кондратьевна. Ә ниндәй тарих һөйләмәксе булғайның, Сысой Псоич?
Рисположенский. Бына шундай тарих булғайны, Аграфена Кондратьевна анаҡайым. Әкиәт йәки мәҫәл түгел, ә ысын булған хәл. Мин, Аграфена Кондратьевна, бер генә рюмка әсәйем. (Эсэ.)
Аграфена Кондратьевна. Эс, атаҡай, эс.
Рисположенский (ултыра). Йәшәгән, ти, бер серен ебеткән ҡарт. Ҡайҙа икәнен онотҡанмын, инәй, ниндәйҙер, кеше аяғы теймәгән бер яҡта инде. Уның береһенән-береһе вағыраҡ ун ике ҡыҙы булған. Үҙенең дә эшлэрлек көсө булмаған, ҡортҡаһы ла бик ҡарт, балалары бәләкәстәр, ә ашарға-эсергә кәрәк. Барлыҡ булған мөлкәттәрен ашап бөткәндәр. Тамаҡтарын туйҙырыусы юҡ. Нишләмәк кәрәк шул тиклем бала-саға менән? Ҡарт уйлаған-уйлаған, әммә уйының осона сыға алмаған. Аптырағас, был, «юл сатына барайым әле, бәлки, ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ кешеләр осрар» тип, өйөнән сығып киткән. Алла бирмәҫме тип, бер көн ултыра, Алла бирмәҫме тип, ике көн ултыра. Бына шунан һуң инде ул, анаҡайым, зарлана башлаған.
Аграфена Кондратьевна. Йә, атаҡай!
Рисположенский. Хоҙай Тәғәлә, мин ришүәтсе лә, кеше талаусы ла түгел, ти... Ундай кеше булғансы, үҙеңә үҙең ҡул һалғаның артыҡ, ти.
Аграфена Кондратьевна. Эх, атаҡайым минең!
Рисположенский. Шунан, ханым, теге төшөндә күрә...
Большов инә.
Туғыҙынсы күренеш
Шулар уҡ һәм Большов.
Большов. Ә! һин дә бындамы ни, әфәнде? һин бында ниндәй фәлсәфә һатаһың?
273
Рисположенский (баш эйеп). Барығыҙ ҙа имен- аманмы, Самсон Силыч?
Устинья Наумовна. Нимә эшләп һин ябығып киткән кеүек күренәһең, аҫыл ташым? Берәй бәлә-ҡазаға юлыҡтыңмы әллә?
Большов (ултырып). һыуыҡ тейҙергәнмен, ахырыһы, әллә инде геморройым ҡуҙғалырға тора...
Аграфена Кондратьевна. Йә, Сысой Псоич, һөйләп бөтөр инде?
Рисположенский. һуңынан, һуңынан, Аграфена Кондратьевна, бер буш ваҡытымда кисен инеп һөйләп бөтөрөрмөн әле.
Большов, һин нимә, дин юлынан киттеңме әллә? Ха-ха-ха... Аҡылға ултырырға ваҡыт.
Аграфена Кондратьевна. Тотондоғ^ инде! Рәхәтләнеп һөйләшергә ирек тә бирмәйһеғ;.
Большов. Рәхәтләнеп һөйләшергә!.. Ха-ха-ха... Ә бына һин унан һора, нисек судтан эш ҡағыҙҙары юғалған? Бына шул тарихты ул һиңә һәйбәтерәк һөйләр.
Рисположенский. Юҡ, юғалманы. Дөрөҫ һөйләшмәйһең, Самсон Силыч.
Большов. Ә нимә өсөн һуң һине унан ҡыуып сығарҙылар?
