|
|
бет | 18/40 | Дата | 30.06.2016 | өлшемі | 4.01 Mb. | | #168941 |
|
Подхалюзин (газетаны ала). Газета биттәрен генә бысраталар. Бөтә сауҙагәрҙәргә лә тап төшөрәләр.
Т ынлыҡ.
Рисположенский. Хуш булып тороғоҙ, Самсон Силыч! Мин ҡайтайым әле, ваҡ-төйәк эштәрем бар ине.
Большов. Аҙыраҡ ултырыр инең.
Рисположенский. Ь1сынлап та, Самсон Силыч, ваҡытым юҡ. Иртәгә инеп сығырмын әле.
Большов. Үҙең беләһең инде.
Рисположенский. һау булығыҙ! һау булып тороғоҙ, Лазарь Елизарыч! (Китә.)
Ун икенсе күренеш
Большов һәм Подхалюзин.
Большов. Бына һин, Лазарь, белеп тор, һатыу итеү эше еңел түгел ул. һин аҡсаны эшләмәйсә генә алып була, тип уйлайһыңмы? Вексель ҡалдырып китәләр ҙә улар, ә унан ни файҙа? Ана минең йөҙ меңләп векселдәрем аунап ята. Протест та яһалған. Ә хужаларын эт менән эҙләп тә табырлыҡ түгел. Берәүҙәре үлгән, икенселәре ҡайҙалыр китеп олаҡҡан. Береһен дә төрмәгә ултырта алмайһың. Әгәр инде берәйһен тотоп ултыртһаң, уны унан мәңге сығарырмын тимә. Миңә бында ла насар түгел, ти, ул, ә һине ҡыуып ебәрә әле...
Подхалюзин. Улар шулай инде.
281
Большов. Нимә ул вексель? Буш ҡағыҙ. Уны учетҡа алыу өсөн ваҡытынан иртәрәк бирһәң, өҫтөңә проценты йыйыла, үҙеңдең кеҫәңә һуға. (һүҙһеҙ торгандан һуц.) Ситтән килгән сауҙагәрҙәр менән бәйләнешкә инмә, улар бурысҡа алыуҙан башҡаны белмәйҙәр. Ә бирәме, юҡмы әле. Түләһәләр ҙә тинләп, бүлеп-бүлеп кенә түләй. Ул унлыҡтарҙың күптән инде ҡәҙере юҡ. Ә һин бында нимә эшләргә тейеш? Бындағы һатыусылар менән бик аралашма. Улар еҫкәнеп кенә йөрөй, ҡайҙа нимә ята. Тауарың булмаһа бер хәл ине, тағы нәмә менән һатыу итергә? Бер лавкала москатель тауарҙар, икенсеһендә — ҡыҙыл тауар, өсөнсөһөндә — бакалея. Ә барыбер эшең алға китмәй. Торгка ла барғы килмәҫ. Хаҡты төшөрәләр. Бөтә нәмәгә бәйләнәләр, тегеһе тегеләй түгел, быныһы былай түгел. Бөтәһен дә эсерергә, ашатырға кәрәк. Аҡсалата ла һорайҙар әле. Бына бит нисек! һин быларҙың бөтәһен дә һиҙәһеңме?
Подхалюзин. һиҙәм кеүек тә инде.
Большов. Сауҙа бына шундай ул. Бына һин һатыу итеп ҡара! (һүҙһеҙ торгандан һуц.) Йә, Аазарь, һин нисек уйлайһың?
Лазарь. Мин нисек уйлайым, ти инде. һеҙ нимә бойораһығыҙ,бит. Мин һеҙҙең ҡул аҫтындағы кеше.
Большов. Минең ҡул аҫтындағы кеше! һин күңе- леңдәгеһен әйт! Мин һинән эш тураһында һорайым.
Подхалюзин. һеҙгә нимә кәрәк бит, Самсон Силыч.
Большов, һаман да бер һүҙҙе туғыйһың. һин бына үҙең нисек уйлайһың?
Подхалюзин. Белмәйем.
Большов (өндәшмәй торгандан һуц). Бына, Лазарь, ысын күңелдән әйт әле, яратаһыңмы һин мине? (Яуап юҡ.) Яратаһыңмы, тим? Ниңә өндәшмәйһең? (Яуап юҡ.) Ашаттым, эсерҙем, кеше иттем шикелле инде.
Подхалюзин. Эх, Самсон Силыч! Нимә инде һөйләп торорға. Кем, кем инде, һеҙ минән шикләнәһегеҙ. Бына мин бөтә булмышым менән һеҙҙең ҡаршығыҙҙа баҫып торам.
Большов. Нимә ул һинең бөтә булмышың?
Подхалюзин. Бына нимә ҡушһағыҙ ҙа һеҙҙең өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Үҙемде ҡыҙғанмаясаҡмын.
282
Большов. Улай булғас, һүҙ бөттө. Минеңсә, Аазарь, хәҙер иң ҡулай мәл: беҙҙең ҡулда байтаҡ ҡына аҡса бар, векселдәрҙең дә ваҡыты етте. Нимә көтөргә? Табылыр беҙҙең халыҡ араһынан берәй эттән тыуғаны, алдап-йолдап, бөтә нәмәңде тунап алыр ҙа әсәнән тыума шәрә ҡалдырыр. Бер һум башына ун тин яһар ҙа үҙе миллионерға әйләнер. Унан ул һиңә төкөрмәй ҙә. Ә һин, намыҫлы һатыусы, ҡайғыға батып, төп башына ултырып ҡалаһың. Бына мин, Аазарь, кредиторҙарға шундай тәҡдим яһарға уйлайым: бирһендәр һәр бер тәңкә башына егерме бишәр тин. һин нисек уйлайһың?
Подхалюзин. Минеңсә, Самсон Силыч, егерме биш тин алыу бушҡа биреү менән бер.
Большов. Ысынлап та, дөрөҫ бит. Әтәсләнеп берәүҙе лә шаҡ ҡатыра алмаҫһың, әкренләп кенә, уйлап эш итергә кәрәк. һуңынан хөкөм итеп ҡара һин беҙҙе... Мәшәҡәте генә ҙур. Йортто, лавкаларҙы мин һинең исемгә яҙҙырам.
Подхалюзин. Мәшәҡәтһеҙ булмай инде. Бына векселдэрҙе тиҙерәк атҡарырға кәрәк, тауарҙарҙы йыра- ғыраҡ йәшерербеҙ. Мәшәҡәтләнергә тура килә инде.
Большов. Шулайын шулай ҙа. Мәшәҡәтләнергә мин ҡарт бит инде. һин ярҙам итерһеңме һуң?
Подхалюзин. Самсон Силыч! Мин һеҙҙең өсөн утҡа-һыуға ла инергә әҙер!
Большов. Шулай һәйбәт буласаҡ. Тинләп йыйып байып буламы? Бер киҙәнгәндә өҙә һуҡ та, бөттө-китте! Тик Хоҙай ҡыйыулыҡ ҡына бирһен! Рәхмәт һиңә, Аазарь. һин мине аңланың. (Ҡуҙгалып.) Әйҙә, эшкә тотон! (Уныц яурынынан тсагып.) Әгәр эште еренә еткереп башҡарһаң, табышты ла бүлешербеҙ. Ғүмереңә етерлек итеп бирермен. (Ишеккә йүнәлә.)
Подхалюзин. Миңә, Самсон Силыч, һеҙҙең тыныслығығыҙҙан башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, һеҙ мине малай ғына көйөнә лавкаға иҙән һепереүсе итеп алдығыҙ, мине һәр ваҡыт яҡшы ҡаранығыҙ, тәрбиәләнегеҙ, кеше иттегеҙ. Мин шуларҙы нисек онотайым, ти инде.
Шаршау
283
ИКЕНСЕ БҮЛЕК
Большов йортондағы контора. Ҡаршыла ишек, ә һул яҡта өҫкө ҡатҡа менеү өсөн баҫҡыс.