Рисположенский. Ә бына нимә өсөн, Аграфена Кондратьевна анаҡайым. Судтан бер эште мин өйгә алып ҡайтырға тип алдым. Юл ыңғайында иптәшем менән бер ергә инеп мөгәрәптә эскәнбеҙ. Иҫереп киткәнмен, күрәһең... Папкам шунда ҡалған, ә мин иҫерек баш менән онотҡанмын. Бындай хәлдең һәр кем менән булыуы мөмкин, һуңынан, ханым, был эш тураһында судта иҫтәренә төшөрҙөләр ҙә тотондолар эҙләргә. Мин үҙем дә, өйҙә ҡалмағанмы икән тип, экзекутор менән ике тапҡыр ҡайтып килдем. Юҡ инде, тапманыҡ. Мине хөкөмгә тарттырмаҡсы булдылар. Шунан келт итеп иҫемә килеп төштө: моғайын, мәйтәм, мөгәрәптә онотоп ҡалдырғанмындыр. Экзекутор менән барһаҡ — шунда ята.
Аграфена Кондратьевна. Ниғр... Эскән кеше менән түгел, айныҡ кеше менән дә булыуы ихтимал ундай хәлдең. Әллә ни ҙур ҡаза түгел.
Большов. Нимә эшләп һине Камчаткаға һөргөнгә ебәрмәнеләр?
274
Рисположенский. һеҙ ҙә әйттегеҙ! Камчаткаға! Рөхсәт итегеҙ һеҙҙән һорарға, ни өсөн мине һөргөнгә ебәрергә тейештәр әле?
Большов. Ни өсөн, имеш! Тәртипһеҙ булғанығыҙ өсөн! һеҙҙең насар ҡылығығыҙҙы хуплап торһондармы ни? Улай бит һеҙ эсеп, бөтөнләй кешелектән сығасаҡһығыҙ.
Рисположенский. Ә бына ғәфү иттеләр. Бына шулай, Аграфена Кондратьевна, мине хөкөмгә тарттырмаҡсылар ине. Ә мин шунда уҡ генералдың аяғына шап итеп йығылдым да, һеҙҙең ғали йәнәптәре, тим, берүк харап итә күрмәгеҙ! Бисәм бар, балаларым береһенән- береһе ваҡ, тим, ярай, ти генерал, Хоҙайға рәхмәт әйт, ҡолағанды туҡмамайҙар, отставкаға кит, ти. Башҡаса бында килеп күренеп йөрөмә, ти. Шулай бына ғәфү итте. Хоҙай үҙенә таҙалыҡ бирһен. Ул мине әле лә онотмай. Байрамдарҙа мин уға инеп сығам, һин ни хәлдә, Сысой Псоич, ти. һеҙ, ғали йәнәптәрен байрам менән ҡотларға килдем, тим. Бына әле үткән байрамда ғына ҡотлап күстәнәс керетеп сыҡтым. Мин, Аграфена Кондратьевна, бер рюмка ғына әсәйем инде. (Эсә.)
Аграфена Кондратьевна. Әйҙә, эс, атаҡайым, иҫәнлеккә-һаулыҡҡа! Устинья Наумовна, әйҙә, беҙ һинең менән сәй эсеп алайыҡ. Шунда үҙеңә бирнәгә әҙерләнгән нәмәләрҙе лә күрһәтермен. Байтаҡ ҡына яңы әйберҙәр алдыҡ.
Устинья Наумовна, һеҙҙең бирнә былай ҙа мул инде ул, гәүһәр ташым.
Аграфена Кондратьевна. Нимә эшләйһең инде, яңы тауарҙар килеп тора, алмай булмай.
Устинья Наумовна. Үҙ магазинығыҙ булғас, тауарҙар баҡсала үҫкән кеүек инде, ынйыҡайым.
Сығалар.
Унынсы күренеш
Большов һәм Рисположенский.
Большов, һин, Сысой Псоич, үҙеңдең яҙыу-һыҙыуҙарың менән үҙ ғүмереңдә күпме яҙыу ҡараһы бөтөрҙөң?
275
Рисположенский. Хе-хе... Яҙыу ҡараһы ҡиммәт нәмә түгел. Эштәрегеҙ нисек бара, шуны белергә тип ингәйнем.
Большов. Берәү хәл белергә ингән! һиңә бөтәһен дә белергә кәрәкме? һеҙ, әҙәм ҡаны әсеүсе ҡәбәхәттәр, еҫкәнеп йөрөргә, кеше эшенән ғәйеп табып аҡыл һатырға оҫтаһығыҙ.