Беренсе күренеш
Тишка (щетка тотоп авансценала баҫып тора). Эх, тормош, тормош! Бына таң тишегенән тороп иҙән һепер инде. Минеғ; эшме ни ул иҙән һепереү! Беҙҙә бер нәмә лә кешесә түгел! Бүтән хужаларҙа минең кеүек малайҙар ^лавкала ғына эшләй, ә беҙҙә теләһә ҡайҙа ҡыуалар. Йэ тегендә, йә бында. Көнө буйына урам буйлап сабып, табандарың ҡалмай. Ни ҡулда бер тин аҡса юҡ. Кеҫә буш! Йүнле кешеләрҙә был эште дворник эшләй, э беҙҙә ул йә мейес башында бесәйҙәр менән уйнап ята, йә кухаркалар менән күңел аса. Ә уның эше өсөн һин яуап бирергә тейеш. Бүтән кешеләрҙә минең кеүек малайҙар иркенерәк йәшәй, арлы-бирле ярамаған эш эшләһәләр ҙә ғәфү итәләр, бала итеп ҡарайҙар. Ә беҙҙә бының өсөн йә хужа үҙе кәрәгеғ;де бирә, йә ҡатыны, йә приказчик Лазарь, Фоминишнаһы ла ситтә ҡалмай... Йыйын әтрәгәләм һинең әҫтәңдән бойороп тора. Был ниндәй ҡарғалған тормош! Ә иптәштәреғ;; менән уйнарға сығыу тураһында башыңа ла килтермә, дауыл ҡубасаҡ! Ул турала уйлау башҡа ла килмәй инде! (Ултыргысҡа менеп тубыҡлана ла көҙгөгә ҡарай.) Һаумыһығыҙ, Тихон Си- вастьяныч! Нисек йәшәйһегеҙ? Бөтәһе лә Аллаға шөкөрмө? Йәле, Тишка, һин ниндәйерәк? (Көҙгөгәҡарап төр- лөҡиәфәттәргә инә, үҙе рәхәтләнеп көлә.)
Икенсе күренеш
Тишка һәм Подхалюзин (Подхалюзин һиҙҙермәйсә генә килеп уныц ягаһынан эләктереп ала.) һин, шайтан малай, нимә эшләйһең?
Тишка. Билдәле инде, туҙан һөрттөм.
Подхалюзин. Телең менән һөрттөңмө ни! Көҙгөлә һин ниндәй туҙан таптың? Ҡара һин уны нисек ҡылана! Бына мин башыңа ҡундырһам, шунан белерһеғ^.
Т ишка. Белерһең, имеш! Ә нимә өсөн?
Подхалюзин. Бына шуның өсөн. Бына тағы бер тапҡыр ҡаршы өндәшеп ҡара, шунан белерһең!
284
Тишка, һуғып ҡына ҡара, хужаға әйтермен!
Подхалюзин. Хужаға әйтермен, имеш! Бар тип белдем мин һинең хужаңды! һеҙ, малайҙарҙы, шулай ҡыйнабыраҡ тәрбиәләмәһәң, ниндәй файҙа күрерһең. Минең үҙемде лә эшкә шулай өйрәттеләр. Мин, туғанҡай, үҙем дә утты-һыуҙы кистем.
Тишка. Беләбеҙ.
Подхалюзин. Тыныңды ла сығарма, ен балаһы! (Киҙәнә.)
Тишка. һуғып ҡына ҡара! Барыбер әйтәм!
П о дхалюз и н. Нимә тип әйтәһең, тиҫкәре малай!
Тишка. Эт кеүек өрә, тип әйтәм!
Подхалюзин. Ҡайҙан килгән барин! Бер генә һүҙ әйтергә лә ярамай! Сысой Псоич бында булдымы?
Т и ш к а. Булды шул.
Подхалюзин. һин, шайтан малай, аңлатып һөйлә! Килдеме ул бында, юҡмы?
Т и ш к а. Инергә итте!
Подхалюзин. һин, эшең бөткәс, барып кил әле!
Т и ш к а. Араҡы алырғамы?
Подхалюзин. Эйе. Сысой Псоичты һыйларға кэ- рәк. (Аҡса бирә.) Бер шешә ал да, ҡалғанына үҙеңә пе- рәник алырһың. Тиҙерәк бар, күреп ҡалмаһындар!
Тишка. Остом! (Китә.)