Рисположенский. Мин һеҙгә нимә өйрәтә алайым, ти инде, Самсон Силыч? Мин ниндәй уҡытыусы, ти инде? һеҙ үҙегеҙ минән ун мәртәбә аҡыллыраҡ. Минән нимә һораһалар, шуны эшләйем. Ә ниңә эшләмәҫкә! Әгәр һеҙ һорағанды эшләмәһәм, мин сусҡа булыр инем. Сөнки һеҙ миңә һәм балаларыма күнме яҡшылыҡ эшләйһегеҙ, һеҙгә кәңәш бирерлек аҡыл ҡайҙан булһын, ти инде ул миндә? һеҙ үҙ эшегеҙҙе бөтә кешеләрҙән дә яҡшыраҡ беләһегеҙ.
Большов. Бик яҡшы беләһегеҙ! Бына бөтә бәлә лә шунда шул, беҙ, сауҙагәрҙәр, ахмаҡ халыҡ, бер нәмә лә аңламайбыҙ, ә һинең кеүек һөлөктәргә шул ғына кәрәк тә. Юҡҡа ғына һин минең буҫағамды тапайһыңмы ни?
Рисположенский. Ә ниңә тапамаҫҡа, ти? Әгәр мин һеҙҙе яратмаһам, килеп йөрөмәҫ инем. Мин һиҙмәй- менме ни? Мин бит телһеҙ хайуан түгел!
Большов. Беләм мин һинең яратҡаныңды — һеҙ бөтәгеҙ ҙә беҙҙе яратаһығыҙ, тик һеҙҙән файҙа ғына юҡ. Бына ышанаһыңмы, минең ул эштән башым ҡатҡан, нисек йырып сығырға белмәйем. Тиҙерәк ҡотолаһы ине.
Рисположенский. Бер һеҙ генә түгел, Самсон Силыч, башҡалар ҙа эшләй.
Большов. Ниңә эшләмәһендәр?! Нисегерәк эшләйҙәр әле. Уларҙа оят та юҡ, намыҫ та юҡ. Сиртмәле экипаждарҙа йөрөйҙәр, өс ҡатлы йорттарҙа йәшәйҙәр. Ҡайһы берәүҙәре колонналар менән башнялар яһап ҡуялар, нисек ҡотһоҙ ҡиәфәттәре менән шунда инеп йөрөргә оялмайҙар. Ә унан капут, бөттө! Уларҙы алыр нәмә юҡ. Тәгәрмәстәр ҡайҙалыр тәгәрләгән, йорттар залогка һалынған, ә кредиторҙарға өс пар итек ҡалһа ла еткән. Ошоноң менән эш тә бөттө. Кемде алдайҙар бит әле, йыйын ярлы-ябағайҙы бер ҡат күлдәктән ил буйынса хәйер һорарға сығып китергә мәжбүр итәләр. Ә минең кредиторҙарым бөтәһе лә бай кешеләр, уларға бер нәмә лә булмай.
276
Рисположенский. Дөрөҫ әйтәһең, Самсон Силыч, быларҙың бөтәһе лә беҙҙең ҡулда.
Большов. Беләм беҙҙең ҡулда икәнен. һин һуң был эште башҡарып сыға алырһыңмы икән? Мин бит һеҙҙе беләм, һүҙгә һеҙ бик оҫта, ә эшкә килгәндә, бик ышаныслы халыҡ түгел.
Рисположенский. Самсон Силыч, әллә миңә ышанмайһығыҙмы, мин бит инде беренсе мәртәбә генә түгел. Бындай ғына эште белмәҫкә! Хе-хе-хе... Минең әллә ниндәй эштәр башҡарғаным бар, бөтәһе лә майлаған кеүек, башҡа берәү булһа, ундай эштәр өсөн әллә ҡасан рәшәткә артында булыр ине...
Большов. Ай-Һай, һин ниндәй әкәмәт уйлап сығарырға йыйынаһығ}?