Өсөнсо күренеш
Подхалюзин (яцгыҙы). Бына беҙгә ҡасан бәлә килде. Нимә эшләргә хәҙер? Эштәр шәп түгел. Түләргә аҡсаһы булмаған кеше тип иғлан итеүҙәрен көт тә тор! Әйтәйек, хужаға нимә булһа ла ҡалыр, ә миңә нимә эшләргә? Проходной рәттә туҙан менән һатыу итергәме? Егерме йыл буйына хеҙмәт итеп урамда тороп ҡалырғамы? Хәҙер был эште ҡайһылай атҡарып сығармаҡ кәрәк? Тауарҙар менәнме? Бына векселдәрҙе һатырға ҡушты. (Уларҙы алып һанай.) Бында бер аҙ этләшеп, файҙа күрергә мөмкин буласаҡ. (Бүлмә буйлап йөрөй.) Намыҫлы булырға кәрәк, тиҙәр. Билдәле, намыҫлы булырға кәрәк, тик бына уны ниндәй мәғәнәлә аңларға? һәйбәт кешегә ҡарата һәр кем дә намыҫлы. Әгәр ул үҙе башҡа кешеләрҙе алдай икән, бында ниндәй намыҫ булыуы мөмкин! Самсон Силыч серегән бай сауҙагәр, ул был эште ваҡыт үткәреү өсөн генә уйлап сығарҙы. Ә мин фәҡир кеше! Әгәр мин бында берәй этлек эшләйем икән, уның ни гонаһы бар?!
285
Сөнки ул үҙе ғәҙел кеше түгел, законға ҡаршы бара. Ә миңә уны ниңә йәлләргә, ти? Яйы килеп сыҡҡан икән, ауыҙыңды асып ҡалма. Ул үҙенең сәйәсәтен алып бара, ә мин үҙемдекен. Белер инем мин уны нимә эшләтергә, яйы ғына сыҡмай, һм! Бына бит әҙәм балаһының башына ниндәй генә уйҙар инмәй. Әлбиттә, Алимпияда Самсонова уҡымышлы ҡыҙ, бөтә донъяға берәү тиергә була. Теге кейәү бит хәҙер уны алмаясаҡ, аҡса һораясаҡ. Ә аҡсаны ҡайҙан алырға? Хәҙер инде ул затлы кешегә кейәүгә сыға алмай, сөнки аҡса юҡ. Иртәме, һуңмы ҡыҙҙы сауҙагәргә бирергә тура киләсәк, (һүҙһеҙ генә арлы-бирле йөрөй.) Бер аҙ аҡса йүнәтеп алғас, Самсон Силычҡа барып, мин бит инде, Самсон Силыч, бик йәш түгел, тормош ҡороу, балалар үҫтереү тураһында ла уйларға тейешмен, мин һеҙҙең тыныслығығыҙ өсөн бөтә йәнем-тәнем менән хеҙмәт иттем. Әлбиттә, Алимпияда Самсоновна уҡымышлы ҡыҙ, мин дә бит төшөп ҡалғандарҙан түгел, күреп тораһығыҙ, ҙур булмаһа ла капиталым бар, аҡсаны тота беләм. Ниңә миңә ҡыҙығыҙҙы бирмәҫкә? Мин кемдән кәм? Бер ниндәй ҙә алама эшкә ҡатышҡаным юҡ, өлкән кешеләргә ихтирамлымын, тип баш эйһәм? Шуныһы ла бар бит әле, Самсон Силыч йортон һәм лавкаларын минең исемгә закладҡа һалды, шуның менән дә ҡартты ҡурҡытып була. Мин Самсон Силычтың холҡон беләм, уның башына бер уй килһә, үлһә лә эшләмәй ҡалмай. Ана дүртенсе йылды һаҡалын ҡырырға булғас, Аграфена Кондратьевна илай-илай һораны ҡырма тип, юҡ инде, үҙ һүҙен һүҙ итте, кәрәк булһа, яңынан үҫтерермен тип ҡырҙы ла ташланы. Бына мин уның башына үҙемдең уйҙарымдың ойотҡоһон һалып ҡуяйым әле, иртәгә үк никахлашырға — бөттө-китте! Берәү ҙә ауыҙын асып һүҙ әйтә алмаясаҡ. Ошо шатлыҡтан сиркәү башынан һикерерһең, валлаһи!
Дүртенсе күренеш
Подхалюзин һәм Т и ш к а.
Т и ш к а (араҡы алып инә). Бына мин ҡайттым да!
Подхалюзин. Устинья Наумовна бындамы?
Т и ш к а. Юғарыла ул. Ана теге ҡарасҡы килә!
286
Подхалюзин. Араҡыны өҫтәлгә ҡуй ҙа закуска әҙерлә. (Тишка арагкыны ҡуйып, закуска әҙерләргә сыга.)
Бишенсе күренеш
Подхалюзин Һәм Рисположенский.
Подхалюзин. Ә, беҙгәме? Рәхим итегеҙ!
Рисположенский. һеҙгә, Лазарь Елизарыч атаҡай, һеҙгә! Бәлки, кәрәк булыуым бар, тип уйланым. Был араҡымы әллә? Мин, Лазарь Елизарыч, бер рюмка ғына әсәйем әле. Ниғрлер иртәнге сәғәттәрҙә ҡулдарым ҡалтырай башланы, бигерәк тә уң ҡулым. Яҙғанда уң ҡулымды һул ҡулым менән тотоп яҙам. Әҙерәк кенә араҡы эсһэм, арыуланып китә. (Эсә.)
Подхалюзин. Ә ыимәнән ул һеҙҙеғ^ ҡулдарығыҙ ҡалтырай?
Рисположенский (ултырып). Мәшәҡәттәр күп, Лазарь Елизарыч, мәшәҡәттәр, атаҡайым.
Подхалюзин. Ә мин уйлайым, халыҡты бик ныҡ талайһығыҙ. Шуға Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе язалай.
Рисположенский. Эх, хе-хе... Лазарь Елизарыч! Ҡайҙа инде ул беҙгә таларға! Беҙ башҡарған эштәр бик бәләкәй бит. Турғай ем сүпләгән кеүек кенә.
Подхалюзин. һеҙ күберәк бәләкәй эштәр менән генә шөғөлләнәһегеҙме ни?
Рисположенский. Ҙур эштәр булмағас, бәләкәйенә лә риза булаһың инде. Мин бит бер үҙем генә түгел, ҡатын, дүрт бала. Күгәрсенкәйҙәрем бөтәһе лә ашарға һорай. Бөтәһенә лә бир ҙә бир. Береһен бына гимназияға урынлаштырҙым, мундир кәрәк. Тегеһе, быныһы кәрәк. Өйөм йыраҡ. Бутырканан Воскресенский ҡапҡаһына тиклем күпме ара — әллә нисә пар аяҡ кейемен туҙҙыраһың.
Подхалюзин. Уныһы шулай инде.
Рисположенский. Ә ни өсөн йөрөйөм, тиһегеҙ? Берәүҙәргә прошение яҙып бирергә кәрәк, икенселәрен мещанлыҡҡа күсерергә кәрәк. Ҡайһы бер көндө илле тин дә аҡса алып ҡайталмайһың. Бына баш өҫтө, алдамайым. Ә нисек йәшәргә кәрәк? Мин, Лазарь Елизарыч, бер рюмка ғына әсәйем әле. (Эсә.) Туҡта әле, мәйтәм, Лазарь
287
Елизарычҡа инеп сығайым әле, әҙерәк аҡса бирмәҫме, тим.
Подхалюзин. Мин ниндәй ғәйептәрем өсөн һиңә аҡса бирергә тейеш әле?
Рисположенский. Гонаһынан ҡурҡығыҙ, Аазарь Елизарыч! Мин һеҙгә хеҙмәт итмәнемме ни? Үлгәнсе хеҙмәт итергә әҙер. Ҡушығыҙ миңә. Ә закладты юллап бирҙем бит.
Подхалюзин. Уның өсөн һеҙгә түләнгән! Бер үк нәмә тураһында ҡат-ҡат һүҙ алып бармағыҙ!
Рисположенский. Эйе, Аазарь Елизарыч, түләнегеҙ. Быныһы дөрөҫ! Эх, Аазарь Елизарыч, мине бит хәйерселек баҫты.
Подхалюзин. Хәйерселек баҫа! Уныһы була торған хәл. (Өҫтәл янына килеп ултыра.) Ә беҙҙә бына аҡса күп: ҡуйыр урын юҡ. (Өҫтәлгә янсыгын'куя.)
Рисположенский. Аазарь Елизарыч, әллә ысынлап та артыҡмы? Шаяртмайһығыҙмы?