Рисположенский. Ниндәй шарт булыуға ҡарап. Мин, Самсон Силыч, бер генә рюмка әсәйем әле. (Эсә.) Иң беренсе, Самсон Силыч, йортто һәм лавкаларҙы йә залогка һалырға, йә һатырға кәрәк. Быныһы эштең башы.
Большов. Эйе, быны үҙ ваҡытында эшләп ҡалырға кәрәк. Тик бына был йөктө кем өҫтөнә һалырға? Ҡатынға ғына булһа инде?
Рисположенский. Быныһы законға һыймай, Самсон Силыч! Законда яҙылған: ҡатынға һатыу дөрөҫ түгел. Быны эшләү бер ни түгел, аҙаҡ ҡытыршылыҡ килеп сыҡмаһын. Эшләгәс инде уны, Самсон Силыч, ышаныслы итеп эшләргә кәрәк.
Большов. Әлбиттә, шик-шөбһә булмаһын.
Рисположенский. Сит кешегә яҙҙырып, бөтә ҡағыҙҙарҙы ла закон менән нығытһаң, бер кем дә бәйләнә алмаҫ.
Большов. Тик шундай бәләһе бар бит әле, өйҙө сит кешегә яҙҙырырһың, унан уны сығара ла алмаҫһың. Ятыр йәбешеп, һуғышта һалдатҡа йәбешкән бөрсә кеүек.
Рисположенский. Ә һеҙ намыҫлы кешене табығыҙ.
Большов. Хәҙер ҡайҙан табаһың ундайҙы? Хәҙер һәр ҡайһыһы ауыҙыңдан өҙөп алырға тора. Ә һин намыҫ, тиһең.
Рисположенский. Минең башта бер фекер ҡыймылдап тора, Самсон Силыч. Теләһәгеҙ, тыңлағыҙ, теләмәһәгеҙ, юҡ, һеҙҙең приказчик ниндәйерәк кеше ул?
Большов. Ҡайһыһы? Лазарҙы әйтәһеңме?
Рисположенский. Эйе, Лазарь Елизарыч.
277
Большов. Лазарға, тиһеңме? Уға ярай. Аңлы егет. Аҡсаһы ла бар.
Рисположенский. Нимә бойораһығыҙ, Самсон Силыч, закладҡа һалырғамы, әллә һатып бирәһегеҙме?
Большов. Ҡайһыһынан проценты әҙерәк, шуныһын әтмәллә! Бына шуларҙы еренә еткереп ослап сығарһаң, мин һиңә, Сысой Псоич, шундай мәгәрис ҡуйырмын, күҙең тонғансы эсерһең!
Рисположенский. Тыныс булығыҙ, Самсон Силыч, беҙ үҙ эшебеҙҙе беләбеҙ. Ә һеҙ был турала Аазарь Елизарычтыц үҙенә әйттегеҙме, юҡмы? Мин, Самсон Силыч, бер рюмка ғына әсәйем инде. (Эсә.)
Большов. Юҡ әле. Бына бөгөн әйтермен. Ул булған егет, уға күҙ генә ҡыҫ, шунда уҡ аңлап ала. Эште инде еренә еткереп эшләй. Ярай, беҙ йортто закладҡа һалдыҡ, ти. Ә артабан нимә?
Рисположенский. Ә артабан беҙҙең шарттар һәр бер һумға егерме бишәр тин тип, реестр төҙөйбөҙ. Шунан инде кредиторҙар эҙләп китәһең. Тиҫкәреләнеп торғанына арттырырға ла ярай, ә уҫаллырағына тулыһынса түләргә лә мөмкин... Уға тулыһынса түләһәң, үҙенән егерме биш тин алдым, тип, расписка яҙҙыраһың. Был күҙ буяу өсөн кәрәк, бүтәндәргә күрһәтеү өсөн. Бына шулай, шулай, тип әйтәһең дә, тегеләр ҙә егерме биш тингә ризалаша.
Большов. Дөрөҫ, һатыулашыу зыян итмәҫ. Егерме биш тингә риза булмаһалар, илле тин алырҙар, әгәр ҙә инде илле тин дә. әҙ тойолһа, етмеш тингә инде ике ҡуллап йәбешерҙәр. Әҙ булһа ла табыш. Ни әйтһәң дә, минең еткән ҡыҙым бар, бөгөндән кейәүгә тотоп бирергә кәрәк. Туғанҡай, үҙемә лә ял итергә ваҡыт инде. Туйҙырҙы шул һатыу итеү эше. Бына Аазарь үҙе лә килә.
Ун беренсе күренеш
Шулар уҡ һәм П о д х а л ю з и н инә.
Большов. Йә, ни хәлдә, Аазарь? Ҡаланан килеп ятыуыңмы? һеҙҙең унда эштәр нисек?
Подхалюзин. Аллаға шөкөр, әкренләп эштәр бара. һаумыһығыҙ, Сысой Псоич! (Баш эйеп иҫәнләшә.)
278
Рисположенский. һаумыһығыҙ, Лазарь Елиза- рыч! [Баш эйеп иҫәнләшә.)
Большов. Яҡшы, яҡшы. Эштәр барғас, бик һәйбәт инде. (Бер аҙ һүҙһеҙ торгандан һуц.) Бына һин, Лазарь, буш ваҡытыңда минең өсөн баланс төҙөгәндә бөтә керем-сығымдарҙы ла тикшереп ҡарар инең. Юғиһә һатабыҙ, һатабыҙ, ә табыш юҡ. Нимә юҡҡа эшләп йөрөргә. Әллә лавочниктарың урлашамы? Булыр уларҙан, туған-тыумасаларына, һөйәркәләренә тараталарҙыр. Улар менән ҡатыраҡ булырға кәрәк. Әллә эшләргә ҡулдарынан килмәйме?
По дхалюзин. Нимә эшләп инде ҡулдарынан килмәһен, Самсон Силыч? һәр ваҡыт ҡалала булам, бөтә- һенә лә аңлатып, тикшереп торам.
Большов. Ә нимә аңлатаһың?
П о дхалюзин. Билдәле инде, бөтәһе лә тәртиптә булһын тип тырышам, һеҙ, егеттәр, ауыҙығыҙҙы асып ҡарап тормағыҙ, тим, яйы тура килгәндә, һатып алыусыһына ҡарап, берәй әҙәм аҡтығымы унда, йәки ҡыҙ-ҡыр- ҡындың күҙе биҙәкле ситсаға төшә-нитә ҡалһа, йәһәт кенә тауарҙың хаҡын бер-ике һумға күтәрегеҙ, тим.
Большов. Беләһеңдер инде, энекәш, ана немеңтар үҙҙәренең магазиндарында беҙҙең әфәнделәрҙе нисек тунайҙар. Беҙ, әлбиттә, немецтар түгел, христиандар, э барыбер улар кеүек үк пирог ашайбыҙ. Шулай бит, ә?
Рисположенский көлә.
Подхалюзин. Дөрөҫ инде. Тауарҙы үлсәгәндә нығыраҡ тартығыҙ, тим, тик, Аллам һаҡлаһын, йыртылып китерлек булмаһын, беҙ кейәһе тауар түгел бит, тим. Ауыҙҙарын асып ҡарап торалар икән, уға кем ғәйепле? Йәки бына йылт-йылт ҡына үлсәгәндә берәй аршин тауарҙы янға ҡалдырып та була, тим.
Большов. Бөтә ерҙә лә шулай инде. Тегенсе урлашамы? Ә? Урлаша.
Рисположенский. Урлаша, Самсон Силыч. Беләм мин ул тегенселәрҙе.
Большов. Бына шулай шул. Бөтәһе лә урлаша, уларҙы күрмәйҙәр, беҙҙе күрәләр.
Рисположенский. Нәҡ шулай, Самсон Силыч, һеҙ дорөҫөн һөйләйһегеҙ.