Подха лю з и н. Ниндәй шаяртыу булһын, ти?
Рисположенский. Артыҡ икән, ниңә ярлы кешеләргә ярҙам итмәҫкә? Алла һеҙгә тағы ла күберәк бирер.
По дхалюзин. Ә һеҙгә күпме кәрәк?
Рисположенский. Бирегеҙ бер өс һум!
Подхалюзин. Ә ниңә бик аҙ?
Рисположенский. Улайһа, бирегеҙ биште.
Подхалюзин. Ә һеҙ күберәк һорағыҙ!
Рисположенский. Улай бик рәхимле икәнһегеҙ, бирегеҙ унды!
Подхалюзин. Бер ҙә юҡҡа ун һум бирергәме?
Рисположенский. Ниңә бер ҙә юҡҡа булһын?! Бәлки, һеҙҙең дә йомошоғоҙ төшөр, ҡасан да булһа, бер иҫәпләшербеҙ.
Подхалюзин. Булмаҫтай эште һөйләмәгеҙ. Хәҙер бына мине тыңлағыҙ: ошо эш өсөн Самсон Силыч һеҙгә күпме вәғәҙә итте?
Рисположенский. Әйтергә лә оят, Аазарь Елизарыч, мең һум һәм бер иҫке янут тун. Бына һорағыҙ, минән дә аҙыраҡ алған кешене тапмаҫһығыҙ.
Подхалюзин. Бына нимә, Сысой Псоич, ошо уҡ эш өсөн мин һеҙгә ике мең һум бирәм.
288
Рисположенский. һеҙ минең, яҡлаусым, Лазарь Елизарыч! Ҡатыным һәм балаларым менән ғүмер буйына һеҙгә хеҙмәт итәсәкмен!
Подхалюзин. Йөҙ һум көмөшләтә хәҙер бирәм, ә ҡалғандарын эште бөтөргәс алырһығыҙ.
Рисположенский. Нисек һеҙҙең өсөн Аллаға табынмаҫҡа! Йыйын наҙан дуңғыҙҙар ғына быны баһаламаҫ. Мин һеҙҙең аяҡтарығыҙға йығылып, рәхмәт әйтермен.
Подхалюзин. Быныһы инде артыҡ! Тик, Сысой Псоич, тегендә, бында ҡойроҡ болғап йөрөмәгеҙ, бер мәрхәмәтле кешегә тап булғанһығыҙ икән, шуның хәйер- фатихаһынан игелек күрегеҙ. Аңланығыҙмы?
Рисположенский. Нимә эшләп аңламайым, ти, инде?! Мин бит бала-саға түгел, Лазарь Елизарыч. Аңларға ваҡыт.
Подхалюзин. һеҙ бер нимә лә аңламанығыҙ әле. Ниндәй эштәр икәнен бына алдан тыңлағыҙ. Беҙ Самсон Силыч менән ҡалала булдыҡ. Реестрҙы ла үҙебеҙ менән алдыҡ. Хужа кредиторҙар менән осрашырға китте. Барһа, быныһы ла риза түгел, тегенеһе лә риза түгел. Береһе лә беҙҙең ҡармаҡҡа эләкмәне. Беҙҙең хәлебеҙ бына шундай.
Рисположенский. һеҙ ни һөйләйһегеҙ, Лазарь Елизарыч? Ә? Бына һиңә кәрәк булһа! Ниндәй халыҡ был?!
Подха люзин. Бына нисек беҙгә төп башына ултырып ҡалмаҫҡа? һеҙ мине аңлайһығыҙмы, юҡмы?
Рисположенский. Йәғни, мәҫәлән, бурысын түләй алмаған кеше булып ҡалыуҙы әйтеүегеҙме, Лазарь Елизарыч?
Подхалюзин. Уныһы уның үҙенә башҡа, һүҙ бында минең эштәр тураһында бара.
Рисположенский. Xe-xejxe... Йәғни, мәҫәлән, йорт менән лавкалар... Теге ни... Йорт... Хе-хе-хе...
Подхалюзин. Ниңә ауыҙ йыраһығыҙ!
Рисположенский. Юҡ, юҡ, Лазарь Елизарыч, мин йүләр... былай ғына, шаяртып ҡына.