279
Большов. Эйе, Лазарь, табыштар хәҙер насар, ҡайҙа ул элеккегә етергә. (Өндәшмәй торгандан һуц.) Нимә, газета алып килдеңме?
По дхалюзин (кеҫәһенән сыгарып). Бына, рәхим итегеҙ!
Большов. Ҡайҙа, ҡарайыҡ әле. (Күҙлеген кейеп ҡараштыра.)
Рисположенский. Мин, Самсон Силыч, бер рюмка ғына әсәйем әле. (Эсә, унан һуц күҙлек кейеп Большов эргәһенә ултыра ла газетага күҙ һала.)
Большов ('ҡысҡырып уҡый). «Ҡаҙна һәм һәр төрлө йәмғиәт ойошмаларының белдереүе: 1, 2, 3, 4, 5 һәм 6 Тәрбиәләү йортонан». Быныһы беҙгә кәрәкмәй. Беҙҙең крәҫтиәндәр һатып алаһы юҡ. «7 һәм 8 Мәскәү университетынан, Губерна идаралығынан, «Тәрбиәләү приказдарынан». Быныһы ла беҙгә түгел. «Тол ҡатындар контораһы саҡыра...» Әйҙә, саҡырһындар, беҙ унда бармайбыҙ. «Етемдәр судынан». Үҙебеҙ ҙә етем, атайыбыҙ ҙа, әсәйебеҙ ҙә юҡ. (Ҡарауын дауам итә.) Әһә! Бына һиңә кәрәк булһа! Тьщла әле, Лазарь! «Фәлән-фәлән йылды, сентябрҙең фәлән-фәлән көнөндә Коммерческий судтың ҡарары буйынса беренсе гильдия сауҙагәре Федот Сали- верстыч Плешков түләргә аҡсаһы булмаған кеше итеп иғлан ителгән, ошо нигеҙҙә...» Нимә аңлатып торорға! Нимә булып бөтәһе билдәле инде. Бына һиңә Федот Саливерстыч! Ниндәйерәк туз ине, ә бөлөп юҡҡа сыҡҡан! Лазарь, уның беҙгә бурысы юҡ инеме?
Подхалюзин. Әҙерәк бар ине шул. Утыҙмы, ҡырҡ- мы бот шәкәр алғайнылар.
Большов. Быныһы насар, Лазарь. Ярай, ул миңә дуҫтарса тулыһынса түләр.
Подхалюзин. Ай-Һай, шикле...
Большов. Нисек тә килешербеҙ әле. (Уҡый.) «Мәскәүҙең беренсе гильдия сауҙагәре Антип Сысоев Енотов түләргә аҡсаһы булмаған кеше итеп иғлан ителде». Был беҙгә бурыслы түгел инеме?
Подхалюзин. Бөйөк ураҙа ваҡытында өс мискә үҫемлек майы алғайны.
Большов. Бына һиңә ураҙа тотоусы изгеләр! Аллаға ла кеше иҫәбенә ярарға тырышалар, һин, туғанҡай, уларҙың дәрәжәһенә ышанма! Ул бер ҡулы менән суҡына, икенсе ҡулы менән һинең кеҫәңә керә. Бына бында өсөнсөһө лә бар әле: «Мәскәүҙең икенсе гильдия сауҙа-
280
гэре Ефрем Лукин Полуаршинников түләргә аҡсаһы булмаған кеше итеп иғлан ителде». Быныһы нисек?
Подхалюзин. Беҙҙә векселе бар.
Большов. Протест яһаныңмы?
Подхалюзин. Эйе, протест яһалған. Тик үҙе ҡайҙалыр ҡасып йөрөй.
Большов. Шулаймы? Бында дүртенсеһе лә бар әле. Самапалов. Валлаһи, былар һүҙ ҡуйышҡандармы әллә?
Подхалюзин. Бына шундай ҡәбәхәт кешеләр инде!
Большов (газета биттәрен актарып). Быларҙы иртәгәгә тиклем дә уҡып бөтөрә алмаҫһың! Мә, күҙемә лә күрһәтмә!
Достарыңызбен бөлісу: |