Подхалюзин. һеҙ бының менән шаярмағыҙ! Бында йорт ҡына түгел әле, минең башымда был эш буйынса шундай хыялдар тыуҙы, һеҙҙең менән ныҡлап һөйләшергә кәрәк. Әйҙә, миңә инәйек әле. Тишка!
10- 1.0129.11
289
Алтынсы күренеш
Шулар уҡ һәм Т и ш к а.
Подхалюзин. Быларҙы йыйыштырып ал. Киттек, Сысой Псоич!
Тишка араҡыны алырға итә.
Рисположенский. Туҡта әле, башһыҙ малай, алмай тор! Күрмәйһеңме ни, бында эсергә теләйҙәр, һин бәләкәй бит әле, ололарҙы хөрмәт ит. Мин, Лазарь Елизарыч, бер рюмка әсәйем әле.
Подхалюзин. Әсегеҙ, тик тиҙерәк булығыҙ. Хужаның килеп сығыуы бар.
Рисположенский. Хәҙер, Лазарь Елизарыч, хәҙер, атаҡайым! (Эсә һәм закуска ҡаба.) Был шешәне беҙ үҙебеҙ менән алайыҡ.
Китәләр. Тишка йыйыштыра. Юғарынан У с т и н ья Наумов- н а менән Ф о м и н и ш н а төшә. Т и ш к а сыға.
Фоминишна. һин, Устинья Наумовна, ҡыҙҙың эшен тиҙерәк хәл ит инде. Күрмәйһеғ^ме ни, анаҡай, үҙенә урын таба алмай бит. Йәшлек бит ул төпһөҙ көршәк түгел, көршәк тә тора-бара бушай. Мин быны үҙемдән беләм. Мин ун өс йәшемдә кейәүгә сыҡтым, ә уға бына бер айҙан ун туғыҙ тула. Ниғр уны юҡҡа интектерергә? Уның йәшендәге ҡыҙҙар күптән бала үҫтерәләр. Бына шулай, анаҡай, яфаламайыҡ уны.
Устинья Наумовна. Мин үҙем дә ағ;лайым, көмөшкәйем, эш бит минән генә тормай. Миндә ул кейәүҙәр эт теҙенән. Әсәһе менән үҙҙәре бит һайлана.
Фоминишна. Нимәгә һайланып торорға инде! Өйләнмәгән булһа, пеләш булмаһа, алама еҫ-фәлән килеп тормаһа, кеше бар ҙа бер инде ул.
Устинья Наумовна (ултырып). Ултыр, көмөшөм. Хәлдән тайҙым бөгөн, иртәнән бирле йүгерәм дә йүгерәм, һығып ташланған сепрәк кеүек булдым. Йүгермәйенсә лә булмай, мин бөтәһенә лә кәрәк кешемен бит, береһен дә уҙып китеп булмай, һәр ҡайһыһы бит тере йән. Береһенә кәләш кәрәк, икенсеһенә кейәү табып бир. Теләһәң нисек тап, хет үҙең тыуҙыр. Ҡайҙалыр туй бара,
290
унда ла минһеҙ булмай. Бөтәһен дә мин әҙерләйем бит. Бөтәһе лә Устинья Наумовна өҫтөндә. Ә ни өсөн, тиһеңме? Ул донъя яралғандан бирле шулай, тәгәрмәс кеүек әйләнеп тора. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, хеҙмәтем өсөн мине буш итмәйҙәр. Ҡайһыһы күлдәклек тауар бирә, ҡайһыһы суҡлы шәл, ҡайһыһы яулыҡ. Алтыны ла эләккеләй, һәр ҡайһыһы ҡулынан килгәнсә хеҙмәтемде баһалай.
Ф о м и н и ш н а. Әйтәһе лә юҡ, анаҡай!
Устинья Наумовна. Ултыр, Фоминишна, аяҡтарың талғандыр.
Фоминишна. Ултырып торорға ҡайҙа инде ул ваҡыт. Бына гонаһ шомлоғо, хужа бит ҡаланан һаман юҡ, ҡотобоҙ осоп тора, иҫереп ҡайтмаһа ғына ярар ине. Үҙе былай арыу ғына кеше, ә иҫереп алһа...
Достарыңызбен бөлісу: |
|
|